Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 03

Общее количество слов 3028
Общее количество уникальных слов составляет 1350
40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов




Һеҙ
үҙегеҙҙең ҡайҙа икәнлегегеҙҙе
беләһегеҙме, исмаһам? — тип һораны.
Үҙе, малайҙарҙың яуабын көтмәйенсә,
һөйләргә тотондо. — Был — Ерҙә тикшереү
алып барыусы станция. Ул бынан ике йөҙ
йыл элек төҙөлгән. Беҙ бынан илле парсек
алыҫлыҡта урынлашҡан Ур планетаһынан.
Ҡалғанын аҙаҡ белерһегеҙ. Хәҙер миңә
һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк.







Беҙ
әҙер! — Батыр урынынан ырғып торҙо.







Ошо
минутта станцияла минән башҡа ике
енәйәтсе генә бар. Улар станция етәксеһен
ҡулға алған. Беҙгә нисек тә уны ҡотҡарырға,
бандиттарҙы тоторға кәрәк.







Станцияла
башҡа йән эйәләре юҡмы ни?







Улар
— Ер өҫтөндә. — Эмилә ауыр көрһөндө. —
Ике көнһөҙ ҡайтмайҙар. Беҙ уларҙы көтөп
ултыра алмайбыҙ. Станцияла тағы роботтар
бар ине. Күренмәйҙәр. Тимәк, бандиттар
уларҙы һүндереп ҡайҙалыр тыҡҡан. Ике
сәғәттән бандиттар кире Ур планетаһына
оса. Үҙҙәре менән станция етәксеһен
дә, ҡара ҡумтаны ла алып китәләр. Э ҡара
ҡумтала... — Әмилә тынып ҡалды.







Унда
нимә? — тип һораны Батыр.







Һеҙҙең
ҡалала кисә ун һигеҙ малай юғалған.
Шулай бит?







Шулай.







Улар
ошо ҡара ҡумта эсендә булырға тейеш.







Малайҙарҙы
алып китмәкселәрме? — Батыр шаҡ ҡатты.







Илле
парсек алыҫлыҡҡа? — Хәлит ике ҡулы
менән башын тотҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
— Унан нисек ҡайтырҙар һуң?







Бөтөнләй
ҡайтмауҙары ла бар, — тине Әмилә. —
Ҡотҡарырға кәрәк уларҙы.







Ә
унда малайҙарҙы нимә эшләтмәкселәр? —
Хәлит ҡурҡҡан күҙҙәрен Әмиләгә төбәне.







Белмәйем,
— тине ҡыҙ.





Ҡапыл
Хәлит шат тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:









Әмилә,
һин бынан ер өҫтөнә сыға алаһыңмы?







Юҡ.







Их...
— Хәлиттең йөҙөн ҡара болот ҡапланы.
Ул бошонҡо ҡиәфәт менән кире урынына
ултырҙы. — Һуң һин иртәнсәк ерҙә йөрөй
инең бит...





25









Өҫкә
сығыу өсөн кешегә пароль бирелә. Әммә
ул пароль менән ярты көн генә файҙаланырға
була.







Кем
бирҙе һуң һиңә ул паролде?







Атайым.
Станцияның етәксеһе.





Малайҙарҙың
күҙҙәре ҙурайҙы:









Һинең
атайың етәксеме?







Эйе.
— Ҡыҙҙың күҙҙәрендә йәш күренде. — Ул
хәҙер ҡара ҡумта эсендә... һушһыҙ...
Бәлки, тере лә түгелдер...





Батыр
ҡулы менән ҡыҙҙың яурынына тейеп алды:









Ул
тере, мин ышанам.







Һеҙ
нимә эшләйһегеҙ? — Ҡыҙ ҡапыл ҡыҙарып
китте, уның күҙҙәре уҫал йылтыраны.







Ни
булды? — Бер ни ҙә аңламаған малайҙар
бер-бе- реһенә ҡарашты.







Ниңә
ҡулығыҙ менән минең иңбашыма ҡағылаһығыҙ?..
Оятһыҙ һеҙ!







Ә
ниңә? Ярамаймы ни? Мин бит һине йыуатыу
өсөн...





Ҡыҙ
уға аптырап ҡарап торҙо ла ҡапыл йылмайып


ебәрҙе:









Ғәфү
ит, Батыр... Онотҡанмын. Беҙҙең планетала
малай ҡыҙҙың иңбашына тейһә, әҙәпһеҙлек
һанала... Ерҙә бит был — иркәләү билдәһе!
Ғәфү итегеҙ!





Малайҙар
еңел һулап ҡуйҙы. Үҙҙәре эстән генә алыҫ
Ур планетаһында был хәрәкәттең ни өсөн
әҙәпһеҙлек булыуын аңларға маташты.









һеҙ
Ер кешеләренән ярҙам һорарға иткәйнегеҙме?
— Эмилә Хәлиткә ҡараны.







Эйе.







Ярамай.
Ер был станция хаҡында белергә тейеш
түгел.







Ни
өсөн?







Һеҙҙең
тәбиғи үҫешегеҙ боҙолмаһын өсөн. —
Малайҙарҙың бер ни ҙә аңламауын күреп,
Әмилә былай тип





_
өҫтәне. — Бәйләнешкә инһәк, һеҙ беҙҙең
тарихты тикшерә башлаясаҡһығыҙ, ниндәйҙер
ҡытыршылыҡтарҙы урап үтергә маташасаҡһығыҙ.
Ә был — бер ҡарауға ғына дөрөҫ. Диалекттарын
боҙорға ярамай. Һәр цивилизация тәбиғи
рәүештә үҫергә, үҙ юлын үтергә тейеш.
Малайҙар ниҙер төшөнгәндәй булды.









Ләкин
бына беҙ икенсе цивилизация кешеләренең
бында икәнлеген белдек бит, — тине
Батыр. — Беҙҙең башҡаларға һөйләүебеҙ
бар...







Бынан
сыҡҡан саҡта һеҙ бөтәһен дә онотасаҡһығыҙ.
Станцияны ла, мине лә.







Нисек?
— тип ышанманы малайҙар.







Махсус
тулҡын аша үтәсәкһегеҙ. Һәм бында
күргәндәрегеҙҙең барыһы ла хәтерегеҙҙән
юйыласаҡ.





Батыр
менән Хәлит бер-береһенә ҡарашып алды.
Дөрөҫтө һөйләйме ҡыҙ? Әгәр ысын икән —
ғәжәп бит был!









Беҙгә
хәҙер ҡара ҡумта хаҡында уйларға кәрәк,
— тине Эмилә.







Уның
нимәһен уйларға? — тине Батыр. — Ҡумтаның
асҡысын табырға ла...







Эйе
шул! — тип килеште дуҫы менән Хәлит. —
Унан һинең атайыңды ғына сығарайыҡ.
Шунан...







Асҡыс
Дукашта, — тине Эмилә. — Унан нисек
алырбыҙ?





Малайҙар
уйға ҡалды. Ул кешенән асҡысты алыуы
еңел булмаҫ шул... Улайһа, ни эшләргә?









Беҙгә
иң алда Дукашты табырға кәрәк, — тине
Батыр бер аҙҙан. — Ҡайҙа ул? Исмаһам,
ярҙамсыһы менән ни хаҡында һөйләшкәндәрен
тыңлайыҡ... Бәлки, шунда берәй нәмә
асыҡланыр. Бында тик ултырһаҡ, бер ни
эшләй алмаясаҡбыҙ.





Был
уй Эмиләгә оҡшаны.









Әйҙә,
карапҡа инәбеҙ ҙә йәшенәбеҙ, — тип
тәҡдим итте ул. — Дукаш станция
буйлап күп йөрөмәҫ. Тик, малайҙар, һаҡ
булырға кәрәк. Улар беҙҙе эләктерһәләр,
ҡара ҡумтаға индереп бикләйәсәктәр ҙә
шунда уҡ Урға осасаҡтар.





Батыр
менән Хәлит, аңлашылды тигәндәй, баштарын
ҡағып ҡуйҙы.


Бына
Эмилә менән малайҙар станцияның
коридорына сыҡты. Күп атларға тура
килмәне, алда карап күренде. Ул иҙәндә
ятҡан ҙур ҡәләмде хәтерләтә ине. Оҙонлоғо
— ун, йыуанлығы ике метр самаһы булыр.


Эмилә
карапҡа тейеп алды. Шунда уҡ уның
ҡабырғаһында ишек барлыҡҡа килде. Ҡыҙ
эскә сумды. Уның артынса Батыр менән
Хәлит тә карапҡа инде. Бында күҙгә
ташланырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Стеналар
буйлап креслолар теҙелеп киткән. Ике
оста ике ишек күренә.









Алда
— карап йөрөтөүсе пульт, — тип аңлатты
Эмилә. — Э был яҡта... Әйҙәгеҙ әле...





Ҡыҙ
икенсе ишекте асып ебәрҙе.


Бүлмәлә
ҙур ҡара ҡумтанан башҡа бер ни ҙә юҡ
ине. Малайҙар, ул һауыттың нимә икәнлеген
төҫмөрләгәнгә, оло хәүеф менән тынып
ҡалды. Ҙур ҙа түгел... Э эсендә ошо минутта
егерме малай һәм Әмиләнең атаһы ята...
Уларҙың хәле нисек? Нисек тын алалар?
Тереләрме? Батыр ҡумтаны урап сыҡты.
Ишек кеүек нәмәһе түгел, асҡыс тығырлыҡ
та урыны күренмәй бит бының! Батыр усы
менән ҡумтаға һуғып ҡараны. Шунан ҡолағын
яҡынайтты. Эстән шылт иткән дә тауыш
ишетелмәне...



Тс-с! — тине ҡапыл Эмилә. — Киләләр!
Малайҙар,


нимә
эшләргә тигәндәй, ҡыҙға текәлде.


27









Әйҙәгеҙ
бында! — Әмилә йәһәт кенә урталағы
бүлмәгә сыҡты. — Креслолар артына
йәшенәбеҙ! Тиҙерәк, тиҙерәк!





Хәйер,
малайҙарҙы ашыҡтырыу кәрәкмәй ҙә ине.
Улар секунд эсендә креслолар артына
йомолдо, хатта ниндәйҙер көсөргәнеш
менән кәүҙәләрен дә бәләкәсәйтә алдылар
шикелле.


Карап
ишеге асылғаны ишетелмәне. Тегеләрҙең
килеп инеүе һөйләшеүҙәренең яҡынлашыуынан
аңлашылды. Бандиттар, кресло янында
тороп, малайҙар өсөн аңлайышһыҙ телдә
оҙаҡ ҡына әңгәмәләште. Шунан, ҡара ҡумта
янына килеп, уның эргәһендә оҙаҡ ҡына
мыштырланылар.


«Их,
беребеҙгә шунда ҡалаһы булған! — тип
үкенде Батыр. — Бәлки, улар ҡумтаны
асалыр. Йәшенеп кенә ҡарап торғанда...»


Бер
аҙҙан бандиттар караптан сығып китте.
Уларҙың аяҡ тауыштары алыҫайғас, Батыр
башын күтәрҙе:









Киттеләрме?







Өндәшмә!
— Әмилә ҙурайған күҙҙәре менән малайға
уҫал итеп ҡараны.





Шунда
ғына Батыр караптың асыҡ ишеге аша
коридор осонда торған ике кешене күреп
ҡалды. Улар, Батырҙың тауышын ишетеп,
йылт итеп был яҡҡа боролдо. Малай кресло
артына сумырға өлгөрҙө өлгөрөүен, ләкин
һуң ине инде. Бандиттар йүгерә-атлай
карапҡа килеп инде. Шунан уҫал тауыш
менән ниҙер ҡысҡырҙылар. Әммә эргәләге
креслолар артына ҡарарға баштары етмәне.
Береһе — караптың алғы ишегенә, икенсеһе
арттағыһына инеп китте.


Ошо
ерҙә Әмилә урынынан ырғып торҙо:









Ҡасабыҙ!
Тиҙерәк! — Үҙе беренсе булып ишеккә
йомолдо.





Ҡоттары
осҡан малайҙарға бойороҡто ҡабатлап
то- роуҙоң кәрәге юҡ ине. Улар этешә-төртөшә
ҡыҙҙың артынан ташланды, һуңғы секундта
Батыр ике яҡ ишектән килеп сыҡҡан ике
бандитты күреп ҡалды.









Минең
арттан! — тип ҡысҡырҙы Әмилә һәм коридор
буйлап ҡайҙалыр йәнтәслимгә йүгерҙе.
Арттан ҡыуа төшкән бандиттарҙың
ҡысҡырғандары ишетелде. Әмилә менән
малайҙар, ҡот осҡос тиҙлек менән
кәйелә-кәйелә, ике мөйөштө үтеп киттеләр.
Артына күҙ ҡырыйы менән ҡараған арала
бандиттарҙың, боролошта тиҙлектәрен
кәметә алмайынса, ҡаршы яҡ стенаға
барып һуғылыуҙарын күреп ҡалды Батыр.







Бында!





Әмилә
яҡынайыу менән, коридор осондағы стенала
ишек барлыҡҡа килде. Ҡыҙ һәм малайҙар
«һә» тигәнсә шунда сумды. Уларҙың артынса
уҡ ишек ябылды. Киләһе секундта
бандиттарҙың стенаға килеп бәрелеүҙәре
ишетел-


де.
Улар ниҙер ҡысҡыра башланы, янарға
тотондо. Ҡурҡыуҙан арына алмаған
малайҙар, ярға сығарылып ташланған
балыҡтар кеүек, ауыҙҙарын ҙур асып,
ҡыҙға ҡараны. Йәнәһе, ҡотолдоҡмо? Әллә
ул бандиттар, ишекте емереп, бында килеп
инерме?









Борсолмағыҙ,
— тине ҡыҙ, йыш-йыш тын алып.





Был
атайымдың бүлмәһе. Улар инә алмаҫ.









Тик
беҙ ҙә сыға алмабыҙ шул, — тип көрһөндө
Хәлит.







Яңылыштың,
— тине Әмилә. — Бынан запас ишек бар.
Уны бандиттар белмәй. Беҙҙе, ошонда
ултыралар, тип уйлаһындар. Э беҙ...







Улар
карапта нимә хаҡында һөйләште? —
Ҡурҡыныс янамағанын белгәс, Батыр
тыныслана төштө^







О!
— Әмилә йылмайғандай итте. — Әйтергә
онотоп торам... Ҡумтаны асыу өсөн бер
ниндәй асҡыс кәрәкмәй.







Нисек?
— Малайҙар ҡыҙға ғәжәпләнеп ҡараны.







Был
кабинеттың ишеген нисек асыуымды
күрҙегеҙме?







һин
яҡынлашҡайның, үҙенән-үҙе асылды.







Улайһа,
ниңә бандиттарға асылмай?







Ысынлап
та, ниңә?







Мин,
ишеккә яҡынлашҡас та, паролде әйттем.





Шуға
асылды ишек. Ә бандиттар ул паролде
белмәй.









Тимәк,
ҡара ҡумтаны асыу өсөн... — Батыр ниҙер
һиҙенгәндәй булды.







Беҙгә
паролде белергә кәрәк, — тине ҡыҙ.







Ә
нисек белербеҙ һуң уны? — Хәлит йәнә
төшөнкөлөккә бирелде. — Бандиттар бит
уны беҙгә әйтмәйәсәк. Ғүмерҙә лә.







Әйтмәйәсәк,
— тип килеште Әмилә бойоҡ тауыш менән.
— Әгәр әйттерә алһаҡ... Унда атайым
һушһыҙ ята... Тағы егерме малай...







Әйттерә
алабыҙмы-юҡмы, әммә бында йәшенеп
ултырырға ярамай, — тине Батыр. — Яңынан
карапҡа барырға кәрәк.







Улар
бит беҙҙе тотасаҡ та ҡара ҡумтаға
бикләйәсәк, — тине Хәлит борсоулы тауыш
менән. — Шунан беҙҙе Ур планетаһына
алып китәсәктәр. — Хәлит тағы башын
тотто. — Беҙгә хәҙер сығып күренергә
ярамай.







Сыҡмаһаҡ,
теге малайҙарҙы алып китәсәктәр! тине
Әмилә уҫал тауыш менән.







Сығып
та, нимә эшләй алабыҙ һуң? — Хәлит
аҡланған кеүек өндәште.







Белмәйем!
Белмәйем! — тине ҡыҙ. — 1ик атайым менән
малайҙарҙы ҡотҡармаһаҡ... Улар менән
бандиттарҙың ни эшләре билдәһеҙ! Юҡ!
Юҡ! Нисек тә ҡотҡарырға, енәйәтселәрҙе
ҡулға алырға!







Был
бит мөмкин түгел! — Хәлит әсенеп
ҡысҡырҙы.





29


— Эйе,
— тине Батыр. — Шуға ҡарамаҫтан ҡара
ҡумталағыларҙы ҡотҡарырға тейешбеҙ.


Паролде
нисек белергә?









Хәл
юҡ, — тине Батыр. — Яңынан карап эсенә
инәбеҙ ҙә ҡара ҡумта янына йәшенәбеҙ.
Бәлки, берәйһе ҡара ҡумтаны асыр, шул
саҡта беҙ паролде ишетербеҙ...







Әгәр
асмаһа? — тип һораны Хәлит.







Ул
саҡта... Белмәйем. Тик беҙҙең өсөн башҡа
сара юҡ.





Ҡайғыһынан
ни эшләргә лә белмәгән ҡыҙ бер ни ҙә


өндәшмәне.









Ҡайҙа
запас ишегең? — Батыр урынынан торҙо.
— Оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Бандиттар был
ишек янында мыштырлағансы, карапҡа
инеп йәшеренергә кәрәк.





Әмилә,
урынынан тороп, алға ымланы. Күп тә
үтмәне, йәнә коридорға килеп сыҡтылар.
Ҡайҙалыр алыҫта теге икәүҙең һөйләшкәне
ишетелә.









Тиҙерәк,
— тип ашыҡтырҙы Батыр.





Бына
ҡара ҡумта янына илтеүсе ишек. Ул анһат
ҡына асылды. Әмилә лә, малайҙар ҙа эскә
үтте.









Ошонда
йәшенәбеҙ. — Батыр ҡара ҡумтаның артына
күрһәтте.





Унда
тар ғына урын бар. Бик уңайһыҙ. Әммә
һыйырға мөмкин. Иң мөһиме — күренмәй
ултырырға була. Әгәр бандиттар ҡумтаның
артына ҡарай ҡалһа, ҡотолоу юҡ...


Әмилә,
Батыр һәм Хәлит был хаҡта уйламаҫҡа
тырышты. Улар, ҡумта артына сүкәйеп,
тынып ҡалды.


Батыр
әсәһе хаҡында уйланы. Ул ҡат-ҡат өйгә
шылтыратҡандыр. Яуап булмағас, йүгерә-атлай
ҡайтҡандыр. Шунан Батырын эҙләргә сығып
киткәндер. Иң алда Хәлиттәргә барған...
Бер ҡайҙа ла булмағас, милицияға хәбәр
иткән. Ошо минутта ҡалала: «Ике көн
эсендә егерме малай хәбәр- ~ һеҙ юғалды»,
— тип һөйләйҙәрҙер. Хәҙер бөтә ҡала,
милиция уларҙы эҙләйҙер. Әсәһенең
илай-илай күҙҙәре шешенеп бөткәндер.
Ул бит Батырҙы бик ярата. Кис урамда саҡ
ҡына оҙаҡлаһа ла, йүгереп килеп сыға.
Шул арҡала малайҙар Батырҙы «иркә малай»
тип үсекләй. Әсәһенә асыуланғаны ла бар
инде Батырҙың: «Ниңә шул тиклем артымдан
күҙәтәһең? Малайҙар алдында уңайһыҙ!
Башҡа урамға сығып мине эҙләмә. Үҙем
ҡайтырмын ваҡыты еткәс». «Ярай, ярай»,
— тигән була әсәһе. Әммә иртәгәһенә үк
был һүҙҙәрен онота, ҡараңғы төшә башлаһа,
йәнә Батыры янына килеп етә, уны малайҙар
алдында ҡосаҡлай, һөйә... Ни эшләйһең
инде? Түҙергә генә ҡала. Уның Батырҙан
башҡа бер кеме лә юҡ.


Әсәһе
үҙе етем, балалар йортонда үҫкән. Батырҙың
атаһы күптән инде ауырып үлгән... Шуға
ла, Батырҙы ғүмергә юғалттым, тип бик
илайҙыр. Ә малайҙың, ысынлап та, мәңгегә
китеүе бар. Әгәр бандиттарҙың ҡулына
эләкһәләр... Ҡара ҡумтаға индереп
бикләйәсәктәр ҙә йәһәннәм аръяғында
ятҡан Ур планетаһына алып китәсәктәр.
Унда ни эш- ләтерҙәре билдәһеҙ. Уйлап
ҡараһаң, үлемең уға ҡарағанда яҡшыраҡ
һымаҡ...


Батыр,
аяҡ тауыштары ишетеп, уянып киткәндәй
булды.


Шунда
уҡ Әмилә менән малайҙар ҡумта артына
нығыраҡ һыйынды, тын алыуҙан туҡтаны.


Дукаш
менән Баро карапҡа ингәс, урта бүлмәлә
туҡтап, һөйләшә башланылар. Улар нимә
арҡаһындалыр талаша ине. Күрәһең, береһе
хәҙер үк Урға осорға өгөтләй, икенсеһе,
тәүҙә ҡыҙ менән ике малайҙы тоторға
кәрәк, ти. Оҙаҡ бәхәсләштеләр. Хатта
ҡыбырламай бер хәлдә ултырған Батыр
аяғының ойой башлауын тойҙо. Ул, тегеләргә
һиҙҙермәй генә, яҡшылап ултырырға
теләне. Шул ерҙә аяғы тайып китте һәм
шаҡ итеп ҡара ҡумтаға барып һуғылды.
Ҡурҡышынан малайҙың сәстәре үрә торҙо.


— Уала!
— тип ҡысҡырып ебәрҙе Дукаш.


Бына
бандиттарҙың береһе, шарт-шорт баҫып,
ҡара ҡумта ултырған бүлмәгә килеп инде.
Урта бүлмәлә ҡалғаны ниҙер һораны. «Ни
бар унда?» — тип белеште шикелле.


Ҡурҡыштан
Батырҙың йөрәге барабан һуҡҡан кеүек
тибергә тотондо. Уның дарҫлауы бандиттарға
ғына түгел, бөтә ғәләмгә ишетелә һымаҡ.
Хәҙер ул ҡумта артына ҡараясаҡ... һәм
бөттө! Ниңә аяғын алыштырып баҫырға
булды икән? Түҙергә ине! Аяғың өҙөлөп
төшһә төшһөн, тик түҙергә ине!


Батыр
бандиттың тын алышын асыҡ ишетә. Бына
ул яҡынлаша, ошо яҡҡа табан килә...


Һәр
береһе тотош сәғәткә торошло тағы ике-өс
секунд үтеп китте. Бандит, шымып, ниҙер
тыңланы. Был минутта ҡара ҡумтаның ике
яғындағы кешеләрҙең һағайыуынан һауа
сыңлап китергә әҙер ине.


Енәйәтсе
ниҙер өндәште, аяғы менән ҡумтаға тибеп
алды һәм уны урап үтә башланы. Ошо минутта
Батыр тәненең һәр күҙәнәге менән уның
яҡынайыүын тойҙо.


Аяҡ
тауышы... Шырҡ... Шырҡ... Йәнә бер секунд...
Һәм...


Был
нимә?.. Бандит ҡумтаны урап торманы!
Ҡабаланмай ғына атлап, ул урта бүлмәгә
сыҡты... Йәнә үҙ-ара һөйләшә башланылар.


Әмилә
менән малайҙар, әле ҡурҡыныс тулыһынса
бөтмәһә лә, ҙур бәләнән ҡотолғандай,
еңел һулап ҡуйҙылар.


Бандиттар
караптың урта бүлегендә оҙаҡ торҙолармы-


31


юҡмы
— Батыр аңламай. Бәлки, улар унда ярты
минут ҡына һөйләшкәндәрҙер, әммә малайға
ярты көн буйы әңгәмәләшеп торалар кеүек
тойолдо. Бер мәл тегеләр йәнә караптан
сығып китте. Күрәһең, станция етәксеһенең
бүлмәһенә инеп бикләнгән ҡыҙ менән
малайҙарҙы коридорға саҡырып сығарырға
маташып ҡарамаҡсы булдылар. Бынан ун
минут ҡына элек ҡоттары осоп ошо караптан
сығып ҡасҡан балалар, үҙҙәрен ау эсенә
ҡыуып индергән йәнлектәр кеүек йәнә
бында ултыралыр, тип улар баштарына ла
килтермәне, әлбиттә.


Әмилә
менән малайҙарҙың иҫ киткес тәүәккәллеге
үҙенекен итте — улар тотолоуҙан ҡотолдо,
ләкин шуныһы иң үкенеслеһе: төп
маҡсаттарына энә осондай ҙа яҡынлаша
алманылар.


Хәҙер
бандиттар йәнә килер. Йәнә фашланыу
ҡурҡынысы, йөрәктәрҙе өшөтөп, уларҙың
баш осонда ҡара ҡанатын йәйер. Йәнә
бандиттар ҡара ҡумтаны асмаҫ, тимәк,
паролде лә әйтмәҫ... Ни эшләргә һуң?


Әмилә,
Батыр һәм Хәлит ҡара ҡумта артында боҫоп
ултырған килеш ошо хаҡта ҡайғырып
уйлана...


Тағы
күпмелер ваҡыт үтте. Инде балалар
үҙҙәренең ни өсөн бында ултырыуҙарын
да аңламай башланы...


Ҡара
кумтаның сере









Таптым!
— тине ҡапыл Батыр әкрен генә тауыш
менән.





Хәлит
менән Әмилә уға ғәжәпләнеп ҡараны.









Таптым!
— тип ҡабатланы Батыр.







Паролдеме?
— тип һорай һалды Хәлит.







Түгел.
Паролде нисек белергә кәрәклеген...







Ысынмы?
— Хәлит дуҫына яҡыныраҡ шыуышты. —
Ҡайһылай итеп?





Шул
ерҙә Батыр башында тыуған уйын Әмилә
менән Хәлиткә һөйләп бирҙе...


Биш
минуттан Батыр, йәшенгән урынынан сыҡты
ла ҡыйыу аҙымдар менән караптың алғы
бүлегенә үтте, ишекте тартҡылап ҡараны,
шунан коридорға илтеүсе ишеккә йүнәлде.


Бер
аҙҙан карап янында торған көйө:









Эһей!
— тип һөрәнләне. — Эһей!





Күп
тә үтмәне, коридорҙың осонда Дукаш менән
Бароның һындары хасил булды. Улар
Батырҙың тыныс тороуына бик ғәжәпләнде
һәм туҡтап ҡалды. Был берәй яуызлыҡ
уйламанымы икән, тигән хәүеф бар ине
уларҙың күҙҙәрендә. Шунан бер аҙ
тынысландылар һәм, үҙ-ара ниҙер


һөйләшеп
алғандан һуң, икеһе ике яҡтан Батырға
яҡынлаша башланылар.


Э
малай, бер ни булмағандай, йылмая биреп,
уларға ҡарап тороуын белде. Был бандиттарҙы
йәнә һағайта төштө. Улар малайҙың сәйер
ҡылығын һаман да аңлай алманы, шуға
төшөнөргә теләп, бер-береһенә ҡарашып
алды. Бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамауына
тамам ышанғас, тиҙ генә килеп, малайҙың
ике ҡулынан эләктерҙеләр.









Ниңә
ҡасмайһың? — тип һораны тегеләрҙең
ҡарты, Дукаш исемлеһе, саф башҡорт
телендә.







Ниңә
ҡасырға? — тип йылмайҙы малай. — Бынан
барыбер ҡотолоп булмай.







Ә
тегеләрең ҡайҙа?







Белмәйем.
— Батыр яурындарын һелкетте. Бандиттар
үҙ-ара аңлайышһыҙ телдә һөйләшеп алды.





Дукаш
карап эсенә ымлап күрһәтте. Күрәһең,
Батырҙы ҡара ҡумтаға бикләргә ҡушты.


Бына
тегеләрҙең йәше, малайҙы беләгенән
тотоп карапҡа индерҙе, шунан ҡара ҡумта
янына алып килде һәм әкрен генә өндәште:









Лалула!





Шул
саҡ ялтыр ҡара стенала ишек барлыҡҡа
килде. Бандит Батырҙы эскә этеп ебәрҙе.
Малай үҙен йомшаҡ мендәр өҫтөнә барып
төшкәндәй хис итте: иҫен юғалтты...


Шул
саҡ Батыр үҙенең карап эсендә икәнлеген
аңлап алды. Уның башы һаман да әкрен
генә әйләнә ине. Малай тирә-яғына күҙ
һалды һәм шаҡ ҡатты: уны егермеләп малай
уратып алған. Араларында Хәсән менән
Әнүәр ҙә күренә. Тимәк, уларҙың барыһы
ла ҡотҡарылған! Ә арыраҡ ниндәй таныш
түгел ағайҙар тора? Станцияның
хеҙмәткәрҙәреме икән ни? Шул ерҙә Батыр
башҡаларҙан ситтәрәк ултырған ике
кешене шәйләп ҡалды. Малай уларҙы шунда
уҡ таныны. Былар Дукаш менән Баро ине...









Бына
ошо инде беҙҙе ҡотҡарыусы, — тине Лайон
эргәһендәге малайҙарға. — Батыр, һин
ҡумтаға бикләнгәс, ни булғанын белгең
киләлер. Уны, ана, дуҫтарың Әмилә менән
Хәлит һөйләр. Ә мин әлегә барығыҙҙы ла
тамаҡ ялғап алырға саҡырам. Күбегеҙҙең
кисәнән бирле ашағаны юҡ бит...





Ошо
ерҙә Хәлит менән Әмилә Батырға, ул
ҡумтаға бикләнгәс, бында ни булғанын
һөйләргә кереште.






33


андиттар, Батырҙы ҡумта
эсендә ҡалдырып, йәнә караптан сығып
киткән. Шунда уҡ Әмилә, паролде әйтеп,
ҡумтаны асҡан, янындағы дарыу менән
атаһын иҫенә килтергән. Станцияның
етәксеһе тиҙ генә хеҙмәткәрҙәрен саҡырып
алған. Шунан күмәкләшеп бандиттарҙы
ҡулға төшөргәндәр...




— 822


Ашарға
ултырғас, Батыр Лайондың юҡлығына
иғтибар итте.









Бандиттарҙан
һорау ала, — тип аңлатты Әмилә. Ашхананан
сығыуға, ярҙамсыларын эйәртеп, Лайон
килеп етте.







Балалар,
— тине станция етәксеһе. — Һеҙҙең алда
үҙебеҙҙең цивилизация исеменән ғәфү
үтенәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы кешенең аңы
нисек кенә алға китһә лә, психологияһы
үҙгәрмәй шул. Беҙҙең йәмғиәттә лә ҡара
уйлы кешеләр осрай. Уларға ҡаршы
көрәшәбеҙ. Әммә... — Лайон ҡулын йәйҙе.
— Улар ҡот осҡос енәйәт эшләргә
йыйынғандар.





Беҙҙең
планетала бер ғалим яңы асыш яһаған
икән. Башҡалар белмәҫ борон уны насар
маҡсатта файҙаланырға булған. Ғалим
уйлап сығарған прибор ярҙамында бер
кешенең күҙәнәктәрен тулыһынса икенсе
кешенекенә алмаштырып була. Улар
үҙҙәренең ҡартайған күҙәнәктәрен йәш
малайҙарҙыҡы менән алмаштырырға
йыйынған. Үҙҙәренең мейеһе генә ҡала,
ә төндәренең бөтә өлөшө яңыртыла. Шулай
итеп алтмыш йәшлек ҡарт егерме йәшлек
егеткә әүерелә. Ур планетаһындағы
малайҙарҙы урлау мөмкин түгел. Унда
компьютерҙар һәр кешенең ҡайҙа йөрөүен
күҙәтә. Эгәр берәүҙе үлтерәләр икән,
был хаҡта шунда уҡ үҙәк станцияға хәбәр
ителә һәм енәйәтсе урынында тотола.
Шуға былар балаларҙы Ерҙән урларға
булғандар... Мин яңы ғына Ур планетаһы
менән һөйләштем. Теге ғалим да, уның
ярҙамсылары ла ҡулға алынасаҡ. Тимәк,
Ер балаларына башҡаса ҡурҡыныс янамай.
Э хәҙер... — Лайон моңһоу йылмайҙы. —
Беҙгә хушлашырға ваҡыт...


Ҡапыл:









Атай,
туҡта! — тигән тауыш ишетелде. Был Әмилә
ине.





Ҡыҙ
йүгереп Батыр янына килде.









Батыр...
Рәхмәт һиңә... Мин һине... бер ҡасан да
онотмам! Хуш! — Ҡыҙҙың тауышы ҡалтыраны.
Ул ҡапыл боролдо ла ситкә йүгереп китте.





«Мин
дә һине онотмам!» — тип әйтергә теләне
Батыр. Әммә шул секундта башы әйләнеп
китте, күҙ алдары ҡараңғыланды һәм
күпмелер ваҡытҡа ул онотолоп киткәндәй
булды...


Күҙен
асҡанда, Батыр ялан уртаһынан китеп
бара ине. Эргәһендә Хәлит, Хәсән, Әнүәр,
йәнә ике тиҫтәләгән малай — кисә
бер-береһен ҡотортоп походҡа сығып
киткән дуҫтары — атлап килә.


Күңелле
булды был сәйәхәт. Урман менән һоҡланып
туя алманылар, күпме йәнлек күрҙеләр.
Ә тотҡан балыҡтары ниндәй тәмле ине —
телеңде йоторлоҡ! Тик бына ата-


34


әсәләренә
әйтмәй китеүҙәре хөрт булды. Бик
асыуланырҙар инде.


Ҡапыл
Батырға ошо балалар араһында кемдер
етешмәгән кеүек тойолдо. Туҡта, улар
нисәү әле? Батыр менән бергә егерме ике
малай булырға тейеш. Ул, артҡараҡ ҡалып,
иптәштәрен һанап сыҡты. Теп-теүәл егерме
ике бала. Тимәк, бөтәһе лә бында. Әммә
Батырға барыбер ҡайҙалыр алыҫта —
урмандамы, тау башындамы — бик ҡәҙерле
кеше тороп ҡалған төҫлө. Хатта, хәҙер
үк кире боролоп, шул билдәһеҙ кешене
эҙләп китеү теләге йөрәген әрнетә. Тик
ҡайҙан эҙләргә һәм кемде?


Ул
арала ҡала күренде. Тиҙҙән балалар,
шаулаша- көлөшә, ҡала буйлап атлайҙар
ине инде...


*


ХУШЛАШЫУ


Айһылыу
апайҙы иҫкәртәләр


Мөйөштө
боролғас та Айһылыу апай:









Туҡтағыҙ!
— тигән ҡаты ғына ирҙәр тауышы ишетте.





Был
бойороҡта янау ҙа, шом да бар ине. Айһылыу
апай


йәһәт
кенә артына боролдо һәм үҙенә яҡынлашып
килгән ике ирҙе күрҙе. Ҡара күҙлек
кейгәндәр, йөҙҙәре уҫал күренә. Нимә
кәрәк уларға?


Айһылыу
апайға ике-өс аҙым ҡалғас, тегеләр
туҡтаны.









Сәләм,
Айһылыу, — тине уларҙың оҙон буйлыһы.







Баумыһығыҙ.
Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе танымайым.







Уның
ҡарауы беҙ һине таныйбыҙ. — Һонтор ауыҙ
мөйөшө менән генә көлөмһөрәне. — Әйтер
һүҙ шул — күп соҡсонма. Соҡсоноуоңды
ташла. Юғиһә... улың менән хушлашырға
тура килер.





Һонтор
уң ҡулындағы газета менән һул усына
һуҡҡыларға кереште. Ә тәбәнәк ир, бында
минең ҡыҫылышым юҡ тигәндәй, ситкә
ҡараған көйө өндәшмәй тороуын белде.









Нисек?
— Айһылыу апай бер ни ҙә аңламаны. Батыр





36


менән
берәй нәмә эшләргә уйлаймы әллә улар?
— Нисек хушлашырға тура килер?









Аңламайһыңмы?
— Һонтор йәнә көлөмһөрәне. — Батырыңды
юғалтыуың бар. Мәңгегә.







Нимә?
— Айһылыу апайҙың йөрәге сәнсеп китте.
— Һеҙ уны...





Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 04
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов