Latin

Бөртөкләп йыйыла алтын - 01

Total number of words is 3670
Total number of unique words is 1949
30.3 of words are in the 2000 most common words
43.5 of words are in the 5000 most common words
49.7 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.

Бигерәк тә йәмле шул был тирә! Ҡарайһың - күреп танһығың ҡанмай. Тыңлайһың - тыңлап туя алмайһың. Ниҙәр генә юҡ был яҡтарҙа! Йәшел шәлгә бөркәнгән ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша. Саҡ ҡына ят тауыш сыҡтымы, ҡоштар шунда уҡ пыр туҙышып урындарын алмаштыралар ҙа һәр ҡайһыһы үҙ йырын дауам итә. Ҡара башлы тумыртҡа ҡыйҡылдап ағастан-ағасҡа осто, ботаҡтан-ботаҡҡа һикерҙе, үҙенә кәрәкле аҙыҡ таба алмағас, осоп барып, ялан уртаһында торған ҡыу ҡарағайға аҫылынды. Тырнағы аҫтындағы ҡайыр киҫәктәре ергә ҡойолдо. Тумыртҡа башын бороп ергә ҡараны. Ҡурҡырлыҡ нәмә һиҙелмәгәс, ҡыйҡ-ҡыйҡ тип, оҙон суҡышы менән ағас ботағына ары-бире туҡылдатты ла ҡыйҡылдап һайыҫҡандар көтөүе яғына осто.


Ер өҫтө байрамса биҙәлгән. Ҡуйы йәшел япраҡлы ағас ботаҡтары араһынан саҡ беленер-беленмәҫ үткән яҡтыға үлән өҫтөндәге ысыҡ тамсылары ялтырай. Сәскәләр еҫе аңҡый. Иңкеш, бал ҡорттары һәм тағы ла әллә нисәмә төрлө бөжәктәр геүләшә. Аҙыҡ эҙләп сәскәнән-сәскәгә күсәләр. Үтәнән-үтә күренгән күм-күк һауа тағы ла юғарыраҡ күтәрелгәндәй тойола. 
Тәбиғәттең ошо күренешенә мауығып, быҙауҙар көтөүе артынан улын эйәртеп килгән Хәйретдин ҡапыл туҡтаны. Кәпәсен сисеп, тирле таҡыр башын ең осо менән һыпырҙы ла алда йәшел бәрхәт һымаҡ йәйелеп ятҡан киң яланға күрһәтте: 
- Һин, улым, быҙауҙарҙы ошонда көт. Бик аулаҡ урын. Мин кисә башлаған тырансамды ярып бөтөрөп ҡуяйым. 
Үҙ иректәренә ҡуйылған быҙауҙар юлдан ҡайырылды. Улар кемуҙарҙан йәшел мул үләнде ялмай-ялмай ағас араһында таралышты. 
Атаһынан айырым ҡалып өйрәнмәгән Ғәйзулла, күңелһеҙләнеп: 
- Тыранса ярған урын алыҫмы? -тип һораны. 
- Юҡ. Балта тауышы һиңә ишетелеп торор. Төшкө сәйгә килерһең. 
- Быҙауҙарҙы унда көтөргә ярамаймы ни? 
- Унда малға ярамаған аҫҡорһаҡ, ҡаҙаяҡ үләне күп шул. Һыуға ла алыҫыраҡ. Бында йылға эргәһендә. Эсермәй көтһәң, Хажисолтан бай быҙауҙары өсөн, әрләп, теңкәгә тейәсәк. Аңдып ҡына йөрөй. 
- Атай, төшкө сәйҙән һуң быҙауҙарҙы эсерһәм ярамаймы ни? 
- Ярауын ярай ҙа ул, улым. Мин эшләгән урында малға ярарлыҡ үлән юҡ, тинем бит инде. Шыр урман. Әллә ҡурҡаһыңмы? 
- Эйе. 
- Эй алйот, кем тейһен һиңә? - Хәйретдин иркәләп, улының башынан һыйпап, ҡабырғаһынан һөйҙө. - Мин эргәңдә генә бит. Ҡурҡма. Иптәшкә быҙауҙарың бар. 
Билбау аҫтына балтаһын ҡыҫтырып, урман араһына инеп киткән атаһы күҙҙән юғалғас та, Ғәйзулла алға киткән быҙауҙарын йылға буйына ҡайырҙы, һәшкелдәп, һалабаштан ишкән оҙон сыбыртҡыһын шартлатты. Быҙауҙар һыу эскән саҡта, ул ҡулын ҡумырыҡ аҫтына тығып, балыҡ эҙләне. Бәләкәй генә бер сурағайҙан башҡа балыҡ тота алмағас, быҙауҙарын ярға ҡыуып сығарҙы. Үҙе, буш ваҡытын нисек үткәрергә белмәйенсә, йылға буйына кире төштө. Ҡырсындан һайлап алған йоҡа таштарҙы шаршынан түбәнерәк тоноҡ һыу өҫтөнән кәйелтте. Йәйелгән түңәрәктәр ни тиклем һыуҙа күберәк күренһә, Ғәйзулла нығыраҡ ҡыуанды. Таш ырғытыуҙан барлыҡҡа килгән түңәрәктәрҙе һанап: 
- Әһә, өс кәләш! - тип үҙалдына ҡысҡырҙы һәм, мауығып, таш артынан таш ырғытты. - Быныһында дүрт! Хәҙер нисә кәләш алырмын икән? Табайым әле яҫыраҡ ташты! Алты кәләшкә еткереп ҡуяйым. 
Үҙенә кәрәкле таш эҙләп йөрөгәндә, Ғәйзулланың күҙҙәре ҡырсын өҫтөндә ятҡан йоҙроҡ ҙурлығындай ялтырауыҡлы һары ташҡа төбәлде. Уны ҡулына алды. Бик ауыр һәм мауыҡтырғыс күренде был таш. Усында өйрөлттө. Ныҡлабыраҡ ҡарай торғас, уны мөгөҙлө кәзә тәкәһенә оҡшатты. Юрамал берәйһе эшләп ташлап киткәнме ни! Бер яғы мөгөҙ һымағыраҡ ослайған, аҡ таш ҡатнашҡан урыны һаҡалға оҡшаған. Ҡойроҡ һымаҡ күтәрелгән киҫәген онтарға теләп, таш менән һуғып ҡараны. Онталманы. Таш тейгән урыны еңел генә йәмшәйеп яп-ялтыр булып ҡалды. Быға ғәжәпләнгән Ғәйзулла уны тешләп ҡараны. Был юлы ла онталманы. Теш тейгән урыны еҙ самауыр һымаҡ ялтыраны. Нимә булырға мөмкин? Әллә самородок тигәндәре ошоноң һымаҡ буламы икән? Улай тиһәң, уны шахтанан ҡаҙып сығаралар тиҙәр. Был турала алтын приискыһында эшләгән Хисмәтулланың үҙенән әллә нисәмә ишеткәне бар. Алтындың тутыҡмауы һәм йәмшәйеүен дә ул әйткәйне. Бәлки, был ҙур самородоктыр? Шулай булһа, ниңә эшләмәйҙәр һуң бында? Ниңә алтын йыумайҙар? Әллә Юрғашты йылғаһының өҫ яғында алтын барын берәү ҙә белмәйме икән? Моғайын, шулайҙыр. Әгәр ҙә ҡулындағы киҫәк алтын булһа, ни эшләр ине икән? Әсәһенә - күлдәк, атаһына - күлдәк, апайҙарына - кәзәкей, үҙенә Хажисолтан бай малайыныҡы һымаҡ бумазый ыштан алыр ҙа ҡалғанын кәнфиткә алыштырыр ине. Ул баш бармаҡ ҙурлығындай алтынға һыйыр һатып алып була, имеш, тигән һүҙҙе иҫенә төшөрҙө. Әгәр ҙә шул дөрөҫ булһа, был - ысын-ысындан байлыҡ бит. Әҙәм ишетмәгән, зат-ырыуына теймәгән байлыҡ! Ошо самородок булһа, алтын приискыһының хужаһы Ғәлиәхмәт һәм Хажисолтан бай ни эшләрҙәр ине икән? 
Оҙаҡ хыяллана торғас, Ғәйзулла самородок табыуы тураһында үҙен-үҙе нисек ышандырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, һәм уйланыуҙан тирләне, хәле бөттө. Уйҙары тарҡалды. Асығыуы һәм арыуы һиҙелмәне. Биҙгәк тотҡан кеше һымаҡ, ҡалтыранды. Йөрәге дөпөлдәп типте. Төҫө ҡасты. Ҡулындағы һәлмәк металды күкрәгенә ҡыҫҡан һайын, шатланырға ла, ҡысҡырып көлөргә лә белмәне. Ҡайһы саҡта был күренеш төш һымаҡ күренде. Уяу икәнлегенә ышанмай үҙен-үҙе семтеп ҡараны. Семтелгән беләге күгәреп сыҡты. Унда ла ышанманы. 
- Ғәй-зул-ла-а-ау! Әйҙә, сәй эсергә-ә! 
Ғәйзулла тертләне. Атаһы ҡысҡырған яҡҡа ҡараны. Төш етеүен дә һиҙмәй ҡалған. Таралышҡан быҙауҙарына иғтибар итмәйенсә, эләгә-йығыла төтөн сыҡҡан яҡҡа йүгерҙе. Күлдәге һәм ыштанының балаҡтары ағас ботаҡтарына эләгеп йыртылды. Яланғас аяҡтары түңгәктәргә төкөлдөләр. Ағастан-ағасҡа һуҙылған үрмәксе ауы әленән-әле көнгә янған битенә бәрелеп өҙөлдө. Ә ул, һаман хәл йыймайынса, йүгерҙе лә йүгерҙе. Ҡарттарҙың һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, аҙым һайын: 
- Лоҡәтә, лоҡәтә... хазина, ха-хазина... таптым, хазина, - тип бышылданы. 
Төтөнгә сирылып, сәйнүктә сәй бешереп маташҡан Хәйретдин, тыш та мыш килгән улына ҡарамайынса: 
- Ниңә шул тиклем йүгерәң? Йөрәгеңә ҡыйын була лаһаң. Быҙауҙарыңды әпкилмәнеңме? - тип һораны. 
Ғәйзулла яуап ҡайтарманы. Сабышҡан ат һымаҡ, көскә тын алып, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, ҡулындағы ташты атаһына һондо. 
- Нимә ул? 
- Алтын шикелле. Ҡара әле, атый! 
Хәйретдин ҡапыл тертләне. Ҡулынан төшөп киткән сәйнүктәге сәйе түгелде. Йәшел сәйнүк эргәһендәге үлән араһынан боҫ күтәрелде. 
Үҙен ҡулға алырға өлгөргән Хәйретдин, улы алдында тыныс күренергә тырышып, һорауын ҡабатланы: 
- Нимә ул?-?аптыранған тауышы хәйләһен белдертте. - Баҡыр ҙаһа. Ҡайҙан таптың? 
- Йылға буйынан. Уйнап йөрөй инем. Һыу ағып ятҡан ҡырсында... 
Ағас шытырҙаны. Хәйретдин, тиҙ генә улының ҡулындағы нәмәне тартып алып, уны буш туҙ тырызға тығып ҡапҡасын япты ла, бер ни ҙә булмағандай, тоҡтомалға ҡарағай ҡабығын әрсергә тотондо. 
- Әссәләмәғәләйкүм! 
- Вәғәләйкүмәссәләм! 
- Йә, һаумы, иҫәнме, ағай? Эш шәп барамы, ағай? 
- Ырамай. - Хәйретдин, уң ҡулының усын маңлайына ҡуйып, һаулыҡ һорашыусы кешегә ҡараны: - Кем тип әйтәйем, йөҙөң таныш кеүек. 
- Ниғмәтулла ағайым даһа, - тине Ғәйзулла. 
- Вәт күҙеңде! Танымай ҙа торам. Үҙең һау ғына йөрөйһөңмө, ҡустым? - Хәйретдин, ике ҡулын биреп, Ниғмәтулла менән күреште лә сал төшкән түңәрәк һаҡалын һыпырҙы.- Аллаһыәкбәр. Ҡайһылай үҫкәнһең. Күҙ-башҡа күренмәгәс ни... йәштәр үҫә, беҙ сүгәбеҙ. 
- Шулай инде. - Ниғмәтулла кейеҙ ҡалпағын башына батырыбыраҡ кейҙе. Ураған тәмәкеһен тоҡандырып һурҙы, һары тештәре араһынан сыҡҡан ҡуйы төтөндө борҡотоп өрөп, бөйөрөнә таянған көйө, Хәйретдиндең эшен күҙәтте. Өс урындан шына ҡағылған йыуан ҡарағай бүрәнәһен бармағы менән ҡарышлап үлсәне. 
- Елде ағас. Нисә аршын? 
- Һигеҙ. 
- Бер түмәрҙән нисә тыранса яраһың? 
- Төрлөсә. Түмәренә ҡарап. 
- Ошо түмәрҙән? 
- Шутлап ҡара. Шул түмәр биш йөҙ илле йәшлек ҡарағайҙыҡы. 
- Йәшен ҡайҙан беләһең? 
- Ҡарағай төбөнән. Бер түңәрәге бер йыл. Үҙәгенән шутлаһаң. Нисәмә балдаҡ, шунса йәш. - Хәйретдин балдаҡтарҙы һананы. - Берәү, икәү, өс... йөҙ... өс йөҙ... биш йөҙ алтмыш. Әйттем бит, шул сама булыр тип. 
- Йөҙөн ни саҡлыға яраң? 
- Нисек килешәһең бит. Бәғзе ота, бәғзеһе үҙе отола. Баҙарҙағы шикелле, һатыулашмай булмай. Хәҙер хаҡы төштө. Юҡҡа аҡса әрәм итмәйҙәр. Өй башын япҡаны яба, япмағаны тора. Тормошо шулайыраҡ булып китте бит. 
Һүҙһеҙ торҙолар. 
- Һине, ҡустым, бай яҡтарҙа йөрөп ҡайтҡан, имеш, тип ишеткәйнем. Ул яҡта ашам-эсем яғы нисек? 
- Ялан яғын әйтәһеңме? 
- Эйе. Унда иген сәсәләр бит. Икмәк күптер инде. 
- Әҙерләгәндәр. Үҙҙәре ҡырылалар. - Ниғмәтулла, һары тештәрен күрһәтеп, кеткелдәп көлдө. - Кәжән буйында алтынды асмаһалар, һеҙ ҙә һоздар инегеҙ. Алтынды яманлаһағыҙ ҙа, файҙаһы тейә. 
Хәйретдин ҡарағай олононоң осон тумырып өҙҙө. Ботаҡтарын өйөп яндырҙы ла яра башлаған бүрәнәләге шыналарға алмашлап балта төйҙәһе менән һуҡҡылап сыҡты. Улар эргәһенә эрерәк шына ҡуйып ҡаҡты. Бүрәнә шытырҙаны, сарсылды һәм урталай ярылды. Уларын да, ун ике өлөшкә ваҡлап, муртыҡ үҙәгенән айырҙы. Шунан бүленгән киҫәктең осона балтаһын саба һәм айырылған ярыҡҡа бармаҡтарын тығып тартҡас та, тыранса һыҙырылып сыға. Нәҡ һалабаш йүкәһен һыҙырғандағы һымаҡ, һыҙырылған тырансаны етеҙ, өйрәнгән ҡулдары менән ырғыта ла икенсеһенә йәбешә. Урманда сайыр еҫе аңҡый. Ярты сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә, хәтһеҙ эш эшләнде. Хәйретдиндең һәр хәрәкәтен күҙәтеп торған Ниғмәтулла: 
- Ауыр эш. Юҡҡа мәшәҡәтләнәһең икән, - тине. 
- Алыусыһы булһа, мәшәҡәте һиҙелмәҫ ине лә ул, алыусыһы юҡ, - Хәйретдин сайырға буялып, тир һеңгән йыртыҡ күлдәге итәгенә ҡыҙарынған битен һөрттө. Кәпәсен сисеп кейҙе. - Был кәсеп булғас та, аллаға шөкөр, һәйбәтен ҡайҙан алаһың. 
- Һе. Теләһәң, була ул. Теләгең генә булһын. Теләйһеңме, беҙҙең менән, әйҙә! Хур булмаҫһың, һиңә ауырлыҡ һалмабыҙ. Ауырлыҡты үҙебеҙ күтәрәбеҙ, һинең ярҙамың ғына кәрәк. - Ниғмәтулла серле итеп күҙҙәрен ҡыҫты. Аңлайһыңмы? Байығылһа, үҙеңә, кейәү ҙә булып ҡуйырмын, һинең ҡыҙың бар. Мин буйҙаҡ. Килешер инек әле. Быныһы аҙаҡ. - Ул, күҙен аҡшайтып, Ғәйзуллаға ҡараны. - Бар кит әле һин. Атайың менән генә һөйләшәһе һүҙ бар. - Малайҙы күҙе менән оҙатып һораны: - йә, ризамы? Үкенмәҫһең. 
Ниғмәтулланың нимәгә төрттөргәнен ҡарт шунда уҡ һиҙҙе. Хәйер, унан рәтле һүҙҙе көтөүе мөмкин дә түгел ине. Ул еңел "кәсеп" итә. Ең һыҙғанып эшләүҙән кеше талауҙы һәм урлауҙы артығыраҡ һанай. Бынан дүрт йыл элек, ата-әсәһенең берҙән-бер һыйырын урлап һатып киткәс, оҙаҡ юғалып йөрөнә. Унан әйләнеп ҡайтҡас та, үҙе һымаҡ япа-яңғыҙ Ҡолсобай менән иҫке өй урынын ҡаҙып, ниндәйҙер көршәктәге алтынды эҙләнеләр. Хәҙер, ас бүре кеүек, ҡайҙа етте шунда үҙенә яңы табыш эҙләй. 
- Юҡ, улым, ҡарт көнөмдә гонаһлы булырға теләмәйем. - Хәйретдин, уң ҡулынан балтаһын төшөрмәйенсә, һул ҡулы менән һирәкләнгән түңәрәк һаҡалын тартҡыланы. - Хәләл малға ни етә... 
- Үҙең миңә ҡатнашмаһаң, улайһа, атыңды биреп тор. Мин күрше ауылдан берәй нәмә осортайым. Хаҡын түләрмен. 
- Юҡ инде, улым, һин мине харамға тартма... 
- Үкенерһең... 
Ниғмәтулла тәмәке төпсөгөн ырғытты ла, елһеҙ урман эсенә һаҫыҡ тәмәке еҫен ҡалдырып, йәшел ағастар араһында юғалды. Уның китеүен түҙемһеҙлек менән көткән Ғәйзулла, уҡмашҡан ләпәкәйҙәрҙе сәпелдәтеп һуға-һуға, ҡайын башынан төшөргә өс аршын ҡалғанда, ергә һикерҙе, һикергәндә, ҡайын ботағына эләгеп, ыштанының балағы йыртылды. 
- Алйот, ыштаныңды ни эшләтәһең! Ғүмере ҡыланмағанды ҡыланаһың! Анауы һуйыл бөткәнсе һыҙырыуҙы көтәһеңме? 
Үҙенә тырнаҡ та тейҙермәйәсәген аңлаған Ғәйзулла атаһының һүҙенә ҡолаҡ та һалманы. Аяҡ аҫтында тәгәрәп ятҡан туҙ тырызды ҡулына алды ла, утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ, түҙемһеҙлек менән урынында тыпырсынды. Тик шунда ғына Хәйретдин, улының яңыраҡ әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, тырыздан билдәһеҙ нәмәне сығарҙы. Ләкин ата шатланманы. Ағарынды. Кәзә мөгөҙөнә оҡшаған ерҙе тешләп ҡараны ла, уны сылғауға урап, улына һуҙҙы. Ғәйзулла, аптырап, атаһының күҙенә ҡараны. 
- Әллә алтын түгелме? 
- Алтын. 
- Шулай булғас, нимә көтәбеҙ һуң? Әйҙә, тиҙерәк китәйек. Мин, мин беләм... 
- Сеү, - Хәйретдиндең ҡобараһы осто, яҡ-яғына әйләнеп ҡараны ла, тауышын түбәнәйтеберәк, - ҡысҡырма, - тине. 
Ул менән ата һүҙһеҙ ҡалдылар. 
Хәйретдин ҡарт ярылып бөтмәгән тырансанан күҙҙәрен улына күсерҙе. Ғәйзулла, атаһына тура ҡарарға баҙнат итмәйенсә, ҙур ғәйепле кеше һымаҡ, ситкә ҡараны. Атаға балаһы ҡыҙғаныс күренде. Ул ярылып бөткән ҡулы менән малайының башын күкрәгенә ҡыҫты. Яғымлы күренергә тырышты. 
- Яңылышмағанһың, һин тапҡан - алтын. - Баланың күҙенән шатлыҡ осҡондары яңынан ҡалҡып сыҡтылар. Уның "үҙ алдына бөтөргөһөҙ байлыҡтар күренде, ниҙер әйтергә теләп, ауыҙын асты. Ләкин ата уны тыйҙы.- Беҙгә ул хазина өсөн шатланырға ярамай. Хазина байҙарға ғына килешә. Беҙҙең кеүек ярлы барыбер мандымай ул. Тау эйәһенең асыуланыуы ихтимал. Тау эйәһен асыуландырһаң, ҡаза артынан ҡаза килә. Ана Галасауҙы ни эшләтте... 
Гольцов менән булған хәл күптәрҙе ҡалтыратты. Гольцов һуңғы йылдарҙа яҙғы ташҡын һыу ярҙамында йыуылып ташланған иҫке отвалдарҙы бутар итте, йәй, һыу ҡороған саҡта, кәҫ ҡатыш отвал урынын йыуҙы. Бындай алтын йыуыу юлы эште еңеләйтте. Бер старателға ун йыл буйы йыуа торған отвалды көслө һыу ярҙамында егерме-егерме биш көн эсендә ағыҙырға була. Эре-эре таштар аҡҡан саҡта ла алтын аҡмай, ҡомдарҙы үтеп, кәрҫ ҡатыш ҡара ер ҡатламына ултыра. Гольцов та шундай эш ысулын ҡулланды һәм, халыҡ әйтмешләй, алтынды көрәп алды. Тапҡан байлығы артҡандан-артты. Кәжән аръяғына күсеп килеп, яңғыҙы һәйбәт йорт һалдырҙы, бер көтөү һыйыр һәм ваҡ мал һатып алды. Ләкин уның бәхете оҙаҡҡа барманы. Яҙғы һалҡын һыуыҡтан тейгән ауырыу уны аяҡтан йыҡты һәм ул оҙаҡ йәшәй алманы. Үҙе үлгәндән һуң, бөтә тапҡан малы ҡороно. Ире артынан ҡатыны, улы үлде, ә яңғыҙ ҡалған килене өйө менән бергә янды. Был ваҡиғаны халыҡ үҙенсә юраны. Улар байлыҡҡа туймаған Гольцовты ҡоротҡан - тау эйәһенең эше, тип һананылар. Имеш, кемдәр Гольцов иҫән саҡта уҡ асыулы тау эйәһе уның бутары өҫтөндә, өй кәртәһе эсендә ут булыуын күргән. Аҙаҡ килеп, уның зат-ырыуын ҡоротҡан да хужаһыҙ ҡалған алтынды алып киткән. Бынан һуң халыҡ күп ваҡыттар буйы Гольцовтың янған өйө эргәһенән үтергә лә баҙнат итмәне, һуңғы йылдарҙа ғына онотола башланы был хәл. 
Төрөлгән алтын сылғау аша Ғәйзулланың ҡулдарын яндырған һымаҡ тойолдо. Хыялы урынына яуыз тау эйәһе килеп баҫты. Самородокты ерҙән ҡуҙғатҡан өсөн ул рәхмәт әйтмәйәсәк. Ул ергә халыҡ бара башлаһа, зат-ырыуың ҡороясаҡ. 
- Быны нимә эшләтәйем? - тип һораны Ғәйзулла. 
- Ҡайҙан тапҡанһың, шунда апарып ташла, улым. Үҙеңдән башҡа берәү ҙә белмәһен. Алтын ярлыға бәхет алып килгәне юҡ. Мин, ишетә-күрә йөрөгәс, беләм. 
- Шулай булғас, ниңә уны эҙләйҙәр һуң? 
- Нәпсе эҙләтә. Күҙ туймай. 
- Алтын барын белһәләр, бында ла ерҙе ҡаҙырҙар инеме икән? 
- Аҫтын өҫкә килтереп аҡтарасаҡтар. Был урмандың әҫәре лә ҡалмаясаҡ. Сабындыҡ бөтәсәк. Анһыҙ ҙа күпме ерҙе, яландарҙы әрәм иттеләр. Ата-олатайҙар, был ерҙәрҙе һаҡлау өсөн, күпме йылдар көрәште, ҡан түкте... Күбеһе ҡорбан булды. Ә беҙ һаҡлап алып ҡала алманыҡ... 
Улар икеһе лә тынысландылар. Ут эргәһендәге үлән өҫтөнә иҫке сәкмән йәйеп, сәй эстеләр ҙә Хәйретдин улын ашыҡтырҙы: 
- Бар, тиҙерәк бул. Быҙауҙарың сәскәктәп таралмаһын. Көн эҫе. Ҡулыңдағын ырғыт, онотма. Бергә ҡайтырбыҙ. 
- Һин бында оҙаҡ булаһыңмы? 
- Юҡ. Солоҡто ҡарап киләйем тигәйнем. Ҡорт ҡунмағанмы икән? Оҙаҡлаһам-нитһәм, һин әкренләп ҡайта тор. 
Ғәйзулла быҙауҙары эргәһенә юрамал туранан-тура барманы. Әрәмәлеккә төшөп, яртылаш бешкән ҡарағат ашаны. Шунан һуң ғына йылға ситенән һуҙылған һуҡмаҡтан аҫҡа ҡарай йүгерҙе. 
Тирә-яҡ тыныс. Юлды ҡыҫҡартыу теләге менән ул уңға киткән һуҡмаҡҡа боролдо. Ҡыштырҙап, юл арҡыры туҙбаш йылан үтте. Иҫке ғөрөф-ғәҙәткә ышанып, Ғәйзулла, юлын ҡыйҙырмаҫ өсөн, һуҡмаҡ юл ситенән йыландың алдына сыҡты. Ләкин йылан әллә ҡайҙа юғалды. Ерек ағасы төбөндәге кеҫәртке генә башын бороп ҡараны ла, ул да, үләндәрҙе ҡыштырҙатып, ҡайҙалыр инеп китте. Юл ҡыйған йылан күңелен ҡырҙы. Аҙымын йышайта башлаһа, уның йыртыҡ балағы буйлап ниндәйҙер һалҡын нәмә шыуып йөрөгән кеүек була, туҡтаһа - баҫыла. Ыштанын сисеп ҡараны. Бер ни ҙә күренмәй. Тора-бара балаҡ эсендә үрмәләгән нәмә йылан һүрәтенә әйләнгән тау эйәһелер тип борсола башланы. Ҡулындағы төргәкте ағас төбөнә һалды. Тау эйәһенең асыуын баҫтырыу өсөн, уҡынып, бер нисә аҙым атланы ла ыштанындағы ямауға ҡыҫылып торған үләнде "үреп тынысланды. Балаҡтың йыртығынан инеп ҡалған шул үлән балтырҙы ҡытыҡлаған икән. 
Ғәйзулла урынынан тороп, инде китәм генә тигәндә, ярға аяҡтарын һалындырып ултырған кешене күреп, ҡурҡты. Артҡа сигенде. 
- Эй, малай, ҡайҙа ҡасаһың, туҡта әле. Шунда һаҡаллы кеше күренмәнеме? 
Йөҙөн ағас япраҡтары ҡаплаған кешенең тауышынан Ниғмәтулла икәнен танып, Ғәйзулла тынысланды. 
- Юҡ. 
- Ҡайҙа барып ултыраһың? 
- Быҙауҙар көтөүе ҡашына. 
- Һин көтәһеңме? - Ниғмәтулла урынынан тороп өҫтөн ҡаҡты. - Кем быҙауҙары? 
- Хажисолтан байҙыҡы. 
- Берәүһен һуйып ашаныҡмы? 
- Юҡ. 
- Ниңә? 
- Буш. 
- Мин дә аҡсаға тимәйем, буш тим. - Ниғмәтулланың сәтәкәй бармағында алтын балдаҡ ялтыраны. Тешен ыржайтып көлдө. - Һуябыҙмы? 
- Хажисолтан байҙан һора. 
Ғәйзуллаға был кеше ниңәлер Ниғмәтулла төҫөнә ингән тау эйәһе һымаҡ тойолдо. Гольцов тигән урыҫтың өйө тирәһендә лә кешегә әүерелеп йөрөгән тау эйәһен күреүселәрҙән дә ошондайыраҡ хәбәрҙәр ишеткәне бар ине уның. Ниғмәтулланың һорғолт күҙҙәре ҡапыл ғына, сысҡан тоторға әҙерләнгән бесәйҙеке һымаҡ, ялтыраны. 
- Әһә, һин шулай итеп бай быҙауҙарын ташлап йөрөйһөң икән әле. Ҡайтҡас та ошаҡлайым. Кәрәгеңде бирҙерәм. - Ниғмәтулла көлгәндәй итте лә, малайҙың ысынлап та ҡурҡыуын белеп, һүҙен йомшартты: - Юрамал әйтәм. Мин бәләкәйҙәрҙе йәлләйем. Мә, ҡағыҙ кәнфит аша. - Ул кеҫәһенән сығарған кәнфиттең береһен ауыҙына ҡапты, икенсеһен малайға һондо - Ал. 
Ғәйзулла урынынан да ҡыймылдаманы. Ниғмәтулла уның ҡулына кәнфитте көсләп тотторҙо. 
- Ал, ал. Мин һиңә еҙнә була торған кеше. Оялма. Әҙерәк байыҡҡас та Нәфисә апайыңды алам. 
- Һиңә апайымды бирмәйбеҙ. 
- Ниңә? 
- Һин бур малайы. Үҙең дә бур. Ҡараҡ... 
- Ни-мә? Нимә тинең әле, һин, аламағолош? Ҡабатла! - Ниғмәтулла малайҙың, иҙеүенән тотоп үңәсен һыҡты - Ҡабатла! Үлтерәм, эт балаһы! 
Ғәйзулла ғыжылданы. Йөҙө күгәрҙе. Ауыртыуға сыҙамайынса, ҡысҡырҙы. Ләкин тауыш урынына мәғәнәһеҙ һүҙҙәр сыҡты. 
- А-ааай... 
- Һин һөрән һалмаҡ булаһыңмы? Атайыңды саҡыраһыңмы? - Ниғмәтулла усы менән малайҙың ауыҙын ҡапланы. Ғәйзулла тештәре менән уның баш бармағын эләктереп алды. - Һин тешләшәһеңме әле! Мә, мә! 
Ниғмәтулла малайҙы тәгәрәтә һуҡты. Уның ҡулындағы тырызы ситкә тәгәрәне. 
- Атый! Ат-ы-ый! 
Уны үсекләп "ат-ы-ый" тип шандау ғына яуап ҡайтарҙы. Ниғмәтулла йоҙроҡтарын төйнәп малайға яҡынлашты. Ерҙән йылға буйына шыуышҡан Ғәйзулла тороп йүгерәм генә тигәндә беләгенән эләктереп алды, тәгәрәтә һуҡты ла үсе ҡанғансы типкеләне. 
- Ни эшләйһең һин! 
Ниғмәтулла ситкә һикерҙе. Ҡысҡырыусы иптәше икәнен аңлап, юлға кире сыҡты. 
- Һиңә баланың ни зыяны тейгән? Үлтергәнһең бит, ахмаҡ! - тине ҡара һаҡаллы ят кеше. 
- Бер маңҡа үлгәндән ни булыр тиһең. - Ниғмәтулла тышылдай-тышылдай кеткелдәп көлдө - Ҡолсобай ағай, мин һине көтәм ниңә оҙакланың? 
Ҡолсобай, уның һорауына яуап ҡайтармайынса, малайға эйелде. 
- Әйҙә, бында бик мыжмырҙамайыҡ. - Ниғмәтулла Ҡолсобайҙың еңенән тартты. - Ана, әллә кемдәрҙең тауыштары сыға. 
Ысынлап та, ағас шытырҙаған һәм кешеләр һөйләшкән тауыштар ишетелде: 
- Ҡайҙа китте һуң ул? 
- Ошо тирәләлер. Быҙауҙарын да йыймаған. Ғәй-зул-ла-а-а! 
Ниғмәтулла малайҙың атаһы тауышын таныны. 
- Ғәй-зул-ла! 
- Ғәйзулла! 
Ниғмәтулла менән Ҡолсобай әрәмәлеккә йәшеренгәс тә, Ғәйзулла ҡалған яланға өс кешене эйәртеп килгән Хәйретдин күренде. Хәйретдин һыу буйлап аҫҡа китте. Яланда тороп ҡалған кешеләрҙең береһе, һушһыҙ ятҡан малайҙы күреп, ҡысҡырып ебәрҙе: 
- Килегеҙ әле, килегеҙ! Йәһәтерәк, кем балаһы был? Ирҙәр ҡанға буялған, шеш битле, күлдәге һәм ыштаны өҙгөләнгән малайҙы, танымайынса, уратып алдылар. 
- Кем балаһы был? 
- Танымайһыңмы? 
- Юҡ. Ә һин? 
- Мин дә юҡ. 
Малай борғоланды. Ниҙер һөйләнеп күҙен асты һәм ят кешеләрҙе күреп: 
- Атый, атый! Үлтермә! Алтынды тау эйәһе таланы, - тине. 
Ирҙәр, аптырашып, бер-береһенә ҡараштылар. 
- Нимә һөйләй был бала? 
- Тилергәндер. 
- Тилергән атаң башын! Саҡыр әле Хәйретдинде. Әллә ҡайҙа йөрөй. 
- Әллә шуның улымы икән? 
- Әй, Хәйретдин ағай, кил әле. 
Тауышҡа ах та ох итеп килгән Хәйретдин, яҡынлашҡан һайын, аҙымын аҡрынайтты. Малай тәңгәленә еткәс, бөтөнләй хәлһеҙләнде. Ҡурҡынды. Ҡалтыранды. Быуындары үҙҙәренән-үҙҙәре бушанылар. Аяҡтары ергә тартылды, һаҡалы буйлап аҡҡан күҙ йәштәре бала өҫтөнә тамдылар. Усы менән малайҙың битендәге ҡанды һөрттө. Сәкмәнен улының башы аҫтына һалды, теткеләнгән күлдәк һәм ыштанын рәтләне. 
- Ул кем малайы икән, танымайһыңмы? 
- Минең малай. - Хәйретдиндең тауышы ҡалтыранды. 
- Һинеке? 
Тауыш-тынһыҙ торған ирҙәр бөтәһе лә бер юлы һүҙгә ҡушылдылар: 
- Яраббым! Ғәйзулла икән дәһа! 
- Баланың ни ғәйебе бар инде. Шул тиклем туҡмамаһалар... 
- Егеттәр, бына сепрәккә төрөлгән ауыр нәмә таптым... 
Хәйретдин, серемгә киткән кешеләй, һиҫкәнде. Ирҙәр тауыш сыҡҡан яҡҡа боролоп ҡаранылар. Оҙон буйлы кеше тағата башлаған сылғауҙы ҡапыл ғына кире ураны ла ерҙән һикереп торҙо. Көтмәгәндә өйөнә ҡайтырға ашыҡты. 
- Мин ҡайта торам. 
- Бергә ҡайтырбыҙ. Ғәйзулланы алып ҡайтырға ярҙамлашайыҡ,- тинеләр иптәштәре. 
- Һин ниңә ҡасырға булдың? Төргәгеңдә нимә ул? 
- Таш ине, ырғыттым инде. 
- Алдашма, күрһәт! 
- Ырғыттым тим бит, һеҙгә нимә кәрәк тағы? Ниңә бәйләндегеҙ һары һағыҙаҡ кеүек. 
Һүҙ барышына ҡыҫылмай сүкәйеп ултырған Хәйретдин тауышын саҡ ишетелер-ишетелмәҫ кенә: 
- Юҡҡа ғауға күтәрмәгеҙ. Быраҡтырығыҙ. Тыңлағыҙ һүҙемде, зинһар. Баламдың башына етеүе лә етер, - тине. 
- Нимә һуң ул? 
- Хазина. 
- Хазина-а? 
- Хазина-а-а? 
Әйтелгән һүҙҙең мәғәнәһенә әле булһа ла төшөнөп етмәгән ирҙәр ҡасып барған оҙон буйлы кешене баҫтырып тоттолар. Ситлек эсендәге йыртҡыс һымаҡ, иптәштәренең уртаһында ҡалған старатель борғоланды. Ваҡытында телен тыя алмауына үкенеп, екеренде. Аҡырҙы. 
- Китегеҙ! Башығыҙҙы яра һуғам! Ҡарауыл! Талайҙар! Ҡарауыл! 
Кешеләр араһында һуғыш сыҡты. Улар талаштылар, бер-береһенең үңәсен һыҡтылар, танауҙарын һәм бармаҡтарын сәйнәнеләр, баштарын ярҙылар. Өҫ-баштарын өҙгөләнеләр. Самородок ҡулдан-ҡулға күсте. 
Һуғышсыларға ҡатнашмай улын ҡосаҡлап ултырған Хәйретдин ике һүҙҙең береһендә: 
- Ҡайҙан сыҡты шул бәлә. Юҡ өсөн талашмағыҙ, - тине. 
Ләкин Хәйретдиндең һүҙенә улар ҡолаҡ та һалманылар, һуғышыуҙы дауам иттеләр. Барыһы ла хәлһеҙләнделәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, аҡтыҡ көстәрен йыйып, бер-береһен ысҡындырманылар. 
Ауырыу кеше һымак, Хәйретдин йонсоған, арыған һәм интеккән йөҙөн тәүге тапҡыр ҡалҡытып: 
- Китегеҙ! Һуғышып, шул нәмә өсөн гонаһ шомло булмағыҙ. Алтынды барыбер Ғәлиәхмәт байға бирәм, - тигәс кенә һуғышыусылар ҡапыл хәрәкәтләнеүҙән туҡталдылар. Байҙың исемен телгә алыу уларҙы иҫкә индерҙе булһа кәрәк. Яңыраҡ ҡына бер киҫәк алтын өсөн үлешергә әҙер торған кешеләр, бер яҡлы булып, улы эргәһендә бөксәйеп ултырған Хәйретдингә яҡынлаштылар. 
- Һин ошондай байлыҡты биреп, әллә аҡылыңдан яҙҙыңмы? - тип һораны Хәйретдиндән шаҙра битле, эйәге эскә батҡан ябыҡ ҡына кеше. 
- Хазина - байҙыҡы. Мосолманға, ярлы кешегә, андай мал хәләл түгел. Тир, көс түгеп тапҡан малмы ни ул? - тине Хәйретдин. Уның эскә батҡан күҙҙәре бөтөнләй һүнеп барған шәмде хәтерләттеләр. 
Тегеләр геү килеп тауыш сығара ғына башлағанда, һүҙгә оло ғына йәштәге кеше ҡушылып, бөтә нәмәне ул хәл итте: 
- Егеттәр, егеттәр! Ҡарт дөрөҫ әйтә. Уны тыңлағыҙ. Күрмәйһегеҙме малайын. Исмаһам, шуның хаҡынан "алтынды бирәм" тигәс, бирһен инде. Бер файҙаһын күрһен. Әйҙә, беҙҙең беребеҙгә лә булмағас булмаһын. Былай барыбер бүлешә алмаясаҡбыҙ. 
- Байыған байҙы байыҡтырғың киләме? 
- Әллә бай яллап ҡуйҙымы? 
- Аҡылың нисәү? 
Шулай ҙа улар әкренләп баҫылды. Шаулашҡан тауышты ишетеп килгән кешеләр һаны артҡандан-артты. Улар сылғауға төрөлгән алтынды тотҡан Хәйретдиндән көнсөллөктәре килеп, үҙ-ара ғәйбәт һаттылар. 
Иҫһеҙ ятҡан малайын күтәргән Хәйретдин артынан, халыҡ эйәрҙе. Эңер төштө. Ҡош тауыштары баҫылды. Ярғанаттар оса. Урман сиңерткәләре серелдәшә. Серәкәйҙәр тезелдәшеп оса. Ҡайҙалыр, әрәмәлектә, балаһын зҙләп яңғыҙ ҡалған ҡуян дызҡылдай. 
Һәр ҡайһыһы үҙ уйҙарына сумған кешеләр һүҙһеҙ барҙылар. Хәйретдин аҙым һайын тиерлек һөрөндө. Улын ипләберәк ҡосаҡланы ла ары атланы.

II
Кешеләрҙән әрәмәгә ҡасҡан Ниғмәтулла менән Ҡолсобай тауыш-тын баҫылыуын көтөп оҙаҡ ултырҙылар. Ниғмәтулла һағаланды.
- Кемдәрҙер һуғыша. Әйҙә, яҡыныраҡ барып ҡарайыҡ. Кемдәр икән?
- Бала туҡмап, әле булһа ла танһығың ҡанманымы? Бар, үлмәһә, үлтереп кил, - тине Ҡолсобай.
- Әй, шул малай ҙа булдымы кеше. Таптың һүҙ!
- Беләһеңме һин, Ниғмәт, малайҙы еңеү батырлыҡ түгел шул. - Күккә ҡарап салҡан ятҡан Ҡолсобай терһәгенә таянды. - Мәйтәм, үҙеңдең балаңды шулай итһәләр. Нимә эшләр инең?
Малай ҡалған урында тауыш яңынан ҡабатланды. Был юлы халыҡ тауышы күберәк ишетелде.
- Нимәлер бүлешәләр. Мин барып киләйем әле. Һин Ҡолсобай ағай, алыҫ китмә. Мин хәҙер кире килермен. Нимә икәнен белешәм дә әйләнәм.
Ниғмәтулла оҙаҡ йөрөп килде. Аяғы аҫтындағы ағастарҙы шатыр-шотор һындыра баҫып, Әхмәдин Ҡолсобайҙың эргәһенә килеп тәгәрәне. Ҡабаланып килеүҙән, тыны ҡыҫылған. Ул өҫтән-мөҫтән малай эргәһендәге вакиғаларҙы һөйләп сыҡҡандан һуң:
- Әрәм иткәнбеҙ. Тырыз эсендәге самородокты белмәгәнбеҙ, - тине.
- Һиңә кем әйтте?
- Юлдан килгән урыҫтан һораштым.
- Ә ул малай алтынды ҡайҙан тапҡан?
- Берәү ҙә белмәй, ти.
- Эх, ауыҙға төшкән нәмәне ысҡындырғанбыҙ бит! Юҡҡа әүрәтеп һорамағанһың.
- Мин ҡайҙан белгән, ти, алтын барын. Улар оҙаҡ бәхәсләштеләр. Тик һуңынан ғына, ярашыу теләге менән:
- Ярар, юҡҡа талашып, ваҡыт әрәм итмәйек,- тине Ҡолсобай.
Ниғмәтулла ла ярашыу яғын ҡараны.
- Дөрөҫ.
- Теге, алтын алып киткән кешеләр алыҫмы икән? - тип Ҡолсобай, һағайып, ниҙер тыңланы. - Ишетелмәй.
- Ниңә?
- Мәйтәм, әллә алтынды талап алабыҙмы?
- Алырһың! Унда кешеләр күп. - Ниғмәтулла, бармағын имеп, ҡулын ҡултығы аҫтына тыҡты. - Шул йүнһеҙ малай тешләгән баш бармағым ауырта. Эх, алтын барын белмәгәнмен шул!
- Ярар, ул турала етте!
- Нисек етһен? Ҡулға эләккән ерҙән ыскындырҙым бит. Бигерәк үкенесле шул.

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Бөртөкләп йыйыла алтын - 02
  • Parts
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 01
    Total number of words is 3670
    Total number of unique words is 1949
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    43.5 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 02
    Total number of words is 3998
    Total number of unique words is 2121
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    44.3 of words are in the 5000 most common words
    50.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 03
    Total number of words is 3825
    Total number of unique words is 2094
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 04
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2046
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    42.0 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 05
    Total number of words is 3955
    Total number of unique words is 2019
    31.8 of words are in the 2000 most common words
    44.4 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 06
    Total number of words is 3745
    Total number of unique words is 2109
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    48.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 07
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2161
    29.3 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 08
    Total number of words is 3916
    Total number of unique words is 2013
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 09
    Total number of words is 3810
    Total number of unique words is 2018
    29.2 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 10
    Total number of words is 3873
    Total number of unique words is 1641
    31.5 of words are in the 2000 most common words
    43.9 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 11
    Total number of words is 3884
    Total number of unique words is 2141
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.0 of words are in the 5000 most common words
    48.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 12
    Total number of words is 3794
    Total number of unique words is 2085
    29.8 of words are in the 2000 most common words
    42.3 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 13
    Total number of words is 3094
    Total number of unique words is 1659
    31.9 of words are in the 2000 most common words
    45.5 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.