Latin

Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07

Общее количество слов 4137
Общее количество уникальных слов составляет 1573
41.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
55.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
61.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
— Хәлит Батырға тишә яҙып ҡараны. — Улар шунда уҡ Мансур ағайҙы үлтерәсәк!..
Һеҙ нимә — миңә ярҙам итергә теләмәйһегеҙме?

Үҙең уйлап ҡара... — Батыр Хәлиткә аңлатыу өсөн ауыҙын асты.
— Их,
Һеҙ! — Хәлит ҡапыл дуҫтарына үпкәләгән ҡараштарын сәнсте. — Мин, һеҙ тип... Ярай!
Мин үҙем дә!..
Хәлит
Батыр менән Әмиләне ике яҡҡа этте лә ситкә атланы. Секунд һайын ул алыҫлаша.
Батыр менән Әмилә ни эшләргә белмәй
Хәлиткә ҡарап тора. Ул бит Өфөнө бөтөнләй белмәй. Икенсенән, бер үҙе ни ҡыла ала?
Әммә малайҙы туҡтатып та булмай...
Ҡапыл
Әмиләнең күҙҙәре ҙурайып асылды, ул малайҙың беләгенән тотоп алды. Батыр, ҡырҡа боролоп, ҡыҙ ҡараған яҡҡа ҡараш ташланы. Аэропорт эсенән Ер аҫты станцияһы кешеләре — Йыуан менән Һонтор сығып килә ине...
ХӘЛИТ
ЮҒАЛА
Шик юҡ — Йыуан менән Һонтор Өфөгә Әмилә менән Батырҙы эҙләп килеп еткән. Тик ҡайһы арала малай менән ҡыҙҙың аэропортта икәнлеген белгәндәр? Ҡотолдоҡ, инде эҙәрләүселәр тиҙ арала беҙҙең эҙгә төшә алмаҫ, тип өмөтләнгәйнеләр. Баҡһаң, улар малай менән ҡыҙҙың Өфөлә икәнлеген белеү генә түгел, әллә ҡайһы арала аэропортта йөрөгәнлеген һиҙгәндәр.
Оҙаҡ уйлап торорға ваҡыт юҡ ине. Ана Хәлит ҡалаға китеүсе автобусҡа инеп тә бара. Батыр менән
Әмилә, әҙәрләүселәргә күренмәҫкә тырышып, туҡталышҡа табан йүгерҙе.
Хәҙер нисек тә Хәлитте юғалтып ҡуймаҫҡа...
Әммә малай менән ҡыҙ туҡталышҡа барып етергә өлгөрмәне,
Хәлит ултырған автобустың ишектәре ды, ул ҡуҙғалып та китте. Батыр менән ҡыҙ, ни гә белмәйенсә, аптырап ҡалды. Бер бәләгә икенсеһе өҫтәлергә тора. Һонторҙарҙың етеп килеүе — бер, хәҙер бына Хәлит юғалһа...
Батыр эргәнән үтеп барған таксиға ҡул күтәрҙе.
Әгәр уға эләкһәләр, ҡалаға киткән Хәлитте табыуы ла, быларҙан ҡотолоуы ла еңелерәк булыр.
Әммә такси, буш булыуына ҡарамай, туҡтамайынса үтеп китте. Икенсеһе менән дә шулай булды. Ситтәрәк торған Әмилә Батыр янына йүрегеп килде:

Батыр, ҡара!
Малай
Әмилә күрһәткән яҡҡа күҙ һалды. Туҡталышҡа табан Йыуан менән Һонтор ҡабаланып атлай. Һонторҙоң усында шырпы ҡабынан саҡ ҡына ҙурыраҡ ниндәйҙер әйбер күренә. Ул ваҡыт-ваҡыт шуға ҡарап ала.

Уның ҡулында — прибор!
— тине ҡыҙ ҡурҡҡан тауыш менән.
— Миңә улар радионөктә йәбештергәндәр! Ул туҡтауһыҙ радиосигнал бирә. Шуға ла улар беҙҙе тиҙ генә таба!
Батыр был һүҙҙәргә ныҡ ғәжәпләнде:

Ниндәй радионөктә? — Ул бит һиндә күренмәй.

Ул шундай бәләкәй! Күҙгә лә күренмәй!

Уны һинән алып ташлап булмаймы?

Юҡ!
Уның өсөн махсус прибор кәрәк!
Ул арала Йыуан менән Һонтор туҡталышҡа килеп етте.

Ҡастыҡ бынан! — Батыр ҡыҙҙың ҡулынан тотто. — Юғиһә хәҙер эләгәбеҙ!
Ҡыҙ менән малай тыныс ҡына ҡиәфәттә эргәләге ағастар араһына инде лә йән-фарманға алға ташланды. Хәҙер мөмкин тиклем был тирәнән алыҫлашырға кәрәк. Юғиһә тегеләр приборҙарына ҡарап Әмиләнең ошо тирәлә икәнлеген аңлағандарҙыр, шуға ҡыҙҙы йәһәтерәк эләктерергә тырышасаҡтар.

Хәҙер оло юлға сығабыҙ, — тине Батыр йүгереп барған көйө. — Ул бынан алыҫ түгел.
Шунан берәй машинаға ултырып Өфөгә китәбеҙ.
Урман ҡуйы ғына. Ашығып барғас, аҙым һайын берәй ботаҡ йә биткә сәпәй, йә кейемдән эләктереп ала. Ә Батыр уның һайын ҡабаландыра:

Әмилә, тиҙерәк! Саҡ ҡына түҙ! Оло юлға күп тә ҡалманы!
Улар йүгерә. Ҡыҙҙың инде тамам хәле бөттө.
Тағы саҡ ҡына барһалар, ул арып ергә йығылыр кеүек. Ә оло юл һаман юҡ та юҡ...
ХӘЛИТ
ӨФӨЛӘ
Дуҫтарына
Хәлиттең бик ныҡ асыуы килде. Уларға ышанып юлға сыҡты, ярҙам итерҙәренә тамсы ла шиге юҡ ине. Ә улар... Ҡурҡаҡтар!..
Хәлит бит Өфөнө бөтөнләй белмәй. Ә Батыр, ни тиһәң дә, баш ҡалала бер йыл йәшәне.
Икенсенән, Мансур ағаһын өсәүләшеп эҙләүе күпкә еңелерәк тә булыр ине...
Һатлыҡ йәндәр! Хәлит башҡаса улар менән һөйләшмәйәсәк тә!
Малай аэропортта автобусҡа ошондай уйҙар менән инеп ултырҙы. Батыр менән Әмилә тороп ҡалған яҡҡа боролоп та ҡарамам тиһә лә, автобус ҡуҙғалып киткәс, Хәлит түҙмәне, тәҙрәгә күҙ һалды. Батыр менән
Әмилә туҡталышҡа табан йүгерә ине. Әллә уйҙарынан кире ҡайттылармы икән?.. Их, өлгөрмәнеләр! Малайҙың күңелен юҡһыныу солғап алды. Дуҫтарына асыуы килһә лә, уларҙан айырылыуы ҡыйын ине...
Бына туҡталышта тороп ҡалған Әмилә менән
Батыр күҙҙән юғалды. Хәлит уйға сумды.
Хәҙер ни эшләргә? Эҙләүҙе нимәнән башларға? Дөрөҫ, йәбешеп китерлек ике урын бар. Мансур ағайҙы урлаған кешеләрҙең башлығы «Ҡарсыға» тигән ҡушамат йөрөтөргә тейеш. Ул һырахана тирәһендә эшләй. Тик былар ғына Мансур ағайҙы табырға мөмкинселек бирерме? Етмәһә, Батыр Өфөлә һыраханалар бик күп тине. Уларҙы урап сығырға бер үҙенең хәле етерме? Хәйер, ҡурҡырға ярамай, ваҡыты күп, аҡсаһы бар.
Мәктәп участкаһында ул быйыл яҙ яҡшы ғына аҡса эшләп алғайны. Магнитофон алырмын, тип хыяллана ине. Мансур ағаһын ҡотҡарырға кәрәк саҡта һаранланып тормаҫ. Тик шуныһы борсолдора — төндәрен ҡайҙа йоҡлап йөрөр? Батырҙың интернатына өмөт бағлағайны ла бит...
Автобус шәп кенә елдерә, әммә Өфө һаман да күренмәй әле. Туҡта, ниңә Хәлит ваҡытты әрәм итә? Эргәлә бер оло ғына ағай ултыра.
Ул ошо тирәләге һыраханаларҙың ҡайҙа урынлашҡанын беләлер бит.
Ағай кеше, малайҙың һорауын ишеткәс, уға аптырап ҡараны:

Һиңә һырахананы эҙләргә иртә бит әле!

Минең ағайым һыраханала эшләй, — тип күҙ ҙә йоммайынса алданы Хәлит. — Ҡайһыныһында икәнлеген онотҡанмын. Адресын да белмәйем.

Улай икән, — тине теге ир. Шунан нисек итеп
Өфөгә ингән ерҙәге һыраханаларҙы табырға кәрәклеген өйрәтә башланы.
Тиҙҙән
Хәлит тәүге һырахананың янында тора ине имде. Бында бик күп ирҙәр ҡайнаша.
Сибайҙа ла һырахана янында халыҡ ошолай күп була. Ул һыраның нимәһен табаларҙыр, малай аңламай.
Хәлит һыраханаға инде. Бында шау-шыу, тәмәке төтөнө, сират. Ун өс йәшлек малайға иғтибар итеүсе лә булманы. Хәлит алғараҡ үтеп, һыра һатыусы иргә яҡынлашты. Шунан, уңайы сығыу менән тегеңә өндәште:

Миңә
«Ҡарсыға» кәрәк ине.

Кем, кем? — тип һораны һыра һатыусы эшенән ырылмайынса.

«Ҡарсыға».

Кем ул?
Һеҙ белмәйһегеҙме?

Тәүге тапҡыр ишетәм.
Хәлит, ары ни эшләргә белмәйенсә, улай-былай итте лә, аптырағас, ишек алдына сыҡты.
Көн йылы. Урамдан кешеләр үтеп тора. Ана
Хәлит йәшендәге ике малай ҡулдарына ҡармаҡ тотоп алған. Өс ҡыҙ туңдырма ашап китеп бара... Һәр кемдең үҙ эше. Уларға рәхәт — баштарында сиселешһеҙ һорауҙар ҙа юҡ, ашығырға ла кәрәкмәй. Ә бына
Хәлит... Хәҙер ни эшләргә тейеш ул? Әгәр икенсе, бишенсе, унынсы һыраханала ла
«Ҡарсыға»ны белмәһәләр? «Ҡарсығаны» тапҡан хәлдә лә, ни эшләргә тейеш малай?
Теге бит Мансур ағайҙы ҡайҙа иткәнлеген шунда уҡ әйтеп һалмаҫ. Малайҙың башында һорауҙар күп, әммә береһенә лә әлегә яуап юҡ...
ХӘЛИТ
ҠАЙҘА?
Оло юлда Әмилә менән Батырға оҙаҡ ҡына торорға тура килде. Күпме генә ҡул күтәрһәләр ҙә, уларҙы алырға теләүсе машина булманы. Ә малай менән ҡыҙға бер урында оҙаҡ тороу ҡурҡыныс. Көтмәгәндә урман эсенән Йыуан менән Һонторҙоң килеп сығыуы бар. Шуға күрә лә Батыр менән Әмилә, оҙаҡ уйлап тормайынса, юл буйлап ҡалаға табан атланылар. Арттан машина тауышы ишетелһә, туҡтап ҡул күтәрәләр. Әммә әлегәсә уларҙың береһе лә туҡтаманы.
Малай менән ҡыҙ ашыға. Сөнки улар һиҙә: эҙәрләүселәр ҙә оло юлға етеп килә. Шуға күрә урман ситенән атлайҙар, ураған һайын арттарына әйләнеп ҡарайҙар. Иң мөһиме — тегеләрҙең күҙенә салынмау.
Әгәр улар күреп ҡалһалар — ҡотолоп булмаясаҡ.
Тағы бер машина туҡтамайынса үтеп китте.
Киләһе машина күренгәнсе, Батырҙар урман эсенә инә һалдылар ҙа алға ашыҡтылар. Ағастар араһынан атлауы уғата ауыр. Ботаҡтар күҙгә инеп бара.
Уларҙан һаҡланам тип, өҫкә ҡарап атлаһаң, аҫта ятҡанына эләгеп ҡолап бараһың.
Эргәлә генә тап-таҡыр асфальт юл ятҡанлығын белгәс, урман эсенән атлауы бигерәк тә ауыр. Ләкин башҡаса сара юҡ.
Батыр йәнә артына әйләнеп ҡараны ла ҡапыл сүкәйҙе, ҡыҙҙы үҙе янына тартты. Сөнки уларҙан өс йөҙ аҙымдар тирәһе арттараҡ урман эсенән Йыуан менән Һонтор сығып килә ине. Һонтор атлаған һайын усына ҡарап ала. Унда — прибор! Тимәк, улар
Әмиләнең ошо тирәлә икәнлеген белә!
Хәҙер юлға сығып машина туҡтатыу тураһында уйларға ла ярамай. Берҙән-бер юл — урман араһынан Өфөгә табан ҡасыу.
Батыр ҡыҙҙы етәкләп алды:
— Әйҙә!
Улар юлдан алыҫҡараҡ, урман эсенәрәк инде лә алға йүгерҙе. Тиҙерәк! Тегеләрҙең күҙенә салынмаҫҡа, уларҙан мөмкин тиклем алыҫайырға кәрәк.
Күп барманылар, бер аҡланға килеп сыҡтылар.
Уның арғы осонда кескәй генә өйҙәр күренде. Батыр белә: был Өфө халҡының баҡсалары. Уларҙы үткәс, Ағиҙел йылғаһы булырға тейеш. Тимәк, Өфөгә тиклем алыҫ ҡалмаған. Тик бына уларҙың хәле бөтә башланы.
Бер аҙҙан Әмилә артҡа тартыла бирҙе лә бөтөнләй туҡтап ҡалды:

Арыным!
— тине ул ауыр итеп тын ала-ала. — Ял итеп алайыҡ!..
Улар аҡлан уртаһында тора.

Беҙгә бында ҡалырға ярамай! — Малай ҡыҙҙы алға тартты. — Аҡланды үтәйек. Шунан, өйҙәр араһына ингәс, туҡтап алырбыҙ.
Малай менән ҡыҙ, һуңғы көстәрен йыйып, йәнә алға йүгерҙе. Батырҙы тағы бер нәмә борсой. Хәлит ҡайҙа? Их, бая үҙҙәре иҫәр булды! Ниңә инде Хәлиткә ҡаршы һүҙ әйтеп торорға? Сибай тиклем Сибайҙан килгән икән Мансур ағаһын табам тип, ул инде барыбер үҙ уйынан баш тартмаясаҡ бит. Дуҫының йәненә теймәгән булһа, хәҙер, исмаһам, бергә китеп барырҙар ине. Уны ҡайҙан табырға? Хәлит бит Өфөнө бөтөнләй белмәй.
Икенсенән, ағаһын ҡотҡарам тип, үҙенең тегеләр тырнағына эләгеүе бар.
Тиҙерәк ҡалаға барып етергә лә берәй иҫәрлек эшләп ташламаҫ борон Хәлиттең үҙен табып алырға кәрәк...
Өйҙәр араһына инеү менән балалар уңайлыраҡ урын табып ял итергә ултырҙылар. Бынан бөтә аҡлан ус эсендәге кеүек күренеп тора. Әгәр урман эсенән эҙәрләүселәр килеп сыҡһа, улар шунда уҡ малай менән ҡыҙҙың күҙенә салынасаҡ.
Батыр үҙенең асыҡҡанлығын тойҙо. Шулай булмай ни!
Улар бит инде бер тәүлек тиерлек ауыҙҙарына тәғәм дә ҡапҡандары юҡ! Батыр нисек тә түҙер ул, ә бына
Әмилә...
Малай һиҙҙермәҫкә тырышып ҡыҙға ҡарап алды.
Арығанлығы
Әмиләнең йөҙөнә сыҡҡан. Ул хатта ябығып киткән кеүек күренде. Күпме ыҙа-михнәттәр күрҙе улар ошо көндәрҙә! Рәтләп ял иткәндәре, һәйбәтләп тамаҡ ялғағандары юҡ. Гел генә аяҡ өҫтө, гел генә ҡасып-боҫоп йөрөү.
Бөтәһе лә бер-береһен юғалтырға теләмәүҙән...
Батыр бит ҡыҙға бик ныҡ күнекте. Унан башҡа үҙенең тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай.
Әмилә уның өсөн Ер шарында, юҡ, бар ғәләмдә иң яҡын кеше!
Шуға күрә, Батыр бөтә ҡыйынлыҡтарға түҙергә риза, фәҡәт
Әмилә генә һәр саҡ янында булһын. Ә ҡыҙ нисек уйлай икән был хаҡта? Һуңғы көндәрҙә күргән ауырлыҡтарҙан һуң үҙ уйынан кире ҡайтмаҫмы? Юҡтыр.
Юғиһә ҡыҙ бындай ниәтен күптән һиҙҙерер ине.
Ана бит, арыған булһа ла, малайҙың ҡарашын һиҙеп, уға боролдо ла, маңлайына төшкән сәстәрен артҡа һирпеп, матур ғына йылмайҙы.
Йылмайыу уға шундай килешә!..

Ниңә шулай ҡарайһың? — тип һораны үҙе.

Арыныңмы?
— Батыр уйҙарын һиҙҙермәҫкә тырышты.

Саҡ ҡына.

Һиңә ҡыйындыр инде...

Ә ниңә ҡыйындыр тип уйлайһың?

Һуң...
— Батыр ҡапыл ни әйтергә белмәне. — Әгәр Урға ҡайтып китһәң, ошолай ыҙаланып та йөрөмәҫ инең...

Һин минең ҡайтып китеүемде теләйһеңме?

Юҡ,
— тине Батыр. — Юҡ, Әмилә...

Әгәр ҡайтып китһәм... — Ҡыҙҙың тауышы ҡапыл ҡалтыраны. — Мин һинһеҙ... Батыр...
Ҡыҙ әйтеп бөтөрмәне, ҡарашын ситкә алды, шунан ни өсөндөр:

Көн шундай матур, эйе бит, — тип кенә ҡуйҙы.
Көн, ысынлап та, матур ине. Күк йөҙөндә бер болот әҫәре юҡ. Ара-тирә генә ел иҫеп ҡуя. Баш өҫтөндә япраҡтар серле ҡыштырлай. Эргәлә ҡоштар һайрай, сиңерткәләр серелдәшә. Эйе, бөгөн йәй башында була торған иҫ киткес матур көндәрҙең береһе ине.

Беҙҙең
Урҙа ла ошондай көндәр була, — тине
Әмилә. — Хатта ҡайсаҡ миңә икәүләшеп беҙҙең планетала йөрөйбөҙ кеүек...
Батыр өндәшмәне. Ҡыҙҙың ҡапыл Урҙы иҫкә төшөрөүө юҡҡа түгеллеген аңлай ул. Үҙе лә Урҙа саҡта кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә Ер хаҡында һөйләргә ярата торғайны.
«Ер» һүҙен әйткән һайын үҙ планетаһына ҡайтып өйләнгәндәй була ине малай.
Тыуған төйәкте ныҡ һағыныу билдәһе был... Әмиләнең Урҙы бик тә күргеһе килә.
Тик Батыр ғына уны бында тота. Ниңә ошондай хәлгә эләкте улар? Мәңге ошолай ыҙаланырҙармы икән ни? Бынан берәй төрлө ҡотолоу юлы бармы?..
Тойғоларға бирелеп оҙаҡ ултырырға тура килмәне — аҡландың арғы осонда Йыуан менән Һонтор күренде. Бынан улар туҡтап тирә-яғына ҡаранды, үҙ-ара кәңәшләшеп алды, шунан бында табан йүгерҙе. Улар ҙа ошолай эҙәрләп йөрөүҙән ялҡҡандыр, шуға күрә
Әмиләне оҙаҡҡа һуҙмай тоторға, Ер аҫты станцияһына алып ҡайтырға булғандыр.
Тегеләрҙең Батырҙы ла эләктереү уйы барлығын малай, әлбиттә, белмәй ине...
ХӘЛИТТЕҢ
ХАТАҺЫ
Икенсе һырахана беренсеһенән йыраҡ түгел ине.
Хәлит, йәнәш урамға сығып күп тә атламаны, алда ирҙәрҙең өйкөлөшөп тороуон күрҙе.
Шик юҡ — был һырахана ине. Һәм ул яңылышманы.
Хәлит тышта туҡталып тормайынса эскә үтте.
Бында һыра менән бер йыуан ғына ҡатын һатыу итә икән. Ни эшләргә кәрәклеге алдан уйланылған. Малай тегеңә яҡынлаша биреп шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтте:

Миңә
«Ҡарсыға» кәрәк ине.

«Ҡарсыға»?—Ҡатын малайға тишә яҙып ҡараны. — Нимәгә ул һиңә?
Хәлиттең күңеленә йылы йүгерҙе. Тимәк, был ҡатын белә «Ҡарсыға»ны!

Йомошом бар.

Ниндәй йомош? — Ҡатын эшенән айыралмай ғына һораны. Үҙе ваҡыт-ваҡыт малайға ҡарап ала.

Мин уның үҙенә генә әйтә алам.
Ҡатын өндәшмәй генә көрөшкәләргә һыра ҡойоуын белде. Малай сабыр ҡиәфәт менән көтөп тора. Ниңә шымып ҡалды ҡатын? Хәлиттән шикләнәме? Әллә «Ҡарсыға» ны саҡырып килтерергә итәме? Ысынлап та, «Ҡарсыға» тигәндәрен ҡапыл ғына бында килтерһә, малай ни эшләргә тейеш? «Ағайымды ҡайҙа иттегеҙ?» — тип туранан-тура һорай алмай ҙа баһа! Күрәһең, иң алда «Ҡарсыға» ның кем икәнлеген белергә, уны танып алырға.
Аҙаҡ уның артынан күҙәтеп. Мансур ағайҙың ҡайҙалығын белергә!..
Ул арала ҡатын сираттағы ирҙәргә:

Саҡ ҡына көтөгөҙ, мин — хәҙер, — тип өндәште.
Шунан Хәлиткә боролдо. — Әйҙә!
«Ҡарсыға»ны эҙләп йөрөүенә ҡарамай, малай быны көтмәгәйне. Нисек? Ул хәҙер «Ҡарсыға» менән осрашырға тейешме? «Ниңә килдең?»
—тип һораһа, ни әйтер. Хәлит бит бөтөнләй әҙерләнмәгән! Әллә кире боролоп сығырға ла китергәме? Улай итһә, бер ҡасан да
Мансур ағаһын таба ла, ҡотҡара ла алмаясаҡ! Хәлит ҡабаланып уйланы, әммә бер ниндәй ҙә аныҡ фекергә килә алманы.
Ә ҡатын үҙенең артындағы ишекте асҡан да малайҙы көтөп тора. Малай йөрәгенең дарҫлап тибә, тәненең ут кеүек яна башлауын тойҙо. Аяҡтары ауырлашты.
Ҡурҡыныс! Ләкин ҡатынға эйәрергә кәрәк, кәрәк!.. Ни булһа, шул булыр!..
Хәлит бар көсөн йыйып үҙен алға атларға мәжбүр итте. Бына уның артынан ишек ябылды.
Улар коридор кеүек ерҙе үттеләр. Бында ҙур-ҙур мискәләр тора, бер мөйөшкә йәшниктәр өйөлөп ҡуйылған. Коридор осондағы ишек янында ҡатын туҡтаны:
ин көтөп тор. — Ул эскә инеп китте.
Шунда уҡ малайҙы йәнә ҡурҡыу, икеләнеү солғап алды. Ҡасып китергә иң уңайлы мәл! Ул бит бәләкәй! Ул ҡотҡара алырмы Мансур ағаһын?! Юҡ бит! Бер үҙе нисек шул бандиттарға ҡаршы көрәшһен?! Ҡасырға ла китергә! Шулай хәүефһеҙерәк булыр!
Юғиһә үлтереп ҡуйыуҙары бар!
Хәлит инде боролоп китәм тигәндә, теге ишек асылып китте, баяғы ҡатын килеп сыҡты:

Бар ин! — Үҙе, Хәлиттең эскә атлауын көтөп тормайынса, коридор буйлап китте.
Бүлмә кескәй генә ине. Мөйөштәге өҫтәл артында ҙур кәүҙәле, ҡара сәсле, мыйыҡлы ир ултыра. Тәҙрә төбөндәге ултырғысҡа шаҡмаҡ кепка кейгән нәҙек кәүҙәле, уртаса буйлы егет урынлашҡан. Улар икеһе лә ишектән килеп ингән Хәлиткә ҡыҙыҡһынып ҡараны. Быларҙың ауыр ҡараштары бер ниндәй яҡшылыҡ вәғәҙә итмәүен малай шунда уҡ аңланы. Бүлмәнән анһат ҡына сығып китә алмаясағын да тойомланы.

Һиңә кәрәкме «Ҡарсыға»? — тип һораны ул арала өҫтәл артында ултырған ир.

Эйе,
— тине Хәлит артабан ни әйтерен белмәйенсә.

«Ҡарсыға» мин булам, — тине ир. — Һин ҡайҙан беләһең минең ҡушаматты?

Бер ағай әйтте.

Ниндәй ағай? Кем ебәрҙе һине? Ниңә килдең?
Ошо ерҙә Хәлиттең башына бер уй килде.

Мин һырахана янынан үтеп бара инем. Ниндәйҙер бер ағай тотоп алды ла: «Бында «Ҡарсыға» тигән кеше булырға тейеш, — тине. — Уның эҙенә төшкәндәр. Тиҙерәк сараһын күрһен», — тине.
Бүлмәләге ирҙәр бер-береһенә ҡарашып алды. Шунан йәнә Хәлиткә текәлделәр. Уларҙың малайға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәгәндәре күренеп тора ине... Хәлит «Ҡарсыға»ны күрҙе, хәҙер китергә кәрәк. Ул ишек тотҡаһына йәбеште.

Ярай, мин киттем.

Туҡта!
— Өҫтәл артындағы ир ҡаты итеп өндәште.
Шунда уҡ шаҡмаҡ кепкалы егет урынынан тороп, Хәлиттең юлына арҡыры торҙо.

Ашыҡма!
Хәлиттең арҡаһы буйлап һалҡын тулҡындар йүгереп үтте.
Ул үҙенең тоҙаҡҡа эләккәнен, бынан инде анһат ҡына сығып китә алмаясағын асыҡ тойҙо.

Ниңә ул әҙәм үҙе инмәгән? Ниңә һине ебәргән?
— тип һораны
«Ҡарсыға».
Шаҡмаҡ кепкалы егет Хәлитте бүлмә уртаһынараҡ, өҫтәлгә яҡыныраҡ этте.

Мин ҡайҙан беләйем? — тине Хәлит иламһыраған тауыш менән. — Ул әйт тигәс... Шулай кәрәктер тип уйланым.
Ошо ерҙә «Шаҡмаҡ кепка» Хәлиттең беләгенән шыҡырайтып тотто:

Ниңә юҡты һөйләйһең? Ниндәй эҙ? Кем төшкән?

Әйтәм бит, мин бер нәмә лә белмәйем! — Хәлит илар сиккә етте. Шулай уҡ быларҙан ысҡына алмаҫмы икән ни?

Етер!
— Өҫтәл артындағы ир ҙә урынынан тороп
Хәлит янына килде. — Һинең алдашыуың күҙеңдән күренеп тора!
Әйт дөрөҫөн: кем ебәрҙе һине?

Бер кем дә ебәрмәне! — Ҡурҡышынан Хәлиттең күҙҙәрендә йәштәр күренде.
«Шаҡмаҡ кепка» Хәлиттең елкәһенән тотоп алды:

Әгәр әйтмәһәң... Һин бынан тере сыҡмаясаҡһың!

Ағай, ебәр!—Хәлит ауыртыуға түҙә алмайынса, ҡысҡырып ебәрҙе.
йлә!
— «Кепка» бармаҡтарын саҡ ҡына бушатты.
— һөйлә, тим!
Хәлит, быларҙың тырнағынан ҡотола алмаясағын тойоп, күҙҙәрендәге йәштәрен һөртә-һөртә, һөйләргә тотондо...
ИҪКӘРТЕҮ
Батыр менән Әмилә, ҡалаға килгәс тә, тәүге магазинға инеп икмәк, һөт һатып алдылар, шунан эргәләге эскәмйәгә ултырып тамаҡ ялғанылар.
Икеһенең дә башында бер үк уй: теге «Ҡарсығаны» нисек табырға?
Хәлитте ҡайҙан эҙләргә? Нисек кенә фараз итһәң дә, эште шул һыраханаларҙан башларға кәрәктер.
Тәүге һырахана магазиндан алыҫ түгел ине. Былай һөйләштеләр: һыраханаға барғас, Батыр «Ҡарсыға»ны һораша, ә
Әмилә Хәлит хаҡында белешә....
Иң баштағы өс һыраханала уларҙың юлы уңышһыҙ булды.
Әммә дүртенсеһе янында...
Әмилә сиратта торған ағайҙарҙан Хәлит хаҡында һорашҡайны, бер ир:

Күрҙем мин ундай малайҙы, — тине көтмәгәндә.
— Ҡулында ҡара сумка, үҙе шортиктан, йыуантаҡ ҡына...

Хәлит!
— тип ҡыуанды Әмилә. — Ҡайҙа күрҙегеҙ уны?

Мин уны теге урамдағы һырахана янында күрҙем, — тине ир. — Бынан... ярты сәғәт элек. Был малай һыраханала нимә ҡарап йөрөй икән, тип уйланым. Ул һатыусы ҡатын менән нимәлер хаҡында һөйләште.
Шунан икәүләшеп эскә инеп киттеләр.
Бер аҙҙан ҡатын яңғыҙы ғына килеп сыҡты.

Ә малай? — Батырҙың күңеленә хәүеф инеп ултырҙы.

Мин уны башҡаса күрмәнем. Ун минуттай торғайным сиратта, һыра бөттө, мин бында килдем...

Ул һырахана ҡайҙа?
Батыр менән Әмилә ир өйрәткән юлдан ашығып атланы. Ошо минутта Хәлит ниндәй хәлдә?
Ниңә эскә инеп киткән? «Ҡарсыға»ның эҙенә төшкәнме? Һырахана эсендә ҡалғанмы, әллә сыҡҡанмы? Сыҡһа, ҡайҙа киткән?..
Бына
— һырахана. Уның янында бер кем дә юҡ.
Сөнки һыра һатылмай. Быныһы насар. Ул-был була ҡалһа, кешеләр араһында ҡасып ҡотолоу еңелерәк булыр ине. Хәҙер улар, ус төбөндәге кеүек, тирә-йүнгә күренеп торалар...
Малай менән ҡыҙ кәңәшләшеп алды. Эште ниҙән башларға? Әгәр Хәлит тотолған булһа,
«Ҡарсыға»ны һорашыу хәүефле. Ул саҡта
Батыр менән Әмиләне лә эләктерәсәктәр.
Әлегә Хәлит тураһында ғына белешергәлер, бәлки?..
Һырахананың ишеге икәү икән. Береһе — ал яҡта, икенсеһе — артта. Икеһе лә бикле. Әгәр эстә кеше булһа, улар артҡы ишек тирәһендәлер. Батыр шуны шаҡырға тотондо.
Ҡапыл уларҙың янына әллә ҡайҙан бер ир килеп сыҡты. Тәбәнәк кенә буйлы, йыуантаҡ кәүҙәле, иҫке генә костюм-салбарҙан, башында — һалам эшләпә.

Ни булды, балалар? Нимә кәрәк? — тип һораны ул берсә Батырға, берсә Әмиләгә ҡарап.

Беҙгәме?
— Батыр ирҙе баштан-аяҡ ҡарап сыҡты.
Кем был? Осраҡлы үткенсеме? Әллә тегеләрҙең береһеме? Уға асылып барыу кәрәкме икән? Ошо һорауҙарына яуап көткәндәй, Батыр Әмиләгә ҡарап алды.

Беҙ бер иптәшебеҙҙе юғалттыҡ, — тине ул арала Әмилә теге иргә. — Ярты сәғәт элек ул ошонда инеп киткән. Һеҙ бында эшләйһегеҙме?
Уға нисә йәш?

Ун өс.
Ирҙең киләһе һорауы ҡыҙҙы ла, малайҙы ла шаҡ ҡатырҙы :

Һеҙгә
Хәлит кәрәкме?
Батыр менән Әмилә быны көтмәгәйне. Улар бер-береһенә ҡарашты. Тимәк, был кеше
Хәлитте белә. Белеү генә түгел, уның ҡайҙа икәнлеген дә әйтә алырға тейеш!

Аңланым,
— тине ул арала ир. Үҙе тирә-яғына ҡаранып алды. — Һеҙ был тирәнән тиҙерәк китегеҙ! Юғиһә...
Ошо ерҙә һырахананың ишеген эске яҡтан аса башланылар.
Ирҙең йөҙөндә хәүеф барлыҡҡа килде. Ул эйелә биреберәк тиҙ генә шыбырланы:

Мине мөйөштәге магазинда көтөгөҙ! — Шунан ҡыҙ менән малайҙың арҡаһынан ситкә этте. — Тиҙ! Китегеҙ!
Күп тә үтмәй ишек асылып китте. Унда шаҡмаҡ кепка кейгән баш күренде. Батыр менән
Әмилә, ары ни булырын көтөп тормайынса, ашығып ситкә атланы. Әммә тегеләрҙең үҙ-ара һөйләшеүе уларға асыҡ ишетелде:

Кемдәр улар? — тип һораны ишектән күренгән
«баш».

Ә-ә, бала-сағалар, — тине «һалам эшләпә» ғәмһеҙ генә тауыш менән. — Салауат кинотеатрын эҙләп йөрөйҙәр.

Ниңә уны бында эҙләйҙәр?

Ситтән килгән балалар, аҙашҡандар. Әйҙә.
Ишектең ябылғаны ишетелде. Батыр шунда уҡ артына әйләнеп ҡараны. Инде һырахана янында бер кем дә юҡ ине.
МАГАЗИН
ЯНЫНДА
Батыр менән ҡыҙ туҡталып ҡалды.

Улар
Хәлитте тотҡан! — тине Әмилә ҡурҡҡан тауыш менән.

Ҡайҙан беләһең? — Батырҙың күңелендә лә шундай шик тыуҙы. Тик быны ул үҙенә лә һиҙҙерергә ҡурҡып бара ине. Әгәр хәҙер Әмилә
Хәлиттең тотолоуы хаҡында юҡ-бар дәлилдәр килтерһә, уны юҡҡа сығара, шулай итеп, Хәлиттең иректә икәнлеген иҫбат итә.

Тотолмаһа, эшләпәле ир уның исемен белмәҫ ине.
Икенсенән, һеҙ ҙә тотолоп ҡуймағыҙ, тигән кеүек, беҙҙе тиҙерәк ҡыуып ебәрҙе.
Батыр бер ни өндәшмәне. Сөнки үҙе лә тап ҡыҙ әйткәнсә уйлай ине.

Ә был ир кем икән? — тип һораны ҡыҙ. — Ниңә ул беҙҙең тотолоуҙы теләмәй?

Күрәһең, тегеләрҙең береһе, — тине Батыр үҙ алдына һөйләнгән кеүек. — Тик улар кеүек йәшәргә теләмәй.

Бәлки, ул беҙҙе тоҙаҡҡа эләктерергә итәлер?
— тип хәүефләнде ҡыҙ.

Бәлки, шулайҙыр, — тип килеште малай.
Икеһе лә уйға ҡалды. Хәҙер ни эшләргә? Әгәр
Хәлит тотолған икән, «Ҡарсыға» ошо тирәлә булырға тейеш. Малай уны эҙләп тоҙаҡҡа эләккәндер. Күрәһең, әлегә мөйөштәге магазинға инеп эшләпәле ирҙе көтөүҙән башҡа сара юҡ. Ул юҡҡа ғына:
«мине көтөгөҙ», — тимәгәндер. Тимәк, ниҙер әйтергә итә. Тоҙаҡ ҡороуҙары ла ихтимал. Шулай ҙа һаҡ булырға кәрәк.
Осрашыу урынына икеһенең береһе генә барыр, ә икенсеһе ситтән йәшенеп ҡарап торор. Әгәр был тоҙаҡ икән, исмаһам, икеһенең береһе генә эләгер...
Былай һөйләштеләр. Хәҙер Батыр шул магазинға бара, ә Әмилә күпмелер ваҡыт ситтә йөрөп килә. Сөнки уға бер урында оҙаҡ торорға ярамай, юғиһә «һә» тигәнсә Йыуан менән
Һонторҙоң тырнағына эләгәсәк. Хәҙер, исмаһам, ҡыҙ уларҙы ваҡытлыса булһа ла ситкә алып китер. Ун биш минут һайын
Әмилә магазин янына урап килер...
Мөйөшкә етәрәк Батыр ағастар араһына инде һәм кеше күрмәҫтәй ергә сүкәйеп ултырҙы.
Бынан магазинға илтеүсе тротуар ҙа, магазинға инеп сығыусылар ҙа, уның эсе лә ап-асыҡ күренә. Әгәр «Һалам эшләпә» үҙенә эйәртеп ярҙамсыларын алып килһә, улар малайҙың күҙенә шунда уҡ ташланасак.
Күпмелер ваҡыт үтте. Бына урам осонда Әмилә күренде. Тимәк, Батырҙың йәшенеп ултырыуына ун биш минут тирәһе булған.
Ҡапыл малай урынынан ырғып торғанлығын да һиҙмәй ҡалды. Сөнки ул Әмиләгә ҡаршы килгән Йыуан менән Һонторҙо күрҙе. Ҡыҙ бер ни белмәйенсә ашығып атлай. Уларҙың аралары күҙгә күренеп яҡыная. Тағы ла бер минуттан Әмилә үҙен эҙәрләүселәрҙең ҡосағына барып инәсәк!
Батыр ағастар араһынан Әмиләгә табан йүгерҙе.
Тиҙерәк! Ҡыҙҙың тапҡырына еткәс, урам аша сыға ла уны туҡтата! Ағастар йүгерергә ҡамасаулай. Малай тротуарға сыҡты. Ошо тирәнән Әмилә килгән яҡҡа үтергә кәрәк.
Юл тулы машина! Батыр, оҙаҡ уйлап тормайынса, алға ташланды. Сыйылдап киткән тормоз тауышы ҡолағына салынды.
Әммә был ваҡытта малай урамдың икенсе яғына сығып, ағастар аша ырғый-ырғый,
Әмиләгә табан оса ине. Үҙенә табан йәнтәслимгә йүгереп килеүсе Батырҙы күргәс, ҡыҙҙың күҙҙәре ҙурайып асылды.

Әмилә!
— Батыр ҡыҙҙың ҡулынан эләктереп алды.
— Тиҙ бул! Унда Йыуан менән Һонтор!
Яҡын-тирәләге кешеләрҙе шаҡ ҡатырып, улар ағас араһына сумды. Йыуан менән Һонтор күрергә өлгөрҙөмө утарҙы? Ни генә булһа ла, хәҙер бында ҡалыу хәүефле.
Батыр менән Әмилә ағас араһынан байтаҡ ҡына йүгерҙе. Тегеләрҙе яңылыштырыу өсөн бер йүнәлештә баралар-баралар ҙа, ҡапыл уң яҡҡа тарталар, шунан һулға боролалар.
Инде магазиндан арыу ғына алыҫлаштылар, буғай.

Хәҙер мин йәнә магазин янына барам, — тине
Батыр.— Беҙгә «Һалам эшләпә»не күрергә кәрәк бит. Һин бында ҡалаһың. Әммә тик ултырмайһың. Анау тирәнән урап киләһең.
Егерме минуттан ошо урында осрашабыҙ.
Батыр магазинға табан атланы. Уның күңеле тыныс түгел. Малай үҙе өсөн һис тә борсолмай. Үҙенең теләһә ниндәй ауырлыҡтан да ҡотола алырына ышана. Тик Әмилә менән генә берәй хәл булып ҡуймаһын инде. Ул саҡта... Әмиләһеҙ уға был донъяла йәшәүҙең йәме ҡалмаясаҡ...
Магазинға етәрәк Батыр һағая төштө. Беренсенән,
Йыуан менән Һонторға тотолмаҫҡа ине, икенсенән, «Һалам эшләпә»не алдан күрергә кәрәк. Әгәр яңғыҙ булмаһа, уның менән осрашмау хәйерле.
Ул-был күренмәй шикелле. Малай магазинға яҡынлашып, тәҙрә аша эскә күҙ һалды.
Ҡапыл кемдер Батырҙың яурынына ҡулын һалды.
Малай ҡырҡа артына әйләнде. Уның ике яғында Йыуан менән Һонтор баҫып тора ине...
ҺАЛАМ
ЭШЛӘПӘЛЕ ИР
Батыр менән осрашырға һөйләшкән урынға Әмилә инде ике тапҡыр килеп китте. Әммә малайҙы тап итә алманы. Әкренләп ҡыҙҙың күңеленә хәүеф инеп ҡунаҡланы. Батыр ҡайҙа? Ниңә осрашаһы урынға килмәй? Тотолдомо? Әгәр малай тегеләрҙең тырнағына эләкһә, ул ни эшләр? Әмилә бит был ҡалала бер кемде лә белмәй. Төнөн йоҡлар урыны ла, тамаҡ ялғар өсөн бер тин аҡсаһы ла юҡ... Юҡ,
Батыр тотолорға тейеш түгел! Ул бит шундай тәүәккәл, сос малай. Иң ҡурҡыныс хәлдә лә һис ҡасан юғалып ҡалмай. Тик ниңә һуң осрашаһы урынға килмәй?.. Әллә магазин эргәһенә барып урарғамы? Эйе, шунһыҙ Әмилә бер ни белә алмаҫ. Тәүәккәлләргә кәрәк.
Ҡыҙ саҡ ҡына бара ла, туҡтап, тирә-яғына ҡаранып ала. Әлегә ул-был һиҙелмәй. Ана теге магазин күренде. Әмилә, мөмкин тиклем һаҡ булырға тырышып, уға яҡынлашты.
Урамда ҡурҡырлыҡ нәмә юҡ. «Һалам эшләпә» эстә көтөп тормаймы икән? Әмилә саҡ ҡына икеләнде лә магазинға инде. Бында
«Эшләпә» лә, Батыр ҙа күренмәй. Ҡыҙ ашығып урамға сыҡты. Бөтә бәлә шунда:уға бер урында оҙаҡ туҡталып тороу хәүефле.
Йыуан менән Һонторҙоң ҡулына эләккәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың.
Әмилә тирә-яғына ҡаранды. Бер кем дә юҡ.
Ни эшләргә? Китергәме, әллә тағы бер аҙ көтөргәме? Башына бер йүнле уй килмәй.
Көтмәгәндә Йыуан менән Һонтор килеп сығыр тип ҡурҡыу башҡа нәмә хаҡында уйларға бирмәй.
Әмилә ағастар араһына инде. Иң яҡшыһы — тирә- йүнде ошонан күҙәтеү булыр...
Ләкин ҡыҙға йәшенеп оҙаҡ ултырырға тура килмәне. Ҡапыл уның күҙенә мөйөштән килеп сыҡҡан «Һалам эшләпә» салынды.
Әмилә һағайҙы. Яңғыҙы, буғай. Бик һаҡ килә, тирә- яғына ҡаранып ала. Бына магазинға етте, тәҙрә аша эскә күҙ һалды, әммә ишеккә боролманы, бер ни булмағандай, үтеп китте.
Ҡыҙ ҡаушаны. Ни эшләргә? Ҡыуып етергәме?
Әллә сығып күренмәҫкәме? Ләкин эшләпәле ир юғалһа, Әмилә ер менән күк араһында аҫылынып ҡаласаҡ. Бәлки «Һалам эшләпә» менән осрашҡандан һуң ниҙер асыҡланыр, ары ни эшләргә кәрәклеген белер, исмаһам, ҡыҙ.
Әмилә йәшенгән урынынан сыҡты ла йүгерҙе.
Ҡапыл «Һалам эшләпә» артына әйләнеп ҡараны. Ул шунда уҡ Әмиләне шәйләне.
Бына ҡыҙ ирҙең янына килеп етте.

Иптәш малайың ҡайҙа? — «Һалам эшләпә» Әмиләне өй ышығына тартты.

Улмы?
— Ҡыҙ был кеше алдында тулыһынса асылып бармаҫҡа ҡарар итте. — Ул бынан алыҫ түгел. Ә һеҙ Хәлиттең ҡайҙа икәнлеген беләһегеҙме?

Беләм, тиерлек, — тип аңлайышһыҙ яуап бирҙе ир, борсоулы ҡиәфәт менән тирә-яғына ҡаранып.

Нисек?
— «Эшләпә»нең һүҙҙәре ҡыҙҙы хәүефкә һалды. — Хәлит тереме, юҡмы?

Ана шул-шул, — тине ир. — Белмәйем. Уны үлтереүҙәре лә бар.
Ҡыҙҙың тәне өшөп китте. Әмилә был һүҙҙәргә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Бынан ике сәғәт элек кенә аэропортта күргән
Хәлиттең ошо минутта үлек икәнлеген ул күҙ алдына ла килтерә алмай.

Ниңә эҙләй ул «Ҡарсыға»ны? Һеҙ ҙә уның менән бергәме?

Ниндәй
«Ҡарсыға»? һораны Әмилә. — Мин бер нәмә лә белмәйем.
Беҙгә Хәлитте табырға кәрәк. Әйтегеҙ, ул ҡайҙа?
«Һалам эшләпә»нең күҙҙәре асыулы йылтыраны.

Мин һеҙҙе иҫкәртәм. Соҡсонмағыҙ был тирәлә.
Юғиһә...
Ул ары һөйләп торманы, боролдо ла ситкә атланы. Был нимәне аңлата? Ҡыҙ бит һис нәмә белмәне? Хәлит ҡайҙа? Батыр тотолғанмы? Әмилә ирҙең артынан йүгерҙе.
Әммә ул бер аҙым да яһарға өлгөрмәне, ҡыҙҙың ике беләгенән тотоп алдылар.
Ҡото осҡан Әмилә бер уңға, бер һулға ҡараны. Уның ике яғында ике таныш түгел кеше тора ине...
БАТЫР
АУЫР ХӘЛДӘ
Йыуан менән Һонтор,
Батырҙы эләктергәс, уйға ҡалды. Малай менән ни эшләргә? Ер аҫты станцияһына илтеп йөрөүе оҙаҡ, уның менән бергәләп Әмиләне эҙәрләү уғата уңайһыҙ. Ә Батыр уларға кәрәк. Ер аҫты станцияһынан ҡәтғи бойороҡ алынған: «Әмилә менән бергә ҡасып йөрөгән малайҙы мотлаҡ тоторға!» Станцияға илткәс, уның хәтеренән Әмилә хаҡында ни бар, бөтәһен дә юйҙырасаҡтар, шунан
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
  • Части
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1615
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
    Общее количество слов 4079
    Общее количество уникальных слов составляет 1616
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
    Общее количество слов 4118
    Общее количество уникальных слов составляет 1679
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
    Общее количество слов 3974
    Общее количество уникальных слов составляет 1629
    37.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.2 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
    Общее количество слов 4017
    Общее количество уникальных слов составляет 1632
    37.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
    Общее количество слов 4147
    Общее количество уникальных слов составляет 1669
    39.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
    Общее количество слов 4137
    Общее количество уникальных слов составляет 1573
    41.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1606
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
    Общее количество слов 4004
    Общее количество уникальных слов составляет 1677
    37.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
    Общее количество слов 3925
    Общее количество уникальных слов составляет 1714
    35.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
    Общее количество слов 3900
    Общее количество уникальных слов составляет 1705
    35.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
    Общее количество слов 4069
    Общее количество уникальных слов составляет 1738
    34.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    49.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
    Общее количество слов 4078
    Общее количество уникальных слов составляет 1883
    32.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    46.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    53.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов