Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 06

Общее количество слов 2992
Общее количество уникальных слов составляет 1379
39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
Ҡайҙа
алып бара ул? — тип һораны Хәлит.







Хужаларына.







Кин
ҡайҙан беләһең?







Башҡа
ҡайҙа алып барһын?







Улар
бандиттар булып сыҡһа?







Ул
саҡтамы... Ул саҡта бөттө: беҙҙе юҡ
итәсәктәр.







Мин
ысынлап һорайым, ә һин... — Хәлит асыуланды
һәм тынып ҡалды.





Коридорҙың
бер мөйөшөнә килеп еткәйнеләр, уларҙың
ҡаршыһына ер өҫтөндә малайҙарға эйәреп
йөрөгән теге ҡыҙыл күлдәкле ҡыҙ килеп
сыҡты. Ул бында! Тимәк, ысынлап та,
күҙәткән! Тимәк бандиттарҙың ҡушыуы
буйынса йөрөгәнме? Бәлки ул хәйлә менән
малайҙарҙы эйәртеп алып килгәндер ҙә...
Ҡапҡанға эләктеләрме икән ни? Малайҙар
ҡаушауҙарынан, ҡурҡыуҙарынан ни өндәшергә
белмәне.


Батыр
менән Хәлитте күргәс, ҡыҙ ҙа бик ныҡ
ғәжәпләнде шикелле. Ҡапыл малайҙар
янына йүгереп килде, тәүҙә береһенә,
шунан икенсеһенә аптырап ҡараны. Шунан
роботҡа ниҙер әйтте.


Теге
малайҙарҙы ысҡындырҙы ла китеп барҙы.
Ҡыҙ малайҙарҙан:









Кеҙ
бында нисек килеп эләктегеҙ? — тип
һораны. Ҡыҙҙың йомшаҡ тауышын ишеткәс,
малайҙарға йән инде. Батыр менән Хәлит
бер-береһен бүлә-бүлә үҙҙәре менән





59


булған
мажараларҙы һөйләп бирҙеләр. Ҡыҙ тәүҙә
ҡысҡырып көлдө, шунан етдиләнде.









Э
был ниндәй ер ул? — тип һораны Батыр
тирә-яғына к үҙ һалып.







Былмы...
— Ҡыҙ икеләнде. — Мин быны әйтә алмайым.







Э
беҙ, ысынлап та, ер аҫтындамы? — тип*-
һораны Хәлит.







Эйе.







Ысынмы?
— Малайҙар ҡаушауҙарынан ни әйтергә
лә белмәне.





Бер
аҙҙан Батыр телгә килде:









Тик
уның ишеге ҡайҙа?







Ә
ул күренмәй.







Ә
һин нисек таптың?







Миндә
махсус прибор бар. Уның менән станцияның
ишеген ҡап-ҡараңғы төндә лә табып була.





«Станция»
һүҙе Батырҙы бөтөнләй аптыратты. Ниндәй
станция? Кем төҙөгән? Ниңә ул хаҡта бер
кем дә белмәй?









Бында
тормайыҡ әле, — тине ул арала ҡыҙ. —
Әйҙәгеҙ минең арттан.





Бер
аҙ атлағас, ниндәйҙер ишек янына килеп
сыҡтылар. Ҡыҙ нисектер ишекте асты. Был
бәләкәй генә бүлмә икән. Өҫтәле,
ултырғыстары бар. Ҡыҙ малайҙарға
ултырырға ҡушты.









Ә
һин был станцияның ишеген нисек астың?
— тип һораны Хәлит.







Ә
һеҙ нисек астығыҙ? — тип көлдө ҡыҙ.







Беҙ
асманыҡ. Ул үҙе асылды ла беҙҙе бында
алып төштө.







Яңылышаһығыҙ,
— тине ҡыҙ. — Неҙ асҡанһығыҙ ишекте.







Нисек?
— Малайҙар бер ни аңламаны.







Ер
— Ур түгел, тип әйттегеҙме?







Әйттек.







Минән
ишеттегеҙме?







Эйе.







Шул
һүҙҙәр бөгөнгө кискә станцияның ишеген
асыусы асҡыс.







Ә
иртәгә?







Иртәгә
икенсе төрлөһө буласаҡ.







«Ер
— Ур түгел» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?
— тип һораны Батыр.







Улмы?..
Уны әйтергә ярамай әле, Батыр, — тине
ҡыҙ.







Нимә?
Һин минең исемемде ҡайҙан беләһең?







Һинекен
дә, Хәлиттекен дә беләм инде. Малайҙар
шаҡ ҡатты.





60









Э
һинең исемең нисек? — тип һораны Хәлит.







Әмилә.







Әмилә,
һин беҙҙе бынан сығара алаһыңмы? —
Хәлит ҡыҙға ҙур өмөт менән ҡараны.







Әлегә
юҡ.







Ниңә?
— Малайҙарҙың тауышы шыбырлап сыҡты.







Сөнки
ишекте эстән асыусы асҡыс икенсе. Мин
уны белмәйем. Шулай ҙа... Неҙ ултырып
тороғоҙ. Мин хәҙер. — Ҡыҙ урынынан
торҙо, ишек янына килгәс, ниҙер шыбырланы.
Шунда уҡ ишек асылды. Ҡыҙ сығып китте.





Малайҙар
бер-береһенә ҡарашты.









Ишекте
нисек асҡанын аңланыңмы? — тип һораны
Батыр.







Ниҙер
әйткәйне...







«Ер
— матур планета», тине.







Ә
ҡайҙа китте ул?







Белмәйем.







Оҡшамай
миңә был ҡыҙ. — Хәлит тирә-яғына ҡаранды.
— Минеңсә, ул хужаларын саҡырырға
китте. Улар килһә, беҙгә бынан сығыу
юҡ! Беҙ бит ҡалаға ҡайтҡас, бөтәһен дә
һөйләйәсәкбеҙ. Шуға улар...







Эйе.
— Батыр уйға ҡалды. — Ҡасырға кәрәк.
Үҙебеҙгә табырға кәрәк ҡотолоу юлын.
Әйҙә!





Батыр
ишеккә яҡынлашты:









Ер
— матур планета. Ишек асылды...





Робот
менән алыш


Коридор
осонда таныш ир күренде. Малайҙар шунда
уҡ эргәләге бағаналар артына йәшенде.
Ҡыланыштарына ҡарағанда был ағай ҙа
Батыр менән Хәлит хәлендә ҡалған. Һаман
алан-йолан ҡарана, йөҙө уғата борсоулы.
Бынан бәлки йәшенеп торорға ла кәрәкмәйҙер.
Бергә тиҙерәк табырҙар ине ҡотолоу
юлын. Батыр дуҫына ҡараны. Йәнәһе, ни
эшләйбеҙ? Хәлит яурындарын ғына һелкетте.


Батыр
саҡ ҡына икеләнде лә тәүәккәлләне:









һаумыһығыҙ,
— тине малай, тегенең ҡаршыһына сығып.
— Һеҙ кем?





Батыр
менән Хәлитте күргәс, ят кеше ҡыуанып
китте:









Был
һеҙме? Нисек эләктек беҙ бында? — Хәлен
иҫенә төшөргәс, йәнә төшөнкөлөккә
бирелде. — Ҡайһылай итеп сығырбыҙ?





Батыр
был ағайға өмөт бағлағайны. Оло кеше.
Ҡотолоу юлын тиҙерәк табыр, йәнәһе. Әммә
иламһырап тороуына ҡарағанда унан рәт
сыҡмаҫтай күренә. Ана йыуаш Хәлит үҙен
унан тынысыраҡ тота. Һөйләштеләр,
таныштылар.


61


Исеме
Бәкер икән. Күрше ауылдан ҡалаға ҡайтып
барған. Арығас, ялан уртаһында ял итергә
ултырған. Шул мәл көтмәгәндә ер уйылып
киткән дә Бәкер бында эләккән.









Нимә
эшләйбеҙ? — тип һораны Бәкер, үҙенең
тарихын һөйләп бөткәс.







Борсолмағыҙ,
тип тынысландырырға тырышты уны Батыр.
— Берәй сараһын табырбыҙ.





Ниндәй
сараһын тапһын инде ул? Янындағыларҙы
тынысландырыу өсөн генә әйтә инде.
Ышаныслы һүҙ ҙур көскә эйә шул. Ана бит
Бәкер ҙә, Хәлит тә Батырға өмөт менән
текәлеп ни әйтерен көтөп тора.


Батыр
тирә-яғына күҙ һалды. Ни эшләргә кәрәклеген
белеү өсөн үҙҙәренең ҡайҙа килеп эләгеүен
аңларға ине лә бит. Әмилә әйтергә
теләмәне. Күрәһең, ер аҫты станцияһы
хаҡында бер кем дә белергә тейеш
түгелдер...


Ер
кешеләре коридор буйлап алға атланы.
Тирә-йүнгә ҡолаҡ һалып һаҡ ҡына киләләр.
Алда «шылт» иткән тауыш ишетелеү менән
эргәләге колонналар артына сумалар.
Бына уларҙың янынан бер робот үтеп
китте. Ул юғалыу менән йәнә ҡуҙғалдылар.
Инде ике боролош артта ҡалды, әммә
коридорҙың осо күренмәй. Шундай оҙонмо
икән ни? Нисек төҙөгәндәр тиген уны!


Ҡапыл
Батыр үҙенең артында ҡысҡырған тауыш
ишетте. Әйләнеп ҡарағас, ҡото осто.
Уларҙың янында ғына теге робот тора. Ул
бер ҡулы менән Бәкерҙең беләгенән
эләктергән, икенсеһен Хәлиткә һуҙып
маташа. Әммә йылғыр малай үҙенә ҡурҡыныс
янауын белгәс тә ситкә ырғыны. Ә Бәкер
ҡурҡышынан яу һала.









Ҡысҡырмағыҙ!
— Батыр теге кешене тынысландырырға
теләне. — Ишетәләр бит!







Ҡотҡарығыҙ!
— тип ялбарҙы ҡото осҡан Бәкер. —
Ҡулымды өҙөп ала бит хәҙер!





Ул
арала робот буш ҡулы менән Батырҙы
эләктерергә итте. Әммә малай һаҡ тора
ине — тайпылырға өлгөрҙө. Батыр мәктәптә
электроника түңәрәгенә йөрөгәйне бер
мәл. Кәр роботтың һүндерә торған урыны
була. Ана түшендә бер ырғаҡ күренә. Әгәр
шуны икенсе яҡҡа борһаң, тимер кеше
йоҡларға тейеш. Тик нисек эшләргә быны?
Яҡынлашыу менән робот тотоп аласаҡ та
тумблерға яҡын ебәрмәҫ.









Батыр,
Батыр! — тип һаман һөрән һалды Бәкер.
— Ни ҙә булһа эшләгеҙ. Үлтерә бит мине!





Батыр
Хәлитте эргәһенә саҡырҙы:









Мин
хәҙер уның янына барам...







Ул
бит һине эләктерәсәк!







Тәүҙә
тыңлап бөт! Мине тотҡас, уның буш ҡулы
ҡалмай. Шул саҡ һин, ана күрәһеңме?
Түшендә тумблеры бар. Шуны икенсе яҡҡа
бороп ҡуйырһың.





62









Шунан
ни була?







Ул
йоҡлап китә.





Малайҙың
тойомлауы дөрөҫ булып сыҡты. Тиҙҙән
робот - тоң түшендәге тумблер икенсе
яҡҡа боролдо. Шунда уҡ ер аҫтында йәшәүсе
тимер кеше бәлйерәп төштө. Уның
бармаҡтарынан ҡотолған Бәкер Батырҙы
ҡосаҡлап алды:









Рәхмәт!
Был яҡшылығыңды ғүмергә онотмам! Ошо
хәлдән һуң Бәкер менән Хәлит Батырҙың
ауыҙына ҡарап ҡалдылар. Әйтерһең, ул
был донъяны яҡшы белә, бына һәйбәтләп
уйлар ҙа ҡотолоу сараһын да табыр. Тик
малайҙың башына хәлдәрен еңеләйтерлек
бер генә лә фекер килмәй.





Нисек
кенә уйлаһаң да, коридор буйлап ары
атларға ғына ҡала. Бәлки ниндәйҙер яйы
килеп сығыр.


Ҡапыл
арттан:









Туҡтағыҙ!
— тигән бойороҡ ишетелде. Улар баҫҡан
урындарында ҡатып ҡалды.





Әмилә
ярҙам итергә теләй


Батыр
әйләнеп ҡарамаҫ борон һиҙенде: тауыш
теге ҡыҙҙыҡы ине. Хужаларын эйәртеп
килгәнме, тигән уй йылт итеп үтте малайҙың
башынан. Батыр йәһәт әйләнеп артына
ҡараны һәм еңел һулап ҡуйҙы: Әмилә яңғыҙы
ине.









Ниңә
ҡастығыҙ? — тип һораны ҡыҙ.







Кин
киткәс. — тип аҡланырға итте Батыр.







Ер
өҫтөнә сығарыусы ишектең паролен
тикшергәйнем. Үҙгәрткәндәр, — тине
Әмилә. Шунан ситтәрәк торған егеткә
боролдо. — Ә һеҙ ҡайҙан килеп сыҡтығыҙ?





Бәкер,
ҡыҙҙың яғымлы һөйләшеүен күреп, тынысланды
һәм үҙенең тарихын һөйләп бирҙе.









Станцияла
өс сит кеше! — Әмилә башын тотто. —
Бөтәһе лә минең арҡала! Әгәр белеп
ҡалһалар!.. Әйҙәгеҙ, минең бүлмәгә
тиҙерәк. Шунда уйлашырбыҙ.





Ҡыҙ
ашығып алға атланы, башҡалар уға эйәрҙе.
Күп тә атламанылар йоҡлап торған роботты
тап иттеләр. Ҡыҙ уны уятырға итте лә
кире уйланы.









Һеҙ
һүндерҙегеҙме?







Ул
үҙе беренсе булып бәйләнде, — тип
аҡланырға маташты Хәлит.





Бүлмәгә
ингәс, бер аҙ өндәшмәй торҙолар. Ер
кешеләре Әмиләнең ни әйтерен көттө.









Бер
юл бар. — Ҡыҙ икеләнде. — Станцияның
үҙәк пультында пароль яҙылған.





Хәлиттең
күҙҙәре йылтыраны:









Барайыҡ
та беләйек!





63









Пультты
һаҡлайҙар.







Их!
Булманы... — Хәлит көрһөнөп ҡуйҙы.







Э
кемдәр һаҡлай? — Батырҙың башына бер
уй килде.







Роботтар.







Нисәү
улар?





Әмилә
малайға шикләнеп ҡараны: (г









Улар
менән һуғышырға итәһеңме?







Юҡ.
Ваҡытлыса ғына һүндереп торғанда... Был
уй һәммәһенә лә оҡшаны.







Тик
улар бик көслө, — тип икеләнде ҡыҙ. —
Үҙҙә- ренә бер кемде лә яҡын ебәрмәйҙәр.







Коридорҙа
тап булғаны ла бик көслө ине. — Хәлит
көлөмһөрәне.







Бәлки
һынап ҡарайыҡ бәхетте? — Батыр
янындағыларға күҙ йүгертте.







Әйҙә!
— Бәкергә лә был уй оҡшаны. — Тик минең
ҡулды һындыра яҙҙы бит теге шайтан.
Каман ауыртып тора...







Ярай,
— тине Батыр. — Хәлит менән мин уларҙың
ҡулдарынан тоторбоҙ, ә һеҙ тумблерҙы
борорһоғөҙ.







Барып
сығырмы икән? — тип борсолдо ҡыҙ.





Улар
өсәү. Береһен һүндереү менән ҡалған
икәүһе станция етәксеһенә хәбәр итәсәк...


Барыһы
ла уйға ҡалды. Бер ни ҙә килеп сыҡмаҫмы
икән ни?


Айһылыу
апай Батырҙы, эҙләй


Айһылыу
апай төштән һуң фатирына ҡат-ҡат
шылтыратты, әммә трубканы алыусы булманы.
Күпме әйтте Батырға: «Өйҙән сыҡма, биклән
дә китап уҡы», — тип. Юҡ, тыңламаған.
Әгәр ошолай аптыратыр булһа, ауылға
ебәрергә тура килер... Уйлаһаң, ун ике
йәшлек малайға көнө буйы өйҙә яңғыҙ
ултырыуы ла ауырҙыр инде. Етмәһә, Айһылыу
апай үҙе лә улына эштең ниҙә икәнен
аңлатманы. Батыр быны әсәһенең үҙ
һүҙлелеге тип уйлайҙыр инде. Э ысынында
иһә...


Ҡаланың
һатыу итеү селтәренә бурҙар оялағанын
Айһылыу апай күптән түгел һиҙҙе. Ул әллә
нисә тапҡыр иғтибар итте: складҡа килгән
тауарҙар магазиндарға эләкмәй. Шунан
ҡайҙандыр аҡсаһын килтерәләр. Нимә
ҡыландыралар?


Ярты
ай элек Айһылыу апай был хаҡта милицияға
хәбәр итте, хатта яңы тауарҙар килгән
мәлдә склад янына күҙәтеүселәр ҡуйырға
күндерҙе тегеләрҙе. Әммә бурҙар
хәйләкәрерәк булып сыҡты. Баҡһаң, уларҙың
кемеһелер


милиция
менән бәйләнеш тота икән. Күҙәтеү
ҡуйылған ике төн складтан тауар алырға
килгән әҙәм булманы.


Шунан
һуң бер көндө кис ике билдәһеҙ кеше
Айһылыу апайҙы ҡурҡытып маташты.


Батырҙың
әсәһе тәү мәл ҡаушап ҡалды. Беренсе уйы
— милицияға хәбәр итеү ине. Шунан
туҡталып ҡалды. Ко- раһалар, нимә әйтә
ала? Шаһиттары юҡ. Складты күҙәтеп, бер
ни сығара алмағас, юҡты һөйләйһегеҙ,
тигәйнеләр. Йәнә ышанмаҫтар. Улайһа, ни
эшләргә? Ярты юлда туҡтарғамы? Тимәк,
тегеләр дәүләт елкәһен кимерә бирһенме?
Юҡ, әгәр сигенһә. Айһылыу апай үҙ-үҙен
күрә алмаҫ. Хәйләкәрерәк булырға кәрәк.
Ошондай уй менән ул складты бер үҙе
күҙәтә башланы. Яңы тауарҙар килтергәс,
ике кис склад янында уралды ул. Әммә
килгән кеше булманы. Әллә былар кире
уйланымы, тип икеләнде Айһылыу апай.
Әммә өсөнсө кис тотто тегеләрҙе. Тик
хата ебәрҙе. Йәшенеп кенә ҡарап торорға
ла китергә ине. Иртәгеһенә складты
тикшереп акт яҙһалар бөтәһе лә асыҡланыр
ине. Әммә Айһылыу апай уларҙы тиҙерәк
фашларға теләне, склад янына барҙы...
Хәйер, бының да файҙаһы тейҙе. Тегеләрҙең
береһен таныны.. Ҡалала асылған
кооперативта эшләй ул. Тимәк, һәйбәт
аяҡ кейемдәрен, башҡа яҡшы тауарҙарҙы
кооператив аша ҡыйбат хаҡҡа һаталар.
Ябай спекуляция.


Айһылыу
апайҙы күргәс, тегеләр складтан бер ни
ҙә алып торманы, буш ҡул менән китеп
барҙы. Шуныһы үкенесле. Әгәр Айһылыу
апай сығып күренмәһә, иртәгеһенә складты
тикшерер инеләр ҙә... Ары ни эшләргә?
Күрәһең, күҙәтеүҙе дауам итергә тура
килер. Тик был юлы аҡыллыраҡ булыр.
Бурҙарға күренеп тормаҫ, урлашҡандарын
белер ҙә иртәгеһенә кәрәк ергә әйтеп
тикшереү ойошторор. Ә әлегә Батырҙы
ауылға оҙатырға кәрәк. Бурҙар үҙҙәренең
Айһылыу апайға склад янында күренеүҙәрен
ғәфү итмәҫтәр, Батыр менән ни ҙә булһа
эшләргә маташырҙар.


Айһылыу
апай ошондай уйҙар менән йүгерә атлай
ҡайтып етте. Көндөҙ Батыр ашар тип
ҡалдырған ризыҡ һыуытҡыстан сығарылмаған
да. Тимәк иртәнсәк сығып киткән дә
ҡайтмаған. Ҡайҙа ул?


Айһылыу
апай ишек алдына сыҡты. Ана, күрше подъ-
езда йәшәгән ҡыҙҙар уйнап йөрөй.
Күрмәгәндәрме икән Батырҙы?


Уларҙан
һорашҡас, Айһылыу апайҙың теҙ быуындары
ҡалтырап китте.


— Төштән
һуң Батырҙы ҡара күҙлек кейгән бер ағай
эҙләй ине, — тине ҡыҙҙар.


Ниндәй
ағай? Тегеләрме?






65


йһылыу апай футбол
майҙансығына йүгерҙе. Ана, туп




— 822


типкән
малайҙарҙың береһе Батыр түгелме? Аҡ
футболка, зәңгәр шортик кейеп алған.
Әммә яҡынлашҡас, әсә үҙенең яңылышҡанлығын
күрҙе.


-—
Юҡ, — тине малайҙар. — Батыр бөгөн бында
булманы.


Әсәнең
йөрәген ҡурҡыу солғап алды. Ҡа^ҙа уның
бәләкәсе, берҙән-бере. Батыры? Ҡапыл
ҡолағы төбөндә: «Әгәр туҡтамаһаң,
малайыңды юҡ итербеҙ», — тигән һүҙҙәр
ишетелгәндәй булды. Урлағандармы? Ашарға
ла, эсергә лә бирмәйенсә бикләп
ҡуйғандармы?


Айһылыу
апай, ҡайҙа баҫҡанын белмәйенсә, өйөнә
ҡарай йүгерҙе.


Әмиләнең
ярҙамы.


Төнгө
ун ике тирәһендә станцияның пульты
урынлашҡан ергә яҡынлаштылар. Әмилә
тирә-яғына ҡараны. Коридорҙа бер кем
күренмәй.









Кеҙ
колонналар артына йәшенегеҙ, — тине
ҡыҙ.





Бына
стеналағы ишеккә яҡынлашып ниҙер әйтте.
Теге


асылып
китте. Ҡыҙ шунда инеп китте.


Ер
кешеләре, тын да алмай, ары ни булырын
көттө. Уларҙың уйы былай: Эмилә пульт
янына инә лә роботтарҙы берәмләп
коридорға саҡырып сығара. Бында ер
кешеләре уны өсәүләп һүндерә. Килеп
сығырмы уйҙары?


Күпмелер
ваҡыт үтте. Ҡапыл ишек асылды. Унда Эмилә
менән бер робот күренде. Бына ҡыҙ тимер
кешене Бәкер менән малайҙар йәшенгән
ергәрәк алып килде.


Шул
ваҡыт ике малай, колонна артынан сығып,
роботтың ҡулдарына йәбеште. Тимер кеше
үҙен бик тиҙ ҡулға алды һәм нисектер
ысҡынып үҙе Батыр менән Хәлиттең
елкәһенән эләктерҙе. Шул ерҙә Бәкергә
лә сират етте. Ул яйын килтерҙе лә
роботтың түшендәге тумблерға үрелде.
Теге, ниҙер һиҙенеп, малайҙарҙы ысҡындырҙы.
Әммә һуң ~ ине инде — Бәкер тумблерҙы
борорға өлгөрҙө. Шунда уҡ робот йәнһеҙ
тимер һөлдәгә әүерелде.


Икенсе
роботты ла анһат ҡына эштән сығарҙылар.









Быларҙан
файҙа юҡ бит, — тине Бәкер.







Ә
улар янына сит кеше инә алмай, — тип
аңлатты Эмилә. — Станция етәксеһе менән
минән башҡа пульт бүлмәһенең паролен
бер кем белмәй.







Э
һин ни өсөн беләһең? — Хәлит шулай
һораны.







Сөнки...
— Ҡыҙ саҡ ҡына икеләнеп торҙо. — Станция
етәксеһе минең атайым.





Ер
кешеләре шаҡ ҡатты. Бына бит ул нисек!
Бында килер алдынан ғына Эмилә Ер
кешеләренә станцияның серен асып
һалғайны. Шунан уларҙы иҫкәртеп тә
ҡуйҙы:









Мин
һеҙҙе ҡотҡарам. Ҡотҡарырға тырышам.
Әммә һеҙ





ҙә
миңә һүҙ бирергә тейешһегеҙ. Ер өҫтөнә
күтәрелгәс, бында күргәнегеҙҙе оноторға,
бер кемгә лә һөйләмәҫкә тейешһегеҙ.









Ни
өсөн?





Ҡыҙ
аңлатып бирҙе. Үҙҙәренең Урҙан икәнен
һөйләне. Был турала Ер кешеләре белергә
тейеш түгеллеген әйтте.









Һүҙ
бирәбеҙ, — тине Бәкер, Батыр һәм Хәлит.







Ер
кешеләренең һүҙеме? — тип һораны ҡыҙ.
Былар аңламағас, өҫтәне. — Беҙҙә иң оло
ант ул «Ур кешеләренең һүҙе» тип әйтеү.
Унан һуң бер ҡасан да биргән һүҙеңдән
ҡайтырға ярамай.







Ер
кешеләренең һүҙе, — тинеләр малайҙар.





һәм
бына Ер кешеләре яңы бер хәбәр ишетәләр:
Әмилә станция етәксеһенең ҡыҙы. Бынан
ҡурҡырғамы? Әллә ҡыуанырғамы? Уларҙың
тынып ҡалыуын ҡыҙ үҙенсә аңланы.









Һеҙ
борсолмағыҙ минең өсөн. Атайыма нисек
тә аңлатырмын әле.







Улайһа,
тиҙерәк өсөнсө роботты сығар, — тине
Бәкер. Малайҙар, урындарығыҙға!





Ярты
минуттан Әмилә коридорға өсөнсө роботты
алып сыҡты. Шунда уҡ ике малай тимер
кешегә ташланды, ә Бәкер тегенең түшендәге
тумблерға үрелде. Бына ул бер борҙо,
ике... Тик әллә еренә еткергәнсе борманы,
әллә икенсе сәбәп булды — ни генә булһа
ла робот һүнмәне.


Ул
тумблерҙы борғослай башлауҙарын аңлағас
та малайҙарҙы ситкә атып бәрҙе лә
Бәкерҙең ҡулын шаҡырайта тотоп алды.









А-а!
— тип аҡырып ебәрҙе егет һәм кәкрәйеп
төштө.





Киләһе
секундта робот ниҙер мығырланы.









Ул
станция етәксеһенә хәбәр итте! — тип
ҡысҡырҙы Әмилә. — Тиҙерәк!





Ике
малай ырғып тороп, киренән роботҡа
ташланды. Нисек тә уны һүндерергә кәрәк!
Был мәлдә Әмилә йүгереп пульт бүлмәһенә
инде. Уға тиҙерәк төп ишекте асыусы
паролде белергә кәрәк! Бына пульт! Ҡыҙҙың
ҡарашы уның тиҫтәләгән лампочкалары
буйлап йүгерҙе. Ана «төп ишек» тигән
кнопка! Ҡыҙ уға баҫты. Шунда уҡ экранда
ике һүҙ яҙылды:


«Бөгөнгө
төнгә паролдәр:



— һуңғы
төн.



— Хуш,
Ер».


Әмилә
коридорға атылды. Тиҙерәк! Хәҙер бында
атаһы килеп етәсәк!


Коридорҙа
көрәш дауам итә ине әле. Роботты һүндерә
алмағандар. Ярай, исмаһам, тимер кеше
малайҙар менән Бәкерҙе ысҡындырған.






з*

7



м
, арттан! — тип ҡысҡырҙы






Әмилә
Ер ке







рҙән
ҡалмаҫ бит! — Батыр ҡыҙға эйәрергә лә

д
коридор буйлап йүгерҙе, шеләренә
һәМ?ән ҡалмРг - ---•








пультты ташларға ярамай!



кешелә
^
артынан ташланды. Бер мҙл стенаға


килеп
төртөл ДӨЛӘр
ҙә <<аһ>> та <<уһ>> килеп
туҡтап ҡалдылар, о,.™™ ^™г
микрофон кеүек нәмәгә яҡынлашты.


тип
өндәште ул.


менән
малайҙарҙың баш өҫтөндәге түбә






Роботҡа


еҘЧ белмәне, эйәрмәҫкә
лә.



Әмилә
мөйөшгөн|


-
һуңғы ''Бәкер


ШүЛ
МӘЛ Г тт! - „


ҡа
төшә ба1ШЛаны’ ^р кешеләРе
ситкә тайпылды. Хәйер, ^тй
бушҡа булған. Түбә эргәләге майҙансыҡҡа


ҠурҠЫуҘсхрЫ


“ила
баҫтК“С бу™ уға кҮтәРелДе:



Менегеҙ* оынДа-


Е
кешеләре тигәнсә ҡыҙ янына
күтәрелде. Бәкер


> үлән-сәскәләргә иғтибар итте. Станцияның


йяҡ
аҫтынд&ғ о ту» т


итогомо
„„и ни- Киләһе секундта аяҡ
аҫтындағы ер өҫкә


111С1
С !Ү1 С! х1 !\ о х" һ 1


күтәрелә
баш Бына эргәләге коридор күҙҙән юғалды,


ү
^ „ га кеүек уратып алған стена
түбәнәйгәндән-


уларҙы
ҠОИМ
„ _ о ,


түбәнәйергә
тотондо’ тирә-иүн ҡараңғылыҡҡа
сумды һәм...


Шул
ерзә
Бә] ер менән малайҙар үҙҙәренең
ҡола ялан уртаһында тороУҘарЫН һиҙҙе’
Алыҫта ҡала уттары емелдәй, баш
өҫтөндә гУГеңӘрЛӘҒӘН йондоҙҙар
КҮҘ ҡыҫа. Экрен генә ел л д
гындағы үләндәрҙең сайҡалған саҡта
бер-бе-


ИҪӘ
• Ә01


„ ҡыштырлауы
ишетелә... реһенә тейеп к „„ ,






Ерҙә.







ҙ!
— тине Әмилә.

өтәһе лә элеккесә’ беР
ни үҙгәрмәгән. Әйтерһең, малайҙар
ер асчГЫНДа йУ-лмаған, унан нисек
сығырға белмәй 3 р р„ ^эмәгән...
Бәлки, был, ысынлап та, төш кенәлер?1
Юҡ Ибы^ бит улаР?ый
янында сит планета ҡыҙы — Әмилә
то' а '^имәк’ алыҫ планетанан
килгән кешеләр бар



Хушығь^и
, — тине Батыр.



РӘХМӘТ А


Эйе
рәхмәт. — Уға Бәкер менән Хәлит ҡушылды.


К
?
^УРһүҙегеҙҙе онотмағыҙ.


ю^! —
тине Бәкер. — Ант-шинт. Бер кемгә, бер


, ’ .ындырмайбыҙ. Малайҙар, ишеттегеҙме?


ауькҙ
Ү^ыс^к_ — Батыр ҡоро ғына өндәште.
Бәкерҙең





мауына
асыуы килде уның. уларға ышан] , о и


Һеҙ
бәге КИТӘйегеҘме- —
ТИП һораны Хәлит.


Башҡа
1сҮРешмәйеҘме?
— Хәлиттең тауышы ҡайғылы


килеп
сыҡты' ^ „



Мин ҡалаға сыға алмам шул...
Хәйер.. — Әмилә саҡ


а,п
торҙо. — Беҙ төштән һуң ғына осабыҙ
Урға! ҡына уйланы у у , у р


М
1 тағы йулам әле ҡалала









Дөрөҫ!
— тине Хәлит. — Беҙ һиңә бүләктәр
бирербеҙ! Урҙағы балаларға! Шулай бит,
Батыр?







Молодец,
Хәлит! — Бәкер малайҙың яурынына һуҡты.
— Эйе, килеп сыҡ ҡалаға, Эмилә. Малайҙар
һине көндөҙгө унда кинотеатр алдында
көтөр. Ризамы?





Ҡыҙ
риза ине. Бында ул Ер кешеләре менән
тағы бер хушлашты ла:









Хуш,
Ер! — тип өндәште. Шунда уҡ Эмилә торған
ер аҫҡа төшә башланы. Күп тә үтмәне ул
станция эсендә тора ине. Ҡыҙ етәксе
пультына табан атланы. Роботтар Лайонға
бөтәһен дә һөйләгән, әлбиттә. Атаһы бик
асыуланыр инде. Әммә Ер кешеләре бит
һүҙ бирҙе, тимәк, бер кемгә бер ни
әйтмәйәсәктәр.





Коридорҙа
һүндерелгән роботтар күренмәй. Тимәк,
уларҙы уятҡандар. Ҡыҙ пульт бүлмәһе
янына килде. Бына паролде әйткәс, ишек
асылды. Ҡыҙ эскә атланы...


Мәкерлек


Эмилә
юғалғас та Бәкер, тирә-яғына ҡаранып,
ниҙер эҙләй башланы.


—-
Нимә кәрәк? — тип һораны Батыр.









Ҙурыраҡ
таш йәки таяҡ күренмәйме? — Бәкер эйелеп
һәрмәнергә тотондо.





—-
Нимә эшләтәһегеҙ уны?


—-
Күп белһәң, тиҙ ҡартайырһың. — Бына ул
кипкән ағас ботағы табып алды, шуны
торған еренә ҡаҙай башланы.


—-
Станцияның ишеген билдәләйһегеҙме? —
Батыр уҫал ғына өндәште.


—-
Юҡ та... — Бәкер устарындағы саңды
ҡаҡҡыланы. — Ярай, ваҡыт бик һуң. Ҡайттыҡ.









Әгәр
һеҙ станцияға кире килергә уйлаһағыҙ...
— Батырҙың тауышы ҡаты сыҡты. — Беҙ
бит һүҙ бирҙегеҙ!





—-
Бирҙем. — Бәкер тыныс ҡына һөйләшә. —
Унан сығырға ла уйлаған юҡ. Ҡурҡма, мин
һүҙемдә тора беләм. Әйҙҙгеҙ!


—-
Был ағасты ниңә сәнсеп ҡуйҙығыҙ?


—-
Вәт бәйләнде! Ана, Хәлит аҡыллы булғас,
бер ни ҙә өндәшмәй. Оҡшамай икән ҡаҙалған
ботаҡ, рәхим ит, алып ташлайым.


Бәкер,
ысынлап та, ағасты һурып алды. Шунан уны
бик алыҫҡа елгәрергә теләгәндәй
тирә-яғына ҡаранды. Аҙаҡ кире уйланы,
аяғы аҫтына ғына ырғытты:


—-
Киттек! — Бәкер ҡалаға табан атланы.
Малайҙар егеткә эйәрҙе:









Ғәжәп
бит! — тине Бәкер үҙ алдына һөйләнгәндәй.






Ҡаланың
эргәһендә генә сит планетанан килгән
әҙәмдәрҙең станцияһы булһын әле! Һәм
быны бер кем белмәй! Ҡасан төҙөгәндәр
тиген?! Ишектәрҙе паролдәр менән генә
асалар... Роботтар... Э Урға оса торған
караптары ҡайҙа икән?.. Ә нисә кеше улар
станцияла? Ниндәй ҡоралдары бар?.. Улар
бит бик теләһә, беҙҙең ҡаланы, ҡаланы
ғына түгел бөтә Ер шарын юҡ итә алалар!
Ишетәһегеҙме, малайҙар?!









Э
ниңә юҡ итергә? — тип аңламаны малайҙар.







Баштарына
шундай уй килһә, ҡарап тормаҫтар инде.
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 07
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов