Latin

Бөртөкләп йыйыла алтын - 08

Total number of words is 3916
Total number of unique words is 2013
30.7 of words are in the 2000 most common words
45.6 of words are in the 5000 most common words
52.0 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
- Ҡунаҡмы ни мин көсләргә? Кәрәк булһа, һин әйтмәһәң дә эсер инем. Үҙем тапҡан ризыҡ. Ата-әсәңдән эйәреп килгән малың булһа, тағы бер хәл.
Хөппөниса һүҙ көрәштермәне. Ҡашығаяҡтарын йыйыштырып алып, бисәләр бүлмәһенә сыҡты. Йәш бисәләр уны уратып алдылар.
- Нисек, Шәйәхмәттең атаһы бик көймәйме?
- Баҫылған. Йә, йәһәт кенә сәй эсеп алайыҡ. Эшләйһе эштәр күп. Шәйәхмәттең атаһы һуҡрана. Бигерәк миңә һалындығыҙ. Ашын яраштырырға ла, кейем, ҡата тегергә лә, киндер талҡырға ла, иләргә лә бер үҙем. Өлгөрөп булмай. Ни Фәтхиәһе ҡартайып китте. Исмаһам, миңә һеҙ ярҙамлашыр инегеҙ.
- Юҡ инде. Һин байҙың баш бисәһе, һин эшлә,- тине Шәһәрбаныу.
Йәш бисәләр яҫтыҡ алып кәртә эсендәге күләгәгә барып ултырҙылар. Хөппөниса ҡаҙан тултырып ит бешерергә һалды ла, биҙрәһен тотоп, һыйыр һауырға тышҡа сыҡты.

XVI
Ниғмәтулланан яртылаш терегөмөш ялатҡан ике киҫәк алтынды һатып алғас, Шәрифулла шатлығынан ни эшләргә белмәне. Серен күршеһе Фатих менән уртаҡлашты. Шул уҡ көндө йәшен тиҙлегендә был хәбәр ауыл халҡына мәғлүм булды. Төрлө кешенән төрлө ваҡытта Шәрифулланың ике киҫәк алтынды осһоҙлай ғына һатып алыуын ишеткән Ниғмәтулла үҙе лә икеләнде. Ҡайғыра башланы. "Әллә ысынлап та, Шәрифулланы алдайым тип, үҙем алдандыммы? Мин уны шахта эргәһенән тапҡайным бит. Моғайын, ысын алтын булғандыр", - тигән уйҙар уға тыныслыҡ бирмәне. Ул, сыҙамайынса, Шәрифуллаға барып, һатҡан алтынын кире һорарға тиклем етте. Ләкин Шәрифулла: "Был егетлек түгел. Ул алтын минеке. Таныш кешегә һатып ебәрергә лә өлгөрҙөм инде",- тип, риза булманы. Ниғмәтулла усындағы аҡсаны иҙәнгә күтәреп һуҡты ла уның боғаҙына йәбеште. Ул да ярҙам итмәгәс, алтынды кире ҡайтарырға йәки өҫтәп бер ат бирергә ҡушты. Үлемдән һәм ингән байлыҡты ҡулынан ысҡындырыуҙан ҡурҡҡан Шәрифулла уның һуңғы тәҡдименә күнде.
Шәрифулланың бушлай тигәндәй һатып алған алтыны тураһындағы хәбәр бер һүрелеп, бер көсәйҙе. Халыҡ уға ҡарата булған ҡарашын да үҙгәртте. Тап булыусылар, баштарын эйеп, байҙарға мөрәжәғәт иткән һымағыраҡ сәләм бирҙеләр. Шәрифулла байыуын тиҙләтеү өсөн һатып алған алтын киҫәктәрен алып контораға барҙы һәм, йөрәгендәге шатлығын йәшерә алмайынса, кассирға эре генә:
- Мин алтын әпкилдем, - тине.
Кассир өндәшмәне. Уның ҡулынан бер киҫәк алтынды алып иҙән уртаһында торған тимер мейестәге ҡыҙыу утҡа тотто. Алтын өҫтөндәге терегөмөш эҫегә сәсрәне. Шунан уны кислоталы һауытҡа төшөрҙө. Алтындың өҫтө баҡырҙа ғына була торған йәшкелт күм-күк буяуға мансылды. Кассир һауытын болғатып күҙ тапҡырына тиклем күтәреп ҡарап торҙо ла:
- Ҡайҙан тапҡайның быны? - тип һораны.
- Һатып алғайным.
- Был алтын түгел. Ябай баҡыр.
- Ниңә түгел? - Шәрифулла аңламаны.
- Белмәйем. - Кассир, кислотанан алып, өҫтө күгәргән бер киҫәк баҡырҙы хужаһына кире бирҙе. - Мә, ҡайтҡанда берәй ергә ырғытып кит.
- Ы-ы-ы, знакум, ҡорҙаш, исмаһам, алған хаҡын бир...
- Мин һиңә асыҡ әйттем шикелле. Беҙгә алтын кәрәк, алтын! Ә һин, алтын тип алдап, баҡыр алып килгәнһең. - Кассир ҡыҙып китте. - Етмәһә, һатыулашаһың! Бының өсөн беләһеңме - төрмә. Төрмә! Күп бәйләнһәң, хәҙер урядникты саҡырам.
Ҡурҡынған, бөтә яҡты өмөтөнөң өҙөлгәненә килешә алмаған Шәрифулла һуштан яҙҙы. Иҫенә килгәс, ул Ниғмәтулланың атаһы - Хажгәлигә килде. Улар уртаҡ һүҙ таба алманылар. Бер-береһен хурланылар, ҙур һүҙгә еттеләр. Иң аҙаҡта, Хажғәли уны өйөнән ҡыуа башлағас, Шәрифулла: "Һеҙ, ҡорҙаш, бур, үҙең дә, улың да бур! Зат-ырыуығыҙ менән бур", - тип әйткәнен аңғармай ҙа ҡалды. Шәрифулла һуңғы әйткән һүҙе өсөн аҙаҡтан үкенде, ләкин һуң ине инде. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ. Үкен, үкенмә, Шәрифулла Хажғәлигә бур тип әйткән Һүҙенең йоғонтоһо үҙенә ҡарата бәлә-ҡаза килтереүен тиҙ арала һиҙҙе. Тоҡтомалға аҡтыҡ һыйыры шахтаға төшөп үлде. Кәртәһе артында һуйылған аҡтыҡ бейәһе менән ҡолононоң башын, эс-ҡарындарын һәм тиреһен тапты. Был фәҡәт Хажғәлиҙең генә ҡулы икәнлеге билдәле. Ләкин уның ғәйеплелеген дөрөҫләп дәлилдәр килтереп ҡара! Кем күргән? Ҡайҙа шаһиттарың? Һинең һүҙеңә кем ышана?
Аптырағандан Шәрифулла старостаға барҙы. Староста приискыла йәшәгән урядникка ебәрҙе. Урядник эште башлап ебәреү өсөн умырып взятка һораны. Шәрифулла, ҡалған мөлкәтен һатһа ла, ул һораған аҡсаны таба алмағанлығын әйткәс, урядник эше күплегенә һылтанып, башҡаса һөйләшергә лә теләмәне. Йөрөп-йөрөп үҙен яҡларлыҡ кешене, ғәҙеллекте таба алмай, һуңғы ышанысы булған Хажисолтан байға барып мөрәжәғәт итмәксе булды.
Хажисолтан байҙың бейек ҡоймалар менән уратып алынған өйөнә яҡынлашҡан һайын, Шәрифулла аҙымын яйлатты. Ҡапҡа эргәһенә еткәс, бөтөнләй туҡтаны. Ҡойолоп ҡалған бер ус самаһы ҡыу бесәнгә аяғын ышҡыны. Танауын мыш-мыш тартып, өҫкө иренен тел осо менән яланы. Ҡапҡаның тотҡаһына йәбешеүе булды, эске яҡтан эт һарһылдап өрә башланы. Хатта асыуынан ҡапҡаға уҡ килеп һуғылды. Шәрифуллаға һикерҙе. Ҡалтыранды, ағарынды. Ҡурҡып, кире китергә уйлағайны ла, шығырҙап асылған ишек тауышын ишетеп, ҡапҡа эргәһенә килде. Эске яҡтан ниндәйҙер ҡатын:
- Кем унда маҙаһыҙлап эт ҡуҙғыртып йөрөй тағы? - тип һораны.
- Был мин инем.
- Кем һуң һин?
- Ҡоҙағыҙ, Шәрифулла.
- Ә-ә-ә... - тине лә шунда уҡ ҡатын абалап өрөүҙән туҡтамаған этенә ҡысҡырҙы: - Һаҡҡолаҡ, Һаҡҡолаҡ! Кил бында, мә-мә-мә... - Эт өрөүҙән туҡтаны. - Ин, Һаҡҡолаҡты тоттом.
Ырылдай-ырылдай шапылдатып аш ашаған ҙур эткә ҡарап барған Шәрифулла Хажисолтанға төртөлә яҙҙы. Хажисолтан, уны күреп, ҡашын сирылтты. Шәрифулланың сәләменә яуап ҡайтармайынса, туҫтаҡтан эткә аш ашатҡан Гөлмәҙинә исемле йәш бисәһенә:
- Ахмаҡ, ҡайҙа башың... Эткә шул һауыттан бирәләрме? Һинең мосолман булып тәһәрәт алыуың... Ул туҫтаҡты өйгә индермә, фәрештәләр ҡасырып, - тине.
Һаҡҡолаҡ, хужаһының әйткәнен аңлаған һымаҡ, башын күтәреп, ауыҙ-моронон яланы ла, сеүәтәнән сығарған ит ҡатыш ҙур һөйәкте ике алғы аяғы менән ҡыҫып, саңлы ер өҫтөндә мөнйөргә тотондо. Үҙен байҙар рәтенә һанап йөрөгән Шәрифулла, күптән ит ҡапмағанын иҫенә төшөрөп, тамшанып ҡуйҙы. Байығырға теләп, көнөнә бер генә ашап, ас көйө йыйған барлы-юҡлы малынан яҙыуын иҫенә төшөргәс, билбау аҫты нығыраҡ һурылған һымаҡ һиҙҙе.
- Мин, ҡорҙаш, Хажисолтан ҡоҙа, һиңә килгәйнем әле, - тине Шәрифулла, ҡыйыуһыҙ ғына. - Ниндәй кәңәш бирерһең...
- Йә, һуҙма, һуҙма! Тиҙерәк әйт йомошоңдо, - тине Хажисолтан, түҙемен юғалтып.
- Харап ҡына булдым бит. Останы бит. Ҡәһәр генә һуҡһын инде был Ниғмәтулланы. Берәй әмәлен күреп, малымды ҡайтарып бирергә ярҙам ит инде, ҡорҙаш, һин тип килдем.
- Ниндәй мал ул?
- Ишетмәнеңме ни, ҡорҙаш? Хажғәлиҙең Ниғмәтулла исемле тыумаһы, алтын тип алдап, баҡыр һатты. Үҙе аҡтыҡ ҡолонло бейәмде һуйып ашаны. Йылҡы башын ғына ҡалдырған.
- Уныһын ҡалдырғанына рәхмәт әйт. Шәп иткән. Ҡарға! Ауыҙыңды асмайҙар уны! - тине Хажисолтан, асыуланып. - Ул минең эш түгел. Старостаға бар.
- Барҙым.
- Урядникка?
- Уға ла барҙым.
- Ниңә беҙҙең мосолмандар аяҡ баҫмаған урынға, килмешәктәр араһына барҙың! Алтын хужаһына ғына бараһың ҡалған икән! Ҡылый! Ахмаҡ! Үҙ мосолманың еҫтөнән шулай йөрөргә... - Хажисолтан, тамағын, ҡырып, хушлашмайынса, өйөнә инеп китте.
Яңғыҙ тороп ҡалған Шәрифулла, байҙың артынан эйәрергә баҙнат итмәйенсә, әле бер, әле икенсе аяғын алыштырып баҫып торҙо. Оҙаҡ тороп ялҡҡандан һуң, бөкөрәйеп, танауын мыршылдатып тарта-тарта ҡапҡанан сыҡты. Ул, ни эшләргә белмәйенсә, урам уртаһында оҙаҡ торҙо. Хажисолтандың "Алтын хужаһына"... тигән һүҙен иҫенә төшөрөп: "Ниңә баштуҡ шуға бармағанмын икән? - тип уйланы. Шунан икеләнде. - Мулла әйткәнсә, приискыға барып, иманһыҙ кешеләргә аралашып, гонаһлы булһам, ни эшләрмен?" - Ул түҙмәне. Мулланың киҫәтеүенә иғтибар итмәйенсә, тыңламаған аяҡтары менән приискыға ҡарап юрғаланы.

XVII
Прииск Саҡмай ауылынан алыҫ түгел - һигеҙ-туғыҙ саҡрым самаһы ғына. Ергә йәбешеп емерелер хәлгә еткән серек балагандарҙың һәм казармаларҙың өҫ яғында, алыҫтан күгәреп ятҡан тау теҙмәләре артында, тәбиғи яҡтан ифрат та матур ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Арттан осо-ҡырыйы күренмәгән йәшел урман ҡаплай, ә аҫта, ағас түңгәктәре араһында, йөҙәрләгән һарғылт балсыҡтар өйөмө башлана...
Управляющий Семен Тимофеевич Ивановтың ғаиләһе Кәжән заводынан күсеп килмәне. Үҙе, Семен Тимофеевич, күп йылдар Юрғашты алтын приискыһында өҙлөкһөҙ эшләй. Ғаиләһенең хәлен белергә тик ял көндәрендә ҡайтып әйләнә лә, ҡалған көндәрҙә прииск контораһынан сыҡмай, үҙе әйтмешләй, "ҡаҙнаға хеҙмәт итә". Ысынлап та, Иванов хужаһына тырыш хеҙмәте менән яраны. Уға ихтирам күрһәтте. Старателдар менән дә уртаҡ тел тиҙ тапты. Бик аҫтыртын, шым кеше, уның күңелендә ни булыуын белеү ҡыйын. Хәйретдиндең самородок табыуын ишеткәне бирле тыныслығын юғалтты. Кем дә булһа унан элегерәк алтын табылған яңы урынды тартып алыр һымаҡ тойолдо. Сөнки уның һымаҡ алтынға ҡаныҡмаған кешеләр етерлек шул. Үҙ ғүмерендә ваҡ-төйәк предпринимателдар һәм компаниялар менән көрәшеп, көсөн күп әрәм итергә тура килде уға. Берәй урында алтын табылыуын ишетеп ҡалдылармы - шунда ағылалар. Алтынлы ерҙән китмәҫкә тырышалар, һөҙөмтәлә берәүҙәр байынылар; башҡалары, бөлгөнлөккә төшөп, Ғәлиәхмәт байҙың приискыһында эшкә ялландылар.
Иванов был юлы, урындағы теләһә ниндәй кешеләрҙе генә түгел, ҡомһоҙ һәм хәйләкәр байҙың үҙен дә оторға тырышты. Төрлө пландар ҡорҙо. Ләкин Ғәлиәхмәт һымаҡ алтынға ҡомһоҙ икәнлеген халыҡҡа белгертмәне, бик аҫтыртын һәм йәшерен эш итте. Старателдарҙы үҙенең ярҙамсылары арҡыры ҡыҫты. Ә ярҙамсылары алдында байҙың исеме менән аҡланды.
- Ни эшләйһең, хужа үҙе шулай ҡуша, - тине ул, бындай саҡтарҙа сыйылдыҡ һәм меҫкен тауыш менән.
Иванов өҫ кейеме менән дә башҡаларҙан айырылманы. Әгәр ҙә электән күреп белмәгән кеше булһа, прииск управляющийы тип уны уйларға баштарына ла килмәҫ ине. Семен Тимофеевичтың ябай кейемдә булыуы старателдарға "үҙ кеше" итеп күрһәтте. Управляющий бүтәндәр кеүек аҡырынманы, ҡысҡырынманы.
Хәйретдиндең үлеүен һәм Ғәйзулланың ҡайтыуын ишетеп, Семен Тимофеевич берсә көйөндө, берсә һөйөндө. Өҫтәл өҫтөнә эйелеп, оҙаҡ ҡына пландар ҡорҙо. Киләсәк байлығын иҫәпләне. Шүнан, контораға оҙон буйлы, ҡара сәсле йәш егетте саҡыртып, кырандасҡа йәһәт кенә ат егергә ҡушты.
Ат әҙер икәнлеген әйттеләр. Иванов өҫтәл өҫтөндәге ҡағыҙҙарҙы сейфҡа йомарлап тығып бикләне. Ишектән ҡаршыһына инеп килгән Шәрифуллаға ҡағыҙлы кәнфит тотторҙо ла сығып та китте. Ул күҙҙән юғалғас та, күрше бүлмәнән сыҡҡан ҡатын Шәрифулланы конторанан ҡыуҙы.

XVIII
Күрәҙә, Хәйретдин ҡарт эсәк-ҡарын күмгән урындың тирә-яғын соҡоп ҡарап сыҡҡандан һун да, бер ни ҙә таба алманы. Үҙе эҙләгән урындарҙа алтын булыуы-булмауы һаман да сер булып ҡалды. Ул түҙемһеҙлек менән Ғәйзулланың ҡайтыуын көттө. Хәйретдин үлеп, Ғәйзулла ҡайтҡас, күрәҙә ниңәлер элекке уйынан кире ҡайтты. Алтын артынан ҡыуып йөрөү маҡсаты, кешенең ҡайғыһына ҡарағанда, үтә бәләкәй, әһәмиәтһеҙ күренде. Ҡайғыға, хәйерселек көнөнә ҡалған был ғаиләгә булышҡыһы, терәк булғыһы килде, тынысландырырға тырышты. Бер туҡтауһыҙ илаған Ғәйзулланың яурынына ауыр усын һалып:
- Тыныслан, ҡустым, тыныслан. Мәйтәм, үҙеңде хафалама. Әжәлдең ҡасан етерен белеп булмай, - тине. - Бер һеҙ генә түгел, беҙ барыбыҙ ҙа бәхетһеҙ был донъяла. Мәйтәм, үлем артынан үлеп булмай! Түҙергә кәрәк. Ҡайһылайыраҡ йәшәү юлын ҡарарға кәрәк. Мәйтәм, әллә минең менән китәһеңме? Юҡ, улай килешмәҫ, - тип дауам итте ул, бер аҙ уйланып торгас. - Әсәйеңде кем ҡараһын... Улар кеше көнлө. Үҙең дә зәғиф...
Тап шул саҡта ишек шар асылды. Өйгә, тыны бөтөп" Ниғмәтулла килеп инде. Ул, тыштан инеү менән, яртылаш ҡараңғы өйҙә кем барын күрмәй, минут самаһы баҫҡан урынынан ҡуҙғалманы. Күҙе ҡараңғыға эйәләшкәс, түрбашта ауырып ятҡан Нәфисәнең эргәһендә аҙ ғына баҫып торғандан һуң, Ғәйзуллаға боролдо. Уның яурынына ҡулын һалып ултырған күрәҙәне күреп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
- Ха-ха-ха... Ха-ха-ха-ха! - Ул, көлөүенән туҡтала алмайынса, ҡулын һоноп: - Был һинме ни, күрәҙә! - тине һәм йәнә көлә башланы: - Хи-хи-хи!..
- Етәр!
Күрәҙә, йоҙроғон төйөп, урынынан торҙо. Шунда ғына Ниғмәтулла, был кеше менән артыҡ сөсәкләшергә ярамағанын һиҙеп, көлөргә асҡан ауыҙын ябырға ла өлгөрмәйенсә, арты менән сыуалға һырынды.
- Булды, ағай, булды, - тине ул, ҡабаланып. - Һәүетемсә генә һөйләшәйек әле. Күрәҙә һин тип уйламағайным... - Ул күрәҙәнең сырт-сырт ҡыҫҡан күҙен күреп, башлаған һүҙен әйтеп бөтөрмәй, икенсегә борҙо: - Йомош бар ине...
Улар, бер-береһен аңлашып, тиҙ килештеләр. Күрәҙә тышҡа сығырға ишара яһаны. Тышҡа сыҡҡас, Ниғмәтулла, ғәфү үтенгәндәй, өйҙә әйтеп бөтмәгән һүҙен ослап ҡуйҙы:
- Асыуланма инде, Ҡолсобай ағай. Ихлас ҡына әйтәм, һине күрәҙә булып йөрөй тип уйламағайным. Кеше күрәҙә лә күрәҙә, ти...
- Ярар, ярар. Машам хаҡынан шулай йөрөйөм. Алтынға бай ерҙе тапһам, уның менән бергә йәшәп булмаҫмы, тигәйнем, һин быны беләһең. Алтынлы урын табылһа, Ғәйзуллаларға ла ярҙам итергә уйлайым. Улар ауыр хәлдә. Ҡалдырып китеү ҙә йәлкә, - тине Ҡолсобай, үҙен аҡларға теләп. - Бына һиңә, ҡустым, кешене рәнйетеү килешмәй. Ниңә Шәрифулланы алданың инде? Барлы-юҡлы малынан яҙҙырғанһың. Гонаһын уйла! Ашар ерҙән ашамай үҫтергән малы бит.
- Мин унан урламаған. Аҙаҡҡы барғанда кире биргәйнем аҡсаһын - алманы. Көсләп кире кеҫәмә тыҡты. Өҫтәп бирҙе әле.
- Мәйтәм, исмаһам, яртыһын кире бирер инең.
- Юҡ, булмай, Ҡолсобай ағай. Миңә бирмәһә, уны барыбер икенсе кеше остар ине. Алтында эшләүселәрҙе күрҙем әле. Унда ҡырҙан килгән зимагурҙар эшләй. Осмот алтын өсөн бер-береһенең үңәсен сәйнәргә әҙерҙәр. Хәҙерге заманда шулай: йә һин отаһың, йә һине оталар. Минең отолғом килмәй. Байҙарса йәшәгем, матур бисә алып, ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәгем килә. Хажисолтанды баҫып үткем килә. Хажисолтан бай кеүектәр, тупһама баҫырға баҙнат итмәй, миңә хеҙмәт итеүҙәрен теләйем. Бөтәһе лә кәпәсен сисеп, баш эйеп ҡалыуҙарын теләйем. Бының өсөн бик күп аҡса, алтын кәрәк! - Һуңғы һүҙҙәрҙе әйткәндә, Ниғмәтулланың тауышы ҡалтыранды. - Һин дә көнөңдө бушҡа үткәрмә, ағай. Бергә кәсеп итәйек. Мине тыңлаһаң, бай буласаҡһың. Күп малыбыҙ буласаҡ. Алтыныбыҙ, аҡсабыҙ буласаҡ. Маша еңгәйҙе һатып алырға алтын һорайҙар тигәйнең, теләһәң, еңгәй һинең ҡулыңда.
Ҡолсобай, ҡатынының исемен ишетеп, ағарынды. Был уның күптәнге йөрәк сере, йәрәхәте. Ҡатыны өсөн әллә ниҙәр бирергә әҙер ине Ҡолсобай. Уға алтын байлыҡ өсөн генә кәрәкмәй, һөйгән бисәһен табыу өсөн кәрәк. Машаһы менән бергә булһа, ул байлыҡ артынан ҡыумаһа ла, үҙен бәхетле тойор ине. Уларҙы ике милләт, ике диндән булған өсөн бер-береһенән айырҙылар. Был ғәҙеллекме ни? Был һорауға Ҡолсобай яуап таба алманы. Ләкин ҡатынын эҙләүҙән туҡталманы. Исмаһам, ҡыҫҡа ваҡытҡа һыңар күҙе менән генә булһа ла күргеһе килде уның. Эҙләне, ғазап сикте. Унан, уйламағанда, яҙмыш Хәйретдин ҡарттың ғаиләһе менән таныштырҙы. Улар бәләгә осрағас, ул ваҡытлыса үҙенең ҡайғыһын онотто. Буйҙаҡ ҡалған Фәтхиәнең етем балаларын яңғыҙ ҡалдырып китергә баҙнаты етмәне. Әле лә Ниғмәтулланың һүҙенән тулҡынланған Ҡолсобай икеләнде, ҡайһы юлды һайларға белмәне: ҡалырғамы әллә бисәһе хаҡына байлыҡ эҙләп китергәме?
- Үкенерһең, Ҡолсобай ағай, мине тыңла, - тине Ниғмәтулла уның уйын һиҙгән төҫлө. - Гонаһтан ҡурҡһаң, бысраҡ эштәрҙе мин башҡарырмын. Гонаһ шомло булғас булынған инде. Мине барыбер һәйбәт тимәйәсәктәр. Бүренең ауыҙы ашаһа ла ҡан, ашамаһа ла ҡан, тиҙәр. Мин ауыҙымды ҡанға буяп ҡына йөрөгөм килмәй. Ашағым килә, байығым килә. Һин, ағай, миңә саҡ ҡына булыш. Изгелегеңде онотмам. - Ниғмәтулла күкрәк тултырып тын алды. - Һин Хәйретдин бабайҙың малайынан, әүрәтеп, алтынды ҡайҙан тапҡанын һора. Барыбер ерҙә ята бит. Ни эткә түгел, ни үҙе ашамай был көйөнсә. Икәүләп кинәнербеҙ. Йыуған алтынды уртаҡ бүлербеҙ. Ә тегеһе, кем, Хәйретдин бабайҙың малайын, аҙаҡ һөйләп йөрөмәһен өсөн, берәй уңайлы ерҙә - ҡых! - Ниғмәтулла усының ҡыры менән үҙенең үңәсен һыпырҙы.
- Һин, ҡустым, миңә ундай уй менән килһәң, яҡын йөрөмә. - Ҡолсобай асыуланды. - Мәйтәм, минең берәүгә лә ҡул күтәргәнем юҡ.
- Ә теге саҡта, Кәжән йылғаһы аръяғында, ит күмеп ашаған ерҙә, оноттоңмо ни, ағай? Һыбай барған атайыма атырға тоҫҡағайның. Унан Машканы алырға йөрөгән бай малайын? Үҙең әйттең дәбаһа!
Ҡолсобай уңайһыҙланды. Үҙен ғәйепле һиҙеп, башын түбән эйҙе.
- Ул саҡта бит ул икенсе хәл. Әле икенсе хәл. Зыянһыҙ баланы. Унһыҙ ҙа беҙҙең арҡала зәғиф ҡалды.
- Шунһыҙ йәшәп булмай, ағай. Йә - һине, йә - башҡаларҙы һин. - Ниғмәтулла, һүҙе өҫтөн сығыуына шатланып, иркенләберәк һүҙ ҡуҙғатты. - Ул малайға ҡул күтәр, тимәйем. Мин дә күтәрмәйем. Шахта бөткәнме әллә? Үҙенән-үҙе төшөп үлеүе лә ихтимал.
- Юҡ, ҡустым, уны зәғиф ҡалдырғас еткән. Мин үҙем иҫән саҡта быға юл ҡуймаясаҡмын! - тине Ҡолсобай ҡырҡа рәүештә.
Ниғмәтулла, Ҡолсобаҙы күндерә алмаясағын һиҙеп, тиҙ генә һүҙҙе бороп ебәрҙе:
- Юрамал әйтем, ағай, һин нимә тир икән тип. Һынамаҡ булғайным. Мин дә йыртҡыс януар түгел дәбаһа? Кемгә ҡул күтәргәнем бар? Ул алтынды, ергә тиккә һалып ҡуйғансы, эҙләргә кәрәк. Хәйретдин бабай балаларына ла әҙерәк ярҙамы тейер ине.
- Уныһы икенсе хәл. - Ҡолсобай йомшара төштө.
- Әүрәтеп кенә шул малай менән һөйләшеп ал әле. Аҡса бирәбеҙ, тиң. Мә, ошоно бир. - Ниғмәтулла кеҫәһенән өс тәңкә аҡса сығарҙы.
Улар, яңы ерҙән йыуыласаҡ алтындың биштән бер өлөшөн Ғәйзуллаға бирергә килешеп, ҡул бирештеләр ҙә өйгә инделәр.
Ҡаланан утарға килгәне бирле кеше күрмәй йәшәргә өйрәнгән Ғәйзулла Ҡолсобайҙың бер генә һүҙенә лә яуап ҡайтарманы. Биргән аҡсаға күҙ ҡалҡытып та ҡараманы. Ятһыраған бесәй һымаҡ, урындыҡтағы бер мөйөшкә һырығып ултырҙы ла күҙенең ҡырыйы менән генә әленән-әле Ҡолсобайға ҡараны. Ниғмәтулла уларға ҡыҫылманы. Түшәктә ятҡан Нәфисә эргәһенә барып үҙенә-үҙе ҡат-ҡат "һәйбәт, һылыу бисә! Хажисолтан ҡарт алйот түгел. Э-эх, ҡыҙ сағы булһа", - тине. Ҡолсобай уға, ниҙер тип, күҙе менән ишара яһағас, Ниғмәтулла тышҡа сығырға мәжбүр булды. Унда ла Ғәйзулла сиселә һалманы. Ҡолсобай, әллә нисә тапҡыр һорау биреп тә малайҙан алтын тапҡан ерен әйттерә алмағас, тыштан ингән Фәтхиәгә мөрәжәғәт итте:
- Апай, Ғәйзуллаға әйт әле, минән ҡурҡмаһын. Мин уға яҡшынан башҡа нәмә теләмәйем.
- Ҡурҡма, балам, ағайыңдан, ағайың яманлыҡ уйламаҫ. - Фәтхиә улының сәсһеҙ башын һыйпап, арҡаһынан һөйҙө. Ғәйзулла батырланыбыраҡ урындыҡтан шыуышып төштө. Ҡолсобай күрәҙәгә ҡыйыуһыҙ ғына ҡараны. Улар, Ниғмәтулла килгән саҡтағы кеүек, ултырып һөйләшә башланылар. Ғәйзулла эйәләште. Күрәҙәнең һорауҙарына яуап ҡайтарҙы. Ҡайһы саҡта, күрәҙәнән оялмайынса, уны үҙ кеше күргән Фәтхиә лә, ҡаҙан йыуған сепрәген һыҡҡан ыңғайҙа уларға ҡушылып, һүҙ ҡыҫтырып ҡуйғылай һәм, ниҙер иҫенә төшөрөп:
- Был Хажғәлиҙың улын, Ниғмәтулланы әйтәм әле, әлләмәшләп йөрөй. Бая кәртәлә, әле килһәм, ишек алдында тора ине, - тине.
- Егет кеше ҡыҙ күҙләй торғандыр, - тине Ҡолсобай, һүҙҙе уйынға әйләндереп.
Фәтхиә башҡаса уларға иғтибар итмәне. Түрбашта ҡашығаяҡ менән маташты һәм, ишек төбөндә сыҡҡан тауышҡа әйләнеп, ҡурҡыуынан ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡайһы саҡталыр килеп ингән Ниғмәтулла, Ғәйзулланың боғаҙынан һығып, теш араһынан:
- Хәҙер һинең беҙгә кәрәгең юҡ! - тине.
Минут самаһы ни эшләргә белмәй ҡаушап ҡалған Ҡолсобай Фәтхиәнең тауышына һиҫкәнеп китте һәм, бармаҡтарын Ниғмәтулланың яурынына яйлы ғына батырып, уны иҙәнгә салҡан йыға тартты.
- Нисек оялмайһың?!
- Ә һин, һин, ялған күрәҙә, ояла беләһеңме? - тип бышылданы Ниғмәтулла, асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә. Уның күҙҙәре аҡайҙы, тештәре ыржайҙы. Барлыҡ көсө менән тыпырсынып, Ҡолсобайҙан ҡотолорға тырышып, ситкә ынтылды. - Һинең кемлегеңде беләбеҙ, ялған күрәҙә!..
Урамда еҙ ҡыңғырау шылтыраған һәм балалар ҡысҡырышҡан тауыш ишетелде. Тышта йөрөгән Зөлфиә:
- Әсей, беҙгә һалдаттар килә, - тип ҡысҡырҙы һәм, иҙәндә көрмәкләшеп ятҡан ирҙәрҙе күреп, кире йүгерҙе.
"Һалдаттар" тигән һүҙҙе ишетеп, Ҡолсобай ҙа ҡойолоп төштө. Бармаҡтарын дошманының яурынынан ысҡындырҙы һәм әлһерәп урындыҡҡа ултырҙы. Шуны ғына көткән Ниғмәтулла яртылаш асыҡ ишеккә ташланды. Ниғмәтулла сығып та өлгөрҙө, уның артынса прииск управляющийы Иванов менән папахаһын ҡырын кейгән ҡара мыйыҡлы урядник килеп инде. Управляющий үҙен был юлы ла ябай тотто. Өйҙәгеләр менән иҫәнлек-һаулыҡ һорашып сыҡҡас, ҡулындағы ашамлыҡты Фәтхиәгә һондо.
- Мә, өй хужаһы, күстәнәсте балаларыңа үҙең өләш.
Фәтхиә алырға баҙнат итмәне. Башындағы ҡат-ҡат ямау һалынған яулыҡ осо менән йөҙөн ҡаплап, стенаға боролдо. Управляющий ҡулындағы әйберҙәрҙе түрбаштағы һикегә һалды. Кеҫәһенән ҡағыҙлы кәнфит алып, битенә күҙ йәштәре ҡатып ҡаҡышланған Ғәйзуллаға һондо. Ләкин Ғәйзулла урынынан ҡуҙғалманы. Уның. ҡурҡынған күҙҙәре, һағайып, яҡты төшмәгән урында торған һәр хәрәкәтен күҙәтте.
Управляющий Ҡолсобайҙан был ғаиләгә ҡатнашлығы булмауын һәм малайҙы ауырыуҙан өшкөрөргә килеүен белгәс, уға һәм урядникка сығып торорға ҡушты. Ҡолсобай урынынан ҡуҙғалғас та, Ғәйзулла ҡысҡырып уның салғыйына йәбеште.
- А-а-аға-а-ай, ҡу-у-ур-ҡа-ам! Кит-мә!
- Ҡурҡма, ҡурҡма, ҡустым! Был ағайҙар һиңә теймәҫтәр, - тине Ҡолсобай, уны әүрәтергә тырышып.
Ләкин Ғәйзулла Ҡолсобайҙы ебәрмәне. Йәш тулған күҙҙәрен управляющийҙан алмайынса, ҡалтыранған тәнен Ҡолсобайҙың салғыйы менән ҡапланы. Иванов Ҡолсобайҙы өйҙә ҡалдырырға мәжбүр булды. Ул алтын тураһында тауыш та сығарманы. Хәйретдин ҡартты маҡтаны. Уның менән күптән таныш булыуын һәм уның үлеүе айҡанлы балаларының ҡайғыһын уртаҡлашырға килеүен әйтте. Хатта уны иҫкә алыу теләге менән бер шешә коньяк сығарып асты ла Ҡолсобайға һалып бирҙе.
Фәтхиәнең алдында эсеүҙән уңайһыҙланып, Ҡолсобай:
- Мәйтәм, гонаһ будет. Мосолман. Алла һуға, - тине, юрамал яртылаш башҡортса, ә үҙе коньяктан күҙҙәрен алманы.
Управляющий, Ҡолсобайҙың ҡаршылашыуы ихлас күңелдән булмауын һиҙеп, нығытыбыраҡ көсләне.
- Ниндәй гонаһ булһын. Был иң ҡыйбатлы сортльг икмәктән эшләнгән. Эс!
Коньякка ҡарап күҙе ҡыҙып ултырған Ҡолсобай түҙмәне. Алдындағы сынаяҡты төбөнә тиклем ауыҙына бушатты. Ашъяулыҡтан кәнфит алып Ғәйзуллаға бирҙе.
- Һин был ағайҙан ҡурҡма! Һәйбәт ағай. - Ул, йомолоп барған күҙҙәрен көскә асып, кәнфит ҡағыҙындағы һүрәткә төбәлде. Ҡағыҙҙа тоноҡ ҡарасҡылдан башҡаны күрә алманы.
- Знакум, мәйтәм, ошо нәмәкәйең йәнә юҡмы? - тип һораны Ҡолсобай, нәфсеһен тыя алмайынса, буш шешәгә күрһәтеп.
- Ундайҙар күп, аҡсаң ғына булһын, - тине управляющий һәм, кеҫәһенән ҡағыҙ сығарып, Фәтхиәгә мөрәжәғәт итте: - Апаҡай, һиңә ирең үлер саҡта бер ни ҙә әйтмәнеме?
Фәтхиә яуап ҡайтарманы.
- Хәйретдинка беҙҙең байға бурыслы үлде. Бына уның биргән распискаһы. - Ул ҡулындағы дүрткә бөкләнгән ҡағыҙҙы йәйеп тигеҙләне. - Ул байҙан, "алтын күп ерҙе күрһәтәм тип, аҡса алған. Ә үҙе алдап беҙҙе икенсе ергә ебәргән. Ун биш көн буйы эшләп, разведка Ҡондоҙ ятыуынан буш ҡайтты. Ишетәһеңме, апаҡай, Хәйретдинка алған бурысты һиңә түләргә тура килә бит, а? Или алтын карапчим, а? Давай, күрһәт, ҡайҙа алтын бар? Малайыңа әйт, ул белә.
Фәтхиә, өндәшмәй, стенаға ҡарап ултырған көйө артына боролмайынса, итәгенә һалып йөн тетә биреүендә булды.
Ҡолсобай управляющийҙың һүҙен башҡорт теленә тәржемә итте. Шунда ғына Фәтхиә ишетелер-ишетелмәҫлек:
- Әлләсе. Ул аҡса-маҙар алдым тимәгәйне, - тине, боролоп ҡарамайынса. - Ғәйзулла, һин белмәйһеңме, балам?
- Атайым алтын бар ерҙе әйтергә ҡушмағайны. Утарға килгәндә лә шулай әйтте. Унда шайтан бар, - тип тәүге тапҡыр яуап ҡайтарҙы Ғәйзулла.
Ҡолсобай уның һүҙен Ивановҡа тәржемә итте. Управляющий рәхәтләнеп көлдө лә тышта йөрөгән урядникка ҡысҡырҙы. Урядник өҙә баҫып килеп инде һәм, хужаһынан икмәк киҫәге көткән эт кеүек, күҙҙәрен управляющийға төбәне.
- Быларҙы бөгөн контораға алып барырға кәрәк,- тине управляющий. - Был ирҙе, - ул Ҡолсобайға күрһәтте, - туйғансы коньяк менән ҡунаҡ итербеҙ, ә малайҙы кәнфит менән һыйларбыҙ. - Управляющий Фәтхиәгә боролдо: - Һин, хозяюшка, улың өсөн борсолма. Алтын тапҡан ерҙе күрһәтер ҙә, иртәгә алып килеп ташларбыҙ.
- Шайтан, унда шайтан! Бармайым! - тип Ғәйзулла ҡурҡып Ҡолсобайға һырынды.
Улының тауышына Фәтхиә, ғөрөф-ғәҙәте буйынса ят ирҙәр алдында йөҙөн ябырға онотоп, Ғәйзуллаға килеп йәбеште.
- Бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! Үлһәм, бергә үләм! И-и-и, балаҡайым минең!..
Управляющий урядникка эйәк ҡаҡты. Урядник Ғәйзулланы ҡысҡыртып әсәһенән тартып алды. Әсә шул ыңғайҙа һуҙылып иҙәнгә тәгәрәне. Ҡолсобай, ҡораллы кешегә ҡаршылашыуҙы мәғәнәһеҙгә һанап, управляющийҙың ҡушыуы буйынса һөйрәлеп барған Ғәйзулланың артынан эйәрҙе. Уларҙы кырандасҡа ултыртҡас та, тәртә эсендә бейеп, һимеҙлегенә сыҙай алмай, ауыҙлығын сәйнәп торған ике күк ат атылып урынынан ҡуҙғалды. Дуғаға беркетелгән еҙ ҡыңғырау сыңғырҙаны, тәгәрмәстәр шаҡыр-шоҡор килде. Әсә һуштан яҙғансы ҡысҡырып ҡалды.

XIX
Ниғмәтулла, Хәйретдин ҡарттың өйөнән сыҡҡас та, ҡапҡанан инеп килгән урядникты күрҙе. Ҡурҡыуынан, ни эшләргә белмәйенсә, ишеккә ҡарай йүгерҙе. Киле өҫтөндә арҡыс-торҡос эленеп торған һалабаш ҡатыш ҡайыр араһына йәшеренде. Управляющий менән урядник, уны күрмәй, эргәһенән генә өйгә инеп киттеләр. Эстә һөйләшкән тауыштар ишетелде. Уларҙың ниндәй йомош менән килеүен белмәгән Ниғмәтулла, ҡалтырана-ҡалтырана, ҡойма буйлап имгәкләне. Ояға еткәс, ҡайын һайғауҙарға йәбешеп, ҡойма аша һикерҙе. Кәртә артынан Кәзүм тауы һыртына сыҡты. Артына боролоп ҡарарға ҡурҡты. Кемдәрҙер уны ҡыуып килгән һымаҡ булды. Ул һуңғы көсөн йыйып йүгерҙе. Әрәмәлекте үтеп, ҙур йырғанаҡҡа еткәс кенә, хәле бөтөп ергә тәгәрәне. Артынан ҡыуып килеүселәр юҡмы икән тип ҡараны. Шунан һуң ғына: "Ни эшләп былай ҡурҡтым һуң әле? Ҡолсобай минең турала бер ни ҙә әйтмәйәсәк. Әйтергә үҙенең арты бысраҡ", - тип бөтөнләй тынысланды. Өҫтөндәге саңды ҡаҡты. Аҫта көмөш кеүек сылтырап аҡҡан шишмә һыуын эсеп, һыуһынын ҡандырҙы. Шунан әрәмәлек буйлап юғарыға иркенләп атланы. Ишек артында торғанда Ғәйзулланан ишеткән алтынға бай ерҙе эҙләп урманда оҙаҡ аҙашып йөрөнө. Ҡараңғы төштө. Төн һыуытты. Ҡыуара башлаған япраҡтар шапылдап ергә ҡойола, һыуыҡ еүешлек еҫе сыҡты. Ағастар баштарын һелкеп ыңғыраштылар. Урман бәлә алдында ҡалтыранған мәшәҡәтле тауыш менән тулды. Бөтә донъяны ҡаплаған ауыр һорғолт болоттар баш осонда йымылдаған яңғыҙ йондоҙҙо, һоғонорға теләгәндәй, уратып алдылар. Күп тә үтмәне, ул йондоҙ ҙа ҡуйы болоттар араһына инеп юғалды. Төн тағы ла нығыраҡ һыуынған һәм ҡараңғыланған һымаҡ булды.
Ниғмәтулла, аслыҡҡа һәм өшөүенә сыҙай алмай, арып, йыуан ҡайын олонона һөйәлде. Төн бик оҙон тойолдо. Ул, һыуыҡҡа түҙмәй, ағас араһында эләгә-йығыла ҡоро ботаҡтарҙы йыйып, туҙ һыҙырып алды ла ут тоҡандырырға ултырҙы. Тап шул ваҡытта, ҡайҙалыр һул яҡта, инә бүре олой башланы. Ҡапыл ғына, сыйылдаған һәм эт өргән тауыштар сығарып, уға бөтә бүре ояһы ҡушылды.
Ниғмәтулланың йөрәген ҡурҡыу алды. Ул асығыуын да, өшөүен дә онотто.
Бүреләр олоған тауыш нисек башланһа - шулай ҡапыл туҡталды. Урманда бер аҙ тынлыҡ урынлашҡандай булды. Был - ҡурҡынысты кәметмәне, киреһенсә, арттырҙы ғына.
Ниғмәтулла тын алырға ла баҙнат итмәй ҡурҡып тыңланы. Шаулаған ағас тауышынан башҡаны ишетә алманы. Ләкин бүреләр яңынан олорға тотондолар. Унан һуң тағы, тағы... Был юлы яҡыныраҡ. Ҡапыл ғына һулда, аяҡ аҫтында, ҡоро япраҡ ҡыштырҙаны. Нимәгәлер бәләкәй сыбыҡ тейеп һыҙғырҙы. Таныш булмаған йәнлек еҫе сыҡты. Ниғмәтулла йәнен ус төбөндә генә һаҡланып ҡалғандай һиҙҙе. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Йөрәге ярһып типте. Өмөтһөҙлөккә бирелеп яҡты донъяла йәшәүҙән бөтөнләй төңөлдө. Ниндәй ҙә һөжүм була ҡалһа, һаҡланыу теләге менән кеҫәһен аҡтарып, шырпынан башҡа нәмә тапманы. "Шырпы, шырпы" тип ҡат-ҡат ҡабатланы. Кемдәндер, бүреләр уттан ҡурҡа, имеш, тип ишеткән һүҙ келт итеп иҫенә төштө. Ике-өс шырпыны бер юлы һыҙып ҡабыҙыуы булды, эргәнән, бик яҡында ғына, өлкән һорғолт эт һикерҙе. Нигматулла шырпы буйлап ҡулына етеп килгән утты сытыр өйөмөнә төрттө. Уға өҫтәп ерҙәге япраҡтарҙы усы менән һыпырып ырғытты. Шул ваҡытта арттан ниндәйҙер йыртҡыстың аяҡ тауышын ишетеп, тамырынан умырылып ятҡан ағас олононан бер ботаҡты һыпыра тартып алды. Өс-дүрт аҙьм самаһы ара ҡалғас, ҙур һоро эт ҡапыл туҡтаны. Уның күҙҙәре аяғы аҫтында янған утҡа ялтыранылар. Ул яҡын килмәне. Бер урында борғоланды. Ләкин яҡын килергә ашыҡманы. Эт өргән тауыш сығарҙы. "Әллә был этме икән? Бүре булһа, күптән өҙгөләр ине. Моғайын, Ғибәҙәт еҙнәйҙең Етиван исемле эте эйәреп килгәндер әле",- тип, ҡулын һоноп, әкрен генә уны үҙенә саҡырҙы:
- Етиван, Етиван, мәһ-мә...
Эт яҡынлашманы. Тик тешен шаҡылдатып һикерҙе, ырылданы.

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Бөртөкләп йыйыла алтын - 09
  • Parts
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 01
    Total number of words is 3670
    Total number of unique words is 1949
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    43.5 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 02
    Total number of words is 3998
    Total number of unique words is 2121
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    44.3 of words are in the 5000 most common words
    50.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 03
    Total number of words is 3825
    Total number of unique words is 2094
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 04
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2046
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    42.0 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 05
    Total number of words is 3955
    Total number of unique words is 2019
    31.8 of words are in the 2000 most common words
    44.4 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 06
    Total number of words is 3745
    Total number of unique words is 2109
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    48.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 07
    Total number of words is 3985
    Total number of unique words is 2161
    29.3 of words are in the 2000 most common words
    42.9 of words are in the 5000 most common words
    49.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 08
    Total number of words is 3916
    Total number of unique words is 2013
    30.7 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 09
    Total number of words is 3810
    Total number of unique words is 2018
    29.2 of words are in the 2000 most common words
    41.6 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 10
    Total number of words is 3873
    Total number of unique words is 1641
    31.5 of words are in the 2000 most common words
    43.9 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 11
    Total number of words is 3884
    Total number of unique words is 2141
    28.4 of words are in the 2000 most common words
    41.0 of words are in the 5000 most common words
    48.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 12
    Total number of words is 3794
    Total number of unique words is 2085
    29.8 of words are in the 2000 most common words
    42.3 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Бөртөкләп йыйыла алтын - 13
    Total number of words is 3094
    Total number of unique words is 1659
    31.9 of words are in the 2000 most common words
    45.5 of words are in the 5000 most common words
    51.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.