Latin

Бөртөкләп йыйыла алтын - 06

Total number of words is 3745
Total number of unique words is 2109
28.4 of words are in the 2000 most common words
41.6 of words are in the 5000 most common words
48.0 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
Бисәләр ирҙәр яғына ҡарамаҫҡа тырыштылар. Аллы-сыбарлы яулыҡтарын бөркәнеп үҙ-ара һөйләштеләр. Өтә баҫып килеп ингән Гөльямалды көнсөллөк менән күҙәттеләр. Ул бөтәһенә ҡарағанда ла ҡупшыраҡ кейенгән. Оҙон бәберҙәкле сыбар күлдәк өҫтөнән тәңкәләр менән тулған уҡалы елән кейгән. Түшенә түшелдерек менән муйынса, ҡолағына алҡа таҡҡан. Үргән сәсе осонда ҙур көмөш тәңкәләр. Ирҙәр ҙә унан күҙҙәрен алманы. Тик Хажисолтан бай ғына Гөльямалға иғтибар итмәне.
Урындыҡҡа аяҡтарын бөкләп менеп ултырған ирҙәр, үҙ сираттары килеп еткәс тә, Хәйретдин тотҡан еҙ тасҡа үрелеп ҡулдарын сайҡайҙар. Хужа уларҙың ҡулдарына ҡомғандан йылы һыу ағыҙа ла таҫтамал һона. Ҡулдарын йыуған ҡунаҡтар шул таҫтамалға һөртөнә-һөртөнә кире ултырған урындарына сигенәләр. Ирҙәр йыуынып бөткәс, ҡомған менән еҙ тас бисәләр ултырған урындыҡҡа күсте.
Хужа сыуал артынан бер көрәгә балды килтереп сығарыу менән, көрәгәне хуплаған тауыштар яңғыраны.
- Көрәгә килә, көрәгә-ә-ә!
- Бәрәк-ә-ә-әт! Алла бәрәкәтен бирһен!
- Туй шатлыҡлы үтһен!..
Көрәгәне уртаға килтереп ҡуйғас та, тынлыҡ урынлашты. Ҡунаҡтар, үҙ-ара һөйләшергә уртаҡ һүҙ таба алмағандай, шымып ултырҙылар. Сеүәтәгә һалынған әсе бал берҙе урап сыҡҡас, уларҙың күңелдәре күтәрелгәндәй булды, һуңғараҡ, әҙерәк ҡыҙмаса булып алғас, бөтәһенең дә телдәре бер юлы сиселде. Ҡысҡырып һөйләшә башланылар. Көлөштөләр. Бер-береһен мәрәкәләнеләр.
Туйға әҙерләнеп, өс көн буйына ял итмәгән Хәйретдин дә үҙенең арыуын онотто. Шат күңел менән ҡунаҡтарын һыйлап:
- Йә, ҡунаҡтар, етешегеҙ, - тине.
Урындыҡ ситендә ултырған йәш егет ҡыйыуһыҙ ғына:
- Ағый, бик көсләмә әле, - тип һүҙ башлағайны, башҡалар уға асыуланырға тотондолар:
- Уйнап-көлөп, ашап-эсеп ултырмағас, туй туй буламы ни?
- Эс, ҡунаҡ - хужаның ишәге! Инәлтмә!
Башҡаса уға иғтибар итмәнеләр. Туйҙа ҡатнашыусылар ашанылар, эстеләр. Услап-услап, ҡоштабаҡтан иттең иң һимеҙен һоҫтолар. Ауыҙҙары ситенән һәм терһәктәре буйлап аҡҡан һөҙлөктәрҙе ялайҙар ҙа тағы табаҡҡа үреләләр. Шунан бер-береһенә көслөк менән һоғондороуҙар башланды. Хәйретдин ҡунаҡтарының ҡаршыһына баҫып, усындағы ҡаҙылы итен табаҡтан һоҫоп алып:
- Һоғон! Һоғонмаһаң, ҡуйыныңа тығам! - тип ҡысҡырып көлә-көлә ҡунағының ауыҙына тыҡсый.
Ҡунаҡтар көлөшәләр. Ниҙер бер-береһенә һөйләйҙәр. Хас умарта ҡортомо ни! Геүләп тора.
Мәжлестең йәмен арттырыу теләге менән Кинйәбулат ҡыҙмаса булған халыҡты көскә тынысландырып:
- Бай беҙҙе һыйлай, тик староста ғына ашамай. Мин уға үҙ өлөшөмдән һоғондорорға уйлайым, - тине.
Халыҡ был уйынсаҡ Кинйәбулат нимә уйлап сығарҙы икән тип шым булды. Һүҙгә ҡыҫылмаған Мөхәррәм староста һағайҙы. Кинйәбулат алдындағы иттең һимеҙ өлөшөн услап Мөхәррәмдең ауыҙы тапҡырына килтерҙе.
- Түрә, һоғон!
- Бир, үҙем! - Староста ҡулын һондо.
- Юҡ! Мин үҙем һоғондорам! Һоғон! - тип ныҡышты Кинйәбулат. - Әллә ярлы ҡулынан сирҡанаһыңмы? Һабынлап йыуҙым. Йоланы йола итмәү ни тигән эш. Һоғон! Беҙ бында бөтәбеҙ ҙә тигеҙ.
Уйындан уймаҡ сыға тигәндәй, көтмәгәндә берәй хәл килеп сыҡмаһын тип ҡурҡынған Хәйретдин инәлде:
- Үҙе беләлер. Ҡуй, Кинйәбулат, шаярма!
- Кем шаяра? Мин шаярмайым! - тине Кинйәбулат.- Туйҙа ла уйнап-көлөп ултырмағас... - Ул усындағы итте яңынан старостаның ауыҙына яҡынайтты. - Кемгә килгәнен белгән бит. Беҙҙең ҡулдан да һоғонһон. Һоғон!
Мөхәррәм ауыҙын асты. Кинйәбулат усындағы ит киҫәген уның ауыҙына тыҡсыны. Староста ҡарылды. Итте сәйнәп-нитеп тормайынса йотто.
- Сәйнә, туҡта!
Кинйәбулат ниндәйҙер еп осонан тартты. Мөхәррәмдең ҡыҙыл үңәсенә барып еткән ит епкә эйәреп шап итеп атылып сыҡты. Ҡунаҡтар гөж итеп көлөп ебәрҙеләр. Староста үсекте, ҡыҙарынды, бүртенде. Ләкин, Хажисолтан байҙың күҙ ҡарашынан ҡурҡып, өндәшмәне. Көслөк менән булһа ла башҡаларға ҡушылып көлдө.
Ҡунаҡтар йырлашып, бер-береһенә үҙ өлөштәрен бирҙеләр. Шунан яңғыҙ йырҙар башҡарҙылар. Беренсе булып йырҙы Кинйәбулат башланы:
Өй артынан үткән саҡта
Теймәнем мин бүҙәнәгә, дүңгәк, тип
Үкенескә ҡалды, үбалманым балдыҙымды.
Йәше етмәгәндәй сабый бала, тип.
Йырҙың аҙағын бүтән ҡунаҡтар ҙа күтәреп алдылар:
- Эйе, эйе. Һөп-әлә-әй, тигән булам мин!
Моңло ҡурай тауышына ҡушылып йырлаған оҙон, һағышлы көйҙәр күкрәктең әллә ҡайһы еренән, тау аҫтынан урғылып сыҡҡан көслө шишмә һымаҡ, аға ла аға.
Һәр йыр аҙағынан ташҡан йөрәк еңеләйеп, бушап, ҡайғы-хәсрәттәр бөтөп ҡалған һымаҡ тойола. Сылтырап аҡҡан Кәжән һыуындай, йыр бер моңайта, бер күңелде күтәрә. Ул йөрәктең иң нескә һәм кәрәкле урынына үтеп инә.
Кәжәндәгенәү һыуы ниңә шәберәк аҡмай,
Аҡһалай, тиҙерәк тарайыр ине.
Шул һыу кеүек, ғәзиз башҡайымдың
Ҡайғыһы ла таралһын ине.
- Эйе, эйе...
- Һөп-һөп-һөпәл-ә-й!
Был йырҙан һуң бөтәһенән дә моңайыбыраҡ ултырған Фәйзрахман иҙән уртаһына һикереп төштө.
- Ағай-эне, ҡуйығыҙсы әле хәсрәт көйөн! Бейеп алайыҡ. Иҡсан бауай, тарт бейеү көйөн!
Ҡурайсы ҡурайына өрҙө, ҡурай тишектәрен төрөкләне. Тамағын ҡырҙы. Шунан, ҡурайының йыуан башын һарғылт китек тештәре араһына ҡуйып, бейеү көйөн ғыжылдатты. Уның бармаҡтары ҡурай буйлап йүгергәндә, ойоҡсан аяҡтары ла ҡурай көйөнә тыпырсындылар.
Бейеүсе, ауыр ғына баҫып, ҡурай көйө ыңғайына урынынан ҡуҙғалды. Терһәктәрен төрә-төрә иҙән уртаһынан яй ғына әйләнде.
- Һай, һай, һай!
- Ҡайҙа китеп бара икән был Фәйзрахман, - тине Әхмәтғәле.
- Кәжән зауытына!
- Һай, һай, һай!
Бейеүсе ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Шәбәйгәндән-шәбәйә барҙы. Бейене, бейене лә ултырғыс ситендә ултырған йәш егеткә баҫты. Ҡунаҡтар гөж килеп ҡул саптылар.
- Әйҙә, әйҙә, Усман! Һынатма!
Усман, оялыуынан, ҡыҙ бала һымаҡ ҡыҙарынды. Ләкин ҡаршылашманы. Иҙән уртаһына сыҡты. Булдыра алырмынмы тигәндәй, һораулы ҡараш ташланы ла ҡулдарын бөйөрөнә ҡуйҙы. Башын һул яҡ яурынына ҡыйшайтты. Кәүҙәһен һалмаҡ ҡына ҡыйшандатты. Сығынсы атҡа оҡшатыбыраҡ, аяҡтарын тыпырҙатты. Һиһаулап, яурындарын һикертте һәм ҡапыл торған урынынан ҡуҙғалды. Йүгереп йөрөп бейене. Ер иҙәнгә аяҡтары тейгән һайын сап та соп килде. Устары менән билдәренә һуҡҡылап алды. Шунан аяғы осона күтәрелде. Аҙым һайын:
- Ст-ст-ст кенә! Еңгәм бәләкәс кенә, - тип, бейеү ыңғайына таҡмаҡ әйтте.
Егеттең бейеүен ҙур иғтибар менән күҙәткән ҡунаҡтар ҙа таҡмаҡ әйтте:
- Әллә кемдең ҡәйнеше лә, әллә кемдең энеһе!.. Ирҙәрҙән һуң көсләп Гөльямалды бейергә төшөрҙөләр.
Ул оҙаҡ инәлтте. Яулығына бөркәнеп ҡуҙғалмай торҙо.
Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уны, ай-вайына ҡуймайынса, бейергә көсләнеләр.
- Йә, бейе инде!
- Бутта ирҙәр күрмәгән...
- Йөҙөңдө ҡапла ла бейе!
Гөльямал шәлен бөркәнеп бейергә сыҡҡас та икеләнде. Оҙаҡ торғас ҡына, иҙән уртаһында аяҡтарын бер урында тыпырҙатты, ҡулдарын һелкте. Шунан, орсоҡ менән еп иләгәндәге төҫлө бармаҡтарын сиртеп, бер урында өйөрөлөргә тотондо.
Ул бейегәндә, ҡатындар, ирҙәренә ҡушылып, устарын шапылдатманылар. Гөльямалдың бейеүенән файҙаланып, бисәләр үҙ-ара уның ғәйбәтен һаттылар:
- Нимәһенә ҡысынып йөрөй инде.
- Ни эшләһен, күрмәйһеңме әллә? Үҙенең абышҡаһының башына етте бит. Кешенекен һалдырып алырға уйлайҙыр инде.
- Ире үлгән көндө үк абышҡа һайлап ултырған бисә бит ул. Өйҙәренә инһәм, усы менән битен ҡаплап илаған кеше булып ултыра. Үҙе бармаҡ араһынан Айытбай мәрхүм мәйетен йыуырға килгән ирҙәрҙе күҙләй.
- Ҡуй инде, ҡуй, бигерәк ояла белмәне инде был Гөльямал!
- Һин оялыу тиһең әле, ҡоҙаса! Ирҙәргә үҙе инеп бара. Мулланы ла бар тип белмәй. Нисек аллаһы тәғәлә һуҡмай...
Гөльямал бейеүҙән туҡталғас та, бисәләр һүҙһеҙ ҡалдылар. Улар, бер ни ҙә булмағандай, алдарына килтереп ултыртҡан һалмаға үрелделәр. Ҡатындарынан элегерәк "эш" башлаған ирҙәр ойошҡан арыш һалмаһынан көлә башланылар. Ә ҡурайсы таҡмаҡ та сығарып өлгөрҙө:
Һаҙҙа һайыҫҡан, атта ҡойошҡан
Фәтхиә еңгәй һалмаһы өсәре бер ойошҡан.
Ҡунаҡтар барыһы бер юлы шарҡылдашып көлөшөп ебәрҙеләр. Ҡаҙан тирәһендә сыуалып йөрөгән Фәтхиә үҙен мыҫҡыллауҙан оялып, йөҙөн яулығы осо менән ҡапланы.
Ҡатынын уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарырға теләгәндәй, Хәйретдин ҡарт ике һүҙҙең береһендә:
- Йә, ҡунаҡтар, етешегеҙ! - тине.
- Һин бик өтмә әле, ағай, - тине ҡурайсы. - Күҙ алды сыбарлана башланы.
- Бай кейәүем, ҡыҙым һыйы, ашағыҙ, эсегеҙ! Аллаһы тәғәлә биргән ризыҡ.
Туй гөр килә... Өй хужаһы, йырлап, буҙа тултырылған сеүәтәһен күтәреп, кейәүҙең ҡиәмәт атаһы Йәғәфәргә тотторҙо. Ул буҙанан башҡаны эсмәй. Йәғәфәр буҙалы туҫтаҡты, йырлап, хужаға кире һондо.
Башланған туй тиҙ генә бөтмәне. Туй ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы.
Тик Хажисолтан байҙың ғына бында оҙаҡ ултырғыһы килмәне. Уның бөтә күңеле һәм хисе буласаҡ йәш бисәһенә ашҡынды.
Балдыҙ тейешле ҡыҙҙар Хажисолтанды келәт тирәһенә ебәрмәнеләр. Хажисолтан бер ус аҡса таратҡас ҡына, уны келәтте асып индерҙеләр.
Тышта ҡапыл ғына тынлыҡ урынлашты. Мөйөшкә һырыҡҡан Нәфисә, кем ингәнен белергә теләп, һулҡылдай-һулҡылдай:
- Кем һин? - тип һораны. Яуап ҡайтарыусы булмағас, һорауын ҡабатланы: - Кем һин? Еңгә, һинме?
- Юҡ, был мин, аҡҡошом...
Нәфисә уның тауышынан уҡ Хажисолтан икәнлеген аңланы.
- Аҡҡошом, кил. Кил инде тиҙерәк! Кил ҡосағыма. Ҡайҙа һин? - Нәфисә яуап ҡайтармағас, Хажисолтан ҡалтыранған ҡулдары менән ҡыуыҡһыҙ шәмгә ут тоҡандырҙы. - Ниңә килмәйһең, аҡҡошом?
Тоноҡ шәм яҡтыһы ҡаршыһында ҡалтыранып торған кешене күҙәткән Нәфисә ҡайһылай ҡысҡырып ебәргәнен дә һиҙмәй ҡалды:
- Әсе-е-ей!
- Улай һөрән һалма, һөрән һалма, аҡҡошом, - тине Хажисолтан тәжрибәһеҙ йәш кәләшен тынысландырыу теләге менән.
Нәфисәнең башы әйләнде. Күҙенә ен Хажисолтан һүрәтенә кереп күренгән һымаҡ тойолдо. Тағы ҡысҡырҙы. Ниндәй ҡурҡыныс хәл! Төшмө әллә өнмө? Ул үҙен һыуҙа батып барған ярҙамға мохтаж кеше һымаҡ һиҙҙе. Уның ошо төн менән бөтәсәк балалығы йөрәген әрнетеп ҡыҫты. Бигерәк тә аяныс һәм ҡотолғоһоҙ уй ине шул был. Ни өсөн ҡыҙ бала шул тиклем бәхетһеҙ була икән? Уның уйын дөрөҫләргә теләгәндәй, кемдеңдер йырлаған йыры яҙа-йоҙа ғына ишетелеп ҡалды:
Ҡыҙ балалар ҡайтмай бер киткәс... урам буйлап атланы.

ХIII
Ҡушылғандың икенсе көнөндә үк Хажисолтан бай йәш кәләшен өйөнә күсереп алып ҡайтты. Элек-электән килгән йола буйынса, кейәү аҙна самаһы ҡайны өйөнә барып йоҡлап йөрөргә тейеш булһа ла, Хәйретдин ҡаршы килмәне. Ҡыҙ ата-әсә ҡулында аҙна торамы, ай торамы, уның хәҙер әһәмиәте ҡалманы. Ҡалымын алып килешкәс, бүленгән икмәк кире йәбешмәй тигәндәй, ҡыҙ ҙа ҡулыңдан ысҡынған икән, һинеке түгел инде. Кейәүе лә алама ырыуҙан түгел. Бай. Тәүфиҡле. Кемгә тейә ундай кейәү! Боронғолар әйтмәксе, барҙың барлығы, юҡтың тарлығы килә тигәндәй, бәлки бер теймәһә, бер ярҙамы тейеп ҡуйыуы ла бар. Ғәйзуллаға ла ҡанат кәрәк. Ни әйтһәң дә, үҙеңдеке ситкә типмәҫ әле. Күптәр ундай кеше менән һөйләшеп ултырыуҙы ла бәхеткә һанар ине, ә Хәйретдингә - кейәү! Бәхетте ул эҙләп тапманы, бәхет уның үҙенә килде.
Шундай уйҙар йөрөткән Хәйретдин, күп илауҙан шәмәреп күҙе шешенгән, күҙ төптәре күгәргән ҡыҙын кейәүе өйөнә оҙатып, бер аҙ тыныслана биреп, яңынан өйөндәге ҡунаҡтарын һыйларға кереште. Туй дауам итте. Мәжлес һүрелмәне. Тағы ла көн кискә һарҡты. Сыуалдан ғына төшкән яҡты етмәне. Алдан уҡ әҙерләп ҡуйылған сыраларҙы һәм туң майҙан эшләнгән шәмде тоҡандырҙылар. Ҡунаҡтар уйын-көлкө менән ваҡыттың ҡайһылай тиҙ үтеүен дә һиҙмәй ҡалдылар. Төн үтте. Таң яҡынайҙы. Бәләкәй генә ҡарын тәҙрә арҡыры көндөң тәүге яҡтыһы өйгә һибелде. Шул мәлдә лә ҡунаҡтар ял итергә ашыҡманылар. Ә Хәйретдин, ҡунаҡтарының күңелен табырға тырышып, үҙе йырланы. Уға ҡунаҡтары ҡушылдылар. Ул сеүәтәгә тултырғансы балды ҡойҙо ла ҡурайсыға бағышлап йыр башланы:
Алыҫтан да күгәреп, ай, күренгән
Кәжән генә буйы тирәге.
Ҡайҙа ғына барһаң, дуҫтар кәрәк,
Дуҫ-иш икән донъя терәге, -
тип йырын тамамлауға, урамда кемдеңдер ярҙам һорап ҡысҡырған тауышы ишетелде. Ҡунаҡтар һағайышып бер-береһенә ҡараштылар. Тауыш яңынан ҡабатланды. Был юлы яҡыныраҡ. Ҡатын тауышына көр ирҙәр тауышы ҡушылды. Ни нәмә булыуы мөмкин?
- Йәгеҙ, ҡунаҡтар, етешегеҙ. Борсолмағыҙ. Берәйһе, моғайын, бисәһен тыпылдата торғандыр. Етешегеҙ, барынса...
Хәйретдин башлаған һүҙен әйтеп бөтөрә алманы. Урамдан тыны ҡурылып килеп ингән Зөлфиә ҡысҡырып ебәрҙе:
- Атый, апайымды туҡмайҙар... үлтерәләр... һалдырып ал...
- Кемдәр? Ни булған? Зөлфиә яуап урынына:
- Тиҙерәк, йә инде, тиҙерәк булығыҙ, - тине лә илай-илай тышҡа кире сығып йүгерҙе. Бер ни ҙә аңламаған ҡунаҡтарҙың ҡайһыһы ойоҡсан, ҡайһыһы ситек менән генә ҡыҙ артынан йүгереп сыҡтылар. Өйөлөшөп урам уртаһында торған кешеләр, туҡмалған егетте эргәләргә килеүселәрҙе күреп, туҡтанылар.
- Яҡын килмәгеҙ!
- Кемде туҡмайҙар һуң? Үлтерәләр ҙәбаһа!
- Туҡтағыҙ!
Ерҙә ятҡан егетте туҡмаусылар, бындай тауыштарға иғтибар итмәйенсә, хәлһеҙләнгән ҡорбандарынан үс алып ҡалырға теләгәндәй, ярышып, башына, битенә һәм күкрәгенә типтеләр. Өҫтөнә менеп тапанылар.
Урамға йыйылған ярлы-ябаға туҡмалыусы кеше Хисмәтулла икәнен таныны. Уны әрсәләп алыу теләге менән алға ынтылдылар.
- Туҡтатығыҙ!
- Әтеү үҙегеҙҙе онтайбыҙ!
- Кем? Кем онтай?
Нәфисәне сәс толомонан саңлы ерҙән һөйрәтеп алып килгән Хажисолтан ярһыған халыҡ алдына сыҡты.
- Кем уйнаш итеүселәрҙе яҡларға теләй? Йә, кем? - тип ҡысҡырҙы ул.
Быға тиклем икеләнеберәк торған Хажисолтандың ялланған кешеләре батырланып китте. Улар байҙың ҡулынан ысҡынған Нәфисәне аяҡ аҫтында ятҡан Хисмәтулланың өҫтөнә тәгәрәтә төрттөләр.
- Бирегеҙ ошо кәнтәйҙең дә кәрәген!
- Ирен хушһынмай, кафырҙар араһында йөрөгән Хисмәтулла артынан ҡасҡан кәнтәйгә шул кәрәк!
- Хисмәтулланың башын әллә шул әйләндергәнме?
- Юҡ, Хисмәтулла Нәфисәнекен...
- Икеһен бергә ҡушып туҡмағыҙ!
- Әҙәп барҙа - иман бар. Иманын һатҡанға ҡаты яза! - тип ҡысҡырыштылар Хажисолтан яллаған кешеләр. Улар Хисмәтулла менән Нәфисәне яҡлаусыларҙы ла ҡушып туҡмай башланылар. Сыуалыш китте. Кемде-кем туҡмағанын, кемдең ни ҡысҡырғанын аңлар хәл юҡ. Ҡыҙ менән егетте яҡлаусылар еңелгәс, Хажисолтан бай яҡлы кешеләр, Нәфисә менән Хисмәтулланы төрткөләп, урам буйлап атылдылар. Барыһынан да һуңлабыраҡ килгән Хәйретдин, бер ни аңламайынса, күк ат ҡойроғона бәйләнгән ҡыҙҙы һәм егетте күреп, ҡысҡырып ебәрҙе. Ул үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Ҡыҙ ҙа, егет тә танырлыҡ түгел. Икеһе лә яланаяҡ. Биттәренә суҡыраҡ ҡатыш ҡан ҡатҡан. Сәстәре туҙған. Өҫ кейемдәре ылҡаланып теткеләнгәндәр. Йыртыҡ кейемдәре тапҡырынан яп-яланғас тәндәре күренеп ҡалғылайҙар. Бөтөнләй хәлһеҙләнгән егет, шеш баҫҡан ирендәрен ҡуша тешләп, кешеләрҙең аяғы аҫтына йығылды. Оҙаҡ ҡына, ат ҡойроғона тағылган көйөнсә, ергә һөйрәлеп барҙы. Хажисолтан яллаған кешеләр уны туҡмап торғоҙҙолар.
- Тор! Тор, тиҙәр, һиңә, ләғнәт төшкән, кафыр! Тор!
- Ни эшләтәһегеҙ! Һығылып үлә бит!
- Ниңә шулай интектерәһегеҙ! - тип ҡысҡырышты арттан эйәреп килгән халыҡ.
- Үлһен! Эткә эт үлеме! - тип яуап ҡайтарҙы Хажисолтан яллаған йыуантыҡ кеше. Уға иптәштәре лә ҡушылдылар.
- Һеҙгә иманын урыҫҡа һатҡан бәндә әрәмме?
- Кем иманһыҙҙы яҡлай, шул үҙе кафыр!
- Бынан һеҙ бөтәгеҙ ҙә фәһем алырға тейешһегеҙ!
- Кәнтәйенә, Нәфисә кәнтәйенә лә эләктер!
Ҡыҙының исемен ишеткән Хәйретдиндең йөрәге жыу итеп китте. Ул үҙ ҡолағына ышанманы. Уны-быны уйлап тормайынса, барлыҡ көсөн йыйып, алға ынтылды.
- Ағай-эне, ағай-эне, ни тигән эш был? Минең баламдың һеҙгә ни зыяны тейгән? - тип ҡысҡырҙы.
Хажисолтан бай кешеләре уны ҡыҙы эргәһенә үткәрмәнеләр.
- Кит бынан! Кит!
- Һинең урыныңда берәү булһа, оялышынан ете ер ҡатына инеп китер ине!
- Ояты-ние юғалғас ни...
Хәйретдин, ҡыҙын интектереүсе кешеләрҙең мыҫҡыллауҙарына иғтибар итмәйенсә, алдындағы кешеләрҙе йырып тағы ла алға ташланды. Ҡыҙын муйыл сыбығы менән туҡмаған кешенең яурынына барып йәбеште.
- Ҡоҙа, һиңә ни зыяны тейгән минең ҡыҙымдың?! Теймә! Ҡулың ҡорор!
- Миңә теләмә, үҙеңдеке ҡорор! Һайғау шикелле оҙон буйлы кеше:
- Тондор танауына! Аҙғын ҡыҙ үҫтереүе етмәгән, яҡтап маташа, - тип ҡысҡырҙы.
Хәйретдингә ҡоҙа тейешле кеше ҡулын һелкте. Яурынын ҡыйшайтып, Хәйретдиндең бармаҡтарынан ысҡынды ла бөтә көсө менән төртөп ебәрҙе.
- Яҡын килмә, бәдбәхет!
Хәйретдин кешеләр аяғы аҫтына салҡан барып йығылды. Хажисолтан яҡлыларҙан кемдер башына типте. Икенсеһе күкрәгенә һикерҙе. Уның артындағылар ҙа эләгә-йығыла өҫтөнән үттеләр. Хәйретдин башын ҡалҡытты. Торорға хәле етмәне. Биле тәңгәлендә ауыртыу һиҙҙе. Ҡайҙалыр кеше ыңғыраша. Уға ҡушылып, мулланың мөңрәп әйткән тауышы ишетелде. Был күренештән Ғилман мулла ла ситтә ҡалманы, ул халыҡҡа өгөт бирә.
- Мосолмандар, бындай бәдбәхеттәрҙең беҙҙең арала булыуы тигенлеккә түгел, - тине ул ҡөрьән уҡығандағы кеүек. - Ундайҙарҙы аранан ҡыуығыҙ! Байҙың үҙ балаһылай күргән хәләл йәмәғәтен апҡасырға, кафыр, маташҡан. Нәфисәһенә ни етмәгән тағы. Бай әфәнде уны, әҙәмгә һанап, йәмәғәт итеп әйттергән. Бай әфәнденең ҡәҙерен белеп, аяғын үберҙәй булып тороу урынына, уны үпкәһе күренеп торған йолҡошҡа алыштырған. Байыбыҙҙы мәсхәрәләне. Ул ҡайһылай мәрхәмәтле. Уның урынында берәү булһа өҙгөләр ине... Ә ул сыҙаны. Шундай мәрхәмәтле, бай кешене ташлап, байғош белән ҡасырға әҙерләнгән ерҙән тотолған. - Ғилман мулла, һүҙ тапмай, сәлләһен төҙәтте. Кемдер сөскөрҙө. - Ярхам-бикалла! - Ирендәрен ҡыбырҙатып, ҡуш усы менән шаҙра битен һыйпаны. - Аллаһы тәғәлә үҙе ярҙам бирһен, үҙе һаҡлаһын дошмандарҙан. - Ул маңлайын тырнаны һәм ағара башлаған көрәк һаҡалын һыйпаны. - Йәғни мәҫәлән, мин шуны әйтмәк булам: шәриғәт буйынса хәләл йәмәғәтте ете ҡат тиреһенә үткәрә һуҡһаң да хәләл. Ир һуҡҡан ер тамуҡта янмай. Ир һуҡмаған йәмәғәткә ен эйәләй. Ул хәлгә еткереү - ауырыу көсәйтә. Йәғни мәҫәлән, ошо, ошо бәндәләрҙән ғибрәт алығыҙ. - Ғилман мулла, тере мәйеткә оҡшап, аяҡтарында саҡ баҫып барған Хисмәтулла менән Нәфисәгә күрһәтте. - Бындайҙар зат-ырыуыңда булмаһын. Йәғни мәҫәлән, мин шуны әйтмәк булам, был башҡаларға фәһем булһын. Был бәдбәхеттәрҙе егелгән ат тәртәһенә бәйләп, өс урам буйлап йөрөтөп сығырға. Күрһендәр, фәһем алһындар... Шунһыҙ мәсхәрә зат-ырыуыңа киләсәк.
Ғилман мулланың һуңғы һүҙенән һуң халыҡ зыҡ ҡупты.
- Әстәғәфирулла!
- Алтын сыҡты, илгә бәлә тыуҙы.
- Мосолмандар кафыр менән аралашһа, тигенлеккә буламы.
- Халыҡ аҙҙы! Байҙы байға һанамайҙар. Бала атаһын, ата балаһын танымай.
- Ахыр заман яҡынлаша. Әҙәм боҙола...
Халыҡ төркөмө урам буйлап ары ағылды. Ҡысҡырышҡан тауыштар ҙа алыҫайҙы. Ләкин Хәйретдиндең ҡолаҡ төбөндә ҡурҡыныслы тауыштар баҫылманы, сыңлап торҙо. Ҡан баҫҡан күҙҙәре алдына туҡмалған ҡыҙы менән Хисмәтулла килеп баҫҡан кеүек булды. Башын ҡалҡытып ҡарарға тырышты. Хәле етмәне. Күҙен асып, сырмалсыҡ, һәр саҡ буталып торған ҡыҙыл нөктәләрҙән башҡа нәмәләрҙе күрә алманы. Буйһонмаған ирендәрен ҡыбырҙатты, саҡ ҡына ишетелерлек итеп:
- Ҡыҙым, Нәфисә, һинме? - тип һораны.
- Юҡ, был мин, атаһы...
Ирен борсомаҫҡа тырышып, яулыҡ осон сәйнәй-сәйнәй күҙ йәштәрен ҡыйынлыҡ менән тыйып торған Фәтхиә сыҙаманы. Эргәһендә торған күрәҙәнән тартынмайынса, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Шунан улар икәүләп Хәйретдинде өйгә алып ҡайттылар. Күп тә үтмәне, мәсхәрәләнгән, туҡмап иҙгеләнгән Нәфисәне иҫһеҙ ятҡан атаһы эргәһенә килтереп һалдылар. Яурынына ғына эләгеп торған уның телгеләнгән күлдәге түшен генә ҡаплап ҡалған. Ап-асыҡ ҡалған аҡ тәнендә сыбыҡ теймәгән ер ҡалмаған. Бындай тәндең ҡайһы ерендә йән һаҡланып ҡалыуы ғәжәп. Нәфисә һаташа, ҡысҡыра, Хисмәтулланы саҡыра.
- Кил, һөйөклөм, яҡыныраҡ ултыр. Мин ғәйепле түгел. Туй яһарбыҙ... Ә-әсе-ей! Ҡотҡарығыҙ! Ул ҡартҡа бармайым. Хисмәтулла, йәнем, ҡасайыҡ! Йыйын. Тиҙерәк. Ана... ана баҫтырып киләләр...
Ҡыҙы менән йәнәшә тын да сығармай һүҙһеҙ ятҡан иренә ҡарап илай торғас, Фәтхиәнең күҙ йәштәре лә ҡороно. Күҙ йәштәре урынына битен ҡаплаған устарына ҡан аҡҡан.

XIV
Ҡайһылай ғына ҡыйынлыҡтар күрмәһен, йәш тәндәге йәрәхәт тиҙерәк йүнәлә. Нәфисә әкренләп төҙәлде. Хәйретдиндең генә хәле үҙгәрмәне. Билен әүәлгесә ҡуҙғата алманы. Ен-фәлән һуҡҡанмы икән тип уйланылар. Мулла бер кәзәгә өшкөрөргә риза булып та, Хажисолтан ҡалымға биргән малын, ваҡ-төйәген һыпырып алып ҡайтҡас, әйткән һүҙенән кире ҡайтты. Көн әлеге күрәҙәгә ҡалды. Ул инәлтмәне. Фәтхиәнең иҫке-моҫҡоларынан башҡа ашарына ла булмағанды асыҡ белгән күрәҙә өшкөргәнгә хаҡ һораманы. Улар менән үҙенең аҡтыҡ икмәген бүлеште. Көнөн-төнөн Хәйретдиндең башы осонда ултырҙы. Ирендәрен ҡыбырҙатып, ниҙер туҡтауһыҙ уҡыны ла өшкөрҙө, төкөрөндө.
Фәтхиә үҙенә урын тапманы. Төрлө әмәлен эҙләне. Таныш әбейҙәренә лә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеп ҡараны. Аҙаҡтан, иренең биле биртенгәндер тип уйлап, Көзәйнәп әбейгә барҙы. Көзәйнәп әбей, уның һорауы буйынса, ҡараңғы төшкәс тә, Зөлфиәне эйәртеп, урам буйлап сығып китте. Өйҙән-өйгә йөрөнө. Тыштан тороп, һәр өйҙөң ишеген ҡыҫып, эскә ижауын һона ла:
Бейем улы биртенгән,
Ҡайным улы ҡатынған.
Биртек һорай йөрөйөм,
Ҡаты-ҡото бирегеҙ, -
тип Һамаҡларға тотона.
Эстәге өй хужалары, биртек һорап йөрөүсенең кем икәнен белмәйенсә, ижауға ни етте шуны һалалар. Унарлаған өйҙән ярты ижау самаһы йыйылған һөт, һыу, тоҙ, икмәк валсыҡтарын бергә иҙеп, имсе Хәйретдиндең биленә һөрттө. Ишек тотҡаһын сайҡаған һыуҙы йылытып эсерҙе. Ләкин уларҙың да ярҙамы теймәне. Тормошта ла зарлана белмәгән, хәйләһеҙ, баҫалҡы, ғәҙел Хәйретдин тыныс ҡына мәңге йоҡоға китте.
Атаһын ерләй торған көндө Ырымбурҙан Ҡаръян утарына күсерелгән бер аяғы зәғиф ҡалған Ғәйзулла өйөнә ҡайтты. Ул, ҡайтҡас та, урындыҡ буйына һуҙып һалынған хәрәкәтһеҙ атаһының эргәһенән ҡуҙғалманы. Илауҙан шәмәргән, асыҡҡан һәм юлда оҙаҡ килеүҙән йонсоған Ғәйзулла күҙҙәрен атаһынан алманы. Өҫтө сепрәк менән ябылған атаһының күкрәге, тын алғандағы һымаҡ, бер ҡалҡып, бер төшөп торғандай күренә. Уның үлеүенә, мәңгегә яҡты донъянан китеүенә күңеле ышанмай. Ул аҙ ғына ятыр ҙа тороп ултырыр кеүек. Ғәйзулла атаһының йөҙөнә туп-тура ҡарарға ҡурҡты. Элек мөләйем күренгән йөҙө аҡһыл күк төҫтә, һыуыҡ һәм ят. Ауыҙын нығытып ҡымтыған. Күҙҙәрен йомған, һаҡал-мыйығына күптән бәке теймәгән. Тәртипһеҙ рәүештә аҡһыл йөндәр үҫкән.
Стена буйында һөйләнеп ятҡан Нәфисә эргәһендә кәфенлек теккән бисәләр ни тураһындалыр бышылдашалар. Әсәһе хәлһеҙ, көлдөксәлә ултыра. Унан арыраҡ мәйет йыуған Хәким менән күрәҙә мулланың килеүен көтәләр. Улар үҙ-ара ишетелер-ишетелмәҫ бәхәсләшәләр.
- Мулла хәҙрәт килмәҫ, ахыры, - тине, көрһөнөп, Хәким ҡарт. - Ҡәбер әҙер. Әллә үҙең йыназа әйтәһеңме?
Был тәҡдимде көтмәгән күрәҙә, ҡапыл ғына яуап таба алмай, урынында борғоланды. Уның ҡайҙан килеүен, кем булыуын берәү ҙә белмәй. Йылға яҡын ауылда йәшәүенә ҡарамаҫтан, хатта исемен дә белмәйҙәр. Барыһы ла уға "күрәҙә" тип мөрәжәғәт итә. Ауылда ауырыған кеше булдымы, "өшкөрөүе" шифалы, "тыны килешә" тип, уны өйҙән-өйгә йөрөтәләр. Албаҫты ҡыуған ялына бер һыйлана ла шуның менән ул ҡәнәғәт була. Ҡөрьән уҡытырға, аҙан әйтергә йәки мәйет өҫтөндә йыназа уҡырға Ғилман мулланы саҡырҙылар. Бының өсөн күрәҙәнең тарлығы килмәне. Йыназа уҡыу тураһында үҙенең дә уйлап ҡарағаны булманы. Был - тәүге тәҡдим. Халыҡ араһында дәрәжәһе күтәрелеүҙе иҫкә алып, ул риза булды.
- Тамаҡ ауыртыңҡырай инде. Мәйтәм, ҡысҡырып һөйләү килешмәй. Ҡыжылдайым да китәм. Мәйтәм, уҡырмын, мулла килмәһә. Эстән генә булһа ла йыназа уҡырмын.
- Эстән ҡабул булырмы?
- Була, була... Ниңә булмаһын. Ихлас күңелдән генә булһын.
Күрәҙә, ауыҙҙарын ҡыбырҙатып, ҡуш усы менән йөҙөн һыпырҙы. Ләкин ул мәйет эргәһенә ултырып өлгөрмәне, Ғилман мулла килде. Ул, һырлы таяғын ишек төбөнә һөйәп, ситегенән галошты ысҡындырҙы. Аяҡтарын бөкләп, мәйеттең башы осона барып ултырҙы. Йыуан елкәһендәге тирҙе камзул итәге менән һөртөп алды. Тап-таҡыр итеп ҡырылған башындағы һырлы кәпәсен рәтләне. Ауыр эштән арыған кеше һымаҡ йыш-йыш тын алып, тубыҡтарына таянған көйө бер аҙ ултырғандан һуң, ҡысҡырып уҡына башланы. Фәтхиә уның алдына иренән ҡалған буҫтау ҡуңыслы ҡатаһын, ғәйет көндәрендә генә кейә торған камзулын, күлдәген, йәш сағынан бирле һаҡлап кейгән берҙән-бер ситеген гүр саҙаҡаһына бирҙе. Мулла, уларҙы һәр яҡлап әйләндереп ҡарап сыҡҡас, яғаһы керҙән ҡырҡылып туҙа башлаған киндер күлдәкте кире ырғытты.
- Мәрхүмдең рәтлерәк нәмәләре ҡалмағанмы ни? - тип һораны ул, ризаһыҙлығын белдереп. - Бынауындай оло мәйеткә кеше хәйерҙән тана бирә, йәғни мәҫәлән, алам-һалам түгел. Йүнһеҙ бәндә... Хәйерҙән тана бирһәң дә, харам, ҡәһәрҙе үҙ башына саҡырҙы. Балаларын ен һуҡты. Байҙан килгән мал китте. Йәғни мәҫәлән, йоҡманы. Шайтан аҙҙырҙы балағыҙҙы. Ахыр заман етеүе шул.
Мәйет өҫтөндә зарланған мулланы тыңлап туйған күрәҙә:
- Мулла хәҙрәт, мәйтәм, былайтыу яҙыҡ булмаҫмы? - тине.
Ғилман мулла яуап ҡайтарманы. Ауыҙ эсенән мығырҙап, ҡабалан ғына һаҡалын ике усы менән һыпырҙы ла алдындағы хәйергә килгән әйберҙәрҙе, быраҡтырған күлдәкте кире алып, камзул өҫтөнән кейгән кәзәкейе ҡуйынына йәшереп, ҡайтырға әҙерләнде. Ишектән сығыр алдынан боролоп:
- Күрәҙә, шәп булһаң, йәғни мәҫәлән, зыяратҡа барғас, уҡырһың. Гонаһ шомло бәндәгә йыназа уҡып, гонаһ шомло булғым килмәй, - тине.
Өйгә йыйылған халыҡ оҙон күкрәкле арбаға түшәлгән ҡайыр өҫтөндә ятҡан кәфенлеккә уралған мәйет артынан эйәрҙе. Сатанлай-сатанлай, Ғәйзулла ла улар артынан ҡалышманы. Арба ауылдың үрге осондағы ҡайынлыҡтар араһындағы зыяратҡа барып етер алдынан ғына, Ғәйзулла туҡталды. Ул бәләкәй сағынан уҡ зыярат эргәһенән үтергә ҡурҡты. Бөгөн зыярат бүтән ваҡыттағынан да серле, ҡурҡыныслы күренде. Ундағы кеше күҙенә күренмәгән пәрейҙәр, мәйетте генә түгел, доғаһын белмәгән тере кешеләрҙе лә өҙгөләп ташларҙар кеүек тойолдо. Ғәйзулла әсәһенән ишеткән берҙән-бер шайтанға ҡаршы доғаны: "Йәмәғәшәрәр вәлиже илла бисолтан, фәвеһәйе рибби төкәҙиван..." - тип мәғәнәһеҙ ғәрәп һүҙҙәрен әйтеп, төкөрөндә. Шунан, илай-илай, Зөлфиә менән ауырыу Нәфисә апаһы ҡалған өйгә ҡарап кире сатанланы. Киләсәктә атаһыҙ нисек йәшәүҙәрен күҙ алдына килтерергә лә баҙнат итмәне. Әсәһе, апайҙары һәм үҙе ҡыҙғаныс тойолдо. Йәш эркелгән күҙҙәре бер нәмә лә күрмәйҙәр. Өйөнөң серек ҡапҡаһы эргәһенә барып еткәнсе, ул таяҡ ярҙамында барҙы. Аяғы һынған ҡош шикелле, һыңар аяғына баҫып һикерҙе.

XV
Йәш кәләшенә өйләнеүҙән уңмаған Хажисолтан бай ҙа үҙенең хәлен әллә ниҙән һиҙмәне. Хисмәтулла менән Нәфисәне мәсхәрәләү, Хәйретдиндең яҡты донъянан китеүе һәм мәһәренә бирелгән малды кире ҡайтарып алыу ғына күңелен баҫманы. Бөтә донъяны аҫтын-өҫкә әйләндереп онтағыһы, емергеһе килде уның! Яңы ҡорбан, яуызлыҡ эҙләне. Бәйле торған эт һымаҡ ажғырып, һәр кемгә ташланырға әҙер торған Хажисолтан тоҡтомалға хеҙмәтселәрен әрләне. Күҙенә күренгән ҡашығаяҡтарҙы күтәреп һуҡты. Аяҡ аҫтында осрағандарын тибеп осорҙо. Уның менән дә асыуы ҡанманы. Кәжән йылғаһы буйында сүкәйеп кер сайҡаған Сәйҙеямал эргәһенә барҙы. Сәйҙеямал ағас кеүек ҡороған бармаҡтары менән керен һығып ҡырсын өҫтөнә һалды. Эргәһендә бөйөрөнә таянып, ҡашын емереп торған байҙы күреп, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Бай, Сәйҙеямалдың төпкә батҡан күҙҙәренән, ҡайғынан ябыҡҡан, ослайған танауынан, көнгә янған һарғылт битенән сәнскеле күҙҙәрен алмайынса, оҙаҡ һүҙһеҙ торҙо. Йылғаның уртаһында бер юлы бер нисә балыҡ ҡарпыны, һыу өҫтөндә барлыҡҡа килгән шаҙра түңәрәктәр тирә-яҡҡа таралдылар. Йылға ситендә көтөү-көтөү йөрөгән ваҡ ҡына селбәрә балыҡтары, Сәйҙеямалдың һыуҙа торған яланғас аяҡтарын ҡытыҡлап, бәләкәй генә морондары менән төрткөләнеләр. Шунда ғына ул, яланаяҡ тороуынан оялып, ебетергә ҡуйған керҙәренә аяҡтарын йәшерҙе. Бай, серегән тештәре араһынан сарт-сорт төкөрөп:
- Бөгөндән минең күҙемә күренәһе булма. Йылғаны ла һинең өсөн бынан йырҙырмаған. Тирмән өсөн йырылған. Йылға - минеке... - тине.
- Алла хаҡы өсөн бернексәгә ҡыума, Хисмәтулланың атаһы менән бөтә ғүмеремде һеҙҙә үткәрҙем дәбаһа? Эшемдән ҡәнәғәт булдығыҙ. Ҡартым менән тормош уҙғарған урында үлергә бир. Йәшәргә күп ҡалмаған инде. Ҡартайған көнөмдә ҡайҙа барайым? - Сәйҙеямал сирышҡан бите буйлап тәгәрәгән күҙ йәшен һөрттө...

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Бөртөкләп йыйыла алтын - 07
  • Parts
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 01
    Total number of words is 3670
    Total number of unique words is 1949
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    43.5 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 02
    Total number of words is 3998
    Total number of unique words is 2121
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    44.3 of words are in the 5000 most common words
    50.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 03
    Total number of words is 3825
    Total number of unique words is 2094
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 04
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2046
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    42.0 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 05
    Total number of words is 3955
    Total number of unique words is 2019
    31.8 of words are in the 2000 most common words
    44.4 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 06
    Total number of words is 3745
    Total number of unique words is 2109
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    48.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 07
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2161
    29.3 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 08
    Total number of words is 3916
    Total number of unique words is 2013
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 09
    Total number of words is 3810
    Total number of unique words is 2018
    29.2 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 10
    Total number of words is 3873
    Total number of unique words is 1641
    31.5 of words are in the 2000 most common words
    43.9 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 11
    Total number of words is 3884
    Total number of unique words is 2141
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.0 of words are in the 5000 most common words
    48.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 12
    Total number of words is 3794
    Total number of unique words is 2085
    29.8 of words are in the 2000 most common words
    42.3 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 13
    Total number of words is 3094
    Total number of unique words is 1659
    31.9 of words are in the 2000 most common words
    45.5 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.