Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 21

Общее количество слов 3437
Общее количество уникальных слов составляет 1433
38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
артында торған һатыусыға бәрелде. Теге
ултыра төштө, ҡысҡырып ебәрҙе. Зал тулы
кеше. Батыр кемгәлер һуғылды, ҡолап китә
яҙҙы. Батыр тышҡа килеп сыҡты ла ҡапыл
уңға тартты. Эргәлә генә бер ир һыра
эсеп торған икән. Шуны төкөнө. Тегенең
ҡулындағы көрөшкәһе төшөп китте. Батыр
алға сапты. Ҡыуыусыларҙан уйламаған
ергә йәшенергә! Тик ҡайҙа ундай урын?
Батыр һырахананың артына килеп сыҡты.
Эргәлә генә бер «Москвич» тора. Малай
уны таныны, теге егеттәрҙең машинаһы.


229


Батыр
йәһәт боролоп артына ҡараны. Ҡыуып
килеүселәр күренмәй әле. Аяҡ тауыштары
мөйөш артында ишетелә. Батыр күп уйлап
торманы, «Москвич»тың багажнигын асты
ла эскә сумды. Шул ыңғайы ҡапҡасын
шапылдатып ябып та ҡуйҙы. Бына машина
эргәһенә йүгереп килеп еттеләр. Ҡурҡыуҙан
Батырҙың йөрәге туҡтап ҡалғандңй булды.
Күрҙеләрме, юҡмы? Аяҡ тауыштары машинаға
яҡынлашты. Оҙонлоғо сәғәт кеүек тойолған
бер нисә секунд үтте...


ХӘҮЕФЛЕ
МИНУТТАР


Хәҙер
Эмиләнең бар маҡсаты — нисек тә Йыуан
менән һонторҙоң ҡулына эләкмәү. Шуға
бер урында туҡтап оҙаҡ торорға ярамай.
Ярты сәғәттән ул Салауат һәйкәле янында
Батыр менән осрашыр. Унан һуң Хәлит
менән Мансур ағайҙы ҡотҡарырға тырышырҙар.
Шунан... Эҙәрләүселәрҙән бер ҡасан да
ҡотолоп булмаясаҡ! Әмилә туҡталып ҡалыу
менән теге прибор Йыуан менән Һонторҙо
ҡыҙ янына алып киләсәк! Ләкин һәр ваҡыт
ошолай йәшәп булмай бит! Ни ҙә булһа
эшләргә кәрәк!..


Эмилә
белә: эҙәрләүселәр бер ҡасан да үҙ
уйҙарынан баш тартмаясаҡ. Уларға Эмиләне
станцияға алып ҡайтыҫға. Ерҙә күргәндәрен
хәтеренән юйырға бойороҡ бирелгән.
Йыуан менән Һонтор шул фарманды бер
нәмәгә ҡарамайынса тормошҡа ашырырға
тейеш.


Ошоларҙы
уйлаһа, ҡыҙҙың кәйефе селпәрәмә килә.
Алда өмөт юҡ! Иң ҡыйыны шул!..


Ярай,
төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Ҡыуаныстары
ла бар бит Эмиләнең! Батыр уның янында.
Малайҙы юғалтмаҫ өсөн Ерҙә ҡалды бит
Әмилә. Урҙы нисек кенә һағынһа ла, ҡыҙ
бынан китмәйәсәк. Сөнки ул үҙенең
тормошон Батырһыҙ күҙ алдына ла килтерә
алмай. Бына хәҙер Эмилә Салауат һәйкәле
янына барыр, Батырҙы осратыр һәм... бөтә
ҡайғылар онотолор!


Ҡыҙ
ашығып атлай, ара-тирә ҡырҡа рәүештә
йүнәлешен үҙгәртә, шунан артына әйләнеп
ҡарап ала. Әлегә эҙәрләүселәр күренмәй.


Эмилә
сәғәтенә күҙ һалды. Батыр менән айырылышыу-
ҙарына барлығы ун биш минут үткән. Тағы
йөрөргә кәрәк әле. Алда йәнә Батыр инеп
киткән һырахана күренде. Уның янында
әүәлгесә оҙон сират тора. Ҡыҙ бер кемгә
лә иғтибар итмәйенсә ары үтә башланы.


Шул
мәл кемдер уға өндәште:


— Эй,
ҡыҙыҡай!


Эмилә
терт итеп ҡалды. Кем ул? Нимә кәрәк уға?
Ҡыҙ тауыш килгән яҡҡа ҡараны. Уға табан
бер ир ҡабаланып


атлай.
Ҡыҙ ашығып уйланы. Таныш түгел. Әмиләне
бында аҙым һайын ҡурҡыныс һағалап тора.
Был әҙәм ниндәй уй менән яҡынлаша? Ни
эшләргә? Ҡасырғамы, юҡмы?









Нимә
кәрәк һеҙгә? — тип һораны Әмилә теге
ир килеп етмәҫ борон.







Неҙ
Хәлиттең дуҫымы?







Ниндәй
Хәлиттең? — Әмилә бер ни аңламаған
булып ҡыланды. Кем белә — бәлки, ул
«Һалам эшләпә» кеүек уны тоторға итәлер.







Минән
ҡурҡма. — Пеләш ир тирә-яғына ҡарап
алды. — Мин һеҙгә ярҙам итергә теләйем,
һеҙ һаҡ булығыҙ. Улар һеҙҙе юҡ итергә
йыйына!







Һеҙ
ни һөйләйһегеҙ? — Әмилә ғәжәпләнгән
күҙҙәрен иргә төбәне. — Мин бер ни
аңламайым. — Шунан боролдо ла ситкә
атланы. — Күңеле һиҙә — уға был тирәлә
ҡурҡыныс янай.







Туҡтағыҙ!
— тине пеләш ир. — Мин һеҙгә Хәлиттең
ағаһы ҡайҙа икәнлеген әйтәм!





Ҡыҙ
артына әйләнде. Ошо ерҙә тротуар буйлап
ҙур тиҙлек менән яҡынлашып килеүсе аҡ
«Жигули»ҙы күрҙе Әмилә. Тапай бит! Ситкә
ырғырға, тигән уй килде ҡыҙҙың башына.
Тик һуң инде, өлгөрмәй!.. Әмиләнең ҡото
осто! Үлеүе ошомо? Күҙ асып йомғансы
ниндәйҙер көс ҡыҙҙы ағастар араһына
алып ырғытты. Шунда уҡ машина эргәнән
генә шыжлап үтеп китте. Ана ул кире юлға
төштө һәм күҙҙән дә юғалды.


Әмилә
ергә йығылғанда ҡулының ауыртҡанлығын
тойҙо. Башҡа ере иҫән-һау. Ҡыҙ урынынан
тороуға сираттағы ирҙәр йүгерешеп килеп
етте.









Ни
булды? Тапанымы? Хулигандар! — тигән
тауыштар ишетелде. Әмиләне уратып
алдылар. — Бер ерең дә ауыртманымы?





Ҡыҙ
кешеләрҙе йырып сыҡты. Пеләш ир ҡайҙа?
Әгәр ул Әмиләне ситкә ырғытмаһа, ошо
минутта ҡыҙға яҡты донъя менән хушлашырға
тура килер ине.


Пеләш
ир ситтәрәк тора. Ҡурҡышынан йөҙө ап-аҡ
булған. Әмиләне күргәс, йылмайғандай
итте.









Рәхмәт
һеҙгә, — тине ҡыҙ ихлас күңелдән. — Мин
ысынлап та Хәлиттең дуҫы. Әгәр белһәгеҙ,
әйтегеҙ: Хәлит менән уның ағаһы ҡайҙа?





Ҡапыл
ир һағайҙы. Йөҙөндә оло ҡурҡыу барлыҡҡа
килде. Ҡыҙ йәһәт боролоп ир текәлгән
яҡҡа ҡараны. Аллея осонан уларға табан
өс ир йүгереп килә ине.









Уларға
һин кәрәк! Ҡас! — тине ир. — Минең адрес:
Ҡояшлы урамы, илле дүртенсе йорт!





Ир
шунда уҡ юҡ та булды. Теге өс ир яҡынлаша!
Әмилә оҙаҡ уйлап тормайынса алға
ташланды...


231


БАТЫРҘЫҢ
СОСЛОҒО


Батыр
«Москвич»тың багажнигында ята.
Эҙәрләүселәр эргәлә генә. Күрҙеләрме,
юҡмы уның бында йәшенгәнле- ген? Бына
кемеһелер бағажникка таянды! Батыр тын
да алмай. Ниһайәт, аяҡ тауыштары алыҫлаша
баднланы. Шунан тынлыҡ урынлашты.


Күпмелер
ваҡыт үтте. Батырға хәҙер сығырға ла
булалыр. Ләкин хәҙер бит ошо машина
менән Хәлитте ниндәйҙер «йәшел һарай»ға
алып китәсәктәр. Эгәр багажникта йәшенеп
бармаһа, нисек табыр ул ерҙе Батыр? Тик
бына Эмилә менән осрашаһы урынға
ваҡытында бара алмай. Ҡыҙ Батырҙы көтөп
ыҙаланыр инде... Малай был хаҡта уйламаҫҡа
тырышты. Эмилә, ни тиһәң дә әле иректә,
ә Хәлитте ҡотҡарырға кәрәк.


Йәнә
машина эргәһендә аяҡ тауыштары ишетелде.
«Москвич»тың ишектәре асылды.


— Ҡайҙа
алып бараһығыҙ?


Хәлиттең
тауышы! Батыр ҡыуанысынан, үҙе лә
һиҙмәҫтән, һелкенеп ҡуйҙы. Башы менән
ныҡ ҡына итеп эргәлә ятҡан тәгәрмәстең
тимеренә һуғылды, телен тешләп алды.
Хәлитте икенсе урынға күсерәләр! Тимәк,
юҡҡа ятмай Батыр багажник эсендә!


Бына
машина ҡуҙғалып китте. Багажник эсендә
йөрөүе бик уңайһыҙ икән. Малай туп кеүек
тәгәрләп йөрөй. Башы, терһәге, тубығы
әллә нәмәләргә һуғылып бөттө. Етмәһә,
тын алмаҫтай булып туҙан күтәрелде.
Батырҙың тамағына, танауына саң тулды.
Ул бер нисә тапҡыр саҡ-саҡ сөскөрөп
ебәрмәне. Шунан кеҫәһенән ҡулъяулығын
сығарып танауын ҡапланы.


Ун
минуттай барғас, машина һелкенә-һелкенә
борола башланы, шунан туҡтаны. Бына
Хәлитте ҡайҙалыр алып киттеләр. Алыҫта
ишек асылып ябылғаны ишетелде. Шунда
уҡ Батыр әкрен генә багажникты асты һәм
тирә-яғына к үҙ һалды.


Машина
төрлө яҡтан йорттар менән уратып алынған
урында тора. Кеше-ҡара күренмәй. Батыр
тиҙ генә йәшенгән урынынан сыҡты ла
мөйөштәге таҡталар артына сумды.


Батырҙың
артында — «Г» хәрефенә оҡшатып төҙөлгән
ике ҡатлы йорт, ҡаршыһында оҙон, бейек
һарай. Ул йәшел төҫтә. Туҡта! Бая «йәшел
һарай» тип һөйләгәндәре ошомо икән?
Улайһа Хәлитте бында күсерҙеләр бит!
Батыр һарайҙы тышҡы яҡтан тикшерә
башланы. Тәҙрәләре бар, ишеге берәү
генә. Уның алдында бейек кенә тупһа,
баҫҡыстар...


Бер
аҙҙан ишек асылды, унан теге ике егет
килеп сыҡты. Күп тә үтмәне улар, «Москвич»ҡа
ултырып китеп тә барҙылар.


Батыр,
тағы бер аҙ көттө лә, башҡаса бер кем дә
күренмәгәс, ишеккә йүгереп барҙы. Эстә
бер ниндәй тауыш ишетелмәй, буғай. Ләкин
унда кем дә булһа булырға тейеш бит.
Тоҙаҡҡа эләкмәҫме? Малай икеләнде. Ләкин
инмәйенсә лә китә алмай бит. Ни булһа,
шул булыр! Батыр алға атланы.


Ул
бәләкәй генә солансыҡҡа килеп инде.
Алда йәнә ике ишек. Батыр ҡолаҡ һалды.
Тағы ла йөрәкте тишеп алып барған шомло
тынлыҡ! Әллә бер кем дә юҡмы бында?
Хәлиттең яңғыҙын ғына бикләп киттеләрме?


Ҡапыл
асыҡ итеп аяҡ тауыштары ишетелде. Кемдер
ишектең береһенә яҡынлашып килә! Батыр
ҡабаланып тирә-яғына ҡаранды. Йәшенер
урын юҡ! Икенсе ишекте тартты — бикле!
Малай урамға илтеүсеһенә ташланды.
Ҡапыл мөйөштә ятҡан беләк йыуанлыҡ бер
нисә ағас күҙенә салынды. Батыр ныҡлап
уйлап та торманы, шуларҙың береһен
ҡулына тотоп ишек артына боҫто. Йөрәге
күкрәгенән сыға яҙып тибә! Ни булыр?
Һуғырға ҡыйыулығы етерме? Әгәр яҙа
эләктерһә?


Бына
ишек асыла башланы. Секундтар шундай
оҙаҡ һуҙыла!.. Солансыҡҡа йыуантаҡ бер
ир килеп сыҡты. Батыр оҙаҡ уйлап
тормайынса, тегенең башына ағас менән
ҡундырҙы. Ир стенаға һөйәлде, шунан
әкрен генә иҙәнгә шыуып төштө. Батыр
үҙенең эшенән үҙе ҡурҡып, бер аҙ урынынан
ҡыбырлай алмай торҙо. Был ир юрамал ғына
ята һымаҡ, ҡапыл ырғып торор ҙа Батырға
ташланыр кеүек... Әммә ул ҡыбырларға ла
уйламай ине. Әллә үлдеме? Батыр, бик
ҡурҡһа ла, эйелеп тегенең күкрәгенә
усын һалды. Йөрәге тибә! Малай, ҙур
бәләнән ҡотолғандай, еңел итеп тын
алды...


Батыр
ир сыҡҡан ишектән эскә инде. Оҙон коридор.
Оста ике яҡта ла бер нисә ишек бар. Батыр
шунда табан йүгерҙе. Ишектәрҙең береһен
тартҡайны, асылып китте. Был бәләкәй
генә бүлмә булып сыҡты. Унда өҫтәл,
ултырғыс, карауат тора. Теге кеше
ҡарауылсы, күрәһең. Был уның бүлмәһе.
Башҡа ишектәр бикле булып сыҡты. Батыр
уларҙың һәр береһен һелкетергә кереште:









Хәлит!
Хәлит!





Ишектәрҙең
береһенең артынан тауыш килде:









Батыр!
Һинме был?





Хәлит!
Бына ҡайҙа бикләгәндәр уны!









Мин!
Хәҙер асам! Саҡ ҡына көт!





Батыр
ҡарауылсының бүлмәһенә ташланды. Стенала
асҡыстар күренмәй. Малай өҫтәлде
аҡтарырға тотондо. Юҡ асҡыс! Ҡарауылсының
үҙендәме икән? Батыр коридорға йүгереп
сыҡты ла тегенең янына килде. Уның
кеҫәһен ҡарарға кәрәк! Ҡапыл иҫенә
килһә? Икеләнеп ваҡытты һуҙыуы ла
ҡурҡыныс, ысынлап та, тороп баҫыуы бар!


233


Малай,
бар ҡыйыулығын йыйып, ҡарауылсының
кеҫәләрен тикшерергә тотондо. Тәүге
кеҫәһе буш ине, ә бына икенсеһенән бер
бәйләм асҡыстар килеп сыҡты. Батыр Хәлит
бикләнгән бүлмә янына йүгереп килде.
Быларҙың ҡайһыһы ишекте асыр? Ашыҡҡан
саҡта ҡулы ла ҡалтырай башлай бит! Э
йөрәге ярыла хәҙер! Күңеленә Ҡарауылсы
иҫенә килеп бында табан атлай кеүек!
Йәиһә, башҡа кешеләр килеп сыҡмаһын!..


Ниһайәт,
ишек асылып китте. Шунда уҡ Хәлит дуҫын
ҡосаҡлап алды. Уның күҙҙәрендә йәштәре
күренде.









Мин
инде... Бине башҡа күрә алмам, тигәйнем...
— Хәлит танауын һөртөп алды.







Тиҙерәк,
ҡасайыҡ бынан! — тине Батыр.





Ярты
минут та үтмәне, малайҙар урам буйлап
йүгереп килә ине. Был үҙәк баҙар тирәһе
икән. Салауат һәйкәленә тиклем ара йыраҡ
ҡына. Батыр менән Хәлит трамвай туҡталышына
ашыҡты...


ОСРАШЫУ


Салауат
һәйкәле янында Әмилә юҡ ине. Уның урынына
малайҙар телецентр яғынан килә ятҡан
Йыуан менән Һонторҙо күрҙе. Тәүҙә Батыр
ҡаушап ҡалды, аҙаҡ ҡыуанды. Улар был
яҡҡа табан ҡабалана икән, тимәк, Әмилә
ошо тирәлә булырға тейеш. Тиҙерәк ҡыҙҙы
табырға!


Батыр
менән Хәлит тирә-яғына ҡаранды. Юҡ, ҡыҙ
бер ҡайҙа ла күренмәй. Аҫта, ағастар
араһындамы икән ни? Малайҙар һәйкәлде
ике яҡтан урап аҫҡа төшә башланылар.









Әмилә!
— тип ҡысҡырҙы Батыр. — Әмилә!





Көтмәгәндә,
аҫтаныраҡ яуап килде:









Батыр!





Был
бит Әмилә! Малайҙар тауыш килгән яҡҡа
йүгерҙе. Күп тә үтмәнеләр, бында табан
күтәрелеп килгән ҡыҙға тап булдылар.
Шул саҡ өсөһөнөң ҡыуанышыуын күрһәң!
Әйтерһең, йылдар буйы күрешмәгәндәр!..
Ниһайәт, улар бергә! Тик оҙаҡ шатланып
торорға ваҡыт юҡ. Йыуан менән Һонтор —
эргәлә. Улар ҙа аҫҡа төшөп киләлер әле!


Ағастар
араһынан йылға буйына төштөләр һәм
күпергә табан ашыҡтылар. Шул арала һәр
кеме айырылышып торған арала үҙҙәре
менән ниҙәр булғанлығын һөйләне. Әмилә
теге өс ирҙән саҡ ҡасып ҡотолған. Йыуан
менән Һонторға ла эләгә яҙған. Шуға аҫҡа
төшөп киткән. Ҡыҙ баҡһаң, был юлдан
икенсе тапҡыр үтә. Батырҙы эҙләп һәйкәл
янына килә икән дә, йылға буйына төшә,
шунан күпер тапҡырынан ҡалаға күтәрелә...
Теге пеләш ир хаҡында ла һөйләне
малайҙарға, адресын әйтте. Батыр менән


Хәлит
аптырап ҡалды. Барырғамы унда, юҡмы?
Эгәр тоҙаҡ булһа?..


Хәлит
үҙенең нисек тотҡонға эләгеүен һөйләне.
Уның милиция менән бәйләнеше бармы,
юҡмы икәнлеген белергә маташҡандар.
Бер үҙе генә Мансур ағаһын эҙләргә
сыҡҡанлығын аңлағас, малайҙы «юҡ итергә»
тигән һүҙҙәр ыс- ҡындыра башлағандар.
Эгәр Батыр ҡотҡармаһа, Хәлиттең яҙмышы
нисек боролоп китер ине, билдәһеҙ.


Ул
арала ҡараңғы төшә башланы. Балалар
үҙҙәренең ныҡ ҡына асыҡҡандарын тойҙо.
Берәй ергә инеп ашап алабыҙ, тиһәләр,
ашханалар ябылып бөткән. Магазиндан
алған икмәк менән ҡатыҡты туҡталыштағы
эскәмйәгә ултырып ҡапҡылауҙан башҡа
сара ҡалманы. Хәҙер ҡайҙалыр йоҡларға
урын табырға кәрәк. Күрәһең, Батырҙың
интернатына барырға тура килер. Тик
тәүҙә пеләш ағайҙың өйөнә һуғылырға
булдылар. Эгәр унан Мансур ағайҙың ҡайҙа
йәшерелгәнлеген белһәләр... Әлбиттә,
эләгеүҙәре лә бар. Шуға күрә өсәүләшеп
бармаҫтар.


Тамам
ҡараңғыланды. Бағана башындағы уттар
ҡабынды.


Ҡапыл
Эмилә ҡысҡырып ебәрҙе:









Теге
өсәү! Ҡастыҡ!





Малайҙар
ҡыҙ күрһәткән яҡҡа ҡараны. Урам осондағы
фонарь яҡтылығында был яҡҡа табан
йүгереүсе өс шәүлә күренде. Балалар
эскәмйәнән ырғып торҙолар ҙа ситкә
ташландылар.


Шик
юҡ — былар «Ҡарсыға»ның кешеләре. Улар
бит бер нәмәгә ҡарамай Батырҙарҙы
эләктерергә итә. Эгәр Хәлиттең дә ҡасып
киткәнлеген белһәләр, бигерәк тә асыуҙары
килгәндер.









Минең
арттан! — тип өндәште Батыр иптәштәренә.
— Артҡа ҡалмағыҙ!





Батыр
ағастар араһына ырғыны. Бер аҙ барғас,
тротуарға килеп сыҡтылар. Шунан ҡырҡа
уңға боролдолар ҙа ниндәйҙер ҡапҡа
эсенә инеп киттеләр. Батыр артына ҡараны.
Хәлит менән Эмилә ҡалышмай килә.
Тегеләрҙән ҡо- толдолармы икән?


Улар
туҡтаны. Өсөһө лә өҙөк-өҙөк итеп тын
ала. Ҡолаҡ һалдылар. Аяҡ тауыштары
ишетелә! Киләләр! Ана ҡапҡанан инделәр!
Ҡыҙ менән малайҙар ситкә ташланды. Алда
ҡойма! Тотолдолармы? Ана, тишеге бар
икән! Батыр шунда сумды. Хәлит менән
Эмилә уға эйәрҙе. Эгәр хәҙер эләкһәләр,
уларға ҡотолоу юҡ!.. Тротуар! Ике яҡта
ла ҡойма! Эгәр бынан тура ҡасһалар,
тегеләр ҡыуып етәсәк! Ул арала ҡыуыусылар
ҙа тишектән тротуарға килеп сыҡтылар.
Балалар йән-фарман алға саба. Уларҙың
инде хәле юҡ. Бандиттар яҡынлашҡан-
дан-яҡынлаша. Бөттө! Улар Мансур ағайҙы
ла ҡотҡара алманы, үҙҙәре лә тотолдо!
Хәҙер өсөһөн дә юҡ итерҙәр!..


235


Ҡапыл
Батыр ҡаршыларына атлаусы ике кешене
күреп ҡалды. Ҡараңғы. Әммә береһенең
йыуан, икенсеһенең оҙон буйлы икәнлеген
шәйләргә була. Әмиләне эҙәрләүсе Ур
кешеләреме икән ни? Балалар улар^ янына
йүгереп килеп етте. Тегеләр юлға арҡыры
торҙо. Йыуан менән Һонтор! Ҡыҙ менән
малайҙар, ни эшләргә белмәйенсә, ике
уртала туҡталды. Бына ҡыуып килеүселәр
яҡынлашты. Улар шунда уҡ балаларҙың
беләктәренән эләктереп алды.









Ҡәбәхәттәр!
— тине береһе асыу менән. — Күпме ҡанды
ашанылар!







Юҡ
итергә үҙҙәрен! — тине икенсеһе. —
Шуның менән эш тә бөттө!





Ошо
ерҙә Йыуан менән Һонтор һүҙгә ҡушылды.









Һеҙ
кем? Был балаларҙы нимә эшләтәһегеҙ?
Бандиттарҙың береһе тегеләргә ҡаршы
сыҡты:







Унда
ни эшегеҙ бар? Юлығыҙҙа булығыҙ! Юғиһә!..







Беҙгә
ошо балалар кәрәк! — Йыуан Әмилә менән
Батырға күрһәтте.







Ха-ха!
— тип көлдө бандиттарҙың береһе. —
Тағы нимә кәрәк? Китегеҙ юлдан!





Бандит
Йыуанды этеп ебәрҙе. Ләкин әллә ҡайһы
арала үҙе ергә тәгәрләп китте. Әмиләне
тотоп торған егет Йыуанға ырғыны,
икенсеһе Һонторға ташланды. Кемдеңдер
ҡулынан нимәлер шаҡылдап төштө. Китте
алыш. Хәҙер быларҙа эргәлә торған балалар
ҡайғыһы бөттө.









Ҡастыҡ!
— тип шыбырланы Батыр. Һуңғы минутта
ул ергә төшкән нәмәне ҡулына эләктерҙе.
Был бит Әмиләнән сыҡҡан радиосигналдарҙы
тотоусы прибор! Малай уны кеҫәһенә
тыҡты.





Урам
осона етеп боролор алдынан Батыр артына
әйләнеп ҡараны. Ур кешеләре менән
бандиттар һаман да һуғыша ине әле...


ҠОЯШЛЫ
УРАМЫНДА ТӨН


Ҡояшлы
урамын табыуы ҡыйын булманы. Бында
Батырҙың булғаны бар. Интернатта бергә
уҡыған малайҙың апайҙарына бергәләшеп
килгәйнеләр.


Ҡала
ситендәге был урам кескәй генә ағас
йорттарҙан тора, һәр ишек алдында
бейек-бейек ағастар үҫә.


Ҡырҡ
алтынсы йортҡа еткәс, туҡтанылар. Илле
дүртенсе өйгә тиклем күп ҡалманы. Эргәлә
генә автобус туҡталышы. Хәлит менән
Әмилә шунда ҡаласаҡ. Ә Батыр теге өйгә
барып килә. Әгәр ул ярты сәғәттән
әйләнмәһә, тотолған, тигән һүҙ. Ул саҡта
ни эшләрҙәр? Ул саҡта Хәлит менән Әмилә
Батырҙы нисек тә ҡотҡарырға тырышыр...
Башҡа ни эшләй ала улар?..









һин
тотолорға тейеш түгелһең! — тине Әмилә
оҙатҡан саҡта.





Бына
Батыр илле дүртенсе йортҡа яҡынлашты.
Ни өсөндөр тәҙрәләрендә ут күренмәй.
Өйҙә кеше юҡмы икән ни? Батыр уйланып
торҙо. Юҡ, бер килгәс, инмәйенсә китергә
ярамай. Бәлки пеләш йоҡлап яталыр, йәки
уның менән берәй хәл булғандыр. Әгәр
уның Батырҙарға ярҙам итергә теләүен
белһәләр, теге бандиттар... Был хаҡта
уйла- уы ла ҡурҡыныс!.. Әгәр «Пеләш»те
үлтереп, Батырҙарҙың килеүен көтөп
торһалар? Һаҡ булырға кәрәк!..


Батыр
ҡапҡаны этте. Ул сыйылдап асылды. Малайҙың
йөрәге жыу итте, ул ҡатып ҡалды. Әгәр
өйҙә кешеләр булһа, ишеттеләр! Ипләберәк
ҡыланырға кәрәк. Малай тирә-йүнгә ҡолаҡ
һалды. Тып-тын. Батыр үҙ йөрәгенең дарҫлап
тибеүен генә ишетә. Ҡараңғы. Болоттар
араһынан ҡараған ай ишек алдын саҡ ҡына
яҡтыртып алды. Мөйөштә торған бер шешә
ялтыраны. Бына ай йәнә юғалды, һәм
тирә-йүн тағы ҡараңғылыҡҡа күмелде.


Батыр
ишек алдына үтте. Ҡапҡа йәнә йәмһеҙ итеп
сыйылдап ҡуйҙы. Малай ҡоймаға һыйынды.
Ҡапыл һарай янында кемдер ҡыбырланы!
Йөрәк күкрәктән ысҡына яҙып тибә башланы.
Кем унда? Батырҙы күрҙеме? Шәүлә уға
яҡынлаша!.. Малай ҡурҡышынан артҡа
сигенде... Бәй, был бит бесәй булып сыҡты!
Ул килеп малайҙың аяғына һарылды.









Брыс!
— тине Батыр әкрен генә һәм эйелеп алға
атланы.





Тупһаның
беренсе баҫҡысына баҫыуы булды, таҡта
йөрәк өҙгөс тауыш менән шығырланы. Малай
шунда уҡ ишек артына йәшенде. Әгәр
тәҙрәнән күҙәтһәләр... Һаҡ булырға кәрәк.


Ишеккә
тотонор алдынан Батыр һуңғы тапҡыр
икеләнде. Бәлки бында инеп торорға
кәрәкмәйҙер? Ләкин башҡаса улар бит
Мансур ағайҙың ҡайҙалығын белә алмайҙар!


Батыр
ишекте этте. Ул анһат ҡына асылып китте.
Бикле түгел! Тимәк, өйҙә кемдер бар! Ниңә
утты яндырмаған? Әллә был — Батырҙың
тоҙаҡҡа инеп барыуымы?


Солан
эсендә бөтөнләй ҡараңғы. Ҡапыл арттағы
ишек шығырлап ябылды. Малай быны
көтмәгәйне, шуға ҡурҡышынан сәстәре
ҡыбырлағандай булды. Үҙе ябылдымы, әллә
берәйһе яптымы? Малай тын да алмай тора.
Тып-тын. Әкренләп күҙе ҡараңғылыҡҡа
өйрәнгәндәй булды. Алда өйҙөң ишеге
төҫмөрләнә. Мөмкин тиклем һаҡ баҫып
шуға табан китте малай. Бына — тотҡа.
Тартты. Йәнә йөрәк өҙгөс сыйылдау! Өйҙә
мәйет ятһа ла һикереп торор.


Батыр
эскә инде. Шылт иткән дә тауыш ишетелмәй.


2‘Л


Әммә
малай бөтә тәне менән һиҙә — өйҙә кемдер
бар! Ул күҙәтә, көтә Батырҙы!..


Тәҙрәләрҙән
тоноҡ ҡына яҡтылыҡ төшә. Әммә мөйөш-
һәйештәр ҡап-ҡараңғы! Унда тиҫтәләгән
кеше йәшенеп торһа ла күренмәҫ!


Малай
әкрен генә алға атланы. Алда өҫтәл
күрһнә.


Туҡта!
Уның артында кемдер ултыра! Малайҙың
тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте! Ул әҙәм
Батырға текәлгән дә ҡатып ҡалған! Уны
көтә! Йә, хоҙай, ни эшләргә? Сығып
ҡасырғамы? Малайҙың тәне ҡурҡышынан
таш кеүек ҡатты. Теге әҙәм дә ҡыбырламай...


Туҡта,
ул кешенең башы эйелгән дә баһа! Эйе,
эйелгән шул! Йоҡлаймы? Малай кешегә
яҡынлашты. Башы — пеләш! Тимәк, был Эмилә
менән һөйләшкән ир. Батыр бит уны күрергә
килде.









Эй!
— тине Батыр әкрен генә.





Кеше
шул көйө ултырыуын белде. Малай йәнә
өндәште. Юҡ, ыжламай ҙа. Батыр, бар
ҡыйыулығын йыйып, ирҙең яурынына тейеп
алды. Батыр ҡото осоп ситкә ырғыны. Сөнки
малай ҡағылыу менән, ултырғыстағы ир
бер яҡҡа ҡыйшайып китте лә иҙәнгә ауҙы.
Батыр ҡурҡышынан стенаға һыйынып тора.
Ни булды? Ниңә ул тормай, уңайһыҙ ҡиәфәттә
ята? Башына килгән уйҙан малай өшөп
китте: ул үлгән! Ошонда ғына Батыр ирҙең
күкрәгендә торған бысаҡты күрҙе.
Үлтергәндәр!.. Малай ишеккә сигенде.
Шунан туҡтаны, кире килде. Үҙ күҙҙәренә
ышанмағандай йәнә ҡарап торҙо. Ни
эшләргә? Милицияға хәбәр итергәме?


Ҡапыл
Батырҙың ҡолағына ниндәйҙер сыйылдау
ишетелде. Малай һағайҙы. Был бит ҡапҡа
тауышы! Кемдер инеп килә! Кем? «Ҡарсыға»ның
кешеләреме? Әгәр «Пеләш» бында Батырҙарҙың
килергә тейешлеген әйткән булһа... Батыр
ишеккә уҡталды. Юҡ, өлгөрмәй! Ана аяҡ
тауыштары инде тупһала! Тәҙрә аша
ҡасырғамы? Малай тәҙрәне аса башланы
ла туҡтаны. Сөнки унда кемдер бар кеүек
тойолдо. Батыр улай-былай итте. Шунан
тәҙрә шаршауының телевизор артындағы
стенаны ҡаплап торған өлөшөнә йәшенде.


Өйгә
кемдәрҙер инде. Аяҡ тауыштарынан бер
нисә кеше икәнлеге беленде. Әммә
өндәшмәйҙәр. Тып-тын. Бер минут- тай
ваҡыт үткәс, тегеләрҙең береһе өҫтәл
янына килде.









Ҡайҙа
ул? — тип һораны хәүефле тауыш менән.
— Өҫтәл артына ултыртып ҡалдырғайныҡ
бит!





Ишек
янындағылар уның янына ашығып килде.









Бына
ята бит! Теге малай ҡолаттымы икән?
Батырҙың йөрәге туҡталғандай итте.
Уның хаҡында һөйләшәләрме?







Ул
ингән тиһеңме? — тип һораны ҡалын
тауышлы ир.







Мин
асыҡ күрҙем, ул өйгә инеп китте. —
Быныһы- ның тауышы нәҙек кенә.







Утты
яндыр! — тине өсөнсө ир. — Ул малай
беҙҙе эҙәрләүсе тип уйлайһығыҙмы?





Шунда
уҡ өй эсе яҡтырҙы. Батыр тын алырға ла
ҡурҡып тора. Тегеләрҙең төрлө урындарҙы
ҡараштырғаны, шифоньерҙы асып япҡандары
ишетелде.









Бер
кем дә юҡ! — тине ирҙәрҙең нәҙегерәк
тауышлыһы.







Булырға
тейеш! Теге бүлмәне ҡара! Бер ҡайҙа ла
китмәгәндер!





Батырҙың
эргәһенән генә бер ир күрше бүлмәгә
үтте. Утты яндырҙы, нимәнелер асып
ҡараны, шунан кире сыҡты.









Юҡ!
Бер кем дә килмәгән, килергә лә тейеш
булмаған!







«Пеләш»тән
әйттерҙек бит, теге эҙәрләүселәргә
адресты бирҙем, тине. Мин күрҙем, кемдер
инде бында! Ул шуларҙың береһе! — тине
нәҙек тауышлы.







«Ҡарсыға»
беҙҙең кәрәкте бирәсәк, — тине өсөнсө
ир. — Быныһын ауыҙға килеп ингән ерҙән
тота алманыҡ, тегенеһе ҡасҡан!







Әйттем
мин һеҙгә, ишек алдына ингәс тә тотайыҡ
тип!







Ул
арт яҡҡа сығыр ҙа китер ине! Тәҙрә асыҡ
бит! Эй, һеҙ! — Ҡалын тауышлы тәҙрәне
асып тышҡа өндәште. — Бынан берәйһе
сыҡманымы?







Юҡ!
— тип яуап бирҙеләр тыштан.







Аңралар!
Тәҙрәнән сығып киткән! Күрмәй ҡалғанһығыҙ!
Ярай, китәбеҙ. Хәҙер беҙгә Мансурҙы
«йәшел һарай»ға алып барырға кәрәк.
«Ҡарсыға» уның менән һуңғы тапҡыр
һөйләшеп ҡарай ҙа сиселергә теләмәй
икән... Киттек!





Утты
һүндерҙеләр. Ирҙәрҙең соланға сыҡҡанлығы,
ишектәрҙең шығырлап ябылғаны ишетелде.
Ана, урам ҡапҡаһы ла сыйылдап алды.
Киттеләр! Шулай ҙа Батыр йәшенгән
урынында ултыра бирҙе. Бында кемдер
ҡалған кеүек ине уға...


«Пеләш»
Мансур ағайҙың ҡайҙалығын әйтә алманы
уларға. Әммә Батыр шуны белде: хәҙер
Мансур ағайҙы «йәшел һарай"ға алып
барасаҡтар. Эгәр ярты сәғәт эсендә унда
өлгөрһәләр, Мансур ағайҙы осраталар...


Батыр
йәшенгән урынынан сыҡты ла ҡапыл туҡтаны.
Сөнки бүлмәнең теге башында иҙән
шығырланы! Кемдер бар! Кире йәшенергәме?
Ләкин уны инде күргәндәрҙер! Малайҙың
йөрәге ярыла яҙып тибә. Ул кемдеңдер
тын алышын ишеткәндәй булды. Эргәлә
генә диван. Батыр шуның артына ырғырға
итте.


Ошо
ерҙә кемдер көслө тауыш менән: — Туҡта!
— тип өндәште. Батыр урынында ҡатып
ҡалды...


2.ч<)


ӘМИЛӘ
МЕНӘН ХӘЛИТ ЯРҘАМҒА КИЛӘ


Ҡыҙ
менән малай туҡталыш будкаһында оҙаҡ
ҡына ултырҙылар. Күптән килергә тейеш
Батыр. Ә ул юҡ та юҡ. Берәй хәл булдымы
икән? Ҡырҡ минуттан ҡайтып етмәһә, Әмилә
менән Хәлит Батырҙы ҡотҡарырға барырға
;тейеш.


Ары
көтмәҫкә булдылар. Ҡараңғы төн. һирәк
кенә бағана баштарында ут бар. Тик
уларҙың да яҡтылығы алыҫ китә алмай,
урам буйлап үҫкән бейек ағастар
ҡамасаулай...


Бына
илле дүртенсе йорт. Тәҙрәләре ҡараңғы.
Батыр унда булһа, ни өсөн утты яндырмағандар?
Әмилә менән Хәлит туҡталды. Ни эшләргә?
Әмилә өйгә инеп сығырға тәҡдим итте.
Батырҙың ундамы, түгелме икәнлеген
белмәйенсә улар ни ҡыла ала?


Ҡапҡаның
сыйылдауы төндөң тын һауаһын тирбәлдереп
ебәрҙе. Малай менән ҡыҙ ҡоймаға ышыҡланды.
Тәҙрәлә шәүлә күренгәндәй булды. Әллә
Хәлит менән Әмиләгә шулай тойолдомы?
Әгәр эстә көтөп торһалар? Әгәр улар күп
булһа? Ни эшләргә? Боролоп та китеп
булмай — Батыр бит бында булырға тейеш!
Эстә бандиттар булһа, уларҙы алдаштырырға
кәрәк. Тик нисек? Бер аҙ уйлағандан һуң.
Хәлит эргәләге утынлыҡтан алып ҡыҙға
бер оҙон ғына таяҡ тотторҙо:









Әмилә,
— тине ул. — Мин тупһаға күтәрелгәс
тә, һин ситтәнерәк тороп ошо таяҡ менән
тәҙрәне шаҡылдат. Тик үҙең эстәгеләргә
күренмә. Мин шул саҡта эскә инәм.





Бына
Әмиләнең ҡулындағы таяҡ тәҙрәне яра
яҙып шаҡылдата башланы. Шул ваҡытта
Хәлит соланға, аҙаҡ өйгә инде. Ул бер
тауыш та сығарманы шикелле, сығарһа ла,
ишектәрҙең шығырлауы тәҙрә шаҡылдауына
күмелеп ҡалғандыр.


Хәлит
ишек төбөндә туҡталып тирә-яғына ҡаранды.


Ҡапыл:


-
— Кем унда? — тигән тауыш ишетелде
эргәлә генә. Хәлит тәҙрә яҡтылығында
бер шәүлә күреп ҡалды.


Бейек
кәүҙәле ир! Ул Хәлиткә табан килә! Сығып
ҡасырғамы? Юҡ, өлгөрмәй! Теге тоттом
тигәндә, ҡапыл Хәлит иҙәнгә ятты. Һәрмәнеп
килгән бандит, малайға эләкте лә, башы
менән эргәләге мейескә шаҡ итеп һуғылды,
иҙәнгә барып төштө. Хәлит шунда уҡ ырғып
торҙо. Ҡасырға!.. Тик теге ир юлға арҡыры
ятҡан, үҙе ниңәлер тормай.









Хәлит,
һинме? — Эргәлә генә Батырҙың тауышы
ишетелде.





Хәлиттең
эсенә йылы йүгерҙе:









Батыр!







Ни
булды? — тип һораны Батыр. — Теге кеше
ҡайҙа?





Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 22
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов