Latin

Бөртөкләп йыйыла алтын - 13

Total number of words is 3094
Total number of unique words is 1659
31.9 of words are in the 2000 most common words
45.5 of words are in the 5000 most common words
51.4 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
Ҡараңғы төштө. Тепляк эсендә янған шәм яҡтыһы төнлөк кеүек бәләкәй генә тәҙрә аша ҡарға төштө. Ә эш һаман туҡталманы. Бер туҡтауһыҙ гөрһөлдәп ауҙарылған йөк, тимер иләккә һәм таштарға ышҡылған көрәктәр тауышы шатырҙауы кис нығыраҡ ишетелде. Төн уртаһында ғына тауҙар артынан ҡалҡҡан моңһоҙ ай, офоҡто яҡтыртып, ҡаршылағы Бишитәктән ҡыҫылып күккә күтәрелде. Яланғас ағастың шәүләләре йымылдап ятҡан ап-аҡ ҡар өҫтөнә төштө.
- Браток, ас йөрөмә Эштән һуң, миңә барып, ярты ситнай икмәк алып тор. Аҙаҡ бирерһең. Мин үҙәк шахта эргәһендәге землянкала торам. Табырһың. Мине һораш. Әйтерҙәр - Михаил йүткерҙе. Тын алышы ҡыҫылды. - Өйҙә булмаһам, унда әбей булыр.
Улар башҡаса бер-береһенә һүҙ ҡушманылар. Тауыш-тынһыҙ ғына һәр ҡайһыһы үҙ эшен башҡарҙы. Хисмәтулла зонтҡа көрәген батырып: "Аңлауы ҡыйын был урыҫ ағайҙы. Серле кеше. Маширт хужаһы күралмай. Михаил дә уны хушһынмай. Икәүһе лә урыҫтар, һыйышмайҙар. Ә мин башҡорт XXVIII
Эштән һуң Михаил менән Хисмәтулла арыған аяҡтарын саҡ һөйрәп ҡайтыр юлға сыҡтылар. Көн буйы һыулы ҡом һәм ҡырсынташтарҙан тамған тамсыларҙан еүешләнгән, теткеләнеп бөткән алама кейемдәрен боҙ ҡапланы. Аяғындағы таш һымаҡ туң сабаталары ауырайҙы, һәр аҙым ғазап тойолдо. Төн тағы ла ныҡлап һыуытыуына ҡарамаҫтан, Хисмәтулланың ҡар өҫтөнә һуҙылып ятҡыһы килде. Егеттән алда барған Михаил уны ҡабаландырҙы.
- Браток, шәберәк атла. Иртәнге эшкә барыуға аҙ: ваҡыт ҡала. Ҡабалан. Ә мине эшселәр көтә.
Ни өсөн эшселәр көтөүен әйтмәһә лә, Михаилдың ҡайҙалыр мөһим эшкә ашығыуын аңлаған Хисмәтулла аҙымын йышайтты.
Һыуыҡтан ҡурҡҡан һымаҡ шоҡорайып ултырған сауҡалыҡ ҡарасҡыларынан һулға боролғас, барактар күренде. Шунда ғына Хисмәтулла тыйылғыһыҙ шатлыҡ һиҙҙе: тиҙҙән йылы мейес эргәһенә ултырып, Михаилдан алып торған икмәкте ҡайнаған һыуға ҡушып ашаясаҡ. Кинәт кенә иҫенә төшкән ошо уйҙан баяғыса, бер киҫәк икмәк ҡабыуҙан хәл алған һымаҡ, күңеленә йылы инде. Атлауы ла еңеләйҙе.
Ун алты сәғәт буйына эшләп арып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, Хисмәтулла тиҙ генә йоҡлап китә алманы. Эш ваҡытында ҡыҙыулыҡ менән беленмәһә лә, сынығырға өлгөрмәгән тәне, көрәкте ныҡ тотоуҙан барлыҡҡа килгән ҡулындағы һөйәлдәре һыҙланылар.
Иртәгеһе көндө Михаил эшкә сыҡманы. Уны алмаштырған һары сәсле, ҡарпыш ҡолаҡлы кешене күреү менән Хисмәтулла күңелһеҙләнде. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ юҡһыныу тойғоһон һиҙҙе. Ләкин белдертмәне. Тауыш-тын сығармай ғына зонттағы ҡомдо йәйеңке көрәге менән һоҫоп ҡул тачкаһына тултырырға тотондо. Уның һәр хәрәкәтен күҙәткән ҡарпыш ҡолаҡлы кеше, тар маңлайын ҡаплаған сәсен бүрке аҫтына һыпырҙы ла, ауыҙы эсендәге тәмәке төтөнөн борхолдата өрөп:
- Эй, егет, өтәләнмә! Юғиһә, тиҙ кәйкәйерһең, - тине.
Үҙенән нимә талап ителеүен аңламаған Хисмәтулла өндәшмәне. Эшен дауам итте.
Тәмәке тартып ҡуҙғалмай бер урында торған теге кеше эш башларға һаман ашыҡманы.
- Исемең нисек?
- Хисмәтулла.
- Ә мине Васька йәки Василий, - тип үҙен таныштырҙы ла, ул ҡапыл асыуланды: - Ниндәй дурак һин, Хисмәтулла. Тфү!
Хисмәтулла аңламаны.
- Ниңә?
- Кем өсөн шулай тырышып эшләйһең? Улайһа, әйҙә, икебеҙ өсөн дә эшлә, ә мин ял итәйем...
Хисмәтулланың асыуы ҡабарһа ла, уның менән телләшергә баҙнатсылығы етмәне.
Василий, көрәген тотоп, тачка эргәһенә килеп баҫты. Ләкин унда ла ярҙамлашырға теләмәне. Улаҡ һәм зонт ҡомло таш менән тулды. Хисмәтулла яңғыҙы өлгөрмәне.
Тепляк ишеге асылды. Яҡынлашып килгән кемдеңдер аяҡ тауышын ишеткәс кенә Василий, йоҡонан уянған кешеләй һиҫкәнеп, эшкә тотондо.
- Эй, егет, тиҙерәк ҡуҙғал, - тине лә таш тултырылған тачканы отвал ситенә түгергә алып китте. Зонтҡа яҡынлашҡан ровняльщик:
- Эй, нимә һеҙ бында? Буш породалар менән тултырҙығыҙ ҙабаһа! - тип ҡысҡырҙы ла, Василий тачка менән аҙапланғанда Хисмәтулланың тик тороуын күреп, уға ҡаҙарылды: - Нимә һин, маңҡа, һуҡырайҙыңмы? Ялҡауҙарға беҙҙә аҡса түләмәгәнде белмәһәң, белдерермен әле!
- Юҡҡа асыуланаһың, начальник! - тине Василий, тачкаға яңынан ҡом тултырған ыңғайҙа. - Малай әле сыныҡмаған. Эшкә өйрәнһә, минән кәм эшләмәйәсәк. Асыуланма, начальник. Уны өйрәтеүҙе мин үҙ өҫтәмә алам.
Ярһыуы бер аҙ баҫылған ровняльщик тауышын кәметте.
- Нисек йәнең көймәһен. Төш яҡынлашып килә, ә ул һаман йоҡоһонан уянмаған.
- Мин эшләгәндә ул гел ҡарап торҙо, - тине Хисмәтулла, ровняльщиктың башҡортса аңламауын онотоп.
Егеттең нимә әйткәнен һиҙгән Василий барыһын үҙенсә борҙо:
- Эйе, эйе, малайҙы эштән ҡыума, начальник. Күрәһеңме, ғәфү үтенә. Йәш саҡта барыбыҙ ҙа шулай инек бит...
- Һуңғы тапҡыр! - Ровнялыцик көрһөндө. - Башҡаса эштә йоҡлайһы булмаһын!
Ровняльщик артынан тепляк ишеге ябылғас та Василий ҙур таш өҫтөнә барып ултырҙы һәм эсен тотоп көлөргә тотондо.
- Ой, ҡыҙыҡ! Хужаны әйтәм, ҡайһылай мәрәкә кеше! Алдағанға тиҙ ышанды. Ха-ха-ха...
- Ниңә алданың? - йоҙроҡтарын төйнәгән Хисмәтулла, асыуынан ҡыҙара бүртеп, Василийға яҡынлашты. - Алдаҡсыны ни эшләтәләр, беләһеңме?
Ҡапыл көлөүҙән туҡтаған Василий урынынан торҙо.
- Нимәгә әтәсләнәһең? Холоҡһоҙ кешене яратмайым мин. Малай насар эшләй тип ошаҡлаһам, начальство бында бер көн тотмаясаҡ, - тине ул, күҙен ҡыҫып. - Артыңды ҡыҫып йөрөһәң, һинән уңған кеше булмаҫ.
Хисмәтулла өндәшмәне.
- Мин алйот һине яҡланым, ә һин, рәхмәт урынына, һуғышырға... - тип һуҙҙы Василий. - Ярар, асыуланышмайыҡ. Кем дуҫ, кем дошман икәнен аңларһың әле. Башың йәш. Һинең кеүек саҡта мин дә ҡыҙыу була торғайным. Хәҙер үҙгәрҙем. Бер шешә араҡы менән бисәнән башҡа нәмә кәрәкмәй. Аҡылға ултырғас, һин дә шулай итәсәкһең, егет, аңланыңмы?
Хисмәтулла, яуап ҡайтармайынса, зонтты баҫҡан ҡомдо һоҫоп тачкаға тейәй башланы.
Төшкө аш ваҡыты еткәс, ҡатындар тағы ла тимер мейесте уратып ултырҙылар. Хисмәтулла, уңайлы яйын табып, ҡара яулыҡ ябынған ҡатынға яҡыныраҡ шыуҙы.
- Һинән һорарға мөмкинме?
- Нимәне? - Ашауҙан бүленгән ҡара яулыҡ ябынған ҡатын башын бороп ҡараны. - Һора. Тыңлайым.
- Михаил ни эшләп эшкә сыҡманы икән?
- Уның ниңә кәрәге бар һиңә? - тип һораны ҡатын.
- Икмәк алып торғайным, - тине Хисмәтулла, һәр һүҙ һайын тотлоғобораҡ. - Ҡунаҡҡа саҡырҙы... кисә уға баралманым...
- Барыуың-бармауыңда минең ни ҡыҫылышым бар? Уға бисә лә түгел... Мин бер ни белмәйем, - тине ҡара яулыҡлы ҡатын.
Яңғыҙы бер мөйөштә ултырып тамаҡ туйҙырған ровняльщик ҡәнәғәтләнеп көлдө.
- Молодец, Маша!
Ҡараңғы төшкәс, эштән һуң баракка ҡайтып барған Хисмәтулланы ҡара яулыҡ ябынған ҡатын ҡыуып етте һәм, тирә-яғына ҡаранып, шыбырҙап ҡына әйтте:
- Һин бая Михаилды һорашҡайның... Әлегә уға йөрөмә. Ату һиңә лә эләгер! Хисмәтулла ҡурҡты.
- Нимә булған уға?
- Уның хаҡында, алама кеше тип, ошаҡлағандар. Кем икәнен белмәйем. Бәлки, беҙҙең ровняльщиктыр, бәлки, бүтән берәй әҙәмдер... Кеше алдында Михаилды һорашма, ә Василийға юҡ-барҙы һөйләмә. Ул ышанысһыҙ кеше.
Хисмәтулла ризалашып баш ҡаҡты.
Михаил икенсе, өсөнсө көндө, аҙнанан һуң да күренмәне. Был урыҫ ағайҙы Хисмәтулла әкренләп онота ла башланы. Эшкә күнекте. Прииск тормошона ла тиҙ эйәләште. Тәүге ай өсөн эш хаҡын алыу менән үтестәрен таратты. Икенсе юлы аҙ ғына булһа ла алған эш хаҡынан бүлеп әсәһенә ебәрергә тип йөрөгәндә, бер төркөм ҡыҙмаса булған старателдар уратып алдылар. Улар араһында Василий ҙә бар ине. Балсыҡҡа буялған, сәстәре туҙған, ауыҙынан араҡы еҫе аңҡып торған ҙур танаулы кеше иҫке күлдәгенең асыҡ иҙеүенән күренгән үңәсен һоноп:
- Һин, һин, мырҙам, ҡыҙтәкәме әллә? - тип һораны.
- Нисек? - Хисмәтулла аңламаны.
- Һин үҙең бисә лә, үҙең ирме, тим.
- Ниңә улай?
- Шу-шулай тимәй, нимә тиң! Егетлегең күренмәй. Араҡы эсмәйһең. Бисәләр яратмайһың. Тартмайһың. Тапҡаныңды ус төбөндә йәшереп тотаң. Тфү! Егетлекме шул? Ғәрлек! - тип ҡысҡырҙы Василий.
Уның һүҙен башҡалар ҙа элеп алдылар:
- Егет булһа, теге получкаһында уҡ ағайҙарын һыйлар ине.
- Бер баракта тора, ҡасып йөрөй.
- Һау саҡта эсмәгәнде, үлгәс эсмәк булаһыңмы?
- Беҙҙә шулай закон, мырҙам, - Василий Хисмәтулланың яурынына ҡулын һалды. - Эшкә инеп, получка алдыңмы, вәссә! - Ул үңәсенә сиртте. - Эс! Иптәштәреңде лә онотма.
- Ул ирлеген хәҙер күрһәтә...
- Әйҙә, ҡабаҡҡа араҡы әпкилгәндәр. Аҡсаңды ҡыҙғанһаң, үҙебеҙ һыйҙарбыҙ.
Хисмәтулланы, көслөк менән тигәндәй, ҡабаҡҡа алып инделәр. Ҡабаҡҡа иҫеректәр тулған. Ҡабаҡ геүләп тора. Ҙур танаулы кеше, көтөүҙә һыйышмаған мөгөҙлө һыйырҙай, аяҡ өҫтө тороусы старателдарҙы йырып, алға үтте. Уның артынан эйәргән Василий Хисмәтулланы әйҙәләп алға этте.
- Ҡалма!
Хисмәтулланың яңы дуҫтары иркенләп өҫтәл артына ултырышты. Ҡабаҡ хужаһынан алған бер сирек араҡы етмәне. Яңынан ҡабатланылар. Ас ҡарындан эскән Хисмәтулла тиҙ иҫерҙе.
Төрлө телдә таҡмаҡ әйтеү, һөйләшеү, һуҙып йырлаған оҙон ҡайғылы йырҙар, йоҡо аралаш төш һымаҡ, Хисмәтулланың аңына инде. Күршеһе уның бөйөрөнә төрттө.
- Әйҙә, эсәйек,
- Шешә ялап иҫерер икән кеше.
- Ха-ха-ха...
Хисмәтулла тертләне. Нәфисә менән икәүләп урам буйлап мәсхәрәләнгән саҡтағы ваҡиға иҫенә төшөп, йөрәген әрнетте. Ул урынынан торҙо.
- Ултыр, ҡайҙа торҙоң?
- Китәм, ағайҙар, китәм... Үсемде алам. Ҡан эскестән... Хажисолтандан...
- Туҡта әле, ултыр. Эсәйек араҡы. Араҡы ҡайғыны баҫа. Төкөр донъяһына, бисә бөткәнме! Тот! Һау саҡта эсеп ҡалайыҡ, - тине мыйыҡлы старатель.
- Улайһа, әйҙә! - Хисмәтулла үҙенә һалған араҡыны күтәрҙе.
- Туҡта, бир әле. Әҙерәк өҫтәйем, бигерәк бүҫкә.
Старателдар бик күп араҡы шешәләрен бушаттылар. Василий күрше өҫтәлгә күсте. Уның урынына икенсе старатель ултырҙы. Ҡабаҡ геүләне. Бысраҡ, өҫтө өҙгөләнеп, биттәренә йөн үҫкән старателдар үҙҙәренсә күңел асалар.
- Һин, ҡустым, юҡҡа өтәләнәһең, - тине мыйыҡлы старатель. - Кешегә ҡыуаз тотоу килешмәй. Боронғолар белмәй әйтмәгән: "Кеше таш менән атһа, һин аш менән ат", - тип. Һин кешелек менән еңергә тырыш. Яуызлыҡ килешмәй, ҡустым! Килешмәй, мосолман бәндәһенә!
- Шулай булғас, ниңә боронғолар: "Алтмыш йәшлектекен ашаһаң да, алты йәшлек сабыйҙыҡын ашама",- тип әйткән? Дөрөҫ һүҙ! Сабый үҫә. Үҫһә, үсен алырға мөмкин. Ә ҡарт кеше ни эшләһен? Кирегә сүгә. Шуға күрә ул ҡурҡыныс түгел.
- Яңылышаһың, ҡустым. Хисмәтулла башын сайҡаны:
- Ю-уҡ, ағай! Мин, үсемде алмай, тынысланасаҡ түгелмен! Әсәйем, әсәйем генә йәл.
- Ярар, ярар. Беҙ янғансы, араҡы янһын! Эс! Туйғансы эс! Эсеп ҡалайыҡ. Әллә бар, әллә юҡ ғүмер. - Мыйыҡлы старатель, шыңшып, йәшле күҙен һөрттө. Уға башҡа старателдар ҙа ҡушылды:
- Э-эх, был ғүмер, ғүмер!
- Бөгөн һау. Иртәгеһен аллаһы тәғәлә белә... Ер аҫтында ҡалыуы оҙаҡ түгел. Себендәй ҡырыла беҙҙең халыҡ!
- Эйе! Үткән аҙнала ғына ун алты кеше шахта аҫтында ҡалды. Кисә өсөнсө горизонтта эшләүсе кеше үлгән. Балалары күп, ти, бисәһе конторға килгән. Берәү ҙә һөйләшергә теләмәгән.
- Ю-уҡ, бушты һөйләйһең! - Ҙур танаулы кеше кире килде. - Һин, һин, алдашма! Өс тәңкә аҡса биргән Наҡышев. Һин ҡыуған тиһең.
- Өс тәңкә булһа ла инде...
- Ә күпме араҡы килә өс тәңкәгә! Беләһеңме?
- Ләғнәт төшһөн инде...
- Егеттәр, егеттәр, ҡуйығыҙ әле! Эсәйек! Төшөрәйек үткән ғүмер өсөн, - тине лә мыйыҡлы старатель ҡысҡырып йырлап ебәрҙе:
Йәш йөрәккәйҙән сыҡҡан йырҙар
Дәртләндерә Уралдың улдарын.
Ҡайҙа ла ғына һайрай ҡош-турғай?
Һыу буйҡайҙарында ла туғайҙа.
- Һәй-һәй-һәй, һәпәлә-әү! - Йырҙың аҙағын күтәреп алдылар.
- Этлек! Тормошта йәшәгәнсе, йәшәмәгәнең мең артыҡ. Араҡы булмаһа, ни эшләр инек? Араҡы ғына баҫа ҡайғыны. Араҡы!
- Аҡылыңды эсмәй, белеп эсһәң, аҡсаң булһа, араҡы шәп нәмә! Мин эсәм, эсәм! Аҡылымды эсмәйем. Ниңә эсмәҫкә? Беҙ түгел, байҙар эсә. Беҙ ҡайғынан, байҙар туйынып эсә, - тине ҡарт старатель. - Михаил дөрөҫ әйтә... Байҙар эт урынына ла күрмәйҙәр беҙҙе. Э-эх, тормошмо ни был?..
Старатель һөйләгәнде Хисмәтулла башҡаса ишетмәне, аңламаны ла. Ул иҫерҙе. Айҡалып-сайҡалып ултырҙы-ултырҙы ла, башын өҫтәлгә һалып нисек йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды...
Хисмәтулла бик ныҡ өшөүҙән уянды. Күңеле болғанды. Башы ярылырҙай булып һыҙланы. Аҫтындағы утын ағастарын ситкә этеп, урынынан торҙо. Ҡабаҡта кистән ятып ҡалған иҫеректәр һәм сүпле иҙәндә арҡыс-торҡос аунап ятҡан эскәмйәләр генә ҡалғандар. Ул, ниҙер иҫенә төшөрөп, кеҫәһен һәрмәп ҡараны һәм, үкенесле тауыш сығарып:
- Эх, ни эшләнем мин, - тине.
Ләкин үкенеүе кискә тиклем генә барҙы. Кис булғас Василий уны баш йүнәтергә яңынан ҡабаҡҡа саҡырҙы...
Көн дә эштән һуң, сиратлашып, кем булһа ла, аҡсалы кеше аҡсаһыҙҙарҙы һыйланы. Старателдар тапҡандарын араҡыға тыҡтылар. Приискыла ашамлыҡ әйберҙәре етмәһә лә, араҡыға мохтажлыҡ юҡ ине. Араҡынан башҡа күңел аса белмәгән йөҙәрләгән старателдар һымаҡ Хисмәтулла ла әкренләп эскегә бирелде. Нәфисәнең һаман да ауырыуын, Фәтхиәнең, күҙенә сыбыҡ төртөлөп, һуҡыр булып ҡалыуын ишеткәс, уның бөтөнләй рухы төштө. Киләсәккә өмөтләнеп ашҡынырлыҡ бер ниндәй ҙә маҡсат күрмәне. Ә маҡсатһыҙ йәшәү - үлем. Ни ҡыҙығы бар донъяның. Кеше эшләү һәм ашау өсөн генә донъяға тыуғанмы? Хайуан да йәшәй. Кеше лә . Кеше хайуандан ҡайһы яғы менән айырыла һуң?
Хисмәтулла, төрлө уйға сумып, эштән ҡайтышлай ҡабаҡҡа инеп барғанда, ҡапма-ҡаршы Сәйфетдинға тап булды.
- Бына ҡайҙа йөрөйһөң икән, берәҙәк, - тине ул, шатлыҡ менән Хисмәтулланың ҡулын ҡыҫып. - Һине эҙләмәгән ер ҡалманы. Эшләгән ереңә барҙым, юҡ. Баракка барҙым, юҡ. Иң аҙаҡ, ошонда була тигәс, ошонда килдем. Ҡарайым, бында ла юҡ. Туҡта әле, тейеп китәйем әле тим. Көтәм. Юҡ. Көтә-көтә көтөк булдым. Йә, ярай. - Ул үҙенең һүҙен үҙе бүлдереп: - Әйҙә, киттек, ҡалғанын аҙаҡ һөйләшербеҙ, - тине.
- Ҡайҙа?
- Һине бер таныш кешең саҡыра. Килһен әле, ти. Ниңә икәнен, кем икәнен һорама, үҙең күрерһең.
- Мин бер ҡайҙа ла бармайым. Арыным. Теләһәң, әйҙә, инәйек, һыйлайым. Эсәйек. Осрашыу хөрмәтенә...
- Туҡта әле, - Сәйфетдин Хисмәтулланы ситкә тартты. - Әйҙә, әйтәһе һүҙем бар...
Ҡабаҡ эргәһенә йыйылған алам-һалам кейенгән кешеләр уларҙың артынан эйәрҙе. Уларҙың күбеһе эшһеҙ. Ашағандан, эскәндән ҡалғанды йыйып йөрөгән хәйерселәр. Ҡайһыларының өҫтөнә кейергә бөтөн сабатаһы ла юҡ. Күптәнән бирле бәке теймәгән биттәре шешенгән. Ҡайһыларының күҙ төбөндәге тиреләре һалынып төшкән.
- Нимә бар һеҙгә? Исмаһам, һөйләшергә бирегеҙ, - тине Сәйфетдин.
Ҡулдарын һоноп теләнселәгән хәйерселәр, саҙаҡа эләктергәс кенә, уларҙың теңкәһенә тейеүҙән туҡталдылар.
- Сәйфетдин ағай, мин бүтән бармайым. - Хисмәтулла туҡталды. - Нимә әйтергә уйлағайның?
- Минең ни һиңә йомошом юҡ. Бармаһаң, үҙ ихтыярың Михайла тигән кеше саҡырғанға әйткәйнем...
- Михайла? Теге минең менән эшләгән микән? Ниңә байуҡ әйтмәнең? Ҡайҙа ул? - Хисмәтулла шатланып китте һәм ҡапыл ғына һүрелде. - Моғайын, үтескә алған икмәк өсөн саҡыралыр. Минең икмәк юҡ. Иртәгә барырмын.
Сәйфетдин, асыу менән уның яғаһынан эләктереп, гер һымаҡ ҙур, ауыр, тос уң ҡулы йоҙроғон күтәреп кире төшөрҙө лә, башын һелкеп:
- Томшоғоңа тондорор инем дә, йәшһең. Аңламаҫһың, һине меҫкен, ваксылдыр тимәгәйнем. Мин генә түгел, Михайла ла... Бар, эс, - тине лә, хушлашмай, китеп тә барҙы.
Асыуланышыуҙың сәбәбенә төшөнә алмай ғәжәпләнеп ҡалған Хисмәтулла ниҙер иҫенә төшөрҙө һәм Сәйфетдиндың артынан йүгерҙе.
- Ағай, туҡта әле!
Улар ярышлап атланылар. Оҙаҡ барҙылар. Сәйфетдин, үпкәләүен онотоп, һүҙҙе үҙе башланы. Хисмәтулланың тормошон һорашты, үҙенең хәлен һәм эшен һөйләне. Иң аҙаҡтан ғына ғорур һәм маҡтансыҡ тон менән:
- Беләһеңме, мин һине ҡайҙа апарам? - тип һораны.
- Михаил эргәһенә, - тине Хисмәтулла.
- Ниңә?
- Белмәйем.
- Э-э-э! Шул шул. - Сәйфетдин йәнләнеп китте. Былай ҙа саҡ-саҡ ишетелгән тауышын түбәнәйтеберәк: - Ленинды өйрәнергә, - тине.
- Нимәкәй һуң ул, нимә?
- Ленинмы? - Сәйфетдин уйға ҡалды. - Ленин бәлшәүик, ти. Байҙарҙың мөлкәтен тартып алып, ярлыларға өләшеп йөрөгән кеше.
- Уныһы шәп икән! Ул беҙгә килһә, мин иң элек Хажисолтан байҙан үс алыр инем. Ә ул кешене һинең күргәнең бармы?
- Лениндымы? Күргәнем юҡ.
- Ҡайһылайыраҡ кеше икән? Моғайын, теге Ғәли бәһлеүән Һымағыраҡтыр инде.
- Һе, бәһлеүәнең нимә генә ул! Ленин уны сәтәкәй бармағына эләктереп ташлаясаҡ! Әллә һин, байҙар тоҡтомалға ҡурҡалар, тиңме?
Башы томаланған Хисмәтулла уйға ҡалды.
- Ә был урыҫы һәйбәт кешеме?
- Михайла - бик шәп. Урыҫ булһа ла, мосолмандарға һүҙ тейҙермәй. Яҡлай. Байҙарҙы яратмай.
- Урыҫ байҙарын дамы?
- Урыҫтарын да. Ә ярлы өсөн йәнен-тәнен бирергә әҙер. Ярлыларҙы яҡлашҡанға, каторгаһында ла, Себерендә лә, бастругында ла ултырған, һигеҙ мәртәбә генә! Әйтеүе генә анһат. Ә үҙе, аптырайым, харап күпте белә. Уҡымышлы әҙәм. Ҡағыҙҙы шатырҙатып уҡый.
***
Мөйөштәре ҡыйшайып, ығышып бөткән, өҫтө ҡарға күмелгән ташландыҡ балаган күренгәс тә, юлды арҡыры сабып бесәй уҙҙы. Хисмәтулла шып туҡтаны:
- Юлды бесәй ҡыйҙы.
- Ҡайҙа?
- Ана ултыра.
Дүңгәк аръяғына барып боҫҡан ятһыраған бесәйҙең йәшел күҙҙәре ай яҡтыһына сағылып ялтыраны.
- Ағай, кире боролайыҡ, бесәй ҡыйған юл уңмаҫ, ахыры.
Сәйфетдин өндәшмәне. Ерҙән ҡаты ҡар киҫәге алып, бесәй ултырған яҡҡа ырғытты. Ҡурҡынған бесәй, тырнаҡтары менән ҡайырҙарҙы сапсып, дүңгәктән арыраҡ торған ҡарт ҡайын башына менеп китте.
Шул ваҡытта балаган яғынан ҡарасҡы күтәрелеүен күрҙеләр. "Моғайын, кеше үлтереүселер, бесәй юлды тигенгә ҡыймаған икән", - тигән уйҙан Хисмәтулланың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Уларға ҡаршы килгән ҡарасҡы кеше шәүләһе булып сыҡты. Ул таныш булмаған көйҙө һыҙғыра-һыҙғыра:
- Эйе, тәмәке тоҡандырырға шырпың юҡмы? - тип һораны.
- Шырпыны ҡайҙан табаһың инде был заманда. Саҡма табылыр, - тип яуап ҡайтарҙы Сәйфетдин.
Был алдан һөйләшеп ҡуйылған пароль икәнен Хисмәтулла һуңынан ғына аңланы.
Бесәй тураһында онотоп, өсәүләп балаганға ҡарай атланылар.
Кәрәсин, сысҡан, саң һәм бәҫәргән ауыр еҫ аңҡып торған ташландыҡ балаган эсендә ҡыуыҡһыҙ шәм яндырып ултырыусылар араһынан Хисмәтулла бер Михаилды ғына таныны. Ул, күҙ ҡарашы менән дуҫтарса башын һелкеп, иҫәнләште лә бүленгән һүҙен дауам итте:
- Батшаға ла ышанырға ярамай, ул байҙарға ҡарағанда ла ҡомһоҙораҡ. Батша - ярлыларҙың иң ҙур яуыз дошманы. Батшаны тәхетенән тәгәрәтә һуғып төшөрмәйенсә, ярлылар рәхәт йәшәй алмаясаҡ. Батша менән байҙар бер яҡлы. Батша һеҙҙең кеүек ярлыларҙы үҙе ҡыҫа. Байҙар, старосталар, муллалар арҡылы. Уйлап ҡарағыҙ әле, һеҙ белгән байҙарҙың ҡайһыһы тир түгеп эшләй? Берәүһе лә эшләмәй. Шулай ҙа улар һеҙгә ҡарағанда һәйбәт йәшәйҙәр. Ниңә улай тип уйлайһығыҙ? Улар һеҙҙең эшләгән эш хаҡығыҙҙы биреп бөтөрмәй. Үҙҙәренең кеҫәһендә ҡалдыра. Асығыраҡ әйткәндә, һеҙ тапҡан малды байҙар урлайҙар.
- Нисек? Урлайҙар? - тип һораны кемдер аранан.
- Эйе, урлайҙар, - тип дөрөҫләне һүҙен Михаил. - Ләкин һеҙҙең кеҫәгеҙгә төшөп түгел. Эшләгән эшегеҙ өсөн тейешле булған аҡсаны биреп бөтөрмәй ҡалдыралар, һеҙгә, тейһә, сиреге тейәлер. Ҡалғанын байҙар үҙ кеҫәләренә һалалар.
- Беҙҙең управляющий ҙамы?
- Эйе, управляющий ҙа, Хажисолтан бай ҙа, барыһы, барыһы ла.
- Ә закон нимә ҡарай?
- Закон да улар ҡулында шул. Законды байҙар үҙҙәре сығара...
- Ҡарғаның күҙен ҡарға суҡыймы ни?
- Эйе, эйе! - Михаил старателдың һүҙен хупланы.--Дөрөҫ әйтәһең.
Старателдар шаулашырға тотондолар.
- Ниңә, шулай булғас, көтөп торорға?
- Байҙарҙы дөмөктөрөргә кәрәк. Беҙ күп... Михаил, уларҙы көскә тынысландырып, ҡашын емереп аҫҡа ҡарап ултырған кешегә мөрәжәғәт итте:
- Һеҙ ниҙер әйтергә уйлайһығыҙ шикелле. Әйтегеҙ..
- Эй, мин былай ғына. - Ул күршеһенә ҡараны ла урынынан торҙо. Әллә управляющийҙы, штейгерҙы, кассирҙы, ауыл байҙарын үлтереп, байлығын бүлешәйекме тигәйнем. Уның һүҙен башҡалар ҙа хупланылар:
- Дөрөҫ, дөрөҫ!
- Нимәһен көтөп торорға!
- Беҙ оҙаҡ көтә алмайбыҙ .
Ярһыған старателдарҙы көскә тынысландырған Михаил, һәр һүҙҙе иҙеп, сәйнәп, ни өсөн әлегә байҙарға ҡаршы күтәрелергә ярамағанын аңлатып:
- Кеше үлтереүҙән тормош үҙгәрмәйәсәк. Ә эшселәр өсөн зыяны күп буласаҡ. Өс-дүрт бай урынына йөҙәрләгән иптәштәребеҙҙән яҙасаҡбыҙ, - тине - Байҙарҙан бүлешеп алған мал да оҙаҡҡа бармаясаҡ..
"Хажисолтан байҙы ла үлтерергә ярамай микән?" - тип уйланы Хисмәтулла. Ләкин һорарға баҙнатсылығы етмәне Уның уйын киң битле кеше бүлдерҙе:
- Шулай булғас, ни эшләмәк кәрәк? Һин, урыҫ, уҡыған кеше. Беҙгә аҡыл өйрәт. Ни эшләйек?
- Үҙегеҙ белгәнде халыҡҡа әйтергә кәрәк. Кем дошман, кем дуҫ икәнен халыҡ белергә тейеш. Беҙҙең дошманыбыҙ - батша, байҙар, сауҙагәрҙәр, үҙҙәре эшләмәй, кеше көсөнән файҙаланыусылар. - Михаил күҙлеген кейҙе. - Мин һеҙгә аңлатырлыҡ итеп әйттемме, иптәштәр?
- Аңлашыла, аңлашыла, әйҙә әйт...
- Ысын бәрелеш алда, иптәштәр. Аҙ ғына сабыр итегеҙ, һеҙ - старателдар, үҙегеҙ асыҡ аңлайһығыҙ: бөртөкләп йыйыла алтын. Беҙҙең көс тә, аң да, ана шул алтын шикелле, әкренләп бөртөкләп йыйыла.
Михаил һөйләгәндәрҙең күбеһен аңлай алмаһа ла, Хисмәтулла тышҡы ҡиәфәте менән башҡаларҙан айырылған, кәүҙәгә бәләкәй, ҡаҡса, ауырыу был кешелә ҙур көс һәм аҡыл булыуын һиҙҙе. Уның алғараҡ сығып торған маңлайы, бер-береһенән алыҫыраҡ урынлашҡан зәңгәр һауа кеүек асыҡ күҙҙәре, сикә тәңгәлендә ваҡытһыҙ сал ингән сәстәре, яғымлылығы һәм кешелекле булыуы ышаныусанлыҡ тыуҙыра. Әйткән һәр һүҙе йөрәктең кәрәкле урынына барып һеңә. Уны тыңлаған һайын, Хисмәтулла уға эйәләшеүен һәм яҡынлашыуын һиҙҙе.
"Был ағайҙың һәр һүҙе хаҡ. Иҙелеүсе халыҡ берҙәм тотонғанда ғына ҡоллоҡтан азат буласаҡ", - тигән һығымтаға килеп, ул башҡаларға һиҙҙермәй генә землянканан сыҡты. Балаганға ҡайтҡас та тыныслана алманы.
Михаилдан ишеткән һүҙҙәр уға тынғылыҡ бирмәне, уйландырҙы.
Шул көндән башлап Хисмәтулла ҡабаҡты урап уҙҙы.
Эштән ҡайтып тиҙ генә тамаҡ туйҙырҙы ла Михаил йәшәгән баракка йүгерҙе. Өлкән урыҫ ағаһының ауыҙынан сыҡҡан "партия", "большевик" "меньшевик", "революционер" тигән аңлайышһыҙ, серле, аҡылға һыймаған исемдәр алыҫ та, яҡын да һымаҡ тойолдо. Ул, ҡанаты киҫелгән ҡоштай, көсөн ҡайҙа ҡуйыр ер тапмай, тирбәлде, шул һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнгөһө, күҙен томалап торған ниндәйҙер ҡараңғылыҡтан ҡотолғоһо килде.
"Яңғыҙым харап булыр инем. Хәҙер мин көс, Михаил әйтмешләй, пролетариат", - тип уйланы Хисмәтулла.малайы булһам да, Михаил яҡын итә. Ғәжәп кеше",- тип уйланы.

You have read 1 text from Bashkir literature.
  • Parts
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 01
    Total number of words is 3670
    Total number of unique words is 1949
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    43.5 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 02
    Total number of words is 3998
    Total number of unique words is 2121
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    44.3 of words are in the 5000 most common words
    50.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 03
    Total number of words is 3825
    Total number of unique words is 2094
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 04
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2046
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    42.0 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 05
    Total number of words is 3955
    Total number of unique words is 2019
    31.8 of words are in the 2000 most common words
    44.4 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 06
    Total number of words is 3745
    Total number of unique words is 2109
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    48.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 07
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2161
    29.3 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 08
    Total number of words is 3916
    Total number of unique words is 2013
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 09
    Total number of words is 3810
    Total number of unique words is 2018
    29.2 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 10
    Total number of words is 3873
    Total number of unique words is 1641
    31.5 of words are in the 2000 most common words
    43.9 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 11
    Total number of words is 3884
    Total number of unique words is 2141
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.0 of words are in the 5000 most common words
    48.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 12
    Total number of words is 3794
    Total number of unique words is 2085
    29.8 of words are in the 2000 most common words
    42.3 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 13
    Total number of words is 3094
    Total number of unique words is 1659
    31.9 of words are in the 2000 most common words
    45.5 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.