Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 04

Общее количество слов 3427
Общее количество уникальных слов составляет 1534
38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов


Эйе.
Нәҡ үҙе. Аҡыллы кешеләр менән һөйләшеүҙәре
үҙе бер бәхет. Бер һүҙҙән аңлап тора.
Ҡаҙынма склад тирәһендә. Был оло
ағаларҙың үтенесе. Юғиһә... Әйттем бит...





Ирҙәр
боролоп китә лә башланы.









Юҡ!
— тип ҡысҡырҙы уларға Айһылыу апай. •—
Һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ!..





Тегеләр
туҡтап торманы.









Беҙ
иҫкәрттек. Ҡалғаны һинең эш.







Мин
һеҙҙеме... — Айһылыу апай үҙенең генә
быларға ҡаршы тора алмаясағын һиҙгәндәй
булды. — Мин милицияға әйтәм!







Ха-ха-ха!
— һонтор ғәмһеҙ көлдө. — Әйт, әйт! Бына
ул саҡта инде Батырың менән, ысынлап
та, хушлашырға тура килер.





Тиҙҙән
улар өй мөйөшөнән боролоп китте. Нимә
уйларға ла белмәгән Айһылыу апай яңғыҙы
тороп ҡалды...


Ана
ике малай йүгереп үтте. Бер ҡатын кескәй
генә улын етәкләп килә. Ҡала бер ни
булмағандай йәшәүен белә, тормош дауам
итә. Шул ваҡытта әллә кемдәр Айһылыу
апайҙың иң оло ҡыуанысын урламаҡсы, уны
донъяға бәйләп торған епте өҙмәксе...


Юҡ!
Айһылыу апай һеҙгә быны эшләргә юл
ҡуймаҫ! Улмы... Ул... Туҡта, нимә ҡылырға?
Әллә милицияға хәбәр итергәме? Әммә
улар был хаҡта алдан уйлаған. Ана нимә
тип әйтеп киттеләр. Улайһа ни эшләргә?
Шулай ҙа уйҙарынан баш тартырға, сигенергә
тура килерме? Ә Батыр ҡайҙа икән ошо
минутта? Бәлки уның улын урлағандарҙыр!..


Тиҙерәк
ҡайтырға, Батырҙы табырға кәрәк.


Айһылыу
апай йүгерә-атлай өйөнә ашыҡты.


Әмилэ
Батыр менән осрашһа


Ер
малайҙары станцияла булып киткәндән
һуң Әмиләгә аҙна буйы өҫкә күтәрелергә
рөхсәт бирелмәне. Ә кисә Ла- йон ҡыҙға
әйтеп һалды:


— Әйберҙәреңде
йый. Ике көндән Ер менән хушлашабыҙ.


Әмилә
аптырап ҡалды. Уға станцияла йәнә ун-ун
биш көн булырҙар һымаҡ ине. Баҡһаң,
ҡайтыр көндәр ҙә килеп еткән. Тимәк
тиҙҙән Ерҙе, унда йәшәгән кешеләрҙе,
Батыр


37


менән
Хәлитте ташлап китерме? Уларҙы башҡа
бер ҡасан да күрмәҫме? Мәңге, тип әйтеүе
генә анһат. Был хаҡта уйлаһаң тән
земберләп китә...









Ярай,
— тине Әмилә атаһына тыныс тауыш менән.





Бына
ҡыҙ үҙ бүлмәһенә инеп карауатына ятты.
Бөттө.


Китәләр.
Туҡта! Әгәр ул Ер өҫтөнә һуңғы тапҡыр
сығырға рөхсәт һораһа, атаһы рөсхәт
итмәҫме икән ни?


Әмилә,
урынынан тороп, етәксе итеү пульты янына
ашыҡты.









Юҡ,
— тине Лайон. — Һине теге малайҙарҙың
күреп ҡалыуы бар.







Улар
бит мине онотто.







Улар
онотһа, һин онотманың.







Атай,
мин һүҙ бирәм. Батырҙарҙы күреп ҡалһам,
шунда уҡ боролоп китәм.





Лайон
йомшара төштө:









Әмилә
аңла, әгәр Батыр һине танып ҡалһа...
Онот- торҙоҡ тиһәк тә, белеп булмай. Ә
ул һине танырға тейеш түгел. Сөнки ул
саҡта малайҙың ни эшләре, ни һөйләре
билдәһеҙ, һин бит беләһең, беҙ бындағы
тормоштоң үҫешенә бер ниндәй ҙә йоғонто
яһарға тейеш түгелбеҙ.







Беләм,
атай, беләм. Беҙҙең бында икәнде һиҙһәләр,
Ер кешеләре үҙҙәрен бөтөнләй икенсе
төрлө тота башларҙар. Ул саҡта бындағы
тормош йыһан ҡанундарынан ситкә
тайпыласаҡ.







Дөрөҫ.







Бына
бит, бөтәһен дә беләм. Ергә сығырға
рөхсәт итәһеңме?





Лайон
ҡыҙын ҡосаҡлап алды.









Һиңә
ҡаршы тороп буламы ни?





Ҡыҙға
Ер өҫтөндә дүрт сәғәт булырға рөхсәт
бирелде.


Әмилә
тәүҙә ҡала буйлап йөрөнө. Шунан киноға
инеп сыҡты — ҡыҙыҡ бит. Бындағы кино
һис тә Урҙағыға оҡшамаған. Уларҙа бит
һәр кем киноны махсус күҙлек, наушник
кейеп ҡарай. Урманды күрһәтһәләр япраҡ,
үлән еҫтәре аңҡып китә залда, диңгеҙ
хаҡында һүҙ барһа, диңгеҙ тулҡындарын
тояһың. Шуға күрә тамашасы һәр саҡ үҙен
геройҙар араһында йөрөгән кеүек хис
итә. Ә бындағы киноны стеналағы аҡ
сепрәккә яҡтыртып күрһәтәләр. Тауышы
ҡайҙандыр ситтән ишетелә. Ябай ҙа, мәҙәк
тә.


Кинонан
сыҡҡас, Әмилә туңдырма һатып алды. Шунан
эргәләге эскәмйәгә ултырҙы ла уны ашай
башланы. Шул ваҡыт ҡыҙ үҙенә табан атлап
килгән Батырҙы күрҙе. Әмилә ҡаушауынан
ни эшләргә белмәне. Атаһына малай менән
осрашмаҫҡа һүҙ бирҙе, ә үҙе... Хәҙер Батыр
килеп һүҙ ҡушһа, тороп китә алмаҫ бит
инде. Шунда ғына ҡыҙ малайҙың станцияла
булған ваҡиғаларҙы хәтерләмәүен иҫенә


төшөрҙө.
Эйе, Батыр бит Ер аҫтындағы станцияны
ла, Әмиләне лә онотҡан. Дөрөҫөрәге,
онотторҙолар. Бер-бе- реһен белмәгән
кеүек үтерҙәр ҙә китерҙәрме икән ни?


Эмилә,
ни булыр икән тигәндәй, ҡаш аҫтынан ғына
малайға ҡарап ултыра.


Батырҙың
ҡулында сумка. Магазиндан ҡайтып килә,
күрәһең. Йөҙө уйсан, бойоҡ. Берәй нәмәгә
ҡайғырамы икән әллә? Бәлки уға ярҙам
итергә кәрәктер. Э Эмилә: «Хәлең нисек?»
— тип тә һорамайынса үткәреп ебәрерме
малайҙы?


Ул
арала Батыр Эмилә янына килеп етте,
боролоп ҡыҙға ғәмһеҙ генә ҡараны һәм...


Уларҙың
ҡарашы осрашты. Шул мәлдә ҡыҙҙың тәне
земберләп китте. Танырмы, юҡмы? Уның
хәтерендә Эмилә хаҡында бер ни ҙә
ҡалманымы икән ни?


Батырҙың
ҡарашы ҡыҙҙа секунд тирәһе туҡталып
торҙо. Шунан малай алға ҡараны һәм бер
ни ҙә булмағандай атлау ын дауам итте.


Әмиләгә
ҡыйын булып китте. Ҡыҙҙың:


— Батыр,
туҡта! Был мин — Эмилә! — тип ҡысҡырғыһы
килде.


Әммә
ҡыҙ атаһына биргән вәғәҙәһен яҡшы
хәтерләй ине, шуға ла бер ни ҙә өндәшмәне.


Бына
Батыр кешеләр араһына инеп күҙҙән
юғалды. Эмиләнең ҡалала йөрөргә йәнә
ике сәғәттәй ваҡыты бар ине. Әммә ошо
осрашыуҙан һуң уның кәйефе китте.
Әйтерһең, ниндәйҙер ҡәҙерле нәмәһен
ҡулынан төшөрөп ватты... Ҡыҙҙың ҡала
буйлап йөрөү теләге бөттө. Ул урынынан
торҙо ла ҡайтыу яғына атланы. Эмилә
башҡаса Ер өҫ- төнә күтәрелеп тормаҫ.
Нимә бар уға бында? Батырҙы осратты,
әммә һөйләшә алманы... Тиҙерәк Урға
ҡайтырға ла бөтәһен дә, бөтәһен дә
оноторға!..


Айһылыу
апайҙың сәйер кылыктары


Сәғәт
биш тирәһендә, футбол уйынының иң ҡыҙған
мәлендә. Батыр майҙансыҡтан ситкә
атланы. Күп тә үтмәне, уны Хәлит ҡыуып
етте:









Ни
булды?







Етер.
Ҡайтырға ваҡыт.







Уйын
бөтмәне бит әле.







Эсәйем
ҡайтыуға өйҙә булырға кәрәк.







Ниңә?





Батыр
яуап биреп торманы. Аптырауға ҡалған
дуҫы уның артынан ҡарап ҡалды. Ғәҙәттә,
ҡараңғы төшөп, туп күренмәҫлек булғанса
уйнаған Батырға ни булған? Аңлашылмай...


39


Өйгә
ҡайтҡас, Батыр иҙән йыуып алды. Шунан
ҡулына сумка тотоп магазинға юлланды.
Һөт, икмәк һатып алды.


Ҡайтырға
сыҡҡайны, малайҙың күңелен бығаса таныш
булмаған һағыш солғап алғандай итте.
Әйтерһең, хәҙер уның менән көтөлмәгән
хәл буласаҡ — йә күптән күрмәгән кешене
осратыр, йә берәүһе килер ҙә шатлыҡлы
хәбәр әйтер...


Әммә
уның менән бер ни ҙә булманы. Тормош
әүәлгесә, бер ни үҙгәрмәгәндәй дауам
итә — кешеләр үҙенсә йәшәй, ҡайҙалыр
ашыға. Туңдырма һатылған мөйөштә
бала-саға сыр-сыу килә. Ике малай Батырҙың
янынан ғына йүгереп үтеп китте. Эргәләге
эскәмйәлә бер ҡыҙ туңдырма ашап ултыра.
Шуның сәйер ҡарашына иғтибар итте малай.
Әйтерһең, теге Батырҙан ниҙер һорарға
теләй, тик тартына... Ә бәлки малайға
ғына шулай тойолғандыр.


Батыр
ары атланы. Тиҙҙән теге сәйер тойғо
онотолдо...


Ҡайтып
инеүенә әсәһе шылтыратты:









һин
өйҙәме?







Эйе.







Бер
ҡайҙа ла сыҡма.







Ниңә?
Гел ошолай бикләнеп ултырайыммы?







Сыҡһаң
да, яңғыҙ йөрөмә, — тигән булды әсәһе.
Уны аңлай алмай Батыр. Кисә әсәһе ауылға
барып ҡайт тип бәйләнде. Унда ниндәйҙер
таныштары йәшәй икән. Шунда барып ике-өс
аҙна ҡунаҡ бул, йәнәһе. Яҡшылап та
белмәгән кешеләр янында нимә эшләһен
Батыр? Әлбиттә, малай баш тартты. Ә әсәһе
һаман да нимәгәлер борсола. Үҙе асығын
ғына һөйләп тә бирмәй. Бына хәҙер урамда
йөрөүҙән тыя башланы.







Ниңә?
Ни өсөн? — тип малай күпме генә төпсөнһә
лә әсәһенән аныҡ ҡына яуап ишетмәне.







Урамға
яңғыҙ сыҡма! — Бар һүҙе шул. Йәнә көндөҙ
ишек шаҡыһалар, асмаҫҡа ҡуша. Әллә
Батырҙы кескәй балаға һанай инде...





Киске
аштан һуң әсәһе ҡайҙалыр йыйына башланы.
Үҙенең йөҙө борсоулы.









Әсәй,
ни булды? — тип һорамайынса түҙә алманы
Батыр.







Бер
ни ҙә булманы. — Айһылыу апай тыныс
күренергә тырышты.







Ә
ҡайҙа йыйындың?







Бында
бер апайҙарға инеп сығам әле. Йомошом
бар.







Кисә
лә шулай тигәйнең...







Әйтһә
һуң? Бөгөн дә күрергә кәрәк. — Айһылыу
апай тәҙрәгә күҙ һалды. — Ҡараңғы төшә.
Бер кемгә лә ишек асма.







Кемдән
ҡурҡаһың һин, әсәй?







Төрлө
хәбәр ишеттем бөгөн, — тине Айһылыу





40


апай.
— Ҡалала бурҙар йөрөй икән. Фатирҙа
балалар ғына ҡалғанын аңдыйҙар ҙа...


Юҡты
һөйләй әсәһе. Был бер ҡарауҙа күренеп
тора. Ҡапыл Батырҙың башына бер уй килде.


— Ярай,
— тине ул әсәһенә. — Өйҙән сыҡмайым,
ишекте бер кемгә лә асмайым. Бар, әсәй.


Айһылыу
апай тынысланды һәм сығып китте. Батыр
ишекте эстән бикләп ҡалды. Әммә бер
минут та үтмәне, малай тиҙ генә курткаһын
кейҙе лә, аяғына туфлиҙәрен эләктереп,
тышҡа ташланды. Уны әсәһе һаман бала-сағаға
һанай. Бына хәҙер артынан күҙәтеп барасаҡ
та, бөтәһен дә асыҡлаясаҡ.


Малай
йүгереп урамға сыҡты. Эңер төшкән. Әммә
яҡты әле. Ана, әсәһе китеп бара. Бик
ашығып атлай. Әйтерһең, артынан улының
күҙәтә сыҡҡанын һиҙгән дә эҙ яҙлыҡтырырға
теләй...


Юҡ,
әсәһе бер ниндәй ҙә апайға барырға
йыйынмай шикелле. Бына ул мөйөштө
боролғас, үҙе эшләгән магазинға табан
юлланды. Әллә теге апай шунда эшләйме
икән? Улай тиһәң, әсәһе уның өйөнә барам
тигәйне түгелме? Ниндәйҙер сер бар
бында.


Айһылыу
апай бик ҡабалана, күрәһең. Батырға унан
ҡалышмаҫ өсөн туҡтауһыҙ йүгерергә тура
килә.


Бына
бер мәл улар Айһылыу апай эшләгән
магазинға килеп еттеләр. Эскә инәме
тиһә, әсәһе эргәләге ашхананы ураны ла
складтар янына үтте. Батыр аҙымдарын
йышайтты. Ни эшләй икән әсәһе төнгә
ҡарай складтар араһында?


Ашығып
атлаған малай, мөйөштән боролғас та,
саҡ-саҡ әсәһенә төртөлмәне. Айһылыу
апай эргәлә генә тора ине. Ҡарашы ҡайҙалыр
алға төбәлгән. Үҙе ҡасҡын кеүек йәшниктәр
араһына йәшенгән. Кемде күҙәтә ул? Батыр
әсәһе төбәлгән яҡҡа ҡараны. Әммә унда
бер ни ҙә күренмәй. Әллә берәйһен көтәме
икән? Малай ситкәрәк боҫто. Таң атҡанса
ултырһа ултырыр, әммә әсәһенең ниңә
килгәнен белмәйенсә китмәҫ.


Бағаналағы
уттар тоҡанды. Магазин артындағы
майҙансыҡ аҡһыл төҫкә буялды. Складтар
ҡара, оҙон күләгәләрен ергә йәйҙе.
Тирә-йүн серле лә, шомло ла ҡараңғылыҡҡа
күмелде.


Эргәлә
генә кемдәрҙеңдер һөйләшеүе ҡолаҡҡа
салына. Ашхана янынан ҡыҙҙар менән
егеттәр көлөшә-көлөшә үтеп китте. Алыҫта
машиналар геүләүе ишетелә.


Йәшниктәр
араһына йәшенгән Айһылыу апай кемделер
көтә.


Саҡ
ҡына арыраҡ уның улы Батыр боҫоп тора...


41


Лайондыц
уйҙары


Тиҙҙән
Лайондың бригадаһы Ерҙәге эштәрен
тамамлай. Уларҙы икенселәр алмаштырасаҡ.
Был көндө станциялағы һәр кем түҙемһеҙләнеп
көтә. Ерҙә эшләүе ҡыҙыҡ, әммә ул барыбер
тыуған төйәккә етмәй.


Лайонды
ашығырға мәжбүр иткән тағы бер сәбәп
бар. Ул да булһа — Эмилә. Һуңғы осор бик
күңелһеҙ йөрөй ҡыҙ. Уға теге саҡта
станцияла булған ваҡиғалар ныҡ тәьҫир
итте, шикелле. Ни тиһәң дә, бала бит әле.


Лайон
ҡыҙының күңелен төрлөсә табырға маташып
ҡараны. Әммә Әмилә гел генә яңғыҙ ҡалыу
яғын ҡарай. Тиҙерәк алып ҡайтырға кәрәк
уны Урға, тип бөрсөлдө Лайон. Шуға ла
ҡыҙы бер көнө ҡалаға барып килергә уйы
барлығын әйткәс, ҡаршы була алманы. Бала
бит. Гел ололар араһында ялҡып та
киткәндер. Етмәһә, Ер аҫты — Ер аҫты
инде. Әйҙә ҡалаға сығып елләп килһен.
Кәйефе лә күтәрелеп китер. Уғата
борсолмаҫҡа ла мөмкин. Теге малайҙар
менән осрашырға ярамағанлығын яҡшы
аңлай бит ул.


Ҡалала
дүрт сәғәт йөрөргә рөхсәт бирҙе лә
ҡыҙының әйләнеп ҡайтырын түҙемһеҙләнеп
көтә башланы. Әмиләнең әйткән һүҙендә
торорон яҡшы белә, әммә барыбер борсола.
Батырҙы осрата ҡалһа, Әмилә тыныс ҡына
үтеп китә алырмы? Ер кешеләре менән
аралашырға ярамағанлығын белә Әмилә.
Ҡыҙыҡһынып, (йәнәһе, Батыр станцияла
булыуын, ысынлап та, оноттомо икән?)
малай менән һөйләшеп китеүе лә бар.


Әммә
Лайонға билдәһеҙлек утында оҙаҡ янырға
тура килмәне. Әмилә ике сәғәт үтеүгә
станцияға әйләнеп тә ҡайтты. Тик ниңәлер
кәйефе юҡ. Атаһы менән һөйләшеп тә
торманы, үҙ бүлмәһенә инде лә бикләнде.
Ни булған? Ниңә өндәшмәй? Бәлки Батырҙарҙы
тап иткәндер, ә тегеләр Әмиләне танығандыр?
Быны бик белгеһе килһә лә - Лайон ҡыҙын
борсоп торманы. Хәҙер уны хафаларға
ярамай, тынысланһын, үҙ-үҙен ҡулға алһын.
Ваҡыты еткәс, кәрәк һанаһа, барыһын да
үҙе асып һалыр. Эйе, Әмилә генә түгел,
башҡалар ҙа арыны. Тиҙерәк Урға ҡайтырға
кәрәк...


Ошо
ерҙә ишек башындағы лампа тоҡанды.
Тимәк, кемдер инергә рөхсәт һорай. Лайон
эргәһендәге кнопкаға баҫты.


Ишектә
Әмилә күренде. Ул йүгереп килеп атаһын
ҡосаҡланы:









Атай,
тиҙерәк ҡайтайыҡ Урға! Ҡасан беҙҙе
алмаштыралар?







Йәнә
ике көн ҡалды.







Мин
ялҡтым.







Түҙ,
Эмиләкәй... Ниңә улай тиҙ әйләнеп ҡайттың
әле ҡаланан? Ниңә өндәшмәйһең? Әллә...
Батырҙарҙы тап иттеңме?







Юҡ.
— Ҡыҙ ҡарашын ситкә борҙо.





Тимәк,
осратҡан, — тип уйланы Лайон. — Ни булған
улар араһында? Көйләшкәндәрме, юҡмы?


Әммә
Әмилә башҡа бер ни ҙә өндәшмәне, атаһы
менән хушлашты ла үҙ бүлмәһенә китте.


Батыр
борсола


Йәнә
көнө буйы тиерлек Батыр өйҙә яңғыҙ
ултырҙы. Әсәһе иптәштәренә эйәреп урамға
сығырға рөхсәт итһә лә, малай тышҡа аяҡ
баҫманы. Унда уйын ҡайғыһы юҡ хәҙер.
Малайҙы икенсе нәмә борсой. Батыр белә:
әсәһе бөгөн эштән ҡайтасаҡ та эңер төшөү
менән йәнә: «Бер апайҙарға барып киләм
әле», — тип сығып китәсәк. Шунан ашхана
артындағы складтар янына барасаҡ. Нимә
эҙләй әсәһе унда? Кемде көтә? Корар ине,
әсәһе әйтмәҫ тип ҡурҡа. Етмәһә, ә һин
ҡайҙан беләһең минең унда барғанды, тип
төпсөнә башлар. Батырҙың күҙәтеп
йөрөгәнен белмәгәс, белмәһен әле.


Малайҙы
йәнә шул хәүефкә һала. Әсәһе бик тә
ҡайғылы йөрөй һуңғы ваҡыт. Уның үҙен
тотошонда нимәнәндер ҡурҡҡаны һиҙелеп
тора. Кисә шул складтар янына барып
ҡайтыуын нисек аңлатырһың? Әгәр унда
кемделер осратып, уның менән һөйләшкән
булһа — бер хәл. Юғиһә төнгө ун икегә
тиклем бер-береһенән йәшенеп шунда
ултырҙылар ҙа бер кемде лә күрмәйенсә
ҡайтып киттеләр. Бергәләп түгел, әлбиттә.
Батыр урауыраҡ юлдан сапты, әммә алдан
ҡайтып етте өйҙәренә.


Айһылыу
апай үҙе артынан ишекте бикләгәндә,
Батыр карауатында ята ине инде. Әсә уның
янына инеп, малайының одеялын рәтләне,
сәсенән һыйпап арҡаһынан һөйөп алды.
Шунан ниңәлер ауыр уфтанды ла үҙ бүлмәһенә
үтте.









Нимә
борсой әсәһен? Нимәнән ҡурҡа? Ошоларҙы
белергә ине Батырға. Әсәһе йәл уға. Әгәр
ярҙам итә алһа икән! Батырҙан башҡа
уның яҡлашыр кешеһе лә юҡ бит. Улар
яңғыҙ, улар икәү генә был донъяла. Шуға
күрә лә Батыр әсәһен кистәрен яңғыҙ
ҡалдыра алмай...





Бөгөнгө
кис бөтәһе лә яңынан ҡабатланды. Әсәһе
эштән ҡайтты ла аш әҙерләне. Юҡ-бар
хаҡында һөйләшә-һөйлә- шә ашанылар.
Шунан әсәһе ҡабаланып ҡайҙалыр йыйына
башланы:









Теге
апайҙарға барып киләм әле йәнә, — тине
ул. Был юлы Батыр төпсөнөп торманы.
Сөнки әсәһенең ниндәй





43


«апайҙарға»
йыйынғанын яҡшы белә бит инде. Уның
артынса, күп тә үтмәй, Батыр ҙа тышҡа
йомолдо.


Егерме
минуттан Айһылыу апай кисәгесә магазин
артына инеп китте. Йүгереп килгән малай,
мөйөштө үткәс тә, шым туҡтаны. Сөнки
уның күҙ алдында көтөлмәгән күренеш
хасил булды. V


Магазин
артындағы бер складтың ишеге асыҡ. Шунда
йөк машинаһы тора. Уның янында өс ир
урала.


Бына
Батырҙың әсәһе шәп-шәп атлап шуларҙың
янына барҙы:









Нимә
эшләйһегеҙ һеҙ?





Ирҙәр
йылп итеп тауыш килгән яҡҡа ҡараны. Әммә
Айһылыу апай икәнлеген белгәс,
тынысланғандай иттеләр:









Ә-ә,
был һинме ни, Айһылыу? — тип һораны
тегеләрҙең береһе.







Мин
бит һеҙгә әйткәйнем! — Айһылыу апайҙың
тауышы асыулы яңғыраны. — Йәнә
башланығыҙмы?







Әйткәйнең
шул, әйткәйнең! — Теге ирҙәрҙең береһе
Айһылыу апайҙың беләгенән тотто. —
Әммә беҙ ҙә һине иҫкәрткәйнек шикелле.
Шулай түгелме?







Әгәр
туҡтамаһағыҙ...







Әгәр
туҡтамаһаң, малайыңдан ҡолаҡ ҡағасаҡһың,
тигәйнек бит беҙ. Оноттоңмо?







Неҙ
ҡурҡытмағыҙ мине!







Беҙ
ҡурҡытмайбыҙ. Иҫкәртәбеҙ. Бар ҡайт,
йәме. Беҙ бында бер ни ҙә эшләмәйбеҙ.
Ҡайтырға йыйындыҡ.





Ысынлап
та, ирҙәр кабинаға инеп ултырҙы. Киләһе
секундта машина яҡтылығы менән ҡаршылағы
йорттоң стенаһына ялт-йолт һуҡты ла,
урамға сығып, күҙҙән дә юғалды.


Батыр
склад янында торған әсәһенә боролдо.


Айһылыу
апай, бына ғына булып үткән ваҡиғаны
яңынан кисергәндәй, бер аҙ уйланып торҙо
ла кирегә атланы. Малай шунда уҡ өйҙәренә
ҡарай йүгерҙе. Әсәһе ҡайтыуға ул
карауатында ятырға тейеш...


Батырҙың
ҡарары


Бына
бит ул нисек! Батыр әсәһе хаҡында юҡты
уйлап йөрөгән. Ә баҡһаң... Уны бөтөнләй
икенсе нәмәләр борсоған. Тимәк, Батырға
ла, уның әсәһенә лә ҡурҡыныс янай. Нимә
тинеләр әле? Туҡтамаһаң, улыңды юҡ
итәбеҙ, тинеләр. Тимәк, Батырҙы
урламаҡсылар. Шунан... Үлтерергә итәләрме
икән ни? Ни өсөн? Күрәһең, әсәһе тегеләргә
нисектер ҡамасаулаған. Ә нисек?


Иртәнсәк
Айһылыу апай йәнә Батырға өйҙән сыҡмаҫҡа
ҡушты ла эшенә китте. Был юлы малай
ҡәнәғәтһеҙлек


44


һиҙҙермәне.
Киреһенсә, әсәһен тынысландырыу өсөн
яғымлы һөйләште, өйҙә генә ултырырға
һүҙ бирҙе. Шунан үҙ уйҙарына сумды. Ни
эшләргә? Әлегә уның өсөн бер нәмә асыҡ:
тегеләр менән Батыр үҙе көрәшә башларға
тейеш. Әсәһе — ҡатын кеше. Ул күмәк
ирҙәргә ҡаршы тора аламы ни? Улар склад
янында өсәү ине. Башҡалары ла барҙыр. Ә
әсәһе яңғыҙ. Дөрөҫ, Батырға ла бер үҙенә
алышырға тура килер, әммә ни тиһәң дә
ул ир затынан.


Тик
көрәште нисек башларға? Дөрөҫлөк әсәһенең
яғында икәнлегенә Батырҙың шиге юҡ.
Сөнки уның кеүек ғәҙел, саф кеше юҡтыр
ул донъяла. Кескәйерәк сағын хәтерләй
Батыр. Бер тапҡыр балалар баҡсаһынан
иптәш малайының матур ғына уйынсыҡ
машинаһын һорамайынса алып ҡайтҡайны.
Әсәһе быны күреп ҡалды ла, шунда кире
илтергә, малай алдында ғәфү үтенергә
ҡушты. Эй, ауыр булды ла һуң шуларҙы
эшләүҙәре. Урамға ғына ташлар ине теге
машинаны, әсәһе тикшерәсәген әйтте.
Ыңғыраша- ыңғыраша илтте Батыр машинаны,
иптәше алдында ғәфү үтенде һәм башҡа
ғүмерҙә лә урлашмаҫҡа һүҙ бирҙе үҙ-
үҙенә. Эйе, ошо йәшенә етеп Батыр йәнә
күп тапҡырҙар әсәһенең ғәҙеллегенә
инанғаны булды. Шуға ла малайҙың иманы
камил: әсәһе насар кешеләргә ҡаршы көрәш
башлаған. Шулай ҙа нимәнән килеп сыҡҡан
икән был алыш? Әсәһенән һорау файҙаһыҙ,
ул бер ни ҙә әйтмәйәсәк. Ләкин ғаиләләре
ҡурҡыныс аҫтында икән, ун ике йәшлек
егет ҡул ҡаушарып ултыра буламы?


Күп
уйланы Батыр һәм шундай ҡарарға килде:
теге ирҙәрҙе үҙе күҙәтәсәк. Аҙаҡ, бәлки,
дуҫтарын да ярҙамға саҡырыр. Әммә әлегә
үҙе генә тотона. Шулай итеп эштең айышына
төшөнә. Шунанмы?.. Шунан... Ары күҙ кү-
рер...


Ошондай
фекергә килгәс. Батырға еңел булып
китте. Әйтерһең, әсәһе менән үҙенә янаған
ҡурҡыныс юҡ ителде...


Тик
теге ирҙәрҙе ҡайҙан табырға? Кисә
машиналарының номерына ла иғтибар
итмәгән. Бөгөн йәнә шунда барырға тура
килерме? Ә ирҙәр унда булырмы? Икенсенән,
әсәһенең ҡамасаулауы бар. Етмәһә, кискә
тиклем көтөүе шундай оҙаҡ!


Ә
туҡта! Ниңә әсәһе уға урамға сыҡмаҫҡа
ҡушты әле? Батырҙы урларҙар тип ҡурҡа
бит ул! Бына ҡайҙа ул мәкерлектең
әтнәкәһе! Әгәр теге ирҙәр ысынды һөйләһә,
бөгөн ошо тирәлә уралырға тейеш. Ул
саҡтамы... Ул саҡта... Батыр бит яңғыҙ
түгел. Уның дуҫтары бар. Шул уҡ Хәлит!
Юҡ, ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Эргәлә
генә хөрт кешеләр йөрөй. Курҡып тормаҫҡа,
тәүәккәлләргә, шуларға ҡаршы көрәш
башларға кәрәк!


45


Әмилэ
һуҙендэ тормай


Йәнә
бер көндән Эмилә Ерҙе ташлап китә.
Мәңгегәме? Кем белә инде? Бәлки бер мәл,
күп кенә ваҡыт үткәс, килеп сығыр. Ҡыҙыҡ,
шул саҡ таныр инеме икән ул Батырҙы,
Хәлитте. Э улар ҡыҙҙы?.. Хәйер... Ҡыҙҙың
йөрәге семетеп ҡуйҙы. Ҡайҙан таныһындар
инде. Кисә Батыр бит Эмиләнең янынан
ғәмһеҙ генә үтеп китте. Сәйер был. Кешенең
мейеһе шундай ҡатмарлы кеүек. Ә ысынында
иһә ул меңәрләгән кәштәләргә оҡшаған
икән. Махсус тулҡындар ярҙамында шул
кәштәләрҙә ятҡан хәтирәләрҙе иретһәң,
бер ни ҙә ҡалмай ҙа ҡуя... Ғәжәп тә был,
үкенесле лә. Ҡыҙыҡ, әгәр Әмилә ер өҫтөнә
күтәрелеп, шул уҡ Батыр менән яңынан
танышып китһә, малай теге көндәрҙе саҡ
ҡына булһа ла иҫләмәҫ инеме икән? Теге
кәштәләге хәтирәләр бөтөнләйгә юйылғанмы
икән? Бәлки, унда ни ҙә булһа ҡалғандыр.
Быны тикшереп тә була бит әле. Хәйер,
атаһына һүҙ бирҙе шул... Вәғәҙәне боҙорға
ярамай. Етмәһә, инструкцияла ла яҙылған.
Ә былай итһә... Батырҙы осратып, һиҙҙермәй
генә артынан күҙәтеп йөрөһә? Ни- ңәме?..
Былай ғына... Ҡыҙыҡ бит. Урға китер ваҡытты
тәүлектән ашыу көтәһе бар. Ваҡытты нисек
тә үткәрергә кәрәк тәһә.


Уйлап
ҡараһаң, Батыр менән осрашып һөйләшергә
хаҡтары булмауы үкенесле. Күпме
ҡыйынлыҡтарҙы еңеп егерме малайҙы,
хатта станция етәксеһенең үҙен
ҡотҡарҙылар, шул мәлде хәтерләп алырға
хоҡуҡтары юҡ...


Ошо
хаҡта уйҙар тәүҙә ҡыҙҙың башында кескәй
генә нөктә кеүек ине. Әммә торған һайын
ул үҫә барып оло йомғаҡҡа әйләнде һәм
Эмиләнең бар мейеһен ялмап алды. Юҡ,
күтәрелә әле ул Ер өҫтөнә йәнә. Һуңғы
тапҡыр ҡалаға бара, хушлаша... Әгәр Батыр
тап була икән, күҙәтеп тә йөрөр бер аҙ,
ә инде осрамаһа... Тимәк яҙмыш шулай
ҡуша...


Ярты
сәғәт үтеүгә Әмилә ҡала буйлап йөрөй
ине инде. Был юлы ла атаһынан Ер өҫтөндә
дүрт сәғәт булырға рөхсәт алды ҡыҙ.









Ниңә
шул тиклем? — тип һорағайны Лайон.







Һуңғы
тапҡыр бит. — Ҡыҙ тыныс булырға тырышты.
— Ҡаланы тулыһынса урап сығам.





Һәм
бына Әмилә, ҡояшҡа күҙен ҡыҫа биреп,
ҡала буйлап атлай. Нисәмә тапҡыр булды
ҡыҙ бында! Таныш урамдар, өйҙәр, магазиндар.
Һәм таныш түгел кешеләр. Уларҙың һәммәһе
ҡайҙалыр ашыға, ҡабалана. Береһе лә
үҙҙәренә ҡаршы атлаған Әмиләне әллә
ҡайҙағы йыһан төбөнән килгәндер тип,
башына ла килтермәй. Был хатта үкенесле.
Ҡайһы саҡта Эмиләнең туҡтап:


— Эй,
Ер кешеләре! Мин — икенсе планетанан!
һеҙгә Алыҫ Урҙан сәләм! — тип ҡысҡырғыһы
килә.


Әлбиттә,
был уй ҡыҙҙың башына бер генә секундҡа
килә лә һүнә. Сөнки, ярамай. Икенсенән,
кем ышаныр тиһең? Был ҡыҙ иҫәрләнгән
икән, тип уйларҙар. Бындағы кешеләр бит
Ерҙән башҡа планеталарҙа тере йән эйәһе
юҡ, тип уйлай...


Әмилә
бер-нисә магазинға инеп сыҡты, шунан
мөйөштән ике туңдырма һатып алды. Эй,
тәмле лә һуң ошо ризыҡ! Ер өҫтөнә
күтәрелгән һайын ҡыҙ унан ауыҙ итмәй
ҡалмай. Әмилә станциянан тәүге тапҡыр
сыҡҡанда уҡ туңдырманы ашап ҡараны һәм
бик оҡшатты. Йәнә ул бәлеш тигән нәмәне
ярата. Ур планетаһында юҡ бындай ризыҡтар.
Ниңә икән? Үткәндә атаһынан шул хаҡта
һорағайны, ул да белмәй. Атаһы хатта,
Әмилә күпме генә һөйләһә лә, бәлеш менән
туңдырманың нимә икәнлеген аңламаны.
Ҡыҙға белешмәләрҙе аҡтарырға тура
килде. Баҡһаң, бынан мең йылдар тирәһе
элек Урҙа ла ризыҡтарҙың туңдырма кеүеге
лә, бәлеш һымағы ла булған. Һәм уны бик
яратҡандар. Аҙаҡ ҡына туңдырманың да,
бәлештең дә организмға файҙаһы юҡлығын
белгәс, махсус ҡарар менән уларҙы эшләүҙе
туҡтатҡандар. Хәҙер Урҙағы ризыҡтың
тәме лә, еҫе лә юҡ шул. Сөнки аҙыҡ организм
өсөн файҙалы булырға тейеш. Кешенең
тәнен кәрәкмәгән нәмәләр менән тултырылған
һауытҡа өйләндерергә ярамай. Дөрөҫ,
әлбиттә. Әммә туңдырманы ла, бәлеште лә
бик оҡшатты Әмилә. Ниндәй тәмле улар! Ә
бәлештең еҫе һуң! Уларҙы ауыҙ иткәс кенә
Әмилә башҡорттарҙың «телеңде йоторлоҡ!»
тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен аңланы...


Ошо
ерҙә туңдырмаларын тотоп паркка табан
атлаған ҡыҙ терт итеп ҡалды. Уға табан
(кемдәр тиһегеҙме?) Батыр менән Хәлит
килә ята ине. Оҙон буйлы Батыр ҙа,
йыуантаҡ, тәпәш Хәлит тә, үткәндәге
кеүек, шорты менән футболканан. Аяҡтарында
кроссовка. Әйтерһең теге саҡта
осрашыуҙарына бер-нисә аҙна үтмәгән,
гүйә, яңы ғына айырылышҡандар. Бына
хәҙер малайҙар уның янына килер ҙә:
«Әмилә», — тип өндәшер...


Ни
эшләргә? Ҡыҙ атаһына малайҙар менән
осрашмаҫҡа һүҙ бирҙе. Әллә үҙенең икенсе
планетанан килгәнен һиҙҙермәй генә
һөйләшеп ҡарарға?


Ҡыҙ
эргәләге эскәмйәгә ултырҙы ла, туңдырмаһын
ялай- ялай, малайҙарҙы күҙәтергә тотондо.


Был
минутта Батыр менән Хәлит ни тураһындалыр
ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшә ине. Ана бит Әмилә
яғына күҙ ҙә атмай үтеп киттеләр.


Ҡыҙ
туңдырмаһын онотоп уларға текләп
ултырҙы. Шунан — әйтерһең билдәһеҙ көс
тартты — урынынан тороп малайҙарға
эйәрҙе.


47


Бәкер


Төштән
һуң Бәкерҙе шеф, йәғни һатыу селтәре
директоры саҡырҙы:









Ьиңә
яуаплы задание йөкмәтмәксемен. Нисек
ҡарайһың? ^







Тыңлайым,
Шеф! — Нәҙек оҙон буйлы Бәкер һалдат-
тарса турайҙы. Ул быны ярым шаярып, ярым
етди эшләне. Әммә шулай итеп үҙенең
теләһә ниндәй бойороҡто үтәргә әҙерлеген
һиҙҙерҙе.







Айһылыу
исемле һатыусыны беләһеңме әле?







Белмәҫкә...
Үткәндә... Бәйләштек бит.







Эйе.
Бәйләштегеҙ. Ҡурҡытып, янап ҡаранығыҙ.
Ә ул тыңламай. Тыңламаған кешене нимә
эшләтергә?







Аҡылға
ултыртырға! — Бәкер оҙон сәстәрен артҡа
һыпырҙы.







Дөрөҫ!
— Шеф — илле йәштәр тирәһендәге тәбәнәк
буйлы, йыуантаҡ ир — өҫтәле артынан
сығып Бәкер янына килде. Кисә Айһылыу
склад янында беҙҙең егеттәрҙе тоторға
маташҡан. Ут менән уйнағанын аңламай,
иҫәр ҡатын! Беҙ уны иҫкәртмәнек түгел,
иҫкәрттек. Хәҙер үҙенә үпкәләһен.
Урлайбыҙ малайын!





Бәкер,
малайҙы урларға әҙер икәнлеген аңғартып,
ҡарашын етдиләндерҙе.









Эйе,
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 05
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов