Latin

Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06

Общее количество слов 4147
Общее количество уникальных слов составляет 1669
39.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
Бер аҙ хәл алғандай булғас, Батыр ағас башында үҫеүсе сәтләүекте өҙөп алыу өсөн килешле үлән-арҡан эҙләргә кереште.
Әмилә урынында ултырып ҡалды. Тағы ла бер-береһен юғалтмаҫ өсөн, Батыр ҡыҙға ултырған урынынан бер ҡайҙа ла китмәҫкә ҡушты.
Бына
Батыр арҡан тапты. Ана сәтләүекле ағастар. Хәҙер береһенә тоҙаҡ ырғытасаҡ та...
Ҡапыл ҡайҙандыр килгән әкрен генә геүелдәү ишетелде. Малай һағайып ҡалды. Нимә был?
Тауыш бик йыраҡтан килә кеүек. Әммә яңынан тыңлап ҡараһаң, эргәлә генә ишетелә һымаҡ. Бар ҡош-ҡорт шаулаша башланы, урман эсенән төрлө йыртҡыстарҙың үкергәне, баҡырғаны ишетелде.
Ул арала теге сәйер геүләү ҙә көсәйә төштө, хатта аяҡ аҫтындағы ер һелкенгәндәй тойолдо. Күңелде аңлатып булмаған шом яулап алды.
Батырҙа сәтләүек ҡайғыһы китте. Ул ҡулындағы үлән-арҡанды ергә ырғытып, Әмилә ҡалған яҡҡа йүгерҙе.
Ҡапыл малайҙың аяғы аҫтындағы ер ситкә шылды.
Батыр тәкмәс атып барып төштө. Шунда уҡ
Батырҙың эргәһендә ер, бысаҡ менән теленгән ҡарбуз кеүек буйынан-буйына ярылып китте. Секунд һайын был ярыҡ киңәйә, тәрәнәйә башланы. Геүләү, күк дөбөрләүенә оҡшап, бар донъяны ялмап алды. Ярыҡ эсенән ялҡын телдәре күренде.
Батыр, урынынан ырғып тороп, ни эшләргә белмәй ҡатып ҡалды.
Әмилә бит ярыҡтың теге яғында ҡалды!
Ырғып сығырғамы?
Юҡ, мөмкин түгел! Ярыҡтың киңлеге инде ете-һигеҙ метр тирәһе булып китте. Ә аҫта — ут, ялҡын!
Батыр, башын борғослап тирә-яғына ҡаранды, ярыҡтың осо күренмәй.
Ялҡын, төтөн аша ярыҡтың теге яғында йүгергеләгән
Әмилә күренеп ҡалды. Уларға хәҙер нисек осрашырға?
Ярыҡ бит уң яҡта ла, һул яҡта ла урман эсенә инеп юғала.
Мең йәшәр йыуан-йыуан ағастар, үлән кеүек анһат ҡына ҡайырылып, ярыҡ эсенә ҡолай.
Ялҡын шунда уҡ уларҙы ялмап ала. Бер-ике йыртҡыстың да аҡыра- аҡыра утлы упҡынға төшөп киткәнлеге күренде. Нимә был?
Планета уртаға ярылдымы? Әллә уның тетрәүе ошо буламы?
Нимә эшләргә белмәгән малай, ҡыҙға ҡараны ла, уң яҡҡа күрһәтеп ҡулын һелтәне, йәнәһе, әйҙә, шул яҡҡа табан атлайыҡ.
Ҡасан да булһа ярыҡ бөтөр, шунда беҙ осрашырбыҙ... Әмилә башын һелкте, йәнәһе, аңланым... Ә үҙенең күҙҙәре тулы йәш...
Батырға ҡыҙ йәл булып китте. Ниңә уларҙың башына шул тиклем күп һынауҙар төшә? Кем ғәйепле быға? Үҙҙәренең бер-береһен юғалтырға теләмәүеме? Әллә башҡа сәбәп бармы бында?
Батыр ошо хаҡта уйлай-уйлай ут, төтөн бөркөп торған ярыҡ буйлап алға атлай. Теге ярҙа, унан ҡалышмаҫҡа тырышып, ҡыҙ йүгерә. Ә тирә-йүндә ҡолаҡ тондорғос геүләү тора...
ӘМИЛӘ
ТАҒЫ ТОТОЛА
Батыр менән Әмилә ут йылғаһының ике яры буйлап инде ярты сәғәттән ашыу атлай. Ярыҡ йә киңәйә, йә бер аҙ тарая, әммә тамамланырға һис тә уйламай...
Малай ҡыҙ өсөн хафалана. Уның бит аяғы ауырта.
Икенсенән, әгәр хәҙер Әмиләгә берәй ҡурҡыныс янаһа, Батыр бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтә алмаясаҡ. Иң үкенеслеһе ошо. Тиҙерәк ялҡын йылғаһының осона барып етергә кәрәк!
Күпмелер барғас, Батыр урман шырлығынан ниндәйҙер йәнлектеңме, әллә кешенеңме Әмиләгә яҡынлашып килгәнлеген шәйләп ҡалды.
Малай туҡтай һалып, урманға ныҡлабыраҡ текәлде. Нимә унда? Йыртҡысмы? Әллә эҙәрләүселәрме? Икеһе лә ҡурҡыныс хәҙер
Әмилә өсөн.
Унда, ысынлап та, нимәлер бар. Ул ҡыҙға яҡынайғандан-яҡыная. Ниндәйҙер ҡара күләгә. Ул ағастар араһынан арлы-бирле күренгеләп ҡала ла йәнә юғала.
— Әмилә!
— тип ҡысҡырҙы Батыр ҡыҙҙы иҫкәртергә теләп. — Әмилә!
Әммә ярыҡтан килгән көслө геүләү арҡаһында,
Батыр үҙ тауышын үҙе ишетмәне. Ә Әмилә, был яҡҡа ҡарарға онотоп, алға атлауын ғына белә.
Малай ҡыҙҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн ҡулдарын болғарға кереште. Ниһәйәт, ҡыҙ уның яғына боролоп ҡараны. Батыр ым менән
Әмиләгә ҡурҡыныс янауын аң- латырға тотондо. Артыңа әйләнеп ҡара. Унда кемдер ҡыуып килә һине. Хәҙер үк ҡас. Тиҙерәк ҡас!
Бына ҡыҙ артына боролдо. Һәм унда бик ҡурҡыныс нәмәне күрҙе шикелле, сөнки күҙҙәре ҙурайып асылды, йөҙөн оло хәүеф ялманы.
Бына ул, ҡурҡышынан нимә эшләргә белмәйенсә, бер-ике аҙым артҡа сигенде, шунан ҡырҡа боролдо ла, аҡһаҡлай-аҡһаҡлай йүгерә башланы.
Батыр уның тапҡырынан бара. Малай, инде үҙенең алдына ҡарамай. Уның бар уйы, ҡарашы, йөрәге теге яҡта. Кем ҡыуа ҡыҙҙы? Ул шул тиклем ҡурҡынысмы? Әгәр ул йыртҡыс
Әмиләне ҡыуып етһә? Өҫтөнә ташланһа? Ул саҡта Батыр ни эшләр? Ҡул ҡаушырып был яҡта ҡарап торормо? Бәлки, утлы ярыҡ эсенә ырғып төшөп, теге яҡҡа сығырға маташып ҡарарғалыр? Батыр аҫҡа күҙ һалды. Юҡ шул! Уның төбө күренмәй. Эсенә төшһәң, ғүмерҙә лә сыға алмаҫһың.
Ул арала теге билдәһеҙ йәнлек Әмиләгә тамам яҡынлашты. Был үрмәксегә оҡшаған йыртҡыс ине. Ҙурлығы һыйыр тиклем.
Тиҫтәгә яҡын оҙон аяҡтары һайғауға оҡшап тора. Башы ҙур, ауыҙынан ҡайсы кеүек бер нисә теше күренеп тора.
Ҡурҡыныс!
Йыртҡыс,
Әмиләнең эҙенә танауын төрткән дә, ашығып алға саба. Әмилә ҡасып ҡотолорға итә. Әммә йыртҡыстың тиҙҙән ҡыҙҙы ҡыуып етәсәге көн кеүек асыҡ!
Үҙенең көсһөҙлөгөн аңлауҙан һәм ҡурҡыштан
Батырҙың бөтә тәне ҡалтырай. Нисек ярҙам итергә? Әмилә, туҡта! Хәҙер ҡасыу файҙаһыҙ.
Ҡулыңда бит таяғың бар! Шуның менән һаҡланырға тырыш!
Юҡ!
Ҡыҙ ишетмәй. Ул һаман ҡаса...
Бына үрмәксенән Әмиләгә тиклем бер-ике аҙым ғына ара ҡалды. Йыртҡыс ҡыҙҙың өҫтөнә ташланыу өсөн сүкәйә башланы.
Ошо ерҙә Әмилә артына әйләнеп ҡараны һәм ҡото осоп ҡысҡырып ебәрҙе. Уның тауышын ишетмәне малай. Ауыҙының ҡырҡа асылыуын ғына күрҙе.
— Таяғың менән! — тип ҡысҡырҙы Батыр йәнә. — Таяғың!
Малайҙың кәңәшен ишеткәндәй, ҡыҙ ҡулындағы таяғын өҫкә күтәрҙе. Әммә йыртҡыс быға иғтибар биреп торманы, нисек сабып килһә, шул көйө ҡыҙҙың өҫтөнә ташланды. Ошо ерҙә
Әмилә нисектер ситкә ялтанырға өлгөрҙө һәм таяғы менән үрмәксегә һуғып ебәрҙе.
Тегеңә ныҡ ҡына эләкте шикелле, ул артҡараҡ сигенде, бер аҙ аптырабыраҡ торҙо. Шунан үҙенең төп дошманы кем икәнлеген аңлап, таяҡҡа ташланды. Киләһе секундта ул ағас киҫәген ауыҙына эләктерҙе һәм ҡыҙҙың ҡулынан йолҡоп та алды. Әмилә быны көтмәгәйне. Ҡоралһыҙ тороп ҡалғас бөтөнләй ҡаушаны, баҫҡан ерендә торорға ла, ҡасырға ла белмәне. Ул арала йыртҡыс таяҡты ҡайсы менән ҡырҡҡан кеүек бер-ике киҫәккә өҙгәләп ситкә быраҡтырҙы. Бына ул сүкәйҙе лә ҡыҙға ырғыны...
Батыр ҡурҡышынан күҙҙәрен йомдо. Әмиләне юғалтыуы ошомо?!
Малайҙың тубыҡтары ҡалтыраны, йөрәге туҡтап ҡалғандай булды. Ул үҙенең нисек итеп ергә ултыра төшкәнлеген тойманы...
Күпмелер ваҡыт үтте...
Малай әкрен генә ҡарашын теге яҡҡа күсерҙе.
Ә унда...
Унда
Әмилә янында Йыуан, Һонтор һәм Тәпәш тора ине. Тәпәштең ҡулында пистолет.
Уның көбәгенән төтөн ағыла. Күрәһең,
Тәпәш пистолетының ялҡыны менән үрмәксене ауҙарған. Йыуан һәм Һонтор ерҙә ултырған
Әмиләгә эйелгән...
Яңы ғына Батыр был өсәүҙән ҡурҡып ҡаса ине.
Ә хәҙер уларҙың килеп сығыуына ысын йөрәктән ҡыуанды. Әгәр улар килеп етмәһә,
Әмилә яҡты донъя менән хушлаша ине бит!..
Тик хәҙер Әмилә тотолдо. Уны хәҙер Ергә алып ҡайтасаҡтар ҙа Батырҙы онотторасаҡтар.
Шунан мәңгегә Урға оҙатасаҡтар, һәм улар бер ҡасан да осраша алмаясаҡ. Ҡот осҡос! Ә нимә эшләргә һуң? Уның бит ҡыҙҙы юғалтҡыһы килмәй...
Батыр урынынан торҙо. Ни эшләргә? Ҡайҙа барырға?
Был планетала япа-яңғыҙ тороп ҡалырмы?
Батыр, ҡайҙа барғанлығын тоймайынса, ағас-үләндәрҙе йыра-йыра, Әмилә менән үҙен айырыусы утлы ярыҡтан ситкә атланы...
ХӘЛИТ
ХӘТЕРЛӘЙ
Әгәр
Батыр, ысынлап та, уларға килгән икән, дуҫының берәй әйбере ҡалғандыр бит бүлмәлә. Хәлит ҡорт саҡҡандай, урынынан ырғып торҙо. Шунда уҡ уның күҙенә стенаға һөйәлгән ике портрет салынды. Кемдең һүрәттәре былар. Батыр килтергәнме? Ул бит рәссамлыҡҡа уҡый... Хәлит, портреттарҙы ҡулына алып, әйләндереп- әйләндереп ҡарарға тотондо.
Ҡара әле. Уларҙың икеһенең дә артына Батырҙың исем-фамилияһы яҙылған. Батырҙың һүрәттәре! Ул килгән, килгән!..
Тик ниңә Хәлит быны хәтерләмәй?
Малай йәнә һүрәттәрҙе әйләндерергә кереште.
Кемдәр яһалған бында? Икеһе лә бер үк ҡыҙ түгелме? Исеме нисек? Портреттар
«Ай ҡыҙы» һәм «Хыял ҡыҙы» тип атала...
Туҡта!
Малай терт итеп ҡалды. Ул был ҡыҙҙы ҡайҙалыр күргән кеүек. Эйе, эйе! Күрҙе!
Тик ҡайҙа? Ҡасан? Хәлит күпме генә уйлаһа ла быны иҫенә төшөрә алманы.
Батырҙың юғалыуы ошо ҡыҙға бәйле түгелме икән?
Хәлит йәнә бүлмәгә күҙ йүгертте. Был кемдең курткаһы, күлдәге? Был ниндәй салбар?
Батырҙыҡы бит! Ул килгән!..
Тик ҡайҙа икән һуң ул? Ҡайҙа? Батып ҡына ҡуймаһа ярар ине. Хәҙер иң ҡурҡытҡаны ошо...
Ҡарана торғас, Хәлит өҫтәлдәге бер ҡағыҙға иғтибар итте.
Унда
Батырҙың ҡулы менән ниндәйҙер адрес яҙылғайны. Кемдең адресы был? Нимә кәрәк булған унда Батырға? Бәлки, ошо минутта дуҫы шундалыр? Хәҙер үк унда барып әйләнергә кәрәк!
Ярты сәғәт тә үтмәне, Хәлит был өйҙөң ишеге алдында тора ине инде. Тупһала урта йәштәрҙәге бер ағай күренде
:

Ә-ә-ә, һаумы, һаумы, улым! Йәнә килдеңме? Тағы нимә аңлашылмай?
Хәлит ҡаушабыраҡ ҡалды. Нимә һөйләй ул? Хәлит бит бында тәүге тапҡыр килде. Ә ағай: «Йәнә килдеңме?
»
— тип һорай. Әллә килеп тә, бында булғанлығын онотҡанмы? Батырҙы хәтерләмәгән кеүек. Ә ҡасан килгән? Бер үҙеме, Батыр менәнме? Ниңә килгән?

Э-э-э, тағы килдем... — тине
Хәлит, ни эшләргә белмәйенсә. — Үткәндә...

Иптәшең ҡайҙа?

Ҡайһы иптәшем?
уң, бер ҡыҙҙың ике һүрәтен алып килгәйнегеҙ бит.
Шул ҡыҙҙы күрҙем бит мин теге саҡта. Һеҙ киткәс, мин ул хаҡта оҙаҡ уйланым. Шунан аптырауға ҡалдым. Иптәшең дә ул ҡыҙҙы күргәнме ни? Ә ҡайҙа күргән? Ниңә һөйләп торманы һис тә?
Хәлит был ағай янында оҙаҡ ҡына ултырҙы.
Һөйләшә торғас, малай шуны аңланы: был ағай ҡасандыр осоусы
«тәрилкә» күргән. Уның эсенән сыҡҡан ир кеше менән ҡыҙҙың йөҙөн хәтерләгән. Теге һүрәттәр шул ҡыҙҙың портреты икән.
Ағай осоусы «тәрилкә»нең ҡайһы тирәлә ер аҫтына төшөп китеүен әйтте. Хәлит аптырауға ҡалды. Уның бөгөн иҫенә килеүе лә шул тирәнән башланды.
Унан алда ни булғанлығын хәтерләмәй.
Хәлит ҡайтырға атланы.
Батыр менән Хәлит ике көн элек был ағайҙан осоусы «тәрилкә»нең ҡайһы тирәлә ер аҫтына төшөүен белешкән. Шунан улар ни эшләгән? Ер аҫтына эләктеләрме? Әллә дуҫы аҫта ҡалдымы? Бәлки Батырҙы берәй тәжрибә үткәреү өсөн алып ҡалғандарҙыр, ә Хәлитте, кешегә һөйләп йөрөмәһен өсөн, барыһын да оноттороп сығарып ебәргәндәрҙер...
Әгәр былар ысын икән, Батырҙы ҡотҡарырға кәрәк бит! Тик нисек?
Ни генә булһа ла осоусы «тәрилкә» ер аҫтына төшөп киткән урынға барырға кәрәк.
Бәлки, берәй сараһы килеп сығыр. Һәм
Хәлит дуҫын бәләнән ҡотҡарыр.
Хәлит өйөнә ҡайтып тормаҫҡа булды һәм боролоп яланға табан атланы.
ҺАРЫ
ҺАЙЫҪҠАН БҮЛӘГЕ
Нимә эшләргә, ҡайҙа барырға белмәйенсә, урман буйлап Батыр байтаҡ атланы. Яңы ғына хәле бөткән, асыҡҡан малай, хәҙер үҙенең арығанлығын да, ашағыһы килгәнлеген дә тойманы.
Әмилә тотолдо. Ни эшләргә? Мәңгегә яңғыҙы ошо планетала ҡалырғамы?
Быны күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел! Әллә эҙәрләүселәргә бирелергәме?
Ләкин ул саҡта... Ҡыҙ ҙа, малай ҙа бер-береһен онотасаҡ! Оноторға мәжбүр итәсәктәр! Нисек итеп был рәхимһеҙ яҙмышҡа ҡаршы торорға? Ҡайһылай итеп көрәшергә? Ҡайҙан килеп сыҡты был тетрәүе? Әгәр ул булмаһа, Батыр менән
Әмилә бергә булырҙар ине, эҙәрләүселәргә лә тотолмаҫтар ине. Әгәр уларҙан эҙ яҙлыҡтыра алһалар, икәүләшеп мәңгегә ошонда ҡалыр ҙа ҡуйырҙар ине...
Ә хәҙер был уйҙар буш хыял ғына. Әмилә тотолдо!..
Күпмелер атлағас, Батыр йылға ярына килеп сыҡты.
Малай арығанлығын тойоп эргәләге япраҡ өҫтөнә ултырҙы.
Урман эсенән Ер кешеһе өсөн сәйер тауыштар ишетелә. Улар хәүефле лә, шомло ла. Әммә малайҙа тамсы ла ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Уға бөтәһе лә барыбер... Әгәр хәҙер иң ҡурҡыныс йыртҡыс һөжүм итһә лә, ҡурҡып тормаҫ, үлгәнсе алышыр ине. Бар асыуын, бөтә ҡайғыһын һалып һуғышыр ине. Хатта был иң һәйбәте булыр ине.
Әгәр яңғыҙы ҡалған икән, әгәр
Әмиләне мәңгегә юғалтҡан икән, әгәр
Ергә бер ҡасан да ҡайта алмай, дуҫтарын осрата алмай икән, ниңә йәшәргә?..
Баш осонда әлеге лә баяғы һары һайыҫҡандар осоп йөрөй. Күрәһең, улар был планетала бик күптер, сөнки ҡайҙа барма, ошо һайыҫҡандар көтөүенә тап булаһың. Ана, хәҙер ҙә уларҙың бер төркөмө Батыр янындағы ағасҡа ултырғандар ҙа ҡыҙыҡһынып малайға текәлгәндәр...
Ҡапыл малайҙың күҙенә ике сыйырсыҡ салынды.
Ер сыйырсыҡтарына оҡшағандар. Хәйер, был сыйырсыҡтарҙы Ерҙән алып килделәр бит! Малай иң яҡын дуҫтарын тап иткәндәй ҡыуанды. Шул уҡ ваҡытта күңелен әллә ниндәй ауыр тойғо солғап алды. Был ҡоштар ҙа Батыр хәлендә бит — бер ҡасан да тыуған Еренә ҡайта алмаясаҡтар. Ҡыйын түгелме икән уларға? Хәйер, ҡоштар бит яңғыҙ түгел — яндарында бергә үҫкән туғандары, дуҫтары бар...
Ошо ерҙә Батыр һайыҫҡандарҙың береһенә иғтибар итте. Тегенең суҡышында ҙур ғына бер әйбер ялпылдай. Нимә ул? Япраҡ тиер ине, аҡ төҫтә. Ҡағыҙ тиер ине, был планетала ниндәй ҡағыҙ булһын?
Бер мәл баяғы аҡ әйберҙе тешләгән һайыҫҡан башҡалар янына барып ҡунды. Былары шаулашып китте. Күрәһең, тегенең ят та, билдәһеҙ ҙә нәмә алып килеүен яратманы.
Шуға бер нисә һайыҫҡан аҡ нәмәне иптәшенең ауыҙынан тартып алырға маташты. Әммә теге ныҡ тешләгән, бирмәне. Шул саҡ был табышҡа башҡа һайыҫҡандар ҙа килеп йәбеште. Китте сыр-сыу, китте талаш.
Мәҙәк!
Бына аҡ нәмә һайыҫҡандарҙың ауыҙынан ысҡынып
Батырҙан бер нисә аҙым ситкәрәк ергә килеп төштө. Был ҙур ғына ҡағыҙ киҫәге булып сыҡты. Унда нимәлер яҙылған. Малай бер ҡарауҙа аңланы—Ур телендә! Хатта уҡырға маташты. Әммә ул Ур телен яҡшылап белмәй шул. Ләкин иң өҫкә яҙылған һүҙҙәрҙе аңланы: «Күҙәнәк пушкаһын эшләтеү инструкцияһы». Малай менән ҡыҙҙы был планетаға ташлаған пушканыҡымы икән? Ундай машина бында ла бармы? Барҙыр. Юғиһә эҙәрләүселәр нисек ҡайтыр Урға?
Тамам төшөнкөлөккә бирелгән малайҙың күңелендә өмөт уянды. Әгәр ундай машина Золола бар икән, әгәр күҙәнәк пушкаһын эшләтеү инструкцияһы Батырҙың ҡулында икән, ниңә Ергә ҡайтырға маташып ҡарамаҫҡа?
Батыр урынынан ырғып торҙо. Теге станция ҡайһы яҡта ине әле? Ул алыҫ китмәне шикелле.
Иң алда шуны табырға.
Шунан... Шунан ни эшләргә кәрәклеге, барғас беленер...
«БАТЫРҺЫҘ
ОСМАЙЫМ!»
Үрмәксегә оҡшаған йыртҡыс Әмиләнең ҡулын ныҡ ҡына ауырттырырға өлгөргәйне. Тәпәш ҡыҙҙың яраланған урынын әллә ниндәй майҙар һөртөп, бәйләп ҡуйҙы.
Был ваҡытта ярыҡтың теге яғында Батыр урман эсенә инеп юғалғайны.
Һонтор,
Тәпәш һәм Йыуан, бер аҙ кәңәшләшкәс,
Батырҙы эҙләп тормаҫҡа булды.

Ярыҡтың теге яғына сығыу мөмкин түгел, — тине
Тәпәш.

Сыҡһаҡ та ҡайҙан табабыҙ беҙ уны. Хәҙер малай әллә ҡайҙа ҡасып өлгөргәндер инде, — тине Һонтор.

Тимәк,
— тип һығымта яһаны Йыуан. — Етәксе һораша башлаһа, үлде тиербеҙ ҙә ҡуйырбыҙ.
Барыбер бер нисә көндән ул үләсәк.
Был һүҙҙәрҙе ишетеүе Әмиләгә бик ауыр.
Батырҙы бында яңғыҙ ҡалдырып китеүҙе ул күҙ алдына ла килтерә алмай.

Уны ҡалдырып китергә хаҡығыҙ юҡ! — тине ҡыҙ.

Бәлки, юҡтыр, — тине Йыуан тыныс ҡына. — Әммә ул ярыҡтың теге яғында. Ә ярыҡ күпмегә һуҙыла? Быны бер кем дә белмәй.

Һеҙ бит ярыҡтың осон эҙләп тә ҡараманығыҙ!
— Әмилә асыулы өндәште.

Уның осон таптыҡ та ти. — Йыуан һаман ғәмһеҙ генә һөйләшә. — Ләкин ул малайҙы табыу өсөн беҙгә кәм тигәндә ике-өс көн кәрәк буласаҡ. Ә беҙҙең алған запастарыбыҙ бөгөн бөтә.
Һонтор менән Тәпәш Әмиләне етәкләп алды, Йыуан арттан төштө.

Һеҙ
— йыртҡыстар! — тине
Әмилә. — Үҙегеҙ Ер кешеләренә тейеү түгел, улар менән аралашырға ла ярамай тигән булаһығыҙ, ә үҙегеҙ, күрә тороп, бер Ер малайын үлемгә этәһегеҙ!

Беҙҙең өсөн башҡа сара юҡ!
Ҡыҙ ҡапыл туҡтап ҡалды:

Әгәр һеҙ уны тапмаһағыҙ, мин Ергә лә, Урға ла ҡайтмайым! Ә етәксегә, һеҙ малайҙы юрамал ҡалдырып киттегеҙ, тип әйтәсәкмен!
Ҡыҙҙың һуңғы һүҙҙәре Йыуанды һағайырға мәжбүр итте. Сөнки етәксе уға балаларҙың икеһен дә мотлаҡ алып ҡайтырға ҡушҡайны. Йыуан дуҫтары менән килешеп: «Малай үлде», — тип алдашыр, әлбиттә, әммә улар Әмиләнең ауыҙын яба алмай бит...
ин аңла! — Йыуандың асыуы килә башланы. — Беҙҙең уны эҙләп йөрөргә ваҡытыбыҙ юҡ!

Үлтерергә хаҡығыҙ бармы?

Ярай, станцияға ҡайтайыҡ әле, — тине
Йыуан йомшағыраҡ тауыш менән. — Унда һөйләшербеҙ.
Станцияға килгәс, Йыуан дуҫтары менән кәңәшләште лә ҡалған ярты көндө малайҙы эҙләп ҡарарға булды.
Әгәр ҙә инде кискә тиклем тапмаһалар, хәл юҡ — ҡалдырып китәләр... Урға тикшереү өсөн башҡа берәй Ер кешеһен алып китерҙәр әле. Әлбиттә, бер юлы ике Ер кешеһен юҡҡа сығарыу бик ҡурҡыныс. Әммә ваҡиғалар шулай боролоп киткәс, ни эшләйһең?..
Эҙләргә китер алдынан Йыуан Әмилә янына килде:

Әмилә, беҙ һиңә ышанмайбыҙ. Станциянан ҡасыуың бар. Шуға күрә бәйләргә тура килә.
Әмилә ҡаршылашып маташты, әммә уны тыңлап та торманылар...
Бәйләнгән хәлдә күпме ултырғанлығын Әмилә хәтерләмәй.
Йоҡлап та алды шикелле. Бер мәл ишек артында әкрен генә ҡыштырлау ишетелде. Ҡыҙ һағайҙы. Нимә унда? Теге өсәү ҡайтты тиер ине, улар һаҡ ҡыланып тормаҫ. Берәй йыртҡысмы?
Ишек эстән эленмәй, ябылып ҡына ҡуйыла.
Әгәр ул йәнлек ишекте аса алһа?
Бер ваҡыт ишек әкрен генә асыла башланы.
Ҡыҙ унда әллә ниндәй ҡурҡыныс йыртҡысты күрергә әҙерләнде...
Ә ишектә... Батыр тора ине.

Батыр!
— тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡыҙ шатлығынан.
— Был һинме?

Тс-с!
— Малай бармағын ирененә тейгеҙҙе. — ҙа улар?
Батыр уның ҡулдарын ысҡындырған арала, Әмилә малайға бөтәһен дә һөйләп өлгөрҙө.
ине эҙләп китте.

Бында күҙәнәк пушкаһы бармы? — тип һораны Батыр.

Бар.
Тик мин уны эшләтә белмәйем.
Ошо ерҙә малай теге инструкцияны килтереп сығарҙы.
Ҡыҙ ҡағыҙға күҙ йүгертеү менән, урынында ырғып китте.

Батыр!
Беҙ хәҙер үк Ергә ҡайтабыҙ!
Малай был инструкцияның нисек итеп үҙенә эләгеүен һөйләгән арала, ҡыҙ машинаны эшләтергә әҙерләне.

Күрәһең, һайыҫҡандар инструкцияны ошонан урлаған, — тине ҡыҙ.
Бына
Ерҙәге ҡабул итеү станцияһынан сигнал алынды. Ул әҙер ине.
Батыр менән Әмилә пушканың йәшниге эсенә инеп ултырҙы. Бер минуттан күҙәнәк машинаһы уларҙы күҙәнәктәргә таратты ла Ерҙәге станцияға тапшырҙы. Теге һә тигәнсе малай менән ҡыҙҙы киренән йыйҙы.
Тағы ике минуттан Батыр менән Әмилә Ер аҫтындағы станцияның коридорында тора ине инде.
Батырҙың ҡапыл быға ышанғыһы ла килмәне. Нисек шулай анһат ҡына ҡайта алды улар? Әллә был күргәндәре өн түгел, ҡурҡыныс төш кенә булдымы? Ни генә булһа ла, Батыр йәнә Ерҙә! Әле Ер өҫтөнә күтәрелеү бик еңелдән түгеллеген аңлаһа ла, малай ысын күңелдән шатланды ошо минутта.
Батыр менән Әмилә станцияның ишегенә табан атланы. Хәҙер ошо тирәгә йәшенергә кәрәк. Берәүһе Ер өҫтөнә сыҡҡанда паролде әйтәсәк. Малай менән ҡыҙ уны ишетер ҙә, үҙҙәре лә өҫкә күтәрелер.
Станцияның ишеге янына йәшенә башлағайнылар, ҡайҙандыр... Хәлит килеп сыҡты. Батыр менән Әмиләнең күҙе шар булды.

Һин һаман да бындамы ни әле? — тип һораны
Батыр.

Юҡ,
— тине Хәлит Әмиләгә шикле ҡараш ташлап.
— Мин бер сәғәт элек кенә төштөм. — Ә был ниндәй ҡыҙыҡай?
Тәүҙә
Батыр ҙа, Әмилә лә малайҙың был һорауына аптыраны, әммә тиҙҙән барыһын да аңланылар. Тимәк, Хәлитте оноттороусы тулҡын аша үткәреп өҫкә сығарып ебәргәндәр. Улайһа, нисек яңынан Ер аҫты станцияһына эләккән?
Һораша торғас, барыһы ла аңлашылды. Батыр менән
Әмилә үҙҙәренең мажараларын, Хәлит бер көн эсендә күргәндәрен бер-береһенә һөйләп бирҙе.
Ошо ерҙә Хәлит йәнә бер хәбәр әйтеп ҡыуандырҙы.
Баҡһаң, ул станцияның ишеге төбөндә сәғәттән ашыу йәшенеп тора икән. Шул арала ул ишекте астырыусы паролде ишеткән! «Ер — зәңгәр планета!»
Тиҙҙән ике малай менән ҡыҙ Ер өҫтөндә торалар ине инде.
Ә был ваҡытта Золо планетаһында Батырҙы таба алмайынса ҡайтып ингән Һонтор,
Тәпәш һәм Йыуан станцияла Әмиләнең юҡлығын күреп аптырап ҡалды. Әммә күҙәнәк пушкаһы янында ятҡан инструкцияны күргәс, нимәлер аңлағандай булдылар. Тиҙҙән компьютер уларҙың яңылышмағанлығын раҫланы: ул күптән түгел генә Ергә ике кешенең осҡанлығын әйтте.
Шунда уҡ Йыуан Ер аҫты станцияһының етәксеһе менән бәйләнешкә керҙе. Ашығыс рәүештә,
Ер аҫты станцияһын һөҙөп сыҡтылар. Ҡабул итеүсе машина малай менән ҡыҙҙың ҡайтыуын раҫлай, әммә улар бер ҡайҙа ла юҡ ине...
— Хәҙер үк ҡайтығыҙ! — тип бойороҡ бирҙе етәксе.
— Улар Ер өҫтөнә күтәрелгән! Тиҙ арала икеһен дә табып станцияға килтерергә кәрәк!
Шунда уҡ Йыуан дуҫтары менән Ергә ҡайтырға әҙерләнә башланы. Хәҙер Әмилә менән теге малай Ерҙә икән — тотоуы ҡыйын булмаҫ. Сөнки Йыуан, һиҙҙермәй генә, ҡыҙҙың тәненә радиосигнал биреп тороусы кескәй генә датчик ҡаҙаны.
Ул Әмилә ҡайҙа ғына ҡасһа ла, Йыуанға сигнал биреп торасаҡ...
«ЕРҘӘ
ҠАЛ, ӘМИЛӘ!»
Балаларҙы күргәс, Хәлиттең әсәһе ҡыуанып китте:

Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ? Асыҡҡанһығыҙҙыр бит! Ә был ҡыҙ кем була? Тәүге тапҡыр күрәм.

Ул минең класташым, — тине Хәлит. Шунан, әсәһе шикле ҡараш ташлағас, өҫтәп ҡуйҙы.
— Беҙҙең ҡалаға күсеп килгәндәренә бер генә ай. Һинең күргәнең юҡ уны.
Әсә ашарға әҙерләү өсөн кухняға йүнәлде, ә балалар Хәлиттең бүлмәһенә инде.
Станциянан сығып киттеләр ҙә ул. Ә ары ни эшләргә?
Барыһының да башында ошо уй.

Әмилә, ерҙә ҡал да ҡуй, — тине ҡапыл Хәлит.
Был уй Әмиләнең дә башына килгәне бар. Тик
Урҙа бит атаһы бар. Нисек уны ташламаҡ кәрәк?
Батырҙы ла юғалтҡыһы килмәй. Әгәр Әмиләне
Урға шул көйө генә ҡайтарып ебәрһәләр—бер хәл. Барыһын да онотторасаҡтар! Был инде
Батырҙы юғалттым тигән генә һүҙ түгел...
Шуға ла Әмилә бошонҡо, өндәшмәй ултыра.
Батыр ҙа ләм-мим. Ни тиһен инде малай? Ҡал, тиер ине. Ул үҙе Урҙа түҙә алманы бит теге саҡта, Ерҙе һағынып ҡайтып китте. Етмәһә,
Урҙа Әмиләнең атаһы бар. Ул нисек ҡыҙын башҡаса күрмәйенсә түҙер?..

Ниңә өндәшмәйһегеҙ? — тип һораны Хәлит бер
Батырға, бер Әмиләгә ҡарап. — Минеңсә, был бик шәп булыр ине!

Юҡ,
— тине Әмилә. — Мин Урға ҡайтырға тейешмен.
Шулай тине лә, ҡыҙ, урынынан тороп, тәҙрә янына килде. Ҡыйын ине уға. Әле Батыр эргәлә генә. Әммә нисек кенә борһаң да, алда уларҙы айырылышыу көтә. Мәңгегә айырылышыу! Ҡыҙҙың күҙҙәрендә йәштәр күренде...
Малайҙар ни тиергә белмәй баштарын эйеп ултыра.
Ҡапыл тәҙрәгә ҡарап торған ҡыҙ терт итеп ҡалды. Көтмәгәндә ҡаршылағы өйҙөң мөйөшөнән өс кеше килеп сыҡты. Был — Йыуан, Һонтор һәм Тәпәш ине! Улар атлаған һайын тирә-яҡҡа ҡаранып ала. Йыуандың ҡулында кескәй генә ҡумта. Ул ара-тирә шуға күҙ һала...
Әмилә тиҙ генә тәҙрәнән ситкәрәк шылды. Улар бит Золо планетаһында ҡалғайны. Ҡайһы арала ҡайтҡандар? Ә хәҙер Әмилә менән
Батырҙы эҙләргә сыҡҡандармы? Әлбиттә, шулай!
Ҡыҙ
Батырға боролдо:

Батыр, ҡара!
Малай тәҙрәгә яҡынлашты ла әкрен генә шыбырланы:

Улар!

Кемдәр?
— Бер ни аңламаған Хәлит тә тәҙрә янына килде. Әмилә уға был өс кешенең кемлеген төшөндөрөргә кереште.
Ә
Батыр ашығып уйланы. Ни эшләргә? Тик торһалар, хәҙер быларҙың ҡулына эләгәсәктәр. Әмилә — бер хәл. Ул ҡасан да булһа, станцияға ҡайтырға тейеш. Әммә
Батырҙың махсус тулҡын аша үтеп Әмиләне оноторға теләге юҡ!
Ҡасырға!
Тиҙерәк бынан, Сибайҙан китергә! Был өсәү Хәлиттәрҙең өйөн тапҡансы, улар подъездан сығып китергә өлгөрә! Шунан киске поезға ултырырға ла һыпыртырға
Өфөгә!
Малай
Әмиләнең янына килде:

Әмилә!
Киттек минең менән!

Ҡайҙа?

Өфөгә!
Интернатҡа урынлашырһың. Бергә уҡырбыҙ!
Әйҙә!

Мин бит... — Ҡыҙ ҡапыл ни тиергә белмәне.

Улар бит һине лә теге тулҡын аша...

Беләм.

Киттек!
Һин бит Урға теләгән ваҡытыңда ҡайта алаһың!
Малайҙың һуңғы һүҙҙәре ҡыҙҙы шаҡ ҡатырҙы. Ысынлап та, ниңә ҡурҡа әле ул Ерҙә ҡалырға? Ул бит ҡасан теләй, шунда ҡайта ала атаһы янына! Тимәк... Ҡала
Әмилә
Ерҙә, ҡала Батыр янында! Ниңә ошоғаса был уй башына килмәгән?

Әйҙә!
— тине ҡыҙ тәүәккәл тауыш менән.

Беҙҙең менәнме?! — Батыр ҡыҙға ышанмайыраҡ ҡараны.

Һеҙҙең менән!

Улайһа, хәҙер үк китәбеҙ!

Нисек инде? — Бындай боролошто көтмәгән Хәлит аптырап ҡалды.

Беҙгә китергә кәрәк, — тине Батыр. — Юғиһә тегеләрҙең ҡулына эләгәбеҙ.
Батыр тиҙ-тиҙ генә әйберҙәрен төйнәне.
Хәлиттең әсәһе ашарға саҡырырға ингәндә, балалар, әҙерләнеп бөтөп, ишеккә йүнәлгәйне.

Ҡайҙа киттегеҙ? — Әсә аптырап ҡалды. — Ашамайһығыҙмы ни?

Апай, рәхмәт, — тине Батыр. — Беҙ бик ашығабыҙ!
...Ярты сәғәттән Батыр менән Әмилә поезда
Өфөгә ҡарай елә ине. Алда ни көтә? Эҙәрләүҙән ҡотола алырҙармы? Ҡыҙ күпме булыр Ерҙә?
Быны әлегә Батыр ҙа, Әмилә лә белмәй. Улар был минутта тәҙрә артында елпелдәп артта ҡалыусы тәбиғәт менән һоҡлана һәм һаман да бергә булыуҙарын тойоп ҡыуана ине...


«ҠАРСЫҒА»
МЕНӘН АЛЫШ
ТЕЛЕГРАММА
Батыр менән Әмилә интернаттың ятағына инеүҙәре булды, вахтер әбей ҡыуанып ҡаршы торҙо:

Батыр!
Һиңә — телеграмма! Һин булмағас, мин уның менән ни эшләргә белмәй ултыра инем. Әллә белеп килдеңме?
Малай аптырап ҡалды. Ниндәй телеграмма? Кемдән?
Уларҙың бөгөн Өфөгә килерен Хәлиттән башҡа бер кем дә белмәй бит... Ә телеграмма
Хәлиттең үҙенән булып сыҡты.
«Дүртенсе июнь Сибай—Өфө самолеты менән киләм.
Ҡаршылағыҙ. Хәлит».
Дүртенсе июнь — бөгөн. Хәлит кисә генә уларҙы оҙатып ҡалды. Унда малайҙың Өфөгә килере хаҡында бер һүҙ ҙә булманы. Киреһенсә, бик оҙаҡҡа айырылышҡан кеүек хушлашҡайнылар.
Шул арала ни булған? Ниңә Хәлит бында ашыға?
Батыр сәғәтенә ҡараны. Сибайҙан самолет бер сәғәттән килә. Аэропортҡа тиклем юл оҙон ғына. Ҡабаланырға кәрәк!
Батыр менән Әмилә вахтер әбей менән хушлашты ла, уның янына сумкаларын ҡалдырып, тышҡа сыҡты.

Әллә беҙҙе эҙәрләүселәр Хәлитте тоттомо икән? — тип борсолдо Әмилә.

Юҡтыр.
— Батыр ҡыҙҙы тынысландырҙы. — Улар бит Хәлитте белмәй.
Улар аэропортҡа килеүгә, радио аша Сибай самолетының ергә төшөүе хаҡында хәбәр иттеләр. Малай менән ҡыҙ пассажирҙар сыға торған ишек төбөнә йүгерҙе. Бына ул асылды, беренсе булып өҫтөнә куртка менән шортик кейгән, ҡулына спорт сумкаһы тотҡан Хәлит күренде.
Кисә генә айырылышыуҙарына ҡарамай ярты йыллап күрешмәгән кешеләр кеүек ҡыуаныштылар. Хәлит һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙмайынса хәлде аңлатып бирҙе.
Кисә
Батыр менән Әмиләне поезға ултыртып ебәргәс, Хәлит өйөнә табан атлаған. Ишек алдына ингән мәлдә мөйөштәге эскәмйәлә ниндәйҙер таныш түгел кешеләр менән ултырған Мансур ағаһын күрә малай.
Хәлиттең ул ағаһы Өфөлә йәшәй. Әле эш менән бер аҙнаға Сибайға килгән. Хәлит өйгә инмәйенсә тегеләрҙең янына бар- маҡсы була. Көтмәгәндә Мансур ағаһы, яҡынлашып килгән ҡустыһын күреп ҡала ла, уны ҡыуырға тотона:

Нимә кәрәк һиңә? Бар кит! Кит!
Хәлит аптырап ҡала. Сөнки Мансур ағаһы бик йомшаҡ күңелле кеше. Ошоғаса ул Хәлит менән һәр саҡ матур ҡына итеп һөйләшкән, буш ваҡыттарында үҙенең һөнәре хаҡында
— ул төҙөүсе-архитектор булып эшләй— мауыҡтырғыс нәмәләр һөйләгән. Һәм ҡапыл шулай тупаҫ ҡылана...
Малай кире боролған, әммә ағаһының шулай ҡырҡа үҙгәреүендә ниндәйҙер сер булырға тейешлеген тойомлаған. Бының сәбәбе — эргәһендәге таныш түгел кешеләр түгелме икән? Ошо ерҙә малайҙың башына бер уй килә. Ул өйөнә ҡайтҡан кеше кеүек ҡылана ла, подъездға еткәс, ҡырҡа боролоп, эргәләге ағастар араһына сума. Шунан йәшеренеп кенә Мансур ағаһы таныш түгел кешеләр менән һөйләшеп ултырған эскәмйә янына килә.
Ят әҙәмдәрҙең Мансур ағайға дуҫ түгеллеге бер ҡарауҙа уҡ күренә — тегеләр бик уҫал тауыш менән өндәшә, Хәлиттең ағаһы ла, быларҙан нисек ҡотолорға белмәгәндәй, өҙөк-өҙөк яуап бирә. Тәүҙә Хәлит уларҙың нимә хаҡында һөйләшеүен яҡшылап ишетә алмай. Шунан малай, ағастарға ышыҡланып, эскәмйәгә яҡынлаша.

Улай, булғас, — ти шул саҡта ят ирҙәрҙең береһе, — беҙ һине Өфөгә алып китәбеҙ.

Мин бара алмайым, — тине Мансур ағай ҡәтғи тауыш менән. — Бында эштәрем бөтмәне.

«Ҡарсыға» беҙгә асыҡ әйтте! — Ир ҡаты ғына өндәште.
— Икеһенең береһе: йә һин урынды әйтәһең, йә үҙең «Ҡарсыға» менән осрашаһың! Ул ике һөйләмәй.
Ошо ерҙә Хәлиттең аяғы аҫтындағы ағас шартлап һына, теге ирҙәрҙең береһе боролоп ҡарай. Әммә малай эргәләге йыуан ағастың олонона ышыҡланырға өлгөрә.

Ул һыра батшаһына әйтегеҙ! — Мансур ағайҙың шулай тигәнен асыҡ ишетә Хәлит. — Мин уға бер ниндәй ҙә урынды күрһәтмәйем!
Ары ни булғанлығын малай аңламай ҙа ҡала.
Ҡапыл эскәмйә янында ниндәйҙер ығы-зығы булып ала. Бер нисә секунд үтеүгә эргәлә торған «Жигули» машинаһы ҡуҙғалып та китә. Эскәмйәлә бер кем дә ҡалмай. Ят ирҙәр Мансур ағайҙы үҙҙәре менән алып киткәндәр.
Хикәйәһенең ошо урынына еткәс, Хәлит туҡталып ҡалды.

Шунан?
—тип һораны Батыр. — Уны ҡайҙа алып киткәндәр? Белештеңме? Шуға ашығып килдеңме Өфөгә?

Туҡта, һөйләп бөткәнде көт! — Хәлит, ауыр эш башҡарғандай, күкрәген тултырып тын алды.—Мин күргәндәремде атайыма һөйләргә өйгә йүгерҙем. Юл ыңғайында почта йәшнигенән газеталарҙы алһам, араһынан бер ҡағыҙ киҫәге килеп төштө.
Бына ул!
Батыр менән Әмилә Хәлит биргән ҡағыҙға күҙ йүгертте.
«Мансурҙы беҙ урланыҡ. Милицияға хәбәр итеп тороу кәрәкмәҫ. Юғиһә һеҙ уны башҡаса тере килеш күрә алмаҫһығыҙ».
Батыр менән Әмилә бер-береһенә ҡарашып алды, шунан ҡараштарын Хәлиткә күтәрҙе.

Ошоно уҡығас, мин барыһын да аңланым, — тип
дауам итте һүҙен Хәлит. — Мансур ағайымды
Өфөгә алып киткәндәр. Унан нимәнелер әйттерергә итәләр. Уны ыҙалатасаҡтар!
Ә милицияға әйтергә ярамай! Мин уйланым да... атайым менән әсәйемә лә бер ни һиҙҙермәҫкә булдым. Улар ҡайғырасаҡ...
Милицияға шылтырата башлаясаҡ. Шунда уҡ почтаға барып һеҙгә телеграмма бирҙем. Ә өйҙәгеләргә:
— «Мансур ағай менән Өфөгә киттем», — тигән ҡағыҙ ҡалдырҙым.

Хәҙер ни эшләргә уйлайһың? — тип һораны Батыр.

Мансур ағайҙы ҡотҡарабыҙ! — тине Хәлит ышаныслы тауыш менән.

Ә нисек? — тип һораны Әмилә. — Беҙ бит уны кем урлағанын да белмәйбеҙ!

Ниңә белмәй, ти? Ул һырахана тирәһендә эшләй.
Ҡушаматы — «Ҡарсыға»!

Өфөлә һыраханаларҙың иҫәбе-һаны юҡ! — Батыр йөҙөн һытты. — Милицияға хәбәр итергә кәрәк.
Хәлит дуҫына асыу менән ҡараны:

Был запискала ни яҙылғанын аңламаныңмы ни?

Улар юрамал яҙған! Ҡурҡытыр өсөн. Һеҙ бер кемгә лә хәбәр итмәһен өсөн!

Юҡ!
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
  • Части
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1615
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
    Общее количество слов 4079
    Общее количество уникальных слов составляет 1616
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
    Общее количество слов 4118
    Общее количество уникальных слов составляет 1679
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
    Общее количество слов 3974
    Общее количество уникальных слов составляет 1629
    37.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.2 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
    Общее количество слов 4017
    Общее количество уникальных слов составляет 1632
    37.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
    Общее количество слов 4147
    Общее количество уникальных слов составляет 1669
    39.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
    Общее количество слов 4137
    Общее количество уникальных слов составляет 1573
    41.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1606
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
    Общее количество слов 4004
    Общее количество уникальных слов составляет 1677
    37.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
    Общее количество слов 3925
    Общее количество уникальных слов составляет 1714
    35.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
    Общее количество слов 3900
    Общее количество уникальных слов составляет 1705
    35.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
    Общее количество слов 4069
    Общее количество уникальных слов составляет 1738
    34.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    49.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
    Общее количество слов 4078
    Общее количество уникальных слов составляет 1883
    32.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    46.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    53.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов