Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 07

Общее количество слов 3157
Общее количество уникальных слов составляет 1499
38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
Ә шул ҡоралдарын ҡулға төшөргәндә, ә?!







Нимәгә
ул?







Нимәгәме?..
— Ҡапыл Бәкер малайҙарҙың яурынынан
ҡосаҡланы. — Ҡарағыҙ әле, әйтергә онотоп
торам. — Бәкер Батырға боролдо. — Мин
бит һинең әсәйең менән бергә эшләйем.
Эйе, эйе, ниңә аптырайһың?







Аптырамайым.







Дөрөҫ.
Мин Айһылыу апайҙы көндөҙ күрҙем.
Урлашалар беҙҙең эштә малайҙар, ух,
урлашалар. Әсәйең һөйләгәндер әле?







Юҡ.







Юҡмы
ни? Ни булһа ла бөгөн төн миңә һеҙҙең
ярҙамығыҙ кәрәк. Беҙгә барып складты
һаҡларға кәрәк.







Төнө
буйымы? — тип аптыраны Хәлит.







Юҡ,
— тине Бәкер. — Әммә берәй сәғәт
ултырырға тура килер. Ризаһығыҙмы?







Әсәйем
беләме быны?







Белмәй.
Әммә белһә, ҡаршы булмаҫ ине.





Батыр
аптырап ҡалды. Беренсенән, көнө буйы
өйҙә булманы. Һуңлап ҡайтҡан өсөн уға
эләгәсәк, әлбиттә. Әммә улар складҡа
төшөүсе бурҙарҙы тотһалар!.. Хәҙер аңланы
Батыр: теге саҡта шуларҙы һағалаған
икән әсәһе. Эйе, тотһалар, әсәһе бер һүҙ
ҙә әйтмәҫ ине. Ана бит Бәкер ҙә ярҙам
итегеҙ инде, тип тора.


Ризалашты
малайҙар. Һәм улар Бәкергә эйәреп складҡа
табан атланы. Бер мәл ашхана тирәһенә
килеп сыҡтылар.









Әкрен,
— тине Бәкер. — Минең арттан!.. Хәҙер
ошо складҡа инеп йәшенәбеҙ ҙә тәҙрәһенән
генә күҙәтәбеҙ.





Бәкер
кеҫәһенән асҡыс сығарып һарайҙың ишеген
асты. Үҙе беренсе булып эскә атланы:









Инегеҙ
бында!





Малайҙар
уға эйәрҙе. Ҡараңғы, бер нәмә күренмәй.









Ут
юҡмы ни? — тип һораны Батыр.







Бар,
бар. Хәҙер яндырам.





Киләһе
секундта ишектең шарт итеп ябылғаны
ишетелде. Шунда уҡ уны тыштан бикләп тә
ҡуйҙылар.


Малайҙар
ҡараңғыла бер-береһенә һуғыла-һуғыла
ишеккә ташланды.









Кем
япты?







Асығыҙ!





Тыштан
Бәкерҙең тыныс тауышы ишетелде:









Егеттәр,
борсолмағыҙ. Һеҙгә ошонда ултырып
торорға тура килер. Унда карауат бар.
Арыһағыҙ, ятып ял итегеҙ. Мин иртәгә
ашарға килтерермен.







Э
ниңә бикләнегеҙ беҙҙе? — тип һораны
һаман да бер ни ҙә аңламаған Батыр.







Шундай
бойороҡ бирелде миңә. Ярай, киттем.
Хушығыҙ! — Бәкерҙең аяҡ тауыштары
алыҫлашты.







Бандит!
— тип ҡысҡырҙы Батыр, йоҙроҡтары менән
ишекте туҡмап. — Ул беҙҙе урланы! Ә беҙ
бер ни белмәйенсә... Их!





Хәлит
шаҡ ҡатты. Улар шулай анһат ҡына тотолдомо
икән ни? Көнө буйы ошо хаҡта уйлап
йөрөнөләр һәм анһат ҡына ҡармаҡҡа
эләктеләр! Ниндәй үкенесле!


Тиҙҙән
күҙ ҡараңғылыҡҡа өйрәнә төштө. Малайҙар
мөйөштә торған карауатты күрҙе. Улар
баштарын эйгән хәлдә шул карауатҡа
ултырҙылар ҙа тынып ҡалдылар...


Бәкер
станцияны эҙләй


Бәкер,
малайҙарҙы бикләгәс тә, шефтың өйөнә
ашыҡты. Уйҙары тормошҡа ашты. Әммә күпме
ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килде уға.
һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Әлбиттә, малайҙы
бикләнем тип, иртәнсәк тә әйтә ала ине.
Әммә ер аҫтындағы станция хаҡында
тиҙерәк белдерергә кәрәк. Таңға бит
уның ишеген аса торған пароль үҙгәрәсәк.


Ваҡыттың
һуң булыуына ҡарамай, шеф йоҡламай ине.
Ул — илле йәштәр тирәһендәге, тәбәнәк
буйлы, ҙур башлы, ҡаланың һатыу итеү
селтәрҙәре директоры — Бәкерҙе асыулы
ҡаршыланы:









Ҡайҙа
йөрөйһөң? Һиңә бит киске етелә бында
булырға ҡушылғайны!







Әле
килә алғаныма ҡыуанығыҙ! — Бәкер ишек
төбөндә тапанды. — Ҡот осҡос хәлгә
осраным, шеф!







Әйҙә,
үт. Ни булды?





Бәкер
бөгөн күргәндәрен түкмәй-сәсмәй шефҡа
һөйләп бирҙе. Теге ышанырға ла ышанмаҫҡа
ла белмәне. Сит планета кешеләре Ерҙә?
Етмәһә, ҡала янында ғына станциялары
бар, имеш. Аҡылдан шашҡанмы әллә был?









Миңә
ышанмаһағыҙ, теге малайҙарҙан һорағыҙ,
— тине Бәкер шефтың шикләнеүен тойоп.







Улар
һин түгел. Һөйләмәҫкә һүҙ биргәндәр
икән...







Эйе
шул. — Бәкер төшөнкөлөккә бирелде. Әммә
киләһе секундта урынынан ырғып торҙо.
— Мин бит паролде беләм! Беҙ станцияға
инә алабыҙ!





71









Ысынмы?
— Шеф Бәкерҙең ҡаршыһына килеп баҫты.
— Һин һаташмайһыңмы?







Минең
күҙ алдымда теге ҡыҙ паролде әйтте лә
аҫҡа төшөп китте!







Ул
урынды хәтерләйһеңме?







Мин
унда бер ботаҡ ҡалдырҙым. Сәнсеп ҡуйырға
иткәйнем дә, малайҙар шикләнә башланы.







Тәк.
— Шеф иҙән буйлап йөрөргә кереште.





Уның
башында тиҫтәләгән уйҙар тыуҙы ошо
минутта. Әгәр Бәкер һөйләгәндәр ысын
булһа... Был иҫ киткес мөмкинселектәр
бирә бит! Уларҙың ер кешеһенең башына
инеп сыҡмаған машиналары, роботтары,
ҡоралдары барҙыр! Эгәр шуларҙы ҡулға
төшөргәндә... Был ҡаланы ғына түгел, бөтә
республиканы, юҡ, илде. Ер шарын үҙеңә
буйһондорорға була! Ҡорал ғына тиһеңме!
Әгәр шундай ҙур станцияны һиҙҙермәй
генә төҙөй алғас, уларҙың мөмкинселектәре
иҫ киткестер! Ә кешеләре! Улар белгән
нәмәләр үҙе алтынға торорлоҡ!









Былай
итәбеҙ, — тине шеф. — Хәҙер егеттәрҙе
йыйырға ҡушам. Ярты сәғәттән юлға
сығабыҙ...





Егерме
минут үтеүгә бер ҡара «Волга» ҡаланан
сыҡты ла, яҡтылығы менән ҡараңғылыҡты
тишеп, ялан буйлап елдерҙе. Уның артынан
унлап егеттәрҙе тейәгән йөк машинаһы
ашыҡты. «Волга»ла шоферҙан башҡа иң
яҡын ярҙамсыһы менән шеф ултыра. Яндарында
— Бәкер. Ул, алғараҡ эйелеп, станцияға
юлды күрһәтеп бара.









Уңғараҡ...
Эйе, туп-тура... Тағы йөҙ метр тирәһе...
Туҡта!





«Волга»нан
сыҡтылар. Бәкер, ялт-йолт ҡаранып, үҙе
ҡалдырған ағасты эҙләргә кереште. Тиҙҙән
уға йөк машинаһынан ырғып төшкән егеттәр
ҡушылды.









Нимәгә
кәрәк ул? — тип һораша ине егеттәр
үҙ-ара.







Шеф
юҡҡа эҙләтмәҫ. Тимәк кәрәк.





Ярты
сәғәттәй ваҡыт үтте. Егеттәр Бәкергә
инде тиҫтәләгән ағасты килтереп күрһәтте:









Ошо
түгелме?





Әммә
береһе лә Бәкер ҡалдырған ботаҡҡа
оҡшамаған ине.


Быны
күреп, шефтың асыуы ҡабарҙы:









Һин,
шайтан малайы, төш күргәнһең дә беҙҙе
аптыратаһың!







Юҡ,
шеф, юҡ! Ошо тирәлә ул! Ҡараңғы бит!
Бәлки, «Хуш, Ер!» — тип ҡысҡырып ҡарайыҡ.
Асылмаҫмы икән?







Мин
һинең кеүек аҡылдан шашмаған. Ағасты
табырға кәрәк!





Әммә
уныһы ер ярығына ингәндәй юҡҡа сыҡҡайны.
Аптырағас, Бәкер бер-нисә тапҡыр,
башҡаларҙы аптыратып:









Хуш,
Ер! — тип ҡысҡырып та ҡараны.





Тик
Ер аҫты станцияһына илтеүсе ишектең
асылыуы күренмәне.









Иҫәр!
Алйот! — тип әрләне уны шеф. — Һиңә
ышанған мин — дурак!







Бар
ул станция, шеф, бар! — тип һаман үҙенекен
тылҡыны Бәкер. — Һуң булдым бит мин
унда!







Булғас,
яҡшылап хәтерләргә ине! Юғиһә тауыҡ
мейең менән йөрөйһөң кеше аптыратып.







Их!
Ошонда ғына ине бит! — тип өтәләнде
Бәкер. Әммә хәйләкәр егет ошо минутта
ике юлдаш малайҙарынан алданғанын
белмәне. Бынан бер сәғәт элек, ергә
ҡаҙалған ағасты аяҡ аҫтына һалып, ҡалаға
табан атлаған мәлдә, Батыр һиҙҙермәй
генә ул ботаҡты ҡулына эләктереп алды
һәм ҡалаға етеп барғанда ғына ташлап
китте. Шулай итеп, малай сит планетанан
килгән кешеләрҙе ер бандиттарының
һөжүменән һаҡлап алып ҡалды...





Ҡапыл
Бәкер маңлайына усы менән һуҡты.









Шеф!
Тағы бер идея бар! Иртәгә сәғәт унда ер
аҫты ҡыҙы менән теге малайҙар осрашырға
һөйләште! Бәлки...







Тағы
әкиәт һөйләйһеңме?







Ышанмаһағыҙ,
теге малайҙарҙан һорағыҙ. Юҡ. Иң дөрөҫө
— ул ҡыҙ менән осрашыуға үҙебеҙ барабыҙ.
Аҙаҡ ҡыҙ менән бергә станцияға инәбеҙ
ҙә... Нисек?







Эгәр
әйткәндәрең дөрөҫ булһа... — тине шеф.
— Тик ҡара уны, Бәкер, әгәр йәнә беҙҙе
алдаһаң, үҙеңә үпкәлә. Һинең төштәреңә
ышанып йөрөргә мин малай түгел!







Бөтәһе
лә дөрөҫ, шеф!





Шулай
һөйләштеләр. Иртәгә Эмиләне тоталар ҙа
уның ярҙамында Ер аҫтындағы станцияға
инәләр. Э инде унан һуң... Ҡалғанын күҙ
күрер...


Лайондыц
бойороғо


Пульт
янында өс робот һәм Лайон ултыра. Эмилә
инеү менән станцияның етәксеһе ҡаштарын
емерҙе.









Йә,
һөйлә. Ни булды бында?







Атай,
бөтәһенә лә мин ғәйепле. — Ҡыҙ башын
эйҙе.







Беләм.
Хәҙер асығыраҡ итеп әйт. Кемдәр булды
бында? Ҡайҙа улар?







Батыр
менән Хәлит. Ҡайтып киттеләр.







Шәп!
— Лайон бүлмә буйлап йөрөргә кереште.
— Тимәк, һүҙеңдә торҙоң. «Ул малайҙарға
яҡын бармайым. Улар менән һөйләшмәйем»
тигән һүҙҙәреңде үтәнең.







Атай,
мин һөйләшмәнем. Мин...







Улайһа,
нисек бында килеп эләккәндәр? Кем алып
килгән?





73









Улар...
минең арттан күҙәтеп йөрөгән дә...







Нисек
күҙәткән? Ниңә күҙәткән? УЛар бит
һине бөтөнләй белмәй ине.





Ҡыҙ
малайҙарҙан ишеткәнен һөйләп бирҙҫ.
Фәҡәт Бәкер хаҡында өндәшмәне.


Атай,
тин һүҙен осланы ҡыҙ. — ^*лар һуҙ бирҙе
Бер кемгә лә бер ҡасан да беҙҙең хаҡта
өндҫцттмайарактарТ









Бин
Ер кешеләрен белмәйһең, Эмилә. Лайон
тыныс булырға тырышып ҡыҙына аңлатыр.ра
тотондо





Һин
уларҙы беҙҙең кеүек күрәһең. Ур Ғсешеләре
үлһә үлә, биргән һүҙендә тора. Э
бындағылар... Уларҙың психологияһы
икенсе. Бына күр ҙө торг бер.ң^ҫд көндән
беҙҙең хаҡта хәбәр бөтә ҡалаға тараласаҡ,
Нцунан улар килеп станцияны эҙләргә
тотонасаҡтар. Әгәрд паника башланһа...









Юҡ,
атай, юҡ! Батыр менән Хәлит унддй түгел.







Э
өсөнсө кеше? Ул кем ине?





Өсөнсө?
Атаһының был һорауын Ә]\др5Ла
көтмәгәйне. Бәкер хаҡында ул белмәй,
тип уйлай ине бит ҡыҙ.


Ул
малайҙарҙың дуҫы.


-
Роботтарҙың аңлатыуына ҡарағанда үл
өлкән кеше булырға тейеш.









Эйе.
Ул да һүҙ бирҙе. Бер кемгә лә Һөйләмәйәсәк.
Лайон бер аҙ уйланып торҙо. Шунан
ҡыҙынь^ң ҡаршыһына килеп баҫты.





Бына
нәмә, Әмилә. Иртәнән һуңға Урға ҡайтабыҙ.
Ләкин урыныбыҙға килеүселәргә бындай
съөр^р^з ҡалдырырға хаҡыбыҙ юҡ. Һин
уларҙы таба алаһыңмы?


Уларҙымы?
— Эмилә осрашырға һөиЛө;цзөүҙөрө
хаҡында әйтергә итте лә тыйылды. — Таба
ал;ам.


Улайһа,
иртәгә өсәүһен дә бында кғрЛтврәһең.
Беҙ уларҙы оноттороу тулҡыны аша
үткәрергр тейешбеҙ. Ә бөгөнгө ҡылығың
хаҡында, Урға ҡаитт^^ө^ яҡшылап һөйләшербеҙ.
Ә хәҙер бар, йоҡларға ят.


Иртәгә
осрашыу урынына нисек барырмы(Н,
тип борсола ине, төйөн анһат ҡына сиселде.
Тик... Бе^> аҙ Һөйләшеп йөрөрҙәр.
Аҙаҡ Бәкерҙе алырҙар ҙа бында ки[лерҙәр.
Ә нимә тип саҡырыр? Ярай, сәбәбен табыр.
Һис ю]рыңда атайым- дың һеҙҙе
күргеһе килә, тиер... Тик шуныһы үкенесле.
Уларҙы бында алып ҡайтһа, Әмилә үҙ "ку^лы
менән малайҙарҙың мейеһенән үҙе хаҡындағы
хәтирә.ңө мәңгегә юй- ҙырасаҡ. Көндәр,
айҙар үтер. Әмилә алыҫ У]рҙа уларҙы
уйлар, Ерҙә Батыр менән Хәлит исемле
дуҫтарым бар, тип иҫләр, ә шул ваҡытта
малайҙарҙың башына тсыҙ тураһында уй
инеп тә сыҡмаҫ. Ниндәй аяныс!..


Айһылыу
апай


Айһылыу
апай Батырҙың бөтә иптәштәренә шылтыратып
сыҡты. Тора бара шул асыҡланды: Батыр
менән бергә Хәлит тә юғалған. Көндөҙ
уларҙы ҡала урамында күргәндәр, хатта
икәүләшеп ҡала ситенә китеп барыуҙары
хаҡында ла әйттеләр. Шунан да күберәген
белеп булманы. Ҡайҙа Батыр? Урлағандармы?
Улайһа, Хәлит ниңә юғалған? Теге бурҙарға
Батырҙың дуҫы кәрәкмәй бит. Бәлки Хәлит
ҡамасаулап йөрөһә, икеһен бергә алған
да киткәндәрҙер...


Айһылыу
апай барыһын да уйланы ла һатыу итеү
селтәре директорын күреп һөйләшмәксе
булды. Был ыңғайҙан уның иманы камил:
был уның эше.


Айһылыу
апай, Ғәлиуллиндың ишеген шаҡығанда
киске сәғәт ун ине. Директор үҙенең ҡул
аҫтындағы магазиндарҙың береһендә
эшләгән һатыусыны бик яғымлы ҡаршыланы,
үтергә тәҡдим итте.


Айһылыу
апай уның төлкө кеүек ҡыланыуҙарына
иғтибар итеп торманы. Ингәс тә:









Ҡайҙа
минең улым? — тип һораны туранан-тура.
Ғәлиуллиндың күҙҙәре түңәрәкләнде:







Нимә?
Ә ниңә уны минән һорайһың?







Нинең
эш был. Ике тапҡыр һинең кешеләрең мине
иҫкәртте. Батырыңды юҡ итәбеҙ, тине.
Бына бөгөн...







Айһылыу,
юҡты һөйләмә. Мин бер ни ҙә белмәйем.







Әгәр
хәҙер үк Батырҙы тапмаһаң...







Нимә
эшләрһең?







Милицияға
хәбәр итәм.







Ха-ха-ха.
— Ғәлиуллиндың көлөүе яһалма яңғыраны.
— Улар һиңә ышаныр тиһеңме? Ҡайҙа
дәлилең?







һеҙ
складтарҙағы әйберҙәрҙе кооперативтар
аша һатаһығыҙ. Мин ҡаршы торғас...







Һине
кем иҫкәрткән, шуларҙан һора малайыңды.







һин
иҫкәрттең!







Мин?
— Ғәлиуллиндың күҙҙәре аҡшайҙы. — Һин
уй- лабыраҡ һөйлә, яраймы?







Һеҙ
спекуляция менән шөғөлләнәһегеҙ!







Айһылыу,
тыныслан!







Юҡ!
Хәҙер үк килтерегеҙ малайымды!







Мин
ҡайғыңды аңлайым, Айһылыу. Әммә... мин
урламаным уны. Шулай ҙа белешермен...
Ярҙам итергә тырышырмын. Әммә...





Айһылыу
апайҙың күҙенән йәштәре килеп сыҡты:









Хәҙер
төн була. Ул көнө буйы ашамаған. Ҡайҙа
йоҡлар? Юҡ, мин ошо көйө китә алмайым.
Табығыҙ малайымды!





75









Айһылыу,
әйттем бит: мин бер ни ҙә белмәйем. Һин
ул тиклем борсолма. Малайыңды урлағандгар
икән... Кире ҡайтарырҙар. Улар бит йыртҡыс
түгел... Барлығы үҙеңә... Ҡыҫылма юҡ-бар
ергә... Нимәгә кәрәк һиңә? Әйҙә, урлашһындар.
Тоторҙар. Бының өсөн милиция! бар... Мин
ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләрмен...





Ғәлиуллин
нисек кенә яғымлы һөйләшһю лә. Айһылыу
апай ышанманы уға. Ҡалала күптән һатыу
итеү селтәренә бурҙар оялаған икән,
тигән хәбәр йөрөй. ТУның башлығы Ғәлиуллин
үҙе тигәндәрен дә ишеткәне бар). Халыҡ
юҡҡа һөйләмәҫ. Батырҙың юғалыуы уның
ғына эше...


Милицияға
барып үҙенең бар уйҙарын һөйләп биргәндән
һуң Айһылыу апай өйөнә ҡарай атланы...


Төнө
буйы керпек тә ҡаҡманы әсә. Батырының
ошо минутта ситтә, билдәһеҙ ерҙә булыуын
иҫләү менән күҙенә йәштәр эркелә. Э
ҡайһы саҡта, улы күптән ҡайтҡан кеүек
тойола башлай. Айһылыу апай йүгерә-атглай
Батырҙың бүлмәһенә барып инә һәм буш
карауатты дсүрә. Шул мәл әсәнең бөтә
тәне буйлап һалҡын земберлюү үтә. Ҡайҙа
уның Батыры? Өшөмәйме? Йоҡлар урыны
бармы?..


Иртәнсәк
эшкә барышлай Айһылыу апай йәнә милицияға
һуғылды. Әммә унда бер ниндәй ҙә яңылыҡ
тоҡ ине...


Айһылыу
апай үҙе эшләгән магазинға табан атланы.
Сәғәт ун тулып килә. Ашығырға кәрәк. Ошо
ерҙә ул кинотеатр ҡаршыһында торған
бер ҡара «Болгарға иғтибар итте. Был
бит Ғәлиуллиндың машинаһы!


Бына
«Волга» эсенән ике егет сыҡты. Уларҙы
күргәс, Айһылыу апай баҫҡан ерендә ҡатып
ҡалды. Ошоларҙың береһе бит теге саҡта
уны иҫкәрткәйне! Нимгә эшләргә? Их,
милицияһы ла күренмәй бит кәрәк саҡта!..


Ул
арала теге ике ир кинотеатр алдында
торған ҡыҙыл күлдәкле ҡыҙ янына барҙы.
Бына уға ниҙер әйттеләр. Ун ике йәштәр
тирәһендәге ҡыҙ ирҙәрҙе иғтибар менән
тыңланы ла баш һелкте. Күрәһең, нимә
менәндер килешергә теләмәне. Ирҙәр
ҡыҙып-ҡыҙып өгөтләргә кереште. Ҡыҙ һаман
да баш тартҡас, тегеләр уның ике ҡулынан
тоттолар ҙа ҡара «Волга»ға табан алып
киттеләр.


Быны
күреп торған Айһылыу апайҙың башынан
төрлө уйҙар йылтылдап үтте. Ҡайҙа алып
китмәкселәр ҡыҙҙы? Ул бит теләмәй!
Урларға итәләрме? Күрәһең, был ҡыҙҙың
да ата-әсәһе бурҙарға ҡамасаулағандыр
ҙа.... Йыртҡыстар! Нисек ҡулдары бара
тиген!


Айһылыу
апай түҙмәне, машина янына йүгерҙе:









Нимә
эшләйһегеҙ? Хәҙер үк ебәрегеҙ!





Ул
арала теге ирҙәр ҡыҙҙы «Волга» эсенә
индереп тә ултыртты. Киләһе секундта
машина алға ынтылды. Айһылыу апай,
ҡулдарын йәйеп «Волга»ның юлына арҡыры
торҙо:


— Туҡтағыҙ!
Туҡтағыҙ тием!


Машина
ҙур тиҙлек менән Айһылыу апайға
яҡынлашты...


Тот-ҡонда


Хәлит
менән Батыр төндө йоҡоһоҙ үткәрҙе.
Шундай иҫәр рәүештә эләктеләр тоҙаҡҡа!
Бәкерҙең мәкер уй менән йөрөгәнен баштан
аңларға булған да бит. Ул малайҙарҙы
күҙәтеп килгән, шул арҡала ер аҫтына
эләккән...


Иң
ҡурҡынысы шунда: Бәкер үҙенең бандаһы
менән Ер аҫтындағы станцияны баҫып
алырға маташасаҡ. Хәҙер шик ҡалманы: ул
станцияның ишеге янына теге ботаҡты
юҡҡа ғына сәнсеп ҡалдырырға йыйынмаған.
Ярай әле Батыр ул ағасты. Бәкергә
һиҙҙермәй генә, ҡулына эләктереп алды
ла ҡалаға етәрәк кенә ташлап китте.
Юғиһә ул бандит төнөн үк станцияны баҫып
алырға маташыр ине — паролде белә бит.
Бәкер Әмиләнең сәғәт унға кинотеатр
янына килерен белә. Тимәк улар станцияға
ҡыҙ ярҙамында инергә маташасаҡ!


Карай
эсе яҡтыра башлағайны. Тик ултырырға
ярамай. Нисек тә бынан сығыу юлын эҙләргә
кәрәк. Төнөн дә ҡул ҡаушырып ултырманы
малайҙар. Күҙгә төртһәң дә күрен- мәҫлек
ҡараңғы булыуына ҡарамай, Батыр менән
Хәлит стеналарҙы һәрмәп, ҡул һыйырҙай
тишек эҙләне. Бына хәҙер яҡтыра төшкәс,
малайҙар үҙҙәренең юҡҡа тырышҡанын
аңланы. Стеналар бетондан ине. Берҙән
бер өмөт түбә- лә. Ул таҡтанан эшләнгән.
Араларынан өҫтөнә шифер түшәлгәне
күренә. Тик һарайҙың бейеклеге дүрт
метр тирәһе. Түбәгә нисек менергә? Менгән
саҡта ла уны нисек асырға? Әммә ни генә
булмаһын, улар сәғәт унға тиклем бынан
сығырға тейештәр.


Эҙләнә
торғас, төрлө оҙонлоҡтағы арҡан өҙөктәре
таптылар. Улар менән ни ҡылырға мөмкин?
Бер-береһенә ялғарға була. Шунан?..


Сәғәт
туғыҙынсы китте. Һарай эсе тамам яҡтырҙы.
Таҡталар бер-береһенә теймәй ятҡан
урындарҙа өрлөк менән шифер араһында
арауыҡ барлығы күренде. Әгәр арҡанды
шунан үткәргәндә, уның бер осонан тотоп
торорға, икенсе осона йәбешеп түбәгә
тиклем күтәрелергә була бит! Батырҙың
был уйы Хәл иткә лә оҡшаны. Бына улар
баскетбол уйынсыһы һымаҡ арҡандың бер
осон өрлөк өҫтөндәге тишеккә тоҫҡап
ырғыта башланылар. Ләкин күпме генә
тырышһалар ҙа арҡан кәрәк урынға
эләкмәне. Их, бер һайғау булғанда! Иәнә
һарайҙың эсен тентергә тотондолар.
Ниһайәт, оҙон ғына сым таптылар. Уны
өрлөк өҫ-


77


төндәге
өрлөк аша үткәреүе ҡыйын булманы —
тимер сыбыҡ ҡаты ғына ине. Бына уның осо
кире ергә төштө. Уға арҡан бәйләнде һәм
тиҙҙән ул өрлөк аша үткәрелгәйне!


Был
ваҡытта сәғәт унынсы китте.


Бына
Хәлит арҡандың бер осона йәбеште, ә
ҡуЛына тимер киҫәге тотҡан Батыр үрмәләп
түбәгә тиклем күтәрелде. Бер ҡул менән
арҡанға йәбешкән килеш, икенсе ҡулдағы
тимер менән түбәлә тишек яһауы еңелдән
түгел ине. Батыр тәүҙә шиферҙы ярҙы.
Хәҙер таҡтаны айырырға кә- рәк. Ләкин
ул өрлөккә ҡуша ныҡ ҡына ҡаҙаҡланған.
Биш минут та үтмәне малайҙың хәле бөттө,
ул шыуып аҫҡа төшөргә мәжбүр булды.









Ҡана
әле үҙем! — Йыуан, ауыр кәүҙәле Хәлит
бик ихлас менеп киткәйне үрмәләп. Әммә
өҫтә ярты минут та түҙә алманы. Аһ та
уһ килеп ергә төштө. — Ҡулымды
ауырттырғайным кисә, — тип аңлатты ул.





Батыр
икенсе менеүендә лә таҡтаны айырып
сығара алманы. Фәҡәт өсөнсө ынтылыуында
ғына түбәлә үҙе һыйырлыҡ тишек яһай
алды. Батыр ҡулындағы тимерҙе аҫҡа
ырғытты ла эргәләге таҡталарға йәбеште.
Күп тә үтмәне, ул һарайҙың өҫтөндә тора
ине инде.









Тишекте
ҙурайт! — тип ҡысҡырҙы эстән Хәлит.
Батыр тағы бер шиферҙы айырып ырғытты,
шунан арҡандың бер осон үҙенә тартып
алды:







Әйҙә
үрмәлә өҫкә! — тип ҡысҡырҙы ул дуҫына.
Ярты минут та үтмәне Хәлит тә Батырҙың
янында тора ине.







Сәғәт
нисә? — тип һораны Батыр.







Өс
минуттан ун тула.





Тимәк,
Әмилә күптән кинотеатр янында уларҙы
көтә. Тиҙерәк! Юғиһә уны Бәкер алып
китәсәк! Хәҙер төшөр урынды эҙләп торорға
ваҡыт юҡ. Карайҙың бейеклеге дүрт метр
тирәһе булыуға ҡарамай, Батыр күп уйлап
торманы, -йүгереп килде лә аҫҡа ырғыны.
Ер ҡаты ғына ине. Шуға, аяғы зыңҡып китте.
Батыр тороп баҫыуға уның янына ғына туп
итеп Хәлит килеп төштө.









Тиҙерәк!





Батыр
ҡойма аша ырғып төштө лә кинотеатрға
табан йүгерҙе. Хәлит унан ҡалышманы.
Бына аптеканы үтеп киттеләр. Күрше
урамға сыҡһалар, Әмилә уларҙы көткән
урынға тиклем күп ҡалмай. Ана, һуңғы
боролош. Йәнә ике йөҙ метр һәм...


Ниңә
унда халыҡ йыйылған? Әмилә ҡайҙа? Шунда
уҡ ашығыс ярҙам менән милиция машинаһы
күренә. Нимә эшләй улар бында?


Батыр
йүгереп килде лә халыҡты йырып уртаға
үтте...


Хушлашыу


Айһылыу
апай ҡулдарын йәйеп «Волга»ның юлына
арҡыры торҙо:









Туҡтағыҙ!
Туҡтағыҙ, тием!





Машина
ҙур тиҙлек менән Айһылыу апайға яҡынлашты.
Бына ул саҡ ҡына уңғараҡ тартты, әммә
туҡтап торманы, ары елде.


Айһылыу
апай «Волга»ның үҙенә тейеп үтеүен
һиҙҙе. Бер ере лә ауыртыуын ауыртманы
уның. Тик ни өсөндөр ер стена кеүек аяҡ
үрә баҫты. Күк йөҙө түңкәрелеп артҡа
ҡоланы. Ьәм Айһылыу апай үҙен төпһөҙ
ҡараңғы соҡорға төшөп киткәндәй тойҙо...


Был
минутта һарай өҫтөнән ырғып төшөп
кинотеатрға табан йүгереп килгән Батыр
үҙенең был донъяла япа-яңғыҙ тороп
ҡалғанлығын белмәй ине...


Күп
тә үтмәне юл ситендә ятҡан Айһылыу
апайҙы халыҡ уратып алды, ашығыс ярҙам
менән милиция машиналары килеп етте.


Ошо
ерҙә Батыр халыҡты йырып уртаға үтте
лә әсәһенә ташланды...


Йүгереп
килеп еткән Хәлит Айһылыу апайҙы ҡыҙыл
күлдәкле ҡыҙҙы урлаған машинаның төкөп
китеүен ишеткәс тә бөтәһен дә аңланы.
Бәкерҙең эше был! Улар Әмиләне станцияға
алып киткән. Унан астырып эскә инмәкселәр!
Малай шунда ҡара «Волга»ның ҡайҙа
икәнлеген милиционерҙарға әйтеп һалды.
Улар Хәлитте ултыртып, ҡала ситенә ҡарай
елдерҙе. Күп тә үтмәне, ялан уртаһында
торған ҡара «Волга» менән бер йөк
машинаһы күренде. Янында тиҫтәләгән
кеше ҡайнаша. Милиционерҙар быны күргәс,
рация аша үҙҙәренә ашығыс ярҙам һораны...


Үҙҙәренә
табан ҙур тиҙлек менән яҡынлашып килгән
бер нисә милиция машинаһын күргәс тә,
бандиттар ҡасырға маташты, тик өлгөрмәне...


Айһылыу
апайҙы иртәгеһенә ерләнеләр. Зыяраттан
Батыр үҙенең иң яҡын дуҫтары — Әмилә
һәм Хәлит менән бергә ҡайтты.


Иртәгәнән
башлап Батыр балалар йортонда йәшәй
башларға тейеш. Тимәк, ул әсәһе менән
бәхилләшеү өҫтөнә, фатирынан, бергә
үҫкән дуҫтарынан айырылырға мәжбүр...


Әмилә
Айһылыу апайҙың старт көнө ерләнергә
тейешлеген белгәс, кисә Ур планетаһына
осоуҙан ҡырҡа баш тартты. Атаһы тәүҙә:









Был
мөмкин түгел, — тип ҡырталашҡайны ла,
ҡыҙ һүҙендә ныҡ торҙо.





Әгәр
уны ҡотҡарам тип ғүмерен ҡорбан иткән
апайҙы


79


ерләшмәй
икән, Әмиләне кем тип атарға? Етмәһә, ул
— ҡыҙҙың иң яҡын дуҫының, Батырҙың
әсәһе.


Лайон
күнде. Дөрөҫ, бының өсөн оло сәбәп уйлап
сығарырға тура килде. Алыҫ планетаға,
йыһан карабының боҙоҡ урынын таптыҡ,
тип хәбәр итте. Йәнәһе, бер көн йүнәтәсәктәр.
Лайонды алдашыуға барырға мәжбүр иткән
йәнә бер нәмә бар. Станцияла булып киткән
өс Ер кешеһен оноттороу тулҡыны аша
үткәреү өсөн алып килмәне Әмилә. Ул ғына
ла түгел, үҙе бер ҡот осҡос тарихҡа
юлыҡҡан. Үлемгә бәйле бер ваҡиғаға шаһит
булған, быны милиция белгән... Ҡыҫҡаһы,
эш ҙурға киткән. Лайон Әмиләне һуңғы
тапҡыр Ер өҫтөнә сығарыуына үкенеп тә
ҡуйҙы.


Бөгөн
Әмилә йәнә Ергә күтәрелде. Ул ерләүҙә
ҡатнашырға һәм теге өс кешене станцияға
алып килергә тейеш. Уларҙы оноттороу
тулҡыны аша үткәрһәләр, Лайон тыныс
күңел менән Урға ҡайтыр ине...


Был
мәлдә Әмилә, Батыр һәм Хәлит ҡалаға
килеп инде. Хәҙер Батыр өйөнә ҡайтыр,
шунан уҡытыусы апай менән юлға әҙерләнә
башлар. Ә Әмилә... Үҙ планетаһына осор...
Хәлит кенә бында ҡалыр... Шуға һағышлы
өсөһөнөң дә йөҙө.


Батыр
һаман да әсәһенең үлеүенә ышана алмай.
Бына хәҙер ҡайтып инһә, әсәһе һәр
ваҡыттағыса ҡаршы алыр кеүек:









Ҡайҙа
йөрөйһөң? — тип үҙенә ҡыҫыр ул Батырҙы.
Шунан арҡаһынан һөйөп алыр. — Асыҡҡанһыңдыр
инде. Әйҙә, ашап ал. Яратҡан бутҡаңды
бешерҙем.





Был
һүҙҙәрҙе инде Батыр башҡа бер ҡасан да
ишетмәйәсәк. Бер кем дә уны ошондай йылы
итеп ҡаршы алмаясаҡ...









Батыр,
— тине Хәлит оҙаҡ ҡына өндәшмәй барғандан
һуң. — Ьин китмә балалар йортона.





Батыр
һағышлы күҙҙәрен дуҫына күтәрҙе, әммә
бер ни ҙә өндәшмәне. Ниңә китмәҫкә?
«Китмәһәм, ҡайҙа йәшәрмен?» — тип тә
һораманы ул.









Минме...
Мин ебәрмәйем һине, — тине Хәлит. —
Хәҙер ҡайтам да әсәйемә әйтәм. Беҙҙә
йәшәрһең.





Батырҙың
тамағына төйөр килеп тығылды, күҙе
әсетеп китте. Ул ситкә боролдо. Һәм риза
түгеллеген аңғартып башын һелкте.









Ниңә?
Ни өсөн?





Һүҙгә
Әмилә ҡушылды.









Рөхсәт
итмәҫтәр.







Һин
ҡайҙан беләһең? — Хәлит ҡыҙға уҫал итеп
ҡараны. — Бында һинең Урың түгел. Беҙҙә
рөхсәт итәсәктәр.







Яңылышаһың,
— тине Әмилә. — Беҙҙә киреһенсә рөхсәт
итерҙәр ине.







Юҡ,
бына хәҙер беҙгә барабыҙ ҙа...





80









Мин
бармайым. — Батыр туҡтап ҡалды. — Мин
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 08
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов