Latin

Бөртөкләп йыйыла алтын - 05

Total number of words is 3955
Total number of unique words is 2019
31.8 of words are in the 2000 most common words
44.4 of words are in the 5000 most common words
51.4 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
Сереп йығылған йыуан ҡарағай олоно өҫтөнә киндер күлдәк һалып, Сәйҙеямал ағас туҡмаҡ менән һуҡҡылай башланы. Күлдәкте йомарлап, әле бер, әле икенсе яғына һуғып йомшартты. Улының нимә тураһында һөйләшеүен ишетергә тырышып ҡолаҡ һалһа ла, бер ни ҙә барып сыҡманы. Туҡмаҡ туҡылдауы көслөрәк булдымы әллә улы шым һөйләштеме, әсә: "һине көтә", - тигән һүҙҙән башҡа бер ни ҙә аңламаны. Әсә тәүге керен йомшартып урынынан тороуға, Зөлфиә ҡапҡанан сығып бара ине. Ҡапҡанан сыҡҡас та, ылҡаланып бөткән күлдәген елпелдәтеп, бумала кеүек сәсен туҙҙырып, ул урам буйлап йүгерҙе. Уның суҡраҡҡа ярылған яланғас аяҡтары Ҡарматау артынан яртылаш батҡан һүлпән ҡояш яҡтыһына ҡуңыслы ҡата кеүек күренделәр.
Ҡояш байығанда, офоҡ ҡуйы ҡыҙғылт төҫтәге утҡа буялды. Ҡайҙалыр алыҫта бөтә күк йөҙөн янғын солғап алған кеүек күренә. Алһыу алтын саң бөртөктәре яҡтыһы Кәжән йылғаһы ярындағы Бишитәк тауы итәгендә урман өҫтөндә йәйелде.
Хисмәтулла, ни эшләргә белмәй, урынынан торҙо ла әсәһе эргәһенә килде һәм кеҫәһенән ике тәңкә аҡса сығарып бирҙе.
Зөлфиәгә биреп ебәрмәнеңме ни? Юҡ, онотҡанмын. Барыбер уның менән әллә ҡайҙа барып та булмай инде...
- Нимә булды һуң, балаҡайым? Ниңә әсәйеңдән йәшерәһең?
- Юҡ. Бер ни ҙә булманы, әсәй, - тине Хисмәтулла, үҙен тыныс күрһәтергә тырышып. - Мин һинән бер нәмә лә йәшергәнем юҡ, әсәй. Хәҙер ҙә әйтәм. - Ул, ауырыуҙан яңы торған кеше кеүек, күҙен йомоп, тешен ҡыҫты. - Мин... мин килен әйттерергә уйлайым, әсәй. Һин бик ҡартайғанһың. Үҙең дә шулай тигәйнең бит. Тик һин, әсәй, ҡыҫылма. Үҙеңә ҡыйын булһа ла, сыҙа. Үҙеңә әҙерәк яңғыҙ тороп торорға тура килер. Мин ярҙам итермен.
Әсә улының һүҙҙәренән бер ни ҙә аңлай алманы. Уға Хисмәтулла хыялыйға әйләнә башлаған һымаҡ күренде. Әсәнең күҙҙәренә йәш эркелде. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған итһеҙ ҡулдары ҡалтырандылар. Улының яфаланыуын һиҙеп, һуштан яҙыу хәленә етте. Хисмәтулла, әсәһенең борсолоуын күреп, тауышын үҙгәртте.
- Әсәй, һин минең өсөн ҡурҡма. Мин кәләш алыу тураһында ысынлап әйтәм. Яусы итеп кемде ебәрәйек икән? Мин һинән кәңәш һорайым.
Тынысланыбыраҡ, Сәйҙеямал түмәргә ултырҙы һәм көслөк менән:
- Кемгә? Кем ҡыҙына, балам? Ҡалымын ни эшләтерһең? - тип һораны.
- Нәфисәгә, әсәй... Ҡалымын, байығас, түләрбеҙ.
- Һин, балам, ишетмәнеңме ни? Нәфисәне Хажисолтан бай һоратҡан бит. Ата-әсәһе риза булған. Күңелеңдә Нәфисә булғас, ниңә алданыраҡ уйламаның һуң? Хәҙер яусы ебәреү килешмәҫ. Ата-әсәһе лә ҡалымһыҙ риза булмаҫ.
- Хәйретдин бабайҙарҙы йәлләгәйнем шул.
Ул менән әсә оҙаҡ һүҙһеҙ ултырҙылар. Эңер төштө. Әкренләп төрлө яҡтан төн шыуышты, һауала йымылдашып, йондоҙҙар күренде.
- Әсәй, мин аҙ ғына йөрөп киләйем.
- Бар, балам, бар. Күңелең дә баҫылыр. Тик бик оҙаҡлама, йәме?
Хисмәтулла Кәжән йылғаһы буйында, яр ситендә баҫып, ҡуҙғалмай торҙо. Уның уйы ла, сылтыраған йылға тауышына ҡушылып, алыҫҡа, бик алыҫҡа аҡты... Ошо минутта уның уйҙары Нәфисә артынан күҙәтәләр. Күҙҙәре шешенеп илаған Нәфисәгә Хажисолтан бай мыйыҡ аҫтынан ауыҙын йырып яҡынлаша һымаҡ тойолдо. Нәфисә артҡа сигенә, ҡысҡырына. Уның ҡара күҙҙәре йәш менән тулған. Донъяла иң ҡәҙерле һәм яҡын ҡыҙҙың ҡара керпектәрендә ялтыраған күҙ йәштәрен нисек ҡороторға? Уға кемдеңдер: "Ярлыларҙың матур булырға хаҡтары юҡ. Һин, Хисмәтулла, аңлай алмаҫһың?" - тигән һүҙе иҫкә төштө. Кем әйткәйне һуң әле? Приискыла Себерҙән ҡасып килгән рус әйткән, ти түгелме? Эйе, ул. Уның, башҡорттарҙы тигеҙ күреп, һәр ваҡыт яҡшы кәңәш биреүе һәм: "Беҙ үҙ бәхетебеҙҙе көрәштә яулап алырға тейешбеҙ", - тигән һүҙе лә бөгөн яңыса, икенсе төрлөрәк яңғырай... Ҡыштырҙаған аяҡ тауышына Хисматулла артына боролдо.
- Нәфисә... - тине Хисмәтулла, алдына килеп баҫҡан ҡыҙға бышылдап ҡына. Тауышланып әйткән һүҙенән үҙе үк ҡаушап ҡалды. Ҡыҙ Хисмәтулланың һүҙен ишетмәне булһа кәрәк, һулҡылдап илауын дауам итте. Егет, үҙен ҡулға алып, бер ни ҙә белмәгән кеше кеүек, ҡыҙын йыуатырға тырышты.
- Ниңә илайһың? Илама, Нәфисә, илама! - Уның тамағына ниҙер тығылған һымаҡ булды.
- Һиңә Зөлфиә бер нәмә лә әйтмәнеме? - тип һораны Нәфисә, бите буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен йотоп.
- Әйткәйне...
- Ни эшләйбеҙ һуң, Хисматулла, ни эшләйбеҙ? Аҡыл өйрәт. Мине һаттылар. Илле тәңкә аҡса өсөн башымды ашанылар!
- Нафиса, шымыраҡ. Кеше ишетеүе бар.
-- Ишетһендәр! Ҡәйенсафа еңгәнең ҡыҙы кеүек мәсхәрәләһендәр. Миңә хәҙер барыбер.
Хисматулла ҡыйыуһыҙлыҡ менән генә Нәфисәне ҡосаҡланы. Башка саҡтағы кеүек Нәфисә ҡарышманы, ҡулын ситкә этәрмәне һәм ҡасып китергә лә ашыҡманы. Улар, ҡосаҡлашҡан көйө, Кәжән йылғаһын кисеп сыҡҡас, яр буйлап түбән киттеләр. Ғүмер буйы, мәңгегә шулай, бер-береңдән айырылышмай йөрө ине! Яныңда һөйгәндең йөрәге тибеүе ҡайһылай рәхәт! Бөтә ҡайғы-хәсрәт, ауырлыҡтар барыһы-барыһы ла онотола. Тын алыуы еңеләйгән һәм йөрәк ниндәйҙер ауырлыҡтан бушанған шикелле тойола.
Йәй һүрелде. Көҙ етә. Көндөҙ йылы булһа ла, төндә һалҡын. Ләкин бергә ҡушылған ике йәш йөрәк киске һалҡын төшөүен дә, яр буйында үҫкән тал сыбыҡтары араһына нисек килеп еткәндәрен дә һиҙмәй ҡалдылар. Ағастарҙан һыу еҫе сыға. Ҡайҙандыр үтәнән-үтә ел өрҙө. Нәҙек сауҡаның бер нисә япрағы өҙөлдө һәм нимәгәлер тейеп, ергә ятыуы ишетелде.
- Арыманыңмы? - Хисмәтулла, ҡиммәтле әйберҙең төшөп ярылыуынан ҡурҡҡан һымаҡ, Нәфисәне ергә ултыртты. Нәфисә ышаныс менән һөйгәненә һыйынды.
- Һине аҡтыҡ күреүемме икән ни? Ниңә тормош шулай мәрхәмәтһеҙ! - тине Нәфисә өмөтһөҙлөк менән. Уның бейек күкрәге ауыр тын алған һайын тағы ла бейегерәк булып күтәрелде. - Яҡты донъяға ниңә шулай бәхетһеҙ булып тыуғанбыҙ? - Өҙлөкһөҙ, туҡталмай аҡҡан күҙ йәше Нәфисәнең аҡ йөҙө буйлап асыҡ иҙеүенә төшөп, күлдәген еүешләне. - Был көндө күргәнеңдән күрмәгәнең артыҡ. Бәләкәй сағымда уҡ, муйынымдан быуып, бесәй балаһы кеүек соҡорға ниңә ташламағандар! Шулай яфа сигер өсөн генә тыуғанмынмы икән ни! Нәфисә үкһеп-үкһеп илай. Һыҡтай. Уның бер туҡтауһыҙ аҡҡан күҙ йәштәре күп ваҡыттарҙан бирле уйлап йөрөгән һүҙҙәрен әйтергә ирек бирмәйҙәр. Сикәләренән аҡҡан борсаҡ һымаҡ тамсылар иҙеүе һәм күлдәге буйлап тәгәрәнеләр. Нәфисә, илағанда быуыла, ҡалтырана.
- Әй хоҙайым, ниңә был язаны бирҙең. Ярҙам ит, хоҙайым. Тик һиндә генә минең ышанысым. Ҡотҡар был бәләнән. Аллам, ҡотҡар был бәләнән. Тырнаҡ керендәй ҙә гонаһым юҡлығы үҙеңә хаҡ, - тине Нәфисә.
Яратҡан ҡыҙын нисек әүрәтергә белмәгән Хисмәтулла ике һүҙҙең берендә:
- Тыныслан. Тыныслан, Нәфисә, - тине. Нәфисә туҙған сәстәрен тағы ла туҙҙырып башын сайҡай.
- Ҡалайтып тымайым мин?! Беләһең бит беҙҙе нимә көткәнен! - Нәфисәнең тауышы ҡалтыранды.
- Тыныслан. Йә, тыныслан инде. Беҙҙе берәү ҙә айыра алмаясаҡ! Беҙ бергә. Мәңге бергә буласаҡбыҙ, һине минән берәү ҙә тартып ала алмаясаҡ, һин ҡайһылай ғына булһаң да, яратасаҡмын...
- Эх, аңламайһың шул. Аңламайһың һин! Нисек аңламайһың һин Хажисолтан байҙың тырнағы аҫтынан ҡотолоуы ҡыйын икәнен. Ул, ҡайҙа барһаҡ та, табасаҡ! Мәсхәрәләйәсәк. Мин ҡурҡам. Ҡурҡам. - Нәфисә ҡапыл таный алмаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Биҙгәк тотҡан кеше һымаҡ ҡалтыранды. - Йәнем, бәғерем, бергә тормош ҡорорға насип итмәгәнме икән ни беҙгә хоҙай тәғәлә?
Хисмәтулла ни тип яуап ҡайтарырға ла белмәне. Ҡыҙарынды. Бүртенде. Ярһыған йөрәге тарһылдап типте.
- Тыныслан, һөйөклөм. Мин иртән Байғужа утарына барып, урын әҙерләп киләм. Оҙаҡламам. Ҡасайыҡ, һөйөклөм. Был йолаға ҡаршы килеү түгел бит. Бер беҙҙең генә баштан үтмәгән, "йәбешеп сыҡты" тип, тылҡар-тылҡарҙар ҙа төңөлөрҙәр. Никахты берәй ауылға барып уҡытырбыҙ.
Нәфисә күҙҙәрен һөрттө. Егеттең һүҙҙәре уға йылылыҡ биргән кеүек булды. Ҡапыл ғына ярһыуы баҫыла төштө.
- Һин тиҙ ҡайтаһыңмы?
- Байғужаға эшкә ялланам да ҡайтам. - Әҙерәк уйланып ултырғас: - Әсәйемде алдан иҫкәртеп ҡуяйыммы икән? - тип өҫтәне Хисмәтулла.
- Мин һине көтөрмөн...
Улар ҡайтырға сыҡҡанда, таң беленә башлағайны инде. Ҡуйы урман ҡараңғынан айырыла. Ғәмһеҙ генә ағып ятҡан Кәжән йылғаһы өҫтөнән беленер-беленмәҫ томан һауаға күтәрелде.

X
Фәтхиә төнө буйы рәтләп йоҡлай алманы. Серемгә киткән сағында ла ҡурҡыныслы төштәр менән буталып уянды. Башы осонда септәгә төрөнөп йоҡлаған Зөлфиәһен үрелеп һөйҙө. Үҙенең Зөлфиә кеүек сағын хәтерләне, һигеҙ баланан ул үҙе генә тороп ҡалды. Барыһы ла үлделәр. Иң аҙаҡтан әсәһе менән атаһы ауырып үлделәр. Фәтхиә уларҙы рәтләп иҫләмәй ҙә. Кеше тупһаһында типкеләнеп, эт урынында үҫте. Үҫеп еткәс, үҙе кеүек етем егеткә кейәүгә сыҡты, башы хур булманы. Хәйретдин эшлекле, һәйбәт кеше булып сыҡты. Уның балалары ла әсәһе күргән ыҙаны һүрмәнеләр. Ата-әсә ҡулында тәрбиәләнәләр. Инеп ятырға өйҙәре бар, етемлектең ни икәнен татыманылар. Ғәйзуллаһы ғына әҙерәк зәғифләнеп ҡуйҙы. Төҙәлер әле. Алтын хужаһы ла ҡайғырта. Хатта әллә ҡайҙарға больницаға ебәрергә кәрәк, ти. Һаман да шул алтын өсөн. Кешенең байығандан-байығыһы килә. Бик бай кешенең дә нәфсеһе туймай. Кейәүе бай булһа ла, улар байлыҡ артынан ҡыумаясаҡтар, һауып эсергә һыйырҙары булһа, шул еткән. Өйөндә тыныс тормош ҡына булһын. Ире һау булһа, бала-сағалары теүәл торһа, ул ҡайғырмаясаҡ.
Фәтхиәнең йоҡоһо бөтөнләй ҡасты. Урынынан торҙо. Ҡараңғы ине әле. Шулай булһа ла, Нәфисәне ҡаршы барып алырға кәрәк. Ҡыҙ бала бит. Әллә ни һөйләрҙәр. Унһыҙ ҙа ләстит һаталар. Юҡты бар итеп, Хисмәтулла менән ҡыҙын һүҙ беркетешкәндәр, имеш, тиҙәр. Кеше һүҙе кеше үлтерә. Шулай ҙа һаҡланырға кәрәк. "Аллаһы тәғәлә һаҡланғанды һаҡлармын", - тигән. Фәтхиә ятыр алдынан йыуып киптерергә элгән берҙән-бер күлдәген кейҙе. Ни эшләһен инде, алмашына булмағас. Бүтән бисәләр уныһын да күрмәйҙәр. Ул, иҫке кәзәкейен башына ябынып, урамға сыҡты. Урам уртаһында киске үрештән ҡайтҡан Хажисолтан байҙың һыйырҙары тышылдашып көйшәнә-көйшәнә яталар. Көндөҙ ен кеүек йөрөгән кәзә һәм һарыҡтар ҙа йылытҡан урындарын ташлап торорға теләмәйҙәр. Фәтхиә, малдарға барып төртөлмәҫ өсөн, уларҙы ситләтеп үтте. Бәлхизә әбейҙең өй ишеге алдына ла кәзәләр тулғайны. Улар иренеп кенә Фәтхиәгә юл бирҙеләр. Ҡараңғы өйгә ингәс, ул бер ни ҙә күрмәйенсә, һүҙ ҡушты:
- Нәфисә! Бәлхизә инәй!
Яуап ҡайтарыусы булмағас, Фәтхиә аптырап ут тоҡандырҙы. Ятһыраған йөнтәҫ бесәй ишектән сығып ҡасты. Фәтхиә сыра яҡтыртып, урындыҡтағы кәзә тиреһе өҫтөндә бөрөшөп кенә ятҡан Бәлхизә әбей эргәһенәә барҙы.
- Инәй, Нәфисә килмәнеме ни?
Бәлхизә әбей ҡуҙғалманы. Фәтхиә уның стенаға ҡараған йөҙөн яҡтыртты, һыуынған аяҡ-ҡулдарын тотоп ҡараны. Шунда ғына тешһеҙ ауыҙын сыпылдатып "һ" менән "р" хәрефтәрен әйтә алмайынса улар урынына гел генә "ҫ" һәм "л" өндәрен ҡулланып һөйләшкән "боронғо" әбейҙең мәңгегә йоҡлауын аңланы. Ҡасан үлде икән? Нәфисә күрмәнеме икән ни? Килгән булһа, ҡайтып әйтер ине. Әллә Нәфисә менән дә берәй хәл булдымы? Фәтхиә сыраһын башы осона күтәрҙе. Мәрхүмдең ҡаҡашланып бөткән берҙән-бер сеүәтәһе, тәһәрәт ала торған йәмшек ҡомғаны буп-буш, һеперелмәгән иҙәне сүп менән тулған, һыланмаған усаҡ алды емерелгән. Өйөндә, исмаһам, ҡомартҡы урынына булмаһа ла, хәйергә бирерлек әйбере лә юҡ шул. Өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡытырға ла аҡса кәрәк. Ҡайҙан хәйергә бирерлек аҡса табырға? Йыназа уҡытыу өсөн дә аҡса кәрәк. Шунһыҙ Ғилман мулла килер тиһеңме? Бәлхизә әбейҙе ерләп ҡуйыу өсөн ҡайҙан аҡса табырға? Кем биреп торор икән? Бер ҙә аҡсалы кешеләр тойолмай шул.
Фәтхиә, сыраһын яҡтыртып, сирышып, кибеп бөткән мәйеттең йөҙөнә яңынан ҡараны. Ҡапыл ғына йөрәген ҡурҡыу солғап алды. Уның күҙ алдында әбей һөйләгән дейеү-пәрейҙәр, төрлө төҫкә ингән юха йыландар күренгәндәй булды. Нәфисәһен дә шулар харап итмәһә ярар ине. Бөтә тәненә һалҡын тир сығып, ҡалтырандырҙы. Өй артында йөрөгән кәзә тояҡтарының тауыштары ен һәм дейеүҙәрҙең аяҡ тауыштары һымаҡ тойолдо. Фәтхиә, үҙен-үҙе онотоп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе.
- Ҡурҡмайым һеҙ мәлғүндәрҙән, - тип, уҡынып, төкөрөнә-төкөрөнә ишектән сығып йүгерҙе. Ул урам буйлап йүгергәндә, кемдер ергә дөпөлдәтә баҫып артынан баҫтырып йүгергән һымаҡ тойолдо. Йүгерһә - йүгерҙе, туҡтаһа - туҡталды. Ҡайһы саҡта, уны күрергә тырышып, тиҙ генә боролоп ҡараны. Ләкин урам буйында ятҡан малдарҙан башҡа бер ни ҙә күренмәне. Ул хәле бөтөп өйөнә барып ингәндә, Нәфисәһе лә яңыраҡ ҡына ҡайтып тора ине.
- Ҡыҙым, ҡайҙа йөрөнөң, ә?
Әсәһенең ҡото осоуын үҙенсә аңлаған Нәфисә, уны әүрәтергә тырышып, эргәһенә һырыҡты һәм күҙҙәренә эркелгән йәштәрен көскә тыйып:
- Әсей, асыуланма. Мин Бәлхизә инәйҙең эргәһенә барып, хәлен белә алманым. Хисмәтулла эргәһенә барҙым, - тине.
Әсәһенең яңыраҡ ҡына ендән һәм дейеүҙәрҙән ҡурҡҡан тынысһыҙлығы ярһыуға әйләнде. Ғүмерендә ҡул тейҙермәгән ҡыҙына көйәнтә алып һуҡты.
- Шалкы! Битһеҙ һин, Нәфисә! Үҙ ҡәҙереңде, исемеңде сығарып... - Фәтхиә яулығын ҡайырып битен ҡапланы һәм оҙаҡ иланы. - Ҡартлыҡ көнөбөҙҙә кешенән һүҙ ишетәһе көнөбөҙ бар икән! Әй илаһым! Ҡалайтып кеше күҙенә күренеп йөрөргә кәрәкмәк инде!
Үҙен ғәйепле һанап, тауыш-тынһыҙ ғына ултырған Нәфисә, аҡланырға теләп:
- Әсей, мин бер төрлө лә яманлыҡ эшләмәнем, кеше лә күрмәне, - тине.
- Кеше күреүҙәме ни? Ояты нимә! Үҙ башыма ғына сығарғанмын икән шул! Үҙ башыма! Һин әсәне әсә, атаны ата итһәң, шулайтмаҫ инең. Әҙерәк беҙҙе лә уйлар инең. Күкрәк һөтөм хаҡы өсөн.
- Мин һеҙҙе йәлләйем, йәлләмәһәм... Ни эшләйем һуң? Бер ҙә Хажисолтанға күңелем төшмәй шул. Мине Хисмәтуллаға бирегеҙ. Инәлеп һорайым. Беҙ ғүмер буйына һеҙгә хеҙмәтсе булып эшләргә лә ризабыҙ. Әсей, әсәкәйем тим, зинһар башҡайымды хур итмәгеҙ!
Фәтхиә аҙыраҡ ярһыуынан баҫылды.
- Үҙ балаһына кем яманлыҡ теләһен инде, балаҡайым! Һинең бәхетең өсөн тырышабыҙ. Исемең сыҡмаһын, тибеҙ. Ир бала булһаң, тағы бер хәл. Ир баланың башы ла, арты ла һаҫымай.
Ҡыҙын мәсхәрәгә ҡалдырыуҙан ҡурҡҡан әсә был күңелһеҙ ваҡиғаны сер итеп кенә ҡалдырырға булды. Иренең ҡайғыһын арттырмаҫҡа тырышып, хатта уға ла әйтмәне. Ләкин ошо минуттан башлап Фәтхиә ҡыҙын бер аҙым да үҙенән ҡалдырмаҫҡа һүҙ бирҙе.

XI
Хисмәтулла Байғужа утарынан арып-талып ҡайтты. Суҡыраҡ ҡатҡан сабаталарын сисеп элде лә иртүк әсәһен шул утарға алып барып ташларға тигән уйын әйтте. Улының ниәтен аңламаған әсә аптырап китте:
- Балам, әллә бер-бер хәл булдымы?
- Юҡ, бер ни ҙә булманы. Мин эшкә ялландым.
- Ниңә, балам, Хажисолтан байҙың изгелеген онотаһың? Ярҙамы аҙ теймәне бит. Ҡалған ҡаты-ҡото икмәктәрен йәлләмәй, һин алтын йыуып йөрөгәндә лә асыулана ине әле. Хәҙер ситкә эшкә ялланғас, ауылға аяҡ та баҫтырмаҫ. Мин һиңә оло кеше, әсә булып, балам, шуны әйтмәк булам: байға хеҙмәт ит. Үҙебеҙҙең мосолман кешеһе бит. Миңә лә ҡарт көнөмдә йәтеш булыр ине. Әллә ҡайҙа нигеҙ ташлап киткәнсе...
- Үҙебеҙҙең нигеҙме ни?
- Беҙ торғас, беҙҙеке инде.
- Беҙгә бай киләсәктә бында торорға тынғылыҡ бирмәйәсәк. - Хисмәтулла икеләнеп торҙо ла әсәһенә үҙенең серен әйтте:- Мин Нәфисәне урларға булдым. Нәфисә риза. Әсәй, миңә һинең ярҙамың кәрәк.
Сәйҙеямал, улының һүҙенә ҡаршы ни тип тә әйтергә белмәй, ҡатып ҡалды. Уның ябыҡ беләктәре ҡалтыранды.
- Һин, әсәй, ҡурҡма. Бөтәһе лә һәйбәт барып сығыр. Ҡайғырма. Миңә лә кәләш әйттерер ваҡыт еткән дәбаһа! - тине Хисмәтулла күтәренке күңел менән.
- Хажисолтан бай белеп ҡалһа, ни эшләрһең? - тип һораны әсә, үҙалдына йылмайған улына ҡарап.
- Хәҙергә белмәҫ. Беҙ киткәс, теләһә ни эшләһен. Хәйретдин бабайға Нәфисә менән икәүләп ҡалым хаҡын аҙаҡ ҡайтарырбыҙ.
- Эй балам, бер үк үҙеңде һаҡла инде. Бәләнән баш-аяҡ... Бер аҙнанан Нәфисәгә никах уҡытырға уйлайҙар, ти.
- Әле ваҡыт бар. Өлгөрөрбөҙ, әсәй. Хажисолтан байҙың тупһаһына баҫмаһаҡ та, хур булмабыҙ.
- Улай тимә, балам. Ул көфөр һүҙе. Байҙан көлөргә ярамай. "Көлкө көлә китә, артыңдан һөрә етә", ти. Байҙың һүҙе үтә. Унда көс тә, мал да бар.
Улар һүҙһеҙ ултырҙылар.
- Шуны һорайым тигәйнем әле, балам. Теге, ни, Нәфисә, ҡасан килереңде беләме?
- Белә.
- Зөлфиә килгәйне. Нәфисә бик илай, ти. Фәтхиә ҡоҙаса бер ергә лә сығармай, ти. Үҙе берәй ергә йомош менән китһә, баҙға бикләй икән ҡыҙын. Унан ҡасыуы анһат булмаҫ шул. Әллә Гөльямал киленгә әйтеп ҡарарғамы? Вәт ул булдырыр ине. Атын да биреп торор. Ялына бесән ваҡытында бесән булһа ла сабышырһың.
- Был турала уға әйтмә. Заводҡа барып ҡайтам тип, атын һорап торғанда, килешер ине. Байғужаның аты тиҙ булмай. Өс көндән генә килергә ҡушты...
Ишек алдында кемдеңдер ҡыштырҙаған тауышы ишетелде. Бер аҙҙан һуң ишекте ҡыҫып ҡына Гөльямал башын тығып ҡараны ла кире япты.
- Ана, килен үҙе лә килә. Ин, килен, ин! - Сәйҙеямал алпан-толпан баҫып, уның артынан сыҡты. - Ниңә инмәйһең, ин.
- Хисмәтулла өйҙә юҡ саҡта килеп сығырмын әле. Ул минең һеҙгә килгәнде яратмай.
- Ҡәйнешенә кеше шулай тиме?
- Ул үҙе туғанға тартмай шул, ҡәйенбикә. Ағаһы үлгәне бирле, еңгәм, нисек тораһың тип, хәл дә белеп сыҡҡаны юҡ.
- Улай орошма, килен. Ҡәйнешеңдең ваҡыты юғы үҙеңә лә мәғлүм бит.
Гөльямал оҙаҡ ялындырманы. Өйгә ингәс, егеткә күҙ ҡырыйы менән боролоп ҡараны ла эре генә түрбашҡа үтте.
Гөльямал Хисмәтулла артынан оҙаҡ күҙәтеп йөрөнө. Бөтә булған хисе, теләге "ул" ғына. Һөйгәне үҙенән йәшерәк булыуына ҡарамаҫтан, уны ярата һәм бүтәндәрҙән көнләшә. Бергә тормош көтөү тураһында хыяллана. Ни эшләһен инде, мөхәббәт йәш менән ҡартын һайлап киләме ни? Мөхәббәт тә үҙ законы менән йәшәй. Тормош ауырмы, еңелме, ул үҙ юлын үҙе таба. Әкренләп тоҡана һәм ялҡынлана. Гөльямал Хисмәтулланың йөрәге Нәфисәлә булыуын белә. Ләкин ятһа ла, торһа ла уны онота алмаясағын аңлай. Шуға яфалана. Сысҡан һағалаған бесәй кеүек, уның да табышын еңел генә ҡулынан ыскындырғыһы килмәй.
Хисмәтулланың йыйынып сығып китергә әҙерләнеүен күргәс, Гөльямал урынынан торҙо.
- Ҡайтайым инде. Ат кәрәк булһа, ҡәйенбикә, алып тороғоҙ. Улың дүрт-биш йыуан түмәремде генә ярып бирмәҫме икән тигәйнем. Бик ботаҡлы. Бисәләр ҡулынан ғына килерлек түгел.
- Ярыр, ниңә ярмаһын. Бар, балам, еңгәңә булыш.
Гөльямалдың өйө алыҫ түгел. Кәртә-ҡаралтыһы, ире үлгәндән һуң, емерелеп бөтөп бара. Ир ҡулы етешмәүе күренеп тора.
Һыйыр аҙбары түбәһендәге һайғауҙар киҫелеп яғылғандар. Күк ат торған ер өс урындан һайғау менән кәртәләнгән. Малдары ябыҡ.
- Бесәнегеҙ юҡмы ни?
- Кем әпкилһен? Урманда әҙерәк бар ине.
- Берәй аҙна сыҙап тороғоҙ инде. Әҙерәк эшем бар. Шуны бөткәс, ярҙамлашып китермен.
- Ул "эшеңде" бөткәс, бесән ҡайғыһы булырмы икән, ай-һай... - Гөльямал күҙ ҡыҫты.
- Нимә?.. Нимә?..
- Ярар, әллә еңгәң шул тиклем аңра тиһеңме. Еңгәң ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә белә ул, ҡәйнешкәйем... Әйҙә, өйгә ин, исмаһам, бер һөйләшеп ултырайыҡ.
- Мин ҡабаланам. Түмәреңде күрһәт тә...
- Түмәре булһа, мин үҙем дә шәп. Түмәре генә булһын.
- Тағы алдағанһың икән... Гөльямал күҙҙәрен уйнатып көлдө.
- Әйҙә, бер килгәс, өйҙө лә күреп сыҡ. Еңгә ҡәйнештең уртаҡ бисәһе тигәс тә, көслөк менән йәбешмәм. Ҡурҡма, ҡәйнеш... Әйҙә өйгә, инәлтмә.
- Рәхмәт, еңгә, - тине лә Хисмәтулла ҡайтырға ашыҡты. Бындай ваҡытта ат тураһында һәм Нәфисәне алып ҡасырға ярҙам һорарға ла баҙнат итмәне.
Был юлы ла ҡәйнешен үҙенә ҡарата алмауына эсе бошҡан Гөльямалдың асыуы килде.
- Теләмәһәң, көслөк юҡ. Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы буламы ни?
- Дөрөҫ әйтәһең, еңгә. Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай, һин дә миңә бәйләнмә.
Хисмәтулла үҙенең артынан күҙ йәше арҡылы ялынған тауыш ишетһә лә, уға иғтибар итмәне. Эре аҙымдар менәнХII
Хәйретдин ҡарттың өйө байрамса йыйыштырылған. Ишектән ингәс тә, уң яҡта, шаршау менән бүленгән урындыҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн, түрбаш - ирҙәр өсөн әҙерләнгән. Стена янына ҡуйылған ағас һандыҡ өҫтөнә барлы-юҡлы ҡаралдылар өйөлгән. Урҙа - сыбар ситса, киндер таҫтамал, тәҙрә яҡтауының өҫ яғы һаҡал, елән һәм алҡалар менән биҙәлгәндәр, һул яҡта, сыуал арты стенаһы буйына, эйәр, өҙәңге, ҡамыт, сүс дилбегә, йүгән эленгән. Уларҙан тир, дегет еҫтәре аңҡый. Шулай әҙерләнерлек тә шул. Хужаның өйөнә аманат атаһы һәм арбаға яҡшы аттар егеп, буласаҡ кейәүе Хажисолтан бай килеп төштө бит. Ундай, бай кейәүҙе кемдәр генә теләмәҫ ине. Хәйретдиндең кейәүе кем икәнен күрһендәр әле. Ул хәләл генә үҫтергән ҡыҙын, бөтәһенә үс итеп, байҙарға бирәсәк. Быуындан-быуынға килгән йоланы аяҡ аҫтына һалып тапамаясаҡ.
Атаһының хыялын тик Нәфисә генә уртаҡлашманы. Ул минут һайын, секунд һайып Хисмәтуллаһын зарығып көттө. Оҙаҡ илауҙан арый, тыштан бикләнгән иҫке келәттә уйланып ултыра торғас, Нәфисә нисек йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ул, үҙен Хисмәтулла менән бергә икән тип, төш күрҙе. Имеш, уның атаһы Хажисолтандың ҡылығын яратмай ҡыуып ҡайтарған да ҡыҙын Хисмәтуллаға бирергә булған. Нәфисә шат... Уйын-көлкө башланды. Эңер төшкәс кенә ҡыҙҙар, шаярыуҙан туҡталып, Нәфисәне аулаҡ урынға йәшерергә булдылар. Йола буйынса, егет кәләшен үҙе эҙләп табырға тейеш. Шул ваҡытта урамда шау-шыу ҡупты. "Кейәү егете килә!" - тип ҡысҡырышҡан малайҙар тауышын ишеткәс тә, Нәфисә кәртә артына сығып йүгерҙе. Ҡойма буйындағы бесәнгә күмелеп йәшеренгәндән һуң, алҡышланып типкән йөрәге: "Хисмәт, кил. Мин бында, бында!" - тип саҡырған кеүек тойолдо. Хисмәтулла уны һиҙмәне. Эйәрле атынан һикереп төштө лә, йүгән теҙгенен яусыға тоттороп, әле бер, әле икенсе ергә йүгерә, нимәләрҙелер вата һәм аҡтара. Кейәү егете ҡыланышын күҙәткән ҡыҙҙар һыны ҡатып көлөшә. Хисмәтуллаһын йәлләгән Нәфисә иларҙай хәлгә етте. Ниңә уны оҙаҡ ыҙалаталар икән? Ҡайҙа йәшеренгәнен әйтһәләр, нимә була инде. Күберәк бүләккә өмөтләнәләр микән әллә? Кәләшен эҙләп таба алмаған егет оятҡа ҡалыуын аңламайҙармы ни? "Хисмәтулла, мин бында! Бәғерем, кил! Мин бесән аҫтында!" - тип ҡурҡыу ҡатыш Нәфисәнең бышылдап ҡына саҡырыуын ишеткән һымаҡ, Хисмәтулла кәртә артына сыҡты, һөйгән кәләшен ҡайҙан эҙләп табырға белмәй, ауыр тын алып, яҡ-яғына ҡаранып торғандан һуң күбәне аҡтарырға тотондо. Нәфисәнең башҡаса түҙер хәле ҡалманы. Бесәнде йырып сыҡты ла ҡойма буйлап урамға йүгерҙе. Ауыл осона еткәнгә тиклем уны баҫтырып барған егет арыны. Ләкин кешеләр алдында хур ҡалыуҙан уңайһыҙланып, йүгереүен дауам итте. Кәләшен ҡыуып етеү менән күтәреп алды һәм шатлыҡлы йылмайып көлә-көлә кирегә атланы. Ҡапҡа тәңгәлендә уларҙы ҡыҙҙар, егеттәр һәм туғандары ҡаршыланы. Ике ҡатын ишектең ике яғына барып баҫтылар ҙа йыртышҡа әҙерләнгән ситсаны һуҙҙылар. Хисмәтулла, йыртышты аяғы менән ҡап уртаға йыртып, өйгә инде... Бер аҙ ваҡытҡа кейәү менән килендең икәүһен генә ҡалдырҙылар. Бүлмәнең ярты өлөшөн ҡаплаған шаршау эсендә ултырған Хисмәтулла аяғындағы итеген тарттырҙы ла кәләшен ҡосаҡларға ынтылды. Нәфисә, ҡосаҡлатмаҫҡа тырышып, ситкә шыуҙы. Үптертергә лә теләмәне. Бындай ҡыланышты борон-борондан килгән йола талап итеүен аңлаған Хисмәтулла кеҫәһенән көмөш аҡса сығарып һондо. Уны алғас, Нәфисә кейәүенә үҙе һыйынды... Туй башланыр мәл дә етте. Ҡунаҡтар килә лә килә... Никахтан аҙаҡ Хисмәтулла менән Нәфисәне тағы ла шаршау эсенә индерҙеләр. Улар өй эсендәге шау-шыуға иғтибар итмәйҙәр, бер-береһенең ҡулдарын ҡыҫып тотҡандар ҙа бәхетле йылмаялар... Ә ҡунаҡтар һаман өҙөлмәй килә. Уларҙы һыйларға аҡса етер микән?.. Тағы ниндәй аяҡ тауышы ишетелә? Әһә, Ҡыҙар урамы буйлап килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылаған егеттәр сабыша икән. Улар ҡунаҡтарҙың бүркен алып ҡастылар. Ҡунаҡтар шарҡылдап көлөшә-көлөшә егеттәр артынан төштөләр. Кемуҙарҙан сабышалар... Нәфисәнең атаһы һуйған йылҡының эсәк-бауырҙарын тотҡан бисәләр ҙә уларға ҡушылдылар. Иң алдан сабып килгән һыбайлы эйәрҙән төшкәс тә, уға эсәк еҫкәтеүен күреп, ҡалған һыбайлылар кире боролдолар... "Хас Гәүһәр еңгәмдең туйы һымаҡ был. Юҡ, юҡ, унан да һәйбәтерәк үтә ләбаһа!" - тип ҡыуана Нәфисә. Эйе, бындай туйҙы ғүмерендә күргәне булмағайны әле уның. Ана, ҡурайсы ҡайһылай уйнай ҡурайҙа. Кемдәрҙер уға ҡушылып йырлай, оҫта итеп бейей... Туй үтеп, ата-әсәһенән айырылыр ваҡыт та етте. Тыуған өйөн ғүмерлеккә ташлап китер алдынан Нәфисә үкереп илай һәм күҙ йәше аша кейәүе өйөнә оҙатылған саҡта ҡыҙҙар йырлай торған йырҙы йырлай. Был йыр тик Нәфисә өсөн генә сығарылған кеүек тойола, уның һәр һүҙе йөрәкте әрнетә, ҡайғы-хәсрәтте арттыра:
Аҡ сепрәккә төргәнең
Аҡыҡ ҡына инеме, атаҡайым?
Аҡыҡ ҡына кеүек һатып бирҙең,
Артыҡ ҡына инемме, атаҡайым?
Атаҡайымдың өйөндә
Ултырғаным бер таҡта,
Бер таҡталарын ҡыҙғанып,
Һатып ебәрҙе сит яҡҡа...
Бала саҡтан бергә уйнап, бергә үҫкән тиңдәш ҡыҙҙарының да Нәфисәнән айырылғылары килмәй. Улар хушлашыр алдынан уйнала торған мәрәкә уйынды башланылар. Арбаға тейәлгән кейем-һалымдарҙы арҡан менән сырманылар ҙа уны ауыл осондағы яңғыҙ ҡайын төбөнә алып барып һалдылар, ә өҫтөнә Нәфисәне ултырттылар. Кейәүгә ялланған бисәләр менән ҡыҙҙар араһында шул саҡ күңелле көрәш, тартҡылаш уйыны ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Кейәү яҡлылар еңде, кейемгә сырмалған арҡанды сисергә тырышалар. Сисә алмағас, уны кейәүгә һаттылар. Шуны ғына көткән дүрт ҡыҙ Нәфисәнең башы осона ҙур кешмир яулыҡ күтәрҙеләр ҙә сеңләп иларға тотондолар. Уларҙың илауына йөрәге һыҡраған Нәфисәнең дә сыҙар хәле ҡалманы. Ул да ҡыҙҙарға ҡушылып үкһеп-үкһеп иланы... Шунан Нәфисә тиңдәштәренә бүләк өләште, әбейҙәргә - еп, таҫтамал, яулыҡ, ә ҡәйнеш тейешле малайҙарға үҙе сиккән янсыҡ бирҙе. Иң аҙаҡтан әсәһе менән атаһы алдына сығып башын эйеп, Нәфисә йөк өҫтөнә ултырғас та, арбаға егеүле ат урынынан ҡуҙғалды һәм алдан һыбай барған Хисмәтулла артынан эйәрҙе...
Ташҡа тейеп шаҡор-шоҡор әйләнгән арба тәгәрмәстәре тау аҫтындағы һаҙлыҡҡа төшөп батыу менән Нәфисә йоҡоһонан уянды... Көн кискә һарҡҡайны. Күк йөҙөнән алыҫҡа һуҙылған ҡояш нуры ғына ҡалған.
Келәт ишеге асылды. Төшөндә күргәндәрҙе һаман онота алмаған Нәфисә:
- Хисмәтулла, һинме? - тип һораны.
- Юҡ. Был мин, ҡыҙыҡай.
- Эй, Хәнифә еңгәм, имеш. - Нәфисәнең бойоҡ тауышы өмөтһөҙләнде. - Еңгә, Хисмәтулланан берәй хәбәр юҡмы?
- Юҡ. - Хәнифә Нәфисәнең алдына көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән елән, сыбар күлдәк, итек, яулыҡ, алҡа, түшелдерек һалды. - Ҡыҙыҡай, кейен.
Нәфисә ҡурҡып китте.
- Ни эшләп? Кем бирҙе?
Хәнифә яуап урынына уны ҡабаландырҙы ғына:
- Йә, йәһәтерәк бул! Никах уҡырға мулла килгән.
- Мин үлһәм дә, уға бармайым!
- Улай тимә, ҡыҙыҡай. Юҡҡа ныҡышма. Үҙ ҡәҙереңде үҙең китәрмә. Ни эшләйһең бит. Беҙ теләгәнсә булмай. Әллә мин Карам ағайыңа һөйөп барғандан тора тиһеңме? Тораһың инде, башыңа төшкәс. Ун өс йәшемдән бирҙеләр...
Келәткә Нәфисәнең әсәһе Фәтхиә инде.
- Нимә мыштырҙайһығыҙ? Йә, тиҙерәк булығыҙ. Фәтхиә ҡыҙын әрләй-әрләй үҙе көслөк менән кейендерҙе.
- Әсей, ниңә шулай никах уҡытырға ҡабаланаһығыҙ? Һеҙҙе шулай бик ялҡыттыммы ни?
- Юҡты һөйләмә, йәме! Уныһы нимә тигән һүҙ тағы! - тине Фәтхиә, асыуланып.
- Никахты иртәнән һуң була тигәйнегеҙ бит һуң?
- Шулай тигәйнек тә... Кейәү түҙмәй. - Фәтхиә шунда үҙен-үҙе бүлдерҙе. - Ярар, унда һинең эшең булмаһын! Тиҙерәк кейен!
- Никах уҡытһағыҙ, уҡытмаһағыҙ ҙа, барыбер ул ҡартласығыҙ менән тормайым! Исмаһам, һин, әсәкәйем, йәллә инде. Бирмәгеҙ шул ҡарт ишәккә, зинһар... Әсей, әсәкәйем...
Тартҡылашҡан Нәфисәне, һөйрәп алып тигәндәй, өйгә индерҙеләр. Өйҙәгеләр тып-тын булып ҡалдылар.
Урындыҡ өҫтөндә ҡөрьәнен тотоп ултырған Ғилман мулла Хәйретдиндән:
- Нәфисә исемле ҡыҙыңды Вәлиәхмәт улы Хажисолтанға бисәлеккә бирәһеңме? - тип һораны.
- Бирәм, - тине ҡыҙҙың атаһы. Мулла Хажисолтанға боролдо:
- Һин Хәйретдиндең ҡыҙы Нәфисәне бисәлеккә алаһыңмы?
- Алам.
- Ә һин, Нәфисә һылыу, Хажисолтанға бисәлеккә бараһыңмы?
Нәфисә күҙ йәше ҡатыш:
- Юҡ, - тине.
Ҡурҡынған Хәйретдин эште яйларға тырышып:
- Ул риза, риза! Ата өйөнән киткеһе килмәгәнгә әйтә ул, - тине.
Ҡыҙҙың ризаһыҙлығынан башҡа, мулла никах уҡыны. Кейәү менән ҡыҙға ижәп һыуын һипте...
Никах уҡылғас та, ҡалымға алған танаһын һуйҙы ла Хәйретдин күрше-ырыуын туйға саҡырҙы.
Саҡырылған ҡунаҡтар ҙа көттөрә-көттөрә генә булһа ла килә башланылар. Уларҙы асыҡ сырайлы Хәйретдин менән Фәтхиә ҡапҡа төбөндә үк ҡаршы алалар. Ҡуш ҡуллап күрешәләр.
Ирҙәр сисенеп, түрбашҡа үтте. Ҡатындар ишек төбөндә ҡалдылар. Аяҡтарын тарттырып, урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡты өйөрөлтөп ултырыштылар.
Хәйретдин ирҙәр янында сыуалды. Уларҙың аяғын тартты. Урындыҡҡа түшәлгән кейеҙгә менеп ултырырға тәҡдим яһаны. Ҡунаҡтар араһынан иң йәш егет кенә аяғын тарттырманы. Ҡыҙҙар һымаҡ оялып, урындыҡ ситенән ултырҙы.

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Бөртөкләп йыйыла алтын - 06
  • Parts
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 01
    Total number of words is 3670
    Total number of unique words is 1949
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    43.5 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 02
    Total number of words is 3998
    Total number of unique words is 2121
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    44.3 of words are in the 5000 most common words
    50.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 03
    Total number of words is 3825
    Total number of unique words is 2094
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 04
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2046
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    42.0 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 05
    Total number of words is 3955
    Total number of unique words is 2019
    31.8 of words are in the 2000 most common words
    44.4 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 06
    Total number of words is 3745
    Total number of unique words is 2109
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    48.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 07
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2161
    29.3 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 08
    Total number of words is 3916
    Total number of unique words is 2013
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 09
    Total number of words is 3810
    Total number of unique words is 2018
    29.2 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 10
    Total number of words is 3873
    Total number of unique words is 1641
    31.5 of words are in the 2000 most common words
    43.9 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 11
    Total number of words is 3884
    Total number of unique words is 2141
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.0 of words are in the 5000 most common words
    48.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 12
    Total number of words is 3794
    Total number of unique words is 2085
    29.8 of words are in the 2000 most common words
    42.3 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 13
    Total number of words is 3094
    Total number of unique words is 1659
    31.9 of words are in the 2000 most common words
    45.5 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.