Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 02

Общее количество слов 3347
Общее количество уникальных слов составляет 1572
38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов







Мин
— иң ҡурҡаҡ, иң әшәке, иң насар...





Әмилә
ҡарттың һүҙҙәрен ҡабатланы һәм, бер
ҡасан да, бер кемгә лә серҙе асмаясағын
белгәнгә күрә, үҙенең бер ҡасан да иң
насар, иң ҡурҡаҡ, иң әшәке кеше булмая-
сағын аңланы. Быны тойоуы шундай рәхәт
ине..:


Әмилә
Ер өҫтөнә күтәрелә


Күҙәтеү
экраны эргә-тирәлә бер кемдең дә юҡлығын
белдерҙе. Лифт тауышһыҙ ғына алға йөҙҙө.
Күп тә үтмәне, Әмилә Ер планетаһының
өҫтөндә яңғыҙы тороп ҡалды. Тирә-йүндә
— ҡола ялан, төрлө-төрлө үләндәр үҫә,
һирәк- һаяҡ ағастар күренә. Ҡайҙа ҡарама,
бер үк күренеш. Хатта, ошо тапҡырҙа,
аҫта, станция барлығын һиҙҙереүсе әй-
бер ҙә юҡ. Әгәр сумкаһында станцияны
эҙләп табырға ярҙам итеүсе прибор
булмаһа, ҡыҙ һис тә кире юлды таба алмаҫ
ине.


Әмилә,
алыҫтағы ҡаланың саҡ-саҡ ҡына күренгән
бейек ҡатлы өйҙәренә ҡарап торғандан
һуң, башын күтәрҙе. Ерҙең ҡояшы Урҙыҡына
ҡарағанда бәләкәйерәк, әммә яҡты- раҡ
яна. Ерҙе Урҙан айырырлыҡ башҡа бер ни
ҙә юҡ кеүек. Дөрөҫ, ағастарҙың, үләндәрҙең
төҙөлөшө икенсерәк, ә бына төҫтәре шул
уҡ. Уйлап ҡараһаң, сәйер бит. Бынан илле
парсек алыҫлыҡта, йыһан төпкөлөндә
йөҙгән Ур планетаһында тормош ағышы
бындағы менән оҡшаш. Ниңә икән? Хәйер,
был һорауҙы уға, өсөнсө баҫҡыста
шөғөлләнеүсе ҡыҙға, биреүе лә оят.
Дәреслектәрҙә бит, тәбиғәт законы бөтә
йыһанда бер төрлө, бар йыһан ике йөҙгә
яҡын элементтан тора һәм, уларҙың
комбинацияһы арҡаһында ҡайҙалыр органик
тормош тыуа икән, ундай ерҙәр бер-бе-
реһенә оҡшаш, тип яҙылған. Быны ғына
аңлай Әмилә, әммә барыбер алыҫ
планеталарҙағы тормоштарҙың бер иш-
лелегенә, унда йәшәгән кешеләрҙең,
йәнлектәрҙең ҡиәфәттәренең ныҡ
айырылмауына хайран ҡала. Бында ниндәйҙер
сиселеп бөтмәгән сер бар кеүек...


Бөгөн
атаһынан эргәләге ҡалаға сығып килергә
рөхсәт алды Әмилә. Әлбиттә, иң алда,
инструкцияның бер пунктын да онотмауын
белдереп, уны яттан һөйләп бирергә тура
килде: «Кешеләр менән аралашмаҫҡа, һорау
бирһәләр генә, ҡыҫҡа яуап ҡайтарырға.
Фәҡәт күҙәтергә, үҙеңде тыныс тоторға...»
Бөтәһе йөҙ ҙә егерме пункт.


Ҡыҙының
инструкцияны яҡшы белеүенә Лайон ҡәнәғәт
ҡалды шикелле, артыҡ һорауҙар биреп
торманы. Әммә Әмиләнең кейемен ентекләп
тикшерҙе. Йәнәһе, Ер йөҙөндә йәшәүселәрҙекенән
айырылмаймы икән? Ер кешеләре бе-


рәй
нәмә һиҙеп ҡалмаһындар, шик тыумаһын...
Шунан Ла- йон, ни өсөндөр, уфтанып алды
һәм тапшырыусы аша биш минут һайын,
махсус кнопкаға баҫып, үҙенең ҡайһы
ерҙә икәнлеген белдереп торорға ҡушты.
Эмиләгә тәүге тапҡыр Ер өҫтөндә ике
сәғәт йөрөргә рөхсәт ителде.


Бына
ҡыҙ, тирә-яғына ҡарай-ҡарай, ҡалаға табан
атлай. Алда ике һын күренде. Ҡыҙ үҙенең
тулҡынлана башлауын тойҙо. Сөнки былар
бит — Эмиләгә тап булыусы тәүге Ер
кешеләре. Улар үҙҙәрен нисек тотор? Ҡыҙ
берәй шик тыуҙырып ҡуймаҫмы?


Һындар
яҡынлаша төштө. Тегеләр Әмилә йәшендәге
ике малай булып сыҡты. Ҡыҙ, һөйләшеп
тормаҫ өсөн, уларҙы урабыраҡ үтергә
теләне. Әммә малайҙар туҡтап, ҡыҙға бер
аҙ ҡарап торҙолар ҙа:









Эй,
ҡыҙыҡай! — тип ҡысҡырҙылар.





Әмилә
ҡапыл ни тип яуап бирергә лә белмәне.
Ул: «Эй, ҡыҙыҡай», — тигән һүҙҙәрҙең Ер
кешеләренсә ни аңлаты- уын иҫенә төшөрөргә
маташһа ла, булдыра алманы. «Тәүге
һынауҙы ла үтә алманым», — тип уйланы
ҡыҙ төшөнкөлөккә бирелеп.









Минән
һеҙгә нимә кәрәк? — Әмилә был осраҡ
өсөн ошонан да уңайлы һорау тапманы.







Һин
кем? Ҡайҙан киләһең?





Бер
юлы ике һорау. Әгәр үҙҙәренең планетаһында
булһа, Әмилә уйлап та тормайынса яуап
бирер ине. Бында ул һәр аҙымын уйлап
баҫырға, һәр һүҙен үлсәп әйтергә тейешле.
Инструкция шулай ҡуша.









Мин
— Әмилә. Киләм алыҫтағы ҡаланан. — Шик
тыуҙырмаҫ өсөн, малайҙарҙың ике һорауына
ла яуап бирергә булды.





Ә
тегеләр, ни өсөндөр, бер-береһенә ҡарашып
алды. Әми- ләнең яуабы уларҙың ҡыҙыҡһыныуын
арттыра гына төштө шикелле, сөнки ҡыҙға
табан атланылар. Әмилә уларға ентекләп
ҡараны. Малайҙарҙың береһе — нәҙек оҙон
буйлы, ҡара сәсле, икенсеһе — ҡыҫҡа
йыуантаҡ кәүҙәле, ҡуңыр сәсле. Икеһенең
дә өҫтөндә шортик менән футболка.^









Әмилә?
— тип һораны тәбәнәк малай. — Ундай
исем буламы ни?







Күрше
ҡаланан? — Оҙон буйлы малай^ ҙа ғәжәплә-
неүен белдерҙе. — Баҡыртауҙан киләһеңме?
Йәйәүме?





Быларҙың
аптырауын күреп, Әмилә үҙенең ниндәйҙер
хата ебәреүен һиҙенде. Тиҙерәк ысҡынаһы
ине. Тик нисек итеп китергә уларҙың
янынан?









Һеҙҙең
һорауҙарығыҙ күп, — тине Әмилә, бер аҙ
уйланып торғандан һуң. — Мин уларҙың
ҡайһыһына яуап бирергә белмәйем.





Малайҙар
бер-береһенә ҡарашып алды.


15









Һин
берәмләп яуап бир, — тине һонтор малай.
— Баҡыртауҙан киләһеңме?





Әмилә
күрше ҡаланың исемен дә белмәй, уның
был тирәнән ниндәй алыҫлыҡта ятҡанын
да картанан ҡарамаған. Шулай ҙа төрлөсә
уйлағандан һуң:









Эйе,
— тип яуап бирҙе. — Баҡыртауҙан. V







Йәйәүме?
— һонтор малай йәнә шул һорауын
ҡабатланы.





Уның
ҡиәфәтенә ҡарап, Баҡыртауҙан йәйәү
килеү мөмкин түгеллеген аңланы ҡыҙ.









Юҡ,
— тине Әмилә. — Мине ултыртып алып
килделәр. Транспортта.







Ниндәй
транспортта?







Маркаһын
оноттом.







«Жигули»мы?
«Волга»мы?







«Волга».
— Ҡыҙ еңел һулап ҡуйҙы. Ул ошо маркалы
автомобиль барлығын хәтерләне. —
Малайҙар, һеҙ ғәфү итегеҙ. Мин ашығам.
— Әмилә китеү өсөн быларҙың рөхсәтен
көттө.





Ә
малайҙар ҡабаланған ҡыҙҙың ниңә һаман
да китмәүен һис тә аңлай алманы. Шул
ерҙә Әмилә иҫләне: бында китеү өсөн
һөйләшеп торған кешенән рөхсәт алыуҙың
кәрәге юҡ.









Һау
булығыҙ, — тине Әмилә һәм ҡалаға ҡарай
атланы.





Бер
аҙ барғас, Әмилә артына әйләнеп ҡараны.
Малайҙар, уның хаҡында онотоп, станция
урынлашҡан ҡалҡыулыҡҡа табан атлай
ине.









Әллә
иҫәр инде. — Ҡыҙҙы Батыр шулай баһаланы.







Сәйер
һөйләшә. Ул башҡорт ҡыҙы түгел. — Хәлит
тә үҙенсә һығымта яһаны. — Рус йәки
латышка.







Эйе,
— тип килеште уның менән Батыр. — Ә
барыбер башҡортса яҡшы ғына белә. Ярай,
хәҙер беҙҙә уның ҡайғыһы юҡ. Ул ҡыҙҙы
башҡаса күрәһебеҙ түгел. Ә бына юғалған
малайҙар...





Ошо
ерҙә Батыр яңылышты. Хәйер, яңы ғына
улар менән һөйләшкән Әмилә исемле сәйер
ҡыҙҙы бер сәғәттән бөтөнләй уйламаған
урында осратырын ул да, Хәлит тә күҙ
алдына килтермәне, әлбиттә. Шуға күрә
ике малай ҙа, Әмилә хаҡында тиҙ үк онотоп,
үҙҙәренең уйҙарына сумдылар.


Алда
ҡола ялан. Йәнә бер саҡрымдай үтһәләр,
Төйәләҫ йылғаһына барып етәләр. Кисә
юғалған Хәсән менән Әнүәр шуның ҡаялы
ярында балыҡ тоторға тейештәр. Табырҙармы
уларҙы? Әгәр иҫән-һауҙар икән, ниңә
кисәнән бирле ҡайтмағандар? Һаман да
балыҡ тотоп ултырмайҙарҙыр бит? Улайһа,
ҡайҙа булғандар?


Ошондай
уйҙарға бирелгән Батыр киң-киң аҙымдар
менән атлай. Хәлит, юртанлап, унан
ҡалышмаҫҡа тырыша.


Көтөлмәгән
осрашыу


Ҡалаға
килеп ингәс, Әмилә ирекһеҙҙән туҡтап
ҡалды. Китаптарҙағы фотолар, һүрәттәр
аша үҙен бында ни көтөрөн яҡшы белеүенә
ҡарамаҫтан, ҡаланың ысынбарлығына тап
булғас, ҡыҙ үҙенең ҡаушауын, хатта,
хайран ҡалыуын тойҙо.


Ике
планетала — Ерҙә һәм Урҙа — йәшәүсе
кешеләр, йәнлектәр, үҫемлектәр бер-береһенә
шундай оҡшағандар, ә бына шул планеталарҙа
төҙөлгән йорттар, башҡа биналар,
киреһенсә, бер-береһенән ныҡ айырыла.
Хәйер, бынан бер нисә мең йылдар элек
Урҙа ла йорттар бындағы кеүек булған.
Хәҙер генә биналар бөтөнләй башҡаса
төҙөлә. Мәҫәлән, тәҙрәләрҙә быяла урынына
магнит тулҡыны файҙаланыла. Торлаҡтар
түңәрәк формала, һәм унда фәҡәт йоҡо
бүлмәһе генә бар. Ур планетаһында кешеләр
матур итеп йыһазландырылған махсус
урында ашай, ҡунаҡтарын ҡабул итә, уҡый
һәм башҡа эштәр менән шөғөлләнә, өйөнә
тик йоҡлар өсөн генә ҡайта. Ә Ерҙәге һәр
ғаилә үҙе өсөн айырым йоҡо бүлмәһе, аш
бешереү урыны, ҡунаҡ ҡабул итеү бүлмәһе
тота икән. Шуға Ерҙәге өйҙәр ҙур,
килбәтһеҙ. Икенсенән, күп ваҡыт буш
торған бүлмәләрҙе төҙөү өсөн күпме аҡса
сарыф ителә. Әмилә шул йорттарға
ғәжәпләнеп ҡарай һәм үҙ планетаһының
тарихына әйләнеп ҡайтҡандай була.


Транспорттың
барыһында ла шылып йөрөү өсөн түңәрәк
диск файҙаланыла икән — сәйер ҙә, көлкө
лә. Шул арҡала күпме файҙалы энергия
юҡҡа сығарыла. Шуны аңламайҙармы икән
ни? Ә Ур планетаһында мәктәптең тәүге
баҫҡыстарында уҡ быны өйрәтәләр. Унда
транспорт фәҡәт һауа яҫтығы ярҙамында
шылып йөрөй. Шулай итеп, бик күп энергияны
һаҡлайҙар. Былар, бахырҙар, шуны аңламай
икән. Ниңә Әмиләнең атаһы уларға был
хаҡта әйтмәй? Гел генә инструкция тип
йәшәп булмай ҙа инде! Ерҙең яҙмышына
тығылмайым, тип бындағыларҙың ыҙаланыуы-
на күҙ йомоу — үҙе енәйәт! Ярай, уңайы
килеп сығыу менән, Әмилә уларға бөтәһен
дә һөйләп бирәсәк.


Ер
кешеләренең йәнә бер-ике сәйер ғәҙәтен
күреп йылмайҙы ҡыҙ. Ирҙәр осрашалар ҙа
ҡул ҡыҫышалар. Тәүҙә, әллә һуғышырға
итәләрме, тип ҡурҡып киткәйне Әмилә.
Баҡһаң, тегеләр шулай итеп бер-береһенә
сәләм бирә икән. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың
иҫәнләшеүе тағы ла мәҙәгерәк! Улар
ирендәре менән бер-береһенең сикәһенә
тейеп ала. Хас тешләшергә иткән кеүек!
Хәйер, Әмилә был турала китаптарҙан
уҡып белә ине бит. Онотҡан ғына. Әгәр Ер
кешеләрен Урға алып барһаң, улар ҙа,
тегендәгеләрҙең иҫәнләшеүен күреп,
хайран ҡалыр ине, моғайын. Ирҙәр
бер-береһенең


17


ҡолағын
тотоп ыуғылай, ә ҡатын-ҡыҙҙар, ике
ҡулдарын күтәреп, устары менән өсәр ҡат
һуҡҡылап ала. Уйлап ҡараһаң, был да мәҙәк
бит...


Үҙәк
майҙанға етәрәк, Әмиләнең күҙенә бер
таныш һын салынғандай булды. Ҡыҙ, туҡтап,
тирә-яғына ҡараны һәм шаҡ ҡатты. Унан
егерме аҙым алдараҡ Дукаш китеп бара.
Ер кешеләре кеүек кейенеп алған. Ҡартты
бер ваҡытта ла бындай ҡиәфәттә күрмәгәс,
Әмилә бигерәк тә сәйерһенде. Э иң
аптыратҡаны шул: ике сәғәттән Урға
осабыҙ, ваҡытым бик тығыҙ, тип һөйләнә
ине лә баһа. Шулай булғас, нимә эшләп
йөрөй ул бында? Әмилә Дукашҡа өндәшергә
уҡталды ла, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡапыл
туҡтап ҡалды. Ниҙер тотто ҡыҙҙы. Дукаштың
уҫал ҡиәфәте, күҙҙәренең йәнлек ауларға
сыҡҡан һунарсыныҡы кеүек ялтлап китеүе
ҡурҡытты, шикелле. Ни булһа ла, ҡыҙ
урынында ҡатып ҡалды һәм Дукашты
күҙәтергә кереште.


Ҡарт
баҡса мөйөшөндә һөйләшеп торған ике
малайға яҡынлашты. Ҡапыл ҡарттың йөҙө
һауалағы ҡояштай яҡтырып китте. Ул,
ниҙер һөйләп, малайҙарҙы көлдөрөп алды.
Дукаштың бар ҡиәфәтендә бер нәмәгә
ҡарамай ошо малайҙарҙы үҙенә ылыҡтырырға
тырышыуы ярылып ята, тик тегеләр генә
быны һиҙмәй. Нимәгә кәрәк булған улар
Дукашҡа? Ана малайҙарға әллә ниндәй
уйынсыҡтар сығарып бирә башланы.


Бына
ҡайҙалыр барырға өндәргә тотондо, буғай,
ҡулдарын һелтәп, яңы таныштарын ситкә
әйҙәргә кереште. Малайҙар саҡ ҡына
икеләнде лә риза булды.


Күп
тә үтмәне, тегеләр өсәүләшеп урам буйлап
китте. Әмилә, ҡыҙыҡһынып, уларға эйәрҙе.
Бына улар урам сатына килеп еттеләр.


Унда...
Әмилә шунда уҡ таныны: мөйөштә станцияның
Ер машиналарының береһенә оҡшатып
эшләнгән транспорты тора ине. Бер ҡарауҙа
ул урамдарында йөрөгән машиналарҙан
айырылмай кеүек. Әммә Әмилә белә: ул
атом энергияһы ярҙамында хәрәкәт итә,
шуға яғыулыҡ ҡоя торған урыны ла, янған
газды сығара торған торбаһы ла юҡ...


Яңылышмайыммы
икән, тигәндәй, ҡыҙ машинаға яҡыныраҡ
килде, әммә Дукаштың күҙенә салынмаҫҡа
тырышты. Ьүҙ юҡ: был — станцияның
транспорты. Шуныһы ғәжәп: ҡарт ниңә
малайҙарҙы машина эсенә ултырта?
Инструкцияны белмәйме? Унда бит асыҡ
әйтелгән: әгәр станция транспорты менән
ҡалаға сығырға тура килһә. Ер кешеләренең
береһен дә уның эсенә ултыртмаҫҡа!
Юғиһә, уларҙың күп нәмәне аңлап ҡалыуы
бар.


Инструкцияла
бер ваҡиға миҫал рәүешендә килтерелә.
Ниндәйҙер ҡалала станцияның бер
хеҙмәткәре үҙенең


икенсе
цивилизациянан килгәнлеген һиҙҙергән,
ул ғына ла түгел: «Беҙ һеҙҙе күҙәтәбеҙ.
Шулай итеп, үҙебеҙҙең үткәнде өйрәнәбеҙ,
һеҙҙең киләсәгегеҙҙе юрайбыҙ», — тигән.
Ҡалала оло ғауға башланған, кешеләр
өйҙәрен ташлап ҡасырға тотонған. Ҡала
халҡы, урындағы радио, телевидение һәм
гәзит аша был хәбәрҙең дөрөҫ түгеллеген
ҡат-ҡат әйткәндән һуң ғына, тынысланған.
Инструкцияла башҡа ваҡиғалар ҙа миҫал
итеп килтерелә. Дукаш, нисек шуларҙы
онотоп, был ике малайҙы транспорт эсенә
индерә?


Әмилә,
ни уйларға белмәй, аптырап ҡалды, ә
станция транспорты урынынан ҡуҙғалды.
Малайҙарҙы ҡарт ҡайҙа алып китте? Ҡыҙҙың
күңеле шомланды. Был ваҡиғаға күҙ йомоу
мөмкин түгел ине. Күрәһең, ҡала менән
танышыуҙы икенсе юлға ҡалдырып, хәҙер
үк станцияға әйләнеп ҡайтырға кәрәктер.
Ул үҙе күргән хәлде атаһына һөйләп
бирергә тейеш...


Ер
аҫтына эләгеү


Батыр
менән Хәлит ярты сәғәт эсендә йылға
буйын йөрөп сыҡтылар. Әммә бында Хәсән
менән Әнүәр түгел, уларҙың эҙе лә юҡ
ине. Малайҙар, устарын торба кеүек итеп,
төрлө яҡҡа һөрән һалып та ҡараны.
Тауыштарына йылға буйындағы өйәңкеләрҙә
ултырған ҡарғалар ғына осоп китте, ә
яуап биреүсе булманы.


Малайҙарҙың
кәйефе төштө. Улар йылға буйында
дуҫтарының береһен осратыуҙарына
өмөтләнгәйне. Юғалған ун һигеҙ малайҙы
булмаһа ла, Хәсән менән Әнүәрҙе ошонда
тап итербеҙ, тип уйлағайнылар. Тәзкирә
апайҙы ла ышандырғайнылар. Хәҙер буш
ҡул менән ҡайтырҙармы?


Батыр
менән Хәлит тауыш-тынһыҙ ғына кире
боролдо. Тимәк, малайҙарҙың юғалыуы
уйын эш түгел. Әгәр уларҙы бандиттар
урлай икән, хәҙер Батыр менән Хәлитте
лә тотоп алып китеүҙәре бар. Етмәһә,
ҡаланан алыҫҡа, әллә ҡайҙа сығып киттеләр.
Бында енәйәт эшләр өсөн аулаҡ, кеше-
фәлән юҡ. Ярҙам һорап ҡысҡырһалар ҙа,
бер кем дә ишетмәҫ. Малайҙар хәүефләнә
башланы. Тиҙерәк ҡалаға ҡайтырға кәрәк...


Ҡалҡыулыҡҡа
менгәс, малайҙар ҡала яғынан килеүсе
бер «Жигули»ға иғтибар итте. Ҡурҡҡанға
ҡуш күренә, тигәндәй, икеһе лә, был машина
эсендә бандиттар түгелме икән, тип уйлай
ҡуйҙы. Ирекһеҙҙән аҙымдарын әкренәйттеләр.
Малайҙарҙы тағы шул аптыратты: машина,
юлһыҙ- ниһеҙ урындан бик ҙур тиҙлек
менән елдерһә лә, бөтөнләй һелкенмәй
ине. Әйтерһең, тәгәрмәстәре ергә теймәй,
осоп килә...


19


Батыр
менән Хәлит был сәйер машинаға ғәжәпләнеп
ҡарап торҙо. «Жигули» яҡынлашҡан һайын,
малайҙарҙың күңелендәге шом артҡандан-арта
барҙы. Ябай машина улай йөрөмәҫ. Бында
ҡурҡыныс сер бар кеүек. Хәсәндәр- ҙең
юғалыуы арҡаһында тыуған хәүефкә ошо
шик килеп ҡушылды, һәм малайҙар үҙҙәренең
әкрен генә 1үлән араһына сумғандарын
һиҙмәй ҙә ҡалдылар.


Бер
аҙ ятҡас. Батыр, башын күтәрә биреп,
тирә-йүнгә ҡолаҡ һалды. Теге машинаның
тауышы ишетелмәй, эргәлә фәҡәт сиңерткәләр
генә серелдәй. Батыр башын тағы ла күтәрә
бирҙе һәм йылп итеп кире урынына боҫто.
Үҙе, ҡыбырламаҫҡа ҡушып, Хәлиттең
яурынына ҡулын һалды.


Малайҙың
күҙенә эләккән күренеш сәйер ҙә, ҡурҡыныс
та ине. Яңы ғына бында табан елгән
«Жигули» тауыш- тынһыҙ ғына яҡынлашҡан
да малайҙарҙың баш осонда тиерлек
аҫылынып ҡалған. Батыр шул секунд эсендә
машинала өс кеше ултырыуын күреп өлгөрҙө.


Ни
өсөн өҫтә эленеп тора? Ни өсөн уның
тауышы ишетелмәй? Был һорауҙарға яуап
эҙләргә ваҡыт юҡ ине. Ҡоттары осҡан
малайҙар, тын алырға ла ҡурҡып, ергә
һыйынды. Был минутта уларҙың йөрәктәре
тамаҡтары төбөндә тыпырсына ине...


Артабан
тағы ла ҡурҡынысыраҡ хәлдәр башланды.
Ҡапыл малайҙарҙың аҫтындағы ер убыла
башланы. Ҡото осҡан Хәлит ҡысҡырырға
ауыҙын асҡайны, үҙен ҡулға алырға
өлгөргән Батыр усы менән уның ауыҙын
ҡапланы.


Бына
эргәләге ер, яр кеүек булып, өҫкә күтәрелеп
китте. Юҡ, ул күтәрелмәне, малайҙар
үҙҙәре һаман да аҫҡа төшәләр икән. Бер
мәл ҡояш яҡтылығы юғалды, тирә-йүн сәйер
йәшкелт төҫкә буялды. Уны-быны уйлағанса,
малайҙарҙың аҫтындағы ер, ситкәрәк
шылып, ниндәйҙер - түбә аҫтына барып
инде. Батыр менән Хәлит, ҡолап китмәҫ
өсөн, бер-береһенә сат йәбеште. Әммә
барыбер, нимәгәлер эләгеп, ятҡан
урындарынан тағы ла аҫҡараҡ, таш кеүек
ҡаты иҙәнгә барып төштөләр. Хәлит әллә
ҡурҡышынан, әллә тәне ауыртыуҙан: «Әсәй!»
— тип ҡысҡырып ебәрҙе.


Науала
аҫылынып тороп ҡалған «Жигули», вертолет
кеүек осоп, ер өҫтөндә барлыҡҡа килгән
тишектән эскә инде һәм әүәлгесә
тауышһыҙ-ниһеҙ коридор буйлап китте. Ә
малайҙарҙы аҫҡа алып төшкән ер киҫәге,
кире өҫкә күтәрелеп, яҡты донъяға илтеүсе
тишекте ҡаплап ҡуйҙы. Батыр урынынан
ырғып торҙо ла түбәгә текәлде. Әммә унда
ер йөҙөнә илтеүсе ҡапҡастың сите түгел,
күҙ бәйләнерлек йөйө лә күренмәй ине...


20


Бына
кем ул Дукаш!


Эмилә
станцияға йүгерә-атлай ҡайтты. Юлда ул
барыһын да яҡшылап уйланы, үлсәне һәм
Дукаш хаҡында атаһына әйтергә булды.
Теге ҡара ҡумта тураһында әлегә өндәшмәҫ.
Ант итте бит.


Лайон
кабинетында ине. Ул, ҡабаланып килеп
ингән Эмиләне күргәс, аптырап китте:









Ни
булды? Ниңә тиҙ?







Мин
ҡалала Дукашты тап иттем.







Дукашты?
— Лайондың йөҙөнә борсолоу сыҡты.
Станциялағы һәр кеше ҡалаға фәҡәт
Лайондың рөхсәте менән генә бара. Ә
Дукаш бөтөнләй ер өҫтөнә сыҡмаҫҡа
тейеш. Уның төп маҡсаты — Ур менән Ер
араһында транспорт карабы осороу. Ни
эшләгән ул ҡалала? Был хаҡта ни өсөн
станция етәксеһенә әйтмәгән?







Нин
яңылышманыңмы? — тип һораны Лайон
ҡыҙынан. — Бәлки, һин ҡартты уға оҡшаған
Ер кешеһе менән бутайһыңдыр?







Юҡ,
— тип баш һелкте Эмилә. — Дукаш станцияның
транспортында ине.







Ҡайһы
транспортында? «Жигули»ҙамы?







Мин
маркаһын белмәйем. Зәңгәр төҫтәге
автомобилдә.







Бәлки,
ул Ер автомобиле булғандыр?







Уның
яғыулыҡ ҡоя торған урыны ла, торбаһы
ла юҡ ине.







Ғәжәп...
— Лайон уйға батты.







Атай,
мин һөйләп бөтмәнем әле. — Эмилә йәнә
телгә килде.







Тағы
нимә? — Лайон һағайҙы.





-—
Дукаш ҡалала ике малайҙы беҙҙең
транспортҡа ултыртып алды.









Юҡты
һөйләйһең һин! — Лайондың күҙҙәре уҫал
йылтыраны. — Дукаш быны ғүмере эшләмәҫ!







Ултыртты,
атай! Үҙем күрҙем. Шунан уларҙы ҡайҙалыр
алып китте. Мин шунда уҡ бында йүгерҙем.







Уныһын
дөрөҫ эшләгәнһең...





Лайонды
шомло уйҙар солғап алды. Дукашты күптән
белә станция етәксеһе. Был ҡарт ҡасандыр
йыһанда осоу ҡағиҙәләрен ҡаты боҙғаны
өсөн Урҙан сығыуҙан оҙаҡ йылдарға мәхрүм
ителгәйне. Күптән түгел, үҙен тәртипле
тото- уын күреп, ҡартайыуын иҫәпкә алып,
Ер менән Урҙы тоташтырған транспорт
карабына йөрөтөүсе итеп тәғәйенләгәйнеләр.
Һәм бына... Ул бит бер юлы әллә нисәмә
ҡағиҙәне боҙған: рөхсәтһеҙ станциянан
сыҡҡан, үҙ транспортына Ер кешеһен
ултыртҡан... Э ҡайҙа алып киткән ул
малайҙарҙы? Бында алып килгәнме? Лайон
өҫтәл ситендәге


21


тиҫтәләгән
кнопкаларҙың береһенә баҫты. Эргәләге
кескәй экран гөлт итеп тоҡанды һәм
Дукаштың да, «Жигули»ҙың да станцияла
икәнлеген хәбәр итте.









Бына
нимә, Әмилә, — тине Лайон. — Кисә ҡалала
ун һигеҙ бала юғалған. Мин, бында беҙҙең
станцияның ҡыҫылышы барҙыр, тип
уйламағайным. Хәҙер1 килеп... Ике сәғәттән
Дукаш кире Урға оса. Шуға тиклем беҙ...
Кин ултырып тор. Мин Дукаш янына барып
киләм. Был ҡылығын нимә тип аңлатыр
икән?





Әмилә
атаһының беләгенә йәбеште:









Атай,
мин ҡурҡам!







Ниңә?
— Лайон йылмайҙы. — Бер ни ҙә булмаҫ.
Бин көт. Мин оҙаҡламам.





Атаһының
эш бүлмәһендә яңғыҙы ҡалғас, ҡыҙҙың
башында төрлө уйҙар сыуалды. Бына бер
нисә минуттан атаһы Дукашты ошонда
килтерер. Ҡарт ғәфү үтенер һәм башҡаса
улай эшләмәҫкә һүҙ бирер. Әллә Дукаш
оло сер өсөн берәй эксперимент үткәрәме
икән? Бәлки, ул быны Әмиләнең атаһынан
да йәшерергә тейештер? Сөнки Ур етәкселәре
шулай ҡушҡан...


Ҡыҙҙың
башында төрлө-төрлө уйҙар тыуа. Ә ваҡыт
елә, ҡабалана. Тик атаһы ғына килмәй ҙә
килмәй...


Тағы
ла ярты сәғәттәй ултырғас, ҡыҙҙың түҙеме
бөттө, һәм ул, урынынан тороп, коридорға
сыҡты.


Тынлыҡ.
Шылт иткән тауыш та ишетелмәй.


Аяҡтары
үҙҙәренән-үҙҙәре Дукаштың карабы
урынлашҡан яҡҡа алып китте. Әммә мөйөшкә
яҡынайған һайын, Әмилә һағыраҡ атланы,
тынын да һиҙелер-һиҙелмәҫ алырға
тырышты...


Бына
карап. Тик ниңә уның эсенән һөйләшкән
тауыштар ишетелмәй? Атаһы менән Дукаш
аңлашып айырылышҡандарҙамы? Улайһа,
ниңә атаһы кире бүлмәһенә ҡайтманы?
Ҡыҙҙың күңелендә шом үҫкәндән-үҫә барҙы.
Бына ул әкрен генә баҫып, карап эсенә
инде, бар иғтибарын йыйып, бындағы
тынлыҡҡа ҡолаҡ һалды. Кабина эсендә
кемдер бар. Ана, кнопкаларҙың селт-селт
итеп алыуы ишетелә. Кем унда?


Ҡапыл
кабина эсенән:









Ур!
Ур! — тигән тауыш ишетелде. Был Дукаш
ине. Күрәһең, ул пульт аша алыҫ Ур менән
бәйләнешкә инергә маташа.





Әмилә,
күренмәҫкә тырышып, караптың ишегенә
һыйынды.









Ур!
Был мин — туҡһан беренсе! — тине ул
арала Дукаш ҡарлыҡҡан тауыш менән. —
Йәнә икәү булды... Эйе... Бөтәһе — егерме
малай... Һеҙ ҡушҡанса... Тик бында
көтөлмәгән хәл... Станция етәксеһе Лайон
белеп ҡал-





ды...
Юҡ, ул әле иҫһеҙ ята. Теге егерме бала
янында... Эйе, ҡара ҡумтала... Алып ҡайтырға?
Лайондыламы? Ҡыҙы ла бында бит. Ул әлегә
ҡалала. Хәҙер ҡайтырға тейеш... Уны ла
алып ҡайтырғамы? Аңлашылды... Эйе, иҫен
юйырбыҙ ҙа... Үтәрбеҙ, борсолмағыҙ...
Станцияла беҙҙән башҡа бер кем дә юҡ.
Хеҙмәткәрҙәрме? Тикшереүҙә. Ике көндән
генә ҡайталар...


Эмиләнең
йөрәге ҡурҡыштан ярылырҙай булып тибә
башланы. Ул, үҙенең ҡайҙа баҫҡанын
белмәйенсә, караптан ситкә ташланды...


Ер
аҫтында


Малайҙарға
былар бөтәһе лә ҡурҡыныс төш кеүек
төҫлө. Ныҡ итеп тыпырсынырға ғына кәрәк,
һәм уянып китерҙәр кеүек. Шул уҡ ваҡытта
Батыр үҙенең һәр күҙәнәге менән
аңлай: был — төш түгел. Был — өн. Ҡайҙан
килеп


эләктеләр
бында? Нисек ҡотолорға хәҙер? Ғөмүмән,
ҡотола алырҙармы? Ә бөгөн кис өйҙәренә
ҡайтмаҫтармы икән ни? Әсәһе! Бахыр әсәһе!
Ул бит хәҙер бөтөнләй яңғыҙ! Ниңә
тыңламаны икән әсәһен? Ниңә сығып китте
өйҙән? Нимә эшләргә?


Батырҙың
башында йөҙәрләгән һорау. Уларҙың
береһенә лә яуап юҡ. Шул уҡ ваҡытта
малайҙың күкрәгендә ҡурҡыу менән йәнәш
ҡыҙыҡһыныу ҙа уяна бара. Ниндәй ер был?
Ни өсөн ҡаланың янында ғына урынлашҡан
был сәйер урынды бер кем дә белмәй? Ә
теге вертолет кеүек осоп йөрөүсе «Жигули»
хаҡында ни әйтерһең?


Юҡ,
былай тик тороуҙан файҙа сыҡмаҫ. Ни ҙә
булһа эшләргә кәрәк. Батыр шулай уйланы
ла коридор буйлап атланы. Хәлит, шуны
ғына көткән кеүек, уға эйәрҙе.


Коридорҙың
икегә айырылған еренә еткәс, Батыр,
мөйөшкә ышыҡланып, ике яҡҡа ла күҙ һалды.
Унда тиҫтәләгән ишектәр күренә. Әллә
ниндәй приборҙар төрлө төҫтәге күҙҙәре
менән йылтылдай. Шуныһы ғәжәп: улар
янында бер кем дә юҡ.


Батыр,
нимә эшләйбеҙ тигәндәй, боролоп дуҫына
ҡараны. Ә тегеһе ауыҙын ҡыйшайта ла
башланы.









Ҡайтҡым
килә...







Ипләп!







Бынан
бер ҡасан да сыға алмаясаҡбыҙ! Бына
күрерһең! — Хәлиттең тауышы ҡалтырап
китте.







Етәр
һиңә! — Батыр дуҫына асыулы ғына өндәште.
— Хәҙер берәй нәмә уйлап сығарабыҙ...
Әйҙә әле!..





Алдағы
мөйөшкә еткәс, Батыр алға күҙ һалды ла
кинәт иҙәнгә сүкте. Шунан, ҡабаланып,
йәшеренерҙәй урын эҙ-


23


ләй
башланы. Эмәлгә ҡалғандай, эргәлә генә
ҙур станок ултыра ине. Шуның артына
тайпылдылар.


Ошо
уҡ секундта малайҙарҙың янынан бер ҡыҙ
йүгереп үтеп китте.


Туҡта!
Был Әмилә түгелме һуң? Батыр кинәт дуҫына
боролдо:









Таныныңмы?







Кемде?







Кемде,
кемде... Үтеп киткән ҡыҙҙы.







Юҡ...







Һинең
күҙең тонғанмы әллә? Был бит бая беҙгә
тап булған ҡыҙ.







Ул
ни эшләп йөрөй бында?







Мин
ҡайҙан беләйем?







Теге
коридорға инеп китте. Әйҙә артынан!







Туҡта
әле... — Батыр йәнә мөйөштән башын
сығарып, коридорҙың арғы осона ҡарап
алды. — Тегендә тағы бер әҙәм йөрөй
шикелле.







Әйҙә,
шуға барып әйтәйек. Беҙҙе сығарһын
бынан.







Ә
сығармаһа? Ун һигеҙ малайҙың юғалыуын
оноттоңмо? Бәлки, ошоларҙың эшелер ул.







Улайһа,
беҙ ҙә... — Хәлит иламһырай башланы.







Тс-с!
Бында килә!





Малайҙар
йәнә станок артына сүкте.


Күп
тә үтмәне, теге әҙәм малайҙарҙың эргәһенә
килеп етте һәм туҡтап ҡалды. Был тәбәнәк
буйлы, йөҙөн һырҙар баҫҡан оло ғына
йәштәге кеше ине. Ҡарт үҙ алдына билдәһеҙ
телдә һөйләнеп алды. Шунан коридор
буйлап ары атланы. Батырҙың күңелендә:
«Ошоға эйәрергә!» — тигән уй тыуҙы ла
шунда уҡ һүнде. Сөнки ул йәнә кисә юғалған
ун һигеҙ малайҙы иҫенә төшөрҙө. Ошоларҙың
эше түгелме икән был? Бәлки, яңылышалыр.
Шулай ҙа һаҡ булырға кәрәк — билдәһеҙ
урын, билдәһеҙ кешеләр.


-
Үҙҙәренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамауына
тамам ышанғас, малайҙар, урындарынан
сығып, коридор буйлап атланы... Ҡапыл:









Туҡтағыҙ!
— тигән тауыш яңғыраны.





Көтмәгәндә
саф башҡорт телендә яңғыраған был
бойороҡ малайҙарҙы шул урында таш кеүек
ҡатырға мәжбүр итте. Кем ҡысҡырҙы һуң?
Теге ҡыҙҙың тауышы бит был!


Батыр
артына әйләнде һәм үҙҙәренән биш-алты
аҙым ситтәрәк баҫып торған ҡыҙҙы күрҙе.
Малай шунда уҡ таныны уны. Был, ысынлап
та, иртәнсәк тап булған Эмилә ине. Батыр
менән Хәлиттең эсенә йылы инде.









Эмилә!
Выл һинме! — Малайҙар уның янына йүгереп
барғандарын һиҙмәй ҙә ҡалды.







Мин,
— тине ҡыҙ. — Тик әкрен һөйләшегеҙ.







Ниңә?







Аҙаҡ
аңлатырмын, һеҙ бында нисек килеп
эләктегеҙ?





Малайҙар
кем уҙарҙан үҙҙәре менән булған сәйер
хәлде


һөйләп
бирҙе. Ошо ерҙә Эмилә ҡапыл һағайҙы:









Әкрен!
— тине ул. — Бында киләләр! Әйҙәгеҙ!
Батыр менән Хәлит һүҙһеҙ генә ҡыҙға
эйәрҙе. Эргәләге бер бүлмәгә ингәс,
Әмилә ишекте яҡшылап ябып ҡуйҙы. Шунан:



Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 03
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов