Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 22

Общее количество слов 1996
Общее количество уникальных слов составляет 1093
39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов


Бына
ята.







Ул
бит иҫһеҙ! — тип аптыраны Батыр. — Ьин
һуҡтыңмы?







Юҡ,
ул үҙе... Миңә эләкте лә... Башын мейескә
төкөнө шикелле.







Молодец!
— Батыр дуҫын ҡосаҡлағандай итте. —
Эгәр һин килеп сыҡмаһаң... Кем унда
тәҙрәне шаҡылдата?







Әмилә.







Шәп
уйлағанһығыҙ! — тип маҡтаны Батыр. —
Тәҙрә шаҡылдап, солан ишеге асылып-ябылғас,
бының ҡото осто, буғай.





Ошо
мәлдә урамда машина тауышы ишетелде.
Ул илле дүртенсе өй тапҡырында туҡтаны
түгелме? Малайҙар тәҙрәгә ташланды.
Эйе, туҡтаған! Эсенән кешеләр төшә!









Тиҙерәк!
— Батыр ишеккә табан йүгерҙе. «Ҡарсыға»
ның кешеләре!





Улар
«һә» тигәнсе тупһаға килеп сыҡты. Әмилә
көтөп тора икән.









Баҡсаға!
— тип шыбырланы Батыр. Ҡойма янына
йүгереп килделәр. Ҡайҙа ҡапҡа?







Аша
төшәбеҙ!





Кемдеңдер
кейеме йыртылып китте. Батыр ағастар
араһына сүгеп артына ҡараны. Хәлит менән
Әмилә эргәһендә! Әммә тегендә кемдер
был яҡҡа йүгерә! Балалар ырғып торҙо ла
алға ташланды. Йәнә бер ҡойма аша
төштөләр, кемдеңдер ишек алдына килеп
сыҡтылар. Абалап эт өрә башланы. Өйҙә
ут тоҡанды, ишек асылғаны ишетелде. Эт
бәйһеҙ булған икән, Батырҙың балағына
килеп йәбеште. Малай уны тибеп осорҙо.
Әллә ҡайһы арала Хәлит ҡапҡаны асырға
өлгөргән. Тиҙ генә шунан сығып, урам
буйлап йүгерҙеләр. Күпмелер барғас,
арттарына әйләнеп күҙ һалдылар. Ҡыуып
килеүселәр күренмәй. Шуға ҡарамай
балалар тағы байтаҡ йүгерҙеләр әле.


Бына
улар трамвай туҡталышына килеп сыҡтылар.
Батыр үҙенең планын асып һалды.









Хәҙер
һин, Хәлит, милицияға бараһың да илле
дүртенсе йортта мәйет ятҡанлығын
әйтәһең.







Ниндәй
мәйет? — тип аптыраны Хәлит. — Мин
башына һуҡҡан кешеме?







Юҡ.
Ул үлтереүселәрҙең береһе. «Пеләш»те
үлтергәндәр. Бөтәһен дә һөйлә.







Ә
һеҙ ҡайҙа бараһығыҙ? — тип һораны Хәлит.







Беҙ
Әмилә менән «йәшел һарай»ға барабыҙ.
Хәҙер унда Мансур ағайҙы килтерергә
тейештәр. Беҙ уны ҡотҡарырға тырышып
ҡарайбыҙ.







Бәлки,
милиция менән бергә... — Хәлит дуҫына
һораулы ҡараны.





241









Милицияға
оҙаҡ аңлатырға тура киләсәк, — тине Ба





тыр.
— Улар беҙгә әллә ышана, әллә юҡ. Һинең,
минең кемлегебеҙҙе тикшерә башлаясаҡтар.
Эмиләнең ҡайҙан икәнлеген белһәләр,
уларҙа енәйәт ҡайғыһы китәсәк. Ваҡытты
әрәм итмәйек. Улай йөрөһәк. Мансур ағайҙы
бөтөнләй юғалтыуыбыҙ бар. ,









Ярай,
улайһа, — тип килеште Хәлит.





ЙӘНӘ
«ЙӘШЕЛ ҺАРАЙ»ҒА


Бына
Батыр менән Эмилә серле бина янына килеп
еттеләр. Һарайҙың мөйөшөндәге тәҙрәлә
генә ут бар. Унда ҡарауылсы бүлмәһе.


Малай
барып ишекте тартып ҡараны. Ул бикле
ине. Батыр менән Әмилә тәҙрә янына килде.
Уға буй етерлек түгел. Малай эҙләнә
торғас, бер йәшник табып килтерҙе. Бер
ваҡыт шуның өҫтөнә баҫып эскә күҙ һалды.


Унда
күргән күренеш малайҙы шаҡ ҡатырҙы.
Бүлмәлә ҡарауылсынан башҡа дүрт кеше
бар. «Ҡарсыға» өҫтәл артында ултыра.
Уның ике яғында — ике егет. Уларға ҡаршы
...Мансур ағай баҫып тора! Ҡарауылсы бер
яҡ ситтәрәк карауатҡа урынлашҡан.


Батыр
яңылыш күрмәйемме икән тигәндәй, күҙҙәрен
сытырлатып йомдо һәм тағы эскә ҡараны.
Ошо ерҙә малайҙың аяғы аҫтындағы
йәшниктең бер таҡтаһы шатырлап һынды.
Батыр тәкмәсләп ергә барып төштө. Үҙе
шунда уҡ ырғып торҙо. Тиҙерәк ҡасырға!
Юғиһә эләгәләр!


Малай
менән ҡыҙ урамға ташланды. Һуңғы секундта
малайҙың башына бер уй килде.


— һин
ҡас! — тине ул Әмиләгә. Үҙе ҡырҡа боролоп
ишеккә табан йүгерҙе.


Һарайҙың
тупһаһы бейек кенә. Уның эргәһенә һуҙылып
ятһаң... Тышта хәҙер ҡараңғы, йәшенеп
ҡалырға була! Балтырға хәҙер нисек тә
эскә инергә кәрәк!


Күп
тә үтмәне һарайҙың ишеге асылып китте,
тупһаға яҡтылыҡ ҡоланы. Шунда уҡ тышҡа
ике кеше килеп сыҡты. Улар тупһанан
төшөп тәҙрә яғына китте. Э Батыр урынынан
һаҡ ҡына торҙо ла эскә йомолдо. Шунан
ишекте эстән бикләне. Хәҙер Мансур ағай
янында ике генә кеше. Әгәр Батыр ярҙам
итә алһа... Тик нисек?


Эргәлә
көндөҙ ҡарауылсының башына ҡундырған
кеүек таяҡтар ята. Малай уларҙың береһен
ҡулына алды. Үҙе ҡабаланып уйланы. Эгәр
утты һүндерһә? Эйе, бында бит бөтә
һарайҙағы утты һүндерә торған урын
булырға тейеш. Батыр коридорға инде.
Бына ул! Малай йәшникте асты һәм оло
тумблерҙы шаҡылдатып аҫҡа төшөрҙө.
Шунда уҡ


242


һарайҙың
эсен күҙгә төртһәң, күренмәҫлек ҡараңғылыҡ
солғаны.


Ишекте
тыштан йоҙроҡ менән дөмбәҫләй башланылар.
Батыр ҡарауылсының бүлмәһенә ташланды.
Унда дөбөр-шатыр килгән тауыш ишетелде.
Күрәһең, Мансур ағай ҡараңғылыҡтан
файҙаланыл ҡасырға иткән, тегеләр уға
йәбешкән.


Багыр
таяғын уңайлыраҡ тотоп бүлмәгә барып
инде.









Кем
унда? Кем? — тип һораны бер ир. «Ҡарсыға»ның
тауышын малай шунда уҡ таныны.





Тәҙрәнән
төшкән шыйыҡ ҡына яҡтылыҡта Батыр иҙән
уртаһында барған алышты күрҙе. Ике ир
берәүһен иҙәнгә ҡолагып, торғоҙмаҫҡа
маташа.


Малай
яйын тура килтереп таяғы менән өҫтәгеләрҙең
береһенең башына ҡундырҙы. Теге шунда
уҡ әйләнеп төштө. Икенсеһе, хәлде аңлап,
ҡапыл малайға ташланды. Әммә ул арала
Мансур ағай ырғып торҙо һәм малайға
йәбешкән бандитҡа эргәләге ултырғыс
менән килтереп һуҡты.


Ҡапыл
тәҙрә селпәрәмә килде. Эскә инеп килеүсе
кешенең башы күренде. Тышта тороп ҡалған
ике бандит дуҫтарына ярҙамға килә ине.


Мансур
ағай Батырҙың ҡулындағы таяҡты ҡулына
алды. Бандит инде инеп бөттөм тигәндә
генә Мансур ағай уға һелтәнде. Теге һаҡ
торған икән, ситкә ялтанды. Ләкин тәҙре
төбөндә ҡала алманы, тышҡа тәгәрләп
төшөп китте. Тыштағылар хәлдәренең
мөшкөллөгөн аңланы, буғай, башҡаса эскә
ынтылып торманылар. Ҡапыл боролдолар
ҙа ситкә йүгерҙеләр...


Мансур
ағай өҫтәлдә торған телефонға үрелде,
үҙе шул арала Батырҙан һораны:









Был
ниндәй урын? Адресын беләһеңме?







Үҙәк
баҙар эргәһе, — тине Батыр. — һеҙ
милицияға шылтыратаһығыҙмы?







Эйе.







Хәлит
унда булырға тейеш. Ул юлды белә. Мансур
ағай трубкаға ҡысҡырҙы:







Алло!
Милиция! Һеҙгә Хәлит исемле малай
килдеме? Тиҙ генә ул күрһәткән ергә
килеп етегеҙ! Бында бандиттар ояһы! —
Мансур ағай өндәшмәйенсә, сымдың теге
осонда һөйләүсене тыңлап торҙо ла
асыуланып ҡысҡырҙы. — Минең кемлекте
килгәс белерһегеҙ! Тиҙ булығыҙ! Юғиһә
улар хәҙер...





Мансур
ағайҙың һүҙен раҫлағандай, бандиттарҙың
береһе ҡыбырлай башланы. Мансур ағай
тиҙ генә трубканы һалды ла, өҫтөндәге
күлдәген сисеп, теге бандиттың ҡулдарын
шаҡарҙы. Икенсеһенең ҡулын Батырҙың
билендәге билдек менән бәйләнеләр.
Малай таныны — быныһы «Ҡарсыға» ине.









Ну
был милицияны! — тип әсенде Мансур)
ағай. — Хәлиткә ышанмайҙар икән. Уның
кемлеген, ҡайҙан кил-





243


гәнлеген
тикшерә башлағандар! Бында етеҙлек
кәрәк! Э һин, Батыр, молодец! Нисек оҫта
эшләнең!


Батыр
урынынан торҙо:









Мансур
ағай, мөмкин булһа, мин китәм.







Ҡайҙа?







Әмилә
менән бергә килгәйнек. Ул йәшенеп ҡалды.





Миңә
уны табырға кәрәк. V









Бәлки,
милиция килгәс... — Юҡ, улай оҙаҡ була.







Ярай,
улайһа. Тик һаҡ бул, бандиттарға тотолоп
ҡуйма. Әйҙә, оҙатып ҡуям.





Мансур
ағай тупһанан Батыр урамға сығып киткәнсе
ҡарап торҙо, шунан кире эскә инде. Малай
аллея буйлап йүгерҙе. Ҡараңғы.









Әмилә!
— тип ҡысҡырҙы ул. — Әмилә!





Батыр
туҡтап тыңлап алды. Яуап биреүсе юҡ. Ул
бит алыҫ китергә тейеш түгел. Батыр
ҡысҡыра-ҡысҡыра ярты саҡрымдай бер яҡҡа
барғас, кире боролдо.









Әмилә!





Тынлыҡ.
Батыр икенсе яҡҡа йүгерҙе. Ҡапыл уның
ҡолағына өҙөк кенә тауыш ишетелде.
Малайҙың йөрәге ҡыуаныстан һәм
түҙемһеҙлектән дарҫлап тибергә кереште.
Әмилә! Уның тауышы! Малай, юлды-ниҙе
ҡарамай, тауыш килгән яҡҡа осто:









Әмилә!







Батыр!





Малай
ағастар араһындағы ҡараңғылыҡҡа йәшенгән
бер эскәмйәгә килеп сыҡты. Уның бер
осонда тубыҡтарын ҡосаҡлап Әмилә ултыра.
Ул өшөгән! Шуға әкрен генә ҡалтырай.
Шулай булмай ни! Төн һалҡынса, ә ҡыҙҙың
өҫтөндә йоҡаҡ ҡына күлдәк. Ҡыҙ шундай
йәл булып күренде малайға. Батыр йүгереп
килде лә уның ҡаршыһына сүкәйҙе. Ҡыҙ
әкрен генә илай ине.









Әмилә,
ни булды?







Мин...
ҡурҡтым... Һине башҡаса бер ҡасан да...
Батыр!..





Малай
ҡыҙҙың ҡулынан тотто. Ул һыуыҡ ине.









Һин
өшөгәнһең! — Малай ни эшләргә белмәне.







Мин
һине башҡаса бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! —
тине ҡыҙ илауҙан туҡтай алмайынса. —
Мине яңғыҙ ҡалдырма, яраймы?







Әмилә,
тыныслан! — Батыр, аптырағас, күлдәген
сисеп ҡыҙҙың яурынына ҡапланы. — Илама,
Әмилә, Мансур ағайҙы ҡотҡарҙым!







Батыр,
һин!.. — Ҡыҙ йәшле күҙҙәре менән дуҫына
һоҡланып ҡараны. — Һин шундай һәйбәтһең...
Миңә һинһеҙ... Миңә бик ҡыйын булды...





Батыр
ҡыҙҙың яурынынан ҡосаҡлап үҙенә ҡыҫты.
Тышта төн ине. Болот араһынан йылмайып
ҡына ай ҡарай ине.


ЭПИЛОГ
УРЫНЫНА


Шул
төн «Ҡарсыға»ның ояһы туҙҙырылды. Улар
Мансур ағайҙы оло мәкерлек менән
урлағандар икән. Ул, төҙөүсе-рәссам
булараҡ, ярты йыл элек үҙәк музейҙы
биҙәүҙә ҡатнашҡайны. Шунда бик күп
алтын-көмөш әйбер- ҙәрҙе һаҡлау өсөн
икенсе урынға күсергәндәр. Ул байлыҡтың
хаҡы йөҙәр мең һум менән иҫәпләнә.
Бандиттар Мансур ағайҙан шуларҙың ҡайҙа
икәнлеген, унан нисек алырға кәрәклеген
әйттерергә маташҡандар...


Батыр,
Әмилә, Хәлит ике көн Өфөлә булды. Мансур
ағай уларға баш ҡаланың күп кенә матур
урындарын күрһәтте. Шунан Хәлиткә
ҡайтырға ваҡыт етте. Уны вокзалға
оҙатырға Әмилә менән Батыр килде. Юл
буйы ҡыҙ ниңәлер моңһоу булды, артыҡ
һөйләшмәне лә. Быға Батыр шунда уҡ
иғтибар итте. Шуға ла кассаға билетҡа
торғас, һорамай булдыра алманы:









Әмилә,
ни булды?





Ҡыҙ
малайға ҡарамаҫҡа тырышты:









Батыр,
мин Сибайға китәм.







Ниңә?
— тип аптыраны малай.







Миңә
Урға ҡайтырға кәрәк...





Тынлыҡ
урынлашты. Быны Батыр ҙа, Хәлит тә
көтмәгәйне. Әмилә бит үҙе Ерҙә ҡалырға
теләк белдергәйне. Хәҙер Йыуан менән
Һонтор тотоп алыр тигән ҡурҡыныс юҡ...
Шулай ҙа Батыр Әмиләне аңлай. Бынан бер
йыл элек ул үҙе ошо хәлдә ине бит... Ҡыҙға
бында һәйбәт, уның Батырҙан айырылғыһы
килмәй. Әммә туған планетаның тартыу
көсө барыһынан да көслөрәк... Ә һағыныу
тойғоһо — иң ауыр, иң ғазаплы хис, унан
ҡотолоп булмай...









Мин
дә барам Сибайға, — тине Батыр...
Иртәгеһенә көндөҙгө бер тирәһендә улар
өсәүләшеп Сибайҙың ситенә сыҡты.







Ары
бармағыҙ, — тине ҡыҙ. — Юғиһә улар һеҙҙе
тотоп барыһын да онотторасаҡтар.







Ә
һине оноттормаҫтармы? — тип һораны
Хәлит.







Юҡ.
— Ҡыҙҙың тауышы ышанысһыҙ сыҡты. — Мин
үтенәсәкмен. Улар аңларға тейеш мине...





Батыр
ҡыҙға ҡараны. Ул хәҙер мәңгегә китәме?
Әллә улар ҡасан да булһа осрашырмы?









Әмилә...
— Батыр ниҙер әйтергә итте, тик үҙен
солғаған тойғоларҙы аңлатырҙай һүҙ
тапманы.







Батыр...





Хәлит
ситкә боролдо. Әкрен генә ел иҫте.
Эргәләге сәскәләр һағышлы төҫ менән
баштарын эйҙе.









Хушығыҙ,
малайҙар... — Әмиләнең тауышы ҡалтыраны.





245









Хуш,
Әмилә, — тине Хәлит.







Мин...
ҡасан да булһа... — Ҡыҙҙың күҙендә йәштәр
күренде.







Эмилә...
— Батырҙың тамағына ҡаты төйөр килеп





тығылды,
һүҙ әйтергә ҡамасауланы. — Эмилә... —
Малай башҡаса бер ни ҙә әйтә алманы. V









Әгәр
килә алмаһам... — Әмилә йылмайырға
маташты. — Мин һеҙҙе онотмам... бер ҡасан
да!..





Ҡыҙ,
ҡулын күтәреп хушлашты ла, китә башланы.
Малайҙар өндәшмәй генә ҡарап тора. Ел
ҡыҙҙың итәге менән уйнай, малайҙарҙың
сәстәрен туҙҙыра. Әмилә китә. Әмилә
минут һайын алыҫлаша. Туҡта, Әмилә! Бине
бит Батыр башҡаса бер ҡасан да күрә
алмаясаҡ! Китмә!.. Батыр күҙенә килеп
эркелгән йәштәрҙе тыйырға тырыша, ләкин
уларҙы туҡтатыр көс юҡ һәм улар малайҙың
сикәһе буйлап ағып китә...


Әмилә!
Бин бит Батырҙың иң яҡын кешеһе инең!
Нисек йәшәр ул һинһеҙ?..


Ә
Әмилә китә, йыраҡлашҡандан-йыраҡлаша...
Хуш, Әмилә! Мәңгегә хуш, алыҫ Ур ҡыҙы!..


Йөкмәткеһе






.
3


.
. 5 . 36 . 84 123 163 206


ҙем һәм сит планета ҡыҙы
хаҡында



Ҡара
ҡумта


Хушлашыу


Сит
планетала


Ҡара
ҡумта-2


Эҙәрләү


«Ҡарсыға»
менән алыш


Литературно-художественное
издание


ГАИТБАЕВ
Наиль Асхатович

ИНОПЛАНЕТЯНКА






Редакция
мөдире Мөхәррире Рәссамы Биҙәүсе
мөхәррир Техник мөхәррире Корректоры







С.


Н.
Шәрипов


Г.
Й. Фазлиәхмәтова


А.
Р. Ғарипов


А.
Р. Мәхтәруллин


Г.Ә.
Янғужина


Э.
М. Шәйхетдинова


на башкирском языке)



Нәшр.
лиц. № 04380, 26.03.01. Йыйырға бирелде 29.05.03.
Баҫырға ҡул ҡуйылды 23.06.03. Форматы 60
хЭО/^
■ Офсет ҡағыҙы. Мәктәп гарнитураһы.
Шартлы баҫма таб. 15,5+0,25 форзацы. Шартлы
буяу отт. 16,25. Иҫәп-нәшер таб. 14,84+0,45
форзацы. Тиражы 3000 дана.


Заказ
№ 822.


Башҡортостан
«Китап» нәшриәте дәүләт унитар
предприятиеһы.


450001,
Өфө, Левченко урамы, 4а.


Әҙерләп
бирелгән диапозитивтарҙан баҫылды.


Өфө
полиграфия комбинаты дәүләт унитар
предприятиеһы.


450001,
Өфө, Октябрь проспекты, 2.


Наил
Ғәйетбайҙың пьесалары









Ҡойма
ямғырҙа. Драма.
1984 й.







Дүрт
кешелек табын. Драма
1987 й.







Әстәғәфирулла.
Комедия.
1988 й.







Илама,
һылыу. Драма.
1989 й.







Төн.
Трагедия.
1990 й.







Юлдар
ярҙа өҙөлә. Драма.
1991 й.







Тойғолар
ниңә һүнә. Драма.
1991 й.







Ҡурай
моңо. Әкиәт
пьеса. 1991 й.







Көйәркәңде
шкафҡа йәшер. Комедия.
1991 й.







Мәктәп
мажаралары. Драма.
1991 й.







Аты
барҙың, дәрте бар. Комедия.
1992 й.







Йондоҙ
нисек ҡабына. Комедия.
1993 й.







Ҡомартҡы,
рэкитер һәм мөхәббәт. Комедия.
1994 й.







Батыр
әтәс. ӘКиәт-пъеса.
1995 й.







Кем
эшләмәй, шул ашамай. Әкиәт-пьеса.
1997 й.







Ауылға
ҡыҙҙар килде. Комедия.
1998 й.







Нисек
кейәүгә сығырға. Комедия.
1999 й.







Ҡыҙҙар,
ишек асығыҙ. Комедия.
2000 й.







Алыш
бармы, атыш бармы. Әкиәт-пьеса.
2000 й.







Ос
аҡсарлығым, ос. Пьеса.
2000 й.







Әйт,
ҡайҙа йөрөнөң? Комедия-шоу.
2000 й.







Аҡмулланың
аҡ көндәре. Драма.
2001 й.







Үҙ
бисәмә әйләнәм. Комедия.
2001 й.







Ирҙәрҙең
хыялы. Комедия.
2002 й.







Салауат
алты йәшендә. Пьеса.
2002 й.





Китаптары









Алтын
ямғырҙар миҙгеле. Повесть.
Өфө. 1979 й.







Нары
тәҙрәләр. Повесть
һәм хикәйәләр. Өфө. 1981 й.







Буран.
Повестар
һәм хикәйәләр. Өфө. 1983 й.







Офоҡҡа
ҡаса юлдар. Хикәйәләр.
Өфө. 1985 й.







Үҙ
маҡсатыңды тап. Повестар
һәм хикәйәләр. Өфө. 1987 й.







Светят
окна в ночи. Повести
и рассказы. Москва. 1988 г.







Ҡара
ҡумта. Повестар.
Өфө. 1990 й.







О
чем говорят трупы. Повесть.
Сибай. 1992 г.







Ҡапҡан.
Повестар. Өфө.
1993 й.







Уҙыш.
Роман. Өфө.
1994 й.







Әстәғәфирулла.
Драмалар
һәм комедиялар. Өфө. 1996 й.







Пьеса
нисек яҙыла. Мәҡәләләр
һәм пьесалар. Өфө. 1997 й.







Инопланетянка.
Роман, повести
и пъесы. Уфа. 1998 г.







Ауылға
ҡыҙҙар килде. Пьесалар.
Өфө. 2001 й.







Биобиблиография.
Мәҡәләләр
һәм библиография. Өфө. 2002 й.







Нисек
кейәүгә сығырға? Пьесалар.
Өфө. 2002 й.







Сит
планета ҡыҙы. М
ажар алы-фан тас тик роман. Өфө. 2003 й.





Наил
Ғәйетбай (Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев) 1948
йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Сибайҙа
урта мәктәп тамамлай. Магнитогорск
тау-металлургия институтында инженер-меха-
ник һәнәре алғас, Себерҙә, Сибайҙа эшләй,
артабан Башҡортостан Яҙыусылар союзында,
Мәҙәниәт министрлығында төрлө вазифалар
башҡара.


Әлеге
көндә Милли әҙәбиәт музейының генераль
директоры һәм «Тамаша» журналының баш
мөхәррире.


Наил
Ғәйетбай мәҙәниәт министрының урынбаҫары
булараҡ (1992—1998 й.) «Тамаша» һәм «Рампа»
журналдарын ойоштороуға. Өфөлә республика
уҡыу-методик үҙәген, Стәрлетамаҡта —
филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа
— махсус музыка лицейын, «Сулпан»
балалар театрын, филармония һәм сәнғәт
училищеһын асыуға, йыл һайын йәш
драматургтар семинарын (Баймаҡ ял
йортонда) һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен
үткәреүҙә ҙур өлөш индерә.


Драматург
һәм прозаик Н. Ғәйетбай Башҡортостан
Яҙыусылар союзының драма секцияһы
рәйесе, Өфө сәнғәт институты доценты.
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт
эшмәкәре. 17 китап, 25 пьеса, 2 роман, 10
балалар өсөн повесть авторы.
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов