Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 10

Общее количество слов 3504
Общее количество уникальных слов составляет 1550
37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
ишеткәс, һаҡалтай санитарға боролдо.
Тегеһе урынынан ырғып торҙо:









Ниңә
алдашаһың? Ул бит һинең ҡыҙың!







Түгел.







Нисек
түгел? Ул кисә генә һине эҙләп больницаға
килде... Ярай... — Санитар Әмиләгә боролдо.
— Ҡыҙым, исемең нисек әле һинең?







Әмилә.





Был
һүҙҙәрҙән һуң Лайондың ҡаштары һораулы
күтәрелде, ә санитар ҡыуанысынан урынында
өйөрөлөп китте:









Ишеттеңме?
Ул һинең кеүек алдаҡсы түгел! Молодец,





103


һеңлем!
Һинән һәйбәт кеше сығасаҡ!.. Тимәк, был
һинең атайың, эйе бит?









Юҡ,
— тине Эмилә көтмәгәндә.







Нимә?
— Санитарҙың һөмөрө ҡойолдо. — Ниңә
юҡты һөйләйһең? Һин бит уның ҡыҙы!







Мин
уның ҡыҙы түгел, — тине Әмилә аптйграған
тауыш менән.







һуң
исемең Әмилә бит!







Урҙа
Әмилә исемле ҡыҙҙар күп!





Санитар
аңлайышһыҙ телдә ниҙер мығырлап алды,
шунан һаҡалтайға боролдо:









Мин
ышанмайым! Улар алдаша! һаҡалтай,
урынынан тороп, Әмилә янына килде:







Әмилә,
ярай, мин ышандым: һин уның ҡыҙы түгел.
Тик аңлат әле: бында нисек килеп эләктең?







Минме?..
Мин әхирәтемә килгәйнем. Ул ошо йортта
йәшәй. Шунан ошо ағай, — Әмилә санитарға
күрһәтте, — мине үтеп китте лә ишек
янында өндәште: «Ур беҙҙеке булыр!» Шул
мәл ишек асылды, ул эскә инеп китте.
Миңә был ҡыҙыҡ тойолдо. Үҙем дә аңламайым,
ниңәлер шул һүҙҙәрҙе ҡабатланым да,
килеп индем. Аҙаҡ, ҡурҡып, шкафҡа
йәшендем.





Санитар
менән һаҡалтай бер-береһенә ҡарашты.
Улар Әмиләнең һүҙҙәренә ышанырға ла,
ышанмаҫҡа ла белмәне. Бер ҡараһаң, ҡыҙ
дөрөҫтө һөйләй кеүек, әммә сәйер урындары
ла уғата күп... Исеме — Әмилә; бында килеп
ингән; йәшенеп маташҡан. Былар осраҡлымы?
Әллә Лайон менән Әмилә хәйлә ҡорамы?









Ярай,
— тине бер аҙҙан һаҡалтай. — Тимәк, һин
әхирәтеңә килдең инде? Ниндәй фатирҙа
тора ул? Исеме нисек?





Әмилә
ҡапыл юғалып ҡалды. Ул был һорауҙы
көтмәгәйне. Әмилә, ҡабаланып, бергә
уҡыған ҡыҙҙарын күҙе алдынан үткәрҙе
— кемеһен әйтергә? Ҡайһыныһы ошо тирәлә
тора? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның бер әхирәте
лә был өйҙә йәшәмәй шул...


—-
Нара, — тине бер аҙҙан Әмилә. — Алтынсы
секторҙа, өсөнсө рәттә тора. Фатирҙары
ун икенсе... — Моғайын, тикшереп тормаҫтар
әле.


Ҡараһаҡал
санитарға боролдо:









Хәҙер
былай эшләйбеҙ. Һин тиҙ генә больницаға
барып кил. Тоҙаҡҡа берәйһе эләкмәгәнме?
Ә мин был ҡыҙ менән Нара янына инеп
сығам.





Ошо
һүҙҙәрҙән һуң санитар тиҙ генә сығып
китте. Бер аҙҙан һаҡалтай ҙа, Әмиләнең
беләгенән эләктереп, ишеккә йүнәлде.


Батыр
ашыға...


Ҡапыл
карауаттың шығырлауы ишетелде. Батыр,
һағайып, ҡорған артына һыйынды. Хәҙер
бөтәһе лә хәл ителәсәк! Йә был ир малайҙы
эләктерә, йә булмаһа...


Батыр
ҡулындағы ағасты яҡшылабыраҡ тотто.
Әгәр ошо тирәгә килеп сыҡһа, елкә төбөнә
ҡундырасаҡ!.. Ныҡ һуғырға ғына ярамай —
йән биреп ҡуйыуы бар. Иҫтән яҙһа, еткән...
Шунан был тоҙаҡтан ҡотолоу яғын ҡарар
ине.


Бына
теге кеше ахылдай-ухылдай тороп баҫты.
Танау аҫтынан мығырлап ниҙер һөйләнеп
алды.


Малайҙың
йөрәге тамағы төбөндә тибә. Уның өсөн
һәр секунд бер йыл кеүек оҙаҡҡа һуҙыла,
һәр секунд көтөлмәгән ҡурҡыныстар менән
янай. Хәҙер ишек асылып китер ҙә санитар
килеп инер кеүек. Йә иһә был ирҙең иҫен
китергәнсә һуғырға көсө етмәҫтәй
тойола...


Иҙән
шығырланы. Аяҡ тауыштары шаршауға
яҡынлаша башланы!..


Ҡурҡма,
Батыр!.. Ышан үҙ-үҙеңә!.. Тыныслан!., һин
бит көслө малай!..


Ир
шаршау янына килеп етте... Бер ҡулы менән
уны ҡайырып асты һәм алъяҡҡа атланы...


Киләһе
секундта Батыр ныҡ һелтәнеп тегенең
соңҡаһына ҡундырҙы. Ир «ыһ» тине лә
сүгәләп төштө, шунан иҙәнгә һуҙылып
ятты. Батыр, быны мин эшләнемме тигәндәй,
уға ҡурҡҡан күҙҙәре менән текәлеп ҡатты.
Ҡапыл теге ир ырғып торор ҙа уға йәбешер
кеүек.


Әммә
секундтар, йөрәк дарҫлауына ҡушылып,
үтә торҙо, ә ир иҙәндә һуҙылып ятыуын
белде.


Батыр,
бар ҡыйыулығын йыйып, ир янына килде.
Шунан эйелеп тегенең пульсын ҡапшаны.
Йөрәге тибә! Тере! Малай еңел һулап
ҡуйҙы. Үлтерә һуғып ҡуйыуҙан ҡурҡҡайны.
Дошман булһа ла йәл бит...


Батыр
йүгереп бүлмәгә инде. Ҡапыл мөйөштәге
ишек күҙенә ташланды. Унда нимә? Кешеләр
бармы икән? Ул ипләп кенә ишекте тартып
ҡараны. Асылмай. Тимәк, унда бер кем дә
юҡ! Малай йәнә алъяҡҡа сыҡты. Ир ята...
Бәлки, ишекте асып булыр, тигән өмөтө
бар. Тик уның тырнаҡ менән дә йәбешерлек
урыны күренмәй. Тимәк, бынан сығып
булмай. Батыр бүлмәгә инде. Берҙән-бер
юл — тәҙрә! Икенсе ҡат! Бәлки, ырғырға
ла төшөргәлер? Бигерәк бейек икән шул.
Ергә тиклем ун метр самаһы булыр.


Туҡта!
Әгәр простыняларҙы бер-береһенә бәйләһә?
Батыр шатлығынан саҡ ҡысҡырып ебәрмәне!
Бында алты простыня бар икән! Етә! Тиҙерәк
тәҙрәне асырға! Һиҙенә Батыр: хәҙер
килеп етәсәк һаҡалтай менән санитар!
Нисек тә өлгөрөргә! Тик тәҙрәләре генә
һис тә Ерҙәге кеүек түгел — се-


105


рен
ҡапыл ғына аңлауы ауыр. Батыр, аптырағас,
иҙәндә ултырған гергә оҡшаған ауыр ғына
тимер менән тәҙрәнең өлгөһөнә килтереп
һуҡты ла шаҡ ҡатты. Теге тимер киҫәге,
резинаға бәрелгәндәй ҡаҡлығып, кире
яҡҡа ырғыны, хатта саҡ-саҡ Батырҙың
башына теймәне. Бына һиңә кәрәкһә!
Быларҙың тәҙрәһен ярып булмаймы икһн
ни! Батыр, ситкәрәк тороп, тәҙрәгә йәнә
тимер менән һуҡты. Шул уҡ хәл ҡабатланды...
Ярылмай!


Малай
тәҙрәнең йоҙағын борғосларға кереште...
Юҡ, асылмай! Нимә эшләргә! Тотолоуы
ошомо? Эгәр ул да эләкһә быларҙың ҡулына,
Лайонды, Эмиләне кем ҡотҡарыр?


Ҡапыл
Батырҙың күҙенә стеналағы пульт салынды.
Ап- тырауынан ни эшләргә белмәгән малай,
йүгереп барып шуның кнопкаларына
баҫырға, тумблерҙарын борғосларға
тотондо. Үҙе менән бер-бер хәл булыр тип
тә ҡурҡманы. Сөнки уның өсөн ошо тотҡондан
да хәүефлерәк нәмә юҡ ине был минутта.


Тәүәккәллек
үҙенекен итә шул. Ьуңғы кнопкаға баҫыуға,
көтмәгәндә мөйөштәге ишек асылып китте.
Малай шатланып та, ҡурҡып та ишеккә
атылды. Берәйһе килеп инһә... Юҡ, һис кем
күренмәй. Батыр алға атланы һәм тиҙҙән,
асыҡ торған ике ишекте үткәндән һуң,
больницаның үҙәк коридорына килеп
сыҡты. Ана — баҫҡыстар! Ул ҡотолдо! Ул
йәнә иректә! Тик хәҙер ни эшләргә? Ҡайҙа
йүгерергә? Эмиләне нисек табырға?


Һорау
алыу


Санитар
менән һаҡалтай Эмиләнең алдашыуына тиҙ
төшөндө. Ун икенсе фатирҙа ҡыҙҙың бер
ниндәй ҙә әхирәте йәшәмәй ине. Тимәк,
санитарҙың артынан күҙәтеп килгән, „
шулай итеп атаһының эҙенә төшөргә
уйлаған.


Санитар
менән һаҡалтай һорау алыуға күстеләр.
Оҙаҡҡа һуҙып торорға ваҡыт юҡ. Мойостан
килгән отрядтар күптән инде Ур тирәләй
өйөрөлә, уларға «ишектең» асҡысын ғына
бирергә кәрәк.


— Ҡыҙыңдың
ғүмере һинең ҡулда, — тине һаҡалтай
Лайонға. — Үҙеңде ҡайғыртмаһаң, уны
уйла.


Лайон
өндәшмәне. Хәҙер, Эмилә минең ҡыҙым
түгел, тип ҡырталашыу файҙаһыҙ. Санитар
менән һаҡалтай барыһын да аңланы. Ни
эшләргә тейеш һуң Лайон? Күрә тороп
Эмиләне өҙгөсләргә бирә алмай. Нисек
тә уны ҡотҡарырға кәрәк. Ләкин Урҙың
серен сисергә лә хаҡы юҡ уның! Планетаны
һаҡларға, бында бер сит кешене үткәрмәҫкә
ант итте бит ул!


Лайондың
күҙҙәрендәге яфаланыуҙы күреп ҡыуанды
һаҡалтай. Тимәк, ғәмһеҙ булып ҡыланған
етәксене ҡалтыратыу сараһы табылды.
Хәҙер уны саҡ ҡына нығыраҡ һелкетергә
генә кәрәк. Һәм кәрәкле мәғлүмәттәр
үҙенән-үҙе ҡойола башлар!


Һаҡалтай
санитарға Әмиләне индерергә ҡушты.









Һин
хәҙер нисек итеп Урға үтеп инергә
икәнлеген әйтәһең, йә булмаһа... —
Һаҡалтай ҡыҙҙы елтерәтеп Ла- йон янына
килтерҙе.





Әмилә,
ҡулының ауыртыуына түҙә алмайынса, илап
ебәрҙе. Лайондың сикә мускулдары
ҡалтыранды, ул күҙҙәрен йомдо...


Ошо
ерҙә Эмилә телгә килде:









һеҙ
— бандиттар! Йыртҡыстар! Тик ҡыуанмағыҙ!
һеҙҙең бында икәнлегегеҙҙе беләләр!







Кем
белә? — тип һағайҙы санитар.







Минең
менән булған малай!







Малай?
Ул ҡайҙан белһен?







Ул
беҙҙең юғалыуыбыҙ хаҡында әйтәсәк! —
тип ҡысҡырҙы ҡыҙ асыуына түҙә алмайынса.
— Һеҙҙе барыбер табасаҡтар! Табасаҡтар!..





Ҡыҙға
ышанып етмәһәләр ҙә, уның һүҙҙәре
һаҡалтай менән санитарҙың күңеленә шом
һалды. Улар ҡыҙ менән уның атаһы аңламаған
телдә үҙ-ара һөйләшеп алдылар. Лайондың
телен тиҙ генә сисеп булмаҫ. Ул арала
малайҙың әллә нимәләр эшләп ташлауы
бар. Һорау алыу менән бергә уны тотоу
сараһын да күрергә кәрәк. Ул күп булһа,
шул больница тирәһендә уралалыр. Бәлки,
тоҙаҡҡа ла эләккәндер әле!


Тиҙҙән
санитар больницаның икенсе ҡатына
күтәрелә ине инде.


Палата
эсендәге күренеш уны шаҡ ҡатырҙы. Лайон
урынына ҡалған кешеләре алъяҡта иҫһеҙ
ята. Тимәк, бында кемдер бар! Санитар,
сүгә биреп, стенаға һыйынды, ҡуйынынан
лазер пистолеты килтереп сығарҙы. Тик
шылт иткән дә тауыш ишетелмәй. Ул һаҡ
ҡына эскә атланы... Бәй, бында бер кем дә
юҡ та баһа! Э нисек сығып киткән ул?
Паролде белмәй... Туҡта! Ә төптәге ишек?..
Ул бит асыҡ! Санитар шунда ташланды.
Бына нәмә хаҡында онотҡандар! Теге әҙәм
бит пульттағы кнопкаларҙы төрткөсләп
кенә асҡан да ҡуйған ошо ишекте! Хәҙер
ни эшләргә?


Санитар,
аптырағас, арғы ишектәрҙе лә барып
тикшерҙе. Улары ла шар асыҡ ине... Тимәк,
сығып киткән! Их, асыҡ ауыҙҙар! Ҡулға
үҙенән-үҙе килеп ингән әҙәмде ысҡын-
дырҙылар бит! Теге малай йөрөнөмө икән
бында? Әгәр ул булһа, барыһын да аңланы,
әлбиттә! Хәҙер ярҙам саҡырырға йүгергән,
әлбиттә! Тиҙерәк бынан юғалырға кәрәк!


107


Санитар,
иҫһеҙ ятҡан дуҫы хаҡында онотоп, кире
яҡҡа сапты... Ул ҡайтып ингәндә, һаҡалтай
ҡыҙҙан һорау ала ине. Санитар уға хәлде
һөйләп бирҙе. Теге бер аҙ өндәшмәй
ултырҙы, шунан йәнә Эмиләгә боролдо:









Һин
ҡурҡма беҙҙән, — тине ул, ҡыҙҙы
тынысландырырға тырышып. — Ултыр...
Беҙҙең һиңә бер Һорауыбыҙ бар... Кисә
һиңә эйәреп йөрөгән малайҙың исеме
нисек әле?







Әйтмәйем!
— тине ҡыҙ.







Ярай,
әйтмә... Кәрәкмәй... — Шунан элемтә аша
махсус камераны йүнәтеүселәр менән
һөйләшеп алды. — Ҡасан әҙер була?..
Иртәгә? Шәберәк ҡыланығыҙ! Ситуация
бик ҡурҡыныс! Эйе, беҙҙе тотоуҙары бар!
— Һаҡалтай йәнә ҡыҙға ҡараны. — Ә ҡайҙа
йәшәй ул малай?





Әмилә
ҡабаланып уйланы. Ни тиергә? Әгәр дөрөҫөн
әйтһә? Ул саҡта ни тиерҙәр икән? Ысынлап
та шулай итергә! Ваҡытты һуҙырға!..









Уның
йәшәгән урыны бик алыҫ!







Ҡайҙа?







Ҡояш
системаһындағы Ер тигән планетаны
беләһегеҙме?







Нимә?
— Һаҡалтай менән санитар бер-береһенә
ҡарашып алды. — Ул малай шунан,
тимәксеһеңме?







Эйе.







Э
бында нисек килеп эләккән?





Әмилә
Батырҙың яҙмышын ҡыҫҡаса ғына һөйләп
бирҙе. Тегеләр ышанырға ла, ышанмаҫҡа
ла белмәй ине. Шунан Батыр тураһында
төрлө һорауҙар бирергә керештеләр.
Шулай итеп Әмилә, малай тураһында дөрөҫөн
әйтеп, төп маҡсатына өлгәште — бандиттарҙың
иғтибарын ситкә йүнәлтте. Әммә тегеләр
үҙҙәрен тиҙ генә ҡулға алып, Батырҙың
бөгөн ҡайҙа икәнлеге хаҡында һорашырға
тотондолар... Әмилә быны әйтергә теләмәне.
Санитар менән һаҡалтай кәңәшләшеп алды.
Сит планетанан Эмиләгә „ эйәреп килгән
малай ҡайҙа йәшәһен инде? Әлбиттә, Ла-
йондарҙа!


Күп
тә үтмәне, санитар Батырҙы эҙләп Әмиләнең
өйөнә табан юлға сыҡты, ә һаҡалтай ҡыҙ
янына ашыҡты. Етер! Нисек тә телдәрен
сисергә кәрәк быларҙың!


Батырҙың
батырлығы


Батырға
палатаға инеп киткән санитарҙы оҙаҡ
көтөргә тура килмәне. Ул «һә» тигәнсә
малай үткән юлдан йәнә коридорға килеп
сыҡты һәм кирегә ташланды. Тегендә иҫһеҙ
ятҡан дуҫы хаҡында уйлап та тормауы
ғәжәпләндерҙе Батырҙы... Бар уйы уны
тотоумы икән ни? Улай тиһәң, арты-


на
ла әйләнеп ҡарамай. Ашығыуы шул тинлемдер,
күрәһең... Хәҙер нисек тә күҙенә
салынмаҫҡа!..


Батыр
уның артынан, Әмилә өйрәткәнсә, ике
кешелек кабинаға ултырып килде. Бандит
барған машинаның туҡтағанын күргәс,
аппаратын әкренәйтте... Ана, ул кабинанан
ҡабаланып сыҡты ла, тирә-яғына ҡаранып
алғас, ситкә атланы... Тиҙерәк! Иң мөһиме
уны күҙҙән яҙлыҡтырмаҫҡа! Батыр килеп
етте... Тегенең аяҡ тауыштары өҫкә
күтәрелә... Ниндәйҙер ишек янында туҡталды
шикелле. Их, яҡыныраҡ барып, ҡайҙа инеп
киткәнен күрергә ине! Тик ярамай, күреп
ҡалыуы бар!..


Малай,
бар иғтибарын йыйып, тыңлай башланы...
Тынлыҡ!.. Ҡайҙа булды? Инеп тә киттеме?
Малай өҫкә ташланды. Бында ишектәр!..
Ҡайһыһының артында ул? Көрәклеһен тапты
ла икән, ти... Унда нисек инергә? Ул,
моғайын, пароль менән асылалыр... Малай,
ни эшләргә белмәйенсә, улай-былай
йүгергеләне. Туҡта! Стенаға башҡортса
һүҙҙәр яҙылып ҡуйылған түгелме?


«Батыр!
Бандиттар 18-се фатирҙа. Пароль: Ур беҙҙеке
булыр. Әмилә».


Батыр
шаҡ ҡатты. Тимәк, Әмилә бында! Ул тотолған!
Хәҙер ул да инеү менән бандиттарҙың
ҡулына эләкмәҫме?


Малай
ашығып уйланды... Юҡ, ҡабаланырға ярамай!
Тегеләрҙең сығып китеүен көтөргә
кәрәк!.. Үҙе шулай уйлай, әммә йөрәге
түҙемһеҙләнеп тибә, «тиҙерәк тә тиҙерәк»
тип малайҙы ҡыуалай. Әйтерһең, хәҙер
барып инһә генә теләгенә өлгәшә алыр,
ә инде оҙаҡҡа һуҙып торһа, бәхетен
ҡулынан ысҡындырыр. Айҙар кеүек тойолған
бер-нисә секунд үтте... Ары көтөргә
малайҙың сыҙамлығы етмәне. Ул ун һигеҙенсе
фатирға яҡынлашты:


— Ур
беҙҙеке булыр!


Ишек
тауышһыҙ ғына асылды. Батыр, мөмкин
тиклем һаҡ баҫып, эскә атланы. Бына уның
артында ишек ябылды. Инде артҡа юл юҡ.
Ул ошонда йә уңышҡа өлгәшә, йә булмаһа...


Малай
эскә ҡолаҡ һалды. Ҡайҙандыр мөңгөрләп
һөйләшкән тауыш ишетелә. Был — санитар.
Уға кемдер яуап бирҙе. Ошо ерҙә малайҙың
йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы! Әми- ләнең
тауышы бит! Тапты, тапты уны! Батыр
шатлығынан саҡ-саҡ бүлмәгә атылып барып
инмәне. Ярамай! Улай итһә, тотола бит!


Ни
эшләргә? Ҡотҡара алырмы ҡыҙҙы? Уның
янында ике ир кеше бар! Исмаһам, берәү
булһа... Ул саҡта... Ул саҡта ни эшләр
ине?.. Туҡта! Кемеһелер был яҡҡа килә
түгелме? Эйе шул! Аяҡ тауыштары рәхимһеҙ
рәүештә яҡынлаша! Тотола хәҙер! Ҡайҙа
йәшенергә? Малай алан-


109


йол
ан ҡаранды. Бына — шкаф! Ишеге асыла!
Батыр күп уйлап тормай шуның эсенә
сумды.


Киләһе
секундта кемеһелер алъяҡҡа инде. Сығырға
бара түгелме? Малай шкафтың ишегенә
ҡолағын терәне. Паролде ишетергә кәрәк!









Урға
юл асыҡ! V





Тиҙҙән
алъяҡта тынлыҡ урынлашты. Күрәһең, теге
әҙәм


сығып
китте.


«Урға
юл асыҡ!» Бынан сығыу өсөн пароль! Тимәк,
Батыр ҡотолоу юлын белә! Хәҙер нисек
тә...


Батыр
алға атланы һәм оҙон ғына коридорға
килеп инде. Бында ике ишек бар. Һаҡалтай
менән Әмиләнең тауышы арғыһынан
ишетелә... Э быныһында кеше-фәлән юҡмы
икән? Бәлки, улар күмәктер... Батыр ҡолаҡ
һалды... Былай хәүефләнерлек нәмә
ишетелмәй... Малай әкрен генә ишекте
этте. Уныһы тауышһыҙ ғына асыла башланы...


Батыр
терт итеп ҡалды. Эстә кеше бар! Кемдер
карауатта ята! Тәүҙә малай ҡурҡышынан
ситкә тайпылды, йөрәге дарҫлап тибергә
кереште. Әммә бер аҙҙан тыныслана төштө,
кире ишек ярығына яҡынлашты...


Эйе,
унда кемдер ята. Туҡта, уның аяҡ-ҡулы
бәйле түгелме һуң? Кем ул? Ниңә бындай
хәлдә? Дошманымдың дошманы — миңә дуҫ!
Тимәк... Малайҙың күңеленә йылы йүгерҙе.
Ул күҙен ҡыҫа биреп йәнә алға текәлде.
Һәм ҡыуанысынан саҡ ҡысҡырып ебәрмәне!
Карауатта бәйле ятҡан кеше Лайон бит!
Бына ҡайҙа икән ул! Хәҙер үк сисергә
уның ҡул-аяғын, ҡотҡарырға! Туҡта!
Ашығырға ярамай... Бүлмәлә унан башҡа
кеше күренмәйме? Былай ул-был һиҙелмәй...
Малай, һаҡ ҡына ишекте киңерәк асты,
башын тығып, эскә күҙ йүгертте. Бер кем
дә юҡ!..


Батыр,
тауыш сығармаҫҡа тырышып, карауат янына
килде...


Шул
мәлдә Лайондың аптырауын күрһәгеҙ икән!
Ул Батырҙы шунда уҡ таныны, әлбиттә. Ер
аҫтындағы станцияға ике тапҡыр килеп
инеп оло хәүеф тыуҙырған малайҙы онота
буламы ни Лайон?! Ләкин нисек итеп йөҙ
ҙә илле пар- сек алыҫлыҡтағы Ер планетаһында
йәшәгән малай бында килеп инде? Ошоға
төшөнә алмай Лайон! Был бит әкиәт,
фантазия! Тормошта булырҙай хәл түгел!


Ер
кешеләре осоп килгәндер, тиер ине, улар
әле бындай алыҫлыҡҡа осорҙай караптар
төҙөй белмәй. Икенсенән, Урға инеү юлы
ябыҡ, бында тырнаҡ осондай әйбер ҙә үтә
алмай. Әммә шуға ҡарамай Ер малайы Батыр
уның карауаты янында йылмайып ҡарап
тора! Бәлки, был Батырға ғына оҡшаған
малайҙыр?


Лайон
башҡортса өндәште:









Һин
кем?







Батыр.
Мине оноттоғоҙмо ни?







Юҡ,
— тине Лайон. — Тик һин нисек...







Аҙаҡ
аңлатырмын. — Батыр ашығып Лайондың
бәйләнгән аяҡ-ҡулын сисергә кереште.
— Бер бандит китте. Бында икенсеһе генә
ҡалды... Ул Эмилә янында...





Лайон
аяҡ үрә баҫҡас та. Батырҙы күкрәгенә
ҡыҫып, рәхмәтен белдерҙе. Шунан,
тауышланмаҫҡа тырышып, ишеккә йүнәлде.
Малай уға эйәрҙе...


Ана
һаҡалтай менән Эмиләнең тауыштары
килгән бүлмә...


Лайон
ишек ярығынан эскә күҙ һалды, һаҡалтай
уға ҡабырғаһы менән тора... Саҡ ҡына
көтөргә кәрәк... Бәлки, арҡаһы менән
боролор... Юҡ, киреһенсә, ул ишеккә ҡара-
быраҡ торҙо... Ара ла алыҫ ҡына шул. Лайон
барып етергә өлгөрә алмаҫ, теге пистолетын
сығарыр...


Сәғәттәр
кеүек оҙон тойолған секундтар үтте.
Былай көтөп тороуы ла хәүефле. Башҡа
бандиттарҙың килеп инеүе бар... Ни
эшләргә?..


Лайондың
борсолоуын Батыр ҙа һиҙенде. Бына ул
Ла- йонды күрше бүлмәгә саҡырҙы...


Тиҙҙән
малай һаҡалтай менән Әмилә торған
бүлмәнең ишеген шар асып ебәрҙе... Уны
күргәс, бандит шаҡ ҡатты, ярты секундтай
ни әйтергә белмәй торҙо. Малай ҙа бик
аптыраған булып ҡыланды. Шунан ишекте
шарт япты ла кире яҡҡа ташланды. Бандит
уның артынан төштө. Әммә уға күп йүгерергә
тура килмәне. Коридорға сығыу менән,
Лайондың аяғына эләгеп, һөрлөгөп барып
төштө. Киләһе секундта ҡыҙҙың атаһы
уның ҡулдарын артҡа шаҡарҙы...


Лайон
борсола


Беҙ
ҡапсыҡта ятмай. Бына кешеләрҙең артынан
күҙәтеүсе робот-компьютерҙар Батырҙың
эҙенә төштө. Улар, Урҙа иҫәптә тормаған
йәнә бер кеше бар, ул һис шикһеҙ сит
планетанан булырға тейеш, тип хәбәр
һалды. Был планетала оло шау-шыу ҡуптарҙы.
Яңы ғына Мойостан килгән бандиттарҙы
тотоп, еңел тын алғайнылар, йәнә кемдер
Урға үтеп ингән! Бәлки быныһы ла
Мойостандыр. Ул саҡта был әҙәмгә ни
кәрәклеге аңлашыла. Тиҙерәк тоторға
үҙен! Һәм Батырҙы эҙләүгә Оло Кәңәшмә
ағзалары күп көс ташланы...


Быны
ишеткәс, Лайонға Батырҙы ныҡ ҡына
йәшерергә тура килде. Уны хәҙер бөтөнләй
тиерлек урамға сығармайҙар... Ярай әле
ашханала Эмиләнең хәйләкәрлеге арҡаһында
малайға ашарға алырға була... Ләкин ары
ни эшләрҙәр? Батырҙың планетала йәшәүенә
айҙан ашып киткәс,


111


был
хаҡта һүҙ ҡуҙғатыуы уғата ауыр. Сөнки
тиҫтәләгән һорауҙар килеп тыуасаҡ.
Нисек эләккән бында? Ҡайһылай итеп һәм
ҡайҙа йәшәгән? Кемдәр ярҙам иткән?..
Бының өсөн Лайонға хөкөм ҡаты буласаҡ.
Инструкцияны боҙған! Тимәк, уға башҡаса
бер ҡасан да эш бирмәйәсәктәр! Астан да
үлмәйәсәк ул, яланғас та булмаясаҡ.
Барлығы эшһеҙ ҡаласаҡ, ә был Ур кешеһе
өсөн иң ҡаты яза/ Нисек итеп, бер ни
башҡармайынса, ашап-эсеп кенә йәшәмәк
кәрәк? Юҡ, нисек тә бер кемгә лә һиҙҙермәй
генә малайҙы Ергә оҙатыу сараһын күрергә
кәрәк... Ҡайҙан килеп сыҡты ул бында?
Әммә төптән уйлаһаң, Батыр йәшенеп кенә
Урға килмәһә, теге бандиттар менән
булған ваҡиғаның нисек бөтөрө билдәһеҙ
булыр ине. Малай ҡотҡарҙы бит Лайон
менән Әмиләне. Бәлки, уларҙы ғына түгел,
бөтә планетанылыр... Шуға ла Батыр Лайонға
уғата яҡын. Улы кеүек күрә уны. Бигерәк
ихлас, асыҡ күңелле малай. Етмәһә, тома
етем... Ергә ҡайтып та ни ҡыуаныс күрер
тиһең? Үҙенә Лайон менән Әмилә кеүек
яҡын кешеләр табырмы ул алыҫ планетала?..
Ҡыҙ менән малайҙың дуҫлашып китеүҙәрен
күрһәң... Бер-береһенән ҡыҫҡа ваҡытҡа
ла айырыла алмайҙар... Батыр инде күптән
Урҙағы рәсми телде өйрәнеп алған. Уға
тәүге көндәрҙә үк Әмилә өйрәткән. Малай
йоҡлаған саҡта уның мейеһенә телдең
бөтә ҡағиҙәләрен һеңдергән...


Кис
өсәүләшеп ултырһалар, китә һүҙ, китә
хәбәр... Лайон менән Әмилә Ур хаҡында
һөйләй, малайҙың теленән Ер планетаһы,
тыуған Башҡортостаны, Сибай ҡалаһы
төшмәй... Әгәр нимәлер аңлашылмай икән,
Әмилә иртәгәһенә үк малайға шул хаҡта
кино килтереп күрһәтә... Батыр өсөн Урҙа
ғәжәпләнерлек нәмәләр уғата күп. Барыһын
да төшөндөрөргә тырышалар. Фәҡәт һуңғы
фәнни асыштар хаҡында ғына Лайон Батырға
һөйләмәҫкә тырыша. Малай Ергә ҡайтһа,
ошо хаҡта кемгәлер әйтер... Был Ер
цивилизацияһын яһалма рәүештә алға
тартыу булыр...


Бер
көнө Батыр ҡыҙыҡ ҡына һорау бирҙе:









Ә
ни өсөн Мойос планетаһында йәшәүселәр
шулай уҫал?





Лайон
аңлатып бирҙе:









Улар
ҙа беҙҙең кеүек Ерҙәге тормошҡа ҡарағанда
күпкә алға киткәндәр. Әммә бик һуғышсан,
агрессив халыҡ. Үҙ-ара ла һыйыша алмайҙар.
Мойоста туҡтауһыҙ һуғыш, талаш бара.
Ул ғына ла түгел, сит планеталарға һөжүм
итәләр. Ниңә шундай холоҡло һуң улар?
Бөтә бәлә Мойос кешеләренең рухи
ярлылығында. Улар, ниндәйҙер бер кимәлдә
фәҡәт фән, экономика һәм техника
тураһында уйлап, культуранан, рухи
аҙыҡтарҙан баш тартҡандар. Уларҙың
кешеләре фәҡәт байлыҡҡа мөкиббән
киткәндәр.





Шул
арҡала унда туҡтауһыҙ талаш, һуғыш һәм
ҡан ҡойош...


Бына
шулай көндәр үтә торҙо.


Урамға
сыға алмағас, Батыр бөтөнләй бойоға
башланы. Ул, йыш ҡына тәҙрәгә ҡарап,
уйланып тора. Быны күреп, Эмилә бигерәк
ныҡ ҡайғыра. Малайға төрлө мауыҡтырғыс
уйындар таба, әммә Батыр аҙға ғына улар
менән ҡыҙыҡһынған кеүек була ла йәнә
моңһоулыҡҡа бирелә.


Малайҙың
хәле Лайонды бигерәк ныҡ борсой. Ни өсөн
тиһәң, яңыраҡ Урҙа яһалған бер асыш уны
ауыр уйҙарға һалды.


Быға
тиклем планетала күп кенә йәш егет менән
ҡыҙҙарҙың аҡылдан шашыуы хаҡында
әйтелгәйне бит. Был сәйер ауырыуҙың
оҙаҡ ҡына сәбәбенә төшөнә алмайынса
ыҙаланылар. Күптән түгел бер ғалим шуның
серен асҡан.


Инде
бер нисә быуат буйы Урҙа бөтә халыҡ бер
телдә һөйләшә, бер культураға инана.
Бөтәһе лә бер-береһен аңлай, һәр кемдең
рухи ынтылышы башҡаларға аңлайышлы.
Был бик уңайлы. Әммә теге ғалим яһаған
асыш ҡот осҡос...


Баҡһаң,
аҡылдан шашыусы йәштәрҙең ата-бабалары
бер нисә быуат элек хәҙерге рәсми телдә
түгел, ә башҡа телдә һөйләшкән, башҡа
йырҙар йырлаған, ғөмүмән икенсе культураға
табынған. Был иһә, меңәр йыл быуынға
күсә килеп, шул халыҡтың холоҡ-фиғеленә,
булмышына һеңгән. Һәм бына ул тел, ул
культура бөтөрөлгән, бар халыҡтар бер
телгә, бер культураға күскән. Ҡасандыр
икенсе телдә һөйләшкән кешеләрҙең
ейәндәре күңелендә, дөрөҫөрәге, гендарында
ошо арҡала эмоциональ көсөргәнеш тыуған.
Был ауырыуҙан ҡотолоу өсөн онотолған
телдәрҙе, культураны киренән терелтергә
кәрәк, ти ғалим. Был берҙән-бер юл икән...
Хәҙерге мәлдә Урҙың Оло Кәңәше ошо хаҡта
фараз итә... Э Лайонды Батыр борсой.
Малайҙы әллә Урҙа ҡалдырырға ла ҡуйырғамы
икән, тип уйлай башлағайны Лайон. Әммә
теге ғалимдың асышы Әмиләнең атаһын
уйға һалды. Батыр менән Урҙа бер ни ҙә
булмаҫ. Ә бына уның ейәндәре, башҡорт
телен, башҡорт моңон, культураһын
юҡһынып, аҡылдан шаша башлар. Тимәк,
Батыр һис шикһеҙ үҙ планетаһына ҡайтырға
тейеш. Быны нисек эшләргә? Караптар Ергә
осоп тора, әлбиттә.


Һағыш


Ошо
минутта Батырҙың иң яҡын дуҫы Хәлит ни
эшләй икән? Ул бит үҙенең Ер аҫты
станцияһында булыуын онот- то. Тимәк,
Батырҙың ҡайҙа икәнлеген белмәй. Нимә
уйлай


113


икән?
Ул ғына түгел, бөтә халыҡ аптырайҙыр
инде. Әсәһе үлгәйне, малайы ла юҡҡа
сыҡты... Ошо хаҡтағы уйҙар малайҙың
башынан сыҡмай. Эш унда ла түгел. Батырҙың
Ергә ҡайтып, үҙҙәренең өйөн, мәктәбен,
класын күргеһе килә. Был тойғо ниндәйҙер
бер ауырыуға оҡшаған, күңелде һыҙлатып
тик тора. Малайға бында бөтә нәмә бит,
сәйер шул... Аҙыҡтарын ғына алайыҡ. Ул
тоҙһоҙ, тәмһеҙ... Тоҙҙоң ни икәнлеген дә
белмәйҙәр. Үткәндә Батыр аңлатҡас, Әмилә
белешмәнән тапты: баҡһаң, Урҙа ла ҡасандыр
тоҙ булған. Уның зарарлы икәнлеген
белгәс, аҙыҡты тоҙламай ашай башлағандар.
Тәүҙәрәк ашамлыҡтарҙың һыу кеүек
булыуына ҡарамай ашай ине, һуңғы осор
майһыҙ, тоҙһоҙ ашты ауыҙына ла ҡаба
алмай башланы. Ауыҙына алдымы, уҡшырға
тотона.


Бындай
хәл Лайон менән Әмиләне оло борсоуға
һалды. Ҡыҙ көсләп тиерлек Батырҙы
ашатырға маташып та ҡараны, тик уның
тырышлығы юҡҡа китте, ни эшләргә лә
белмәне. Врач-робот саҡырырҙар ине,
шунда уҡ Батырҙың Ур кешеһе түгеллеген
һиҙәсәктәр. Был хәлдән ҡотолоу юлы
ҡайҙа? Батыр күҙгә күренеп ябыға
башланы...


Лайон
белә: эш тоҙһоҙ, майһыҙ ризыҡта ғына
түгел. Кәрәкһә, майын да, тоҙон да табырға
булыр ине. Төп сәбәп шунда: Батыр тыуған
планетаһын һағына... Уны, бер нимәгә
ҡарамай, ҡайтарырға кәрәк. Тик быны
нисек эшләргә? Теге саҡта Лайон менән
Ерҙә булған кешеләрҙең барыһы ла икенсе
урында эшләй — сит планетаға осоусыларҙы
йыл һайын тулыһынса алмаштыралар. Шуға
ла хәҙер Лайон Ергә караптарҙы кемдәрҙең
осорғанын белмәй, унда барып ҡыҙыҡһынып
йөрөргә лә хаҡы юҡ...


Шулай
итеп һуңғы осор Батыр Урҙа үҫкән бер
ағастың һутын ғына эсә. Теге бик әсе,
малайҙың күңеленә ятып тора. Әмилә уны
ауыҙ итте лә төкөрөнә башланы:


— Нисек
әсәһең?


Әсәһе
бешергән бәлештең тәме килә ошо һуттан
— быны белмәй шул Әмилә. Ә ҡоймаҡтары
ниндәй тәмле була торғайны! Ошоларҙы
уйлаһа, әсәһе күҙ алдына килә һәм күҙенә
йәштәр эркелә. Башҡаса бер ҡасан да
күрмәҫме икән ни әсәһен?.. Хәйер, әсәһен
генә түгел... Ә ниңә шундай төшөнкөлөккә
бирелә әле ул? Тоторға ла ҡайтырға
Ергә!.. Урҙа һәйбәт, әммә үҙҙәрендә
барыбер яҡшыраҡ- тыр... Эйе, ҡайтырға
кәрәк Ергә. Шунһыҙ булмай. Йәшәй алмаясаҡ
Батыр ғүмер буйы бында. Ер үлсәме менән
бер ай ғына үтте, шул арала, ул үҙенең
ҡалаһын, класын, дуҫтарын үлә яҙып
һағынды... Ергә ҡайтып төшһә, уны әсәһе
ҡаршы алыр кеүек. Улай булмаясағын яҡшы
аңлай малай, шулай ҙа ниндәйҙер эске
тауыш күңелде эстән генә туҡып тик тора:









Ҡайт
Ергә, Батыр, ҡайт, һинең әсәйең тере. Ул
һине көтә...





Төшөндә
лә күрҙе Батыр әсәһен. Имеш, ул ҡулын
һуҙып ҡаршы килә:









Улым,
һин ҡайҙа юғалдың? Мин бит тере. Миңә
һинһеҙ бик ауыр. Ҡайт, улым, ҡайт. Мин
һине көтәм...





Уянғас
та Батыр оҙаҡ ҡына тыныслана алмай ятты.
Эйе, ҡайтырға тейеш ул... Бында Эмилә
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 11
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов