Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 09

Общее количество слов 3383
Общее количество уникальных слов составляет 1465
39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
мәсьәләһен анһатыраҡ хәл иттеләр. Урҙа
кер йыуыу юҡ. Һәр кейемде кешеләр
ниндәйҙер ваҡыт кейеп йөрөйҙәр ҙә,
бысрана төшкәс, махсус урынға илтеп
тапшыралар, урынына яңыларын алалар.
Компьютерҙар бында ла һәр кемде иҫәпкә
алып тора. Батыр Урға килгәс тә Әми-
ләнең салбарға оҡшаш кейемдәрен кейеп
алды. Тегеләр кәрәкһә, Әмилә бер үҙе
генә барып, икеһе өсөн дә яңы кейемдәр
алып килә.









Иҫкеләрен
ҡайҙа итәләр? — тип һорағайны Батыр.
Баҡһаң, уларҙы махсус рәүештә эшкәртеп,
буяп, яңыртып сығаралар икән.





Көндәр
үтә торҙо. Батыр инде сит планетаға
күнегә лә башланы, ул инде юҡ-бар нәмәгә
аптырамай, роботтар менән еңел генә
һөйләшә. Ҡыҙҙың ике кеше генә ултырырлыҡ
осҡосон йөрөтөргә лә өйрәнеп алды. Батыр
менән Әмилә һәр саҡ бергә. Шуға малайға
бойоғорға ваҡыт та юҡ тиерлек. Әммә Ер
Батырҙың иҫенә йыш ҡына төшә. Унда
дуҫтары, класташтары ни эшләй икән? Урҙа
тәүлек оҙонораҡ. Тимәк Ерҙә инде өс ай
ҙа үткәндер. Көҙ килгәндер. Мәктәптәрҙә
уҡыуҙар ҙа башланғандыр. Бөтәһе лә
үҙҙәренең урынында ултыралыр, тик Хәлит
янында Батырҙың урыны ғына буштыр. Уның
ҡайҙа юғалғанын бер кем дә белмәйҙер...
Бына уйламағанда ҡайтып төшөп, барыһын
да аптыратаһы ине!..


Бушыраҡ
ваҡытта Батырҙы ана шундайыраҡ уйҙар
солғай, ул үҙенең Ерҙе һағына башлауын
тоя. Шунан йәнә нәмә менәндер мауыға
һәм онотола...


Бына
шулай йәшәп ятҡанда ҡыҙҙың атаһы
больницаға эләкте.


Ә
бөгөн Батыр менән Әмилә Лайондың юғалыуын
белде.


92


Лайонды
эҙлэу


Тимәк,
Лайонды Батыр менән Эмилә генә ҡотҡара
ала — планетаны һаҡлау системаһы
етәксеһенең юғалы- уын уларҙан башҡа
бер кем дә белмәй бит. Киҙә балалар: теге
санитар ҡара уй менән йөрөй. Ул Лайонды
ҡайҙалыр йәшереп, урынына икенсе кешене
һалып ҡуйған. Быныһы инде Урҙағы һәр
кемдең артынан күҙәтеүсе компьютерҙарҙы
алдаштырыу өсөн. Йәнәһе, Лайон палатала...


Ниңә
урлағандар ҡыҙҙың атаһын? Ҡайҙа иткәндәр?
Был һорауҙар Эмилә менән Батырға тынғы
бирмәй. Хәйер, Лайонды ни өсөн генә
урлаһалар ҙа, уны ҡотҡарырға кәрәк.


Ҡыҙ
менән малай байтаҡ уйлағас, ошондай
фекергә килде: нисек тә больница эсенә
үтеп инергә һәм санитарҙы күҙәтергә.
Ул, моғайын, ҡыҙҙың атаһы янына баралыр,
уның менән осрашалыр. Эгәр Лайондың
ҡайҙа икәнлеген белһәләр... Ҡалғанын
күҙ күрер...


һәм
бына Эмилә менән Батыр йәнә больница
янында торалар.


Эскә
инеүе ул тиклем ауырҙан булманы. Бер
врач ағай, шифр йыйып, ишекте асты. Үҙенә
эйәрергә йыйынған балаларға һораулы
ҡараш ташлағайны:


— Беҙҙең
атайыбыҙ ошонда ята, — тине Эмилә.


Бына
улар һаҡ ҡына икенсе ҡатҡа күтәрелде.
Ана, Лайон ятҡан бүлек. Теге санитар ошо
тирәлә өйрәләргә тейеш. Хәйер, төптәге
өҫтәл артында ултырған әҙәм үҙе түгелме?
Шул бит!


Малай
менән ҡыҙ тиҙ генә баҫҡыс артына һыйынды.
Теге, ниҙер һиҙенгән кеүек, урынынан
тороп, бүлексәнең ишеге янына килде,
тирә-яғына ҡаранып алды. Хас бур кеүек
ҡылана. Ана, еңел һулап ҡуйҙы. Күрәһең,
нимәнән- дер ҡурҡа, борсола.


Бына
ул палатаға инеп китте. Бер аҙҙан унан
һөйләшкән тауыштар ишетелде. Тимәк,
унда кемдер бар. Тик ул Лайон түгел —
бөтөнләй икенсе кешенең тауышы. Бик
борсоулы һөйләшәләр — әллә талашалар,
әллә нимәнәндер ҡурҡҡандар...


Бер
аҙҙан санитар, палатанан сыҡты ла,
ҡайҙалыр йыйына башланы. Эмилә менән
Батыр бер-береһенә ҡарашты. Эгәр теге
больницаны ташлап китһә, ни эшләргә?
Бында ҡалырғамы, әллә уға эйәрергәме?
Малай менән ҡыҙ ҡабаланып уйланы. Шунан
ошондай фекергә килделәр. Батыр, бында
ҡалып, палатаны күҙәтә, ә Эмилә санитарға
эйәрә...


Санитар,
больницанан сыҡҡас, өйҙәрҙе тишеп, йыуан
торба эсенән елеүсе йәшниктә алға
елдерҙе. Киләһенә Эмилә инеп ултырҙы.


Йәшник
бәләкәй генә — эсендә ике кешелек кенә
ул-


93


тырғыс
бар. Пульт кеүек ерендә төрлө кнопкалар,
тумблерҙар күренә. Уларға баҫып кабинаны
хәрәкәткә килтерәһең, кәрәк ерҙә
туҡтатырға мөмкин.


Был
юлы Эмилә йәшниккә шундай фарман бирҙе:
санитарҙың кабинаһы артынан эйәрергә!
Аҡыллы машина аңланы ҡыҙҙы һәм ҙур
тиҙлек менән алға йомолдор


Эмилә
тәҙрәнән ҡарашын алға ташланы. Ана,
санитар ултырған йәшник. Боролоштарҙа
күҙҙән юғалып ала, тура урынға сығыу
менән йәнә күренә. Йыуан торба эсендәге
уттар емелдәй, тимер юлы ялтырап ята.
Ваҡыт үтә, өйҙәр эсендәге станциялар
йылтлап артта ҡала, унда ара-тирә кешеләр
күренгеләй...


Бер
аҙҙан Әмиләнең йәшниге тиҙлеген кәметә
башланы. Ҡараһа, алдағы һауыт туҡтаған,
санитар унан сығып бара. Ҡыҙ уға күренмәҫкә
тырышты. Бына санитар йәшниген юлдан
ситкә сығарып ҡуйҙы. Шунан өйҙөң баҫҡысы
буйлап өҫкә күтәрелә башланы.


Эмилә
лә тиҙ генә йәшниген тимер юлынан ситкә
алды һәм тегенең артынан йүгерҙе.


Санитар,
өсөнсө ҡатҡа еткәс, бер ишек янында
туҡтаны. Бына ул артына ҡарап алды. Баҡ
торған ҡыҙ шунда уҡ баҫҡыс артына нығыраҡ
һыйынды, тын алмаҫҡа тырышты. Санитар
яҡында ғына, хатта ныҡлап ҡолаҡ һалһа,
ул Әмиләнең дарҫлап типкән йөрәгенең
тауышын ишетер кеүек.


Санитар,
эргәһендә бер кемдең дә юҡлығына ышанғас,
әкрен генә өндәште:


— Ур
беҙҙеке булыр!


Киләһе
секундта ишек асылды, санитар фатирға
инеп китте.


Эмилә
йүгереп килеп ишеккә терәлде — берәй
нәмә ишетмәҫме? Юҡ, шылт иткән тауыш та
килмәй.


Ни
эшләргә? Ул паролде белә!.. Әммә эскә
инһә, үҙе теләп тоҙаҡҡа эләккән кеүек
килеп сыҡмаҫмы? Бәлки, ошонда йәшенеп
кенә санитарҙың сыҡҡанын көтөргәлер?
Ләкин ул саҡта бер ни ҙә белә алмаясаҡ!
Паролде ишеткәс, бында ҡалырға нисек
түҙеме етһен?! Юҡ, эскә инергә лә унда
нимәләр эшләнгәнен белергә кәрәк! Ә
сыға алмаһа?


Эмилә
уйға батты. Оҙаҡҡа һуҙырға ярамай,
тиҙерәк берәй ҡарарға килергә! Бына ул
тотолдо икән, ти... Ул саҡта Батыр һис
шикһеҙ икенсе юлы санитарға эйәреп
киләсәк... Туҡта!.. Эмилә стенаға был
ишектең паролен яҙып ҡалдыра! Башҡорт
телендә! Ул саҡта санитар, был яҙыуҙы
күрһә лә, бер ни аңламаясаҡ!


Ҡыҙ
ҡәләмен сығарҙы ла тиҙ генә стенаға
һыҙғысланы.


«Батыр!
Мин 18-се фатирҙа. Ишектең пароле: «Ур
беҙҙеке булыр!» Ур телендә әйтергә
кәрәк. Эмилә».


94


Әмилә
һиҙенә: атаһы ошонда! Шулай булғас, ул
инмәй түҙә аламы ни?


— Ур
беҙҙеке булыр! — тине ҡыҙ тәүәккәл тауыш
менән.


Ишек
асылды, ҡыҙ эскә атланы.


Лайон
тотконда


Лайон
иҫенә килгәс, үҙе менән ни булғанын
аңламай ятты. Шунан һуңғы көндәрҙәге
ваҡиғаларҙы хәтерләргә тотондо. Ул
больницала... Әмиләнең килергә тейешлеге...
Санитар... Уның эргәлә генә мыштырлауы...
Ҡалғанын иҫләмәй. Тимәк, санитар уның
иҫен юғалттырған!..


Был
уй Лайонды тертләтте. Дошмандар ҡулына
эләктеме икән ни? Тимәк былар уның оло
сер менән бәйләнгәнен белгәндәр!


Лайон,
ни ҙә булһа эшләргә теләп, урынынан
ырғып торорға итте лә киләһе секундта
ыңғырашып кире карауатына ҡоланы.


Әйтерһең,
ҡалҡына ғына башлағайны, уның өҫтөнә
ҙур таш килеп төштө — бөтә тәне ауыртып
китте. Лайон ҡул- аяғына күҙ һалды —
әллә бәйләгәндәрме? Юҡ... Эш ниҙә һуң?
Лайон йәнә торорға маташып ҡараны, әммә
киренән баяғы хәл ҡабатланды. Шунда
ғына Лайон аңланы. Уны карауатҡа магнит
тулҡындары менән ҡыҫҡандар. Саҡ ҡына
урынынан ситкә шылһа, йәки күтәрелә
башлаһа, Лайон шул тулҡындар эсенә эләгә
һәм тәндә түҙеп торғоһоҙ ауыртыу
тыуҙыра... Хәҙер бер ниндәй шик ҡалманы:
ул тотҡонда! Тимәк, быларға Лайондың
сере кәрәк. Хәҙер улар нисек тә уны
Лайондан әйттерергә тырышырҙар. Ләкин
ул сер сиселһә, Ур планетаһының ишеге
теләһә кем өсөн асылыр. Иң алда күрше
планетаның — Мойостың — кешеләре һөжүм
итәсәк...


Юҡ!
Лайон Урҙың серен бер кемгә лә, бер ҡасан
да әйтмәҫ. Ул бит планетаның хәүефһеҙлеге
өсөн яуап бирә, Урҙа йәшәүселәрҙең
тыныс, бәхетле тормошо уның ҡулында...


Тәүге
көн ашарға килтереүсе ирҙән башҡа Лайон
янына бер кем дә инмәне. Лайон бының
менән һөйләшергә тырышып ҡараны, әммә
теге, ауыҙына һыу уртлағандай, ләм- мим
өндәшмәне.


Шулай
итеп икенсе көндөң яртыһы үтте...


Төштән
һуң ғына Лайон янына теге больницала
уралған санитар менән бер бәләкәс,
сандыр кәүҙәле һаҡалтай ир килеп инде.


Тәүҙә
Лайон, күкрәген йырып килгән асыуға
түҙә алмайынса, санитарға ҡысҡырмаҡсы
итте лә, киләһе секунд-


95


та
кире уйланы. Был бит файҙаһыҙ! Хәҙер
улар үҙҙәренең маҡсатына ирешмәйенсә
барыбер Лайонды бынан сығармаҫтар.
Тимәк, сығырҙан сығып бармаҫҡа, тыныс
булырға һәм түҙергә... Лайон инеүселәргә
иғтибар итмәне һәм бер ни булмағандай
урынында ята бирҙе.


Санитар
менән һаҡалтай карауатҡа яҡынлашсы.









Йә,
хәлдәр нисек? — Һаҡалтай шулай тип
һораны.







Һәйбәт,
— тине Лайон тыныс тауыш менән.







Үҙеңдең
ҡайҙа икәнлегеңде беләһеңме?







һиҙенәм.







Мойос
планетаһын ишеткәнең барҙыр?







Әлбиттә.
Мойоста ҡанһыҙ әҙәмдәр йәшәй, — тине
Лайон. — Улар башҡа планеталарҙы баҫып
алып, унда йәшәүселәрҙе ҡолға
әйләндермәкселәр.







Уҫал
әйтәһең, — тине һаҡалтай. — Әммә
һүҙҙәреңдә хаҡлыҡ бар. Бөтә эш шунда:
кем аҡыллыраҡ, шулар йыһанға хужа
булырға тейеш. Тәбиғәт юҡҡа ғына беҙгә
аҡылды күберәк бирмәгән бит.







Тимәк,
һеҙ Мойос планетаһынан?







Эйе.
Хәҙер ни өсөн урланғаныңды аңлайһыңдыр?







Һиҙенәм.







Бына
шулай, һинең юғалыуыңды бер кем белмәй.
Һәм белмәйәсәк. Сөнки больницала һинең
урында беҙҙең кеше ята. Һеҙҙең компьютерҙар
уны һин тип уйлай. Шуға бер кем борсолмай.
Нисек кенә борһаң да, беҙгә Урҙың серен
асырға тура килер.







Юҡҡа
өмөтләнәһегеҙ, — тине Лайон. — Мин уны
һеҙгә әйтәсәгем юҡ.







Ихтыярың.
— Һаҡалтай көлөмһөрәне. — Беҙ һиңә ике
көн уйларға бирәбеҙ. Ә шунан... Махсус
камерабыҙ бар. Ул әлегә эшләмәй. Ике
көндән йүнәтәбеҙ. Шунан... Махсус камераға
индереп иҫтән яҙҙырасаҡбыҙ ҙа мейеңдә
ни бар бөтәһен дә уҡыясаҡбыҙ. Унан һуң
һин иҫәр булып ҡала-





-
саҡһың.


Лайон
бер ни ҙә өндәшмәне. Һаҡалтайҙың ысынды
һөйләгәнен белә ул. Ундай камера Урҙа
ла бар. Яңыраҡ уйлап тапты бер ғалим.
Шунда уҡ уны бер ҡасан да ҡулланырға
ярамай тигән ҡәтғи закон сығарҙылар.
Ул камерала булып сыҡҡан кеше бит тере
мәйеткә әүерелә. Башҡа планеталарҙы
баҫып алырға, унда йәшәүселәрҙе ҡолға
әүерелдерергә теләүселәр өсөн был сүп,
әлбиттә... Тик барыбер Лайон өсөн башҡа
юл юҡ. Ул серҙе әйтмәйәсәк. Эгәр камераға
индерәләр икән, индерһендәр. Лайон үҙен
ҡорбан итер, әммә намыҫын һаҡлап ҡалыр...


Туҡта!
Уларҙың камераһы әлегә эштән сыҡҡан.
Тимәк, Лайондың алда әле ике көнө бар.
Ошо арала ҡотолоу сараһын табып булмаҫмы
икән ни?..


96


Тотолоу


Фатирға
ингәс тә Әмилә, шымып, тирә-яғына ҡолаҡ
һалды. Эстәрәк һөйләшкән тауыштар
ишетелә. Туҡта! Унда атаһы ла бар бит!


Әмилә
ҡыуанысынан алға уҡталды ла... ҡапыл
тыйылды. Ашығырға ярамай. Атаһы бит
тотҡонда! Хәҙер барып инһә, Әмиләне лә
эләктерәсәктәр. Ни эшләргә? Бында ла
оҙаҡ тороп булмай. Килеп сығыуҙары
бар...


Ҡыҙ,
ҡабаланып, йәшенерҙәй урын эҙләргә
кереште. Бына кейем шкафы! Ишеге бикле
түгел. Әмилә уны асты ла эскә инде. Бында
күренмәй ултырырға була... Әмилә шымып
ҡалды.


Теге
бүлмәлә һаман һөйләшәләр. Атаһының
тауышы ара-тирә ҡыҙҙың ҡолағына килеп
бәрелә. Күҙҙең нимә хаҡында барыуын
аңлап булмай. Шуныһын ғына тойомларға
мөмкин: таныш түгел әҙәмдәр ниҙер
төпсөнә, ә Лайон уларға ҡаты ғына итеп
яуап бирә...


Күпмелер
ваҡыт үтте.


Бер
мәл тауыштар тынды, бына алъяҡҡа яҡынлаша
башлаусы аяҡ тауыштары ишетелде. Күп
тә үтмәй, таныш түгел кешеләр туҡтап
ҡалды һәм шыбырлашып ҡына үҙ- ара
һөйләшергә кереште.


Улар
Әмиләнең эргәһендә генә, шкафтың йоҡаҡ
ишеге артында ғына тора. Хатта тегеләрҙең
тын алыуын асыҡ ишетә ҡыҙ. Шуға ла үҙе
бик шым ултырырға тырыша. Әгәр саҡ ҡына
ҡыштырлаһа, тегеләр ишетәсәк...









Кин
ике көндән, тинең. — Санитарҙың тауышын
Әмилә шунда уҡ таныны. — Был оҙаҡ!







Өлгөрмәйбеҙ.







Ашыҡтырырға
кәрәк. — Санитар ҡәнәғәтһеҙ өндәште.
— Бөгөн үк камераға тығырға ине үҙен!







Камераһыҙ
әйттерергә тырыш, — тине икенсе кеше
бойороҡ биргән төҫлө. — Лайон беҙгә
кәрәк буласаҡ әле. Ә камеранан һуң...
Үҙең беләһең, ул мәйеткә әүереләсәк...





Был
һүҙҙәрҙе ишеткәс, Әмиләнең тәне
эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Атаһына оло
ҡурҡыныс янай! Ҡыҙҙың йөрәге дарҫлап
тибә! Хәҙер бандиттар уның йөрәк тауышын
ишетә төҫлө.









Мин
бер нәмәгә борсолам, — тине бер аҙ
торғас санитар. — Кисә Лайондың ҡыҙы,
ниндәйҙер бер малайҙы эйәртеп, больницаға
килеп китте.







Шунан?
— Икенсе ирҙең тауышы бик хәүефле ине.







Мин
палатаға индермәнем. Шунан улар әллә
ҡайҙан баҫҡыс тапҡандар ҙа тәҙрәгә
күтәрелгәндәр. Ә карауатта, билдәле,
Лайон түгел, беҙҙең кеше ята...











97



лар күрҙеләрме?





4
— 822









Минеңсә,
күрҙеләр. Тик эштең ниҙә икәнлеген
аңланылармы, юҡмы — билдәһеҙ.







Ниңә
был хаҡта кисә үк әйтмәнең? — Билдәһеҙ
кеше асыулы итеп өндәште.







Мин
уйлағайным...







Уйлағайным...
Шунда уҡ тоторға ине! V







Булдыра
алманым. Улар ҡасып китте.







Хәҙер
Лайондың етәкселәренә барып әйтәсәктәр!







Әйтерҙәрме
икән? — тип шикләнде санитар. — Лайондың
Урҙа икәнлеген бер кем дә белмәй. Был
сер. Әгәр уны ҡыҙына әйткән икән, тимәк
Лайон инструкцияны боҙған. Уның өсөн
Урҙа ла баштан һыйпамаҫтар. Күрәһең,
ул ҡыҙына Урҙа икәнлеген әйткән, әммә
иҫкәрткән: быны бер кемгә лә белдермә,
тигән.







Бин
тынысландырма мине! — Билдәһеҙ кеше
бөтөнләй ҡыҙып китте. — Бөгөн үк ул ҡыҙ
менән малайҙы тап һәм... юҡ ит! Операцияның
яҙмышын улар ҡулына тапшырырға хаҡыбыҙ
юҡ!





Был
һүҙҙәрҙе ишеткәс, Әмилә ҡурҡышынан
ҡалтырарға кереште. Әгәр ҡыҙҙың бында
икәнлеген һиҙһәләр, уны... үлтерәсәктәр!
Был бит ҡот осҡос! Ҡыҙ дерелдәй башланы.
Шул арҡала тын алышы өҙөк-өҙөк булып
китте. Хәҙер алъяҡта торғандар уны ишетә
бит! Әмилә, бар ихтыяр көсөн йыйып,
тынысланырға теләй, әммә булдыра алмай.
Бына-бына ҡурҡышынан һулҡылдап илап
ебәрер төҫлө.









Аңлашылды!
— тине ул арала санитар. — Бөгөн үк
уларҙы табырбыҙ!





Ҡапыл
билдәһеҙ ир һағайҙы:









Туҡта!
Бында беҙҙән башҡа кеше бармы?







Юҡ.
— тине санитар. — Ни булды?







Мин
ниндәйҙер ҡыштырлау ишетәм!





Алъяҡта
торған кешеләрҙең улай-былай атлауы
ишетелде. Бына шкафтың ишеге асылып
китте!..


Уның
эсендә торған ҡыҙҙы күргәс, һаҡалтай,
ҡото осоп, ситкә ырғыны:









Кем
был? Нисек килеп эләккән бында?!





Әмилә,
ни эшләргә белмәйенсә, тышҡа атылды,
әммә уны шунда уҡ тотоп алдылар.









Был
Лайондың ҡыҙы! — тине санитар Әмиләне
танып ҡалып.





Һаҡалтай
шаҡ ҡатты:









Нисек
ингән бында?







Белмәйем.
— Санитарҙың да иҫе китте. — Теге малайы
юҡмы эргәһендә?





Санитар
ашығып башҡа шкафтарҙы асып ҡараны.









Һинең
эш еңеләйҙе, — тине һаҡалтай. — Быныһы
эләкте. Хәҙер тегеһен генә табаһы ҡалды.
Ҡыҙҙы бикләп тор. Был беҙҙең ҡулда
булғас, Лайонды сисәбеҙ!..





98


Ауыр
уйҙар...


Йәшенгән
урынында Батырға оҙаҡ ҡына ултырырға
тура килде. Палатаға ингән дә, унан
сыҡҡан да кеше юҡ. Әмилә лә китте лә
юғалды. Малайға билдәһеҙлектә бына
шулай хәрәкәтһеҙ ултырыу бик ҡыйын.
Уйлап ҡарағыҙ: Лайон ауыр хәлдә, Эмиләнең
ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ, ә Батыр бер ни
эшләмәй, тик ултыра. Юҡҡа санитарҙың
артынан үҙе китмәгән. Ни тиһәң дә, малай
бит, ә Әмилә... Ҡыҙҙың батырлығына шиге
юҡ, әммә берәй ауыр хәлгә эләкһә, юғалып
ҡалыуы ла бар... һин Урҙы бөтөнләй
белмәйһең, тип үҙе күҙәтергә булғайны
шул Әмилә... Хәйер, хәҙер бер ни ҡылып
булмай, көтөргә генә ҡала.


Йәнә
ике-өс сәғәт ваҡыт үтте. Шул арала
эшһеҙлектән арыған Батыр нимәләр генә
уйлап бөтмәне.


Байҡай
башлаһаң, уғата сәйер был тормош
тигәнең... Ысынлап та, Ер планетаһында
тыуған Батыр йәһәннәм төбөндә урынлашҡан
Урҙа әллә ниндәй яуыз кешеләргә ҡаршы
көрәшеп йөрөһөнсө әле! һөйләһәң, кеше
ышанмаҫлыҡ хәл бит был! Ошоларға хатта
ҡайһы саҡта Батыр үҙе лә ышанмай башлай.
Былар бөтәһе лә төш кеүек. Ҡапыл уянып
китер ҙә, яңынан Ерҙә йәшәй башлар төҫлө.
Бәлки, әсәһе лә терелер әле. Дуҫтары ла,
класташтары ла янында ғыналыр. Бына
уяныр ҙа, йыуынып, ашағас, мәктәпкә
барыр, кластарына барып инер һәм Хәлиттең
янына, үҙенең урынына барып ултырыр...


Ҡыҙғанысҡа
ҡаршы был төш түгел шул, ә өн, өн!.. Уйлаһаң,
ҡот осҡос бит был! Батыр Ерҙе һағына,
дуҫтарын күргеһе килә... Бер ҡараһаң,
бында бар нәмә лә Ерҙәге кеүек. Ағастар
ҙа, үләндәр ҙә бер нәмәһе менән дә
айырылмай тиерлек... Әммә барыбер бында
бөтә нәмә сит... Шуға ла күңелдә әллә
ниндәй һағыш йәшәй. Бигерәк тә яңғыҙ
ҡалған саҡтарҙа ул малайҙың бар булмышын
ялмап ала... Шулай ҙа ул бында ғүмерлеккә
ҡалырмы икән ни?..


Ҡапыл
аҫта ниндәйҙер тауыш ишетелде. Кемдер
килә! Батыр йәшенгән урынына нығыраҡ
һыйынды... Бына аяҡ тауыштары яҡынлаша
башланы һәм баҫҡыста санитар менән бер
һаҡалтай ир күренде.









Башыма
һыймай, — тип һөйләнә ине санитар. —
Ул малай аҡтығын ҡайҙан эҙләргә?







Исмаһам,
исемен белгәндә лә. — Һаҡалтай борсоулы
тауыш менән шулай тине. — Иң ҡурҡынысы
— Лайондың етәкселәренә әйтеп ҡуймаһын...





«Минең
хаҡта һөйләшәләр, — тип һиҙенде Батыр.
— Бахырҙар! Минең дә улар кеүек йәшенеп
йәшәүемде белмәйҙәр шул...»






4*

9








Әгәр
Әмшләнең дуҫы икән, ул бында килеп
сығырға тейеш, — тиме санитар.





Малайҙың
күңелен оло хәүеф солғап алды. Ниңә
Батырҙы тотоу хаҡында ғына һөйләшәләр?
Әмилә уларҙың ҡулындамы лкән ни? Юҡ, юҡ!
Дөрөҫ түгел был! Бына хәҙер санитар
менән һаҡалтай палатаға инеп китер. Кәм
уларҙың артынан күҙәтеп килеүсе ҡыҙ
күренер...









Бәлки,
Эмиләнән әйттерергә кәрәктер ул малайҙың
исемен, — тине санитар.







Ул
әйтер тиһеңме?





Санитар
менән һаҡалтай палатаға инеп китте. Э
Батыр яңы ғына ишеткән һүҙҙәрҙән һуң
иҫәңгерәп тороп ҡалды. Тимәк, Әмилә
тотолған! Их! Ниңә санитарҙың артынан
уны ебәрҙе икән? Үҙенә күҙәтергә ине!
Хәҙер ни эшләргә? Ҡайҙа барырға? Нисек
табырға Әмиләне, Лайоңды? Ҡайһылай итеп
уларҙы ҡотҡарырға?


Малайҙың
яңы ғына һағыш утында янған күңелен
үкенеү менән ҡурҡыу солғап алды. Башына
бер ниндәй фекер килмәй. Әгәр Ерҙә булһа,
берәй сараһын уйлап табыр ине. Ләкин
хәҙер ул сит, билдәһеҙ планетала. Ошондай
хәлдә ҡайҙа барырға, ни эшләргә тейеш
Батыр? Ул һис тә аңлай алмай...


Тоҙаҡ


Күпме
генә уйлаһа ла Батырҙың башына: «Көтөргә!»
— тигәндән яҡшыраҡ уй килмәне.


Санитар
менән һаҡалтай палатанан сығып, ҡайҙалыр
йүнәлгәс, малай уларға эйәрергә уҡталып
та ҡуйғайны. Аҙаҡ кире уйланы. Тәүҙә
бындағы эште бөтөрөргә — палатаның
эсен байҡап сығырға кәрәк.


Бая
йәшенгән урынынан сығырға ла ҡурҡып
ултырһа, ... Әмилә тотолған тигән хәбәр
малайҙы тәүәккәллерәк булырға мәжбүр
итте. Лайон бындамы, түгелме? Иң алда
шуны асыҡларға! Әгәр юҡ икән, санитарҙың
тағы килеүен көтөп алыр ҙа уға эйәреп
китер. Ә инде Лайон бында икән, уны
ҡотҡарырға тырышыр. Икәүләшеп Әмиләне
лә тиҙерәк табырҙар...


Ошондай
уй менән малай палатаға яҡынлашты. Эстән
шылт иткән дә тауыш ишетелмәй. Батыр,
һағайып, оҙаҡ ҡына тыңланы. Әллә палатала
бер кем дә юҡмы икән?


Бына
Батыр, бар ҡыйыулығын йыйып, ишекте
этте. Ул тауышһыҙ-ңиһеҙ анһат ҡына асылып
китте...


Батыр,
тупһала торған көйө, һағайып тыңланы.
Шикләнерлек нәмә лә, тауыш та юҡ...


Бына
ул алға атланы. Киләһе секундта, артында
ғына


100


«тыҡ»
иткән тауышты ишетеп, малай терт итеп
ҡалды. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте,
башынан тиҫтәләгән хәүефле уйҙар йүгереп
үтте...


Әйләнеп
ҡараһа, ишек үҙенән-үҙе ябылған. Батыр
уға ташланды, әммә ишекте асыу өсөн
тотҡаһы ла юҡ ине... Нисек сығырға бынан
хәҙер? Үҙен-үҙе тотҡонға бикләне түгелме?
Малай ҡурҡып китте, әммә үҙ-үҙен
тынысландырырға тырышты. Хәҙер үкенеүҙән
файҙа юҡ, тик тороп, эште бөтөрөп булмай.
Тәүҙә палата эсен ҡарап сығырға! Кемдәр
бар? Лайон бындамы?..


Батыр,
һаҡ ҡына баҫып, алға атланы. Алъяҡтан
сығыусы ишеккә киң ҡорғандар эленгән.
Уның артында төп бүлмә башлана...


Малай
ипләп кенә шаршау ярығынан эскә ҡараны.
Ана — карауат! Унда кемдер ята. Ҡулында
китап. Эргәһендәге кескәй өҫтәлдә —
аҙыҡ-түлек. Уларҙы күргәс, Батыр үҙенең
асыҡҡанын тойҙо. Тик хәҙер был турала
уйлар ваҡыт түгел.


Палатала
башҡа бер кем дә юҡ. Мөйөштәге ишек
артында ғына берәйһе булмаһа...


Э
был кем? Лайонмы? Әллә икенсе берәүме?
Уйлап ҡараһаң, бында ҡыҙҙың атаһы ятырға
тейеш һымаҡ. Әммә тәҙрә аша ҡарағанда
уны палатала күрмәнеләр. Шуға ла
күңелендәге шик малайҙы карауат янына
барыуҙан тыйҙы. Унда сит кеше ята кеүек...


Нимә
эшләргә? Йәнә көтөргәме? Моғайын, ул
кеше урынынан торор. Әгәр шуға тиклем
тыштан берәүһе килеп инһә? Ул бит шунда
уҡ Батырға төртөләсәк. Батыр, тирә- яҡҡа
ҡаранып, йәшенерҙәй урын эҙләне. Ҡорғандың
арты иркен генә икән. Шунда ҡасыр...


Ҡапыл
Батырҙың ҡолағына сәйер тауыш салынды.
Нимә ул? Машина геүләүенә оҡшаған
төҫлө... Туҡта! Был бит карауатта ятҡан
кеше! Ғырылдай! Тимәк, йоҡлай!.. Әгәр
ипләп кенә янына барғанда? Шунда уҡ уның
кемлеген белер ине!


Батыр
ҡыҫҡа ғына ваҡыт икеләнеп торҙо, шунан
алға атланы... Ҡапыл иҙән шығырлап ҡуйҙы!
Малайҙың йөрәге өҙөлөп төштө тиерһең!
Ул ни үле, ни тере көйө торған ерендә
ҡатып ҡалды. Теге әҙәмдең ғырылдауы
туҡтаны, карауат шығырланы...


Карауаттағы
кеше борола башланы. Шунан ҡабырғаһына
ятты ла... ҡабаттан тынып ҡалды.


Батыр,
тын алырға ла ҡурҡып, урынында тора.


Бер
аҙҙан тегенең йәнә тигеҙ генә һул ауы
ишетелде. Ҡабаттан йоҡоға талды, буғай...


Батыр,
тағы алға уҡталды. Бына карауатҡа тиклем
өс аҙым ҡалды, ике аҙым... Йөҙө һис тә
күренмәй. Карауатты


101


урап
теге яҡҡа сығырға кәрәк... Йәнә ике
аҙым... Иҙән генә шығырлап ҡуймаһа ярар
ине. Йәки берәйһе килеп инмәһен. Мөйөштәге
ишек тә ҡурҡыныс. Киләһе секундта унан
кемдер килеп сығыр ҙа... Батыр бер ҡайҙа
ла ҡаса алмаҫ!..


Малайҙың
йөрәге, үҙ уйҙарынан ҡурҡып, ,дарҫ-дарҫ
тибә. Ул өҙөк-өҙөк тын ала... Тиҙерәк!
Юғиһә хәҙер ниҙер була! Йә кемеһелер
килеп инә, йә был уяна!..


Батыр
йәнә бер аҙым алға атланы...


Теге
кешенең йөҙө асыҡ күренде.


Ул
Лайон түгел ине!


Малай,
ағыулы йыланға тап булғандай, артҡа
ташланды. Йәнә иҙән шығырлап ҡуйҙы.
Батыр шаршау артына сумды. Уяндымы,
юҡмы? Йөрәге бына-бына ауыҙынан килеп
сығыр төҫлө.


Бер
аҙҙан ғына Батыр бүлмәләге тауыштарҙы
ишетер хәлгә килде. Бына тигеҙ генә
ғырылдау ҡолағына салынды...


Батыр
тәрән итеп тын алды, аҙыраҡ тынысланғандай
булды.


Тимәк,
бында Лайон юҡ! Уны ҡайҙалыр йәшергәндәр
ҙә урынына икенсе кешене һалып ҡуйғандар.
Кемдәрҙең эше был? Ниндәй маҡсат менән
эшләгәндәр?


Хәҙер
Батырҙың алдында өс оло эш тора: нисек
тә бынан сығырға, шунан Лайон менән
Әмиләне табырға һәм икеһен дә ҡотҡарырға!
Ауыр, бигерәк ауыр быларҙы эшләүе! Әммә
Батыр бер нәмәгә ҡарамай уларҙы тормошҡа
ашырырға тейеш...


Әмилә
менән Лайон


Һаҡалтай
менән санитар Әмиләнән Батырҙың ҡайҙа
икәнлеген һорашып ҡаранылар ҙа, ҡыҙ
ләм-мим өндәшмәгәс, уны Лайон янындағы
бүлмәгә бикләп, киренән больницаға
ашыҡтылар.


Әмилә
бында нисек эләгеүен әйтмәне, әммә
санитар һиҙенә — ҡыҙ уны күҙәтеп килгән.
Көнө буйы больницала булғайны, күрәһең,
Әмилә уға шунда «тағылған». Ә теге малай
моғайын, Лайон ятҡан палатаны һағалайҙыр.
Ошо фекер санитар менән һаҡалтайҙы
больницаға алып килде лә инде.


Тик
бында малай күренмәне, Лайон урынына
ҡалған кеше лә ул-был һиҙенмәгән. Әммә
санитарҙың иманы камил — Әмиләне
юғалтҡас, малай тыныс ҡына ултыра алмаҫ,
ҡыҙҙы эҙләргә тотонор. Ә бының өсөн ул
иң алда ҡайҙа барырға тейеш? Әлбиттә,
больницаға! Тимәк, тоҙаҡ


ҡорорға
кәрәк! Санитар Лайон ятырға тейеш
палатаның ишеген тыштан бикләмәҫкә
ҡушты. Әммә был — теләһәм инәм, теләһәм
кире сығып китәм, тигән һүҙ түгел. Ингән
саҡта ул анһат ҡына асыласаҡ, әммә кире
сығармаясаҡ!


Лайон
урынында ҡалған кешегә лә һаҡ булырға
ҡушты. Юғиһә, тик ятырға өйрәнеп алды
ла, йоҡонан башы сыҡмай. Ул малайға
ышаныс юҡ, инеп, үлтерә һуғып китеүе лә
бар.


Санитар
менән һаҡалтай киренән Лайон янына юл
алды. Ата менән ҡыҙҙы осраштырырға
кәрәк. Ҡыҙының да улар ҡулында икәнлеген
белгәс, ни эшләр икән Лайон? Элеккесә
киреләнеп маташырмы? Ҡыҙының ғүмере
ғәзиз булмаһа, әйҙә үҙ һүҙләнеп ҡараһын
әле!..


Теге
малай иректә. Тимәк, ашығырға кәрәк.


Санитар
менән һаҡалтай йәнә Лайон янына инде,
тағы иртәнсәк биргән һорауҙарын
ҡабатланы. Әммә Ур планетаһын һаҡлау
системаһының етәксеһе бер ни өндәшмәне.
Уның ҡарашында үҙ һүҙендә ныҡ торасағын
аңлатҡан ихтыяр көсө йылтылданы. Быны
күреп, һаҡалтай мыҫҡыллы көлөмһөрәне.
Әйҙә, әйҙә, ҡылана бир, иҫәр! Хәҙер,
ҡыҙыңды күргәс, нисек йырларһың икән?..


Каҡалтай
бармаҡтарын шартлатты:









Килтерегеҙ!
— Үҙе Лайонға текәлде.





Әмилә
килеп ингәс тә уның йөҙөндәге тыныслыҡтың
ҡапыл ҡурҡыу, хәүеф менән алмашыуын
күргеһе, шулай итеп ләззәт алғыһы килде.


Бына
артта ишек асылып ябылды. Ҡыҙҙың аяҡ
тауыштары ишетелде. Каҡалтай Лайондан
күҙен алмай. Тик нимә был? Атаның йөҙөндә
бер мускул да ҡыбырламаны. Әйтерһең,
дошмандарының ҡулына уның ҡәҙерле ҡыҙы
түгел, бөтөнләй сит бала эләккән.









Таныйһыңмы
был ҡыҙҙы? — Һаҡалтайҙың түҙеме бөттө.





Лайон
Әмиләгә ғәмһеҙ генә ҡараш ташланы:









Юҡ.





Быны
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 10
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов