Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 01

Общее количество слов 3196
Общее количество уникальных слов составляет 1564
36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
НАИЛ
ҒӘЙЕТБАЙ


СИТ
ПЛАНЕТА ҠЫЗЫ

ҒӘЙЕТБАЙ Н.

Сит планета ҡыҙы. Мажаралы
фантастик роман. — Өфө: Китап, 2003. — 248 бит.



Күренекле
драматург һәм яҙыусы Н. Ғәйетбайҙың был
романы алты киҫәктән тора: «Ҡара ҡумта»,
«Хушлашыу», «Сит планетала», «Ҡара
ҡумта-2», «Эҙәрләү», «Ҡарсыға» менән
алыш».


Әҫәрҙә
сит планета ҡыҙы Әмилә менән үҫмер егет
Батырҙың мажаралары мауыҡтырғыс
һүрәтләнә. Роман мәктәп уҡыусыларын
ғына түгел, өлкән йәштәге әҙәбиәт
һөйөүселәрҙе лә ҡыҙыҡһындырыр, тип
ышанабыҙ.


П. Ғәйетбай, 2003


ҮҘЕМ
ҺӘМ СИТ ПЛАНЕТА ҠЫҘЫ ХАҠЫНДА


Минең
яҙыусы булып китеүемә атайым менән
әсәйем сәбәпсе булғандыр, тип уйлайым.
Өсөнсө класта уҡығанда уҡ, үҙе аш-һыу
менән шөғөлләнгән арала, әсәйем башҡорт
китаптарын ҡысҡырып уҡыуымды һорай
торғайны. Ҡайһы саҡта ҡартәсәйем дә
килеп тыңлап ултыра. Ана шулай итеп мин
бер йыл эсендә мәктәп китап- ханаһындағы
бар китаптарҙы (улар араһында Һәҙиә
Дәүләтшинаның «Ырғыҙ», Дауыт Юлтыйҙың
«Ҡан», Ғәли Ибраһимовтың «Бер полк
кешеләре» романдары, «Дуҫ булайыҡ»,
«Ҙур оркестр», «Беҙҙең өйҙөң йәме» кеүек
повестар бар ине) әсәйемә ҡысҡырып уҡып
ишеттерҙем. Ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе уҡығанда
әсәйем менән ҡартәсәйемдең күҙ йәштәрен
һөртөп ултырғандары әле лә күҙ алдымда.
«Ырғыҙ» романын хатта өс тапҡыр уҡыным.


Ә
атайым республикала сыҡҡан бар
гәзит-журналды алдыра ине, уларҙа
ойошторолған конкурстарҙа (мәҫәлән, иң
яҡшы хикәйәгә йәки мәҡәләгә арналғандарында)
ҡатнашырға өндәй ине.


Ана
шулай итеп әсәйем менән атайым миндә
әҙәбиәткә ҡарата һөйөү уятҡандыр һәм
мин, институт бөтөп Себерҙә эшләгәндә,
Башҡортостанда баҫылған бөтә гәзит-журналға
яҙылдым, уларҙы уҡый торғас, үҙемдә яҙып
ҡарау теләге тыуҙы.


Әммә
унан алда Сибайҙа мәктәп бөттөм. Уҡыу
йылдарында спорт менән ныҡлап шөғөлләндем,
саңғы, йүгереү, шахмат буйынса ҡала
чемпионы булдым.


Магнитогорск
тау-металлургия институтында
инженер-механик һәнәрен алғас, оҙаҡ
йылдар Кузбасста, Сибайҙа инженер
вазифаларын башҡарырға тура килде.


Тәүге
осор мин өлкәндәр өсөн яҙа инем, бер
нисә китабым сыҡты. Шунан дуҫым, «Аманат»
журналының (ул саҡта «Пионер» тип атала
ине) баш мөхәррире, яҙыусы Динис Бүләковтың
һорауы буйынса, балалар тормошо тураһында
«Беҙҙең баҡса», «Һуңғы уйын» тигән
повестар яҙҙым. Улар ҙа китап булып
донъя күрҙе.


Шунан
йәнә балалар әҙәбиәтенән ситләштем,
өлкәндәр өсөн роман ижад иттем, пьесалар
яҙа башланым.


1988
йыл башында «Йәншишмә» гәзитенең (ул
осор гәзит «Башҡортостан пионеры» тип
атала ине) хеҙмәткәре, шағирә Зөһрә
Ҡотлогилдина миңә мөрәжәғәт итте:


— Наил
ағай, балалар мажаралы фантастик әҫәрҙәр
һорай. Һеҙ бит инженер, яҙығыҙ шундай
повесть!


Зөһрә
бик ихлас өгөтләгәс, баш тарта алманым,
яҙырға һүҙ


3


бирҙем.
Әммә ул осор роман менән мәшғүл инем,
балалар өсөн әҫәргә тотонорға һис тә
форсат сыҡмай. Тик Өфөгә килгән һайын
(ул мәл Сибайҙа йәшәй инем), үс иткәндәй
Зөһрәгә тап булам, ә ул һорай:


— Мажаралы
фантастик повесть ни хәлдә?


Тәүҙә
«ана тотонам, бына тотонам», — тип ҡотола
килдем, ләкин бер мәл уңайһыҙ була
башланы һәм яҙға табан Зөһрәне
тынысландырырға булдым: «Яҙа башланым!»
Икенсе күргәндә: «Уртаһына еттем!»
Шунан: «Яҙып бөттөм! Машинкаға баҫырға
бирҙем». Ә үҙем һаман тотонмағанмын да.
Сөнки романдан бушап булмай, етмәһә
пьеса ла яҙам.


Ләкин
ары алдашыу мөмкин түгел ине, сөнки
повесты килтерергә ваҡыт етте. Был 1988
йылдың йәйе булды. Һәм бөтә эшемде
ташлап, тиҙ арала «Ҡара ҡумта» исемле
мажаралы фантастик повесть яҙып, уны
машинкала баҫып, август башында Зөһрәгә
килтереп тотторҙом. Шулай итеп, Зөһрәнән
ҡотолдом, тип уйлағайным. Әммә яңылышҡанмын
булып сыҡты.


Көҙ
көнө повесть баҫылып сыҡҡас, уҡыусыларҙан
бик күп хаттар килде, балалар әҫәрҙең
дауамын яҙыуҙы талап итә ине. Был осорға
минең үҙемә лә повесть геройҙарының
алдағы яҙмышы ҡыҙыҡлы тойола башланы.
Ьәм мин әҫәрҙең икенсе, үҙемсә, һуңғы
киҫәген яҙҙым.


Тик
ул гәзиттә баҫылып сыҡҡас, тағы ла
күберәк хаттар килде. Зөһрә өндәшмәй
генә уларҙы минең алға килтереп ауҙарҙы.
Һәр хатта, йәнә повестың дауамын яҙыуҙы
үтенәләр ине. Етмәһә «Башҡортостан
пионеры» гәзите үҙенең тәүге битендә,
иң өҫкә ат башындай хәрефтәр менән «Наил
ағай, повесть давай!» тигән саҡырыу-өндәү
баҫып сығарҙы.


Мин
— сибек кеше, ҡаршы тора алманым һәм
шул үтенеүҙәргә бирелеп өсөнсө киҫәген
дә, дүртенсеһен дә, бишенсе-алтынсыһын
да яҙҙым. Һәм «Ҡара ҡумта» «Сит планета
ҡыҙы» исемле мажаралы- фантастик романға
әүерелде. Бөгөн был әҫәр минең иң яратҡан
китаптарымдың береһе. Уны яҙырға этәргән
шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина менән
«Йәншишмә» гәзитенең уҡыусыларына ҙур
рәхмәтлемен.


80-се
йылдар аҙағында, 90-сы йылдар башында
был роман бик популяр ине, ҡайһы мәктәпкә
барһаң да уҡыусылар ул әҫәр хаҡында,
геройҙарҙың артабанғы яҙмышы тураһында
һораша, һаман да дауамын яҙыуҙы үтенә
ине. Хәҙер ул уҡыусылар үҙҙәре ағай-апайҙар
булып китте. Ә бөгөнгө йәш уҡыусылар
был әҫәрҙе бөтөнләй белмәй. Шуға «Сит
планета ҡыҙы»ның яңы быуын балалары
өсөн китап булып сығыуына мин бик
ҡыуанам. Хатта Әмилә, Батыр һәм Хәлиттең
18—20 йәшкә еткәс, тағы осрашыуҙары, төрлө
мажараларға әләгеүе хаҡында повесть
яҙырға ла уйым бар. Барыһы ла һеҙҙән,
уҡыусыларҙан тора. Шундай әҫәр һеҙҙең
өсөн ҡыҙыҡлы булыр инеме?


Хаттар
көтөп: Наил ҒӘЙЕТБАЙ


ҠАРА ҠУМТА


Ун
һигеҙ бала юғалды









Улығыҙҙы
һуңғы тапҡыр ҡасан күрҙегеҙ?







Кисә
төшкө ашты ашаны ла... — Утыҙ йәштәр
тирәһендәге ҡатын, артабан һөйләй
алмай, быуылып иларға тотондо.





Милиция
өлкән лейтенанты, урынынан тороп, ҡатын
янына килде:









Тынысланығыҙ.
Улығыҙҙы табырбыҙ, борсолмағыҙ. Юғалған
балаларҙың ошоғаса табылмай ҡалғаны
юҡ. Уға нисә йәш тиһегеҙ әле?







Ун.
Ун беренсе китте.







Дүртенселә
уҡыймы?







Бишенсегә
күсте.







Тимәк,
— исеме — Хәсән, фамилияһы — Исхаҡов.
Нимә кейгәйне?







Аҡ
футболка, зәңгәр шортик... Аяғында — аҡ
кроссовка...







Ҡиәфәте
ниндәйерәк?







Уртаса
буйлы... Сөм-ҡара сәсле...







Тә-әк...
Хәҙер ҡайтығыҙ. Улығыҙ хаҡында ниндәй
яңы хәбәр ишетһәгеҙ ҙә, беҙгә хәбәр
итегеҙ. Үҙегеҙ тынысланығыҙ. Малайығыҙ
һис шикһеҙ табылыр.





5


Өлкән
лейтенант ҡайғыға ҡалған әсәне ишеккә
тиклем оҙатып ҡуйҙы. Шунан ауыр һуланы
ла урынына барып ултырҙы. Тыштан үҙен
сабыр һәм тәүәккәл тоторға тырышһа ла,
следователь ҡаушап ҡалғайны. Бер көн
эсендә уларҙың кескәй генә ҡалаһында
әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл булды: ун- ун ике
йәштәрҙәге ун һигеҙ бала юҡҡа сыҡты.
Бөтәһе лә ике көн элек кенә ата-әсәләре
менән бер ни булмағандай һөйләшкән,
көлөшкән, ә кисә, ни сәбәптәндер, өйҙәренә
ҡайтмаған. Борсолған ата-әсәләр,
эҙләп-эҙләп тә таба алмағас, төнгә ҡарай
милицияға шылтыратҡан...


Әлбиттә,
бындай ваҡиғалар осраштыра. Ҡалала
айына бер-ике бала юғалып тора. Ләкин
бер көн эсендә, бер юлы ун һигеҙ баланың
ғәйеп булыуы... Бындай хәлдең ҡалала
түгел, республикала осрағаны юҡтыр.
Унан һуң, өйөнә ҡайтмаған малай йәки
ҡыҙҙы тиҙ таба инеләр. Өлкән лейтенанттың
был яҡтан тәжрибәһе бар: малайҙар,
ғәҙәттә, алыҫ илдәрҙе күреү хаҡында
хыяллана. Тимәк, уларҙы вокзал тирәһендә
эҙләргә кәрәк. Әгәр китергә өлгөрһәләр,
киләһе станцияларға хәбәр итеү ҙә етә
— сәйәхәтселәрҙең эҙенә тиҙ төшәләр.
Ә был юлы...


Вокзал
янында иртәнән бирле милиция наряды
дежурҙа тора, сумка күтәргән балаларҙың
кемлеген, ҡайҙа юл тотҡанлығын тикшерә.
Өфөгә тиклем һәр станцияға хәбәр ителгән,
автовокзал күҙәтеү аҫтына алынған. Әммә
көн үтеп бара, ә юғалған ун һигеҙ бала
хаҡында бер генә йылы хәбәр ишетелмәй.


Шуныһы
ғәжәп: әгәр бала өйөнән ҡасыр булһа,
үҙен ике- өс көн алдан сәйерерәк тота
башлай. Йә аҙ һөйләшә, йә әйберҙәрен
сумкаға тултыра. Аҙаҡ следователь
һорашҡас, ата-әсә баланың һуңғы ваҡыт
үҙен ҡайһылайыраҡ тотоуын һөйләп бирә,
һәм бөтәһе лә аңлашыла. Үҫмер юлға күптән
әҙерләнгән. Яҡындары, үҙ эштәре менән
мауығып, быны һиҙмәгән. Э кисә юғалған
ун һигеҙ малай өлкән лейтенантты төрлө
яҡтан аптырауға ҡалдыра. Улар һис тә
мөғжизә артынан китергә йыйынмаған
кеүек. Сөнки үҙҙәрен ғәҙәттәгесә
тотҡандар, ул-был ҡылыҡтары һиҙелмәгән.
Урамға еңел кейем менән сыҡҡандар ҙа
—- юҡ булғандар. Теләһәң теләмәһәң дә,
башҡа, уларҙы урламанылармы икән, тигән
ҡурҡыныс фекер килә. Әммә ун һигеҙ баланы
бер көн эсендә урлау... Кемгә кәрәк был?
Ни өсөн? Борауҙар күп, әммә береһенә лә
яуап юҡ.


Күрәһең,
хәҙер иң тәүҙә башҡа балаларҙың юғалыуына
юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Сара күрмәһәң, белеп
булмай...


Кис
телевидение һәм радио аша ҡала халҡына
ошондай иғлан тапшырҙылар:


«Ҡәҙерле
ата-әсәләр! Кисә беҙҙең ҡалала ун йәштән
алып ун ике йәшкә тиклемге ун һигеҙ бала
юғалды. Мили-


6


ция
уларҙы эҙләй. Был көндәрҙә һеҙҙең һағыраҡ
булы- уығыҙ, балаларығыҙҙы урамға яңғыҙын
сығармауығыҙ һорала. Ҡаланың эске эштәр
бүлеге».


Ике
эҙәрмән









Батыр,
уян әле, уян!





Малай
ҙур тырышлыҡ менән күҙҙәрен асты һәм
тороп ултырҙы. Ни бул^ы икән? Әсәһе эшкә
китешләй уны уятмай торғайны. Йомошо
булһа, өҫтәлдәге дәфтәргә генә яҙып
ҡалдыра ине.









Уян
инде, уян, — тине әсә, улын һелкеткеләп.
— Тор ҙа битеңде йыу. Әйтәһе һүҙем бар.





Әсәһенең
һүҙҙәре малайҙы һағайтты.









Мин
уяндым инде. — Үҙе битен устары менән
ыуғылап алды. — Әйт, нимә?





Әсә
малайының янына ултырҙы:









Яңы
ғына радионан әйттеләр: ике көн элек
ҡалала ун һигеҙ малай юғалған. Барыһына
ла ун-ун ике йәш тирәһе. Юғалмаған,
кемдәрҙер урлаған. Ишетәһеңме? Балаларҙың
бер үҙен урамға сығармаҫҡа ҡушалар.
Миңә эшкә китергә. Бин дә хәҙер минең
менән бараһың...







Унда
нисек ваҡыт уҙғарайым мин? — Батыр
йөҙөн сирҙы. — Өйҙә ултырам, бер ҡайҙа
ла сыҡмайым.







Әгәр
урамға сығып йөрөһәң...







Сыҡмайым,
тием бит.







Ҡара
уны! — тине әсә уҫал тауыш менән. Шунан
бармаҡ янап ҡуйҙы. — Мин белермен һине
нисек өйрәтергә. — Киләһе секундта әсә
туҙған сәсле малайын үҙенә ҡыҫты. —
Батыр... Әгәр һинең менән ул-был булһа...
Мин нимә эшләрмен, белмәйем... Һин бит
минең берҙән-бер йыуанысым!.. Һинән
башҡа бер кемем юҡ. Сыҡма өйҙән, йәме?





—-
Юҡ, тинем бит инде.









Мин
һиҙәм: бандиттарҙың эше был. Бөгөнмө,
иртәгәме уларҙы тоторҙар. Шунан урамда
теләгәнсә йөрөрһөң...







Мин
былай ҙа өйҙә ултырырға йыйына инем.
Китапхананан алған китаптарҙы уҡыйһым
бар.





Батыр,
урынынан тороп, аш бүлмәһенә үтте. Был
минутта уның башында төрлө уйҙар ҡайнаша
ине. Ниңә урлағандар? Кемдәр юғалған?
Кисә төнгә ҡарай Хәсәндең әсәһе, улымды
күрмәнеңме, тип шылтырата ине. Һаман да
ҡайтмағанмы икән? Ҡайтмаһа, ул да
юғалғанмы? Әсәһе киткәс тә, белешергә
кәрәк.


Батыр
бит-ҡулын йыуҙы ла тыныс, ғәмһеҙ ҡиәфәт
менән ашарға ултырҙы. Йәнәһе, ул бер
ҡайҙа ла ҡабаланмай, бөгөн көнө буйы
өйҙә ултырырға йыйына.


7


Быны
күреп, әсә тынысланды. Шулай ҙа иҫкәртеү
һүҙҙәрен тағы бер ҡабатлап сыҡты һәм
эшенә йүгерҙе. Батыр уның ҡаршылағы
майҙан аша үткәнен тәҙрәнән ҡарап торҙо.
Шунан телефонға үрелде. Яңы ғына ишеткән
хәбәр малайға тынғы бирмәй ине. Иң тәүҙә
дуҫы Хәлит менән һөйләшеп алырға кәрәк.
Тегеһе оҙаҡ ҡына телефонға килмәй торҙо.
Күрәһең, ата-әсәһе эшкә киткән, ә был
һаман йоҡо һимертә. Биш минуттай ваҡыт
үткәс кенә, Хәлит трубканы алды.


Батыр,
һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙмайынса, хәлде аңлатып
бирҙе. Хәҙер үк кинотеатр янында
осрашалар, шунан... Тик Хәлит йоҡо аралаш
бер ни ҙә төшөнә алманы.









Ниндәй
ун һигеҙ малай? Ҡайҙа булған улар?







Урлағандар
уларҙы, аңлайһыңмы, урлағандар! Беҙ
уларҙы табырға тейешбеҙ.







Кем
урлаған? Ниңә?







Уныһы
билдәһеҙ. Кем урлағанын белһәләр,
барырҙар ҙа табырҙар ине.







Э
беҙ нисек белербеҙ?







һин
миңә ярҙам итергә теләйһеңме, юҡмы? —
Батырҙың йәне көйә башланы. Шул тиклем
аңғыра булыр икән!







Теләйем
дә ул...







Теләгәс,
хәҙер үк кинотеатр алдында осрашабыҙ.
Шунда һөйләшербеҙ!





Бына
нәҙек оҙон буйлы, ҡуңыр сәсле Батыр
кинотеатр ҡаршыһында тора. Ул түҙемһеҙләнеп
тирә-яғына ҡаранып ала. Ғүмер буйы ығыш
булды инде ошо Хәлит. Әллә йыуантыҡ
кәүҙәһен етеҙ генә алып йөрөй алмай,
әллә үҙе ялҡау. Ул бер ваҡытта ла Батырҙың
тәҡдименә ҡуш ҡуллап риза булмай. Тәүҙә
төпсөнөргә тотона: «Ниңә? Ни өсөн? »


Фекерен
уға аңлата торғас, Батырҙың теләге
һүрелә башлай.


Әммә
бөгөн Батыр кире уйларға йыйынмай. Ун
һигеҙ баланың юғалыуы уйын эш түгел. Ни
ҙә булһа хәл итергә тейеш улар. Милиция
ғына булдыра алмаҫ. Батырҙың башында
бер идея тыуып тора. Әгәр шиге дөрөҫләнһә,
Батыр балаларҙың бөтәһен дә табасаҡ...


Бына
майҙандың теге башында Хәлит күренде.
Йәшел трико, һары футболка кейгән
йыуантыҡ малай был яҡҡа ашыҡмай ғына
атлай. Әйтерһең, кисен һауа һуларға
сыҡҡан. Батыр түҙмәне, үҙе уға ҡаршы
атланы.









Ниңә
оҙаҡлайһың? — тине ул дуҫына, килеп
етер- етмәҫтән.







Бер
аҙ ҡапҡылап алдым.







Бында
ашығыс эштәр көтә, ә ул... Ярай. Хәҙер
Хәсән-





8


дәргә
барабыҙ. Әгәр ул да юғалған икән... Ул
саҡта табыуы ҡыйын түгел.









Ҡайҙан
табырһың?







Мин
кисә Хәсәнде күргәйнем.







Туҡта
әле! Ул да юғалғанмы ни?







Ысынлап
та! — Батыр усы менән маңлайына һуғып
алды. Уның был хәрәкәтендә, хатта, Хәсән
өйҙә генә булмаһа ярар ине, тигән хәүеф
тә бар ине шикелле.





Малайҙар,
майҙанды арҡыры киҫеп, ҡаршылағы бейек
ҡатлы өйҙәрҙең араһына инеп китте. Күп
тә үтмәй, улар Хәсәндәрҙең ишеген шаҡый
ине инде.


Малайҙың
әсәһе малайҙарға ҡайғылы күҙҙәре менән
ҡараны ла илап ебәрҙе.









Хәсәнебеҙ
юғалды бит, Батыр. Кисә ҡайтманы. Дуҫығыҙ
юғалды. Ун һигеҙ бала... Нимә уйларға ла
белмәйбеҙ...







Тәзкирә
апай, һеҙ борсолмағыҙ. Беҙ табабыҙ уны.
— Батыр ошо минутта әсә кешегә балаһын
юғалтыуҙың оло ҡайғы икәнлеген аңлағандай
булды. Ҡапыл үҙенең әсәһе иҫенә төштө.
Моғайын, ул, эшенә барып еткәс, өйгә
шылтыратҡандыр. Э телефон яуап
бирмәгәндер... Шунан әсәһе... Ярай, былай
уйлай башлаһаң, өйҙән дә сығырға ярамай.
Ә бында, ана, дуҫы юғалған. Әсәһе ҡайғыра.
Эйе, Хәсәнде бер нәмәгә ҡарамай табырға
кәрәк.







Ҡайҙан
табаһың һин уны? — Тәзкирә апайҙың
күҙендә өмөт сатҡылары күренде.





Был
туралағы уйҙарын Батыр сисеп торманы,
яурындарын ғына һелкетте:









Эҙләйбеҙ.
Бына Хәлит менән.







Ул
бандиттар бөгөн дә... Баҡ ҡына булығыҙ
инде, Батыр. Ана, радионан да балаларҙы
яңғыҙ сығармаҫҡа ҡуштылар.







Беҙ
бит икәү.







Икәү
булһағыҙ ҙа... Кеше булмаған ерҙә
йөрөмәгеҙ...





Урамға
сыҡҡас. Батыр үҙенең планын Хәлиткә
асып


һалды.









Кисә
китапханаға китеп барғанда Хәсәнде
тап иттем. Ҡулына ҡармаҡтар тотоп
алғайны. Мине үҙе менән саҡырғайны ла,
баш тарттым... Туҡта! Шул саҡ беҙҙең янға
Әнүәр килде... Улар икәүләшеп китте
балыҡҡа. Беләһеңме, ҡайҙа барабыҙ, тип
һөйләште улар? Төйәләҫ ҡаяһына.







Хәҙер
шунда китәбеҙме?







Тәүҙә
Әнүәрҙәргә шылтыратабыҙ. Әгәр ул да
юғалһа...







Юғалған,
— тине Хәлит тыныс тауыш менән.







Ҡайҙан
беләһең?







Кисә
төндә атаһы беҙгә шылтыратты.







Улай
булғас, ниңә өндәшмәйһең?





9









Өндәштем
бит.







Алданыраҡ
әйтергә булмай инеме ни?







Һин
бит һораманың.





Хәл
иттең бер ҡатлы фекер йөрөтөүенә асыуы
килһә лә, Батыр был хаҡта һүҙ ҡуйыртып
торманы.









Ярай.
Тимәк, улар икеһе лә юғалған. Был нимә
тигән һүҙ инде? Улар ҡая тирәһендә,
тигән һүҙ был, Хәлит иптәш. Хәҙер шунда
барабыҙ һәм...







Эгәр
унда беҙҙе лә... — Хәлит фекерен әйтеп
бөтөрмәне.







Нимә?







Уларҙы
бит ниндәйҙер бандиттар урлаған.
Радионан шулай тигәндәр. Балаларға
яңғыҙ йөрөргә ҡушмағандар.







Ул
бит балаларға. Бин баламы?







Ну...
ун бер йәш ул...







Ун
бер йәш ул — егет тигән һүҙ. Миңә әсәйем
гел шулай ти.







Улайға
ҡалһа, Хәсән менән Әнүәр ҙә егет. Ә
уларҙы барыбер урлағандар.







Улар
урланырын белмәгән. Ә беҙ беләбеҙ. Шуға
һаҡ буласаҡбыҙ...







Белһәк
тә...







Һин
нимә, шөрләйһеңме?







Юҡ
та ул...







Улайһа,
дуҫтарыңды ҡотҡарырға теләмәйһең.
Уларға ҡурҡыныс янай. Ә һин бында...







Милиция
эҙләй бит.







Милиция
уларҙың ҡайҙа киткәнлеген белмәй.







Әйтәйек
һуң.







Әгәр
эҙләшергә теләмәйһең икән... Мин бер
үҙем дә...







Теләйем
дә... Тик...







Теләгәс,
һөйләнмә. Киттек. Ваҡытты ғына әрәм
итәбеҙ.





Батыр
шулай тине лә ашығып алға атланы. Йыуантыҡ
Хәлит, саҡ ҡына икеләнеп торғандан һуң,
ҡыҫҡа аяҡтары менән йыш-йыш баҫып, уға
эйәрҙе...


Ҡара
ҡумта йәки оло сер


Әмиләнең
Ер планетаһына килеүенә ике көн үтеп
тә китте. Ул кисә үк эргәлә генә ятҡан
ҡалаға сығып әйләнергә булғайны ла,
атаһы рөхсәт итмәне. Беренсенән, Ерҙәге
балаларҙыҡы кеүек кейем тегергә кәрәк.
Урҙан нисек килгән шулай сыға алмай бит
инде Ер ҡалаһына. Икенсенән, ял итеп
алырға ҡушты атаһы. Сөнки Урҙан Ергә
тиклем илле парсек араны ярты көн эсендә
үтһәләр ҙә, ор-


ганизм
оло тиҙлекте ауыр кисерә. Психик
ауырыуҙарға бирелмәҫ өсөн, инструкция
буйынса, осоштан һуң бер тәүлек ял итергә
кәрәк. Әммә был инструкция өлкәндәр
өсөн генә яҙылғандыр. Әмилә, мәҫәлән,
бер сәғәттән һуң үҙен һәр ваҡыттағыса
шат һәм еңел итеп тоя ине инде.


Атаһы
эшләгән Ер планетаһына барырға теләүен
уҡыу йылының башында уҡ белдерткәйне
Әмилә. Уға шунда уҡ Ер шарында уларҙың
станцияһы ултырған урындағы телде
өйрәнергә ҡуштылар. Атаһы «Башҡорт
теле» дәреслеге ебәрҙе. Әммә ҡыҙ, төрлө
сәбәптәр арҡаһында, дөрөҫөрәге, үҙенең
ялҡаулығына баш була алмайынса, китапты
байтаҡ ҡына ваҡыт асып та ҡараманы.
Фәҡәт уҡыу йылының аҙағы яҡынлаша
башлағас ҡына, үҙенең Ергә барырға
теләүен иҫенә төшөрҙө һәм дәреслектәргә
ныҡлап йәбеште. Үҙенә ҡалһа, бөгөн
башҡорт телен һыу кеүек эсә төҫлө.
Станцияға килгәс тә, атаһы уның башҡортса
һөйләшеүен тыңлап ҡараны ла серле
йылмайҙы, шунан:


— Түҙерлек,
— тип ҡуйҙы.


Атаһының
һүҙе бер, ә бына Ер ҡалаһына сығып, ундағы
кешеләр менән башҡортса һөйләшеп ҡарау
— икенсе нәмә, әлбиттә.


Ҡайтҡас,
ялды нисек үткәреүҙәре хаҡында инша
яҙырҙар. Әмиләнең яҙмалары башҡорт
балалары менән аралашыу, уларҙың
ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнеү тураһында булыр.
Телде яҡшы белеүе арҡаһында бындағы
кешеләргә үҙенең алыҫ Ур планетаһынан
икәнлеген һиҙҙермәүен яҙыр. Күрше
ҡаланан, тигәйнем, барыһы ла ышанды,
тиер.


Бына
кейемдәр әҙер. Әммә ул арала ҡалала төн
еткән. Тимәк, таң атыуын көтөргә кәрәк,
Әмилә станция буйлап йөрөргә тотондо.
Шуныһы хөрт: бында хәҙер бер кем дә
ҡалмаған тиерлек. Станция хеҙмәткәрҙәренең
барыһы ла Ерҙә тикшеренеүҙәр алып бара,
фәҡәт ике көндән генә ҡайталар. Шуға
танышып, һөйләшеп китер кеше юҡ. Төрлө
ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарыусы роботтарҙы
иҫәпкә алмағанда, станцияла Әмиләнең
атаһы — станцияның етәксеһе Лайон һәм
транспорт карабын йөрөтөүселәр Дукаш
менән Баро ғына ҡалған.


Ҡыҙ
улай-былай уралды ла йәнә карап янына
китте. Ярты тәүлеккә һуҙылған осош
осоронда ҡыҙ йыһансылар менән яҡшылап
танышырға өлгөргәйне. Дөрөҫөрәге, Дукаш
исемле ҡарт менән дуҫлашып китте Әмилә.
Баро тигән егет күберәк осош менән
етәкселек итте, шуға уның Әмилә менән
әңгәмәләшергә ваҡыты ла булманы.


Бәләкәс
кәүҙәле, йөҙөн йыйырсыҡ баҫҡан Дукаш
һүҙсән генә ҡарт булып сыҡты. Ул Әмиләнең
йыһан һәм Ер планетаһы хаҡындағы
һорауҙарына ялыҡмай яуап бирҙе, ә ҡыҙ
карап менән ҡыҙыҡһына башлағас, уны үҙе
менән


11


алып
йөрөп, һәр бүлектең нимә өсөн тәғәйенләнгәнен
һөйләп сыҡты. Фәҡәт караптың ҡойроҡ
өлөшөндә ултырған ҡара ҡумтаның ғына
нимә икәнлеген асыҡ ҡына итеп әйтә
алманы.


Ул
ҡумтаны Эмилә осраҡлы ғына күреп ҡалды.
Ярты тәүлек осто улар Ергә тиклем, һәм
ярты тәүле^ буйы караптың ҡойроҡ өлөшө
бикле булды.


Осош
ваҡытында уҡ ҡыҙ:









Ә
унда нимә? — тип һорағайны, ҡарт:







Уны
һиңә белергә ярамай, — тип йылмайҙы.
Бына бөгөн станцияла эш юҡлыҡтан аптырап
йөрөгән Эмилә йәнә карап янына килеп
сыҡты. Уның эсенә инһә, бер кем күренмәй.
Ошо урында ҡыҙ ҡойроҡ бүлексәһенә
илтеүсе ишектең асыҡ икәнлеген күреп
ҡалды. Эмилә, әлбиттә, оҙаҡ уйлап
тормайынса, шунда атланы һәм ишек
төбөндә Дукашҡа тап булды. Ҡарт, Әмиләне
күргәс, ҡаушап ҡалғандай итте, үҙе,
бүлексәнең эсен күрһәтмәҫкә теләгәндәй
ишеккә арҡыры торҙо:







Нимә
эшләп йөрөйһөң бында?





Әммә
Эмилә Дукаш артындағы бүлмәгә һынсыл
ҡараш ташларға өлгөргәйне инде. Унда
ҙур ҡара ҡумтанан башҡа бер ни ҙә юҡ.


Сөм-ҡара
төҫтәге был йәшник ҡыҙҙа оло ҡыҙыҡһыныу
уятты. Ерҙәге үлсәм менән әйткәндә,
ҡумтаның бейеклеге- киңлеге икешәр,
оҙонлоғо дүрт метр самаһы булыр.









Был
ниндәй ҡумта? — тип һораны Эмилә.





Дукаш
яуап бирергә әҙерләнде лә, икенсе нәмәне
иҫенә төшөргән кеүек, һүҙҙе ситкә бороп
алып китте. Шунан Эмилә үҙе лә ҡара ҡумта
хаҡында онотто. Байтаҡ ҡына ваҡыт үткәс,
ҡыҙ ҡарттың теге серле һауыт тураһында
бер ни ҙә әйтмәүен хәтерләне. Эмилә,
уңайын табып, Дукаштан ул хаҡта йәнә
һораны. Ҡарттың сырыш баҫҡан йөҙө
уҫаллана төштө.









Бик
күп һорау бирәһең, — тине ул ҡырт ҡына.
— Минең һөйләшеп торорға ваҡытым юҡ.







һеҙ
шуны ғына әйтегеҙ: уның эсендә нимә
бар? Мин башҡа һорау бирмәм.







Эсендәме?
Уның эсендә бер ни ҙә юҡ.







Улайһа,
ниңә бикләп тотаһығыҙ?







Күп
белһәң, тиҙ ҡартайырһың, — тиеү менән
генә сикләнде Дукаш.





Эмилә,
үпкәләгәнен аңлатып, ирендәрен бүлтәйтте.









Һеҙ
мине бәләкәйгә һанайһығыҙ. Ә мин күп
нәмәне аңлайым. Беҙ хатта йыһан
караптарының төҙөлөшөн өйрәнәбеҙ. Әгәр
әйтһәгеҙ...







Юҡ,
әйтмәйем. — Ошо ерҙә Дукаштың йөҙөндә
йылмайыу әҫәре барлыҡҡа килде. — Был
— оло сер. Оло сер-





ҙең
нимә икәнлеген беләһеңме? — тине ул,
«оло» һүҙенә баҫым яһап.









Юҡ,
белмәйем. — Әмилә дөрөҫөн әйтте.







Оло
серме? Оло сер күңелдә генә һаҡлана.
Уны бер генә кеше белә. Иң күбе өс кеше.
Ә башҡа бер кемгә лә әйтмәйҙәр. Ошоғаса
был ҡумта хаҡында станцияла мин һәм
Баро ғына белә инек.







Э
атайым? — тип һораны Әмилә. Сөнки станция
етәксеһе өсөн билдәһеҙ нәмә юҡтыр кеүек
ине ҡыҙға.







Хатта
атайың да белмәй. Бына шулай була ул
оло сер. Хәҙер уның хаҡында һин белдең.
Инструкция буйынса... Был серҙе белгән
һәр яңы кешене...







Нимә
эшләтәләр? Үлтерәләрме?







Шулайыраҡ,
— тип йылмайҙы ҡарт. — Тик серҙе һаҡлай
белмәгәндәргә генә ҡағыла был. Минеңсә,
һин — ышаныслы ҡыҙыҡай. Быны күҙҙәреңдән
күрәм. Шулай бит?







Шулай,
— тине Әмилә. — Тик һеҙ миңә ҡумтаның
эсендә нимә барлығын әйтмәнегеҙ. Ьеҙ
уны ике планета араһында ниңә алып
йөрөйһөгөҙ?







Мин
бөтәһен дә әйтә алмайым. — Дукаш
етдиләнде. — Ваҡыты еткәс, барыһын да
аңларһың. Хәҙергә шуны бел: был ҡумта
беҙҙең Урҙағы күп кешеләргә һаулыҡ,
йәшлек һәм оҙон ғүмер алып ҡайтасаҡ.
Аңланыңмы?







Аңланым,
— тине ҡыҙ, ҡарттың сәйер һүҙҙәренә
төшөнөп етмәһә лә. Хәйер, уның башында
был мәл икен- серәк уйҙар ҡайнаша ине.
Әмилә, ошо йәшенә етеп, бер ҡасан да ҙур
эштәр, оло серҙәр менән бәйле булманы.
Ә был хаҡта күпме хыялланды ул. Мәҫәлән,
уларҙың планетаһына ҙур ҡурҡыныс янай
икән, ти. Шул мәл Әмилә үҙенең ғүмерен
ҡорбан итеп, планетаны ҡотҡарып алып
ҡала. Йәки бына Ур планетаһының иң оло
серен уға ышанып тапшырғандар. Көтмәгәндә
Әмилә дошмандар ҡулына эләгә. Тегеләр
ҡыҙҙан серҙе әйттерергә итәләр, ә Әмилә
өндәшмәй. Шулай итеп, үҙҙәренең планетаһын
һәләкәттән ҡотҡара. Был турала ҡыҙ йыш
хыяллана. Шундайыраҡ серҙе уға Дукаш
бүләк итмәксе. Әлбиттә, Әмилә был ҡара
ҡумта хаҡында бер кемгә лә әйтмәйәсәк.







Һеҙ
борсолмағыҙ, — тине ул ҡартҡа. — Мин
сер һаҡлай беләм. Хатта ошондай Оло
серҙе күптән үҙемдә йәшереп тотҡом
килә ине. Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт. Ҡара
ҡумта хаҡында бер кем дә белмәҫ.







Хатта
атайың да, — тине Дукаш.







Хатта
атайым да, — тип ҡабатланы ҡыҙ.







Бында
ҡыҫҡа ғына ритуал да бар. Ант тип атала
ул.







Мин
ант бирергә әҙер.







Әгәр
Оло серҙе берәйһенә әйтһәм... Ҡабатла.





13









Әгәр
оло серҙе берәйһенә әйтһәм...
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 02
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов