Latin

Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09

Общее количество слов 4004
Общее количество уникальных слов составляет 1677
37.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
51.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
58.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
Әмиләне тотоп торған егет Йыуанға ырғыны, икенсеһе Һонторға ташланды. Кемдеңдер ҡулынан нимәлер шаҡылдап төштө. Китте алыш. Хәҙер быларҙа эргәлә торған балалар ҡайғыһы бөттө.

Ҡастыҡ!
— тип шыбырланы Батыр. Һуңғы минутта ул ергә төшкән нәмәне ҡулына эләктерҙе.
Был бит Әмиләнән сыҡҡан радиосигналдарҙы тотоусы прибор! Малай уны кеҫәһенә тыҡты.
Урам осона етеп боролор алдынан Батыр артына әйләнеп ҡараны. Ур кешеләре менән бандиттар һаман да һуғыша ине әле...
ҠОЯШЛЫ
УРАМЫНДА ТӨН
Ҡояшлы урамын табыуы ҡыйын булманы. Бында
Батырҙың булғаны бар. Интернатта бергә уҡыған ҙың апайҙарына бергәләшеп килгәйнеләр.
Ҡала ситендәге был урам кескәй генә ағас ҙан тора, һәр ишек алдында бейек-бейек ағастар үҫә.
Ҡырҡ алтынсы йортҡа еткәс, туҡтанылар.
Илле дүртенсе өйгә тиклем күп ҡалманы.
Эргәлә генә автобус туҡталышы.
Хәлит менән Әмилә шунда ҡаласаҡ.
Ә Батыр теге өйгә барып килә. Әгәр ул ярты сәғәттән әйләнмәһә, тотолған, тигән һүҙ. Ул саҡта ни эшләрҙәр? Ул саҡта
Хәлит менән Әмилә Батырҙы нисек тә ҡотҡарырға тырышыр... Башҡа ни эшләй ала улар?..

Һин тотолорға тейеш түгелһең! — тине Әмилә оҙатҡан саҡта.
Бына
Батыр илле дүртенсе йортҡа яҡынлашты.
Ни өсөндөр тәҙрәләрендә ут күренмәй. Өйҙә кеше юҡмы икән ни?
Батыр уйланып торҙо. Юҡ, бер килгәс, инмәйенсә китергә ярамай. Бәлки пеләш йоҡлап яталыр, йәки уның менән берәй хәл булғандыр. Әгәр уның Батырҙарға ярҙам итергә теләүен белһәләр, теге бандиттар... Был хаҡта уйлауы ла ҡурҡыныс!.. Әгәр «Пеләш» те үлтереп,
Батырҙарҙың килеүен көтөп торһалар? Һаҡ булырға кәрәк!..
Батыр ҡапҡаны этте. Ул сыйылдап асылды. Малайҙың йөрәге жыу итте, ул ҡатып ҡалды. Әгәр өйҙә кешеләр булһа, ишеттеләр! Ипләберәк ҡыланырға кәрәк. Малай тирә-йүнгә ҡолаҡ һалды. Тып-тын. Батыр үҙ йөрәгенең дарҫлап тибеүен генә ишетә. Ҡараңғы. Болоттар араһынан ҡараған ай ишек алдын саҡ ҡына яҡтыртып алды. Мөйөштә торған бер шешә ялтыраны. Бына ай йәнә юғалды, һәм тирә-йүн тағы ҡараңғылыҡҡа күмелде.
Батыр ишек алдына үтте. Ҡапҡа йәнә йәмһеҙ итеп сыйылдап ҡуйҙы. Малай ҡоймаға һыйынды.
Ҡапыл һарай янында кемдер ҡыбырланы!
Йөрәк күкрәктән ысҡына яҙып тибә башланы.
Кем унда? Батырҙы күрҙеме? Шәүлә уға яҡынлаша!.. Малай ҡурҡышынан артҡа сигенде... Бәй, был бит бесәй булып сыҡты!
Ул килеп малайҙың аяғына һарылды.
— Брыс!
— тине Батыр әкрен генә һәм эйелеп алға атланы.
Тупһаның беренсе баҫҡысына баҫыуы булды, таҡта йөрәк өҙгөс тауыш менән шығырланы. Малай шунда уҡ ишек артына йәшенде. Әгәр тәҙрәнән күҙәтһәләр... Һаҡ булырға кәрәк.
Ишеккә тотонор алдынан Батыр һуңғы тапҡыр икеләнде. Бәлки бында инеп торорға кәрәкмәйҙер? Ләкин башҡаса улар бит
Мансур ағайҙың ҡайҙалығын белә алмайҙар!
Батыр ишекте этте. Ул анһат ҡына асылып китте.
Бикле түгел! Тимәк, өйҙә кемдер бар! Ниңә утты яндырмаған? Әллә был — Батырҙың тоҙаҡҡа инеп барыуымы?
Солан эсендә бөтөнләй ҡараңғы. Ҡапыл арттағы ишек шығырлап ябылды. Малай быны көтмәгәйне, шуға ҡурҡышынан сәстәре ҡыбырлағандай булды. Үҙе ябылдымы, әллә берәйһе яптымы? Малай тын да алмай тора.
Тып- тын. Әкренләп күҙе ҡараңғылыҡҡа өйрәнгәндәй булды. Алда өйҙөң ишеге төҫмөрләнә. Мөмкин тиклем һаҡ баҫып шуға табан китте малай. Бына — тотҡа.
Тартты. Йәнә йөрәк өҙгөс сыйылдау! Өйҙә мәйет ятһа ла һикереп торор.
Батыр эскә инде. Шылт иткән дә тауыш ишетелмәй.
Әммә малай бөтә тәне менән һиҙә — өйҙә кемдер бар! Ул күҙәтә, көтә Батырҙы!..
Тәҙрәләрҙән тоноҡ ҡына яҡтылыҡ төшә. Әммә мөйөш- һәйештәр ҡап-ҡараңғы! Унда тиҫтәләгән кеше йәшенеп торһа ла күренмәҫ!
Малай әкрен генә алға атланы. Алда өҫтәл күренә.
Туҡта!
Уның артында кемдер ултыра! Малайҙың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте! Ул әҙәм
Батырға текәлгән дә ҡатып ҡалған! Уны көтә! Йә, хоҙай, ни эшләргә?
Сығып ҡасырғамы?
Малайҙың тәне ҡурҡышынан таш кеүек ҡатты. Теге әҙәм дә ҡыбырламай...
Туҡта, ул кешенең башы эйелгән дә баһа! Эйе, эйелгән шул!
Йоҡлаймы? Малай кешегә яҡынлашты. Башы— пеләш!
Тимәк, был Әмилә менән һөйләшкән ир.
Батыр бит уны күрергә килде.

Эй!
— тине Батыр әкрен генә.
Кеше шул көйө ултырыуын белде. Малай йәнә өндәште.
Юҡ, ыжламай ҙа. Батыр, бар ҡыйыулығын йыйып, ирҙең яурынына тейеп алды. Батыр ҡото осоп ситкә ырғыны.
Сөнки малай ҡағылыу менән, ултырғыстағы ир бер яҡҡа ҡыйшайып китте лә иҙәнгә ауҙы. Батыр ҡурҡышынан стенаға һыйынып тора. Ни булды? Ниңә ул тормай, уңайһыҙ ҡиәфәттә ята? Башына килгән уйҙан малай өшөп китте: ул үлгән! Ошонда ғына Батыр ирҙең күкрәгендә торған бысаҡты күрҙе.
Үлтергәндәр!.. Малай ишеккә сигенде.
Шунан туҡтаны, кире килде. Үҙ күҙҙәренә ышанмағандай йәнә ҡарап торҙо. Ни эшләргә? Милицияға хәбәр итергәме?
Ҡапыл
Батырҙың ҡолағына ниндәйҙер сыйылдау ишетелде.
Малай һағайҙы. Был бит ҡапҡа тауышы! Кемдер инеп килә! Кем? «Ҡарсыға»ның кешеләреме? Әгәр
Пеләш» бында
Батырҙарҙың килергә тейешлеген әйткән булһа...
Батыр ишеккә уҡталды. Юҡ, өлгөрмәй! Ана аяҡ тауыштары инде тупһала! Тәҙрә аша ҡасырғамы? Малай тәҙрәне аса башланы ла туҡтаны. Сөнки унда кемдер бар кеүек тойолдо.
Батыр улай-былай итте. Шунан тәҙрә шаршауының телевизор артындағы стенаны ҡаплап гам өлөшөнә йәшенде.
Өйгә кемдәрҙер инде. Аяҡ тауыштарынан бер нисә кеше икәнлеге беленде. Әммә өндәшмәйҙәр. Тып-тын. Бер минуттай ваҡыт үткәс, тегеләрҙең береһе өҫтәл янына килде.

Ҡайҙа ул? — тип һораны хәүефле тауыш менән.—
Өҫтәл артына ултыртып ҡалдырғайныҡ бит!
Ишек янындағылар уның янына ашығып килде.
-
Бына ята бит! Теге малай ҡолаттымы икән?
Батырҙың йөрәге туҡталғандай итте. Уның хаҡында һөйләшәләрме?
Ул ингән тиһеңме?
— тип һораны ҡалын тауышлы ир.
Мин асыҡ күрҙем, ул өйгә инеп китте.—Быныһының тауышы нәҙек кенә.

Утты яндыр! — тине өсөнсө ир. — Ул малай беҙҙе эҙәрләүсе тип уйлайһығыҙмы?
Шунда уҡ өй эсе яҡтырҙы. Батыр тын алырға ла ҡурҡып тора. Тегеләрҙең төрлө урындарҙы ҡараштырғаны, шифоньерҙы асып япҡандары ишетелде.

Бер кем дә юҡ! — тине ирҙәрҙең нәҙегерәк тауышлыһы.

Булырға тейеш! Теге бүлмәне ҡара! Бер ҡайҙа ла китмәгәндер!
Батырҙың эргәһенән генә бер ир күрше бүлмәгә үтте. Утты яндырҙы, нимәнелер асып ҡараны, шунан кире сыҡты.

Юҡ!
Бер кем дә килмәгән, килергә лә тейеш булмаған!

«Пеләш»тән әйттерҙек бит, теге эҙәрләүселәргә адресты бирҙем, тине. Мин күрҙем, кемдер инде бында! Ул шуларҙың береһе! — тине нәҙек тауышлы.

«Ҡарсыға» беҙҙең кәрәкте бирәсәк, — тине өсөнсө ир. — Быныһын ауыҙға килеп ингән ерҙән тота алманыҡ, тегенеһе ҡасҡан!

Әйттем мин һеҙгә, ишек алдына ингәс тә тотайыҡ тип!

Ул арт яҡҡа сығыр ҙа китер ине! Тәҙрә асыҡ бит! Эй, һеҙ! — Ҡалын тауышлы тәҙрәне асып тышҡа өндәште. — Бынан берәйһе сыҡманымы?

Юҡ!
— тип яуап бирҙеләр тыштан.

Аңралар!
Тәҙрәнән сығып киткән! Күрмәй ҡалғанһығыҙ!
Ярай, китәбеҙ. Хәҙер беҙгә Мансурҙы
«йәшел һарай»ға алып барырға кәрәк.
«Ҡарсыға» уның менән һуңғы тапҡыр һөйләшеп ҡарай ҙа сиселергә теләмәй икән... Киттек!
Утты һүндерҙеләр. Ирҙәрҙең соланға сыҡҡанлығы, ишектәрҙең шығырлап ябылғаны ишетелде.
Ана, урам ҡапҡаһы ла сыйылдап алды.
Киттеләр! Шулай ҙа Батыр йәшенгән урынында ултыра бирҙе. Бында кемдер ҡалған кеүек ине уға...
«Пеләш»
Мансур ағайҙың ҡайҙалығын әйтә алманы уларға. Әммә Батыр шуны белде: хәҙер
Мансур ағайҙы «йәшел һарай»ға алып барасаҡтар. Әгәр ярты сәғәт эсендә унда өлгөрһәләр, Мансур ағайҙы осраталар...
Батыр йәшенгән урынынан сыҡты ла ҡапыл туҡтаны.
Сөнки бүлмәнең теге башында иҙән шығырланы! Кемдер бар! Кире йәшенергәме?
Ләкин уны инде күргәндәрҙер! Малайҙың йөрәге ярыла яҙып тибә. Ул кемдеңдер тын алышын ишеткәндәй булды. Эргәлә генә диван. Батыр шуның артына ырғырға итте.
Ошо ерҙә кемдер көслө тауыш менән: — Туҡта!
— тип өндәште.
Батыр урынында ҡатып ҡалды...
ӘМИЛӘ
МЕНӘН ХӘЛИТ ЯРҘАМҒА КИЛӘ
Ҡыҙ менән малай туҡталыш будкаһында оҙаҡ ҡына ултырҙылар. Күптән килергә тейеш
Батыр. Ә ул юҡ та юҡ. Берәй хәл булдымы икән? Ҡырҡ минуттан ҡайтып етмәһә, Әмилә менән Хәлит Батырҙы ҡотҡарырға барырға тейеш.
Ары көтмәҫкә булдылар. Ҡараңғы төн. Һирәк кенә бағана баштарында ут бар. Тик уларҙың да яҡтылығы алыҫ китә алмай, урам буйлап үҫкән бейек ағастар ҡамасаулай...
Бына илле дүртенсе йорт. Тәҙрәләре ҡараңғы.
Батыр унда булһа, ни өсөн утты яндырмағандар?
Әмилә менән Хәлит туҡталды. Ни эшләргә?
Әмилә өйгә инеп сығырға тәҡдим итте.
Батырҙың ундамы, түгелме икәнлеген белмәйенсә улар ни ҡыла ала?
Ҡапҡаның сыйылдауы төндөң тын һауаһын тирбәлдереп ебәрҙе. Малай менән ҡыҙ ҡоймаға ышыҡланды.
Тәҙрәлә шәүлә күренгәндәй булды. Әллә
Хәлит менән Әмиләгә шулай тойолдомы?
Әгәр эстә көтөп торһалар? Әгәр улар күп булһа? Ни эшләргә? Боролоп та китеп булмай — Батыр бит бында булырға тейеш!
Эстә бандиттар булһа, уларҙы алдаштырырға кәрәк. Тик нисек? Бер аҙ уйлағандан һуң,
Хәлит эргәләге утынлыҡтан алып ҡыҙға бер оҙон ғына таяҡ тотторҙо:

Әмилә,
— тине ул. — Мин тупһаға күтәрелгәс тә, һин ситтәнерәк тороп ошо таяҡ менән тәҙрәне шаҡылдат. Тик үҙең эстәгеләргә күренмә. Мин шул саҡта эскә инәм.
Бына
Әмиләнең ҡулындағы таяҡ тәҙрәне яра яҙып шаҡылдата башланы. Шул ваҡытта
Хәлит соланға, аҙаҡ өйгә инде. Ул бер тауыш та сығарманы шикелле, сығарһа ла, ишектәрҙең шығырлауы тәҙрә шаҡылдауына күмелеп ҡалғандыр.
Хәлит ишек төбөндә туҡталып тирә-яғына ҡаранды.
Ҡапыл:

Кем унда? — тигән тауыш ишетелде эргәлә генә.
Хәлит тәҙрә яҡтылығында бер шәүлә күреп ҡалды.
Бейек кәүҙәле ир! Ул Хәлиткә табан килә! Сығып ҡасырғамы? Юҡ, өлгөрмәй! Теге тоттом тигәндә, ҡапыл Хәлит иҙәнгә ятты. Һәрмәнеп килгән бандит, малайға эләкте лә, башы менән эргәләге мейескә шаҡ итеп һуғылды, иҙәнгә барып төштө. Хәлит шунда уҡ ырғып торҙо. Ҡасырға!.. Тик теге ир юлға арҡыры ятҡан, үҙе ниңәлер тормай.

Хәлит, һинме? — Эргәлә генә Батырҙың тауышы ишетелде.
Хәлиттең эсенә йылы йүгерҙе:

Батыр!

Ни булды? — тип һораны Батыр. — Теге кеше ҡайҙа?

Бына ята.

Ул бит иҫһеҙ! — тип аптыраны Батыр. — Һин һуҡтыңмы?

Юҡ, ул үҙе... Миңә эләкте лә... Башын мейескә төкөнө шикелле.

Молодец!
— Батыр дуҫын ҡосаҡлағандай итте. — Әгәр һин килеп сыҡмаһаң... Кем унда тәҙрәне шаҡылдата?

Әмилә.

Шәп уйлағанһығыҙ! — тип маҡтаны Батыр. — Тәҙрә шаҡылдап, солан ишеге асылып-ябылғас, бының ҡото осто, буғай.
Ошо мәлдә урамда машина тауышы ишетелде.
Ул илле дүртенсе өй тапҡырында туҡтаны түгелме? Малайҙар тәҙрәгә ташланды.
Эйе, туҡтаған! Эсенән кешеләр төшә!

Тиҙерәк!
— Батыр ишеккә табан йүгерҙе. «Ҡарсыға» ның кешеләре!
Улар
«һә» тигәнсе тупһаға килеп сыҡты. Әмилә көтөп тора икән.
— Баҡсаға!
— тип шыбырланы Батыр.
Ҡойма янына йүгереп килделәр. Ҡайҙа ҡапҡа?
— Аша төшәбеҙ!
Кемдеңдер кейеме йыртылып китте. Батыр ағастар араһына сүгеп артына ҡараны. Хәлит менән
Әмилә эргәһендә! Әммә тегендә кемдер был яҡҡа йүгерә! Балалар ырғып торҙо ла алға ташланды. Йәнә бер ҡойма аша төштөләр, кемдеңдер ишек алдына килеп сыҡтылар. Абалап эт өрә башланы. Өйҙә ут тоҡанды, ишек асылғаны ишетелде. Эт бәйһеҙ булған икән, Батырҙың балағына килеп йәбеште. Малай уны тибеп осорҙо.
Әллә ҡайһы арала Хәлит ҡапҡаны асырға өлгөргән. Тиҙ генә шунан сығып, урам буйлап йүгерҙеләр. Күпмелер барғас, арттарына әйләнеп күҙ һалдылар. Ҡыуып килеүселәр күренмәй. Шуға ҡарамай балалар тағы байтаҡ йүгерҙеләр әле.
Бына улар трамвай туҡталышына килеп сыҡтылар. Батыр үҙенең планын асып һалды.



Хәҙер һин, Хәлит, милицияға бараһың да илле дүртенсе йортта мәйет ятҡанлығын әйтәһең.

Ниндәй мәйет? — тип аптыраны Хәлит. — Һин башына һуҡҡан кешеме?

Юҡ.
Ул үлтереүселәрҙең береһе. «Пеләш»те үлтергәндәр. Бөтәһен дә һөйлә.

Ә һеҙ ҡайҙа бараһығыҙ? — тип һораны Хәлит.

Беҙ
Әмилә менән «йәшел һарай»ға барабыҙ.
Хәҙер унда Мансур ағайҙы килтерергә тейештәр. Беҙ уны ҡотҡарырға тырышып ҡарайбыҙ.

Бәлки, милиция менән бергә... — Хәлит дуҫына һораулы ҡараны.

Милицияға оҙаҡ аңлатырға тура киләсәк, — тине
Батыр. — Улар беҙгә әллә ышана, әллә юҡ. Һинең, минең кемлегебеҙҙе тикшерә башлаясаҡтар. Әмиләнең ҡайҙан икәнлеген белһәләр, уларҙа енәйәт ҡайғыһы китәсәк.
Ваҡытты әрәм итмәйек. Улай йөрөһәк,
Мансур ағайҙы бөтөнләй юғалтыуыбыҙ бар.

Ярай, улайһа, — тип килеште Хәлит.
ЙӘНӘ
«ЙӘШЕЛ ҺАРАЙ»ҘА
Бына
Батыр менән Әмилә серле бина янына килеп еттеләр. Һарайҙың мөйөшөндәге тәҙрәлә генә ут бар. Унда ҡарауылсы бүлмәһе.
Малай барып ишекте тартып ҡараны. Ул бикле ине. Батыр менән Әмилә тәҙрә янына килде.
Уға буй етерлек түгел. Малай эҙләнә торғас, бер йәшник табып килтерҙе. Бер ваҡыт шуның өҫтөнә баҫып эскә күҙ һалды.
Унда күргән күренеш малайҙы шаҡ ҡатырҙы.
Бүлмәлә ҡарауылсынан башҡа дүрт кеше бар. «Ҡарсыға» өҫтәл артында ултыра.
Уның ике яғында — ике егет. Уларға ҡаршы
...Мансур ағай баҫып тора! Ҡарауылсы бер яҡ ситтәрәк карауатҡа урынлашҡан.
Батыр яңылыш күрмәйемме икән тигәндәй, күҙҙәрен сытырлатып йомдо һәм тағы эскә ҡараны.
Ошо ерҙә малайҙың аяғы аҫтындағы йәшниктең бер таҡтаһы шатырлап һынды.
Батыр тәкмәсләп ергә барып төштө. Үҙе шунда уҡ ырғып торҙо. Тиҙерәк ҡасырға!
Юғиһә эләгәләр!
Малай менән ҡыҙ урамға ташланды. Һуңғы секундта малайҙың башына бер уй килде.
ин ҡас! — тине ул Әмиләгә. Үҙе ҡырҡа боролоп ишеккә табан йүгерҙе.
Һарайҙың тупһаһы бейек кенә. Уның эргәһенә һуҙылып ятһаң... Тышта хәҙер ҡараңғы, йәшенеп ҡалырға була! Батырға хәҙер нисек тә эскә инергә кәрәк!
Күп тә үтмәне һарайҙың ишеге асылып китте, тупһаға яҡтылыҡ ҡоланы. Шунда уҡ тышҡа ике кеше килеп сыҡты. Улар тупһанан төшөп тәҙрә яғына китте. Ә Батыр урынынан һаҡ ҡына торҙо ла эскә йомолдо. Шунан ишекте эстән бикләне. Хәҙер Мансур ағай янында ике генә кеше. Әгәр Батыр ярҙам итә алһа... Тик нисек?
Эргәлә көндөҙ ҡарауылсының башына ҡундырған кеүек таяҡтар ята. Малай уларҙың береһен ҡулына алды. Үҙе ҡабаланып уйланы. Әгәр утты һүндерһә? Эйе, бында бит бөтә һарайҙағы утты һүндерә торған урын булырға тейеш. Батыр коридорға инде.
Бына ул! Малай йәшникте асты һәм оло тумблерҙы шаҡылдатып аҫҡа төшөрҙө.
Шунда уҡ һарайҙың эсен күҙгә төртһәң, күренмәҫлек ҡараңғылыҡ солғаны.
Ишекте тыштан йоҙроҡ менән дөмбәҫләй башланылар.
Батыр ҡарауылсының бүлмәһенә ташланды.
Унда дөбөр-шатыр килгән тауыш ишетелде.
Күрәһең, Мансур ағай ҡараңғылыҡтан файҙаланып ҡасырға иткән, тегеләр уға йәбешкән.
Батыр таяғын уңайлыраҡ тотоп бүлмәгә барып инде.

Кем унда? Кем? — тип һораны бер ир. «Ҡарсыға» ның тауышын малай шунда уҡ таныны.
Тәҙрәнән төшкән шыйыҡ ҡына яҡтылыҡта Батыр иҙәп уртаһында барған алышты күрҙе. Ике ир берәүһен иҙәнгә ҡолатып, торғоҙмаҫҡа маташа.
Малай яйын тура килтереп таяғы менән өҫтәгеләрҙең береһенең башына ҡундырҙы. Теге шунда уҡ әйләнеп төштө. Икенсеһе, хәлде аңлап, ҡапыл малайға ташланды. Әммә ул арала
Мансур ағай ырғып торҙо һәм малайға йәбешкән бандитҡа эргәләге ултырғыс менән килтереп һуҡты.
Ҡапыл тәҙрә селпәрәмә килде. Эскә инеп килеүсе кешенең башы күренде. Тышта тороп ҡалған ике бандит дуҫтарына ярҙамға килә ине.
Мансур ағай Батырҙың ҡулындағы таяҡты ҡулына алды. Бандит инде инеп бөттөм тигәндә генә Мансур ағай уға һелтәнде. Теге һаҡ торған икән, ситкә ялтанды. Ләкин тәҙрә төбөндә ҡала алманы, тышҡа тәгәрләп төшөп китте. Тыштағылар хәлдәренең мөшкөллөгөн аңланы, буғай, башҡаса эскә ынтылып торманылар. Ҡапыл боролдолар ҙа ситкә йүгерҙеләр...
Мансур ағай өҫтәлдә торған телефонға үрелде, үҙе шул арала Батырҙан һораны:

Был ниндәй урын? Адресын беләһеңме?

Үҙәк баҙар эргәһе, — тине Батыр. — Һеҙ милицияға шылтыратаһығыҙмы?

Эйе.

Хәлит унда булырға тейеш. Ул юлды белә.
Мансур ағай трубкаға ҡысҡырҙы:

Алло!
Милиция! Һеҙгә Хәлит исемле малай килдеме? Тиҙ генә ул күрһәткән ергә килеп етегеҙ! Бында бандиттар ояһы! — Мансур ағай өндәшмәйенсә, сымдың теге осонда һөйләүсене тыңлап торҙо ла асыуланып ҡысҡырҙы. — Минең кемлекте килгәс белерһегеҙ! Тиҙ булығыҙ! Юғиһә улар хәҙер...
Мансур ағайҙың һүҙен раҫлағандай, бандиттарҙың береһе ҡыбырлай башланы. Мансур ағай тиҙ генә трубканы һалды ла, өҫтөндәге күлдәген сисеп, теге бандиттың ҡулдарын шаҡарҙы. Икенсеһенең ҡулын Батырҙың билендәге билдек менән бәйләнеләр.
Малай таныны — быныһы «Ҡарсыға» ине.

Ну был милицияны! — тип әсенде Мансур ағай. — Хәлиткә ышанмайҙар икән. Уның кемлеген, ҡайҙан килгәнлеген тикшерә башлағандар! Бында етеҙлек кәрәк! Ә һин, Батыр, молодец! Нисек оҫта эшләнең!
Батыр урынынан торҙо:

Мансур ағай, мөмкин булһа, мин китәм.

Ҡайҙа?

Әмилә менән бергә килгәйнек. Ул йәшенеп ҡалды.
Миңә уны табырға кәрәк.

Бәлки, милиция килгәс...

Юҡ, улай оҙаҡ була.

Ярай, улайһа. Тик һаҡ бул, бандиттарға тотолоп ҡуйма. Әйҙә, оҙатып ҡуям.
Мансур ағай тупһанан Батыр урамға сығып киткәнсе ҡарап торҙо, шунан кире эскә инде. Малай аллея буйлап йүгерҙе. Ҡараңғы.
— Әмилә!
— тип ҡысҡырҙы ул. — Әмилә!
Батыр туҡтап тыңлап алды. Яуап биреүсе юҡ. Ул бит алыҫ китергә тейеш түгел. Батыр ҡысҡыра-ҡысҡыра ярты саҡрымдай бер яҡҡа барғас, кире боролдо.

Әмилә!
Тынлыҡ.
Батыр икенсе яҡҡа йүгерҙе. Ҡапыл уның ҡолағына өҙөк кенә тауыш ишетелде.
Малайҙың йөрәге ҡыуаныстан һәм түҙемһеҙлектән дарҫлап тибергә кереште.
Әмилә! Уның тауышы! Малай, юлды-ниҙе ҡарамай, тауыш килгән яҡҡа осто:

Әмилә!

Батыр!
Малай ағастар араһындағы ҡараңғылыҡҡа йәшенгән бер эскәмйәгә килеп сыҡты. Уның бер осонда тубыҡтарын ҡосаҡлап
Әмилә ултыра. Ул өшөгән! Шуға әкрен генә ҡалтырай.
Шулай булмай ни! Төн һалҡынса, ә ҡыҙҙың өҫтөндә йоҡаҡ ҡына күлдәк. Ҡыҙ шундай йәл булып күренде малайға. Батыр йүгереп килде лә уның ҡаршыһына сүкәйҙе. Ҡыҙ әкрен генә илай ине.

Әмилә, ни булды?

Мин... ҡурҡтым... Һине башҡаса бер ҡасан да...
Батыр!..
Малай ҡыҙҙың ҡулынан тотто. Ул һыуыҡ ине.

Һин өшөгәнһең! — Малай ни эшләргә белмәне.

Мин һине башҡаса бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! — тине ҡыҙ илауҙан туҡтай алмайынса. — Мине яңғыҙ ҡалдырма, яраймы?

Әмилә, тыныслан! — Батыр, аптырағас, күлдәген сисеп ҡыҙҙың яурынына ҡапланы. — Илама,
Әмилә, Мансур ағайҙы ҡотҡарҙым!

Батыр, һин!.. — Ҡыҙ йәшле күҙҙәре менән дуҫына һоҡланып ҡараны.
— Һин шундай һәйбәтһең... Миңә һинһеҙ...
Миңә бик ҡыйын булды...
Батыр ҡыҙҙың яурынынан ҡосаҡлап үҙенә ҡыҫты.
Тышта төн ине. Болот араһынан йылмайып ҡына ай ҡарай ине.
ЭПИЛОГ
УРЫНЫНА
Шул төн «Ҡарсыға»ның ояһы туҙҙырылды. Улар
Мансур ағайҙы оло мәкерлек менән урлағандар икән. Ул, төҙөүсе-рәссам булараҡ, ярты йыл элек үҙәк музейҙы биҙәүҙә ҡатнашҡайны.
Шунда бик күп алтын-көмөш әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн икенсе урынға күсергәндәр. Ул байлыҡтың хаҡы йөҙәр мең һум менән иҫәпләнә. Бандиттар
Мансур ағайҙан шуларҙың ҡайҙа икәнлеген, унан нисек алырға кәрәклеген әйттерергә маташҡандар...
Батыр,
Әмилә,
Хәлит ике көн Өфөлә булды. Мансур ағай уларға баш ҡаланың күп кенә матур урындарын күрһәтте.
Шунан
Хәлиткә ҡайтырға ваҡыт етте. Уны вокзалға оҙатырға
Әмилә менән Батыр килде. Юл буйы ҡыҙ ниңәлер моңһоу булды, артыҡ һөйләшмәне лә. Быға
Батыр шунда уҡ иғтибар итте. Шуға ла кассаға билетҡа торғас, һорамай булдыра алманы:
— Әмилә, ни булды?
Ҡыҙ малайға ҡарамаҫҡа тырышты:

Батыр, мин Сибайға китәм.

Ниңә?
— тип аптыраны малай.

Миңә
Урға ҡайтырға кәрәк...
Тынлыҡ урынлашты. Быны Батыр ҙа, Хәлит тә көтмәгәйне. Әмилә бит үҙе Ерҙә ҡалырға теләк белдергәйне. Хәҙер Йыуан менән
Һонтор тотоп алыр тигән ҡурҡыныс юҡ... Шулай ҙа Батыр
Әмиләне аңлай. Бынан бер йыл элек ул үҙе ошо хәлдә ине бит... Ҡыҙға бында һәйбәт, уның Батырҙан айырылғыһы килмәй. Әммә туған планетаның тартыу көсө барыһынан да көслөрәк... Ә һағыныу тойғоһо — иң ауыр, иң ғазаплы хис, унан ҡотолоп булмай...

Мин дә барам Сибайға, — тине Батыр...
Иртәгеһенә көндөҙгө бер тирәһендә улар өсәүләшеп
Сибайҙың ситенә сыҡты.

Ары бармағыҙ, — тине ҡыҙ. — Юғиһә улар һеҙҙе тотоп барыһын да онотторасаҡтар.

Ә һине оноттормаҫтармы? — тип һораны
Хәлит.

Юҡ.
— Ҡыҙҙың тауышы ышанысһыҙ сыҡты. — Мин үтенәсәкмен. Улар аңларға тейеш мине...
Батыр ҡыҙға ҡараны. Ул хәҙер мәңгегә китәме?
Әллә улар ҡасан да булһа осрашырмы?

Әмилә...
— Батыр ниҙер әйтергә итте, тик үҙен солғаған тойғоларҙы аңлатырҙай һүҙ тапманы.

Батыр...
Хәлит ситкә боролдо. Әкрен генә ел иҫте.
Эргәләге сәскәләр һағышлы төҫ менән баштарын эйҙе.

Хушығыҙ, малайҙар... — Әмиләнең тауышы ҡалтыраны.

Хуш,
Әмилә, — тине Хәлит.

Мин... ҡасан да булһа... — Ҡыҙҙың күҙендә йәштәр күренде.

Әмилә...
— Батырҙың тамағына ҡаты төйөр килеп тығылды, һүҙ әйтергә ҡамасауланы. — Әмилә... — Малай башҡаса бер ни ҙә әйтә алманы.

Әгәр килә алмаһам... — Әмилә йылмайырға маташты. — Мин һеҙҙе онотмам... бер ҡасан да!..
Ҡыҙ, ҡулын күтәреп хушлашты ла, китә башланы.
Малайҙар өндәшмәй генә ҡарап тора. Ел ҡыҙҙың итәге менән уйнай, малайҙарҙың сәстәрен туҙҙыра. Әмилә китә. Әмилә минут һайын алыҫлаша. Туҡта, Әмилә! Һине бит Батыр башҡаса бер ҡасан да күрә алмаясаҡ! Китмә!.. Батыр күҙенә килеп эркелгән йәштәрҙе тыйырға тырыша, ләкин уларҙы туҡтатыр көс юҡ һәм улар малайҙың сикәһе буйлап ағып китә...
Әмилә! һин бит Батырҙың иң яҡын кешеһе инең!
Нисек йәшәр ул һинһеҙ?..
Ә
Әмилә китә, йыраҡлашҡандан-йыраҡлаша...
Хуш,
Әмилә! Мәңгегә хуш, алыҫ Ур ҡыҙы!..















ҠАПҠАН
1
Трубкала
Әнистең тулҡынланған тауышы ишетелде:

Нәғим тере! Ишетәһеңме, Кәбир? Нәғим тере!

Нисек тере?—Кәбир бер ни ҙә аңламаны.—Юҡты һөйләмә!
Беҙ бит уны кисә генә ерләнек!

Әгәр ышанмаһаң, Нәғимгә үҙең шылтырат. Ул тере!
Әнис башҡаса бер ни аңлатып торманы, трубканы һалып ҡуйҙы.
Кәбир аптырап ҡалды. Нәғим тере, ти. Ул быға ышанырға йыйынмай, сөнки Нәғимде кисә ул үҙ ҡулдары менән тиерлек күмде. Дуҫының үлеменән һаман да айный алмай йөрөй. Шулай булмай ни — бөтә республика уның уңыштарына һоҡлана, киләсәктә ҙур ғалим булырына ышана ине. Һуңғы осор газета-журнал- дар әйләнгән һайын да Нәғимдән интервью алды йә уның тормош юлын яҙып сыҡты. Һәм, көтмәгәндә,
Нәғим вафат булды. Был уның яҡындарына гына түгел, бөтә республикаға аяҙ көндө йәшен йәшнәгәндәй тәьҫир итте. Кәбир менән Нәғим беренсенән унынсыға тиклем бергә уҡынылар, аҙаҡ икеһе ике институтта белем алһалар ҙа, көн дә тиерлек осрашып торҙолар. Улар яҡын дуҫтар ине, береһе икенсеһенең һәләтенә ҡыуанды, уңыштарына һоҡланды. Бына ҡапыл — Нәғим үлде. Йәш, талантлы ғалим утыҙ йәшендә көтмәгәндә яҡты донъя менән хушлашты. Ә бит Нәғим ауырымай ҙа ине. Ә ни өсөн, улайһа, ҡапыл ғына үлде һуң ул? Быға врачтар ҙа аныҡ ҡына итеп яуап бирә алманы. Бөтә ағзалары һап-һау, ә ул вафат булған... Был тағы бер аптыратты. Әммә, ни генә булһа ла, Нәғим үлде, һәм уны кисә ерләнеләр...
Ә бына бөгөн Әнис шылтырата:

Нәғим тере!
Кәбир
Нәғимдең өй телефонының номерын йыйҙы.
Трубкала... таныш тауыш ишетелде:

Алло!
Һеҙгә кем кәрәк?
Нәғимдең тауышы! Саҡ ҡына үҙгәргән дә кеүек. Әммә уныҡы, Нәғимдеке, Кәбирҙең дуҫыныҡы, кисә генә табут эсендә ятҡан, кисә генә ерләнгән Нәғимдең тауышы трубкала ап-асыҡ ишетелде:

Кем унда? Ниңә өндәшмәйһегеҙ?

Алло!
— Кәбир ни тиергә лә белмәне. — Был кем?

Мин
— Нәғим
Солтанов.

Нәғим...
— Кәбирҙең тамағы кипте, тын алыуы ауырлашты. — Нисек
Нәғим? Һин бит...

Беләм.
Кисә ерләнегеҙ. Тик ашыҡҡанһығыҙ Нәғимде теге донъяға оҙатырға. Мин тере әлегә.
Туҡта, ә һин кем?

Кәбир.

Ә-ә-ә, һинме ни? Бына шулай бит әле эштәр. Килеп сыҡ, барыһын да аңлатырмын.

Киләм!
Кәбир ишеккә етергә лә өлгөрмәне, телефон шылтыраны. Трубкала эҙәрләү бүлеге етәксеһе Туғановтың тауышы ишетелде.

Ин әле.
Ярты минуттан Кәбир түрәһенең ҡаршыһында ултыра ине.

Бына һиңә тағы бер эш. — Туғанов уның алдына бер папка һалды.

Минең эштәр былай ҙа күп. — Кәбир ҡаршылашып маташты. — Мин өлгөрмәйем...

Барыбыҙҙың да эше күп. Бөтәбеҙ ҙә өлгөрмәйбеҙ. Инде өсөнсө көн бер ғалим өйөнә ҡайтмай.
Билдәле ғалим! Уның юғалыуы хаҡында сит ил радиостанциялары хәбәр иткән.
Ә беҙ... Үлтерелгән тигән шик бар. Иҫеңдән сығарма: был эште Мәскәү контролдә тота.
Кәбир һаман да ҡаршылашырға теләп ауыҙын асты, ләкин шул арала Туғанов биргән папканы асты һәм ҡатып ҡалды: Мансур
Хәкимов? Ул юғалғанмы? Ул да бит Кәбирҙең дуҫы! Мансур юғалғанмы? Бына ни өсөн ул кисә
Нәғимде ерләргә килмәгән икән! Ә Кәбир әллә нәмәләр уйлап бөткәйне, тап булһа,
Нәғимгә шундай битараф булғаны өсөн әрләп ташларға йыйынғайны. Ә ул юғалған!
Кәбир, ирекһеҙҙән, алдындағы папканы аҡтара башланы. Хәйер, уның эсендә
Мансурҙың фотоһы менән иренең юғалыуы хаҡындағы ҡатынының ғаризаһынан башҡа бер ни ҙә юҡ ине. Кәбир ҡатын яҙғандарға күҙ йүгертте.
Бығаса Мансур ҡатынын иҫкәртмәйенсә юлға сыҡмаған, командировкаға китһә, көн дә өйөнә шылтыратҡан. Ә хәҙер инде өсөнсө көн өйөнә лә ҡайтмай, эшенә лә сыҡмай. Ҡатыны, Мансурҙы үлтергәндәр, тип шикләнә...
Бындай яңылыҡтан башы шаңҡыған Кәбир бер ни өндәшеп торманы, папканы алды ла, кабинетына атланы.
Иҫ китерлек тә шул — бер юлы ике шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр:
Нәғим тере, Мансур юғалған! Икеһе лә Кәбирҙең яҡын дуҫтары!
Телефон шылтыраны.

Әйтергә онотҡанмын, — Туғановтың тауышы ишетелде,
— Мансурҙың ҡатыны бында. Уның менән һөйләш..
2
Мансурҙыр ҡатыны Зифа, күп илауҙан шешенгән күҙҙәрен
Кәбиргә төбәп, бер һүҙҙе ҡабатлай:
— Табығыҙ!
Зинһар, табығыҙ! — Шунан һулҡылдап иларға тотона.
— Уны үлтергәндәр! Күңелем һиҙенә: үлтергәндәр!
Әгәр
Мансур үлһә, мин белмәйем...
Зифа менән
Мансур яратышып өйләнеште. Кәбир уларҙың туйында ла булды. Уға ун йыл тирәһе үткәндер.
Унан һуң
Мансур кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы, фәнни тикшеренеү институтында бүлек мөдире итеп ҡуйҙылар, ошо арала докторлыҡ диссертацияһын тамамлағайны.
Ә Зифа медучилище бөтөрөп, бер аҙ шәфҡәт туташы булып эшләне, әммә тиҙҙән эшенән китеп үҙен тулыһынса ғаиләһенә бағышланы, сөнки уларҙың дүрт балалары бар. Бәхетле ғаилә, тиҙәр ине
Мансур менән Зифа хаҡында. Һәм — бына...
Мансур юғалған.
Кәбир
Зифаны тынысландырырға тырышты:

Борсолма.
Бер кем дә үлтермәгән Мансурҙы. Ул тере.
Ҡайтыр. Ҡайтмаһа... Мин табам уны, Зифа...
Тыныслан... Хәҙер, хәтерләргә тырыш...
Һин уны һуңғы тапҡыр ҡасан күрҙең?

Өс көн элек кис.

Эшенән нисәлә ҡайтты?

Ғәҙәттәгесә, алтыла... Ашап алды ла...

Туҡта.
Ул борсоулы инеме, әллә тыныс инеме?

Борсоулы ине шикелле.

Ҡайҙан беләһең?

Ашаған саҡта... Ул кемделер эшенән ҡыуыуын һөйләне.

Был бит борсоулы тигән һүҙ түгел.

Ул, юҡҡа ҡыуҙым, тип үртәнде, һәйбәт кеше икән теге, тик эсә...

Фамилияһы нисек?

Хәтерләмәйем.

Ашағандан һуң...

Ғәҙәттә, кисен Мансур өйҙән сыҡмай торғайны, газета-журнал ҡараштыра, һөйләшеп ултыра, балалар менән уйнап ала... Аҙаҡ кабинетына инеп оҙаҡ ҡына эшләй...

Ул кис...

Ул кис ниңәлер газеталар ҙа уҡыманы. Бер аҙ телевизор ҡараны ла... Ә ул бер ҡасан да телевизор ҡарамай торғайны... «Сығып йөрөп киләм әле», — тине.

Һеҙҙе саҡырманымы?

Юҡ.
Минең өйҙә эшем дә бар ине, бәлеш бешерә башлағайным. «Ярты сәғәттән ҡайтырмын»,
— тине... Шунан бирле...

Яҡшылап хәтерләгеҙ... Бәлки, ул үҙенең ҡайҙа барыуын, йәки кем менән осрашыуын әйткәндер?

Юҡ...
Ул «йөрөп киләм», тине. Башҡа бер ни ҙә әйтмәне.

Бәлки, шунан алда уға берәйһе шылтыратҡандыр?

Юҡ...
Хәйер... Туҡтағыҙ. Ул телевизор ҡарап ултырғанда телефон шылтыраны.

Телефон?
— Кәбир түҙмәне, урынынан торҙо. — Кем шылтыратты?

Бер ир кеше. Трубканы тәүҙә мин алғайным.
Ул Мансурҙы һораны.

Тауышын таныманығыҙмы?

Юҡ.

Оҙаҡ һөйләштеләрме?

Ике минут самаһылыр. Хәтерләмәйем. Мин трубканы Мансурға бирҙем дә кухняға үттем. Ике минут самаһы үткәс, уның кабинетында йөрөгәнен ишеттем. Ул унда нимәнелер төшөрөп ебәрҙе.

Шунан?

Биш минуттан ул сығып китте...
Кәбирҙең кәйефе ҡырылды. Мансурҙы йә урлағандар, йә үлтергәндәр. Енәйәтселәр телефон аша уны саҡырып сығарған. Бәлки, нимәнелер алып сығырға (тегеләргә бик кәрәк нәмәне) ҡушҡан. Бер нәмәгә шикләнмәгән Мансур улар һораған нәмәне кабинетына инеп алған, яңылыш иҙәнгә лә төшөрөп ебәргән.
Бының өсөн биш минут самаһы ваҡыт киткән.
Шунан, ҡатынына әйткән дә, осрашыу урынына атлаған...
Зифа башҡаса бер ни ҙә һөйләй алманы. Кәбир
Мансурҙың ниндәй кейемдә булыуын ентекләп яҙып алды ла Зифа менән хушлашты.
Ҡатын артынан ишек ябылыу менән Кәбирҙең иҫенә Нәғим төштө: ул тере! Тиҙерәк уның янына! Осрашырға, күрергә! Ни өсөн тере?
Нисек ер аҫтынан сыҡҡан? Кәбир дежурныйға ҡайҙа юлланғанын әйтте лә урамға сыҡты.
Йәйге
Өфө шаулай, геүләй. Көн ҡояшлы. Төрлө төҫтәге кейемдәре менән күҙҙе семәрләүсе халыҡ. Машиналар шыжлап үтеп тора. Бына буш такси. Кәбир
Нәғимдең адресын әйтте.
Подъезға ингәс, Кәбирҙең арҡаһы буйлап һалҡын тулҡындар йүгереште. Әле кисә генә ул ошо баҫҡыстар буйлап Нәғимдең мәйете ятҡан табутты алып сығып бара ине.
Майҙансыҡ тар. Табутты бороуҙары уғата уңайһыҙ булды. Шул минутта Кәбирҙең мейеһен шыҡһыҙ бер уй суҡый ине: «Бинең иң яҡын дуҫың Нәғим үлгән!..»
Былар кисә генә булды. Шуға ул саҡтағы тойғолар онотолорға ла өлгөрмәгән. Һәм бына хәҙер Кәбир тере
Нәғим менән һөйләшергә шул уҡ баҫҡыстар буйлап өҫкә күтәрелә.
Хәҙер ишек асыла! Бүлмәлә Нәғим торормо икән ни? Ышанғы килмәй!..
Кәбиргә ишекте, ысынлап та, Нәғим асты. Тере, һау
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
  • Части
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1615
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
    Общее количество слов 4079
    Общее количество уникальных слов составляет 1616
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
    Общее количество слов 4118
    Общее количество уникальных слов составляет 1679
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
    Общее количество слов 3974
    Общее количество уникальных слов составляет 1629
    37.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.2 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
    Общее количество слов 4017
    Общее количество уникальных слов составляет 1632
    37.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
    Общее количество слов 4147
    Общее количество уникальных слов составляет 1669
    39.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
    Общее количество слов 4137
    Общее количество уникальных слов составляет 1573
    41.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1606
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
    Общее количество слов 4004
    Общее количество уникальных слов составляет 1677
    37.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
    Общее количество слов 3925
    Общее количество уникальных слов составляет 1714
    35.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
    Общее количество слов 3900
    Общее количество уникальных слов составляет 1705
    35.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
    Общее количество слов 4069
    Общее количество уникальных слов составляет 1738
    34.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    49.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
    Общее количество слов 4078
    Общее количество уникальных слов составляет 1883
    32.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    46.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    53.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов