Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 13

Общее количество слов 3243
Общее количество уникальных слов составляет 1389
38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
ошомо? Туҡтатырғамы? Әгәр Әмилә булмаһа?
Ул бит Хәлитте тотторасаҡ. Ни эшләргә?
Ҡыҙ секунд һайын алыҫлаша, хәҙер ул
күҙҙән юғаласаҡ! Хәл итергә кәрәк!
Юғиһә... Ни булһа, шул булыр!









Әмилә!
— тип әкрен генә өндәште Хәлит шкафтың
ишеген киңерәк асып.





Ҡыҙ
ҡырҡа боролдо, малайға аптырап ҡарап
торҙо, шунан йүгереп уның янына килде.









Хәлит!
Был һинме?







Мин,
— тине аптыраған Хәлит шкафтан сыға-сыға.





—• Нисек
бында эләктең? Бер үҙеңме?


Хәлит
түкмәй-сәсмәй үҙҙәренең нисек итеп ер
аҫтына тешәүҙәрен һөйләп бирҙе. Шунан:









Ә
һин минең исемде ҡайҙан беләһең? — тип
һораны.







Беҙ
бит әллә нисә тапҡыр осраштыҡ, — тине
Әми- лә. — Батыр һөйләмәнеме ни?







Бөйләне
лә ул. Тик мин ышанмағайным.







Э
Батыр ҡайҙа? — Әмилә тирә-яғына ҡаранды.







Юғалды.







Нисек
юғалды? — Ҡыҙҙы хәүеф ялмап алды.





Э
инде Хәлит Батырҙың нисек юғалғанын
һөйләп биргәс, Әмилә тамам ҡайғыға
ҡалды... Әле улар икенсе ҡара ҡумта
бикләнгән бүлмәнең ишеге төбөндә
туҡталып ҡалдылар. Нисек унда инергә?
Ҡайһылай итеп ҡара ҡумтаға ултырып
Батырҙы эҙләп сығырға?


Әммә
бында оҙаҡ торорға ярамай. Берәйһе,
килеп сығып, Хәлитте күрһә...









Әйҙә,
минең бүлмәгә, — тине ҡыҙ.





Оҙон
коридор буйлап атланылар. Бер-ике урында
Хәлит- кә, эргәләге тумбалар артына
йәшенеп, ҡаршы килгән робот менән
кешеләрҙе үткәреп ебәрергә тура килде.


Ниһайәт,
улар Әмиләнең бүлмәһендә. Бында Хәлиткә
бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Малай ер
аҫтына төшкәндән һуң тәүге тапҡыр еңел
һулап ҡуйҙы.


Бүлмә
бәләкәй генә. Бында телевизор кеүек
нәмәнән башҡа бер ни ҙә юҡ. Ҡыҙ теге
телевизорҙың кнопкаларына баҫыу менән
стенала ике ултырғыс хасил булды.









Ултыр,
— тине ҡыҙ.





Тәүҙә
Хәлит ултырғысты, ныҡмы тигәндәй тотҡолап
ҡараны, шунан ҡыҙыҡһынып тирә-яғына күҙ
һалды:









Һин
ошонда йәшәйһеңме?







Эйе.







Ә
карауатың ҡайҙа?





Ҡыҙ
йәнә бер кнопкаға баҫты. Шунда уҡ стенанан
сәңгелдәккә оҡшаған кәштә килеп сыҡты.
Ҡыҙ икенсе кнопкаға баҫҡайны, теге
юғалды.


Малай
баш сайҡап ҡуйҙы:









Ҡыҙыҡ!







Ярай,
Хәлит, — тине Әмилә. — Беҙҙең яйлап
ултырырға ваҡытыбыҙ юҡ. Батыр ваҡыт
машинаһына ултырып киткән. Беҙгә уны
тиҙ генә табып кире ҡайтарырға кәрәк.







Ниндәй
ваҡыт машинаһына?







Батыр
бөгөнгө көндә түгел, ә нисәлер йыл алға
йәки артҡа киткән.







Нисек
алға йәки артҡа? — Хәлит һаман да бер
ни аңламаны.







Бөгөн
нисәнсе йыл?







1990
йыл, июнь айы.





139









Ә
Батыр ошо минутта йә 1988 йылда, йә 1987
йылда, ә бәлки, киреһенсә, 1993 йылдалыр.





Хәлит
урынынан ырғып торҙо:









Кит
әле! Шулай буламы?







Була.
Теге ҡара ҡумтаның бар хикмәте шунда
ла инде. Ул машинаны Ур планетаһында
яңыраҡ ҡына уйлап сығарҙылар. Һынау
үткәрергә беҙ бында ла алып килгәйнек.







Улайһа,
Батыр бит үткән йылға ҡайтып әсәһен
ҡотҡара ала!







Ярамай!
Әгәр ваҡыт машинаһы ярҙамында икенсе
заман кешеләренең яҙмышына ҡыҫылһаң...
Был оло ҡыйралыш килтерә!







Нисек?







Бөтә
цивилизацияның юҡҡа сығыуы бар.







Их!
— Хәлиттең ҡайғыһы йөҙөнә сыҡты. —
Шулай ҙа үткән ваҡытты күреүе!.. Бушҡа
мин дә ул ҡара ҡумтаға йәшенмәгәнмен!
Хәҙер китер инем дә һуғыш йылдарына!
Автомат менән!.. Тд-тд-тд!







Ул
машинаның көсө өс йыл алға, өс йыл артҡа
барыу өсөн генә етә.







Фи!
Шулай ғынамы? Юҡ, барыбер ҡыҙыҡ! Ике йыл
артҡа ҡайтып, класҡа барып инһәм... Нимә
— унда мин үҙемде осратырмынмы? Үҙемдең
ун йәшлек сағымды?







Әлбиттә.







Ух,
шәп, ә?! — Хәлит бүлмә буйлап улай-былай
йөрөп алды.







Хәлит!
— тине Әмилә. — Беҙгә Батырҙы ҡотҡарыу
хаҡында уйларға кәрәк.







Ниңә
ҡотҡарырға кәрәк тиһең әле? — Хәлит
ҡыҙға аптырап ҡараньь — Хәҙер унан да
бәхетле кеше юҡ! Үткән заманда йөрөй!
Йөрөр-йөрөр ҙә, ялҡһа, ҡайтыр әле.







Бөтә
бәлә шунда: Батыр ҡара ҡумтаның ваҡыт
машинаһы икәнлеген белмәй. Уның хәҙер,
икенсе ваҡытҡа ба- ‘рып эләккәс, әллә
нәмәләр эшләп ташлауы бар.





Батыр
ул заман кешеләре менән аралашырға
тейеш түгел!









Борсолма,
Эмилә! — Хәлит ғәмһеҙ ҡыланды. — Батыр
иҫәр түгел. Бот бит, ә! Батыр ошо минутта
ваҡыт буйлап сәйәхәт итә! Э мин...







Сәйәхәт
итә алмай шул.







Ниңә?







Батыр
машинаны ваҡыт буйлап йөрөтә белмәй.
Осраҡлы рәүештә ниндәйҙер ваҡытҡа
эләккән дә шунда йәшәп ята. Иң ҡурҡынысы
шунда. Мин быны бая беҙҙең эргәлә
һөйләшеп торған ике кешенән ишеттем.
Машиналағы батареяның көсө тик бер
тәүлеккә етә. Әгәр ошо





ваҡыт
эсендә беҙ Батырҙы табып ҡайтара
алмаһаҡ... — Әмилә тотлоҡто.









Ни
була? — Хәлит ҡурҡҡан күҙҙәрен ҡыҙға
төбәне.







Әйттем
бит инде. Батыр юғала. Ул был ваҡытҡа
ла ҡайта алмай, теге ваҡытта ла оҙаҡ
йәшәй алмай.







Ә
ниңә теге ваҡытта йәшәй алмай?







Икенсе
ваҡытҡа эләккән кешенең биоэнергияһы
ул ваҡытта йәшәү өсөн фәҡәт ике-өс көнгә
етә. Шунан ул үлә...





Хәлит
тулҡынланып йөрөргә кереште.









Улайһа,
әйт станцияның етәксеһенә! Эҙләһендәр,
тапһындар Батырҙы!







Тәүҙә
үҙебеҙ эҙләп ҡарайыҡ. Әгәр беҙ тапмаһаҡ,
улар нисек табыр? Икенсенән, һинең менән
осрашҡанымды белһәләр... бөгөн үк Урға
оҙатасаҡтар! — Әмиләнең тауышы ҡалтырап
китте. — Ул саҡта Батырҙы күрергә
өлгөрмәйем. Ә мин уны күреү өсөн генә...
Юҡ, Хәлит! Нисек тә үҙебеҙгә ҡотҡарырға
кәрәк Батырҙы!





БАТЫР
—ҮТКӘН ЗАМАНДА


Быны
аңлағас. Батыр шаҡ ҡатты.


Ул,
баҡһаң, бөгөнгө Сибайға түгел, бынан
ике-өс йыл элекке Сибайға ҡайтҡан! Йәйгә
түгел, көҙгә эләккән. Тимәк, был ҡара
ҡумта — ваҡыт буйлап сәйәхәт итеүсе
машина! Шуға ла уның ишеген астырыусы
паролдәр ҙә сәйер генә икән: «Ваҡытты
еңеү», «Ваҡытҡа һөжүм».


Батыр
ҡаушап ҡалды. Хәҙер ни эшләргә? Былай
булғас, Хәлиттәргә инеп, кейем һорау
тураһында уйларға ла ярамай. Үҙҙәренә
лә ҡайта алмай ул. Беренсенән, әсәһе
уның Батыр икәнлегенә ышанмаясаҡ. Нисек
ышанһын, өйҙә ун йәшлек Батыры ултырғас?
Икенсенән, шул шикләндерә: әгәр бер
цивилизация кешеләре икенсе цивилизация
вәкилдәренең тормошона ҡыҫылырға тейеш
түгел икән, киләсәктән килгәндәрҙең
үткән заманда йәшәүселәр менән аралашырға
хаҡы бармы? Был, бәлки, алдан уйланмаған
ҡот осҡос боролоштарға килтереп сығарыр!
Ошоларҙы уйлағас, Батыр хатта үҙенең
өшөп ҡалтырауын онотто. Юҡ, уға бында
бер ни ҙә эшләргә ярамайҙыр. Тик нисек
итеп кире үҙ ваҡытына ҡайтырға? Әгәр
ҡайта алмаһа? Ғүмергә ошо заманда
ҡалырмы?


Батыр
ашығып машинаның пультындағы яҙыуҙарҙы
уҡырға кереште. Юҡ шул, малай Ур телен
тулыһынса белмәй, бындағы яҙыуҙарҙың
күбеһе аңлашылмай!..


Малайҙы
ҡурҡыу солғап алды. Бәй, ул, ғүмерҙә лә
ҡото-


141


ла
алмаҫлыҡ тоҙаҡҡа эләккән! Ни эшләргә?
Нисек итеп был хәлдән ҡотолоу юлын
табырға?


Был
ваҡытта ҡара ҡумта, ҡаланан сығып, ялан
өҫтөнән осоп бара ине. Батыр, иҫенә
килеп, машинаны кире Сибайға табан
борҙо. Ул ни эшләргә лә белмәй, фәҡәт
ҡаланан, кешеләрҙән алыҫ китмәҫкә генә
тырышц. Уларға яҡын булғанда ныҡ өшөмәй
кеүек, күңеле лә бер аҙ тынысланған
һымаҡ.


Батыр
йәнә үҙҙәренең өйөнә яҡынлашты. Әсәһе
менән Батыр кухняла ашап ултыра!.. Ошо
минутта малайҙың тамағына бер төйөр
килеп тығылды. Ҡапыл тегеләр йәл булып
китте бөгөнгө Батырға. Һөйләшеп ултыралар,
нимәгәлер көләләр... Үҙҙәрен иртәгә, бер
йылдан ни көткәнен белмәйҙәр. Күпмелер
ваҡыт үтер, шунан әсәһе вафат булыр, ә
Батыр яңғыҙ — етем ҡалып, михнәт
күрә-күрә, ун өс йәше тулыуға йәнә ошо
ваҡытҡа әйләнеп ҡайтыр һәм үҙ ҡалаһының
өҫтөндә, ни эшләргә белмәйенсә, осоп
йөрөр...


Бәлки,
хәҙер үк инеп уларҙы ни көткәнен һөйләп
бирергәлер? Юҡ, ярамай! Нимәлер тота
Батырҙы. Нимә? Батыр быны ҡапыл ғына
аңлай ҙа алмай... Бәлки тойомлауы- лыр...
Әгәр, хәҙер инеп, әсәһе менән кескәй
Батырҙы иҫкәртһә, иң алда ул үҙе киләсәктә
Урға бармаясаҡ, интернатҡа, уҡырға
китмәйәсәк, тимәк, ошолай итеп осоп
йөрөмәйәсәк — ул юҡҡа сығасаҡ! Ни булһа
ла был ҡатмарлы, аңлайышһыҙ... Ярамай.


Әкренләп
Батыр тыныслана төштө һәм үҙенең өшөүҙән
ҡалтырана башлауына иғтибар итте. Ниндәй
һыуыҡ! Ни эшләргә? Әгәр ошолай тағы
бер-ике сәғәт йөрөһә, ул туңып үлә! Туҡта!
Үҙҙәренең балконында кейем эленеп тора
түгелме? Эйе, куртка, трико күренә! Был
бит уның кейемдәре! Хәйер, уныҡы түгел,
теге ун йәшлек Батырҙыҡы. Булһын! Алып
торғанда... Ваҡытлыса ғына. Сит кешене-
кенә ҡул һуҙырға хаҡы юҡ, әммә бына
үҙенең элекке ке- ~ йемдәрен бер-ике
көнгә алып торорға ярайҙыр.


Үҙ
заманына ҡайтырға форсат тыуғас та,
кире бирер. Тик ун йәшлек Батырҙың
кейемдәре ун өс йәшлек Батырға
бәләкәйҙәрҙер инде. Әммә башҡа сара юҡ.


Батыр
тәүәккәлләне. Хәҙер ҡара ҡумтаны гараждар
артына, ҡараңғы урынға, төшөрә лә... Унда
бер кем дә күрмәҫ. Шунан йүгереп бара
ла... Батырҙарҙың фатиры икенсе ҡатта.
Балконға нисек күтәрелергә малай яҡшы
белә.


ИКЕНСЕ
ҠАРА ҠУМТА









Ул
машина янына станция етәксеһенән башҡа
кем инә ала? — тип һораны Хәлит.







Бер
кем дә инә алмай, — тине Эмилә. — Э,
туҡта! Уның ярҙамсыһы — робот инә ала
шикелле.







Робот?
Ул беҙгә ишекте асыусы паролде әйтерме?







Юҡ.





Ҡыҙ
менән малай йәнә уйға ҡалды. Улар төрлөсә
план ҡорҙо, әммә береһе лә тормошҡа
ашырҙай түгел ине. Ниһайәт, Хәлит иң
ябай сараға әйләнеп ҡайтты.









Станция
етәксеһенән булмай, — тине ул. — Паролде
шул роботтан ғына белә алабыҙ.







Нисек?







Белмәйем.
Уны нисек тә йоҡлатып булмаймы?







Күндереп
була.







Уны
ниңә әйтмәй тораһың? Күндерәбеҙ ҙә...
Уның хәтере барҙыр бит?







Бар,
әлбиттә.







Шуны
аса ла ҡарайбыҙ! Унда пароль яҙылған.







Ысынлап
та. — Эмилә уйға ҡалды. — Бының өсөн
уның хәтерен уҡый белергә кәрәк. Туҡта!
Миндә компьютер бар! — Эмилә эргәләге
телевизор кеүек нәмәгә күрһәтте. — Ул
роботтың хәтерен сисә алырға тейеш!





Тиҙҙән
малай менән ҡыҙ, коридорға сығып, станция
етәксеһенең кабинетына табан атланы.
Унда үҙҙәренә кәрәк роботты оҙаҡ көтөргә
тура килмәне. Бына ул кабинеттан сыҡты
ла станция етәксеһенең сираттағы йомошон
үтәү өсөн ҡайҙалыр йүнәлде. Ошо ерҙә
уның ҡаршыһына Хәлит килеп сыҡты.









Томука!
— тине малай. Был Ур телендә «туҡта»
тигәнде аңлата ине.





Робот,
ҡаршыһындағы таныш түгел әҙәмде күреп,
шаҡ ҡатты, шунан, мейеһенә яҙылған
программаға буйһоноп, Хә- литте эләктереп
алырға итте. Малайға шул ғына кәрәк ине.
Ул ҡаршылаша башланы. Ошо ерҙә Эмилә
йүгереп килде лә роботты һүндерҙе. Теге,
малай менән булашып, ҡыҙға ҡамасаулай
ҙа алманы. Робот үлгән кеүек ҡатып ҡалды.
Малай менән ҡыҙ шунда уҡ, роботтың
ҡул-аяҡтарынан эләктереп, коридор буйлап
алып китте. Тимер кеше ауыр ғына, тик
уны коридорҙа ошо килеш ҡалдырырға
ярамай. Уның программаһы алынғанын
белһәләр, шау-шыу күтәрәсәктәр.


Көс-хәлгә
роботты Эмиләнең бүлмәһенә индереп
һалдылар. Бына — уның программаһы
Эмиләнең ҡулында. Уны шунда уҡ компьютерға
һалдылыр һәм таҫмаға яҙылған паролде
табырға ҡуштылар. Компьютер оҙаҡҡа
һуҙманы, ярты минуттан экранда ур
телендә:


143


Бүлмәгә
инеү — «Ваҡыт менән осрашыу».


Аппаратҡа
инеү — «Оло сәйәхәт».


Аппараттан
сығыу — «Баумы, заман», тигән яҙыуҙар
емелдәне.


Хәлит
түҙемһеҙләнеп Эмиләгә ҡараны:









Нимә?
Булдымы? 0







Эйе.
— Эмилә программаны ала һалып кире
роботтың күкрәгенә тыҡты. — Әйҙә,
тиҙерәк коридорға сығарып ҡуябыҙ!





Әмилә,
ишекте асып, тышҡа күҙ һалды. Шунан
Хәлиткә шауламаҫҡа ҡушты. Күрәһең,
кемдер үтеп барғандыр. Бына бер мәл
коридор бушаны. Малай менән ҡыҙ йәнә
роботты ҡул-аяғынан эләктереп коридорға
сығарҙы, аяғына баҫтырҙы.









Киттек!
— тине ҡыҙ.







Бәлки,
уны тоҡандырырға кәрәктер? — Хәлит
туҡтап ҡалды.







Ярамай!
Ул шау-шыу күтәрәсәк! Ә беҙгә ҡара
ҡумтаны алып сығырға кәрәк әле!





Әмилә
менән. Хәлит коридор буйлап йүгерҙе.
Бәхеткә ҡаршы ҡара ҡумта ултырған
бүлмәгә тиклем уларға бер кем дә осраманы.


Бына
Әмилә паролде әйтте. Шунда уҡ ишек
асылды. Малай менән ҡыҙ «һә» тигәнсе
эскә сумды. Бүлмәлә бейекле- ге-киңлеге
икешәр метрлыҡ ҡара ҡумтанан башҡа бер
ни ҙә юҡ ине.


Хәлит
уға һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ҡарап
торҙо.









Ошо
ваҡыт буйлап йөрөй аламы инде?







Эйе.







Ҡарап
торһаң... Ябай ғына ҡумта бит! Ул арала
Әмилә ҡара ҡумтаны асып ебәрҙе.







Әйҙә,
ин!





Хәлит
Әмилә артынан аппарат эсенә инде. Бында
пульт бар ине. Әллә ниндәй лампалар
йымылдай, күп кенә кнопкалар, тумблерҙар,
аңлайышһыҙ яҙыуҙар күҙгә ташлана.


Әмилә
ашығып бер-ике тумблерҙы шартылдатты,
кнопкаларға баҫты. Бына ҡара ҡумта әкрен
генә геүелдәргә, һелкенергә тотондо.









Киттек!
— тине Әмилә тулҡынланған тауыш менән.







Ҡайҙа?







Әлегә
бер йыл артҡа! Беҙҙең 1989-сы йылығыҙға!..
Беҙгә бынан тиҙерәк ысҡынырға кәрәк!







Ә
ниндәй көнгә?







Ниндәйенә
теләйһең?







М-м,
— тип уйлап алды Хәлит, машинаның иҫ
китерлек һәләтенә ышанырға ла ышанмаҫҡа
ла белмәйенсә. — Әйҙә, беренсе ғинуарға!
Яңы йылға! — Ләкин өҫтөндәге





шортик
менән майкаға ҡараны ла кире уйланы. —
Эй, юҡ! Әйҙә, йәйгә! Июль айына!


Әмилә
йәнә кнопкаларға баҫты. Экранда ниндәйҙер
һандар йылтылданы, машина тигеҙ генә
геүләне, һелкенде. Хәлит тын да алмай
тора. Ысынлап та, улар ошо минутта ваҡыт
буйлап сәйәхәт итәме, үткән йылға ҡайтып
барамы? Ғәжәп бит был, мөғжизә!


Тиҙҙән
машинаның ишеге асылып китте.


ҠАРА
ҠУМТА —ОСОУСЫ «ТӘРИЛКӘ»


Батыр
ҡара ҡумтаны гараждарға табан йүнәлтте.
Ошо ерҙә ул ҡала урамдарындағы кешеләрҙең
туҡтап, өҫкә текәлеп тороуына иғтибар
итте. Нимә ҡарай улар? Малай биноклен
ҡулына алды һәм шаҡ ҡатты. Ерҙәге бөтә
кешеләр туп-тура Батырға текәлмәһенме!
Уны күрәләрме икән ни? Булыуы мөмкин
түгел! Күк йөҙө ҡап- ҡараңғы. Унда йөҙгән
ҡара ҡумта күренергә тейеш түгел дә
баһа!


Юҡ,
Батыр яңылыша. Күрәһең, улар башҡа нәмәне
күҙәтә. Малай бинокле аша ерҙәгеләргә
ныҡлабыраҡ ҡараны. Бына ғәжәп! Бинокль
уларҙы шул тиклем яҡын күрһәтә, хатта
тегеләр ике метр ғына алыҫлыҡта Батырға
тишә яҙып текәлеп торған кеүек. Малай
ҡурҡа төштө.


Шул
саҡлы кеше һиңә туп-тура ҡарап торһон
әле! Шик юҡ — улар ҡара ҡумтаны күрә.
Тик ҡара нәмәне ҡараңғы күктә нисек
таба һуң улар?


Батыр,
һиҙемләүен тикшереп ҡарау өсөн, ҡаланың
икенсе осона табан йөҙҙө. Ерҙәгеләр,
боролоп, йәнә уға текәлде! Күрәләр!


Ни
эшләргә? Нисек итеп быларға һиҙҙермәй
генә үҙҙәренең балконында торған йылы
кейемдәрҙе ҡулға төшөрөргә? Әгәр былай
итһә: ҡала ситенә сығырға, шунан ергә
мөмкин тиклем яҡынайырға ла, ҙур тиҙлек
менән осоп килеп, гараждар артына
сумырға?! Ул саҡта, моғайын, бер кем дә
күреп өлгөрмәҫ!


Тиҙҙән
Батыр шулай итте лә. Машинаһын гараждар
артына йәшереп, тиҙ генә тышҡа сыҡты.


У-у,
ҡалай һыуыҡ! Шулай булмай ни! Аяҡ аҫтында
ҡар ята, һалҡын ел өрә. Ә Батыр майка
менән шортиктан!


Малай
алға уҡталды. Ҡапыл ул утыҙ-ҡырҡ аҙымдар
ситтәрәк бер-нисә кешенең үҙенә текәлеп
тороуон күрҙе. Уның кейеменә аптырайҙарҙыр
инде.


Батыр,
ғәжәпләнерлек бер ни ҙә юҡ тигәндәй,
йәһәт кенә үҙҙәренең өйҙәренә табан
йүгерҙе. Һуңғы секундта артына әйләнеп
ҡараны. Ҡара ҡумтаны ныҡ йәшерҙеме? Сит


145


күҙҙәргә
күренмәйме? Ҡараны һәм таш һын кеүек
урынында ҡатып ҡалды.


Ул
ҡара ҡумтаны ҡалдырған урында гараж
бейеклегендәге яп-яҡты шар ята ине!
Малайҙың ҡото осто! Нимә был? Ҡара ҡумта
шулай яҡтырамы? Ул бит ҡумта ҡиәфәтендә
ине, ниңә түңәрәк булып киткән*? Яҡтыра!
Тимәк, ул ҡараңғы төшкәндән бирле шулай
яҡтылыҡ сәсә! Бына ни өсөн ерҙәге бар
кеше уны күреп торған икән! Тимәк, анау
кешеләр ҡара ҡумтаның осоп килеп ергә
төшкәнен күргән, уның эсенән Батырҙың
сығыуын күҙәткән! Осоусы «тәрилкә»
килде тип ҡарап тораларҙыр әле хәҙер.


Батыр
аңланы: бындай саҡта ҡара ҡумтаны ташлап
китеү мөмкин түгел. Биҙҙермәй генә
үҙҙәренең балконына ла менә алмаясаҡ
ул. Машинаны ла, малайҙы ла уратып
аласаҡтар бер миңуттан. Унан һуң ни
булырын алдан күҙ алдына килтереүе лә
ҡурҡыныс.


Батыр
кире йүгерҙе. Яҡынайғас ҡына ут көлтәһенең
эсендә ҡара ҡумта ултырғаны күренде.
Күрәһең, машина нур сәсә, шуға ла ҡараңғыла
яҡты йомғаҡҡа әүерелә.


Батыр
ҡара ҡумтаны ерҙән айырҙы ла тиҙ генә
ҡаланан ситкә осто.


БАТЫРҘЫ
НИСЕК ТАБЫРҒА?


Әмилә
менән Хәлит тышҡа сыҡты. Ҡара ҡумта ҡола
ялан уртаһында тора. Өҫтә июль ҡояшы
рәхимһеҙ ҡыҙҙыра. Әкрен генә ел иҫә.
Алыҫта ҡала күренә. Сибаймы? Эйе, Сибай
бит! Тик хәҙер бында, ысынлап та, 1989-сы
йылмы икән? Бәлки, һаман да 90-сы йылдыр?


Малайҙың
уйҙарын аңлағандай, Әмилә:









Беҙ
1989-сы йылдың беренсе июлендә, — тине.







Ҡайҙан
беләһең? — Хәлит ҡыҙға шикле ҡараш
ташланы.







Машинаға
шундай бойороҡ бирҙем. Ул беҙҙе шул
көнгә алып килде лә инде.







Ышанғым
килмәй, — тине Хәлит. — Минеңсә, беҙ
90-сы йылдың беренсе июнендә.







Һин
ҡалаға ҡара. Унда үҙгәреш күрмәйһеңме
ни?







Юҡ.
— Хәлит йәнә ҡалаға баҡты. — Туҡта әле?
Анау туғыҙ ҡатлы йорт... Ул ниңә төҙөлөп
бөтмәгән? Унда бит күптән кешеләр йәшәп
ята! Кисә генә уның лифтында Батыр менән
өҫкә-аҫҡа шыуып йөрөнөк!







Үҙең
уйлап ҡара.







Ысынлап
та беҙ 89-сы йылдамы икән ни?! Ғәжәп бит
был! Өй төҙөлөп бөтмәгән! Ә ул кисә
генә!.. — Хәлит аптыраған күҙҙәрен
ҡаланан ала алманы. Шунан йәнә ҡара





ҡумтаны
урап сыҡты. — Вәт машина, ә!.. Ваҡыт аша!..
Әмилә, ҡара әле! Ә унда, ошо ҡалала, мин
бармы? Ун ике йәшлек мин, Хәлит? Бармы?









Әлбиттә,
бар.





—-
Нисек бар? — Хәлит һис тә ышанырга
теләмәне. — Мин бит бына! Яныңда торам!









Бында
ун өс йәшлек Хәлит, 90-сы йылда йәшәүсе-
Хәлит тора. Ә ҡалала 89-сы йылда йәшәүсе,
ун ике йәшлек Хәлит бар. Ьеҙ икегеҙ ике
заман вәкиле, шуға икегеҙ ике кеше.







Юҡ,
был минең башыма һыймай! — Хәлит
улай-былай йөрөп алды. — Былай булыуы
мөмкин түгел! Нисек инде? Мин — икәү!
Ышанмайым! Юҡ!







Хәлит,
етер был хаҡта, — тине Әмилә. — Батырҙы
ҡайҙан эҙләйбеҙ? Беҙгә шул хаҡта уйларға
кәрәк.







Батырҙымы?
Уның машинаһы нисә йылға китә ала тинең
әле?







Өс
йыл артҡа, өс йыл алға.







Өс
йыл арттан башлайбыҙ, һәр көндө
тикшерәбеҙ...







Нисек
тикшерәбеҙ? Бына беҙ 89-сы йылдың беренсе
июлендә торабыҙ. Бәлки Батыр ҙа ошо
көндәлер. Тик уны нисек табырға? Бөтә
ҡаланы һөҙөп сыға алмайбыҙ ҙаһа!





Хәлит
тә төшөнкөлөккә бирелде:









Ьәр
көндә ҡала буйлап йөрөй башлаһаҡ... О!







Э
беҙ уны бер тәүлек эсендә табырға
тейешбеҙ, — тип ҡабатланы Әмилә. —
Юғиһә... Батареяның көсө...







Былай
ултырырға ярамай! — Хәлит ҡыҙға һөйләп
бөтөрөргә бирмәне. — Тәүге көндән
башлайбыҙ! Батыр йә үҙенең, йә беҙҙең
өй тирәһендә өйрәләлер. Киттек!





Әмилә
менән Хәлит ултырған ҡара ҡумта, ваҡыт
арауығын тишеп, 1987-се йылға осто. Ваҡытты
әрәм итмәҫ өсөн мөмкин тиклем шәберәк
эҙләргә булдылар. Бының өсөн ҡара ҡумтаны
Батырҙарҙың өйҙәре янындағы гараж
артына килтереп ҡуйҙылар. Икеһе ике
яҡтан тиҙ генә Батырҙы ҡарап килә лә
ҡара ҡумтаны йәнә бер көн алға күсерәләр...


Бер
мәл 87-се йылдың көҙөнә килеп еттеләр.
Әммә Батырҙың эҙе лә күренмәй...


Тиҙҙән
малай менән ҡыҙ төшөнкөлөккә бирелде.
Улар Батырҙы көндөң бер генә осоронда,
йәғни көндөҙгө сәғәт бер тирәһендә,
эҙләй. Ә бит Батыр шул көндөң башҡа
ваҡытында тороп ҡалыуы бар!


Тимәк,
файҙаһыҙ, файҙаһыҙ Батырҙы эҙләү! Уны
табыу мөмкин түгел! Көндөң бит егерме'
дүрт сәғәте бар, меңдән ашыу минуты бар!
Шуларҙың ҡайһыһында эҙләргә Батырҙы?
Ә Әмилә менән Хәлит Батырҙы бер йылда
түгел, алты йыл эсендә эҙләргә тейеш!
Етмәһә, уны бер тәүлектә та-


147


бырға
кәрәк. Исмаһам, Батыр ултырған ҡара
ҡумталағы батареяның көсө оҙаҡҡараҡ
етһә! Юҡ шул! Ул егерме дүрт сәғәттән
бөтәсәк, һүнәсәк! Шунан һуң Батыр...


Ни
эшләргә? Тик ултырырға ғына ярамай! Инде
өмөттәре өҙөлгәндәй булһа ла, Эмилә
менән Хәлит ныҡышмалы рәүештә Батырҙы
эҙләүҙәрен дауам иттеләр...


СӘЙЕР
ВАҠИҒАЛАР


Батырҙың
әсе һыуыҡҡа башҡаса түҙерлеге ҡалманы.
Ни булһа — шул булыр! Ул ҡара ҡумтаны
ҙур тиҙлек менән үҙҙәренең балконына
мөмкин тиклем яҡынайтты. Шунан ишекте
асты ла бауҙа эленеп торған трико менән
куртканы йолҡоп алды. Күҙ ҡырыйы менән
генә эстә ут барлығын, тәҙрәләрҙең
ҡорғанлы икәнлеген күреп ҡалды...


Тиҙҙән
ҡара ҡумта, нимәнәндер ҡурҡҡан ҡарлуғас
кеүек, ҡаланан ситкә оса ине.


Трико
менән куртканы кейгәс, малайҙың тәненә
йылы йүгерҙе. Иртәгә кейемдәренең
юғалыуын белгәс, кескәй Батыр нимә уйлар
икән?


Ошо
ерҙә Батыр терт итеп ҡалды. Сөнки ул
бынан өс йыл элек булған ваҡиғаларҙы
иҫенә төшөрҙө...


Бер
көндө кис, әсәһе менән икәүләшеп ашап
алғандан һуң, Батыр дәрестәрен әҙерләргә
булды. Ул балкон тәҙрәһенә арҡаһы менән
ултыра ине. Ҡапыл өй эсен сәйер яҡтылыҡ
солғап алғандай итте. Батыр быға ул
тиклем аптыраманы. Уларҙың янынан аҙ
машина үтәме ни! Шуларҙың яҡтылығылыр.
Шул мәл балконда нимәлер шаҡылданы.
Елме икән? Туҡта, унда кемдер бар түгелме?
Тик уларҙың балконында кем йөрөһөн?
Батыр артына әйләнеп ҡараны. Әммә ҡорған
ябыҡ, шуға балконда ни барлығы күренмәй.
Әммә тәҙрәләр зәңгәрһыу төҫтәге сәйер
яҡтылыҡҡа күмелгән. Ул һис тә машина
фараһының яҡтылығына оҡшамаған.


Батыр
ҡаушабыраҡ ҡалды. Ул арала тәҙрә артындағы
яҡтылыҡ юғалды. Малай урынынан тороп
тәҙрә янына барҙы, ҡорғандарҙы асып
ебәрҙе. Әммә тышта шик тыуҙы- рырлыҡ бер
ни юҡ, фәҡәт ҡаршылағы өйҙәрҙең тәҙрәләре
генә яҡтырып тора. Урамдан үткән машина
күренмәй. Улайһа, әле генә нимә яҡтыртты
икән ҡорғандарҙы? Туҡта, бауҙағы трикоһы
менән курткаһы ҡайҙа? Уларҙы кисә генә
әсәһе йыуып киптерергә элгәйне. Батыр
уларҙы көндөҙ үк алырға иткәйне, әллә
ниңә бушай алманы.









Әсәй,
— Батыр кухняла булашҡан әсәһенә
өндәште, — балкондағы кейемдәрҙе һин
алдыңмы?







Юҡ.





— Ә
ҡайҙа һуң улар? Әсәһе килеп етте...


...Батырҙың
иҫендә: икәүләшеп бик ныҡ аптырағайнылар.
Малай курткаһын бик ярата ине, бигерәк
тә уның арҡаһында ҙур хәрефтәр менән
«спорт» тип яҙылған һүҙ оҡшай ине. Шуға
ла бик ныҡ ҡайғырҙы.


Ә
шул көндөң иртәгәһенә Батыр бит тағы
ла ғәжәберәк хәлдәргә тарыны. Мәктәптән
ҡайтҡас, ишекте асып өйгә инәйем тиһә,
плащының кеҫәһендә асҡысы юҡ. Малай
аптырауға ҡалды. Ҡайҙа булыуы мөмкин?
Төшөп ҡалды тиер ине, бөгөн футбол
уйнаманы, улай-былай йүгереп йөрөмәне...
Ни эшләһен Батыр, әсәһенең эшенә барып,
уның асҡысын алды...


Ошо
ваҡиғаларҙың аҙағы бигерәк тә хайран
ҡалырлыҡ булды.


Шул
кис Батыр балконға ҡараһа, бауҙа трикоһы
ла, курткаһы ла эленеп тора. Кем килтергән?
Ҡасан? Быны малай ҙа, әсәһе лә һис тә
аңлай алманы. Э инде куртка кеҫәһенән
бөгөн генә юғалған асҡысының килеп
сығыуын күргәс, улар тамам аптырауға
ҡалды. Батыр ҙа, әсәһе лә юҡ-барға ышанмай
ине, әммә ошо сәйер ваҡиғаларҙан һуң,
әллә йорт эйәһе буламы икән, тип шикләнә
башланылар. Әммә был хаҡта бер кемгә лә
һөйләп торманылар. Хәйер, кем ышаныр
ине икән уларға?


Ике-өс
көн аптырашып йөрөнөләр ҙә, башҡа ундай
ул- был ҡабатланмағас, әкренләп
оноттолар...


Бәм
бөгөн килеп ун өс йәшлек Батыр шуларҙы
иҫләне. Бына бит сәбәп ниҙә булған! Әҙәм
ышанмаҫлыҡ ваҡиға шул! Ошо минутта
тегендә, ул фатирҙа, ун йәшлек Батыр
курткаһы юғалғанға ҡайғыралыр, ә бында,
ҡара ҡумта эсендә, ун өс йәшлек Батыр,
нисек итеп үҙ заманына ҡайтырға
белмәйенсә, Ирәндек тауҙарына табан
осоп бара...


Ҡапыл
Батыр бынан өс йыл элек, көҙ, ҡала
гәзитендә ғәжәп бер мәҡәләнең баҫылып
сығыуы хаҡында хәтерләне. Унда бер көндө
кис кешеләрҙең ҡала өҫтөндә осоусы яҡты
шарҙы күреүҙәре хаҡында яҙылғайны. Теге
ут йомғағы бер түбәнәйеп, бер өҫкә
күтәрелеп оҙаҡ ҡына осоп йөрөгән. Шунан
ҡала уртаһындағы гараждар артына барып
төшкән. Бер мәл шар эсенән кеше килеп
сыҡҡан. Ул буйға бәләкәй генә булған.
Был йән эйәһе шарҙан ситкәрәк атлаған,
әммә үҙенә текәлгән кешеләрҙе күргәс,
тиҙ генә кире ут йомғағы эсенә ингән дә
осоп киткән. Тегенең кейеме балаларҙың
майкаһы менән шортигын хәтерләтә ине,
тип һөйләгән күреүселәр... Уларҙың
барыһының да тәьҫораттары ҡала гәзитендә
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 14
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов