Latin

Бөртөкләп йыйыла алтын - 02

Total number of words is 3998
Total number of unique words is 2121
30.7 of words are in the 2000 most common words
44.3 of words are in the 5000 most common words
50.6 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
Күктә йөҙгән ҡап-ҡара болоттар араһында буталған тулы йөҙлө ай юғалғас, донъя бөтөнләйгә ҡараңғыланды. Ҡара болоттар ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Офоҡтоң бер яҡ ситендәге йымылдап торған берҙән-бер яңғыҙ йондоҙ ҙа ҡайҙалыр юғалды. Бик алыҫта, бейек-бейек тауҙарҙың аръяғында, йәшен уты балҡыны.
- Беҙгә берәй әмәлен табырға кәрәк.
- Ниндәй әмәлен? Таптыҡ бит инде! Ҡулға эләккән, ауыҙға төшкән алтынды ысҡындырҙыҡ! - Ниғмәтулла насар һүҙҙәр әйтеп һүгенде. Тештәрен шығырҙатты. - Э-э-эх! Хәлемдән килһә, бөтәһен дә быуып ташлар инем! Беҙгә, алма беш, ауыҙыма төш, тип тынысланырға ярамай. Алтын табылған урынды эҙләргә кәрәк.
- Мәйтәм, әллә алтын тапҡан малайҙың атайын әүрәтеп һорашабыҙмы? - тине ни тураһындалыр уйланған Ҡолсобай. - Моғайын, анда самарудка берәү генә түгелдер әле.
- Әйтәме ни ул тиҫкәре ҡарт.
- Әйтер. Ипләп һорарға кәрәк, - тине лә Ҡолсобай һүҙҙе икенсегә борҙо. - Бик асыҡтырҙы әле. Атайыңдың берәй урлап һуйған ите барҙыр. Әйҙә һеҙгә.
- Ҡуй. Миңә күренергә ярамай. Малайҙы туҡмағанды белһәләр...
- Беҙгә, малайҙы тау эйәһе туҡмаған, тип хәбәр таратырға кәрәк.
Был тәҡдим Ниғмәтуллаға ла оҡшаны. Ул рәхәтләнеп көлдө.
- Уныһын булдырырбыҙ ҙа ул.
Улар ауыл осондағы бәләкәй генә землянка эргәһендә ятҡан һарыҡ тәкәһен Кәжән йылғаһы буйына төшөрөп салдылар ҙа урманға күтәреп алып киттеләр. Унан-бынан ғына тиреһен тунанылар.
- Эсен ярып, эс-ҡарынын берәй ергә күм. Мин ут яндырам, - тине Ҡолсобай.
- Алыҫыраҡ китергә ине. Ауыл бик яҡын. Хәүефле урын. Төндә утты күреп килеүҙәре мөмкин. Беҙҙе былай ҙа бур, тиҙәр.
- Һин, ҡустым, атайыңа ла, ағайыңа ла оҡшамағанһың. Улар кәрәк саҡта бер ҙә аптырамайҙар. Кемдең малы етте, шуны тыпылдаталар.
Һыҙырылған һарыҡ түшкәһенән бысаҡ менән ике артҡы ботон ҡырҡып ҡалдырҙылар, ҡалғанын тирегә урап ергә күмделәр ҙә өҫтөнә ҡыҙыу ут яҡтылар. Тирегә урап һалған иттең ҡасан бешеүен көтөп сыҙамаған Ҡолсобай ослаған ике таяҡҡа тәкә башын сәнсеп өтә башланы. Сыртлап янған ут, осҡондарын сәсә-сәсә, ялҡындары менән итте яланы.
Аяҡ аҫтында бер ни ҙә күренмәй. Ут ни тиклем ҡыҙыу янмаһын, ауылдан күрерлек түгел. Уны оҙон ҡарағай ағастары ҡаплайҙар. Шулай ҙа һаҡлыҡ кәрәк. Ниғмәтулла, уттан ситкәрәк китеп, тирә-яҡҡа ҡолаҡ һалды. Ҡайҙалыр һаман да йәшен йәшнәй. Уттан ситтә торғанда ағас һәм түңгәк шәүләләре асыҡ айырылалар, һауаны солғап алған тәмле ит еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Ауыҙҙан һеләгәйҙәр ҡойола. Әхмәдин ҡабаланмай ғына ут алдында маташа, һул ҡулы менән битен ялҡындан йәшерә. Таяҡ осондағы итте киҫеп ашап ҡарай ҙа өйөрөлтөп өтә лә өтә. Ҡолсобай бышылдап ҡына Ниғмәтулланы ут эргәһенә саҡырҙы:
- Кил, ашайыҡ.
Утта өтөлгән, ялҡын һеңгән ит тәмле була икән. Хатта тоҙһоҙ икәнлеге лә һиҙелмәне. Әхмәдин, һүрелә башлаған утты таратҡас, тирегә урап көлгә күмелгән итте сығарҙы. Әллә туйғанға, әллә сейерәк булғанға, тире эсендәге парланып бешкән ит өтөлгән иткә ҡарағанда сөсөрәк һәм тәмһеҙерәк тойолдо.
Таратылған ут бөтөнләй һүнде. Айырым торонбашта ҡалған ҡуҙ ғына ҡайһы саҡта йымылдап ҡуйғылай.
Йоҡларға үҙәк буйына төштөләр, һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ут яғылманы. Бәхеттәренән ямғыр яумай, ситләтеп үтте. Таң алдынан нығыраҡ һалҡынайтты, ысыҡ төштө. Ниғмәтулла, йылыраҡ бүлһын өсөн, арҡаһы менән ҡайын төбөнә һырыҡты. Йоҡо ҡасты.
- Быйыл йәй ҡайһылай һыуыҡ булды әле, өшөтә. Ут яғайыҡмы әллә? - тине ул, ҡалтыранып.
- Ярамай. Тиҙҙән халыҡ йөрөй башлар.
- Беҙҙең һарыҡ һуйғанды белеп ҡалһалар...
- Ҡурҡма. Бында яҙылмаған закон бар. Күрҙеңме - шым. Әйтһәң, үҙеңдең малың ҡорор. Бүре лә шулай, балаларын үлтерҙеңме - ҡаза артынан ҡаза көт тә тор...
Иртәнсәк томан яй таралды. Аҫта аяҡ тауышы ишетелде. Ниғмәтулла менән Ҡолсобай икеһе бер юлы ағас артына йәшеренделәр. Томан араһынан ерән ат менгән кеше күренде. Кем икәнен айырыуы ҡыйын. Ул кеше яҡынайғандан-яҡыная.
- Ағай, атма,-тип, Ниғмәтулла Ҡолсобайҙың ҡулына йәбеште.
- Әгәр ҙә беҙҙе күрһә, дөпөлдәтәм генә. Хәҙер беҙгә барыбер ауылға тиҙ генә ҡайтып булмаҫ, - тине Әхмәдин.
- Атайы-м бит ул, танымайһыңмы әллә?
- Ысынлап та, Хажғәли ағай икән дәбаһа! Килһен беҙҙең эргәгә, саҡыр.
- Ҡуй, саҡырмайыҡ. Белмәһен. Хажғәли уларҙы күрмәһә лә, атының ҡолаҡтары ҡарпайыуынан, алда кеше барлығын белде булһа кәрәк. Ул ашыға-ашыға атын кире борҙо. Эйәрҙең ике яғына аҫылған ике ауыр тоҡ атҡа атларға ҡамасаулай. Ат хатта һөрлөгөп йығыла яҙҙы. Хажғәли, асыуланып, тышау менән атының осаһына төшөрҙө һәм һөт һымаҡ аҡ томан эсенә инеп юғалды.
- Атайым ни эшләп кире боролдо икән? Кисә, заводтағы бер белешебеҙгә тыранса ярам, тип киткәйне, шунан ҡайтып баралыр, ахыры.
- Шулайҙыр шул. Һинең атайың ниндәй тыранса ярғанын белгән инде мин. Атайың йоҡламай ул. Уның тырансаһы тоҡта. - Әхмәдин хәйләле итеп башын һелкте.- Аңланыңмы? Аңларһың шул. Хажғәли ағай үс кешеләрҙең һауып эсә торған аҡтыҡ һыйырҙарын һуйып ашағанын да ишеткәнем бар. Бына шул, - тине Ҡолсобай уйланыбыраҡ, - Һин ни беләһең? Донъя күрмәгәнһең. Шулай һау-таҙа көйөңә, үҙ ҡәҙереңде үҙең китәреп, минең менән урлашырға йөрөйһөң, һинең кеүек егерме йәштә сағымда мин, кеше малына тейеү түгел, алдаша белмәй инем Әллә һин ошолай йөрөүемә үҙем шатлана тип беләһеңме? Мин ошо юлға ирекһеҙҙең көнөнән баҫтым. Минең ятып инергә өйөм, үлергә ятһам, ауыҙыма бер ҡалаҡ һыу һалырға яҡын кешем юҡ. Миңә утыҙ биш йәш. Төҫөмө ҡараһаң, илле йәш бирерлек. Ул рәхәт тормоштан түгел. Атайым менән әсәйем үлгәс, һигеҙ йәшемдә саҡта, мине заводтағы Ыстапан тигән дворянингә ялсылыҡҡа бирҙеләр. Ул кеше түгел - ҡан эскес. Егерме алты йыл ҡанымды эсте, эшем өсөн рәхмәт ишетмәнем.
- Ниңә ҡасып ҡына китмәнең? - тип һораны Ниғмәтулла.
- Ҡасырға үҙем теләмәнем. Ыстапандың Машка исемле ҡыҙы өсөн түҙҙем. Ул мине ярата ине. Мин уны. Башта бер-беребеҙгә һиҙҙермәй яратыштыҡ. Шунан - ныҡлап.
- Нисек инде, ул - урыҫ, кафыр ҡыҙы, һин - мосолман, башҡорт. Иманың ҡасыуҙан ҡурҡманыңмы?
- Йә, бүлдермә әле. Мәйтәм, мосолман, кафыр һүҙе юҡ нәмә. Улар ҙа, беҙ ҙә шул бер үк кеше. Уларҙа ла һәйбәт кеше бар, беҙҙә лә бар. Ана, Хажисолтан менән Ғәлиәхмәт байҙар үҙҙәрен мосолман тип йөрөйҙәр, ә кешене Ыстапандан кәм рәнйетмәйҙәр. Мин дә элек шулай тип уйлай инем. Урыҫтар араһында ла һәйбәт кешеләр бик күп икән. Ыстапандың ялсылары мине бер туғандай яҡын күрҙеләр. Шулар араһында Михаил тигән кеше була торғайны. Үҙе бик уҡымышлы ине. Аҙаҡ, кешеләр араһында ҡотҡо тарата тип, Себергә оҙаттылар. - Ҡолсобай Әхмәдин ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы. Башын күтәреп ҡараны. Томан таралған. Көн аяҙ. Төндәге болоттарҙың эҙе лә ҡалмаған. Ҡуйы, бейек ағас араларынан үтеп саҡ ҡына ҡояш йылытты. Әкрен генә иҫкән ел йомшаҡ ҡанаты менән уларҙың бысранып бөткән биттәрен һыйпай. Йоҡоһонан уянған ҡоштар сутылдаша. - Йәй көнө нисек йәшәһәң дә була, - тине Ҡолсобай, һүҙҙе икенсегә бороп. - Бына ҡышын ҡыйын.
- Ағай, һинең теге урыҫ ҡыҙы менән эшең нисек бөткәнен һөйләп бөтөрмәнең бит әле. Һөйлә инде.
- Ул ҡыҙ менән минең эш бөткәне билдәле инде. Ул - бай ҡыҙы. Мин - ярлы. Аталары ҡыҙҙы көсләп үҙҙәре кеүек бай урыҫтың улына бирергә булдылар. Туй яһанылар. Улар ҡушыла торған көндө Машка тышҡа сығып килә ине. "Әйҙә ҡасайыҡ", - тинем. Ул яҡ-яғына ҡараны ла "Белмәйем", - тине. Миңә шул етә ҡалды. Мин, берәр һылтау табып, буласаҡ кейәүе менән урамға сығырға ҡуштым. Кискә табан тегеләр, кырандасҡа ярыш ултырып, гулять итергә сыҡтылар. Мин: "Ятып ҡалғансы атып ҡал", - тинем дә, Ыстапан байҙың юрға айғырын менеп, арттарынан төштөм. Улар Ыстапандың урманына барып, ингәс тә, йөрәгем түҙмәне. Ат саптырып алдарына сыҡтым. "Барин, мәйтәм, ҡыҙҙы ебәр, һин үҙеңә икенсеһен табырһың". Ә теге ажарланып: "Юлдан кит, басурман морда", - ти. Мәйтәм, һин үҙең морда. Теге сыбыртҡыһы менән минең биткә тартмаҫмы! Мин түҙмәнем... ҡыҙыулыҡ менән бай малайын атып үлтерҙем дә, Машканы үҙем менән атҡа менгәштереп, урманға шылдым. Көҙгә тиклем кеше күҙенә күренмәнек. Ҡышҡа табан бер татар ауылына барҙыҡ. Муллалар, ауыл ҡарттары, мосолман менән кафырға йәшәүе харам тип, Машкама иман килтерттеләр, Мөслимә исеме бирҙеләр, никах уҡыттылар. Беҙ барыһына ла риза булдыҡ. Татыу ғына тора башланыҡ. Тик беҙгә мәңге бергә йәшәргә хоҙай насип итмәне. Кемдер беҙҙең турала Ыстапанға, минең ҡатынымдың атаһына, еткергән. Берҙән-бер төн йоҡомдан, минең аяҡ-ҡулымды арҡан менән сырмап, типкеләп уяттылар. Мин уянғанда, ҡатыным юҡ ине. Алып киткәндәр, суҡынғырҙар. Үҙемде ҡанға батырғансы туҡманылар. Шунда танауымдың һеңерен онтап, йәмшәйтә һуҡтылар. Хәҙер саҡ ҡына тейһәң дә, ауырта.
Аҙаҡтан Себергә, каторгаға оҙаттылар. Юлда саҡта ҡастым. Машкамды эҙләнем. Эҙенә төшә алманым. Ыстапан уны ҡайҙалыр оҙатҡан, ти. Буйға ҡалғайны, ни эшләгәндер инде, бахырҡай. Бер кеше белә ти ҙә, әйтмәй, әгәр ҙә күп аҡса бирһәм, әйтмәй булдыра алмаҫ ине. Аҡса ҡайҙан табаһың.
- Ҡурҡытып әйттереп ҡараманыңмы?
- Самалап ҡарағайным, әйтмәй. Мин уға алтын йәки аҡса табып алып килергә вәғәҙә иттем. Эт кеше күренә. Үҙемде әллә ҡасан Ыстапанға тотоп биргән булыр ине лә, аҡса бирәм тигәнгә генә тыйылып тора.
- Булмаһа, үлтерергә кәрәк уны.
- Бик шәпһең. Мин үҙем дә беләм. Уны үлтереүҙән миңә ни файҙа? Йәшәһен. Бәлки бер ваҡыт файҙаһы тейеп ҡуйыуы ла бар. Машканың ҡайҙа йәшәгәнен белә бит. Үҙе белмәмешкә һалынһа ла. Миңә аҡса, алтын табыу яғын ҡарарға кәрәк. Машкам өсөн ошолай итеп йөрөйөм дә. Ҡалайтып ҡына Машкамды табырға инде. Аҡса кәрәк, аҡса!..
Ҡолсобай тынды. Улар, бер-береһенә өндәшмәйенсә, оҙаҡ уйланып ултырҙылар ҙа, урындарынан тороп, әкрен генә аҫҡа ҡарап атланылар. Ҙур таш аҫтынан зөмбөрҙәп ағып ятҡан ҡоҙоҡта ҡулдарын һәм биттәрен йыуып алғас, төндән ҡалған тәкә итен ашарға ултырғанда, Ҡолсобай тағы ла һүҙ башланы.
- Ошо итте көсләп ашайым. Күңелгә ярлы кешенең малы кеүек тойола. Байҙыҡы булһа хәжәт түгел. Ищо, мәйтәм, уның байлығы барыбер кеше елкәһенән. Был турала миңә Михайло белеш әйткәйне.
- Байҙың малын һуйырға типме?
- Юҡ та. Мәйтәм, байҙыҡын. Әллә һин Ыстапан бай үҙе зшләп бай булған тиһеңме? Беҙҙең кеүек сабаталылар эшләп байыҡтырғандар инде уны. Шуға мин бай малы хәләл тимәксе булғайным. - Ул, ҡулына тотҡан итен ауыҙына ҡапмайынса, ҡапҡанын сәйнәмәй туҡтап торғас, бойоғоп һүҙен дауам итте: - Хәйретдиндең малайын юҡҡа рәнйеттең. Шуға эсем боша.
- Ул үҙе минауат. Тиҫкәреләнмәһен. Маңҡа башы менән, бур, тип, мине хурламаҡ булып маташа. Атайы өйрәткәндер, бүтән берәү ҙә түгел. Быны онотмам, ҡыуазымды аласаҡмын.
Ниғмәтулланың малайға яуызлыҡ эшләргә теләгәнен белеп, Ҡолсобай асыуланды:
- Ҡыуазды ул алырға тейеш ине, имгәткәнең өсөн. Баланан ҡыуаз ҡайтарыу егетлек түгел. Мәйтәм, һин дә атайың кеүек...
- Минең атай һиңә ни зыян иткән? - Ниғмәтулла ашауҙан туҡтаны. Төндә тымау төшкән танауын мыш-мыш тартты. Күҙҙәрен аҡайтты. - Етәр, теңкәгә теймә!
- Ниңә кәперәйҙең әле шул тиклем? Артыҡ нимә әйттем әле һиңә? Ҡыуаз ҡайтарам тип, кешенең аҡтыҡ малынан яҙҙырыу егетлекме?
- Ә үҙең кисә нимә тинең? Самородокты һалдырып алам, тигәйнең, был бурлыҡ түгелме?
- Уныһы хәләл. Хәйретдин алтынды байға биреп кинәндерәсәк. Ғәлиәхмәт байҙың байлығы анһыҙ ҙа етерлек. Машкамды һатып алырға булмаһа, алтынды көсләп бирһә лә, алмаҫ инем. Ирекһеҙлектән шулай йөрөйөм. Мин күреремде күрҙем, ашарымды ашаным. Ә һин нимә күрҙең? Ниңә үҙ ҡәҙереңде үҙең китәрәһең?
Ҡолсобайҙың һүҙе бик ныҡ тәьҫир яһаһа ла, был юлы Ниғмәтулла тыйылды. Өндәшмәне. Күңелендә ауыр төйөн мәңгегә һаҡланып ҡалды. Урлашыуҙан ҡотолоу еңел түгел шул. Ул үҙенә-үҙе күп тапҡырҙар, урлашмаҫҡа, тоғро булырға тип, һүҙ ҙә биргеләне. Барып сыҡманы. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Саҡ ҡына урлашмайынса торҙомо - эсе боша. Еңелерәк ятҡан нәмәгә уның ҡулдары үҙҙәре һуҙылалар. Бала ваҡыттан уҡ атаһының үҙҙәренә үс кешеләрҙең малдарын урлап һуйыуы эҙһеҙ юғалманы. Ул үҙе лә һиҙмәҫтән атаһының юлына баҫты. Бер ул ғынамы ни? Ниғмәтулланың ағалары ла шул холоҡ менән тәрбиәләнделәр. Данлыҡлы бур исемен алдылар. Ләкин халыҡ уларға бур тип әйтмәй. Ҡурҡалар. Кем үҙенең аҡтыҡ малынан яҙырға баҙнат итер тиң. Бур тип әйткән кешенең малын атаһы менән Ниғмәтулла үҙе лә аҙ һуйманы бит! Ул үҙен хаҡлы һанай. Ҡолсобайҙың әйткән һүҙҙәре энә менән сәнскән һымаҡ тойолһа ла сыҙаны.
Ҡолсобай уға иғтибар итмәне. Аяҡтарын салып, ипләп ултырҙы. Итте бәкеһе менән турап, оҙаҡ итеп сәйнәне. Уның күҙ төптәре күгәргән, битен һаҡал ҡаплаған, йәлпәш танауы һыҙырылған. Төпкә ултырған күҙҙәре ситкә, яңы ғына үҫеп барған ҡарағай ағасына, төбәлгәндәр. Әленән-әле алама ғына кәзәкейенең салғыйы осо менән йыртыҡ ыштаны аша күренгән тубығын ҡаплай. Август айы булһа ла, иртәле-кисле һалҡын. Тиҙҙән был һуңғы ай, матур йәй айы ла үтеп китер. Көҙҙө ҡыш алмаштырыр. Тик китек күңеле генә, Машкаһын тапмайынса, тынысланмаясаҡ. Уның менән бергә булыу өсөн ҡулынан килгән нәмәнең бөтәһен дә эшләйәсәк.
- Миңә ҡышлауҙа ла оҙаҡ ҡалырға ярамай, - тине ул, бик ауыр көрһөнөп, - күргәндән күрә алмағандар күп. Ҡасан да булһа тотоп бирәсәктәр. Табылмаған алтын табылмаҫ инде, китәм. Урыҫтар араһына сығып китәм. Бәлки, Машканың эҙенә төшәрмен. Тамағымды, урлашмаһам да, туйҙырырмын әле. "Урлап алғансы алдап ал", - ти торғайны бер ҡарт. Кәрәк булһа, һоранып булһа ла йәшәрмен. Ул баструкта йәшәгәндән артығыраҡ булыр, һин дә, ҡустым, бар ҡайт. Үҙ ҡәҙереңде үҙең китәреп йөрөмә.
Ниғмәтулла риза булманы.
Ҡояш хәтһеҙ ҡыҙҙыра башланы. Ҡолсобай юлға әҙерләнде.
Сабатаһын рәтләп, билбау менән билен ҡыҫып быуҙы. Китер алдынан Ниғмәтуллаға үҙенең кәңәшен ҡабатланы.
- Ҡустым, күңелеңә ауыр алма: шул ярлыларҙы рәнйетмә. Хәйретдиндең улына ярҙам итергә тырыш. Бәлки, алтынға бай урынды әйтер.
- Һин ҡайҙа китәһең?
- Үҙем дә белмәйем.
- Улай булһа, мә, ошоно кеҫәңә һалып ал. Файҙаһы тейер, - Ниғмәтулланың йөҙө бер аҙ асыла төштө. Ул терегөмөш ялатҡан ике киҫәк баҡырҙың береһен Ҡолсобайға һуҙҙы.
- Нимә һуң ул?
- Терегөмөш ялатҡан баҡыр. Теге кешеңә бир. Ул нимә белә, тиһең.
Әхмәдин, бер яғы терегөмөшкә буялған һары алтын кеүек ялтырап торған еҙ тимерҙе ҡулына алып, әйләндереп ҡараны ла кире бирҙе.
- Ярамай, - тине ул, бойороҡло тон менән. - Хуш!

III
Тағы ла таң атты. йылы нурҙарын һибеп, күккә ҡояш күтәрелде. Яңыраҡ ҡына приискынан әйләнеп ҡайтҡан штейгер, Хәйретдин малайы Ғәйзулланың алтынға бай урын табыуы тураһындағы хәбәрҙе ишетеп, ни эшләргә белмәне. Өҫ кейемен алыштырып, Саҡмай ауылына барырға әҙерләнде. Ләкин өлгөрмәне, старателдарҙы эйәрткән Хәйретдин үҙе күренде. Ул Ғәлиәхмәт байҙың, таяғына таянып, управляющийҙың ҡапҡаһы төбөндә тороуын күргәс, аҙымын етеҙләтте. Иҫке француз яулығына төрөлгән нәмәне башы осона күтәрҙе.
- Лоҡәтә, лоҡәтә! Хазина таптым, хазина! Хәйретдиндең һүҙен уға эйәреп килгән һары кейемдәге старателдар ҙә күтәреп алдылар:
- Хазина!
- Хазина...
Старателдәрҙың тауыштарына балагандарҙан йүгерешеп сыҡҡан бала-сағалар, яулыҡ бөркәнгән ҡатындар һәм ирҙәр, эштең ниҙә торғанын төшөнөп етмәйенсә, ҡушылып ҡыскырышалар:
- Хазина!
Тауыш күтәреп, яҡынлашҡан халыҡҡа һыр бирмәҫкә тырышып, бай яһалма асыулы тауыш менән ҡысҡырҙы:
- Нимәһенә ғауға күтәрәһегеҙ? Бер тәңкәлек алтынға йөҙ тәңкәлек тауыш! - Бай ысынлап ҡыҙа башланы: - Эш бөткәнме һеҙгә? Марш эшегеҙгә...
Яртышар сынаяҡ булһа ла "зәм-зәм һыуын" өмөт итеп килгән старателдар, байға ун аҙым самаһы ҡалғас, шып туҡтанылар. Улар, һары балсыҡҡа буялған бүректәрен сисеп, биттәрен ыуалар.
Байҙың екереүенән ҡурҡҡан бала-саға әсәләренең итәктәренә күҙҙәрен йәшерә... Иң алда, ике ҡулы менән күкрәгенә төргәк ҡыҫҡан Хәйретдин ҡарт эргәһендә, һөмһөрө ҡойолоп, башын аҫҡа эйеп, аяҡ аҫтына ҡараған ҡыҫҡа буйлы кеше, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, борғоланды. Ниңә шундай "хөрмәт!". Байҙың кәйефен боҙорлоҡ бер нимә лә эшләмәгәндәр ҙәбаһа улар! Алтын табыуҙары өсөн рәхмәт әйтәһе урынға, хужа эт кеүек ҡаршы алды.
- Ошо малыңды әпкилгәйнек, - тип Хәйретдин яулыҡҡа уралған төргәкте һуҙҙы. Бай, сиркәнеп, ҡулын артҡа йәшерҙе.
- Бай әфәндем, сепрәк үҙе бысраҡ булһа ла, эсе таҙа, ал. Алтындан ерәнмә!
- Сис! - Бай таяғы менән төрөлгән сепрәккә төбәп күрһәтте.
Хәйретдин, ашыҡмайынса, ергә теҙләнеп ултырҙы. Эштең нимәлә икәнен белмәй икеләнеп ҡатып ҡалған байға ҡарап: "Йүнһеҙ, ауыҙыңа һалған әҙер малды ла йота белмәйһең", - тигән һымаҡ, башын һелкте лә ергә һалған төргәкте систе. Бай, яулыҡ эсендәге еҙ самауырға оҡшаған металды күреү менән, сүкәйҙе. Ҡалтыранған ҡулдары менән йоҙроҡтан ҙурыраҡ металды өйөрөлттө. Тешенә тейгеҙеп ҡараны. Шунан һуң металды бысраҡ яулыҡҡа ураны ла, берәйһе тартып алмаһын тигән һымаҡ, ҡуйынына тыҡты. Ул сырайын һытҡан Хәйретдингә боролдо, һорғолт күҙҙәрен тағы ла нығыраҡ аҡайтты. Хәйретдингә ни тип әйтергә белмәйенсә, ҡуйынындағы металды ҡулдары менән ҡапшай-ҡапшай, һүҙһеҙ ҡалды.
Әле генә бойоғоп торған старателдар батырая төштөләр. Ҡыҙыҡлы кәмит күрергә тырышҡандай, улар, бер-береһен төртөп, алға ынтылдылар.
- Ҡайһылай йәтеш. Бай кеше лә алтынға үлеп барыр икән.
- Шымыраҡ, ишетер. Бай тиҙ тынысланды.
- Мин һеҙҙе үҙ балаларым кеүек яҡын күреп, орошоп әйтәм. Миңә барығыҙ ҙа тигеҙ. Мәрхәмәтле батшабыҙ ҙа һеҙҙе яҡын күрә. Бына биш бармаҡ. - Ул уң ҡулының бармаҡтарын йәйеп баш тәңгәленә күтәрҙе. - Ҡайһыһын тешләһәң дә һыҙлай, һеҙ ҙә миңә биш бармаҡ кеүек яҡын. Һеҙҙең ҡайғығыҙ - минең ҡайғы, һеҙ мине хөрмәт итегеҙ. Мин һеҙҙе лә хөрмәт итәсәкмен. Мин һаран түгел. Алтынға бай урын табылыу уңайынан барығыҙҙы ла ҡунаҡ итәм. Һә тигәнсе, бер мискә "зәм-зәм һыуы" килеп етеүен көтөгөҙ.
Байҙың һүҙен хуплаған старателдар, умарта ҡорто кеүек, шатлыҡлы гөжләй башланылар. Бай бер ҡулы менән түшендәге алтынды ҡыҫып, икенсе ҡулындағы таяғы менән ергә туҡылдатып, һимерткән ҡаҙҙай айыш-тойош атлап, ҡапҡа эсенә инеп юғалды. Күп тә үтмәне, ул инеп киткән ҡапҡанан мискә тәгәрәтеп килгән ике ялсы күренде. Старателдар бөтә булған ҡайғыларын оноттолар. Ҡапҡа алдындағы мискәне ҡаманылар. Ялсыларҙың береһе имән ижауҙы башы осона күтәрҙе.
- Ағай-эне, сиратҡа тороғоҙ! Барығыҙға ла етер. Һеҙҙе бай хөрмәте менән һыйлайым. - Ялсы Хәйретдингә боролдо: - Ә һине, ағай, бай үҙенә саҡыра.
Үҙ сираттарын көтөп, мискәгә төбәлгән старателдарҙың күҙҙәре янды. Улар ижауҙағы араҡыны бер тында эсеп бөткәс, һоро балсыҡҡа ҡатҡан сәкмәндәренең йәки киндер күлдәктәренең ең осона ауыҙҙарын һөртәләр ҙә тамшана-тамшана сиратты икенсегә ҡалдыралар.
Шау-шыу тағы ла көсәйә тештә. Бай һыйы етмәне. Ҡабаҡсыға барҙылар. Унда көтәсәк иҫәбенә һыйланыусылар һаны артты. Иҫеректәрҙең оҙон көйгә йырлауы, айырым тауыштар приискыны яңғыратты.
- Һой, ағай, ағай, байҙы әйтәм әле! Нисек кенә ҡырыҫ булмаһын, мо-оло-дец! Беләһеңме, һин, Ғәйфулла ағай, бай - егет кеше! Бер мискә араҡыһын ҡыҙғанманы.
- Ҡуйсы әле шуны, Хисмәтулла ҡустым. Ма-ма-аҡтама. Һин әле йәш, аңлап етмәйһең. Ул араҡы өсөн беҙҙең ҡанды биш мәртәбәнән дә артығыраҡ эсәсәк! Эйе, эйе! Һин маҡтама, ҡустым. Ул үрмәксең! Вәт. Минең һүҙҙе ишеткең килһә...
- Туҡта! -Хисмәтулла, уң йоҙроғон төйнәп, сайҡала-сайҡала аяғына баҫты. - Һинең бай һыйына рәхмәтең шулмы? Ә-әйт, ҡәҙерһеҙ! Хәҙер яңағыңа тондорам!
-- Хисмәтулла, ҡәйнешем, тим. Ғәйфулла юрамал, уйнатып ҡына әйтте ләбаһа! Ҡуйсы, ҡуй. Юҡҡа бәйләнмә. Әйҙә, ял ит.
- Ә-ә... Гөльямал еңгәм! һаумы!? Бөттө, бөттө. Хәҙер ҡайтам. Һин ни эшләп килеп сыҡтың? Әйҙә, ҡайтайыҡ. Ә-ә, һин, - Хисмәтулла Ғәйфуллаға боролдо: - Икенселәй дошмандар һүҙен һө-һөйләп йөрөмә. Томшоғоңдо онтармын! Әйҙә киттек, еңгә...
Хисмәтулла, аяҡтарына көскә баҫып, еңгәһе ярҙамында атланы. Ул, прииск ҡабағынан бер аҙ киткәс, ҡабаҡ эргәһендә ҡалған иптәштәренә боролоп ҡараны. Унда һаман да халыҡ гөж килә ине. Тауыштар араһынан айырылып, аҡрын, ләкин асыҡ ишетелгән боронғо башҡорт көйө йөрәкте елкендерә. Хисмәтулла көрһөнөп ҡаты тын алды. Күңеле тулды. Тоҡтомалға үкһеп иланы ла, ашыҡмайынса ғына, берҙән-бер яратҡан йырын һуҙҙы.
Урал тауҙарына менгән саҡта
Ат бәйләнем умырзаяға.
Иртә кипкән умырзая кеүек,
Үтеп тә бара ғүмерем заяға.
Гөльямал нәҙек тауышы менән ҡәйнешенә ҡушылды:
...Үтеп кенә бара ғүмерем заяға.
Ауылға яҡынлаша башлағас, Хисмәтулла шып туҡтаны. Айныған да һымаҡ булды.
- Еңгә, бик тауышланма. Ауылға етәбеҙ. Мулла ишетеп ҡалмаһын.
- Әллә ҡурҡаһыңмы?
- Ҡурҡмай ҡара. Кисә үрге остағы Йәһүҙә ағайҙың малайын туҡмаған. Урамдан ҡысҡырып килгәне өсөн. Мулла тотоп алған да: "Ниңә һин шайтан саҡырып йөрөйһөң, әллә кафыр булдыңмы?" - тип таяғы менән һуҡҡан, ти. Ҡолағын ҡанатҡансы борған, ти. Тауыш ишетһә, күҫәк күтәреп баҫтыра, ти. Мин эсһәм дә, аҡылымды эсмәйем, еңгә. Күңел астым, бай һыйын эстем. Хәҙер етте. Приискыла яраған бында ярамай. Бында мәсет, мулла... Әсәйем белһә лә, асыуланыр.
- Эй бахырҡай, нимәнән ҡурҡа! Кәпәс кейгән ир башың менән шул һүҙҙе әйтергә оялыр инең! - тип Гөльямал Хисмәтулланың биленән ике ҡулы менән ҡосаҡланы. Хисмәтулла һаҡлыҡ менән еңгәһенең ҡулдарын ысҡындырҙы. Шунан улар ауылға барып еткәнсе бер-береһенә һүҙ ҡушманылар.

IV
Хәйретдин ҡарт килеп ингәндә, Ғәлиәхмәт бай үҙ бүлмәһендә улравляющийға нимә тураһындалыр бойороҡ бирә ине. Бай, уны күргәс, управляющийға китергә ымланы ла ҡулы менән ултырғысҡа күрһәтте. Хәйретдин һарыға буялған таҙа иҙән буйлап үтергә ҡыйманы. Бысраҡ сабатаны сыпылдатып үтеүе әллә нисек тойолдо. Ҡолаҡсын бүркен ҡулына тотоп, ишек яҡтауына һөйәлде. Ул йомшаҡ күн менән ҡапланған креслолар, ултырғыстар, төрлө приборҙар торған өҫтәл һәм келәмдәр менән йыһазландырылған бүлмәне тәүге тапҡыр күрә. Һәр ваҡыт бысраҡтан башҡаны күрмәгән кешегә бәләкәй генә бүлмә ожмахҡа оҡшаған донъяны хәтерләтә. Ундай келәмдән үтеү түгел, ишек төбөндә баҫып тороуына ла үкенгән һымаҡ, Хәйретдин башын сайҡаны.
- Миңә түрбашҡа үтергә ярамай, сабатам бысраҡ.
- Үт, үт. Бысранһа, йыуырҙар әле. Ана, йомшаҡ креслоға ултыр.
- Юҡ, мин китәйем инде. Балам ауырый. Әбей ҙә көтә торғандыр. Киткәнгә хәтһеҙ ваҡыт үтте. Йомошоңдо ғына әйт тә...
- Мин һине оҙаҡ тотмам. - Бай мөмкин тиклем яғымлыраҡ булырға тырышты. - Әҙерәк ултырып ял ит. Мосолман кешегә аяғөҫтө тороп һөйләшеүе гонаһ. Сәй эсербеҙ, хәҙер самауыр килтерерҙәр. Мин дә сәй эсергә яратам. Хәйер, мосолмандарҙан кемдәр генә сәй яратмай.
Хәйретдин, урынынан ҡуҙғалырға ла ҡурҡып, күҙҙәрен өҫтәлдәге ҡағыҙҙарға текләгән көйө, байҙың һүҙҙәрен ирекһеҙҙән тыңлап тороуын дауам итте. Бай ашыҡмайынса ғына өгөт һүҙен һөйләй. Ул урамда екеренгән кеүек тупаҫ ҡысҡырмай һәм ҡалтыранмай. Әйтерһең, өҫтәл артына икенсе кешене ултыртҡандар. Тик уның кәзә һаҡалы, хәйләкәр күҙҙәре, мискә кеүек йыуан ҡорһағы ғына үҙгәрмәгән. Ул әленән-әле алтын сынйырлы сәғәтте түш кеҫәһенән алып ҡарай. Башындағы кәпәсен төҙәткеләй,
- Йә, рәхим итегеҙ. Ялындырмағыҙ, ултырығыҙ.
Хәйретдин сабатаһының үксәләренә баҫа-баҫа өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа ҡыйыуһыҙ ғына йүнәлде. Иҙәнгә түшәлгән келәмгә баҫмаҫҡа тырышып, уның бер ситен ҡайырып һалды. Ултырғыстың да ситенә генә ултырҙы.
Шул ваҡытта аҡ алъяпҡыс бәйләгән ҡатын батмус өстөндә ике рюмка, закускалар һәм ике шешә араҡы килтерҙе. Ҡатын, байға тура ҡарарға баҙнат итмәйенсә, ҡаш аҫтынан ғына күҙ һалды. Байҙың текләп ҡараған күҙе менән осрашып, ҡыҙарҙы. Яулығының осо менән ҡыҙарған йөҙөн ҡапланы. Уның күкрәгенә, нәфис һынына йотлоғоп ҡараған бай, эргәһендә ят кешенең ултырыуына иғтибар итмәйенсә, тамшана-тамшана, йоторҙай булып, күҙҙәре менән оҙатып ҡалды. Ҡатын сыҡҡас та, бай араҡыны рюмкаларға тултырҙы.
- Йә, ағай, самауырҙы көтөргә теләмәһәң, ошоно төшөрөп алайыҡ.
Байҙың яҡшы мөғәмәләлә булыуы, уның ярлылығына ҡарамайынса, үҙ кешеһендәй хөрмәтләргә әҙерләнгәнен күргәс, Хәйретдин ҡыймай ғына рюмканы күтәрҙе. Үҙе эстән генә: "Уймаҡ һымаҡ нәмәгә һалғансы, сынаяҡҡа һалып бирһә нимә булған", - тип уйланы.
Ултыра торғас, Хәйретдиндең дә теле сиселде. Бай Менән үҙ тиңдәшенә мөрәжәғәт иткән кеүек һөйләште. Хатта графинға ҡапланған биҙәкле ҡырһыҙ стаканды алып араҡыны шунан эсергә булды.
- Һин мине ғәйепкә алма. Уҡымаған кешенең шул инде. Берҙе ошоға ҡойоп бир ҙә, етте. Хөрмәтеңә ҙур рәхмәт! Мине, ярлы кешене, ошолай итеп ситкә типмәүеңә рәхмәт. Мин яңылышмайыммы? Яңылышмаһам, ярар. Ә алтын тураһында килгәндә, мин уға төкөрәм!
Араҡы эсеүҙән күңеле йомшаған Хәйретдиндең күҙ йәштәре сал ингән һаҡалы буйлап өҫтәлгә тамдылар. Ул шул ваҡытта бик ҡарт кешегә оҡшаны. Әйтерһең, араҡы урынына ҡартайта торған дарыу эскән. Бәке менән таҙа итеп ҡырылған таҡыр башын алға һалындырҙы. Тиргә һеңгән майлы, һырлы ҡара кәпәсе киндер ыштан кейгән тубыҡтарына шыуып төштө. Тишек сабатаһының йүкә абуркалары сиселеп тағатылғандар, һары балсыҡҡа мансылған киндер сылғауы һүтелгән, иҙеүе асылған. Бысраҡ киндер күлдәге лә нығыраҡ туҙғандай тойолдо. Елгә, бысраҡ һалҡын һыуға ярылып, ҡатып бөткән ҡулдары ҡалтырайҙар. Ул ямау өҫтөнә ямау һалынған күлдәгенең итәгенә ҡабаланмай ғына тызылдатып, танауын һөрттө. Тубығынан иҙәнгә шыуып төшкән кәпәсен башына кейҙе лә байға күтәрелеп ҡараны.
- Эйе, мин алтынға төкөрәм! Беҙҙең кеүек ярлы-ябағаға табылған ҙур алтын килешмәй. Күпме кешенең башына етмәне ул! Күпме әйтә килдем, тыңламаның, улым, улым. Үҙ башыңа үҙең еттең шул...
Ҡарттың ҡыланышына бай көслөк менән түҙҙе. Шартлап сығырға әҙер торған асыуын көскә йәшереп, һораны:
- Бер нәмә лә аңламайым, кемдең кем башына еткән?
Бай, ишек төбөнә барып ситек кейгән аяҡтарынан галоштарын систе лә, әллә ни хәтлем эш эшләгән кешеләй, йыш-йыш тын алып, Хәйретдин ҡаршыһына килеп ултырҙы, һалынып торған ҡорһағы бүҫелеп төшмәһен тигән һымаҡ, камзулының төймәләрен ҡаптырҙы ла, терһәктәрен тырпайтып, устары менән тубыҡтарына таянды.
- Әллә минең башҡа етергә йөрөүселәр бармы? Кемдәр улар?
Хәйретдин, ауырыуҙан торған хәлһеҙ кеше һымаҡ, башын һелкте.
- Бай, тағы бер сынаяҡ һал әле. Эх, йөрәгем яна! - Араҡыны ҡарт тын да алмайынса күтәреп эсте. Кәләпүше өҫтөнә ҡолаҡсын бүркен кейҙе лә тыңламаған аяҡтарына баҫты. - Һыйың өсөн рәхмәт.
- Ҡайҙа китәһең? Алтынды ҡайҙан тапҡаныңды әйтмәнең бит әле. - Бай кеҫәһенән аҡса сығарып һуҙҙы. Хәйретдин уның ҡулын кире этте. - Аҙ аҡса түгел. Самородоктың ташы күп сыҡҡан. Өс ҡаҙаҡ ярым ғына тартты...
- Кәрәкмәй. Мин һиңә ул алтынды һатырға әпкилмәнем. Улым һаулығынан. - Иҫке ғөрөф-ғәҙәткә ныҡ ышанған Хәйретдин аҡсаны аҙ биргән өсөн түгел, ә, аҡсаны алһа, алтын эйәһе үлем алдында ятҡан улын үлтереүҙән ҡурҡты. - Мин алтын һатманым. - Алтын эйәһе ишетһен өсөн ул һүҙен икенсе тапҡыр ҡабатланы - Алтын минеке түгел, байҙыҡы. Алтынды мин һатманым! Миңә аҡса кәрәкмәй.
Таҙа иҙәнгә келәмгә иғтибар итмәйенсә, Хәйретдин тыңламаған аяҡтарын көслөк менән һөйрәп ишеккә йүнәлде. Бай уның алдына сыҡты.
- Аҙ ғына туҡта әле.
- Тағы һиңә нимә кәрәк?
- Алтынды ҡайһы ерҙән таптың? Тәүҙә шуны әйт.
- Ниндәй алтынды?
- Миңә биргән алтынды.
- Белмәйем..Уны мин тапманым.
- Нисек "тапманың"? Үҙенән-үҙе миңә килмәгән дәһә... Һе-һе-һе. Ул тапмаған. Ул һүҙҙе балаға һөйлә. Кемде ышандырмаҡсы булаһың? Йыуырмын да байырмын, тип уйлайһыңдыр, һинеңсә булмаясаҡ!
Байҙың был һүҙҙәренән Хәйретдин үҙен айныған кеүек һиҙҙе. Алтынды байға килтереп ҙур хата эшләүенә тәүге тапҡыр үкенде. Алтындың ҡайҙан табылыуы тураһында әйтһә, бәлә артынан бәләне көт тә тор инде. Тау эйәһе үҙенекен итәсәк. "Кисә төшөмә ут булып күренгән нәмә тау эйәһе асыу тотоуын белдерткән икән. Мин уны аңламаным. Ҙур алтынды ташлау урынына, байға әпкилдем. Хәҙер булғаны булған, алтынды улым табыуы тураһында әйтмәҫкә. Белмәгәндең беләге тыныс. Әйтһәм, тау эйәһе улымды ғына түгел, зат-ырыуымды ҡоротасаҡ", - тип уйланы ул.
- Йә, һуҙма. Алтынға бай ер булһа, үҙеңде аҡсаға ҡойондорасаҡмын. Ат, һыйыр, лафка һатып алырһың...
Хәйретдин ҡарт был байҙан еңел генә ҡотола алмаясағын аңлағас, ғүмерендә тәүге тапҡыр алдашты:
- Әйтһәм әйтәйем инде. Уны мин Кәжән йылғаһы буйынан барғанда... Ҡондоҙ ятыуын беләһеңме? Ишеткәнең дә юҡмы? Юҡтыр шул. Ана, шул урындағы бер ағас төбөнән таптым.
- Шул ҡарт башың менән оялмай алдашһаң... алла башыңа һуғасаҡ. - Бай, күҙҙәрен уйнатып, хәйләкәр йылмайҙы. - Дөрөҫөн әйтәһеңме икән? Яңылышмайһыңмы? Уйлабыраҡ ҡара әле. Яңылышһаң, ҡара аны, шәп булмаясаҡ. Үҙеңә үпкәләргә тура килмәһен: мин шаярырға яратмайым. Был, миңә биргән самородогың өсөн тулыһынса иҫәпләштек тип һанаһаң...
- Нимәһен һанарға? Мин биргән аҡсаңды алманым даһаң!

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Бөртөкләп йыйыла алтын - 03
  • Parts
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 01
    Total number of words is 3670
    Total number of unique words is 1949
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    43.5 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 02
    Total number of words is 3998
    Total number of unique words is 2121
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    44.3 of words are in the 5000 most common words
    50.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 03
    Total number of words is 3825
    Total number of unique words is 2094
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 04
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2046
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    42.0 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 05
    Total number of words is 3955
    Total number of unique words is 2019
    31.8 of words are in the 2000 most common words
    44.4 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 06
    Total number of words is 3745
    Total number of unique words is 2109
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    48.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 07
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2161
    29.3 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 08
    Total number of words is 3916
    Total number of unique words is 2013
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 09
    Total number of words is 3810
    Total number of unique words is 2018
    29.2 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 10
    Total number of words is 3873
    Total number of unique words is 1641
    31.5 of words are in the 2000 most common words
    43.9 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 11
    Total number of words is 3884
    Total number of unique words is 2141
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.0 of words are in the 5000 most common words
    48.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 12
    Total number of words is 3794
    Total number of unique words is 2085
    29.8 of words are in the 2000 most common words
    42.3 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 13
    Total number of words is 3094
    Total number of unique words is 1659
    31.9 of words are in the 2000 most common words
    45.5 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.