Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 11

Общее количество слов 3020
Общее количество уникальных слов составляет 1331
40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
бар... Ләкин тегендә, Ерҙә, уның өсөн яҡын
кешеләр күберәк! Унда класташтары,
дуҫтары... Унда әсәһенең ҡәбере... Батыр
бында китеп барғас, уның ҡәбере янына
барып ураған кеше лә юҡтыр... Улар икәү
генә инеләр...


Интернатта
йәшәргә тура килер. Ләкин уға сығып
йөрөргә рөхсәт итерҙәр бит.


Бының
өсөн иң алда караптарҙың Ергә ҡасаныраҡ
осорға тейешлеген белергә кәрәк. Әмиләнән
ул турала һораштырғылағайны, атаһының
хәҙер ул эшкә ҡыҫылырға хаҡы юҡлығын
әйтте ҡыҙ. Тимәк, үҙенә белешергә кәрәк.
Эмилә караптарҙың ҡайҙан стартҡа
ебәрелерен белә. Уның менән бергәләшеп
барырға ла... Артабан ни эшләрен башына
ла килтермәй. Әммә тик ултырырға ярамай,
карапҡа эләгеү сараһын эҙләргә кәрәк!
Малайға ҡамасаулаған тағы бер нәмә —
ул Ур кешеһе түгел. Батырҙы эҙләйҙәр.
Мойос- тан килгән бандит тип уйларҙар.
Эгәр тотолһа, Ерҙән килдем, тиеүенә
ышанмаҫтар. Батыр белеште: теге бандиттарҙы
махсус тулҡын аша үткәреп, һәйбәт кешегә
әүерелдергәндәр, Мойос планетаһынан
икәнлектәрен дә онотторғандар. Хәҙер
беҙ Ур кешеләре тип, бик ҡәнәғәт ҡиәфәт
менән йәшәп яталар, имеш... Бының һис тә
насар яғы юҡтыр, бәлки. Әммә Батырҙың
тотолғоһо килмәй. Ер хаҡында, дуҫтары,
класташтары, әсәһе тураһында оноторға
теләмәй. Эйе, Батырға тотолорға ярамай.
Нисек тә Ергә караптар осороусы станцияға
эләгергә, шунан күренмәй генә карап
эсенә үтеп инергә... Мөмкинме был? Әмиләгә
уйын асып һалғайны, ҡыҙҙың күҙҙәре шар
булды:


—-
Быны эшләп булмаясаҡ, — тине ул.









Ниңә?







Сөнки
станцияны һаҡлайҙар.







Эгәр
Урҙа гел һәйбәт кешеләр йәшәй икән,
кемдән һаҡлайҙар?







Урға
сит планетанан үтеп инеүселәр була.







Һеҙ
бит Урҙы һаҡлаусы магнит тулҡындары
менән уратып алғанһығыҙ.







Эйе,
тулҡындар һаҡлай. Әммә сит планетала
ул тулҡындарҙы тишеү ысулын уйлап
табыуҙары бар бит. Батыр, һин ҡайтырға
булдыңмы ни? — Эмиләнең тауышы күңелһеҙ
яңғыраны.





115


Батыр
башын эйҙе:









Бында
һәйбәт, Әмилә. һин дә, атайың да миңә
бик яҡынһығыҙ... Ләкин... Унда әсәйемдең
ҡәбере... ҡайтырға кәрәк миңә...







Ҡайтһаң,
мин һине башҡаса бер ҡасан да күрмәҫмен-





ме? Ү









Күрешербеҙ.
Ҙурайғас. Һин үҙең Ергә килерһең... Э
хәҙер ярҙам ит миңә, Әмилә.







Ярай,
— тине ҡыҙ. — Тик нисек...







Бәлки,
атайыңа әйтәйек?..







Юҡ.
— Ҡыҙ башын сайҡаны. — Станцияның
ҡайҙалығын мин унһыҙ ҙа беләм. Ә ҡалғанын
хатта уға ла әйтмәйҙәр...





Шул
кис улар станцияға табан юлға сыҡты...


Станцияла


Әмилә
станцияны анһат ҡына тапты. Әммә ул
бейек ҡойма менән уратып алынған ине.
Ҡапҡа бикле. Нисек уның эсенә инергә?









Ҡапҡаны
асыу өсөн паролде белергә кәрәк, — тине
Әмилә.





Станцияның
эсенә ара-тирә ниндәйҙер кешеләр инә,
сыҡҡандары ла күренә. Эргәләренә барып,
ҡапҡаны нисек астырғандарын тыңлап
торорға ине лә, унда йәшеренерҙәй урын
юҡ.









Әйҙә,
былай итәбеҙ, — тине Батыр. — Станциянан
сыҡҡан берәй кешегә: «Атайыбыҙ янына
килдек, тик паролде онотҡанбыҙ», — тип
әйтәбеҙ.







Ә
атайығыҙ кем, тиһә?







Берәй
исем әйтербеҙ. Бында кеше аҙ тиһеңме?
Барыһы ла бер-береһен белмәйҙер әле.







Юҡ,
— тип ҡаршы төштө Әмилә малайҙың уйына.







Ниңә?







Был
алдашыу була.







Булһын,
— тип ҡаршылашты малай. — Юғиһә эскә
инә алмаясаҡбыҙ.





Әмилә
барыбер ризалашманы.


Бына
улар ҡойманы урап киттеләр. Тәпәшәгерәк
урыны юҡмы икән? Ул саҡта... Мәҫәлән,
Әмилә Батырҙың яурынына баҫып ҡоймаға
менер, ә малай унһыҙ ҙа күтәрелер. Ә инде
берәй арҡан киҫәге тапҡанда бигерәк тә
шәп булыр ине. Уны ҡойманың башына
эләктерерҙәр ҙә йәбешеп менер ҙә
китерҙәр...


Станцияны
тулыһынса урап сыҡтыҡ тигәндә ҡойма
янында ғына үҫеп ултырған бер ағасҡа
тап булдылар. Ерҙәге ти-


рәккә
оҡшаған йыуан олонло бейек ағас. Малай
менән ҡыҙҙы иң ҡыуандырғаны шул — уның
ботаҡтары ҡойма аша һалынып эскә төшә
биргән. Был ағас Әмилә менән Батыр өсөн
генә үҫеп ултыра! Эгәр ботаҡ буйлап
үрмәләһәләр, ҡойманың теге яғына ырғып
төшөүе бер ни ҙә тормай.


Тик
бына ағастың иң аҫҡы ботағы ғына
бейегерәк, ҡапыл ғына йәбешеп менеп
китерлек түгел. Әммә сараһын тапты
Батыр. Эргәлә генә ятҡан бер нисә ташты
алып килеп ағастың олоно янына өйгәйне,
ҡулдары ботаҡҡа етте лә ҡуйҙы.


Тәүҙә
Батыр Әмиләгә менергә ярҙам итте, күп
тә үтмәне үҙе лә ботаҡ өҫтөндә ултыра
ине инде.


Малай
ҡыҙға урынынан ҡыбырламаҫҡа ҡушты, үҙе
ботаҡ буйлап алға атланы. Бына ҡойма...
Станцияның эсе асыҡ күренә. Унда кешеләр
йөрөй, роботтар... Нисек тә шуларҙың
күҙҙәренә күренмәйенсә эскә ырғып
төшөргә кәрәк. Эргәлә генә һарай кеүек
бер нәмә күренә. Был бик шәп. Төшкәс тә
шуның артына йәшенергә була...


Батыр,
кеше күренмәгәнерәк ваҡытты самаланы
ла, аҫҡа ырғыны. Тиҙҙән Әмилә лә уның
янында ине.


Ошо
ерҙә малай үкенгән тауыш менән:









Их!
— тип ҡуйҙы.







Ни
булды?







Ниңә
бында инмәҫкә ине!







Ниңә?







Хәҙер
нисек сығырһың?







Сығыуы
ҡыйын булмаҫ, — тине ҡыҙ. — Мин һинең
Ергә осоп китеүеңде белергә тейешмен.
Әйҙә!





Малай
менән ҡыҙ биналарҙың артына йәшенә-ҡаса
караптар ултырған урынға яҡынлашты.









Бына
ошо бина эсендә караптар, — тине Әмилә.







Ә
унан караптар нисек осоп сыға?







Бинаның
уртаһында түбә юҡ...





Батыр
менән Әмиләнең алдына хәҙер иң ауыр
мәсьәлә килеп торҙо: нисек итеп бында
инергә лә, ҡайһылай итеп карапҡа эләгергә?
Ә ул ҡасан оса? Әгәр фәҡәт бер айҙан ғына
Ергә табан юл алырға тейеш булһа, Батыр
бында шул тиклем ваҡыт нисек йәшәр? Улар
был хаҡта уйламаҫҡа тырышты...


Бына
бинанан бер робот килеп сыҡты. Ул туп-тура
ҡаршылағы йортҡа табан атланы.









Мин
был роботты беләм, — тине Әмилә. —
Атайым бында эшләгәндә лә бар ине ул.
Шифры ла иҫемдә: К-1.







Нимә
ул шифр?







Исеме,
тип әйтергә була. Бәлки, ул беҙгә ярҙам
итер?







Робот
һине иҫләй тиһеңме?







Әлбиттә,
— тине Әмилә. — Тик ул минең был стан-





117


цияға
бер ниндәй ҙә ҡыҫылышым юҡлығын да белә.
Йәнә уға сит кешеләрҙе тоторға тигән
программа ла бирелгән.


Батыр
ҡабаланып уйларға кереште. Ул арала
робот теге йорттан сыҡты ла кире атланы.
Эмилә, саҡ ҡына икеләнгәндән һуң,
тәүәккәлләне.


Бына
ҡыҙ роботҡа ҡаршы сыҡты:









К-1,
— тип өндәште ул. Робот туҡтап ҡалды:







Һин
— Э-ми-лә, — тине ул өҙөк-өҙөк тауыш
менән.







Эйе!
— тип ҡыуанып китте Эмилә. — Таныныңмы?







Ни-ңә
кил-дең?







Миңә
караптар янына инергә кәрәк.







Я-ра-май.







Ярай,
К-1, ярай. — Ҡыҙ уны өгөтләргә тотондо.







Һин
сит ке-ше. Мин һи-не то-тор-ға те-йеш. —
Робот Әмиләгә табан атланы.





Ошо
ерҙә Батыр түҙмәне, урынынан йүгереп
сыҡты.









Эмилә,
ҡас!





Ҡыҙ
ситкә тайпылды:









Тиҙерәк
китәйек бынан, —- тине ул малайға. —
Хәҙер ул башҡа роботтарға хәбәр итәсәк!





Ысынлап
та улар шунда уҡ роботтың кемгәлер
өндәшеүен ишеттеләр:









Яр-ҙам-ға!
Стан-ци-я-ла сит ке-ше-ләр!





Батыр
менән Эмилә, бинаны уранылар ҙа, ҡойма
буйындағы ағаслыҡҡа табан йүгерҙеләр.
Әммә робот та ҡалышырға теләмәй ине.
Үҙе туҡтауһыҙ кемгәлер хәбәр итә:









Стан-ци-я-ла
сит ке-ше-ләр!





Бына
малай менән ҡыҙ ағастар араһына сумды.
Робот эскә инеп торманы, туҡтап ҡалды:









Мин
Б-3 квадратында! Сит ке-ше-ләр бын-да!







Ҡастыҡ!
— тине Батыр һәм беренсе булып алға
ташланды.





Эмилә
уға эйәрҙе. Асыҡ ергә сыҡҡас та улар
үҙҙәренә табан шәп-шәп атлап килә ятҡан
тиҫтәгә яҡын роботтарҙы күрҙе. Батыр,
ҡырҡа боролоп икенсе яҡҡа йүгерҙе. Әммә
ул яҡтан да роботтар яҡынлаша...
Ҡамалғандар! Батыр менән Эмилә улай-былай
итте лә кире ағастар араһына ҡасты.
Тотолғандарын улар инде аңланы. Хәҙер
ни эшләрҙәр? Әмиләне сығарып ебәрерҙәр,
әлбиттә. Ә Батырҙың сит планетанан
икәнлеген белһәләр... Ер хаҡында оноттороп,
Ур кешеһенә өйләндерерҙәрме? Батыр бит
быны теләмәй! Юҡ, теләмәй!..


Роботтар
Эмилә менән Батырҙы станцияның ҡапҡаһы
янындағы бинаға алып килде. Бына ишек
асылып китте һәм унан оҙон буйлы, мыйыҡлы
ир килеп сыҡты.









Сит
кешеләр ошомо? — тип һораны ул аптыраған
тауыш менән.







Ошо,
— тине роботтар.







Былар
бит балалар! — Мыйыҡлы ағай көлөп
ебәрҙе. — Ярай, ҡалдырығыҙ.





Роботтар
китте. Мыйыҡлы ағай Батыр менән Эмиләне
үҙенең кабинетына саҡырҙы:









Әйҙә,
үтегеҙ...





Станцияның
етәксеһе









Йә,
һөйләгеҙ, кем булаһығыҙ? Исемдәрегеҙ
нисек? Батыр? Сәйер исем. Ишеткәнем юҡ.
Нисек үтеп индегеҙ бында?





Әмилә
һөйләп биргәс, ир кеше ҡаштарын сөйҙө.
Шулай анһат ҡына бында инеп булғанына
аптыраны, буғай.









Ярай,
— тине шунан. — Бында сит кешеләргә
инергә ярамағанлығын белмәйһегеҙме
ни?







Беләбеҙ.







Белгәс...







Беҙгә
бик кәрәк ине, — тине Батыр.







Ниңә?







Эш
шунда... — Батыр саҡ ҡына икеләнде. Был
ағай һәйбәт кешегә оҡшаған. Тоторға ла
әйтергә! — Мин Ур кешеһе түгел.





Быны
ишеткәс, мыйыҡлы ир урынынан ырғып
торҙо:









Ҡайҙан
һин?







Ерҙән.







Ҡайҙан?
Ҡайҙан? — Күрәһең, ул Батырҙы Мойос
планетаһынан тип уйлағандыр. Ер һүҙен
ишетеп бик аптыраны. — Ерҙән, тиһеңме?
Э нисек килеп эләктең һин беҙҙең
планетаға?





Ошо
ерҙә Батыр менән Эмилә, бер-береһен
бүлә-бүлә, үҙҙәре менән булған ваҡиғаларҙы
һөйләп бирҙеләр. Бүлмәнең хужаһы һаман
да уларға ышанырға теләмәне.









Ерҙән,
тиһең инде? Э Ерҙәге беҙҙең станция
янындағы ҡаланың исемен беләһеңме?







Беләм.
Сибай.





Ир
кеше йылмайҙы:









Унда
ниндәй халыҡ йәшәй?







Башҡорттар.
Мин үҙем дә башҡорт, — тине Батыр был
ағайҙы ышандыра башлауын һиҙенеп.







Башҡортса
беләһеңме һуң? — тип һораны мыйыҡлы
ағай ҡапыл саф башҡорт телендә.







Беләм!
— тип өндәште Батыр ҙур ҡыуаныс менән.







Мин
ышандым. Һин, ысынлап та, Ер малайына
оҡшағанһың. Аҙаҡҡы һорау. Әгәр уға дөрөҫ
яуап бирһәң... Сибайҙың төп урамы нисек
атала?







Таусылар
проспекты!





119









Дөрөҫ!
— Ағай кеше килеп Батырҙың ҡулын ҡыҫты.
— Һин, ысынлап та. Ер кешеһе... Мин ышандым
быға... Тимәк, һинең бында икәнлегенде
бер кем дә белмәйме?







Юҡ.







Шулай
ҙа тикшереп ҡарайыҡ. Икегеҙ ҙә бьһзда
килегеҙ.





Мыйыҡлы
ағай Батыр менән Әмиләне бер кабинаға
индерҙе. Шунда уҡ ҡаршылағы экранда
ниндәйҙер һандар барлыҡҡа килде.









Компьютерҙар
уға минең хаҡта бөтәһен дә әйтеп бирҙе,
— тип аңлатты ҡыҙ. — Ә һинең турала бер
ни ҙә юҡ...







Сығығыҙ.
— Ағай кеше ултырғыстарға күрһәтте. —
Ултырығыҙ. Һинең турала Ур компьютерҙары
бер ни белмәй. Әммә һеҙ оло баш-баштаҡлыҡ
ҡылғанһығыҙ. Батырҙың бында китеүе
арҡаһында Ерҙә ҙур үҙгәрештәрҙең
башланыуы бар ине бит... Мин Батыр хаҡында
Ур планетаһының етәкселәренә әйтергә
тейешмен. Әммә мин әйтмәйем, сөнки
уларҙың ниндәй ҡарар сығарыры билдәһеҙ.
Беҙ бөгөн Ергә осабыҙ...







Ур-ра!
— Батыр, ағайҙың һөйләп бөтәүен
көтмәйенсә, урынынан ырғып торҙо.





Мыйыҡлы
ағай йылмаймайынса булдыра алманы:









«Ура»
— Ер кешеләренең ҡыуанған саҡта ҡысҡыра
торған һүҙҙәре бит әле... Барығыҙ,
хушлашығыҙ. Ярты сәғәттән Ергә осабыҙ...





Хуш,
Ур!


Ур
планетаһында төн. Ул һис тә Ерҙәге төндән
айырылмай тиерлек. Фәҡәт к үк йөҙөндә
йондоҙҙар ғына эрерәк һәм күберәк.
Болоттар араһында төрлө ҙурлыҡтағы өс
ай йөҙөп йөрөй...


Шул
уҡ ел иҫә, эргәлә генә япраҡтар ҡыштырлай...


Әмилә
менән Батыр теге ағайҙың кабинетынан
сыҡҡандар ҙа өндәшмәй генә ҡараңғылыҡҡа
ҡарап торалар...


Нимә
өндәшергә, ниндәй һүҙҙәр әйтергә ошондай
минутта?


Улар
хушлашырға тейеш. Бәлки, башҡа бер ҡасан
да бер-береһен күрә алмаҫтар. Быға ышанғы
килмәй. Батыр, әлбиттә, бүтән Урҙа була
алмаҫ, әгәр Әмилә генә, ҙурая төшөп, үҙе
Ергә килеп сыҡмаһа. Ул саҡ Батыр ҡайҙа
булыр? Таба алырмы уны Әмилә? Һорауҙар
күп. Береһенә лә яуап юҡ. Шуға ла өндәшмәй
генә үҙ уйҙарына бирелеп тора улар...


Әмиләне
йәнә шул борсой. Ул хәтерләйәсәк Батырҙы.
Хатта башҡаса осрашмаһалар ҙа ғүмер
буйы иҫләйәсәк.


Уның
батырлыҡтарын гел генә күҙе алдынан
үткәрәсәк, улар менән һоҡланасаҡ һәм
малайға рәхмәттәр уҡыясаҡ. Тимәк, ҡыҙ
өсөн Батыр һәр ваҡыт ҡәҙерле һәм яҡын
булыр. Э бына Батыр... Уны бит Ер аҫтындағы
станциянан сығарғанда махсус тулҡын
аша үткәрәсәктәр. Кәм ул бөтәһен дә,
бөтәһен дә — Ерҙә бергә йөрөүҙәрен,
Урҙа санитар менән һаҡалтайға ҡаршы
көрәшеүҙәрен — барыһын да, барыһын да
онотасаҡ. Ул хатта үҙенең Урҙа булыуын
да хәтерләмәйәсәк. Уйлаһаң, был ҡот
осҡос!.. Ҡапыл ҡыҙҙың тамағына ниндәйҙер
төйөр килеп тығылды, күҙҙәре йәшкәҙәне...


Шул
саҡ ишектә мыйыҡлы ағай күренде:









Хушлаштығыҙмы?
Улайһа, Батыр, беҙгә осорға ваҡыт.





Ошо
ерҙә Әмилә ағайҙың янына йүгереп барҙы:









Минең
һеҙгә үтенесем бар...







Әйт.







Кеҙ
Ергә барғас... Батырҙы станциянан
сығарған мәлдә... махсус тулҡын аша
үткәрмәгеҙ...







Ни
өсөн?







Ул
онотмаһын Урҙы... мине... — Ҡыҙҙың тауышы
ҡалтырап китте.







Ауыр
мәсьәлә ҡуяһың, Әмилә. — Ағай уйға
ҡалды. — Был бит инструкцияны боҙоу!







Булһын...
Мин үтенеп һорайым... Мин уны иҫләйәсәкмен...
Ғүмере онотмаясаҡмын... Ә ул... Мин
ҙурайғас, ҡабаттан барам Ергә... Беҙ
осрашырға тейешбеҙ... — Әмилә битен
ҡулдары менән ҡапланы.





Мыйыҡлы
ағай Әмиләне үҙенә ҡыҫты.









Ярай,
тыныслан, Әмилә... Күрәһең, инструкция
буйынса ғына йәшәп булмайҙыр... Ярай,
Батырыңды махсус тулҡын аша үткәрмәм.
Әйҙә онотмағыҙ бер-берегеҙҙе!







Кеҙ
һүҙ бирегеҙ!





Ағай
йылмайҙы:









Ур
кешеһенең һүҙе!





Әмилә
лә, ике күҙен ҡаплаған йәштәре аша
йылмайҙы һәм бығаса, бер ни өндәшмәйенсә,
ситтәрәк торған Батыр янына килде:









Хуш,
Батыр...







Әмилә,
хуш...





Улар
ҡул биреште.


Бына
мыйыҡлы ағай Батырҙы, яурынынан ҡосаҡланы
ла, ишеккә алып китте...


Бына
улар ҡыҙҙан секунд һайын алыҫлаша...


Бына
ишеккә барып еттеләр...


Бына
Батыр һуңғы тапҡыр боролоп ҡыҙға ҡараны,
йылмайҙы һәм ҡулын күтәреп хушлашты ла
юғалды...


121


Батыр!..
Ҡыҙҙың йөрәге ауыртып ҡыҫылды! Малайҙы
шундай яҡын күрә башлағайны бит Эмилә!
Уны башҡа күрмәҫме икән ни? Ҡыҙҙың
күҙҙәренән йәштәре тәгәрәне. Ур
планетаһында япа-яңғыҙ тороп ҡалған
кеүек итеп хис итте ул үҙен. Әйтерһең,
Батыр уның бар донъяһын, бар
шатлыҡ-ҡыуаныстарын үҙе менән алып
китте...


— Хуш,
Батыр, — тип шыбырланы Әмилә үҙ алдына.
— Хуш... Тик һин бел: беҙ барыбер
осрашасаҡбыҙ!..


ҠАРА ҠУМТА-2


БАТЫР
ҠАЙҘА?









Батыр
юғалды, — тине Хәлит ҡурҡҡан тауыш
менән.







Нисек
юғалды? — Ҡыҙ малайға борсолоп ҡараны.







Бына
ошонда бәләкәй' генә ҡара ҡумта тора
ине. Шуға ингәйне...





Әмилә
һиҫкәнеп китте:









Шунда
ингәйне? Ә ҡумта ҡайҙа?







Юҡҡа
сыҡты...







Их,
һеҙ! — Ҡыҙ, ни эшләргә белмәйенсә,
тирә-яғына ҡаранды. — Унда инергә
ярамахй бит! Бөтөнләй ярамай!







Беҙ
бит белмәнек... — Хәлит ҡаушап төштө.







Эгәр
Батырҙы бөгөн тапмаһаҡ...





Ҡыҙ
әйтеп бөтөрмәне, шул арҡала Хәлиттең
күңелен шом яулап алды.









Ни
була?







Батыр
юғаласаҡ... мәңгегә!.. — Ҡыҙҙың тауышы
ҡалтыранды.







Мәңгегә?
— Хәлит ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла
белмәне. Нисек инде мәңгегә? Яңы ғына
ошонда торған дуҫы бөтөнләйгә юҡҡа
сыҡтымы? Улай булыуы мөмкин





123


түгел!
Әммә Әмилә шаярғанға оҡшамаған. Улайһа,
Хәлит башҡаса Батырҙы күрмәйме? Ә ниңә
күрмәй? Әгәр тере икән... Әллә... — Үлде...
тимәксеһеңме?









Юҡ.
Батыр тере буласаҡ. Тик беҙ барыбер
Батырҙы башҡа бер ҡасан да күрә
алмаясаҡбыҙ...





Коридор
осонда һөйләшкән тауыштар ишетелде.









Кемдер
килә! — Әмилә, һағайып, малайҙың беләгенән
тотто. — Йәшендек!





Улар
эргәләге тумба артына боҫоуға, коридорҙа
ике кеше күренде. Ә малай менән ҡыҙ тын
да алмайынса ҡатып ҡалды.


Бер
ваҡыт тегеләр, Әмилә менән Хәлит йәшенгән
ерҙең янында туҡталып, нимәлер хаҡында
бик борсолоп һөйләшергә кереште.
Улай-былай йөрөшөп алдылар, тирә- яғына
ҡарандылар. Улар нимәлер эҙләй ине
шикелле. Тик аңлайышһыҙ телдә һөйләшкәнгә
Хәлит бер ни ҙә төшөнмәне. Бер аҙҙан
улар ҡысҡырып һөйләшә-һөйләшә китеп
барҙылар.









Улар
— ҡара ҡумтаның хужалары, — тип аңлатты
Әмилә, йәшенгән урындарынан сыҡҡас. —
Ошонда ҡалдырғандар, ә ҡумта юғалған.
Шуға борсолалар...







Нимә
эшләйбеҙ? — Хәлиттә улар ҡайғыһы юҡ.
Уның дуҫы юғалды бит!







Батырҙы
эҙләйбеҙ!







Ул
ошонда берәй мөйөштә боҫоп ултыралыр.
Яҡшылап ҡараһаҡ...







Юҡ
шул, — тине Әмилә. — Батыр бында юҡ.







Нисек
юҡ?







Бына
шулай. — Ҡапыл ҡыҙҙың күҙҙәрендә өмөт
сатҡылары йылтыраны. — Станцияла тағы
бер ҡара ҡумта бар! Тик Ер аҫты станцияһының
етәксеһенән башҡа бер кемдең дә уны
алырға хаҡы юҡ. Ул ҡумта менән Батырҙы
табырға була.







Ҡайҙа
һуң ул ҡумта?







Әйҙә!





Ҡыҙ
менән малай, һаҡ ҡына баҫып, оҙон коридор
буйлап атланы. Күп тә үтмәне, улар бер
ишек ҡаршыһына килеп туҡтаны.


—• Бына
ошонда! — тине ҡыҙ. Хәлит ишекте тартҡылап-
этеп ҡараны.









Нисек
асабыҙ?







Паролде
әйтергә кәрәк.







Ниндәй
пароль тағы?







Бер
нисә һүҙ. Шуларҙы әйтһәң, ишек асыла.
Тик уны станция етәксеһенән башҡа бер
кем дә белмәй.







Бәлки,
үтенеп һораһаң...







Юҡ.
Мин ҡыҙыҡһына башлаһам, ниңә кәрәк ул
һиңә,





тип
һораясаҡ. Ә мин асығын әйтә алмайым. Ул
Ер кешеләре менән аралашҡанымды белһә,
бөгөн үк Урға ҡайтарып ебәрәсәк.


Малай
менән ҡыҙ, ни эшләргә лә белмәйенсә,
аптырап ҡалды...


ҒӘЖӘП
НӘМӘЛӘР


Артынан
ҡыуып килгән роботтан ҡотолоу өсөн
эргәлә торған ҡара ҡумтаға сумғас та,
Батыр, артынан ишекте тиҙерәк ябырға
теләп, пульттағы кнопкаларға ашығып
баҫты. Бер ваҡыт ишек ысынлап та ябылды,
шунан малай өсөн ғәжәп нәмәләр башланды.


Тәүҙә
машина (ҡара ҡумтаның ниндәйҙер машина
икәнлеген ингәс кенә аңланы Батыр) әкрен
генә геүелдәне, шул минутта пульттағы
тиҫтәләгән лампочкалар емелдәне, таблола
һандар ашығып сабырға кереште.


Батыр,
ни эшләргә белмәйенсә, аптырап ҡарап
тора. Ҡурҡыу тойғоһо кисермәне ул,
киреһенсә, теге роботтан анһат ҡотола
алғанына ҡыуанды. Ҡапыл малайҙың ҡолағы
тонғандай итте. Хас та самолетта осоп
барғандағы кеүек. Әллә ысынлап та осоп
киттеләрме икән? Тышҡа ҡарап белер ине,
ҡумтаның тәҙрәһенән бер ни күренмәй.
Ябыҡ, күрәһең. Ҡумта бәләкәй генә.
Киңлеге-бейеклеге ике метрҙан артмай.
Алда — пульт, уртала — кресло кеүек
нәмә. Ниндәйҙер машина, күрәһең.


Ул
арала ҡумта һелкенеүҙән туҡтаны.
Геүелдәүе лә ишетелмәй. Батыр бер аҙ
шымып ултырҙы.


Ни
эшләргә хәҙер? Бында ғүмер буйы ултырып
булмай бит. Әммә ҡапыл ғына сығырға ла
ярамай. Унда теге робот көтөп торалыр.
Хәлит менән ни булды икән? Ул ғына
эләкмәһә...


Туҡта!
Батыр бынан нисек сығыр? Малай ишекте
улай- былай тартҡылап ҡараны. Ҡымшанмай
ҙа!.. Батыр пульттағы яҙыуҙарҙы уҡырға
кереште. Ул бит әле Ур планетаһының
телен хәтерләй.


Кнопкалар
аҫтына сәйер генә һүҙҙәр яҙылған: «Алға»,
«Артҡа», «Йылдар иҫәбе», «Пароль»...


Ниндәй
пароль был? Шул ишекте асырға ярҙам
итмәҫме?


Батыр
кнопкаға баҫты, шунда уҡ таблола Ур
телендә ике һөйләм хасил булды:


«Инеү
— Ваҡытты еңеү». «Сығыу — Ваҡытҡа
һөжүм».


Былар
бит — ҡара ҡумтаға инеү-сығыу өсөн
паролдәр! Тик ниңә бындай сәйер һүҙҙәрҙе
һайлағандар икән? Ниңәлер икеһендә лә
«ваҡыт» һүҙе бар...


125


Батыр
күп уйлап торманы, ишеккә боролдо ла
паролде әйтте. Әгәр теге робот эргәлә
көтөп торһа, яба белә!


Бына
бер мәл ишек асылып китте. Батыр тышҡа
күҙ һалды — яҡын-тирәлә робот күренмәйме?
Киләһе секундта малай күҙенә ташланған
күренештән шаҡ ҡатты. Теге робот ҡына
түгел, ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Ер аьҫты
станцияһы ла юҡҡа сыҡҡан даһа! Ҡара
ҡумта ҡола ялан уртаһында тора! Малай,
быға ышанырға теләмәйенсә, күҙҙәрен
селт-селт йомғолап алды. Шунан тупһа
аша атланы.


Был
ниндәй мөғжизә? Ул ысынлап та Ер өҫтөндә!
Э станция ҡайҙа? Хәлит аҫта ҡалдымы?
Хәҙер уны нисек табырға? Әмиләне күрәм
тип. Батыр ҙур ҡыйынлыҡтар менән Ур
планетаһының Ер аҫтындағы станцияһына
эләккәйне. Ҡыҙҙы таптым тигәндә, йәнә
киренән Ер өҫтөнә килеп сыҡтымы? Ул
станцияға яңынан нисек эләгергә хәҙер?
Һорауҙар күп, тик береһенә лә яүап юҡ.
Хәлит Батыр тураһында насар уйлауы
ихтимал. Йәнәһе, ҡурҡҡан да ташлап
ҡасҡан! Ҡайҙан ултырҙы был ҡара ҡумтаға?
Ә нисек килеп сыҡты ул кире Ер өҫтөнә?


Батыр
тирә-яғына ҡаранды. Ана, алыҫта Сибай
күренә.


Туҡта!
Был ни эш? Быйыл ғына төҙөлгән, ҡала
ситендәге берҙән-бер туғыҙ ҡатлы өй
ҡайҙа? Малай күҙҙәрен ыуғыланы ла тағы
ҡараны. Юҡ! Туғыҙ ҡатлы өй юҡҡа сыҡҡан!
Әллә был Сибай түгелме? Малай ҡалаға
ныҡлабы- раҡ баҡты. Сибай бит! Эргәлә
генә ҡала ситендәге бер ҡатлы өйҙәр —
таусылар поселогы ята. Бирерәк Түңәрәк
тау күренә. Улайһа, туғыҙ ҡатлы өй ҡайҙа
булған?


Батыр
аптырауға ҡалды. Бәлки, ул булмағандыр?
Батыр яңылышалыр. Улай тиһәң, кисә генә
улар Хәлит менән шул туғыҙ ҡатлы йорттоң
лифтында өҫкә-аҫҡа шыуып йөрөнөләр.
Сибайҙың башҡа өйҙәрендә бит лифт юҡ.
Хәҙер шул йорт юҡҡа сыҡҡан!


Ярай,
юҡ икән — юҡ булһын! Хәҙер ул хаҡта
ҡайғырып торор ваҡыт түгел. Ер аҫты
станцияһына кире инергә, Хә- литте
ҡотҡарырға, Әмиләне табырға кәрәк. Тик
станцияның ишеге ҡайһы тирәлә икән?


Ошо
ерҙә генә Батыр тыштағы күренештең бик
ныҡ үҙ- гәргәнлегенә иғтибар итте. Бөгөн
генә иртәнсәк, станцияға төшкәндә,
үләндәр йәм-йәшел ине, сәскәләр үҫеп
ултыра ине, һауала турғайҙар һайрай,
үлән араһында сиңерткәләр серелдәшә
ине. Ә хәҙер тирә-йүн һап-һары, сәскәләр
юҡ, сиңерткәләрҙең тауышы ишетелмәй.
Ул ғына ла түгел, һалҡын ямғыр яуа, ел
иҫә. Бәй, ике-өс сәғәт эсендә ер өҫтөнә
ысын көҙ килгән түгелме? Ниңә улай? Әле
бит йәйҙең башы ғына? Ни арала йәм-йәшел
үләндәр һарғайырға өлгөргән? Бының бит
булыуы мөмкин түгел. Батыр тамам аптырауға
ҡалды.


Ошо
ерҙә генә ул ямғыр ҡатыш һалҡын елдең
һөйәктәргә тиклем үтеп ингәненә иғтибар
итте. Шулай булмай ни — ул бит майка
менән шортиктан ғына!


Батыр
улай-былай итте лә, өшөүгә түҙә алмағас,
кире ҡара ҡумтаның эсенә инеп бикләнде.
Әммә бында йылы- нырлыҡ түгел, машинаның
эсе һыуынырға өлгөргән. Малай үҙенең
ҡалтырана башлауын тойҙо...


ҠАРА
ҠУМТА ОСА


Батырҙың
башында төрлө һорауҙар ҡайнаша. Ер аҫты
станцияһының ишеге ҡайһы тирәлә? Был
ҡара ҡумта менән ни эшләргә? Ошонда ғына
ташлап китер ине, кеше- ҡараның күреп
ҡалыуы бар. Батыр бит Ур планетаһынан
ҡайтҡан саҡта һүҙ бирҙе. Сит планета
хаҡында бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмәй.
Сувенир итеп Урҙан бер значок алғайны,
уны бер кемгә лә күрһәтмәй... Шулай
булғас, Батыр ҡара ҡумтаны ла ер кешеләренә
күрһәтергә тейеш түгел. Тик уны нисек
йәшерергә? Киңлеге-бейеклеге икешәр
метр бит.


Э
Батыр бында ҡала алмай. Көндәр былай
һыуып киткәс, ҡалаға ҡайта һалып, йылыраҡ
кейенеп килергә кәрәк. Үҙенең йылы
кейемдәре Сибайҙа юҡ, Өфөлә ҡалды.
Хәлиттекен алып торор. Тик уның ата-әсәһе
Хәлит хаҡында һораша башлар инде.
Улдарының өйгә ҡайтмауын нисек аңлатыр
икән?


Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 12
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов