Latin

Бөртөкләп йыйыла алтын - 03

Total number of words is 3825
Total number of unique words is 2094
30.2 of words are in the 2000 most common words
42.9 of words are in the 5000 most common words
49.7 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
- Беренсенән, "һин" түгел, "һеҙ", икенсенән, мин һеҙгә тиңдәш түгел, һеҙгә мин - бай әфәнде. Өсөнсөнән, әйтәйек, йәғни мәҫәлән, алтынды һеҙҙән бушҡа алманым. Тейешле хаҡын бирҙем. Үҙегеҙҙе лә нимә өсөн һыйлаған тип беләһегеҙ? Мин кешене буштан-бушҡа эшләтергә яратмайым. Халыҡ әйтмешләй, буштың атаһы үлгән. Эшләгән - ашаған. Эшләнеңме, тейешлеһен ал. Аша, эс. Уйна, көл.
Байҙың был һүҙҙәренән бөтөнләй айныған Хәйретдин, ҙур эш боҙған ғәйепле кеше һымаҡ, ни тип әйтергә белмәйенсә, асыҡ иҙеүе аша күренгән йөнтәҫ түшенә башын эйеп, оҙаҡ ҡуҙғалмай торҙо.
- Бай әфәндем, мин уҡымаған, ҡара кеше. Күбеһен белеп тә еткермәй торғанмындыр. Шулай ҙа мин аҡса һинән алманым...
- Ә зәм-зәм һыуы? Оноттоңмо? - Бай кеткелдәп көлдө. - Бер мискә араҡы... Бергә килгән иптәштәрең рәхәтләнеп эсте. Бар, аларҙан һора. Үҙеңә өҫтәп аҡса бирәйем тигәйнем дә, алманың, башҡаһын бирә алмайым.
- Бай әфәндем, һиңә ул алтынды мин һатманым бит! Һинән түләтергә лә теләмәйем. Миңә байлыҡ, алтын кәрәкмәй. Шулай ҙа шутлаштыҡ, тимә. Беҙ шутлашманыҡ. - Хәйретдин тау эйәһе ишетһен өсөн һуңғы һүҙгә баҫым яһаны: - Шутлашманыҡ! Шутлашырға ла теләмәйем. Балам ғына һау булһын. Миңә аҡса кәрәкмәй. Аҡса ярлыға йоҡмай ул. Уның менән мандып булмаҫ .
- Ярай, улайһа, ошо ҡағыҙға дамғаңды ҡуй, - бай еҫтәлдән алып бер бит ҡағыҙҙы һуҙҙы. - Минең күҙем танымай, нимә яҙылған? Уҡып күрһәт.
- Унда: "Миңә байҙан бер нәмә лә кәрәкмәй", - тип яҙылған. Унан, шутлашманыҡ, тип әйтһәк тә була. Мин шу ҡағыҙҙы берәүһенә лә күрһәтмәм. Ҡағыҙ һинең ризалығыңды белдереп, бер-бер хәл сыҡһа, һин тауыш күтәрмәһен өсөн генә яҙылған. Ҡул ҡуй. Шутлашманыҡ, алтынды миңә бушлай бирелгән тип һанарбыҙ.
Улының, зат-ырыуының һаулығы тураһында ғына борсолған, тау эйәһен асыуландырмаҫҡа, уның алдында үҙен ғәйепһеҙ күрһәтергә тырышҡан иҫерек Хәйретдин, бер аҙ икеләнеберәк торғандан һуң, байҙың тәҡдименә риза булды.
- Ҡана, бир. Ҡайҙа ҡуяйым?
Ҡара менән яҙылған һүҙҙәрҙең аҫтына бай төртөп күрһәтте, Хәйретдин, ҡатып бөткән бармаҡтарын тыңлата алмайынса, ҡәләмде төрлөсә борғолап, оҙаҡ мәшәҡәтләнде. Ҡәләм осон теле осона тейҙерҙе. Илһенмәгән ҡулын ҡағыҙ өҫтөндә тыныс тоторға тырышып, хәл йыйҙы. Шунан, яйын табып, ашыҡмайынса, көскә салҡатан ятҡан ярты айға оҡшаңҡыраған ай тамғаһын һыҙҙы. Ҡәләмен ҡағыҙ өҫтөнә ҡуйғас, әллә ниндәй эш башҡарған төҫлө, ауыр итеп көрһөндө.
- Ҡаралыҡ ҡара инде. Ҡағыҙға ҡул ҡуйыуы көнө буйы таш ташығандан да ауырыраҡ. - Хәйретдин аҡ ҡағыҙға ҡулынан йәбешкән һары балсыҡ табын һөртөргә эйелде. Уны бай этеп ебәрҙе лә ҡағыҙҙы тартып алды.
- Ни эшләттең һин?! - байҙың йөҙҙәре ағарҙы. Хәйретдин аптырап байға ҡараны.
- Бысрағын һөртәйем тигәйнем.
- Шулаймы ни... Ярар. Ғәйепкә алма. Үҙ кешеләр бит. - Ҡағыҙҙы, дүрткә бөкләп, түш кеҫәһенә тыҡты ла бай сәғәтенә ҡараны. - Ой, бик оҙаҡ ултырғанбыҙ икән. Берҙе һалып эс тә, хуш бул! - Бай үҙенә рюмкаға ҡыҙыл араҡы һалды. - Юлға берҙе күтәрәйек.
- Мин һеҙҙән аҡса алманым, алтынды һатманым, шулаймы?
- Эйе. - Бай, кеше тыңламаймы тип, ишекте асып ҡараны. - Эйе, һинән үҙемә тейешле булған алтынымды алдым.
- Бай, тау эйәһенән ҡурҡмайһыңмы? - ҡарт үҙен борсоған һорауҙы бирҙе.
- Ҡурҡам. Ләкин ул миңә ҡағылмай. Уның доғаһын беләм. - Бай хәйләкәр йылмайып, рюмкаһын күтәрҙе: - Һинең һаулыҡҡа, минең байлыҡҡа.
- Ярай, мин дә ҡайтайым инде. - Хәйретдин ҡулын һуҙҙы. Бай, үҙенә һуҙылған ҡулды күрмәмешкә һалынып, өҫтәл өҫтөндәге китаптың биттәрен асҡылай башланы.
- Һау бул, ғәйепләмәй кит. Ярҙам кәрәк булһа, тапҡыр үҙемә кил. Оялма. Әйткән ереңдән алтын һәйбәт сыҡһа, буш итмәм. Бүләкләрмен. Бик күп аҡса бирәсәкмен! Бай яҡшыны онотмай, - тине ул, бәхете артыуына ҡыуанып.
Эйе, ҡыуанырлыҡ та шул. Бына ҡасан табылды бәхет асҡысы! Хәйретдин ҡарттан ишеткән һүҙ дөрөҫләнһә, ул тағы ла нығыраҡ байыясаҡ. Ғүмерендә күрмәгән, төшөнә лә инмәгән хазинаға бер үҙе генә хужа буласаҡ. Бынан һуң, бәлки, ваҡытлыса Ырымбур ҡалаһынан күсеп килергә лә кәрәктер. Юғиһә уны күптәр күреп белмәй. Приискыға онотҡанда бер, йәмле йәй аҙаҡтарында ғына килеп китеүе эшме ни? Уның исеменән приискыла етәкселек иткән управляющийға ла ышаныс аҙайҙы. Саҡмай ауылы түрәләре хаҡында әйтәһе лә юҡ. Уларҙы буйһондороу өсөн күпме аҡса, күпме көс түгергә тура килде Ғәлиәхмәт байға. Шулай ҙа теләгенә иреште. Хәҙер уға тиң кеше юҡ был яҡта. Бөтә нәмәгә баш һәм түш. Үҙҙәрен Саҡмай ауылында батша һымаҡ тотҡан Хажисолтан бай менән староста Мөхәррәм, Ғилман мулла, Ғәлиәхмәт байҙың хатта исеменән ҡурҡалар. Юрғашты алтын приискыһына Ғәлиәхмәт бай килгән саҡта уның алдында ялағайланып йөрөйҙәр. Уны саҡырып ҡунаҡ итәләр, хөрмәтләйҙәр. Дөрөҫ, ҡасандыр, борон заманда, Ғәлиәхмәт байҙың олатаһы Ғабдрахман бай менән ауыл халҡының ер өсөн зыҡ ҡубыуҙары тураһында легенда йәшәй. Юрғашты йылғаһы буйында бай алтын ятышын белгәс, ул Саҡмай ауылы түрәһенә килгән һайын ҡыйбатлы бүләктәр биргән, дуҫлашҡан. Тик шунан һуң ғына ун тәңкә аҡсаға Ғабдрахман байға үгеҙ тиреһендәй ер һатып алырға булған. Башта Саҡмай ауылы байы был кешене "останым" тип шатланған. Ләкин Ғабдрахман бай уға ҡарағанда ла хәйләкәрерәк булып сыҡҡан. Миңә артығы кәрәкмәй тигән дә, ул үгеҙ тиреһен бөткәнсе еп нәҙеклегендә телгеләгән, остарын бер-береһенә бәйләп һуҙғас, егерме саҡрым самаһы ерҙе уратып алырға еткән. Шул саҡта ғына Саҡмай ауылы байы тиренең һуҙылыуына ғәжәпләнгән һәм отолоуы өсөн үкенеп бөтә алмаған, имеш, тиҙәр. Ике бай араһындағы килешеүҙе ишетеп ҡалған ауыл кешеләре баш күтәргәндәр. Ер-һыу именлеген килмешәктәрҙән һаҡлап ҡалыу өсөн, улар күп йылдар буйы батырҙарса көрәшкәндәр, ти.
Легенданың ысын булыуын берәү ҙә ныҡлап дөрөҫләй алмаған. Юрғашты буйына Ғәлиәхмәт байҙың ата-олаталарының нисек хужа булыуын да белеүсе кеше юҡ. Ҡайһылай ғына булмаһын, Ғабдрахмановтар ырыуы быуындан-быуынға үрмәксе кеүек халыҡтың ҡанын һурып, ҡорһаҡ үҫтерәләр. Бында уларҙан да көслө һәм ҡомһоҙ йыртҡыс табылмаясаҡ. Ябай кешеләрҙең тормошо байҙар өсөн себендәй ҙә күренмәй. Халыҡ иҙелә, яфалана. Унарлап старателдар ер аҫтында баҫылып ҡала. Итәк тулы балалар менән ҡалған тол ҡатындар ҡан йәштәрен түгәләр. Тере мәйеткә әйләнгән етем балалар бер һыныҡ икмәк өсөн ер ҡаҙалар. Тапҡандарын бушлай Ғәлиәхмәт байҙың управляющийына һаталар. Байҙар халыҡтың яҙмышы һәм көнкүреше менән ҡыҙыҡһынмайҙар. Уларҙың ҡырылыуына ҡарт Урал тауы итәктәренән аҡҡан Юрғашты йылғаһы ғына шаһит була ала. Ул, быуаттар буйы халыҡтың моң-зарын йыуып, аға ла аға. Юргашты йылғаһы буйындағы алтын приискыһында йыуылған буш таштар, ҡомдар һары тауҙарға әйләнде. Йөҙәр йыл буйы отвал өҫтөндә ағастар, үләндәр үҫә. Приискылағы тормош бер гөрләп, бер һүлпәнәйә.
1900 йылдарҙа приискыла эш бөтөнләй туҡтаны. Юрғашты йылғаһы буйында унан-бынан ғына һалынған өйҙәр, землянкалар, емерелеп, ҡара тупраҡҡа әйләнделәр. Уларҙың урынын кесерткән, алабута үләндәре ҡапланылар. Ҡырҙан килеүсе старателдарҙың эҙе лә ҡалмай. Саҡмай ауылы кешеләре тынысланды. Ата-бабанан ҡалған ерҙе ҡаҙып туҙҙырыусы кешеләр китеүенә ҡыуандылар. Яҙын - яҙғы йортҡа, ҡышын ҡышлауға күсеп, мал көттөләр. Малһыҙ халыҡ, ярлы-ябаға ауыл байҙарына ялсы булып ялландылар. Хажисолтан бай менән Ғилман мулла ла иркен тын алды. Ләкин бер-береһен күрә алманылар. Эт кеүек ыҙғыштылар. Байлыҡтарын арттырырға ынтылып, ялсыларын иҙҙеләр. Уларҙан староста, йәки халыҡ әйтмешләй, "һары муҡшы" ла ҡалырға тырышманы. Ул, халыҡтан взятка алып, йылҡы малдарының һанын утыҙ башҡа еткерҙе.
Ауыл байҙары араһындағы ыҙғышты 1908 йылда яңынан асылған приискы хәл итте. Улар бер-береһе менән талашыуҙан туҡталып, үлем көткән кеше һымаҡ ҡурҡып, Ғәлиәхмәт байҙың яңынан килеүен көттөләр. Приискының асылыуын ишеткән күрше ауылдарҙағы кешеләр Юрғашты йылғаһы буйлап ағылдылар. Улар, ағастарҙы ҡырып, ҡыуыш, землянкалар ҡорҙолар, балагандар һалдылар. Бер нисә йылдар тыныс торған ерҙә тағы ла старателдарҙың тәртипһеҙ урынлашҡан поселкаһы барлыҡҡа килде.
Дүрт йылдан һуң приискылағы алтын запастары яңынан кәмене. Ғәлиәхмәт байҙың борсолоуы артты. Нисек тә булһа приискыны япмаҫҡа тырышып, иҫке шахталарҙы файҙаланды. Шул тирәлә эшләгән старателдарҙы икенсе урынға ҡыуҙы. Разведканы көсәйтте. Ләкин алтын запасы табылманы.
Бынан һуң барыһы үҙгәрәсәк, башҡаларға ҡарағанда ла бай һәм ҡеүәтлерәк буласаҡ ..
Хәйретдин ишектән юғалғас та, Ғәлиәхмәт самородокты өҫтәлгә сығарып һалды. Самородокты һимеҙ һәм ҡыҫҡа бармаҡтары менән әйләндереп, һоҡланып туя алманы. Әгәр ҙә ашай торған нәмә булһа, уны күптәнән ашаған булыр ине.
Кемдер ишек ҡаҡты. Ғәлиәхмәт ҡабаланып алтынды тимер һандыҡҡа бикләне. Ишектән управляющийҙың башы күренде. Бай, балҡылдап торған йыуан елкәһен көскә бороп, иркенләп ултырҙы һәм, управляющий Ивановтың ултырыуын да көтмәйенсә, һүҙ башланы.
- Был, ҡарт ишәк, "йыуаштан йыуан сыға" тигәндәй, үҙен бик тыныс ҡына тотһа ла, бик арҡыры күренә. Алтынды ҡайҙан тапҡанын әйтмәне.
- Самородокты ул тапмаған.
- Кем тапҡан?
- Малайы.
Управляющий Иванов Ғәйзулланың алтын табыуы һәм юлда билдәле булмаған кеше уны, таларға маташып, хәлдән яҙҙырғансы туҡмауы тураһында яҙа-йоҙа ишеткән һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәйенсә байға һөйләне.
- Ул алтын яңы ерҙән булырға тейеш. Беҙҙең йыуған ерҙә ундай эре самородоктар ҡалмаған.
- Һин алтынға бай урын табыласағына ышанаһыңмы? - тип һораны Ғәлиәхмәт.
- Ышанам. Алтын не початый край, - тип яуап ҡайтарҙы управляющий. - Бик күп. Бында иҫке ғөрөф-ғәҙәткә ышаныусан халыҡ йәшәй. Ҙурыраҡ алтын тапһалар, тау эйәһенән шөрләйҙәр. Шуға күрә лә улар тыранса ярыуҙы, һалабаш ебетеүҙе, ыҫмала ҡайнатыуҙы, мал көтөүҙе артығыраҡ күрәләр. Алтында эшләүселәрҙе күрә алмайҙар, һуңғы йылдарҙа ғына Саҡмай ауылы кешеләре приискыла эшләй башланылар.
- Уларҙа минең эшем юҡ. Ҡайҙа һуң вәғәҙә иткән алтынға бай урындарың? - тип һораны бай, ҡыйынлыҡ менән тын алып, тирләгән маңлайын ҡулъяулығы менән ыуа-ыуа.
- Әлегә әйтә алмайым, - тине Иванов.
- Ә мин көтә алмайым. Аңлайһыңмы? Мин күп көттөм. Миңә алтын кәрәк. - Бай, өндәшмәйенсә, оҙаҡ хәрәкәтһеҙ уйланып торҙо. - Минең бында оҙаҡ йәшәргә ваҡытым юҡ. Иртәгә ҡайтып китәм, - Ул түш кеҫәһенән Хәйретдин ҡул ҡуйған ҡағыҙҙы сығарып управляющийға һондо. - Был алтын асҡысы. Башыңдан артыҡ һаҡла.
Управляющий ҡағыҙға күҙ йөрөтөп сыҡты.
- Аңлашыла. Урынына еткерермен. Бындағы халыҡ йүкә шына ҡағыуҙы ярата. Маҡтаныңмы - эрей ҙә китә, йәнен бирерҙәй була. Асыуланһаң, киреләнә. Унан, алдына сығарым, тимә.
Маҡтап та сыҡмаһа? Управляющий ҡулдарын йәйҙе.
Бүтән әмәлен эҙләргә тура киләсәк. Ләкин ашығырға ярамай. Ашыҡкан - ашҡа бешкән.
- Һиңә ниңә Хәйретдин ҡарттың малайынан һорашып белмәҫкә? Алтынды ул тапҡан тинең түгелме?
- Ул малай үлем хәлендә ята, ти. Уға өмөтләнеп булмаҫ. Бер ҡулын, бер аяғын һындырғандар.
- Малайҙы терелтергә кәрәк. Ҡаланан врач саҡырт. Аҡсаны йәлләмә. Беҙҙең приискының киләсәге яңы урын табыуҙан ғибарәт, шуны иҫеңдән сығарма.
- Тырышырмын.
- Бер аҙ ятып хәл йыяйым, - тип бай ишектән уң яҡтараҡ торған күн диванға мендәр ырғытты ла һуҙылып ятты.
- Конторала йоҡлауы һеҙгә уңайһыҙ бит.
Управляющийҙың һүҙен бай ишетмәне. Шунда уҡ ҡаты йоҡоға сумды. Уға ҡарап хәрәкәтһеҙ ҡалған Иванов: "Был, ҡомһоҙ, самородоктан миңә татытмаҫҡа уйлаймы икән ни? Хәйретдинен да әйтер инем инде. Алтынды миңә килтермәгән. Йүнһеҙҙең йүнһеҙе шул", - тип үкенә-үкенә, яҡ-яғына күҙ һалды. Шунан самородок бикләнгән тимер һандыҡтың йоҙағын тартып ҡараны ла аяҡ осона ғына баҫып конторанан сыҡты.

V
Ҡараңғы төшөп тә етмәне, кәрәсингә мохтаж ауыл халҡы ятып йоҡларға ла өлгөрҙө.
Тирә-яҡ тып-тын. Манараһы һерәйеп торған мәсет тирәһендәге бай өйҙәренең тәҙрәләре аша ғына балҡыған яҡтылыҡ ергә йәйелә.
Хисмәтулла иҫерек көйө мәсет эргәһенән уҙырға баҙнат итмәне. Кәжән йылғаһы буйлап Хажисолтан байҙың аҙбары артына сыҡты һәм ҡыйыҡ урынына кәҫ йәйгән землянкаға инде. Эстә күҙгә төртһәң дә күрерлек түгел. Ҡарындыҡ тәҙрә киске эңер яҡтыһын түгел, көндөҙгө яҡтыны ла үткәрмәй. Ҡараңғыға бер аҙ күҙ эйәләшкәс, урындыҡтағы бөтә нәмә ят, алыҫ кеүек тойолдо. Сыуал артында бер туҡтауһыҙ, маҙа килтереп, өй сиңерткәһе серелдәй. Түрбаштан әллә ниҙә бер ыңғырашҡан ҡатын тауышы ишетелә.
- Әсәй, әллә ауырып киттеңме?
- Хисмәтулла улым, һин ҡайттыңмы? Ниңә бик оҙаҡланың.
Хисмәтулла, әсәһенә үҙенең ни эшләүе һәм ҡайҙа юғалып йөрөүен белдермәҫкә тырышып, һорауын ҡабатланы
- Әсәй, әллә ауырыйһыңмы?
- Ауырыбыраҡ торам шул, балаҡайым. Хажисолтан һуғымлыҡҡа бер йылҡы һуйғайны. Хөппөниса шул йылҡының эсәк-ҡарынын йыуырға ҡушҡайны. Әллә, ауыр күтәреп, эсем төшөп ҡуйҙы инде? - Әсә ыңғырашты. - Алла, эй аллам! Эсем ауырта. Тәҡәт тотор хәл юҡ.
- Ниңә барҙың һуң?
- Бармай ни хәл итәһең. Йомошом төшкән һайын шуларға барам. Үткән айҙа торған өйөбөҙ өсөн дә утыҙ тиндән биш тин бирәсәгебеҙ ҡалғайны. Шуны һаман биреп булмай . - Әсә әҙ генә шымып ятты. - Ут яҡтыртып, әҙерәк тамағыңды ялғап ал. Һалма ағас сеүәтәлә.
- Сыуалға яғайыммы?
- Утынды әрәм итмә. Ҡышҡа ҡалһын. Сыра ғына яҡтырт. Сыра усаҡ өҫтөндә.
Хисмәтулла, һуҡыр кеше шикелле һәрмәнеп, усаҡ өҫтөндәге сыраны эҙләне. Шунан әсәһенең сыуал төбөнә көлгә күмеп ҡалдырған ҡуҙҙы ҡараны. Көлдө төрлө яҡҡа туҙҙырып, оҙаҡ маташҡандан һуң ғына, һүнмәй ҡалған энә осо кеүек кенә ҡуҙ баҙлауы күренде. Хисмәтулла уны һаҡлыҡ менән күмер өҫтөнә һалып оҙаҡ өрҙө. Башы әйләнде. Серек утын күмере ҡайын туҙға шунда ла тоҡанманы.
- Янмаһа, этләнмә, балам. Сыуалдың ҡашағаһында алты бөртөк шырпы ҡалғайны. Береһен алып тоҡандыр. Алла бойорһа, яҙғаны табылыр әле.
Хисмәтулла нәҙек кенә итеп телгеләнгән ике сыраны шырпы менән бер юлы яндырҙы. Сыраның янған осо ҡуҙланып һүнә башлағас та, күмерен таҙартып, икенсе яғын бороп ҡуйҙы. Ҡараңғылыҡ мөйөштәргә һырынды. Сыра яҡтыһында әсәһе ятҡан ҡаҡ урындыҡ, аҡланмаған сыуал, яртылаш емерек усаҡ, ер иҙән, төтөнгә ыҫланған түбә таҡтаһы яҡыныраҡ булып күренделәр. Бына ошо өйҙә тороп, уның әсәһе Сәйҙеямал менән атаһы Хөснөтдин йәш ғүмерен уҙғарғандар. Хөснөтдин Хажисолтан байҙың йылҡыһын көткән, Сәйҙеямал бай бисәләренең керен йыуып, өйөн таҙартып, көн күргәндәр. Улар иртәнән ҡараңғы кискә тиклем байға хеҙмәт итеп, эшләгәндәре ашарҙарына ла етмәгән. Береһенән-береһе бәләкәй дүрт баланы (уйҙыра алмайынса, Сәйҙеямал бай өйөнән мөнйөлгән һөйәктәрҙе, эткә биргәндән ҡалған икмәк һыныҡтарын алып та ҡайтҡыланы. Шулай булһа ла, улар тормоштан зарланманылар. Аслы-туҡлы торһалар ҙа, үҙҙәрен бәхетле һананылар. Бүтәндәргә ундай тормош та эләкмәй. Балаларының яҙмышын ҡатынына ҡалдырып, ҡапыл ғына ире мәрхүм Хөснөтдин үлеп киткәс, Сәйҙеямал тормоштоң бигерәк тә ауыр булыуын аңланы. Атаһыҙ, ас-яланғас ҡалған дүрт баланан Хисмәтуллаһы ғына яҡты донъяны ташлап китмәне.
Хисмәтулла сыра яҡтыһында ағас сеүәтәләге һалманы, йылытмайынса, икмәкһеҙ-ниһеҙ ашаны, сыра төтөнө өйгә тулды, күҙҙе әсеттерҙе.
- Итлеме?
- Эйе. Бик тәмле. - Хисмәтулла ауыҙына ҡабырға йыйынған ҡалағын сеүәтәгә кире ҡуйҙы. - Һин үҙең ҡабып та ҡараманыңмы? Ниңә элегерәк әйтмәнең, бөтөрә яҙҙым.
- Аша, аша, балам. Мин туҡмын.
- Юҡ, һин асһың, һин гел шулай ас ултыраһың. Мәле, исмаһам, ҡалғанын эсеп ҡуй. - Хисмәтулла урындыҡта ятҡан әсәһенә ҡалған һалманы көслөк менән ашатты.
- Үҙең туймай ҡалдың. Миңә, өйҙәге кешегә, етер, һин эш кешеһе, балам. Ҡалғанын үҙең ашап ҡуй. - Сеүәтәне улына шыуҙырҙы. - Ҡалған өйрә булһа ла, бик тәмле. Гөльямал еңгәң алып килгәйне. Алла. Эй алла! Эсем. Тағы ла тота. Алла, алла... - Сәйҙеямал, ыңғырашыуҙан туҡталғас, оҙаҡ уйланып ятты. - Теге донъяға барғас, ни тип яуап бирелер инде. Хоҙай тәғәлә үҙе ярлыҡаһын. Үҙ ғүмеремдә кешегә изгелектән башҡаны эшләмәнем. Алла бирһә, ике яҡ яурынымдағы ике фәрештә хаҡ.
Һул яҡ яурында торған фәрештәнең яманлыҡты, уң яҡ яурында торған фәрештәнең гел яҡшылыҡты яҙыуын ишеткән Хисмәтулла әсәһенә алтын байы һыйын эсеүе тураһында һөйләп бирҙе.
- Эй балам, балам. Атайың мәрхүм ҡыланмағанды ҡыланғанһың шул. Мосолмандарға араҡы эсеү, тәмәке тартыу харам икәнен белмәнеңме ни?
- Беҙҙе һыйлаған бай үҙе мосолман кешеһе. Уҡымышлы, ҡөрьән сыҡҡан кеше, тиҙәр. Ул үҙе лә эсә, ти. Гонаһ булһа эсер инеме?
- Бай эсһә, таҙа балдан яһалғанын эсә. Бал булмаһа, буҙа әсетеп эсә. Саф, таҙа ашамлыҡтан эшләнгән, нәмәнең гонаһы булмай. Шифаһы ла ҙур.
Усаҡ өҫтөндә әҙерләнгән сыра күптәнән инде янып бөттө. Еүеш еҫ аңҡытып торған өйҙө тағы ла ҡараңғылыҡ солғап алды. Яҡты саҡта тиҫкәрелек менән бер стенанан икенсе стенаға һуғылған ҙур себен дә кинәт кенә шымды. Сыуал артында серелдәгән тынғыһыҙ сиңерткә генә, ҡараңғылыҡҡа иғтибар итмәйенсә, өҙлөкһөҙ серелдәне.
- Араҡының гонаһы булғас, мулла прииск ҡабағында һатыуҙан ниңә тыймай? Унда эсәләр, һуғышалар, буҙлайҙар. Мулланың барып та әйләнгәне юҡ.
- Әстәғәфирулла тәүбә! Нимә һөйләйһең һин, балам?! Мулла тураһында шулайтып әйтеү түгел, башыңа килтереүе лә гонаһ! Шул приискы тигән нәмәңә эшкә инергә йөрөгәндүк йөрәгем һиҙгәйне лә... Мулла хәҙрәт әйткәйне, улың аҙмаһа ярар ине, тип... Ахыры замана етеүе шулдыр инде. Йә, хоҙайым, үҙең ярлыҡа. Ай-ай, алла, эсем!
- Ҡайынбикәнең хәле тағы ла ауырайҙымы әллә?
Асылып ябылған ишек төбөндә Гөльямалдың тауышы ишетелде.
Сәйҙеямал ыңғырашыуынан туҡталғас, бышылдап ҡына ятҡа белгән доғаларын уҡып сыҡҡандан һуң:
- Килен, һинме? Кил быяҡҡараҡ. Һалмаң өсөн рәхмәт. Бик тәмле булды, - тине.
- Хәлең нисек, ҡайынбикә? Шуны белергә тип кенә килгәйнем,
- Рәхмәт, килен. Бик ҙур рәхмәт инде, туғанды туған тип, күрә белгәс. Аллаға шөкөр, хәлем һәйбәтләнде. Мулланан өшкөртөп апҡайтып биргән ҡағыҙың шифалы булды. Шуны сайҡап эстем. Хәҙер эсемде һирәк тота.
- Улай булһа, ҡайтайым инде. Хәлеңде белгәс, йәнем тынысланды. Тыш бик ҡараңғы. Ҡәйнеш, - Гөльямал Хисмәтуллаға боролдо, - әллә оҙатып ҡуяһыңмы? Ҡурҡам.
- Килгәндә ҡурҡмағаныңды, ҡайтҡанда ҡурҡмаҫһың әле. Минең йоҡом килә.
- Килгәндә, ҡайынбикәнең ауырыуын белеп, ҡурҡыуҙың ни икәнен белмәгәйнем шул. Йөрәгем тынысланғас, тышҡа сығырға ла ҡурҡам.
- Ҡурҡытырһың һине! Шайтанды һин үҙен ҡурҡытырһың әле.
- Балам, еңгәңә рәхмәт әйтеү урынына, ниңә шулай арҡыс-торҡос һөйҙәшәһең. Бар, оҙатып ҡуй. Ҡатын кеше бит, ҡурҡалыр.
Әсәһенең күңелен төшөрмәҫ өсөн, Хисмәтулла ҡаршылашманы, һике өҫтөнә һалған кәпәсен һәрмәп ҡулына эләктереп алды ла тышҡа сыҡты. Төн эңергә ҡарағанда яҡтыра төшкән. Күк йөҙөндәге йондоҙҙар йымылдашып ергә ҡарайҙар. Үҙенең артынан ап-аҡ юл ҡалдырып йондоҙ атылды ла ситкә ҡыя китеп һүнде.
Эстән генә Хисмәтулла йондоҙҙарға ҡарап һамаҡлай башланы:
- Етегән тигән ете йондоҙ ете уратып әйтһәм һауап була. Етегән тигән ете...
- Ҡәйнешкәйем, әллә йондоҙ шуттайһыңмы? - Гөльямал Хисмәтулланың артынан килеп ҡосаҡланы. Уның эҫе тыны Хисмәтулланың битенә бәрелде. Ҡулы, бармаҡтары, тәне, хатта тауышына тиклем дерелдәй. - Әйҙә, ҡәйнеш, оҙат. Әйҙә!
Хисмәтулла кинәт кенә еңгәһенең ҡулын ысҡындырып төртөп ебәрҙе һәм, аптырауынан, ни эшләргә белмәйенсә:
- Һин битһеҙһең! Битеңдә оят ҡалмаған, - тине.
- Оятһыҙ бисә булһам да, һинең Нәфисәң менән үҙемде тиң ҡуймайым. Аллаға шөкөр, һауып эсәйем тиһәм - һыйырым бар, егәйем тиһәм - атым бар. Һинең артыңдан абышҡа тапмағандан йөрөмәйем. Теләһәм, уныһы ла булыр. Тик ят кешене генә кинәндергем килмәй. Ә һинең Нәфисәңдең бетенән башҡа нимәһе бар? Мәһәренә түләүҙе лә онотма, ҡәйнеш!
- Ҡысҡырма, кеше ишетер. Әлләймә тип уйларҙар.
- Ишетһен. Уйҙаһын. Бында мин бер ни ҙә урламайым. Йә, әйҙә, киттекме? Инәлтмә. - Гөльямал тағы ла Хисмәтуллаға яҡынлашты. Уның тәне, биҙгәк тотҡан кешенеке һымаҡ, ҡалтырана.
- Кит, яҡын килмә! - Хисмәтулла Гөльямалды тағы этеп ебәрҙе. Гөльямалдың, ҡәйнешен юхалап күндерә алмағас, асыуы ҡабарҙы.
- Ҡәҙерҙе белмәһәң, белерһең әле. Һуң булыр. Бөгөн Хажисолтан бай Хәйретдиндең аҡтыҡ атын һуйып ашаны. Бар, Хәйретдингә ат урынына үҙең егелерһең?
Кеше ҡайғыһына шатланған Гөльямалдың һуңғы һүҙенә сыҙай алмайынса, Хисмәтулла шап итеп ергә төкөрҙө лә ҡойма аша һикерҙе.
- Хисмәт, ҡәйнеш, туҡта әле. Ҡәйнешкәйем...
Хисмәтулла боролманы. Уны Гөльямалдың күҙҙәренән ҡараңғы төн үҙенең ҡуйынына йәшерҙе.
Таң яҡынлаша. Кәжән йылғаһы аръяғындағы ағастарҙың ҡарасҡыл шәүләләре асығыраҡ күренә башланы. Йылға өҫтөнән боҫ күтәрелә, ысыҡ тамды. Үләндәрҙе шытырҙатып, аҙашҡан йылы ел килеп сыҡты. Ул үҙе менән алабута еҫен килтереп таратты.
Хәтһеҙ ваҡыттан бирле, башын түбән эйеп, аңҡы-тиңке йөрөгән Хисмәтулла, үҙе лә һиҙмәҫтән, кәртә артында үҫкән кесерткәндәр араһына барып сығыуына аптыраны. Ҡайҙа барғанын үҙе лә аңламаны. Ә аяҡтары тар һуҡмаҡ буйлап уны түбәһенә ҡый үлән үҫкән өйгә алып килделәр. Ул, Хәйретдин ҡарттың кәртәһенә килеп ингәс кенә, һиҫкәнеп китте. "Таң тишегенән ни эшләп йөрөйөм әле. Һыйыр һауырға күп ваҡыт бар", - тип кире боролғанда ғына, өй эсенән сыҡҡан төрлө тауыштарҙы ишетте. Урлашырға йөрөгән бур һымаҡ, ул, боҫоп ҡына, ҡапҡа яғына ҡараған ҡарындыҡ тәҙрәне тишеп, өй эсенә ҡараны. Сыуал эсенә һөйәп ултыртылған ҡоро утын сытырҙап-сытырҙай иҙәнде һәм урындыҡтың бер өлөшөн яҡтырта. Ялҡын ҡатыш атылған һирәк-мирәк осҡондар иҙәнгә сәсрәйҙәр. Өй эсендәге нәмәләрҙең аҫты-өҫкә килтерелгән. Ишек төбөндәге урындыҡта, бер нәмә лә белмәйенсә, ыңғырашып Ғәйзулла ята. Икенсе яҡ мөйөштә, яулыҡ бөркәнеп, ике ҡыҙы менән Фәтхиә ултыра. Хисмәтулла ҡамсы тотҡан Хәйретдиндең ҡыланышына ҡарап ғәжәпләнде. Ул, утын ярғандағы һымаҡ, аһылдай-аһылдай Ғәйзулланың тирә-яғына ҡамсы менән һуҡҡылай. Шапылдаған ҡамсы тауышы сыҡҡан һайын, Ғәйзулла ҡысҡырып ебәрә, һул ҡулын бөйөрөнә таянып, иҙән уртаһында торған көрәк һаҡаллы күрәҙә, Хәйретдингә эйелеп, ниҙер шыбырҙай. Уның һуңғы һүҙҙәре генә асыҡ ишетелделәр.
- Ана-ана! Албаҫты малайыңдың аяғын ҡытыҡлай Аяғы осона һуҡ! Әһә-әһә, урындыҡ аҫтына ҡасты - Күрәҙә урындыҡ аҫтына эйелеп сыра яҡтыртты. - Әй, мәлғүн! Һин унда ултыраһың икән. - Ул бик ҡабаланып Хәлфетдинға боролдо: - Ике урындыҡ таҡтаһын ал! Ҡамсың менән нығыраҡ ошо урында тарт! Әһә! Өлөшөңдө алдыңмы? Бөгәрләнеп китте. Ана, ана ҡасты!
Хәйретдин менән күрәҙә иҙән буйлап йүгереп йөрөй башланылар. Хәйретдин әле иҙән уртаһында туҙып ятҡан яҫтыҡҡа, көлдөксәгә, әле мөйөшкә һуға...
- Һәй, мәлғүн, ишек төбөнә китте, ҡыҙым, ишегеңде ас! - Нәфисә йүгереп барып ишекте асты.
- Сыҡты!
Күрәҙә, ҙур эш башҡарған кеше һымаҡ, түрбаш яғындағы урындыҡҡа барып ултырҙы. Манма тиргә төшкән Хәйретдин ең осо менән битендәге тирен һыпырҙы ла, ике ҡулын һалындырып, хәлһеҙ генә улының эргәһенә барып эйелде. Фәтхиә ашыҡ-бошоҡ туҙған әйберҙәрҙе йыйыштырҙы. Нәфисә әсәһенә ниҙер барып шыбырҙаны. Шунан, ҡабаланып, һикенән күнәген алды ла тышҡа сыҡты.
- Нәфисә!
- Хисмәтулла?!
Иртәнге ҡуйы томан араһынан сыҡҡан егетте күреп, ҡыҙ ҡаушап ҡалды.
- Нәфисә! - Хисмәтулланың бышылдап өндәшкән һүҙе ҡыҙға ҡысҡырып әйткән кеүек тойолдо. Ул яҡ-яғына боролоп ҡараны ла:
- Сеү, шымыраҡ. Күрәҙә менән атайым сығырға тейештәр. Мине Бәлхизәләрҙә көт. Хәҙер һөйләшергә ярамай, - тине.
- Ғәйзулланың хәле нисек?
- Насар шул, үҙенә албаҫты оялаған. Әле шуны ҡыуҙылар. Шул алтын арҡаһында тормошобоҙ бик тиҫкәре булып китте әле. Шахтаға төшөп үлгән башмағы өсөн, Хажисолтан кисә бейәбеҙҙе әпкитеп һуйҙы. - Был һүҙҙән һуң Хисмәтулланың тамағына ҙур таш торғандай булды. - Башмағыбыҙҙы күрәҙәне ашатырға үҙебеҙ һуйҙыҡ ..
Ишек асылды. Хисмәтулла кәртә артына йүгерҙе.
- Нәфисә! Ҡайҙа баттың, ә?
- Хәҙер ҡайтам.

VI
Күрәҙә, бармаҡтарын ялай-ялай, алдына ҡуйған бер табаҡ һимеҙ итте алмап-йолмап ашап бөтөргәс, бер туҫтаҡ һурпаны һемереп эсте лә, бөкләнгән аяҡтарын һоноп, стенаға һөйәлеп ултырҙы. Кикерҙе. Кикергәндә, һаҡалы аҫтындағы оро кеүек ҙур күмәгәйе һикереп китерҙәй төҫлө күренде. Күрәҙә, туйып кикереүенә шөкөр итеп:
- Әлһәмде лилляһи раби ғәләмин, - тине лә мыйығын, һаҡалын һыйпаштырғыланы, һәм Хәйретдингә боролдо - Ҡыйын булмаһа, анауынан берәй сыра алып бирсе әле.
Хәйретдин көлдөксәнән алған утын ағасын һондо. Күрәҙә, утындан шырпы буйындай ғына сыраны айырып, тешен һыҙлыҡланы Алдына ашъяулыҡ түшәп, ҡайнаған еҙ самауырҙы килтереп ултыртҡас ҡына, ул тамшана-тамшана, аяғын бөкләп, кире ипләп ултырҙы.
Сәй эсеп бөткәндән һуң да, күрәҙә китергә ашыҡманы. Уҡымышлы, яҡшы ғаиләнән икәнлеген күрһәтергә тырышып, ата-олатаһының тормошо тураһында маҡтанып һөйләне. Хәйретдин, башын һелкеп, уның һәр һүҙен хуплап ултырҙы. Ғәйзулла һаташып һөйләнә башлаған саҡта ғына улар, икеһе бер юлы, һүҙҙәрен бүлеп, уның эргәһенә барҙылар. Күрәҙә эстән генә һаҡалын һәм ирендәрен ҡыбырҙатып ниҙер уҡыны ла төкөрөндө. Уның төкөрөктәре Ғәйзулланың битенә, түшенә, асыҡ ятҡан ҡулдарына сәсрәне. Күрәҙә Ғәйзулланың башы осона өшкөрөп - балта, аяғы осона - бысаҡ һалды. Ус аяһындай ҡағыҙ киҫәктәренә ниҙер һыҙғылап, уларҙы ишек яҡтауына һәм ҡарын тәҙрә эргәһенә йәбештерҙе. Өс ҡырлы бетеүҙе ауырыуҙың ҡултығы аҫтына тағырға ҡушты.
- Мәйтәм, улығыҙҙы харап итә яҙғанһығыҙ. Бында, албаҫты оялауҙан бигерәк, ен һуғыу касафаты көслөрәк. Улығыҙҙы кеше туҡмамаған, ен һуҡҡан. Күҙ төптәре ҡайһылай күгәреп тора. Тау эйәһе касафаты. Алтынды урынынан ҡуҙғатҡанға, асыуланғандыр. Ярай әле ауыҙын, моронон ҡыйшайта һуҡмаған. - Күрәҙә ауырыуҙың өҫтөндәге бишмәтте рәтләп япты. Ағарынып һүҙһеҙ ултырған Хәйретдин унһыҙ ҙа һирәк һаҡалдарын бөртөкләп йолҡто. - Үҙегеҙҙе бик хафаламағыҙ. Мәйтәм, тыным ишан хәҙрәткә ҡарағанда ла шифалыраҡ. Улығыҙ өс-дүрт айҙан йән-фарман йүгереп йөрөр, алла бойорһа.
- Амин. Әйткәнең килһен. Улым төҙәлһә, тауҙың башына сығарып аҡтыҡ кәзәмде ҡорбан итеп салыр инем, фәҡирҙәрҙе саҡырып хәйер өләшер инем. Һау ғына аяғына баҫһа ярар ине инде.
- Баҫыр-баҫыр. Бик хафаланма. Тик минең ҡушҡандарҙы эшлә. Минең атай мәрхүм бынан нығыраҡ эйәләшкән енде лә ҡыуа белгән әле. Һин Дәүләтҡужа бабайҙың оло атаһы Солтанға бисә булып сыҡҡан албаҫтыны ишеткәнең барҙыр?
Күрәҙә өндәшмәй ултырҙы. Ул мөйөшкә һырығып йөн теткән ҡатынға һәм ҡарындыҡ тәҙрә аша үткән тоноҡ көн яҡтыһына ҡараны. Йыртыҡ ҡарындыҡтан үткән ҡояш яҡтыһын күреп:
- Эй ғүмер, әле генә иртә ине, көн кискә лә һарҡҡан, - тине
- Әсәһе, самауырыңды ҡуяңмы әллә? Билбау аҫты бушаны, - тине Хәйретдин ҡатынына.
Фәтхиә Нәфисәнең алдындағы йөндө үҙенең итәгенә һалды ла:
- Бар, йәһәт кенә самауырыңды ҡуй, - тине. Нәфисә, яулығының осо менән битен бөркәп, соланға сыҡты.
Күрәҙә, бүленгән һүҙен дауам итеп:
- Ишеткәнһеңдер, - тине, - минең олатай ҙа бик уҡымышлы кеше булған. Ана шул, Дәүләтҡужа тигән кешенең олатаһы утарҙа япа-яңғыҙ мал көтөп ятҡанда, бик ябығып, һарғайып, ҡоро һөйәккә ҡалған. Солтан ҡыштауға ҡайтҡан сағында, олатайым мәрхүм күргән. "Ай-һай, күрше, хәлең бик мөшкөл, һиңә ен йәки албаҫты эйәләшмәгәнме икән", - тигән. Теге тәүҙә танған, аҙаҡтан эштең нисек килеп сығыуын энәһенән ебенә тиклем һөйләгән дә биргән.
- Шунан терелткәнме? - Хәйретдин, ултырған ерендә борғоланып, ауыҙын асҡан көйө, күрәҙәгә аптырап ҡараны.
- Тиҙ генә булманы шул. - Күрәҙә һаҡалын тырнаны. - Албаҫты бик ныҡ эҫенеп киткән булған. Уның эйәләшеүен теге кеше үҙе лә һиҙмәгән. Ҡыштауҙан утарына бара ятһа, утарының кәртә башында урыҫ сәкмәне кейгән бисә тора, ти. Аттарына бесән һалып йөрөгән ерҙән кеше килгәнен күреп ҡалған да, утар эсенә инеп киткән. Дәүләтҡужа бабайҙың олатаһы уны эҙҙәргә тотонған. Шунан сыуал артында бик һылыу бисә күренгән. Теге бисә инәлмәҫме! "Минең турала берәүһенә лә әйтмә, икәүләп кенә ғүмер итәйек", - тигән, ти. Шулай икәүҙән-икәү йәшәй башлағандар. Уйнамаҡ та кәлмәк. Ашамаҡ та эсмәк...
- Юха йылан һымаҡ булған икән, - тип һүҙ ҡыҫтырҙы Хәйретдин.

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Бөртөкләп йыйыла алтын - 04
  • Parts
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 01
    Total number of words is 3670
    Total number of unique words is 1949
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    43.5 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 02
    Total number of words is 3998
    Total number of unique words is 2121
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    44.3 of words are in the 5000 most common words
    50.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 03
    Total number of words is 3825
    Total number of unique words is 2094
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 04
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2046
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    42.0 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 05
    Total number of words is 3955
    Total number of unique words is 2019
    31.8 of words are in the 2000 most common words
    44.4 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 06
    Total number of words is 3745
    Total number of unique words is 2109
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    48.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 07
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2161
    29.3 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 08
    Total number of words is 3916
    Total number of unique words is 2013
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 09
    Total number of words is 3810
    Total number of unique words is 2018
    29.2 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 10
    Total number of words is 3873
    Total number of unique words is 1641
    31.5 of words are in the 2000 most common words
    43.9 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 11
    Total number of words is 3884
    Total number of unique words is 2141
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.0 of words are in the 5000 most common words
    48.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 12
    Total number of words is 3794
    Total number of unique words is 2085
    29.8 of words are in the 2000 most common words
    42.3 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 13
    Total number of words is 3094
    Total number of unique words is 1659
    31.9 of words are in the 2000 most common words
    45.5 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.