Latin

Сит Планета Ҡыҙы - 15

Общее количество слов 3077
Общее количество уникальных слов составляет 1360
39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
ҡыҙҙы бөгөн үк кире Ур планетаһына
ҡайтарып ебәрәсәк һәм ҡыҙға Ергә килеү
ғүмергә тыйыласаҡ. Әмилә быны яҡшы
аңлай, шуға ҡарамай, бөтә донъяһын онотоп
Батырҙы эҙләй. Ҡыҙ бындай күңелһеҙ
нәмәләр хаҡында уйламаҫҡа тырыша. Иң
мөһиме — улар Батырҙы таба, ҡотҡара.
Алда уларҙы шундай ҡыуаныслы осрашыу
көтә...


Тиҙҙән
Әмилә менән Хәлит йәнә ҡара ҡумта янында
осрашты. Икеһе лә Батырға юлыҡмаған...









Әйҙә,
ҡаланан ситкәрәк сығабыҙ ҙа бинокль
аша күҙәтәбеҙ, — тип тәҡдим яһаны Хәлит.
— Ул бит яҡшы күрһәтә. Батырҙың үҙе
булмаһа, машинаһы күҙгә эләгер әле...





Ҡара
ҡумта ҡаланан ситкә осто. Ҡыҙ машинаны
йөрөтә, малай бинокль аша тирә-яҡты
байҡап бара.


Ирәндек
тауҙарына ултырғас, Әмилә менән Хәлит
алмашлап ҡаланы күҙәтергә тотондо.
Бинокль яҡшы күрһәтә. Әгәр Батыр килеп
сыҡһа, йәки ҡара ҡумта ҡала өҫтөндә
күренһә, һис шикһеҙ, улар Хәлит менән
Әмиләнең күҙенә эләгәсәк...


Батырҙың
ҡара ҡумтаһы һис көтөлмәгән яҡтан,
Хәлит- тәрҙең машинаһы ултырған тау
артынан килеп сыҡты. Уны бинокль аша
ҡаланы күҙәткән Хәлит түгел, ә тәҙрә
аша тауҙарға ҡарап торған Әмилә күреп
ҡалды.









Хәлит!
— тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡапыл ҡыҙ. — Ҡара
әле!





Малай
тәҙрәгә һыйынды. Уларҙан йөҙ илле метр
алыҫлыҡта ергә тейә яҙып ҡара ҡумта
осоп бара.









Батыр
бит был! — Шатлығынан Хәлит ырғып китте.
— Тиҙ бул! Ҡыуып етәйек!





Әмилә
ҙур тиҙлек менән үҙҙәренең машинаһын
теге ҡара ҡумта артынан алып китте. Бына
улар бер-береһенә яҡынлашты. Батыр Әмилә
менән Хәлиттең аппаратын күрҙе шикелле,
аҫҡа төшә башланы. Былар уға эйәрҙе.









Тиҙерәк!
Тиҙерәк! — тип ашыҡтырҙы Әмиләне
тәҙрәнән күҙен ала алмаған Хәлит. —
Унда — Батыр! Таптыҡ бит, Әмилә, таптыҡ!









161


унан Хәлит ҡыуанысынан ни
эшләргә белмәйенсә ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды,
ә инде машина ергә ултырыу менән
түҙемһеҙләнеп ишекте тартҡыларға
кереште:




6
— 822









Ас,
ас тиҙерәк!





Ишек
асылыу менән, ул тышҡа ташланды.


Эмилә
лә үҙенең ныҡ тулҡынланғанын тойҙо.
Ҡапыл аяғының быуындары йомшарып китте.
Ысынлап та Батырҙы таптылармы икән ни?
Хәҙер осрашырҙармы? Ошо минутты күпме
түҙемһеҙләнеп көттө Әмилә, күңме
хыялланды! Ҡайһы саҡтарҙа улар ғүмере
осраша алмаҫ кеүек булып китә ине. Уйлап
ҡараһаң, икеһе Йыһандың ике осонда йәшәй
бит! Шуға ҡарамай ҡыҙ өмөтләнде, ышанды!
Һәм бына — Батыр унан биш-алты ғына аҙым
алыҫлығында. Ошо ишек артына сығырға
ғына кәрәк һәм улар осраша!


Ошо
ерҙә ҡыуанысынан йөҙө ҡояш кеүек яҡтырған
Хәлит йүгереп килеп инде:









Әмилә!
Нимә ҡарап тораһың? Унда — Батыр! Әйҙә!





Хәлит
нисек килеп инһә, шулай йүгереп сығып
китте.


Әмилә
кеҫәһенән көҙгөһөн алып сәстәрен
рәтләне, үҙенә-үҙе бер йылмайып ҡуйҙы
һәм, тәрән итеп бер тын алғандан һуң,
еңел аҙымдар менән тышҡа атланы...


ӘҘӘРЛӘҮ


ӘМИЛӘ
МЕНӘН БАТЫРҘЫ ТОТОРҒА!









Булмаҫ!
— тине Ер аҫты станцияһының етәксеһе
асыу менән. — Был бит инструкцияны
боҙоу! Уның өсөн ни буласағын Әмилә
яҡшы белә!







Ҡыҙғанысҡа
ҡаршы — дөрөҫ! — Станцияның махсус
хеҙмәткәре ҡулын йәйҙе. — Ҡыҙ кисә төн
станцияға ҡайтманы. Баҡһаң... ул ҡара
ҡумта менән...







Ҡара
ҡумта! — Етәксенең асыуы уғата ҡабарҙы.
Уның Ергә килеп эшләй башлауына бер ай
ҙа үтмәне. Ьәм бына шундай хәл! Әгәр был
ваҡиғаны Урҙағылар ишетһә, яҡшылыҡ
көтмә! — Икенсе ҡара ҡумтаға ултырығыҙ
ҙа табығыҙ үҙен!







Тәүге
машинаны Ер малайы урланы, икенсеһен
— Әмилә!







Табырға!
Тоторға икеһен дә! — Етәксенең тауышы
ҡаты ғына сыҡты. — Бөгөн үк Әмиләне
Урға оҙатырға! Кәм уға Урҙан ситкә
осоуҙы мәңгегә тыйырға!







Тотоуы
ауыр. — Махсус хеҙмәткәрҙең тауышы
бойоҡ. — Әммә беҙ бөтә көсөбөҙҙө
һаласаҡбыҙ... Улар ошоғаса үткән ваҡытта
ине. Әммә тиҙҙән бөгөнгө көнгә ҡайтырға
тейештәр.











163



теге малай? Ул беҙҙең


станция хаҡында беләме?





7
2 6*









Әмилә
уға барыһын да һөйләгән.







Яҡшы,
— тине етәксе. — Миңә бер Ер кешеһен
Урға





оҙатырға
бойороҡ бирелгән. Унда ерҙә йәшәүсенең
тәнен киҫеп-ҡырҡып тикшерергә йыйыналар.
Уларҙың организмы беҙҙекенән айырыламы,
юҡмы? Ошо малайҙы оҙатабыҙ Урға. ^









Беҙгә
уны тере көйө тоторғамы? Әллә үлтерергә
мөмкинме?







Тере
көйө тотоғоҙ. Ә Әмиләһен махсус тулҡын
аша үткәрергә! Ул малайҙы ғына түгел,
Ерҙә булғанлығын да онотһон!







Эшләрбеҙ!
— Махсус хеҙмәткәр станция етәксеһенең
кабинетынан етеҙ аҙымдар менән сығып
китте.







Бар
таҫыллылығығыҙҙы, көсөгөҙҙө һалығыҙ,
әммә бөгөн үк тотоп минең янға килтерегеҙ
үҙҙәрен!





Был
өс кеше менән беҙгә алда йыш ҡына
осрашырға тура киләсәк. Шуға улар
тураһында тулыраҡ әйтеп китәйек. Быларҙың
һәммәһе лә йәш кеше, ә бер-береһенән
фәҡәт тышҡы ҡиәфәттәре менән генә
айырыла. Берәүһе — нәҙек оҙон буйлы,
икенсеһе — тәбәнәк кенә, өсөнсөһө —
уртаса кәүҙәле, әммә уғата йыуан. Шуға
ла беҙ уларҙы «Контор», «Тәпәш», «Йыуан»
тип кенә атарбыҙ.


Төркөмдөң
етәксеһе итеп Йыуан тәғәйенләнде.


Ярты
минут та үтмәне, был өсәү Батыр менән
Әмиләне тотоу өсөн ең һыҙғанып эшкә
кереште...


СТАНЦИЯНАН
НИСЕК СЫҒЫРҒА?


Ә
был ваҡытта үҙҙәренә ниндәй ҡурҡыныс
янағанын белмәгән Әмилә, Батыр һәм Хәлит
ике ваҡыт машинаһына ултырып үткән
замандан бөгөнгө көнгә ҡайтып килә ине.
Хәйер, «бер ни белмәгән», тип әйтеү дөрөҫ
тә түгелдер. Сөнки ҡыҙҙы күптән бер уй
борсой: нисек станцияға ҡайтырға? Унда
ҡара ҡумталарҙың юғалыуын белгәндәрме?
Әгәр белһәләр, нисек итеп ваҡыт машиналарын
һиҙҙермәй генә урындарына илтеп ҡуйырға?
Быныһы бер ҡайғы. Йәнә... Әгәр Батыр менән
үҙенең мөнәсәбәтен уйлаһа, һорауҙар
тағы күбәйә. Тиҙҙән Әмиләгә Урға ҡайтырға
ваҡыт етә. Шунан нисек йәшәрҙәр? Батырҙың
Урға бара алмаясағы көн кеүек асыҡ. Ә
Әмилә үҙе ҡабаттан килеп сыға алырмы
Ергә? Ә килә алмаһа? Мәңгегә хушлашырҙармы?
Юҡ, юҡ! Бының булыуы мөмкин түгел!..


Ҡыҙ
ҙа, малай ҙа был хаҡта уйламаҫҡа тырыша.
Ярай, берәй әмәле килеп сығыр әле. Хәҙергә
улар бит бергә... Бөгөнгө көнгә ҡайтыу
ҡыйындан булманы. Машиналарҙың «Бөгөн»
тигән кнопкалары бар икән. Шуға баҫыуҙары
булды,


ике
малай менән ҡыҙҙы тейәгән ике ҡара ҡумта
бөгөнгө көндә Ер аҫты станцияһының
коридорында тора ине.


Өсөһө
лә ашығып ҡара ҡумталарҙан сыҡты.
Коридорҙа һис кем күренмәй.









Әйҙәгеҙ,
— тине Әмилә тирә-яғына ҡаранып. — Мин
һеҙҙе тиҙ генә станциянан сығарып
ебәрәм.





-—
Ә ҡара ҡумталар? — Хәлит юл уртаһында
торған ваҡыт машиналарына ымланы.









Торһондар!
Уларҙы табасаҡтар һәм урынына
керетәсәктәр. Ә беҙҙең ваҡыт юҡ!





Улар
ҡабаланып коридор буйлап атланы. Күп
тә барманылар, ҡыҙ ҡапыл туҡтап ҡалды:









Туҡтағыҙ!
Мин бит станцияның ишеген астырыусы
паролде белмәйем!







Ә
бығаса нисек астыра инең? — тип һораны
барыһын да онотҡан Хәлит.







Паролде
көнөнә ике тапҡыр алмаштырып торалар!
— Ҡыҙ саҡ ҡына уйланды. — Хәҙер былай
итәбеҙ. Кеҙ минең бүлмәлә ултырып
тороғоҙ. Ә мин станция етәксеһенә барып
паролде белеп киләм.







Һине
тотоп алһалар? — тип шикләнде Хәлит.







Ниңә
тотһондар? — Әмилә йылмайып маташты.
— Мин бит һеҙҙең кеүек Ер кешеһе түгел.
Ярай, ҡурҡмағыҙ. Мин — тиҙ генә.





Һиҙҙерергә
теләмәһә лә, Әмилә лә ныҡ борсола. Уның
юғалып йөрөүен һиҙгәндәрме? Ҡара
ҡумталарҙың ғәйеп булыуына Әмиләнең
ҡыҫылышы барлығын беләләрме? Әгәр
тойомлаһалар... Был турала уйлауы ла
ҡурҡыныс... Ҡыҙҙы шунда уҡ ҡулға аласаҡтар,
Ер тураһында, Батыр менән Хәлит тураһында
бар белгәндәрен онотторасаҡтар һәм
Урға оҙатасаҡтар! һәм ҡыҙға Урҙан ситкә
осоу тыйыласаҡ. Мәңгегә!.. Юҡ, юҡ! Әмиләнең
ҡайҙа йөрөгәнлеген белмәйҙәрҙер! Ҡайҙан
белһендәр? Бер кем дә күрмәне. Теге робот
ҡына...









Шулай
ҙа һаҡ бул, — тине Батыр. — Ҡурҡыныс
тоя башлаһаң, шунда уҡ ҡас!







Борсолмағыҙ!
— Әмилә йылмайҙы. — Бөтәһе лә һәйбәт
буласаҡ.





Улар
боролдо ла Әмиләнең бүлмәһенә табан
атлай башланы. Һаҡ ҡына киләләр. Берәйһе
тап була ғына күрмәһен! Нисек тә бер
кемгә лә күренмәйенсә сығып китәһе
ине...


Бына
ҡыҙҙың бүлмәһе... Эскә ингәс, өсөһө лә
еңел тын алып ҡуйҙы.









Һин
оҙаҡлама, — тине Батыр.











165



ҡ, юҡ! Мин тиҙ генә! — Ҡыҙ


юғалды. Малайҙар икеһе ике мөйөштә


өндәшмәй генә ултыра.






— 822


һөйләшер
һүҙ ҙә юҡ. Хәйер икеһенең дә башында бер
уй: бынан имен-аман сығып китеп булырмы,
юҡмы? Эгәр тотолһалар? Хәлит бигерәк тә
ныҡ ҡурҡа. Уларҙы бер нәмә эшләтеп
ҡуймаһындар. Йәки Урға бөтөнләйгә алып
китһәләр? Ул саҡта Хәлиттең ата-әсәһе
ни эшләр?


Улар
бит ҡайғыһынан үләсәк. Хәлит үҙе лң
атайһыҙ, әсәйһеҙ бер көн дә йәшәй алмаҫ...


Батырҙы
икенсе нәмә борсой. Уларҙы тотоп, махсус
тулҡын аша үткәрһәләр. Батыр менән Әмилә
бер-береһе хаҡында онотасаҡ. Ә малай
өсөн бөгөнгө көндә ерҙә генә түгел, бөтә
Йыһанда Әмиләнән дә яҡшыраҡ, ҡәҙерлерәк
кеше юҡ. Эгәр уны юғалтһа, йәшәүҙең йәме,
тормоштоң мәғәнәһе булмаясаҡ...


Байтаҡ
ваҡыт үтте. Эмилә юҡ та юҡ. Минут һайын
малайҙарҙың күңелендәге хәүеф
артҡандан-арта бара. Ниңә ҡыҙ ҡайтмай?
Тотолдомо? Бына Әмиләнең сығып китеүенә
сәғәттән ашыу ваҡыт үтте, ә ҡыҙ һаман
ҡайтмай...


ӘМИЛӘ
ТОТОЛА


Эмилә
үҙ бүлмәһенән сыҡты ла тура станция
етәксеһенең кабинетына табан атланы.
Күңелендә әллә ниндәй тынысһыҙлыҡ.
Һиҙенә ҡыҙ: алда уны етди һөйләшеү көтә,
ҡурҡыныс көтә. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙ был
тойғоға ышанырға ла теләмәй. Юҡ, юҡ!
Станция етәксеһе бер ни ҙә белмәй! Хәҙер
инеп анһат ҡына паролде беләсәк һәм
малайҙарҙы станциянан сығарып ебәрәсәк.
Шунан Батыр менән ваҡытлыса хушлашып,
Урға ҡайтып китер. Берәй йыл үткәс,
әмәлен табып, йәнә Ергә килеп сығыр,
йәнә осрашырҙар... Эйе, юҡҡа борсола,
юҡҡа хәүефләнә!..


Бына
Әмилә станция етәксеһенең кабинетына
килеп етте һәм үҙе хаҡында хәбәр итте.
Шунда уҡ ишек асылып китте. Ҡыҙ эскә
атланы.









Был
һинме ни? — Етәксе йылмайҙы. — Ҡайҙа
юғалып йөрөнөң?







Ер
өҫтөндә булдым. Кешеләрҙең тормошо
менән таныштым.







Һәйбәт.
— Был ваҡытта етәксе, ҡыҙға һиҙҙермәй
генә, өҫтәл аҫтындағы кнопкаға баҫҡайны.
Ул оҙаҡҡа һуҙмайынса, ҡыҙҙы хәҙер үк
ҡулға алырға булды. Уның ярҙамында ер
өҫтөндәге теге малайын табырҙар. Махсус
тулҡын аша үткәргәндән һуң, икеһен дә
Урға алып китерҙәр...







Миңә
Ер өҫтөнә сығыу өсөн паролде белергә
кәрәк, — тине Әмилә.







Пароль?
Ә нимәгә ул? Һин бит яңы ғына Ерҙән
төштөң.





Эмилә
бындай һорауҙы көтмәгәйне. Ысынлап та
сәйер килеп сыға: Ерҙән төш тә шунда уҡ
кире китергә маташ... Ҡыҙ ҡабаланып
уйланы.









Мин...
мин ашарға ғына ҡайттым...







Ашаныңмы?







Эйе.







Ғәфү
ит, мин тикшереп ҡарарға тейешмен. —
Етәксе ҡаршылағы пульттың бер кнопкаһына
баҫты. Шунда уҡ экранда төрлө һандар
барлыҡҡа килде. Улар Эмиләнең инде
икенсе көн станцияла ашамағанлығын
һөйләй ине. — Бындағы информация
бөтөнләй икенсе төрлө.







Мин...
мин... — Эмилә үҙенең тоҙаҡҡа эләгә
барыуын тойҙо. — Эйе, мин ашаманым. Мин
һеҙҙе алданым.







Ниңә?
Шулай алдашҡас... Бәлки, һин ерҙә ни
менән шөғөлләнеүеңде лә йәшерәһеңдер?







Юҡ!
— Эмилә ни әйтергә лә белмәне. — Ерҙә
мин бер ни ҙә эшләмәнем. Мин... тик
йөрөнөм... Мин кешеләрҙе күҙәттем...







Шулай
ҙа аңлат әле, ни өсөн станцияға ҡайтыу
менән кире Ер өҫтөнә сығырға маташаһың?





Күрәһең,
етәксе барыһын да белә. Юғиһә буш ҡына
нәмәгә шул тиклем бәйләнмәҫ ине. Хәҙер
ни эшләргә? Ул бит паролде әйтмәйәсәк.
Тимәк, бында тороу файҙаһыҙ. Тиҙерәк
сығып китергә!









Бында
күңелһеҙ, — тине ҡыҙ тыныс тауыш менән.
— Шуға ла киренән Ер өҫтөнә күтәрелергә
иткәйнем дә... Тик, һеҙ ҡаршы булғас,
ярай, сыҡмаҫмын. Хушығыҙ...





Эмилә
ишек янына барып торҙо. Йәнәһе, асығыҙ,
мин китәм.


Ошо
ерҙә ишек башындағы лампа тоҡанды. Был
— теге яҡтан кемдеңдер етәксегә
килгәнлеген аңлата ине.









Туҡта!
— тине етәксе. — Ашыҡма. Минең һиңә
тағы бер һорауым бар. Әлегә ситкә китеп
тор. Унда кемдер килде.







Ер
— йәшел планета, — тине етәксе. Шунда
уҡ ишек асылды.





Бүлмәгә
станцияның махсус хеҙмәткәре килеп
инде. Ул Әмиләне күргәс шаҡ ҡатты.









Эмилә
— бында?! Тотолдомо ни?





Был
һүҙҙәрҙе ишетеү менән Эмилә барыһын да
аңланы. Тимәк, уның ҡайҙарҙа булғанлығын,
кем менән йөрөгәнлеген беләләр! «Тотолдомо
ни?» Юҡ, Эмилә тотолманы әле! Ҡасырға
була! Унда бит Батыр менән Хәлит Әмиләне
көтә! Малайҙарҙы ҡотҡарырға кәрәк!


Ҡыҙ
ишеккә ташланды.









Ер
— йәшел планета!





6*


Әммә
етәксе менән хеҙмәткәр бигерәк яҡын
торалар ине шул. Ишек асылырға өлгөрмәне,
улар ҡыҙҙы эләктереп тә алды.









Ҡайҙа
ҡасаһың?







Ебәрегеҙ!
Ебәрегеҙ мине!







Юҡ,
— тине етәксе һалҡын тауыш менән. —
Һине ҡулға алабыҙ.







Ни
өсөн? Хаҡығыҙ юҡ! — тип ҡысҡырҙы ҡыҙ
хеҙмәткәрҙең ҡулынан ысҡынырға маташып.
— Ебәрегеҙ!







Нин
инструкцияны боҙҙоң! — Етәксе ҡаты
итеп өндәште. — Һин Ер кешеләре менән
осрашҡанһың! Уларға станция тураһында
һөйләгәнһең!







Кем
әйтә? Мин бер кем менән дә осрашманым!







Хәҙер
былай эшләйбеҙ. — Етәксе хеҙмәткәренә
боролдо. — Уны махсус тулҡын аша үткәреп,
Ерҙә күргән-белгәндәрен онотторабыҙ.







Юҡ,
юҡ! — Эмилә ҡурҡып артҡа сигенде. Ул
Батырҙы оноторға теләмәй! Эгәр уның
күңеленән иң ҡәҙерле нәмәне йолҡоп
алалар икән... Ни өсөн йәшәргә ул саҡта?
— Юҡ! Һеҙ быны эшләмәйәсәкһегеҙ!







Ә
ниңә шулай борсолаһың? — тип йылмайҙы
етәксе. — Әгәр ҙә һин Ерҙә бер кем менән
дә осрашмағанһың икән, һин ҡурҡмаҫҡа
тейешһең.







Юҡ!
Барыбер юҡ! — тип ҡысҡырҙы Эмилә,
үрһәләнеп. — Мин ҡаршы!





Ҡыҙ,
хеҙмәткәрҙең ҡулынан ысҡынырға тырышып,
тартҡысланырға кереште.


Ул
арала етәксе кабинетына Һонтор, Тәпәш
һәм Йыуан килеп етте.









Тотоғоҙ
үҙен! — тип бойороҡ бирҙе хеҙмәткәр.
Коридор буйлап күп тә атламанылар, бер
ишеккә төртөлдөләр. Бында махсус тулҡын
сығарыусы машина. Эскә инделәр.







һинең
менән булған малай ҡайҙа йәшәй? Хәҙерге
минутта ҡайҙа ул? — тип һораны хеҙмәткәр.







Бер
ниндәй ҙә малайҙы белмәйем. — Эмилә
аҙаҡҡаса торорға булды. Шулай ҙа ул
ышанырға теләмәй. Ысынлап та уны тулҡын
аша үткәрерҙәрме? Батыр менән Хәлитте
онотторорҙармы?







Ярай,
улайһа, — тип көлдө хеҙмәткәр. — Бына
хәҙер һин уны ысынлап та белмәҫһең.





Машинаны
тоҡандырҙылар. Тигеҙ генә геүләү
ишетелде, лампочкалар емелдәне. Бер мәл
машинаның ишеге асылды...









Эскә
ин! — тине хеҙмәткәр Әмиләгә.





КҮҘӘНӘК
ПУШКАҺЫ


Станция
етәксеһе үҙенең ярҙамсыһын саҡырып
алды:









Күҙәнәк
пушкаһы әҙерме?







Күптән,
— тине ярҙамсы. — Һеҙҙең бойороҡто
ғына көтәбеҙ.







Хайуандарҙы
бөгөн оҙатабыҙ. Ике мең тәлмәрйен менән
мең сыйырсыҡ станцияла тупланған. Ә
Золо плане- таһындағы ҡабул итеү
станцияһын тикшерҙегеҙме? Ул ни хәлдә?







Тикшерҙек.
Һәйбәт...







Улайһа,
әҙер булығыҙ, — тине етәксе. — Ярты
сәғәттән Золо станцияһына тәлмәрйендәр
менән сыйырсыҡтарҙы оҙатыу операцияһын
башлайбыҙ. Барығыҙ!





Етәксе
менән уның ярҙамсыһы араһында булған
был сәйер һөйләшеүҙе аңлатыу өсөн шуны
әйтергә кәрәк.


Беҙҙең
Йыһан ситендә Золо тигән планета бар.
Ундағы цивилизация бик түбәнге кимәлдә.
Золола әле кеше юҡ. Планетала Ер менән
Ур өсөн бик боронғо иҫәпләнгән дина-
завр менән ихтиазавр һымаҡ хайуандар
йәшәй.


Күптән
түгел Золола көслө ер тетрәүе булған.
Шул арҡала унда ике төрлө йәнлек —
тәлмәрйендәр һәм сыйырсыҡтар юҡҡа
сыҡҡан. Был киләсәктә нимәгә килтерер?
Компьютерға һалғайнылар ошо һорауҙы,
машинаның һығымтаһы ҡыуанырлыҡ булманы.
Баҡһаң, тәлмәрйен менән сыйырсыҡтың
ҡырылыуы арҡаһында планеталағы тәбиғәттең
үҫеше бөтөүгә табан, тупикка табан
йүнәлгән. Йәнә илле мең йылдан ошо
сәбәпле планетала тәбиғәт үләсәк, тормош
бөтәсәк. Бына бит нисек! Ике генә төр
йәнлектең юҡҡа сығыуы ла хатта планетаның
тәбиғәтен бөтөрә!


Йыһанда
цивилизациялар аҙ. Шуға күрә Ур кешеләре
морон төрткән цивилизацияның әкренләп
һәләк булыуына ғәмһеҙ генә ситтән ҡарап
тора алмай әлбиттә. Уларға Золо
планетаһының тәбиғәтенә ярҙам итергә
кәрәк. Бының өсөн алыҫ планетаға тиҙ
генә тәлмәрйендәр һәм сыйырсыҡтар
ташларға кәрәк. Йәнлектәрҙең күпме
кәрәклеген компьютер һанап сығарҙы.


Шуныһы
оло бәлә: Золо планетаһы Урҙан бик алыҫ!
Әгәр карап менән осорһалар, был — йылға
яҡын ваҡытты ала. Йыл буйына ике мең
тәлмәрйен менән бер мең сыйырсыҡты
тәрбиәләүе анһат түгел. Әммә алға киткән
цивилизация бында ла сараһын тапты.


Күптән
түгел Ур планетаһында күҙәнәк пушкаһын
уйлап сығарҙылар. Ул үҙенең эсенә
индерелгән нәмәне йәки йән эйәһен
күҙәнәктәргә тарата ла, был күҙәнәктәрҙе
бер нисә минут эсендә йыһан төпкөлөндә
ятҡан планеталарға ебәрә ала. Ә унда
махсус станция сигналдарҙы ҡабул итә


169


һәм
күҙәнәк пушкаһы тарҡатҡан әйберҙе йәки
йән эйәһен «һә» тигәнсе киренән йыя.
Шулай итеп, хәҙер алыҫ араны үтеү өсөн
карап кәрәкмәй, күҙәнәк пушкаһы йыһандың
теләһә ҡайһы нөктәһенә нимә кәрәк шуны
ебәрә ала. Әлегә Ур менән Ер араһын
карапта осоп үтәләр, сөнки бындай
сағыштырмаса яҡын араға шулай арзанға
төшә.у


Тәлмәрйендәр
менән сыйырсыҡтарҙы алыҫ планетаға
Ерҙән осороуҙың сәбәбе шунда: Ер Ур
менән Золо планеталары араһында ята.
Шулай ҙа йәнлектәрҙе алыҫ планетаға
Ерҙән оҙатыу уңайлыраҡ.


Йәнлектәрҙе
оҙатыу ваҡыты яҡынлашты. Улар йәшел
төҫтәге махсус йәшниктәргә һалынды.
Әммә етәксе оҙаҡлай ине. Уны саҡырыу
өсөн ярҙамсы тегенең кабинетына йүнәлде.


«ҺЕҘ
КЕМДӘР?»


Батыр
менән Хәлиттең өмөтө тамам өҙөлдө. Әмилә
сығып киткәнгә инде бер сәғәттән ашты.
Ҡайҙа йөрөй ул? Паролде белешергә генә
киткәйне бит. Тотолдомо? Ул саҡта... Ул
саҡта ни эшләргә? Ярай әле бүлмәнән
нисек сығырға беләләр. Ләкин коридорҙа
ҡайҙа барырҙар? Барыбер Әмиләһеҙ
станциянан сыға алмаясаҡтар бит...









Тотолған,
тотолған, Әмилә! — тине Хәлит улай-былай
атлап. — Хәҙер килеп беҙҙе лә тоторҙар!..
Шунан...







Нимә
— шунан?







Сығарып
ебәрһәләр ярай ҙа... Урҙарына алып
китһәләр...







Унда
ни эшләтһендәр беҙҙе?







Уларға
төрлө тәжрибәләр өсөн кеше кәрәкмәй
тиһеңме? Берәй яңы дарыуын беҙҙә һынай
башларҙар. Мине юғалтһа әсәйем...





Хәлиттең
тауышы ҡалтыранды.









Ярай,
илама! — тине Батыр.







Илаған
кеше юҡ та... — тине Хәлит. Әммә үҙенең
тауышы һаман да бик бойоҡ сыҡты.







Әйҙә
бынан сығабыҙ! — Батыр ишеккә йүнәлде.







Туҡта!
Унда ни эшләрбеҙ? Һин бит барыбер ер
өҫтөнә сығарыусы паролде белмәйһең!







Ишек
янына йәшенәбеҙ. Ҡасан да булһа берәйһе
күтәрелер бит өҫкә. Бәлки, беҙ ҙә уға
ҡушылып...





Башҡаса
сара юҡ. Хәлит Батырға эйәрҙе. Әммә улар
коридорға сығырға өлгөрмәне. Ҡапыл ишек
асылып китте лә, бүлмәгә Әмилә килеп
инде.


Малайҙар
ҡыуанышып уға ташланды:









Ҡайҙа
йөрөнөң?







Ниңә
шулай оҙаҡ?







Паролде
белдеңме?





Әммә
Әмилә малайҙарҙы тамам шаҡ ҡатырҙы.
Ҡыҙ, көтмәгәндә, ҡурҡҡан күҙҙәрен Батыр
менән Хәлиткә төбәне лә ишеккә һыйынды:
— Ьеҙ кем? Нимә эшләйһегеҙ бында?


Бер
ни аңламаған Батыр менән Хәлит бер-береһенә
ҡарап алды.









Ярай,
шаярма әле! — Хәлит беренсе булып телгә
килде. — Ваҡыт юҡ. Тиҙерәк әйтә һал:
паролде белдеңме?







Ниндәй
пароль? Кем индерҙе һеҙҙе минең бүлмәгә?







Кин
беҙҙе иҫәргә һанайһыңмы әллә? — Хәлиттең
асыуы килә башланы. — Беҙ был баҙҙан
сыға алабыҙмы, юҡмы?







Туҡта
әле, Хәлит. — Батыр дуҫын туҡтатты. —
Әмилә, тыныслан, һине махсус тулҡын аша
үткәрҙеләрме?







Үткәрҙеләр
икән, ти? Шунан?







Беҙ
һинең дуҫтарың. Ер малайҙары. Беҙҙе
оноттороу өсөн үткәргәндәр һине ул
тулҡын аша.





Әмилә,
һаман да бер ни аңламайынса, малайҙарға
ҙур асылған күҙҙәре менән ҡарап тора.
Ҡыҙ ниҙер хәтерләргә маташа ине шикелле
был минутта. Шулай уҡ иҫләмәҫме? Уның
күңелендә малайға ҡарата бер генә лә
йылы хис ҡалманымы икән ни? Батыр үҙен
упҡын ситенә килеп торғандай тойҙо ошо
ерҙә. Уның тамағына әллә ниндәй ҡаты
төйөр килеп тығылды...


Ул
арала. Батыр менән Әмиләгә Хәлит
яҡынлашты:









Нимә,
әллә ул беҙҙе онотҡанмы?







Эйе,
— тине Батыр. — Онотторғандар...







Нисек
инде? — Хәлит ышанырға теләмәне. — Яңы
ғына ул ошонда ине. Бөтәһен дә хәтерләй
ине. Шул ғына арала...







Мин
һеҙҙе белмәйем, — тине Әмилә ҡапыл. —
Хәҙер үк сығып китегеҙ бүлмәмдән!







Әмилә,
туҡта! — тине Батыр. — һин хәтерләргә
тырыш. Мин һинең күптәнге танышың,
дуҫың. Мин һинең менән Ур планетаһында
булдым. Бер йыл элек кире Ергә ҡайттым.
Һин бында мине күреү өсөн килдең. Бөгөн
генә ике ваҡыт машинаһы менән үткән
заманда булдыҡ. Беҙ... Беҙ күптәнге
дуҫтар... — Батырҙың тауышы ҡалтыранды.
Әмилә уны мәңгегә оноттомо? Ниңә
эшләгәндәр быны рәхимһеҙ әҙәмдәр?! —
Беҙ... яҡын дуҫтар. Беҙ бер-беребеҙҙе
оноторға тейеш түгел, Әмилә. Зинһар
мине хәтерләргә тырыш, Әмилә. Яраймы?..





Ошо
ерҙә ҡыҙҙың күңелен аңлайышһыҙ тойғолар
солғап алды. Ҡаршыһында торған малайҙарҙы
ул бөтөнләй белмәй. Ләкин бына ошоһоноң,
оҙон буйлыһының күҙҙәре!.. Улар шундай
таныш, улар шундай яҡын!.. Уларҙы ҡасан-


171


дыр
күргәда кеүек!.. Ҡыҙҙың күңеле төбөндә
ниндәйҙер тулҡын барлыҡҡа килгән һымаҡ
булды ҡапыл. Ул талпы- нып-талпьннып
ҡуя. Ошо тулҡын ныҡ ҡына һелкенер ҙә
тышҡа кшдеп сығыр, һәм Әмиләгә барыһы
ла аңлашылыр төҫлө. Әмм(Ә юҡ шул. Ул
тулҡындың тирбәлеүе шул тиклем сибек,
шул тиклем бәләкәй, шуға ла ул эстә,
күкрәктә ҡала бирҙе....


Э
Әмилә ғәжәпләнгән күҙҙәрен Батырға
төбәгән килеш тороуын белде...









Әмилә,,
— тине Батыр үҙенең көсһөҙлөгөн тойоп.
Әмилә уны оноҡҡан! Уны танымай! Ошонан
да ҡурҡынысыраҡ нимә бар донъяла Батыр
өсөн? Хәҙер ни эшләргә? Нисек йәшәргә?
Н]И өсөн йәшәргә? — Әмилә, ярай... Нин
беҙҙе танымайһың.. . Әммә беҙгә ышанаһыңмы?





Батыр
менән Хәлит тынып ҡалды. Бер аҙҙан Әмилә
әкрен генә бащын һелкте. Йәнәһе, ышанам.









Исмаһам,
исемдәребеҙҙе хәтерләмәйһеңме?







Юҡ.







Минең
исемем — Батыр.







Мин
—- Хәлит.







Ә
мин һеҙҙе ҡайҙан беләм? — тип һораны
Әмилә. — Бин ҡасан Урҙа булдың? Бәйлә
барыһын да.







Беҙ
былтыр таныштыҡ, — тип башланы һүҙен
Батыр...





ҠАМАУҘА









Мин
хәтерләнем! — тине Әмилә Батыр һөйләп
бөткәс. — Хәтерләнем! Тәүҙә һин
һөйләгәндәрҙең береһе лә минең менән
булмаған кеүек ине. Тик һинең әсәйеңдең
үлеме!.. Мин быны ғүмерҙә лә онотмаясаҡмын!
Шул иҫемә төштө! Ә уны хәтерләгәс, башҡа
ваҡиғалар ҙа күҙ алдыма килә башланы.
Урҙа, иҫеңдәме, атайым больницала
ятҡанда беҙ, баҫҡысҡа баҫып, икенсе
ҡаттағы бүлмәнең тәҙрәһенән






ҡараныҡ... Э һине Урҙан ҡайтарғанда
караптар осҡан урынға ҡойма аша индек!
Хәтерләнем!









Ә
Ергә мине күреү өсөн килгәнлегеңде
иҫләнеңме? — тип һораны Батыр.







Йҫләнем,
— тине ҡыҙ. — Э һин мине күреү өсөн
Өфөнән килдең. Шулай бит?







Дөрөҫ?





Ошо
минутта малайҙар ҙа, ҡыҙ ҙа шатлыҡтарынан
һикереп төшөп бейер хәлгә еттеләр.
Машина алдай алманы уларҙы! Ул махсус
тулҡын ярҙамында кешенең мейеһендә- ге
хәтирәләрҙе юя алалыр. Әммә унда нимәлер
ҡала. Күрәһең, тулҡын аша үткән кешегә
ваҡиғаларҙы бер-бер артлы һөйләп бирһәң,
уның бар хәтирәләре киренән терелә...


172


Әммә
Әмиләнең барыһын да иҫкә төшөрөүенә
ҡыуаныу оҙаҡҡа һуҙылманы. Ҡыҙ менән
малайҙар йәнә үҙҙәренең ниндәй хәлгә
эләккәндәрен хәтерләне. Эйе, малайҙарға
нисек тә бынан сығырға кәрәк. Уныһы —
бер булһа, Әмиләне иртәгә үк кире Урға
оҙатасаҡтары — тағы бер ҡайғы. Етмәһә,
ҡыҙға башҡаса Ергә килергә бер ҡасан
да рөхсәт итмәйәсәктәр. Тимәк, улар
Батыр менән мәңгегә айырылышамы? Был
ҡатмарлы ла, ҡурҡыныс та хәлдән ҡотолоу
юлын табып булмаҫмы икән ни?









Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Сит Планета Ҡыҙы - 16
  • Части
  • Сит Планета Ҡыҙы - 01
    Общее количество слов 3196
    Общее количество уникальных слов составляет 1564
    36.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 02
    Общее количество слов 3347
    Общее количество уникальных слов составляет 1572
    38.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 03
    Общее количество слов 3028
    Общее количество уникальных слов составляет 1350
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 04
    Общее количество слов 3427
    Общее количество уникальных слов составляет 1534
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 05
    Общее количество слов 3187
    Общее количество уникальных слов составляет 1506
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 06
    Общее количество слов 2992
    Общее количество уникальных слов составляет 1379
    39.9 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 07
    Общее количество слов 3157
    Общее количество уникальных слов составляет 1499
    38.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 08
    Общее количество слов 3035
    Общее количество уникальных слов составляет 1380
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 09
    Общее количество слов 3383
    Общее количество уникальных слов составляет 1465
    39.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 10
    Общее количество слов 3504
    Общее количество уникальных слов составляет 1550
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 11
    Общее количество слов 3020
    Общее количество уникальных слов составляет 1331
    40.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 12
    Общее количество слов 3370
    Общее количество уникальных слов составляет 1461
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 13
    Общее количество слов 3243
    Общее количество уникальных слов составляет 1389
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 14
    Общее количество слов 3443
    Общее количество уникальных слов составляет 1490
    39.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 15
    Общее количество слов 3077
    Общее количество уникальных слов составляет 1360
    39.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 16
    Общее количество слов 3129
    Общее количество уникальных слов составляет 1381
    38.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 17
    Общее количество слов 3365
    Общее количество уникальных слов составляет 1448
    39.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 18
    Общее количество слов 3380
    Общее количество уникальных слов составляет 1452
    40.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    54.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 19
    Общее количество слов 3230
    Общее количество уникальных слов составляет 1397
    42.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    56.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    62.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 20
    Общее количество слов 3297
    Общее количество уникальных слов составляет 1348
    41.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.3 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 21
    Общее количество слов 3437
    Общее количество уникальных слов составляет 1433
    38.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Сит Планета Ҡыҙы - 22
    Общее количество слов 1996
    Общее количество уникальных слов составляет 1093
    39.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов