Latin

Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08

Общее количество слов 4096
Общее количество уникальных слов составляет 1606
37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
Урға алып китәсәктәр. Был малай бер ҡурҡыныс эксперимент өсөн кәрәк. Йыуан менән Һонтор ул эксперименттың маҡсатын да, нисек үткәреләсәген дә белмәй, фәҡәт малайҙың тере ҡалмаясағы тураһында ғына ишеттеләр... Ана шуға ла уларға Батырҙы күҙҙең ҡараһы кеүек һаҡларға кәрәк.
Хәҙер нисек тә Әмиләне эләктерһәләр...
Хәйер, быныһы тотолғас, ҡыҙҙы аулауы ҡыйын булмаҫ. Ошоғаса барыһын да ошо малай бутап йөрөнө бит.
Йыуан менән Һонтор
Ур телендә ошо хаҡта һөйләшеп алдылар.
Батырҙың барыһын да аңлауы уларҙың башына ла инеп сыҡманы, әлбиттә.
Шунан
Йыуан:

Әмилә ҡайҙа? — тип һораны башҡортсалап.

Белмәйем.

Нисек белмәйһең? — Һонтор малайҙың иңбашынан тотоп һелкетеп алды. — Ул бит һинең менән ине. Ҡайҙа осрашырға һөйләштегеҙ?

Һөйләшмәнек.
Мин Әмиләне юғалттым.

Алдаша!
— тине Һонтор асыулы тауыш менән. — Тик юҡҡа өмөтләнмә. Беҙ уны барыбер тотасаҡбыҙ! Бына ҡара: был прибор
Әмиләнең алыҫ түгеллеген күрһәтә.
Батыр
Һонтор усындағы шырпы ҡабынан саҡ ҡына ҙурыраҡ әйбергә күҙ һалды. Уның экран кеүек урынында ниндәйҙер һандар үтеп тора.

Был һандар ошо минутта Әмиләгә тиклемге араны аңлата.
Уңға атлаһаҡ, һандар үҫә. Тимәк, ҡыҙҙан алыҫлашабыҙ. Һулға атлаһаҡ — кәмей.
Әмилә шул яҡта. Күпкә бармаҫ, эләктерәбеҙ уны ла!
Ҡапыл экрандағы һандар арта башланы. Күрәһең,
Әмилә икенсе яҡҡа боролдо. Йыуан менән
Һонтор ҙа, приборҙы тотҡан килеш улай-былай атлап ҡаранылар. Ниһәйәт, ҡыҙҙың ҡайһы яҡҡа йүнәлгәнен белделәр һәм малайҙың ике беләгенән эләктереп шул тарафҡа ашыҡтылар.

Шәберәк ҡыбырла! — тине бер аҙ барғас Һонтор.
Батыр, ысынлап та, быларға ҡамасаулау өсөн һөйрәлә биреп атлай ине.

Минең аяғым ауырта, — тип алдашты малай. Шунан бөтөнләй туҡталып ҡалды.
Йыуан менән Һонтор Ур телендә үҙ-ара кәңәшләшә башланы.

Алдаша!
— тине Йыуан.

Алдашамы, юҡмы — ул барыбер рәтләп атламаясаҡ,
— тип әсенде Һонтор. — Әмиләне ҡыуып етһәк тә, был беҙгә ҡыҙҙы тоторға бирмәйәсәк.

Берәй ергә бикләргә кәрәк, — тип тәҡдим яһаны
Йыуан. — Шунда ултырып торор. Әмиләне тотҡас, барып алырбыҙ.
Йыуан менән Һонтор тынып ҡалдылар. Батырҙы ҡайҙа бикләргә икән, тип уйландылар, күрәһең. Малай ҙа үҙ уйҙарына сумды.
Быларҙан нисек ҡотолорға? Шунан ҡайһылай итеп Әмиләне табырға? Ул осрашаһы урынға ҡат-ҡат барғандыр ҙа, хәҙер бөтөнләй икенсе яҡҡа киткәндер. Әмиләне эҙләүҙән башҡа уны тағы күпме ауыр һәм ғүмерҙә лә тормошҡа ашыра алмаҫтай эштәр көтә:
Хәлитте табыу, ҡотҡарыу, шунан Мансур ағайҙың эҙенә төшөү...
Ҡапыл
Һонтор туҡталды:

Таптым!
— тине ул Ур телендә. — Таптым был малай менән ни эшләргә кәрәклеген! Беҙҙең бит билдек бар! Уның йоҙағы серле.
Урмандың кеше йөрөмәҫтәй урынына индереп шул билдек менән был малайҙы бер ағасҡа бәйләйбеҙ. Ике-өс сәғәттә бер ни ҙә булмаҫ.

Дөрөҫ!
— тип килеште уның менән Йыуан. — Тик йоҙаҡтың сере бит билдектең өҫтөнә яҙылған.

Бында
Ур телен белгән кеше бар тиһеңме?
Ҡысҡырып кеше саҡырмаһын өсөн ауыҙына сепрәк тығабыҙ. Ҡулын бәйләйбеҙ.
«Быныһы хөрт, — тип уйланы Батыр. — Ҡулды бәйләһәләр, билдекте сисә алмам бит.»
Йыуан менән Һонтор Батырҙы Ағиҙел буйына алып төштө. Шунан ағастарҙың ҡуйыраҡ еренә индереп, бер йыуан ғына ҡайынға Һонторҙоң биленән сиселгән билдек менән бәйләп ҡуйҙылар.

Ҡулымды бәйләмәгеҙ, — тине малай. — Бында серәкәй күп. Был билдекте барыбер сисә алмайым бит.

Ярай,
— тине Йыуан. — Тик ҡысҡыра башлаһаң, кире киләбеҙ ҙә ауыҙыңа сепрәк тығып, ҡулдарыңды шаҡырайта бәйләп китәбеҙ.
Тиҙҙән
Йыуан менән Һонтор күҙҙән юғалды. Шуны ғына көтөп торған Батыр билдектәге яҙыуҙарҙы уҡырға кереште. Әлбиттә, ҡайһы бер һүҙҙәр аңлашылмай. Әммә билдекте нисек сисергә кәрәклегенә төшөнөргә була! Бик хәйләкәр эшләнгән дә икән йоҙағы! Ер кешеһенең башына килерлек түгел. Әммә Ур телен белгән кешегә уны ысҡындырыуы бик үк ауыр булманы.
Ярты минут үтеүгә Батыр тотҡондан ҡотолдо.
Шунан билдекте үҙенең биленә тағып алды. Кәрәге булыуы бар.
Хәҙер иң мөһиме — Әмиләне табыу.
БАТЫР
ӘМИЛӘНЕ ЭҘЛӘЙ
Тәүҙә
Батыр осрашырға һөйләшкән урындарына йүгерҙе.
Бәлки,
Әмилә шунда ултыралыр. Тик ҡыҙ унда юҡ ине. Батыр бер аҙ көтөп ҡараны. Йәнәһе, ҡыҙ килеп сыҡмаҫмы?
Әммә бында ике минуттан артыҡ туҡталып торорға түҙеме етмәне. Әмиләгә һәр минут һайын ҡурҡыныс янағанда нисек бында ултырып сыҙарға мөмкин?!
Тиҙерәк ҡыҙҙы табырға, яҡларға!
Батыр мөйөштәге магазинға табан йүгерҙе. Әмилә уны шул тирәлә эҙләйҙер. Бәлки, «Һалам эшләпә» менән осрашҡандыр.
Ул әҙәмгә бик ышанып барырға ярамай. Бик хәйләкәр кешегә оҡшаған. Ул, моғайын, ҡыҙ менән малайҙы тоҙаҡҡа эләктереү өсөн йөрөй.
Ана магазин! Батыр ағастар араһынан ҡарап тора. Яҡын-тирәлә ҡурҡырлыҡ нәмә юҡ шикелле. Магазин эсенә күҙ һалырға кәрәк. Йәшенгән урынынан сығып барған малай ҡапыл ҡатып ҡалды. Сөнки ул урам осонан был яҡҡа табан килә ятҡан Йыуан менән Һонторҙо күрҙе. Бик ашығып атлайҙар.
Тимәк, Әмилә ошо тирәлә. Уны ҡотҡарырға кәрәк! Батыр ағас араһынан башын сығарып алға ҡараны. Юҡ, ҡыҙ күренмәй. Малай ҡыуаҡтар араһынан Йыуан менән Һонтор атлаған йүнәлештә йүгерҙе. Бер аҙ барғас, шып туҡтап ҡалды.
Урамдың арғы яғында, өй ышығында, Әмилә менән
«Һалам эшләпә» һөйләшеп тора! Батыр уларға табан сапты. Тиҙерәк теге яҡҡа сығырға, Әмиләне иҫкәртергә! Йыуан менән
Һонтор етеп килә бит! Әмәлгә ҡалғандай, юл тулы машина! Береһенә-береһе менә яҙып килә, һис тә араларынан йүгереп үтерлек түгел.
— Әмилә!
— тип ҡысҡырҙы Батыр.
Малайҙың тауышы машиналар геүләүенә күмелеп юғалды. Ни эшләргә? Күрә тороп тәгәрмәстәр аҫтына ташланып булмай ҙа баһа! Ә Йыуан менән Һонтор Әмиләгә яҡынлаша! Ә Әмилә, үҙенә ниндәй ҡурҡыныс янағанын белмәйенсә,
«Һалам эшләпә» менән һөйләшеп тик тора!
Ул арала эҙәрләүселәр өй мөйөшөнә барып етте. Улар Әмиләне күреп ҡалды! Тик ҡыҙ янында сит кеше булғанға ғына туҡталдылар.
Бына улар мөйөшкә ышыҡланып кәңәшләшергә керештеләр.
Ошо ерҙә машиналар араһында йүгереп үтерлек ара барлыҡҡа килде. Батыр күп уйлап тормайынса алға ташланды. Тиҙерәк!
Әмиләне етәкләп ала ла ҡаса! Башҡаса сара юҡ! Әгәр йәнтәслимгә йүгерһәләр, бәлки, ҡотола, алырҙар!
Батыр йүгерә! Ул барып еткәнсе генә һалам эшләпәле ир китмәй торһасы! Инде Әмиләгә тиклем илле аҙым тирәһе генә ҡалды!..
Туҡта!
Батыр ни күрә?! «Һалам эшләпә» Әмиләне яңғыҙ ҡалдырып китә башланы! Их, өлгөрмәй!
Хәҙер бит тегеләр Әмиләне эләктерәсәк!
Ошо ерҙә бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды.
Һалам эшләпәле ир ун аҙым да китмәне,
Йыуан менән Һонтор мөйөштән сығып
Әмиләгә табан атланы. Ләкин улар ҡыҙҙы тоторға өлгөрмәне, ҡайҙандыр таныш булмаған ике егет килеп сыҡты ла, ни эшләргә белмәйенсә торған ҡыҙҙы икеһе ике беләгенән эләктереп алды. Шунда уҡ улар Әмиләне тротуар ситендәге «Москвич» машинаһына табан алып китте.
Йыуан менән Һонтор быны көтмәгәйне, шуға шаҡ ҡатып туҡтаны. Әгәр ҡыҙҙы машинаға ултыртып алып китһәләр, уны тиҙ генә таба алмаясаҡтар, тапҡан хәлдә лә был билдәһеҙ кешеләрҙән ҡыҙҙы тартып алып булмаясаҡ!
Ур кешеләре алға ташланды. Шунда уҡ Әмиләне ике яҡтан тотҡан егеттәр ергә тәгәрләп китте. Йыуан ҡыҙҙың ҡулынан эләктерҙе, әммә ул арала теге ике егет ырғып торҙо.
Йыуан быларҙан һаҡланыу өсөн ҡыҙҙы ысҡындырырға мәжбүр булды.
Ошо ваҡыт эсендә алыш башланған урынға
Батыр йүгереп килеп етте. Ул шунда уҡ ҡыҙҙың беләгенән тотто ла ситкә тартты:

Әмилә, әйҙә!
Һуңғы секундта малай Һонтор менән Йыуандың теге ике егеткә сат йәбешкәнлеген күреп ҡалды. Ары ни булырын ҡарап торманы
Батыр менән Әмилә, улар, көтөлмәгәндә килеп тыуған иректән файҙаланып, был урындан ситкә ташландылар...
«ҠАРСЫҒА»
ТЕШЕН КҮРҺӘТӘ
Күпмелер йүгергәс, малай менән ҡыҙҙың тамам хәлдәре бөттө. Бер эскәмйә янында улар, алдан һөйләшкән кеүек, икеһе лә туҡталып ҡалды. Шунан бер-береһенә ҡаранылар ҙа ҡапыл көлөргә тотондолар. Көтмәгәндә ошолай осрашыуҙары ла, уйламаған ерҙән дошмандарының тырнағынан ҡотолоуҙары ла бик мәҙәк килеп сыҡты бит! Тегеләр хәҙер ни эшләй икән? Һуғышып-һуғышып туҡтаһалар, эргәләрендә Әмилә юҡ! Эй, хайран ҡаласаҡтар ҙа һуң!
Көлөп туйғас, ҡыҙ менән малай бер-береһен юғалтышып торған арала үҙҙәре менән ниҙәр булғанлығын һөйләргә тотондолар.
Шунан тынып ҡалдылар. Ары ни эшләргә?
Хәҙер шул хаҡта уйларға кәрәк.

Теге һыраханаға барайыҡ, — тип тәҡдим яһаны
Әмилә. — Хәлит шунда булырға тейеш.

Дөрөҫ,
— тип килеште Батыр. — Тик беҙгә бик һаҡ булырға кәрәк. Теге ике егеттең һине эләктерергә маташыуы юҡҡа түгел.
Улар беҙҙе йә тоторға, йә юҡ итергә теләй.
Ун минуттан малай менән ҡыҙ «Ҡарсыға»ның һыраханаһы янында тора ине. Бында йәнә ир-ат йыйылып киткән, тимәк, тағы һыра һата башлағандар. Быныһы һәйбәт, ул-был килеп сыҡһа, күмәк кеше араһында эҙ яҙлыҡтырыу еңелгә төшөр...
Һырахана эсенә инеп сыҡтылар. Арыраҡ тағы бер ишек бар. Әгәр Хәлит бында булһа, уны фәҡәт ана шул ишектән эскә инеп эҙләргә кәрәк. Ләкин ҡатынға һиҙҙермәйенсә нисек эскә үтергә?
Шик тыуҙырмаҫ өсөн киренән урамға сыҡтылар.
Уларға бер урында оҙаҡ уралырға ярамай—шуныһы оло бәлә. Сөнки Йыуан менән Һонтор тигәнсе килеп етәсәк.

Былай итәбеҙ, — тине Батыр. — Һин ҡатынды әүрәтәһең. Шул арала мин һиҙҙермәй генә теге ишеккә инеп китәм. Шунан һин китерһең. Бер ярты сәғәттән... Салауат һәйкәле янында осрашырбыҙ.
Бер минуттан һыра һатыусы янында шундай сәхнә булды.
Әмилә ҡатынға яҡынлашты ла:

Миңә бер стакан һыра ҡойоғоҙ! — тине.
Сиратта торған ирҙәр көлөшә башланы:

Оятһыҙ, ошо йәшеңдән эсмәһәң!

Башың ауыртамы әллә?

Ҡой инде, йәлләмә! — тиеүселәре лә табылды.
Һатыусы күҙ ҡырыйы менән ҡыҙға ҡараны:

Аҡсаң бармы һуң?

Юҡ,
— тине Әмилә. — Ярты стакан булһа ла ҡойоғоҙ әле!

Аҡсаң булмағас, йөрөмә бында! — Ҡатын асыулы ғына өндәште.
Әмилә, шуны ғына көткән кеүек, ҡапыл һатыусы янындағы бер тулы көрөшкәгә ынтылды.
Ҡатын бесәй тиҙлеге менән ҡыҙҙың ҡулына һуғып ебәрҙе. Быны күреп бер нисә ир
Әмиләне яҡлаша башланы. Шау-шыу ҡупты.
Шул арала прилавка янында йәшенеп ултырған Батыр һатыусы артындағы ишеккә сумды. Уға Әмиләнән башҡа бер кем дә иғтибар итмәне.
Ары ғауғалашып тороу кәрәкмәй ине. Ҡыҙ тыныс ҡына ҡиәфәт менән һырахананан сығып китте...



Батыр, артынан ишек ябылғас та, эргәләге ҙур мискәләргә ышыҡланып, тирә-йүнгә ҡолаҡ һалды. Һыраханалағы ирҙәрҙең шаулауы бик ҡамасаулай, шулай ҙа теге мөйөштә кемдәрҙеңдер һөйләшеүен шәйләргә була.
Малай алғараҡ үтте.
Бында бер нисә ишек бар. Батыр тәүгеһен тартып ҡараны — бикле. Икенсеһе лә асылмай.
Өсөнсөһөнөң артында тауыштар ишетелә.
Батыр йәшниктәр артына сумып тыңларға кереште.

Кем ине улар? — тип һораны ҡалын тауышлы ир.

Белмәйем.
— Икенсе берәү аҡланған тауыш менән өндәште.

Милициянан түгел инеләрме?

Былай бик оҫта һуғышалар. Беҙ ҡыҙҙы тотоп ҡына алғайныҡ, килеп йәбештеләр...
Батыр һағайҙы. Бында магазин янында яңы ғына булған алыш хаҡында һүҙ бара! Тимәк, теге ике егет ошо ҡалын тауышлы ирҙең ҡушыуы буйынса йөрөгән! «Ҡарсыға»ның үҙе шул түгелме икән? Хәҙер ул егеттәр, бында ҡайтып, хужалары алдында аҡланып ултыралар.
Ҡапыл коридор осондағы ишектең асылыуы ишетелде. Батыр йәшниктәр араһына нығыраҡ һыйынды. Йөрәге атылып сығырҙай булып тибә! Әгәр эләктерһәләр, ул да
Хәлит кеүек юғаласаҡ!.. Быларҙың ҡулынан ҡотолоуҙары — ай-һай!.. Ошо ерҙә, малай нығыраҡ һыйындымы икән, өҫтәге бер йәшник дөбөр-шатыр иҙәнгә төшөп китте.
Батыр ҡурҡышынан күҙҙәрен сытырлатып йомдо!
Шунда уҡ эргәләге ишек асылды. Унан өс ир килеп сыҡты.

Кем бар бында? — тип өндәште уларҙың ҡалын тауышлыһы.
Уға ишектән инеп коридор буйлап атлап килгән кеше яуап бирҙе:

Ни булды? Ниңә ҡоттарығыҙ осҡан?

Нимәлер дөпөлдәп төштө.

«Ҡарсыға», һин ҡурҡаҡҡа әйләнә бараһың! — тип көлдө тегеһе. — Мин ишекте шартлатып яптым. Шуны ишеткәнһегеҙҙер.
Барыһы ла бүлмәгә инеп китте. Батыр еңел итеп тын алды.
Тотолдом, тип уйлағайны бит!.. Тимәк, теге ҡалын тауышлы
— «Ҡарсыға»!..

Бына, эшкинмәгәндәр! — Йәнә
«Ҡарсыға»ның тауышы ишетелде. — Теге ҡыҙҙы тота алмағандар!

Нисек?
— тип хайран ҡалды яңы ғына килеүсе ир. — Мин бит уларҙың ауыҙына ҡаптырып киттем!
Бәй, был бит «Һалам эшләпә»! Тимәк, ул Батыр менән Әмиләне тоттороу өсөн йөрөгән!
Ул арала бүлмәләгеләр «Һалам эшләпә»гә магазин янында булған алышты йәнә һөйләп сыҡтылар. Йыуан менән Һонторҙоң китеп барыуҙары уларҙы бик ныҡ аптыратты.
Әгәр милициянан булһа, улар егеттәрҙе ҡулға алырға маташыр ине бит!

Улар беҙҙе бутарға итмәйме икән? — тине
«Ҡарсыға». — Был бала-саға юҡҡа йөрөмәй!
Тотолған малай бындамы әле?

Бында,
— тине егеттәрҙең береһе.

Һыраханала тентеү ойоштороуҙары бар. «Йәшел һарай» ға илтеп бикләгеҙ. Хәҙер үк!

Аңлашылды.

Әгәр теге малай менән ҡыҙ беҙҙең менән ҡыҙыҡһынһа, икеһен дә юҡ итергә! Тик эҙ ҡалдырмағыҙ!
Батырҙың йөрәге ҡыҫылды. Улар бит Әмилә менән
Батырҙы үлтерергә итәләр! Хәлит әле тере. Әммә уны ла шул яҙмыш көтә, әлбиттә.
Уны бер нәмәгә ҡарамай ҡотҡарырға кәрәк!
Хәлит әлегә бында. Ләкин хәҙер алып китәләр! Ул саҡта дуҫын бөтөнләй табып булмаясаҡ!
Бәлки, милицияға хәбәр итергәлер? Юҡ, улар килеп еткәнсе Хәлитте ситкә оҙатырҙар.
Унан һуң бер ни ҙә иҫбат итеп булмаясаҡ!
Ни эшләргә?
Дуҫы өсөн ҡурҡыу арҡаһында Батыр был минутта һаҡ ҡыланырға кәрәклеген дә онотто. Ул, урынынан ырғып тороп, бикле ишектәрҙең береһе янына йүгереп килде, йәнә тартып ҡараны. Шунан әкрен генә өндәште:

Хәлит!
Эстән шылт иткән дә тауыш ишетелмәне. Малай икенсе ишеккә ташланды:

Хәлит!
Һин бындамы?
Батыр ҡолағын ишеккә терәне. Ҡапыл эстә ниҙер ҡыштырланы. Бына Батырҙың ҡолағына сибек кенә тауыш салынды:

Батыр!
Һинме?
Хәлит!
Ул бында! Ошо ишек артында!

Мин!
Мин! — Батырҙың тамағына төйөр килеп тығылды.

Батыр!
Улар мине... Ҡотҡар мине, Батыр!..
Ошо минутта бүлмәнең ишеге асылып китте.
Батыр йәшен тиҙлеге менән эргәләге мискә артына сумды. Эргәгә генә ике егет килеп туҡтаны. Әгәр бында саҡ ҡына яҡтыраҡ булһа, улар һис шикһеҙ Батырҙы күрер ине...
Егеттәрҙең береһе кеҫәһенән асҡыс сығарып ишекте асты. Унда Хәлит күренде.

Батыр?
— Ул тирә-яғына ҡаранды. Яңы ғына ишек аша һөйләшкәс, Батыр уны ҡотҡара тип уйлағандыр инде.

Ниндәй
Батыр? — тине егеттәрҙең береһе. — Әйҙә!
Хәлит!
Бына эргәлә генә! Әгәр көсөнән килһә,
Батыр ырғып торор ине лә дуҫын бандиттарҙың ҡулынан йолҡоп ҡына алыр ине. Тик был мөмкин түгел!
Ә
Хәлит һаман улай-былай ҡаранды. Яңы ғына уның тауышын ишетте бит ул! Шул арала ҡайҙа булған?
Ҡапыл
Хәлит мискә артында йәшенеп ултырған дуҫын күрҙе, һәм барыһын да аңланы. Шуға ашығып ҡарашын ситкә алды. Тик һуң ине инде. Хәлиттең сәйер ҡылығына тегеләр иғтибар итте...
Батыр бөтә тәне менән һиҙҙе: егеттәр уны күрҙе!
Күрҙе!! Ары йәшенеп ултырыуҙың файҙаһы юҡ! Батыр урынынан ырғып торҙо ла эргәһендәге мискәне тегеләргә табан этеп ебәрҙе. Үҙе коридор буйлап ишеккә ташланды. Залға сыҡҡас та малай прилавка артында торған һатыусыға бәрелде. Теге ултыра төштө, ҡысҡырып ебәрҙе. Зал тулы кеше. Батыр кемгәлер һуғылды, ҡолап китә яҙҙы. Батыр тышҡа килеп сыҡты ла ҡапыл уңға тартты. Эргәлә генә бер ир һыра эсеп торған икән. Шуға төкөнө. Тегенең ҡулындағы көрөшкәһе төшөп китте. Батыр алға сапты. Ҡыуыусылар уйламаған ергә йәшенергә! Тик ҡайҙа ундай урын? Батыр һырахананың артына килеп сыҡты. Эргәлә генә бер «Москвич» тора. Малай уны таныны, теге егеттәрҙең машинаһы. Батыр йәһәт боролоп артына ҡараны. Ҡыуып килеүселәр күренмәй әле. Аяҡ тауыштары мөйөш артында ишетелә. Батыр күп уйлап торманы, «Москвич»тың багажнигын асты ла эскә сумды. Шул ыңғайы ҡапҡасын шапылдатып ябып та ҡуйҙы. Бына машина эргәһенә йүгереп килеп еттеләр. Ҡурҡыуҙан
Батырҙың йөрәге туҡтап ҡалғандай булды.
Күрҙеләрме, юҡмы? Аяҡ тауыштары машинаға яҡынлашты. Оҙонлоғо сәғәт кеүек тойолған бер нисә секунд үтте...
ХӘҮЕФЛЕ
МИНУТТАР
Хәҙер
Әмиләнең бар маҡсаты — нисек тә Йыуан менән Һонторҙоң ҡулына эләкмәү. Шуға бер урында туҡтап оҙаҡ торорға ярамай.
Ярты сәғәттән ул Салауат һәйкәле янында
Батыр менән осрашыр. Унан һуң Хәлит менән Мансур ағайҙы ҡотҡарырға тырышырҙар.
Шунан... Эҙәрләүселәрҙән бер ҡасан да ҡотолоп булмаясаҡ! Әмилә туҡталып ҡалыу менән теге прибор Йыуан менән Һонторҙо ҡыҙ янына алып киләсәк! Ләкин һәр ваҡыт ошолай йәшәп булмай бит! Ни ҙә булһа эшләргә кәрәк!..
Әмилә белә: эҙәрләүселәр бер ҡасан да үҙ уйҙарынан баш тартмаясаҡ. Уларға Әмиләне станцияға алып ҡайтырға, Ерҙә күргәндәрен хәтеренән юйырға бойороҡ бирелгән.
Йыуан менән Һонтор шул фарманды бер нәмәгә ҡарамайынса тормошҡа ашырырға тейеш.
Ошоларҙы уйлаһа, ҡыҙҙың кәйефе селпәрәмә килә.
Алда өмөт юҡ! Иң ҡыйыны шул!..
Ярай, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Ҡыуаныстары ла бар бит Әмиләнең! Батыр уның янында.
Малайҙы юғалтмаҫ өсөн Ерҙә ҡалды бит
Әмилә. Урҙы нисек кенә һағынһа ла, ҡыҙ бынан китмәйәсәк. Сөнки ул үҙенең тормошон Батырһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Бына хәҙер Әмилә Салауат һәйкәле янына барыр, Батырҙы осратыр һәм... бөтә ҡайғылар онотолор!
Ҡыҙ ашығып атлай, ара-тирә ҡырҡа рәүештә йүнәлешен үҙгәртә, шунан артына әйләнеп ҡарап ала. Әлегә эҙәрләүселәр күренмәй.
Әмилә сәғәтенә күҙ һалды. Батыр менән айырылышыуҙарына барлығы ун биш минут үткән. Тағы йөрөргә кәрәк әле. Алда йәнә
Батыр инеп киткән һырахана күренде.
Уның янында әүәлгесә оҙон сират тора.
Ҡыҙ бер кемгә лә иғтибар итмәйенсә ары үтә башланы.
Шул мәл кемдер уға өндәште:

Эй, ҡыҙыҡай!
Әмилә терт итеп ҡалды. Кем ул? Нимә кәрәк уға?
Ҡыҙ тауыш килгән яҡҡа ҡараны. Уға табан бер ир ҡабаланып атлай. Ҡыҙ ашығып уйланы. Таныш түгел. Әмиләне бында аҙым һайын ҡурҡыныс һағалап тора. Был әҙәм ниндәй уй менән яҡынлаша? Ни эшләргә?
Ҡасырғамы, юҡмы?

Нимә кәрәк һеҙгә? — тип һораны Әмилә теге ир килеп етмәҫ борон.

Һеҙ
Хәлиттең дуҫымы?

Ниндәй
Хәлиттең? — Әмилә бер ни аңламаған булып ҡыланды. Кем белә — бәлки, ул
«Һалам эшләпә» кеүек уны тоторға итәлер.

Минән ҡурҡма. — Пеләш ир тирә-яғына ҡарап алды. — Мин һеҙгә ярҙам итергә теләйем.
Һеҙ һаҡ булығыҙ. Улар һеҙҙе юҡ итергә йыйына!

Һеҙ ни һөйләйһегеҙ? — Әмилә ғәжәпләнгән күҙҙәрен иргә төбәне. — Мин бер ни аңламайым. — Шунан боролдо ла ситкә атланы. — Күңеле һиҙә — уға был тирәлә ҡурҡыныс янай.

Туҡтағыҙ!
— тине пеләш ир. — Мин һеҙгә Хәлиттең ағаһы ҡайҙа икәнлеген әйтәм!
Ҡыҙ артына әйләнде. Ошо ерҙә тротуар буйлап ҙур тиҙлек менән яҡынлашып килеүсе аҡ ҙы күрҙе Әмилә. Тапай бит! Ситкә ырғырға, тигән уй килде ҡыҙҙың башына. Тик һуң инде, өлгөрмәй!.. Әмиләнең ҡото осто!
Үлеүе ошомо? Күҙ асып йомғансы ниндәйҙер көс ҡыҙҙы ағастар араһына алып ырғытты.
Шунда уҡ машина эргәнән генә шыжлап үтеп китте. Ана ул кире юлға төштө һәм күҙҙән дә юғалды.
Әмилә ергә йығылғанда ҡулының ауыртҡанлығын тойҙо. Башҡа ере иҫән-һау. Ҡыҙ урынынан тороуға сираттағы ирҙәр йүгерешеп килеп етте.

Ни булды? Тапанымы? Хулигандар! — тигән тауыштар ишетелде. Әмиләне уратып алдылар. — Бер ерең дә ауыртманымы?
Ҡыҙ кешеләрҙе йырып сыҡты. Пеләш ир ҡайҙа?
Әгәр ул Әмиләне ситкә ырғытмаһа, ошо минутта ҡыҙға яҡты донъя менән хушлашырға тура килер ине.
Пеләш ир ситтәрәк тора. Ҡурҡышынан йөҙө ап-аҡ булған. Әмиләне күргәс, йылмайғандай итте.

Рәхмәт һеҙгә, — тине ҡыҙ ихлас күңелдән. — Мин ысынлап та Хәлиттең дуҫы. Әгәр белһәгеҙ, әйтегеҙ: Хәлит менән уның ағаһы ҡайҙа?
Ҡапыл ир һағайҙы. Йөҙөндә оло ҡурҡыу барлыҡҡа килде. Ҡыҙ йәһәт боролоп ир текәлгән яҡҡа ҡараны. Аллея осонан уларға табан өс ир йүгереп килә ине.

Уларға һин кәрәк! Ҡас! — тине ир. — Минең адрес:
Ҡояшлы урамы, илле дүртенсе йорт!
Ир шунда уҡ юҡ та булды. Теге өс ир яҡынлаша!
Әмилә оҙаҡ уйлап тормайынса алға ташланды...
БАТЫРҘЫҢ
СОСЛОҒО
Батыр
«Москвич»тың багажнигында ята.
Эҙәрләүселәр эргәлә генә. Күрҙеләрме, юҡмы уның бында йәшенгәнлеген? Бына кемеһелер багажникка таянды! Батыр тын да алмай. Ниһәйәт, аяҡ тауыштары алыҫлаша башланы. Шунан тынлыҡ урынлашты.
Күпмелер ваҡыт үтте. Батырға хәҙер сығырға ла булалыр. Ләкин хәҙер бит ошо машина менән Хәлитте ниндәйҙер «йәшел һарай»ға алып китәсәктәр. Әгәр багажникта йәшенеп бармаһа, нисек табыр ул ерҙе Батыр? Тик бына Әмилә менән осрашаһы урынға ваҡытында бара алмай. Ҡыҙ Батырҙы көтөп ыҙаланыр инде... Малай был хаҡта уйламаҫҡа тырышты. Әмилә, ни тиһәң дә әле иректә, ә Хәлитте ҡотҡарырға кәрәк.
Йәнә машина эргәһендә аяҡ тауыштары ишетелде.
«Москвич»тың ишектәре асылды.
— Ҡайҙа алып бараһығыҙ?
Хәлиттең тауышы! Батыр ҡыуанысынан, үҙе лә һиҙмәҫтән, һелкенеп ҡуйҙы. Башы менән ныҡ ҡына итеп эргәлә ятҡан тәгәрмәстең тимеренә һуғылды, телен тешләп алды.
Хәлитте икенсе урынға күсерәләр! Тимәк, юҡҡа ятмай Батыр багажник эсендә!
Бына машина ҡуҙғалып китте. Багажник эсендә йөрөүе бик уңайһыҙ икән. Малай туп кеүек тәгәрләп йөрөй. Башы, терһәге, тубығы әллә нәмәләргә һуғылып бөттө. Етмәһә, тын алмаҫтай булып туҙан күтәрелде.
Батырҙың тамағына, танауына саң тулды.
Ул бер нисә тапҡыр саҡ- саҡ сөскөрөп ебәрмәне. Шунан кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып танауын ҡапланы.
Ун минуттай барғас, машина һелкенә-һелкенә борола башланы, шунан туҡтаны. Бына
Хәлитте ҡайҙалыр алып киттеләр. Алыҫта ишек асылып ябылғаны ишетелде. Шунда уҡ Батыр әкрен генә багажникты асты һәм тирә- яғына күҙ һалды.
Машина төрлө яҡтан йорттар менән уратып алынған урында тора. Кеше-ҡара күренмәй. Батыр тиҙ генә йәшенгән урынынан сыҡты ла мөйөштәге таҡталар артына сумды.
Батырҙың артында — «Г» хәрефенә оҡшатып төҙөлгән ике ҡатлы йорт, ҡаршыһында оҙон, бейек һарай. Ул йәшел төҫтә. Туҡта! Бая «йәшел һарай» тип һөйләгәндәре ошомо икән?
Улайһа Хәлитте бында күсерҙеләр бит!
Батыр һарайҙы тышҡы яҡтан тикшерә башланы. Тәҙрәләре бар, ишеге берәү генә. Уның алдында бейек кенә тупһа, баҫҡыстар...
Бер аҙҙан ишек асылды, унан теге ике егет килеп сыҡты. Күп тә үтмәне улар, «Москвич»ҡа ултырып китеп тә барҙылар.
Батыр, тағы бер аҙ көттө лә, башҡаса бер кем дә күренмәгәс, ишеккә йүгереп барҙы. Эстә бер ниндәй тауыш ишетелмәй, буғай. Ләкин унда кем дә булһа булырға тейеш бит.
Тоҙаҡҡа эләкмәҫме? Малай икеләнде. Ләкин инмәйенсә лә китә алмай бит. Ни булһа, шул булыр! Батыр алға атланы.
Ул бәләкәй генә солансыҡҡа килеп инде.
Алда йәнә ике ишек. Батыр ҡолаҡ һалды.
Тағы ла йөрәкте тишеп алып барған шомло тынлыҡ! Әллә бер кем дә юҡмы бында?
Хәлиттең яңғыҙын ғына бикләп киттеләрме?
Ҡапыл асыҡ итеп аяҡ тауыштары ишетелде. Кемдер ишектең береһенә яҡынлашып килә! Батыр ҡабаланып тирә-яғына ҡаранды. Йәшенер урын юҡ! Икенсе ишекте тартты — бикле!
Малай урамға илтеүсеһенә ташланды.
Ҡапыл мөйөштә ятҡан беләк йыуанлыҡ бер нисә ағас күҙенә салынды. Батыр ныҡлап уйлап та торманы, шуларҙың береһен ҡулына тотоп ишек артына боҫто. Йөрәге күкрәгенән сыға яҙып тибә! Ни булыр? Һуғырға ҡыйыулығы етерме? Әгәр яҙа эләктерһә?
Бына ишек асыла башланы. Секундтар шундай оҙаҡ һуҙыла!.. Солансыҡҡа йыуантаҡ бер ир килеп сыҡты. Батыр оҙаҡ уйлап тормайынса, тегенең башына ағас менән ҡундырҙы. Ир стенаға һөйәлде, шунан әкрен генә иҙәнгә шыуып төштө. Батыр үҙенең эшенән үҙе ҡурҡып, бер аҙ урынынан ҡыбырлай алмай торҙо. Был ир юрамал ғына ята һымаҡ, ҡапыл ырғып торор ҙа Батырға ташланыр кеүек... Әммә ул ҡыбырларға ла уйламай ине. Әллә үлдеме? Батыр, бик ҡурҡһа ла, эйелеп тегенең күкрәгенә усын һалды. Йөрәге тибә! Малай, ҙур бәләнән ҡотолғандай, еңел итеп тын алды...
Батыр ир сыҡҡан ишектән эскә инде. Оҙон коридор.
Оста ике яҡта ла бер нисә ишек бар. Батыр шунда табан йүгерҙе. Ишектәрҙең береһен тартҡайны, асылып китте. Был бәләкәй генә бүлмә булып сыҡты. Унда өҫтәл, ултырғыс, карауат тора. Теге кеше ҡарауылсы, күрәһең. Был уның бүлмәһе.
Башҡа ишектәр бикле булып сыҡты. Батыр уларҙың һәр береһен һелкетергә кереште:

Хәлит!
Хәлит!
Ишектәрҙең береһенең артынан тауыш килде:

Батыр!
Һинме был?
Хәлит!
Бына ҡайҙа бикләгәндәр уны!

Мин!
Хәҙер асам! Саҡ ҡына көт!
Батыр ҡарауылсының бүлмәһенә ташланды. Стенала асҡыстар күренмәй. Малай өҫтәлде аҡтарырға тотондо. Юҡ асҡыс! Ҡарауылсының үҙендәме икән? Батыр коридорға йүгереп сыҡты ла тегенең янына килде. Уның кеҫәһен ҡарарға кәрәк! Ҡапыл иҫенә килһә? Икеләнеп ваҡытты һуҙыуы ла ҡурҡыныс, ысынлап та, тороп баҫыуы бар!
Малай, бар ҡыйыулығын йыйып, ҡарауылсының кеҫәләрен тикшерергә тотондо. Тәүге кеҫәһе буш ине, ә бына икенсеһенән бер бәйләм асҡыстар килеп сыҡты. Батыр Хәлит бикләнгән бүлмә янына йүгереп килде.
Быларҙың ҡайһыһы ишекте асыр? Ашыҡҡан саҡта ҡулы ла ҡалтырай башлай бит! Ә йөрәге ярыла хәҙер! Күңеленә ҡарауылсы иҫенә килеп бында табан атлай кеүек!
Йәиһә, башҡа кешеләр килеп сыҡмаһын!..
Ниһәйәт, ишек асылып китте. Шунда уҡ Хәлит дуҫын ҡосаҡлап алды. Уның күҙҙәрендә йәштәре күренде.

Мин инде... Һине башҡа күрә алмам, тигәйнем...— Хәлит танауын һөртөп алды.

Тиҙерәк, ҡасайыҡ бынан! — тине Батыр.
Ярты минут та үтмәне, малайҙар урам буйлап йүгереп килә ине. Был үҙәк баҙар тирәһе икән. Салауат һәйкәленә тиклем ара йыраҡ ҡына. Батыр менән Хәлит трамвай туҡталышына ашыҡты...
ОСРАШЫУ
Салауат һәйкәле янында Әмилә юҡ ине.
Уның урынына малайҙар телецентр яғынан килә ятҡан Йыуан нән
Һонторҙо күрҙе. Тәүҙә Батыр ҡаушап ҡалды, аҙаҡ ҡыуанды. Улар был яҡҡа табан ҡабалана икән, тимәк, Әмилә ошо тирәлә булырға тейеш. Тиҙерәк ҡыҙҙы бырға!
Батыр менән Хәлит тирә-яғына ҡаранды. Юҡ, ҡыҙ бер ҡайҙа ла күренмәй. Аҫта, ағастар араһындамы икән ни? Малайҙар һәйкәлде ике яҡтан урап аҫҡа төшә башланылар.

Әмилә!
— тип ҡысҡырҙы Батыр. — Әмилә!
Көтмәгәндә, аҫтаныраҡ яуап килде:

Батыр!
Был бит Әмилә! Малайҙар тауыш килгән яҡҡа йүгерҙе. Күп тә үтмәнеләр, бында табан күтәрелеп килгән ҡыҙға тап булдылар.
Шул саҡ өсөһөнөң ҡыуанышыуын күрһәң!
Әйтерһең, йылдар буйы күрешмәгәндәр!..
Ниһәйәт, улар бергә! Тик оҙаҡ шатланып торорға ваҡыт юҡ. Йыуан менән Һонтор—эргәлә.
Улар ҙа аҫҡа төшөп киләлер әле!
Ағастар араһынан йылға буйына төштөләр һәм күпергә табан ашыҡтылар. Шул арала һәр кеме айырылышып торған арала үҙҙәре менән ниҙәр булғанлығын һөйләне. Әмилә теге өс ирҙән саҡ ҡасып ҡотолған. Йыуан менән Һонторға ла эләгә яҙған. Шуға аҫҡа төшөп киткән. Ҡыҙ баҡһаң, был юлдан икенсе тапҡыр үтә. Батырҙы эҙләп һәйкәл янына килә икән дә, йылға буйына төшә, шунан күпер тапҡырынан ҡалаға күтәрелә...
Теге пеләш ир хаҡында ла һөйләне малайҙарға, адресын әйтте.
Батыр менән
Хәлит аптырап ҡалды. Барырғамы унда, юҡмы? Әгәр тоҙаҡ булһа?..
Хәлит үҙенең нисек тотҡонға эләгеүен һөйләне.
Уның милиция менән бәйләнеше бармы, юҡмы икәнлеген белергә маташҡандар.
Бер үҙе генә Мансур ағаһын эҙләргә сыҡҡанлығын аңлағас, малайҙы «юҡ итергә» тигән һүҙҙәр ысҡындыра башлағандар. Әгәр Батыр ҡотҡармаһа,
Хәлиттең яҙмышы нисек боролоп китер ине, билдәһеҙ.
Ул арала ҡараңғы төшә башланы. Балалар үҙҙәренең ныҡ ҡына асыҡҡандарын тойҙо. Берәй ергә инеп ашап алабыҙ, тиһәләр, ашханалар ябылып бөткән. Магазиндан алған икмәк менән ҡатыҡты туҡталыштағы эскәмйәгә ултырып ҡапҡылауҙан башҡа сара ҡалманы. Хәҙер ҡайҙалыр йоҡларға урын табырға кәрәк. Күрәһең, Батырҙың интернатына барырға тура килер. Тик тәүҙә пеләш ағайҙың өйөнә һуғылырға булдылар. Әгәр унан Мансур ағайҙың ҡайҙа йәшерелгәнлеген белһәләр... Әлбиттә, эләгеүҙәре лә бар.
Шуға күрә өсәүләшеп бармаҫтар.
Тамам ҡараңғыланды. Бағана башындағы уттар ҡабынды.
Ҡапыл
Әмилә ҡысҡырып ебәрҙе:

Теге өсәү! Ҡастыҡ!
Малайҙар ҡыҙ күрһәткән яҡҡа ҡараны. Урам осондағы фонарь яҡтылығында был яҡҡа табан йүгереүсе өс шәүлә күренде. Балалар эскәмйәнән ырғып торҙолар ҙа ситкә ташландылар.
Шик юҡ — былар «Ҡарсыга»ның кешеләре. Улар бит бер нәмәгә ҡарамай Батырҙары эләктерергә итә. Әгәр Хәлиттең дә ҡасып киткәнлеген белһәләр, бигерәк тә асыуҙары килгәндер.

Минең арттан! — тип өндәште Батыр иптәштәренә.
— Артҡа ҡалмағыҙ!
Батыр ағастар араһына ырғыны. Бер аҙ барғас, тротуарға килеп сыҡтылар. Шунан ҡырҡа уңға боролдолар ҙа ниндәйҙер ҡапҡа эсенә инеп киттеләр. Батыр артына ҡараны.
Хәлит менән Әмилә ҡалышмай килә.
Тегеләрҙән ҡотолдолармы икән?
Улар туҡтаны. Өсөһө лә өҙөк-өҙөк итеп тын ала. Ҡолаҡ һалдылар. Аяҡ тауыштары ишетелә! Киләләр! Ана ҡапҡанан инделәр!
Ҡыҙ менән малайҙар ситкә ташланды. Алда ҡойма! Тотолдолармы? Ана, тишеге бар икән! Батыр шунда сумды. Хәлит менән
Әмилә уға эйәрҙе. Әгәр хәҙер эләкһәләр, уларға ҡотолоу юҡ!.. Тротуар! Ике яҡта ла ҡойма! Әгәр бынан тура ҡасһалар, тегеләр ҡыуып етәсәк! Ул арала ҡыуыусылар ҙа тишектән тротуарға килеп сыҡтылар.
Балалар йән-фарман алға саба. Уларҙың инде хәле юҡ. Бандиттар яҡынлашҡандан-яҡынлаша.
Бөттө! Улар Мансур ағайҙы ла ҡотҡара алманы, үҙҙәре лә тотолдо! Хәҙер өсөһөн дә юҡ итерҙәр!..
Ҡапыл
Батыр ҡаршыларына атлаусы ике кешене күреп ҡалды. Ҡараңғы. Әммә береһенең йыуан, икенсеһенең оҙон буйлы икәнлеген шәйләргә була. Әмиләне эҙәрләүсе Ур кешеләреме икән ни? Балалар улар янына йүгереп килеп етте. Тегеләр юлға арҡыры торҙо. Йыуан менән Һонтор! Ҡыҙ менән малайҙар, ни эшләргә белмәйенсә, ике уртала туҡталды. Бына ҡыуып килеүселәр яҡынлашты. Улар шунда уҡ балаларҙың беләктәренән эләктереп алды.
— Ҡәбәхәттәр!
— тине береһе асыу менән. — Күпме ҡанды ашанылар!

Юҡ итергә үҙҙәрен! — тине икенсеһе. — Шуның менән эш тә бөттө!
Ошо ерҙә Йыуан менән Һонтор һүҙгә ҡушылды.

Һеҙ кем? Был балаларҙы нимә эшләтәһегеҙ?
Бандиттарҙың береһе тегеләргә ҡаршы сыҡты:

Унда ни эшегеҙ бар? Юлығыҙҙа булығыҙ! Юғиһә!..

Беҙгә ошо балалар кәрәк! — Йыуан Әмилә менән
Батырға күрһәтте.

Ха-ха!
— тип көлдө бандиттарҙың береһе. — Тағы нимә кәрәк? Китегеҙ юлдан!
Бандит
Йыуанды этеп ебәрҙе. Ләкин әллә ҡайһы арала үҙе ергә тәгәрләп китте.
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
  • Части
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1615
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
    Общее количество слов 4079
    Общее количество уникальных слов составляет 1616
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
    Общее количество слов 4118
    Общее количество уникальных слов составляет 1679
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
    Общее количество слов 3974
    Общее количество уникальных слов составляет 1629
    37.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.2 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
    Общее количество слов 4017
    Общее количество уникальных слов составляет 1632
    37.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
    Общее количество слов 4147
    Общее количество уникальных слов составляет 1669
    39.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
    Общее количество слов 4137
    Общее количество уникальных слов составляет 1573
    41.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1606
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
    Общее количество слов 4004
    Общее количество уникальных слов составляет 1677
    37.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
    Общее количество слов 3925
    Общее количество уникальных слов составляет 1714
    35.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
    Общее количество слов 3900
    Общее количество уникальных слов составляет 1705
    35.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
    Общее количество слов 4069
    Общее количество уникальных слов составляет 1738
    34.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    49.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
    Общее количество слов 4078
    Общее количество уникальных слов составляет 1883
    32.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    46.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    53.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов