Latin

Бөртөкләп йыйыла алтын - 09

Total number of words is 3810
Total number of unique words is 2018
29.2 of words are in the 2000 most common words
41.6 of words are in the 5000 most common words
49.0 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
Ҡурҡыныс көсәнгән һайын Ниғмәтулланың уйҙары мәғәнәһеҙ буталды. Ҡаршы ултырған эттең өргән тауышы ҡабатланды. Ләкин был юлы ул бүре олоуына әйләнде. Бүреләрҙең олоуы һулдан да, уңдан да ишетелде. Утҡа сағылып баҙлап янған йыртҡыстарҙың күҙе осҡондар кеүек ялтырайҙар. Бүреләр ут эргәһендәге кешене уратырға булдылар. Балдаҡ һаман тарайҙы. Ниғмәтулланың да борсолоуы үҫте. Ни эшләргә? Ярҙам һорап ҡысҡырырғамы? Бындай шыр урманда кем булһын ти?
- Ҡот-ҡа-ры-ғы-ыҙ!!! Үлә-ә-әм!!! Бүре-е-еләр!!! - тип ҡысҡырҙы. Уның һүҙҙәрен алыҫҡа ҡуйы ҡараңғылыҡҡа алып китеүсе шаңдаҡ ҡына яуап ҡайтарҙы:
- Ҡо-о-от-ҡары-ығыҙ!..
Оло инә бүре бөтөнләй батырланды. Ул тештәрен ыржайтып, һикерергә генә әҙерләнгәндә, Ниғмәтулла һүрелеп барған утлы торонбашты алып ырғытты. Бүре, һыртындағы йөндәрен ҡабартып, уңға һикерҙе. Башҡа бала бүреләр ҙә сигенделәр. Йәшәү өмөтө тыуҙы. Уның донъяла бик, бик йәшәгеһе килде. Бер минутҡа ғына булһа ла урынлашҡан тынлыҡтан файҙаланып, ярҙам һорап ҡысҡырҙы. Утын яңыртып, яҡынлашҡан бүреләргә торонбашты ырғытып торҙо. "Йәшәргә, йәшәргә, нисек кенә булһа ла һау ҡалырға", - тигән уйҙар аҙыраҡ көс бирҙе. Баяғынан да нығыраҡ ярҙам һорап ҡысҡырҙы.
- Бүреләр! Бүре-ләр! Ярҙамға! Ярҙамға! А-ау! А-ау-ау!..
Тап шул саҡта, аҫта, бер-бер артлы атылған ике мылтыҡ тауышы яңғыраны. Мылтыҡ тауышы бөтөнләй яҡыныраҡ ҡабатланды. Күҙен ялтыратып яңынан яҡынлашҡан инә бүре юғары һикерҙе. Бөгөлөп, ашыҡмайынса ғына, ҡараңғы төн ҡаплаған ҡарағайҙар һәм ҡайындар артына йәшенде. Баҙлап күренгән парлы күҙҙәр ҙә ҡараңғылыҡта иренеләр. Ләкин Ниғмәтулла утты ташлап китергә ҡыйманы. Кешеләр һөйләшкән тауыш яҡынайғас ҡына, ул ҡалған утты тапап һүндерҙе. Янып ятҡан утлы торонбаштарҙың осон ергә тыҡты ла, үҙен һиҙҙермәҫкә тырышып, ут янған урындан ситкәрәк шыуышты. Елкәләренә мылтыҡ аҫҡан ике кеше шәүләһе уның эргәһенән генә үтеп китте. Береһе, туҡталып, һауаны еҫкәне.
- Төтөн еҫе сыға.
- Шулайын шулай ҙа ул, - тине иптәше, аптырап.- Ут-фәлән күренмәй. Кеше ҡысҡыра ине, уныһы ла баҫылды. Кеше түгел, эт тә юҡ. Әйҙә, кире ҡыуышҡа ҡайттыҡ.
- Аҙыраҡ бара бирәйек әле. Бүре-фәлән берәйһен ашаманымы икән?
- Ошондай ҡараңғыла кем йөрөһөн! Тауыш сыҡмай. Тере кеше булһа, ҡысҡырыр ине, ә үлегә беҙҙән башҡа ла теге донъяла рәхәт. Мин боролам, һин теләһәң ни эшлә.
Улар бәхәсләшә-бәхәсләшә килгән юлдарынан кире киттеләр. Ниғмәтулла уларҙың тауыштарынан кем икәндәрен таный алманы. Был урында яңғыҙы ҡалыуҙан ҡурҡып тауышһыҙ-тынһыҙ ғына ят кешеләргә эйәрҙе. Уларҙың артынан барыуҙан ялҡҡас, Ниғмәтулла, таныш булмаған кешеләрҙән айырылып, үҙ юлы менән китергә генә уйлағанда, тегеләр ни тураһындалыр ҡаты бәхәсләшә башланылар, "һин таптыңмы?.. Күберәген... Йыуҙым. Алтын минеке", - тигән айырым бәйләнешһеҙ һүҙҙәрҙе ишетеп, Ниғмәтулла һағайҙы. "Әллә мин эҙләгән алтынлы ерҙе былар йыуалармы икән?" - тип уйлап, ул һиҙҙермәй генә эйәреп барыуын дауам итте. Ағастар арҡыры үткән ай яҡтыһы беленде. Таң да яҡынайып килә. Ағас шәүләләре беленде. Ят кешеләрҙең һөйләшкәндәрен ныҡлап тыңларға тырышып ҡараһа ла, бер ни ҙә ишетелмәне. Ул үҙенең аҙымын үҙгәртте. Өҫтәүенә алда уҫал йыртҡыс кеүек үкергән шарлауыҡ ҡамасауланы. Бейек ҡая таштан упҡынға атылып төшкән һыу сәсрәй, күбекләнә, ажғыра, үҙенә ҡайҙан сығырға урын тапмаған януарҙан шашынып, өйөрөлә, екләнеп ике яҡтан ҡыҫҡан ташлы ярға бәргеләнә.
"Юрғашты йылғаһы бына ҡайҙа икән? Мин уны тиҫкәре яҡтан эҙләп аҙашҡанмын", - тип уйланы Ниғмәтулла һәм, юлына арҡыры осраған йылғаға алданып, ул теге кешеләрҙе бөтөнләй күҙҙән юғалтты. Уларҙы эҙләп аҫҡа, унан өҫкә йүгерҙе. Таң яҡтырҙы. "Бүреләрҙән әрсәләүселәр - бәхет эҙләп килгән килмешәктәр, зимагорҙарҙыр, ахыры", - тип уйланы. Сөнки приискыла ҡырҙан килеүселәр соҡсона. Ауыл халҡы алтын эше менән ҡыҙыҡһынмай. Быны Ниғмәтулла асыҡ белә. Үҙен ҡотҡарған зимагорҙарҙы яңынан тапҡас, башҡаса уларҙан күҙ яҙҙырманы. Былар ни эшләрҙәр икән тип, һиҙҙермәй эйәреп барыуын дауам итте. Юрғаштыға арҡыры йығылған йыуан ерек буйлап ярҙың икенсе яғына сыҡты. Ағас араһынан һуҙылған һуҡмаҡ һары ҡом өйөмөнә алып барҙы. Арыраҡ, яр ситен уйып, ағастар менән нығытылған ҡыуыш алдында, тәртипһеҙ рәүештә кәйлә, көрәк, сәйнүк һәм биҙрәләр ята. Аҫта, Юрғаштының ситендә, ҡырсындан йырылған яһалма канауҙың уртаһында, ағас улаҡ ҡуйылған. "Әллә Ғәйзулла алтынды ошо тирәнән таптымы икән? Уның әйтеүенсә, алтын был тирәлә булырға тейеш түгел", - тип уйланы Ниғмәтулла. Ләкин яҡын барырға тартынды. Һары балсыҡ һеңгән кейемдәге кешеләрҙең ҡыҫҡа буйлыһы улаҡты ҡырсындан аҡтарып яңы урынға ҡорҙо.
- Ни эшләтәһең? - тип һораны иптәше.
- Йүнәтәм.
- Нимәһен йүнәтергә? Мин һинең менән бүтәнсә йыумайым! Йыуған алтынды бүләйек тә, мин үҙем икенсе ерҙән соҡойом Яңғыҙым йыуам.
- Йыу! Һине кем тота, - тине улаҡ йүнәтеүсе тыныс ҡына.
- Ҡайҙа йәшерҙең алтынды? Бүләйек. Мин тапҡан ерҙең алтыны бит ул.
- Шулай булмаһын, ти!
- Әпкил алтынды! Юғиһә... - иптәше таҫырайып алдында ятҡан кәйләне алып ҡулында һелкетте. - Үҙеңә ҡарап үпкәлә!
Улаҡ эргәһендәге кеше, башҡаса һүҙ көрәштерергә теләмәйенсә, ҡомдан ҡаҙып сығарған тоҡсайҙағы төргәкте алып:
- Нисек бүләбеҙ? - тип һораны. - Бизмән-фәлән юҡ.
- Сеүәтәләп.
Алдарына түшәлгән ашъяулыҡҡа тоҡсайҙағы алтынды ауҙарып, икегә бүлә башланылар. Ҡомһоҙлоҡ менән бер-береһенең хәрәкәтен күҙәттеләр. Төрлө ҙурлыҡтағы алтындарҙы күреп, Ниғмәтулла үҙенә урын тапманы. "Бына байлыҡ! Мин уйлаған байлыҡ! Минән алыҫ түгел. Нисек ҡулға төшөрөргә? Йә мин отам, йә улар ота. Йә мин байығам, йә улар", - тип уйланы. Тегеләр уға, үс иткәндәй, баш бармаҡ ҙурлығындай самородокты бүлә алмай тартҡылашалар. Тартҡылаша торғас, ашъяулыҡтағы алтындың бер өлөшө ергә һирпелде. Ҡыҫҡа буйлы кеше түҙмәне, ҡыҙыулыҡ менән эргәһендәге ломды алды ла иптәшенең башына һуҡты. Тегеһе тын да алмай ергә ауғас, аҡырып илап ебәрҙе лә, көтмәгән ҡайғыны ҡайһылай еңергә белмәй, хәрәкәтһеҙ ятҡан иптәше яурынынан һелкте.
- Сәғитулла ағ-а-ай!.. Тор!.. А-ай!.. Яңылыш һуҡтым бит, яңы...
Ул башлаған һүҙен аҙағына тиклем бөтөрә алманы. Ниғмәтулла лом менән елкәһенә һуғыу менән бер яҡҡа ҡыйшайҙы. Икенсе тапҡыр һуғылыуға сайҡалды һәм күҙҙәрен аҡайтып үле иптәше эргәһенә тәгәрәне. Унан һуң башына, күкрәгенә тағы ла әллә ниҙәр төшөүен һиҙҙе һәм иҫтән яҙҙы...
Ниғмәтулла, ҡомһоҙланып, ергә түгелгән алтын өҫтөнә эйелде. Түгелеп ятҡан алтын өҫтөндә ни эшләргә белмәйенсә, аһылдап, имгәкләп йөрөнә. Алдындағы алтынды тартып алырға теләүсенән һаҡларға тырышҡандай, ерҙе иңе менән ҡосаҡлап, аҡылдан яҙған кеше һымаҡ, ҡалтыранған ҡулдарын йәйҙе.
- А-а-һ!.. А-а-аһ!.. Төшөммө, өнөммө?.. А-а-аһ!.. А-а-аһ!.. Мин бай!.. Бай! - тип, кеше ҡаны менән йыуылған алтын бөртөктәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, әле кеҫәһенә, әле ҡуйынына төрөп бәйләне. Шунан ҡыуыш эсенән тапҡан мылтыҡты алды ла, икмәк киҫәген кимерә-кимерә, тауға ҡарап йүгерҙе.

XX
Конторала Ғәйзулла менән Ҡолсобай күрәҙәне алдынан артынан ҡалғансы һыйланылар. Иҫерергә өлгөргән Ҡолсобайҙың теле сиселде. Управляющий һыйы хаҡын нисек ҡайтарырға белмәгән Ҡолсобай, маҡтанып:
- Хужа, рәхмәт. Малайға һыйыр, ат алып бирергә ярҙам итһәң, алтын һинең ҡулыңда, - тине.
- Бәлки, унда буш урындыр? Ҡондоҙ ятыуында ла алтын күп тип әйткәйнеләр... Разведка бер ай эшләп бер ни ҙә тапманы, ышанып нисек бирәйем, һин үҙең күрмәгәнһең, - тине управляющий, Ҡолсобайға Ғәйзулла менән үҙе килешә алмаясағын аңлап. - Бай жила табылһа, йәл түгел. Араҡы ла, икмәк тә, аҡса ла...
Улар тиҙ килештеләр. Эштең тауыш-тынһыҙ ғына көйләнеүенә шатланған управляющий аҡса бирҙе һәм ярты стакан араҡы һалды ла, Ҡолсобайҙы артыҡ иҫертмәҫ өсөн, ҡалған араҡыны үҙе менән алырға вәғәҙә итте.
Юлға управляющий, Ҡолсобай, Ғәйзулланан башҡа, прииск инженеры немец Мордер, штейгер, кәйлә һәм көрәктәр менән ҡоралланған унлап старатель сыҡтылар. Йөк тейәлгән һәм кешеләр ултырған арбаларҙы һөйрәгән аттар сауҡалар араһынан үргә күтәрелде. Ямғырҙан һуң юл иҙелгән. Аҙым һайын соҡорҙа йыйылған ямғыр һыуы эркелеп ята. Тауға үрләгән һайын, иләктән төшкән кеүек ваҡ ямғыр һибәләне. Әкренләп көн бөтөнләй боҙолдо, быҫҡаҡлап яуған ямғыр көсәйҙе, старателдар күшегеп бер-береһенә һыйындылар, һыртты аҡ томан ураны. Иң алдағы кырандастағылар күренмәй. Унан һуң томан иренеп кенә юғары күтәрелде. Көн һыуыҡҡа тартты. Тауҙы төшкәндә аттар бышҡыра-бышҡыра тәүге тапҡыр юртыуға күстеләр. Тәгәрмәстәргә уралған суҡыраҡ арбала ултырыусыларға ырғыны, елкәләренә төштө. Старателдарҙың ҡайһылары һүгенеп төкөрөндө. Туғайға еткәс, арбалар ҡапыл туҡтаны. Алда ниҙер һиҙеп, управляющийҙың эте ярһып өрҙө. Аттар хорхолдап ҡолаҡтарын ҡырпайттылар. Балаһын эйәрткән ҙур айыу күренде. Ул кешеләрҙе күреү менән моронон күтәрҙе. Еҫкәне. Башын бороп ҡаранды. Ярһып өргән эткә ажарланып, башын һелкте. Артҡы аяҡтарына баҫты. Шунан, ҡапыл ғына үкереп, һикерә-һикерә юлды арҡыры сығып, урманға сапты.
Юрғашты йылғаһын сыҡҡас, управляющийҙың ҡушыуы буйынса, икенсе арбала ултырған Ҡолсобай Ғәйзулланан:
- Ошо ерме? - тип һораны.
- Юҡ. Ана теге яҡта. - Ғәйзулла әрәмәлек буйлап һуҙылған ташлы үҙәккә күрһәтте.
Ҡая ташлы текә тау аҫтына барып еттеләр.
- Ошо. Бына ошонан таптым, - тине Ғәйзулла, Юрғашты йылғаһының элекке үҙәген ҡоро ҡалдырып, икенсе ерҙе ярып айырылған урынға күрһәтеп.
- Яңылышмайһыңмы? - тип һораны иҫерек сағында управляющийҙан серен йәшерә алмауына үкенеп бөтә алмаған Ҡолсобай.
- Юҡсы. Ана анауҙан таптым. Атайым тауҙа тыранса яра ине.
- Был ер түгел, - тине Ҡолсобай, нисек тә булһа һыу эргәһендә старателдарҙы туҡтатмаҫҡа тырышыу ниәте менән. - Әйҙә, китәйек!
Управляющий Ҡолсобай менән ризалашты. Ләкин быға тиклем һүҙһеҙ, өндәшмәй килгән баш инженер Мордер һүҙгә ҡыҫылды:
- Беҙгә ҡабаланып әллә ҡайҙа бараһы түгел. Малай күрһәткән урынды тикшермәй китмәйек. Ҡараңғы төшөргә лә күп ҡалмаған.
Башҡалар ҙа уның тәҡдименә ҡушылдылар. Старателдар аттарын, туғарып, үләнгә ебәрҙеләр, ҡыуыш ҡорҙолар. Кискегә утын әҙерләнеләр. Ҡалғандары тағанға баҡырса һәм биҙрәләрен элеп ут яҡтылар. Ашты һәр кеше үҙе теләгәнсә әҙерләне: яңғыҙ ҙа, артель менән дә.
Управляющий ҙа, лакейына аш әҙерләргә ҡушып, Мордерҙы, өлкән штейгер вазифаһын үтәүсе Закировты, Ғәйзулла менән Ҡолсобайҙы эйәртеп үҙәк буйына китте.
- Беҙгә, нисек кенә булмаһын, яңы, алтынға бай урынды эҙләп табырға кәрәк. Юғиһә, бөләсәкбеҙ. Приискыла алтын бөттө. Эшселәр ҙә таралып бөтөп бара, - тине ул.
Управляющий һыуы ҡороған үҙәктән эре таштарҙы һыпырҙы. Ҙур тотҡалы ижауға ҡомло балсыҡ һалып, ҡумырыҡ аҫтында ҡалған һыуҙа иҙергә тотондо. Ижауҙы ҡомо менән һыу эсендә һелкетте. Өҫтөн һыпырып, эре һуйырташтарын сүпләп ситкә ырғытты. Ижауын яңынан һелкетеп, һыу тулҡыны ярҙамында ҡомон кәметте. Бармаҡ башындай һары ташты алып тешләп ҡараны. Уны ла ырғытты. Ижау төбөндә алтын ҡомо - шлихтар ғына ҡалды. Иванов ул ҡомдарҙы һыу менән бергә ижау төбөндә әйләндерҙе. Күҙҙәре һыу йөрөткән ҡом артынан эйәрҙе.
- Юҡ, - тине ул, көрһөнөп. Ижауҙа ҡалған ҡомдо сайҡап ергә түкте. Бағана һымаҡ һүҙһеҙ торған Ғәйзуллаға ҡараны, - Һин әллә алдап алып килдеңме?
Ғәйзулла управляющийҙың ни әйткәнен аңламаһа ла, уның күҙенә, күңелһеҙ сирылышҡан йөҙөнә ҡарап, үҙенән ни талап итеүен һиҙҙе.
- Ошонан таптым, ошонан!
- Бала улай ихлас алдаша белмәй, Семен Тимофеевич, - тине немец бик ныҡ акцент менән, - йомғаҡ яһарға ашыҡмайыҡ. Бирегеҙ әле ижауҙы, пробаны бүтән урындан алайыҡ.
Мордер үҙе торған ерҙе штейгерҙан ярты сажин самаһы ҡаҙҙырҙы. Аҫта ҡалған ҡомдо үҙе һайлап ижауға һалды һәм, ҡумырыҡ аҫтында эркелгән һыу эргәһенә сүкәйеп, управляющий башҡарған эште ҡабатланы, һыуҙан һәм ҡомдан бушаған, ижауҙың ҡыйшайған өҫкө ҡараңғы төбөндә энә осондай ғына яңғыҙ нәмә ялтыраны. Баш инженерҙың яурыны аша көсөргәнеп ҡарап торған управляющий менән баш штейгер икеһе бер юлы ҡысҡырып ебәрҙеләр:
- Ана!..
Немец бармағы осон теленә тейҙереп алды ла ижау төбөндәге алтынды бармағына йәбештереп күҙенә текләп ҡараны. Штейгерға шул уҡ ҡомдо яңынан алып килергә ҡушты. Был юлы ижауҙың төбөндә шырпы башы ҙурлығы ике бөртөк алтын ялтыраны. Уларҙың өсөһөнөң дә йөҙҙәре яҡтырҙы. Тик Ғәйзулла ғына, уларҙың шатлығын аңлай алмайынса: "Шул осмот ҡына алтын өсөн оло кешеләр ниңә ҡыуаналар икән?" - тип уйланы.
Ҡолсобай менән малайҙы бөтөнләй оноттолар. Өсөнсө ижау төбөндә ҡандала һәм тараҡан ҙурлығыңдан ике бөртөк алтын йыуғас, старателдарҙың шатлыҡтары сиктән ашып, күҙҙәре ялтыраны. Күкрәк эсенә һыймаған шатлыҡтан тулҡынланып, бер-береһенең ҡулын ҡыҫтылар.
- Алтын!
- Эйе, алтын, - тип дөрөҫләне немец һәм ҡулъяулыҡ менән битендәге тирен һөрттө.
- Былай булғас, йәшәйбеҙ икән!
- Алтын бар. Ләкин күпме запас булыуын белмәйенсә һығымта яһарға ла, ҡыуанырға ла иртәрәк, - тине инженер Мордер. - Запас аҙ булһа, жила ошо тирәлә генә булһа, русса әйтмешләй, "овчинка выделки не стоит".
Инженерҙың һуңғы һүҙенән штейгер менән управляющийҙың күңелдәре төштө.
- Жила ошонан үтәме икән?
- Әйтеүе ҡыйын, - тине немец, аҙ ғына уйланып. - Жила бөтөнләй юғарыла булыуы ихтимал. Беҙ тапҡан алтынды таш һәм ҡом менән һыу ағыҙып килтереп һалыуы ла ихтимал. Әгәр ҙә жила бында булһа, алтын бөтөнләй өҫтә, йәш.
- Нисек "йәш"? - тип һораны күк күҙле старатель.
- Алтынмы? "Йәш" тип, жила өҫтә булғанға әйтәләр. Кәҫен алып ташланыңмы - йыу ҙа йыу. Әлегә тиклем эшләгән приискыла жила ятышын үҙегеҙ беләһегеҙ, аҫта. - Инженер ижауҙағы ҡомдо сайҡап түкте лә, артҡа кирелеп, сүкәйеп ултырыуҙан талған билен яҙҙы. - Ҡараңғы. Күҙ күрмәй башланы. Разведканы иртәгә дауам итербеҙ.
Ҡыҙыу итеп яғылган утты уратып эҫелә ҡыҙара бүртеп ултырған старателдар, приискы хужалары күренгәс тә, урындарынан һикереп тороп, ҡаршы атланылар.
- Йә, нисек, алдамағандармы?
- Исмаһам, берәй знак таптығыҙмы? - тип һораны улар, тулҡынланыуҙарын йәшерә алмайынса.
Управляющий урынына штейгер старателдарға асыулы ҡараш ташланы ла:
- Алтындың булыуы-булмауында һеҙҙең ни эшегеҙ бар? Беҙ һеҙгә отчет бирергә тейешме? - тип екеренде.
Старателдар, ҡабатлап һорарға баҙнат итмәйенсә, рухтары төшөп, өндәшмәй генә хужаларға юл бирҙеләр. Улар үтеп киткәс, арттан бер аяғын ерҙән һөйрәп килгән Ғәйзулла менән Ҡолсобайҙан алтын хәлен һорашып, шатлыҡтарынан шаулаша башланылар, һәр кем үҙенсә план ҡорҙо. Яңы урындан алтынға бай жила табыла ҡалһа, буйҙаҡ ирҙәр - кәләш әйттереү, олораҡтары - ғаиләһен туйҙырыу, ә ҡалғандары һуштан яҙғансы эсәсәк араҡы тураһында хыялландылар. Тик бөкөрө яурынлы старатель генә иптәштәренең теләген уртаҡлашманы.
- Мин, алтыным күберәк булһа, бында йәшәмәҫ инем.
- Ни эшләр инең?
- Китер инем. Әмерек батшаһына.
- Ни эшләйһең?
- Байығам. Ни эшләйем, ти. Унда һөт, ожмахтағы кеүек, йылға булып аға, ти. Араҡы ла, икмәк тә... Эшләргә лә кәрәкмәй, ти.
- Ти, ти, ти шул, - тип асыуланды һаҡаллы оло ғына йәштәге старатель. - Беҙҙә лә шулай, ти, "фәлән ерҙә ат башындай алтын бар", ти. Китәләр ҙә барып алтын ятҡан ерен дә тапмай ҡайталар. Бына мин дә шулайтып һемәйеп йөрөйөм. Йыуам. Тапҡан алтыным, байлығым тамағымдан да артмай.
- Беҙҙең кеүек зимагурҙарға байлыҡ булһа ла йоҡмай...
- Һиңә әйтеүе анһат! Яңғыҙ башың. Тапҡаныңды эстең, ҡайғырыр балаң юҡ. Минең өйҙә ете йән. Йөҙ саҡрым ерҙән килгәнемә йыл үтте, һуҡыр тинлек тә файҙам теймәне.
Старателдар ҡыуышҡа ҡайтҡас та алтын тураһында уйлауҙан туҡталманылар, һәр ҡайһыһының тик үҙе генә байығыһы, күп алтын тапҡыһы килде. Кемдең ҡулында, шуның ауыҙында. Бай кеше булһаң, уряднигының да, прииск администрацияһының да ауыҙын тығырлыҡ мал табырҙар ине. Улар ярлы. Зимагорҙар. Өҫтөндәге һары балсыҡҡа батҡан кейемдәренән башҡа байлыҡтары юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, прииск хужалары: "Тапҡан алтынды йәшермәгеҙ. Юғиһә, закон буйынса ҡаты яуапҡа тарттырыласаҡһығыҙ", - тип киҫәтеп торалар. Тапҡан металды ҡаҙнаға тапшырмай, ас үлһенме инде старатель! Бына бит ул тормош!
Старателдар ҡыҙып янған утты уратып ултырҙылар. Шытырҙап, ялманып-йолманып күтәрелгән уттың ялҡынлы телдәре уйнай. Уның яҡтыһы йә эргәлә генә яҡтыра, йә төнгө ҡараңғылыҡҡа ҡаршы көрәшергә теләгәндәй, алыҫлаша, әллә ҡайҙарға етеп, ағас өҫтөндә балҡып бейей-бейей ҙә тағы кире килә. Төнгө тынлыҡты боҙоп, бер төрлө һуҡҡан тышаулы ат ҡыңғырауы сыңлай. Эргәлә йылға сылтырап аға. Бер туҡтауһыҙ маҙа китәреп: "Тез-з-з... тез-з-з... ҡайһығыҙ һимеҙ-ҙ!" - тип серәкәйҙәр тезелдәшә. Күктә йондоҙҙар ҡалтырана. Тулы яңғыҙ ай аҡһыл болоттар арҡыры ҡайҙалыр йөҙә. Тирә-яҡ серле, ҡурҡыныс булып күренә.
Бәхет эҙләп килеп, мохтажлыҡта интеккән фәҡир кешеләр йоҡларға ашыҡманы. Күпме йылдар буйы өмөт менән йәшәй улар! Ләкин яҙмыш шаштырманы. Ҡайһылай ғына тырышып эшләмәһендәр, тапҡандары тамаҡ тарынан артманы. Алтын тип приискыға килгән һау-сәләмәт кеше ҡартайҙы, һаулығын юғалтты һәм байыға ла алманы. Ә күпме ҡырылдылар? Һанап бөткөһөҙ! Шулай ҙа килеүселәр приискынан китергә көс тапманылар. Ерҙең ҡайһы урынындалыр ныҡ йәшеренгән алтынды эҙләп тапҡылары килде уларҙың! Ә алтын, уларҙы алдаштырып, һаман үҙенең артынан алып барҙы, һәләк итте. Бына әле лә күҙ ҡыҙҙырып тәүге билдәләрен күрһәтте. Унан кемдәр байыры, кемдәр бөлгөнлөккә төшөрө билдәһеҙ.

XXI
Разведканы ҡумырыҡ аҫтында һыу эркелеп ятҡан ерҙән башларға булдылар. Икешәр, өсәр кеше бүленеп, старателдар төрлө урындан шурф ҡаҙынылар. Шурф сажин самаһы тәрәнәйтелгәс тә, аҫтан, ҡом һәм мәтеле таштар араһынан, соҡорға һыу һарҡты. Әкренләп ул тубыҡҡа тиклем күтәрелде, эшләргә ҡамасауланы. Кәйлә менән соҡоғанда, һары буръяҡ һыу старателдарҙың биттәренә сәсрәне, көрәккә эләктергән породаларҙы юғары сығарыр алдынан йыуып кире төшөрҙө. Шурфта эшләүселәрҙең береһе биҙрә менән туҡтауһыҙ һыуҙы һирпте, икенсеһе соҡолған балсыҡты юғары ырғытты, өсөнсөһө шул породаларҙы тасҡа йәки ижауға һалып проба алды.
Тәүге төшкән шурфтар һәйбәт кенә һөҙөмтәләр бирҙе. Ләкин ҡумырыҡтан өҫкә һәм аҫҡа киткән һайын, алтынлы пласт юғалды. Ижау төбөндә ҡалған алтын бөртөктәре һаны кәмене һәм ҡом урынына аҡһыл күк балсыҡ китте. Старателдарҙың кәйефе боҙолдо. Ләкин берәү ҙә беренсе булып алтын юҡлыҡтан өмөт өҙөүе тураһында өндәшмәне. Киреһенсә, управляющий алдында дәртләнеберәк эшләүен күрһәтергә тырыштылар. Аҙаҡҡы шурфтарҙан сығарған породаларҙан алтын бөтөнләй сыҡмай башланы, һай ғына ҡаҙылған ҡоҙоҡтар ҙа буш булып сыҡтылар. Арыуҙан һәм асығыуҙан старателдарҙың хәле бөттө. Балсыҡҡа һарғайған иҫке кейемдәре һыуға күшегеп ауырайҙы.
- Алдап килтергән, ахыры. Теге сатан малай эйәрткән ирҙең кәрәген бирергә кәрәк. Ыштанын һалдырып, кесерткәнгә ултырырға ине, унан белер! - тине кемдер.
Уның һүҙен башҡалар хупламаны:
- Улар күрһәткән ерҙә алтын бар. Бүтән ерҙә булмағанға уларҙың ни ғәйебе бар?
- Әллә жила икенсе яҡҡа китеп ҡалдымы икән? Юҡҡа ыҙалайбыҙ!
- Күпме ер аҡтарҙыҡ! Һәр урында буш!
- Буштың бушы...
Инженер килде. Ул, юғарыға сығарылған породаларҙы күтәреп, берәм-берәм ҡарап сыҡты.
- Анауы забойҙарҙа ҡом осраманымы? - тип һораны ул, ҡулындағы породанан күҙен алмайынса.
- Юҡ.
- Йылға буйындағыларҙан?
- Уларынан да юҡ.
- Алтын... алтын! Алтын булырға тейеш. - Немец, күҙлеген ҡулъяулығы менән һөртөп, яңынан кейҙе һәм эсен кирә баҫып атлап килгән управляющийға боролдо.- Семен Тимофеевич, разведканы дауам итергә кәрәк. Алтын юғарыраҡ булырға тейеш. Кисәге алтынлы шурф тирәһендә. Сатан малай тапҡан самородка яҙ көнө һыу ташҡан саҡта ағып төшкән булырға тейеш.
- Алтын ни эшләп аға ти! Ҡом төбөндә батыуын беләһегеҙ бит. Шулай булғас, ни эшләп "ағып төшһөн" ти? Кисә тапҡан алтын да осраҡлымы? Беләһегеҙ...
- Юҡ, минең менән килешегеҙ. - Инженер управляющийҙың һүҙен бүлде. - Ошо тирәлә ныҡлап разведка үткәрмәй китмәйек. Әгәр ҙә, һеҙ әйткәнсә, алтын ағып килмәгән булһа, жила былай ғына, урыны менән, төп-төп булыуы ихтимал.
Улар Ғәйзулланы саҡыртып алдылар. Уның йөҙө ҡарайған, ябыҡҡан. Үҙ йәшенә ҡарағанда, ике-өс йәшкә олоғайыңҡыраған һымаҡ күренде.
- Малай, һин дөрөҫөн әйт, самородканы ҡайҙан тапҡайның?
Ғәйзулла, управляющийҙың һорауын аңламай, күҙен сырт-сырт йомдо.
- Мин урыҫса белмәйем.
- Нисек белмес? - Управляющий шурфҡа яҡыныраҡ торған старателға мөрәжәғәт итте: - Әйт малайға, әгәр ҙә ул ысынын әйтмәһә, мин уны аҫып ҡуйырға бойорасаҡмын!
Старатель управляющий Ивановтың һүҙен башҡортсаға тәржемә яһаны. Ғәйзулла, баяғыға ҡарағанда ла күҙен йышыраҡ йомоп:
- Әйттем бит инде, ағай, алтынды ошонан таптым,- тине һәм ҡурҡышынан илап ебәрҙе.
Шунан һуң ғына управляющий иркен тын алды һәм йомшабыраҡ немецтың тәҡдименә ризалашты.
Разведка һыу ағышы буйлап юғары күсерелде. Бында ла тәүге пробалар уңышлы булманы. Балсыҡты иҙеп, эре таштарҙан бушатылған ижау төбөндә ваҡ тимер шлихтары - ҡара ҡомдар ғына тороп ҡалды. Улар - алтындың эйәрсәндәре. Шлихтарҙы күргән старателдарҙың болот шикелле ҡарайған йөҙҙәре асыла төштө, ә күҙҙәрендә өмөт осҡоно ялтыраны.
Шурфты яңыртып, тәрәнәйтеберәк һуҡтылар. Көтмәгәндә йөҙө сирылышҡан старателдың кәйләһе аҫтынан ағас ҡалағы ҙурлығы самородок тәгәрәне. Шурфҡа өҫтән ҡарап торған старателдар бөтәһе бер юлы:
- Алтын!
- Самородка!
- О-ой, күп!
- Ояһына тура килгәнбеҙ! - тип ҡысҡырышып, соҡорға һикерҙеләр. Улар таш арҡыры һарҡҡан һыу йыуған породалар араһынан күренгән борсаҡ ҙурлығыңдай алтынды сүпләргә тотондолар.
Күрше шурфта эшләүсе старателдар ҙә йүгерешеп килделәр.
- Егеттәр, егеттәр, - тине һуңлабыраҡ килгән оҙон буйлы старатель. Ул, туҡталып, мыш-мыш тын алды. - Тыңлағыҙ әле мине! Соҡорҙан сығығыҙ! Китегеҙ! "Юҡ", тип әйтәйек хужаларға. Аҙаҡ үҙебеҙ йыуырбыҙ! Кинәнербеҙ...
Старателдар уны тыңламанылар. Бойҙайға йәбешкән тауыҡтар һымаҡ, забойҙа табылған самородокка йәбешеп тартҡылаштылар.
- Был мин тапҡан самородка!
- Юҡ, мин!
- Мин...
Управляющий менән Мордер һәм штейгер килеп өлгөрмәһә, был талаш ни менән бөтөүен әйтеүе ҡыйын ине. Иванов килгән ыңғайы ике аршын самаһы тәрәнлектәге шурфҡа һикереп төштө. Старателдар ҡулынан табылған алтындарҙы һәм самородокты йыйҙы. Уларҙы ҡалтыранған ҡулдары менән кеҫәһенә тыҡҡыланы. Старателдарҙы забойҙан сығарҙы ла, сысҡан һағалаған бесәй шикелле күҙҙәрен бәзерәйтеп, шурфтың стеналарын һыпырғыланы, шунан бер нөктәгә төбәлде.
- Ҡараңғылайһығыҙ, китегеҙ әле! - тине ул, өҫтә тороусыларға асыуланып.
Старателдар управляющийҙың бойороғона һүҙһеҙ буйһондолар. Забойға көн яҡтыһы төштө. Иванов, тынын ҡыҫып, аҡһыл һары бөртөктәр йылтыраған породаға ҡараны.
- Кварцлы жила, - тине ул, тулкынланыуын йәшерергә тырышып.
- Эйе, - тип һуҙҙы юғарынан Мордер.
Старателдар ҙә үҙ-ара зыҡ ҡуптылар. Управляющий шурфтан сыҡҡас, уны уратып алдылар. Ҡыуаныстан, көтәсәккә араҡы алып, самородокты йыуырға тәҡдим яһанылар.
- Был самородкамы ни? Самородка ишараты, - тине Семен Тимофеевич, ҡулындағы металды өйрөлткөләп. Бер аҙ өндәшмәй уйланып торғандан һуң, күңелһеҙләнгән старателдарҙы эшкә ҡыҙыҡһындырырға тырышып, яртышар шешә араҡы өләшергә бойороҡ бирҙе.
Ыҫмалалы ҡарағай дүңгәген телгеләп әҙерләнгән сыра яҡтыһы аҫтында разведка төндә лә алып барылды. Таң алдынан ғына старателдар серем итеп алдылар ҙа ҡояш ҡалҡмаҫ элек бүленгән эште дауам иттеләр. Тапҡан байлыҡтары хужалары кеҫәһенә китеүен белә тороп та, эшләүҙән туҡтаманылар. Разведка уңышлы булһа, улар ҙа был айҙа хәтһеҙ генә эш хаҡы аласаҡтар бит. Бындай уй уларҙы ла дәртләндерә. Көстәре лә артҡан шикелле булды.
Кискә табан старателдар, шатланышып, ҡыуыш эргәһенә йыйылыштылар. Үҙҙәренә тейешле өлөштө алып, улар төнө буйы эскелек менән шөғөлләнделәр. Управляющий отолманы: сөнки ҡыҙмасаланған старателдәр хужанан үтескә күпме ашамлыҡ һәм араҡы алып эсеүҙе иҫәпләмәнеләр. Өҫтәүенә, Семен Тимофеевич эшселәренә һатҡан тауарҙарға үҙенсә хаҡ өҫтәне. Иванов управляющий булып килгәнгә тиклем дә шулай булған. Ул киткәс тә үҙгәрмәйәсәк. Приискыла, байҙан һуң, управляющий үҙе баш, үҙе түш. Старателдар эскән саҡта ғына уларҙың күҙ алдына күп күренеп йөрөргә яратманы ул. Эскән кешенең үҙ законы үҙендә: яйын тапманымы, тотто, туҡманы.
Старателдарҙың кәйефен яҡшы белгән управляющий йоҡларға ҡыуышҡа ҡайтманы. Тоноҡ ҡына яҡтыртҡан ай яҡтыһына ҡойоноп, төндә эте менән разведка үткән шурфтарҙы үҙе һаҡланы. Йоҡламай, Юрғашты йылғаһы буйында йөрөп сыҡты.
Иртәгеһен, штейгерҙың күрһәтеүенсә, старателдар араһында "ҡотҡо" таратыусы Сәйфетдин исемле кеше разведчиктар артеленән ҡыуылды. Эш артты. Старателдар, оҙаҡ егеүҙән, әлһерәгән йөк аты кеүек, баштарын түбән эйгәндәр. Ҡулдарынан кәйләләрен ысҡындырмай, ерҙе аҡтарыуҙан туҡтаманылар. Уларҙың күкрәктәренә һауа етмәй. Арыуҙан быуындары ҡалтырана. Ә эшләнәсәк эштең осо-ҡырыйы һаман күренмәй.

XXII
Яңы асылған урында разведка ноябрь аҙаҡтарында ғына тамамланды. Инженер Мордер әйткәнсә, бындағы пласт ҡатламы бик үк "йәш", өҫтә булып сыҡманы. Йылғанан текә тау итәгенә яҡынлашҡан һайын, шурфтарҙың тәрәнлеге ун биш, урыны-урыны менән хатта егерме-егерме биш аршынға тиклем барып етте. Шурфтарҙан сығарылған породаларҙы быуаның аҫ яғында урынлашҡан тепляктағы маширттарҙа йыуҙылар. Тепляк ҡорорға өлгөрмәгән вағыраҡ артель кешеләре, яҙ етеүен көтөп, өйҙәренә таралышты.
Ҡышын эш ауырайҙы. Управляющий яңы асылған участкаға хужа итеп штейгерҙың яңғыҙын ҡалдырҙы ла үҙе приискының баш инженере Мордер менән Юрғашты йылғаһының урта өлөшөндә ҡоролған контораһына китте. Башҡаса килеп тә әйләнмәне.
Барлы-юҡлы кейеме өҙгөләнгән Ғәйзулла менән Ҡолсобай ҙа ҡышты ҡышлауҙа үткәрергә булдылар.
Ҡышлауҙа ла уларға йәшәү еңел булманы. Тамаҡты алдап булмай. Ашау өсөн эшләргә кәрәк. Ә ауылда эш юҡ. Ҡолсобай хеҙмәтсе булып ялланырға теләгәйне, ләкин бай тупһаһына ла баҫтырманы. Рустар менән бергә приискыла йәшәүе өсөн "кафырлашыуҙа" ғәйепләнеләр. Мулла мәсеткә йыйылыусыларҙы ҡат-ҡат приискыла эшләүселәргә аралашмаҫҡа, улар менән һөйләшмәҫкә өндәне. Уныңса, прииск эшселәре менән аралашыусы башҡорт - иманын һатыусы. Теге донъяла тамуҡтан ожмахҡа сыға алмай интегәсәк. Иманын һатҡан мосолманға ҡул биреү гонаһлы. Шуға күрә лә, приискыла эшләүселәр һирәк, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Улар ҙа эшкә ҡурҡа-боҫа ғына йөрөйҙәр. Башҡорттарҙың күберәге, ас булһалар ҙа, мулланың ҡушыуынса, өйҙә генә ултырырға мәжбүр булалар. Приискыла эшләүселәрҙе дошман һымаҡ күрҙеләр.
Ғәйзулла менән Ҡолсобайҙы ла шул яҙмыш көттө. Ҡолсобайҙы, мулланың ҡушыуы буйынса, "килмешәк" тип, урамдан тыныс үтергә ирек бирмәйенсә, артынан тиҙәк ырғытып ҡалдылар. Ул сыҙаманы, ваҡытты бушҡа үткәргәнсе, йән әрнетеп һыҙландырған ҡатынын эҙләү ниәте менән, Ғәйзулланы эйәртеп, заводҡа, рустар йәшәгән яҡҡа, сығып китте. Ғәйзулла әсәһе менән ауырыу Нәфисә апаһын өйҙә ҡалдырҙы. Элек шаулап торған өй тып-тын ҡалды. Тышҡы яҡтан өрлөгөнә тиклем өйөлгән ҡарҙан сығып һерәйеп торған мөрйәнән төтөн сыға. Кәртә-ҡаралтыһы туҙған. Яртылаш емерелгән ояның ҡалдыҡ һайғауҙары ла яғылып бөтөп бара.
Ҡолсобай, йәш дуҫының күңелен табырға тырышып:
- Ҡайғырма, ҡустым, беҙ килеп, китеп йөрөрбөҙ. Әсәйеңә ашамлыҡ килтерербеҙ, - тине.
Көн кискә һарыҡты. Ҡояш байығас та, офоҡ ҡуйы ҡыҙғылт утҡа мансылды. Алда әллә ҡайҙан ҙур ауыл күренеп ята. Уны утлы янғын солғап алған һымаҡ. Алһыу нәҙек, яҡты алтын саң бөртөктәре Кәжән йылғаһының аръяғында яланғас урман өҫтөнә йәйелде.
- Был ниндәй ауыл? - тип һораны Ғәйзулла, зәғиф аяғын ҡыйынлыҡ менән ҡуҙғатып.
- Ул ауыл түгел. Зауыт. Кәжән зауыты. Күрәһеңме, оҙон торба, төтөнө сыға. Шунда суйын ҡайнаталар. Руданы егерме саҡрым ерҙән санаға тейәп ташыйҙар. Ундай зауыттар был яҡта күп, - тине Ҡолсобай һәм, йәш дуҫының кәйефе юҡлығын һиҙеп, һораны: - Әллә арыныңмы? Аяғың ауыртамы?
- Эйе.
- Сыҙа. Әҙ генә сыҙа. Мәйтәм, хәҙер етәбеҙ. Зауытта таныш-белешем бар. Шунда төшөрбөҙ. Тамаҡ ялғап алырбыҙ...
Улар ауыл осонда, бейек таҡта ҡапҡалы бәләкәй генә өй эргәһендә, туҡталдылар, һыуыҡҡа сыҙай алмайынса, аяҡтарын алмашлап күкрәгенә ҡыҫҡылап, иренеп кенә торған ябыҡ эт, ят кешеләрҙе күреп, юл бирҙе һәм һуҙып: "һо-о-о, ау-ау" тип өрә башланы. Тыштан шаҡылдатҡан тауышҡа синдеккә сыҡҡан рус ҡатыны:
- Кем бар унда? - тип һораны.
- Беҙ. Мин - Костя, - тине Ҡолсобай.
- Ниндәй Костя?
- Иҫләмәйһеңме ни, Наташа апай?

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Бөртөкләп йыйыла алтын - 10
  • Parts
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 01
    Total number of words is 3670
    Total number of unique words is 1949
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    43.5 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 02
    Total number of words is 3998
    Total number of unique words is 2121
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    44.3 of words are in the 5000 most common words
    50.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 03
    Total number of words is 3825
    Total number of unique words is 2094
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 04
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2046
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    42.0 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 05
    Total number of words is 3955
    Total number of unique words is 2019
    31.8 of words are in the 2000 most common words
    44.4 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 06
    Total number of words is 3745
    Total number of unique words is 2109
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    48.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 07
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2161
    29.3 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 08
    Total number of words is 3916
    Total number of unique words is 2013
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 09
    Total number of words is 3810
    Total number of unique words is 2018
    29.2 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 10
    Total number of words is 3873
    Total number of unique words is 1641
    31.5 of words are in the 2000 most common words
    43.9 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 11
    Total number of words is 3884
    Total number of unique words is 2141
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.0 of words are in the 5000 most common words
    48.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 12
    Total number of words is 3794
    Total number of unique words is 2085
    29.8 of words are in the 2000 most common words
    42.3 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 13
    Total number of words is 3094
    Total number of unique words is 1659
    31.9 of words are in the 2000 most common words
    45.5 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.