Latin

Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04

Общее количество слов 3974
Общее количество уникальных слов составляет 1629
37.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
52.2 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
Һөйләшер һүҙ ҙә юҡ. Хәйер икеһенең дә башында бер уй: бынан имен-аман сығып китеп булырмы, юҡмы? Әгәр тотолһалар? Хәлит бигерәк тә ныҡ ҡурҡа. Уларҙы бер нәмә эшләтеп ҡуймаһындар. Йәки Урға бөтөнләйгә алып китһәләр? Ул саҡта Хәлиттең ата-әсәһе ни эшләр?
Улар бит ҡайғыһынан үләсәк. Хәлит үҙе лә атайһыҙ, әсәйһеҙ бер көн дә йәшәй алмаҫ...
Батырҙы икенсе нәмә борсой. Уларҙы тотоп, махсус тулҡын аша үткәрһәләр, Батыр менән Әмилә бер-береһе хаҡында онотасаҡ. Ә малай өсөн бөгөнгө көндә ерҙә генә түгел, бөтә
Йыһанда Әмиләнән дә яҡшыраҡ, ҡәҙерлерәк кеше юҡ. Әгәр уны юғалтһа, йәшәүҙең йәме, тормоштоң мәғәнәһе булмаясаҡ...
Байтаҡ ваҡыт үтте. Әмилә юҡ та юҡ. Минут һайын малайҙарҙың күңелендәге хәүеф артҡандан-арта бара. Ниңә ҡыҙ ҡайтмай?
Тотолдомо? Бына Әмиләнең сығып китеүенә сәғәттән ашыу ваҡыт үтте, ә ҡыҙ һаман ҡайтмай...
ӘМИЛӘ
ТОТОЛА
Әмилә үҙ бүлмәһенән сыҡты ла тура станция етәксеһенең кабинетына табан атланы. Күңелендә әллә ниндәй тынысһыҙлыҡ, һиҙенә ҡыҙ: алда уны етди һөйләшеү көтә, ҡурҡыныс көтә. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙ был тойғоға ышанырға ла теләмәй. Юҡ, юҡ! Станция етәксеһе бер ни ҙә белмәй!
Хәҙер инеп анһат ҡына паролде беләсәк һәм малайҙарҙы станциянан сығарып ебәрәсәк. Шунан Батыр менән ваҡытлыса хушлашып, Урға ҡайтып китер. Берәй йыл үткәс, әмәлен табып, йәнә Ергә килеп сығыр, йәнә осрашырҙар... Эйе, юҡҡа борсола, юҡҡа хәүефләнә!..
Бына
Әмилә станция етәксеһенең кабинетына килеп етте һәм үҙе хаҡында хәбәр итте. Шунда уҡ ишек асылып китте.
Ҡыҙ эскә атланы.

Был һинме ни? — Етәксе йылмайҙы. — Ҡайҙа юғалып йөрөнөң?

Ер өҫтөндә булдым. Кешеләрҙең тормошо менән ыштым.
әйбәт.
— Был ваҡытта етәксе, ҡыҙға һиҙҙермәй генә, өҫтәл аҫтындағы кнопкаға баҫҡайны.
Ул оҙаҡҡа һуҙмайынса, ҡыҙҙы хәҙер үк ҡулға алырға булды. Уның ярҙамында ер өҫтөндәге теге малайын табырҙар. Махсус ҡын аша үткәргәндән һуң, икеһен дә Урға алып китерҙәр...

Миңә
Ер өҫтөнә сығыу өсөн паролде белергә кәрәк,
— тине
Әмилә.
— Пароль?
Ә нимәгә ул? Һин бит яңы ғына Ерҙән төштөң.
Әмилә бындай һорауҙы көтмәгәйне. Ысынлап та сәйер килеп сыға: Ерҙән төш тә шунда уҡ кире китергә маташ... Ҡыҙ ҡабаланып уйланы.

Мин... мин ашарға ғына ҡайттым...

Ашаныңмы?

Эйе.

Ғәфү ит, мин тикшереп ҡарарға тейешмен. — се ҡаршылағы пульттың бер кнопкаһына баҫты. Шунда уҡ экранда төрлө һандар барлыҡҡа килде. Улар Әмиләнең инде икенсе көн станцияла ашамағанлығын һөйләй ине. — Бындағы информация бөтөнләй икенсе төрлө.

Мин... мин...
— Әмилә үҙенең тоҙаҡҡа эләгә барыуын тойҙо. — Эйе, мин ашаманым. Мин һеҙҙе алданым.

Ниңә?
Шулай алдашҡас... Бәлки, һин ерҙә ни менән шөғөлләнеүеңде лә йәшерәһеңдер?

Юҡ!
— Әмилә ни әйтергә лә белмәне. — Ерҙә мин бер ни ҙә эшләмәнем.
Мин... тик йөрөнөм...
Мин кешеләрҙе күҙәттем...

Шулай ҙа аңлат әле, ни өсөн станцияға ҡайтыу менән кире
Ер өҫтөнә сығырға маташаһың?
Күрәһең, етәксе барыһын да белә. Юғиһә буш ҡына нәмәгә шул тиклем бәйләнмәҫ ине. Хәҙер ни эшләргә? Ул бит паролде әйтмәйәсәк.
Тимәк, бында тороу файҙаһыҙ.
Тиҙерәк сығып китергә!

Бында күңелһеҙ, — тине ҡыҙ тыныс тауыш менән. — Шуға ла киренән Ер өҫтөнә күтәрелергә иткәйнем дә... Тик, һеҙ ҡаршы булғас, ярай, сыҡмаҫмын. Хушығыҙ...
Әмилә ишек янына барып торҙо. Йәнәһе, асығыҙ, мин китәм.
Ошо ерҙә ишек башындағы лампа тоҡанды. Был — теге яҡтан кемдеңдер етәксегә килгәнлеген аңлата ине.

Туҡта!
— тине етәксе. — Ашыҡма.
Минең һиңә тағы бер һорауым бар. Әлегә ситкә китеп тор. Унда кемдер килде.

Ер
— йәшел планета, — тине етәксе. Шунда уҡ ишек асылды.
Бүлмәгә станцияның махсус хеҙмәткәре килеп инде. Ул
Әмиләне күргәс шаҡ ҡатты.

Әмилә
— бында?! Тотолдомо ни?
Был һүҙҙәрҙе ишетеү менән Әмилә барыһын да аңланы.
Тимәк, уның ҡайҙарҙа булғанлығын, кем менән йөрөгәнлеген беләләр! «Тотолдомо ни?» Юҡ, Әмилә тотолманы әле! Ҡасырға була! Унда бит
Батыр менән Хәлит Әмиләне көтә! Малайҙарҙы ҡотҡарырға кәрәк!
Ҡыҙ ишеккә ташланды,

Ер
— йәшел планета!
Әммә етәксе менән хеҙмәткәр бигерәк яҡын торалар ине шул.
Ишек асылырға өлгөрмәне, улар ҡыҙҙы эләктереп тә алды.

Ҡайҙа ҡасаһың?

Ебәрегеҙ!
Ебәрегеҙ мине!

Юҡ,
— тине етәксе һалҡын тауыш менән. — Һне ҡулға алабыҙ.

Ни өсөн? Хаҡығыҙ юҡ! — тип ҡысҡырҙы ҡыҙ хеҙмәткәрҙең ҡулынан ысҡынырға маташып. — Ебәрегеҙ!
ин инструкцияны боҙҙоң! — Етәксе ҡаты итеп өндәште.
— Һин
Ер кешеләре менән осрашҡанһың! Уларға станция тураһында һөйләгәнһең!

Кем әйтә? Мин бер кем менән дә осрашманым!

Хәҙер былай эшләйбеҙ. — Етәксе хеҙмәткәренә боролдо.
— Уны махсус тулҡын аша үткәреп, Ерҙә күргән- белгәндәрен онотторабыҙ.

Юҡ, юҡ! — Әмилә ҡурҡып артҡа сигенде. Ул
Батырҙы оноторға теләмәй! Әгәр уның күңеленән иң ҡәҙерле нәмәне йолҡоп алалар икән... Ни өсөн йәшәргә ул саҡта?
— Юҡ!
Һеҙ быны эшләмәйәсәкһегеҙ!

Ә ниңә шулай борсолаһың? — тип йылмайҙы етәксе.
— Әгәр ҙә һин Ергә бер кем менән дә осрашмағанһың икән, һин ҡурҡмаҫҡа тейешһең.

Юҡ!
Барыбер юҡ! — тип ҡысҡырҙы Әмилә, үрһәләнеп.
— Мин ҡаршы!
Ҡыҙ, хеҙмәткәрҙең ҡулынан ысҡынырға тырышып, тартҡысланырға кереште.
Ул арала етәксе кабинетына Һонтор, Тәпәш һәм
Йыуан килеп етте.

Тотоғоҙ үҙен! — тип бойороҡ бирҙе хеҙмәткәр.
Коридор буйлап күп тә атламанылар, бер ишеккә төртөлдөләр.
Бында махсус тулҡын сығарыусы машина. Эскә инделәр.
инең менән булған малай ҡайҙа йәшәй? Хәҙерге минутта ҡайҙа ул? —тип һораны хеҙмәткәр.

Бер ниндәй ҙә малайҙы белмәйем. — Әмилә аҙаҡҡаса торорға булды. Шулай ҙа ул ышанырға теләмәй.
Ысынлап та уны тулҡын аша үткәрерҙәрме? Батыр менән
Хәлитте онотторорҙармы?
— Ярай, улайһа, — тип көлдө хеҙмәткәр. — Бына хәҙер һин уны ысынлап та белмәҫһең.
Машинаны тоҡандырҙылар.
Тигеҙ генә геүләү ишетелде, лампочкалар емелдәне. Бер мәл машинаның ишеге асылды...
Эскә ин! — тине хеҙмәткәр Әмиләгә.
КҮҘӘНӘК
ПУШКАҺЫ
Станция етәксеһе үҙенең ярҙамсыһын саҡырып алды:

Күҙәнәк пушкаһы әҙерме?

Күптән,
— тине ярҙамсы. — Һеҙҙең бойороҡто ғына көтәбеҙ.

Хайуандарҙы бөгөн оҙатабыҙ. Ике мең тәлмәрйен менән мең сыйырсыҡ станцияла тупланған. Ә
Золо планетаһындағы ҡабул итеү станцияһын тикшерҙегеҙме? Ул ни хәлдә?

Тикшерҙек, һәйбәт...

Улайһа, әҙер булығыҙ, — тине етәксе. — Ярты сәғәттән Золо станцияһына тәлмәрйендәр менән сыйырсыҡтарҙы оҙатыу операцияһын башлайбыҙ. Барығыҙ!
Етәксе менән уның ярҙамсыһы араһында булған был сәйер һөйләшеүҙе аңлатыу өсөн шуны әйтергә кәрәк.
Беҙҙең
Йыһан ситендә Золо тигән планета бар.
Ундағы цивилизация бик түбәнге кимәлдә.
Золола әле кеше юҡ. Планетала Ер менән
Ур өсөн бик боронғо иҫәпләнгән диназавр менән ихтиазавр һымаҡ хайуандар йәшәй.
Күптән түгел Золола көслө ер тетрәүе булған.
Шул арҡала унда ике төрлө йәнлек — тәлмәрйендәр һәм сыйырсыҡтар юҡҡа сыҡҡан. Был киләсәктә нимәгә килтерер?
Компьютерға һалғайнылар ошо һорауҙы, машинаның һығымтаһы ҡыуанырлыҡ булманы.
Баҡһаң, тәлмәрйен менән сыйырсыҡтың ҡырылыуы арҡаһында планеталағы тәбиғәттең үҫеше бөтөүгә табан, тупикка табан йүнәлгән. Йәнә илле мең йылдан ошо сәбәпле планетала тәбиғәт үләсәк, тормош бөтәсәк. Бына бит нисек! Ике генә төр йәнлектең юҡҡа сығыуы ла хатта планетаның тәбиғәтен бөтөрә!
Йыһанда цивилизациялар аҙ. Шуға күрә Ур кешеләре морон төрткән цивилизацияның әкренләп һәләк булыуына ғәмһеҙ генә ситтән ҡарап тора алмай әлбиттә. Уларға Золо планетаһының тәбиғәтенә ярҙам итергә кәрәк. Бының өсөн алыҫ планетаға тиҙ генә тәлмәрйендәр һәм сыйырсыҡтар ташларға кәрәк. Йәнлектәрҙең күпме кәрәклеген компьютер һанап сығарҙы.
Шуныһы оло бәлә: Золо планетаһы Урҙан бик алыҫ!
Әгәр карап менән осорһалар, был—йылға яҡын ваҡытты ала. Йыл буйына ике мең тәлмәрйен менән бер мең сыйырсыҡты тәрбиәләүе анһат түгел. Әммә алға киткән цивилизация бында ла сараһын тапты.
Күптән түгел Ур планетаһында күҙәнәк пушкаһын уйлап сығарҙылар. Ул үҙенең эсенә индерелгән нәмәне йәки йән эйәһен күҙәнәктәргә тарата ла, был күҙәнәктәрҙе бер нисә минут эсендә йыһан төпкөлөндә ятҡан планеталарға ебәрә ала. Ә унда махсус станция сигналдарҙы ҡабул итә һәм күҙәнәк пушкаһы тарҡатҡан әйберҙе йәки йән эйәһен «һә» тигәнсе киренән йыя. Шулай итеп, хәҙер алыҫ араны үтеү өсөн карап кәрәкмәй, күҙәнәк пушкаһы йыһандың теләһә ҡайһы нөктәһенә нимә кәрәк шуны ебәрә ала.
Әлегә Ур менән Ер араһын карапта осоп үтәләр, сөнки бындай сағыштырмаса яҡын араға шулай арзанға төшә.
Тәлмәрйендәр менән сыйырсыҡтарҙы алыҫ планетаға
Ерҙән осороуҙың сәбәбе шунда: Ер Ур менән Золо планеталары араһында ята. Шулай ҙа йәнлектәрҙе алыҫ планетаға
Ерҙән оҙатыу уңайлыраҡ.
Йәнлектәрҙе оҙатыу ваҡыты яҡынлашты. Улар йәшел төҫтәге махсус йәшниктәргә һалынды. Әммә етәксе оҙаҡлай ине.
Уны саҡырыу өсөн ярҙамсы тегенең кабинетына йүнәлде.
«ҺЕҘ
КЕМДӘР?»
Батыр менән
Хәлиттең өмөтө тамам өҙөлдө. Әмилә сығып киткәнгә инде бер сәғәттән ашты. Ҡайҙа йөрөй ул?
Паролде белешергә генә киткәйне бит. Тотолдомо?
Ул саҡта... Ул саҡта ни эшләргә? Ярай әле бүлмәнән нисек сығырға беләләр. Ләкин коридорҙа ҡайҙа барырҙар?
Барыбер Әмиләһеҙ станциянан алмаясаҡтар бит...

Тотолған, тотолған, Әмилә! — тине Хәлит улай- былай атлап. — Хәҙер килеп беҙҙе лә тоторҙар!..
Шунан...

Нимә
— шунан?

Сығарып ебәрһәләр ярай ҙа...
Урҙарына алып китһәләр...

Унда ни эшләтһендәр беҙҙе?

Уларға төрлө тәжрибәләр өсөн кеше кәрәкмәй тиһеңме?
Берәй яңы дарыуын беҙҙә һынай башларҙар. Мине юғалтһа әсәйем...
Хәлиттең тауышы ҡалтыранды.

Ярай, илама!
— тине Батыр.

Илаған кеше юҡ та... — тине Хәлит. Әммә үҙенең тауышы һаман да бик бойоҡ сыҡты.
Әйҙә бынан сығабыҙ! — Батыр ишеккә йүнәлде.
— Туҡта!
Унда ни эшләрбеҙ? Һин бит барыбер ер өҫтөнә сығарыусы паролде белмәйһең!

Ишек янына йәшенәбеҙ. Ҡасан да булһа берәйһе күтәрелер бит өҫкә. Бәлки, беҙ ҙә уға ҡушылып...
Башҡаса сара юҡ. Хәлит Батырға эйәрҙе. Әммә улар коридорға сығырға өлгөрмәне. Ҡапыл ишек асылып китте лә, бүлмәгә Әмилә килеп инде.
Малайҙар ҡыуанышып уға ташланды:

Ҡайҙа йөрөнөң?

Ниңә шулай оҙаҡ?

Паролде белдеңме?
Әммә
Әмилә малайҙарҙы тамам шаҡ ҡатырҙы.
Ҡыҙ, көтмәгәндә, ҡурҡҡан күҙҙәрен Батыр менән Хәлиткә төбәне лә ишеккә һыйынды:

Һеҙ кем? Нимә эшләйһегеҙ бында?
Бер ни аңламаған Батыр менән Хәлит бер-береһенә ҡарап алды.

Ярай, шаярма әле! — Хәлит беренсе булып телгә килде. — Ваҡыт юҡ. Тиҙерәк әйтә һал: паролде белдеңме?

Ниндәй пароль? Кем индерҙе һеҙҙе минең бүлмәгә?

Һин беҙҙе иҫәргә һанайһыңмы әллә? — Хәлиттең асыуы килә башланы. — Беҙ был баҙҙан сыға алабыҙмы, юҡмы?

Туҡта әле, Хәлит. — Батыр дуҫын туҡтатты. — Әмилә, тыныслан. Һине махсус тулҡын аша үткәрҙеләрме?

Үткәрҙеләр икән, ти? Шунан?

Беҙ һинең дуҫтарың. Ер малайҙары. Беҙҙе оноттороу өсөн үткәргәндәр һине ул тулҡын аша.
Әмилә, һаман да бер ни аңламайынса, малайҙарға ҙур асылған күҙҙәре менән ҡарап тора.
Ҡыҙ ниҙер хәтерләргә маташа ине шикелле был минутта. Шулай уҡ иҫләмәҫме? Уның күңелендә малайға ҡарата бер генә лә йылы хис ҡалманымы икән ни? Батыр үҙен упҡын ситенә килеп торғандай тойҙо ошо ерҙә. Уның тамағына әллә ниндәй ҡаты төйөр килеп тығылды...
Ул арала Батыр менән Әмиләгә Хәлит яҡынлашты:

Нимә, әллә ул беҙҙе онотҡанмы?

Эйе,
—тине Батыр. — Онотторғандар...

Нисек инде? — Хәлит ышанырға теләмәне. — Яңы гына ул ошонда ине. Бөтәһен дә хәтерләй ине. Шул ғына арала...

Мин һеҙҙе белмәйем, — тине Әмилә ҡапыл. — Хәҙер үк сығып китегеҙ бүлмәмдән!

Әмилә, туҡта!—тине Батыр.—Һин хәтерләргә тырыш. Мин һинең күптәнге танышың, дуҫың. Мин һинең менән
Ур планетаһында булдым. Бер йыл элек кире
Ергә ҡайттым. Һин бында мине күреү өсөн килдең. Бөгөн генә ике ваҡыт машинаһы менән үткән заманда булдыҡ. Беҙ... Беҙ күптәнге дуҫтар... — Батырҙың тауышы ҡалтыранды. Әмилә уны мәңгегә оноттомо? Ниңә эшләгәндәр быны рәхимһеҙ әҙәмдәр?!—Беҙ... яҡын дуҫтар.
Беҙ бер-беребеҙҙе оноторға тейеш түгел, Әмилә. Зинһар мине хәтерләргә тырыш, Әмилә. Яраймы?..
Ошо ерҙә ҡыҙҙың күңелен аңлайышһыҙ тойғолар солғап алды.
Ҡаршыһында торған малайҙарҙы ул бөтөнләй белмәй.
Ләкин бына ошоһоноң, оҙон буйлыһының күҙҙәре!..
Улар шундай таныш, улар шундай яҡын!.. Уларҙы ҡасандыр күргән кеүек!.. Ҡыҙҙың күңеле төбөндә ниндәйҙер тулҡын барлыҡҡа килгән һымаҡ булды ҡапыл. Ул талпынып-талпынып ҡуя. Ошо тулҡын ныҡ ҡына һелкенер ҙә тышҡа килеп сығыр, һәм Әмиләгә барыһы ла аңлашылыр төҫлө. Әммә юҡ шул. Ул тулҡындың тирбәләүе шул тиклем сибек, шул тиклем бәләкәй, шуға ла ул эстә, күкрәктә ҡала бирҙе...
Ә
Әмилә ғәжәпләнгән күҙҙәрен Батырға төбәгән килеш тороуын белде...

Әмилә,
— тине Батыр үҙенең көсһөҙлөгөн тойоп.
Әмилә уны онотҡан! Уны танымай! Ошонан да ҡурҡынысыраҡ нимә бар донъяла Батыр өсөн? Хәҙер ни эшләргә?
Нисек йәшәргә? Ни өсөн йәшәргә? — Әмилә, ярай... Һин беҙҙе танымайһың... Әммә беҙгә ышанаһыңмы?
Батыр менән Хәлит тынып ҡалды. Бер аҙҙан Әмилә әкрен генә башын һелкте. Йәнәһе, ышанам.

Исмаһам, исемдәребеҙҙе хәтерләмәйһеңме?

Юҡ.

Минең исемем — Батыр.

Мин
— Хәлит.
Ә мин һеҙҙе ҡайҙан беләм? — тип һораны
Әмилә.
— Һин ҡасан Урҙа булдың? Һөйлә барыһын да.

Беҙ былтыр таныштыҡ, — тип башланы һүҙен
Батыр...
ҠАМАУҘА
— Мин хәтерләнем! — тине Әмилә Батыр һөйләп бөткәс.
— Хәтерләнем!
Тәүҙә һин һөйләгәндәрҙең береһе лә минең менән булмаған кеүек ине. Тик һинең әсәйеңдең үлеме!..
Мин быны ғүмерҙә лә онотмаясаҡмын! Шул иҫемә төштө! Ә уны хәтерләгәс, башҡа ваҡиғалар ҙа күҙ алдыма килә башланы. Урҙа, иҫеңдәме, атайым больницала ятҡанда беҙ, баҫҡысҡа баҫып, икенсе ҡаттағы бүлмәнең тәҙрәһенән ҡараныҡ... Ә һине
Урҙан ҡайтарғанда караптар осҡан урынға ҡойма аша индек! Хәтерләнем!

Ә
Ергә мине күреү өсөн килгәнлегеңде иҫләнеңме? — тип һораны Батыр.

Иҫләнем,
— тине ҡыҙ. — Ә һин мине күреү өсөн
Өфөнән килдең. Шулай бит?

Дөрөҫ?
Ошо минутта малайҙар ҙа, ҡыҙ ҙа шатлыҡтарынан һикереп төшөп бейер хәлгә еттеләр.
Машина алдай алманы уларҙы! Ул махсус тулҡын ярҙамында кешенең мейеһендәге хәтирәләрҙе юя алалыр. Әммә унда нимәлер ҡала. Күрәһең, тулҡын аша үткән кешегә ваҡиғаларҙы бер-бер артлы һөйләп бирһәң, уның бар хәтирәләре киренән терелә...
Әммә
Әмиләнең барыһын да иҫкә төшөрөүенә ҡыуаныу оҙаҡҡа һуҙылманы. Ҡыҙ менән малайҙар йәнә үҙҙәренең ниндәй хәлгә эләккәндәрен хәтерләне. Эйе, лайҙарға нисек тә бынан сығырға кәрәк.
Уныһы
— бер булһа,
Әмиләне иртәгә үк кире
Урға оҙатасаҡтары — тағы бер ҡайғы. Етмәһә, ҡыҙға башҡаса Ергә килергә бер ҡасан да рөхсәт итмәйәсәктәр. Тимәк, улар
Батыр менән мәңгегә айырылышамы? Был ҡатмарлы ла, ҡурҡыныс та хәлдән ҡотолоу юлын табып булмаҫмы икән ни?

Тәүҙә беҙгә Ер өҫтөнә сығырға кәрәк, — тине
Хәлит.

Мин бит паролде белмәйем, — тип ҡайғырҙы Әмилә. — Улар хәҙер уны миңә әйтмәйәсәктәр ҙә. Сөнки мин ҡулға алынғанмын. Инструкция боҙған өсөн.
Бер көн ошонда тотасаҡтар ҙа... Иртәгә
Урға карап китә, шуның менән мине лә ҡайтарып ебәрәсәктәр.

Улайһа, нимә эшләргә? — Хәлит бер Әмиләгә, бер
Батырға ҡараны.

Станцияның ишеге янына барайыҡ, — тип тәҡдим яһаны
Батыр. — Бәлки берәйһенән паролде ишетербеҙ?
Башҡа сара юҡ ине. Коридорға сыҡтылар. Әлегә бер кем дә күренмәй. Ҡыҙ менән малайҙар ашығып алға атланы.
Ярты юлды хәүеф-хафаһыҙ үттеләр. Алда — һуңғы боролош... Шунан станцияның ишегенә лә күп ҡалмай...
Боролошҡа килеп еткәйнеләр тиерлек...
Көтмәгәндә уларҙың ҡаршыһына бер нисә кешене эйәрткән станция етәксеһе пәйҙә булды.
Тегеләр уны- быны уйлағансы, Әмилә менән малайҙар боролдо ла кире йүгерҙе. Әммә күп тә үтмәнеләр, бер төркөм роботтар менән йөҙгә-йөҙ осраштылар. Ҡамалдылармы икән ни? Хәҙер нимә эшләргә?
Әмәлгә ҡалғандай, эргәнән бер генә кескәй коридор уңға табан китә икән. Шунда боролдолар. Ләкин алда ла тауыштар ишетелә! Бында ла ҡасып ҡотолоп булмаҫмы? Ни өсөн шул тиклем кеше бер юлы коридорға сыҡҡан? Әллә уларҙы тотоу өсөн йыйылғандармы?

Бына бер ишек! — тине
Хәлит. — Шунда йәшенәйек!
Ишекте асҡайнылар, уныһы бер генә кеше һыйырлыҡ шкаф булып сыҡты.

Һин ошонда йәшен! — тине Батыр
Хәлиткә. — Бер-бер хәл булһа, станцияның ишеге янында осрашырбыҙ.
Хәлит шкаф эсенә сумды, ә Батыр менән Әмилә йәшенерҙәй урын эҙләп, алға уҡталды.
Бында ҙур ғына ике йәшел йәшник ултыра.

Ниндәй йәшниктәр? — тип һорай һалды Батыр йәшниктәрҙең тотҡаһын тартҡыслап.

Белмәйем.
Малай ул арала бер йәшниктең ҡапҡасын асып ебәрҙе.
Йәшник эсенә ниндәйҙер ҡумталар тултырылған.
Әммә эргәләрендә йәшеренерҙәй урын бар.
Батыр йәһәт кенә эскә сумды.

Ә һин, бар, кит,
— тине
Батыр Әмиләгә, ҡапҡасты ябырға әҙерләнеп. — Станцияның ишеге янында осрашырбыҙ.

Юҡ!
— тине ҡапыл ҡыҙ. — Мин дә һинең менән!
Улар мине
Урға оҙатырға теләй. Мин ҡасам станциянан!
Батыр саҡ ҡына уйланды. Әгәр хәҙер айырылышһалар, уларҙың мәңге осрашмауы бар. Ул арала коридорҙа яҡынлашып килгән аяҡ тауыштары ишетелде.

Улайһа, тиҙ бул, ин! Улар етеп килә!
Киләһе секундта Әмилә Батыр янына йәшник эсенә инеп ултырҙы.
Малай ҡапҡасты япты. Һәм икеһе лә тынып ҡалды...
ЙЫҺАН
ТӨБӨНӘ СӘЙӘХӘТ
Тәлмәрйендәр менән сыйырсыҡтарҙы Золоға оҙатыу сәғәте килеп етте. Был ваҡытҡа станцияның бар хеҙмәткәрҙәре тиерлек күҙәнәк пушкаһы янына йыйылды. Фәҡәт бер хеҙмәткәр менән ике-өс робот ҡына станцияла күренеп ҡалған малайҙар менән Әмиләне тотоу менән мәшғүл.
Етәксе үҙе пульт артына баҫты.

Күҙәнәк пушкаһы әҙерме? — тип һораны ул.

Әҙер!
— тине уның ярҙамсыһы.

Йәнлектәр тейәлгән йәшниктәр әҙерме?

Әҙер!

Золо планетаһындағы ҡабул итеү станцияһы әҙерме?

Әҙер!

Йәшниктәрҙе тейәргә!
Шунда уҡ робот-кран йәшел йәшниктәрҙең береһен эләктереп алды ла күҙәнәк пушкаһының эсенә тыҡты. Киләһе минутта икенсе йәшник тә уның янында ултыра ине.

Тейәлде!
Бөтәһе лә әҙер ине.
Күҙ алдына ла килтереүе ауыр, әммә йәшниктәр бер минуттан йәһәннәм төбөндәге, йыһандың арғы ситендәге Золо планетаһында буласаҡ. Ул урынға хатта яҡтылыҡ та үҙенең иҫ киткес тиҙлеге менән фәҡәт бер айҙан ғына барып етә ала!
Күҙәнәк пушкаһы янындағылар тынып ҡалды. Һәр кем ошо минутта Золоға тиклемге араны күҙ алдына килтерергә маташҡандыр, ә бәлки йәшел йәшник эсендәге йәнлектәрҙең күҙәнәктәргә тарҡалып, күҙгә күренмәҫ тулҡындар рәүешендә, нисек итеп һә тигәнсе алыҫ Золоға барып етерен аңларға теләгәндер.
Күҙәнәк пушкаһы эшкә тотоноуға бер минуттай ваҡыт үтте. Инде йәшниктәр Золо планетаһында булырға тейеш. Хәҙер ҡабул итеү станцияһы үҙенә килгән күҙәнәктәрҙе тәртипкә килтерәлер. Уйҙарының дөрөҫлөгөнә ышанырға теләгәндәй, станция етәксеһе күҙәнәк пушкаһын асырға ҡушты. Бойорок шунда уҡ үтәлде. Ысынлап та, машина эсендәге ике йәшник тә юҡҡа сыҡҡайны.

Телевизорҙы тоҡандырығыҙ! — тине етәксе.
Экранда алыҫ Золо планетаһында урынлашҡан ҡабул итеү станцияһының бүлмәһе күренде. Ана, ике йәшел йәшник! Станция уларҙы ҡабул итергә лә, йыйырға ла өлгөргән! Киләһе секундта йәшниктәрҙең асылып китеүе күренде. Уларҙың эсенән тәлмәрйендәрҙең ырғый-ырғый, сыйырсыҡтарҙың фырылдап осоп сыҡҡанлығы хасил булды.
Экранға текәлгән кешеләрҙең барыһының да ҡиәфәте ҡәнәғәт ине был минутта. Шундай алыҫ араға күҙ асып йомғансы осороп ҡара әле ошо йәнлектәрҙе! Аҡылға һыйырлыҡ түгел бит был!
Әммә киләһе секундта станцияның етәксеһе ҡорт саҡҡан кеүек урынынан ырғып торҙо:

Нимә был?
Нисек улар унда?
Телевизор янындағы бар кеше, ҡоттары осоп, экранға төбәлде.
Ә унда алыҫ Золо планетаһында ҡабул итеү станцияһынан сығып барған малай менән ҡыҙ күренде. Ҡыҙҙы барыһы ла шунда уҡ таныны. Был — Әмилә! Ә малай?
Кем ул? Нимә эшләй ул Әмилә янында? Бында, ерҙә
Әмилә менән аралашҡан малай ошомо? Улар нисек Золоға эләккән? Йәшел йәшниктәр эсендә булғандармы? Әгәр шулай икән, ул йәшниктәр эсенә малай менән ҡыҙҙы кем һалған? Ниңә пушка эсенә һалыр алдынан ул йәшниктәр тикшерелмәгән?
Асыуынан ҡып-ҡыҙыл булған станция етәксеһе үҙенең ярҙамсыһына ябырылды:

Был ниндәй яуапһыҙлыҡ? Һеҙ бының өсөн язаһын аласаҡһығыҙ!
Хәҙер ни эшләргә? Нисек ул ҡыҙ менән малайҙы кире ҡайтарырға? Золола бит күҙәнәк пушкаһы юҡ! Ә арттарынан карап ебәреү бик ҡиммәткә төшәсәк. Хәйер етәксегә быны эшләргә бер кем дә рөхсәт итмәйәсәк.
Хәҙер Урҙағылар етәксегә ябырылыр!
Эшләй алмайһың! Иғтибарһыҙһың...
Быныһы—бер. Икенсенән, Золола ҡыҙ менән малайҙы аҙым һайын ҡурҡыныс көтә, үлем янай. Әгәр бөгөн үк уларҙы ергә ҡайтармаһалар, иртәгә үк берәй йыртҡыстың тырнағына эләгәсәктәр!
Уларҙы үлемгә дусар итергә етәксенең хаҡы юҡ. Әмиләне лә, теге малайҙы ла ул Урға алып ҡайтырға тейеш. Станция етәксеһе ни эшләргә белмәйенсә, ике ҡулы менән башын тотто.
ЗОЛО
ПЛАНЕТАҺЫ
Әмилә, әлбиттә, күҙәнәк пушкаһы хаҡында белә ине. Әммә йәшел йәшник эсенә йәшенгән саҡта үҙенең шул машина ярҙамында алыҫ планетаға барып сығырын күҙ алдына ла килтермәне.
Ҡыҙ йәшникте күтәреп ҡайҙалыр күсергәндәрен тойҙо.
Шунан ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа иҫен юғалтҡандай булды.
Киләһе секундта Батыр менән Әмилә йәшенгән йәшник үҙенән-үҙе асылып китте. Ул ғына ла түгел, эргәләге кескәй генә һауыттар асыла башланы. Улар эсенән бер-бер артлы тиҫтәләгән, йөҙәрләгән сыйырсыҡтар осоп сығырға кереште.



Әмилә
Ер аҫтындағы станцияға сыйырсыҡтарҙы ниңә йыйғандарын белә. Шуға ла ҡаушап ҡалды. Ниңә ҡоштарҙы кире ебәрәләр? Уларҙы бит
Золоға оҙатырға кәрәк.
Әммә ошо ерҙә ҡыҙҙың тәне зымбырлап китте.
Ул барыһын да аңланы. Күҙәнек пушкаһы
Батыр менән Әмиләне алыҫ Золоға осорған!
Ҡыҙ, үҙ уйҙарына ышанырға теләмәйенсә, йәшниктәр торған бүлмәнән тышҡа йүгереп сыҡты.
Һис шикһеҙ, был — Золо планетаһы! Эргәлә генә ғүмерҙә лә күрелмәгән сәйер үҫемлектәр үҫеп ултыра. Күктә Ерҙекенә ҡарағанда ике тапҡыр ҙурыраҡ ҡояш йөҙөп йөрөй. Уның ипкене Әмиләнең сикәләрен бешереп алғандай итте.
Ул арала ҡыҙ янына Батыр килеп етте.

Был ниндәй ер? Беҙ ҡайҙа? — тип һораны малай тирә-яғына аптыраған ҡарашын ташлап.
— Ниндәй матур күренеш!
Тирә-йүн, ысынлап та, ғәжәйеп матур ине. Эргәлә генә күҙҙе иркәләгән йәшкелт төҫтәге үләнгә оҡшаған бейек ағастар үҫә. Икенсе бер ағастың япраҡтары ашъяулыҡ ҙурлыҡ!
Быларының да күбеһе йәшел төҫтә. Әммә күгерәктәре лә, ҡыҙғылттары ла бар. Шул арҡала был сәйер урманға ҡарап туйып булмаҫ кеүек. Арыраҡ кеше ҡулы менән эшләнгәндәй осло түбәле тауҙар күренә.
Күк йөҙө лә һис тә ерҙәгегә оҡшамаған
— ул бер урында — ҡыҙыл, икенсе ерҙә — һары, ә өсөнсө яҡта күм-күк төҫтә...

Беҙ ҡайҙа? — тип һораны Батыр йәнә. — Әллә
Африкаға килеп сыҡтыҡмы?

Юҡ,
— тип уфтанды ҡыҙ. — Алыҫҡараҡ киткәнбеҙ.
Беҙ — Золо планетаһында.

Ниндәй
Золо? Ишеткәнем юҡ. Ә нисек бында эләктек?
Бер минут элек беҙ Ерҙә инек бит!
Ошо ерҙә уларҙың эргәһенән, аяҡтары араһынан йөҙәрләгән тәлмәрйен ырғый-ырғый тышҡа сыға башланы.

Тәлмәрйендәр!
— тип ҡысҡырҙы тамам аптыраған Батыр.
— Былар ҡайҙан килеп сыҡты?

Ҡамасаулама, үтһендәр.
Малай менән ҡыҙ ситкәрәк күсте һәм байтаҡ ҡына ваҡыт эстән сыҡҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ тәлмәрйендәрҙең урманға инеп юғалғанын өндәшмәй генә ҡарап торҙо. Ә сыйырсыҡтар күптән осоп сығып урман өҫтөнә таралғайны.
Әмилә.
— Малай ҡыҙға боролдо. — Һин берәй нәмә аңлайһыңмы? Нимә был? Тәлмәрйендәр, сыйырсыҡтар. Мин бер ни ҙә төшөнә алмайым...
Әмилә яуап бирер өсөн ауыҙын асты, әммә бер һүҙ ҙә әйтергә өлгөрмәне.
Көтмәгәндә урман эсенән үрмәксегә оҡшаған, әммә фил кеүек ҙур йәнлек килеп сыҡты ла, йән-фарман йүгереп, ҡыҙ менән малайға яҡынлаша башланы. Йыртҡысты беренсе булып Әмилә күреп ҡалды:

Батыр!
Ҡара!
Малай йылт итеп ҡыҙ күрһәткән яҡҡа боролдо һәм бөтәһен дә аңланы. Батыр ҡыҙҙы беләгенән тотоп эскә тартты. Киләһе секундта улар станция эсенә инә һалып ишекте бикләп тә ҡуйҙылар. Ошо ерҙә стенаға ауыр нәмәнең килеп бәрелеүенә бөтә станция һелкенеп ҡуйҙы.

Әгәр саҡ ҡына күрмәй ҡалһаҡ... — тине Батыр, ул саҡта ни булырын күҙ алдына килтереп.
Был
Золо планетаһында аҙым һайын осрап торасаҡ ҡурҡыныстарҙың тәүгеһе икәнлеген ҡыҙ ҙа, малай ҙа белмәй ине әле.
ЕТӘКСЕНЕҢ
УЙЫ
Етәксе яҡшы белә: Әмиләнең Золоға барып сығыуы өсөн уның башынан һыйпамаҫтар. Шуға ла ул ҡыҙҙы, шул иҫәптән малайҙы ла, ҡайтарыу өсөн бөтә көсөн һалырға мәжбүр булды.
Иң тәүҙә балалар станциянан йыраҡҡа китеп бармаһын өсөн бынан кешеләр ебәрергә кәрәк. Һонтор, Тәпәш, Йыуан китәсәк алыҫ планетаға. Быны эшләүе ҡыйын түгел. Бөтә бәлә шунда: аҙаҡтан был биш кешене нисек кире Ергә ҡайтарырға?
Золола бит күҙәнәк пушкаһы юҡ. Карапты
Ур планетаһындағыларға һиҙҙермәй генә ебәреп булмай. Әйтеп тораһы юҡ— шау-шыу ҡубасаҡ. Аптыраны етәксе. Шунан кабинетына ярҙамсыларын саҡырып алды:

Нимә эшләйбеҙ?

Карап ебәрергә кәрәк, — тине береһе.

Карап менән барып еткәнсе улар үләсәк, — тине икенсеһе. — Унда диназавр, ихтиазавр кеүек йыртҡыстар тулып йөрөй. Шуларҙың тырнағына эләкмәһә, астан үләсәк. Минең тәҡдимем шул: уларҙы ҡотҡарайыҡ тип баш ватмайыҡ, онотайыҡ уларҙы.
Станция етәксеһе ҡаршы төштө:

Ә
Урға Әмиләнең лыуын ни тип әйтербеҙ? Юҡ, беҙ уларҙы Золонан алып ҡайтырға тейешбеҙ.
Төрлөсә уйлап ҡаранылар, әммә аныҡ ҡына бер ниндәй ҙа ҡарарға килә алманылар.
Был ваҡытта Йыуандың командаһы Золоға осорға әҙер ине инде. Улар үҙҙәре менән ике көнгә етерлек ризыҡ, башҡа кәрәк-яраҡтар алдылар. Бойороҡ ҡына булһын, шунда алыҫ планетаға юлланасаҡтар.
Ваҡыт әкренләп алға тәгәрләне. Кискә табан
Әмилә менән Батыр тураһында туҡтауһыҙ уйлаған етәксенең башына ғәжәп ябай һәм иҫ киткес шәп фекер килде. Әгәр теге пушка кешенең үҙен күҙәнәктәргә тарҡатып алыҫ планетаға ташлай ала икән, ә ни өсөн ул үҙе кеүек икенсе бер пушканы
Золоға ебәрә алмаҫҡа тейеш? Дөрөҫ, станцияла күҙәнәк пушкаһы берәү генә.
Әммә уның нисек эшләнгәнлеге, нимәләрҙән торғанлығы хаҡында тулы документация бар бит. Берәй шәп компьютерға бирһәләр, ул ошо ҡағыҙҙарға ҡарап, пушканың ниндәй күҙәнәктәрҙән торғанлығын иҫәпләп сығарасаҡ. Шуны Золоға ебәрәсәктәр, ә унда ҡабул итеү станцияһы һә тигәнсе күҙәнәк пушкаһы ҡороп ҡуясаҡ. Уның ярҙамында кире ҡайтасаҡтар ҙа инде Ергә малай менән ҡыҙҙы тотҡан эҙәрләүселәр.
ҺАРЫ
ҺАЙЫҪҠАН
Ҡоттары осҡан Әмилә менән Батыр оҙаҡ ҡына ҡабул итеү станцияһының шеген асырға ла ҡурҡтылар. Әммә бында мәңге ултырып булмай бит. Инде үҙҙәренең асыҡҡанын да тоя башланылар. Нимә ашарға?
Был ваҡытта Әмилә Батырға тәлмәрйен менән сыйырсыҡтарҙың тарихын һөйләгәйне, үҙҙәренең нисек итеп алыҫ планетаға килеп сығыуҙарын да аңлатҡайны. Батыр быға бик ғәжәпләнде, бик күп һорауҙар бирҙе. Шулай итеп ике сәғәткә яҡын ваҡыт үтеп китте. Йәнә асығыу үҙен һиҙҙерергә тотондо.
Малай һиҙенә: был таныш түгел планетала аҙыҡ табыуы еңел булмаясаҡ. Тапҡан хәлдә лә, уны бешерергә кәрәкһә, уларҙың шырпыһы, һауыт-һабаһы ла юҡ. Ярай әле Батырҙың сәғәте бар — күпме ваҡыт үткәнлеген белергә була.
Бер мәл, тышта тауыш-тын ишетелмәгәндәй тойолғас, әкрен генә ишекте астылар.
Ысынлап та, тирә-йүндә ул- был һиҙелмәй.
Шулай ҙа Батыр менән Әмилә оҙаҡ ҡына ишектән алыҫ китергә ҡурҡып торҙо.
Станциянан саҡ ҡына ситкәрәк атлау менән урмандан теге фил ҙурлыҡ үрмәксе килеп сығыр ҙа өҫтәренә ташланыр һымаҡ...
Күренмәй,
— тине Әмилә.

Киткән, күрәһең...
Баш өҫтөндә һоро төҫтәге сәйер генә ҡоштар осоп йөрөй. Арҡаһында, ҡойроғонда ҡара таптары ла бар. Бер ҡараһаң, һайыҫҡанға ла оҡшағандар, тик тауыҡ кеүек ҙурҙар.
Ҡоштар малай менән ҡыҙҙы күреп, сырылдашырға керештеләр.

Батыр, ҡара әле, — тине Әмилә. — Улар нимә ашай ул?
ары һайыҫҡандар, ваҡыт-ваҡыт үләнгә оҡшаған ағастарға ҡунып, унан нимәлер суҡып ала ине. Бер аҙ яҡынайғас, тегеләрҙең суҡыған нәмәһенең ике йоҙроҡ ҙурлыҡ сәтләүек икәнлеге күренде.

Улар ашағас, беҙгә лә ярайҙыр, моғайын, — тине Батыр.
Малай үлән-ағасҡа тотондо. Әммә ул һабынланған кеүек шыуғалаҡ булып сыҡты. Үҙенә тейеүе лә сирҡаныс.
Урала торғас, Батыр ерҙә уралып-уралып үҫеп ятҡан сәйер үләнгә иғтибар итте. Арҡанға оҡшап тора. Ныҡмы икән? Тартып ҡараны — өҙөлмәй. Әгәр уның менән...
Тиҙҙән
Батыр шул үләндең бер осон тоҙаҡ кеүек итеп бәйләне лә шыуғалаҡ ағастың башына ырғытырға тотондо. Осона эләктерһә, ошо
«арҡанға» йәбешеп өҫкә менә. Тырыша торғас, тоҙаҡ үлән-ағастың бер тармағына эләкте. Малай тартҡыслап ҡараны—ысҡынмай.
Әммә Батыр өҫкә генә үрмәләй башлағайны, үлән-ағас, малайҙың ауырлығынан бөгөлөп төштө. Быны көтмәгән малай саҡ-саҡ артҡа тәкмәсләмәне. Шулай ҙа, бар таҫыллығын йыйып, ҡулын арҡандан ысҡындырманы.

Әмилә!
— тип ҡысҡырҙы ул. — Сәтләүекте өҙөп ал!
Бына дүрт ҙур сәтләүек малай менән ҡыҙҙың ҡулында. Тик уларҙың тышы һабынланған кеүек шыуғалаҡ.

Ана йылға, — тине Әмилә. — Йыуайыҡ.
Ярға яҡынлаштылар. Шул ерҙә был таныш түгел планетала үҙҙәрен аҙым һайын ҡурҡыныс һағалап торғанлығын йәнә аңланылар.
Батыр, ҡулындағы сәғәтен сисеп үлән өҫтөнә һалды ла, сәтләүекте тотоп йылға өҫтөнә эйелгәйне, һыу аҫтынан ҙур бер бүрәнәнең күтәрелә башлауын шәйләне.
Тәүҙә Батыр ҡаушабыраҡ китте. Ниндәй бүрәнә? Ниңә сығып килә? Яҡшылабыраҡ ҡарағас, бүрәнәнең ике күҙе барлығын күрҙе? Етмәһә, ул туп-тура Батырға ынтыла икән!
Малай йәһәт кенә артына әйләнеп ҡараны: Әмилә ҡайҙа? Ҡыҙ арттараҡ тора икән. Ул, уны-быны уйламайынса, һауалағы һары һайыҫҡандарҙы күҙәтә.

Әмилә!
— тип ҡысҡырҙы Батыр һәм йылғанан ситкә ырғыны. — Ҡас!
Ҡыҙ менән малай бар көстәренә урманға табан йүгерге.
Бер аҙ барғас,
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
  • Части
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1615
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
    Общее количество слов 4079
    Общее количество уникальных слов составляет 1616
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
    Общее количество слов 4118
    Общее количество уникальных слов составляет 1679
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
    Общее количество слов 3974
    Общее количество уникальных слов составляет 1629
    37.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.2 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
    Общее количество слов 4017
    Общее количество уникальных слов составляет 1632
    37.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
    Общее количество слов 4147
    Общее количество уникальных слов составляет 1669
    39.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
    Общее количество слов 4137
    Общее количество уникальных слов составляет 1573
    41.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1606
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
    Общее количество слов 4004
    Общее количество уникальных слов составляет 1677
    37.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
    Общее количество слов 3925
    Общее количество уникальных слов составляет 1714
    35.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
    Общее количество слов 3900
    Общее количество уникальных слов составляет 1705
    35.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
    Общее количество слов 4069
    Общее количество уникальных слов составляет 1738
    34.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    49.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
    Общее количество слов 4078
    Общее количество уникальных слов составляет 1883
    32.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    46.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    53.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов