Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 14

Общее количество слов 3443
Общее количество уникальных слов составляет 1490
39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
баҫылып сыҡты, хатта был мәҡәләне аҙаҡ
республика гәзиттәре лә күсереп баҫты.
Әммә уларға бер кем дә, шул иҫәптән Батыр
ҙа, ышанмағайны.


149


Ә
баҡһаң, ул утлы шар эсенән сыҡҡан кеше
Батырҙың үҙе булған! Әҙәм ышанмаҫлыҡ
нәмә бит был!


...Батыр
әкренләп шундай фекергә килде: ер
аҫтындағы станцияны табырға кәрәк. Ур
кешеләренә хәлде аңлатып бирергә тура
килер. Үҙ заманына ҡайтыу өсөн ошонан
башҡаса юл юҡ... $


Батыр
бында ыҙалай, ә Хәлит ни эшләне икән?
Әгәр ул тотолһа, бөтәһен дә оноттороп,
малайҙы ер өҫтөнә сығарып ебәрәсәктәр.
Ул саҡта Хәлит Батырҙың ҡайҙа икәнлеген
бөтөнләй хәтеренән сығарасаҡ...


Шулай
уҡ үҙ ваҡытына кире ҡайта алмаҫмы?
Әмиләне башҡаса бер ҡасан да күрмәҫме
икән ни? Ҡыҙ менән осрашыу өсөн ашҡынып
килгәйне бит Батыр Сибайға...


ХӘЛИТ
ХӘЛИТТЕ ОСРАТА









Таптым!
— тине Хәлит шат тауыш менән. — Батырҙың
ер аҫты станцияһында ҡара ҡумтаға
ултырған ваҡытына барайыҡ та, уны
туҡтатайыҡ. Йәки нисек кире ҡайтырға
өйрәтәйек!







Ярамай.
— Эмилә күңелһеҙ ҡиәфәт менән башын
сайҡаны. — Был инде тарихтың үҫешенә
ҡыҫылыу була. Батыр инде күптән ҡара
ҡумтаға ултырып киткән, ул ҡайҙалыр
икенсе ваҡытта йөрөй. Беҙҙең уны табып
кире ҡайтарырға ғына хаҡыбыҙ бар, ә
сәйәхәттең башына барып туҡтатырға
хоҡуғыбыҙ юҡ. Был Ер цивилизацияһының
үҫешенә...







Беләм,
беләм! — тип бүлде ҡыҙҙы Хәлит ҡәнәғәтһеҙ
тауыш менән. — Оло ҡыйралышҡа килтерәсәк...
Улай ярамай, былай ҙа ярамай! Улайһа,
нимәгә кәрәге бар был машинаның?





Хәлит
ҡара ҡумтаның мөйөшөнә тибеп ебәрҙе.









Ул
тикшереүҙәр өсөн кәрәк.







Былай
йөрөһәк, беҙ бер ҡасан да Батырҙы
тапмаясаҡбыҙ! Ә ваҡыт үтә, үтә! Батареяның
көсө бөтһә...







Шуға
тиклем табырға кәрәк, тим бит.







Ә
нисек? Нисек?







Белмәйем.
— Эмилә тыштан тыныс булырға тырыша,
ә эстән уның да йөрәге әрней...





Инде
Эмилә менән Хәлит 87-се йылдың көҙөнә
килеп еттеләр. Ҡара ҡумта әүәлгесә
гараждар артында ултыра. Малай менән
ҡыҙ яҡын-тирәне ҡарап сыға ла, Батыр ҙа,
уның аппараты ла күренмәгәс, ваҡыт
буйлап бер сәғәткә алға күсәләр. Эмилә
Батырҙың өйө тирәһенә барып әйләнә,
Хәлит үҙҙәре йәшәгән яҡты барып ҡарай...


һикһән
етенсе йыл Хәлиткә ун йәш булған. Эй,
күрәһе


ине
үҙенең шул сағын! Шуға ла өйҙәренә инеп
сығыу теләге малайҙы ташламай. Әммә
Әмилә ваҡытты уғата аҙ бирә. Ул йүгереп
йөрөп үҙҙәренең тирәһен ҡарап сығыуға
ғына етә. Юғиһә беҙ бер тәүлек эсендә
алты йылды урап сыға алмаясаҡбыҙ, ти
ҡыҙ. Шуға ла Хәлит үҙҙәренең өйөнә,
алыҫта ултырған мәктәптәренә ашығып
ҡына ҡараш ташлай ҙа гараждар артына
ҡабалана. Шул арала үҙҙәре тирәһендә
йәшәгән бер-ике бала-сағаны тап итте.
Уларҙың ҡапыл ике-өс йәшкә бәләкәсәйеп
китеүҙәрен күреүе Хәлит өсөн ҡыҙыҡ та,
сәйер ҙә. Әммә яҡшы таныштар булмағас,
барыбер ул тиклем хайран ҡалмай Хәлит.
Әгәр бына үҙенең берәй класташын тап
итһә, йәки ун йәшлек Батыр менән үҙен
осратһа икән!.. Ҡыҙыҡ булыр ине был! Шуға
ла ваҡыт машинаһынан сығыу менән малай
иң алда мәктәп юлына күҙ һала. Йәнәһе,
кемдәр килә ул яҡтан. Ләкин ошоғаса унда
фәҡәт таныш түгел балалар күҙенә
салынды...


Был
юлы ла... Мәктәп яғынан ике малай килә.
Береһе йыуантаҡ, килбәтһеҙ кәүҙәле...
Таныш түгел. Икенсеһе һонтор буйлы...
Туҡта! Был бит Батыр! Бынан өс йыл элекке
ун йәшлек Батыр! Ул! Ул! Үҙенең иң яҡын
дуҫын танымаҫҡа! Ҡалай бәләкәсәйеп
киткән! Көлкө! Э янындағы килбәтһеҙ
кәүҙәлеһе кем булды һуң әле? Бәй! Хәлит
терт итеп ҡалды. Был бит малайҙың үҙе,
Хәлит! Йыуантаҡ малай, баҡһаң, ун йәшлек
Хәлит икән. Шулай йыуанмы ни ул?


Ун
өс йәшлек Хәлит, ни эшләргә белмәйенсә,
урынында ҡатып ҡалды. Ғәжәп бит был!
Хәлит үҙен күрә! Әкиәттә генә була торған
хәл дә баһа! Валлаһи, берәйһе һөйләһә,
быға ышанмаҫ ине. Ә бына хәҙер үҙе... Әллә
төш күрәме? Юҡ, ысын был, ысын!


Ул
арала ун йәшлек малайҙар яҡыныраҡ килде.
Өлкән Хәлит юлдан ситкәрәк сыҡты.
Аралашырға ярамай. Әмилә шулай ти бит.
Хәлит үҙ-үҙенә ситтән генә ҡараясаҡ...


Ошо
ерҙә Хәлит менән Батырҙың ҡаршыһына ун
ике йәштәр тирәһендәге икенсе малай
килеп сыҡты.









Туҡтағыҙ
әле, — тине ул. Бының Хәлит менән Батырға
ҡарағанда ҙурыраҡ та, көслөрәк тә
икәнлеге күренеп тора. — Аҡсағыҙ бармы?







Юҡ...







Алдайһығыҙ
бит! Күрһәтегеҙ кеҫәләрегеҙҙе! — Теге
малай Батырҙың да, Хәлиттең дә елкәләренә
берәрҙе ҡундырып алды. — Шәберәк
ҡыбырлағыҙ!





Ағастар
араһында торған Хәлит бынан бер нисә
йыл элек бер Славик тигән малайҙың
мәктәптән ҡайтҡан саҡта көн дә тиерлек
туҡтатып, аҡса һорап, бирмәһәң, туҡмап
йөҙәткәнен хәтерләне...


Өлкән
Хәлит ағастар араһынан сыҡты.









Эй!
— тип өндәште ул.





151


Өс
малай ҙа уға әйләнеп ҡараны.









Кил
әле бында! — тине ун өс йәшлек Хәлит.







Миңә
әйтәһеңме? — тип һораны Славик.







Эйе,
һиңә! Кил!





Славик,
йомшаҡ ҡына баҫып, Хәлиткә яҡынлашты.
Кескәй Хәлит менән кескәй Батыр аптырап
ҡ^рап тора. Батыр бигерәк тә ныҡ ғәжәпләнде,
буғай. Сөнки ул ун өс йәшлек Хәлитте
танығандай итте. Фәҡәт ун йәшлек Хәлит
дуҫының эргәлә тороуы ғына: «Хәлит, һин
нисек улай ҙурайып киттең?» — тип
һорауҙан тыя...


Славик
килеп етеү менән, Хәлит уның елкәһенән
эләктереп алды:









Ниңә
кескәйҙәрҙе йәберләйһең?







Йәберләмәйем...
— Славиктың ҡото осто. — Мин бит былай
ғына...







Әгәр
тағы үҙеңдән кескәйҙәргә ҡул күтәрһәң,
йәки уларҙан аҡса һораһаң!.. Үҙеңә
үпкәлә! Аңланыңмы?







Аңланым!
— тине Славик, иламһыраған тауыш менән.







Бар,
юлыңда бул! — Хәлит тегенең елкәһенә
төртөп ебәрҙе.





Славик,
анһат ҡотолғанына ҡыуанып, йәһәт кенә
табанын ялтыратты.


Хәлит
артына әйләнеп ҡараны. Ун-ун биш аҙым
алыҫлыҡта кескәй Хәлит менән кескәй
Батыр уға текәлгән. Күрәһең, уның кем
булыуын, ни өсөн шулай яҡлаша башлауын
аңларға теләйҙәрҙер.


Әммә
өлкән Хәлит үҙенең былай ҙа артығыраҡ
ҡыланып ташлағанын тойҙо. Шуға кескәй
малайҙарға бер ни өндәшеп торманы, уң
ҡулын ғына күтәреп сәләмләне лә ағастар
араһына сумды...


Бына
ул ҡабаланып гараждар араһындағы ваҡыт
машинаһына табан атлай, үҙе теге осор
Славиктың бәйләнеүҙәре- нең нисек
тамамланыуын хәтерләргә тырыша...


Туҡта
әле! Бер көндө мәктәптән ҡайтып килгәндә
Славик тап булып йәнә аҡса таптыра
башлағайны, ағастар араһынан... етенсе
кластар тирәһендә уҡыған бер малай
килеп сыҡты... Ул Славикты янына саҡырып
алып ниҙер әйтте, шунан йәнә ағастар
араһына инеп юғалды...


Кем
булды ул? Ниңә Хәлит менән Батырҙы
яҡлашырға булды? Славикка нимә тип
әйтте? Былар бөтәһе лә Хәлит өсөн билдәһеҙ
ҡалды, әммә шунан һуң Славик уларға аҡса
һорап бәйләнмәне...


Бөгөн
килеп. Хәлит ағастар араһынан килеп
сыҡҡан малайҙың ҡиәфәтен хәтерләй ҙә...
Шулай ҙа ул Хәлиттең үҙе булдымы икән
ни? Быға ышанғы килмәй! Әммә шулай булды
бит барыһы ла, булды!..


КӨТӨЛМӘГӘН
ОСРАШЫУ


Ҡайһы
саҡта Батырға Хәлит Әмиләне тап итеп
уны эҙләргә сыҡҡан кеүек тойола. Әгәр
был ысын булһа... Батыр Әмилә менән
осрашырмы икән ни? Ышанғы килмәй. Былтыр,
Ур планетаһын ташлап киткән саҡта,
мәңгегә хушлашабыҙ тигән ауыр тойғо
малайҙың күңеленә ныҡлап инеп ултырғайны,
шул һаман китергә теләмәй.


Ә
Батыр Әмилә хаҡында йыш уйлана. Имеш,
ҡыҙ Ергә килеп төшкән дә Батырҙы тапҡан...
Ошо хыялын күпме тапҡырҙар төш итеп
күрҙе. Әмиләнең килеп инеүен күрә лә
уғата ҡыуана. Ҡыҙ ҙа бик шатлана.
Бер-береһен бүлә- бүлә һуңғы йылды нисек
йәшәүҙәрен, ҡайһылай һағыныу- ҙарын
һөйләргә тотоналар. Был минутта малайҙың
йөрәген оло бәхет солғап ала... Уянып
китһә, был төш кенә булған икән. Быны
аңлағас, малайға шундай ауыр була ине.


Батырҙың
класында матур-матур ҡыҙҙар бар. Уларҙың
ҡайһы берәүҙәре, хат яҙып, үҙҙәренең
Батырҙы оҡша- тыуҙарын, малай менән
осрашырға теләүҙәрен дә белдергәйне.
Тик ғәжәп: уларҙың барыһы ла матурлыҡ
яғынан да, холоҡтары менән дә Әмиләгә
ҡарағанда түбәнерәк тора кеүек... Ошондай
минуттарҙа, ҡыҙҙы юҡһынған саҡтарҙа,
яһаны ла инде Батыр Әмиләнең теге ике
портретын. Әлбиттә, бөтәһе лә уның
кемлеген белергә теләне, һеңлем, тип
кенә аңлатты Батыр. Ә портреттарҙың
береһен «Хыял ҡыҙы», икенсеһен «Ай ҡыҙы»
тип атаны...


Ошондай
уйҙар менән малай төндө еткерҙе. Ул таң
алдынан ғына ике сәғәттәй йоҡлап алды.
Уяныу менән Батыр үҙенең асыҡҡанлығын
тойҙо. Ҡапҡылап алырға ине лә... Исмаһам,
берәй һум аҡсаһы ла юҡ бит. Магазинға
инеп берәй нәмә алып сығыр ине...


Ҡапыл
бынан өс йыл элек булған сәйер ваҡиғалар
Батырҙың йәнә иҫенә төштө. Трико менән
курткаһының юғалыуы, иртәгеһенә кеҫәһенән
фатир асҡысының юҡ булыуы, шул көнө кис
кейемдәренең үҙҙәренән-үҙҙәре балконға
килеп эленеүе, ә асҡысының куртка
кеҫәһенән табылыуы. Батыр шуларҙың
серле бәйләнешен төшөнгәндәй булды.


Малайға
хәҙер үҙ фатирының асҡысын ҡулға
төшөрөргә кәрәк! Э инде бәләкәс Батыр
(үҙ-үҙең хаҡында сит кеше кеүек һөйләү
ҡыҙыҡ икән!) — мәктәпкә, әсәһе эшкә
киткәс, өйгә инеп, бер-ике телем икмәк
алып сығырға... Ә бына аҙаҡ асҡысты нисек
кире бирергә? Өс йыл элек асҡыс балкондағы
куртка кеҫәһендә табылды. Ниңә улай
килеп сыҡҡан? Бөгөн Батыр ошо заманды
ташлап китә алырмы икән ни?


Көн
тамам яҡтырҙы. Һалҡынса. Ер өҫтөндә
тәүге ҡар ята, ҡояш ихлас йылмайып, уны
иретергә маташа.


153


Батыр
ҡара ҡумтаға ситкәрәк китеп ҡараш
ташланы. Юҡ, көндөҙ ул һис тә яҡтылыҡ
һипмәй. Ҡарап торһаң, ябай, ғәҙәти бер
ҡумта... Быныһы яҡшы. Хәҙер уға кешеләрҙең
иғтибарын йәлеп итергә ярамай.


Был
юлы Батыр ҡалаға инеп торманы, ҡара
ҡумтаны йылға буйындағы һарайҙар артына
йәшерҙе лә өйҙәреңә табан йәйәү атланы.


Тәүге
уйы — ситтән булһа ла әсәһен күреү...
Әлбиттә, эргәһенә бара алмаҫ. Беренсенән,
малайҙың өҫтөндәге кейемде күреү менән
әсәһе әллә нәмә уйлар. Икенсенән, Батыр
һиҙенә: икенсе замандан килеп был
ваҡыттағы кешеләр менән аралашырға
уның хаҡы юҡ. Был көтөлмәгән нәмәләргә
алып барып сығармаҫмы? Өсөнсөнән, өйҙә
ун йәшлек Батырҙың ултырып ҡалғанын
белә тороп, ҡапыл ҡаршыһына ун өс йәшлек
Батырҙың килеп сығыуын күрһә, әсәһе ни
уйлар, нимә кисерер? Былар бит барыһы
ла билдәһеҙ...


Батыр
әсәһенең эшкә йөрөгән юлында тора. Кигеҙ
тулып киләлер. Ошо өй артына йәшенә лә
көтә...


Кешеләр
эшкә, балалар мәктәпкә ашыға, эргәләрендә
генә киләсәктән килгән малай тороуон
уйлап та бирмәйенсә үҙ мәшәҡәттәре
менән ҡабалана...


Ҡапыл
Батыр терт итеп ҡалды. Әсәһе! Малай уны
шунда уҡ таныны. Өҫтөнә оҙаҡ кейеүҙән
төҫө уңған көрән плащ кейгән, башында
— ғүмер буйы ябынған зәңгәр яулығы,
аяғында — резина итек, ҡулында — йыш
ҡына Батырға күстәнәстәр алып ҡайтыусы
сумка... Әсәһе! Батыр алға уҡталды. Әсәй,
туҡта! Был — мин, Батыр! Мин бит һине бер
йыл күрмәнем!.. Бер генә һүҙ әйтсе, әсәй!
Был донъяла мин бит хәҙер бөтөнләй
яңғыҙ...


Батырҙың
тәне земберләне, тамағына бер төйөр
килеп торҙо... Малай ҡолап китмәҫ өсөн
стенаға һөйәлде...


Уның
эргәһенән генә әсәһе шәп-шәп атлап үтеп
бара. Өйҙә ҡалған улын үҫтереп, кеше
итеренә ышанып эшенә ҡабалана. Бер
йылдан был яҡты донъя менән хушлашырын
да, кескәй Батырының етем ҡаласағын да
белмәйенсә ашыға...


Әсәй!..
Батыр түҙмәне, йәшенгән урынынан сыҡты.
Әгәр хәҙер әсәһе иғтибар итһә, һөйләшә
лә китә Батыр, уны киләсәктәге ҡурҡыныстар
хаҡында иҫкәртә.


Тик
үҙ уйына батҡан әсәһе малайға боролоп
та ҡараманы, шәп-шәп баҫып үтеп китте.
Батыр ирекһеҙҙән уға эйәрҙе. Бала саҡтан
күреп өйрәнелгән, таныш һын, таныш
кейемдәр... Хәҙер ул күҙҙән юғалырмы,
шунан бер йылдан үлерме? Юҡ! Батыр
иҫкәртергә тейеш! Ни өсөн ул әсәһен ни
көткәнен белгәс, быны йәшерергә тейеш?
Аралашырға ярамай? Ярамаһын!









Әсш!





Әсәһе
малайҙың тауышын шунда уҡ ишетте, әйләнеп
ҡараны. Шуны ғына көткән малай уның
янына йүгереп барҙы:









Әсш,
был мин — Батыр! Мин...







Батыр?
— Әсәһенең күҙҙәре ғәжәпләнеүҙән
ҙурайып асылды. Ул Батырҙы таныманы. —
Нисек — Батыр? Батыр өйҙә.








дә Батыр!







Бғк
һәйбәт. Туҡта, ә һин ниңә минең улымдың
кейемдәре* кейеп алғанһың? Ьин урланыңмы?
Ну-ка, сис хәҙер үк!





Урамдағы
кешеләр уларға иғтибар итә башланы.
Батыр шуға ашығып хәлде әсәһенә аңлатырға
тырышты:









Әсш,
мин — Батыр! Киләсәктән килдем. Миңә
ун өс йәш!







һан
нимә һөйләйһең? Минең Батырым өйҙә, ул
бәләкәй әле.







Ярай,
булһын! — тине, аптырағас Батыр. — Әсәй,
мин шлны әйтергә теләйем, һиңә һаҡ
булырға кәрәк. Юғиһә... һине үлем көтә,
аңлайһыңмы? Әсәй?







Немә?

Әсәһе малайға ныҡлабыраҡ ҡараны. Ул ун
өс йәшлек Батырҙың өйҙә ҡалған ун йәшлек
Батырға оҡшағаыығын күрә. Тик уларҙың
бер үк кешеләр икәнлеген күҙ алдына
килтерә алманы, буғай. — Кемде үлем
көтә? кым, һин юҡты һөйләмә, йәме! Батырҙың
курткаһын (ир!





Әсәһе
Батырҙың еңенән тотто. Был ваҡытта
уларҙың янына (ашҡа кешеләр ҙә йыйыла
башлағайны:










булды?







Кем
урлаған?







Опо
малаймы? Вәт, хулиган!





Әгәр
хәҙер китмәһә, уны тотоп аласаҡтарын
аңланы Батыр. Пһға ашығып әсәһенә:









Әсәй,
ишеттеңме? Мин иҫкәртәм! Зинһар, һаҡ
бул! — тине л», эргәлә торған кешеләрҙе
йырып, ситкә ташланды..,





ӘМИЛӘ
ЕРГӘ НИСЕК ЭЛӘКТЕ?


Әмиләнең
Ергә эләгеүе еңелдән булманы был юлы.
Теге саҡта этаһы ер аҫтындағы станцияның
етәксеһе ине, шуға кгрәк кешеләр менән
һөйләште лә алды ла китте ҡыҙын Ергә. Ә
хәҙер уны кем алыҫ та, хәүефле лә юлға
алырға риза булһын? Бәлки, йылдар үткәс
кенә, Әмилә ҙурайып йыһан гиҙеүсе булыр
ҙа Ергә килеп Батырҙы күрә алыр...


155


Һуңғы
йыл Әмилә өсөн бик оҙаҡҡа һуҙылды. Батыр
Урҙа саҡта Әмилә уны киноға төшөрөп
алғайны. Йыш ҡына шуларҙы ҡараны, бергә
йөрөүҙәрен хәтерләп ҡыуанды. Уның һайын
Әмиләнең күңелендә тиҙерәк Ергә барып
Батырҙы күреү теләге үҫкәндән-үҫә барҙы.
Малайҙы Ергә алып киткән караптың
командиры хаҡында йьпй ҡына уйлай ҡыҙ.
Биргән һүҙендә торҙомо икән? Батырҙы
оноттороусы тулҡын аша үткәрмәҫмен,
тигәйне бит ул. Шул ағайҙы күреү өсөн
бер нисә тапҡыр караптар оса торған
урынға барҙы, тик тегене тап итә алманы...


Юҡ!
Һиҙенә Әмилә: Батыр онотмаған, ҡыҙҙы
хәтерләй. Ошо минутта алыҫ-алыҫ Ер
планетаһында Әмиләне юҡһына, киләсәктә
осрашыу хаҡында хыяллана. Әммә Батыр
Урға килә алмай. Ә бына Әмилә... Ул Ергә
бара ала, тимәк, ҡыҙ ғына осрашыу өсөн
ни ҙә булһа эшләй ала...


Ошондай
уй-тойғо менән йәшәгән ҡыҙ бер көндө
йыһан киңлектәрендә эшләү өсөн үҫмерҙәр
араһында конкурс үткәреләсәген ишетеп
ҡалды. Еңеп сығыусылар алыҫ-алыҫ
планеталарҙа алып барылған тикшереү
эштәрендә ҡатнашырға хоҡуҡ яулай икән!


Әмиләнең
ни кисергәнен белһәгеҙ икән! Был бит
яҙмыштың бүләге! Бындай мөмкинселекте
һорап та алып булмай ҙа баһа! Ер планетаһына
сәйәхәт үҙенән-үҙе Әмиләнең ҡаршыһына
килеп торҙо. Әлбиттә, конкурс еңелдән
булмаҫ, унда бик күп үҫмерҙәр ҡатнашыр.
Әммә Әмилә ышана — ул еңәсәк. Ергә
барасаҡ. Сөнки унда бит ҡыҙҙы Батыр
көтә!


Шул
көндө үк ҡыҙ конкурстың шарттарын барып
алды. Ярышта ҡатнашыу өсөн үҙең һайлаған
планеталағы телдәрҙе, унда йәшәгән
халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, тарихын белеү
менән бергә йыһан карабының, ваҡыт
машинаһының төҙөлөшөн өйрәнергә, уларҙы
йөрөтөү курсын үтергә кәрәк икән.


Әмилә,
әлбиттә, Ер планетаһына барырға теләге
барлығын әйтте. Ҡыҙ бит башҡорт телен
яҡшы ғына белә.


Халыҡтың
ғөрөф-ғәҙәтен тәүге сәйәхәтенең алдынан
уҡ яҡшылап өйрәнгәйне. Тимәк, Әмиләгә
уларҙы тағы бер ҡабатлап сығырға ла,
карап менән ваҡыт машинаһының төҙөлөшөн
өйрәнәһе, уларҙы йөрөтөүҙә таҫылланаһы
ғына ҡала.


Әмилә
һуңғы осор тик конкурс менән генә йәшәне
тиһәк, яңылыш булмаҫ. Ул бер генә минутты
ла бушҡа ебәрмәҫкә тырышты. Мәктәптән
ҡайта ла башҡорт теле дәреслегенә
тотона, йә карап менән ваҡыт машинаһын
өйрәнә. Ҡыҙ белә: әгәр ошо мөмкинселекте
ҡулынан ыс- ҡындырһа, Батырҙы мәңге
күрмәүе бар...


Ҡыҙҙың
тырышлығы бушҡа китмәне, ул еңеүселәр
араһына эләкте.


Ана
шулай итеп, Ер планетаһына юлланды
Әмилә...


БАТЫР
ҮҘ ӨЙӨНДӘ


Әсәһе
янынан киткәс, Батырҙы үкенес тойғолары
солғаны. Әллә малай үҙ-үҙен дөрөҫ тотманы,
әллә икенсе сәбәп булды, әммә әсәһе бит
уны аңламаны, ҡаршыһында торған малайҙың
үҙ улы икәнлегенә ышанманы. Тағы бер
осрашып ҡарарға ине лә... Тик малай
һиҙенә: был файҙаһыҙ. Ышанмаясаҡ уға
әсәһе. Хәйер, Батыр үҙе лә ышанмаҫ ине
бындай хәлдә...


Ошо
ерҙә таныш тауыштар малайҙы һағайырға
мәжбүр итте. Әйләнеп ҡараһа... Ун аҙымдар
артта ҡасандыр Батыр менән бер класта
уҡыған ҡыҙҙар килә. Тик бигерәк бәләкәй
генәләр! Хәйер, уларға бит барлығы унар
йәш... Батыр юлдан ситкәрәк сыҡты. Бағыраҡ
булырға кәрәк. Иә берәйһе танып ҡалыр.
Хәйер, әсәһе танымағанды... Ун йәшлек
Батырға (үҙенә!) күренергә ярамай.
Курткаһын күреп ҡалһа, тауыш күтәрер.
Хәҙер ошо юлда ул да күренер, моғайын.


Батыр
ағастар араһына үтте лә улай-былай
йөрөргә тотондо. Балалар үтеп тора, тик
ун йәшлек Батыр юҡ та юҡ. Инде туғыҙ
тулып килә бит инде. Ниңә шулай оҙаҡлай?
Дәрескә һуңлай икән хәҙер!..


Тиҙҙән
күренде ун йәшлек Батыр! Тик ун өс йәшлек
Батыр тәүҙә уны таныманы. Ҡараһа, кескәй
генә Хәлит менән унан саҡ ҡына оҙонораҡ
бер малай ҡабаланмай ғына килә ята. Был
Хәлит ниндәй таныш түгел малайҙы
эйәрткән?


Киләһе
секундта Батыр терт итеп ҡалды. Был бит
ул — Батыр! — бынан өс йыл элекке, ун
йәшлек Батыр! Ҡара, бигерәк килбәтһеҙ
икән дә ул. Оҙон буй, тырпайып торған
сәс... Өҫтөнә әллә ниндәй плащ кейеп
алған булған. Хәйер, курткаһы... Ун өс
йәшлек Батырға уңайһыҙ булып китте. Ошо
малайҙың курткаһын урланы бит ул... Батыр
ирекһеҙҙән ағастар араһына нығыраҡ
һыйынды.


Бына
Батыр менән Хәлит үтеп китте. Бер аҙҙан
ун өс йәшлек Батыр ҙа улар артынан
мәктәпкә табан атланы.


Таныш
ҡапҡа, таныш тупһа, таныш ишектәр... Дәрес
башланған күрәһең, аҫта дежур уҡыусыларҙан
башҡа бер кем дә юҡ...


Батыр
үҙҙәренең класы сисенә торған урынға
күҙ һалды. Кеше-ҡара күренмәй. Иҙән
йыуыусы килеп сыҡҡайны, Батыр:


— Плащымда
ручкамды онотҡанмын, — тине һәм кейемдәр
янына инде. Бына Батырҙың плащы. Асҡысты
уң яҡ кеҫәгә һала ул гел. Эйе, шунда!


Батыр
тыныс ҡына ҡиәфәт менән кейемдәр янынан
сыҡты, барып расписаниены ҡарап торған
булды. Бөгөн нисәһе икән?..


157


Батыр
урамға сыҡты...


Бына
уларҙың өйҙәре...


Ишекте
асыр алдынан ҡапыл икеләнеп ҡалды. Ул
туҡһанынсы йылда йөрөмәйме икән? Эгәр
шулай булһа, был фатирҙа кескәй Батыр
менән уның әсәһе түгел, ә бөтөнләй сит
кешеләр йәшәй. Хәйер, ул саҡта ҡулындағы
һсҡыс был ишеккә ярамаҫ...


Ләкин
ишек асылды...


Бына
Батырҙың фатиры...


Унда
бөтәһе лә таныш. Уның дәрес әҙерләгән
өҫтәле. Дәфтәрҙәре туҙып ята. Өҫтәл
ситендә ашалып бөтмәгән печенье, икмәк
валсыҡтары күренә. Әсәһе уға күпме әйтә
торғайны, кухняға инеп аша, тип... Урынын
йыйған булған, тик одеялы сирышҡан,
мендәре бер яҡҡа ауған. Шифоньерҙың
ишеге асыҡ тора. Дәрескә һуңлап барғас,
ябырға өлгөрмәгән...


Батырҙың
күңелен һағыш солғап алды. Ҡапыл ошо
заманға әйләнеп ҡайтҡыһы, ошо фатирҙа
әсәһе менән икәүләшеп йәшәгеһе килде.
Тик был мөмкин түгел, түгел!..


Әсәһенең
бүлмәһе. Бында бөтәһе лә бөхтә, таҙа.
Ана, халаты эленеп тора. Юҡ, был халат
түгел, әсәһенең үҙе!.. Батыр халат янына
килде, уға тейеп ҡараны. Әйтерһең, шулай
итеп әсәһе менән аралашты...


Күпмелер
ваҡыт үткәс, Батыр кухняға инеп бер аҙ
ҡапҡыланы ла, дүрт телем икмәк, бер шешә
һөт алып, ишеккә йүнәлде...


ХӘЛИТТЕҢ
ТӘҠДИМЕ


Әмилә
менән Хәлит Батырҙы инде ун һигеҙ сәғәт
тирәһе эҙләй. Улар һикһән етенсе, һикһән
һигеҙенсе, һикһән туғыҙынсы йылдарҙы
тулыһынса тиерлек ҡарап сыҡтылар. Әммә
шул йылдарҙың берәй көнөндә, берәй
урынында Батырҙы күрмәйенсә үтеп
китмәнек тип әйтә алмайҙар. Сөнки ваҡыт
тигән нәмәнең осо ла, ҡырыйы ла юҡ икән.
Кеше хәҙер бында булһа, киләһе минутта
уның әллә ҡайҙа сығып китеүе мөмкин.
Бар табып ҡара һин ошонан һуң уны! Шуға
күрә лә Батырҙың да Әмилә менән Хәлит
тикшергән йылдарҙың берәй минутында
тороп ҡалыуы бар. Ә бит малай менән ҡыҙға
туҡһан өсөнсө йылға тиклемге йылдарҙың
энәһенән ебенә тиклем тикшерергә кәрәк.
Ә уларҙың барлығы алты ғына сәғәт ваҡыты
ҡалды. Шунан һуң Батыр ултырған ҡара
ҡумтаның көсө бөтә. Ә был инде Батырҙың
да икенсе заманда йәшәр биоэнергияһы
кәмей башлаясаҡ тигән һүҙ...


— Юҡ,
— тине бер мәл Әмилә өмөтө өҙөлгән тауыш


менән.
— Беҙ былай эҙләһәк. Батырҙы ғүмерҙә
лә таба алмайбыҙ.









Улайһа,
нимә эшләйек? — Хәлит ҡара ҡумтаның
иҙәненә ултырҙы ла тынып ҡалды.







Белмәйем,
уйларға кәрәк. Батыр бит бер кемгә лә
күренмәй йөрөмәйҙер...







Күренәлер
ҙә... Ул кеше беҙгә әйтәме ни...







Әйтерҙәй
кешене эҙләргә кәрәк, — тине ҡыҙ.







Кем
ул?.. Әгәр берәүһе Батырҙы танып ҡалһа
икән...







Танымаһа
ла, ҡара ҡумта менән осоп йөрөгәнен
күрһә...







Ул
күренәме ни? — тип һораны Хәлит. — Беҙ
бит бына йәшенеп кенә килеп гараждар
артына ултырҙыҡ та... Бер кем күрмәне.







Көндөҙ
күренмәй, тиерлек, — тине ҡыҙ. — Көндөҙ
ул күҙгә ташланмай ҙа... Ә бына төнөн!..
Төнөн ул ҙур түңәрәк ут булып күренә.







Түңәрәк
ут?! — Хәлит терт итеп ҡалды.







Эйе.
— Ҡыҙ малайға боролоп ҡараны. — Ә ниңә
аптырайһың?







Белдем
Батырҙы нисек табырға! — Хәлит урынынан
ырғып торҙо.







Нисек?







Бынан
ике-өс йыл элек ҡала гәзитендә Сибай
өҫтөндә осоп йөрөгән түңәрәк ут хаҡында
яҙғандар ине! — Әмилә үҙенең тулҡынлана
башлауын тойҙо:







Ысынды
әйтәһеңме?







Әлбиттә!
Хатта ул ут ҡала уртаһына төштө, тип
яҙҙылар шикелле. Туҡта әле! Уның эсенән...
— Хәлит туҡтап ҡалды.







Нимә?







Әгәр
яңылышмаһам... уның эсенән бәләкәй генә
кәүҙәле кеше сыҡты, тигән һүҙҙәр бар
ине. Эйе, шулай!







Ул
бит Батыр булған! — Әмиләнең йөҙө
яҡтырып китте. Әммә киләһе минутта уны
хәүеф солғап алды. — Ә һин бутамайһыңмы?
Ысынлап шулай тип яҙылғайнымы?







Әгәр
бутайым икән... Беҙ хәҙер ҡала гәзитенең
редакцияһына барабыҙ ҙа ул гәзитте
табабыҙ!







Дөрөҫ!
Әгәр ул ысынлап та Батыр хаҡында икән,
беҙ уның ниндәй көндә, ниндәй сәғәттә
йөрөгәнен беләбеҙ!





Хәлит
менән Әмилә шунда уҡ бөгөнгө көнгә,
туҡһанынсы йылдың июненә, ҡайттылар ҙа
ҡала гәзитенең редакцияһына юл тоттолар.


Бына
малай менән ҡыҙҙың алдында гәзиттең
һуңғы өс йылғы подшивкалары. Хәлит —
һикһән етенсе йылғы гәзиттәрҙе, ә Әмилә
һикһән һигеҙенсе йылғыларын ҡарай
башланы...


159


Ярты
сәғәттән Хәлит ҡысҡырып ебәрҙе:









Таптым!
Бына!





Гәзиттең
дүртенсе битендә: «Ҡала өҫтөндә — осоусы


тәрилкә»,
тигән мәҡәлә баҫылған. Хәлит менән Әмилә
уны йотлоғоп уҡырға тотондо.


«25-се
сентябрҙә киске сәғәт унда беҙҙең ҡала
халҡы ғәжәп бер күренештең шаһиты булды.
Сибай өҫтөндә сәғәттән ашыу утлы йомғаҡ
осоп йөрөнө. Ҡарап тороуға уның диаметры
өс метр самаһы, төҫө — алһыу-зәңгәр.


Ун
беренсе ярты тирәһендә ут йомғағы ҡала
эсенә төштө. Уның ергә ултырғанын
күреүселәр табылды. Шофер Сәлих Хөснуллин
һөйләй:









Мин
йоҡларға йыйына инем. Ҡыҙым Юлиә: «Атай,
тиҙ бул, һауала әллә нәмә осоп йөрөй»,
— тигәс, тышҡа сыҡтым да ҡала өҫтөндә
осоп йөрөүсе ут йомғағын күрҙем. Бер
мәл осоусы «тәрилкә» беҙгә яҡынлаша
башланы. Ҡарап тороусы халыҡтың ҡото
осто. Ул арала ут йомғағы гараждар
артына төшөп юғалды. Беҙ, бер нисә кеше,
шунда табан йүгерҙек. Ҡараһаҡ, ут йомғағы
гараждар артында ята. Ҡапыл уның ишеге
асылып китте лә, эсенән бер кеше килеп
сыҡты. Ҡарап тороуға уның буйы ун өс-ун
дүрт йәшлек балаларҙыҡы кеүек. Кейемдәре
сәйер генә — балаларҙың шорты менән
майкаһын хәтерләтә. «Тәрилкә»нән сыҡҡан
кеше беҙҙе күрҙе лә, бер аҙ аптырап
торҙо, шунан ҡапыл ғына кире машинаһына
инде. Шунда уҡ ут йомғағы һауаға күтәрелде
һәм күҙҙән юғалды...»





Гәзиттә
был ғәжәп ваҡиғаның башҡа шаһиттарының
да һөйләгәндәре баҫылған. Әммә Хәлит
менән Әмилә мәҡәләне ары уҡып торманы.
Иң мөһиме, улар Батырҙың ҡайһы ваҡытта
икәнлеген белделәр.









Хәҙер
шул төнгә барабыҙ ҙа... —- тип хыялланды
Хәлит. — Батырҙы алып ҡайтабыҙ.







Ә
был гәзиттәр менән ни эшләрһең?







Нисек!







Әгәр
беҙ Батырҙы ҡала өҫтөндә осорға бирмәһәк,
гәзиттә яҙылғандар юҡҡа сығасаҡ!







Сыҡһын!







Их,
һин! Күпме әйттем! Йә, ярай! Киттек! Беҙ
ул төнгә түгел, шул көндөң иртәгәһенә
барабыҙ. Батыр хәҙер шунда!







Ә
нисек табырбыҙ?







Эҙләйбеҙ!
Ваҡыт билдәле, урыны әйтелгән. Әммә
Әмилә анһат ҡына уйлаһа ла, ҙур ҡалала
башҡаларҙан йәшенеп йөрөгән Батырҙы
табыуы еңелдән түгел ине.





Ҡара
ҡумтаны шул уҡ гараждар артына ҡуйҙылар
ҙа Батырҙы икеһе ике яҡтан эҙләргә
булдылар.


Әмилә
тәүҙә Батыр йәшәгән ой янына барҙы. Ҡыҙ
һиҙенә: тиҙҙән, бер нисә минуттан, улар
Батырҙы табасаҡ, ҡыҙ бер


йыл
күрмәй торғандан һуң малайҙы осратасаҡ.
Был бер ҡыуаныс булһа, икенсеһе — Батырҙы
ҡотҡара бит улар!..


Ҡыҙға
малай киләһе секундта анау өй мөйөшөнән
ҡаршы килеп сығыр төҫлө. Эгәр шулай
көтөлмәгәндә осрашһалар, ни эшләрҙәр
икән? Моғайын, икеһе лә юғалып ҡалыр, ни
өндәшергә белмәҫ. Тик... Әмилә бик тырышып
Батырҙы эҙләп йөрөй ҙә ул. Ер аҫтындағы
станцияның етәксеһе быны белеп ҡалһа,
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 15
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов