Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 17

Общее количество слов 3365
Общее количество уникальных слов составляет 1448
39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
ятҡас, саҡ ҡына йылынғандай булдылар.
Улар, урмандың шомло тауыштарын
тыңлар-тыңлай, ара-тирә һөйләшеп, оҙаҡ
ҡына йоҡлай алмай яттылар.


Бына
улар Ерҙән уй етмәҫлек планетала. Күпме
булырҙар бында? Ҡайта алырҙармы? Әллә
мәңге ҡалырҙармы бында? Нимә ашарҙар?
Әллә үҙҙәренә ризыҡ таба алмайынса
астан үлерҙәрме?


Ашау
тураһында уйлағас, икеһе лә үҙҙәренең
ныҡ асыҡҡанын тойҙо. Батыр әсәһе тере
саҡта бешергән бәлештәрҙең ниндәй тәмле
булғанлығы тураһында һөйләне, ә Эмилә
компьютерҙың нисек итеп аш бешергәнлеген
аңлатты малайға...


Улар
йоҡоға талғанда, Золо планетаһының
көнсығышында таң һыҙыла башлағайны
инде.


ЭҘӘРЛӘҮ


Беренсе
булып Батыр уянды. Тәүҙә малай үҙенең
ҡайҙа икәнлеген аңлай алманы. Шунан
барыһын да иҫләне. Ошо арҡала күңелен
бошонҡолоҡ солғап алды...


Золо
ҡояшы урман өҫтөнә күтәрелгән дә аяуһыҙ
ҡыҙҙыра. Тирә-йүндә тауыштар ҙа кәмегән
кеүек. Ныҡлап ҡолаҡ һалһаң ғына урман
төпкөлөнән сәйер өндәр килгәнлеген
ишетергә була. Эргәләге ағаста бер нисә
һары һайыҫҡан ултыра. Уларҙың барыһы
ла Батыр менән Эмиләгә төбәлгән. Күрәһең,
таныш түгел «йәнлектәрҙе» тикшерәләр
— быларҙан ҡур- ҡырғамы, әллә киреһенсә,
үҙҙәренә һөжүм итергәме?


Батыр
һайыҫҡандарға ҡул һелтәне:









Көш!





Шуны
ғына көткәндәй, ошоғаса тыныс ҡына
ултырған ҡоштар бер-береһенә ҡарашып
шаулашырға тотондо. Асыуҙары килде
буғай. Әммә осоп китмәнеләр, бер аҙ
тыныслана төшөп, йәнә малай менән ҡыҙға
текәлделәр.


Батырҙың
тауышын ишетеп, Эмилә лә уянды.









Э
мин төш күрҙем, — тине ҡыҙ. — Имеш, Ергә
ҡайтҡанбыҙ ҙа, унда икәүләшеп йәшәргә
булғанбыҙ.







Нисек
икәүләшеп?







Бер
ғаилә булып. Һеҙҙә уны «өйләнешеү»
тиҙәр, эйеме?







Эйе...
Э һин ерҙә ғүмергә ҡала алыр инеңме?







Белмәйем...
һине юғалтҡым килмәй... Тик Урҙа бит
минең атайым бар. Ул минһеҙ... Белмәйем...





Ҡыҙ
моңһоуланды. Шуға малай һүҙҙе тиҙерәк
икенсегә борҙо:









Әйҙә,
төшәйек. Хәҙер беҙгә ниҙер булһа ла
ҡапҡылап алырға кәрәк. Юғиһә астан
үләбеҙ бит!





Ергә
төшөүгә, ағас төбөнән ниндәйҙер йәнлек
ситкә ырғыны. Малай менән ҡыҙҙың ҡото
осто. Әммә теге йәнлек уларға ҡарағанда
ла нығыраҡ шөрләгәйне, буғай. Күҙ асып
йомғансы ағастар араһына инеп юғалды.


Батыр
менән Әмилә тыныслана төшөп бер-береһенә
ҡарашты.









Нимә
булды ул? — тип һораны Батыр.







Кәзәгә
оҡшаған ине шикелле.







Миңә
лә шулай тойолдо...





Эргәләге
ағаста өс сәтләүек күренде. Батыр уларҙы
өҙөп алыу өсөн, арҡанға оҡшаған үлән
эҙләргә кереште.


Ҡапыл
урман эсенән сәйер тауыштар ишетелде.
Ниндәйҙер геүләүгә ла оҡшаған, кеше
һөйләшкән кеүек тә булып китә.


Малай
һағайҙы:









Әмилә,
ишетәһеңме? Ниндәйҙер тауыш...





—• Кешеләр
һөйләшә түгелме?


Тауыштар
яҡынайғандан-яҡыная. Малай менән ҡыҙ
ағас араһына сумды. Нимә был? Әллә теге
өс кеше уларҙы эҙләргә сыҡҡанмы?


Күп
көтөргә тура килмәне. Бер аҙҙан урман
эсенән өс кеше килеп сыҡты. Былар Йыуан,
Һонтор һәм Тәпәш ине. Бер-ике аҙым яһайҙар
ҙа ергә эйелеп нимәлер ҡарап алалар.
Шунан йәнә алға атлайҙар.









Улар
беҙҙең эҙҙән килә, — тип шыбырланы
Әмилә. — Китәйек бынан тиҙерәк!







Туҡта!
— Малай тирә-яғына ҡаранды. — Бынан
сыҡһаҡ, улар беҙҙе күрәсәк!







Китмәһәк,
хәҙер тотолабыҙ! Күрәһеңме — эҙҙәребеҙ
ярылып ята!





Ысынлап
та уларҙың эҙҙәре ап-асыҡ булып күренә
икән! Батыр ҡабаланып уйланы. Әгәр тик
торһалар, хәҙер тотоп аласаҡтар. Ҡасырға
маташһалар, тегеләрҙең күҙҙәренә
эләгәләр. Ни эшләргә?


Ул
арала теге өсәү эҙ буйлап малай менән
ҡыҙ төн үткәргән ағасҡа табан атланы.
Хәҙер Батырҙар быларҙың артында тороп
ҡалды.


Батыр
Эмиләгә ым менән: «Минең арттан!» — тине
лә һаҡ ҡына баҫып ситкә атланы. Тиҙерәк!
Һонтор дуҫтары менән теге ағасҡа барып
еткәнсе, урманға инеп юғалырға! Малай
менән ҡыҙ ҡабалана, әммә бында урман
һирәк, һис тә тегеләрҙең күҙҙәренән тиҙ
генә ҡотолорлоҡ түгел!






185


апыл аяҡ аҫтына эләккән
бер ағас шыртлап һынды. Был тауыш бөтә
урманға таралғандай булды. Ошо ерҙә
Батыр менән Эмиләнең йөрәктәре саҡ-саҡ
өҙөлөп төшөп



7
— 822


китмәне.
Икеһе лә йылп итеп арттарына әйләнеп
ҡараны: ишеттеме тегеләр?


Бәхеткә
ҡаршы тегеләр Батырҙар йоҡлаған ағас
төбөндә урала икән, шул арҡала, күрәһең,
тауышҡа иғтибар итмәнеләр.


Малай
менән ҡыҙ ашығып алға атланы. Саҡ! ҡына
барһалар, ҡуйыраҡ урынға етәләр. Тиҙерәк,
тиҙерәк!.. Ошо ерҙә, көтмәгәндә, тегеләрҙең
береһе көслө тауыш менән ҡысҡырып
ебәрҙе. Батыр менән Әмилә артҡа әйләнеп
ҡараны. Күргәндәр! Ана, ашығып, был яҡҡа
йүгерә башланылар.









Ҡалма
минең арттан! — Батыр алға уҡталды.





Батыр
бер үҙе булһа, анһат ҡына эҙ яҙлыҡтыра
алыр


ине.
Ҡыҙ менән булғас... Әмилә шәп йүгерә
алмай. Ул ике тапҡыр йығылып китте,
тубығын һыҙырып ебәрҙе. Батыр нисек тә
ярҙам итеү өсөн ҡыҙҙы етәкләп алды.


Урман
ҡуйыра төштө. Ағастар кейемгә йәбешеп
артҡа тарта, аңғармаҫтан битте тырнап
ала. Арҡыры ятҡан ағастарҙы ырғып
үттеләр, ниндәйҙер соҡорҙарға барып
төштөләр. Тиҙ-тиҙ үрмәләп үргә күтәрелделәр
ҙә йәнә йүгерҙеләр...









Арыным!
— тине ҡыҙ бер мәл, саҡ-саҡ тын алып.







Түҙ,
Әмилә, түҙ! Тағы саҡ ҡына йүгерәбеҙ
ҙә...





Ҡыҙ,
көс-хәл менән йәнә бер-ике аҙым яһаны
ла, ергә


ултыра
төштө:









Бөттө!..
— Әмиләнең күҙҙәренән йәштәр күренде.
— Хәлем юҡ!..







Тыныслан,
Әмилә. — Батыр уның янына сүкәйҙе. —
Ярай... Уларҙы артҡа ҡалдырҙыҡ шикелле...
Ҡасан эҙ буйынса беҙҙе тапҡансы...





Шулай
ҙа тирә-яғына ҡаранып алды. Күренмәйҙәр,
тауыштары ла ишетелмәй, буғай...









Әмилә,
һин ошонда ултырып тор...







Ә
һин?







Асыҡтырҙы
бит. Шуға хәл юҡ. Анау ағас башындағы
сәтләүектәрҙе өҙөп алам.







Ә
тегеләр килеп етһә?







Улар
ярты сәғәтһеҙ беҙҙе таба алмаясаҡтар.





Батыр
арҡанға оҡшаған үлән эҙләргә кереште.
Ниңәлер был тирәлә ул күренмәй. Малай
алғараҡ үтте. Шунан артына әйләнеп
ҡараны. Әмиләне юғалтып ҡуймаһын! Шунан
йөрөрҙәр бер-береһен табыша алмай. Ана
ултыра Әмилә. Батыр унан егерме-егерме
биш аҙым ситкә китергә лә өлгөргән...


Көтмәгәндә
эргәлә генә үкергән тауыш ишетелде.


Малай
йылп итеп артына әйләнеп ҡараны һәм
ҡото осоп янындағы ағасҡа һыйынды.
Батырға ике яҡтан ике ҙур һәм ғәйәт
ҡурҡыныс йыртҡыс яҡынлашып килә ине.
Уларҙың ҡиәфәттәрен күреү менән малайҙың
тубыҡтары


ҡалтырай
башланы. Береһенең бейеклеге дүрт-биш
метр булыр. Тау кеүек кәүҙәһе, әкренләп
ҡойроҡҡа әүерелеп, ағастар араһына инеп
юғала. Бүрәнә кеүек оҙон муйыны осонда
өҫтәл ҙурлыҡ башы бар. Икенсе йыртҡыстың
бейеклеге ун-ун биш метр тирәһе булыр.
Ул йомранға оҡшаған. Үҙе арт аяҡтарына
баҫып йөрөй. Башы крокодилдыҡы кеүек
оҙон, тештәре хәнйәр кеүек осло.


Ошо
ике йыртҡысты күргәс, Батыр урынынан
ҡыбырлай алмайынса ҡатты ла ҡалды. Ҡасыр
ине — хәле юҡ, көсө ҡайҙалыр китеп
юғалды. Әмилә ҡайҙа? Батыр йәһәт кенә
ҡыҙ ултырған яҡҡа боролоп ҡарап алды.
Ҡыҙҙың йөҙө ап-аҡ булған, күҙҙәре ҙур
итеп асылған...


Ул
арала теге ике йыртҡыс, күк күкрәгәндәй
үкерешеп, яҡынлашҡандан-яҡынлаша ине.


Ошо
ерҙә генә уларҙың үҙенә түгел, ә
бер-береһенә һөжүм итергә йыйыныуҙарын
аңлап алды малай. Йыртҡыстарҙың күҙҙәренә
ҡан һауған, улар үлемесле алышҡа әҙерләнә,
шул арҡала үҙҙәре өсөн ҡырмыҫҡа
ҙурлығындағы малайҙы бөтөнләй күрмәй.
Улар асыуҙарына сыҙай алмайынса,
юлдарында тап булған ағастарҙы төбө-тамыры
менән йолҡоп ситкә быраҡтыра, ерҙе
тырнап-тырнап ала...


Бына
бер мәл улар бер-береһенә килеп йәбеште.
Шунда уҡ бер ҡарауҙа ҙур, килбәтһеҙ
йыртҡыстар иҫ киткес етеҙлек, таҫыллыҡ
күрһәтергә кереште, ҡот осҡос тауыш
менән үкереүҙәренә бөтә урман һелкенә
башланы.


Ер
киҫәктәре ағастар менән үләндәргә
ҡушылып, мамыҡ кеүек өҫкә осто. Батырҙан
бер нисә генә аҙым ситтәрәк ике йыртҡыстан
торған ҙур йомғаҡ тәгәрләп йөрөй...


Иң
хәүефлеһе: Батыр менән Әмилә был ҡурҡыныс
алыш барған майҙандың ике яғында тороп
ҡалды.


Батыр
әкренләп иҫенә килде һәм артҡа сигенде.
Юғиһә, хәҙер был ике йыртҡыстың ҡойроғо
килеп тейәсәк, йә булмаһа, тырнаҡтары
аҫтынан осҡан ер киҫәге башына эләгәсәк...


Әмилә
күренмәй. Юғалып ҡына ҡуймаһын! Әллә
теге өсәү килеп етеп уны алып та киттеме?
Булмаҫ! Улар килеп етергә тейеш түгелдәр
әле.


Тиҙерәк
был йыртҡыстарҙы урап ҡыҙ янына барырға.
Малай, ағас-үләндәрҙе йыра-йыра, алға
йүгерҙе.


— Әмилә,
Әмилә! — тип ҡысҡырҙы малай, тик үҙенең
тауышын үҙе ишетмәне. Сөнки йыртҡыстарҙың
үҙәк өҙгөс үкереүе бөтә донъяны ялмап
алғайны.


Бына
Батыр алыш барған майҙанды урап сыҡҡандай
булды. Әмилә ошо тирәлә ҡалғайны, ҡайҙа
ул? Ниңә күренмәй? Әллә Батыр яңылыш
икенсе урынға килеп сыҡтымы? Юҡ! Ошонда
ҡалғайны Әмилә. Бына уның ултырған
урыны. Бына эҙҙәре. Әммә Әмилә юҡ!






7*

87



— Әмилә!
— тип ҡысҡырҙы ҡото осҡан малай. — Әми-


лә!


Батыр
алан-йолан тирә-яғына ҡаранды. Юҡ Әмилә,
юҡ! Бер ҡайҙа ла юҡ!


Малай,
ни эшләргә белмәйенсә, берсә үкерә-үкерә
ҡанға батып алышыусы йыртҡыстарға
ҡараны, берсә әле генә ҡыҙ ултырып ҡалған
урында уралды.


Әммә
Әмилә, ер йотҡан кеүек, юҡҡа сыҡты...


ХӘЛИТ
ХӘТЕРЛӘРГӘ ТЫРЫША


Хәлит
балыҡтан ҡайтып килә. Ана Сибай күренде.
Тиҙҙән өйөндә буласаҡ...


Бөгөн
каникулдың нисәнсе көнө әле? Ғөмүмән,
бөгөн нисәһе? Малай ҡапыл хәтерләй
алманы. Әллә икенсе июнь бөгөн, әллә
инде д үрте...


Нисәһе
генә булһа ла, каникул башланды. Нисек
үткәрергә йыйына әле ул йәйге ялдарын?
Ниңәлер ошоғаса был хаҡта уйлағаны
булманы... Хәйер, май баштарында Батыр
менән хат алышҡайнылар. Дуҫы: «Неҙгә
ҡунаҡҡа килермен», — тип яҙғайны... Ә
ниңә килмәне әле ул?.. Әллә килдеме ул?
Юҡ шикелле, юҡ...


Ошо
ерҙә Хәлитте сәйер бер тойғо солғап
алды. Күңелендә ниндәйҙер тынғыһыҙлыҡ
барлыҡҡа килде... Нимәнән ул? Батырҙың
килгәнме, юҡмы икәнлеген белмәүҙән- ме,
әллә икенсе сәбәп бармы бында?


Хәлит
һуңғы көндәрҙә нисек йәшәгәнлеген
хәтерләй башланы, әммә бер ни ҙә иҫләй
алманы. Ниңә улай?


Уҡыуҙарҙың
нисек тамамланғанын хәтерләй, шунан
һуң... Шунан ни булды әле? Ниңәлер Батыр
килгән кеүек, шул уҡ ваҡытта дуҫын инде
бер йыл күргәне юҡ бит...


Ошондай
сәйер уйҙарға бирелеп ҡайтып инде Хәлит
өйө- _ нә. Ә бында әсәһенең тәүге һорауы
Хәлитте бөтөнләй шаҡ ҡатырҙы:









Батыр
ҡайҙа?







Ниндәй
Батыр? — тип һораны Хәлит. — Ул килдеме
ни?





Хәҙер
әсә аптырауға ҡалды:









Кин
— нимә? Иҫәрләнеп бараһыңмы? Уның
килгәнлегенә нисә көн? Кисә икәүләшеп
балыҡҡа киткәйнегеҙ бит. Ҡайҙа ул?





Хәлит
ҡойолоп төштө. Батыр ысынлап та килгән.
Әсәһе алдашмайҙыр бит. Ана нисек
асыулана... Тик ниңә Хәлит бер ҙә
хәтерләмәй? Быныһы — бер. Икенсенән,
бергәләп балыҡҡа киткәндәр икән. Батыр
ҡайҙа булған? Малайҙың күңеленә шом
инеп ултырҙы. Етмәһә, әсәһе лә ябырылды:









Батыр
ҡайҙа!? Батыр ҡайҙа? — Малай уны
тынысландырыу өсөн:







Тышта
ҡалды, хәҙер ҡайта, — тине. Шунан үҙенең
бүлмәһенә инеп, бөтә был ғәләмәтте
аңлау өсөн уйға ҡалды.





Нимәне
аңлата был сәйер ваҡиғалар? Ниңә Хәлит
үҙенең балыҡҡа китеүҙәрен хәтерләмәй?
Нисек итеп балыҡ то- тоуҙарын да онотҡан,
ҡармаҡтары ла әллә ҡайҙа ятып ҡалған.
Әммә үҙенең балыҡтан ҡайтып килеүен ул
ниңәлер белә ине. Бына ғәжәп!


Күрәһең,
бында ниндәйҙер сер бар. Бәлки, бөтә
бәлә Батырҙалыр? Әгәр ул, ысынлап та,
килгән булһа, әгәр икәүләшеп балыҡҡа
киткәндәр икән... Ошо ерҙә Хәлит ток
һуҡҡандай урынынан ырғып торҙо. Әллә
Батыр батып ҡуйҙымы? Улайһа, ҡайҙа ул?
Бәлки, Батырҙың һыуға батыуын күргән
саҡта бик ныҡ ҡурҡҡандыр Хәлит һәм шул
арҡала барыһын да онотҡандыр, хәтерен
юғалтҡандыр?..


Юҡ!
Бының булыуы мөмкин түгел! Батыр һыуға
батҡан, имеш. Булмаҫ! Беренсенән, уның
дуҫы бик шәп йөҙә белә. Икенсенән... Хәлит
быға ышанмай! Батыр тере! Ул ҡайҙалыр
тороп ҡалған! Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында.
Хәҙер уны эҙләп табырға ғына кәрәк. Тик
ҡайҙан эҙләргә? Һәм ни өсөн Хәлит һуңғы
көн үҙе менән ни булғандарын хәтерләмәй?
Күрәһең, ныҡ ҡына итеп уйларға кәрәк,
барыһын да хәтерләргә тырышырға кәрәк.
Һәм һуңғы ике көн эсендә булған ваҡиғалар
иҫенә төшөр.


Ошо
уйға килгәс, Хәлит карауатына ятты ла
түбәләге бер нөктәгә төбәлде...


ЗОЛО
КӘЗӘҺЕ


Әмилә
ғәйеп булғандан һуң, Батыр тыныс ҡына
уйлау һәләтлеген юғалтты. Ул йә бер
яҡҡа, йә икенсе яҡҡа ташланды. Хатта
теге ике йыртҡыстың үлемесле хәлгә
килеп ауыуҙарына ла иғтибар итеп торманы,
уларға күҙ генә һирпте лә, йәнә
йүгерә-йүгерә ҡыҙҙы эҙләргә кереште:


— Әмилә!
Әмилә! — тип ҡысҡырҙы малай туҡтауһыҙ.


Бер
мәл ул бөтөнләй хәлдән тайҙы, шул арҡала
тыныслана төштө һәм, әгәр былай итеп
уйһыҙ-ниһеҙ йүгерәңләп йөрөһә, ҡыҙҙы
бер ҡасан да таба алмаясағын аңланы.
Киренән Әмилә ҡалған урынға барырға ла
ҡыҙҙың эҙен табырға кәрәк.


Малай
кире яҡҡа боролдо. Ошо ерҙә ниндәйҙер
өҙөк-өҙөк тауыш ишетелгәндәй булды.
Батыр ҡатып ҡалды. Ҡолағына салындымы?
Әллә берәйһе ҡысҡырамы? Малай тын да
алмай тора. Урмандың йөҙәрләгән сит
ауаздары араһында Батыр өсөн ҡәҙерле
булған тауыш та ишетелгән һымаҡ.


189


Малай
үҙе һиҙмәй ҡалды, ҡысҡырып ебәрҙе:









Әмилә!





Теге
тауыш яуап ҡайтарҙы. Малай терт итеп
ҡалды. Был, һис шикһеҙ, Әмилә ине.









Әмилә!
Әмилә! — Батыр ҡыҙҙың исемен, ҡысҡыра-
ҡысҡыра тауыш килгән яҡҡа йүгерҙе.







Батыр!
— Бына ҡыҙҙың тауышы малайҙың ҡолағына
ап-асыҡ салынды.





Күп
тә үтмәне, Батыр бер тәрән ярыҡ ситенә
килеп туҡтаны. Уны бер ҡарауҙа абайлап
та булмай. Бәлки, Батыр нисек йүгереп
килһә, шул көйө ярыҡ эсенә тәгәрләп
төшөп тә китер ине; малайҙы Әмилә
иҫкәртергә өлгөрҙө. Баҡһаң, ҡыҙ ярыҡ
эсенә ҡолаған икән.


Ярыҡтың
тәрәнлеге һигеҙ-туғыҙ метр тирәһе бар.
Ярҙары текә, эсенә төшкән кеше сығырлыҡ
түгел.









Бер
ерең дә ауыртмаймы?







Аяғым
ауырта.





Батыр
тирә-яғына күҙ һалды. Бына арҡанға
оҡшаған үлән. Малай уңың бер осон ярыҡ
эсенә ташланы:









Йәбеш!





Тиҙҙән
ҡыҙ өҫкә күтәрелде.


Баҡһаң,
урталарында теге ике йыртҡыс һуғыша
башлағас, Әмилә малайҙы юғалтыуҙан
ҡурҡҡан һәм, алыш майҙанын урап, Батыр
ҡалған яҡҡа сығырға уйлаған. Ҡабаланып
йүгереүе арҡаһында, ошо ярыҡты абайламай
ҡалған...


Хәҙер
уларға был урындан мөмкин тиклем
алыҫҡараҡ китергә кәрәк. Сөнки эҙәрләүселәр
етеп килергә тейеш. Был юлы малай менән
ҡыҙ хәйләкәрләштеләр. Баралар-ба- ралар
ҙа, шул уҡ эҙҙәренә баҫып кире киләләр.
Шунан ҡапыл ситкә ырғыйҙар һәм бөтөнләй
икенсе яҡҡа атлайҙар. Ә эҙҙәрен юя
баралар...


Был
хәйлә уларға ярты көн тиерлек тыныс
йәшәргә мөмкинселек бирҙе. Шул арала
Батыр менән Әмилә ике „ тапҡыр ағастарҙан
өҙөп алған сәтләүек ашап өлгөрҙө. Шунан
ер кәзәләренә оҡшаған йәнлектәрҙе тап
иттеләр. Уларҙың бәрәстәре лә бар икән.
Батырҙың башына кәзәләрҙең берәүһен
тотоп һауып ҡарарға тигән уй килде.


Бына
малай үлән-арҡандан тоҙаҡ яһаны ла
кәзәләр көтөүенә яҡынлашты. Хайуандар
утлап йөрөгән еренән туҡтап, Батырға
аптырап ҡарап тора. Йәнәһе, был ниндәй
таныш түгел хайуан? Ҡапыл малай эргәһендәге
кәзәгә тоҙағын ырғытты. Үлән-арҡан
йәнлектең мөгөҙөнә эләкте. Кәзә ҡурҡышынан
үрә торҙо, ҡасырға маташты. Әммә малай
ҙа һаҡ тора ине, ул арҡанға сат йәбеште.
Башҡа кәзәләр, ҡоттары осоп, шунда уҡ
юҡҡа сыҡты. Э Батыр, тырыша торғас,
тыпырсынған йәнлекте ергә йығып һалды.
Әмилә уның тояҡтарын бәйләшергә
ярҙамлашты. Шунан Батыр кәзәне


һауырға
тотондо. Тырыша торғас, сәтләүектең
ҡабығы һөт менән тулды. Ул тәме менән
һис тә ер һыйырының һөтөнән айырылмай
ине тиерлек. Тик саҡ ҡына шәрбәтлерәк.


Малай
менән ҡыҙ һауып алынған һөттө эсеп
бөтөрөргә лә өлгөрмәне, урман эсендә
һөйләшкән тауыштар ишетелде.


Батыр
менән Әмилә урындарынан ырғып торҙо.
Эҙәрләүселәр! Тиҙерәк ҡасырға! Әммә күп
тә атламанылар, тәрән ярыҡҡа килеп
төртөлдөләр. Нисек эсенә төшөп китмәнеләр?!


Улай-былай
иттеләр ҙә ярыҡ буйлап йүгерҙеләр, һәм
ҡапыл ҡоттары осоп баҫҡан урындарында
ҡатып ҡалдылар: эҙәрләүселәр уларға
табан килә ине. Улар малай менән ҡыҙҙы
күреп шатлыҡтарынан ҡысҡырып ебәрҙеләр.


Батыр
менән Әмилә артҡа ташланды. Әммә улар
хәҙер шәп ҡаса алмайҙар — ҡыҙҙың аяғы
ауырта. Ул баҫҡан һайын йөҙөн сирылта,
күҙҙәрен йома.









Түҙ,
Әмиләкәй, түҙ! — ти Батыр. — Саҡ ҡына
китәбеҙ ҙә туҡтайбыҙ!





Тегеләрҙең
ниҙер ҡысҡырғаны, аяҡтары аҫтында
ағастарҙың сытырлап һынғаны яҡында
ғына ишетелде. Етеп киләләр!


Ҡапыл
Батыр менән Әмиләнең баш осонан ҙур
ҡара шәүлә үтеп китте. Уның еле саҡ-саҡ
ҡолата һуҡманы. Малай йүгереп барған
көйө өҫкә ҡараны.


Уларҙың
өҫтөндә генә кеҫәрткегә оҡшаған йәнлек
осоп йөрөй. Уның оҙонлоғо алты-ете метр
самаһы. Ҡанаттары ярғанаттыҡына оҡшаған
— урта тирәһендә оҙон тырнаҡлы аяҡтарының
бишәр бармағы ла бар.


Осоусы
кеҫәртке, кирегә боролоп, малай менән
ҡыҙға ташланыу өсөн шыҡыя башланы.









Әмилә,
сүкәй! — тип ҡысҡырҙы Батыр. Эргәлә
генә ҙур япҫаҡлы ағастар үҫә. Ул ҡыҙҙы
шунда табан тартты. — Йәшен тиҙерәк!





Улар
бер япраҡ аҫтына сумды. Шунда уҡ был
осоусы кеҫәртке был япраҡты йолҡоп алып
китте. Шунан, ҡорбандарының тырнағына
эләкмәгәнен күргәс, асыулы итеп ҡарҡылданы
ла япраҡты ергә ырғытты.


Батыр
менән Әмилә урындарынан ырғып тора
һалып, эргәләге ағас төбөнә һыйынды. Ул
арала кеҫәртке йәнә түбәнәйә башланы.
Ошо ерҙә малай менән ҡыҙ янына Йыуан,
Һонтор һәм Тәпәш килеп етте. Осоусы
ғифрит, малай менән ҡыҙҙы онотоп,
эҙәрләүселәргә ташланды.


Был
минутта Һонтор, йүгереп килеп, Батыр
менән Әмиләне эләктереп алғайны инде.
Ә һауалағы йыртҡыс ҡот осҡос тиҙлек
менән Һонторға яҡынлаша. Хәҙер эләктереп
аласаҡ! Малай менән ҡыҙ ҡурҡышынан
күҙҙәрен йомдо. Һонтор балаларҙан
ҡулдарын ысҡындырҙы ла бар көсөнә аҡырып
ебәрҙе.


191


Ошо
секундта арттараҡ ҡалған Тәпәш, жеҫәһенән
пистолет кеүек нәмә сығарып, осоусы
кеҫәрткегә төбәне. Шунда уҡ кәбәктән
мендәр ҙурлығы үт йомғағы сыҡты ла
кеҫәрткенең аяҡтарын ялап алды. Йыртҡыс
тәү.ҙә быға иғтибар итмәне кеүек, нисек
осоп килһә, шул көйө түбәнәйеп, ҡанаттары
менән Һонторға һелтәнде. Әммә ялгҡын
Да үҙ эшен эшләне — кеҫәртке ҡапыл
ҡурҡыныс тауыш менән аҡырып ебәрҙе лә,
ҡырҡа өҫкә күтәрелеп китте. Тирә-йүнгә
янған йөн еҫе таралды.


Урынынан
ырғып торған Батыр ҡыҙҙың ҡулынан
тартты:


— Әмилә,
ҡастыҡ!


Тәпәш
менән Йыуан, балалар хаҡыщца онотоп,
ерҙә ятҡан Һонторға эйелгәйне. Э осоусы,
ҡорбандарын ташлап китергә теләмәйенсә,
яңынан һөжүм яһарға әҙерләнде.


Урмандың
ҡуйы урынына инеп китер алдынан Батыр
шуны күреп ҡалды: Йыуан ултырған һонтор
янында сүгәләгән, ә Тәпәш пистолетын
түбәнәйеп килеүсе йыртҡысҡа төбәп
тора...


СЕБЕН
МЕНӘН АЛЫШ


Батыр
менән Эмилә урман шырлығын йырып алға
атлай. Мөмкин тиклем алыҫыраҡ китергә.
Юғиһә эҙәрләүселәр хәҙер ҡыуып етәсәк.
Улар инде осоусы кеҫәрткенән ҡотолоп
Батырҙарҙың эҙенә төшкәндәрҙер.


Әмиләнең
аҡһауы көсәйгәндән-көсәйә. Малай уға
бер ағас һындырып бирҙе. Хәҙер ҡыҙ шуға
таянып атлай. Һыҙ- ланыуы йөҙөнә сыҡҡан.
Күрәһең, аяғы уғата ныҡ ауырта.


Алда
осло түбәле бер тау күренде. Туҡта, ул
таныш түгелме? Ҡабул итеү станцияһы
эргәһендәге тауға оҡшаған да баһа! Әллә
ҡасып йөрөй торғас, өйөрөлөп, йәнә киткән
урындарына килеп сыҡтылармы?


Малай
менән ҡыҙ туҡтап тирә-яғына ныҡлап күҙ
ташланылар.


Алда
станция күренә! Был тирәлә йөрөмәү
хәйерле. Сөнки эҙәрләүселәрҙең бында
ҡайтасағы көн кеүек асыҡ.


Бер
аҙ барғас, яланға килеп сыҡтылар. Бында
күҙҙең яуын алып төрлө төҫтәге сәскәләр
үҫеп ултыра. Батыр менән Әмилә был
матурлыҡҡа һоҡланып туҡтап ҡалды.









Батыр,
ҡара әле! — тип шыбырланы ҡыҙ, ҡапыл
яландың арғы осона күрһәтеп.





Тегендә
бик сәйер ҡиәфәттәге ике йәнлек үлән
ашап йөрөй ине. Уларҙың баштары ҙур,
аяҡтары нәҙек кенә, ҡанаттары йоҡаҡ,
үтәнән-үтә күренеп тора.









Себен
түгелме? — тип һораны Батыр. -— Һыйыр
ҙурлыҡ себен буламы?





Ул
арала себенгә оҡшаған йәнлектәр ҙә
малай менән ҡыҙҙы күреп ҡалды. Шунда уҡ
улар анһат ҡына өҫкә күтәрелделәр ҙә
был яҡҡа табан яҡынлаша башланылар.


Ҡаушаған
Батыр менән Эмилә урындарында ҡатып
ҡалды. Нимә эшләмәкселәр? Һөжүм
итмәкселәрме? Малай тирә-яғына ҡараны.
Эгәр ул-был була ҡалһа, ҡайҙа ҡасырға?
Улар сәскәләр менән һоҡланып яландың
уртаһына килеп еткәндәр, ә бында
йәшенерлек нәмә юҡ. Батыр тиҙ генә
Әмиләнең ҡулындағы таяҡты тартып алды.
Әгәр һөжүм итһәләр, ошоноң менән һаҡланып
ҡарар.


Себендәр
батырҙарға биш-алты аҙым етмәйерәк ергә
төштөләр ҙә малай менән ҡыҙға ҡарап
ҡатып ҡалдылар. Шунан береһе йәнә өҫкә
күтәрелеп, осоп килгән килеш оҙон суҡышы
менән Батырҙы суҡып алырға итте.


Әммә
малай һаҡ тора ине. Ул ҡулындағы таяғы
менән йыртҡыстың башына эләктерҙе. Теге
«Ха-ап!» тип ҡысҡырып ебәрҙе, шунан йәһәт
кенә боролоп, йәнә Батырға ташланды.
Батыр тағы таяғын күтәреп йыртҡысҡа
һелтәне. Был юлы себен дә таҫыллыҡ
күрһәтте, тиҙ генә башын ситкә алды.


Өҫкә
күтәрелеп алғандан һуң, йыртҡыс өсөнсө
тапҡыр Батырға ташланды. Малай йәнә
таяғын күтәрҙе... Ул тағы тегенең маңлайына
тос ҡына эләктерҙе. Хатта йыртҡыстың
башынан йәшел төҫтәге шыйыҡса аға
башланы. Әммә себен дә бер аяғы менән
малайҙы сапсырға өлгөрҙө. Малайҙың
майкаһы йыртылып тегенең тырнағына
эләгеп китте. Малайҙың яурынында оҙонса
ҡыҙыл эҙ ҡалды. Унда ҡан тамсылары
күренде.


Себен
башҡаса һөжүм итеп торманы. Ул ситтәрәк
ултырған дуҫы янына барып ҡунды ла
ҡәнәғәт тауыш менән ҡорҡолдай-ҡорҡолдай
майка киҫәген өҙгөсләргә кереште.
Күрәһең, улар дошманын еңгәненә ышанды
һәм шуны байрам итә башланы.


Ә
малай менән ҡыҙ, һыйыр дәүмәлле себендән
анһат ҡотолоуҙарына ҡыуанып, тиҙерәк
был яландан китеү яғын ҡараны.


ЗОЛО
ТЕТРӘЙ


Яландан
бер аҙ алыҫлашҡас. Батыр менән Әмилә
бер ағас төбөнә ултырып, тынып ҡалды.
Улар инде күптән тамаҡ ялғағандары юҡ.
Тимәк, йәнә ризыҡты ҡайғыртырға кәрәк.


Бер
аҙ хәл алғандай булғас, Батыр ағас
башында үҫеүсе сәтләүекте өҙөп алыу
өсөн килешле үлән-арҡан эҙләргә кереште.


193


Әмилә
урынында ултырып ҡалды. Тағы ла бер-береһен
юғалтмаҫ өсөн. Батыр ҡыҙға ултырған
урынынан бер ҡайҙа ла китмәҫкә ҡушты.


Бына
Батыр арҡан тапты. Ана сәтләүекле
ағастар. Хәҙер береһенә тоҙаҡ ырғытасаҡ
та...


Ҡапыл
ҡайҙандыр килгән әкрен генә геүелдәр
ишетелде. Малай һағайып ҡалды. Нимә был?
Тауыш бик йыраҡтан килә кеүек. Әммә
яңынан тыңлап ҡараһаң, эргәлә генә
ишетелә һымаҡ. Бар ҡош-ҡорт шаулаша
башланы, урман эсенән төрлө йыртҡыстарҙың
үкергәне, баҡырғаны ишетелде.


Ул
арала теге сәйер геүләү ҙә көсәйә төштө,
хатта аяҡ аҫтындағы ер һелкенгәндәй
тойолдо. Күңелде аңлатып булмаған шом
яулап алды.


Батырҙа
сәтләүек ҡайғыһы китте. Ул ҡулындағы
үлән- арҡанды ергә ырғытып, Әмилә ҡалған
яҡҡа йүгерҙе. Ҡапыл малайҙың аяғы
аҫтындағы ер ситкә шылды. Батыр тәкмәс
атып барып төштө. Шунда уҡ Батырҙың
эргәһендә ер, бысаҡ менән теленгән
ҡарбуз кеүек буйынан-буйына ярылып
китте. Секунд һайын был ярыҡ киңәйә,
тәрәнәйә башланы. Геүләү, күк дөбөрләүенә
оҡшап, бар донъяны ялмап алды. Ярыҡ
эсенән ялҡын телдәре күренде.


Батыр,
урынынан ырғып тороп, ни эшләргә белмәй
ҡатып ҡалды. Әмилә бит ярыҡтың теге
яғында ҡалды! Ырғып сығырғамы? Юҡ, мөмкин
түгел! Ярыҡтың киңлеге инде ете-һигеҙ
метр тирәһе булып китте. Ә аҫта — ут,
ялҡын! Батыр, башын борғослап тирә-яғына
ҡаранды, ярыҡтың осо күренмәй.


Ялҡын,
төтөн аша ярыҡтың теге яғында йүгергеләгән
Әмилә күренеп ҡалды. Уларға хәҙер нисек
осрашырға? Ярыҡ бит уң яҡта ла, һул яҡта
ла урман эсенә инеп юғала. Мең йәшәр
йыуан-йыуан ағастар, үлән кеүек анһат
ҡына ҡайырылып, ярыҡ эсенә ҡолай. Ялҡын
шунда уҡ уларҙы ялмап ала. Бер-ике
йыртҡыстың да аҡыра-аҡыра утлы упҡынға
төшөп киткәнлеге күренде. Нимә был?
Планета уртаға ярылдымы? Әллә уның
тетрәүе ошо буламы?


Нимә
эшләргә белмәгән малай, ҡыҙға ҡараны
ла, уң яҡҡа күрһәтеп ҡулын һелтәне,
йәнәһе, әйҙә, шул яҡҡа табан атлайыҡ.
Ҡасан да булһа ярыҡ бөтөр, шунда беҙ
осрашырбыҙ... Әмилә башын һелкте, йәнәһе,
аңланым... Ә үҙенең күҙҙәре тулы йәш...


Батырға
ҡыҙ йәл булып китте. Ниңә уларҙың башына
шул тиклем күп һынауҙар төшә? Кем ғәйепле
быға? Үҙҙәренең бер-береһен юғалтырға
теләмәүеме? Әллә башҡа сәбәп бармы
бында?


Батыр
ошо хаҡта уйлай-уйлай ут, төтөн бөркөп
торған ярыҡ буйлап алға атлай. Теге
ярҙа, унан ҡалышмаҫҡа тырышып, ҡыҙ
йүгерә. Ә тирә-йүндә ҡолаҡ тондорғос
геүләү тора...


ӘМИЛӘ
ТАҒЫ ТОТОЛА


Батыр
менән Эмилә ут йылғаһының ике яры буйлап
инде ярты сәғәттән ашыу атлай. Ярыҡ йә
киңәйә, йә бер аҙ тарая, әммә тамамланырға
һис тә уйламай...


Малай
ҡыҙ өсөн хафалана. Уның бит аяғы ауырта.
Икенсенән, әгәр хәҙер Эмиләгә берәй
ҡурҡыныс янаһа, Батыр бер ниндәй ҙә
ярҙам күрһәтә алмаясаҡ. Иң үкенеслеһе
ошо. Тиҙерәк ялҡын йылғаһының осона
барып етергә кәрәк!


Күпмелер
барғас, Батыр урман шырлығынан ниндәйҙер
йәнлектеңме, әллә кешенеңме Эмиләгә
яҡынлашып килгәнлеген шәйләп ҡалды.
Малай туҡтай һалып, урманға ныҡлабыраҡ
текәлде. Нимә унда? Йыртҡысмы? Әллә
эҙәрләүселәрме? Икеһе лә ҡурҡыныс хәҙер
Эмилә өсөн.


Унда,
ысынлап та, нимәлер бар. Ул ҡыҙға
яҡынайған- дан-яҡыная. Ниндәйҙер ҡара
күләгә. Ул ағастар араһынан арлы-бирле
күренгеләп ҡала ла йәнә юғала.


— Эмилә!
— тип ҡысҡырҙы Батыр ҡыҙҙы иҫкәртергә
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 18
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов