Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 12

Общее количество слов 3370
Общее количество уникальных слов составляет 1461
39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
Ошондай
уйҙарға батҡан малай ирекһеҙҙән пульттағы
яҙыуҙарҙы уҡыуын дауам итте. Әлбиттә,
Ур телен яҡшы белмәй, әммә байтаҡ һүҙҙәрҙе
аңлай бит әле. Бынау кнопка өҫтөнә
яҙылған һүҙ башҡортса «осоу» тигәнде
аңлата. Осоу? Нисек — осоу? Был ҡумта
оса аламы икән ни?


Батыр
бер аҙ икеләнде лә теге кнопкаға баҫты.
Шул уҡ секундта ҡара ҡумта йәнә геүелдәй,
һелкенә башланы. Ҡапыл алдағы тәҙрә
асылып китте, тирә-йүн ап-асыҡ булып
күҙгә ташланды.


Туҡта!
Был нимә? Ер аҫҡа төшөп китте түгелме?
Юҡ, ҡара ҡумта үҙе өҫкә күтәрелә икән!
Ул оса! Батыр тәҙрәгә һырылды. Ысынлап
та оса! Туп-тура өҫкә күтәрелә. Эгәр
былай барһалар, йыһанға сығып китә икән!
Батыр ашығып осоуҙо туҡтатыусы кнопканы
эҙләргә кереште. Юҡ бит! Бына бер рычаг!
«Осоуҙың йүнәлеше» тип яҙылған үҙенә!
Малай шуны ҡырҡа рәүештә ситкә этте.
Киләһе секундта ул башы менән түбәгә
бәрелде. Ҡараһа, ҡумта ер өҫтөнән осоп
бара. Батыр, ауыртҡан ерен ыуалай-ыуалай,
йәнә теге рычагка тотондо. Тик был юлы
һағыраҡ ҡыланды. Рычагты әкрен генә
улай-былай ауҙарып ҡараны. Ҡумта рычагтың
һәр хәрәкәтенә үҙенең йүнәлешен үҙгәртте.
Ҡыҙыҡ!


Малай
ҡара ҡумтаны бер алға, бер артҡа алып
китте, йә өҫкә күтәрҙе, йә аҫҡа төшөрҙө.
Ғәжәп бит был! Ҡанаты юҡ, ә нисек анһат
ҡына оса! Ошолай осоп йөрөү малайҙың
бар булмышын ялмап алды, хатта ул үҙенең
өшөүе хаҡында ла онотто.


Бына
бер мәл Батыр ҡара ҡумта менән ҡабаға
табан осоп китте. Өйҙәр, урамдар ус
төбөндәге кеүек күренә. Теге туғыҙ ҡатлы
өй ысынлап та юҡ. Ул ғына түгел ҡаланың
ошо яғында төҙөлгән башҡа өйҙәр ҙә
күренмәй. Ҡайҙа булған улар? Батыр
яҡыныраҡ осоп барырға иткәйне лә, ҡара
ҡумтаны кешеләргә күрһәтергә ярамағанлығын
иҫенә төшөрҙө. Улайһа, ни эшләргә? Көн
һыуынғандан-һыуый бара бит. Ана, ҡар
күҙҙәре лә төшә башланы. Батыр дерелдәп
ҡуйҙы. Ни булды был көнгә? Бөгөн икенсе
июнь. Иртәнсәк кенә Батыр менән Хәлит
эҫегә түҙмәй йөрөй ине. Ә хәҙер, ана,
яландар һарғайған, ҡар яуа...


Ҡараңғы
төшөү менән Батыр Хәлиттәрҙең өйө янына
осоп барыр ҙа, йүгереп кенә инеп, йылы
кейемдәр алып сығыр. Ә хәҙер нисек кенә
һыуыҡ булһа ла түҙергә кәрәк. Батыр кире
Ер аҫты станцияһы булырға тейеш урынға
осоп килде. Бәлки, аҫтан осоп сығырҙар,
шулай итеп Батыр станцияның ишеген
табыр. Ул саҡта станцияға яңынан инергә
тырышып ҡарар ине. Тамам туңмаҫ өсөн
ҡара ҡумта эсендә гимнастика яһай-яһай,
Батыр ошо хаҡта уйланы.


ҺОРАУҘАР
КҮБӘЙӘ


Ҡара
ҡумтаның иҙәнендә торба кеүек бер нәмә
ята. Батыр уны ҡулына алып улай-былай
өйләндерҙе. Бинокль дә баһа! Малай уны
күҙенә килтерҙе лә икенсе осон ҡалаға
табан йүнәлтте. Бәй, был бит әллә ҡайҙа
ятҡан нәмәне ус төбөндәге кеүек күрһәтә.
Күҙ менән ҡараһаң — ҡала шундай алыҫта,
өйҙәрҙе саҡ-саҡ төҫмөрләйһең. Биноклде
күҙеңә килтереүең була, урамдағы
кешеләрҙең йөҙө ап-асыҡ күренә, хатта
таныштарың осраһа, танырға мөмкин. Өй
эҫтәрендә кемдәрҙең йөрөүен дә төҫмөрләүе
ҡыйын түгел.


Туҡта,
Хәлиттәрҙең өйө ҡайһы тирәлә әле?
Ата-әсәһе өйҙәме икән? Их, күренмәй,
башҡа өйҙәр ышыҡлай икән! Ә үҙенең өйө,
былтыр ғына әсәһе менән икәүләшеп
йәшәгән өйө күренмәйме? Ана ултыра!
Малай биноклен таныш тәҙрәләргә йүнәлтте.


Ҡапыл
малай терт итеп ҡалды. Фатирҙа кемдәрҙер
бар! Дөрөҫөрәге, бер ҡатын һәм Батырҙан
ике-өс йәшкә кесерәк малай. Кемдәр улар?
Батыр бит белә: уларҙың элекке фатирында
хәҙер яңыраҡ ҡына өйләнешкән ир менән
ҡатын йәшәй, йәштәр йәшәй...


Батыр
ныҡлабыраҡ текәлде. Туҡта! Нимә был?
Әллә һаташа башланымы? Теге ҡатын бит...
Теге ҡатын... Булмаҫ! Бының булыуы мөмкин
түгел! Батыр йөрәгенең дарҫлап тибә
башлауын тойҙо, биноклде үҙҙәренең
тәҙрәһенә тура төбәй алмай ыҙаланы.


Ысын
был, ысын! Нимә генә тимә, ә теге ҡатын
Батырҙың әсәһенә оҡшаған! Күлдәге лә
уныҡы! Ул күлдәкте Батыр йөҙәрләгән,
меңәрләгән күлдәк араһынан таныр ине!
Әсәһенеке! Тик уның йөҙөн генә бынан
асыҡ күреп булмай. Әсәһеме әллә?


Тик
бының булыуы мөмкин түгел! Әсәһе бит
былтыр үлде. Батыр хәҙер тома етем. Ул
Ур планетаһында булып ҡайтҡандан һуң
инде бер йыл Өфөлә сәнғәт интернатында
уҡый. Бынан бер нисә көн элек, каникул
башланғас, Хәлиттәргә ҡунаҡҡа килде. Ә
Батырҙарҙың фатирында инде бер йыл
икенсе кешеләр — йәш ҡатын менән йәш
ир йәшәй. Ә бына хәҙер ҡараһа, уларҙың
элекке фатирында әсәһенә оҡшаған ҡатын
менән Батырҙан саҡ ҡына кесерәк малай
йөрөп ята. Кемдәр һуң улар?


Ул
арала күҙ бәйләнә башланы. Шуны ғына
көткән Батыр осоусы аппаратын ҡалаға
табан йүнәлтте.


Хәлиттәрҙең
өйөнән алыҫ түгел бер урында гараждар
теҙелгән. Шуларҙың артында аулаҡ, ҡараңғы
урын бар. Ҡара ҡумтаны шунда төшөрөп
ултырта ла, йүгереп кенә инеп, Хәлиттәрҙән
йылы кейемдәр алып сыға. Юғиһә бөтөнләй
туңдырҙы. Бер юлы үҙҙәренең фатирына
ла тәҙрә аша яҡыныраҡтан күҙ һала...


Күп
тә үтмәне, Батыр ҡала өҫтөндә йөҙә ине.
Ҡумтаның ҡара төҫтә булыуы һәйбәт,
ҡараңғыла ул бер кемгә лә күренмәйҙер.
Ана, Батыр былтыр ғына йәшәгән өй, фатир.
Тәҙрәлә ут бар. Батыр түҙмәне, ҡулына
бинокль алды...


Киләһе
секундта Батыр тулҡынланыуынан биноклен
саҡ-саҡ төшөрөп ебәрмәне. Сөнки ул шаҡ
ҡатырлыҡ нәмә күрҙе: уларҙың элекке
фатирында Батырҙың әсәһе йөрөп ята ине.
Былтыр үлгән әсәһе! Яңылышыуы мөмкин
түгел! Әсәһенең йөҙөндәге һәр һыҙатты
ап-асыҡ хәтерләй бит ул. Быйыл ғына уның
ике портретын яһап ятаҡтағы карауаты
өҫтөнә элеп ҡуйҙы. Күлдәге лә таныш —
әсәһенеке!


Әсәһе!
Ьис шикһеҙ әсәһе! Ә уның янында ниндәй
малай күренә? Батырға ҡарағанда ике-өс
йәшкә кесе... Таныш та кеүек... Ҡайҙалыр
күргәйне шикелле. Кем икән?


Батыр
ни эшләргә лә белмәне. Хәҙер үк өйҙәренә
йүгереп кенә барып инер ине, ниҙер тота,
икеләндерә. Әгәр бинокль аша күргәндәре
дөрөҫ булмай сыҡһа?.. Ул саҡта... Әммә ошо
күргәндәренең дөрөҫ булыуы һис мөмкин
түгел бит! Батыр тамам аптырауға ҡалды...






129


л арала ҡара ҡумта Хәлиттәрҙең
өйөнә яҡынлашҡан.



5
— 822


Батыр
биноклен уларҙың тәҙрәһенә төбәне. ]
тағы бер ғәжәп нәмә көтә ине. Бында малайҙы


Ер
аҫты станцияһында ҡалған иптәше йөрөп
ята! Батыр үҙ күҙҙәренә үҙе ышанырғг
Хәлит өйөндә сек инде? Хәлитте станция
аҫтындағы шка1а
теләмәне, пиҙе, үҙе ҡара ҡумта әсенә
сумды ла, көтмәг^Ф эсенә иәшер-
килеп сыҡты. Ошонан һуң Батыр Ер
станциәндәнеР ӨҪТӨНӘ
тирәһендә өйөрөлдө, әммә Ер аҫтынан
күтәияһының ишеге ны. Э бына хәҙер
биноклдән ҡараһа, Хәлит үрелеүсе булма-
Туҡта, туҡта! Батыр дуҫына ныҡлабырат
ӨИӨНДӘ ултыра, бит Хәлит
түгел! Юҡ, Хәлитлеген Хәлит ул! ^ текәлде.
Был Батыр күргән Хәлит түгел. Ул кесерә:
Тик рөгөн генә Хәлиткә,
станцияла ҡалған Хәлиткә ун өс ^йгән.
Бөгөнгө


өйөндә
йөрөгән Хәлиткә ун йәш тирәһе генә иәш
оулпа, әле






Был
нимәне аңлата? Тимәк, бөгөн донъУ

!







бар?
Береһенә — ун өс йәш, икенсеһенә — у*


Батырҙың
башына төрлө уйҙар килде. Ст;У‘
алдынан тышта йәй ине, сыҡһа — көҙ.
Ирт.
төшөр байҙың туғыҙ ҡатлы йорто бар,
уның янынд.;гәнсәк
кенә
^"
ца ҡаласығы йәйелеп ята ине. Батыр ер
өҫт^а
Ғына
оольни- ҡараһа, больнифа ҡаласығы ла,
туғыҙ ҡатл„
елгәс
Хәлиттең
ун йәшлек булып кесерәйеп китеү*
Т
та ЮҠ- релеге!
Туҡта! Әсәһенең янында уралғаҮ
Әсәһенең те- тирәһендәге малай —
Батырҙың үҙе түгелме
Ун
иәР
Шуға ла таныш кеүек күренгән икән.
Әгәр^
Эйе, үҙе бит. йомлауҙары хаҡ булып
сыҡһа... Р малайҙың то-


Батыр
үҙ уйҙарына ышанырға ла, ышан мәне... нмаҫҡа
ла бел-

ла ике Хәлит



ӘМИЛӘ
ЕРГӘ КИЛГӘН!


Өфөлә
уҡып йөрөгән Батыр Әмиләне күрә] „


килде
лә бына ошондай ҡатмарлы хәлгә эл'әм
тип Оибаиға белде һуң Батыр ҡыҙҙың
Ергә килгәнлеген? ^әкте- Э нисек
Май айының башында Батыр республикг
осоусы билдәһеҙ объект хаҡында бер
хәбә{ка тазетапында байҙа йәшәүсе
бер ағайҙың сәйер күренешкәР
У^ыны. Си- ҡында яҙылғайны унда. 1КӘ
таРыУы ха'


Кискә
табан был ағай быҙауын эҙләргә с буйлап
китеп барғанда, өҫтән тәрилкәгә оҡп
сыгк,кан- Ялан төшөп килгәнен
күреп ҡалған. Ағай кеше сшаған
нәмәнең ҡуйы үләндәр араһына йәшенгән
дә теге «тә]0 ҡУР'кышынан тынан
күҙәтә башлаған. ’әрилкә»нең ар-


Бер
мәл баяғы «тәрилкә» ағайҙан егер
алыҫлыҡта ергә килеп төшкән. Күп тә
үтРме‘УтыЗ метР


эсенән
ике кеше сыҡҡан. Береһе уның и{Атмәи’
тегенеЧ


ир
кеше икән.


Икенсеһе
ун ике йәштәр тирәһендәге ҡыҙ ине, тип
һөйләгән ағай. Ҡиәфәттәре лә, йөҙҙәре
лә ер кешеләрене- кенә оҡшаған. «Уларҙы
мин ап-асыҡ күрҙем, хатта йәнә бер тап
итһәм, икеһен дә таныр инем», — тигән
теге ағай.


Ары
тағы ла ғәжәберәк хәл була. Көтмәгәндә
«тәрилкә» лә, ир менән ҡыҙ ҙа ер аҫтына
төшөп юҡ булалар. Ағай кеше, үҙ күҙҙәренә
ышанмайынса, оҙаҡ ҡына йәшенгән урынында
ята, тегеләр кире килеп сыҡмаҫмы тип
көтә. Бер ниндәй ҙә тауыш ишетелмәгәс,
урынынан тороп, яңы ғына тегеләр торған
урынға бара. Әммә унда башҡа ерҙәге
кеүек тип-тигеҙ ялан, үләндәр үҫеп ултыра
икән. Статьяның аҙағында ошо хәл булған
урын атап әйтелә. Ул юлдарҙы уҡығас,
Батырҙы оло тулҡынланыу ялмап алды. Ул
ағай осоусы «тәрилкә»не Ур планетаһының
Ер аҫтындағы станцияһы урынлашҡан
тирәлә осратҡан ине...


Ошо
көндән алып Батыр тыныслығын юғалтты.
Теге ҡыҙ — Әмилә бит! Бында бер ниндәй
шик юҡ! Әмилә килгән! Батырҙы күрер өсөн
килгән! Тик нисек итеп тапмаҡсы икән ул
малайҙы! Батыр хәҙер Сибайҙа йәшәмәй,
инде бер йыл Өфөлә сәнғәт интернатында
рәссамлыҡҡа уҡый...


Эйе,
Әмилә, уны, күпме генә эҙләһә лә, таба
алмаҫ. Уның урынына Батыр үҙе Әмиләне
таба! Тиҙҙән бит йәй етә, каникулдар
башлана. Тик Әмилә, Батырҙы табыуына
өмөтөн өҙөп, кире Урға китеп бармаҫмы?
Юҡ, булмаҫ! Шуның сама ара үтеп килгән
икән, Батырҙы күрмәйенсә китмәҫ. Батырға
ғына тик ятырға ярамай, тиҙерәк Сибайға
барырға, ҡыҙҙы эҙләргә тотонорға кәрәк!


Тәүҙә
Батыр редакцияға барып, Сибайҙа йәшәгән
теге ағайҙың адресын белеште. Хәлиткә,
каникулдар башланыу менән, уларға
ҡунаҡҡа барасағын белдереп хат яҙҙы...


Ниһайәт,
уҡыуҙар бөттө. Йәйҙең тәүге көнөндә үк
Батыр Сибайҙа ине инде. Ул үҙе менән
Әмиләнең ике портретын алып килде.


Хәлит,
әлбиттә, Әмиләне хәтерләмәй ине. Нисек
хәтерләһен? Уны бит теге саҡта махсус
магнит тулҡыны аша үткәрҙеләр, һәм ул
Ер аҫты станцияһында күргәндәренең
барыһын да онотто.


Әмиләне
яңғыҙ эҙләүе еңел түгел. Шуға ла Батыр
дуҫына серен асып һалды. Үҙҙәренең нисек
итеп Ер аҫты станцияһына эләгеүен,
ундағы мажараларын һөйләне, ике ай Ур
планетаһында булып ҡайтыуын да йәшермәне.


Хәлит
шаҡ ҡатты, төрлө һорауҙар бирергә
тотондо, ҡайһы бер урындарҙы ҡат-ҡат
һөйләтте, туҡтауһыҙ Әмиләнең портреттарын
ҡараны, әммә барыбер бер ни ҙә хәтерләй
алманы. Шуға ла Батыр һөйләгәндәргә
бөтөнләй ышанырға теләмәне. Фәҡәт
Батырҙың ике ай ҡайҙалыр






5

*

31



юғалып
йөрөүе генә Хәлитте уйға һала ине. Әгәр,
ысынлап та, Ерҙән ситкә китмәһә, бер
туғаны ла булмаған үкһеҙ етем Батыр
ҡара көҙгә тиклем ҡайҙа йөрөгән?


Хәлит
ышанманы дуҫына, әммә ярҙамлашырға әҙер
икәнлеген әйтте.


■V


ОСОУСЫ
«ТӘРИЛКӘ» КҮРГӘН АҒАЙ


Хәлит
менән Батыр тәүҙә теге ағайға киттеләр.
Үҙҙәре менән Әмиләнең ике портретын
алдылар.


Ағай
кеше гәзиткә яҙылғандан артығын һөйләй
алманы.









Кеҙ
ул ҡыҙҙың йөҙөн хәтерләйһегеҙме? — тип
һораны Батыр.







Ныҡ
хәтерләйем. Кисә генә күргән кеүек күҙ
алдымда тора.







Әгәр
хәҙер күрһәгеҙ йәки фотоһын ҡараһағыҙ,
таныр инегеҙме?







Танымай
ни...





Батыр
үҙе эшләгән портреттарҙы сығарҙы. Уларҙы
күргәс, ағай ултырған урынында ырғып
китте:









Шул!
Шул ҡыҙ! Үҙе! Ҡайҙан алдығыҙ?







Ағай,
яҡшылап ҡарағыҙ, — тине Батыр тыныс
булырға тырышып. — Яңылышмайһығыҙмы?







Нисек
яңылышайым ти? Бөгөнгө кеүек иҫемдә!
Тап үҙе! — Ағай тулҡынланыуынан осоусы
«тәрилкә»нең нисек ергә килеп төшөүен,
ҡайһылайтып унан ир менән кескәй ҡыҙҙың
килеп сығыуын киренән тасуирлап һөйләргә
кереште.





Батыр
менән Хәлит барыһын да аңланы, шуға улар
хушлашып китергә ашыҡты.









Инде
ышандыңмы? — тип һораны Батыр, урамға
сыҡҡас.







Әллә.
— Хәлит яурындарын һелкетте. — Ул
«тәрилкә »ләр ысын түгел, тиҙәр бит.







Күрмәгән
кешеләр шулай ти.







Минең
дә күргәнем юҡ.







Һинме?
Бин бит!.. — Батыр уға икәүләшеп Ер аҫты
станцияһына эләгеүҙәрен йәнә һөйләй
башларға итте лә туҡтап ҡалды. Инде
күпме тылҡыны бит! Һаман ышанмай! Шул
тиклем дә кире кеше булыр икән!..





Эште
Ер аҫты станцияһының ишеген табыуҙан
башларға булдылар. Әмилә унда. Быға
Батырҙың шиге юҡ. Тимәк, хәҙер нисек тә
станцияға эләгергә кәрәк.


Батыр
былтыр Ер аҫты станцияһының етәксеһенә
биргән анты хаҡында уйламаҫҡа тырышты.


«Бер
кемгә лә бер ҡасан да Ер аҫтындағы
станция хаҡында. Ур планетаһы тураһында
бер һүҙ ҙә һөйләмәм. Станцияны эҙләп
йөрөмәм», — тип һүҙ биргәйне Батыр. Әммә
эштәр ана нисек боролоп китте. Әмилә
килгән бит Ергә! Батырҙы күрер өсөн
килгән! Шундай саҡта нисек итеп былтыр
биргән антыңа тоғро булып ятырһың? Батыр
бит станцияға зыян килтермәйәсәк. Бүҙ
биргән мәлдә малай Әмилә хаҡында бөтөнләй
уйламаған. Бөгөн шул антына тоғро ҡалһа,
ҡыҙҙы таба алмаясаҡ...


Эйе,
Батыр антын боҙҙо — станция хаҡында
Хәл иткә һөйләне, хәҙер уның эсенә
төшөргә йыйынып йөрөй. Әммә быны Хәлит
менән Батырҙан башҡа бер кем дә
белмәйәсәк...


Малайҙар,
балыҡҡа барабыҙ тигән һылтау менән,
станцияны эҙләргә юлға сыҡты. Ике көн
күҙәтәсәк улар. Шул арала станциянан
кем дә булһа сығырға тейеш, йә булмаһа
кемдер ер аҫтына төшөр. Малайҙар шулай
итеп станцияның ишеген беләсәк. Шунан
инде ер аҫтына төшөргә маташып ҡарарҙар...


КҮҘӘТЕҮ


Хәлит
менән Батыр Ер аҫтындағы станцияны
табыу уйы менән китеп бара.









Юҡ,
ышанмайым мин быға, — тип ҡуйҙы Хәлит
йәнә.







Тағы
башланыңмы? — Батырҙың асыуы килде.







Башламайым.
Ур планетаһына ышандым тиерлек. Бында
уларҙың станцияһы ла булһын. Ер аҫтында.
Мин үҙебеҙҙең шул станцияға эләгә
алыуыбыҙға ышанмайым.







Мин
дә ышанмайым, — тип уфтанды Батыр. —
Улайһа, нимә эшләйек? Әйт.







Белмәйем.
— Хәлит көрһөндө.





-—
Ана шулай шул.


Көн
эҫе. Июнь ҡояшы арыу ғына ҡыҙҙыра.
Малайҙар ҡыҙыныу өсөн майкаларын сисеп,
ҡулдарына тотоп алдылар.









Уйлаһаң,
ғәжәп бит был, — тип ҡуйҙы Хәлит бара
торғас. — Ерҙән башҡа урында кеше юҡ,
тип килделәр ошоғаса. Ә баҡһаң, танау
төбөндә... Станция! Нисек һиҙҙермәй
төҙөгәндәр тиһең, ә?! Шулай ҙа унда төшөп
сыҡҡанда шәп булыр ине лә... Беҙҙең хаҡта
гәзиткә яҙып ебәрһәләр... Малайҙарҙың
күҙе дүрт булыр ине.







Бин
миңә һүҙ биргәнеңде оноттоңмо?







Әй,
эйе бит әле! — Хәлит ҡулын һелтәп ҡуйҙы.
— Ә ниңә ҡурҡаһың әле һин? Бәйләһәк ни
була? Ана, башҡалар һөйләй, гәзиткә яҙа.
Беҙ кемдән кәм?







Башҡалар
күргәнен яҙа.





133









Беҙ
ҙә...







Беҙ
күреү генә түгел, беләсәкбеҙ. Ярай, етер
был хаҡта!







Етер
икән, етер, — тине Хәлит күңелһеҙ генә.





—-
Туҡта! — Батыр иптәшенең беләгенән
тотто. — Ошо тирәлә булырға тейеш.









Һуң,
бында ҡола ялан бит.







Э
һин, ҙур ҡапҡа торорға тейеш, тип
уйлағайныңмы?







Уйламаным,
шулай ҙа...







Әйҙә,
бындараҡ.





Малайҙар
үләндәрҙең ҡуйыраҡ урынына йәшенде лә
тынып ҡалды.









Әгәр
бер кем дә сыҡмаһа, ни эшләйбеҙ? — тип
һораны бер аҙҙан Хәлит.







Сығасаҡ.







Сыҡмаһа,
тием бит мин.







Улайһа,
кемдер аҫҡа төшәсәк.







Төшмәһә?







Ул
саҡтамы?.. Ул саҡта берәйһе сыҡҡансы
йәки төшкәнсе көтәбеҙ.







Улай
икән. — Хәлит көрһөнөп ҡуйҙы.







Әгәр
арый башлаһаң, ҡайтып килерһең.







Ниңә
мин генә? Алмашлап ҡайтып килербеҙ...
Көн әкренләп кискә ауышты, ҡояш Ирәндек
тауҙарына табан тәгәрләне. Малайҙар
ике тапҡыр ашап алдылар, һыуыған сәйҙәрен
эстеләр. Ошо арала улар иҫтәренә төшкән
бар ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы бер-береһенә
һөйләп бөттөләр, тик ер аҫтындағы
станцияға төшөүсе лә, унан сығыусы ла
булманы.





Бер
мәл ҡояш байыны, бер аҙ һалҡынайтып
ебәрҙе. Малайҙар үҙҙәре менән йылы кейем
алмағандарына үкенде. Ярай әле, одеял
алырға баштары еткән. Шуны ябындылар.


Тирә-йүн
ҡараңғыға күмелгәс, төрлө ҡурҡыныс
ваҡиғалар иҫкә төшә башланы. Малайҙар
шуларҙы һөйләп, - бер-береһен ҡурҡытып
алды. Алыҫта матур уттары менән емелдәүсе
Сибай менән дә һоҡландылар. Батырҙың
ҙурайғас — рәссам, Хәлиттең летчик
буласағы ла беленде. Инде малайҙарҙың
йоҡоһо килә башланы.


Малайҙар
алмашлап йоҡларға булды. Ике сәғәт
берәүһе күҙәтә лә, икенсеһен уятып,
йоҡларға ята.


Тәүҙә
Батыр күҙҙәтте. Шунан ул ике сәғәттәй
йоҡлап алды. Хәлит Батырҙы дүрттәр
тирәһендә уятты...


ОСОУСЫ
«ТӘРИЛКӘ»


Батыр
тәүҙә күктәге йондоҙҙарҙы күҙәтеп ятты.
Бынан Ур планетаһының ҡояшы күренәме
икән? Шул хаҡта уй-


ланы.
Ғөмүмән, ҡайһы тирәлә икән ул планета?
Әмиләне тапҡас, һорарға кәрәк.


Ҡапыл
күк йөҙөндәге бер йондоҙ ҙурая башлағандай
тойолдо. Батыр урынынан тороп ултырҙы.
Ысынлап та анау йондоҙ ҙурайғандан-ҙурая
бара. Тимәк, был — йә ракета, йә булмаһа
— осоусы «тәрилкә»!


Тағы
бер нисә секунд үтеүгә, теге «тәрилкә»нең
тура


Батырҙар
йәшенгән ергә төшөп килеүе асыҡланды.
Быны аңлағас, малай иптәшен төрткөсләргә
тотондо:









Хәлит!
Хәлит, тор!







Кит
әле! — Хәлит икенсе яғына әйләнеп ятты.







Тор,
тим! Осоусы «тәрилкә»!







Кәрәкмәй
тәрилкәң, ашағым килмәй.







Ашау
өсөн түгел, осоусы «тәрилкә»! — Батыр
Хәлит- те бар көсөнә һелкетте. — Хәлит!





Ниһайәт
Хәлит тороп ултырҙы, күҙҙәрен ыуғыланы:









Ни
булды?







Ана,
ҡара! — Хәлиттең күҙе шар булды:







Нимә
ул?







Осоусы
«тәрилкә»! Хәҙер ер аҫтындағы станцияға
төшәсәк!







Кит
әле! — Хәлит тора башланы.







Ят!





Малайҙар
бер килке ергә яҡынайыусы «тәрилкә»гә
өндәшмәй генә ҡарап ятты.









Мин
осоусы «тәрилкә»не тәүгә күрәм, — тип
шыбырланы Хәлит. — Матур, эйе бит!





Батыр
үҙе лә зәңгәрһыу төҫтәге «тәрилкә»гә
һоҡланып ҡарап ята. Тегенең уртаһында
— яп-яҡты ут. Унан нәҙек булып төрлө
яҡҡа һигеҙ нур һуҙыла. Әйтерһең, күктән
ергә ҙур бер үрмәксе төшөп килә инде!
Үҙенең бер ниндәй тауышы юҡлығын әйт
әле! Ғәжәп!









Хәҙер
нимә эшләйбеҙ? — тип һораны Хәлит.





Батыр
үҙе лә ошо хаҡта уйлап ята. Әгәр тегеләр
ер аҫтына төшкәндә, паролде ишетә алһалар
икән! Әммә улар, моғайын, паролде аппарат
эсенән тура ер аҫтына ебәрәләрҙер.
Тимәк, малайҙар бер ни ҙә ишетмәйәсәк.
Ни эшләргә уларға? Ҡапыл Батырҙың башына
бер уй килде.









Әйҙә,
минең арттан!







Ҡайҙа?







«Тәрилкә»
станцияның ишегенә төшәсәк. Беҙгә уның
аҫтына инеп йәшенергә кәрәк.







Нимә?
Иҙеп ҡуйһа! Күрмәйһеңме — уның тояғы
ла, тәгәрмәсе лә юҡ!







Булмаһа,
эргәһенә йәшенәбеҙ. Әйҙә!





Батыр
Хәлитте ары өгөтләп торманы, тоҫмаллап
«тәрилкә» төшөр ергә табан шыуышты.


135









Ҡайҙа
ашығаһың шулай? — Арттан Хәлиттең
ҡәнәғәтһеҙ тауышы ишетелде.







Тиҙерәк,
юғиһә өлгөрмәйбеҙ!





Ысынлап
та, «тәрилкә» ергә ҙур тиҙлек менән
яҡынлаша. Э уның төшөр урынына тиклем
утыҙ-ҡырҡ метр тирәһе барҙыр. Нисек тә
өлгөрөргә кәрәк! Тороп йүгерерҙәр ине,
күреп ҡалыуҙары бар. Өлгөрмәҫтәрме икән
ни? «Тәрилкә» бит бигерәк тиҙ елдерә!


Малайҙарҙың
бәхетенә, «тәрилкә» тиҙлеген кәметә
төштө һәм ергә яй ғына яҡынлаша башланы.
Бар көстәрен һалып үлән араһынан шыуышҡан
Батыр менән Хәлиткә шул етә ҡалды, улар
«тәрилкә» янына килеп еттеләр. Баҡһаң,
ул һис тә тәрилкәгә оҡшамаған, ә бишме,
алтымы мөйөшле призманы хәтерләтә.
Стеналарынан һирпелеп торған зәңгәрһыу
яҡтылыҡ уны «тәрилкә»гә оҡшатып күрһәтә
икән. Ҡабырғаларында самолеттыҡы кеүек
түңәрәк тәҙрәләре лә бар.


Ергә
төшөргә бер метр тирәһе ҡалғас, аппарат
аҫылынды ла туҡтаны. Батыр менән Хәлит
йәнәшәлә генә ята, икеһенең дә йөрәктәре
ҡурҡыштан дөп-дөп тибә. Әгәр яңғыҙ булһа,
береһе лә ошондай хәүефкә түҙмәҫ әллә
ҡасан ҡасып китер ине, моғайын.


Көтмәгәндә,
эргәлә генә ер аҫҡа төшә башланы. Малайҙар
ҡаушап ҡалды.


Нимә
был? Станцияның ишегеме? Ни эшләргә?
Көтөргәме? Әллә... Ҡыҫҡа секундтар эсендә
Батырҙың башында тиҫтәләгән һорау
ҡайнаны. Ашығыс рәүештә хәл итергә
кәрәк. Юғиһә...


Батыр
күп уйлап торманы, түбәнәйә башлаған
ер өҫтөнә ырғыны:









Әйҙә!





Ҡурҡыуҙан
күҙҙәре ҙурайған Хәлит, ни эшләргә
белмәйенсә, улай-былай итте. Бәлки ул
өҫтә тороп та ҡалыр ине, әммә киләһе
секундта Батыр уның беләгенән эләктереп,
аҫҡа тартып төшөрҙө.


Ул
арала эргәләге ер, яр кеүек күтәрелеп,
күҙҙән юғалды. Ә малайҙар ултырған ер
киҫәге байтаҡ ҡына аҫҡа төшкәс, ситкә
шылып эргәләге түбә аҫтына барып инде.
Шунан өҫтән «тәрилкә» килеп төштө лә
тауышһыҙ-ниһеҙ оҙон коридор буйлап
шыуып китте.


Бына
малайҙар ултырған ер киҫәге йәнә
хәрәкәткә килде. Уның кире өҫкә күтәрелеп
ишекте ҡаплаясағын аңлаған Батыр тиҙ
генә иҙәнгә ырғып төшә һалды. Хәлит тә
уға эйәрҙе.


Күп
тә үтмәне, станцияның ишеге күтәрелеп
урынына ҡапланды.


—-
Ҡара әле, — тип шыбырланы иҫенә килә
алмай торған Хәлит. — Йөйө лә күренмәй,
исмаһам!









Тс-с!
— Батыр тирә-яғына ҡаранды.





ЕР
АҪТЫНДА









Инеүен
индек тә ул бында... — Хәлиттең тауышы
бойоҡ ҡына сыҡты.







Экрен!
— тине Батыр. — Беҙгә хәҙер ҡайҙа ла
булһа йәшенергә кәрәк.





Батыр
әйтеп бөтөргә өлгөрмәне, һөйләшкән
тауыштар ишетелде. Малайҙар, ауға эләккән
йәнлек кеүек, улай-былай ташланды. Ни
эшләргә? Ҡайҙа йәшенергә? Күп уйлап
торорға ваҡыт юҡ, эргәләге тумбалар
артына сумдылар.


Күп
тә үтмәне, коридор осонда ике кеше
күренде. Уларҙың кейемдәре һис тә ер
кешеләренекенә оҡшамаған, өҫтәрендә
ялтырап торған комбинезон, аяҡ кейемдәре
роликлы, шуға улар бик шәп атлап йөрөй.


Тегеләр
юғалғас, малайҙар урындарынан сығып
план ҡора башланы.









Берәй
ергә йәшенәбеҙ ҙә күҙәтәбеҙ, — тине
Батыр. — Ҡасан да булһа Эмилә килеп
сығыр әле.







Э
ҡайҙа йәшенәбеҙ?







Эҙләйек.





Малайҙар
һаҡ ҡына баҫып коридор буйлап атланы.
Әммә тәүге мөйөшкә етеү менән, көтмәгәндә,
күҙҙәре урынына лампочкалары баҙлап
торған дүрткел башлы тимер кешегә тап
булдылар. Был — ер аҫты станцияһында
эшләүсе робот ине. Малайҙар ҡото осоп
кире яҡҡа ташланды.


Артта
роботтың үҙ алдына һөйләнгәне ишетелде.
Бәлки, ул кемгәлер станцияла сит кешеләр
барлығын хәбәр иткәндер? Бер мәл робот
Батыр менән Хәлиттең артынан төштө.


Коридорҙар
оҙон-оҙон һәм күп тармаҡлы. Малайҙар
мөйөшкә килеп етәләр ҙә, ялтана-ялтана
боролоп, икенсе яҡҡа сабалар. Бына бер
коридорҙың осонда шкаф кеүек нәмә тора,
эргәһендә ниндәйҙер ҡара ҡумта күренә.
Малайҙар шуларға еткәс, арттарына
әйләнеп ҡараны. Робот күренмәй!









Ин
тиҙерәк! — Батыр шкафҡа күрһәтте.





Хәлит
саҡ ҡына икеләнде лә тегенең эсенә
сумды. Батыр ҙа уның янына инергә иткәйне,
һыйманы. Ул тиҙ генә сыҡты ла шкафтың
ишеген ябып ҡуйҙы. Э үҙенә ҡайҙа йәшенергә?


Ул
арала коридор осонда робот күренде. Ул
Батырға табан йән-фарман йүгерә! Тотолоуы
ошомо икән?


Батыр
тирә-яғына күҙ ташланы. Эргәлә теге ҡара
ҡумтанан башҡа бер ни юҡ. Ишеге асыҡ.
Малай тиҙ генә шуның эсенә инде. Ишеген
ябырға иткәйне, уныһы, Батырҙы көтөп
тормайынса, шарт итеп ҡапланып та ҡуйҙы.


Киләһе
секундта ҡара ҡумта һелкенә, геүелдәй
башланы


137


һәм,
ярты минут та үтмәне, Батырҙы кире ер
өҫтөнә килтереп сығарҙы...


Ә
Хәлит теге шкаф эсендә ултырып ҡалды.
Ни булды уның менән? Тотолдомы, әллә
һаман да Батырҙың килеп сыҡҡанын көтөп
ултырамы?


Бына
ошоларҙы хәтерләне Батыр Сибай өҫтөндә
осоп йөрөгән саҡта.


ХӘЛИТ
ӘМИЛӘНЕ ТАБА


Хәлит
шкаф эсендә оҙаҡ ҡына торҙо. Ишектәге
ярыҡтан ул Батырҙың ҡара ҡумта эсенә
йәшенгәнен дә, эргәгә роботтың килеүен
дә күрҙе. Тегенең малайҙарҙы тота
алмағанына асыуҙан, күрәһең, ҡысҡырып
үҙ алдына һөйләнеүен ишетте.


Шунан
ҡара ҡумта нисектер ҡапыл ғына юҡҡа
сыҡты. Ҡайҙа булды ул? Быны Хәлит аңламаны.
Бер аҙҙан робот та кире яҡҡа китеп
юғалды.


Хәлит
тауыш-тын сығармай тора бирҙе. Кәрәкһә,
Батыр үҙе килеп асыр ишекте, әлегә
килергә ярамайҙыр. Шкаф бик тар булғанға
малайҙың аяғы ойоп китте, ниндәйҙер
осло нәмәгә терәлгән арҡаһы ауырта
башланы. Ҡыбырлар ине, ҡурҡа — шкаф
асылып китер ҙә уны тотоп алырҙар...


Тағы
күпмелер ваҡыт үтте. Хәлиттең янынан
сәйер генә кейенгән кешеләр ҙә,
бер-береһенә ғәйәт ныҡ оҡшаған роботтар
ҙа бер-нисә тапҡыр үтеп китте. Тик Батыр
ғына күренмәне. Ҡайҙа булды ул? Ьаман
да шул ҡара ҡумта эсендә ултырамы? Әллә
берәй хәл булғанмы? Бәлки тотолғандыр.
Хәлит хәүефкә ҡалды. Батыр тотолһа,
Хәлит ни эшләргә тейеш? Ғүмер буйы ошонда
тора алмай бит...


Ана,
тағы кемдер үтте. Туҡта! Бәләкәй генә
кәүҙәле бит. Батыр түгелме? Хәлит шкафтың
ишеген аса бирҙе. Ҡыҙ ҙа - баһа! Ул нимә
эшләп йөрөй бында? Әллә теге Әмилә тигәне
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 13
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов