Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 16

Общее количество слов 3129
Общее количество уникальных слов составляет 1381
38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
Тәүҙә
беҙгә Ер өҫтөнә сығырға кәрәк, — тине
Хәлит.







Мин
бит паролде белмәйем, — тип ҡайғырҙы
Әми- лә. — Улар хәҙер уны миңә әйтмәйәсәктәр
ҙә. Сөнки мин ҡулға алынғанмын. Инструкция
боҙған өсөн. Бер көн ошонда тотасаҡтар
ҙа... Иртәгә Урға карап китә, шуның менән
мине лә ҡайтарып ебәрәсәктәр.







Улайһа,
нимә эшләргә? — Хәлит бер Эмиләгә, бер
Батырға ҡараны.







Станцияның
ишеге янына барайыҡ, — тип тәҡдим яһаны
Батыр. — Бәлки берәйһенән паролде
ишетербеҙ?





Башҡа
сара юҡ ине. Коридорға сыҡтылар. Әлегә
бер кем дә күренмәй. Ҡыҙ менән малайҙар
ашығып алға атланы.


Ярты
юлды хәүеф-хафаһыҙ үттеләр. Алда — һуңғы
боролош... Шунан станцияның ишегенә лә
күп ҡалмай...


Боролошҡа
килеп еткәйнеләр тиерлек...


Көтмәгәндә
уларҙың ҡаршыһына бер нисә кешене
эйәрткән станция етәксеһе пәйҙә булды.
Тегеләр уны-быны уйлағансы, Әмилә менән
малайҙар боролдо ла кире йүгерҙе. Әммә
күп тә үтмәнеләр, бер төркөм роботтар
менән йөҙгә-йөҙ осраштылар. Ҡамалдылармы
икән ни? Хәҙер нимә эшләргә?


Әмәлгә
ҡалғандай, эргәнән бер генә кескәй
коридор уңға табан китә икән. Шунда
боролдолар. Ләкин алда ла тауыштар
ишетелә! Бында ла ҡасып ҡотолоп булмаҫмы?
Ни өсөн шул тиклем кеше бер юлы коридорға
сыҡҡан? Әллә уларҙы тотоу өсөн
йыйылғандармы?









Бына
бер ишек! — тине Хәлит, — Шунда йәшенәйек!





Ишекте
асҡайнылар, уныһы бер генә кеше һыйырлыҡ


шкаф
булып сыҡты.









Һин
ошонда йәшен! — тине Батыр Хәлиткә. —
Бер- бер хәл булһа, станцияның ишеге
янында осрашырбыҙ.





Хәлит
шкаф эсенә сумды, ә Батыр менән Әмилә
йәшенерҙәй урын эҙләп, алға уҡталды.
Бында ҙур ғына ике йәшел йәшник ултыра.









Ниндәй
йәшниктәр? — тип һорай һалды Батыр
йәшниктәрҙең тотҡаһын тартҡыслап.







Белмәйем.





Малай
ул арала бер йәшниктең ҡапҡасын асып
ебәрҙе.


173


Йәшник
эсенә ниндәйҙер ҡумталар тултырылған.
Әммә эргәләрендә йәшеренерҙәй урын
бар.


Батыр
йәһәт кенә эскә сумды.









Ә
һин, бар, кит, — тине Батыр Әмиләгә,
ҡапҡасты ябырға әҙерләнеп. — Станцияның
ишеге янында осрашырбыҙ.







Юҡ!
— тине ҡапыл ҡыҙ. — Мин дә һинңң менән!
Улар мине Урға оҙатырға теләй. Мин ҡасам
станциянан!





Батыр
саҡ ҡына уйланды. Әгәр хәҙер айырылышһалар,
уларҙың мәңге осрашмауы бар. Ул арала
коридорҙа яҡынлашып килгән аяҡ тауыштары
ишетелде.









Улайһа,
тиҙ бул, ин! Улар етеп килә!





Киләһе
секундта Әмилә Батыр янына йәшник эсенә
инеп ултырҙы. Малай ҡапҡасты япты. Һәм
икеһе лә тынып ҡалды...


ЙЫҺАН
ТӨБӨНӘ СӘЙӘХӘТ


Тәлмәрйендәр
менән сыйырсыҡтарҙы Золоға оҙатыу
сәғәте килеп етте. Был ваҡытҡа станцияның
бар хеҙмәткәрҙәре тиерлек күҙәнәк
пушкаһы янына йыйылды. Фәҡәт бер хеҙмәткәр
менән ике-өс робот ҡына станцияла күренеп
ҡалған малайҙар менән Әмиләне тотоу
менән мәшғүл.


Етәксе
үҙе пульт артына баҫты.









Күҙәнәк
пушкаһы әҙерме? — тип һораны ул.





•— Әҙер!
— тине уның ярҙамсыһы.









Йәнлектәр
тейәлгән йәшниктәр әҙерме?







Әҙер!





-—
Золо планетаһындағы ҡабул итеү станцияһы
әҙерме?









Әҙер!







Йәшниктәрҙе
тейәргә!





Шунда
уҡ робот-кран йәшел йәшниктәрҙең береһен
эләктереп алды ла күҙәнәк пушкаһының
эсенә тыҡты. Киләһе минутта икенсе
йәшник тә уның янында ултыра ине.


•— Тейәлде!
Бөтәһе лә әҙер ине.


Күҙ
алдына ла килтереүе ауыр, әммә йәшниктәр
бер минуттан йәһәннәм төбөндәге, йыһандың
арғы ситендәге Золо планетаһында
буласаҡ. Ул урынға хатта яҡтылыҡ та
үҙенең иҫ киткес тиҙлеге менән фәҡәт
бер айҙан ғына барып етә ала!


Күҙәнәк
пушкаһы янындағылар тынып ҡалды. Һәр
кем ошо минутта Золоға тиклемге араны
күҙ алдына килтерергә маташҡандыр, ә
бәлки йәшел йәшник эсендәге йәнлектәрҙең
күҙәнәктәргә тарҡалып, күҙгә күренмәҫ
тулҡындар рәүешендә, нисек итеп һә
тигәнсе алыҫ Золоға барып етерен аңларға
теләгәндер.


Күҙәнәк
пушкаһы эшкә тотоноуға бер минуттай
ваҡыт үтте. Инде йәшниктәр Золо
планетаһында булырға тейеш.


Хәҙер
ҡабул итеү станцияһы үҙенә килгән
күҙәнәктәрҙе тәртипкә килтерәлер.
Уйҙарының дөрөҫлөгөнә ышанырға
теләгәндәй, станция етәксеһе күҙәнәк
пушкаһын асырға ҡушты. Бойорок шунда
уҡ үтәлде. Ысынлап та, машина эсендәге
ике йәшник тә юҡҡа сыҡҡайны.









Телевизорҙы
тоҡандырығыҙ! — тине етәксе.





Экранда
алыҫ Золо планетаһында урынлашҡан ҡабул


итеү
станцияһының бүлмәһе күренде. Ана, ике
йәшел йәшник! Станция уларҙы ҡабул
итергә лә, йыйырға ла өлгөргән! Киләһе
секундта йәшниктәрҙең асылып китеүе
күренде. Уларҙың эсенән тәлмәрйендәрҙең
ырғый-ырғый, сыйырсыҡтарҙың фырылдап
осоп сыҡҡанлығы хасил булды.


Экранға
текәлгән кешеләрҙең барыһының да ҡиәфәте
ҡәнәғәт ине был минутта. Шундай алыҫ
араға күҙ асып йомғансы осороп ҡара әле
ошо йәнлектәрҙе! Аҡылға һыйырлыҡ түгел
бит был!


Әммә
киләһе секундта станцияның етәксеһе
ҡорт саҡҡан кеүек урынынан ырғып торҙо:









Нимә
был? Нисек улар унда?





Телевизор
янындағы бар кеше, ҡоттары осоп, экранға
төбәлде. Ә унда алыҫ Золо планетаһында
ҡабул итеү станцияһынан сығып барған
малай менән ҡыҙ күренде. Ҡыҙҙы барыһы
ла шунда уҡ таныны. Был — Әмилә! Ә малай?
Кем ул? Нимә эшләй ул Әмилә янында? Бында,
ерҙә Әмилә менән аралашҡан малай ошомо?
Улар нисек Золоға эләккән? Йәшел йәшниктәр
эсендә булғандармы? Әгәр шулай икән, ул
йәшниктәр эсенә малай менән ҡыҙҙы кем
һалған? Ниңә пушка эсенә һалыр алдынан
ул йәшниктәр тикшерелмәгән?


Асыуынан
ҡып-ҡыҙыл булған станция етәксеһе үҙенең
ярҙамсыһына ябырылды:









Был
ниндәй яуапһыҙлыҡ? Ьеҙ бының өсөн язаһын
аласаҡһығыҙ!





Хәҙер
ни эшләргә? Нисек ул ҡыҙ менән малайҙы
кире ҡайтарырға? Золола бит күҙәнәк
пушкаһы юҡ! Э арттарынан карап ебәреү
бик ҡиммәткә төшәсәк. Хәйер етәксегә
быны эшләргә бер кем дә рөхсәт итмәйәсәк.
Хәҙер Урҙағылар етәксегә ябырылыр!
Эшләй алмайһың! Иғтибарһыҙһың... Быныһы
—- бер. Икенсенән, Золола ҡыҙ менән
малайҙы аҙым һайын ҡурҡыныс көтә, үлем
янай. Эгәр бөгөн үк уларҙы ергә
ҡайтармаһалар, иртәгә үк берәй йыртҡыстың
тырнағына эләгәсәктәр! Уларҙы үлемгә
дусар итергә етәксенең хаҡы юҡ. Эмиләне
лә, теге малайҙы ла ул Урға алып ҡайтырға
тейеш. Станция етәксеһе ни эшләргә
белмәйенсә, ике ҡулы менән башын тотто.


ЗОЛО
ПЛАНЕТАҺЫ


Әмилә,
әлбиттә, күҙәнәк пушкаһы хаҡында белә
ине. Әммә йәшел йәшник эсенә йәшенгән
саҡта үҙенең шул машина ярҙамында алыҫ
планетаға барып сығырын күҙ алдына ла
килтермәне. у


Ҡыҙ
йәшникте күтәреп ҡайҙалыр күсергәндәрен
тойҙо. Шунан ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа иҫен
юғалтҡандай булды. Киләһе секундта
Батыр менән Әмилә йәшенгән йәшник
үҙенән- үҙе асылып китте. Ул ғына ла
түгел, эргәләге кескәй генә һауыттар
асыла башланы. Улар эсенән бер-бер артлы
тиҫтәләгән, йөҙәрләгән сыйырсыҡтар
осоп сығырға кереште.


Әмилә
Ер аҫтындағы станцияға сыйырсыҡтарҙы
ниңә йыйғандарын белә. Шуға ла ҡаушап
ҡалды. Ниңә ҡоштарҙы кире ебәрәләр?
Уларҙы бит Золоға оҙатырға кәрәк.


Әммә
ошо ерҙә ҡыҙҙың тәне зымбырлап китте.
Ул барыһын да аңланы. Күҙәнәк пушкаһы
Батыр менән Әмиләне алыҫ Золоға осорған!


Ҡыҙ,
үҙ уйҙарына ышанырға теләмәйенсә,
йәшниктәр торған бүлмәнән тышҡа йүгереп
сыҡты.


Һис
шикһеҙ, был — Золо планетаһы! Эргәлә
генә ғүмерҙә лә күрелмәгән сәйер
үҫемлектәр үҫеп ултыра. Күктә Ер- ҙекенә
ҡарағанда ике тапҡыр ҙурыраҡ ҡояш йөҙөп
йөрөй. Уның ипкене Әмиләнең сикәләрен
бешереп алғандай итте.


Ул
арала ҡыҙ янына Батыр килеп етте.









Был
ниндәй ер? Беҙ ҡайҙа? — тип һораны малай
тирә-яғына аптыраған ҡарашын ташлап.
— Ниндәй матур күренеш!





Тирә-йүн,
ысынлап та, ғәжәйеп матур ине. Эргәлә
генә күҙҙе иркәләгән йәшкелт төҫтәге
үләнгә оҡшаған бейек ағастар үҫә. Икенсе
бер ағастың япраҡтары ашъяулыҡ ҙурлыҡ!
Быларының да күбеһе йәшел төҫтә. Әммә
күгерәктәре лә, ҡыҙғылттары ла бар. Шул
арҡала был сәйер урманға ҡарап туйып
булмаҫ кеүек. Арыраҡ кеше ҡулы менән
эш- “ ләнгәндәй осло түбәле тауҙар
күренә. Күк йөҙө лә һис тә ерҙәгегә
оҡшамаған — ул бер урында — ҡыҙыл,
икенсе ерҙә -— һары, ә өсөнсө яҡта күм-күк
төҫтә...









Беҙ
ҡайҙа? — тип һораны Батыр йәнә. — Әллә
Афри- каға килеп сыҡтыҡмы?







Юҡ,
— тип уфтанды ҡыҙ. — Алыҫҡараҡ киткәнбеҙ.
Беҙ — Золо планетаһында.







Ниндәй
Золо? Ишеткәнем юҡ. Ә нисек бында эләктек?
Бер минут элек беҙ Ерҙә инек бит!





Ошо
ерҙә уларҙың эргәһенән, аяҡтары араһынан
йөҙәрләгән тәлмәрйен ырғый-ырғый тышҡа
сыға башланы.









Тәлмәрйендәр!
— тип ҡысҡырҙы тамам аптыраған Батыр.
— Былар ҡайҙан килеп сыҡты?







Ҡамасаулама,
үтһендәр.





Малай
менән ҡыҙ ситкәрәк күсте һәм байтаҡ
ҡына ваҡыт эстән сыҡҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ
тәлмәрйендәрҙең урманға инеп юғалғанын
өндәшмәй генә ҡарап торҙо. Ә сыйырсыҡтар
күптән осоп сығып урман өҫтөнә таралғайны.









Әмилә.
— Малай ҡыҙға боролдо. — Һин берәй нәмә
аңлайһыңмы? Нимә был? Тәлмәрйендәр,
сыйырсыҡтар. Мин бер ни ҙә төшөнә
алмайым...





Эмилә
яуап бирер өсөн ауыҙын асты, әммә бер
ҺУҘ ҙә әйтергә өлгөрмәне.


Көтмәгәндә
урман эсенән үрмәксегә оҡшаған, әммә
фил кеүек ҙур йәнлек килеп сыҡты ла,
йән-фарман йүгереп, ҡыҙ менән малайға
яҡынлаша башланы. Йыртҡысты беренсе
булып Эмилә күреп ҡалды:









Батыр!
Ҡара!





Малай
йылт итеп ҡыҙ күрһәткән яҡҡа боролдо
һәм бөтәһен дә аңланы. Батыр ҡыҙҙы
беләгенән тотоп эскә тартты. Киләһе
секундта улар станция эсенә инә һалып
ишекте бикләп тә ҡуйҙылар. Ошо ерҙә
стенаға ауыр нәмәнең килеп бәрелеүенә
бөтә станция һелкенеп ҡуйҙы.









Эгәр
саҡ ҡына күрмәй ҡалһаҡ... — тине Батыр,
ул саҡта ни булырын күҙ алдына килтереп.





Был
Золо планетаһында аҙым һайын осрап
торасаҡ ҡурҡыныстарҙың тәүгеһе икәнлеген
ҡыҙ ҙа, малай ҙа белмәй ине әле.


ЕТӘКСЕНЕҢ
УЙЫ


Етәксе
яҡшы белә: Эмиләнең Золоға барып сығыуы
өсөн уның башынан һыйпамаҫтар. Шуға ла
ул ҡыҙҙы, шул иҫәптән малайҙы ла, ҡайтарыу
өсөн бөтә көсөн һалырға мәжбүр булды.
Иң тәүҙә балалар станциянан йыраҡҡа
китеп бармаһын өсөн бынан кешеләр
ебәрергә кәрәк. Һонтор, Тәпәш, Йыуан
китәсәк алыҫ планетаға. Быны эшләүе
ҡыйын түгел. Бөтә бәлә шунда: аҙаҡтан
был биш кешене нисек кире Ергә ҡайтарырға?
Золола бит күҙәнәк пушкаһы юҡ. Карапты
Ур планетаһындағыларға һиҙҙермәй генә
ебәреп булмай. Әйтеп тораһы юҡ — шау-шыу
ҡубасаҡ. Аптыраны етәксе. Шунан кабинетына
ярҙамсыларын саҡырып алды:









Нимә
эшләйбеҙ?







Карап
ебәрергә кәрәк, — тине береһе.







Карап
менән барып еткәнсе улар үләсәк, — тине
икенсеһе. — Унда диназавр, ихтиазавр
кеүек йыртҡыстар тулып йөрөй. Шуларҙың
тырнағына эләкмәһә, астан үләсәк. Минең
тәҡдимем шул: уларҙы ҡотҡарайыҡ тип
баш ватмайыҡ, онотайыҡ уларҙы.





177


Станция
етәксеһе ҡаршы төштө:


— Э
Урға Әмиләнең юғалыуын ни тип әйтербеҙ?
Юҡ, беҙ уларҙы Золонан алып ҡайтырға
тейешбеҙ.


Төрлөсә
уйлап ҡаранылар, әммә аныҡ ҡына бер
ниндәй ҙа ҡарарға килә алманылар.


Был
ваҡытта Йыуандың командаһы Золоға
осорға әҙер ине инде. Улар үҙҙәре менән
ике көнгә етерлек ризыҡ, башҡа кәрәк-яраҡтар
алдылар. Бойороҡ ҡына булһын, шунда алыҫ
планетаға юлланасаҡтар.


Ваҡыт
әкренләп алға тәгәрләне. Кискә табан
Эмилә менән Батыр тураһында туҡтауһыҙ
уйлаған етәксенең башына ғәжәп ябай
һәм иҫ киткес шәп фекер килде. Эгәр теге
пушка кешенең үҙен күҙәнәктәргә тарҡатып
алыҫ планетаға ташлай ала икән, ә ни
өсөн ул үҙе кеүек икенсе бер пушканы
Золоға ебәрә алмаҫҡа тейеш? Дөрөҫ,
станцияла күҙәнәк пушкаһы берәү генә.
Әммә уның нисек эшләнгәнлеге, нимәләрҙән
торғанлығы хаҡында тулы; документация
бар бит. Берәй шәп компьютерға бирһәләр,
ул ошо ҡағыҙҙарға ҡарап, пушканың ниндәй
күҙәнәктәрҙән торғанлығын иҫәпләп
сығарасаҡ. Шуны Золоға ебәрәсәктәр, ә
унда ҡабул итеү станцияһы һә тигәнсе
күҙәнәк пушкаһы ҡороп ҡуя- саҡ. Уның
ярҙамында кире ҡайтасаҡтар ҙа инде Ергә
малай менән ҡыҙҙы тотҡан эҙәрләүселәр.


БАРЫ
ЬАЙЫҪҠАН


Ҡоттары
осҡан Әмилә менән Батыр оҙаҡ ҡына ҡабул
итеү станцияһының ишеген асырға ла
ҡурҡтылар. Әммә бында мәңге ултырып
булмай бит. Инде үҙҙәренең асыҡҡанын
да тоя башланылар. Нимә ашарға?


Был
ваҡытта Әмилә Батырға тәлмәрйен менән
сыйырсыҡтарҙың тарихын һөйләгәйне,
үҙҙәренең нисек итеп алыҫ планетаға
килеп сығыуҙарын да аңлатҡайны. Батыр
'быға бик ғәжәпләнде, бик күп һорауҙар
бирҙе. Шулай итеп ике сәғәткә яҡын ваҡыт
үтеп китте. Йәнә асығыу үҙен һиҙҙерергә
тотондо.


Малай
һиҙенә: был таныш түгел планетала аҙыҡ
табыуы еңел булмаясаҡ. Тапҡан хәлдә лә,
уны бешерергә кәрәкһә, уларҙың шырпыһы,
һауыт-һабаһы ла юҡ. Ярай әле Батырҙың
сәғәте бар — күпме ваҡыт үткәнлеген
белергә була.


Бер
мәл, тышта тауыш-тын ишетелмәгәндәй
тойолғас, әкрен генә ишекте астылар.
Ысынлап та, тирә-йүндә ул- был һиҙелмәй.
Шулай ҙа Батыр менән Әмилә оҙаҡ ҡына
ишектән алыҫ китергә ҡурҡып торҙо.
Станциянан саҡ ҡына ситкәрәк атлау
менән урмандан теге фил ҙурлыҡ үрмәксе
килеп сығыр ҙа өҫтәренә ташланыр һымаҡ...









Күренмәй,
— тине Әмилә.







Киткән,
күрәһең...





Баш
өҫтөндә һоро төҫтәге сәйер генә ҡоштар
осоп йөрөй. Арҡаһында, ҡойроғонда ҡара
таптары ла бар. Бер ҡараһаң, һайыҫҡанға
ла оҡшағандар, тик тауыҡ кеүек ҙурҙар.
Ҡоштар малай менән ҡыҙҙы күреп,
сырылдашырға керештеләр.









Батыр,
ҡара әле, — тине Әмилә. — Улар нимә ашай
ул?





Бары
һайыҫҡандар, ваҡыт-ваҡыт үләнгә оҡшаған
ағастарға ҡунып, унан нимәлер суҡып ала
ине. Бер аҙ яҡынайғас, тегеләрҙең суҡыған
нәмәһенең ике йоҙроҡ ҙурлыҡ сәтләүек
икәнлеге күренде.









Улар
ашағас, беҙгә лә ярайҙыр, моғайын, —
тине Батыр.





Малай
үлән-ағасҡа тотондо. Әммә ул һабынланған
кеүек


шыуғалаҡ
булып сыҡты. Үҙенә тейеүе лә сирҡаныс.


Урала
торғас, Батыр ерҙә уралып-уралып үҫеп
ятҡан сәйер үләнгә иғтибар итте. Арҡанға
оҡшап тора. Ныҡмы икән? Тартып ҡараны —
өҙөлмәй. Әгәр уның менән...


Тиҙҙән
Батыр шул үләндең бер осон тоҙаҡ кеүек
итеп бәйләне лә шыуғалаҡ ағастың башына
ырғытырға тотондо. Осона эләктерһә, ошо
«арҡанға» йәбешеп өҫкә менә. Тырыша
торғас, тоҙаҡ үлән-ағастың бер тармағына
эләкте. Малай тартҡыслап ҡараны —
ысҡынмай. Әммә Батыр өҫкә генә үрмәләй
башлағайны, үлән-ағас, малайҙың ауырлығынан
бөгөлөп төштө. Быны көтмәгән малай
саҡ-саҡ артҡа тәкмәсләмәне. Шулай ҙа,
бар таҫыллығын йыйып, ҡулын арҡандан
ысҡындырманы.









Әмилә!
— тип ҡысҡырҙы ул. — Сәтләүекте өҙөп
ал!





Бына
дүрт ҙур сәтләүек малай менән ҡыҙҙың
ҡулында.


Тик
уларҙың тышы һабынланған кеүек шыуғалаҡ.









Ана
йылға, — тине Әмилә. — Йыуайыҡ.





Ярға
яҡынлаштылар. Шул ерҙә был таныш түгел
планетала үҙҙәрен аҙым һайын ҡурҡыныс
һағалап торғанлығын йәнә аңланылар.
Батыр, ҡулындағы сәғәтен сисеп үлән
өҫтөнә һалды ла, сәтләүекте тотоп йылға
өҫтөнә эйелгәйне, һыу аҫтынан ҙур бер
бүрәнәнең күтәрелә башлауын шәйләне.
Тәүҙә Батыр ҡаушабыраҡ китте. Ниндәй
бүрәнә? Ниңә сығып килә? Яҡшылабыраҡ
ҡарағас, бүрәнәнең ике күҙе барлығын
күрҙе? Етмәһә, ул туп-тура Батырға ынтыла
икән!


Малай
йәһәт кенә артына әйләнеп ҡараны: Әмилә
ҡайҙа? Ҡыҙ арттараҡ тора икән. Ул, уны-быны
уйламайынса, һауалағы һары һайыҫҡандарҙы
күҙәтә.









Әмилә!
— тип ҡысҡырҙы Батыр һәм йылғанан ситкә
ырғыны. — Ҡас!





Ҡыҙ
менән малай бар көстәренә урманға табан
йүгерҙе. Бер аҙ барғас, Батыр артына
әйләнеп ҡараны. «Бүрәнә»


179


уларҙы
баҫтырырға йыйынмай ине. Ул, ярҙа ятҡан
дүрт сәтләүекте оҙон теле менән ялмап
ауыҙына оҙатты ла, кире һыуға сумды.









Бур!
— тип ҡысҡырҙы Батыр йән асыуы менән.
Күп





ме
ыҙаланып алғайны ул сәтләүектәрҙе! Э
был һә тигәнсе юҡҡа сығарҙы ла ҡуйҙы. ^


Ошо
ерҙә Батыр сәғәтенең ярҙа ятып ҡалғанлығын
хәтерләне. «Бүрәнә» күренмәй шикелле.
Батыр ярға яҡынлашырғамы, юҡмы тип
икеләнеп торған арала, һары һайыҫҡандарҙың
береһе шыҡыйып ергә төштө лә малайҙың
сәғәтен суҡышына эләктереп осоп та
китте.









Бай,
һай! — тип ҡысҡырып ҡараны малай. Әммә
һайыҫҡан тауышҡа иғтибар итмәне, әкрен
генә осоп күҙҙән дә юғалды.







Бурҙар!
— Батыр ҡоштарға йоҙроғон һелтәне. —
Талаусылар планетаһы!







Ерҙәге
кеүек йөрөйбөҙ, — тине Әмилә. — Әгәр
былай ҡыланһаҡ... Ярай әле сәтләүектәр
менән сәғәтте генә юғалттыҡ.





Был
ваҡытта Золо ҡояшы байыуға табан яҡынлаша
ине. Күк йөҙө кинәт ҡара-йәшел төҫ ала
башланы. Урман эсенән таныш булмаған,
сәйер ҙә, уҫал да тауыштар нығыраҡ,
хәүефлерәк ишетелде. Тирә-йүн күҙгә
күренеп ҡараңғыланды. Хәҙер сәтләүек
ҡайғыһы китте. Ҡараңғыла әллә ниндәй
йыртҡыстың ауыҙына эләгеүҙәре бар.









Станцияға
ҡайтайыҡ, —- тине Әмилә. — Төндө шунда
үткәрербеҙ...





Малай
менән ҡыҙ кирегә атланы. Ана, станция
күренә. Тик ниңә уның ишеге асыҡ. Йәнлектәр
инә алмаһын өсөн Батыр уны ныҡ итеп
бикләгәйне.









Туҡта,
— тине Батыр. — Кем асты икән ишекте?







Ҡара!
— Ҡыҙ шомло тауыш менән өндәште. — Эстә
ут бар!





Ысынлап
та станцияның эсендә ут тоҡандырғандар!
Кем - йөрөй унда? Әмилә яҡшы белә: Золола
кешеләр булырға тейеш түгел. Әммә утты
йәнлектәр тоҡандырмағандыр бит? Улайһа,
кем? Хәҙер ни эшләргә? Барырғамы станцияға,
юҡмы? Әгәр унда ҡыҙ менән малайҙы һис
уйламаған ҡурҡыныс көтөп торһа?


Әммә
Батыр менән Әмиләгә был хаҡта оҙаҡ баш
ватырға тура килмәне. Ҡапыл станцияның
ишегенән йыуан кәүҙәле бер кеше пәйҙә
булды. Уны күргәс, ҡыҙ шаҡ ҡатты:









Был
бит... Беҙҙең Ер аҫтындағы станцияла
эшләгән кеше!





Батыр
ҙа хайран ҡалды:









Нимә
ҡарап йөрөй ул бында? Нисек килгән? Ҡыҙ
яурындарын һелкетте:







Мин
ҡайҙан беләйем?





Ул
арала Йыуан тышҡа сыҡты. Уның артынан
икенсе оҙон һәм тәбәнәк кәүҙәле йәнә
ике кеше хасил булды.









Э
былары кемдәр?







Улар
ҙа беҙҙең станциянан, — тине Эмилә. —
Мин аңланым! Уларҙы беҙҙең арттан
ебәргәндәр. Алып ҡайтыу өсөн!







Аңлашыла,
— тине Батыр. — Алып ҡайтырға ла ике-
беҙҙән дә бер-беребеҙҙе онотторорға!







Шунан
мине оҙатасаҡтар Урға. Мәңгегә... Әммә
Батыр ҙа, ҡыҙ ҙа Ер аҫты етәксеһенең
Батырҙы ла Урға алып китеп, кеше тәнен
тикшереүселәрҙең бысағы аҫтына бирергә
йыйыныуын белмәй ине...







Нимә
эшләйбеҙ?







Минеңсә,
уларға күренергә ярамай.







Эйе,
— тине ҡыҙ. — Ә ҡайҙа ҡунырбыҙ? Бында
бит аҙым һайын ҡурҡыныс...







Яйын
табырбыҙ әле, — тине малай.





Улар
боролдо ла инде тамам ҡараңғылыҡҡа
күмелгән урманға табан атланы...


ХӘЛИТ
ТОТҠОНДА


Хәлит
йәшенгән урынында оҙаҡ ҡына ултырҙы.
Эргәһенән шаулашып улай-былай йүгерешкән
кешеләрҙең тауыштарын ишетте: хатта
ишек ярығынан ҡайһыларын күргеләне:
тауыш-тынһыҙ ғына үтеп киткән роботтар
ҙа күҙенә салынып ҡалды. Бер мәл кешеләр
юғалды, коридорҙа тынлыҡ урынлашты.


Ярты
сәғәттәй көткәндән һуң Хәлит, ишекте
киңерәк асып, тирә-йүнгә күҙ һалды.
Коридор буп-буш. Күптән түгел генә ошонда
торған ике йәшел йәшник тә юҡҡа сыҡҡан.


Хәлит
бер аҙ уйланып торҙо. Хәҙер ҡайҙа барырға?
Батыр менән Әмиләне нисек табырға? Ни
өсөн ошоғаса улар үҙҙәре Хәлит янына
килмәне? Тотолдолармы? Бәлки үҙенә был
станциянан сығыу сараһын күрергә
кәрәктер? Ә нисек? Әлеге лә баяғы, станция
ишеге янына йәшеренергәме?


Хәлит
йәшенгән урынынан сыҡты ла, һаҡ ҡына
баҫып, коридор буйлап атланы. Станцияның
ишеге ошо яҡта булырға тейеш. Тиҙерәк
барып етергә лә йәшенергә!


Ике
боролошто үткәнсе Хәлиткә ул-был
осраманы. Әммә өсөнсө боролошҡа етеп
барғанда, ҡабырғалағы бер ишек асылып
китте лә унан ике кеше килеп сыҡты.
Тегеләр Хәлитте күргәс, шаҡ ҡатты, хатта
ни эшләргә белмәйенсә, ары-бире ҡарашып
алдылар. Шул арала Хәлит алға ташланды.
Тиҙерәк берәй ергә йәшенергә! Боролошто
үткәндә артына күҙ ташларға өлгөрҙө:
тегеләр малайҙың артынан төшкән.


Хәлит
йәшен тиҙлеге менән йәнә ике боролошто
үтеп китте. Шул арала ҡасыусы менән
ҡыуыусыларҙың араһы ҙурайғандай тойолдо.
Әммә алда коридорҙың осо күренде. Хәлит
ялт-йолт тирә-яғына ҡаранды. Ҡайҙа
ҡасырға? Тоҙаҡҡа эләктеме? Тиҙерәк
йәшенергә! Ҡайҙа? Үс иткәндәй, эргәлә
ултырғыс ҙурлыҡ та әйбер күренмәй.
Ишектәр ҙә '.юҡ!


Ул
арала боролошта теге ике кеше күренде.
Малай, ауға эләккән балыҡ шикелле
улай-былай итте, шунан тегеләргә ҡаршы
китте. Хәҙер уларҙы йырып үтәсәк тә,
барыбер ҡасасаҡ! Ул тотолорға тейеш
түгел! Алыҫ Урға алып китеп барһалар?!
Уның ата-әсәһе был ҡайғыға түҙә алмаясаҡ
бит.


золо
төнө


Урман
эсендә төрлө-төрлө ҡурҡыныс тауыштар
ишетелә. Бер йәнлек баҡыра, икенсеһе
илаған һымаҡ ҡысҡыра — әллә ярҙам һорай,
әллә йырлауы шул. Әмилә менән Батыр
туҡтап ҡалды — әгәр һаман алға атлаһалар,
берәй йыртҡыстың ауыҙына барып эләгеүеңде
көт тә тор.


Инде
тамам ҡараңғыланды. Бына бер мәл тирә-йүн
күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек хәлгә
килде. Малай менән ҡыҙ бер-береһенә
һыйынып тынып ҡалды. Уларға теге фил
кеүек үрмәксе, йәки йылға эсендә йөрөгән
бүрәнәгә оҡшаған хайуан эргәгә килеп
сығыр ҙа һөжүм итә башлар һымаҡ... Бәлки
бөтөнләй башҡа, әле улар күрмәгән йыртҡыс
эргәлә һаҡлап торалыр...


Юҡ,
юҡ! Өндәшмәй торорға ярамай. Ул саҡта
мейе бе- реһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ
һүрәттәрҙе күҙ алдына килтерә башлай.
Бына, имеш, уларға бер йыртҡыс яҡынлашып
килә. Бына ул Батыр менән Әмиләгә ырғырға
әҙерләнә! Хәҙер ырғый! Бына ырғый!
Ырғыны!!









Батыр!







Әү!







Беҙ
ошонда ғүмергә ҡалырбыҙмы икән?







Белмәйем.
Бында әлегә кешеләр юҡ тиһеңме?







Юҡ.







Тимәк,
беҙ Зололағы беренсе кешеләр булабыҙмы?







Ә
теге өс кеше? Беҙҙе эҙәрләүселәр?







Улар
бит ҡайтып китәсәк. Ә беҙ ҡалабыҙ.







Әгәр
тотмаһалар. Улар бит беҙҙе алып ҡайтыу
өсөн килгән.







Тотолмаясаҡбыҙ,
— тине Батыр ышаныслы тауыш менән.







Асыҡтырҙы...
Етмәһә өшөтә... — Ҡыҙҙың тауышы сибек
кенә сыҡты. Ҡапыл ул ҡысҡырып ебәрҙе.
— Батыр!







Ни
булды?







Анау
ағас артында кемдер тора!







Ҡайһы
ағас?







Ана
теге!







Бер
нәмә лә күрмәйем.







Мин
күрҙем! Нимәлер ҡыбырланы! — Ҡыҙ Батырға
һыйынды. — Мин ҡурҡам!







Тыныслан!
Бер кем дә юҡ.







Һалҡын...







Мин
яҡтыла ҙур япраҡлы ағастар күргәйнем...
Шуларҙы өҙөп алып ябынғанда...







Уларҙы
хәҙер нисек табаһың?







Эҙләп
ҡарарға кәрәк.







Китмә,
Батыр. Тирә-йүн тулы йыртҡыстар! Нисек
ҡысҡырышалар! Ҡурҡам! Тиҙерәк таң атһын
ине!..







Ҡурҡма,
Эмилә. Һин ошонда ғына тороп тор...







Юҡ!
Мин дә һинең менән!..





Улар
һаҡ ҡына баҫып бер-ике аҙым яһаны.









А-а-а!
— тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡыҙ ҡапыл. Батыр
ҡото осоп артына әйләнә һалды. Ҡараңғыла
бер ни күренмәй...







Әмилә,
ни булды?







Мин
нимәгәлер баҫтым!







Йәнлеккәме?
Тешләмәнеме?







Йомшаҡ
ҡына.







Бер
нәмә лә юҡ бит.







Ырғып
торҙо ла ҡасты...





Йәнә
алға атланылар. Бына бер ағасҡа килеп
бәрелделәр. Тик быныһы үләнгә оҡшағаны
булып сыҡты. Батыр һәрмәнеп йәнә алға
атланы. Ҡапыл ул нимәгәлер эләгеп ҡолап
китте. Ҡулына еүеш тә, шыуғалаҡ та әйбер
ҡағылды. Батыр шунда уҡ ырғып торҙо.
Йөрәге дөп-дөп тибә. Ниндәй сирҡаныс!









Батыр!
— тип ҡысҡырҙы Эмилә. — Ҡайҙа юғалдың?







Мин
бында...





Йәнә
бер ағасҡа килеп төртөлдөләр. Быныһының
япрағы ҙур булып сыҡты. Тик анһат ҡына
йолҡоп алырмын тимә! Малай улай итте,
былай итте, әммә япраҡ еңел генә өҙөлөргә
теләмәне. Ҡаҙаҡлап ҡуйғандармы ни!
Етмәһә ҡараңғы, ҡайһы тирәһенән йолҡорға
кәрәклеге күренмәй. Малай тирләп китте.
Ә эргәлә торған Эмилә был минутта өшөүҙән
ҡалтырана ине.


Туҡта!
Был япраҡ шул тиклем ныҡ йәбешкән икән...
Батыр уның осона йәбешеп ҡараны. Күтәрә.
Улайһа, ниңә уның өҫтөнә генә менеп
ятмаҫҡа? Өҫтәге япрағы аҫтындағыһына
тейә яҙып тора — уныһы юрған булыр!


Малай
тәүҙә ҡыҙға япраҡ өҫтөнә күтәрелергә
ярҙам итте, шунан үҙе менде.


183


Япраҡ
әкрен генә тирбәлә, әммә уның өҫтөндә
ятырға була. Ә урын күп бында. Улар
икәүҙән башҡа тағы бер-ике кеше һыйыр
ине, моғайын. Тик бына өҫтәге япраҡ ҡына
алыҫыраҡ — тәнгә тейеп тормай, шуға
өшөтә. Бер-береһе- нә арҡаларын терәп
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 17
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов