Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 05

Общее количество слов 3187
Общее количество уникальных слов составляет 1506
38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
урлайбыҙ! — тип ҡабатланы шеф ҡатыраҡ
тауыш менән. — Бин уның малайын
таныйһыңмы?







Юҡ
әлегә.







Танырһың!
Бына фотоһы, адресы. Әсәһе әле эштә.
Батыр өйөндә булырға тейеш. Булмаһа
шул тирәлә өйрәләлер. Айһылыу эштән
ҡайтыуға, малайы беҙҙең ҡулда булһын.
Аңланыңмы?







Тауыш
күтәрмәҫме урлағанда?







Баҡ
ҡыланмаһаң, күтәрер. — Шефтың тауышы
асыулы ине. — Тап берәй хәйләһен! Барайға
бикләрһең. Бына асҡыс.







Аңланым.







Аңлаһаң,
бар. Ә-ә, туҡта. Был хаҡта беҙ икәүҙән
башҡа бер кем дә белергә тейеш түгел.







Ярар.





Көн
ҡояшлы. Шуға күрә Бәкер ҡара күҙлек
кейеп алды. Икенсенән, уға ошолай
хәүефһеҙерәк. Теге малайҙың өйө янында
әллә кемдәрҙе күрергә тура килер. Үҙеңде
танытмаҫҡа кәрәк. Хәтерҙәрендә ҡалмау
хәйерле.


Әлбиттә,
кеше балаһын урлау — шәп эш түгел. Әммә
Бәкер белә: шеф яҡшы түләйәсәк. Бәкер
йәш кеше — быйыл саҡ егерме өс тула.
Матур итеп кейенәһе лә, ресторан-кафе-
ларҙа күңел асаһы ла килә. Ә йөк тейәүсенең
аҡсаһы аҙ.


48


Шул
арҡала һатыу селтәренән китергә лә
йыйына ине әле. Бәкерҙең төп һәнәре
слесарь бит. СПТУ тамамлағайны. Шунан
армияла хеҙмәт итеп ҡайтты. Ҡайтты тиеүе
дөрөҫ тә түгелдер. Бәкер — тома етем,
балалар йортонда тәрбиәләнде. Һигеҙенсе
кластан һуң ошо ҡалаға килеп СПТУ-ла
уҡый башланы. Армиянан һуң да бында
килде, эшкә урынлашты. Тәү мәл слесарь
булып йөрөнө. Әммә аҡсаһы аҙ тойолдо.
Күрше заводҡа күсеп шымартыусы булып
эшләп ҡараны. Унда ла оҡшаманы. Шулай
итеп ике йыл эсендә Бәкер йәнә тиҫтәгә
яҡын эш урынын алмаштырҙы. Ьәр ҡайһыһының
нимәһелер күңеленә ятманы — йә аҡсаһы
аҙ, йә эше ауыр. Быйыл йәй йөк тейәүселәр
аҡсаны көрәп ала тигәнде ишетеп, һатыу
итеү селтәренә килеп юлыҡты. Әммә буш
хәбәр булған икән. Эше ауыр, аҡсаһы ла
маҡтанырлыҡ түгел. Бәкер йәнә китергә
йыйына башланы. Шул мәл ресторанда
һуғышып милицияға эләкте. Иртәгеһенә
һатыу итеү селтәренең директоры саҡырып
алды уны.









Ниңә
һуғыштың?







Хәтерләмәйем.
— Бәкергә, бынан китергә булғас, ҡыйыу
ҡыланды. — Күп төшөрөлгән, күрәһең.







Бында
«бер үҙе өс кешене туҡмаған», тип яҙалар.
Дөрөҫмө шул?







Дөрөҫ.







Һин
боксермы әллә?







Армияла
шөғөлләнгәйнем.







Көсөңдө
улай күрһәтеп йөрөһәң... Тоттом да ҡыуҙым
булыр.







Ҡурҡытма.
— Бәкер көлөмһөрәне. — Мин үҙем китәм
һеҙҙән.







Ниңә?







Аҙ
түләйһегеҙ.





Директор
Бәкер менән йомшағыраҡ һөйләшә башланы.









Аҙ
тиһең... Ә күпме кәрәк һиңә? Бәкер юрамал
ҙур ғына һанды әйтте.







О!
Күпте теләйһең икән... Хәйер, түләйем!
Хәҙер Бәкергә аптырарға сират етте:







Нисек?





Директор
ҡапыл ғына яуап бирмәне. Әкренләп
Бәкерҙең кем булыуын, ҡайҙа йәшәүен,
киләсәк хаҡында уйҙарын белеште. Шунан
махсус задание бирәсәген әйтте. Әгәр
Бәкер шуны үтәһә, һораған саҡлы түләйәсәк.
Директор: «Задание», — тигәс, Бәкер
ҡатмарлы эш көткәйне. Ә директорҙың
ҡушҡаны еңел генә булып сыҡты. Бәкер
әйтелгән урында, күрһәтелгән кешене
туҡтатып, бер генә һүҙ әйтергә тейеш
икән:









Һеҙҙе
иҫкәртәбеҙ. Әгәр соҡсоноуоғоҙҙо
ташламаһағыҙ, ҡатыраҡ сара күрергә
тура килер.





49


Шунан
һуң Бәкер, теге кешенең ни әйтерен дә
көтмәй, боролоп китергә тейеш.


Егеткә
задание оҡшаны. Ул ризалығын бирҙе, теге
кешегә ҡушылған һүҙҙәрҙе әйтте. Һәм
шуның өсөн директорҙан күп кенә аҡса
алды.


Унан
һуң Бәкер, директорҙың ҡушыуы буйынса,
төнөн складтан әйберҙәр тейәп алып
китеште, ниндәйҙер бер ирҙе тотоп
туҡманы. Бер нисә тапҡыр баҙарға барып,
һатыу итеп торған кешеләрҙе ҡыуышып
ебәрергә тура килде. Аҙаҡ Бәкергә
аңлаттылар: тегеләр урын өсөн шефҡа
аҡса түләмәгән икән. Бәкерҙәрҙең
директорының бында ниндәй ҡыҫылышы
барҙыр инде — быны егет аңламаны. Хәйер,
аңларға ла теләмәне. Иң мөһиме: уға
түләйҙәр.


Бара
тора Бәкер директор янында үҙе кеүек
башҡа егеттәрҙең дә барлығын күрҙе.
Быларға ҡушылып директорҙы «шеф» тип
әйтергә күнегеп китте.


Бынан
ике көн элек Бәкер шуларҙың береһе менән
һатыусы Айһылыуға иҫкәртеү һүҙҙәре
әйтте. Был ҡатын шефтың дәүләт кеҫәһенә
ҡул тығыуын һиҙеп ҡалған, тип аңлатты
егеттәр. Хужаның асыуы килгән, әлбиттә.
Уның ғына түгел егеттәрҙең дә йәне көйә
Айһылыуға. Һорамаған ергә ниңә тығыла
ул? Эгәр шефты ҡыйратһалар, үҙҙәренә
ауырға төшәсәген аңлай егеттәр. Теге
саҡта иҫкәртеүгә ҡарамай, Айһылыу алдына
алғанын ҡуймай, тимәк. Ә шеф бит шаярырға
яратмай. Шуны белмәй, күрәһең. Айһылыу
ханым. Бына бөгөн шеф уның улын урларға
ҡушты.


Эҙәрләу









Ниңә
урларға тейеш улар һине? — Ҡаушап төшкән
Хәлит күҙҙәрен селт-селт йомғоланы.







Белмәйем,
тием бит. — Батырҙың асыуы килә башланы.
Инде нисәнсе ҡат һөйләй. Ә Хәлит һаман
төшөнмәй. — Әгәр белһәм, һине саҡырыр
инемме ни. Барыр ҙа әйтер инем милицияға.







Ә
хәҙер әйтһәк?







Улар
ҙа төпсөнә башлаясаҡ: «Ниңә урларға
тейештәр һине?» Юҡ инде!..







Уларҙы
ҡайҙан табырбыҙ?







Ҡала
буйлап йөрөйбөҙ. Теге бандит мине
урларға йәки... үлтерергә йыйына.







Үлтерергә?
— Хәлиттең күҙҙәре аҡшайҙы.







Эйе.
Әсәйемә «улыңды юҡ итербеҙ» тигәнде
асыҡ ишеттем.







Юҡ,
Батыр. Мин һиңә ярҙам итә алмайым. Ҡурҡа





икән,
тип уйлама. Мин бөгөн ауырып торам.
Ниңәлер әсем ауырта. Кисә күп итеп еләк
ашағайным.









Их,
һин! — Батыр Хәлиткә күҙҙәрен ҡыҫа
биреп ҡараны. — Дуҫ тип йөрөгән булам.
Ярай, бар кит!







Мин
ҡурҡмайым. Әйтеп торам бит — әсем! —
Хәлит Батырҙы ышандырыу өсөн йөҙөн
сирҙы, ҡулдары менән эсенә баҫты.







Ярай,
мин һинһеҙ ҙә!.. — Батыр ҡырҡа боролоп
ситкә атланы.





Хәлит
бошонҡо ҡиәфәт менән алыҫлаша барған
дуҫына ҡарап торҙо ла түҙмәне, тегене
ҡыуып етте.









Туҡта
әле! Ниңә ҡыҙып барған булаһың? Мин бит
бергә йөрөмәйек тип әйтмәнем. Әсем
ауырта, тинем генә. Шәп атлама, тимәк.
— Хәлит йүгерә-йүгерә шулай һөйләнде.
— Ашыҡма, тием бит! Ҡайҙа сабаһың шул
тиклем? Бандиттан ҡасмайбыҙ бит әле.





Батыр
өндәшмәне, әммә аҙымдарын әкренәйтте.









Йә,
һөйлә. Нимәнән башлайбыҙ?







Ул
мине күҙәтә башлаясаҡ. Бөгөн.







Ҡайҙан
беләһең? — Хәлит тирә-яғына ҡарап алды.







Күңелем
һиҙә... Янымда һин булғас, ул бер ни ҙә
эшләй алмаҫ. Шул саҡ беҙ уның үҙен
беләбеҙ ҙә, үҙенең артынан күҙәтә
башлайбыҙ.







Ниңә?







Ниңә,
ниңә... Ҡайҙа йәшәгәнен беләбеҙ. Штабтарын
табабыҙ.







Ә-ә..
— Штаб һүҙе Хәлитте етдиләнергә мәжбүр
итте.





Малайҙар
ҡала буйлап атланы. Хәҙер һәр кеше Хәлит


менән
Батырға уларҙы күҙәтә кеүек.









Туҡта!
— тип шыбырланы бер мәл Хәлит. — Мин
күрәм уны!







Ҡайҙа?
— Батыр һағайҙы.







Ана,
ҡара әле! — Хәлит артҡа эйәк атты. — Аҡ
салбар кейгән ағай. Ул беҙҙе күҙәтә.







Эйе..
— Батыр етдиләнде. — Ипләп! Биҙеп
ҡалмаһын.





Малайҙар
бер ни һиҙмәгән төҫ менән алға атланы.









Хәҙер
былай итәбеҙ, — тип план ҡорҙо Батыр.
— Мин ары атлайым. Ә һин... артҡараҡ ҡал
да уның үҙен күҙәтә башла. Шунан мин
ҡапыл ҡасып китәм. Ә һин уның артынан
күҙәтә барып ҡайҙа йәшәгәнен беләһең.







Бер
үҙемме? — тип борсолдо Хәлит.







Ҡурҡма!
— Батыр дуҫын тынысландырырға тырышты.
— Уға мин кәрәк.







Ярай,
— тип ризалашты Хәлит.





Күп
тә үтмәне ул, дуҫынан айырылып, артҡа
ҡала башланы.


51


Әммә
малайҙарға был планды тормошҡа ашырырға
яҙманы. Теге кеше, гәзит киоскыһы янында
бер аҙ туҡтап торғандан һуң, кире яҡҡа
китте лә барҙы.


Малайҙарҙың
кәйеф кителде. Улар бит Батырҙы урларға
тейеш бандитты табыуҙарына тамам
ышанғайны...


Хәл
юҡ, эҙләүҙе дауам итәһе генә ҡала. I?


Бер
сәғәт эсендә улар йәнә дүрт кешене
үҙҙәренең артынан күҙәтеп килгән кеүек
күрҙе. Әммә дүртеһендә лә яңылыштылар.
Бәммәһе лә осраҡлы рәүештә генә малайҙарға
эйәреп килгәндәр икән. Хәлит артҡа ҡалып
уның үҙен күҙәтергә әҙерләнгән мәлдә
генә тегеләр икенсе яҡҡа боролдо ла
китте.


Төштән
һуң Батыр менән Хәлиттең бандитты
осратыу- ҙарына өмөттәре өҙөлгәйне.


Ҡапыл
Батыр һағая төштө:









Тс-с!







Ни
булды? — тип шыбырланы Хәлит артына
әйләнеп ҡарарға ҡурҡып. Әгәр боролһа,
көткән кешеләре берәй нәмә һиҙенер ҙә
ҡасып китер кеүек ине малайға.







Бин
иғтибар иттеңме? — тип һораны Батыр. —
Беҙгә бер-нисә тапҡыр ҡыҙыл күлдәк
кейгән ҡыҙ осраны.





—-
Ҡулында туңдырмаһы бармы?









Эйе.
Һиҙәм: шул күҙәтә беҙҙе!







Нимәгә
кәрәк беҙ уға?







Беҙ
— иҫәрҙәр, түмәрбаштар!.. Бандиттар бит
хәйлә- кәрерәк. Мине күҙәтеү өсөн һис
тә оло кеше кәрәкмәй.





Улар
ошо ҡыҙҙы ебәргән. Ул беҙгә эйәреп йөрөй
ҙә... Бәлки, минең яңғыҙ ҡалыуымды көтәлер.
Шунан кәрәк урынға хәбәр итер һәм...


Хәлит
әкрен генә артына боролоп ҡараны. Ҡулына
туңдырма тотҡан ҡыҙыл күлдәкле ҡыҙ,
ысынлап та, уларға эйәреп килә. Үҙе
туп-тура бында ҡарай. Бар ҡиәфәтендә
малайҙарҙан артҡа ҡалмаҫҡа тырышҡаны
.фиҙелә.









Әйҙә,
был яҡҡа боролайыҡ әле!





Батыр
менән Хәлит, урам сатына еткәс, ҡырҡа
ғына уң яҡҡа тартты. Бер аҙ барғас,
һиҙҙермәҫкә тырышып, артҡа к үҙ һалдылар.









Килә!
— тип ҡысҡырып ебәрҙе икеһе лә.







Теге
мөйөшкә етәбеҙ ҙә уңға боролабыҙ.
Боролдо- лар — ҡыҙ йәнә уларға эйәрҙе.







Ошомо
икән ни? — Малайҙарҙың ышанғыһы килмәне.
— Тағы тикшереп ҡарайбыҙмы?







Тикшерәбеҙ!





Тикшерҙеләр.
Ҡыҙ уларҙан ҡалышманы.


Малайҙар
атлап барған көйө план ҡорорға тотондо.









Мин
әйткәнсә эшләйбеҙ, — тине Батыр. — Һин
анау





өйгә
ин дә тороп ҡал. Ул миңә эйәрәсәк. Ә һин
саҡ ҡына көтәһең дә үҙенең артынан
төшәһең.









Э
һиҙеп ҡалһа?







Һиҙҙермәҫкә
тырыш. Уның кеүек яҡын килмә. Алыҫтан
күҙәт. Шунан мин ҡасып китәм. Аҙаҡ
һиҙҙермәй генә мин дә һиңә ҡушылырмын.







Булды!





Бер
аҙ барғас, Хәлит, ҡырҡа боролоп, эргәләге
өйҙөң подъезына инеп китте. Батыр бер
ни булмағандай ары ат- лауын белде. Ҡыҙыл
күлдәкле ҡыҙ саҡ ҡына икеләнеп торҙо
ла Батырға эйәрҙе. Хәлиткә шул ғына
кәрәк ине лә. Ҡыҙ байтаҡ алыҫайғайны,
йәшенеп кенә артынан төштө.


Был
мәл көн кисләй башлағайны. Ҡараңғыла
эҙен яҙлыҡтырмаһа, Хәлит ул ҡыҙҙың ҡайҙа
йәшәгәнен беләсәк. Шунан инде милицияға
әйтерҙәр. Э улар бының ни өсөн Батыр
менән Хәлиткә эйәреп йөрөгәнен тиҙ
асыҡлар...


Әмилэ
Ер менән хушлаша


Эмиләгә
Батыр менән Хәлиткә эйәреп йөрөүе ҡыҙыҡ
ине. Тегеләр бик мөһим эш башҡарғандай
нимә хаҡында- лыр ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшеп
алалар. Бер ҡараһаң, ҡайҙалыр ҡабаланалар
кеүек. Э үҙҙәре һаман да бер тирәлә
өйрәлә.


Көн
кисләй башланы. Эмиләгә ҡайтыр ваҡыт
етте. Малайҙарға йәнә бер аҙ эйәреп
барыр ҙа станцияға юлланыр...


Батыр
менән Хәлит бынан бер-нисә аҙна ғына
элек Ер аҫтындағы станция эсендә
бандиттарға ҡаршы алыштылар. Ҡаланың
ун һигеҙ малайын, ҡыҙҙың атаһын
ҡотҡарҙылар... Шул батырлыҡтары хаҡында
ошо ике малай бер ни белмәй. Ҡыуып етергә
лә барыһын да һөйләп бирергә ине үҙҙәренә.
Ышанмаҫтар шул. Хатта Әмиләне иҫәргә
һанарҙар...


Ҡыҙҙың
малайҙар янында булған һуңғы минуттар
етә. Бына хәҙер боролоп станция яғына
атлар һәм уларҙың икеһен дә башҡа бер
ҡасан да күрмәҫ. Бик үкенесле был...


Көн
тағы ла нығыраҡ ҡараңғылана төштө. Етер.
Нисек кенә һуҙһаң да барыбер айырылышырға
кәрәк. Йәнә биш минуттан Әмилә станцияға
табан йүнәләсәк. Күңел эсенән генә,
шыбырлап ҡына был ике ҡыйыу малай менән
мәңгегә хушлашыр ҙа ҡайтыу яғына атлар.
Эйе, йәнә биш минуттан. Бына инде дүрт
минуттан...


Ошо
ерҙә Эмилә малайҙарҙың уға иғтибар
итеүҙәрен абайланы. Һиҙҙеләрме икән?
Әйҙә, һиҙә бирһендәр. Барыбер бер ни ҙә
аңламаясаҡтар бит. Етмәһә өс минуттан
айырылышасаҡтар.. .


53


Бер
аҙ барғас, Хәлит, ҡырҡа боролоп, эрггәләге
өйгә инеп китте. Ҡыҙ, күп уйлап тормайынса,
Батырға эйәрҙе. Әммә быныһы ла күп
барманы — нимәнәндер өркҡән йәнлек
кеүек ҡапыл ситкә ташланды һәм шунда
уҡ жүҙҙән дә юғалды. Малайҙарҙың икеһенең
дә көтмәгәндә гешә юҡҡа сығы- уына әсенһә
лә, ниһайәт, уларҙан еңел генә айырыла
алыуына ҡыуанды ла Әмилә. Юғиһә, ҡалдырып
китә алмайынса эйәрер ҙә йөрөр ине
уларға, моғайын.


Көн
бөтөнләй ҡараңғыланды. Тәҙрәләрҙә!
уттар ҡабына башланы. Бына ҡаланың сите.


Әмилә
Ер ҡалаһына һуңғы тапҡыр ҡарыны ла,
яланға сығып, станцияға табан атланы.
Һуңғы тапҡсыр ошо юлдан үтәм, тип уйланы
ҡыҙ. Иртәгә ошо ҡалаға1
йәнә сығырға тура киләсәген Әмилә был
минутта белмәй шне әле...


Бәкер
Батырҙы таба


Бәкерҙең
ошондай эшкә кейә торған махс:ус кейеме
бар: аҡ күлдәк, һоро салбар. Егет ятаҡҡа
инеп,, шул кейемен гәзиткә төрөп алды.
Шунан ҡала баҡсаһынсың аулағыраҡ урынына
инеп өҫтөн алмаштырҙы, танау агҫтына
мыйыҡ йәбештерҙе. Күп ҡатлы өй янында
әбей-һәбейҙәр тулып ултыра торған. Аҙаҡ
милиция эҙләргә тотонһга, иң алда
шуларҙан һорау аласаҡ. Әбейҙәр аҡ күлдәк
кейгән, мыйыҡлы әҙәм хаҡында һөйләр, ә
Бәкер иртәгеһенә бөэтөнләй икенсе
ҡиәфәттә йөрөр. Табығыҙ шунан уны!


Тәүҙә
Бәкер Батырҙың фотоһын тикшерҙе. Ябай
йөҙ. Шоморт төҫөндәге терпесәс. Башҡа
малайҙарҙан айырыуы еңел булмаҫ...


Бына
өсөнсө ҡат. Утыҙ дүртенсе квартира. Аяҡ
тауыштары ишетелмәй. Бәкер звонокка
баҫты. Батшгр өйҙә булһа, уға ни әйтере
уйланылған:









Әсәйең
ҡаты ауырып китте, — тиәсәк Бәкер. —
Һине тиҙ генә алып килергә ҡуштылар.





Фатир
эсендә ҡылт иткән дә тауыш ишерелмәне.
Өйҙә юҡмы икән ни? Бәкер йәнә өс тапҡыр
звоножка баҫты. Яуап юҡ. Хәйер, йәй көнө
ниндәй малай фатирҙа бикләнеп ултыра
алһын?


Бәкер,
подъезд янындағы әбейҙәргә тура жарамаҫҡа
тырышып, ситкә атланы. Балалар
майҙансығьлнда малайҙар күренә. Шуларҙан
һорарға кәрәк. Ә бәлки Батыр шуларҙың
араһындалыр? Хәйер, фотолағы малайға
оҡшағаны күренмәй бында.









Футбол
уйнайҙыр ул, — тине малайҙар . — Яңы
шунда йөрөй ине.





Бәкер
Батырҙың ниндәй кейемдә икәнлегген
һорашты.


54


Зәңгәр
шортикта, аҡ футболкала икән. Түшендә
«Спорт» һүҙе бар, арҡаһына «10» һаны
яҙылған.


Бәкер,
малайҙарға рәхмәт әйтеп, футбол
майҙансығына йүнәлде. Хәҙер Батырҙы
табыуы ауыр булмаҫ. Фотоһы бар, кейемен
белә.


Тиҙҙән
кирбестән яһалған ҡапҡалар араһында
шау-гөр килеп туп типкән малайҙар янына
килеп сыҡты Бәкер. Егет, майҙансыҡ янында
туҡтап, оҙаҡ ҡына уйынсыларҙы күҙәтте.
Әммә улар араһында йөҙө менән дә, кейеме
менән дә Батырға оҡшағаны юҡ ине. Ҡайҙа
йөрөй икән был суҡынғыр?


Бәкер
бындағыларҙан малай хаҡында һорашып
торманы. Шик тыуыуы бар. Урам буйлап
йөрөргә кәрәк. Ҡала бәләкәй. Килеп
осрамаҫ тимә.


Шундай
уй менән Бәкер байтаҡ ваҡыт ҡала урамдарын
ураны. Батырға оҡшаған малай осрамағас,
йәнә утыҙ дүртенсе фатир янына килеп
звоногына баҫты. Әммә яуап булманы.
Бәкер тағы тышҡа сыҡты. Нимә эшләргә?
Батырҙы бөгөн урлай алмаһа, шеф һис
шикһеҙ асыуланасаҡ. Ул ҡушылған эштең
ваҡытында үтәлеүен ярата... Тимәк, малайҙы
нисек тә табырға кәрәк.


Ошо
ерҙә Бәкер шатлығынан саҡ ҡысҡырып
ебәрмәне. Уны уҙып киткән ике малайҙың
береһенең арҡаһына ат башындай итеп ун
һаны яҙылған ине. Етмәһә футболкаһы аҡ,
шортигы зәңгәр төҫтә. Бәкер кеҫәһенән
теге фотоны сығарҙы. Ҡара шоморт сәс.
Терпе энәләре кеүек тырпайып тора. Батыр
бит был! Әгәр түшендә «спорт» һүҙе бар
икән, был һис шикһеҙ Бәкер урларға тейеш
малай.


Егет,
шәберәк атлап, тегеләрҙе уҙып китте һәм
малайҙың түшенә к үҙ һалды.


Унда...
ҡыҙыл хәрефтәр менән «спорт» тип яҙылған
ине. Шул!


Заданиеның
иң ауыры Батырҙы табыу ине. Ә инде
ҡалғаны... Уныһын «һә» тигәнсә эшләйәсәк.
Бына эргәһендәге дуҫы ғына китһен дә...


Шундай
уйға килгәс, Бәкер малайҙарҙан аруҡ
ҡына артҡа ҡалды. Иң мөһиме — кәрәгенән
алда уларҙың күҙенә салынмаҫҡа! Шик
тыуҙырмаҫҡа. Юғиһә улар, ана, нимәлер
һиҙенгән кеүек алан-йолан ҡараналар.
Әллә берәүҙе көтәләр, әллә ҡасалар...
Малайҙарҙың маршруты ла сәйер тойолдо.
Үҙҙәре ҡайҙалыр ашыға кеүек, ә үҙҙәре
бер тирәлә өйрәлә. Баралар-баралар ҙа,
ҡапыл ҡырҡа боролоп, икенсе яҡҡа атлайҙар.
Хәйер, ула^рҙы аңлай Бәкер. Үҙҙәрен
разведчик итеп хис итәләрҙер. Йәнәһе,
эҙәрләүҙән ҡасалар. Таныш уйын! Бәләкәй
саҡтарында Бәкер ҙә дуҫтары менән шулай
хыяллана ине. Урамда килгән бер ағайҙы
дошман шпионы итеп күҙ алдына килтерәләр
ҙә ҡаса баш-


55


лайҙар.
Йәнәһе, тегеһе уларҙың артынан ҡыуа.
Үҙҙәрен һәр саҡ изге маҡсат менән йөрөгән
совет разведчигы итеп тоя инеләр. Э
тормош ана нимә эшләтте Бәкерҙе. Бөгөн
Бәкер, шпион кеүек, үҙҙәрен разведчик
итеп күҙ алдына килтергән ике малай
артынан күҙәтә. Туҡта, хискә бирелеп
китте түгелме? Бирешергә ярамай. Ул
бөгөн бер кәмәгә ҡарамай Батырҙы һарайға
илтеп ябырға тейеш.


Былар
ошолай йөрөһә, тиҙ генә айырылышмаҫтар
әле! Батырҙы теге малай эргәһенән алып
китке лә килмәй. Милиция эшкә тотонһа,
малай уларға Бәкерҙе һүрәтләп бирәсәк.
Әлбиттә, ул бөтәһен дә хәтерләй алмаҫ.
Шулай ҙа бындай эштә һаҡ булырға кәрәк.


Туҡта!
Былар айырылышырға итә түгелме? Эйе,
йыуантаҡ малай хушлашты ла эргәләге
подъезға инеп китте. Ә Батыр ары атланы.
Тиҙерәк ҡыуып етергә үҙен!


Бәкер
аҙымдарын тиҙләтте.


Ошо
мәлдә Батыр, ниҙер һиҙенгән кеүек, алға
йомолдо. Егет уны-быны уйларға ла өлгөрмәй
ҡалды, теге күҙҙән дә юғалды. Бәкер»
көтөлмәгән хәлдән һуң аңына килә
алмайынса, бер-нисә секунд аптырап
торҙо, шунан Батырҙың артынан ташланды.
Ошо ерҙә ул подъездан килеп сыҡҡан теге
йыуантаҡ малайға саҡ-саҡ бәрелмәне.


Бының
күҙҙәре ут кеүек яна. Әйтерһең, йәнлек
артынан ҡыуа сыҡҡан һунарсы!


Бәкер,
ҡырҡа боролоп, ситкә атланы. Бының
алдында Батыр артынан сапмаҫ. Шикләнеүе
бар. Ошо тирәләге тура юлдан сыға ла ҡуя
тегенең ҡаршыһына!


Туҡта,
был ни эш? Бәкер саҡ ҡына ла атларға
өлгөрмәне, Батыр әллә ҡайҙан йәнә
йыуантаҡ дуҫы янына килеп сыҡты.


Бәкер
аптырап тора. Нимә ҡылана былар? Йәнә
бергәләп йөрөргә итәләрме? Тьфү генә
икән дә!


Ул
арала мюлайҙар, кемделер күҙәткән кеүек,
һаҡ ҡына - баҫып, өй мөйөштәренә
йәшенә-йәшенә алға атланылар. Нимә
күргәндәр улар унда шул тиклем! Бәкер
текләберәк ҡарай. Әммә көн инде бөтөнләй
ҡараңғыланды, бер ни күрерлек түгел...


Быларҙың
уйындары бөткәнсә эйәреп йөрөргә тура
килерме икән? Хәйер, ҡараңғы төшкәс,
оҙаҡҡа һуҙмаҫтар ҙа ул уйындарын.


Бер
мәл малайҙар бөтөнләй ҡаланан сығып
китте. Ҡайҙа баралар төнгә ҡарай? Әллә
берәүҙе эҙәрләйҙәрме? Ысынлап та, уларҙан
алдараҡ кемдер атлай түгелме? Хәйер,
ҡараңғы, бер ни күренмәй...


— Батыр,
әсәйең ауырып китте. Ул һине табып
килтерергә ҡушты, — тиһә, ышанырмы
малай?


Ул
арала ҡаланан байтаҡ алыҫлаштылар. Уның
уттары


нөктә
генә булып күренә. Нимә эшләргә? Һаман
эйәреп барырғамы, әллә...


Ошо
ерҙә бығаса өндәшмәй килгән малайҙарҙың
үҙ-ара һөйләшкәне ишетелде.









Ҡайҙа
булды ул? — тип һораны малайҙарҙың
береһе хәүефле тауыш менән.







Ер
йотҡан кеүек булды!







Ул
нимәлер әйтте шикелле?







Ер
— Ур түгел, тине. Мин асыҡ ишеттем.







Нимә
тине?







Ер
— Ур түгел!..





Киләһе
секундта малайҙарҙың ҡот осҡос нәмә
күргәндәре кеүек, ҡурҡҡан тауыштары
ишетелде.









А-а!..







Соҡор!..







Сыҡ
тиҙерәк!





Бәкер
ни уйларға ла өлгөрмәй ҡалды, ҡараңғылыҡтағы
тауыштар ҡапыл юҡҡа сыҡты. Егет күҙҙәрен
ҡыҫа биреп алға ҡараны. Малайҙар күренмәй
ҙәһә! Ҡайҙа булды улар? Бәкер ергә ятып
ҡарашын йәнә алға ташланы. Саҡ ҡына
өҫтәрәк ағарып күк йөҙө күренә. Үләндәр
әкрен генә елдә сайҡала. Һәм тирә-йүнде
ялмап алған шомло тынлыҡ...


Бәкерҙе
ҡурҡыу солғап алды. Ҡайҙа юғалдылар.
Яңы ғына ошонда һөйләшеп тора ине бит
улар. Әллә һаташа башланымы? Егет шәп-шәп
атлап алғараҡ үтте. Юҡ! Әйтерһең, әкиәттәге
кеүек ер йотто үҙҙәрен!


Ошонда
торалар ине. Кемдер әйткән һүҙҙәрҙе
ҡабатланылар. Ниндәй һүҙ ине әле?









Ер
— Ур түгел, — тип өндәште Бәкер үҙ
алдына. Шул мәл ул аяҡ аҫтындағы ерҙең
ҡапыл аҫҡа төшә башлауын тойҙо. Ҡото
осҡан Бәкер ситкә ташланды. Әммә шунда
уҡ ҡойма кеүек күтәрелгән соҡор ситенә
барып төртөлдө. Егет үрмәләп уға менергә
итте, тик өлгөрмәне. Стена бик тиҙ
күтәрелә ине. Киләһе секундта алыҫтағы
ҡала уттары күҙҙән юғалды. Шунан баш
өҫтөндәге йондоҙҙар әллә ҡайҙа булды.
Тирә-йүнде күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек
ҡараңғылыҡ солғап алды...





Ер
аҫтында Батыр менән Хәлит үҙҙәренең
тәпәш кенә түбәле оҙон бер коридорҙың
осонда тороуҙарын аңланылар.


Ниндәй
урын был? Ер аҫтына килеп төштөләрме?
Нисек инде улай? Ҡола ялан уртаһында
тор ҙа, ҡапыл уйламағандан, ер аҫтына
барып эләк, имеш. Әллә төш күрәләрме?


Малайҙар
ҡурҡыштарынан бер-нисә минут иҫтәренә
килә алмай торҙолар. Беренсе булып
Батырҙың теле асылды. Ул тирә-яғына күҙ
һалды ла:









Ә
теге ҡыҙ ҡайҙа? — тип шыбырланы.







Һиндә
ҡыҙ ҡайғыһы! — Хәлит иламһыраны. —
Кәрә-





57


ге
бар ине! Шуның арҡаһында ошонда килеп
эләктек! Уға эйәреп йөрөгән мин — иҫәр!
һин әле!.. Хәҙер нисек? Унда әсәйем...


Хәлит
шыңшый ҙа башланы.









Мыжыма
әле! — Батырҙың да йөрәге шомланып тибә
башланы. Әммә быны һиҙҙереп торманы.
Хәҙер илауҙан ни файҙа? Ҡотолоу хаҡында
уйларға кәрәк. — Әйҙә әле!







Ҡайҙа?
Мин бер ҡайҙа ла бармайым! Һиңә эйәрһәң...







Улайһа,
ҡал! Мин киттем.







Туҡта!
Хәҙер нисек сығабыҙ бынан?







Илап
торһаң, тиҙерәк сығырһың.





Батыр
коридорҙың бер яҡ стенаһына һыйына-һыйына
алға атланы. Хәлит уға эйәрҙе.


Шул
ерҙә малайҙар үҙҙәренең артында ниндәйҙер
тауыш ишетте. Ул ҡайнап килгән самауыр
шыжлауын да хәтерләтә, самолет геүләүенә
лә оҡшап китә. Батыр менән Хәлит тиҙ
генә эргәләге бағаналар артына йәшенде.
Күп тә үтмәй, яңы ғына малайҙар торған
ерҙә, бер ир кеше күренде. Ул да бында
осраҡлы килеп эләккән, күрәһең. Ҡара
урманда аҙашҡан кешеләй, алан-йолан
ҡарана. Күҙҙәре ҙурайған, хәрәкәттәре
борсоулы.









Ниндәй
ер был? Ҡайҙа эләктем? Ә тегеләр ҡайҙа
булды? — тип хәүефле тауыш менән һөйләнде
ул, шунан ҡа- рана-ҡарана коридор буйлап
атланы.





Теге
боролошҡа инеп юғалғас, малайҙар
бер-береһенә ҡарашты.









Кем
ул? — тип һораны Хәлит.







Мин
ҡайҙан беләйем? — Батыр йәшенгән еренән
сыҡты.







Ошо
мәмерйәнең хужаһылыр бәлки?







Юҡ,
— тине Батыр. — Ишетмәнеңме? «Ҡайҙа
эләктем?» — тип һөйләнде. Беҙҙең кеүек
тәүгә килеп ингән. Әйҙә артынан барайыҡ
әле. Ҡайҙа барып сығыр икән?





Малайҙар
стена буйындағы бағаналарға йәшенә-йәшенә
алға йүгерҙе. Бәлки, был кешенән ҡасып
йөрөргә кәрәкмәйҙер. Бергәләшһәләр,
был хәлдән ҡотолоу юлын тиҙерәк табырҙар?
Шулай ҙа Батырҙың күңелендәге шом, әлегә
был иргә күренмәҫкә ҡушты.


Ә
теге ҡыҙ ҡайҙа юғалды? Ул да ошонда төшөп
китте түгелме? Бында йәшәйме икән. ни?
Әгәр ысын булһа, ғәжәп был! Малайҙың
башында тиҫтәләгән һорау, ә береһенә
яуап юҡ.


Башында
ошондай уйҙар ҡайнаған малайҙың яурынына
кемдер тейеп алды. Хәлит төртә икән тип.
Батыр тәүҙә әйләнеп тә ҡарманы, һаман
коридорҙың теге осондағы иргә текәлеп
тороуын белде.


Бер
мәл йәңә уның яурынына төрттөләр.


Батыр
артына әйләнде һәм саҡ ҡолап китмәне.


Уның
янында ҡыҙыл лампочка-күҙҙәрен йылтыратып
робот баҫып тора ине. Ул бөтә ҡиәфәте
менән кешегә оҡшаған. Ике ҡулы, ике аяғы
бар. Тик улар дүрткел-ти- мерҙән
эшләнгәндәре күренеп тора. Башы ла ҡумта
кеүек. Танауы юҡ, ә бына ауыҙ кеүек ере
бар.


Робот
Батырға ҡарап ниҙер әйтте.


Ҡаушап
ҡалған малайҙар ни тиергә лә белмәне.
Теге һүҙҙәрен яңынан ҡабатланы.









Нимә
ти ул? — тип һораны Хәлит.







Мин
ҡайҙан беләйем?







Бәлки
ул бынан сығыу юлын беләлер?







Белә,
әлбиттә. Тик беҙгә әйтмәйәсәк. Ул арала
робот йәнә ниҙер әйтте.





Малайҙар
бер-береһенә ҡарашып алды ла, хәүефһеҙерәк
булыр тип, китеү яғын ҡараны. Әммә ике
аҙым да яһарға өлгөрмәнеләр, робот
уларҙың ҡулынан эләктереп алды.









Ебәр!
— тип ҡысҡырып ебәрҙе Хәлит. — Ауырта
бит!





Робот
малайҙың иламһырауына иғтибар итмәне.
Боролдо ла, уларҙы етәкләп, ҡайҙалыр
алып китте. Малайҙар тартҡылашып ҡараны,
әммә ҡулдарын роботтың усынан һурып
ала алманы. Теге ныҡ тотҡайны.









Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 06
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов