Latin

Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11

Общее количество слов 3900
Общее количество уникальных слов составляет 1705
35.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
50.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
Кәбирҙе институтта был юлы бер генә нәмә ҡыҙыҡһындырҙы: Мансурҙың һөйәркәһе булғанмы, юҡмы? Был һорауҙы ул Мансур менән бергә эшләгән кешеләргә туранан-тура бирмәй. Башта икенсе нәмәләр тураһында һораша, шунан, һиҙҙермәҫкә тырышып, ҡатын-ҡыҙ темаһына күсә. Ләкин кемдәр менән генә һөйләшмәһен, барыһы ла
Мансурҙың ҡатын-ҡыҙҙарға битараф булғанлығын әйтте. Йә был, ысынлап та, шулай, йә Мансур уғата аҫтыртын булған...
Көн кисләне. Кәбир инде һөйләшерҙәй кешеләр менән һөйләшеп бөтөп ҡайтыу тураһында уйлай башланы. Һәм көтмәгәндә... Мансурҙың секретаршаһы булып эшләгән ҡатын Кәбирҙе шаҡ ҡатырҙы:

Хәҙерге заманда һөйәркәһеҙ ир бармы икән?
Бигерәк тә Мансур Талипович кеүек күренекле ирҙең...
Кәбир үҙ ҡолағына үҙе ышанырға теләмәне. Шулай ҙа ул уңышҡа өлгәшерме икән ни? Ул тулҡынлана, ашыға башлауын тойҙо. Әммә үҙ-үҙен ҡулға алырлыҡ көс тапты:

Мансурҙың булмаған тиҙәр бит.

Һе.
— Секретарша көлөмһөрәне. — Улар ҡайҙан белһен. Мансур Талипович, мәрхүм, бик һаҡ кеше ине ул. Хатта мин дә белмәй инем әле. Һөйәркәһе эш аҙағында шылтырата ине. Ике тапҡыр ғына миңә эләкте. Ул шылтыратҡандан һуң, Мансур Талипович һәр саҡ, ашығыс эшем бар тип, ҡайҙалыр китә ине.

Бәлки ул һөйәркә булмағандыр?
Секретарша ҡатын үпкәләгәндәй итте:

Мин һөйәркәләрҙе генә айыра беләм.

Исеме нисек?

Рауза.
Йәки Роза.

Фамилияһы.
Белмәйем.

Ҡайҙа эшләй? Кем булып?

Күҙ врачы икәнлеген генә беләм. Бер тапҡыр осраҡлы рәүештә һөйләшеүҙәрен ишеттем. Телефон кәрәк ине. Трубканы алһам, улар һөйләшә. Мин Розаның тауышын шунда уҡ таныным. Мансур Талипович уға: «Һин бит күҙ врачы», — тине.
«Булһасы», — тип көлдө Роза.

Розаны күргәнегеҙ булманымы?

Юҡ.
Кәбир эшенә ашыҡты. Хәҙер үк күҙ врачтары араһынан
Роза менән
Рауза исемлеләрен эҙләргә ҡушырға кәрәк. Әгәр таңға тиклем тапһалар... Кәбирҙең иманы камил—Мансурҙың һөйәркәһе уларға күп нәмә асыҡлаясаҡ...
Ошо ерҙә ишектә Нәғим күренде:

Һуғылырға булдым әле. Яңғыҙ йәшәгәс, өйгә ҡайтҡы ла килмәй.
Мансурҙың үлемен ишеткәс, ниңәлер үҙ- үҙемә урын таба алмайым...

Ултыр.
— тине Кәбир. — Сәй эсергә теләйһеңме?

Мөмкин.

Мансурҙың һөйәркәһе булған бит!

Кит, ысынмы? — Нәғим Кәбиргә аптырап ҡарайы.
— Ышанғы килмәй. Таптығыҙмы үҙен?

Әлегә юҡ. Исеме—Раузамы, Розамы шул. Әйткәндәй, һинең таныш күҙ врачтарың араһында шундай исемлеһе юҡмы?

Хәтерләмәйем.
Юҡ шикелле.

Ул
Рауза беҙгә күп нәмә аңлатасаҡ. Ғәҙәттә, ирҙәр ҡатындарына үҙҙәрен борсоған нәмә тураһында бөтәһен дә һөйләп бармайҙар, ә бына һөйәркәләре алдында тулыһынса асылалар.

Бәлки
Рауза белһә лә әйтергә теләмәҫ.

Бәлки,
— тип ризалашты Кәбир. — Ләкин әйтмәү өсөн бик ҙур сәбәп кәрәк. Ул бармы икән?

Ә
Кәли? Уның хаҡында хәбәр бармы?

Һыуға төшкән кеүек юҡ булды. Эҙләйбеҙ, әммә...
Әйткәндәй,
Мансур менән Кәлиҙең юғалыуҙары нисектер бер-береһенә оҡшаған кеүек. Һиңә шулай тойолмаймы?

Белмәйем,
— тип ғәжәпләнде Нәғим.

Ике-өс көндән Кәлиҙең мәйетен табып алырбыҙ, тип ҡурҡам.

Шулай булғас, ниңә тик ултыраһың? Эҙләргә, табырға кәрәк уны. Ҡотҡарырға!

Эҙләйбеҙ, тинем бит.
Кемдең эше икән был, аңламайым. Уларҙы үлтереү кемгә кәрәк, ни өсөн кәрәк?
— Әгәр уны белһәк, енәйәтсене эҙләргә лә еңелерәк булыр ине, — тине Кәбир. — Әйткәндәй, Кәлигә килгән теге открытканың ҡайһы машинкала баҫылғанын белдек.

Ҡайҙа баҫҡандар?

Һеҙҙең институт машинкаһында. Ул асыҡ ултыра.
Кем теләй, шул баҫа ала. Шулай ҙа ул машинка янында һуңғы көндәрҙә уралған кешеләрҙең исемлеген алдыҡ. Барыһын да тикшерергә тура килә. Мансур юғалған көн ҡайҙа булғандар, нимә эшләгәндәр...

Сәйер һеҙҙең эшегеҙ, — тине Нәғим ғәжәпләнгән тауыш менән. — Күпме ғәйепһеҙ кешеләрҙән шикләнергә, уларҙы ыҙалатырға тура килә.

Шулай,
— тип килеште Кәбир дуҫы менән. — Шунһыҙ булмай...
9
Иртәгеһенә күҙ врачы булып эшләүсе һигеҙ Роза, дүрт
Раузаның исемлеген килтерҙеләр. Бишеһе ҡырҡтан үткән. Шуға уларҙан, тағы егермеһе лә тулмаған ике йәш ҡыҙҙан Кәбир әлегә баш тартты. Әгәр ҡалған бишәүһе араһында
Мансурҙың һөйәркәһе булмаһа, уларын да тикшерерҙәр.
Биш ҡатындың дүртеһенең ире бар, береһе генә яңғыҙ. Һуңғыһынан башларға булды
Кәбир.
Рауза
Халиҡова. 26 йәштә, кейәүгә сыҡмаған, ата-әсәһе менән йәшәй.
Кәбир ҡатындарҙы саҡырып тормаҫҡа ҡарар итте.
Барыһын да үҙе барып күрә, шулай тиҙерәк булыр. Хәҙер енәйәтсегә ни тиклем күберәк ваҡыт бирһәң, уны шул тиклем фашлауы ауырыраҡ буласаҡ. Шуға ла Кәбир уратып-суратып тормаҫҡа булды. Ҡатындарҙы баштан уҡ асыҡтан-асыҡ һөйләшергә саҡырасаҡ...
Бына
Кәбирҙең ҡаршыһында Рауза Халиҡова ултыра. Матур йөҙлө, ҡуйы ҡара сәсле ҡыҙ. Кәбиргә шикле итеп ҡарап ала. Ошо булдымы икән Мансурҙың һөйәркәһе?
Кәбир үҙенең кем икәнлеген аңлатты ла һорауҙарға күсте.

Һеҙ, әлбиттә, нимә хаҡында һөйләшергә килгәнлегемде белергә тейешһегеҙ...
Борсолмағыҙ, оҙаҡҡа һуҙмам. Сөнки минең ваҡытым юҡ. Бер генә үтенесем бар.
Зинһар, хәҙер мин әйткән кешене белһәгеҙ, йәшереп маташмағыҙ. Беҙ барыбер һеҙҙең алдашыуығыҙҙы асыҡларбыҙ. Әммә ваҡытты юғалтасаҡбыҙ.
Ә ниңә мин алдашыр тип уйлайһығыҙ?

Ғәфү итегеҙ, мин улай уйламайым. Ләкин... Һеҙ мине аңлағанһығыҙҙыр.
Тимәк... Мансур
Талипович Хәкимовты беләһегеҙме?

Уны кем белмәй. Данлыҡлы ғалим бит ул.

Мин, уның менән бер-берегеҙҙе белә инегеҙме, тип һорарға теләйем.

Ә был һеҙҙе ниңә ҡыҙыҡһындыра?

Ишеткәнһегеҙҙер, ул вафат булды.

Эйе, газетала некролог уҡығайным.

Енәйәтселәрҙе табыу өсөн кәрәк был.

Енәйәтселәрҙе эҙләү ысулығыҙ бик сәйәр икән.
Кәбир йылмайып маташты:

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай ысулды ла ҡулланырға тура килә. Шунан — белә инегеҙме?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ.
Кәбир шымып ҡалды. Нисек еңел дә, анһат та яуап бирҙе
— «юҡ». Шулай уҡ бынан буш ҡул менән сығып китергә тура килерме? Кәбир быға ышанырға теләмәне, уны ниҙер тотто, өмөтләндерҙе. Тағы бер-ике генә һорау бир, ашыҡма, тине күңеле, һәм ҡыҙ Мансурҙы яҡындан белгәнен әйтер... Әммә юҡҡа өмөтләнгән икән. Кәбир күпме генә уратып-суратһа ла Рауза, ул ғалим хаҡында газетанан уҡып ҡына беләм, тигәндән ары китмәне.
Башҡа
Раузаларҙың ире бар. Был турала уйлау ғына ла
Кәбирҙең күңелендә ытырғаныс тыуҙыра. Ирҙәре була тороп, башҡа менән осрашҡан ҡатындарҙан нимә көтәһең инде?
Улар үҙ ирҙәрен алдай икән, Кәбиргә дөрөҫөн әйтер тиһеңме?
Ирле
Раузалар менән Кәбир һағыраҡ һөйләшергә тырышты.
Тәүге
Раузаны хәйлә менән алмаҡсы булды:
еҙ
Мансур Хәкимовты яҡшы белгәнһегеҙ икән.
Икенсеһенән туранан-тура һораны:

Һеҙ
Мансур Хәкимовтың үлеменә ҡағылышлы берәй нәмә әйтә алмаҫһығыҙмы?
Дүртенсе ҡатын менән йәнә һағыраҡ башланы:
еҙ
Мансур Хәкимов тигән кешене беләһегеҙме?

Юҡ,
— тине утыҙ йәштәрҙәге сибәр йөҙлө Роза.
«Алдаша»,
— тип уйланы Кәбир.

Мансур
Хәкимов — билдәле ғалим. Шуны белмәйһегеҙме?

Белмәйем.

Уның хаҡында гел генә газеталарҙа яҙҙылар.

Мин газета уҡымайым.
Мансурҙы йыш ҡына телевизорҙан да күрһәтә .

Мин телевизорҙан кино ғына ҡарайым.
«Алдаша»,
— тип уйланы Кәбир йәнә. — «Ошомо икән ни Мансурҙың «һөйәркәһе?»

Ҡыҙғаныс.
— Кәбир ауыр һуланы.

Ә һеҙҙе ниңә минең ниндәйҙер Мансур
Хәкимовты белеү-белмәүем ҡыҙыҡһындыра?

Уны күптән түгел үлтерҙеләр.
Ҡатындың күҙҙәре ҙурайҙы, ул бер аҙ өндәшмәй ултырҙы.

Кемдәр үлтергән?

Беҙ шуны эҙләйбеҙ ҙә. Мансурҙың Раузамы,
Розамы исемле таныш ҡатыны булған. Ул нимәлер беләргә тейеш. Һәр хәлдә ул
Мансурҙы һуңғы булып күргән, тигән шик бар. Шуға һеҙгә килгәйнем.

Мин һеҙгә кәрәк Роза түгел шул.

Шулай ҙа мин һеҙгә үҙемдең телефонымдың номерын ҡалдырам.

Ниңә?

Бәлки шылтыратырға кәрәк булыр.

Юҡ, кәрәкмәҫ. — Ҡатын Кәбир һуҙған ҡағыҙҙы алманы.
Шуның менән хушлаштылар.
Ул көндө Кәбир башҡа Рауза-Розалар менән дә осрашып һөйләште, әммә үҙе һайлаған биш ҡатындың береһе лә Мансурҙы яҡындан белмәй булып сыҡты. Шулай уҡ Мансурҙың һөйәркәһе егерменән йәш, йәки ҡырҡтан оло булырмы икән ни? Башҡа сара ҡалмай.
Улар менән дә осрашып һөйләшергә тура килә. Быға йәнә бер көн ваҡыт китәсәк!
Шуға Кәбирҙең кәйефе ныҡ кителде...
Әммә уға башҡа Рауза-Розалар менән шөғөлләнергә тура килмәне. Төштән һуң эшкә килеүенә
Кәбиргә Кәлиҙең мәйете табылыуы хаҡында һәм ҡалала йәнә бер ирҙең юғалыуы тураһында әйттеләр. Иң ғәжәпләндергәне шул ине: юғалған ирҙең ҡатыны — күҙ врачы булып эшләй икән. Исеме — Роза...
10
Кәлиҙең мәйетен дә ун өсөнсө километрҙағы урмансы өйөнән таптылар. Уның үлеменең дә сәбәбен асыҡлап булманы: йөрәге лә, башҡа органдары ла һап-һау, әммә көтмәгәндә тотҡан да үлгән. Ләкин уның үлтерелгәнлегенә
Кәбирҙең шиге юҡ. Тик нисек үлтергәндәр?
Һәм ни өсөн Кәбир врачтарға мәйетте тағы бер тикшереп сығырға, үлеменең сәбәбен табырға ҡушты ла юғалған ирҙең өйөнә ашыҡты.
Кәбирҙең иманы камил: Мансур, Кәли һәм ошо юғалған ирҙең араһында ниндәйҙер бәйләнеш бар. Ниндәй бәйләнеш? Иң алда шуны асыҡларға кәрәк...
Әгәр тойомлауы дөрөҫ булһа, тиҙҙән был ирҙең дә мәйетен табасаҡтар.
Уйлап ҡараһаң, ҡот осҡос бит! Әле ул ир тере, ҡайҙалыр бикләнгән.
Ә бер нисә көндән уны ла аңлайышһыҙ ысул менән үлтерәсәктәр һәм урманға илтеп ташлаясаҡтар. Был хаҡта уйлауы ла ҡурҡыныс! Әйткәндәй, урман тирәләй һаҡсылар ҡуйырға кәрәк. Шулай итеп эләктерерҙәр ҙә енәйәтселәрҙе...
Юғалған ир ҡала ситендә, үҙ өйөндә йәшәгән икән.
Бейек ҡапҡа, ишек алдында сәскәләр үҫеп ултыра. Ҙур өй тыштан таҡта менән кәпләнгән, йәшел төҫкә буялған.
Кәбиргә ишекте сибәр йөҙлө, уртаса буйлы, утыҙ йәштәр тирәһендәге ҡатын асты. Был газета уҡымаусы, телевизор ҡарамаусы,
Мансурҙы бөтөнләй белмәүсе, кисә нә
Кәбир менән осрашып һөйләшкән күҙ врачы Роза ине.
Ул
Кәбирҙе шунда уҡ таныны, әлбиттә, һәм тәүге секундта ирекһеҙҙән уңайһыҙланып күҙҙәрен йәшерҙе. Әммә тиҙҙән
Кәбирҙең бөтөнләй башҡа эш менән килгәнен аңлап, күрәһең, йәнә үҙен оло ҡайғы баҫҡанын хәтерләп, киренән бойоҡ ҡиәфәткә инде һәм өйгә инергә саҡырҙы.
Кәбирҙең хәҙер шиге юҡ: ошо ҡатын Мансурҙың һөйәркәһе булған.
Бына ҡайҙа ул Мансур менән Розаның ирен бәйләп торған еп! Тимәк, кисә Роза алдашҡан, ул белә
Мансурҙы, тик был хаҡта әйтергә теләмәгән. Кәбирҙе күреү менән шул арҡала уңайһыҙланған да инде.
Хәҙер следователде шул борсой: Роза арҡаһында урланылармы икән ни теге саҡта Мансурҙы, ә кисә
— ҡатындың ирен?
Нимә был — көнләшеүме, әллә башҡа сәбәпме?
Өйгә ингәс,
Кәбир, оҙаҡҡа һуҙмай, Розанан ире хаҡында һорашырға кереште:

Ирегеҙҙе һуңғы тапҡыр ҡасан күрҙегеҙ?
Кисә кис. Эштән ҡайтты, киске аш ашаныҡ. Ете тирәһендә ул икмәк алырға магазинға китте... Еңелсә генә кейенгән ине. Шунан ҡайтманы... Мин унға тиклем көттөм дә урамға сығып һораштырҙым. Әммә бер кем күрмәгән.
Шунан өйгә ҡайтып таныштарыма шылтыратырға тотондом.
Береһенә лә бармаған. Бәлки, төнөн йәки иртәнсәк ҡайтыр, тинем. Ҡайтманы. Эшенә бармаған... Ә уның бер ҡасан да эшенә һуңлаған йәки бармай ҡалған сағы булманы. Хатта ауырыған саҡтарында ла, өйҙә ятырға теләмәйенсә, эшенә китә ине...

Эштән ҡайтҡас үҙен нисек тотто? Сәйер ҡылыҡтары һиҙелмәнеме?

Юҡ шикелле. Ғәҙәттәгесә һөйләшә-һөйләшә сәй эстек. Ул эшендәге көлкөлө ваҡиғалар хаҡында һөйләне... Шунан ҡыҙыбыҙ менән уйнап алды...

Ҡыҙығыҙ бармы? Ҡайҙа ул?

Әсәйемдәргә илттем. Улар ҡала үҙәгендә тора.
Иренең кабинетына инделәр. Ҡапыл Кәбир терт итеп
ҡалды.
Мөйөштәрәк журналдан ҡырҡып алынған һүрәт эленеп тора. Унда республиканың бер төркөм данлыҡлы кешеләре төшөрөлгән.
Араларында Мансур ҙа бар. Һүҙ юҡ — был һүрәт фәҡәт Мансур арҡаһында бында эленгән. Ә Роза кисә генә Мансурҙы белмәйем, уның хаҡында ишеткәнем дә юҡ, тигәйне.
Роза
Кәбирҙең һүрәткә оҙағыраҡ текәлгәненә иғтибар итте.
Следователь кабинетты ҡарап сыҡты, әммә шикләнерлек бер нәмә лә тапманы. Өҫтәлдә ҡағыҙҙар ята, бер нисә китап асып һалынған. Әйтерһең, кабинет хужаһы аҙға ғына сыҡҡан да хәҙер килеп инеп йәнә эшкә тотонор. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был бүлмә үҙенең хужаһын башҡаса күрмәҫ шул...

Ирегеҙ кем булып эшләй?

Инженер-конструктор.

Эштәрен өйөнә лә алып ҡайта инеме?

Йыш ҡына. Ул үҙе эшен бик ярата.
Кәбир бүлмәне йәнә бер тапҡыр урап сыҡты ла мөйөштәге һүрәт янына килеп туҡтаны.

Был кем? — тип һораны ул Мансурға күрһәтеп.
Розаның йөҙөндә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа борсолоу күренеп ҡалды. Нимә тип яуап бирергә белмәйенсә, ул ҡабаланып уйланы, Роза кисә генә Мансурҙы белмәйем, тине. Ләкин иренең кабинетында эленеп торған һүрәттәге кешене нисек белмәҫкә мөмкин?

Иремдең бер иптәше, — тине бер аҙҙан Роза. — Исемен хәтерләмәйем.

Уның һеҙгә килгәне бармы?

Юҡ.

Иптәше икәнлеген ҡайҙан беләһегеҙ?

Иремдән бер тапҡыр һорағайным.

Һүрәте бында эленеп торғас, бик яҡын иптәшелер?
Шулайҙыр.
Шулаймы, әллә шулайҙыр ғынамы.

Шулай шикелле.

Мин аңламайым, нисек инде яҡын иптәше була тороп, һеҙгә бер ҡасан да килмәгән, ышанмайым.
Роза өндәшмәй торҙо.

Килде лә шикелле.

Һеҙ яҡын дуҫтарығыҙ менән аралашмай йәшәйһегеҙме ни?
— Аралашабыҙ.
Ләкин был дуҫы... уның килгәнен хәтерләмәйем.

Һуңғы көндәрҙә ирегеҙ уның хаҡында һөйләмәнеме?

Юҡ.

Һеҙ бит алдашаһығыҙ, Роза.

Ниңә алдашайым, һөйләмәне.

Әгәр ирегеҙҙең дуҫы икән, ул һеҙгә ошо кешенең үлтерелеүе хаҡында әйтер ине.

Юҡ, әйтмәне.
еҙ уның бер аҙна элек, ирегеҙ кеүек юғалғанлығын, ике көн элек урманда уның үлек кәүҙәһе табылғанлығын беләһегеҙ.
Был кеше—мин кисә һеҙҙән һорашҡан
Мансур
Хәкимов.
Ә хәҙер миңә дөрөҫөн әйтегеҙ: ни өсөн һеҙ
Мансурҙы белеүегеҙҙе йәшерәһегеҙ?

Мин уны белмәйем, — тине Роза тоноҡ тауыш менән.

Беләһегеҙ.
Бик яҡшы беләһегеҙ. Һеҙ уның эшенә күп тапҡырҙар шылтыратҡанһығыҙ. Әгәр теләһәгеҙ, хәҙер
Мансурҙың секретаршаһы менән һөйләшәбеҙ. Ул һеҙҙең тауышығыҙҙы таныясаҡ.
Шылтыратабыҙмы?

Кәрәкмәй...
— Роза ҡапыл бөгөлөп төштө. — Эйе...
Мин
Мансурҙы белә инем...

Мин быны кисә үк аңланым, — тине
Кәбир.нысланығыҙ.
Ултырығыҙ...
Һеҙҙең ирегеҙ юғалды. Бәлки уны ла Мансурҙың яҙмышы көтәлер.
Ирегеҙҙе ҡотҡарыу өсөн һеҙ Мансурҙың һуңғы көндәре хаҡында ни беләһегеҙ, барыһын да һөйләргә тейешһегеҙ. Мансур һеҙгә үҙен борсоған нәмәләр хаҡында һөйләмәнеме?
Бәлки, үҙенең дошманы барлығын әйткәндер?

Юғалырҙан бер көн алда
Мансур минең менән осрашты... — Роза тынып ҡалды. Уның ныҡ тулҡынланғанлығы һиҙелә ине.
Кәбир урынынан тороп кухняға инде һәм стакан менән һыу килтереп
Розаға һуҙҙы.
Мә, саҡ ҡына эсеп алығыҙ... Һеҙ ашыҡмағыҙ.
Шул кис Мансур нимә тураһында һөйләне?
Барыһын да хәтерләргә тырышығыҙ.
Роза саҡ ҡына һыу эсте лә, шул кисте иҫенә төшөрөргә теләп, уйланып ултырҙы.

Мансурҙың кәйефе юҡ ине... Мин: «Ни булды?» — тип һорағайным, ҡул ғына һелтәне. Әммә аҙаҡ үҙенән- үҙе һөйләргә тотондо. Кем менәндер улар бәхәсләшкән... Кем менән, нимә хаҡында — уныһын әйтмәнеме икән, йәки минең хәтерҙә ҡалмаған... «Ул яңылыша, шуны аңламай!»— тигәне иҫемдә.
«Мин уға иҫбат итергә ҡуштым», — тине
Мансур. «Иртәгә иҫбат итәм!» — тигән теге кеше...

Нимәне иҫбат итергә теләгән? Саҡ ҡына ла иҫегеҙҙә түгелме?

Юҡ...
Мансур, бәлки, әйткәндер... Беләһегеҙме...
Миңә быны әйтеүе ауыр... Мансур янында мин уның нимә һөйләгәнен ишетмәй ҙә инем... Уны күреү... минең өсөн... Ул шундай аҡыллы, изге күңелле кеше ине. — Роза ҡапыл йөҙөн устары менән ҡапланы.
Кәбир өндәшмәне, ҡатындың йәнә һөйләй башлағанын көттө. Бына Роза ҡулдарын йөҙөнән алды, ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөрттө.

Иң ҡыйыны шунда... Мин иремде хөрмәт итәм...
Мансур ҙа Зифаһын... Уларҙың бит дүрт балаһы бар... Уларҙы ҡалдырыу тураһында уйлау ҙа мөмкин түгел ине... Ә беҙ Мансур менән бер-беребеҙҙе... Нимә эшләргә лә белмәй инек...
Кәбир өндәшмәй генә Розаны тыңланы. Ниндәй ҡатмарлы был тормош. Ике йән бер-береһен яратҡан. Әммә бергә булыу тураһында уйлай ҙа алмағандар... Мансур!.. Уны бит
Кәбир үтәнән-үтә күрәм тигән фекерҙә ине. Ул Зифаһын үлеп ярата, тип уйлай ине. Ә баҡһаң...

Шунан
Мансур мине шул кеше менән осрашыуға саҡырҙы. Улар иртәгеһенә осрашырға тейеш ине.

Ә ниңә саҡырҙы?

Белмәйем...
Күрәһең, ниндәйҙер шиге булғандыр, бәлки, унан ҡурҡҡандыр... Мин барырға ризалыҡ бирҙем.

Шунан?
— Кәбиргә тын алыуы ауырлашты. Ул
Мансурҙың үлеменең сәбәбен асыҡлауға ныҡ яҡынлашҡанын аңланы. — Беҙ барҙығыҙмы?
Беҙ киске етелә осрашырға һөйләштек. Совет майҙанында. Тик мин ваҡытында барып етә алманым. Ирем эшенән һуңлап ҡайтты ла уға тамаҡ ашатҡансы ваҡыт һигеҙенсе булып китте. Әммә мин Мансурҙың көтөп аласағына ышана инем. Тиҙ генә кейендем дә осрашаһы урынға йүгерҙем. Һәм һуңланым!..
Кәбирҙең күкрәгендә нимәлер өҙөлгәндәй булды.
Ул шундай өмөтләнгәйне!..

Мин алыҫтан уҡ майҙанда бер ир менән һөйләшеп торған Мансурҙы күрҙем, — тип дауам итте һүҙен Роза. — Аҙымымды ҡыҙыулаттым.
Ләкин барып етә алмай ҡалдым. Мансур менән теге ир «Волга»га ултырҙылар ҙа киттеләр. Күрәһең, улар мине көткән.
Килеремә өмөттәре өҙөлгәс, китеп барҙылар...

Һеҙ теге ирҙе танынығыҙмы?

Юҡ.
Мин уға яҡшылап ҡараманым да.

Шулай ҙа хәтерләргә тырышығыҙ. Шул кеше алып киткәндән бирле Мансур юғалды бит.
Ниндәйерәк әҙәм ине ул? Оҙонмо, ҡыҫҡамы?
Нәҙекме, йыуанмы? Нимә кейгән ине?

Кәүҙәгә
Мансурҙан тәбәнәгерәк ине... Йыуантағыраҡ...
Һоро костюм кейгән ине... Йөҙө күҙем алдында... Тура танау... Күҙҙәре... Һүрәтләй алмайым... Тик күрһәм, таныр инем...

Машинаһының номерын хәтерләмәйһегеҙме?

Юҡ.
Төҫө аҡ ине... Иң сәйере аҙаҡтан булды...
«Волга» китте. Мин атлай торғас, ярты минут ҡына элек Мансур менән теге ир торған урынға барып еттем. Шул саҡ үҙемдән ситтәрәк торған ике таныш түгел иргә иғтибар иттем. Улар үҙ-ара һөйләшә ине. Береһе: «Ҡасты! Эт!» — тине. Икенсеһе:
«Ул минән былай ғына ҡотола алмаҫ!
Үсемде аласаҡмын!» — тине. Шунан беренсеһе: «Көтөп тормаҫҡа, икеһен дә бәргесләргә лә ташларға ине!» — тине.
Был ике ир «Волга» киткән яҡҡа ҡарап һөйләнде. Шуғамы икән, миңә һүҙ Мансур тураһында барған кеүек булды. Бәлки, мин яңылышамдыр. Мин ары туҡтап торманым, боролдом да ҡайтып киттем...

Ә был ирҙәрҙең ҡиәфәте нисек ине?

Береһе киң яурынлы, йыуантаҡ кәүҙәле, уртаса буйлы егет ине. Икенсеһе оҙон буйлы, ҙур башлы, сибәр ир ине.

Оҙон буйлы, ҙур башлы, сибәр... — Кәбир Розаның һүҙҙәрен үҙ алдына ҡабатланы. Туҡта!..
Был Кәли түгелме?! Кәлиҙең ҡалалағы бар милиционерҙарға таратып бирелгән фотоһының берәүһе Кәбирҙең кеҫәһендә ята ине. Ул шуны сығарып Розаға күрһәтте.
— Уларҙың береһе ошо кеше түгелме?

Ошо!
— тине Роза ҡурҡҡан тауыш менән. — Һеҙ уны беләһегеҙме?
Тимәк,
Мансурҙың кем менән киткәнлеген Кәли белгән. Ошо уның үлеменең сәбәбе булғандыр ҙа... Розаның һөйләгәндәре дөрөҫ булһа,
Мансурҙы Кәли түгел, бөтөн
ләй икенсе кеше алып киткән. Ул үлтергәнме
Мансурҙы? Әллә Мансур уның янында булып ҡайтырға сыҡҡас, Кәлигә тап булғанмы?..
Был һорауҙарға яуапты табыуы еңел түгел...
Роза янында Кәбир тағы ярты сәғәттәй ултырҙы.
Әммә ҡатын шул һөйләгәндәренә башҡа бер ни ҙә өҫтәй алманы...
11
Кабинетҡа
Нәғим килеп инде лә Кәбирҙе йәнә аптырауға һалды. Нәғим тағы ла үҙгәргән — тәбәнәгәйә төшкән, башы ла кесерәйә биргән. Бер аҙ ҡартайған да кеүек...
Нәғим, яңы кейеме менән маҡтанған һымаҡ,
Кәбирҙең алдында өйөрөлөп алды:

Йә, бөгөн минең ҡиәфәт нисек? Теге порошок шәп булып сыҡты бит! Бына тағы үҙемде үҙгәртеп алдым!
Кәбир хафаға ҡалды:

Һин,
Нәғим, улай итеп үҙеңә үҙең тәжрибә үткәреп йөрөмә. Аҙаҡ ни булыры билдәһеҙ бит.

Уның зыянын иң алда мин үҙемдә тойорға тейешмен, — тине Нәғим. — Шулай түгелме ни?

Шулайҙыр, бәлки... Әллә мин дә һынап ҡарайыммы ул порошогыңды? Ғүмер буйы оҙон кәүҙәлә булғым килде. Бәлки, ярҙам итер?

Ашыҡма,
— тип кәңәш бирҙе Нәғим. — Ярты йыл көт. Мин порошоктың зыяны юҡлығына ышанайым... Һин минең өсөн борсолма.
Мине врачтар көн дә тикшерә. Әлегә организмымда бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ, тиҙәр... Ярай, һинең эштәр нисек? Ҡалала тағы бер ир юғалған тиҙәрме?

Эйе,
— тине Кәбир бошонҡо тауыш менән.

Ә теге егет табылманымы әле?

Уның мәйетен таптыҡ. Йәнә урманға илтеп ташлағандар. Хәҙер урман тирәләй һаҡ ҡуйҙыҡ. Әгәр был ирҙе лә шунда илтергә уйлаһалар... Бәлки, шулай итеп тоторбоҙ енәйәтселәрҙе...

Ә ниңә үлтерәләр икән уларҙы? — тип һораны
Нәғим хафалы тауыш менән.

Әгәр белһәк, енәйәтселәрҙе тотоуы еңеләйер ине... Иң аптыратҡаны шул: Мансурҙың да,
Кәлиҙең дә нимәнән үлгәне билдәһеҙ.
Йөрәктәре туҡтаған. Әммә икеһенең дә йөрәге һап-һау.
Ғәжәп!
— Нәғим дә аптыраны. — Әкиәткә оҡшаан был. Шулай ғына аңлатырға була быны: уларҙың йәндәре сыҡҡан.

Улай буламы? Йән бит тән үлгәс кенә сығып китә.

Киреһенсә булыуы ла мөмкин. Йән киткәнгә, йөрәк туҡтай
— тән үлә.
Кәбирҙең был һүҙҙәргә һис тә ышанғыһы килмәне.

Ә йән ниңә буштан бушҡа тәндән сығып китһен?

Буштан бушҡа түгел, аллаһы тәғәләнең ҡушыуы буйынса сығып китә, — тип көлдө Нәғим.
Шунан етдиләнде. — Кем белә инде ниңә киткәнен. Йән тере тәнде ташлап китеүгә ҡаршылаша. Уны тәндән фәҡәт сит көс менән генә ҡыуып була.

Ниндәй сит көс? Һин ошо өлкәлә эшләйһең бит..
Ундай көстөң булыуы мөмкинме?

Мөмкин.
Әммә ул көстө табыу — гениаль асыш. Ер кешеләренең быға әле башы етмәй.
Ошо ерҙә телефон шылтыраны. Трубкала Розаның, тауышы ишетелде:

Кәбир
Усманович! — Ҡатын бик ныҡ тулҡынлана; ине.
— Мин ярты сәғәт элек урамда теге кешене күрҙем!

Ҡайһы кешене? — Кәбир ҙә тыныслығын юғалта, башлауын тойҙо.

Теге кис Мансурҙы машинаға ултыртып алып киткән кешене.

Ҡайҙа күрҙегеҙ?

«Ағиҙел» рестораны янында, туҡталышта тора ине.
Мин эргәһенә барып ҡараным — ул! Көтмәгәндә ңә боролоп ҡараны. Күҙҙәре... Мин ҡурҡтым!.. Шул ерҙә автобус килде.
Ул ултырҙы ла китте. Аңғармай ҙа ҡалдым...

Роза, тынысланығыҙ. Ул һеҙҙе хәтерләмәй.
Ҡайҙан шылтыратаһығыҙ?

Эшемдән.
Шунда уҡ телефон-автоматтан шылтыратырға иткәйнем дә ике тинлегем булмай сыҡты... Һиҙәм: ул мине таныны.

Юҡ, юҡ, — тип тынысландырырға тырышты ҡатынды
Кәбир.
— Ҡурҡмағыҙ.
Ул танымай һеҙҙе. Мин һеҙгә инеп сығырмын.
Кәбир трубканы һалды ла тынып ҡалды. Тимәк, ул кеше ҡалала! Ошо тирәлә эшләй йәки йәшәй.
Иң мөһиме: хәҙер уны белгән, таныған кеше бар! Бөгөн үк Роза ярҙамында уның портретын эшләп ҡарарҙар...

Ни булды? — тип һораны Нәғим.
Кәбир дуҫына
Розанан ишеткәндәрен һөйләп бирҙе..
Ә кем ул Роза?
— тип аптыраны Нәғим.

Мансурҙың һөйәркәһе.

Һөйәркәһе?
— Нәғим ышанырға теләмәне.—Уның һөйәркәһе булғанмы?

Булған икән шул.

Улайһа теге кешене тотоуы еңеләйә бит!

Мин дә шулай тип уйлайым, — тине Кәбир.
12
Иртәгеһенә иртәнсәк Кәбирҙең янына Нәғим килеп инде. Уның һул ҡулы бәйләнгән, сикәһендә
— сыйылған ҡанлы эҙ.

Ни булды? — тип аптыраны Кәбир дуҫына ҡаршы атлап.

Кисә миңә һөжүм иттеләр.

Нисек?

Мин һиҙәм: был енәйәтселәрҙең киләһе ҡорбаны мин. — Нәғим улай-былай йөрөргә кереште.
Уның ныҡ тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡайны.

Туҡта, тыныслан. — Кәбир дуҫын ултырғысҡа ултыртты, стакан менән һыу бирҙе. — Һөйлә яҡшылап.
Нәғим һүҙен нисек башларға белмәй ултырҙы.
Күренеп тора: уны кисә ныҡ ҡына ҡурҡытҡандар.

Мин уларға нимәгә кәрәк булғанмындыр инде?
Кешегә зыяным тейгәне юҡ шикелле.

Бөтә бәлә шунда, — тине Кәбир. — Уларға нимә кәрәк — шуны аңлап булмай. Мансур ҙа зыянһыҙ кеше ине бит.

Миңә уны үлтереүселәр һөжүм иткән тиһеңме?

Әлегә бер ни ҙә тимәйем. Һөйлә: ни булды?
Кисә минең күрше ауылға китте, — тип һөйләй башланы Нәғим. — Ә миңә үҙенең овчаркаһын ҡалдырҙы. Ҡарап торорға. Ул берәй яҡҡа оҙаҡҡа китһә, һәр саҡ шулай итә... Сәғәт һигеҙ тирәһендә ишектәге звонок шылтыраны. Барып глазоктан ҡараным, майҙансыҡта бер кем дә юҡ. Бүлмәгә кире ингәйнем, тағы шылтыраталар... Тағы ҡарайым — һис кем юҡ... Өсөнсө тапҡыр шылтыратҡас, овчарканы эйәртеп барҙым да ишекте астым. Көтмәгәндә фатирға ике әзмәүерҙәй таныш түгел егет килеп инде.
Береһе ҡулыма йәбеште, икенсеһе эйәк аҫтына ултыртты. — Нәғим эйәген һыйпап ҡуйҙы. — Ҡулымдың ауыртыуына түҙмәй ҡысҡырып ебәрҙем... Әгәр шул ерҙә овчарка уларҙың өҫтөнә ташланмаһа... белмәйем...
Эт тегеләрҙең береһенең кейемен йыртып ебәрҙе, ҡулын ҡанатҡансы тешләне... Улар минең янда булырын көтмәгән, күрәһең. Юғалып ҡалдылармы, ҡурҡтылармы — тиҙ генә сығып ҡастылар...
Ҡулдың быуыны сыҡҡанмы тигәйнем... юҡ икән... Бөгөлгән ере ныҡ: ауырта...

Береһен дә таныманыңмы?

Юҡ.
Әммә береһен ҡайҙалыр күргән кеүекмен.
Икеһе лә оҙон буйлы, киң яурынлы. Бер ҡарауҙа күренеп тора — спортсылар.
Кисәнән бирле баш ватам: уларға нимә кәрәк булды икән?
Кәбир уйға ҡалды. Әгәр был һорауға яуапты табып, булһа икән. Бөтә бәлә шунда: ниңә үлтерәләр? Улар бит бер нәмә лә алмайҙар, һайлаған кешене билдәһеҙ ерҙә ике көн тоталар ҙа үлтереп мәйетен ташлап китәләр....
Ҡалала инде әллә ниндәй хәбәрҙәр йөрөй. Имеш,
Өфөгә- ҡурҡыныс енәйәтселәр килгән.
Улар үҙҙәренә шундай бурыс алған, имеш: көн дә бер кешене үлтерергә... Бөгөн
Туғанов йәнә Кәбирҙе кабинетына саҡырып беште. «Оҙаҡ мыштырлайһың! Бер аҙна үтте, ә һин һаман бер урында тапанаһың!
Был енәйәттәр хаҡында инде Мәскәү
- белә!
Һиңә һүҙем шул: өс көндән енәйәтселәр тотолған булһын! Бар!..»
«Өс көндән!..» Әйтеүе анһат, ә уны нисек тормошҡа ашырырға?.. Кәбир Розаның һөйләгәне буйынса портрет яһатып, уны милиционерҙарға таратып бирҙе, урман тирәләй һаҡсылар ҡуйҙырҙы... Ләкин былар ғына аҙ! Аҙ!
Уны
Кәбир үҙе лә аңлай. Әммә йәнә ни эшләргә һуң?
Ауыр тойғоларға бирелеп ултыра ине Кәбир, бына Нәғим килеп инде һәм Кәбирҙең былай ҙа янған йөрәгенә йәнә ут өҫтәне. Туҡта!
Был ваҡиғаны файҙаланып булмаҫмы?

Уларға нимә кәрәк булғандыр, белмәйем, — тине
Кәбир. — Әммә шуныһы асыҡ: улар киләһе ҡорбан итен һине һайлағандар.
Нәғимдең күҙҙәре түңәрәкләнде:

Нисек мине? — Ул урынынан ырғып торҙо. — Хәҙер мин ни эшләй алам? Һеҙ мине һаҡларға кеше бирергә тейешһегеҙ!

Уйларбыҙ.
Был енәйәтселәр, аңлауымса, оҙаҡҡа һуҙырға яратмай. Улар бөгөн кис йәнә һиңә киләсәктәр.

Мин дә шулай тип уйлайым, — тине Нәғим ҡурҡҡан тауыш менән.

Тыныслан,
— тине Кәбир. — һине уларҙың ҡулына тоттороп ҡуймабыҙ, моғайын. Беҙ былай итәбеҙ...
Бөгөн төн мин һиндә ҡунам.
Бер үҙеңме? — тип борсолдо Нәғим. — Үҙеңдең генә көсөң етерме уларға? Бәлки, ярҙамға тағы бер-ике кеше алырһың? Улар бик көслө егеттәргә оҡшай.
— Борсолма,
— тине Кәбир тыныс тауыш менән. — Мин бер үҙем дә бирешмәм. Тик килһендәр генә...
Шулай һөйләштеләр: сәғәт биш тирәһендә Нәғим
Кәбирҙең эшенә һуғыла. Шунан берәй ресторанға инеп ашап алалар ҙа Нәғимдең фатирына инеп бикләнәләр. Милицияла әҙер торасаҡтар, унан башҡа Нәғим йәшәгән өй тирәһендә лә наряд дежур итәсәк.
...Сәғәт унға тиклем ул-был булманы. Бер тапҡыр ғына Нәғимдең күршеһе инеп шырпы алып сыҡты. Шылтырау ишетелгәс тә Кәбир, пистолетын тотоп, ишек артына боҫҡайны.
Нәғим ишектәге тишектән майҙансыҡҡа ҡараны ла күршеһе килгәнлеген әйтте.
Ул сығып киткәс, Кәбир уйлап ҡуйҙы: был тикшереү өсөн килмәнеме икән. Йәнәһе,
Нәғим өйҙә яңғыҙмы, әллә унан башҡа кеше бармы фатирҙа? Юҡҡа Кәбир уға күренде.
Шунан күршенең кемлеге хаҡында һораша башланы. Сантехник булып эшләй, гел генә эсеп йөрөй, бисәһе менән айырылышҡан...
Шикле әҙәм, тикшерергә кәрәк булыр...
Нәғим тәмле итеп аш бешерҙе. Ашарға ултырғайнылар боростоң юҡлығы асыҡланды. Нәғим күршеләренә йүгерҙе. Кәбир үҙенә ҡойолған ашты боросһоҙ ҙа ашай башлағайны инде.
Ҡапыл майҙансыҡтан шау-шыу ишетелде. Нимәлер гөрһөлдәп ҡоланы, кемдер ишеккә типте.
Шунда уҡ кемдеңдер ҡот осҡос тауыш менән ҡысҡырғаны ишетелде:

Ҡотҡарығыҙ!
Кәбир!
Кәбир йәшен тиҙлеге менән урынынан ырғып торҙо ла алъяҡҡа ташланды. Ишек бикле ине. Кәбир ашығып йоҙаҡты төрлө яҡҡа өйрөлдөрөргә кереште.

Кәбир!
А-а-а-! Тиҙ бул! — Был—Нәғим ҡысҡыра ине.
Артабан аҫҡа табан йүгергән аяҡ тауыштары ишетелде. Кәбирҙең ҡото осто: Нәғимде үлтереп ҡасалармы?.. Ниһәйәт, ишек асылды.
Кәбир майҙансыҡҡа йүгереп сыҡты. Нәғим этаж араһындағы майҙансыҡта ята ине.
Күлдәге бүҫелеп йыртылған, әммә, иң мөһиме үҙе тере ине! Тик янында ғына бер кем дә күренмәй...
Ҡастылар!
Ҡастылар! Тотоғоҙ! — тип ҡысҡырҙы Нәғим аҫҡа күрһәтеп. Ә унда уттар һүндерелгән, ҡараңғы. Кәбир уны-быны уйлап торманы, аҫҡа ташланды... Ярты минуттан ул подъездан килеп сыҡты. Тышта ҡараңғы, бер нәмә лә күренмәй! Кәбир өйҙө уратып йүгерҙе.
Юлында бер әҙәм осраһасы! Тегеләр ҡайҙалыр ҡасырға, йәшенергә өлгөргән! Кәбир улай-былай ҡаранды. Ошонда ғына үҙенең носкиҙа көйө урамға килеп сыҡҡанлығын күрҙе...
Кәбир ингәндә Нәғим йыртылған күлдәген сисеп ташлап, икенсеһен кейгән дә, тәненең сыйылған урынына йод һөртөп ултыра ине.
Кәбирҙе күргәс, ул урынынан торҙо һәм аҡһаҡлап ҡаршы килде.

Мин артыңдан сыға алманым, — тине Нәғим аҡланған тауыш менән. — Аяҡ ауырта...
Кәбир дуҫын тынысландырырға тырышты:

Әгәр ҡыуып етһәм, һинһеҙ ҙә... Нимә булды?
Һөйлә.

Күршеләрҙән сыҡтым да үҙебеҙгә атланым. Ә улар баҫҡыстан күтәрелеп килгәндәр, күрәһең.
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
  • Части
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1615
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
    Общее количество слов 4079
    Общее количество уникальных слов составляет 1616
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
    Общее количество слов 4118
    Общее количество уникальных слов составляет 1679
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
    Общее количество слов 3974
    Общее количество уникальных слов составляет 1629
    37.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.2 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
    Общее количество слов 4017
    Общее количество уникальных слов составляет 1632
    37.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
    Общее количество слов 4147
    Общее количество уникальных слов составляет 1669
    39.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
    Общее количество слов 4137
    Общее количество уникальных слов составляет 1573
    41.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1606
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
    Общее количество слов 4004
    Общее количество уникальных слов составляет 1677
    37.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
    Общее количество слов 3925
    Общее количество уникальных слов составляет 1714
    35.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
    Общее количество слов 3900
    Общее количество уникальных слов составляет 1705
    35.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
    Общее количество слов 4069
    Общее количество уникальных слов составляет 1738
    34.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    49.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
    Общее количество слов 4078
    Общее количество уникальных слов составляет 1883
    32.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    46.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    53.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов