Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 18

Общее количество слов 3380
Общее количество уникальных слов составляет 1452
40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
теләп. — Эмилә!


Әммә
ярыҡтан килгән көслө геүләү арҡаһында.
Батыр үҙ тауышын үҙе ишетмәне. Э Эмилә,
был яҡҡа ҡарарға онотоп, алға атлауын
ғына белә.


Малай
ҡыҙҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн ҡулдарын
болғарға кереште. Ниһайәт, ҡыҙ уның
яғына боролоп ҡараны. Батыр ым менән
Эмиләгә ҡурҡыныс янауын аңлатырға
тотондо. Артыңа әйләнеп ҡара. Унда кемдер
ҡыуып килә һине. Хәҙер үк ҡас. Тиҙерәк
ҡас!


Бына
ҡыҙ артына боролдо. Нәм унда бик ҡурҡыныс
нәмәне күрҙе шикелле, сөнки күҙҙәре
ҙурайып асылды, йөҙөн оло хәүеф ялманы.
Бына ул, ҡурҡышынан нимә эшләргә
белмәйенсә, бер-ике аҙым артҡа сигенде,
шунан ҡырҡа боролдо ла, аҡһаҡлай-аҡһаҡлай
йүгерә башланы.


Батыр
уның тапҡырынан бара. Малай инде үҙенең
алдына ҡарамай. Уның бар уйы, ҡарашы,
йөрәге теге яҡта. Кем ҡыуа ҡыҙҙы? Ул шул
тиклем ҡурҡынысмы? Әгәр ул йыртҡыс
Эмиләне ҡыуып етһә? Өҫтөнә ташланһа? Ул
саҡта Батыр ни эшләр? Ҡул ҡаушырып был
яҡта ҡарап торормо? Бәлки, утлы ярыҡ
эсенә ырғып төшөп, теге яҡҡа сығырға
маташып ҡарарғалыр? Батыр аҫҡа к үҙ
һалды. Юҡ шул! Уның төбө күренмәй. Эсенә
төшһәң, ғүмерҙә лә сыға алмаҫһың.


Ул
арала теге билдәһеҙ йәнлек Эмиләгә
тамам яҡынлашты. Был үрмәксегә оҡшаған
йыртҡыс ине. Ҙурлығы һыйыр тиклем.
Тиҫтәгә яҡын оҙон аяҡтары һайғауға
оҡшап тора. Башы ҙур, ауыҙынан ҡайсы
кеүек бер нисә теше күренеп тора.
Ҡурҡыныс!


195


Йыртҡыс,
Әмиләнең эҙенә танауын төрткән дә,
ашығып алға саба. Эмилә ҡасып ҡотолорға
итә. Әммә йыртҡыстың тиҙҙән ҡыҙҙы ҡыуып
етәсәге көн кеүек асыҡ! Үҙенең көсһөҙлөгөн
аңлауҙан һәм ҡурҡыштан Батырҙың бөтә
тәне ҡалтырай. Нисек ярҙам итергә? Әмилә,
туҡта! Хәҙер ҡасыу файҙаһыҙ. Ҡулыңда
бит таяғың бар! Шуның меңән һаҡланырға
тырыш!


Юҡ!
Ҡыҙ ишетмәй. Ул һаман ҡаса...


Бына
үрмәксенән Әмиләгә тиклем бер-ике аҙым
ғына ара ҡалды. Йыртҡыс ҡыҙҙың өҫтөнә
ташланыу өсөн сүкәйә башланы.


Ошо
ерҙә Әмилә артына әйләнеп ҡараны һәм
ҡото осоп ҡысҡырып ебәрҙе. Уның тауышын
ишетмәне малай. Ауыҙының ҡырҡа асы лыуын
ғына күрҙе.


— Таяғың
менән! — тип ҡысҡырҙы Батыр йәнә. —
Таяғың!


Малайҙың
кәңәшен ишеткәндәй, ҡыҙ ҡулындағы таяғын
өҫкә күтәрҙе. Әммә йыртҡыс быға иғтибар
биреп торманы, нисек сабып килһә, шул
көйө ҡыҙҙың өҫтөнә ташланды. Ошо ерҙә
Әмилә нисектер ситкә ялтанырға өлгөрҙө
һәм таяғы менән үрмәксегә һуғып ебәрҙе.
Тегеңә ныҡ ҡына эләкте шикелле, ул
артҡараҡ сигенде, бер аҙ аптырабыраҡ
торҙо. Шунан үҙенең төп дошманы кем
икәнлеген аңлап, таяҡҡа ташланды. Киләһе
секундта ул ағас киҫәген ауыҙына
эләктерҙе һәм ҡыҙҙың ҡулынан йолҡоп та
алды. Әмилә быны көтмәгәйне. Ҡоралһыҙ
тороп ҡалғас бөтөнләй ҡаушаны, баҫҡан
ерендә торорға ла, ҡасырға ла белмәне.
Ул арала йыртҡыс таяҡты ҡайсы менән
ҡырҡҡан кеүек бер-ике киҫәккә өҙгәләп
ситкә быраҡтырҙы. Бына ул сүкәйҙе лә
ҡыҙға ырғыны...


Батыр
ҡурҡышынан күҙҙәрен йомдо. Әмиләне
юғалты- уы ошомо?!


Малайҙың
тубыҡтары ҡалтыраны, йөрәге туҡтап
ҡалғандай булды. Ул үҙенең нисек итеп
ергә ултыра төшкәнлеген тойманы...


Күпмелер
ваҡыт үтте...


Малай
әкрен генә ҡарашын теге яҡҡа күсерҙе.


Ә
унда...


Унда
Әмилә янында Йыуан, Бонтор һәм Тәпәш
тора ине. Тәпәштең ҡулында пистолет.
Уның көбәгенән төтөн ағыла. Күрәһең,
Тәпәш пистолетының ялҡыны менән үрмәксене
ауҙарған. Йыуан һәм Һонтор ерҙә ултырған
Әмиләгә эйелгән...


Яңы
ғына Батыр был өсәүҙән ҡурҡып ҡаса ине.
Ә хәҙер уларҙың килеп сығыуына ысын
йөрәктән ҡыуанды. Әгәр улар килеп етмәһә,
Әмилә яҡты донъя менән хушлаша ине
бит!..


Тик
хәҙер Эмилә тотолдо. Уны хәҙер Ергә алып
ҡайтасаҡтар ҙа Батырҙы онотторасаҡтар.
Шунан мәңгегә Урға оҙатасаҡтар. Ьәм
улар бер ҡасан да осраша алмаясаҡ. Ҡот
осҡос! Э нимә эшләргә һуң? Уның бит ҡыҙҙы
юғалтҡыһы килмәй...


Батыр
урынынан торҙо. Ни эшләргә? Ҡайҙа барырға?
Был планетала япа-яңғыҙ тороп ҡалырмы?


Батыр,
ҡайҙа барғанлығын тоймайынса,
ағас-үләндәрҙе йыра-йыра, Әмилә менән
үҙен айырыусы утлы ярыҡтан ситкә
атланы...


ХӘЛИТ
ХӘТЕРЛӘЙ


Әгәр
Батыр, ысынлап та, уларға килгән икән,
дуҫының берәй әйбере ҡалғандыр бит
бүлмәлә. Хәлит ҡорт саҡҡандай, урынынан
ырғып торҙо. Шунда уҡ уның күҙенә стенаға
һөйәлгән ике портрет салынды. Кемдең
һүрәттәре былар. Батыр килтергәнме? Ул
бит рәссамлыҡҡа уҡый... Хәлит, портреттарҙы
ҡулына алып, әйләндереп-әйләндереп
ҡарарға тотондо.


Ҡара
әле. Уларҙың икеһенең дә артына Батырҙың
исем- фамилияһы яҙылған. Батырҙың
һүрәттәре! Ул килгән, килгән!..


Тик
ниңә Хәлит быны хәтерләмәй?


Малай
йәнә һүрәттәрҙе өйләндерергә кереште.
Кемдәр яһалған бында? Икеһе лә бер үк
ҡыҙ түгелме? Исеме нисек? Портреттар
«Ай ҡыҙы» һәм «Хыял ҡыҙы» тип атала...


Туҡта!
Малай терт итеп ҡалды. Ул был ҡыҙҙы
ҡайҙалыр күргән кеүек. Эйе, эйе! Күрҙе!
Тик ҡайҙа? Ҡасан? Хәлит күпме генә уйлаһа
ла быны иҫенә төшөрә алманы.


Батырҙың
юғалыуы ошо ҡыҙға бәйле түгелме икән?


Хәлит
йәнә бүлмәгә күҙ йүгертте. Был кемдең
курткаһы, күлдәге? Был ниндәй салбар?
Батырҙыҡы бит! Ул килгән!.. Тик ҡайҙа
икән һуң ул? Ҡайҙа? Батып ҡына ҡуймаһа
ярар ине. Хәҙер иң ҡурҡытҡаны ошо...


Ҡарана
торғас, Хәлит өҫтәлдәге бер ҡағыҙға
иғтибар итте. Унда Батырҙың ҡулы менән
ниндәйҙер адрес яҙылғайны. Кемдең адресы
был? Нимә кәрәк булған унда Батырға?
Бәлки, ошо минутта дуҫы шундалыр? Хәҙер
үк унда барып әйләнергә кәрәк!


Ярты
сәғәт тә үтмәне. Хәлит был өйҙөң ишеге
алдында тора ине инде. Тупһала урта
йәштәрҙәге бер ағай күренде:


— Ә-ә-ә,
һаумы, һаумы, улым! Йәнә килдеңме? Тағы
нимә аңлашылмай?


Хәлит
ҡаушабыраҡ ҡалды. Нимә һөйләй ул? Хәлит
бит


197


бында
тәүге тапҡыр килде. Ә ағай: «Йәнә
килдеңме?» — тип һорай. Әллә килеп тә,
бында булғанлығын онотҡанмы? Батырҙы
хәтерләмәгән кеүек. Э ҡасан килгән? Бер
үҙеме, Батыр менәнме? Ниңә килгән?









Э-э-э,
тағы килдем... — тине Хәлит, ни эшләргә
белмәйенсә. — Үткәндә... ,







Иптәшең
ҡайҙа?







Ҡайһы
иптәшем?







Буң,
бер ҡыҙҙың ике һүрәтен алып килгәйнегеҙ
бит. Шул ҡыҙҙы күрҙем бит мин теге саҡта.
Ьеҙ киткәс, мин ул хаҡта оҙаҡ уйланым.
Шунан аптырауға ҡалдым. Иптәшең дә ул
ҡыҙҙы күргәнме ни? Ә ҡайҙа күргән? Ниңә
һөйләп торманы һис тә?





Хәлит
был ағай янында оҙаҡ ҡына ултырҙы.
Көйләшә торғас, малай шуны аңланы: был
ағай ҡасандыр осоусы «тәрилкә» күргән.
Уның эсенән сыҡҡан ир кеше менән ҡыҙҙың
йөҙөн хәтерләгән. Теге һүрәттәр шул
ҡыҙҙың портреты икән.


Ағай
осоусы «тәрилкә»нең ҡайһы тирәлә ер
аҫтына төшөп китеүен әйтте. Хәлит
аптырауға ҡалды. Уның бөгөн иҫенә килеүе
лә шул тирәнән башланды. Унан алда ни
булғанлығын хәтерләмәй.


Хәлит
ҡайтырға атланы.


Батыр
менән Хәлит ике көн элек был ағайҙан
осоусы «тәрилкә»нең ҡайһы тирәлә ер
аҫтына төшөүен белешкән. Шунан улар ни
эшләгән? Ер аҫтына эләктеләрме? Әллә
дуҫы аҫта ҡалдымы? Бәлки Батырҙы берәй
тәжрибә үткәреү өсөн алып ҡалғандарҙыр,
ә Хәлитте, кешегә һөйләп йөрөмәһен өсөн,
барыһын да оноттороп сығарып
ебәргәндәрҙер...


Әгәр
былар ысын икән, Батырҙы ҡотҡарырға
кәрәк бит! Тик нисек?


Ни
генә булһа ла осоусы «тәрилкә» ер аҫтына
төшөп киткән урынға барырға кәрәк.
Бәлки, берәй сараһы килеп - сығыр. Һәм
Хәлит дуҫын бәләнән ҡотҡарыр.


Хәлит
өйөнә ҡайтып тормаҫҡа булды һәм боролоп
яланға табан атланы.


ҺАРЫ
ҺАЙЫҪҠАН БҮЛӘГЕ


Нимә
эшләргә, ҡайҙа барырға белмәйенсә, урман
буйлап Батыр байтаҡ атланы. Яңы ғына
хәле бөткән, асыҡҡан малай, хәҙер үҙенең
арығанлығын да, ашағыһы килгәнлеген дә
тойманы.


Эмилә
тотолдо. Ни эшләргә? Мәңгегә яңғыҙы ошо
планетала ҡалырмы? Быны күҙ алдына ла
килтереүе мөмкин


түгел!
Әллә эҙәрләүселәргә бирелергәме? Ләкин
ул саҡта... Ҡыҙ ҙа, малай ҙа бер-береһен
онотасаҡ! Оноторға мәжбүр итәсәктәр!
Нисек итеп был рәхимһеҙ яҙмышҡа ҡаршы
торорға? Ҡайһылай итеп көрәшергә? Ҡайҙан
килеп сыҡты был тетрәүе? Әгәр ул булмаһа,
Батыр менән Әмилә бергә булырҙар ине,
эҙәрләүселәргә лә тотолмаҫтар ине. Әгәр
уларҙан эҙ яҙлыҡтыра алһалар, икәүләшеп
мәңгегә ошонда ҡалыр ҙа ҡуйырҙар ине...


Ә
хәҙер был уйҙар буш хыял ғына. Әмилә
тотолдо!..


Күпмелер
атлағас, Батыр йылға ярына килеп сыҡты.
Малай арығанлығын тойоп эргәләге япраҡ
өҫтөнә ултырҙы.


Урман
эсенән Ер кешеһе өсөн сәйер тауыштар
ишетелә. Улар хәүефле лә, шомло ла. Әммә
малайҙа тамсы ла ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Уға
бөтәһе лә барыбер... Әгәр хәҙер иң ҡурҡыныс
йыртҡыс һөжүм итһә лә, ҡурҡып тормаҫ,
үлгәнсе алышыр ине. Бар асыуын, бөтә
ҡайғыһын һалып һуғышыр ине. Хатта был
иң һәйбәте булыр ине. Әгәр яңғыҙы ҡалған
икән, әгәр Әмиләне мәңгегә юғалтҡан
икән, әгәр Ергә бер ҡасан да ҡайта алмай,
дуҫтарын осрата алмай икән, ниңә
йәшәргә?..


Баш
осонда әлеге лә баяғы һары һайыҫҡандар
осоп йөрөй. Күрәһең, улар был планетала
бик күптер, сөнки ҡайҙа барма, ошо
һайыҫҡандар көтөүенә тап булаһың. Ана,
хәҙер ҙә уларҙың бер төркөмө Батыр
янындағы ағасҡа ултырғандар ҙа ҡыҙыҡһынып
малайға текәлгәндәр...


Ҡапыл
малайҙың күҙенә ике сыйырсыҡ салынды.
Ер сыйырсыҡтарына оҡшағандар. Хәйер,
был сыйырсыҡтарҙы Ерҙән алып килделәр
бит! Малай иң яҡын дуҫтарын тап иткәндәй
ҡыуанды. Шул уҡ ваҡытта күңелен әллә
ниндәй ауыр тойғо солғап алды. Был ҡоштар
ҙа Батыр хәлендә бит — бер ҡасан да
тыуған Еренә ҡайта алмаясаҡтар. Ҡыйын
түгелме икән уларға? Хәйер, ҡоштар бит
яңғыҙ түгел — яндарында бергә үҫкән
туғандары, дуҫтары бар...


Ошо
ерҙә Батыр һайыҫҡандарҙың береһенә
иғтибар итте. Тегенең суҡышында ҙур
ғына бер әйбер ялпылдай. Нимә ул? Япраҡ
тиер ине, аҡ төҫтә. Ҡағыҙ тиер ине, был
планетала ниндәй ҡағыҙ булһын?


Бер
мәл баяғы аҡ әйберҙе тешләгән һайыҫҡан
башҡалар янына барып ҡунды. Былары
шаулашып китте. Күрәһең, тегенең ят та,
билдәһеҙ ҙә нәмә алып килеүен яратманы.
Шуға бер нисә һайыҫҡан аҡ нәмәне иптәшенең
ауыҙынан тартып алырға маташты. Әммә
теге ныҡ тешләгән, бирмәне. Шул саҡ был
табышҡа башҡа һайыҫҡандар ҙа килеп
йәбеште. Китте сыр-сыу, китте талаш.
Мәҙәк!


Бына
аҡ нәмә һайыҫҡандарҙың ауыҙынан ысҡынып
Батырҙан бер нисә аҙым ситкәрәк ергә
килеп төштө. Был ҙур ғына ҡағыҙ киҫәге
булып сыҡты. Унда нимәлер яҙылған.


199


Малай
бер ҡарауҙа аңланы — Ур телендә! Хатта
уҡырға маташты. Әммә ул Ур телен яҡшылап
белмәй шул. Ләкин иң өҫкә яҙылған һүҙҙәрҙе
аңланы: «Күҙәнәк пушкаһын эшләтеү
инструкцияһы». Малай менән ҡыҙҙы был
планетаға ташлаған пушканыҡымы икән?
Ундай машина бында ла бармы? Барҙыр.
Юғиһә эҙәрләүселәр нисек ҡайтыр Урға?


Тамам
төшөнкөлөккә бирелгән малайҙың күңелендә
өмөт уянды. Әгәр ундай машина Золола
бар икән, әгәр күҙәнәк пушкаһын эшләтеү
инструкцияһы Батырҙың ҡулында икән,
ниңә Ергә ҡайтырға маташып ҡарамаҫҡа?


Батыр
урынынан ырғып торҙо. Теге станция ҡайһы
яҡта ине әле? Ул алыҫ китмәне шикелле.
Иң алда шуны табырға. Шунан... Шунан ни
эшләргә кәрәклеге барғас беленер...


«БАТЫРҺЫҘ
ОСМАЙЫМ!»


Үрмәксегә
оҡшаған йыртҡыс Эмиләнең ҡулын ныҡ ҡына
ауырттырырға өлгөргәйне. Тәпәш ҡыҙҙың
яраланған урынын әллә ниндәй майҙар
һөртөп, бәйләп ҡуйҙы.


Был
ваҡытта ярыҡтың теге яғында Батыр урман
эсенә инеп юғалғайны.


Һонтор,
Тәпәш һәм Йыуан, бер аҙ кәңәшләшкәс.
Батырҙы эҙләп тормаҫҡа булды.









Ярыҡтың
теге яғына сығыу мөмкин түгел, — тине
Тәпәш.







Сыҡһаҡ
та ҡайҙан табабыҙ беҙ уны. Хәҙер малай
әллә ҡайҙа ҡасып өлгөргәндер инде, —
тине Һонтор.







Тимәк,
— тип һығымта яһаны Йыуан. — Етәксе
һораша башлаһа, үлде тиербеҙ ҙә ҡуйырбыҙ.
Барыбер бер нисә көндән ул үләсәк.





Был
һүҙҙәрҙе ишетеүе Эмиләгә бик ауыр.
Батырҙы бында яңғыҙ ҡалдырып китеүҙе
ул күҙ алдына ла килтерә алмай.


—-
Уны ҡалдырып китергә хаҡығыҙ юҡ! — тине
ҡыҙ.









Бәлки,
юҡтыр, — тине Йыуан тыныс ҡына. — Әммә
ул ярыҡтың теге яғында. Ә ярыҡ күпмегә
һуҙыла? Быны бер кем дә белмәй.







Һеҙ
бит ярыҡтың осон эҙләп тә ҡараманығыҙ!
— Әмилә асыулы өндәште.







Уның
осон таптыҡ та ти. — Йыуан һаман ғәмһеҙ
генә һөйләшә. — Ләкин ул малайҙы табыу
өсөн беҙгә кәм тигәндә ике-өс көн кәрәк
буласаҡ. Ә беҙҙең алған запастарыбыҙ
бөгөн бөтә.





Һонтор
менән Тәпәш Әмиләне етәкләп алды, Йыуан
арттан төштө.









Һеҙ
— йыртҡыстар! —- тине Әмилә. — Үҙегеҙ
Ер кешеләренә тейеү түгел, улар менән
аралашырға ла ярамай





тигән
булаһығыҙ, ә үҙегеҙ, күрә тороп, бер Ер
малайын үлемгә этәһегеҙ!









Беҙҙең
өсөн башҡа сара юҡ!





Ҡыҙ
ҡапыл туҡтап ҡалды:









Әгәр
һеҙ уны тапмаһағыҙ, мин Ергә лә, Урға
ла ҡайтмайым! Ә етәксегә, һеҙ малайҙы
юрамал ҡалдырып киттегеҙ, тип әйтәсәкмен!





Ҡыҙҙың
һуңғы һүҙҙәре Йыуанды һағайырға мәжбүр
итте. Сөнки етәксе уға балаларҙың икеһен
дә мотлаҡ алып ҡайтырға ҡушҡайны. Йыуан
дуҫтары менән килешеп: «Малай үлде», —
тип алдашыр, әлбиттә, әммә улар Әмилә-
нең ауыҙын яба алмай бит...









һин
аңла! — Йыуандың асыуы килә башланы. —
Беҙҙең уны эҙләп йөрөргә ваҡытыбыҙ юҡ!







Үлтерергә
хаҡығыҙ бармы?







Ярай,
станцияға ҡайтайыҡ әле, — тине Йыуан
йом- шағыраҡ тауыш менән. — Унда
һөйләшербеҙ.





Станцияға
килгәс, Йыуан дуҫтары менән кәңәшләште
лә ҡалған ярты көндө малайҙы эҙләп
ҡарарға булды. Эгәр ҙә инде кискә тиклем
тапмаһалар, хәл юҡ — ҡалдырып китәләр...
Урға тикшереү өсөн башҡа берәй Ер кешеһен
алып китерҙәр әле. Әлбиттә, бер юлы ике
Ер кешеһен юҡҡа сығарыу бик ҡурҡыныс.
Әммә ваҡиғалар шулай боролоп киткәс,
ни эшләйһең?..


Эҙләргә
китер алдынан Йыуан Әмилә янына килде:









Әмилә,
беҙ һиңә ышанмайбыҙ. Станциянан ҡасыуың
бар. Шуға күрә бәйләргә тура килә.





Әмилә
ҡаршылашып маташты, әммә уны тыңлап та
торманылар...


Бәйләнгән
хәлдә күпме ултырғанлығын Әмилә
хәтерләмәй. Йоҡлап та алды шикелле. Бер
мәл ишек артында әк- рен генә ҡыштырлау
ишетелде. Ҡыҙ һағайҙы. Нимә унда? Теге
өсәү ҡайтты тиер ине, улар һаҡ ҡыланып
тормаҫ. Берәй йыртҡысмы? Ишек эстән
эленмәй, ябылып ҡына ҡуйыла. Әгәр ул
йәнлек ишекте аса алһа?


Бер
ваҡыт ишек әкрен генә асыла башланы.
Ҡыҙ унда әллә ниндәй ҡурҡыныс йыртҡысты
күрергә әҙерләнде...


Ә
ишектә... Батыр тора ине.









Батыр!
— тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡыҙ шатлығынан.
— Был һинме?







Тс-с!
— Малай бармағын ирененә тейгеҙҙе. —
Ҡайҙа улар?





Батыр
уның ҡулдарын ысҡындырған арала, Әмилә
малайға бөтәһен дә һөйләп өлгөрҙө.









Һине
эҙләп киттеләр.







Бында
күҙәнәк пушкаһы бармы? — тип һораны
Батыр.





201









Бар.
Тик мин уны эшләтә белмәйем.





Ошо
ерҙә малай теге инструкцияны килтереп
сығарҙы. Ҡыҙ ҡағыҙға күҙ йүгертеү менән,
урынында ырғып китте.









Батыр!
Беҙ хәҙер үк Ергә ҡайтабыҙ!





Малай
был инструкцияның нисек итеп үҙенә
эләгеүен һөйләгән арала, ҡыҙ машинаны
эшләтергә әҙерләне.









Күрәһең,
һайыҫҡандар инструкцияны ошонан
урлаған, — тине ҡыҙ.





Бына
Ерҙәге ҡабул итеү станцияһынан сигнал
алынды. Ул әҙер ине.


Батыр
менән Эмилә пушканың йәшниге эсенә инеп
ултырҙы. Бер минуттан күҙәнәк машинаһы
уларҙы күҙәнәктәргә таратты ла Ерҙәге
станцияға тапшырҙы. Теге һә тигәнсе
малай менән ҡыҙҙы киренән йыйҙы.


Тағы
ике минуттан Батыр менән Әмилә Ер
аҫтындағы станцияның коридорында тора
ине инде.


Батырҙың
ҡапыл быға ышанғыһы ла килмәне. Нисек
шулай анһат ҡына ҡайта алды улар? Әллә
был күргәндәре өн түгел, ҡурҡыныс төш
кенә булдымы? Ни генә булһа ла, Батыр
йәнә Ерҙә! Әле Ер өҫтөнә күтәрелеү бик
еңелдән түгеллеген аңлаһа ла, малай
ысын күңелдән шатланды ошо минутта.


Батыр
менән Әмилә станцияның ишегенә табан
атланы. Хәҙер ошо тирәгә йәшенергә
кәрәк. Берәүһе Ер өҫтөнә сыҡҡанда паролде
әйтәсәк. Малай менән ҡыҙ уны ишетер ҙә,
үҙҙәре лә өҫкә күтәрелер.


Станцияның
ишеге янына йәшенә башлағайнылар,
ҡайҙандыр... Хәлит килеп сыҡты. Батыр
менән Әмиләнең күҙе шар булды.









Бин
һаман да бындамы ни әле? — тип һораны
Батыр.







Юҡ,
— тине Хәлит Әмиләгә шикле ҡараш ташлап.
— Мин бер сәғәт элек кенә төштөм. Ә был
ниндәй ҡыҙыҡай?





Тәүҙә
Батыр ҙа, Әмилә лә малайҙың был һорауына
аптыраны, әммә тиҙҙән барыһын да
аңланылар. Тимәк, Хәлит- те оноттороусы
тулҡын аша үткәреп өҫкә сығарып
ебәргәндәр. Улайһа, нисек яңынан Ер аҫты
станцияһына эләккән?


Бораша
торғас, барыһы ла аңлашылды. Батыр менән
Әмилә үҙҙәренең мажараларын. Хәлит бер
көн эсендә күргәндәрен бер-береһенә
һөйләп бирҙе.


Ошо
ерҙә Хәлит йәнә бер хәбәр әйтеп ҡыуандырҙы.
Баҡһаң, ул станцияның ишеге төбөндә
сәғәттән ашыу йәшенеп тора икән. Шул
арала ул ишекте астырыусы паролде
ишеткән! «Ер — зәңгәр планета!»


Тиҙҙән
ике малай менән ҡыҙ Ер өҫтөндә торалар
ине инде.


Э
был ваҡытта Золо планетаһында Батырҙы
таба алмайынса ҡайтып ингән Бонтор,
Тәпәш һәм Йыуан станцияла


202


Әмиләнең
юҡлығын күреп аптырап ҡалды. Әммә күҙәнәк
пушкаһы янында ятҡан инструкцияны
күргәс, нимәлер аңлағандай булдылар.
Тиҙҙән компьютер уларҙың яңы- лышмағанлығын
раҫланы: ул күптән түгел генә Ергә ике
кешенең осҡанлығын әйтте.


Шунда
уҡ Йыуан Ер аҫты станцияһының етәксеһе
менән бәйләнешкә керҙе. Ашығыс рәүештә
Ер аҫты станцияһын һөҙөп сыҡтылар. Ҡабул
итеүсе машина малай менән ҡыҙҙың ҡайтыуын
раҫлай, әммә улар бер ҡайҙа ла юҡ ине...


— Хәҙер
үк ҡайтығыҙ! — тип бойороҡ бирҙе етәксе.
— Улар Ер өҫтөнә күтәрелгән! Тиҙ арала
икеһен дә табып станцияға килтерергә
кәрәк!


Шунда
уҡ Йыуан дуҫтары менән Ергә ҡайтырға
әҙерләнә башланы. Хәҙер Әмилә менән^
теге малай Ерҙә икән — тотоуы ҡыйын
булмаҫ. Сөнки Йыуан, һиҙҙермәй генә,
ҡыҙҙың тәненә радиосигнал биреп тороусы
кескәй генә датчик ҡаҙаны. Ул Әмилә
ҡайҙа ғына ҡасһа ла, Йыуанға сигнал
биреп торасаҡ...


«ЕРҘӘ
ҠАЛ, ӘМИЛӘ!»


Балаларҙы
күргәс, Хәлиттең әсәһе ҡыуанып китте:









Ҡайҙа
йөрөйһөгөҙ? Асыҡҡанһығыҙҙыр бит! Ә был
ҡыҙ кем була? Тәүге тапҡыр күрәм.







Ул
минең класташым, — тине Хәлит. Шунан,
әсәһе шикле ҡараш ташлағас, өҫтәп ҡуйҙы.
— Беҙҙең ҡалаға күсеп килгәндәренә
бер генә ай. Һинең күргәнең юҡ уны.





Әсә
ашарға әҙерләү өсөн кухняға йүнәлде, ә
балалар Хәлиттең бүлмәһенә инде.


Станциянан
сығып киттеләр ҙә ул. Ә ары ни эшләргә?
Барыһының да башында ошо уй.









Әмилә,
ерҙә ҡал да ҡуй, — тине ҡапыл Хәлит. Был
уй Әмиләнең дә башына килгәне бар. Тик
Урҙа бит атаһы бар. Нисек уны ташламаҡ
кәрәк? Батырҙы ла юғалтҡыһы килмәй.
Әгәр Әмиләне Урға шул көйө генә ҡайтарып
ебәрһәләр — бер хәл. Барыһын да
онотторасаҡтар! Был инде Батырҙы
юғалттым тигән генә һүҙ түгел...





Шуға
ла Әмилә бошонҡо, өндәшмәй ултыра.


Батыр
ҙа ләм-мим. Ни тиһен инде малай? Ҡал, тиер
ине. Ул үҙе Урҙа түҙә алманы бит теге
саҡта, Ерҙе һағынып ҡайтып китте. Етмәһә,
Урҙа Әмиләнең атаһы бар. Ул нисек ҡыҙын
башҡаса күрмәйенсә түҙер?..









Ниңә
өндәшмәйһегеҙ? — тип һораны Хәлит бер
Батырға, бер Әмиләгә ҡарап. — Минеңсә,
был бик шәп булыр ине!





203









Юҡ,
— тине Әмилә. — Мин Урға ҡайтырға
тейешмен.





Шулай
тине лә, ҡыҙ, урынынан тороп, тәҙрә янына
килде. Ҡыйын ине уға. Әле Батыр эргәлә
генә. Әммә нисек кенә борһаң да, алда
уларҙы айырылышыу көтә. Мәңгегә
айырылышыу! Ҡыҙҙың күҙҙәрендә йәштәр
күреңде...


Малайҙар
ни тиергә белмәй баштарын эйеп ултыра.


Ҡапыл
тәҙрәгә ҡарап торған ҡыҙ терт итеп
ҡалды. Көтмәгәндә ҡаршылағы өйҙөң
мөйөшөнән өс кеше килеп сыҡты. Был —
Йыуан, Һонтор һәм Тәпәш ине! Улар атлаған
һайын тирә-яҡҡа ҡаранып ала. Йыуандың
ҡулында кескәй генә ҡумта. Ул ара-тирә
шуға күҙ һала...


Эмилә
тиҙ генә тәҙрәнән ситкәрәк шылды. Улар
бит Зо- ло планетаһында ҡалғайны. Ҡайһы
арала ҡайтҡандар? Э хәҙер Эмилә менән
Батырҙы эҙләргә сыҡҡандармы? Әлбиттә,
шулай!


Ҡыҙ
Батырға боролдо:









Батыр,
ҡара!





Малай
тәҙрәгә яҡынлашты ла әкрен генә шыбырланы:









Улар!







Кемдәр?
— Бер ни аңламаған Хәлит тә тәҙрә янына
килде. Эмилә уға был өс кешенең кемлеген
төшөндөрөргә кереште.





Ә
Батыр ашығып уйланы. Ни эшләргә? Тик
торһалар, хәҙер быларҙың ҡулына
эләгәсәктәр. Эмилә — бер хәл. Ул ҡасан
да булһа, станцияға ҡайтырға тейеш. Әммә
Батырҙың махсус тулҡын аша үтеп Әмиләне
оноторға теләге юҡ!


Ҡасырға!
Тиҙерәк бынан, Сибайҙан китергә! Был
өсәү Хәлиттәрҙең өйөн тапҡансы, улар
подъездан сығып китергә өлгөрә! Шунан
киске поезға ултырырға ла һыпыртырға
Өфөгә!


Малай
Әмиләнең янына килде:









Эмилә!
Киттек минең менән!







Ҡайҙа?







Өфөгә!
Интернатҡа урынлашырһың. Бергә уҡырбыҙ!
Әйҙә!







Мин
бит... — Ҡыҙ ҡапыл ни тиергә белмәне.







Улар
бит һине лә теге тулҡын аша...







Беләм.







Киттек!
һин бит Урға теләгән ваҡытыңда ҡайта
алаһың!





Малайҙың
һуңғы һүҙҙәре ҡыҙҙы шаҡ ҡатырҙы. Ысынлап
та, ниңә ҡурҡа әле ул Ерҙә ҡалырға? Ул
бит ҡасан теләй, шунда ҡайта ала атаһы
янына! Тимәк... Ҡала


Эмилә
Ерҙә ҡала, Батыр янында! Ниңә ошоғаса
был уй башына килмәгән?









Әйҙә!
— тине ҡыҙ тәүәккәл тауыш менән.







Беҙҙең
менәнме?! — Батыр ҡыҙға ышанмайыраҡ
ҡараны.







Беҙҙең
менән!







Улайһа,
хәҙер үк китәбеҙ!







Нисек
инде? — Бындай боролошто көтмәгән Хәлит
аптырап ҡалды.







Беҙгә
китергә кәрәк, — тине Батыр. — Юғиһә
тегеләрҙең ҡулына эләгәбеҙ.





Батыр
тиҙ-тиҙ генә әйберҙәрен төйнәне. Хәлиттең
әсәһе ашарға саҡырырға ингәндә, балалар,
әҙерләнеп бөтөп, ишеккә йүнәлгәйне.









Ҡайҙа
киттегеҙ? — Әсә аптырап ҡалды. —
Ашамайһығыҙмы ни?







Апай,
рәхмәт, — тине Батыр. —- Беҙ бик ашығабыҙ!





...Ярты
сәғәттән Батыр менән Әмилә поезда Өфөгә
ҡарай


елә
ине. Алда ни көтә? Эҙәрләүҙән ҡотола
алырҙармы? Ҡыҙ күпме булыр Ерҙә?


Быны
әлегә Батыр ҙа, Эмилә лә белмәй. Улар
был минутта тәҙрә артында елпелдәп
артта ҡалыусы тәбиғәт менән һоҡлана
һәм һаман да бергә булыуҙарын тойоп
ҡыуана ине...


«ҠАРСЫҒА» МЕНӘН
АЛЫШ


ТЕЛЕГРАММА


Батыр
менән Әмилә интернаттың ятағына инеүҙәре
булды, вахтер әбей ҡыуанып ҡаршы торҙо:


— Батыр!
Һиңә — телеграмма! Һин булмағас, мин
уның менән ни эшләргә белмәй ултыра
инем. Әллә белеп килдеңме?


Малай
аптырап ҡалды. Ниндәй телеграмма? Кемдән?
Уларҙың бөгөн Өфөгә килерен Хәлиттән
башҡа бер кем дә - белмәй бит... Ә телеграмма
Хәлиттең үҙенән булып сыҡты.


«Дүртенсе
июнь Сибай — Өфө самолеты менән киләм.
Ҡаршылағыҙ. Хәлит».


Дүртенсе
июнь — бөгөн. Хәлит кисә генә уларҙы
оҙатып ҡалды. Унда малайҙың Өфөгә килере
хаҡында бер һүҙ ҙә булманы. Киреһенсә,
бик оҙаҡҡа айырылышҡан кеүек хушлашҡайнылар.
Шул арала ни булған? Ниңә Хәлит бында
ашыға?


Батыр
сәғәтенә ҡараны. Сибайҙан самолет бер
сәғәттән килә. Аэропортҡа тиклем юл
оҙон ғына. Ҡабаланырға кә- рәк!


Батыр
менән Әмилә вахтер әбей менән хушлашты
ла, уның янына сумкаларын ҡалдырып,
тышҡа сыҡты.









Әллә
беҙҙе эҙәрләүселәр Хәлитте тоттомо
икән? — тип борсолдо Әмилә.







Юҡтыр.
— Батыр ҡыҙҙы тынысландырҙы. — Улар
бит Хәлитте белмәй.





Улар
аэропортҡа килеүгә, радио аша Сибай
самолетының ергә төшөүе хаҡында хәбәр
иттеләр. Малай менән ҡыҙ пассажирҙар
сыға торған ишек төбөнә йүгерҙе. Бына
ул асылды, беренсе булып өҫтөнә куртка
менән шортик кейгән, ҡулына спорт сумкаһы
тотҡан Хәлит күренде.


Кисә
генә айырылышыуҙарына ҡарамай ярты
йыллап күрешмәгән кешеләр кеүек
ҡыуаныштылар. Хәлит һүҙҙе оҙаҡҡа
һуҙмайынса хәлде аңлатып бирҙе.


Кисә
Батыр менән Әмиләне поезға ултыртып
ебәргәс, Хәлит өйөнә табан атлаған. Ишек
алдына ингән мәлдә мөйөштәге эскәмйәлә
ниндәйҙер таныш түгел кешеләр менән
ултырған Мансур ағаһын күрә малай. Хәл
иттең ул ағаһы Өфөлә йәшәй. Әле эш менән
бер аҙнаға Сибайға килгән. Хәлит өйгә
инмәйенсә тегеләрҙең янына бармаҡсы
була. Көтмәгәндә Мансур ағаһы, яҡынлашып
килгән ҡустыһын күреп ҡала ла, уны
ҡыуырға тотона:









Нимә
кәрәк һиңә? Бар кит! Кит!





Хәлит
аптырап ҡала. Сөнки Мансур ағаһы бик
йомшаҡ күңелле кеше. Ошоғаса ул Хәлит
менән һәр саҡ матур ғына итеп һөйләшкән,
буш ваҡыттарында үҙенең һәнәре хаҡында
— ул төҙөүсе-архитектор булып эшләй —
мауыҡтырғыс нәмәләр һөйләгән. Һәм ҡапыл
шулай тупаҫ ҡылана...


Малай
кире боролған, әммә ағаһының шулай ҡырҡа
үҙ- гәреүендә ниндәйҙер сер булырға
тейешлеген тойомлаған. Бының сәбәбе —
эргәһендәге таныш түгел кешеләр түгелме
икән? Ошо ерҙә малайҙың башына бер уй
килә. Ул өйөнә ҡайтҡан кеше кеүек ҡылана
ла, подъездға еткәс, ҡырҡа боролоп,
эргәләге ағастар араһына сума. Шунан
йәшеренеп кенә Мансур ағаһы таныш түгел
кешеләр менән һөйләшеп ултырған эскәмйә
янына килә.


Ят
әҙәмдәрҙең Мансур ағайға дуҫ түгеллеге
бер ҡарауҙа уҡ күренә — тегеләр бик
уҫал тауыш менән өндәшә, Хә- литтең ағаһы
ла, быларҙан нисек ҡотолорға белмәгәндәй,
өҙөк-өҙөк яуап бирә. Тәүҙә Хәлит уларҙың
нимә хаҡында һөйләшеүен яҡшылап ишетә
алмай. Шунан малай, ағастарға ышыҡланып,
эскәмйәгә яҡынлаша.









Улай,
булғас, — ти шул саҡта ят ирҙәрҙең
береһе, — беҙ һине Өфөгә алып китәбеҙ.







Мин
бара алмайым, — тине Мансур ағай ҡәтғи
тауыш менән. — Бында эштәрем бөтмәне.


Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 19
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов