Latin

Бөртөкләп йыйыла алтын - 12

Total number of words is 3794
Total number of unique words is 2085
29.8 of words are in the 2000 most common words
42.3 of words are in the 5000 most common words
49.0 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
- Кем белмәй? Минме? Э-э-э... минең белмәгән нәмә юҡ ул, ҡоҙа. Был яңылыҡтарҙы ла һеҙ минән ишеттегеҙ. Управляющийҙың ҡайтыуын белә инегеҙме? Белмәй инегеҙ. Крептарға икеләтә аҡса түләүен белә инегеҙме? Белмәй инегеҙ, - тине тиҙ генә хәтере ҡалырға өлгөргән Мөхәмәтҡазы.
Ләкин уның асыуы оҙаҡҡа барманы. Тәбиғәттән алсаҡ, һөйләшмәй түҙә алмаған был кеше, Хисмәтулла менән Мотаһарҙы аулағыраҡ ергә саҡырып, яңылыҡтарҙы һөйләне. Иптәштәре уға ниңәлер "һүҙ бутҡаһы" тигән ҡушамат исем бирергә лә өлгөргәндәр. Ысынлап та, уның белмәгән, ишетмәгән нәмәһе юҡ. Ишеткән-күргәнен бөтә кешегә әйтеп сыҡмайынса, тынысланмай.
- Эй, малайҙар, беләһегеҙме, яңы килгән управляющий Гәрәй Наҡышев бик шәп кеше, - тип башланы ул. - Кисә генә Ырымбурҙан ҡайтҡан. Көлөп һөйләшә. Мин бәләкәй санаға тейәгән крептарымды һөйрәтеп барғанда тап булды. Мине туҡтатып, үҙе күреште, һис тә алдашмайым, ысын ғына. Ҡулы йомшаҡ ҡына. Былҡылдап тора. Исемемде һорашты. Яурынымдан һөйҙө. Вәт, ниндәй шәп кеше ул! Ҡырҡҡан крептарығыҙҙы вис һатып алам, ти. Хаҡын йәлләмәм, иптәштәреңә әйт, ти. Бәләкәй сана һөйрәп ыҙаланмағыҙ, ти. Үҙем ташытырмын, ти. Беҙҙең нимә эшләүебеҙҙе һорашты. Берегеҙ ҙә эшһеҙ булмаҫ, килегеҙ, ти.
- Беҙҙең кеүек малай-шалайҙарҙы ла эшкә алырмы икән?
- Ниңә алмаһын. Алыр. Ул һәйбәт кеше. Һәйбәт булмаһа, шул тиклем түрә башы менән минең кеүеккә ҡулын бирерме?
- Беҙҙең әҙерләгән ағастарҙы ла алырмы икән?
- Ни саҡлы ағасығыҙ бар?
- Аруҡ.
- Алыр. Мин үҙем әйтермен.
- Күпме түләүен һорашманыңмы?
- Юҡ. Нисек һорашаң. Оло түрә бит. Әрәмәйҙең яҡын кешеһе, ти.
- Беҙҙең Хажисолтан бай шикеллелер инде, - тине Мотаһар.
- Ә-әй, Хажисолтан уның алдында нимә генә ул! Фу! Сүп. Әрәмәйҙең мең, мең аты, мең, мең һыйыры бар. Бына ул ҡайһылай бай!
- Күрҙегеҙме? - тип һораны ярым мыҫҡыллы тауыш менән Сәйфетдин, үргән сабатаһынан күҙҙәрен алмайынса.
- Күрмәһә ни.
- Күрмәгәс, шапырынма. Ырымбурҙа тороп, шул тиклем алтынлы ерҙәргә хужа булып, мал аҫырай тиһеңме? Төкөрә ул!
- Атһыҙ, һыйырһыҙ ҙа бай буламы ни? - Мөхәмәтҡазы бирешергә теләмәне.
- Була шул, - Сәйфетдин, ябалаҡтыҡы кеүек ҙур күҙҙәрен тултырып ҡараны ла, сабатаһын ситкә ҡуйҙы.- Бөгөнгә етер! Ятайыҡ.
- Иртә бит әле.
- Бер ҙә иртә түгел, иртә торорға кәрәк. - Сәйфетдин, сәкмәнен өҫтөнә ябынып, урындыҡҡа һуҙылды. - Ҡоҙа, май шәмен һүндереп ят.
Башҡалар ҙа урындарына таралышты. Бер-бер артлы туң майҙы иретеп яһалған шәмдәр һүндерелгәс тә, яңы хәбәр ишеткән старателдар оҙаҡ тыныслана алманылар. Дөм-ҡараңғы барактың әле бер, әле икенсе урынында тәьҫирләнгән тауыштар ишетелде.
Хисмәтулла, ятыу менән йоҡоға китһә лә, тиҙ уянды. Тәртипһеҙ рәүештә килгән күңелһеҙ уйҙарҙан ҡотолоу өсөн йоҡларға тырышты. Йоҡо килмәне. Башҡа старателдар ҙә йоҡлай алмай борғолана. Уларҙың үҙ-ара бышылдашып һөйләшкән тауыштары маҙаға тейә, үҙәктең әллә ҡайһы еренә үтеп еткән кеүек була. Ауыр тормошҡа зарланыусы, бер һыныҡ икмәк табырға хыялланған, билдәһеҙ киләсәктән ҡурҡҡан был кешеләр, ниндәй генә яңылыҡ булмаһын, шикләнеп ҡарай. Сөнки хужалар алышынған һайын, тормош еңеләймәй, ауырая. Уларҙы халыҡтың көнкүреше ҡыҙыҡһындырмай. Күберәк алтын ғына булһын. Төрлө яҡтан килеп Кәжән приискыһына бәхет эҙләүсе олораҡ быуын кешеләренең һөйләүенсә, ҡайҙа ғына булмаһын, старателдарҙың тормошо еңелдән күренмәй. Ундағы приискылар ҙә ҡулдан-ҡулға күскән. Башта американецтар, француздар, инглиздәр, немецтар, унан аҙағыраҡ берләштергән компанияларҙан шул уҡ Рәмиев ҡулына күскән тигәндәр ине. Был фамилия күптәрҙе борсой. Рәмиев тигән фамилияны әйтмәгән кешене һуңғы ваҡытта осратыуы мөмкин түгел. Бөтә тормош, эш, хыял уның исеменә бәйләнде. Кем генә булмаһын яңы хужаға эшселәр көсө кәрәк буласағы тураһында һөйләй. Ҡыш көнө был тиклем эшһеҙ халыҡты ҡайҙа ҡуйып бөтөргә уйлай икән? Йәй булһа, икенсе хәл. Унда һәр старатель үҙенә эш таба. Ҡышын ундай мөмкинлектәр юҡ.
Таңға тиклем йоҡлай алмаған Хисмәтулла эргәһендәге иптәшен уятты.
- Мотаһар, тор.
- Әҙ генә ятайым әле.
- Юҡ, юҡ, тор! Сәйфетдин ағайҙар байуҡ приискыға китте. Делянкаға барып йәһәтерәк эште бөтөрәйек тә, беҙ ҙә контораға китербеҙ. Бер ыңғай әҙерләгән крептарҙың хаҡына килешербеҙ. Үҙҙәре ташып алырҙар әле. Бәләкәй санаға һалып ташыу ҡыйынға төшәсәк.
Мотаһар йоҡо аралаш, торам тип, урындыҡҡа башын төкөнө, ҡуйынына ҡулын тығып, тырнана-тырнана кире ятты.
- Әллә ниндәй алама төштәр күрҙем, һөйләмәйем. Йә яманға юрарһың!
- Бик баҫлыҡтың шул. Бөйөрөңә төрттө иһәң, әҙерәк тораң да тағы ҡысҡыра башлайһың, әллә кемде саҡыраң?
- Берәй ҡыҙ исемен әйтмәнемме? - Мотаһар көлдө.
- Уныһын ишетмәнем былай. "Икмәк, икмәк", тип һөйләндең.
- Төштә лә икмәк! - Мотаһар көрһөндө. - Һин йоҡламаныңмы ни?
- Юҡ. Әллә ниңә йоҡо ҡасты ла ҡуйҙы.
Улар, өңөнән сыҡҡан бүре балалары һымаҡ, урындыҡ аҫтынан үрмәләнеләр.
Старателдар, балта һәм бысҡыларын елкәләренә ҡуйып, һөйләшә-һөйләшә, эшкә киттеләр. Улар, бөгөн эштәрен теүәлләп, барыһы ла приискыға барып эшкә ялланырға тейештәр. Управляющий үҙе саҡыртҡан, шуға ашығалар. Тышта һыуыҡ. Йоҡа киндер ыштан арҡылы анһат ҡына үткән ел эстә иркенләп йөрөй. Бәкәлде өшөтә. Тымауҙан йонсоған старателдар бейәләйҙәре менән танауҙарын ҡаплай. Аяҡ аҫтындағы ҡар шығырҙай. Көн аяҙ. Күктә ай йылмая. Уның яҡтыһына төшкән ағас шәүләләре йымылдашып ятҡан аҡ ҡар өҫтөнә йәйелгән. Оло юлдан үткән сана табаны шығырҙаны. Аттарҙың, бышҡырыуҙары ҡолаҡҡа сағылды, һыуыҡ тынды ҡура. Яҡтыра башлауға, делянкаларға етеп, һәр кем үҙ юлы менән эшләгән урынына таралышты. Иртәнге тынлыҡты боҙоп шаҡылдаған балта, сыйылдап йырлаған бысҡы һәм гөрһөлдәп йығылған ағас тауыштары ишетелде.

XXVI
Юрғашты йылғаһының үрьяғында табылған алтынды йыуып тапшырған кешегә яңы управляющий аҡсаны икеләтә түләй икән, тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды. Елкәләренә тоҡ, баҡырса, һапһыҙ көрәк, кәйлә аҫҡан, бәләкәй сана һөйрәгән, өҫтәре бысраҡ, һаҡал менән ҡапланған кешеләр шул ергә ҡарай ағылдылар. Яңы урындағы шахталарҙы күргәс тә, килеүселәрҙең ҡулдары ҡалтырана. Унда, тәрән шахта эсендә, уларҙы ҙур бәхет көткән һымаҡ тойола.
Килеүселәр ҡайҙа етте шунда урынлашты. Ҡайһылары ярҙы өңөп эшләнгән иҫке землянкаларҙы төҙәтеп, шунда туҡталдылар. Унда урын тапмағандары - күмәкләшеп сыйырсыҡ ояһындай ғына землянкалар төҙөнө. Килеүселәр һаны кәмемәне. Иләүе туҙҙырылған ҡырмыҫҡа һымаҡ, халыҡ ниҙер ташый, йүгерешә. Уларҙың күбеһе контора тирәһендә сыуала.
Приискыла халыҡ күбәйгән һайын, эш табыуы ауырайҙы. Управляющий алтынлы ерҙе таратып бирә икән тигән хәбәргә алданып, килеүселәрҙең күбеһе, аслыҡҡа сыҙай алмайынса, кире китте.
Тимер юлынан өс йөҙ саҡрым алыҫлыҡтағы приискыла, ҡара урман һәм ҡая ташлы ҡырағай тауҙар арҡыры, ашамлыҡ әйберҙәрен алып килеүе ҡыйынлашты. Яңы управляющий икмәкте договор төҙөшөп эшкә ялланған старателдарға ғына бирергә ҡушты. Уларҙың да төрлөһөнә төрлөсә. Өҫтә эшләүселәр шахтерҙарға ҡарағанда икмәкте икеләтә кәмерәк алды, ә эшһеҙ йөрөүселәр бөтөнләй ас ултырҙы. Йәшәүе көндән-көнгә ауырайҙы.
Управляющий бөтә ерҙә үҙ законын индерҙе. Элекке тәртипте боҙҙо. Күңеленә оҡшамаған хеҙмәткәрҙәрҙе алыштырҙы. Уларҙың урынына үҙенә эйәреп килгән кешеләрҙе билдәләне. Эшсе көсөнөң күп булыуынан файҙаланып, управляющий бөтә нәмәне үҙе теләгәнсә башҡарҙы. Эш хаҡын кәметте. Эш көнөн ун алтышар сәғәткә тиклем еткерҙе. Уның ҡылығына риза булмаған старателдар, үҙ-ара һөйләнһәләр ҙә, асыҡ әйтергә баҙнат итмәнеләр. Эшһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡтылар. Сөнки эшләгән бер кеше урынына ун-ун биш кеше, ниндәй генә хаҡҡа булһа ла, эшләргә әҙер торҙо.
Үҙ мосолманыбыҙ килгән тип ҡыуаныусылар ҙа төрлөсә баш ватты. Бик йыш ҡына элекке управляющийҙы иҫкә төшөрҙөләр:
- Шәп егет булған икән Иванов. Мосолманыңдан артыҡ булған. Ул барҙа, исмаһам, ас ултырманыҡ. Ашатты инде ул, бахыр.
- Үлгән бейә һөтлө була инде ул. Береһен яманлап, береһен маҡтауы гонаһ. Барыһы ла беҙҙең ҡанды эсеүсе улар.
- Үҙебеҙҙең мосолман кешеһе шулай ҡаты, һаран булыр тип кем уйлаған.
- Әйтмә инде.
- Бәлки, зауыт яғында улай уҡ түгелдер, - тине аҙналар буйы контора эргәһендә эш көтөп интеккән бөкөрө кеше.
- Шулай булмаһынсы! Ҡайҙа беҙ юҡ, шунда ғына һәйбәт. Күрҙем инде! Унда ла шул уҡ. Ундағылар - бында, бындағылар тегендә шәп, тиҙәр, - тине һаҡалын саң баҫҡан эшсе.
Алғы рәттә, контора эргәһендәрәк, халыҡ елле көндәге тулҡынланған күл һымаҡ, хәрәкәткә килде. Эшкә ялланырға тип үҙ сиратын көтөп торған кешеләр бер ни ҙә аңламаны.
- Нимә булды?
- Әллә контурға индерәләрме?
- Индерәләр атаң башын! Күрмәйһеңме?
- Ишек алдындағы кешеләрҙе ҡыуалар.
Халыҡ аҙыраҡ артҡа сиккәс, ҡама бүрек, төлкө тун кейгән урта буйлы һимеҙ кеше соланда күренде. Ул күҙ күтәреп тә ҡараманы. Ҡапҡа эргәһендәге пар ат егелгән санаға барып ултырҙы. Сана башында ултырған күсер дилбегәһен тартты, һоло ашап һимергән аттар, ҡарлы буран сығарып, ел һымаҡ, алға ынтылдылар.
- Кем булды икән?
- Управляющий.
- Управляющий? Наҡышевмы?!
- Бөгөн дә эш эләктереп булмаҫ микән ни?
- Ҡайҙан булһын, киткәс.
- Ауыҙыңды эт талағыр. Исмаһам, штейгеры лә юҡ бит.
Эшһеҙ халыҡ өмөтһөҙләнеп таралышты. Барырға урыны булмаған Хисмәтулла менән Мотаһар ғына контора эргәһендә ҡалды. Улар, управляющий булмаһа, исмаһам, танышыраҡ кешене осратырға тура килмәҫме тип көтөп ултырғанда, аҫтан, мәке яғынан, уйнаҡлашып килгән аттар күренде. Улар, артҡы аяҡтарын һикертеп, ҡарҙарҙы борхолдатып тибә-тибә, асыҡ ҡапҡа эсенә инеп юғалдылар. Ҡапҡа тышында өйөрҙән айырылып ҡалған һоро йөк аты ғына ҡабаланманы. Туҡталды. Ергә ятып аунап туйғас, аяҡтарына баҫты. Муйынын һоноп һелкенде, йөнөнә йәбешеп ҡалған сүп ҡатыш ҡарҙар ергә ҡойолдо. Арттан яҡынлашып килгән һыбайлының сыбыртҡы шартлатҡан тауышына һиҫкәнеп китте һәм, ҡойроҡ аҫтынан тиҙәкте сәстереп, ҡапҡа эсенә сапты. Ҡапҡа башында ҡуҡырайышып ултырған турғайҙар ат тиҙәгенә ябырылдылар. Улар оҙаҡ соҡсона алманылар. Контора эргәһенә етеп килгән һыбайлынан ҡурҡып, пыр туҙышып, ҡапҡа башына ҡундылар, һыбайлы атынан һикереп төштө һәм көлөмһөрәп:
- Эй, һинең исемең Хисмәтулла бит, - тине. Хисмәтулла, уны танып, урынынан торҙо.
- Эйе, мин, Зиннәтулла ағай.
Зиннәтулла, атының башына теҙгенен урап ҡуйҙы ла, аяҡтарын арҡыс-торҡос баҫып, егеттәргә ҡаршы атланы.
- Нимәштәйһегеҙ мынта? Һаман эштәмәйһеңме?
- Юҡ шул, Зиннәтулла ағай.
- Теге һинең пелән төнәүгөн килгәйне пит әле, Сәйфеттин тигән кеше, ул эштәй.
- Ҡайҙа?
- Шахтыла. Эшкә интерергә мин пулыштым, - тине Зиннәтулла.
- Ағай, беҙгә лә ярҙам итсәле, - тип уға ялына башланылар егеттәр, - барыр урыныбыҙ юҡ. Изгелегеңде үлгәнсе онотмаҫ инек. Ярҙамлаш инде.
- Перегеҙгә пула. Икегеҙгә пулмай.
- Икебеҙгә лә ярҙам ит инде. Бынау һыуыҡта ҡайҙа барайыҡ.
Зиннәтулла уларҙы эйәртеп ат һарайҙарына төкөтөп эшләнгән землянкаға индерҙе. Землянка эсе дегет еҫе менән тулған. Мейестең өҫ яғында урҙаға киптерергә ҡуйылған тәртә, сана ҡарамалары йәйелгән. Стеналарҙағы ҙур сөйҙәргә ҡамыт, ыңғырсаҡ, йүгән, дилбегә, ышлыя һәм башҡа әйберҙәр эленгән. Бөгөлгән саған сана табаны, тимер ҡоршау, ағас юнышҡылары арҡыс-торҡос иҙәндә ята.
Туғарылған аттарына һоло һалып ингәндән һуң, Зиннәтулла тимер мейескә ут яғып, сәйгүндә ҡайнатҡан сәйҙе тимер кружкаға, сеүәтәгә яһаны һәм бер һыныҡ ҡул икмәген өскә һындырҙы.
- Ултырығыҙ, асыҡҡанһығыҙҙыр.
Аҙналар буйы йылы һыу ҙа күрмәгән егеттәр мәтрүшкә һалып ҡайнатҡан сәйҙе эстеләр. Бындай саҡтарҙа йылы итеп мейескә яғылған землянкала ултырып сәй әсеүе лә үҙе бер ғүмер ине. Сәй эсеп туйғас, йоҡо баҫты.
Ҡайһы аралалыр һиҙҙермәй тышта йөрөп килгән Зиннәтулла ҡаты йоҡоға киткән егеттәрҙе уятты:
- Малайҙар, малайҙар, тороғоҙ! Хәҙер йәш пай килә. Йоҡтамағыҙ. һуҡраныр.
- Кем ул "йәш бай"? - тип һораны Хисмәтулла.
- Управляющий малайы. Исеме Тәүләтхан. Фамилияһы Накышуф.
- Ул бында ниңә килә?
- Һеҙҙе күрергә.
- Беҙҙе-е-е? - Егеттәр ғәжәпләнделәр.
- Эйе - Зиннәтулла тауышын түбәнәйтте. - Төнәүгөн, теге нейҙе, Сәйфеттин тигән кешене, эшкә уның арҡыры интерҙем. Атаһының тапҡан малын сүптәй ҙә күрмәй. Аҡсаны туҙҙыра.
- Алйоттор ул, - тине Мотаһар.
- Ауһарыраҡ малай, - тип ризалашты Зиннәтулла. - Пик иркә. Атаһынан да ҡурҡмай. Көйөнә килмәгән кешене туҡмай. Көсө етмәһә аҡса пиреп туҡмата.
- Нисек һине туҡмамай?
- Мин уға саған шына ҡаға пеләм. Аның ыңҡайына һыпырам. Маҡтағанты ярата.
- Беҙҙе эшкә алырға ярҙамлашырмы?
- Ярҙамлаша. Мин әйтһәм эштәй ул. Тик һеҙ үҙегеҙ инте поҙоп ҡуймағыҙ. Ҡыйын пулһа ла нимә эштәргә ҡушһа, шуны әштәгеҙ, - тине Зиннәтулла.
Шул уҡ кисте яңы управляющийҙың улы Дәүләтхан, приискы штейгеры Сабитовты осратып, атаһы исеменән егеттәрҙең икеһен дә эшкә алырға бойороҡ бирҙе.

XXVII
Эшкә сьғасаҡ көндөң иртәгеһен көтөп, Хисмәтулла ул төндө рәтләп йоҡлай алманы. Төнгө тынлыҡты боҙоп әтәс ҡысҡырған һайын, урынынан һикереп торҙо. Таң яҡынлашыуын белеү теләге менән күктә йөҙгән айға ҡараны. Ваҡыттың төн уртаһымы, таңмы икәнен аңлай алманы. Унан-бынан ғына кейенде лә, эшкә һуңға ҡалыуҙан ҡурҡып, юлға сыҡты. Ул, эш урынына еткәс кенә, бик иртә килеүен һиҙҙе. Халыҡ оҙаҡ йыйылманы. Хәрәкәтһеҙ тороуҙан Хисматулла өшөнө. Февраль айы башланыуға ҡарамаҫтан, көн йылынманы. Киреһенсә, ҡыш үтеп барыуына ҡайғырып, үсен алып ҡалырға тырышҡан һымаҡ, февраль айы ғинуарға ҡарағанда ла донъяны ҡаты һыуыҡҡа солғаны. Ҡарһыҙ ерҙәр ярылды. Йылға буйына боҫҡан әрәмәлектәр һыуыҡҡа сыҙамайынса шарт-шорт килделәр. Ергә һынып төшкән ағас ботаҡтарының тауышы тынлыҡта бик алыҫҡа ишетелә.
Таң яҡынлашыуынан ҡурҡҡан һымаҡ, китек ай тау артына батып юғалды. Баштарына "аҡ бүрек" кейеп томрайып ултырған яп-яланғас ағастар ҡараңғылыҡҡа сумды. Эс бошорғос тәбиғәт таный алмаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Ә көн тағы ла нығыраҡ һыуытты булһа кәрәк. Хисмәтулла йылыныу теләге менән һикеренде. Уның да ярҙамы теймәне. Тәне ҡалтыранды. Тештәре тештәренә теймәне. Теплякты уратып йүгереп йөрөгәндә, ишекте асып эскә ингән кешене күрмәй ҙә ҡалған.
- Эй, егет, унда кемде баҫтыраһың? Әйҙә, ин, - тигән һүҙҙе ишеткәс кенә, Хисмәтулла аңына ингән һымаҡ булды һәм, ҡыйыҡһыҙ тепляктан төпһөҙ күккә ағылған аҡһыл төтөндө күреп ғәжәпләнде.
Хисмәтулла артынан бер-бер артлы теплякка ингән таныш булмаған ҡатын-ҡыҙҙар, уға иғтибар итмәйенсә, ҡыҙыу итеп яғылған тимер мейесте уратып алдылар. Уларҙан һуңғараҡ ҡалып килеүселәр ҙә устарын ыуа-ыуа тимер мейескә һырынды.
- Ай-һай һыуыҡ! Февраль өтә.
- Эй-е-е.
- Боронғолар белмәй әйтмәгәндәрҙер: февраль ғинуар менән ярыша тип. Февраль ғинуарға асыуланған сағында: "Эх, һин, йүнһеҙ! Һинең кеүек ҡыш уртаһындағы ай булһам, һыйырҙың мөгөҙөн һындырыр инем", - тип сәмләшә, ти.
- Булыр, булыр. Бигерәк һыуыҡ!
- Һыуыҡта бер көн үткәреүе лә оҙаҡ күренә бит әле ул.
- Шулай шу...
Эшкә килеүсе халыҡ күбәйгән һайын, тауыш артты. Улар, мейестең йылыһын ситкә үткәрмәйенсә, бер урынға уҡмаштылар. Таныш булмаған халыҡ араһына барыуҙан уңайһыҙланған Хисмәтулла ғына һыуыҡҡа сәңкегән ҡулдарын иҙеү аша тығып яланғас тәнендә йылытты. Эш башланғансы, яңғыҙы бер яҡ ситтә ултырҙы. Ул рус ҡатын-ҡыҙҙарының һөйләгән һүҙҙәренең күбеһен аңламаны. Яйлап, ҡабаланмай әйтелгән айырым һүҙҙәрҙең генә айышына төшөндө. Мейес алдында һүҙгә ҡыҫылмайынса ултырған ҡатын тәмәке тартҡан берҙән-бер ир кешенән:
- Михаил, ишетмәнеңме, күл эргәһендәге Фишер шахтаһын яңынан асалар имеш, тигән хәбәр ишеткәйнем. Шул ысынмы икән? - тип һораны.
- Ысын, ысын, - бер туҡтауһыҙ лығырҙаған икенсе ҡатын уның һүҙен элеп алды, - ҡыҙҙар, мин кисә үҙ күҙем менән күрҙем...
- Туҡта әле.
- Беҙ Михаилдан һорайбыҙ, - тип иптәштәре ул ҡатындың һүҙен бүлдерҙе.
Маширтты эшкә әҙерләп йөрөгән ир кеше ҡатын-ҡыҙҙар эргәһенә килде. Күптән һүнгән трубкаһын ауыҙынан алып көлөн ҡаҡты һәм яуап урынына ул үҙе һораны:
- Һеңлекәш, һин нимә күрҙең, тәүҙә әйтеп бөтөр инде.
- Машина, ҙур машина күрҙем. Күп аттар еккәндәр. Ә халыҡ... Уф, күрһәгеҙ ине! Шул тиклем күп!
- Туҡта, һеңлекәш, беҙ бер ни ҙә аңламайбыҙ. Әкренерәк, абайлап, аңлашылырлыҡ һөйлә әле.
- Бында нимәһен аңламаҫҡа? Барыһы ла аңлашыла. Халыҡ күп йыйылған. Ә аттары! Әй хоҙайым! Күрһәгеҙ ине...
Ул ҡатын тағы ла, пулеметтан атҡан һымаҡ, бер-бер артлы һүҙҙәр яуҙырҙы. Иптәштәре, уны ҡат-ҡат бүлдереп һорашҡандан һуң ғына, һүҙҙең айышына төшөндөләр.
Ҡул насосы менән генә забойҙағы һыуҙы өҫкә сығарып бөтөрә алмай, бынан күп йылдар элек эш туҡтатырға мәжбүр булған ауырыу немец шахтаһын администрация яңынан асырға уйлаған. Шул теләк менән иҫке, ташланған пар машинаһын әллә ҡайҙан алып килгәндәр. Элек бер ни ҙә күрмәгән Саҡмай халҡы ҡурҡып: "Шайтан килә!" "Ахыр замандың етеүе ошо!" - тип муллаға йүгергәндәр. Мулла, өшкөрөп-төкөрөнөп, ул тимер нәмәнең шайтан арбаһы булыуын дөрөҫләгәс, ауыл халҡы бөтөнләй ҡурҡынған. Ауыл уртаһынан тарттырып киткән пар машинаһы артынан ни етте шуны ырғытып, өйҙәренә таралышҡандар.
- Ул пар машинаһы нимәгә кәрәк икән?
- Михаил белә торғандыр инде уны.
- Михаил, ул нимәгә кәрәк?
- Улмы? - Михаил трубкаһына тәмәке тултырып тоҡандырҙы. Алыҫтан ныҡлап күрмәгән күҙҙәрен сылт-сылт йомоп күҙлеген кейҙе. - Пар машинаһын локомобиль тип тә йөрөтәләр. Ул энергия, ток эшләп сығара. Ток моторҙы әйләндерә...
Тепляктың тышҡы яҡ стенаһына ниҙер тарһылдап ауҙарылды. Стеналағы тишектән улаҡҡа һәм тимер иләккә ташлы һары балсыҡ өйөмдәре тәгәрәнеләр. Нәҡ шул минутта теплякка килеп ингән йыуантыҡ, урта буйлы ир кеше асыу менән ҡулындағы көрәкте мөйөшкә ырғытты һәм тамағы йыртылырҙай булып аҡырҙы:
- Нийә әкиәт һатаһығыҙ!
Ҡатын-ҡыҙҙар, тимер мейес эргәһенән тороп, эш урындарына ашыҡтылар. Күпер аҫтынан маширттың тимер селтәре өҫтөнә һуҙылған торбанан ағас улаҡҡа асыуланып һыу ташланды, һыу үҙе менән породаларҙы тимер рәшәткә өҫтөнә ағыҙҙы һәм, ташлы балсыҡ аша аҫҡа төшә алмайынса быуылып, ваҡ ҡына тамсыларын ситкә сәсрәтте. Маширттың ике яғынан икегә бүленеп торған алты рус ҡыҙы "Т" хәрефенә оҡшаған оҙон һаплы көрәктәре менән шығырҙатып, тимер рәшәткә өҫтөндәге ташлы балсыҡтарҙы төрткөләп иҙә башланы. Балсыҡтан айырылған эре таштарҙы рәшәткәнән һуҙылған ағас улаҡ арҡылы тышҡа ышырҙылар. Вағыраҡ ҡомло балсыҡтар рәшәткә аша һыу ағымы ярҙамында маширттың головкаһына, головканан ылаштар йәйелгән йәйенке аҫҡы йәшниккә таралды. Кешеләрсә һөйләшергә онотҡан ровняльщик, шабырҙап аҡҡан һыу тауышынан һәм ташҡа һуғылып шағырҙаған көрәк тауыштарынан үткәрергә тырышҡан һымаҡ, кемгәлер ҡысҡырынды-ҡысҡырынды ла тәмәке төтәтеп тыныс ҡына торған Михаилға боролдо:
- Һин, приискылағы ирҙәрҙе ҡотортоуың етмәгән, хәҙер бисәләргә ҡотҡо таратмаҡ булдыңмы? Ни эшләп тораһың? Бар, эш урынына?
- Аҡрынырак. Тамағыңды һаҡла. Мин һаңғырау түгел, - тине Михаил тыныс ҡына. - Ҡысҡырып ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына ҡурҡыта аласаҡһың. Ә мин ир кеше. Иҫеңдән сығарма. Быныһы - беренсенән. Икенсенән, мин үҙемә йөкләтелгән эште ҡайһы саҡта башларға икәнен, һин әйтмәһәң дә, беләм.
Ровнялыцик, асыуынан, ни әйтергә белмәй, күҙҙәрен аҡайтып ҡараны. Шешенгән усына ҡойған терегөмөштәй асыу менән маширттың головкаһындағы ҡомдар араһына ырғытты һәм, ағас матиген алып, рәшәткәнән төшкән ҡомдарҙы болғатырға тотондо. Михаил сығып киткәс, ни эшләргә белмәй, бармағын ҡыбырҙатып, Хисмәтулланы үҙенә саҡырҙы:
- Һине конторанан ебәрҙеләрме?
- Эйе.
- Ниндәй эшкә?
- Белмәйем.
- Беҙгә һинең кеүектәр кәрәкмәй! - Ул тағы ла ҡом тигеҙләүесен алды. Шунан һуң аптырап китергә йыйынған егетте яңынан туҡтатты. - Ярар, эшлә. Тышта, зонтты таҙартырһың. Ләкин ҡара! - Ул йоҙроғон күрһәтте. - Әлеге мин һөйләшкән кеше ыңғайына йөрөһәң... Эштән ҡыуам. Ҡолағың ишетһен! Ул - каторжник. Оятын юғалтҡан кеше! Уны, ирҙәр араһында ҡотҡо таратҡанға, бисәләр араһына ебәргәндәр. Бер һүҙен дә тыңлама! Башыма бәлә иттеләр. Бар, марш! - Ул ҡулын һелкте һәм улаҡ ситендә баҫып торған ҡатынға һүгенеп аҡырҙы: - Шәберәк ҡуҙғал, шәберәк! Күрмәйһеңме породалар тығылған!
Ровняльщиктың тауышына тигеҙ ритм менән маширтты алтын йыуыусы ҡатындар эш темпын арттырҙылар. Бер туҡтауһыҙ шыбырҙап селтәр өҫтөнә аҡҡан һыуҙа иҙелгән балсыҡлы таштарға һуғылып шатор-шотор килгән көрәк тауыштары көсәйҙе.
Хисмәтулла, йылынан тышҡа сыҡҡас, баяғыға ҡарағанда ла нығыраҡ өшөнө. Тештәре тешкә теймәне. Ул кәкере һаплы ҙур һоҫҡо көрәкте тотоп эш урынына килеүгә, ләмле әфел һәм ваҡ ҡына ҡор таштары маширт ҡойроғонан стена аша йылғаға һуҙылған ағас улаҡты күмергә өлгөргәйне. Арыраҡ, селтәр аша үтмәгән эре таштарҙы тачкаға тейәп, отвалға түгеп, кире әйләнгән Михаил уның эргәһенә килде.
- Элек бындай эштә эшләгәнең бар инеме? - тип һораны ул һәм көрәкте нисек тоторға, ҡомдо һоҫҡанда кәүҙәне бик бөкөрәйтеп тотмаҫҡа кәңәш бирҙе. - Эш көнө оҙон, тиҙ арырһың.
Михаил уға, кәңәш ярҙамынан башҡа, зонттан ҡомдо таҙартыуға ла ярҙамлашты. Уның һәр хәрәкәте иҫәпле, етеҙ күренә. Ҡулындағы көрәкте тәрилкә өҫтөндәге ҡалаҡ һымаҡ йөрөтә. Эшен бирелеп башҡара. Таштарҙы улаҡтан тачкаға ике этеүҙә тултыра. Отвал өҫтөнә йәйелгән таҡта буйлап тачкаһын алып барып ауҙарғанда, бейек отвал ситенә төшкән таштар алыҫҡа тәгәрәйҙәр. "Был бер ҙә ялҡау кешегә оҡшамаған даһа. Тырышып эшләй. Кешегә яғымлы күренә. Ниңә теге урыҫ яратмай икән? Етмәһә "каторжник" ти. Ә каторжнигы нимәкәй тигән һүҙ икән? Әллә кеше үлтереүселәргә шулай әйтәләрме икән? Улай тиһәң, кеше үлтереүсегә оҡшамаған. Алсаҡ. Ярҙамлашырға әҙер тора", - тип уйланы Хисмәтулла, үҙе күҙ ҡырыйы менән генә һағайып күршеһенә ҡараны.
Михаилдың кешелекле, яғымлы булыуы, үҙен эре тотмауына ғәжәпләнгән Хисмәтулла, администрацияның киҫәтеүенә ҡарамаҫтан, уны ниңәлер яҡын кешеһе һымаҡ күрҙе. Ләкин асыҡтан-асыҡ һөйләшергә баҙнат итмәне. Михаилдың һорауҙарына "юҡ" йәки "эйе" тип бер һүҙ менән генә яуап ҡайтарҙы.
Төшкө аш ваҡыты етте.
Маширттың һыуын туҡтатып, тимер мейесте уратып ултырышырға өлгөргән ҡыҙҙар, яртылаш туңған икмәк киҫәктәрен тоҙға манып, йылы һыуҙы һемерҙеләр. Ровняльщик кеҫәһенән бер шешә һөт сығарып мөйөшкә, яҡты төшмәгән урынға, ултырҙы. Михаил, эҫегә сирылып, мейес эсенән утлы, яртылаш күмергә әйләнгән картуфтарҙы ҡулындағы сыбыҡ менән үҙенә ҡарата тәгәрәтеп, ишек төбөндә ултырған Хисмәтулланы саҡырҙы:
- Егет, яҡыныраҡ кил. Әйҙә, картуф ашайыҡ.
Тәмле картуф еҫе кисәнән бирле ауыҙына бер семтем икмәк валсығы эләкмәгән Хисмәтулланың һеләгәйен ағыҙҙы. Ә билбау аҫты аҙыҡ һорап һурылды. Ләкин Михаилдың наҡыҫ ҡына өлөшөнә инеүҙән уңайһыҙланып, баш һелкте. Көйшәгән кешеләр ауыҙына ҡарап хәрәкәтһеҙ ултырыуҙы урынһыҙ һанап, йоҙроғон танауы тапҡырына күтәрҙе. Икмәк ашаған һымағыраҡ буш ауыҙын сәпелдәтә. Михаил уны дүртенсе мәртәбәгә саҡырҙы:
- Браток, кил, ултыр. Асығырһың...
- Һинең ни эшең бар малайҙа? - тине ровняльщик.
Михаил уның һүҙен ҡолағына ла элмәне. Бер ни ҙә булмағандай, ҡатын-ҡыҙҙарға мауыҡтырғыс хәбәрҙәр һөйләне. Көлдөрҙө. Уға үпкә ауырыуы ғына ҡамасаулай. Өҙөлөп-быуылып йүткергәндән һуң, бүленгән әңгәмәһен яңынан дауам итте. Ул һөйләгәндә, ултырырға урын тапмай, утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ тыпырсынып йөрөгән ровняльщик, көсһөҙлөгөнән ни эшләргә белмәйенсә, ауыҙ эсенән генә: "чахотка", "смутьян", "каторжник" тип мығырҙанды һәм ҡапыл:
- Етер! Барығыҙ ҙа урынығыҙға! - тип аҡырҙы.
- Породалар юҡ таһа! - тип шаулаштылар ҡатын-ҡыҙҙар.
- Булмаһын!
- Забойщиктар ял итә.
- Итһендәр! - Ровнялыцик, асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, маширттың головкаһына иңкәйҙе. - Маша, һыу ебәр! Эш тапмаһағыҙ, алтын споласкивать итәбеҙ.
- Бүтән саҡта сполоскты эш аҙағында үткәрә инек бит...
- Ҡушҡанды эшләгеҙ. Какое ваше телячее дело?!
Эшләргә эш булмаһа ла, ҡатын-ҡыҙҙар теләр-теләмәҫ кенә һәр ҡайһыһы үҙҙәренең эш урындарына йүнәлделәр. Улаҡ һәм торба буйынан килгән һыу шабырҙап маширтҡа аҡты.
- Һыуҙы кәмет тиҙәр һиңә! О һин, Дуся, шәмде яҡыныраҡ тот, яҡыныраҡ! - Ровняльщик маширттың ҡараңғы өлөшөн шәм менән үҙе яҡтыртты. - Бына, бына, ошолай! Донъяға яңы тыумағанһыңдыр бит!
Ул маширттың головкаһы өлөшөндәге ҡомло балсыҡтарҙы ҡыҫҡа һаплы ағас матиг менән һыуҙың ҡаршыһына шыуҙырҙы, һыулы таҡта төбөндәге ваҡ ҡына алтындарҙы ижауға йыйып алғас, ровняльщик терегөмөшлө алтынды сепрәккә һалып һыҡты. Сепрәк аша сыҡҡан ваҡ ҡына терегөмөш киҫәктәре ижау төбөндә тәгәрәшеп бергә ҡушылдылар. Уҫал ровняльщик урындарында баҫып торған ҡатындарға:
- Нимә, күҙҙәрегеҙҙе безрәйттегеҙ? Әллә алтын урлар тиһегеҙме? - тип, мығырҙана-мығырҙана мейес алдына барып тубыҡланды. Тимер ҡалайға һалған терегөмөш ялаған алтынды баҙлап торған ҡуҙ өҫтөнә ҡуйҙы. Терегөмөш эҫегә сатырҙап тирә-яҡҡа сәсрәне. Ҡалай төбөндә терегөмөштән айырылып уҡмашҡан һары алтын киҫәген консерва банкаһынан эшләнгән ябай ғына мыҫҡалда үлсәп, ауырлығын журналға яҙҙы ла маширтты рәтләне.
Тышта күперҙән үткән ат тояҡтары һәм стенаға гөрһөлдәп ауыр йөк ауҙарылған тауыш ишетелде. Шунда уҡ һыу нығыраҡ шыбырҙап аҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар, машина һымаҡ, бер үк ваҡытта хәрәкәткә килделәр.
Төштән аҙаҡ эшләүе бигерәк тә ҡыйын булды. Күршеһенең ныҡлап ярҙам итеүенә ҡарамаҫтан, аслыҡтан хәле бөткән Хисмәтулланың күҙ алды ҡараңғыланды, ҡолаҡ төбө шауланы. Зонттан сығарған ҡомдо тачкаға тейәп отвалға алып барып түгеүе ғазапҡа әйләнде. Ул, тачканы урынына еткерә алмайынса, тәнтерәкләп йығыла яҙҙы. Йөгөн ярты юлда ауҙарҙы. Михаил йүгереп эргәһенә килде.
- Браток, арыһаң, әҙерәк ял ит. Эш бөтөүгә күп ҡалманы. Өлгөрөрбөҙ, - тине ул ауыр тын алып, йүткерә-йүткерә, - һин йәш, һаҡлан.
Хисматулла яуап ҡайтарманы, һуңғы аҡтыҡ көсөн йыйып, бүленгән эшен дауам итте. Нисек тә булмаһын, эш аҙағына тиклем түҙергә кәрәк. Юғиһә эштән ҡыуасаҡтар. Маширт ҡойроғона йыйылған ҡомло таштарҙы һоҫорға көрәген сумырҙы. Ләкин ҡалтыранған ҡулдары буйһонманылар. Көрәген мәтеле упҡын йотҡан һымаҡ һиҙеп, хәлһеҙләнеүенән, ултыра төштө. Ҡабат көрәгенә үрелде.
- Эх егет, егет, һин әллә бөгөн ашаманыңмы? - тип һораны Михаил.
Хисмәтулла өндәшмәне. Үҙен ҡыҙғанмайынса ныҡышмалылыҡ менән һоҫоп сығарған көрәгендәге ҡомдо, тачкаға еткерә алмай, ситкә һирпте һәм тәүге тапҡыр Михаилға ҡарап.
- Булдыра алмайым! Минең арығанды, зинһар, начальствоға әйтмә. Иртәгә... иртәгә арымам. Күрерһең, - тине.
Михаил уны тынысландырҙы:
- Һин, браток, минән юҡҡа шикләнәһең. Минең ярҙамды юҡҡа кире ҡағаһың. Улай ярамай. - Ул быуылып йүткерҙе. Боҫланған күҙлеген һөртөп кейҙе, йыш-йыш тын алып, бөтөнләй тынысланғансы, ҡуҙғалмай, тепляк эргәһендә ятҡан ҙур йоморо таш өҫтөнә ултырҙы - Эшсе кеше бер-береһенә ярҙамлашырға хаҡлы... Дөрөҫөн генә әйт: һин бөгөн ашаныңмы?
- Юҡ.
- Шулайҙыр тип уйлағайным да! - Михаил кеҫәһенән бер һыныҡ икмәк сығарып һондо. - Мә, ашай тор. Ә мин, һин ашағансы, икебеҙ өсөн дә эшләй торайым.
Хисмәтулла уңайһыҙланды. Риза булманы.
Михаил тыныс һәм ҡаршылашмаҫлыҡ тон менән яғымлы ғына:
- Улай ярамай, ҡустым. Хәтерҙе ҡалдырма. Мин һинең хәлгә ҡалһам, ярҙамлашыуҙан баш тартыр инеңме ни? - тип һораны ла, егеттең яурынынан һөйҙө. - Оялма, браток. Мә, аша.
- Кәрәкмәй.
- Һөйләнмә, браток.
Хисмәтулла, уңайһыҙланып, икмәкте алды. Шунда ғына бик ныҡ асығыуын аңланы. Ул, ҡоро ауыҙы эсендә телен болғап, хатта шайығының кибергә өлгөрөүенә ғәжәпләнде. Мәке һымаҡ зонттан боҫланып аҡҡан һарғылт һыуға манып икмәген ашап бөткәс тә, үҙенә аҙ ғына булһа ла көс инеүен һиҙҙе. Йөрәге тигеҙ тибә башланы, ҡан йөрөшө тигеҙләнде. Тубыҡтарының һәм беләктәренең бәлтерәүе лә кәмегән һымаҡ булды. Филтәһе ҡоромланып һүнеп барған шәм кәрәсин һалғандан һуң нисек ялҡынланып янһа, ул шулай бер һыныҡ икмәктән яңы көс һәм хәл алды. "Ауыҙынан өҙөп биргән ошо икмәк өсөн әллә нисәмә тачка таш түгергә тура килгәндер был урыҫ ағайға", - тип уйлап, һүҙһеҙ генә рәхмәт белдереп, Михаилға ҡараны.

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Бөртөкләп йыйыла алтын - 13
  • Parts
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 01
    Total number of words is 3670
    Total number of unique words is 1949
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    43.5 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 02
    Total number of words is 3998
    Total number of unique words is 2121
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    44.3 of words are in the 5000 most common words
    50.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 03
    Total number of words is 3825
    Total number of unique words is 2094
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 04
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2046
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    42.0 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 05
    Total number of words is 3955
    Total number of unique words is 2019
    31.8 of words are in the 2000 most common words
    44.4 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 06
    Total number of words is 3745
    Total number of unique words is 2109
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    48.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 07
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2161
    29.3 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 08
    Total number of words is 3916
    Total number of unique words is 2013
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 09
    Total number of words is 3810
    Total number of unique words is 2018
    29.2 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 10
    Total number of words is 3873
    Total number of unique words is 1641
    31.5 of words are in the 2000 most common words
    43.9 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 11
    Total number of words is 3884
    Total number of unique words is 2141
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.0 of words are in the 5000 most common words
    48.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 12
    Total number of words is 3794
    Total number of unique words is 2085
    29.8 of words are in the 2000 most common words
    42.3 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 13
    Total number of words is 3094
    Total number of unique words is 1659
    31.9 of words are in the 2000 most common words
    45.5 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.