Latin

Бөртөкләп йыйыла алтын - 04

Total number of words is 3985
Total number of unique words is 2046
28.5 of words are in the 2000 most common words
42.0 of words are in the 5000 most common words
48.6 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
- Юха йылан - үҙенә, был үҙенә башҡа. - Күрәҙә көрһөндө. - Йәшәй торғас, теге бисә Солтан тигән кешегә үҙенең тыуған яғын күрһәтмәк булған. Уны йөкләгән дә күҙен йоморға ҡушҡан. Бейек ҡая таштар араһынан осҡанда йә арҡаһы, йә бото һыҙырылып барған, ти. Бер ергә барып төшкәс тә, күҙен асҡан. Унда алтын тау булып өйөлөп ятҡан. Алтындан сигелгән елән кейгән һылыу ҡыҙҙарҙы күргәс, теге кешенең күҙе төшмәҫме. Ҡатыны һиҙеп ҡалған да: "һин уларҙың алтындарына ла, ҡыҙҙарына ла ҡыҙма, харап булырһың. Мин хәҙер киләм", - тип үҙенең йомошон йомоштап киткән. Кеше уның һүҙен ҡолағына ла элмәгән. "Бер киҫәк алтын алыуҙан, бөтмәҫ әле", - тигән дә өйөлөп ятҡан алтындың бер киҫәген алыуы булған, алтынды кем урланы, тип ендәр тауыш сығарған. Кеше алтынды ырғытҡан да йүгереп килгән бер һылыу ҡыҙҙың ҡулынан тотҡан. Шунан теге ҡыҙ сасрап ауырып та киткән. "Ен һуҡты. Ерҙән ен килгән!" - тип, ҡыҙҙы күтәреп алып киткәндәр. Кеше уларҙың артынан эйәргән.
- Ендәр нисек өҙгөләп ташламаған үҙен? - тип һораны Хәйретдин.
- Ендәр үҙҙәренең илендә беҙҙең донъянан барған кешене күрмәйҙәр икән. Беҙгә килһәләр, беҙ уларҙы күрмәйбеҙ. Тик тыумыштан бик зирәк, шайтан телен белгән уҡымышлы кеше генә күрә ала. Шуға ла ендәр эргәһендә барған әҙәмде күрмәгәндәр. Аҙаҡтан, беҙҙәге кеүек, ҡорбан салдырып, ендәрҙең муллаларынан ҡыҙҙы өшкөрткәндәр. Теге кешенән, ен муллаһы өшкөргән һайын, ете ҡат тир сыҡҡан. Муллалар араһынан бер күҙлеһе өшкөргәндә бик ауыр булған, ти. Шул мулла ҡыҙҙы өшкөргәндә, кешенең башы өй түбәһенә лыҡ-лыҡ тейеп торған. Иртәгеһенә теге ен бисә уны ҡорбанға салған малдың тиҙәге ятҡан сүплек араһынан тапҡан. Уны йыуындырып йөктәгән дә был донъяға кире осҡан. Бергәләп донъя көтә башлағандар. - Күрәҙә, үҙенең һүҙен үҙе бүлеп, Хәйретдингә мөрәжәғәт итте: - Башмағығыҙҙың эсәк-ҡарынына теймәнегеҙме әле?
- Юҡ, үҙең теймәҫкә ҡуштың бит.
- Дөрөҫ эшләгәнһең. Бер үк бүтән кешенең ҡулы теймәһен. - Күрәҙә бисмилла итте лә алдына ултыртылған сәйҙе, дүрт урындан тимер ҡоршау менән тарттырылған сынаяҡ аҫтына ҡойоп, яйлап эсә башланы, һөйләшеп көндөң нисек үтеүе лә һиҙелмәне. Ҡояш байыны. Әкренләп кенә өй мөйөштәренән тағы ла ҡараңғы үрмәләне.
- Теге кеше албаҫты бисәнән ҡотолғанмы?
- Ә-ә-ә, Дәүләтҡужа олатаһы Солтанды әйтәһеңме? - тип һораны күрәҙә, ауыҙын шапылдата-шапылдата, ни тураһындалыр уйланып. - Ыһы. Ҡотолған. - Күрәҙә алдындағы икмәкте һындырып сәйнәп йотто ла сынаяғын батмусҡа ҡуйҙы. - Минең олатай уға аҡыл өйрәткән. Шунан теге кеше ҡатынға теймәй башлаған, һүҙ ҡушһа, яуап ҡайтармаған. Тора-бара ул бисә алтын йүгән дә, дилбегә лә, һырлы ҡамыт та булып ҡараған. Үҙенең иленән алтын да әпкилгән. Ире уға ҡул да тейҙермәгән, бисә асыуланған да килтергән алтынын Урал тауы буйына услап-услап һипкән. Шунан беҙ йәшәгән донъяла алтын барлыҡҡа килгән. Алтын бәлә-ҡаза килтергән. Теге бисә һыуына алмаған. Ҡарматау буйында йылдар буйы сеңләп илаған. Шуға Ҡарматау әле булһа ла шаулап тора. Унда кеше һүрәтенә әйләнеп Дәүләтҡужаның олатаһына эйәләшкән бисәнән тыуған ен балаларының тауышы. Беҙ йәшәгән ергә алтынды урлап килтереп һипкәне өсөн, ул бисәне иленә ҡабат ҡайтармағандар. Шунан бирле бисә беҙҙең тау-таштар араһында йәшәүен дауам итә. Үҙенең байлығын һаҡлай. Кем уның алтынына беренсе булып ҡағыла - шуға зыян килтерә, һеҙҙең улығыҙҙың зәғифләнеүе - шуның касафаты. Ул мәлғүнгә ҡаршы доғаһын белһәң генә ҡурҡынысһыҙ.
- Систый әкиәттәге һымаҡ, - тине, бышылдап ҡына бәләкәй ҡыҙҙары Зөлфиә Нәфисә апаһына.
- Сеү! Ниңә ололар һүҙен тыңлайһығыҙ! - Ҡыҙҙарҙың һүҙҙәрен ишетеп, күрәҙәнең хәтере китеүенән ҡурҡҡан Хәйретдин уларға боролоп ҡараны. - Нисәмә әйттем, ололар һүҙен тыңлап ултырыуы ҡыҙҙар эшеме, тип? - Ул ҡатынына өндәште: - Әсәһе, шуларыңды берәйһенә ебәреп торһаңсы.
Әйтергә ҡыймай ултырған Нәфисәгә был етә ҡалды. Ул үҙе бында ултырһа ла, бөтә уйы, теләге Хисмәтуллаһында ине. Атаһының һүҙен ишеткәс тә, уның йөрәге ярһып типте. Битенә ҡан йүгерҙе. Шатлығын тыя алмайынса, гәрәбә төҫлө күҙҙәрен тултырып әсәһенә ҡараны:
- Әсәй, беҙ Зөлфиә менән Бәлхизә инәйҙәргә барып киләбеҙ.
- Барығыҙ. Бик оҙаҡламағыҙ.
- Бөгөн балалар оҙағыраҡ йөрөһәләр ҙә ярар. Беҙгә лә йәтеш булыр ине, - тип күрәҙә лә һүҙгә ҡушылды. - Икенде-аҡшам араһы үткәс, эшләй торған эш бар.
Күрәҙәнең ни эшләйәсәген белергә ҡыҙыҡһынған Зөлфиә атаһы менән ҡалырға теләне. Ләкин ай-вайына ҡуймайынса, әсә уны ишектән сығарып ебәрҙе. Балаларын оҙатып тышҡа сыҡҡан Фәтхиә, уларҙы киҫәтеп, былай тине:
- Имен генә йөрөгөҙ, йәме. Ҡолағығыҙ ишетһен аны, ҡыҙҙар! Ә һин, Зөлфиә, апайың артынан бер генә аҙым да ҡалма!
Ҡыҙҙары сығып киткәс, Хәйретдин ауыр итеп көрһөндө лә, һаҡлыҡ менән:
- Дәүләтҡужа тигән кеше олатаһы үҙе әле лә һаумы икән? - тип һораны.
- Иҫәндер. - Күрәҙә яңыртып яһаған сәйен һөрпөлдәтеп эсеп, тамағын туйҙырғас, тағы ла ҡабатланы: - Иҫәндер. Әле лә һеҙҙең күрше Ҡарағужа ҡыштауынан... - Күрәҙә башлаған һүҙен әйтеп бөтөрмәне. -Мин үҙем дә шунда торам, һин ул яҡҡа барғаның бармы? Юҡтыр шул.
Ҡараңғы төштө. Ҡаҙан тултырып яңынан бешерергә һалған ит тә ҡайнап сыҡты. Өй эсенә тәмле еҫ таралды. Шуны ғына көтөп, ярыҡ-йороҡтарҙа йәшеренеп торған тараҡандар мыштырҙап йүгерешә башланы.
Сыуалдан төшкән яҡтыны тоторға теләгәндәй, күрәҙә, ике усын алға һоноп, уҡынды ла маңлайын сирылтып урынынан торҙо. Шунан һуң, ҙур ағас табаҡҡа һалып тыштан индергән башмаҡтан ҡалған үпкә-бауыр, эсәк-ҡарыны эргәһенә теҙләнеп, ниҙер уҡып өшкөрҙө. Өшкөрөлгән эсәктең бер киҫәген киҫеп Ғәйзулланың битенә һәм боттарына тейҙереп алды.
- Хәҙер ошо өшкөртөлгән эсәк-ҡарынды Ғәйзулланың алтын тапҡан соҡорона апарып күм.
- Мин уның ҡайҙан тапҡанын белмәйем шул. - Хәйретдиндең кәйефе боҙолдо.
- Шунһыҙ мин дә бер нәмә лә эшләй алмайым. Алған алтын хаҡына тау эйәһенә ошо эсәкте апарып ташламай, өшкөрөүҙең шифаһы теймәҫ. - Күрәҙә һүҙһеҙ, ултырҙы. - Мин дә хәҙер китәм. Йомошомдо йомош итәм дә һеҙгә, ауырыу эргәһенә тағы килерем.
Хәйретдин, улы өсөн яҡшылыҡ эшләүсе кешене рәнйетеүҙән ҡурҡып, ҡат-ҡат ант итте. Күрәҙәнең дини яҡтан санын белмәйенсә, уға ҙур дини дәрәжә бирергә лә өлгөрҙө.
- Ант итәм. Валлаһи-биллаһи, ҡайҙан алтын табылыуын белмәйем. Әгәр ҙә, ишан хәҙрәт, һине алдаһам,. эсем йыртылһын. Бер сеүәтә ҡан эсәм, бер сеүәтә тоҙ ашайым. Ғәйзулланың ҡайҙан алтын тапҡанын белмәүем хаҡ. Һиңә мин, үҙемә ышанғандай, ышанам. Ишан хәҙрәт, бар хәлеңсә улыма ярҙам ит.
Күрәҙә өндәшмәне.
- Ишан хәҙрәт, зинһар ярҙам ит. Улымды терелт.
Күрәҙә Хәйретдиндең ысынлап та улы ҡайһы ерҙән алтын табыуын белмәүенә ышанды. Ләкин ул быны һиҙҙермәне. Күрәҙә ситегенең тышынан галош кейҙе. Көлдөксәне ҡулы менән һыпырып, кеҫәһенән сығарған ваҡ ҡына таштарҙы түгеп, "ҡырҡ бер" тип һананы ла, бүлергә тотондо. Көлдөксәләге ноҡот таштарының нисек төшөп ятыуын күҙәтеп, таштарҙы һирпеүҙе ҡат-ҡат ҡабатланы. Шунан аҙаҡ ҡына ноҡот бүлгән таштарын сепрәккә төрөп камзул кеҫәһенә тыҡты.
- Һин ысынлап та алтын ҡайҙан табылған урынды белмәйһең икән шул. Ноҡот күрһәтеүенсә, тапҡан алтын һин тыранса ярған яҡта булырға тейеш.
- Уныһы хаҡ. Уныһы хаҡ, ишан хәҙрәт! - Хәйретдиндең һүнгән көл кеүек күҙҙәрендә өмөт осҡоно сыуалдан төшкән яҡтыға сағылып ялтыраны. Ул күҙҙәренең зиһененә һәм алтын табылған яҡты дөрөҫләүенә аптырап, ҡалтыранған ирендәрен көскә ҡыбырҙатып, ниҙер әйтергә булды. Ләкин күрәҙә башын ымлап уны туҡтатты.
- Беләм. Ни әйтереңде беләм. Әйтмә. Ярамай, һине ҡурҡытып һораған саҡта ла алтын ҡайһы яҡтан табылғанын әйтмә. Был турала минән башҡа берәү ҙә белмәй. Ни генә эшләтһәләр ҙә түҙ. Минең әйткәндәремде тыңламаһаң, һине ҙур ҡаза көтә. Йәшермәйем. Байға ла, муллаға ла... алтын һүҙен ысҡындырма. Ләм һүҙ сыҡмаһын. Үҙең өсөн әйтәм. Тау эйәһен ҡуҙғатма. Зат-ырыуыңды ҡоротор. Быларын, - күрәҙә табаҡтағы эсәк-ҡарындарға ымланы: - Урамда кеше аяғы тауышы баҫылғас та, малайың алтынды ҡайҙан тапҡан, шунда апарып күм.
- Ишан хәҙрәт, - Хәйретдин ҡурҡынған күҙҙәрен мөлдөрәтеп күрәҙәгә ҡараны. - Алтын табылған урынды мин үҙем дә белмәйем.
- Ҡайһы тирәнән табылғанын беләһең бит.
- Яҙа-йоҙа ғына.
- Шулай булғас? Шунда апарып күм. Мәйтәм, тау эйәһе табыр әле. Күмгәндә: "Алтын хазинаң урынына",- тип әйтеп күм.
- Тапмаһа?
- Табыр. Түлкә хазина табылған ергәрәк күмергә тырыш.
Яңыраҡ ҡына өмөт менән янған Хәйретдиндең күҙҙәре бөтөнләй томаландылар. Ул, бөкөрәйеп, көлдөксә эргәһендәге ҡарағай түмәренән яһалған бүкәнгә ултырҙы. Фәтхиә, ирҙәрҙең һүҙҙәренә ҡыҫылмайынса, яңғыҙы ғына түрбашта тыш-мыш танауын тарта. Усаҡ аҫтына һәм сыуалға яҡҡан уттар бер юлы янып бөттөләр. Ҡып-ҡыҙыл ҡуҙ өйөмдәре, үлергә теләмәгәндәй, йәшкелт күкһел, һуңғы телдәре менән сыуал ситен ялайҙар.
- Мин китәйем инде. Оҙаҡламам. Малайҙың хәлен килеп белермен.
- Хә-ҙе-е-е-рәт, минең Ғәйзуллам ни эшләр?
- Төҙәлер, ҡурҡма.
Күрәҙә, Хәйретдин килгәнен көтөп, ауыл осондағы яңғыҙ ҡарт ҡайын артына барып йәшеренде. Тоҡ йөкмәгән кеше ҡайын эргәһенән генә үтте, ә күрәҙә уның артынан эйәрҙе.

VII
Емтек артынан йөрөгән ас бүре кеүек, Ғәйзулла асҡан алтынлы ерҙе эҙләп йөрөп тә таба алмағас, Ниғмәтулла ҡышлауға ҡайтты. Урам уртаһына еткәс, ҡайҙа барырға белмәйенсә икеләнеп торғанда, йүгән менән ҡатаһын елкәһенә аҫып, аҙ ғына алға бөгөлөп, көмһәндәп үтеп барған кешене туҡтатты.
- Шәрифулла ағай, һаумы? Шулай бик иртә ҡайҙа барҙың?
- Аттарымды эҙләй барғайным, ҡорҙаш. Шуларҙы тапмай ҡайтып барам. Әллә ҡайҙа киткән талауҙар. Яҡынға ғына тышап ҡуйғайным. Эҙләй-эҙләй һыуланып бөттөм. Ысыҡ бик шәп. - Шәрифулла тубығына тиклем еүешләнгән киндер ыштан балағына ҡараны. Уның аяҡ бармаҡтары араһына йәшел үлән киҫәктәре йәбешкән. Ҙур ямаулы киндер күлдәгенең итәге аҫтынан сәғәт сынйыры һымаҡ сүс бау һәлберәп тора. Башында тиргә ҡатып еҫләнгән кейеҙ ҡалпаҡ.
- Ағай, мин һиңә килә ята инем әле... Шәрифулла, ҡылый күҙҙәренең ағын тағы ла нығыраҡ әйләндереп, Ниғмәтуллаға һораулы ҡараш ташланы.
- Йә?
- Һиндә йомошом бар. Әйҙә өйөгөҙгә. Шунда әйтермен.
Шәрифулла, алпан-толпан атлап, Ниғмәтулланың, артынан эйәрҙе. Ҡапҡаны асып ингәс, Шәрифулла сылғауҙарын һәм ҡатаһын солан ҡыйығына киптерергә элде. Ыштанын һалмайынса, балағын бороп һыҡты, ҡатаһын соландан алып, сыуаҡ төшкән ергә күсерҙе. Уның хәрәкәтен күҙәтеп тороуҙан ялҡҡан Ниғмәтулла:
- Ниңә шул ҡатаңды маташтыраһың әле? - тине.
- Серер тип ҡурҡам. Ҡунаҡҡа барғанда ғына кейә торған ҡатам. Анау талауҙарҙы эҙләп һыуланым.
- Алырһың әле, байһың бит.
- Баймын. Аллаға шөкөр. Ике атым бар. Бер һыйырым бар. Бер бейәм ҡолондап бирһә, уныһын да үҫтерәм.
Шәрифулла, мал һанын арттырырға теләп, ашауҙы ҡыҫты. Иртәнән кискә тиклем ашамайынса, ас йөрөнө. Кейенеү яғын да ҡайғыртманы. Киләсәктә аслыҡтан аяғын һоноп ятһа ятасаҡ, ләкин мал һанын арттырыуҙан туҡтамаясаҡ.
- Әйҙә, өйөгөҙгә инәйек. Берәй нәмә ашат әле. Асыҡтырҙы. - Хужаның саҡырыуын да көтөп тормайынса, Ниғмәтулла өйгә инеп китте. Ағасты ярып түшәгән солан иҙәндән үткәндә, биҙрә эсендә ижау дыңғырҙап ҡалды.
Һәүезә, иренең ят кеше алып килеүен күреп, яланғас аяғына башмаҡ ҡатаһын эләктерҙе. Күлдәгенең итәген төшөрҙө. Туҙған сәсен ҡаплап, ҙур ҡушъяулыҡтың ике осон эйәге аҫтына бәйләне лә ҡабаланып өй йыйыштыра башланы. Ул хәрәкәтләнгәндә, үрмәүес осона тағылған ҙур көмөш тәңкәләре һәм асҡыстары бер-береһенә һуғылып сыңғылданылар. Ире менән Ниғмәтулла килеп инеүгә, Һәүезә урындыҡҡа йәйелгән диреүгәһен төҙәтте. Мендәрен стенаға терәп өйөлгән кейеҙ балаҫтар өҫтөнә ҡуйҙы.
- Һаумы, еңгәй?
- Һаубыҙ әле. Үҙең һаумы? - тип Һәүезә йөҙөн ҡапланы, йомшаҡ һәм баҫынҡы тауыш сығарып тағы әллә нимә һөйләне.
- Оһо, һеҙ ысынлап та шәп тораһығыҙ икән! - Ниғмәтулла тирә-яғына боролоп ҡараны. - Ҡаралдыларыбыҙ бар. Ҡарындыҡ урынына быяла!
- Аллаға шөкөр, тормошобоҙ һәйбәт. Байҙарҙан ҡалышмайбыҙ, - тине Шәрифулла. - Әсәһе, ҡана, беҙгә ойотҡаныңды һалып бирсе әле.
Һәүезә табаҡҡа ҡатыҡ һалып туҡыны ла уны ире менән Ниғмәтулла араһына урындыҡҡа ҡуйҙы.
- Йә, етеш. - Шәрифулла ҡатыҡты туҡып тәмләп ҡараны. - Сөсө.
- Икмәгегеҙ юҡмы ни?
- Юҡ шул, ҡәйнеш. - Һәүезә уңайһыҙланып китте. - Үтескә алып торған бер ҡаҙаҡ арышым бар ҙа, тарта алманым. Тирмәнемдең тотҡаһы һынған. Килелә төйөп арыш ярмаһынан өйрә булһа ла бешерермен.
- Эй, байлығығыҙҙы ла әйтер инем инде... Кешенең: "Шәрифулла ас йөрөп күтәртә. Бисәһе ҡолағынан күтәреп торғоҙа", - тигәндәре дөрөҫтөр, ахырыһы, "һыйлағандан һыу эс" тигәндәй, ат тотоп йәйәү йөрөүсе, сарыҡ ҡатаһын йәлләй яланаяҡ йөрөгән "байҙың" ойотҡанын булһа ла эсәйек әле. - Ниғмәтулла табаҡҡа яҡыныраҡ шыуҙы.
- Улай кешене мыҫҡыллама, "көлә етә, артынан һөрә етә", ти.
- Һин мыҫҡал түгел, бизмәнгә һыйырлыҡ түгелһең. - Ниғмәтулла буялмаған саған ҡалаҡты өйрөлтөп ҡараны. - Бындай ҡалаҡты кемдән эшләтеп алдығыҙ? Кешегә, мәскәй әбей түгелме тип һынарға, саған ҡалаҡ тотторалар. Саған ҡалаҡ менән мәскәй әбейҙең елкәһенә шына ҡаталар. Мин мәскәй түгел. Шулай ҙа был ҡалаҡ менән эсмәйем. Икенсе ҡалағығыҙ юҡмы?
- Юҡ шул.
- Ҡоротоғоҙ ҙа юҡмы?
Һәүезә ағас сөйҙә эленеп торған ҡабыҡ сәрмәнән күгәргән ҡаҡ ҡоротто сығарып иренең алдына ҡуйҙы. Ире кипкән ҡоротто бысаҡ осо менән ярғылап ҡунағына һондо. Әсе ҡаҡ ҡорот ҡабыуҙан сирышҡан Ниғмәтулланың йөн баҫҡан ҡара бите бөтөнләй үҙгәрҙе.
- Сөсөрәк ҡорот та тапманығыҙ.
- Ҡустым, һине башҡаса һыйлар хәлебеҙ юҡ. Үпкәләһәң, үпкәләрһең инде...
- Миңә һине байытырға тура килер, ахырыһы.- Ниғмәтулла ҡалпағын маңлайына батырыбыраҡ кейҙе. Янсығынан сығарып тәмәке төрҙө. Уның танауынан сыҡҡан аҡһыл ҡара төтөн түбә таҡтаһына үрмәләне. Һәүезә яулыҡ осо менән танауын ҡапланы.
- Байырға теләйһегеҙме? Шәрифулла яуап ҡайтарманы.
- Мин һинән "байырға теләйһегеҙме?" тип һорайым.
- Алланың биргәненә шөкөр, байлығым етерлек.
- Һе, был байлыҡ байлыҡмы ни ул! Мин һине Хажисолтан бай кеүек бай итәм. Теләйһеңме? - Ниғмәтулла тауышын үҙгәртеп бышылданы: - Донъяны байытырлыҡ алтынға бай ер таптым, һиңә генә әйтәм.
Шәрифулла ҡылый күҙен ҡарындыҡ урынына ҡуйған быяланан алмайынса, ҡатыҡҡа буялған һаҡалын усы менән һыпырып, өндәшмәй ултырҙы. Уның ышанмауын аңлап, Ниғмәтулла кәзәкей кеҫәһенән ярты яғын терегөмөшкә ялатҡан йоҙроҡ ҙурлығы еҙ нәмә сығарҙы. Түш кеҫәһенән алған тоҡсайҙың ауыҙын сисеп, ваҡ ҡына ялтырауыҡлы һарғылт таштарҙы усына ҡойҙо.
- Күрәһеңме?
- Нимә?
- Әллә алтынды күргәнең юҡмы? Алтын, һатам, ал.
- Ни эшләтәйем мин уны?
- Һе, аптырағанһың икән. Һатырһың. Мин һиңә осһоҙға, ярты хаҡын да һорамайым. Миңә хәҙер үк аҡса кәрәк, мына. - Ниғмәтулла усы менән тамағын һыпырҙы. - Икенсе кешегә белгерткем килмәй. Уның артынан йөрөргә ваҡытым да юҡ. Алтын йыуа китәм.
- Мин ул алтындың төҫөн дә, рәтен дә белмәйем. Икенсе кешегә һат инде.
- Ниндәй рәтен белеү кәрәк? Бигерәк аңра икәнһең! Ауыҙыңа төшкән байлыҡтан ҡасаһың. Шәрифулла уйға ҡалды.
- Йә, алаһыңмы? Әтеү мин китәм. Миңә компание төҙөргә кәрәк. Алмаһаң, алтын алыусы кеше табырмын әле.
Ниғмәтулла ишеккә йүнәлде.
- Ниғмәтулла ҡустым, саҡ ҡына туҡта әле. - Шәрифулла икеләнде. Бер яҡтан, күп йылдар интегеп тапҡан малынан ҡолаҡ ҡағып тороп ҡалыуҙан ҡурҡа, икенсе яҡтан, еңел генә байығыу юлы тыныслыҡ бирмәне. Уның күҙ алдына өйөр-өйөр йылҡы малдары килеп баҫты. Әгәр ҙә уңһа, шул мал уныҡы буласаҡ, ә туңһа... - Йә, әсәһе, ни эшләйбеҙ?
- Әлләсе.
- Һинең "әлләсе" тип әйтереңде белгәйнем. - Хужа ҡулын һелтәне. - Бисәләрҙең шул инде. Бер ҡайғыһы юҡ. Һин бында ярылырҙай булаһың. Ҡайғыһыҙ бәндә!
- Минең дә ҡайғым барсы ул.
- Өйҙә ултырып, ниндәй ҡайғың бар?
- Улыбыҙ ҡасан ир етер икән тип ҡайғырамсы.
- Тапҡан ҡайғырыр нәмә! Юҡ өсөн ҡайғырғансы, ҡыҙыңа күҙ-ҡолаҡ бул. Ҡыҙ бала үҫә башлаһа - аҙа. Йәше еткән, һин, исмаһам, ҡыҙыңа әсә була бел.
- Анһыҙ ҙа киҫектереп, әрҙәп торамсы.
- Нимә тип?
- "Һүтеп, тип, Гөлбостан, һүтеп", тип... Ир менән ҡатын араһындағы һөйләшеүҙе тыңлап торған Ниғмәтулла шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
- Һин, еңгәй, бик уҫал кеше икән! "Һүтеп тә һүтеп" тип әрләгәс, бигерәк уҫал икәнһең! Ха-ха-ха-ха... - Ул, түрбаштағы шаршау артына ҡасҡан ҡатынды мыҫҡыллап көлөп туҡталғас, төҫөн үҙгәртеп Шәрифуллаға мөрәжәғәт итте: - Йә, уйланыңмы?
- Әсәһе, ни эшләйбеҙ?
Ҡатыны яуап бирмәне.
- Һин бигерәк ҡурҡаҡ икән! Аҡылы бар ир бисә менән кәңәш итәме? Боронғолар: "Бисәнең сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа", - тип юҡҡа әйтмәгәндәр ҙәбаһа!
- Уныһы шулай, ҡорҙаш. Әллә тәүәккәлләп ҡарарғамы? Шул ҙур киҫәгең нисаҡты?
- Ике ҡаҙаҡ. Бизмәнегеҙ булһа, үлсәп күрһәтәм.
- Юҡ, мин, нисаҡты тора, тим.
- Йөҙ тәңкә. Быны алмай, алтынлы ерҙе алһаң, уныһы ҡиммәтерәк. Биш йөҙ тәңкә. Шәрифулланың төҫө ҡасты.
- Ҡайҙан алайым мин ул аҡсаны? Минең бөтә мөлкәтем дә етмәй бит уға!
- Һе, һин ошо самородоктан ғына алты йөҙөн алаһың. Бигерәк наҙан икәнһең дәбаһа!
- Тишек шоманға ултырып ҡуймайым, тим. Шул малды үрсетәйем тип, ғүмер буйы аслы-туҡлы тырыштым бит.
- Минең зат-ырыуым ҡараҡ тигәс тә, алдаҡсы тип беләһеңме? Теләмәһәң, көслөк юҡ. Хуш!
- Тороп тор әле - Шәрифулла ни эшләргә белмәй торҙо. - Һинең, ҡустым, ҡорҙаш, шул алтыныңды берәйһенә, белгән кешегә, күрһәтеп ҡарарға ине.
- Юҡ, улай, кешегә әйткәс, эш барып сыҡмай. Самородокты бирмәйем. Самородоктан да, уны тапҡан ерҙән дә ҡолаҡ ҡағырға теләмәйем. Ә һин, берәйһенә әйтһәң, үҙеңә үпкәлә! Аңлайһыңмы?
- Аңлайым, ҡустым, аңлайым. Беҙҙән һүҙ сыҡмаҫ. Ирмен тигән кешенең күкрәгенә эйәрле ат һыйған, ти. Бисәмен тигән бисәнең - сәңгелдәк менән бала һыйған, ти. Еңгәң дә, мин дә шулай. Беҙҙән сер сыҡмаҫ. Аныһы шулай. Ни эшләтермен һуң ул алтынды?
- Бик шикләнһәң, былай һөйләшәйек: һиңә мин әлегә ваҡ алтын ҡалдырам, һин шуны берәйһенән ҡарат. - Ниғмәтулла тоҡсайындағы ҡом алтындан семтеп ҡағыҙ капсюлға һалды ла өй хужаһына бирҙе. Шәрифулла буйһонмаған ҡулы менән капсюлды стена ярығына ҡыҫтырҙы.
- Мин һиңә аҙна-ун көндән инеп сығырмын. Теләһәң, алтынлы ерҙе лә күрһәтермен.
- Ҡайҙа һуң ул?
- Алыҫ. Әлегә әйтмәйем Килешкәс, әйтермен.
- Аныһы шулай ҙа. Ул ерҙә тау эйәһе юҡмы икән? Хәйретдин һымаҡ булынмаһа ярар ине лә.
- Улар ни эштәгән? - Ниғмәтулла белмәмешкә һалышты.
Шәрифулла ишеткәнен өҙә-йолҡа баштан аҙағына тиклем һөйләп бирҙе.
- Малайын ен һуҡҡан. Өшкөртөп, албаҫтыны ҡыуып сығарһалар ҙа, ярҙамы теймәгән. Әле Хәйретдин ҡарт малайын Ырымбурға өшкөртөргә апарып, ҡайҙалыр ҡалдырып ҡайтҡан, ти. Мал-тыуарҙары ҡороған... Үҙе һунарға йөрөп тамаҡ аҫырай...
- Тау эйәһе тейһә, миңә тейер, һиңә теймәйәсәк.
- Һин, ҡустым, теге алтыныңды ла берәүһенә лә һатма инде. - Шәрифулланың күҙе алдына күп, бик күп байлыҡтар килеп баҫты.
- Улай булғас, һин миңә алдан задатка аҡсаһын биреп ҡуй. Алтын эшендә тәртип шулай.

VIII
Хәйретдин ҡарт яусы булып килгән кешене оҙатырға сыҡҡас, өйҙә тынлыҡ урынлашты. Был тынлыҡты тәүбашлап шаршау артында һиҙҙермәй генә ултырған Нәфисә боҙҙо:
- Мин атайым менән яусының бышылдашып нимә һөйләшкәндәрен ишетеп торҙом. Әсәй, зинһар, башҡайымды хур итмәгеҙ. Мин Хажисолтан байға үлһәм дә кейәүгә сыҡмайым, - тип, илай-илай, әсәһенең алдына килеп тәгәрәне.
- Ни тигән һүҙ ул, балаҡайым? - тине әсә. Яулығының осо менән, ҡыҙына һиҙҙермәҫкә тырышып, күҙ йәштәрен һөрттө. - Шундай кейәүҙән аҡылы булған кеше баш тартамы? Йәшең дә еткән. Ун алтыны ҡыуып бараһың бит инде. Күпме ҡоҙалаштылар, элек тә, һинең һүҙеңде тыңлап, риза булманыҡ. Ҡуй, балам, үҙ бәхетеңдән үҙең ҡасма. Ул бәхет күптәргә тәтемәй. Буласаҡ кейәүҙең йәше лә әллә ниҙән түгел. Ирмен тигән ир кешегә алтмыш йәш нимә генә ул. Өйрәнерһең. Өҫ-башың бөтөн булыр. Тамағың туҡ булыр.
- Миңә байлыҡ кәрәкмәй, әсей. - Нәфисә әсәһенең муйынына аҫылынды. - Әсәкәйем, зинһар, башымды харап итмәгеҙ?! Мине уға бирмәгеҙ. Мин уның дүртенсе бисәһе булғым килмәй.
Нимә һөйләйһең һин, балам? Беҙ, атайың менән, балабыҙға дошманмы ни? Беҙ һинең өсөн тырышабыҙ. Бәхетле булыуыңды теләйбеҙ.
-- Юҡ, әсей. Теләһә ни эшләгеҙ, мин уға бармайым. Мин бәхетле булмаясаҡмын. Уның алған бисәләрен ыҙалатыуы етмәгәнме?- Нәфисә, борсаҡ-борсаҡ булып сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп, әсәһенә һыйынды. - Әсәкәйем, зинһар, йәллә! Харап итмә. Исмаһам, һин атайыма әйт. Хажисолтан байҙың йәш сағында Хөппөниса инәйҙе ыҙалатыуын үҙең әйттең бит...
Ҡыҙының был һүҙенән һуң әсә тертләне. Ҡапыл йөрәге ҡыҫылды Фәтхиә ҡыҙына Хажисолтан тураһында юҡ-барҙы һөйләүе өсөн үкенде. Нәфисәһен уға кәләш итеп бирермен тип уйламағайны шул ул саҡта. Әгәр ҙә уны кейәү итерен белгән булһа, ҡыҙына был турала һөйләгән булыр инеме ни?
- Тормош булғас, барыһы ла була шул, - тине Фәтхиә, ҡыҙын әүрәтеп. - Ҡашығаяҡ шалтырамай булмай. Тормош булғас, һуғышҡан, туҡмалған сағы ла була ул. Хәҙер уға аҡыл ултырған...
- Ҡуйсы, ҡуй! Әсей, зинһар, маҡтама шуны. Бисәләрен ыҙалатыуын уның кем белмәй. Үлтерһәгеҙ үлтерегеҙ, үңәсемә һыпыртмаҡ һалып быуығыҙ, уға кейәүгә бармайым. Юҡ, юҡ, көсләмә, әсәкәйем!
- Улай тимә, балам. Гонаһлы булма. Әҙерәк беҙҙе лә уйла. Атайыңдың да эсен бошорма, - тине әсә, ҡайғылы күҙҙәрен мөлдөрәтеп. - Уның былай ҙа ҡайғыһы күп Ғәйзулланың хәле лә һәйбәтләнмәй.
- Беләм, әсей, - тине Нәфисә, әсәһенең ни әйтерен алдан уҡ белеп. Ул бер аҙ тынысланды. Бәләкәй сағындағы һымаҡ иркәләнеп, әсәһенең алдына башын ҡуйҙы. - Һеҙҙең ҡайғығыҙҙы, үҙегеҙ ашамай, ауыҙығыҙҙан өҙөп, беҙ туҡ булһын тип, ас ултырыуығыҙҙы ла беләм. Ни эшләйем һуң? Ни эшләйем, әсәйем?
Әсә ҡыҙын һөйөп маңлайынан үпте лә ауыр итеп көрһөндө. Ишек алдында Зөлфиә менән һөйләшкән иренең тауышын ишетеп, Фәтхиә ҡабалана-ҡабалана оҙаҡ илауҙан шәмәргән күҙҙәрен һөрттө. Яулығын рәтләп ябынды һәм ҡыҙын да киҫәтте:
- Был турала атайыңа әйтмә, йәме, эсен бошорма.
Хәйретдин туҙып бөткән ҡыҙыл сепрәктән эшләнгән билбауын ишек төбөндәге ағас сөйгә элде. Тәҙрә урынына стенаны киҫеп эшләгән тишеккә ҡуйылған быҙау ҡарынын тартҡылап ҡаҡты, һары балсығы ҡубып бөткән сыуалына һәм тәртипһеҙ рәүештә урындыҡта туҙып ятҡан әйберҙәренә күҙ йүгертте.
- Әсәһе, сыуалыңды аҙ-маҙ һылаштырһаңсы. Тиҙҙән ҡунаҡ килә, - тине Хәйретдин, ҡыҙына ишетелмәҫлек шыбырҙап ҡына.
- Әллә берәйһен саҡырабыҙмы?
- Ҡалым әпкиләләр: бер ат, бер кәзә, шаршау, һиңә кейәү төлкө туны бирәм тигән, һуғымға, атыбыҙ урынына һыйыр, илле тәңкә аҡса бирәбеҙ, тигән. Ғәйзулла өсөн дә, үҙебеҙгә лә еңелерәк булыр. Нәфисәбеҙҙең дә өҫтө-башы бөтөн, тамағы туҡ булыр.
- Эйе шул, атаһы. Теге алтын нәсәлниге лә йонсотмаҫҡа йәтеш булыр. Ҡыҙыбыҙҙың да күҙле-башлы булыуы һәйбәт. Аллаға шөкөр, исеме сыҡманы. Тәүфиғен генә бирһен. Мин шуны һорайым аллаһы тәғәләнән.
- Ижәп ҡабул иткәс, кейәү: "Туй үткәреү хаҡын үҙемдең өҫтөмә алам", - тигән, һәйбәт ырыуҙан шул. Ҡөрьәнде сыға яҙған. Үҙе ауылда бит әле, барып-нитеп йөрөһәк тә, - тине Хәйретдин, хыялланып, ҡыҙын ауылда "беренсе кеше" һоратҡанға ғорурлығынан ни эшләргә белмәйенсә. Ошо минутта уның йөрәгендә байға ҡарата булған элекке асыуҙың эҙе лә ҡалмағайны.
Яҙмышы шулай барып бөтөүенә Нәфисә генә шатланманы. Уның бөтә хисе һәм уйы һөйөклө Хисмәтуллаһына ғына ашҡынды. Ҡыҙҙың һылыу йөҙө тағы ла нығыраҡ ағарынды. Эскә батҡан ҡайғылы күҙ төптәре күгәрҙе. Биленә тиклем һалынып торған ҡара сәс үреме һәм ҡара ҡаштары ғына элеккесә ялтырайҙар. Ул Хисмәтулла эргәһенән яңыраҡ ҡына ҡайтҡан Зөлфиә менән ишек алдында ни тураһындалыр шыбырҙашып бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы. Көн кискә һарҡҡас, йөрәге ярһыуын баҫа алмайынса, Бәлхизә әбейҙең хәлен белеп ҡайтырға әсәһенән рөхсәт һораны.
Фәтхиә иренең ҡыҙына "күҙ-ҡолаҡ" булып торорға ҡушыуына ҡарамаҫтан:
- Ярар, балам, Зөлфиә менән барып ҡайтығыҙ. Ни үҙем дә бушап барғаным юҡ. Бик оҙаҡламағыҙ, ишетегеҙ уны, - тине.
- Әсей, мин бармайым. Аяғым ауырта. Ана, ҡара. - Зөлфиә әсәһенә һыуыҡҡа ярылып ҡанаған аяҡтарын күрһәтте.
- Аяғың себешләй икән шул. Себешен ҡайҙа итербеҙ икән инде, - тине әсә. - Ятыр саҡта аяғыңды йылы һыу менән йыуып, май һөртөрмөн. Апайыңды әҙерәк оҙат та боролоп ҡайтырһың.
- Улайһа, әсей, мин Бәлхизә инәй эргәһендә йоҡлап, иртән ҡайтырмын. Атайым һунарҙан иртәнсәк кенә ҡайта бит.
- Ярар, балам, ярар. Һине иртәнсәк үҙем ҡаршы барып алырмын.

IX
Хисмәтулла эштән ғәҙәттәгегә ҡарағанда иртәрәк ҡайтты. Бүтән саҡта йылмайып, күтәренке күңел менән ҡайта торған егеттең бөгөн күңеле бойоҡ ине. Ул кәртәгә ингәс, байбикәнең керҙәрен ҡоймаға элеп, көмһәнләп йөрөгән әсәһенә ҡарап, оҙаҡ өндәшмәй торҙо ла асыҡ ишек тупһаһына барып ултырҙы. Унан һыулы кейем һәм һабын еҫе аңҡый. Сәйҙеямал әбей һуңғы керен яңылыш ергә төшөрөп ебәрҙе лә тиҙ генә күтәреп алды. Берәйһе күрмәйме икән тип ҡурҡып, тирә-яғына ҡараны. Шунда ғына башын түбән баҫып тупһала ултырған улын күрҙе:
- Ниңә тупһала ултыраһың, балам? Тор. Тупһала ултырған кеше байымай ул.
Хисмәтулла башын күтәрҙе. Уның ҡайғылы һорғолт күҙҙәре ниңәлер һелте көлө төҫөндә күренде.
Әсә лә улының күңеле тыныс булмауын аңланы. Ул иренән ҡомартҡы урынына ҡалған емерек еҙ самауырына һыу һалып, туҙ тоҡандырып, торбаһына төшөрҙө. Самауырҙың ҡолаҡса эргәһенән һыу аҡҡан урынына ҡара ыҫмала йәбештереп ҡуйғайны, өҫкө яғынан тағы ла һыу сыбырлап аға башланы. "Ремонтын" бөткәс, Сәйҙеямал күҙҙәренән йәш сығып сәсәгәнсе самауыр торбаһына өрҙө. Ләкин самауыр ҡайнарға теләмәне.
- Торбаһы ла тишелгәндер, ахырыһы, - тине Хисмәтулла, ауыр көрһөнөп, - ҡайнамаһа, ыҙаланма, әсәй. Әҙерәк икмәк булһа, һыуыҡ һыу менән булһа ла ҡушып ашармын.
- Күнәк төбөндәге ондоң аҡтығын, киләһе ризыҡты быуып ятмаһын тип, ҡырып-сырып баҫтым да ҡуйҙым инде. Хәҙер бешә. - Сәйҙеямал билен ике ҡулы менән тотоп һикәлтәгә барып ултырҙы. Усаҡ эсендәге көлдө йәмкә менән бер яҡ ситкә һыпырҙы. Көл араһынан алған сынаяҡ аҫтындай икмәкте һөрттө. Икмәктең ситенән генә һындырып улына бирҙе. Ҡалған өлөшөн төрөп күнәк эсенә һалғас, егеттең һары балсыҡҡа ҡатҡан күлдәгенә, ыштанына һәм сабатаһына, унан һуң көнгә янған ҡара йөҙөнә ҡарап, йәлләне булһа кәрәк. Күнәк эсенә төрөп һалған икмәгенән әҙерәк һындырып тағы бирҙе. Ләкин, үҙенең нисек кенә ашайһы килеүенә ҡарамаҫтан, нәфсеһен тыйҙы. Ул тамаҡ ялғап, урынынан торғас ҡына, Сәйҙеямал һаҡлыҡ менән һүҙ башланы.
- Балам, әллә берәй нәмә булдымы? Ниңә күңелең бойоҡ?
- Юҡ, әсәй. Бик арып киткәнмендер, ахыры. - Хисмәтулла бер нисә минут һүҙһеҙ ултырҙы. Ыштан балағына тегелгән ямау ҡатынан ике һум аҡса сығарҙы. - Бына, минең ярты ай йыуып һатҡан алтын хаҡы. Һин шуны Хәйретдин бабайҙарға алып барып бир. Берәй һылтауын тап, әтеү алмаҫтар.
- Үҙебеҙ ни эшләрбеҙ һуң, балаҡайым? Һаман яңғыҙ ҙа тормаҫһың. Үҙем дә ҡартайҙым. Күҙле-башлы булыр ваҡыт етә. Әҙләп йыя барыр инең, исмаһам. Ҡалым-маҙарына кәрәк булыр.
- Күҙ күрер әле, әсәй. Үҙебеҙ аллаға шөкөр. Хәйретдин бабайҙарҙың хәле беҙҙекенән хөртөрәк.
- Уныһы шулай инде. Алтын эйәһе лә Ғәйзулланы йә алтынға бай ерҙе таптырта, ти. Хәйретдин ҡоҙа, алтын табам тип, байҙан илле тәңкә аҡса алған, тиме. Хәҙер һүҙендә тормағанға теге ни аҡса таптырта, ти.
- Әсәй, ул дөрөҫ түгел. Исмаһам, һин юҡты һөйләмә. Ҡайҙа ҡуйһын ул аҡсаны. Ул тиклем малы булһа, ас ултырмаҫтар ине ләбаһа!
- Мин ишеткәнемде генә әйтәм, балам, асыуланма. Аҡсаны Зөлфиә артынан биреп ебәрермен. Ул, һин ҡайтҡас, киләм, тигәйне.
Хисмәтулла күҙҙәрен тултырып әсәһенә һораулы ҡараш ташланы.
Улының ғәҙәтен белгән әсә бөтәһен дә аңланы. Шарлап аҡҡан яҙғы йылға кеүек Хисмәтулланың бөтә тәнендә ҡан шашынды. Йөрәге кемделер һағына. Кем һуң, кем? Ниңә улы әсәһенән йәшерә? Бына ниңә ул төн йоҡоларын йоҡламай ыҙа сиккән! Нисек кенә булмаһын, улында мөхәббәт уянған. Тормош ауыр булыуға ҡарамаҫтан, күңел, йөрәк ҙур мөхәббәткә ынтыла. Әсәгә төбәлгән Хисмәтулланың күҙҙәре лә кемделер теләй, йөрәге кемгәлер тартыла...
- Әсәй, Зөлфиә ниңә килгәйне?
- Ниңә килгәнен этем белһен. Ана, йәнә килә ята, үҙенән һора. - Сәсен туҙҙырып, яланаяҡ йүгереп килгән Зөлфиәне күреп, Сәйҙеямал урынынан торҙо. - Мин кипкән керҙе нитәйем әле.

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Бөртөкләп йыйыла алтын - 05
  • Parts
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 01
    Total number of words is 3670
    Total number of unique words is 1949
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    43.5 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 02
    Total number of words is 3998
    Total number of unique words is 2121
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    44.3 of words are in the 5000 most common words
    50.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 03
    Total number of words is 3825
    Total number of unique words is 2094
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 04
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2046
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    42.0 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 05
    Total number of words is 3955
    Total number of unique words is 2019
    31.8 of words are in the 2000 most common words
    44.4 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 06
    Total number of words is 3745
    Total number of unique words is 2109
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    48.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 07
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2161
    29.3 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 08
    Total number of words is 3916
    Total number of unique words is 2013
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 09
    Total number of words is 3810
    Total number of unique words is 2018
    29.2 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 10
    Total number of words is 3873
    Total number of unique words is 1641
    31.5 of words are in the 2000 most common words
    43.9 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 11
    Total number of words is 3884
    Total number of unique words is 2141
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.0 of words are in the 5000 most common words
    48.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 12
    Total number of words is 3794
    Total number of unique words is 2085
    29.8 of words are in the 2000 most common words
    42.3 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 13
    Total number of words is 3094
    Total number of unique words is 1659
    31.9 of words are in the 2000 most common words
    45.5 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.