Latin

Бөртөкләп йыйыла алтын - 11

Total number of words is 3884
Total number of unique words is 2141
28.4 of words are in the 2000 most common words
41.0 of words are in the 5000 most common words
48.4 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
- Әллә берәй яңылыш һүҙ әйттеңме?
- Юҡ. Ашатҡан ризығын ҡайтарырмын тигәйнем. Шуға асыуланды шикелле.
- Әй, балам, улайтырға ярамаҫ ине. Ул һиңә - ихлас күңел менән, ә һин - рәнйетәһең, һин иҫһеҙ ятҡанда, эргәңдән китмәне, һинең һаулығың өсөн йәнен бирергә лә әҙер ине. Ашар ризығын ашамай, һиңә һаҡланы. Ауыҙыңа көсләп ҡаптырҙы. Килен булмаһа, ни эшләр инек, белмәйем. Хоҙай һаулығын бирһен. Ағайың менән бергә тора алманылар шул. Бигерәк йәшләй буйҙаҡ ҡалды.
- Сыҡһын кейәүгә. Ниңә сыҡмай? Һоратыусылар күп бит. Ыҡшандап, иһаһайлап йөрөгәнсе, ир менән торор.
- Улай тимә, балам. Еңгәң тыштан ғына, күңелен баҫыу өсөн генә, үҙен шулай күрһәтә. Уның күңелендәге серен берәү ҙә белмәй. - Ул - һәйбәт күңелле, кешелекле кеше. Исеме-фәләне сыҡҡаны юҡ.
- Ниңә улай маҡтайһың? Әллә кәләшлеккә димләргә уйлайһыңмы?
- Маҡтарлыҡ булғанға, - тип дөрөҫләне әсә ихлас күңелдән. - Кәләш итеп үҙеңә әйттерһәк тә, яңылышмабыҙ. Үҙеңдеке. Ағайыңдан ҡалған хәләл еңгәң.
Хисмәтулла рәхәтләнеп шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
- Рәхмәт, әсәй! Нәфисәнән бүтәнде мин яратмайым. Кәрәкмәй ҙә.
- Яратыу, балам, бергә тора башлағас була ул. Өйрәнерһегеҙ. Бергә тормай, яратыу буламы?
- Ҡуй, әсәй, көсләмә. Еңгәм менән торорға күңелем тартмай. Ю-у-уҡ! Булмай. Бүтән ауыҙыңды ла асма, әсәй.
Улының холҡон яҡшы белгән әсә һүҙ көрәштермәне. Урындыҡ аҫтынан иҫке ситек сығарып, ҡайнамай ултырған самауырҙың торбаһына ҡуңысын кейҙереп өрҙөрҙө. Самауырҙың аҫҡы тишектәренән бөркөп осҡондар сәсрәне. Сыпылдап һыу ағып торған һемәктән аҫтағы тишектәр яҡтырҙылар һәм самауыр һуҙып үҙенең йырын йырлай башланы.
Гөльямал ҡайтты. Оҙаҡ илауҙан шәмәреп шешенгән йөҙөн Хисмәтулланан йәшереү теләге менән, өйгә ингәс тә күп бәберкәле оҙон күлдәгенең урта төшөн ике яҡлап тыштан ыштанының бөрмәһенә күтәреберәк ҡыҫтырҙы ла һепертке алып тиҙ-тиҙ генә иҙәнде һеперҙе.
Шунан һуң сәй эсергә ултырҙылар. Хисмәтулла, йәйелгән кейеҙ өҫтөнә менеп, аяғын бөкләп ултырҙы. Аҫтараҡ, урындыҡтың ситенә генә ултырып, Гөльямал сәйнүккә самауырҙан һыу ағыҙҙы. Уның ҡаршыһында самауыр артында ултырған Сәйҙеямал самауырҙы үҙ яғына борҙо.
- Ҡана, килен, үҙем яһап эсерәйем, һул ҡулдан яһау хилаф була.
Гөльямал ҡарышманы. Ул сыуал көлөнә күмеп бешерелгән ус аяһындай өшәнең яртыһын һындырып - Хисмәтулланың алдына, ә ҡалғанын уртаҡ өлөшкә һыңдырып, береһен үҙенә, икенсеһен, бисмилла тип, Сәйҙеямал алдына һалды. Икмәккә өҫтәп шәкәр урынына тышы күгәрә башлаған әсе ҡорот киҫәген өләшеп сыҡты.
Сәй эскәндә берәү ҙә һүҙ ҡушманы. Шыбырҙатып яһаған сәй тауышы ғына тынлыҡты боҙҙо. Ашъяулыҡты уратып ултырыусылар, баштарын түбән баҫып, сынаяҡ аҫтына ҡойолған сәйҙе эскәндә лә һурпылдаған тауыш сығармаҫҡа тырышып, ауыҙҙарын ҡымтып астылар. Сәйҙеямал түҙмәне, улы менән Гөльямалға башын ҡалҡытып ҡараны ла:
- Ниңә улай һөйләшмәйһегеҙ? Әллә арағыҙҙан ҡара бесәй ҡыйып үттеме? - тип һораны.
- Юҡсы, - тине Гөльямал һәм бер ҡатлылыҡ менән әйткән һүҙенән үҙе үк көлдө. - Хисмәтулла ҡәйнеш һүҙ ҡушмағас, нимә тим?
- Ә мин, еңгә, әллә һин телеңде йотоп ҡуйҙыңмы икән тигәйнем. Телең бар икән дәһә, - тине уңайһыҙ хәлдән ҡайһылайыраҡ сығырға белмәй ултырған Хисмәтулла, сынаяҡ аҫтындағы сәйен һемереп.
Сәйҙеямал үҙ эше менән ҡайҙалыр сығып китте.
Сәйҙән һуң Гөльямал, сынаяҡтарҙы йыуып һарҡытырға ҡуйғас, ике көн йыйған ҡаймағын батманға һалып бешеп, күбек майы яһаны. Сыуалға ут яҡты. Ике тауыҡтың береһен һуйып, ҡаҙанға һалды. Күнәге төбөндәге онон иләп, ағас табаҡта баҫып, ҡамырҙы түңәрәкләндереп ҡуна таҡта өҫтөнә таба ҙурлығындай иңләп йәйҙе. Сыуалға яҡҡан утты болғап, янып бөтмәгән торонбаштарын төтәтеп усак аҫтына тыҡты. Йымылдап ятҡан ҡуҙҙарҙы йәмкә менән һыпырып, көлөн кирбесенә еткәнсе икенсе яҡҡа өйҙө. Эҫегә сыҙамай, башын муйынына тартыбыраҡ, бисмилла тип, ҡуш усына алған йәймәне көлдән таҙартылған урынға һалды һәм өҫтөнә көлдө кире шылдырҙы. Күмгән көл ҡамыр өҫтөнә һыу кеүек йәйелде. Көл өҫтөнә ҡуҙҙарҙы өйөрҙө.
- Ҡайһы арала ҡыҙған! - тине йомошон бөтөрөп кире әйләнгән Сәйҙеямал.
- Ниңә?
- Көлдө әйтәм. Йәһәт ҡыҙған, тим. Икмәк өҫтөнә йәһәт йәйелһә, "ҡалай ҡыҙған" тигән була торғайны Хисмәтулланың атаһы мәрхүм дә. - Сәйҙеямал, үҙен-үҙе бүлеп: - Һин, ҡыҙыҡай, нимә эшләйһең? Әллә ҡунаҡ-маҙар саҡыраһыңмы? - тип һораны.
- Ниңә? Юҡсы. - Гөльямал эҫегә ҡыҙарған маңлайын еңе менән һыпырып көлдө. - Иртәгә Хисмәтулла брискаға эшкә китә бит. Юлына әҙерләйем.
- Үҙең ни эштәрһең? Аҡтыҡ оноң түгелме?
- Киләһе ризыҡтың юлын быуып ятмаһын. Яҙғаны булыр әле, алла бойорһа. Брискала ла әллә нәмә юҡтыр әле.
Улар, икәүләп, тиҙ генә һикене йыуып, ҡалай һауытына иҙгән аҡ балсыҡҡа ҡуян тояғын манып, көлдөксә ситен һәм сыуалдың алдын аҡлап алдылар.
- Хисмәтулла тышта күренмәйме? - тип һораны Гөльямал.
- Әлләсе. Абайламанымсы, берәй ерҙә тороп ҡалмаһа. Сыҡҡанда бер нәмә лә әйтмәнеме?
- Юҡ. - Гөльямал көрһөндө. - Һаман шул Нәфисәһен онотмай, ахыры.
- Онотторор инең, һин - еңгәһе.
- Мине Хисмәтулла үҙенә алһа, һин ҡаршы булмаҫ инеңме?
- Буламы һуң?! Мин үҙем һеҙҙең бергә булыуығыҙҙы теләйем.
- Ысынлапмы? - Гөльямал бәхетле йылмайҙы һәм, ҡаты көрһөнөп: - Яратмай шул. Сихырланған сәй һалып эсереп тә ҡараным, ярҙам итмәне. Яратмаҫ кеше - яратмай икән, - тине.
- Һин, ҡара, үҙеңә ҡаратам тип, әллә нәмә эсереп, үлтереп ҡуйма тағы! Ҡарар әле, мәле еткәс, - тине Сәйҙеямал, юрамал ғына йөҙөнә асыулы төҫ сығарып һәм" бөтөнләй икенсе, борсолған тауыш менән һораны: - Ҡайҙа китте был малай? Оҙаҡланы, ҡараңғы ла төшә. Әллә, һин, сығып, ҡарап киләһеңме?
Шуны ғына көткән Гөльямал тышҡа сығып йүгерҙе.
Сәйҙеямал, көл араһынан бешкән икмәкте сығарып, усы менән көлөн ҡағып, сепрәккә һөрттө. Тәмле икмәк еҫе таралды. Ишек алдында ҡарҙы шығырҙатып өтә баҫып килгән аяҡ тауышы ишетелде, һәм үҙенең артынан һыуыҡ эйәртеп тыны бөткән Гөльямал инде.
- Килә, - тине лә ул, ҡабаланып, сискән кейемен стеналағы сөйгә элде.
- Ҡайҙа ине?
- Ҡайҙа булһын, шул Нәфисәһен эҙләп барған. - Гөльямал, һыуыҡтан ҡыҙарған тулы сикәләрен ыуып, өшөгән ҡулдарына тынын өрҙө. - Фәтхиә еңгәй индермәне. Әллә Хажисолтан кейәүе ултыра тинеме шул, асыҡлап ишетмәнем. - Яулығын төҙәтеп ябынды. Сикәһен һыпырып, туҙған сәсен яулығына йәшерҙе. - Хисмәтулла, әлләймә тип, инергә иткәйне, Фәтхиә еңгәй, әлләймә тип ҡысҡырып, таяҡ күтәрҙе.
- Әллә һуҡтымы? - Сәйҙеямалдың тауышында борсолоу тойғоһо яңғыраны.
- Юҡ.
Әсә иркен тын алды.
Хисмәтула ҡайтты. Сисенмәйенсә, башын эйеп, урындыҡҡа ултырҙы. Гөльямал йүгереп йөрөп аш яраштырҙы.
- Ниңә сисенмәйһең, балам, әллә башың ауыртамы? - тип һораны әсә, бер ни ҙә белмәгәнгә һалышып.
- Хәҙер китәм.
- Ҡайҙа?
- Эшкә. Приискыға.
- Ни тигән һүҙ уныһы тағы? Бөгөн тышта ҡараңғы, һыуыҡ. Көн бөткәнме? Әллә һине өйҙән ҡыуыусы бармы? Улай итмә, улым. Әҙерәк еңгәңдең дә ҡәҙерен уйла. Һин тип, тамаҡ яраштырған. Сисен. - Әсә улының өҫтөн һалдыртты.
Тамағын туйҙырғас та, Сәйҙеямал улының урынын һалды ла үҙе йоҡларға сыуал артындағы ләүкә башына менде. Гөльямал урындыҡтың икенсе яҡ осонда йоҡларға булды. Ут һүндерҙеләр. Сәйҙеямал менән улы бер-береһенә бер нисә һүҙ ҡуштылар ҙа тындылар. Хисмәтулла урынында борғоланды-борғоланды ла тәрән йоҡоға китте. Тик Гөльямал ғына йоҡлай алманы. Үҙенең бәхетһеҙлегенә, ошо өйҙөң дүрт стенаһына ҡарап япа-яңғыҙ ҡаласағын иҫенә төшөрөп, тауыш-тынһыҙ ғына, эре күҙ йәштәрен ағыҙып, оҙаҡ, бик оҙаҡ иланы.

XXIV
Хисмәтулла прииск контораһында берәүһен дә осрата алманы. Көндө нисек үткәрергә белмәйенсә, конторанан сығып барғанда, оло ғына йәштәрҙәге старатель осраны. Ул, Хисмәтулланың оҙонлоғон үлсәргә теләгәндәй, арыған күҙҙәре менән баш-аяғына тиклем ҡарап:
- Һин, ҡустым, бында ни эшләп йөрөйһөң? - тип һораны.
- Тик.
- Тик икәнен беләм мин. - Старатель йылмайҙы. Ләкин уның йөнтәҫ ябыҡ йөҙө йылмайыуҙы түгел, ә ғазап сигеүҙән сытырайған кешене хәтерләтте. - Ниндәй йомош йомошлап килдең тим?
- Минме? Хужаларға тип килгәйнем, ағай. Эшкә ялланырға.
Старатель ҡулын һелтәне, һыуыҡҡа "ә-әһ" тип яурындарын ҡалҡытты. Төрлө урындан мамыҡтары сығып һалбырап торған алама ғына көпөһөнөң салғыйын рәтләп, уның өҫтөнән сүс билбау менән билен быуҙы.
- Мин дә эш артынан йөрөйөм. Бында баш та юҡ, ҡойроҡ та юҡ. Аңламаҫһың. Ҡыран-ғәләмәт ҡуптаралар. Исмаһам, яңы управляющий берәй эш тапмаҫмы тигәйнем.
- Ни эшләп? Ә, ым... теге, һуң кем ҡайҙа?
- Кем? Ивановмы? - Старатель баш бармаҡ ҙурлығы итеп урап тартҡан тәмәкеһенең төтөнөнә сәсәне. - Ул ни күптән управляющий түгел. Ишетмәнеңме ни? Хәҙер прииск хужаһы ла икенсе кеше. Ғәлиәхмәт байҙан тотошлай әллә ниндәй Эрәмәйев тигән кеше һатып алған тиме шунда. Ул кеше Иванов урынына управляющий итеп Гәрәй Наҡышев тигән кешене ебәргән. Штейгер булып килгәне лә мосолман. Фамилияһы Сабитов, ти. Үҙҙәрен күргәнем юҡ. Шулай ҙа мосолман кеше үҙ мосолмандарына насар булмаҫ әле. Әтү, разведкаға апарып, Иванов, юҡ һылтауҙы бар итеп, юҡтан ҡыуып ҡайтарҙы, ҡотҡо таратыу, тип. Шунан бирле эшһеҙ йөрөйөм. Ҡыш ҡайҙа бараң? Әртилгә алмайҙар. Алтынды яңғыҙ йыуырға йәй түгел. Ана шулай йөрөйөм, аслы-туҡлы.
- Элекке управляющий тапҡан алтынлы ергә хужа булып ҡалдымы?
- Буламы һуң? Ул ерҙәрҙе, тағы әллә ҡайһы ерҙәрҙе Ғәлиәхмәт бай алтын тапмаҫ элек үк Эрәмәйевкә һатҡан.
- Нисек?
- Шулай. Саҡмай ауылынанмы һин үҙең?
- Эйе, - тине Хисмәтулла.
- Улай булғас, Хәйретдин тигән кешене беләһеңдер? Шул кешегә Ғәлиәхмәт бай күп аҡса биргән, ти. Алтынлы ер тапҡан өсөн.
- Дөрөҫ түгел!
- Бүлдермә әле. Ишеткәнемде әйтәм. - Старатель асыуланды. Күпмегә алғаным, шуға һатам. - Ул йомшабыраҡ һүҙен дауам итте: - Ана шул кешенән Ғәлиәхмәт бай ҡағыҙ алып ҡуйған икән, ти. Шул ҡағыҙҙың күпейәһен быларына ла, тегеләренә лә биргән, ти. Яңы управляющийға иҫке управляющий яңыраҡ асҡан ерҙе үҙенеке тип күрһәтмәк булған, ти. Әйҙә ултырайыҡ әле. Аяғым талып китте.
Контора алдында ятҡан йыуан ҡарағас бүрәнә өҫтөндәге йоҡа ғына ҡарҙы терһәктәре менән һыпырып, шуға ултырҙылар. Старатель көнгә һарғайған ҡалын ҡағыҙҙы урап яңынан тәмәке тултырҙы ла саҡмаһын саҡылдатып тоҡандырҙы. Шунан, беләгенә ҡамыт кейҙереп, икенсе ҡулына ыңғырсаҡ менән йүгән тотоп, контора ҡапҡаһына инеп барған кешегә ҡысҡырҙы:
- Эй, Зиннәтулла, ниңә эреләндең? Күрмәмешкә һалынып үтеп барған була... Улай килешмәй, егет!
Зиннәтулла туҡтап, тауыш сыҡҡан яҡҡа боролдо һәм аяҡтарын тайшан-тойшан баҫып бүрәнә өҫтөндә ултырыусылар эргәһенә килде.
- Тағы кем тип торам, Сәйфетдин аҡайым икән, - тине ул, һаулыҡ һорашҡас.
- Ә һин ни эшләп йөрөйһөң?
- Ошонта эштәйем. Контурала аттар ҡарайым, Сәйфетдин аҡай.
- Оһо, һин түрәләргә яҡынлағанһың. Түрә-фәлән булып китһәң, танауыңды бик күтәрмә.
- Мыҫҡылдама инте Сәйфетдин аҡай, - тине ат ҡараусыһы, үпкәләп.
- Ярар, асыуланма, Зиннәтулла, - тине Сәйфетдин, тауышын үҙгәртеп. - Юрамал шаярттым. Бында ҡасанан бирле эшләйһең?
- Аруҡ булты.
Зиннәтулла старателдың үҙенә һорау бирҙе:
- Һин, Сәйфетдин аҡай, үҙең әле лә алтынта эшләйһеңме?
- Юҡ. Бына, яңы хужаларҙан, ҡабат эшкә алыуҙарын һорап килдем.
- Улар тиҙ булмай. Ырымбурға киттеләр.
- Ҡасан? - Сәйфетдин урынынан ук һикереп торҙо.
- Өс көн тула инте.
- Эх, мин алйот! - Старатель, ғәрләнеүҙән, йоҙроғо менән сирышып бөткән маңлайын туҡылдатты. - Йөрөйөм шунда! Тере көйөк! Һорашһам нимә булған! - Тәмәкеһен иҙеп ырғытты. - Теге иҫке түрәләр ҡайҙа?
- Улар тураһынта ишетмәнеңме ни? Ҡыҙыҡ булып бөткәндәр бит.
- Юҡ. Нимә?
- Яңы түрә менән иҫке түрә талашҡандар.
Зиннәтулла үҙенең белеүенсә, ентекләп, этә-төртә, управляющийҙар араһында булып үткән ваҡиғаны һөйләне.
Зиннәтулла һөйләүҙән туҡталғас, Сәйфетдин ҡаты көрһөндө лә:
- Беҙ бил бөгөп тапҡан алтынды Закиров эләктергән икән. Вәт ышан уға! Иванов алдында эт кеүек ҡойроҡ болғап, үҙен ярамһаҡлы күрһәткән бәндә лә хужаһын талағас... - тип, ҡулын һелтәне. - Ул управляющий ҙа кешене әҙ илатманы.
Ат ҡараусы егет ҡапҡа артында юғалғас та, Сәйфетдин менән Хисмәтулла бүрәнә өҫтөндә һүҙһеҙ оҙаҡ ултырыуҙарын дауам иттеләр. Ҡояш байыр алдынан ғына ҡарт старатель менән егет иҫке баракка барып йоҡларға булдылар.
Иртәгеһенә иртә менән Сәйфетдин Хисмәтулланы уятты.
- Эй, тор. Бында ятып туңаһың. Ҡайһылай һыуыҡ. Тәҡәт тотор хәл юҡ.
- Тороуҙан ни файҙа?
- Иҫке отвалдан алтын йыуып ҡарайыҡ.
Хисмәтулла ҡаршылашманы. Улар, эйәртенешеп, йылға буйындағы отвалға табан атланылар.
Сәйфетдин өс киҫәк таҡтанан улаҡ эшләне. Улаҡҡа ҡарт ҡайындың сыбыҡтарын йәйеп, уның иңенә ҡаҡҡан ылаштың ныҡлығын тикшереп, берәм-берәм тартып ҡараны ла:
- Булды, - тине.
- Сыбыҡтар, арҡыры ҡағылған ағастар ниңә кәрәк ул, ағай? - тип һораны Хисмәтулла.
- Алтынды тотор өсөн. Улаҡ эсенән аҡҡан һыу ҡырсындарҙы, таштарҙы әпкитә. Ә алтын шул ағас ылаш, сыбыҡтар араһына эләгеп ҡала. Хәҙер күрерһең, - старатель көрәге менән бер ҡат йыуылып ташланған иҫке отвал эргәһенән аҡҡан йылғаның боҙон онтаны. Ағас улаҡтың баш яғын ҡалҡытыбыраҡ боҙҙан әрселгән йылға ситенә урынлаштырғас, тирә-яғына ҡом тултырып нығытты. Юлы быуылған һыу улаҡ эсенә ташланды. Сыбыҡтарға һәм ылаштарға һуғылып сәсрәне.
- Ҡом һалҡын һыуға иҙелерме икән?
- Беҙ йыуа торған отвал мәтеле түгел бит. Бер йыуылған инде. Һыу тейгәс тә ярма кеүек тарала. Ана, ҡара.
Старатель отвалдың туңмаған ҡатынан ҡомло балсыҡты улаҡҡа ырғытып көрәге менән болғаны. Көмөштәй йылтырап аҡҡан боҙло һыу төҫөн юғалтты. Ҡомло балсыҡты аҫҡа ағыҙҙы. Улаҡ эсендә балсыҡ күбәйгән һайын, һыу буръяҡланды, һарғайҙы.
- Ҡустым, һин алтынды әллә бер ҙә йыуғаның юҡ инде...
- Йәй көнө тас менән йыуыштырғайным, - тине Хисмәтулла, старателдың ни әйтерен аңламайынса.
- Шулайҙыр шул тип уйлағайным да. - Сәйфетдин улаҡтың ҡойроғона эркелеп аҡмай ятҡан ташлы ҡомға күрһәтте: - Таҙарт.
Хисмәтулла старателдың ҡушыуынса эшләне. Улаҡ, эсенән аҡҡан таштарҙы отвалдың аҫ яғындағы соҡорға ырғытты. Көрәк ауырайҙы, һабына боҙ уҡмашты. Улаҡтың өҫтө лә бөрөштө. Сабаталарҙан һыу үтте. Әсе һыуыҡ ел бер ҡат ыштан аша ботто семетә.
Эшләп арығас, Сәйфетдин көрәген ырғытты, һыуҙы кәметте. Ылашты һәм сыбыҡтарҙы аҡтарып, улаҡ төбөнә ҡатҡан ҡомдарҙы усы менәм өйәрҙә. Өҫтән тигеҙләп эре таштарын һыу ағышына һыпырҙы. Уның бәләкәй генә йонсоу күҙҙәре ниндәйҙер өмөт менән һыу ағыҙған таштар, ҡомдар һәм шлихтар артынан күҙәтә. Улаҡтың уртаһында осҡондай ғына бер бөртөк алтын ялтыраны. Старатель өшөгән, ревматизмдан ҡатҡан кәкере бармаҡтарын елгә ярылған ирененә тейҙереп төкөрөкләне лә улаҡ төбөндәге алтынға баҫты. Тырнаҡ араһына эләгеп сыҡҡан алтынды сепрәккә төрөп кеҫәһенә һалды. Улаҡ төбөндә башҡа нәмә күренмәгәс, Сәйфетдин, сүкәйгән көйө, бер нөктәгә ҡарап, йыртыҡ ыштаны аша күренгән ялангас тубығын ыуа-ыуа оҙак һүҙһеҙ ултырҙы.
- Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, исмаһам, еле лә тынманы. - Ул талған биленә усын баҫып, урынынан, торҙо. - Ыҙаланыуыбыҙ ғына булды. Эх, йәй көнө булһа... Ҡыш ҡыш инде... Әйҙә, киттек.
- Ҡайҙа?
- Тағы кисәге ташландыҡ өйгә барырға тура килә инде.
Улар елкәләренә көрәктәрен, кәйләләрен һәм ағас улаҡты күтәреп юлға сыҡтылар. Юлда төрлөсә план ҡорҙолар. Иң аҙаҡта, үҙҙәре кеүек эшһеҙ йөрөгән кешеләрҙән артель төҙөп, алтын йыуыуҙы дауам итергә булдылар.
Тәҙрә урынына таҡта ҡапланған ташландыҡ һыуыҡ баракта Сәйфетдин менән Хисмәтулла оҙаҡ ултырып сыҙай алманы. Урамда оҙаҡ йөрөнөләр улар. Йылы барактарҙа ултырып йоҡларлыҡ та урын табылманы. Поселок осонда, түбәһенә тиклем көрт баҫҡан баракта ғына, халыҡ аҙыраҡ ине. Унда ла ике яҡ стена буйына һуҙылған оҙон ҡаҡ урындыҡ өҫтө, һәм иҙәндең түрбаш яҡ өлөшө буш түгел. Ҡыш көнө эшһеҙ, аслы-туҡлы ғүмер уҙғарған старателдар, нисек етте шулай, бер-береһенә һырығышып йәйелгән бесән өҫтөнә ятҡандар. Баракта ауыр еҫ. Ҡаталар, сабаталар һәм һыулы сылғауҙар менән уратылған тимер мейестән боҫ сыға. Хисмәтулла, мейес эргәһендә буш урын тапмайынса, сабатаһын стеналағы ағас сөйгә элде. "Исмаһам, йылыла һыуы һарҡыр", - тип уйланы ул. Тупһа эргәһендәге бесәнде сылғауына һалып, аяғын төрҙө лә, сисенмәйенсә, башын урындыҡҡа һалып йоҡлап киткән Сәйфетдин эргәһенә, бөгәрләнеп, иҙәнгә ятты. Ләкин ҡайһылай ғына ныҡ арыуына ҡарамаҫтан, йоҡлай алманы. Бөрсә һәм ҡандалалар һырыны. Тәне буйлап уларҙың мыжмылдап йөрөүҙәренә, әсеттергәнсе тешләүҙәренә сыҙамаған Хисмәтулла борғоланды, төрлөсә әйләнеп ятып ҡараны. Сабыртып сыҡҡан тәнен тырнаны. Эргәһендә салҡан ғырылдап йоҡлаған кеше:
- Нимә ҡашынаһың? - тип асыуланды ла ҡабырғаһына боролоп тағы ла нығыраҡ ғырылдай башланы. Унан уҙҙырырға тырышҡандай, барактың теге яҡ осонда ла ике кеше бер ыңғай ғырылданы. Улар ғырылдағанда, барак ҡалтырана. Кемдер йоҡо аралаш ауыҙын сәпелдәтә, ыңғыраша.
Бөрсә һәм ҡандалаларҙың һөжүмен кире ҡағырға хәле ҡалмаған Хисмәтулла, саңлы иҙән буйлап, ишеккә яҡыныраҡ шыуҙы. Нәфисәне күрә алмай китеүе, Хажисолтан байҙың көн дә һөйгәне эргәһендә булыуын иҫләп, ғазапланды, үҙен-үҙе өҙгөләп ташлағыһы килде. Нәфисәнең осрашырға теләмәүе ғәжәпләндерҙе. Никахын боҙоп гонаһ шомло булырға теләмәүе тураһында ла әсәһе арҡылы ғына белде. Ни булды был Нәфисәгә? Әллә Хажисолтандың байлығына ҡыҙып, уларҙың мөхәббәтенә хыянатлыҡ иттеме? Юҡ, бында тик ул, Хисмәтулла ғына, ғәйепле, һөйгәнен һаҡлай алманы. Ваҡытында ҡасып китә алманы, һуҙҙы. Нәфисә, ҡыҙ булһа ла, уға ҡарағанда тәүәккәлерәк ине. Ул үҙе асыҡ ауыҙ булып сыҡты. Хәҙер Нәфисә ҡурҡа. Атаһының үлеүен дә, ҡустыһының ситтә йөрөүен дә, әҙәм күрмәгән мәсхәрәлекте лә, дингә ышанмаусылыҡ тыуҙырыуын, никахлы иренә ҡарата харамсылыҡ итеүҙән күрҙе. Ни эшләргә? Нисек итеп юғалған мөхәббәтте кире ҡайтарырға? Был һорауҙарға яуап таба алмай йоҡоға китеп барғанда, ҡараңғы таңдан эшкә әҙерләнеүселәрҙән берәү уның битенә сабатаһын төшөрҙө. Хисмәтулла урынынан тороп ултырҙы. Башҡалар ҙа торҙолар. Улар торғас, баракта әйләнерлек тә урын ҡалманы. Барак, ҡуҙғытылған умарта күсе шикелле, ҡымйып шаулай башланы, "һукыр шәм" яҡтыһында тоҡтарынан сығарылған икмәктәрен ҡапҡылап алдылар ҙа старателдар ашыға-ашыға эшкә киттеләр. Сәғәт ярым самаһы ваҡыт үтеүгә, һыйыр һарайын хәтерләткән барак шып-шым булып ҡалды. Баракта эшһеҙ ҡалған кешеләр торғас, Сәйфетдин уларҙы бергәләп алтын йыуырға өгөтләне. Тегеләрҙең күбеһе, аяҡтарына кейергә сабаталары, өҫ кейемдәре, ашап эшләргә ризыҡтары булмауға һылтаулашып, ризаһыҙлыҡ белдерҙеләр.
- Әрәмәйҙең типләге кеүек типләк булһа, шахта булһа, икенсе хәл...
- Кем ала һуң беҙҙең ишеләрҙе?
- Эйе шул. Унда беҙҙең кеүек таҙҙар аҙ ти, - тине аяғына күшеккән сабатаһын һыйҙыра алмай маташҡан кеше, иптәшенең һүҙен хуплап. - Йәй булғас, типләкте һалып ҡалдырырбыҙ.
- Ҡыш шулай тибеҙ ҙә ул. "Йәйгә сыҡһаҡ, онотабыҙ. Эт тә әйтә ти: "Йәйгә сыҡһам ҡышҡа һөйәктән өй һалыр инем", - тип.
Оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырған Сәйфетдин:
- Әйҙәгеҙ, талашҡансы, көҙ башлаған шахтанан сыҡҡан балсыҡты самалап ҡарайыҡ. Бәхеттән, берәй хазинаһы ятмаймы икән,-- тине.
- Подачиҙы ҡайҙа апарып йыумаҡ булаң? Ат юҡ. Тачка юҡ. Һыу алыҫ. Туң ер...
- Аптыраған икәнһең. Беҙ күп бит. Бәләкәй санаға һалып ташырбыҙ. Шахта тәрән түгел, - тине Сәйфетдин, иптәштәрен күндерергә тырышып. - Моғайын, шул шахта эргәһендәге күл дә туңмағандыр әле. Беҙҙең бәхеттән туңмаһа, бигерәк шәп булыр. Мәке уйып алырбыҙ ҙа һыуҙы шунан тарттырырбыҙ. Торба бар.
Хисмәтулланан башҡа тағы ла дүрт кеше Сәйфетдин етәкселегендә бәхеттәрен самалап ҡарарға ризалыҡ белдерҙе. Ҡалғандары, Ырымбурҙан Рәмиев управляющийы ҡайтыуын көтөп, баракта ҡалды.
Старателдар, һайғауҙар менән ябылып ҡалдырылған шахтаны таҙартып, өҫтән ағас вороток ҡуйҙылар. Канатҡа эләктерелгән кәрзинкәгә Сәйфетдин бер аяғын баҫҡас та, вороток барабанына беркетелгән сар һабы кеүек тимергә тотонған ике кеше әкрен генә барабанды үҙенә ҡарай борҙо. Канат тағатылған һайын, Сәйфетдин аҫҡа, ҡараңғылыҡҡа, батты. Уның артынан шахтаға төшөргә Хисмәтулланың сираты етте. Ғүмерендә лә шахтаға төшмәгән Хисмәтулланың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Уға шахта эсе сихырлы, серле донъя һымаҡ тойолдо. Хисмәтулла, ике ҡуллап канатҡа йәбешеп, кәрзинкәгә инеп ултырҙы. Шахтанан борхоп боҫ сыға. Воротовщиктарҙың береһе:
- Һин, ҡустым, улайтма, һыңар аяғың тышта ҡалһын.
Кәрзинкә, ағас бураның ҡабырғаһына эләгә-һуғыла, тауышһыҙ ғына, аҫҡа төшкән һайын Хисмәтулла ҡараңғы бушлыҡҡа сумды. Кәрзинкәнең төбө ергә төртөлдө. Бушаған тимер канат уралып ергә ятты. Шунан кире тартылды ла ырғаҡҡа эләктергән кәрзинкәһен һөйрәп өҫкә кире китте.
Хисмәтуллаға шахта дымлы һәм йылыраҡ тойолдо. Ҡараңғылыҡҡа күҙҙәре эйәләшкәс, шахта стволынан ары, забойҙа, осҡон һымаҡ ҡына күренгән шәм яҡтыһына ҡарап, бер аҙым атларға ла өлгөрмәне, башы менән подхватҡа һуғылып ергә тәгәрәне.
- Ныҡмы? - тип һораны уға ярҙамға килеп еткән Сәйфетдин. - Иңкәйеп атла тиергә онотҡанмын. Әйҙә, атла! Минең арттан ҡалма.
Төпкәрәк ингән һайын, забой тарайҙы. Улар урыны менән имгәкләп үттеләр. Сәйфетдин, тоноҡ ҡына янған ҡыуыҡһыҙ шәмен төрлө яҡҡа күтәреп, штректы яҡтыртып ҡараны. Забойҙы ишелеүҙән һаҡлаған ҡайын подхваттар, креплениелар һәм огневалар бәшмәкләнеп күгәргән. Өҫтән супылдап һыу тама. Аяҡ аҫтында һары таш ҡатыш ҡомло балсыҡ лысҡылдап ята. Тик шәм яҡтыһы төшкән урын ғына аллы-сыбарлы булып күренә. Забойҙың төбөнә еткәс, Сәйфетдин шәм яҡтыһында бер ус балсыҡты киҫәктәргә бүлгеләп иҙеп:
- Кварц жилаһы ҡалдығы... ваҡланып, һибелмә алтынға әйләнгән, - тине.
- Һин, ағай, ҡайҙан беләһең?
- Минең тиклем алтында эшләһәң, һин дә белерһең, һинең кеүек саҡта эшләй башлағайным, һаман соҡонам. Ни байып булмай, ни ер баҫмай. - Сәйфетдин, елпенмәҫерәк урынға шәмен ҡуйғас, тубыҡланып ултырҙы. Кәйлә осо менән забойҙың аҫҡы яғынан эре ҡара таштарҙы соҡоп сығарҙы ла забойҙың ике яҡ ҡабырғаһына креп һуғырға урын әҙерләне. Уның ревматизмдан йонсоған йыуан, кәкере бармаҡтары кәйлә һабынан етеҙ шыуалар. Күҙҙәрендә өмөт осҡондары ялтырай. Ул, аяҡ аҫтына умырылып төшкән породаларҙы кәрзинкәгә тултырҙы ла, тачкаға үҙе егелде. Уны аллы-артлы бороп, тар һәм тәпәшәк штректан имгәкләп һөйрәп китте. Ул, забойға кире әйләнгәс, ҡулындағы буш кәрзинкәне күтәреп һуҡты.
- Көрәкте ал! Ҡайттыҡ. Юҡҡа ыҙаланғанбыҙ.- Сәйфетдин, асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, беренсе булып ҡараңғы коридорҙан сығыу юлына үрмәләне.
- Ҡалма!
Юғары сыҡҡас ҡына, Хисмәтулла эш бүленеү сәбәбен аңланы. Таныш булмаған оҙон буйлы кеше торба осондағы ябай рәшәткәле насосты емереп ырғытты ла:
- Был минең шахта. Китегеҙ, - тип старателдарҙы ҡыуырға тотондо.
Старателдар, баштарын эйеп, баракка ҡайттылар...

XXV
Ҡыш эш табыуға өмөт өҙгән Хисмәтулла эшһеҙ старателдарға эйәреп урманға китте. "Бәлки, унда йәшәүе еңелерәк булыр. Ашағандан артҡан аҡсамды әсәйемә ебәрермен", - тип уйланып, ул яҡ-яғына ҡаранып барҙы. Ләкин урман эсенән төпкәрәк ингән һайын, киләсәккә ҡарата күңеле һүрелде. Урман бөгөн, ниңәлер, ят, һөйкөмһөҙ күренде. Баштарына "аҡ бүрек" кейгән йыуан-йыуан ҡарағай, аҡ мамыҡ түшәк өҫтөндә ултырған ҡайын һәм уҫаҡ ағастары ла, уҫал үгәй әсә һымаҡ, япраҡһыҙ ботаҡтарын йәйеп, ҡояш нурҙарын үткәрмәйҙәр. Ағас баштарына тейә яҙып ҡайҙалыр ашығып үткән аҡһыл ҡара болоттарҙан һуң урман бөтөнләй ҡараңғыланды. Көн боҙолдо. Иренеп кенә ҡар яуа башланы. Ботаҡтарға эләгеп торған ҡарҙар өйкөмө уһылдап ергә шыуып төшә. Күпләп ҡойолған эре, күбәләктәй ҡар бөртөктәре юлсыларҙың елкәләренә һәм биттәренә тейеп ирей. Һыртта ағастар һирәгәйҙе. Ҡар яуыуы кәмене. Күктәге болоттарҙы баҫтырып килгән киҫкен әсе ел өйөрмәһе, көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, ҡарағай баштарын ярһып һелкетте-һелкетте лә, ерҙән күтәргән ҡар өйөмдәрен борхолдатып, ҡайҙалыр юғалды.
Билгә тиклем еткән тәрән көрттө йырып, оҙаҡ килеүҙән йонсоған кешеләр, балта таҡылдаған, шаулап йығылған ағас тауыштарын ишетеп, иркен тын алдылар.
Ағас йығылған ыңғайға ғорурлыҡ менән әйтелгән тауыштарҙы ишеткәс кенә Хисмәтулла тәүге тапҡыр иркен тын алды. Көнө буйы һүҙһеҙ килеүсе юлсылар өсөн ҡараңғы урманда тере кешеләрҙе күреүе үҙе ҙур бәхет. Урманды яңғыратып үҙ-ара ҡысҡырышып һөйләшкән кеше тауышы гөрһөлдәп йығылған ағастар тауышына күмелә. Ул минут һайын ҡабатлана. Бында сатлама һыуыҡ та ҡурҡыныс түгел. Киреһенсә, утын ҡырҡыусыларҙан күтәрелгән йылы боҫ ҡышҡы һыуыҡты еңергә тырышҡан һымаҡ тойола. Кәжән заводынан килгән атһыҙ эшселәр утындарҙы ҡарҙан таҙартылған ағас төбөнә терәтеп өйәләр. Завод хужаһы тарафынан ҡуйылған кеше аршын оҙонлоғондағы таяҡ менән өйөлгән утындарҙы үлсәй. Үлсәгәндән һуң, эшселәр йөрөткән таяҡ осон киртеп, үҙе генә аңларлыҡ билдә яһай.
Атлы старателдар үҙҙәре ҡырҡҡан ағастарын шахта эргәһенә алып барып ауҙаралар ҙа шунда уҡ кире әйләнәләр. Тик йәйәүлеләрҙең генә эше мөшкөл. Улар прииск хужаларына һатыу өсөн әҙерләгән крепежниктарын тәүҙә сыбарланған текә тау итәгенә ырғыталар, уларҙы юлға яҡынайтҡас, бәләкәй санаға тейәп ташыйҙар.
Ағастар йыртҡыстарса файҙаланыла, һәр кем теләгән ағасын йыға. Үҙенә кәрәк ерен ҡырҡып ала ла ҡалған өлөшөн өймәй, ерҙә ятҡырып ҡалдыра. Киҫелгән ботаҡтар сөрөккә әйләнәләр.
Урман эсендә торған барактарҙың береһендә төн уҙғарған Хисмәтулла ла иртәгеһенә эшкә сыҡты. Таҫыллы, тәжрибәле кешеләр уны үҙҙәренә ҡушманы. Ул үҙе кеүек йәш, ун биш-ун алты йәштәр самаһындағы егет менән парлашып эшләргә килеште. Олораҡ старателдар эшләгәнсә, оҙон ҡайын төбөндәге ҡарҙы тапап арығас, ағасты киртеп быса башланылар. Бысҡы тештәре араларынан ҡойолған ваҡ ҡына һары ағас сөрөктәре ҡар өҫтөнә һибелде. Башлап ебәреүе еңел дә, рәхәт тә һымаҡ тойолдо. Ләкин, бысҡы тештәре ағас олонона нығыраҡ батҡан һайын, эш ауырайҙы. Бармаҡ йыуанлығы тиклем бысылмай ҡалған ҡайын олоно теләр-теләмәҫ кенә ҡыйшайҙы, һелкенде, шытырҙаны. Киң ботаҡтары менән һауаны ярып, ваҡ сауҡалар өҫтөнә ауған ыңғайҙа, төбө менән бысҡыны урталай һындырып, ситкә һикерергә өлгөрмәгән Хисмәтулланы көрткә батыра төрттө. Ул ҡар аҫтынан сыҡты. Ҡурҡыуынан ағарынған иптәше:
- Зәғифләнмәнеңме? - тип һораны.
- Юҡ. Бысҡыны әрәм итте, - тине Хисмәтулла, ауыҙына ингән ҡарға сәсәй-сәсәй. - Ни эшләйбеҙ, инде?
- Әллә...
Бысҡы киҫәктәрен тотоп, төрлөсә әйләндереп ҡарап торғандан һуң, ағас олонон ботанылар. Дүрт өлөшкә тумырып, ҡайындың туҙҙарын әрсенеләр ҙә, ҡараңғы төшә башлағас, ҡарағайлыҡ араһында торған балаганға барҙылар. Уның эсе лә, приискылағы һымаҡ, халыҡ менән шығырым тулы ине. Ҡайнап тора. Тауыш төнө буйы баҫылманы. Хисмәтулла старателдарҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалды. Төрлө ерҙә төрлөсә фәлсәфә һатыусылар, бер-береһен бүлеп, кемделер маҡтайҙар:
- Әйттем бит һиңә, ни әштәмә, үҙ мосолманыңа ни етә, - тине лә кәзә һаҡаллы кеше, сабата үреп ултырған күршеһен үсекләп, телен күрһәтте. - Э-э-э-э. Кемдең һүҙе өҫтөн сыҡты!
- Мөхәмәтҡазы ҡоҙа, һин, теңкәмә теймәҫе әле. Улай маҡтама түрәләрҙе. Маҡтарға әле иртә. Маҡталған ҡыҙ туйҙа эште боҙған тимәйме? Мосолманлыҡтан түгел, кешеһенә ҡарап. Ана, Хажисолтан байҙы алып ҡара. Ул да мосолман. Беҙҙең ише ярлы-ябағаға ни ярҙамы тейгәне бар? Шул уҡ Ғәлиәхмәт бай ҙа. Елкәһенән үтмәҫ бысаҡ менән ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ. Шундай һаран. Үҙенә файҙа булырҙай булһа ғына йомарт күренергә тырыша. Быныһы ла шунан ары киткән тиһеңме? Күрербеҙ әле һау булһаҡ.
- Юҡ инде, юҡ, Сәйфетдин ҡоҙа, һин яңылышаһың. Уны мин үҙем күрҙем. Насар мосолманға оҡшамаған. Көлөп кенә һөйләшә. "Берегеҙҙе лә эшһеҙ ҡалдырмам", ти.
- Ярар, һау булһаҡ, күрербеҙ әле, - тип ҡабатланы Сәйфетдин. Сыбайҡаның осло яғын бороп, сабатаны тиште. Ҡалыпҡа кейҙергән иҫке сабатаһының табанынан үткәргән ҡаты йүкәне иң буйы тартып, сыбайҡаһының һабы менән ҡалыпты туҡылдатты.
- Мин дә шулай тим шул. Кемдең һүҙе өҫтә булыр икән, - тине Мөхәмәтҡазы, бирешергә теләмәйенсә.
Шул уҡ хәбәргә ҡушылып башҡа старателдар ҙа бәхәсләшә. Уларҙың һүзҙәренең айышына төшөнә алмаған Хисмәтулла Мөхәмәтҡазыға мөрәжәғәт итте:
- Ағай, кешеләр нимәгә тырыша?
- Кем тырышһын, һөйҙәшәләр, - тине Мөхәмәтҡазы, малайҙар алдында үҙен эре генә тоторға тырышып.
- Һин кәпрәймә, ҡоҙа. Кеше һинән ипләп һорай, һин арҡыс-торҡос өндәшәһең. Белһәң - әйт. Белмәһәң, белмәйем тиң, - тине Сәйфетдин, сабатаһының тишелгән еренән яңы йүкә үткәреп.

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Бөртөкләп йыйыла алтын - 12
  • Parts
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 01
    Total number of words is 3670
    Total number of unique words is 1949
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    43.5 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 02
    Total number of words is 3998
    Total number of unique words is 2121
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    44.3 of words are in the 5000 most common words
    50.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 03
    Total number of words is 3825
    Total number of unique words is 2094
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 04
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2046
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    42.0 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 05
    Total number of words is 3955
    Total number of unique words is 2019
    31.8 of words are in the 2000 most common words
    44.4 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 06
    Total number of words is 3745
    Total number of unique words is 2109
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    48.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 07
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2161
    29.3 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 08
    Total number of words is 3916
    Total number of unique words is 2013
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 09
    Total number of words is 3810
    Total number of unique words is 2018
    29.2 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 10
    Total number of words is 3873
    Total number of unique words is 1641
    31.5 of words are in the 2000 most common words
    43.9 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 11
    Total number of words is 3884
    Total number of unique words is 2141
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.0 of words are in the 5000 most common words
    48.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 12
    Total number of words is 3794
    Total number of unique words is 2085
    29.8 of words are in the 2000 most common words
    42.3 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 13
    Total number of words is 3094
    Total number of unique words is 1659
    31.9 of words are in the 2000 most common words
    45.5 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.