Latin

Бөртөкләп йыйыла алтын - 07

Total number of words is 3985
Total number of unique words is 2161
29.3 of words are in the 2000 most common words
42.9 of words are in the 5000 most common words
49.6 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
- Уйнаштан тыуған улыңды аҫырайһың. Мин ул тыуманан тыуғандың башын баструкта серетәсәкмен!
- Харап итмә, зинһар, харап итмә баланың башын! Ул гонаһһыҙ. Нәфисә беҙгә үҙе йүгереп килде. Унһыҙ ҙа уның имен ере ҡалмаған. Харап итмә баламдың башҡайын.
Сәйҙеямал, имгәкләп барып, байҙың саңлы аяғына йығылды.
- Яҡын килмә, хәшәрәт! - тип бай сирҡанып уның яңағына типте. Сәйҙеямал сытырайҙы. Яңағын ике ҡулы менән тотоп, ауыртыуҙан бигерәк ғәрлегенән, йән әрнеткес тауыш сығарып, илап ебәрҙе. Күҙ йәше аралаш бүтән саҡтарҙа әйтергә баҙнат итмәгән һүҙҙәрҙе ысҡындырҙы:
- Үлтер! Мине лә үлтер! Мин ҡурҡмайым. Ҡартайғанмын. Кешегә үҙем әйтәсәкмен, һин мине ҡартайттың, һин мине мыҫҡылланың, һин мине шул хәлгә еткереүсе. Хәҙер мин ҡарт, хәшәрәт. Хәҙер улһыҙ ҡалдыраһың. Аллаһы тәғәләнең ҡаты ҡәһәре һуҡһын һине!
Сәйҙеямал ғүмер буйы күкрәгендә эркелгән, йонсотҡан һүҙҙәренә ирек бирҙе. Улар яҙғы ташҡын һыу кеүек урғылдылар. Әле генә эттәй ажарланып, асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәй торған бай, кеше ишетеүенән шикләнеп, әүрәтеү ниәте менән:
- Йә, тыныслан, һине берәү ҙә ҡыумай. Йәшәгән ереңдә йәшә. Боронғолар: "Кеше таш менән атһа, һин аш менән ат", - тигәндәр. Хисмәтеңә лә теймәҫтәр. Әйтермен, - тине һәм, был ҡатындың тағы ла яманыраҡ һүҙ ысҡындырыуын ишетмәҫ өсөн, ҡайтырға ашыҡты. Ә үҙе эстән генә: "Яйлы сағы тура килһен әле", - тип уйланы. Ҡойма янында ятҡан бүрәнәләр өҫтөндә үҙ-ара сәйнәшеп ултырған бисәләр, Хажисолтандың ҡайтып килеүен күреп, пыр туҙышып келәт артына ҡастылар. Йөрәгенә өҫтәп ут һалған Сәйҙеямалдың һүҙҙәренән һуң төрлө ауыр уйҙар менән өйөнә ҡайтты ул. Сәйҙеямал күпте, бигерәк тә күпте белә ине шул уның хаҡында. Сәйҙеямал менән танышыу күптәнге осраҡлы хәлдән генә башланып киткәйне. Хажисолтанға ул саҡта егерме йәш кенә ине әле. Үҙҙәренә бер һыныҡ икмәккә еләк алмаштырырға килгән йәш ҡыҙҙы күреп ҡыҙыҡһынды. Алама ғына кейенгән был ҡыҙҙың яғымлы һәм шатлыҡлы көлөүе йәтеш күренде. Әсәһенән тартынмайынса һөйләшкән ҡыҙҙың бит остарындағы ике соҡорҙо ҡырҙан һиҙҙермәй ҡарап тороу ғәҙәтенә инде. Көлгәндә йәки йылмайғанда шуларҙың береһенән ҡара нөктә һымаҡ күренгән миңе шул соҡорға бата. Ҡыҙ, еләгенә алмаштырған икмәген ҡултығы аҫтына ҡыҫтырып, ҡайтырға сыҡҡас, Хажисолтан уны ҡапҡа эргәһендә ҡыуып етте. Алдына төштө. Ҡыҙ ҡурҡып, артҡа сигенде.
- Һин минән ҡурҡма. Мине белмәйһеңме ни? Һиңә икмәк биргән кеше - минең әсәйем. Мин әсәйемдең улы, - тине Хажисолтан, һүҙҙе ниҙән башларға белмәйенсә.
- Ҡурҡмайымсы, - тине ҡыҙ төшөнкө тауыш менән, ә үҙе, ситлек эсендә тотҡан сәпсек һымаҡ, ҡайҙа ҡасырын белмәйенсә, артына сигенеүенән туҡталманы.
- Ҡыҙыҡай, һин кем ҡыҙы?
- Әсәйем ҡыҙы. Ағай, мине ебәр. Апайым һуҡрана торғандыр, - тине ҡыҙ, иламһыраған тауыш сығарып.
Хажисолтан, ҡыҙ менән һөйләшергә тырышып та, булдыра алмағас, уның һорауын үтәргә мәжбүр булды. Шунан һуң ҡыҙ өс-дүрт көн килмәй йөрөнө. Был ваҡыт Хажисолтан өсөн юҡһыныу һымаҡ тойолдо. Әсәһенән ул ҡыҙ тормошон һорашты. Ҡыҙ, бөтөнләй етем ҡалғас, Һәйет ауылынан Саҡмай ауылына өс аталаш апаһына килгән. Ул ҡыҙҙың исемен дә әсәһе аша белде: Сәйҙеямал. Был исем Хажисолтанға яҡын һәм ҡәҙерле тойолдо. Әллә тәүге мөхәббәт ялҡынын татырға өлгөрмәгәнгәме, ҡыҙ ярлы булыуына ҡарамаҫтан, уны күңеленән сығарманы. Түҙемһеҙлек менән килеүен көттө. Сәйҙеямал уларға тағы килде. Ләкин был юлы үҙе теләп түгел, уны Хажисолтандың әсәһе алып килде. Уның сеүәтәһен бушатып, ярты икмәк, өҫтәүенә, ҡаймаҡҡа туғылған ойотҡан һалып бирҙе. Был бисәнең йомартлығына һөйөнгән Сәйҙеямал уға, рәхмәтен нисек кенә итеп булһа ла белдерергә тырышып, бер ҡатлылыҡ менән:
- Инәй, көртмәле бешкән. Көҙгө йорт аръяғындағы тау итәгендә харап күп. Иртәгә күмәкләп барырға һөйләштек. Көртмәленән бешергән бирүк тәмле була. Бер биҙрә көртмәле йыйһам, яртыһын һеҙгә килтерермен, - тине.
Төпкө бүлмәлә әсәһе менән Сәйҙеямалдың һөйләшкәнен тыңлап ултырған Хажисолтан килеп сыҡты.
- Әсей, мин дә көртмәлегә барам.
- Бар, һине кем тота. Ваҡытым булһа, мин үҙем дә барыр инем, - тине әсәһе.
Иртәгеһенә Ҡыҙар урамында, ҡара сәүкәләр шикелле ҡауғалашып, көртмәлегә барырға әҙерләнгән ҡатындар, ҡыҙҙар һәм әбейҙәр йыйылдылар. Хажисолтан улар эргәһенә килергә булғайны ла, олораҡ бисәләрҙең "ҡыҙтәкә" тип мыҫҡыллауҙарынан ғәрләнде. Үҙе йәшендәге малайҙарҙы йыйып, Көртмәлетауға алданыраҡ барырға ашыҡты.
Иртәнсәк аяҙ торған көн боҙола башланы. Малайҙар оҙон кесерткән һәм алабута баҫҡан көҙгө йортто үтергә лә өлгөрмәнеләр, йәшен йәшнәне. Күк күкрәне. Борсаҡ һымаҡ төшкән беренсе ауыр тамсылар саңлы юлға тәгәрәп ҡапландылар. Ел ҡыуып килтергән ҡылый ямғыр, бәйҙән ысҡынған һымаҡ, бөтә көсө менән ергә ҡойолдо, һыуһаған нәҙек билле аҡ ҡайындар йәшел яулыҡҡа ябынған баштарын һелктеләр. Үҙ-ара ни тураһындалыр серләшеп шаулаштылар. Ҡапыл ғына, болотло күкте уртаға ярып, йәшен йәшнәне. Йәшен артынан яҡында ғына тағы ла көслө күк күкрәне һәм ярылған күктән төшкән ямғыр ҙа шашты. Йәшен уты күренгән һайын, ағас төбөндә күшегеп торған малайҙар "бисмилла, бисмилла" тип төкөрөндөләр һәм бер-береһенә нығыраҡ һыйындылар.
Ямғыр оҙаҡ яуманы. Аҡһыл ҡара болоттар ашыҡмайынса төньяҡҡа аҡтылар. Ямғыр менән йыуылған ысыҡлы урман өҫтөн ҡояш яҡтыртты. Донъяға бөтөнләй яңы төҫ инде. Ерҙән дымлы еҫ килә, тәнде рәхәтләндергән әскелт хуш еҫле ағастар, үләндәр, сәскәләр еҫе аңҡыны. Урманда шундай тынлыҡ, хатта бер генә ят тауыш та ишетелмәй. Түбәндә, яр аҫтында, ямғыр һыуынан көсәйгән Юрғашты йылғаһының ғына ҡупырынып, эре-эре тау таштарына һуғылып шарлап аҡҡан тауышы ишетелә. Малайҙар тәндәренә йәбешкән күлдәктәрен сисеп һыҡҡандан һуң, яңынан кейҙеләр ҙә ҡысҡырып көлөшә-көлөшә алға йүгерҙеләр. Улар Көртмәлетауға барып еткәс, һәр ҡайһыһы ҡуйы йүкәлек ағастары араһына таралышып бөттөләр. Яңы ғына яуған ямғырҙан йыуылған ҡара күкһел эре көртмәлегә күҙ эйәләшмәй. Уны йыйыу өсөн йөрөү ҙә кәрәкмәй. Бер урынға ултыр ҙа йәнең теләгәнсә йый ҙа йый.
Хажисолтан, көртмәле ашап туйғас, көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, үҙенән бәләкәйерәк малайҙарҙы илатты, йыйған көртмәлеләрен ергә һирпеп, аяғы менән иҙҙе. Шунда оҙон йүкә ағасын уратҡан ҡыуаҡлыҡ ситендә бөксәнләп яңғыҙы ғына көртмәле йыйып йөрөгән Сәйҙеямалды күрҙе. Сәйҙеямал егет алдында уңайһыҙланды. Китеү ниәте менән көртмәле тултырылған күнәгенең ҡылысына йәбешкәйне, Хажисолтан:
- Мин дә һиңә йыйышайыммы? - тип һораны ла, яуапты көтөп тормайынса, усы төбөндәге көртмәлене ҡыҙ күнәгенә ырғытты. Ул, тәүге көндәге һымаҡ, Сәйҙеямалдың ҡаршыһына сыҡты. Ҡыҙҙың, оялыуынан, бите, ҡолағы, хатта маңлайындағы асыҡ ҡалған сәс төптәре лә ҡыҙарған һымаҡ тойолдо.
- Ағай, мин китәйем инде.
- Ҡайҙа бараң? Әйҙә мин күнәгеңде күтәрешеп барайым
- Юҡ, юҡ, ағай. Ауыр ул... Мин үҙем...
Хажисолтан ҡыҙҙың ай-вайына ҡуймайынса, күнәген күтәреп алып китте. Уның артынан оло сабатаһын көскә һөйрәп, эләгә-йығыла Сәйҙеямал эйәрҙе.
- Ағай, ҡыҙҙар ул яҡҡа китмәнеләр. Өҫ яҡҡа киттеләр.
Ҡуйы, оҙон үләндәр үҫкән әрәмәлеккә барып еткәс, улар туҡтанылар. Хажисолтан һаҙлыҡ буйында үҫкән ҡарағатты ботағы менән һындырып алып Сәңҙеямалға һондо.
- Мә, аша ҡарағат...
Хажисолтан ҡыҙҙың беләгенән тотто. Ҡыҙ, ҡурҡыуынан һәм уңайһыҙланыуынан ни эшләргә белмәйенсә, артҡа сигенде. Хатта илар хәлгә тиклем барып етте.
- Ағай, ебәр... Ҡуй, ебәр... Ағай!..
- Сәйҙеямал, ҡурҡма. Мин һине кәләшлеккә һоратырға уйлайым... Һин минеке, аңлайһыңмы? Саҡ ҡына эргәмә ултыр...
Хажисолтан көслөк менән ҡыҙҙы тамырынан умырылып йығылған ағас өҫтөнә ултыртып, биленән ҡосаҡланы. Шунан улар, тартҡылаша торғас, икәүләп ергә тәгәрәнеләр...
Был хәбәр Сәйҙеямалдың апаһы арҡылы Хажисолтандың атаһы менән әсәһе ҡолағына еткерелде. Тегеләр ҡыҙҙың исеме сығыуынан да бигерәк әйттергән килендең туғандары, дуҫ-иштәр белеүҙән ҡурҡтылар. Сәйҙеямалды күп йылдар буйы ялсы булып эшләгән Хөснөтдингә кәләшлеккә алып бирергә мәжбүр булдылар. Икенсе яғынан егәрле, эшсән ҡатынды ҙур хужалыҡта ҡалдырыуы яйлы күренде. Шунан бирле Хажисолтан Сәйҙеямалдан айырылманы.
Хажисолтанды йәш сағындағы тағы ла бер ваҡиға борсой. Уныһы ла Сәйҙеямалдың тормошона бәйләнгән.
Ата-әсәһенән ҡалған мираҫ Хажисолтанды ҡәнәғәтләндермәне. "Ун ат, дүрт һыйыр ирмен тигән иргә байлыҡмы ни?" - тип уйланы ул. Хужалығында эшләгән хеҙмәтселәрҙең эше көндән-көнгә үҫкән нәфсене ҡаныҡтырманы. Тиҙ, бик тиҙ байығыһы килде уның. Һәм ул үҙенең теләгенә иреште. Ике-өс йыл эсендә ара-тирәләге ауыл байҙарын ҡыуып үтте. Ул байлыҡ яғынан прииск хужаһы Ғабдрахманов Ғәлиәхмәт менән генә тиңләшергә баҙнат итмәне. Ләкин уның нисек тиҙ байыуын берәү ҙә белмәне. Был турала төрлө кеше үҙенсә фекер йөрөттө. Ә уның байыуына әҙәм ғүмеренә бәйләнгән ҡот осҡос ҡомһоҙлоҡ сәбәп булды.
...Хөснөтдинде бер көнлөк һөйәркәһенә өйләндергәндән һуң, уны дошман күреүенә ҡарамаҫтан, баш эйеп, һүҙһеҙ, тырышлыҡ менән хужалығында эшләүе өсөн ихтирам итте. Уның күңелендә ниндәй уйҙар булыуын белеүе ҡыйын ине. Ләкин Хөснөтдин йәш байға хыянат итмәне. Хажисолтан быны үҙе лә һиҙҙе. Шуға күрә күп ваҡытта иң яҡын кешеләренә әйтмәгән сере менән дә уртаҡлашҡылай торғайны. Иҙел буйына Кәжән заводына йәки Верхнеуральск баҙарына Хөснөтдинде һуңғы мәртәбә бынан егерме йыл элек йәй аҙаҡтарында алып барҙы. Юлда йылға эргәһенә туҡталып ат ашатырға ла иртәгеһенә иртүк ҡуҙғалырға булдылар. Ут яндырҙылар. Ял иткәндә сеүәтәгә араҡы һалып эстеләр. Шунан сәйнүктәге сәйҙе бушаттылар. Хөснөтдиндең башы әйләнде. Тамағын туйҙырып алғас, Хөснөтдин янып бөтөп барған утты рәтләне. Остары көлгә әйләнә башлаған утлы торонбаштарҙы уртаға ырғытты. Ҡып-ҡыҙыл ҡуҙҙан күк һәм алһыу йылтырауыҡ ялҡындар арҡыс-торҡос һалынған ҡоро ағастар буйлап үрмәләнеләр. Бөҙрәләнеп күтәрелгән төтөн артынан, оҙон ағас япраҡтарын яларға теләгәндәй, ялҡын телдәре һуҙылды. Осҡондар сәсрәне. Ҡараңғы стеналар уттан артҡараҡ сигенделәр. Ҡайҙандыр килеп сыҡҡан йоҡоһоҙ ел, ут менән шаярып, күккә күтәрелгән төтөнлө ялҡынды ергә бороп һалды ла, яр буйындағы ерек ағастарының япраҡтарын үҙ-ара ҡыштырҙатып, китеп тә барҙы. Төнгө эс бошорғос ҡараңғы тынлыҡ урынлашты. Күктә, болоттан әрселгән урында, йондоҙҙар йымылдашып күҙ ҡыҫыштылар. Үлән араларында, йәйҙең үтеп барыуына зарланышып, сиңерткәләр серкелдәште. Үрҙәрәк, йылға буйында, ниндәйҙер яңғыҙ ҡош бер туҡтауһыҙ "саҡ, саҡ..." тип ҡысҡырҙы. Терһәктәрен йәйеп, ҡуш усы эсенә елкәһен ҡуйып, күккә ҡарап салҡан ятҡан Хөснөтдин, юлдан сыҡҡаны бирле тәүге тапҡыр көрһөнөп, әллә Хажисолтанға, әллә үҙенә-үҙе әйтте:
- Донъя, донъя .. Алда ни булырын белһәң ине ул...
- Һиңә минең ашатҡан икмәгем килешмәйме? Әллә бисәң үлдеме? Ҡаты көрһөнөргә ни, - тине Хажисолтан, ризаһыҙлыҡ белдереп.
- Аллаһы тәғәләнең биргәненә шөкөр. Аллаһы тәғә лә һаулығыңды бирһен, шөкөрмөн. Мин унан әйтмәнем,- тип яуап ҡайтарҙы Хөснөтдин, аҡланырға теләп, тотлоға-тотлоға. - Саҡ тауышы эсемде бошорҙо. Әсәйем мәрхүмдең әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙөм. Ул йыш ҡына Саҡ менән Суҡ ҡошо тураһында һөйләй торғайны. Борон, бик борон заманда, бер буйҙаҡ бисә ике улы менән тороп ҡалган, ти. Уландары гел һуғышҡан, ти. Әсәләре уларҙы әрсәләп алалмағас, ҡарғаған, ти: "Берегеҙ - Саҡ, берегеҙ Суҡ ҡошо булып осоп китегеҙ. Бер-берегеҙҙе күрә алмай интегегеҙ", - тигән, ти. Әсәләренең теләге ҡабул булған. Бер улы - Саҡ ҡошо, икенсеһе Суҡ ҡошона әүерелеп, икеһе ике тәҙрәнән осоп сығып киткәндәр.
Өлкән ағаһы Суҡ үлгән, ти. Ә ҡустыһы Саҡ уны эҙләй, ти. Ана бит, бахырҡай, ҡайһылай хафалана. - Хөснөтдин башын ҡалҡытып "саҡ... саҡ... саҡ..." тигән тауышты тыңланы. - Әсәйем бахырҙың да ҡустым Хәлфетдин менән мине шуларға тиңләп орошҡан сағы була торғайны. Ҡарғауын ҡарғамай торғайны былай. Рәнйеткән сағыбыҙ булғылағандыр, сабыйлыҡ, алйотлоҡ бит. Ә шулай ҙа әсәйҙе рәнйетеү килешмәне. Хәлфетдин хеҙмәткә китеп юғалды. Мин, Саҡ ҡошона оҡшап, уны көтәм...
Хужаһы яуап ҡайтармағас, Хөснөтдин, уны маҙаһыҙламайым тип, арба эргәһенәрәк шыуҙы. Утлы торонбаштарға өҫтәп утын ташланы ла, мендәр урынына әҙерләнгән йоморо утынға башын ҡуйып, бөгәрләнеп йоҡларға ятты.
Шуны ғына көткән Хажисолтан, һаҡлыҡ менән урынынан тороп, ҡуйы ҡараңғылыҡ араһында юғалды. Туғайҙа бышҡыра-бышҡыра үлән ашап йөрөгән аттың тышауын сисеп, һыбай атланды. Йылға буйлап аҫҡа юртты. Йылға аша кисеүҙе сыҡҡас, ул еңел сөсө төтөн еҫе сыҡҡанын һиҙҙе. Атын туҡтатып, теҙгененең осон ағасҡа бәйләне лә, ҡараңғы стена буйлап яғымһыҙ торған селектәрҙе икегә ярып, аҫҡа табан атланы, һөйләшкән тауыштар ишетелде. Бер аҙ барғандан һуң, бәләкәй генә яланда янған ҡыҙыу утты уратып ултырған өс ир кеше шәүләһе, уларҙан арыраҡ тәртәләре юғары күтәрелеп бәйләнгән ике арба күренде. Юлаусыларҙың икеһе ут эргәһенә кейем йәйеп йоҡларға ятты. Өсөнсөһө урынынан ҡуҙғалманы. Ҡарауылда ҡалды. Хажисолтан билбауға ҡыҫтырған балтаһын ҡулына тотоп, бысағын ҡыҫтырып, һүрелә башлаған утҡа шыуышты. Тубыҡтары дерелдәне. Йөрәге тибеүе аяғы аҫтындағы ерҙе тетрәткән һымаҡ һиҙелде. Ике аҙым һайын туҡтап, хәл йыйҙы, һаҡлыҡ менән тирә-яғына ҡараңғыланы. Йөрәге типкән тауыштан башҡа бер ни ҙә ишетелмәгәс, ут менән үҙенең араһын яҡынайтып, сысҡан тоторға барған бесәйҙәй, алға барҙы. Ҡайһы саҡта икеләнеп артҡа китергә лә уйлап ҡуйғайны, булдыра алманы. Аңына буйһонмаған ниндәйҙер көс алға өндәне. Ана, ҡарауылда утҡа ҡарап хәрәкәтһеҙ ултырған кешегә алты, дүрт, ике... аҙым ҡалды. Ҡарауылсы ҡыймылдаманы. Арттан, сикәһе тапҡырына самалап һуҡҡан балта төйҙәһе уны ергә тәгәрәтте. Шул уҡ балта һушһыҙ йоҡлап ятҡан кешенең башын уртаға ярҙы.
Ғырылдаған тауышҡа, йоҡо аралаш бер ни ҙә аңламай, өсөнсө юлаусы һикереп торҙо. Ул һәрмәләнеп пистолет эҙләне. Ләкин өлгөрмәне. Хажисолтан бөтә көсө менән уның да яңағын әйләндерә сапты. Юлаусы ҡысҡырып ебәрҙе, һөйәге менән бергә ите ҡатыш тиреһенә эләгеп һәлберәп торған эйәгенән ҡан урғылып аҡты. Ул интеккән ҡоро, ҙур күҙҙәрен аҡайтты. Ҡыҙыулыҡтан ауыртыуын һиҙмәйенсә, дошманына ташланды. Хажисолтан, яйын табып, бысаҡ менән уның үңәсенә сәнсте. Юлсы ғырылданы. Бөтә көсөн йыйып, тағы ла алға ынтылды. Тәненең ауырлығын тота алмайынса, төбөнән ҡырҡылған ағас һымаҡ, гөрһөлдәп ергә ауҙы.
Ярһыған Хажисолтан тышылдаша-тышылдаша аяҡтарын тартҡыландырып хырылдап ятҡан юлсыға ҡараны, һүнеп барған уттың тоноҡ ҡына яҡтыһы юлсының үңәсенән урғылып аҡҡан ҡанды яҡтыртты. Ҡуйы ҡара ҡан эркеме туҡтамай ергә шыуа. Ҡараңғы һалҡын һауала ергә ҡойолған ҡан еҫе аңҡыны.
Хажисолтан ҡулдарын сатаҡ-ботаҡ йәйеп, хәрәкәтһеҙ ятҡан мәйеттәрҙең кеҫәләрен аҡтарып ҡарап сыҡты. Шунан ҙур ауыр тоҡҡа һалған әйберҙәрҙе алып китергә йыйынғанда, әрәмәлектән тауыш ишетте. Аяҡ аҫтында һынған сыбыҡ тауышы яҡынайҙы Хажисолтан уттан ситкә, ҡараңғылыҡҡа, йәшеренде. Әрәмәлектән яҡтыға сыҡҡан кеше Хөснөтдин икәнен күреп, кире әйләнде.
- Һиңә нимә кәрәк? Кем ҡушты һиңә бында килергә? - тине үл.
- Тауыш сыҡҡанға килгәйнем, ағай. Ҡаза-фәләнгә осраманыңмы тигәйнем. - Хөснөтдин, ҡанға батып ятҡан мәйеттәрҙе күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе һәм артҡа сигенде.
- Туҡта! Үлергә бараһыңмы? Унда ошоларҙы үлтергән ҡараҡтар! - тип ялғанлашты Хажисолтан.
Хөснөтдин мәйеттәр араһынан Хажисолтан байға ҡунаҡҡа килеп йөрөүсе кассирҙы таныны. Хажисолтан кассирҙы ҡараҡтарҙан әрсәләргә килгән тип уйлап, Хөснөтдин бер ҡатлылыҡ менән:
- Әйҙә, бынан тиҙерәк шылайыҡ. Тиҙерәк кешегә хәбәр итәйек, - тине.
Хажисолтан табышына ырғырға әҙер торған бүре һымаҡ күренде. Уның төҫө ҡасҡан, ҡурҡыныслы. Ләкин ул Хөснөтдингә ҡағылманы.
- Унда һинең эшең юҡ. Төрмәгә киткең килдеме? - тине лә ул ауыр тоҡтарҙы йылға аръяғында ҡалған арбаға алып барырға ҡушты. - Йәһәтерәк ҡуҙғал!
Унан-бынан ғына аттарын арбаға ектеләр ҙә, улар, таң атыуҙы көтөп тормайынса, йылға буйынан үргә киттеләр. Эҙ яҙҙырыу ниәте менән төрлө эш башҡарҙылар.
Ҡуйы урман ҡаплаған тау-таш араһына барып еткәс, үлектәрҙән ҡалған ауыр тоҡтарҙы һәм ҡан сәсрәгән Хажисолтандың кейемдәрен иҫке ташландыҡ шурфҡа һалып күмделәр ҙә ары киттеләр. Хөснөтдин бер ни ҙә аңламаны. Хужаһы ни ҡушһа, шуны эшләне. Ул, ғәҙәттә, аҙ һүҙле, был юлы ла үҙен борсоған һорауҙарҙы Хажисолтанға әйтергә баҙнат итмәне "Хужа үҙе белә. Ул аңһыҙ түгел. Ҡараҡтарҙан йәшерә торғандыр", - тип уйланы. Улар юлға сыҡманылар. Шыр ҡара урман буйлап килделәр. Яҡтырғас, иртәнге сәйҙе эсергә ултырҙылар. Хужа сәй алдынан Хөснөтдингә бер сынаяҡ ағыу ҡатыш араҡы һалып бирҙе Улар тағы ла юлға ҡуҙғалдылар. Бер аҙ барғас, Хөснөтдиндең хәле насарайҙы. Йөҙө үҙгәрҙе, ләкин ул өндәшмәне. Түҙҙе. Ауылға ҡайтып инер алдынан ғына сыҙаманы. Эсен тотоп арбала борғолана башланы. Ыңғырашты. Байҙың ҡапҡаһына барып инеүгә, ул бөтөнләй хәлдән тайҙы. Хәле бөтөп йүгереп килгән Сәйҙеямалға Хажисолтан:
- Ирең юлда ауырып китте. Шуға кире боролдоҡ,- тине.
Бер аҙҙан һуң Хажисолтан кәртә эсендә үкһеп-үкһеп илаған Сәйҙеямалдың тауышын ишетте, һәм еңел тын алды. Ләкин ул тыныс йәшәй алманы. Үлер алдынан Хөснөтдин бисәһенә берәй нәмә әйтергә өлгөрҙөмө икән? Әгәр ҙә әйтһә, ни эшләргә? Сәйҙеямал да бүтәндәргә әйтеп өлгөрһә... Ул тыныслығын юғалтты. Кемдер һәр ваҡыт эҙәрләгән һымаҡ тойолдо. Бөтә тормошо өҙлөкһөҙ ҡурҡыныслы яфа сигеүгә әйләнде. Кеше үлтереүсе ғәйебе асылыуҙан ҡурҡып, үҙенең ғүмере өсөн ҡалтыранды. Ҡурҡыуынан, сәғәт һайын үлеп терелде. Ишектән ингән һәр бер кешене күреп тертләне. Бөгөн булмаһа, иртәгә йәки иртәнән һуңға үҙен төрмәгә алып китерҙәр шикелле күренде. Йоҡоһонда һөйләнеүенән ҡурҡып, бисәләрен икенсе бүлмәгә ҡыуып сығарҙы. Күҙ алдына юҡ нәмә бар булып күренде. Ҡайһы саҡта сыуал артынан үлтерелгән таныш кассирҙың аҡырып ҡысҡырған тауышы ишетелгәндәй булды. Хатта, ҡолағына ышанмай, барып та ҡарағыланы. Ике ай самаһы түшәккә ятып ауырып торгас ҡына яйлап йүнәлә башланы...
Сәйҙеямал менән һыу буйында ирешеп ҡайтҡандан һуң, уның күңелен тағы ла ҡурҡыу тойғоһо солғап алды. Күптәнге онотола башлаған һорауҙар яңынан ҡабатландылар: "Сәйҙеямалға ире үлер алдынан берәй нәмә әйттеме икән, юҡмы икән?"
Тап шул минутта соланда ят ир тауышы ишетелде. Ишектән инеп килгән таныш булмаған полиция офицерын күреп, Хажисолтан һуштан яҙҙы. Шунан иҫнәй башланы - көҙән йыйырған ауыҙы йәйелде, һулаҡай сикәһе тартышты. Ул ҡаршы тороп иҫәнләшергә лә көс тапманы. Тынысланырға тырышып, сеүәтәләге буҙаны ауыҙына килтерҙе. Ләкин бер генә тамсы ла уртлай алманы. Тештәре сеүәтә ситенә тейеп шаҡылданылар. Тотлоға-тотлоға офицерға түрбашына үтергә тәҡдим яһаны.
- Про-о-оходи, насәлник.
Полиция офицеры уның төҫө ҡасҡан йөҙөнә текләп ҡарап торҙо ла.
- Ауырып киткәнһең икән. Ә мин һиңә мөһим эш менән килгәйнем, - тине.
"Шул эш менән килгән икән. Бөттөм", - тигән уй шыу итеп үтте. Күҙ алдына егерме йылдан да элегерәк эшләгән ғәйебе килеп баҫты. Хеҙмәтсеһе, таныш кассир һәм ике билдәһеҙ кешенең ғүмерен өҙөп йыйған байлығы тәү тапҡыр маҡсатһыҙ нәмә булып күренде. Тәү мәртәбә ярлырак торһа ла, тыныс йәшәү өсөн әллә ниҙәр бирерҙәй булды һәм күп йылдар буйы үҙен йонсотҡан, иҙгән, халыҡтан йәшереп йөрөгән ғәйебен танмай, баштан аяҡ һөйләп бирергә әҙерләнде.
- Мин ғәйепле...
- Юҡ, юҡ, бында берәү ҙә ғәйепле түгел, - тине офицер, уның һүҙен бүлдереп. - Ундай бисәгә шул кәрәк. Тикшерҙем. Мулла менән һөйләштем. Староста ла булды. Законлы. Шәриғәт ҡушҡанса. Теге, шайтан ҡарт, үлгән икән. Уныһы ла дөрөҫ. Ашарын ашаған, эсәрен эскән. - Офицер, ишектән килеп ингән урядникка кире сығырға ҡушып, тамағын ҡырҙы, тырпайып торған мыйығын бороп, Хажисолтан байҙың эргәһенә үк килеп ултырҙы. - Мин һиңә икенсе йомош менән килдем. Бик аҡса кәрәк ине, өс йөҙ илле тәңкә аҡса биреп тормаҫһыңмы, тигәйнем. Аңлайһығыҙҙыр, эш күп.
- Шул ғынамы? - Хажисолтан һағайып, полиция офицеры ауыҙынан ниҙер көттө. - Бүтән йомошоң юҡмы?
- Һиндә башҡа ниндәй йомош булыуы мөмкин? - Офицер мыйығын борҙо.
Хажисолтан иркенләп тын алды. Өҫтөнән тау төшкәндәй булды. Ул үлергә ултырған кешенән йәнә элекке Хажисолтан бай ҡиәфәтенә әйләнде.
- Өс йөҙ илле тәңкә тиң, ә? - тине ул, саҡырылмаған ҡунағының һүҙен ҡабатлап һәм ҡаршы килмәҫлек итеп әйтте: - Егерме тәңкә. Артыҡ бер тин дә. Уныһы ла һинең өсөн, яҡшы кеше булғанға.
Улар ҡул бирештеләр, һәм Хисмәтуллалар эшенең йәтеш бөтөү уңайынан ике көн буйы эскелек менән шөғөлләнделәр. Өсөнсө көндө аяғына саҡ баҫып торған иҫерек офицерҙы кырандасҡа ултыртып, Кәжәнгә оҙатты ла өйөнә боролдо.

***
Бөгөлөп, күкһелләнеп, алыҫҡа, бик алыҫҡа һуҙылған, ҡырағай ҡая таштарын һерәйтеп, мәңгелек йәшел ағастарға биҙәлгән ҡарт Уралдың тармаҡтары булған Ҡарматау, Кәзүм һәм Бишитәк тауҙары араһында, Кәжән менән Юрғашты йылғаһы ҡушылған ерҙә, Саҡмай ауылы урынлашҡан, һәр ваҡыт көмөш кеүек сылтырап аҡҡан Кәжән йылғаһы, кейәүгә көсләп биргән һылыу ҡыҙҙай осоноп, һары балсыҡҡа буялып арыған Юрғашты йылғаһына ҡушылмай, текә ярҙың һул яҡ ситенән генә ағырға тырыша. Юғарынан, бейек-бейек тау-таш аҫтынан, урғылып сыҡҡан, эш һөйөүсән Юрғашты йылғаһы юл ыңғайында һары ҡом тауҙарын иҙеп, ағыҙып алтын эҙләүсе старателдарҙың йөҙҙәрсә маширттары һәм улаҡтары аша үтеп, Кәжәненә ашҡына. Ҡушылғас, ҡабаланмай, һаҡлыҡ менән генә Кәжән йылғаһына һыйынып, иркәләнә һәм, ғүмерлеккә бер ғаилә булып, шатлыҡтарын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, көнбайышҡа ҡарай бергәләп юл тоталар. Шул Юрғашты йылғаһының һул яғында, Кәзүм тауы итәгендә, Кәжән йылғаһы буйында - Аръяҡ, ә бирге яғында ауылдың Ҡыҙар урамы урынлашҡан. Ҡыҙар урамын икенсе төрлөрәк - "Бешкән оса" йәки "Сей оса ырыуы" тип тә йөрөтәләр. Был урамға яңы исем ҡушыуҙа ла Хажисолтан бай үҙе сәбәпсе булды.
Йәшерәк сағында, бисәләренә үсегеп, уларҙы ҡурҡытырға уйлап, ыштанын һыпырған да яланғас ере менән баҙлап янып торған сыуалдағы ҡуҙға ултырған. Бисәләре уны, бүтән ваҡыттағы кеүек ҡулынан тартып алыу урынына, ишекте ябып сыҡҡандар ҙа киткәндәр. Ә осаһы бешкән Хажисолтан һыҙланыуҙан сыҙай алмайынса аҙна буйына аҡырып түшәктә ятҡан, һауыҡҡас, бисәләрен, өсөһөн өс мөйөшкә һырыҡтырып, туҡмай, бисәләренән башҡаса уны ихтирам итәсәктәре тураһында һүҙ алғас, эш шуның менән бөткән. Ләкин был ваҡыттан һуң Хажисолтан йәшәгән урамға "Сей оса" йәки "Ҡыҙар" исеме лә нығыған.
Хажисолтан ныҡлап байый башлағас та атаһы, олатаһы йәшәгән урындан китмәне. Нигеҙ һаҡланы. Янынан өс бүлмәле өй һалдырҙы. Солан аша айырылған бүлмәләрҙең берәүһен - үҙе, ә икенсеһен бисәләре өсөн эшләтте. Өйөнөң стеналарын уйҙырып, өс бүлмәгә дүрт тәҙрә ҡуйҙыртты. Бер тәҙрәнән мәсет күренеп торһон өсөн - ҡибла, ә ҡалғандары кәртә эсенә ҡарап ҡуйылдылар. Ҡапҡаның һул яғына таштан ике ҡатлы лавка күтәртте. Уның тәҙрәләренә, ишегенә тимер ҡапҡас ҡуйылды. Лавканан арыраҡ ҙур келәт һалынды. Уның ҡаршыһынан мал торлаҡтары башлана. Кәләш алып башҡа сыҡҡан ике оло улына ла үҙенеке кеүек өй һәм мал торлаҡтары һалдырҙы. Уртансы бисәһенән тыуған Шәйәхмәт исемле иң иркә һәм кинйә улы ғына үҙе менән ҡалды. Ата-әсәһе иҫән мәлдә үк өйләнгән баш бисәһе ҡәнәғәтләндермәне. Уртансыһы ла, унан һуңыраҡ өйләнгән өсөнсө бисәһе - Гөлмәҙинәһе лә ялҡытты. Гөлмәҙинәһенә ни бары егерме биш йәш. Төҫкә-башҡа ла йәш күренә, ләкин бала тапманы. Ә бала аҫырамаған бисәне Хажисолтан күҙенә лә элмәне. Тоҡом һаҡлау өсөн һәр бисәнән кәм тигәндә бишәр бала булдырғыһы килде. Ҡайһылай ғына тырышмаһын, ғаиләһе өс ир баланан артманы. Үҙенең ҡартая башлауын онотоп, тағы ла йәшерәк, күберәк ир бала таба торған бисә алғыһы килде уның. Биш-алты бала тапҡан ярлы бисәләренә һоҡланды. Хоҙайҙан күберәк ир бала һораны. Ярлы кешенән тыуған ҡыҙҙан балалар күберәк буламы икән әллә тип, дүртенсе бисәне ярлынан әйттереп ҡараны. Байлыҡҡа туйынмаған бай был юлы ла бала таба торған бисәнән уңманы. Нәфисә, Хисмәтуллаға бәйләнеп, ҡәҙерен ебәрҙе. Байҙың яманатын сығарҙы. Шунан бирле ул үҙенә урын таба алмай.
Күңелендә юҡһыныу тойҙо. Көн үткәрә алманы. Эшһеҙлектән йонсоған Хажисолтан урынына барып ултырҙы ла, аяғын тыпырҙатып, ҡысҡырына башланы:
- Бисәләр, би-исәләр, тим. Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ? Ҡайҙа баттығыҙ, ә?
Ҡаршы бүлмәнән йүгерешеп килеп ингән бисәләре, уның ни теләгәнен белмәйенсә, бер тауыштан:
- Нимә кәрәк, атаһы? - тип һоранылар.
- Атағыҙҙың башы! Күрмәйһегеҙме әллә? - Хажисолтан аяғын күтәрҙе.
Бисәләре бер юлы кемуҙарҙан иренең аяғын тартырға барып йәбештеләр. Ҡабаланыуҙан уның ике аяғынан иҙәнгә һөйрәп төшөрҙөләр. Хажисолтан ярһыны. Аяғын тартырға ҡатаһына йәбешкән ике оло бисәһен урындыҡ ҡаршыһындағы көлдөксәгә тәгәрәтә типте. Гөлмәҙинәһенең сәсенән эләктереп, тубығы менән эсенә төрттө. Ә үҙе бер туҡтауһыҙ ҡысҡырынды:
- Нимәгә аҫырайым мин һеҙҙе! Нимәгә һимертәм мин һеҙҙе, тыу бейәләр! Һуғымғамы ни, ә? Аяҡ сисергә лә, ирегеҙҙе ҡарарға ла эшкинмәйһегеҙ, һеҙҙең менән дә рәт сыҡмай. Әрәмтамаҡтар! Шатланмағыҙ, барыбер дүртенсе бисә алам.
Әҙерәк торғас, ярылырҙай булып йәнә аҡырҙы:
- Ашарға-а! Асыҡтым!
Был юлы боҫо борхоп ҡайнап торған еҙ самауырын күтәреп, баш ҡатыны Хөппөнисә инде. Ул үҙенән йәшерәк көндәштәренә ҡарағанда иренең холҡон һәйбәтерәк белә ине.
Улар тәүге йылдарҙа бик татыу һәм һәйбәт кенә торҙолар. Хөппөниса ҡайны менән ҡәйнәһен ҡараны. Ярарға тырышты. Улар үлгәс, икәүҙән-икәү генә тороп ҡалдылар. Әкренләп Хажисолтан да ҡылыҡһыҙланды, һуңғы ваҡытта ғына Хажисолтан уны тағы ла ыҙалатмай башланы. Уның өҫтөнән йәшерәк бисәләр алды. Улар килгәне бирле Хөппөниса ире менән һирәк осрашты. Ире ни ҡушһа, ул шуны башҡарҙы. Шәриғәт буйынса иренә ҡарата булған ҡағиҙәләрҙең барыһын да тырышлыҡ менән башҡарҙы. Аяғын систерҙе, тасҡа йылы һыу һалып йыуындырҙы, йомшаҡ таҫтамал менән һыуын ҡоротто. Ләкин ысын күңеленән иренә эйәләшә алманы. Ҡайғырҙы. Үткән ғүмерен һағынды. Йәш сағында тере бесәй балаларын утта яндырған Хажисолтан һаман да уның күҙ алдында йыртҡыс һымаҡ күренде. Нәфселе, үҙен-үҙе генә һөйөүсе Хажисолтан кемдәрҙе генә нахаҡҡа рәнйетмәне, мыҫҡылламаны, көлмәне. Байлығы менән маһайҙы. Ҡайҙан килә һуң уға был байлыҡ? Хөппөниса үҙе лә аңламаны һәм ҡыҙыҡһынманы ла. Ире ни эшләһә, ризалашты. "Иреңә ҡаршылашыу - шайтан эше. Ир хаҡы - тәңре хаҡы" тигән һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат ҡабатлап, үҙен-үҙе тынысландырҙы. Бына әле лә иренең ғәҙәтен яҡшыраҡ аңлаған Хөппөниса сәйҙе түрбашҡа ултыртты. Бисәләре, ире туйғас ҡына, ашарға ултырырға тейештәр.
Хажисолтан, ҡалпағы эсенән кәпәсен алып кейгәс, ашъяулыҡ түшәгән урынға шыуҙы. Бисәһенә ҡарамайынса, ауыҙ эсенән генә "бисмилла" тине лә сынаяҡ аҫтына ҡойған сәйен һемерә башланы. Хөппөниса, ғаиләгә күптән килгән ғәҙәт буйынса, кеше саҡырғандағы кеүек, аяғөҫтө тороп ирен һыйланы. Ә үҙе: "Элек атаһы шәфҡәтлерәк ине. Байығас, боҙолдо. Аяғын тартҡанда екеренмәне, рәнйетмәне", - тип уйланы. Ул тәүге тапҡыр ҡасан иренең аяғын тартты икән? Хәтеренә төштө.
...Тәүге ҡушыласаҡ көндө аулаҡ өйҙә улар икәү генә инеләр. Ире аяғын тарттырҙы. Шунан ул Хөппөнисаны ҡосаҡларға ҡулын һуҙҙы. Хөппөниса, еңгәһенең өйрәткән аҡылын иҫләп, ҡосаҡлатманы, ҡулдарын кире этәрҙе. Хажисолтан көмөш аҡса бүләк иткәс, кейәүен үҙе ҡосаҡланы. Ире ул саҡта ярлыраҡ та, йомартыраҡ та ине. Туй үткәреү мәшәҡәтен үҙ өҫтөнә алды. Мәһәренә тейешлене лә ҡыҙғанманы. Еҙнәй тип ара-тирәнән йыйылған малайҙарға - аҡса, ҡыҙҙарға ҡумыҙ, беләҙек һәм тәңкә өләште. Кейәүе күсереп алып ҡайта торған көн етте. Хажисолтандан күберәк бүләк эләктереп ҡалырға тырышҡан әхирәт ҡыҙҙары Хөппөнисаны ауыл осона, сауҡалар араһына, алып ҡастылар ҙа, оҙон күбә арҡаны бөткәнсе ҡайынға уны ҡаралдылары менән бергә ҡуша сорнап, осон тамыр төбөнә йәшерҙеләр. Арттан тирләп-бешеп йүгереп килгән кейәү менән ҡыҙҙар, саҡырылған егеттең туғандары менән ҡунаҡтар араһында үҙ-ара көрәш китте. Хөппөнисаны ҡыҙҙар ҡулынан тартып ала алмағас, кейәүе: "Йәгеҙ инде, интектермәгеҙ. Арҡанығыҙ күпме тора?" - тип арҡан менән бергә бәйләнгән кәләшен һатып алды. Хажисолтан кәләшен күтәреп, атҡа егелгән кырандастағы йомшаҡ кейеҙгә ултыртҡас: "Хөппөнисаҡай, бәхетле бул", - тип туғандары һәм бергә үҫкән әхирәт ҡыҙҙары зыҡ ҡубып оҙатып ҡалдылар. Хажисолтан Хөппөниса ултырған кырандастың алдынан һыбай барҙы.
Ире өйөнөң тупһаһынан ишек алдындағы йыртышты йыртып, мендәргә баҫты. Өйгә ингәс, Хөппөниса, ҡайны менән ҡәйнәһе алдында тубыҡланып, башын эйҙе. Иренең өйөнә йыйылған ҡайынһеңлеләренә - йөҙөк, тәңкә, еп, ә ҡәйнештәренә янсыҡ таратты. Батырыраҡ малайҙар: "Еңгә, миңә, мине лә буш ҡалдырма, янсыҡ бир", - тип үҙҙәре һоранылар. Шунан һуң, быуындан-быуынға килгән ғәҙәт буйынса, Хөппөнисаны көйәнтә осона эленгән биҙрәләр менән Кәжән йылғаһына алып барҙылар. Ярҙарына ерек һәм муйыл ағастары үҫкән Кәжән йылғаһына еткәс, Хөппөниса усындағы көмөш аҡсаны һыуға ташланы һәм эстән генә: "Хәйерҙән! Хоҙайым, ҡабул ит", - тип бышылданы. Эйәреп килгән бала-сағалар ҡысҡырышып һыуға ташландылар...
- Нимә ҡаттың, сәй яһа!
Хөппөниса иренең тауышынан тертләне. Уйҙар таралдылар. Ашыҡ-бошоҡ самауырҙан сәйгүнгә һыу ебәреп, сәй яһаны. Хажисолтан сәй өҫтөндә йөҙөп йөрөгән шаманы алып сәйнәне лә:
- Ризыҡ килә, - тип иҙеүе арҡылы ҡултығы аҫтына тыҡты, ҡаты кикерҙе. - Әлхәмделилляһи. Туйҙым. Бар ризыҡты ла йүнләп ашата белмәйһегеҙ. Ҡотороп ҡыланаһығыҙ. Ҡәҙеремде белмәйһегеҙ. Тыу бисәләр! Майға бөрөшкәнһегеҙ. - Ул сынаяғын түңкәрҙе. Сынаяҡ эсендә ҡалған һауа сынаяҡ аҫтындағы шамалы һыуҙы борхолдатып, күбекләнеп сыҡты.
Хөппөниса иренә һүҙ ҡушты:
- Атаһы, ана сынаяғың, "эс-эс", ти. Әллә берҙе яһайыммы?

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Бөртөкләп йыйыла алтын - 08
  • Parts
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 01
    Total number of words is 3670
    Total number of unique words is 1949
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    43.5 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 02
    Total number of words is 3998
    Total number of unique words is 2121
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    44.3 of words are in the 5000 most common words
    50.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 03
    Total number of words is 3825
    Total number of unique words is 2094
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 04
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2046
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    42.0 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 05
    Total number of words is 3955
    Total number of unique words is 2019
    31.8 of words are in the 2000 most common words
    44.4 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 06
    Total number of words is 3745
    Total number of unique words is 2109
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    48.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 07
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2161
    29.3 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 08
    Total number of words is 3916
    Total number of unique words is 2013
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 09
    Total number of words is 3810
    Total number of unique words is 2018
    29.2 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 10
    Total number of words is 3873
    Total number of unique words is 1641
    31.5 of words are in the 2000 most common words
    43.9 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 11
    Total number of words is 3884
    Total number of unique words is 2141
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.0 of words are in the 5000 most common words
    48.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 12
    Total number of words is 3794
    Total number of unique words is 2085
    29.8 of words are in the 2000 most common words
    42.3 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 13
    Total number of words is 3094
    Total number of unique words is 1659
    31.9 of words are in the 2000 most common words
    45.5 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.