Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 20

Общее количество слов 3297
Общее количество уникальных слов составляет 1348
41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
мөйөштәге магазинда көтөгөҙ! — Шунан
ҡыҙ менән малайҙың арҡаһынан ситкә
этте. — Тиҙ! Китегеҙ!





Күп
тә үтмәй ишек асылып китте. Унда шаҡмаҡ
кепка кейгән баш күренде. Батыр менән
Әмилә, ары ни булырын көтөп тормайынса,
ашығып ситкә атланы. Әммә тегеләрҙең
үҙ-ара һөйләшеүе уларға асыҡ ишетелде:









Кемдәр
улар? — тип һораны ишекгән күренгән
«баш».







Ә-ә,
бала-сағалар, — тине «һалам эшләпә»
ғәмһеҙ генә тауыш менән. — Салауат
кинотеатрын эҙләп йөрөйҙәр.







Ниңә
уны бында эҙләйҙәр?







Ситтән
килгән балалар, аҙашҡандар. Әйҙә. Ишектең
ябылғаны ишетелде. Батыр шунда уҡ артына
әйләнеп ҡараны. Инде һырахана янында
бер кем дә юҡ ине.





МАГАЗИН
ЯНЫНДА


Батыр
менән ҡыҙ туҡталып ҡалды.









Улар
Хәлитте тотҡан! — тине Әмилә ҡурҡҡан
тауыш менән.







Ҡайҙан
беләһең? — Батырҙың күңелендә лә шундай
шик тыуҙы. Тик быны ул үҙенә лә һиҙҙерергә
ҡурҡып бара ине. Әгәр хәҙер Әмилә
Хәлиттең тотолоуы хаҡында юҡ-бар
дәлилдәр килтерһә, уны юҡҡа сығара,
шулай итеп, Хәлиттең иректә икәнлеген
иҫбат итә.







Тотолмаһа,
эшләпәле ир уның исемен белмәҫ ине.
Икенсенән, һеҙ ҙә тотолоп ҡуймағыҙ,
тигән кеүек, беҙҙе тиҙерәк ҡыуып ебәрҙе.





Батыр
бер ни өндәшмәне. Сөнки үҙе лә тап ҡыҙ
әйткәнсә уйлай ине.









Ә
был ир кем икән? — тип һораны ҡыҙ. —
Ниңә ул беҙҙең тотолоуҙы теләмәй?







Күрәһең,
тегеләрҙең береһе, — тине Батыр үҙ
алдына һөйләнгән кеүек. — Тик улар
кеүек йәшәргә теләмәй.







Бәлки,
ул беҙҙе тоҙаҡҡа эләктерергә итәлер?
— тип хәүефләнде ҡыҙ.







Бәлки,
шулайҙыр, — тип килеште малай.





Икеһе
лә уйға ҡалды. Хәҙер ни эшләргә? Әгәр
Хәлит тотолған икән, «Ҡарсыға» ошо
тирәлә булырға тейеш. Малай уны эҙләп
тоҙаҡҡа эләккәндер. Күрәһең, әлегә
мөйөштәге магазинға инеп эшләпәле ирҙе
көтөүҙән башҡа сара юҡ. Ул юҡҡа ғына:
«Мине көтөгөҙ», — тимәгәндер. Тимәк,
ниҙер әйтергә итә. Тоҙаҡ ҡороуҙары ла
ихтимал. Шулай ҙа һаҡ булырға кәрәк.
Осрашыу урынына икеһенең береһе генә
барыр, ә икенсеһе ситтән йәшенеп ҡарап
торор. Әгәр был тоҙаҡ икән, исмаһам,
икеһенең береһе генә эләгер...


Былай
һөйләштеләр. Хәҙер Батыр шул магазинға
бара, ә Әмилә күпмелер ваҡыт ситтә йөрөп
килә. Сөнки уға бер урында оҙаҡ торорға
ярамай, юғиһә «һә» тигәнсә Йыуан менән
Һонторҙоң тырнағына эләгәсәк. Хәҙер,
исмаһам, ҡыҙ уларҙы ваҡытлыса булһа ла
ситкә алып китер. Ун биш минут һайын
Әмилә магазин янына урап килер...


Мөйөшкә
етәрәк Батыр ағастар араһына инде һәм
кеше күрмәҫтәй ергә сүкәйеп ултырҙы.
Бынан магазинға илтеүсе






8

*

19



тротуар
ҙа, магазинға инеп сығыусылар ҙа, уның
эсе лә ап- асыҡ күренә. Эгәр «һалам
эшләпә» үҙенә эйәртеп ярҙамсыларын
алып килһә, улар малайҙың күҙенә шунда
уҡ ташланасак.


Күпмелер
ваҡыт үтте. Бына урам осонда Әмилә
күренде. Тимәк, Батырҙың йәшенеп
ултырыуына ун биш минут тирәһе булған.
Ҡапыл малай урынынан ырғып торғанлығын
да һиҙмәй ҡалды. Сөнки ул Эмиләгә ҡаршы
килгән Йыуан менән Һонторҙо күрҙе. Ҡыҙ
бер ни белмәйенсә ашығып атлай. Уларҙың
аралары күҙгә күренеп яҡыная. Тағы ла
бер минуттан Эмилә үҙен эҙәрләүселәрҙең
ҡосағына барып инәсәк!


Батыр
ағастар араһынан Эмиләгә табан йүгерҙе.
Тиҙерәк! Ҡыҙҙың тапҡырына еткәс, урам
аша сыға ла уны туҡтата! Ағастар йүгерергә
ҡамасаулай. Малай 'тротуарға сыҡты. Ошо
тирәнән Эмилә килгән яҡҡа үтергә кәрәк.
Юл тулы машина! Батыр, оҙаҡ уйлап
тормайынса, алға ташланды. Сыйылдап
киткән тормоз тауышы ҡолағына салынды.
Әммә был ваҡытта малай урамдың икенсе
яғына сығып, ағастар аша ырғый-ырғый,
Эмиләгә табан оса ине. Үҙенә табан
йәнтәслимгә йүгереп килеүсе Батырҙы
күргәс, ҡыҙҙың күҙҙәре ҙурайып асылды.









Эмилә!
— Батыр ҡыҙҙың ҡулынан эләктереп алды.
— Тиҙ бул! Унда Йыуан менән Һонтор!





Яҡын-тирәләге
кешеләрҙе шаҡ ҡатырып, улар ағас араһына
сумды. Йыуан менән Һонтор күрергә
өлгөрҙөмө уларҙы? Ни генә булһа ла, хәҙер
бында ҡалыу хәүефле.


Батыр
менән Эмилә ағас араһынан байтаҡ ҡына
йүгерҙе. Тегеләрҙе яңылыштырыу өсөн
бер йүнәлештә баралар-бара- лар ҙа, ҡапыл
уң яҡҡа тарталар, шунан һулға боролалар.
Инде магазиндан арыу ғына алыҫлаштылар,
буғай.









Хәҙер
мин йәнә магазин янына барам, — тине
Батыр. — Беҙгә «Һалам эшләпә»не күрергә
кәрәк бит. Һин бында ҡалаһың. Әммә тик
ултырмайһың. Анау тирәнән урап киләһең.
Егерме минуттан ошо урында осрашабыҙ.





Батыр
магазинға табан атланы. Уның күңеле
тыныс -түгел. Малай үҙе өсөн һис тә
борсолмай. Үҙенең теләһә ниндәй ауырлыҡтан
да ҡотола алырына ышана. Тик Әмилә менән
генә берәй хәл булып ҡуймаһын инде. Ул
саҡта... Әмиләһеҙ уға был донъяла йәшәүҙең
йәме ҡалмаясаҡ...


Магазинға
етәрәк Батыр һағая төштө. Беренсенән,
Йыуан менән һонторға тотолмаҫҡа ине,
икенсенән, «Һалам эшләпә»не алдан
күрергә кәрәк. Эгәр яңғыҙ булмаһа, уның
менән осрашмау хәйерле.


Ул-был
күренмәй шикелле. Малай магазинға
яҡынлашып, тәҙрә аша эскә күҙ һалды.


Ҡапыл
кемдер Батырҙың яурынына ҡулын һалды.
Малай ҡырҡа артына әйләнде. Уның ике
яғында Йыуан менән Һонтор баҫып тора
ине...


ҺАЛАМ
ЭШЛӘПӘЛЕ ИР


Батыр
менән осрашырға һөйләшкән урынға Әмилә
инде ике тапҡыр килеп китте. Әммә малайҙы
тап итә алманы. Әкренләп ҡыҙҙың күңеленә
хәүеф инеп ҡунаҡланы. Батыр ҡайҙа? Ниңә
осрашаһы урынға килмәй? Тотолдомо? Әгәр
малай тегеләрҙең тырнағына эләкһә, ул
ни эшләр? Әмилә бит был ҡалала бер кемде
лә белмәй. Төнөн йоҡлар урыны ла, тамаҡ
ялғар өсөн бер тин аҡсаһы ла юҡ... Юҡ,
Батыр тотолорға тейеш түгел! Ул бит
шундай тәүәккәл, сос малай. Иң ҡурҡыныс
хәлдә лә һис ҡасан юғалып ҡалмай. Тик
ниңә һуң осрашаһы урынға килмәй?.. Әллә
магазин эргәһенә барып урарғамы? Эйе,
шунһыҙ Әмилә бер ни белә алмаҫ.
Тәүәккәлләргә кәрәк.


Ҡыҙ
саҡ ҡына бара ла, туҡтап, тирә-яғына
ҡаранып ала. Әлегә ул-был һиҙелмәй. Ана
теге магазин күренде. Әмилә, мөмкин
тиклем һаҡ булырға тырышып, уға яҡынлашты.
Урамда ҡурҡырлыҡ нәмә юҡ. «Һалам эшләпә»
эстә көтөп тормаймы икән? Әмилә саҡ ҡына
икеләнде лә магазинға инде. Бында
«Эшләпә» лә, Батыр ҙа күренмәй. Ҡыҙ
ашығып урамға сыҡты. Бөтә бәлә шунда:
уға бер урында оҙаҡ туҡталып тороу
хәүефле. Йыуан менән Һонторҙоң ҡулына
эләккәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың.


Әмилә
тирә-яғына ҡаранды. Бер кем дә юҡ. Ни
эшләргә? Китергәме, әллә тағы бер аҙ
көтөргәме? Башына бер йүнле уй килмәй.
Көтмәгәндә Йыуан менән Һонтор килеп
сығыр тип ҡурҡыу башҡа нәмә хаҡында
уйларға бирмәй.


Әмилә
ағастар араһына инде. Иң яҡшыһы —
тирә-йүнде ошонан күҙәтеү булыр...


Ләкин
ҡыҙға йәшенеп оҙаҡ ултырырға тура
килмәне. Ҡапыл уның күҙенә мөйөштән
килеп сыҡҡан «һалам эшләпә» салынды.


Әмилә
һағайҙы. Яңғыҙы, буғай. Бик һаҡ кидә,
тирә- яғына ҡаранып ала. Бына магазинға
етте, тәҙрә аша эскә күҙ һалды, әммә
ишеккә боролманы, бер ни булмағандай
үтеп китте.


Ҡыҙ
ҡаушаны. Ни эшләргә? Ҡыуып етергәме?
Әллә сығып күренмәҫкәме? Ләкин эшләпәле
ир юғалһа, Әмилә ер менән күк араһында
аҫылынып ҡаласаҡ. Бәлки «Һалам эшләпә»
менән осрашҡандан һуң ниҙер асыҡланыр,
ары ни эшләргә кәрәклеген белер, исмаһам,
ҡыҙ.


Әмилә
йәшенгән урынынан сыҡты ла йүгерҙе.
Ҡапыл «Һалам эшләпә» артына әйләнеп
ҡараны. Ул шунда уҡ Әмиләне шәйләне.
Бына ҡыҙ ирҙең янына килеп етте.









Иптәш
малайың ҡайҙа? — «Һалам эшләпә» Әмиләне
өй ышығына тартты.







Улмы?
— Ҡыҙ был кеше алдында тулыһынса асылып





бармаҫҡа
ҡарар итте. — Ул бынан алыҫ түгел. Ә һеҙ
Хәлиттең ҡайҙа икәнлеген беләһегеҙме?









Беләм,
тиерлек, — тип аңлайышһыҙ яуап бирҙе
ир, борсоулы ҡиәфәт менән тирә-яғына
ҡаранып.







Нисек?
— «Эшләпә»нең һүҙҙәре ҡыҙҙы хәүефкә
һалды. — Хәлит тереме, юҡмы? ,







Ана
шул-шул, — тине ир. — Белмәйем. Уны
үлтереү- ҙәре лә бар.





Ҡыҙҙың
тәне өшөп китте. Эмилә был һүҙҙәргә
ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Бынан
ике сәғәт элек кенә аэропортта күргән
Хәлиттең ошо минутта үлек икәнлеген ул
күҙ алдына ла килтерә алмай.









Ниңә
эҙләй ул «Ҡарсыға»ны? Ьеҙ ҙә уның менән
бергәме?







Ниндәй
«Ҡарсыға»? — тип һораны Әмилә. — Мин
бер нәмә лә белмәйем. Беҙгә Хәлитте
табырға кәрәк. Әйтегеҙ, ул ҡайҙа?





«Балам
эшләпә»нең күҙҙәре асыулы йылтыраны.









Мин
һеҙҙе иҫкәртәм. Соҡсонмағыҙ был тирәлә.
Юғиһә...





Ул
ары һөйләп торманы, боролдо ла ситкә
атланы. Был


нимәне
аңлата? Ҡыҙ бит һис нәмә белмәне? Хәлит
ҡайҙа? Батыр тотолғанмы? Әмилә ирҙең
артынан йүгерҙе. Әммә ул бер аҙым да
яһарға өлгөрмәне, ҡыҙҙың ике беләгенән
тотоп алдылар. Ҡото осҡан Әмилә бер
уңға, бер һулға ҡараны. Уның ике яғында
ике таныш түгел кеше тора ине...


БАТЫР
АУЫР ХӘЛДӘ


Йыуан
менән Ьонтор, Батырҙы эләктергәс, уйға
ҡалды. Малай менән ни эшләргә? Ер аҫты
станцияһына илтеп йөрөүе оҙаҡ, уның
менән бергәләп Әмиләне эҙәрләү уғата
уңайһыҙ. Ә Батыр уларға кәрәк. Ер аҫты
станцияһынан ҡәтғи бойороҡ алынған:
«Әмилә менән бергә ҡасып йөрөнгән
малайҙы мотлаҡ тоторға!» Станцияға
илткәс, уның хәтеренән Әмилә хаҡында
ни бар, бөтәһен дә юйҙыра- саҡтар, шунан
Урға алып китәсәктәр. Был малай бер
ҡурҡыныс эксперимент өсөн кәрәк. Йыуан
менән Ьонтор ул эксперименттың маҡсатын
да, нисек үткәреләсәген дә белмәй, фәҡәт
малайҙың тере ҡалмаясағы тураһында
ғына ишеттеләр... Ана шуға ла уларға
Батырҙы күҙҙең ҡараһы кеүек һаҡларға
кәрәк. Хәҙер нисек тә Әмиләне эләктерһәләр...
Хәйер, быныһы тотолғас, ҡыҙҙы аулауы
ҡыйын булмаҫ. Ошоғаса барыһын да ошо
малай бутап йөрөнө бит.


Йыуан
менән Ьонтор Ур телендә ошо хаҡта
һөйләшеп алдылар. Батырҙың барыһын да
аңлауы уларҙың башына ла инеп сыҡманы,
әлбиттә.


222


Шунан
Йыуан:









Әмилә
ҡайҙа? — тип һораны башҡортсалап.







Белмәйем.







Нисек
белмәйһең? — Ьонтор малайҙың иңбашынан
тотоп һелкетеп алды. — Ул бит һинең
менән ине. Ҡайҙа осрашырға һөйләштегеҙ?







Һөйләшмәнек.
Мин Әмиләне юғалттым.







Алдаша!
— тине. Һонтор асыулы тауыш менән. —
Тик юҡҡа өмөтләнмә. Беҙ уны барыбер
тотасаҡбыҙ! Бына ҡара: был прибор
Әмиләнең алыҫ түгеллеген күрһәтә.





Батыр
Һонтор усындағы шырпы ҡабынан саҡ ҡына
ҙурыраҡ әйбергә к үҙ һалды. Уның экран
кеүек урынында ниндәйҙер һандар үтеп
тора.









Был
һандар ошо минутта Эмиләгә тиклемге
араны аңлата.





Уңға
атлаһаҡ, һандар үҫә. Тимәк, ҡыҙҙан
алыҫлашабыҙ. Һулға атлаһаҡ — кәмей.
Әмилә шул яҡта. Күпкә бармаҫ, эләктерәбеҙ
уны ла!


Ҡапыл
экрандағы һандар арта башланы. Күрәһең,
Әмилә икенсе яҡҡа боролдо. Йыуан менән
Һонтор ҙа, приборҙы тотҡан килеш
улай-былай атлап ҡаранылар. Ниһайәт,
ҡыҙҙың ҡайһы яҡҡа йүнәлгәнен белделәр
һәм малайҙың ике беләгенән эләктереп
шул тарафҡа ашыҡтылар.









Шәберәк
ҡыбырла! — тине бер аҙ барғас Һонтор.
Батыр, ысынлап та, быларға ҡамасаулау
өсөн һөйрәлә биреп атлай ине.







Минең
аяғым ауырта, — тип алдашты малай. Шунан
бөтөнләй туҡталып ҡалды.





Йыуан
менән һонтор Ур телендә үҙ-ара кәңәшләшә
башланы.









Алдаша!
— тине Йыуан.







Алдашамы,
юҡмы — ул барыбер рәтләп атламаясаҡ,
— тип әсенде Һонтор. — Әмиләне ҡыуып
етһәк тә, был беҙгә ҡыҙҙы тоторға
бирмәйәсәк.







Берәй
ергә бикләргә кәрәк, — тигән тәҡдим
яһаны Йыуан. — Шунда ултырып торор.
Әмиләне тотҡас, барып алырбыҙ.





Йыуан
менән Һонтор тынып ҡалдылар. Батырҙы
ҡайҙа бикләргә икән, тип уйландылар,
күрәһең. Малай ҙа үҙ уйҙарына сумды.
Быларҙан нисек ҡотолорға? Шунан ҡайһылай
итеп Әмиләне табырға? Ул осрашаһы урынға
ҡат-ҡат барғандыр ҙа, хәҙер бөтөнләй
икенсе яҡҡа киткәндер. Әмиләне эҙләүҙән
башҡа уны тағы күпме ауыр һәм ғүмерҙә
лә тормошҡа ашыра алмаҫтай эштәр көтә:
Хәлитте табыу, ҡотҡарыу, шунан Мансур
ағайҙың эҙенә төшөү...


Ҡапыл
Һонтор туҡталды:









Таптым!
— тине ул Ур телендә. — Таптым был малай





223


менән
ни эшләргә кәрәклеген! Беҙҙең бит билдек
бар! Уның йоҙағы серле. Урмандың кеше
йөрөмәҫтәй урынына индереп шул билдек
менән был малайҙы бер ағасҡа бәйләйбеҙ.
Ике-өс сәғәттә бер ни ҙә булмаҫ.









Дөрөҫ!
— тип килеште уның менән Йыуан. — Тик
йоҙаҡтың сере бит билдектең өҫтөнә
яҙылған. ҫ







Бында
Ур телен белгән кеше бар тиһеңме?
Ҡысҡырып кеше саҡырмаһын өсөн ауыҙына
сепрәк тығабыҙ. Ҡулын бәйләйбеҙ.





«Быныһы
хөрт, — тип уйланы Батыр. — Ҡулды
бәйләһәләр, билдекте сисә алмам бит.»


Йыуан
менән һонтор Батырҙы Ағиҙел буйына алып
төштө. Шунан ағастарҙың ҡуйыраҡ еренә
индереп, бер йыуан ғына ҡайынға Һонторҙоң
биленән сиселгән билдек менән бәйләп
ҡуйҙылар.









Ҡулымды
бәйләмәгеҙ, — тине малай. — Бында
серәкәй күп. Был билдекте барыбер сисә
алмайым бит.







Ярай,
— тине Йыуан. — Тик ҡысҡыра башлаһаң,
кире киләбеҙ ҙә ауыҙыңа сепрәк тығып,
ҡулдарыңды таҡырайта бәйләп китәбеҙ.





Тиҙҙән
Йыуан менән һонтор күҙҙән юғалды. Шуны
ғына көтөп торған Батыр билдектәге
яҙыуҙарҙы уҡырға кереште. Әлбиттә, ҡайһы
бер һүҙҙәр аңлашылмай. Әммә билдекте
нисек сисергә кәрәклегенә төшөнөргә
була! Бик хәйләкәр эшләнгән дә икән
йоҙағы! Ер кешеһенең башына килерлек
түгел. Әммә Ур телен белгән кешегә уны
ысҡынды- рыуы бик үк ауыр булманы.


Ярты
минут үтеүгә Батыр тотҡондан ҡотолдо.
Шунан билдекте үҙенең биленә тағып
алды. Кәрәге булыуы бар. Хәҙер иң мөһиме
— Әмиләне табыу.


БАТЫР
ӘМИЛӘНЕ ӘҘЛӘЙ


*
Тәүҙә Батыр осрашырға һөйләшкән
урындарына йүгерҙе. Бәлки, Әмилә шунда
ултыралыр. Тик ҡыҙ унда юҡ ине. Батыр
бер аҙ көтөп ҡараны. Йәнәһе, ҡыҙ килеп
сыҡмаҫмы? Әммә бында ике минуттан артыҡ
туҡталып торорға түҙеме етмәне. Әмиләгә
һәр минут һайын ҡурҡыныс янағанда нисек
бында ултырып сыҙарға мөмкин?! Тиҙерәк
ҡыҙҙы табырға, яҡларға!


Батыр
мөйөштәге магазинға табан йүгерҙе.
Әмилә уны шул тирәлә эҙләйҙер. Бәлки,
«Һалам эшләпә» менән осрашҡандыр. Ул
әҙәмгә бик ышанып барырға ярамай. Бик
хәйләкәр кешегә оҡшаған. Ул, моғайын,
ҡыҙ менән малайҙы тоҙаҡҡа эләктереү
өсөн йөрөй.


Ана
магазин! Батыр ағастар араһынан ҡарап
тора.


Яҡын-тирәлә
ҡурҡырлыҡ нәмә юҡ шикелле. Магазин эсенә
күҙ һалырға кәрәк. Йәшенгән урынынан
сығып барған малай ҡапыл ҡатып ҡалды.
Сөнки ул урам осонан был яҡҡа табан килә
ятҡан Йыуан менән Нонторҙо күрҙе. Бик
ашығып атлайҙар. Тимәк, Эмилә ошо тирәлә.
Уны ҡотҡарырға кәрәк! Батыр ағас араһынан
башын сығарып алға ҡараны. Юҡ, ҡыҙ
күренмәй. Малай ҡыуаҡтар араһынан Йыуан
менән Ьонтор атлаған йүнәлештә йүгерҙе.
Бер аҙ барғас, шып туҡтап ҡалды.


Урамдың
арғы яғында, ой ышығында, Эмилә менән
«һалам эшләпә» һөйләшеп тора! Батыр
уларға табан сапты. Тиҙерәк теге яҡҡа
сығырға, Әмиләне иҫкәртергә! Йыуан менән
Ьонтор етеп килә бит! Әмәлгә ҡалғандай,
юл тулы машина! Береһенә-береһе менә
яҙып килә, һис тә араларынан йүгереп
үтерлек түгел.


— Эмилә!
— тип ҡысҡырҙы Батыр.


Малайҙың
тауышы машиналар геүләүенә күмелеп
юғалды. Ни эшләргә? Күрә тороп тәгәрмәстәр
аҫтына ташланып булмай ҙа баһа! Ә Йыуан
менән Ьонтор Әмиләгә яҡынлаша! Ә Эмилә,
үҙенә ниндәй ҡурҡыныс янағанын белмәйенсә,
«Ьалам эшләпә» менән һөйләшеп тик тора!
Ул арала эҙәрләүселәр ой мөйөшөнә барып
етте. Улар Әмиләне күреп ҡалды! Тик ҡыҙ
янында сит кеше булғанға ғына туҡталдылар.
Бына улар мөйөшкә ышыҡланып кәңәшләшергә
керештеләр.


Ошо
ерҙә машиналар араһында йүгереп үтерлек
ара барлыҡҡа килде. Батыр күп уйлап
тормайынса алға ташланды. Тиҙерәк!
Әмиләне етәкләп ала ла ҡаса! Башҡаса
сара юҡ! Әгәр йәнтәслимгә йүгерһәләр,
бәлки, ҡотола алырҙар!


Батыр
йүгерә! Ул барып еткәнсе генә һалам
эшләпәле ир китмәй торһасы! Инде Әмиләгә
тиклем илле аҙым тирәһе генә ҡалды!..


Туҡта!
Батыр ни күрә?! «Ьалам эшләпә» Әмиләне
яңғыҙ ҡалдырып китә башланы! Их, өлгөрмәй!
Хәҙер бит тегеләр Әмиләне эләктерәсәк!


Ошо
ерҙә бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды.
Һалам эшләпәле ир ун аҙым да китмәне,
Йыуан менән Һонтор мөйөштән сығып
Әмиләгә табан атланы. Ләкин улар ҡыҙҙы
тоторға өлгөрмәне, ҡайҙандыр таныш
булмаған ике егет килеп сыҡты ла, ни
эшләргә белмәйенсә торған ҡыҙҙы икеһе
ике беләгенән эләктереп алды. Шунда уҡ
улар Әмиләне тротуар ситендәге «Москвич»
машинаһына табан алып китте.


Йыуан
менән Ьонтор быны көтмәгәйне, шуға шаҡ
ҡатып туҡтаны. Әгәр ҡыҙҙы машинаға
ултыртып алып китһәләр, уны тиҙ генә
таба алмаясаҡтар, тапҡан хәлдә лә был
билдәһеҙ кешеләрҙән ҡыҙҙы тартып алып
булмаясаҡ!


225


Ур
кешеләре алға ташланды. Шунда уҡ Әмиләне
ике яҡтан тотҡан егеттәр ергә тәгәрләп
китте. Йыуан ҡыҙҙың ҡулынан эләктерҙе,
әммә ул арала теге ике егет ырғып торҙо.
Йыуан был арҙан һаҡланыу өсөн ҡыҙҙы
ысҡынды- рырға мәжбүр булды.


Ошо
ваҡыт эсендә алыш башланған урынға
Ба^ыр йүгереп килеп етте. Ул шунда уҡ
ҡыҙҙың беләгенән тотто ла ситкә тартты:









Эмилә,
әйҙә!





Ьуңғы
секундта малай Һонтор менән Йыуандың
теге ике егеткә сат йәбешкәнлеген күреп
ҡалды. Ары ни булырын ҡарап торманы
Батыр менән Эмилә, улар, көтөлмәгәндә
килеп тыуған иректән файҙаланып, был
урындан ситкә ташландылар...


«ҠАРСЫҒА»
ТЕШЕН КҮРҺӘТӘ


Күпмелер
йүгергәс, малай менән ҡыҙҙың тамам
хәлдәре бөттө. Бер эскәмйә янында улар,
алдан һөйләшкән кеүек, икеһе лә туҡталып
ҡалды. Шунан бер-береһенә ҡаранылар ҙа
ҡапыл көлөргә тотондолар. Көтмәгәндә
ошолай осрашыуҙары ла, уйламаған ерҙән
дошмандарының тырнағынан ҡотолоуҙары
ла бик мәҙәк килеп сыҡты бит! Тегеләр
хәҙер ни эшләй икән? һуғышып-һуғышып
туҡтаһалар, эргәләрендә Эмилә юҡ! Эй,
хайран ҡаласаҡтар ҙа һуң!


Көлөп
туйғас, ҡыҙ менән малай бер-береһен
юғалтышып торған арала үҙҙәре менән
ниҙәр булғанлығын һөйләргә тотондолар.
Шунан тынып ҡалдылар. Ары ни эшләргә?
Хәҙер шул хаҡта уйларға кәрәк.









Теге
һыраханаға барайыҡ, — тип тәҡдим яһаны
Эмилә. — Хәлит шунда булырға тейеш.







Дөрөҫ,
— тип килеште Батыр. — Тик беҙгә бик
һаҡ „.булырға кәрәк. Теге ике егеттең
һине эләктерергә маташы-





уы
юҡҡа түгел. Улар беҙҙе йә тоторға, йә юҡ
итергә теләй.


Ун
минуттан малай менән ҡыҙ «Ҡарсыға»ның
һыраханаһы янында тора ине. Бында йәнә
ир-ат йыйылып киткән, тимәк, тағы һыра
һата башлағандар. Быныһы һәйбәт, ул-был
килеп сыҡһа, күмәк кеше араһында эҙ
яҙлыҡтырыу еңелгә төшөр...


Һырахана
эсенә инеп сыҡтылар. Арыраҡ тағы бер
ишек бар. Эгәр Хәлит бында булһа, уны
фәҡәт ана шул ишектән эскә инеп эҙләргә
кәрәк. Ләкин ҡатынға һиҙҙермәйенсә
нисек эскә үтергә?


Шик
тыуҙырмаҫ өсөн киренән урамға сыҡтылар.
Уларға бер урында оҙаҡ уралырға ярамай
— шуныһы оло бәлә. Сөнки Йыуан менән
Һонтор «һә» тигәнсе килеп етәсәк.









Былай
итәбеҙ, — тине Батыр. — Бин ҡатынды
әүрәтәһең. Шул арала мин һиҙҙермәй генә
теге ишеккә инеп китәм. Шунан һин
китерһең. Бер ярты сәғәттән... Салауат
һәйкәле янында осрашырбыҙ.





Бер
минуттан һыра һатыусы янында шундай
сәхнә булды.


Эмилә
ҡатынға яҡынлашты ла:









Миңә
бер стакан һыра ҡойоғоҙ! — тине. Сиратта
торған ирҙәр көлөшә башланы:







Оятһыҙ,
ошо йәшеңдән эсмәһәң!







Башың
ауыртамы әллә?







Ҡой
инде, йәлләмә! — тиеүселәре лә табылды.
Һатыусы күҙ ҡырыйы менән ҡыҙға ҡараны:







Аҡсаң
бармы һуң?







Юҡ,
— тине Әмилә. — Ярты стакан булһа ла
ҡойоғоҙ әле!







Аҡсаң
булмағас, йөрөмә бында! — Ҡатын асыулы
ғына өндәште.





Эмилә,
шуны ғына көткән кеүек, ҡапыл һатыусы
янындағы бер тулы көрөшкәгә ынтылды.
Ҡатын бесәй тиҙлеге менән ҡыҙҙың ҡулына
һуғып ебәрҙе. Быны күреп бер нисә ир
Әмиләне яҡлаша башланы. Шау-шыу ҡупты.
Шул арала прилавка янында йәшенеп
ултырған Батыр һатыусы артындағы ишеккә
сумды. Уға Әмиләнән башҡа бер кем дә
иғтибар итмәне.


Ары
ғауғалашып тороу кәрәкмәй ине. Ҡыҙ тыныс
ҡына ҡиәфәт менән һырахананан сығып
китте...


Батыр,
артынын ишек ябылғас та, эргәләге ҙур
мискәләргә ышыҡланып, тирә-йүнгә ҡолаҡ
һалды. Һыраханалағы ирҙәрҙең шаулауы
бик ҡамасаулай, шулай ҙа теге мөйөштә
кем- дәрҙеңдер һөйләшеүен шәйләргә
була. Малай алғараҡ үтте.


Бында
бер нисә ишек бар. Батыр тәүгеһен тартып
ҡараны — бикле. Икенсеһе лә асылмай.
Өсөнсөһөнөң артында тауыштар ишетелә.


Батыр
йәшниктәр артына сумып тыңларға кереште.









Кем
ине улар? — тип һораны ҡалын тауышлы
ир.







Белмәйем.
— Икенсе берәү аҡланған тауыш менән
өндәште.







Милициянан
түгел инеләрме?







Былай
бик оҫта һуғышалар. Беҙ ҡыҙҙы тотоп
ҡына алғайныҡ, килеп йәбештеләр...





Батыр
һағайҙы. Бында магазин янында яңы ғына
булған алыш хаҡында һүҙ бара! Тимәк,
теге ике егет ошо ҡалын тауышлы ирҙең
ҡушыуы буйынса йөрөгән! «Ҡарсыға»ның
үҙе шул түгелме икән? Хәҙер ул егеттәр,
бында ҡайтып, хужалары алдында аҡланып
ултыралар.


Ҡапыл
коридор осондағы ишектең асылыуы
ишетелде. Батыр йәшниктәр араһына
нығыраҡ һыйынды. Йөрәге


227


атылып
сығырҙай булып тибә! Әгәр эләктерһәләр,
ул да Хәлит кеүек юғаласаҡ!.. Быларҙың
ҡулынан ҡотолоуҙа- ры — ай-һай!.. Ошо
ерҙә, малай нығыраҡ һыйындымы икән,
өҫтәге бер йәшник дөбөр-шатыр иҙәнгә
төшөп китте. Батыр ҡурҡышынан күҙҙәрен
сытырлатып йомдо.


Шунда
уҡ эргәләге ишек асылды. Унан өс ир килеп
сыҡты.









Кем
бар бында? — тип өндәште уларҙың ҡалын
тауышлыһы.





Уға
ишектән инеп коридор буйлап атлап килгән
кеше яуап бирҙе:









Ни
булды? Ниңә ҡоттарығыҙ осҡан?







Нимәлер
дөпөлдәп төштө.







«Ҡарсыға»,
һин ҡурҡаҡҡа әйләнә бараһың! — тип
көлдө тегеһе. — Мин ишекте шартлатып
яптым. Шуны ишеткәнһегеҙҙер.





Барыһы
ла бүлмәгә инеп китте. Батыр еңел итеп
тын алды. Тотолдом, тип уйлағайны бит!..
Тимәк, теге ҡалын тауышлы ир — «Ҡарсыға»!..









Бына,
эшкинмәгәндәр! — Йәнә «Ҡарсыға»ның
тауышы ишетелде. — Теге ҡыҙҙы тота
алмағандар!







Нисек?
— тип хайран ҡалды яңы ғына килеүсе
ир. — Мин бит уларҙың ауыҙына ҡаптырып
киттем!





Бәй,
был бит «Балам эшләпә»! Тимәк, ул Батыр
менән Эмиләне тоттороу өсөн йөрөгән!


Ул
арала бүлмәләгеләр «Балам эшләпә»гә
магазин янында булған алышты йәнә һөйләп
сыҡтылар. Йыуан менән Бонторҙоң китеп
барыуҙары уларҙы бик ныҡ аптыратты.
Әгәр милициянан булһа, улар егеттәрҙе
ҡулға алырға маташыр ине бит!









Улар
беҙҙе бутарға итмәйме икән? — тине
«Ҡарсыға». — Был бала-саға юҡҡа йөрөмәй!
Тотолған малай бын- дамы әле?







Бында,
— тине егеттәрҙең береһе.







Быраханала
тентеү ойоштороуҙары бар. «Йәшел һарай»
ға илтеп бикләгеҙ. Хәҙер үк!







Аңлашылды.







Әгәр
теге малай менән ҡыҙ беҙҙең менән
ҡыҙыҡһынһа, икеһен дә юҡ итергә! Тик эҙ
ҡалдырмағыҙ!





Батырҙың
йөрәге ҡыҫылды. Улар бит Әмилә менән
Батырҙы үлтерергә итәләр! Хәлит әле
тере. Әммә уны ла шул яҙмыш көтә, әлбиттә.
Уны бер нәмәгә ҡарамай ҡотҡарырға кәрәк!
Хәлит әлегә бында. Ләкин хәҙер алып
китәләр! Ул саҡта дуҫын бөтөнләй табып
булмаясаҡ!


Бәлки,
милицияға хәбәр итергәлер? Юҡ, улар
килеп еткәнсе Хәлитте ситкә оҙатырҙар.
Унан һуң бер ни ҙә иҫбат итеп булмаясаҡ!


Ни
эшләргә?


Дуҫы
өсөн ҡурҡыу арҡаһында Батыр был минутта
һаҡ ҡыланырға кәрәклеген дә онотто. Ул,
урынынан ырғып тороп, бикле ишектәрҙең
береһе янына йүгереп килде, йәнә тартып
ҡараны. Шунан әкрен генә өндәште:









Хәлит!





Эстән
шылт иткән дә тауыш ишетелмәне. Малай
икенсе ишеккә ташланды:









Хәлит!
Кин бындамы?





Батыр
ҡолағын ишеккә терәне. Ҡапыл эстә ниҙер
ҡыштырланы. Бына Батырҙың ҡолағына
сибек кенә тауыш салынды:









Батыр!
Һинме?





Хәлит!
Ул бында! Ошо ишек артында!









Мин!
Мин! — Батырҙың тамағына төйөр килеп
тығылды.







Батыр!
Улар мине... Ҡотҡар мине, Батыр!..





Ошо
минутта бүлмәнең ишеге асылып китте.
Батыр йәшен тиҙлеге менән эргәләге
мискә артына сумды. Эргәгә генә ике егет
килеп туҡтаны. Әгәр бында саҡ ҡына яҡты-
раҡ булһа, улар һис шикһеҙ Батырҙы күрер
ине...


Егеттәрҙең
береһе кеҫәһенән асҡыс сығарып ишекте
асты. Унда Хәлит күренде.









Батыр?
— Ул тирә-яғына ҡаранды. Яңы ғына ишек
аша һөйләшкәс, Батыр уны ҡотҡара тип
уйлағандыр инде.







Ниндәй
Батыр? — тине егеттәрҙең береһе. —
Әйҙә!





Хәлит!
Бына эргәлә генә! Әгәр көсөнән килһә.
Батыр ырғып торор ине лә дуҫын бандиттарҙың
ҡулынан йолҡоп ҡына алыр ине. Тик был
мөмкин түгел!


Ә
Хәлит һаман улай-былай ҡаранды. Яңы ғына
уның тауышын ишетте бит ул! Шул арала
ҡайҙа булған?


Ҡапыл
Хәлит мискә артында йәшенеп ултырған
дуҫын күрҙе. Ьәм барыһын да аңланы. Шуға
ашығып ҡарашын ситкә алды. Тик һуң ине
инде. Хәлиттең сәйер ҡылығына тегеләр
иғтибар итте...


Батыр
бөтә тәне менән һиҙҙе: егеттәр уны күрҙе!
Күрҙе!! Ары йәшенеп ултырыуҙың файҙаһы
юҡ! Батыр урынынан ырғып торҙо ла
эргәһендәге мискәне тегеләргә табан
этеп ебәрҙе. Үҙе коридор буйлап ишеккә
ташланды. Залға сыҡҡас та малай прилавка
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 21
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов