Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 19

Общее количество слов 3230
Общее количество уникальных слов составляет 1397
42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов





«Ҡарсыға»
беҙгә асыҡ әйтте! — Ир ҡаты ғына өндәште.
— Икеһенең береһе: йә һин урынды әйтәһең,
йә үҙең «Ҡарсыға» менән осрашаһың! Ул
ике һөйләмәй.





207


Ошо
ерҙә Хәлиттең аяғы аҫтындағы ағас
шартлап һына, теге ирҙәрҙең береһе
боролоп ҡарай. Әммә малай эргәләге йыуан
ағастың олонона ышыҡланырға өлгөрә.









Ул
һыра батшаһына әйтегеҙ! — Мансур ағайҙың
шу





лай
тигәнен асыҡ ишетә Хәлит. — Мин уға бер
ниндәй ҙә урынды күрһәтмәйем! *


Ары
ни булғанлығын малай аңламай ҙа ҡала.
Ҡапыл эскәмйә янында ниндәйҙер ығы-зығы
булып ала. Бер нисә секунд үтеүгә эргәлә
торған «Жигули» машинаһы ҡуҙғалып та
китә. Эскәмйәлә бер кем дә ҡалмай. Ят
ирҙәр Мансур ағайҙы үҙҙәре менән алып
киткәндәр.


Хикәйәһенең
ошо урынына еткәс, Хәлит туҡталып ҡалды.









Шунан?
— тип һораны Батыр. — Уны ҡайҙа алып
киткәндәр? Белештеңме? Шуға ашығып
килдеңме Өфөгә?







Туҡта,
һейләп бөткәнде көт! — Хәлит, ауыр эш
башҡарғандай, күкрәген тултырып тын
алды. — Мин күргәндәремде атайыма
һөйләргә өйгә йүгерҙем. Юл ыңғайында
почта йәшнигенән гәзиттәрҙе алһам,
араһынан бер ҡағыҙ киҫәге килеп тёштө.
Бына ул!





Батыр
менән Әмилә Хәлит биргән ҡағыҙға күҙ
йүгертте.


«Мансурҙы
беҙ урланыҡ. Милицияға хәбәр итеп тороу
кәрәкмәҫ. Юғиһә һеҙ уны башҡаса тере
килеш күрә алмаҫһығыҙ».


Батыр
менән Эмилә бер-береһенә ҡарашып алды,
шунан ҡараштарын Хәлиткә күтәрҙе.









Ошоно
уҡығас, мин барыһын да аңланым, — тип
дауам итте һүҙен Хәлит. — Мансур ағайымды
Өфөгә алып киткәндәр. Унан нимәнелер
әйттерергә итәләр. Уны ыҙалатасаҡтар!
Ә милицияға әйтергә ярамай! Мин уйланым
да... атайым менән әсәйемә лә бер ни
һиҙҙермәҫкә булдым. Улар ҡайғырасаҡ...
Милицияға шылтырата башлаясаҡ. Шунда
уҡ почтаға барып һеҙгә телеграмма
бирҙем. Ә өйҙәгеләргә: «Мансур ағай
менән Өфөгә киттем», — тигән ҡағыҙ
ҡалдырҙым.







Хәҙер
ни эшләргә уйлайһың? — тип һораны Батыр.







Мансур
ағайҙы ҡотҡарабыҙ! — тине Хәлит ышаныслы
тауыш менән.







Э
нисек? — тип һораны Эмилә. — Беҙ бит
уны кем урлағанын да белмәйбеҙ!







Ниңә
белмәй, ти? Ул һырахана тирәһендә эшләй.
Ҡушаматы — «Ҡарсыға»!







Өфөлә
һыраханаларҙың иҫәбе-һаны юҡ! — Батыр
йөҙөн һытты. — Милицияға хәбәр итергә
кәрәк.





Хәлит
дуҫына асыу менән ҡараны:









Был
запискала ни яҙылғанын аңламаныңмы
ни?







Улар
юрамал яҙған! Ҡурҡытыр өсөн. Һеҙ бер
кемгә лә хәбәр итмәһен өсөн!





208









Юҡ!
— Хәлит Батырға тишә яҙып ҡараны. —
Улар шунда уҡ Мансур ағайҙы үлтерәсәк!..
Һеҙ нимә — миңә ярҙам итергә теләмәйһегеҙме?







Үҙең
уйлап ҡара... — Батыр Хәлиткә аңлатыу
өсөн ауыҙын асты.







Их,
һеҙ! — Хәлит ҡапыл дуҫтарына үпкәләгән
ҡараштарын сәнсте. — Мин, һеҙ тип...
Ярай! Мин үҙем дә!..





Хәлит
Батыр менән Эмиләне ике яҡҡа этте лә
ситкә атланы. Секунд һайын ул алыҫлаша.
Батыр менән Әмилә ни эшләргә белмәй
Хәлиткә ҡарап тора. Ул бит Өфөнө бөтөнләй
белмәй. Икенсенән, бер үҙе ни ҡыла ала?
Әммә малайҙы туҡтатып та булмай...


Ҡапыл
Әмиләнең күҙҙәре ҙурайып асылды, ул
малайҙың беләгенән тотоп алды. Батыр,
ҡырҡа боролоп, ҡыҙ ҡараған яҡҡа ҡараш
ташланы. Аэропорт эсенән Ер аҫты станцияһы
кешеләре — Йыуан менән Һонтор сығып
килә ине...


ХӘЛИТ
ЮҒАЛА


Шик
юҡ — Йыуан менән Һонтор Өфөгә Әмилә
менән Батырҙы эҙләп килеп еткән. Тик
ҡайһы арала малай менән ҡыҙҙың аэропортта
икәнлеген белгәндәр? Ҡотолдоҡ, инде
эҙәрләүселәр тиҙ арала беҙҙең эҙгә төшә
алмаҫ, тип өмөт- ләнгәйнеләр. Баҡһаң,
улар малай менән ҡыҙҙың Өфөлә икәнлеген
белеү генә түгел, әллә ҡайһы арала
аэропортта йөрөгәнлеген һиҙгәндәр.


Оҙаҡ
уйлап торорға ваҡыт юҡ ине. Ана Хәлит
ҡалаға китеүсе автобусҡа инеп тә бара.
Батыр менән Әмилә, эҙәрләүселәргә
күренмәҫкә тырышып, туҡталышҡа табан
йүгерҙе. Хәҙер нисек тә Хәлитте юғалтып
ҡуймаҫҡа...


Әммә
малай менән ҡыҙ туҡталышҡа барып етергә
өлгөрмәне, Хәлит ултырған автобустың
ишектәре ябылды, ул ҡуҙғалып та китте.
Батыр менән ҡыҙ, ни эшләргә белмәйенсә,
аптырап ҡалды. Бер бәләгә икенсеһе
өҫтәлергә тора. Һонторҙарҙың етеп килеүе
— бер, хәҙер бына Хәлит юғалһа...


Батыр
эргәнән үтеп барған таксиға ҡул күтәрҙе.
Әгәр уға эләкһәләр, ҡалаға киткән Хәлитте
табыуы ла, быларҙан ҡотолоуға ла еңелерәк
булыр. Әммә такси, буш булыуына ҡарамай,
туҡтамайынса үтеп китте. Икенсеһе менән
дә шулай булды. Ситтәрәк торған Әмилә
Батыр янына йүгереп килде:


— Батыр,
ҡара!


Малай
Әмилә күрһәткән яҡҡа күҙ һалды. Туҡталышҡа
табан Йыуан менән Һонтор ҡабаланып
атлай. Һонторҙоң усында шырпы ҡабынан
саҡ ҡына ҙурыраҡ ниндәйҙер әй- бер
күренә. Ул ваҡыт-ваҡыт шуға ҡарап ала.


209









Уның
ҡулында — прибор! — тине ҡыҙ ҡурҡҡан
тауыш менән. — Миңә улар радионөктә
йәбештергәндәр! Ул туҡтауһыҙ радиосигнал
бирә. Шуға ла улар беҙҙе тиҙ генә таба!





Батыр
был һүҙҙәргә ныҡ ғәжәпләнде:









Ниндәй
радионөктә? Ул бит һиндә күренмәй.







Ул
шундай бәләкәй! Күҙгә лә күренмәй! V







Уны
һинән алып ташлап булмаймы?







Юҡ!
Уның өсөн махсус прибор кәрәк!





Ул
арала Йыуан менән Һонтор туҡталышҡа
килеп етте.









Ҡастыҡ
бынан! — Батыр ҡыҙҙың ҡулынан тотто. —
Юғиһә хәҙер эләгәбеҙ!





Ҡыҙ
менән малай тыныс ҡына ҡиәфәттә эргәләге
ағастар араһына инде лә йән-фарманға
алға ташланды. Хәҙер мөмкин тиклем был
тирәнән алыҫлашырға кәрәк. Юғиһә тегеләр
приборҙарына ҡарап Әмиләнең ошо тирәлә
икәнлеген аңлағандарҙыр, шуға ҡыҙҙы
йәһәтерәк эләктерергә тырышасаҡтар.









Хәҙер
оло юлға сығабыҙ, — тине Батыр йүгереп
барған көйө. — Ул бынан алыҫ түгел.
Шунан берәй машинаға ултырып Өфөгә
китәбеҙ.





Урман
ҡуйы ғына. Ашығып барғас, аҙым һайын
берәй ботаҡ йә биткә сәпәй, йә кейемдән
эләктереп ала. Ә Батыр уның һайын
ҡабаландыра:









Эмилә,
тиҙерәк! Саҡ ҡына түҙ! Оло юлға күп тә
ҡалманы!





Улар
йүгерә. Ҡыҙҙың инде тамам хәле бөттө.
Тағы саҡ ҡына барһалар, ул арып ергә
йығылыр кеүек. Э оло юл һаман юҡ та юҡ...


ХӘЛИТ
ӨФӨЛӘ


Дуҫтарына
Хәлиттең бик ныҡ асыуы килде. Уларға
ышанып юлға сыҡты, ярҙам итерҙәренә
тамсы ла шиге юҡ йне. Э улар... Ҡурҡаҡтар!..
Хәлит бит Өфөнө бөтөнләй белмәй. Ә Батыр,
ни тиһәң дә, баш ҡалала бер йыл йәшәне.
Икенсенән, Мансур ағаһын өсәүләшеп
эҙләүе күпкә еңелерәк тә булыр ине...
Һатлыҡ йәндәр! Хәлит башҡаса улар менән
һөйләшмәйәсәк тә!


Малай
аэропортта автобусҡа ошондай уйҙар
менән инеп ултырҙы. Батыр менән Эмилә
тороп ҡалған яҡҡа боролоп та ҡарамам
тиһә лә, автобус ҡуҙғалып киткәс, Хәлит
түҙмәне, тәҙрәгә күҙ һалды. Батыр менән
Эмилә туҡталышҡа табан йүгерә ине. Әллә
уйҙарынан кире ҡайттылармы икән?.. Их,
өлгөрмәнеләр! Малайҙың күңелен юҡһыныу
солғап алды. Дуҫтарына асыуы килһә лә,
уларҙан айыры- лыуы ҡыйын ине...


Бына
туҡталышта тороп ҡалған Эмилә менән
Батыр күҙҙән юғалды. Хәлит уйға сумды.
Хәҙер ни эшләргә? Эҙләүҙе нимәнән
башларға? Дөрөҫ, йәбешеп китерлек ике
урын бар. Мансур ағайҙы урлаған кешеләрҙең
башлығы «Ҡарсыға» тигән ҡушамат йөрөтөргә
тейеш. Ул һырахана тирәһендә эшләй. Тик
былар ғына Мансур ағайҙы табырға
мөмкинселек бирерме? Етмәһә, Батыр Өфөлә
һыраханалар бик күп тине. Уларҙы урап
сығырға бер үҙенең хәле етерме? Хәйер,
ҡурҡырға ярамай, ваҡыты күп, аҡсаһы бар.
Мәктәп участкаһында ул быйыл яҙ яҡшы
ғына аҡса эшләп алғайны. Магнитофон
алырмын, тип хыяллана ине. Мансур ағаһын
ҡотҡарырға кәрәк саҡта һаранланып
тормаҫ. Тик шуныһы борсолдора — төндәрен
ҡайҙа йоҡлап йөрөр? Батырҙың интернатына
өмөт бағлағайны ла бит...


Автобус
шәп кенә елдерә, әммә Өфө һаман да
күренмәй әле. Туҡта, ниңә Хәлит ваҡытты
әрәм итә? Эргәлә бер оло ғына ағай ултыра.
Ул ошо тирәләге һыраханаларҙың ҡайҙа
урынлашҡанын беләлер бит.


Ағай
кеше, малайҙың һорауын ишеткәс, уға
аптырап ҡараны:









Һиңә
һырахананы эҙләргә иртә бит әле!







Минең
ағайым һыраханала эшләй, — тип күҙ ҙә
йоммайынса алданы Хәлит. — Ҡайһыныһында
икәнлеген онотҡанмын. Адресын да
белмәйем.







Улай
икән, — тине теге ир. Шунан нисек итеп
Өфөгә ингән ерҙәге һыраханаларҙы
табырға кәрәклеген өйрәтә башланы.





Тиҙҙән
Хәлит тәүге һырахананың янында тора
ине инде. Бында бик күп ирҙәр ҡайнаша.
Сибайҙа ла һырахана янында халыҡ ошолай
күп була. Ул һыраның нимәһен табаларҙыр,
малай аңламай.


Хәлит
һыраханаға инде. Бында шау-шыу, тәмәке
төтөнө, сират. Ун өс йәшлек малайға
иғтибар итеүсе лә булманы. Хәлит алғараҡ
үтеп, һыра һатыусы иргә яҡынлашты. Шунан,
уңайы сығыу менән тегеңә өндәште:









Миңә
«Ҡарсыға» кәрәк ине.





-—
Кем, кем? — тип һораны һыра һатыусы
эшенән айырылмайынса.









«Ҡарсыға».







Кем
ул?







Һеҙ
белмәйһегеҙме?







Тәүге
тапҡыр ишетәм.





Хәлит,
ары ни эшләргә белмәйенсә, улай-былай
итте лә, аптырағас, ишек алдына сыҡты.


Көн
йылы. Урамдан кешеләр үтеп тора. Ана
Хәлит йәшендәге ике малай ҡулдарына
ҡармаҡ тотоп алған. Өс ҡыҙ туңдырма ашап
китеп бара... Һәр кемдең үҙ эше. Уларға


211


рәхәт
— баштарында сиселешһеҙ һорауҙар ҙа
юҡ, ашығырға ла кәрәкмәй. Ә бына Хәлит...
Хәҙер ни эшләргә тейеш ул? Әгәр икенсе,
бишенсе, унынсы һыраханала ла «Ҡарсығалы
белмәһәләр? «Ҡарсыға»ны тапҡан хәлдә
лә, ни эшләргә тейеш малай? Теге бит
Мансур ағайҙы ҡайҙа иткәнлеген шунда
уҡ әйтеп һалмаҫ. Малайҙың башында
һорауҙар күп, әммә береһенә лә әлегә
яуап юҡ...


ХӘЛИТ
ҠАЙҘА?


Оло
юлда Әмилә менән Батырға оҙаҡ ҡына
торорға тура килде. Күпме генә ҡул
күтәрһәләр ҙә, уларҙы алырға теләүсе
машина булманы. Ә малай менән ҡыҙға бер
урында оҙаҡ тороу ҡурҡыныс. Көтмәгәндә
урман эсенән Йыуан менән Һонторҙоң
килеп сығыуы бар. Шуға күрә лә Батыр
менән Әмилә, оҙаҡ уйлап тормайынса, юл
буйлап ҡалаға табан атланылар. Арттан
машина тауышы ишетелһә, туҡтап ҡул
күтәрәләр. Әммә әлегәсә уларҙың береһе
лә туҡтаманы.


Малай
менән ҡыҙ ашыға. Сөнки улар һиҙә:
эҙәрләүселәр ҙә оло юлға етеп килә. Шуға
күрә урман ситенән атлайҙар, ураған
һайын арттарына әйләнеп ҡарайҙар. Иң
мөһиме — тегеләрҙең күҙенә салынмау.
Әгәр улар күреп ҡалһалар — ҡотолоп
булмаясаҡ.


Тағы
бер машина туҡтамайынса үтеп китте.
Киләһе машина күренгәнсе, Батырҙар
урман эсенә инә һалдылар ҙа алға
ашыҡтылар. Ағастар араһынан атлауы
уғата ауыр. Ботаҡтар күҙгә инеп бара.
Уларҙан һаҡланам тип, өҫкә ҡарап атлаһаң,
аҫта ятҡанына эләгеп ҡолап бараһың.
Эргәлә генә тап-таҡыр асфальт юл
ятҡанлығын белгәс, урман эсенән атлауы
бигерәк тә ауыр. Ләкин башҡаса сара юҡ.


Батыр
йәнә артына әйләнеп ҡараны ла ҡапыл
сүкәйҙе, ҡыҙҙы үҙе янына тартты. Сөнки
уларҙан өс йөҙ аҙымдар тирәһе арттараҡ
урман эсенән Йыуан менән Һонтор сығып
килә ине. һонтор атлаған һайын усына
ҡарап ала. Унда — прибор! Тимәк, улар
Әмиләнең ошо тирәлә икәнлеген белә!


Хәҙер
юлға сығып машина туҡтатыу тураһында
уйларға ла ярамай. Берҙән-бер юл — урман
араһынан Өфөгә табан ҡасыу.


Батыр
ҡыҙҙы етәкләп алды:


— Әйҙә!


Улар
юлдан алыҫҡараҡ, урман эсенәрәк инде
лә алға йүгерҙе. Тиҙерәк! Тегеләрҙең
күҙенә салынмаҫҡа, уларҙан мөмкин тиклем
алыҫайырға кәрәк.


Күп
барманылар, бер аҡланға килеп сыҡтылар.
Уның арғы осонда кескәй генә өйҙәр
күренде. Батыр белә: был Өфө халҡының
баҡсалары. Уларҙы үткәс, Ағиҙел йылғаһы


булырға
тейеш. Тимәк, Өфөгә тиклем алыҫ ҡалмаған.
Тик бына уларҙың хәле бөтә башланы.


Бер
аҙҙан Әмилә артҡа тартыла бирҙе лә
бөтөнләй туҡтап ҡалды:









Арыным!
— тине ул ауыр итеп тын ала-ала. — Ял
итеп алайыҡ!..





Улар
аҡлан уртаһында тора.









Беҙгә
бында ҡалырға ярамай! — Малай ҡыҙҙы
алға тартты. — Аҡланды үтәйек. Шунан,
өйҙәр араһына ингәс, туҡтап алырбыҙ.





Малай
менән ҡыҙ, һуңғы көстәрен йыйып, йәнә
алға йүгерҙе. Батырҙы тағы бер нәмә
борсой. Хәлит ҡайҙа? Их, бая үҙҙәре иҫәр
булды! Ниңә инде Хәлиткә ҡаршы һүҙ әйтеп
торорға? Сибай тиклем Сибайҙан килгән
икән Мансур ағаһын табам тип, ул инде
барыбер үҙ уйынан баш тартмаясаҡ бит.
Дуҫының йәненә теймәгән булһа, хәҙер,
исмаһам, бергә китеп барырҙар ине. Уны
ҡайҙан табырға? Хәлит бит Өфөнө бөтөнләй
белмәй. Икенсенән, ағаһын ҡотҡарам тип,
үҙенең тегеләр тырнағына эләгеүе бар.
Тиҙерәк ҡалаға барып етергә лә берәй
иҫәрлек эшләп ташламаҫ борон Хәлиттең
үҙен табып алырға кәрәк...


Өйҙәр
араһына инеү менән уңайлыраҡ урын табып
ял итергә ултырҙылар. Бынан бөтә аҡлан
ус эсендәге кеүек күренеп тора. Эгәр
урман эсенән эҙәрләүселәр килеп сыҡһа,
улар шунда уҡ малай менән ҡыҙҙың күҙенә
салынасаҡ.


Батыр
үҙенең асыҡҡанлығын тойҙо. Шулай булмай
ни! Улар бит инде бер тәүлек тиерлек
ауыҙҙарына тәғәм дә ҡапҡандары юҡ! Батыр
нисек тә түҙер ул, ә бына Әмилә... Малай
һиҙҙермәҫкә тырышып ҡыҙға ҡарап алды.
Арығанлығы Әмиләнең йөҙөнә сыҡҡан. Ул
хатта ябығып киткән кеүек күренде. Күпме
ыҙа-михнәттәр күрҙе улар ошо көндәрҙә!
Рәтләп ял иткәндәре, һәйбәтләп тамаҡ
ялғағандары юҡ. Гел генә аяҡ өҫтө, гел
генә ҡасып-боҫоп йөрөү. Бөтәһе лә
бер-береһен юғалтырға теләмәүҙән...
Батыр бит ҡыҙға бик ныҡ күнекте. Унан
башҡа үҙенең тормошон күҙ алдына ла
килтерә алмай. Әмилә уның өсөн Ер шарында,
юҡ, бар ғаләмдә иң яҡын кеше! Шуға күрә,
Батыр бөтә ҡыйынлыҡтарға түҙергә риза,
фәҡәт Әмилә генә һәр саҡ янында булһын.
Ә ҡыҙ нисек уйлай икән был хаҡта? Һуңғы
көндәрҙә күргән ауырлыҡтарҙан һуң үҙ
уйынан кире ҡайтмаҫмы? Юҡтыр. Юғиһә ҡыҙ
бындай ниәтен күптән һиҙҙерер ине. Ана
бит, арыған булһа ла, малайҙың ҡарашын
һиҙеп, уға боролдо ла, маңлайына төшкән
сәстәрен артҡа һирпеп, матур ғына
йылмайҙы. Йылмайыу уға шундай килешә!..









Ниңә
шулай ҡарайһың? — тип һораны үҙе.







Арыныңмы?
— Батыр уйҙарын һиҙҙермәҫкә тырышты.





213









Саҡ
ҡына.







Һиңә
ҡыйындыр инде...







Э
ниңә ҡыйындыр тип уйлайһың?







һуң...
— Батыр ҡапыл ни әйтергә белмәне. —
Эгәр Урға ҡайтып китһәң, ошолай ыҙаланып
та йөрөмәҫ инең...







Һин
минең ҡайтып китеүемде теләйһеңме? *







Юҡ,
— тине Батыр. — Юҡ, Әмилә...







Эгәр
ҡайтып китһәм... — Ҡыҙҙың тауышы ҡапыл
ҡалтыраны. — Мин һинһеҙ... Батыр...





Ҡыҙ
әйтеп бөтөрмәне, ҡарашын ситкә алды,
шунан ни өсөндөр:









Көн
шундай матур, эйе бит, — тип кенә ҡуйҙы.
Көн, ысынлап та, матур ине. Күк йөҙөндә
бер болот әҫәре юҡ. Ара-тирә генә ел
иҫеп ҡуя. Баш өҫтөндә япраҡтар серле
ҡыштырлай. Эргәлә ҡоштар һайрай,
сиңерткәләр се- релдәшә. Эйе, бөгөн йәй
башында була торған иҫ киткес матур
көндәрҙең береһе ине.







Беҙҙең
Урҙа ла ошондай көндәр була, — тине
Әмилә. — Хатта ҡайсаҡ миңә икәүләшеп
беҙҙең планетала йөрөйбөҙ кеүек...





Батыр
өндәшмәне. Ҡыҙҙың ҡапыл Урҙы иҫкә
төшөрөүе юҡҡа түгеллеген аңлай ул. Үҙе
лә Урҙа саҡта кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә
лә Ер хаҡында һөйләргә ярата торғайны.
«Ер» һүҙен әйткән һайын үҙ планетаһына
ҡайтып өйләнгәндәй була ине малай.
Тыуған төйәкте ныҡ һағыныу билдәһе
был... Әмиләнең Урҙы бик тә күргеһе килә.
Тик Батыр ғына уны бында тота. Ниңә
ошондай хәлгә эләкте улар? Мәңге ошолай
ыҙаланырҙармы икән ни? Бынан берәй төрлө
ҡотолоу юлы бармы?..


Тойғоларға
бирелеп оҙаҡ ултырырға тура килмәне —
аҡландың арғы осонда Йыуан менән Һонтор
күренде. Бына улар туҡтап тирә-яғына
ҡаранды, үҙ-ара кәңәшләшеп алды, шунан
бында табан йүгерҙе. Улар ҙа ошолай
эҙәрләп „йөрөүҙән ялҡҡандыр, шуға күрә
Әмиләне оҙаҡҡа һуҙмай тоторға, Ер аҫты
станцияһына алып ҡайтырға булғандыр.
Тегеләрҙең Батырҙы ла эләктереү уйы
барлығын малай, әлбиттә, белмәй ине...


ХӘЛИТТЕҢ
ХАТАҺЫ


Икенсе
һырахана беренсеһенән йыраҡ түгел ине.
Хәлит, йәнәш урамға сығып күп тә атламаны,
алда ирҙәрҙең өйкө- лөшөп тороуон күрҙе.
Шик юҡ — был һырахана ине. Һәм ул
яңылышманы.


Хәлит
тышта туҡталып тормайынса эскә үтте.
Бында һыра менән бер йыуан ғына ҡатын
һатыу итә икән. Ни


эшләргә
кәрәклеге алдан уйланылған. Малай тегеңә
яҡынлаша биреп шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтте:









Миңә
«Ҡарсыға» кәрәк ине.







«Ҡарсыға»?
— Ҡатын малайға тишә яҙып ҡараны. —
Нимәгә ул һиңә?





Хәлиттең
күңеленә йылы йүгерҙе. Тимәк, был ҡатын
белә «Ҡарсыға»ны!









Йомошом
бар.







Ниндәй
йомош? — Ҡатын эшенән айырылмай ғына
һораны. Үҙе ваҡыт-ваҡыт малайға ҡарап
ала.







Мин
уның үҙенә генә әйтә алам.





Ҡатын
өндәшмәй генә көрөшкәләргә һыра ҡойоуын
белде. Малай сабыр ҡиәфәт менән көтөп
тора. Ниңә шымып ҡалды ҡатын? Хәлиттән
шикләнәме? Әллә «Ҡарсыға»ны саҡырып
килтерергә итәме? Ысынлап та, «Ҡарсыға»
тигәндәрен ҡапыл ғына бында килтерһә,
малай ни эшләргә тейеш? «Ағайымды ҡайҙа
иттегеҙ?» — тип туранан-тура һорай алмай
ҙа баһа! Күрәһең, иң алда «Ҡарсыға»ның
кем икәнлеген белергә, уны танып алырға.
Аҙаҡ уның артынан күҙәтеп, Мансур ағайҙың
ҡайҙалығын белергә!..


Ул
арала ҡатын сираттағы ирҙәргә:









Саҡ
ҡына көтөгөҙ, мин — хәҙер, — тип өндәште.
Шунан Хәлиткә боролдо. — Әйҙә!





«Ҡарсыға»ны
эҙләп йөрөүенә ҡарамай, малай быны
көтмәгәйне. Нисек? Ул хәҙер «Ҡарсыға»
менән осрашырға тейешме? «Ниңә килдең?»
— тип һораһа, ни әйтер. Хәлит бит бөтөнләй
әҙерләнмәгән! Әллә кире боролоп сығырға
ла китергәме? Улай итһә, бер ҡасан да
Мансур ағаһын таба ла, ҡотҡара ла
алмаясаҡ! Хәлит ҡабаланып уйланы, әммә
бер ниндәй ҙә аныҡ фекергә килә алманы.


Ә
ҡатын үҙенең артындағы ишекте асҡан да
малайҙы көтөп тора. Малай йөрәгенең
дарҫлап тибә, тәненең ут кеүек яна
башлауын тойҙо. Аяҡтары ауырлашты.
Ҡурҡыныс! Ләкин ҡатынға эйәрергә кәрәк,
кәрәк!.. Ни булһа, шул булыр!..


Хәлит
бар көсөн йыйып үҙен алға атларға мәжбүр
итте. Бына уның артынан ишек ябылды.
Улар коридор кеүек ерҙе үттеләр. Бында
ҙур-ҙур мискәләр тора, бер мөйөшкә
йәшниктәр өйөлөп ҡуйылған. Коридор
осондағы ишек янында ҡатын туҡтаны:









Һин
көтөп тор. — Ул эскә инеп китте.





Шунда
уҡ малайҙы йәнә ҡурҡыу, икеләнеү тойғоһо
солғап алды. Ҡасып китергә иң уңайлы
мәл! Ул бит бәләкәй! Ул ҡотҡара алырмы
Мансур ағаһын?! Юҡ бит! Бер үҙе нисек шул
бандиттарға ҡаршы көрәшһен?! Ҡасырға
ла китергә! Шулай хәүефһеҙерәк булыр!
Юғиһә үлтереп ҡу- йыуҙары бар!


215


Хәлит
инде боролоп китәм тигәндә, теге ишек
асылып китте, баяғы ҡатын килеп сыҡты:









Бар
ин! — Үҙе, Хәлиттең эскә атлауын көтөп
тормайынса, коридор буйлап китте.





Бүлмә
кескәй генә ине. Мөйөштәге өҫтәл артында
ҙур кәүҙәле, ҡара сәсле, мыйыҡлы ир
ултыра. Тәҙрәк төбөндәге ултырғысҡа
шаҡмаҡ кепка кейгән нәҙек кәүҙәле,
уртаса буйлы егет урынлашҡан. Улар икеһе
лә ишектән килеп ингән Хәлиткә ҡыҙыҡһынып
ҡараны. Быларҙың ауыр ҡараштары бер
ниндәй яҡшылыҡ вәғәҙә итмәүен малай
шунда уҡ аңланы. Бүлмәнән анһат ҡына
сығып китә алмая- сағын да тойомланы.









Ьиңә
кәрәкме «Ҡарсыға»? — тип һораны ул
арала өҫтәл артында ултырған ир.







Эйе,
— тине Хәлит артабан ни әйтерен
белмәйенсә.







«Ҡарсыға»
мин булам, — тине ир. — Кин ҡайҙан
беләһең минең ҡушаматты?







Бер
ағай әйтте.







Ниндәй
ағай? Кем ебәрҙе һине? Ниңә килдең?





Ошо
ерҙә Хәлиттең башына бер уй килде.









Мин
һырахана янынан үтеп бара инем. Ниндәйҙер
бер ағай тотоп алды ла: «Бында «Ҡарсыға»
тигән кеше булырға тейеш, — тине. —
Уның эҙенә төшкәндәр. Тиҙерәк сараһын
күрһен», — тине.





Бүлмәләге
ирҙәр бер-береһенә ҡарашып алды. Шунан
йәнә Хәлиткә текәлделәр. Уларҙың малайға
ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәгәндәре
күренеп тора ине... Хәлит «Ҡарсыға» ны
күрҙе, хәҙер китергә кәрәк. Ул ишек
тотҡаһына йәбеште.









Ярай,
мин киттем.







Туҡта!
— Өҫтәл артындағы ир ҡаты итеп өндәште.
Шунда уҡ шаҡмаҡ кепкалы егет урынынан
тороп, Хәлиттең юлына арҡыры торҙо.







Ашыҡма!





Хәлиттең
арҡаһы буйлап һалҡын тулҡындар йүгереп
үтте. Ул үҙенең тоҙаҡҡа эләккәнен, бынан
инде анһат ҡына сығып китә алмаясағын
асыҡ тойҙо.









Ниңә
ул әҙәм үҙе инмәгән? Ниңә һине ебәргән?
— тип һораны «Ҡарсыға».





Шаҡмаҡ
кепкалы егет Хәлитте бүлмә уртаһынараҡ,
өҫтәлгә яҡыныраҡ этте.









Мин
ҡайҙан беләйем? — тине Хәлит иламһыраған
тауыш менән. — Ул әйт тигәс... Шулай
кәрәктер тип уйланым.





Ошо
ерҙә «Шаҡмаҡ кепка» Хәлиттең беләгенән
шаҡырайтып тотто:









Ниңә
юҡты һөйләйһең? Ниндәй эҙ? Кем төшкән?







Әйтәм
бит, мин бер нәмә лә белмәйем! — Хәлит
илар сиккә етте. Шулай уҡ быларҙан
ысҡына алмаҫмы икән ни?







Етер!
— Өҫтәл артындағы ир ҙә урынынан тороп
Хәлит янына килде. — Һинең алдашыуың
күҙеңдән күренеп тора! Әйт дөрөҫөн: кем
ебәрҙе һине?







Бер
кем дә ебәрмәне! — Ҡурҡышынан Хәлиттең
күҙҙәрендә йәштәр күренде.





«Шаҡмаҡ
кепка» Хәлиттең елкәһенән тотоп алды:









Әгәр
әйтмәһәң... Һин бынан тере сыҡмаясаҡһың!







Ағай,
ебәр! — Хәлит ауыртыуға түҙә алмайынса,
ҡысҡырып ебәрҙе.







һөйлә!
— «Кепка» бармаҡтарын саҡ ҡына бушатты.
— Һөйлә, тим!





Хәлит,
быларҙың тырнағынан ҡотола алмаясағын
тойоп, күҙҙәрендәге йәштәрен һөртә-һөртә,
һөйләргә тотондо...


ИҪКӘРТЕҮ


Батыр
менән Әмилә, ҡалаға килгәс тә, тәүге
магазинға инеп икмәк, һөт һатып алдылар,
шунан эргәләге эскәмйәгә ултырып тамаҡ
ялғанылар.


Икеһенең
дә башында бер үк уй: теге «Ҡарсыға»ны
нисек табырға? Хәлитте ҡайҙан эҙләргә?
Нисек кенә фараз итһәң дә, эште шул
һыраханаларҙан башларға кәрәктер.


Тәүге
һырахана магазиндан алыҫ түгел ине.
Былай һөйләштеләр: һыраханаға барғас,
Батыр «Ҡарсыға»ны һораша, ә Әмилә Хәлит
хаҡында белешә...


Иң
баштағы өс һыраханала уларҙың юлы
уңышһыҙ булды. Әммә дүртенсеһе янында...


Әмилә
сиратта торған ағайҙарҙан Хәлит хаҡында
һорашҡайны, бер ир:









Күрҙем
мин ундай малайҙы, — тине көтмәгәндә.
— Ҡулында ҡара сумка, үҙе шортиктан,
йыуантаҡ ҡына...







Хәлит!
— тип ҡыуанды Әмилә. — Ҡайҙа күрҙегеҙ
уны?







Мин
уны теге урамдағы һырахана янында
күрҙем, — тине ир. — Бынан... ярты сәғәт
элек. Был малай һыраханала нимә ҡарап
йөрөй икән, тип уйланым. Ул һатыусы
ҡатын менән нимәлер хаҡында һөйләште.
Шунан икәүләшеп эскә инеп киттеләр.
Бер аҙҙан ҡатын яңғыҙы ғына килеп сыҡты.







Ә
малай? — Батырҙың күңеленә хәүеф инеп
ултырҙы.







Мин
уны башҡаса күрмәнем. Ун минуттай
торғайным сиратта, һыра бөттө, мин бында
килдем...







Ул
һырахана ҡайҙа?









217


атыр менән Әмилә ир өйрәткән
юлдан ашығып атланы.




— 822


Ошо
минутта Хәлит ниндәй хәлдә? Ниңә эскә
инеп киткән? «Ҡарсыға»ның эҙенә төшкәнме?
Һырахана эсендә ҡалғанмы, әллә сыҡҡанмы?
Сыҡһа, ҡайҙа киткән?..


Бына
— һырахана. Уның янында бер кем дә юҡ.
Сөнки һыра һатылмай. Быныһы насар. Ул-был
була ҡалһа, кешеләр араһында ҡасып
ҡотолоу еңелерәк булыр ңне. Хәҙер улар,
ус төбөндәге кеүек, тирә-йүнгә күренеп
торалар...


Малай
менән ҡыҙ кәңәшләшеп алды. Эште ниҙән
башларға? Эгәр Хәлит тотолған булһа,
«Ҡарсыға»ны һорашыу хәүефле. Ул саҡта
Батыр менән Эмиләне лә эләктерәсәктәр.
Әлегә Хәлит тураһында ғына белешергәлер,
бәлки?..


Һырахананың
ишеге икәү икән. Береһе — ал яҡта,
икенсеһе — артта. Икеһе лә бикле. Әгәр
эстә кеше булһа, улар артҡы ишек
тирәһендәлер. Батыр шуны шаҡырға тотондо.
Ҡапыл уларҙың янына әллә ҡайҙан бер ир
килеп сыҡты. Тәбәнәк кенә буйлы, йыуантаҡ
кәүҙәле, иҫке генә костюм-салбарҙан,
башында — һалам эшләпә.









Ни
булды, балалар? Нимә кәрәк? — тип һораны
ул берсә Батырға, берсә Әмиләгә ҡарап.







Беҙгәме?
.— Батыр ирҙе баштан-аяҡ ҡарап сыҡты.
Кем был? Осраҡлы үткенсеме? Әллә
тегеләрҙең береһеме? Уға асылып барыу
кәрәкме икән? Ошо һорауҙарына яуап
көткәндәй, Батыр Әмиләгә ҡарап алды.







Беҙ
бер иптәшебеҙҙе юғалттыҡ, — тине ул
арала Әми- лә теге иргә. — Ярты сәғәт
элек ул ошонда инеп киткән, һеҙ бында
эшләйһегеҙме?







Уға
нисә йәш?







Ун
өс.





Ирҙең
киләһе һорауы ҡыҙҙы ла, малайҙы ла шаҡ
ҡатырҙы:









һеҙгә
Хәлит кәрәкме?





Батыр
менән Әмилә быны көтмәгәйне. Улар
бер-береһенә ҡарашты. Тимәк, был кеше
Хәлитте белә. Белеү генә түгел, уның
ҡайҙа икәнлеген дә әйтә алырға тейеш!









Аңланым,
— тине ул арала ир. Үҙе тирә-яғына
ҡаранып алды. — һеҙ был тирәнән тиҙерәк
китегеҙ! Юғиһә...





Ошо
ерҙә һырахананың ишеген эске яҡтан аса
башланылар.


Ирҙең
йөҙөндә хәүеф барлыҡҡа килде. Ул эйелә
биреберәк тиҙ генә шыбырланы:









Мине
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 20
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов