Latin

Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03

Общее количество слов 4118
Общее количество уникальных слов составляет 1679
37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
59.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
Әгәр бына үҙенең берәй класташын тап итһә, йәки ун йәшлек Батыр менән үҙен осратһа икән!.. Ҡыҙыҡ булыр ине был! Шуға ла ваҡыт машинаһынан сығыу менән малай иң алда мәктәп юлына күҙ һала. Йәнәһе, кемдәр килә ул яҡтан. Ләкин ошоғаса унда фәҡәт таныш түгел балалар күҙенә салынды...
Был юлы ла... Мәктәп яғынан ике малай килә.
Береһе йыуантаҡ, килбәтһеҙ кәүҙәле...
Таныш түгел. Икенсеһе һонтор буйлы...
Туҡта! Был бит Батыр! Бынан өс йыл элекке ун йәшлек Батыр! Ул! Ул! Үҙенең иң яҡын дуҫын танымаҫҡа! Ҡалай бәләкәсәйеп киткән! Көлкө! Ә янындағы килбәтһеҙ кәүҙәлеһе кем булды һуң әле? Бәй! Хәлит терт итеп ҡалды. Был бит малайҙың үҙе,
Хәлит! Йыуантаҡ малай, баҡһаң, ун йәшлек
Хәлит икән. Шулай йыуанмы ни ул?
Ун өс йәшлек Хәлит, ни эшләргә белмәйенсә, урынында ҡатып ҡалды. Ғәжәп бит был!
Хәлит үҙен күрә! Әкиәттә генә була торған хәл дә баһа! Валлаһи, берәйһе һөйләһә, быға ышанмаҫ ине. Ә бына хәҙер үҙе... Әллә төш күрәме? Юҡ, ысын был, ысын!
Ул арала ун йәшлек малайҙар яҡыныраҡ килде.
Өлкән Хәлит юлдан ситкәрәк сыҡты.
Аралашырға ярамай. Әмилә шулай ти бит.
Хәлит үҙ-үҙенә ситтән генә ҡараясаҡ...
Ошо ерҙә Хәлит менән Батырҙың ҡаршыһына ун ике йәштәр тирәһендәге икенсе малай килеп сыҡты.

Туҡтағыҙ әле, — тине ул. Бының Хәлит менән Батырға ҡарағанда ҙурыраҡ та, көслөрәк тә икәнлеге күренеп тора. — Аҡсағыҙ бармы?

Юҡ...

Алдайһығыҙ бит! Күрһәтегеҙ кеҫәләрегеҙҙе! — Теге малай Батырҙың да, Хәлиттең дә елкәләренә берәрҙе ҡундырып алды. — Шәберәк ҡыбырлағыҙ!
Ағастар араһында торған Хәлит бынан бер нисә йыл элек бер Славик тигән малайҙың мәктәптән ҡайтҡан саҡта көн дә тиерлек туҡтатып, аҡса һорап, бирмәһәң, туҡмап йөҙәткәнен хәтерләне...
Өлкән
Хәлит ағастар араһынан сыҡты.

Эй!
— тип өндәште ул.
Өс малай ҙа уға әйләнеп ҡараны.

Кил әле бында! — тине ун өс йәшлек Хәлит.

Миңә әйтәһеңме? — тип һораны Славик.

Эйе, һиңә! Кил!
Славик, йомшаҡ ҡына баҫып, Хәлиткә яҡынлашты. Кескәй
Хәлит менән кескәй
Батыр аптырап ҡарап тора. Батыр бигерәк тә ныҡ ғәжәпләнде, буғай. Сөнки ул ун өс йәшлек Хәлитте танығандай итте. Фәҡәт ун йәшлек Хәлит дуҫының эргәлә тороуы ғына: «Хәлит, һин нисек улай ҙурайып киттең?» — тип һорауҙан тыя...
Славик килеп етеү менән, Хәлит уның елкәһенән эләктереп алды:
Ниңә кескәйҙәрҙе йәберләйһең?

Йәберләмәйем...
— Славиктың ҡото осто.
— Мин бит былай ғына...

Әгәр тағы үҙеңдән кескәйҙәргә ҡул күтәрһәң, йәки уларҙан аҡса һораһаң!..
Үҙеңә үпкәлә! Аңланыңмы?

Аңланым!
— тине
Славик, иламһыраған тауыш менән.

Бар, юлыңда бул! — Хәлит тегенең елкәһенә төртөп ебәрҙе.
Славик, анһат ҡотолғанына ҡыуанып, йәһәт кенә табанын ялтыратты.
Хәлит артына әйләнеп ҡараны. Ун-ун биш аҙым алыҫлыҡта кескәй
Хәлит менән кескәй Батыр уға текәлгән.
Күрәһең, уның кем булыуын, ни өсөн шулай яҡлаша башлауын аңларға теләйҙәрҙер.
Әммә өлкән
Хәлит үҙенең былай ҙа артығыраҡ ҡыланып ташлағанын тойҙо. Шуға кескәй малайҙарға бер ми өндәшеп торманы, уң ҡулын ғына күтәреп сәләмләне һәм ағастар араһына сумды...
Бына ул ҡабаланып гараждар араһындағы ваҡыт машинаһына табан атлай, үҙе теге осор Славиктың бәйләнеүҙәренең нисек тамамланыуын хәтерләргә тырыша...
Туҡта әле!
Бер көндө мәктәптән ҡайтып килгәндә
Славик тап булып йәнә аҡса таптыра башлағайны, ағастар араһынан... етенсе кластар тирәһендә уҡыған бер малай килеп сыҡты...
Ул Славикты янына саҡырып алып ниҙер әйтте, шунан йәнә ағастар араһына инеп юғалды...
Кем булды ул?
Ниңә Хәлит менән Батырҙы яҡлашырға булды? Славикка нимә тип әйтте? Былар бөтәһе лә
Хәлит өсөн билдәһеҙ ҡалды, әммә шунан һуң Славик уларға аҡса һорап бәйләнмәне...
Бөгөн килеп, Хәлит ағастар араһынан килеп сыҡҡан малайҙың ҡиәфәтен хәтерләй ҙә... Шулай ҙа ул Хәлиттең үҙе булдымы икән ни? Быға ышанғы килмәй! Әммә шулай булды бит барыһы ла, булды!..
КӨТӨЛМӘГӘН
ОСРАШЫУ
Ҡайһы саҡта Батырға Хәлит Әмиләне тап итеп уны эҙләргә сыҡҡан кеүек тойола. Әгәр был ысын булһа... Батыр Әмилә менән осрашырмы икән ни? Ышанғы килмәй. Былтыр,
Ур планетаһын ташлап киткән саҡта, мәңгегә хушлашабыҙ тигән ауыр тойғо малайҙың күңеленә ныҡлап инеп ултырғайны, шул һаман китергә теләмәй.
Ә
Батыр Әмилә хаҡында йыш уйлана. Имеш, ҡыҙ Ергә килеп төшкән дә Батырҙы тапҡан...
Ошо хыялын күпме тапҡырҙар төш итеп күрҙе. Әмиләнең килеп инеүен күрә лә уғата ҡыуана. Ҡыҙ ҙа бик шатлана.
Бер-береһен бүлә-бүлә һуңғы йылды нисек йәшәүҙәрен, ҡайһылай һағыныуҙарын һөйләргә тотоналар. Был минутта малайҙың йөрәген оло бәхет солғап ала... Уянып китһә, был төш кенә булған икән. Быны аңлағас, малайға шундай ауыр була ине.
Батырҙың класында матур-матур ҡыҙҙар бар. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре, хат яҙып, үҙҙәренең
Батырҙы оҡшатыуҙарын, малай менән осрашырға теләүҙәрен дә белдергәйне.
Тик ғәжәп: уларҙың барыһы ла матурлыҡ яғынан да, холоҡтары менән дә Әмиләгә ҡарағанда түбәнерәк тора кеүек... Ошондай минуттарҙа, ҡыҙҙы юҡһынған саҡтарҙа, яһаны ла инде Батыр Әмиләнең теге ике портретын. Әлбиттә, бөтәһе лә уның кемлеген белергә теләне, һеңлем, тип кенә аңлатты Батыр. Ә портреттарҙың береһен «Хыял ҡыҙы», икенсеһен «Ай ҡыҙы» тип атаны...
Ошондай уйҙар менән малай төндө еткерҙе. Ул таң алдынан ғына ике сәғәттәй йоҡлап алды.
Уяныу менән Батыр үҙенең асыҡҡанлығын тойҙо. Ҡапҡылап алырға ине лә... Исмаһам, берәй һум аҡсаһы ла юҡ бит. Магазинға инеп берәй нәмә алып сығыр ине...
Ҡапыл бынан өс йыл элек булған сәйер ваҡиғалар
Батырҙың йәнә иҫенә төштө. Трико менән курткаһының юғалыуы, иртәгеһенә кеҫәһенән фатир асҡысының юҡ булыуы, шул көнө кис кейемдәренең үҙҙәренән-үҙҙәре балконға килеп эленеүе, ә асҡысының куртка кеҫәһенән табылыуы. Батыр шуларҙың серле бәйләнешен төшөнгәндәй булды.
Малайға хәҙер үҙ фатирының асҡысын ҡулға төшөрөргә кәрәк! Ә инде бәләкәс Батыр
(үҙ-үҙең хаҡында сит кеше кеүек һөйләү ҡыҙыҡ икән!) — мәктәпкә, әсәһе эшкә киткәс, өйгә инеп, бер-ике телем икмәк алып сығырға... Ә бына аҙаҡ асҡысты нисек кире бирергә? Өс йыл элек асҡыс балкондағы куртка кеҫәһендә табылды. Ниңә улай килеп сыҡҡан? Бөгөн Батыр ошо заманды ташлап китә алырмы икән ни?
Көн тамам яҡтырҙы. Һалҡынса. Ер өҫтөндә тәүге ҡар ята, ҡояш ихлас йылмайып, уны иретергә маташа.
Батыр ҡара ҡумтаға ситкәрәк китеп ҡараш ташланы. Юҡ, көндөҙ ул һис тә яҡтылыҡ һипмәй. Ҡарап торһаң, ябай, ғәҙәти бер ҡумта... Быныһы яҡшы. Хәҙер уға кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итергә ярамай.
Был юлы Батыр ҡалаға инеп торманы, ҡара ҡумтаны йылға буйындағы һарайҙар артына йәшерҙе лә өйҙәренә табан йәйәү атланы.
Тәүге уйы — ситтән булһа ла әсәһен күреү...
Әлбиттә, эргәһенә бара алмаҫ. Беренсенән, малайҙың өҫтөндәге кейемде күреү менән әсәһе әллә нәмә уйлар. Икенсенән, Батыр һиҙенә: икенсе замандан килеп был ваҡыттағы кешеләр менән аралашырға уның хаҡы юҡ. Был көтөлмәгән нәмәләргә алып барып сығармаҫмы? Өсөнсөнән, өйҙә ун йәшлек Батырҙың ултырып ҡалғанын белә тороп, ҡапыл ҡаршыһына ун өс йәшлек Батырҙың килеп сығыуын күрһә, әсәһе ни уйлар, нимә кисерер? Былар бит барыһы ла билдәһеҙ...
Батыр әсәһенең эшкә йөрөгән юлында тора. Һигеҙ тулып киләлер.
Ошо өй артына йәшенә лә көтә...
Кешеләр эшкә, балалар мәктәпкә ашыға, эргәләрендә генә киләсәктән килгән малай тороуон уйлап та бирмәйенсә үҙ мәшәҡәттәре менән ҡабалана...
Ҡапыл
Батыр терт итеп ҡалды. Әсәһе! Малай уны шунда уҡ таныны. Өҫтөнә оҙаҡ кейеүҙән төҫө уңған көрән плащ кейгән, башында—ғүмер буйы ябынған зәңгәр яулығы, аяғында — резина итек, ҡулында — йыш ҡына
Батырға күстәнәстәр алып ҡайтыусы сумка... Әсәһе!
Батыр алға уҡталды. Әсәй, туҡта! Был — мин, Батыр!
Мин бит һине бер йыл күрмәнем!.. Бер генә һүҙ әйтсе, әсәй! Был донъяла мин бит хәҙер бөтөнләй яңғыҙ...
Батырҙың тәне земберләне, тамағына бер төйөр килеп торҙо...
Малай ҡолап китмәҫ өсөн стенаға һөйәлде...
Уның эргәһенән генә әсәһе шәп-шәп атлап үтеп бара. Өйҙә ҡалған улын үҫтереп, кеше итеренә ышанып эшенә ҡабалана.
Бер йылдан был яҡты донъя менән хушлашырын да, кескәй
Батырының етем ҡаласағын да белмәйенсә ашыға...
Әсәй!..
Батыр түҙмәне, йәшенгән урынынан сыҡты. Әгәр хәҙер әсәһе иғтибар итһә, һөйләшә лә китә Батыр, уны киләсәктәге ҡурҡыныстар хаҡында иҫкәртә.
Тик үҙ уйына батҡан әсәһе малайға боролоп та ҡараманы, шәп-шәп баҫып үтеп китте. Батыр ирекһеҙҙән уға эйәрҙе. Бала саҡтан күреп өйрәнелгән, таныш һын, таныш кейемдәр... Хәҙер ул күҙҙән юғалырмы, шунан бер йылдан үлерме?
Юҡ! Батыр иҫкәртергә тейеш! Ни өсөн ул әсәһен ни көткәнен белгәс, быны йәшерергә тейеш? Аралашырға ярамай? Ярамаһын!

Әсәй!
Әсәһе малайҙың тауышын шунда уҡ ишетте, әйләнеп ҡараны. Шуны ғына көткән малай уның янына йүгереп барҙы:

Әсәй, был мин — Батыр! Мин...

Батыр?
— Әсәһенең күҙҙәре ғәжәпләнеүҙән ҙурайып асылды. Ул Батырҙы таныманы. — Нисек — Батыр? Батыр өйҙә.

Мин дә Батыр!

Бик һәйбәт. Туҡта, ә һин ниңә минең улымдың кейемдәрен кейеп алғанһың? Һин урланыңмы?
Ну-ка, сис хәҙер үк!
Урамдағы кешеләр уларға иғтибар итә башланы.
Батыр шуға ашығып хәлде әсәһенә аңлатырға тырышты:

Әсәй, мин — Батыр! Киләсәктән килдем. Миңә ун өс йәш!

Һин нимә һөйләйһең? Минең Батырым өйҙә, ул бәләкәй әле.

Ярай, булһын! — тине, аптырағас Батыр. — Әсәй, мин шуны әйтергә теләйем. Һиңә һаҡ булырға кәрәк. Юғиһә... һине үлем көтә, аңлайһыңмы? Әсәй?

Нимә?
— Әсәһе малайға ныҡлабыраҡ ҡараны. Ул ун өс йәшлек Батырҙың өйҙә ҡалған ун йәшлек Батырға оҡшағанлығын күрә. Тик уларҙың бер үк кешеләр икәнлеген күҙ алдына килтерә алманы, буғай. — Кемде үлем көтә? Улым, һин юҡты һөйләмә, йәме!
Батырҙың курткаһын бир!
Әсәһе
Батырҙың еңенән тотто. Был ваҡытта уларҙың янына башҡа кешеләр ҙә йыйыла башлағайны:

Нимә булды?

Кем урлаған?

Ошо малаймы? Вәт, хулиган!
Әгәр хәҙер китмәһә, уны тотоп аласаҡтарын аңланы Батыр. Шуға ашығып әсәһенә:

Әсәй, ишеттеңме? Мин иҫкәртәм! Зинһар, һаҡ бул! — тине лә, эргәлә торған кешеләрҙе йырып, ситкә ташланды...
ӘМИЛӘ
ЕРГӘ НИСЕК ЭЛӘКТЕ?
Әмиләнең
Ергә эләгеүе еңелдән булманы был юлы.
Теге саҡта атаһы ер аҫтындағы станцияның етәксеһе ине, шуға кәрәк кешеләр менән һөйләште лә алды ла китте ҡыҙын
Ергә. Ә хәҙер уны кем алыҫ та, хәүефле лә юлға алырға риза булһын? Бәлки, йылдар үткәс кенә,
Әмилә ҙурайып йыһан гиҙеүсе булыр ҙа Ергә килеп Батырҙы күрә алыр...
Һуңғы йыл Әмилә өсөн бик оҙаҡҡа һуҙылды. Батыр
Урҙа саҡта
Әмилә уны киноға төшөрөп алғайны. Йыш ҡына шуларҙы ҡараны, бергә йөрөүҙәрен хәтерләп ҡыуанды.
Уның һайын Әмиләнең күңелендә тиҙерәк Ергә барып
Батырҙы күреү теләге үҫкәндән-үҫә барҙы. Малайҙы
Ергә алып киткән караптың командиры хаҡында йыш ҡына уйлай ҡыҙ. Биргән һүҙендә торҙомо икән?
Батырҙы оноттороусы тулҡын аша үткәрмәҫмен, бит ул.
Шул ағайҙы күреү өсөн бер нисә тапҡыр караптар оса торған урынға барҙы, тик тегене тап итә алманы...
Юҡ!
Һиҙенә
Әмилә: Батыр онотмаған, ҡыҙҙы хәтерләй.
Ошо минутта алыҫ-алыҫ Ер планетаһында Әмиләне юҡһына, киләсәктә осрашыу хаҡында хыяллана. Әммә Батыр
Урға килә алмай. Ә бына Әмилә... Ул Ергә бара ала, тимәк, ҡыҙ ғына осрашыу өсөн ни ҙә булһа эшләй ала...
Ошондай уй-тойғо менән йәшәгән ҡыҙ бер көндө йыһан киңлектәрендә эшләү өсөн үҫмерҙәр араһында конкурс үткәреләсәген ишетеп ҡалды. Еңеп сығыусылар алыҫ-алыҫ планеталарҙа алып барылған тикшереү эштәрендә ҡатнашырға хоҡуҡ яулай икән!
Әмиләнең ни кисергәнен белһәгеҙ икән! Был бит яҙмыштың бүләге!
Бындай мөмкинселекте һорап та алып булмай ҙа баһа!
Ер планетаһына сәйәхәт үҙенән-үҙе
Әмиләнең ҡаршыһына килеп торҙо. Әлбиттә, конкурс еңелдән булмаҫ, унда бик күп үҫмерҙәр ҡатнашыр. Әммә Әмилә ышана — ул еңәсәк, Ергә барасаҡ. Сөнки унда бит ҡыҙҙы Батыр көтә!
Шул көндө үк ҡыҙ конкурстың шарттарын барып алды.
Ярышта ҡатнашыу өсөн үҙең һайлаған планеталағы телдәрҙе, унда йәшәгән халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, тарихын белеү менән бергә йыһан карабының, ваҡыт машинаһының төҙөлөшөн өйрәнергә, уларҙы йөрөтөү курсын үтергә кәрәк икән.
әлбиттә,
Ер планетаһына барырға теләге барлығын әйтте. Ҡыҙ бит башҡорт телен яҡшы ғына белә.
Халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен тәүге сәйәхәтенең алдынан уҡ яҡшылап өйрәнгәйне. Тимәк, Әмиләгә уларҙы тағы бер ҡабатлап сығырға ла, карап менән ваҡыт машинаһының төҙөлөшөн өйрәнәһе, уларҙы йөрөтөүҙә таҫылланаһы ғына ҡала.
Әмилә һуңғы осор тик конкурс менән генә йәшәне тиһәк, яңылыш булмаҫ. Ул бер генә минутты ла бушҡа ебәрмәҫкә тырышты. Мәктәптән ҡайта ла башҡорт теле дәреслегенә тотона, йә карап менән ваҡыт машинаһын өйрәнә. Ҡыҙ белә: әгәр ошо мөмкинселекте ҡулынан ысҡындырһа, Батырҙы мәңге күрмәүе бар...
Ҡыҙҙың тырышлығы бушҡа китмәне, ул еңеүселәр араһына эләкте.
Ана шулай итеп, Ер планетаһына юлланды
Әмилә...
БАТЫР
ҮҘ ӨЙӨНДӘ
Әсәһе янынан киткәс, Батырҙы үкенес тойғолары солғаны. Әллә малай үҙ-үҙен дөрөҫ тотманы, әллә икенсе сәбәп булды, әммә әсәһе бит уны аңламаны, ҡаршыһында торған малайҙың үҙ улы икәнлегенә ышанманы. Тағы бер осрашып ҡарарға ине лә... Тик малай һиҙенә: был файҙаһыҙ. Ышанмаясаҡ уға әсәһе. Хәйер, Батыр үҙе лә ышанмаҫ ине бындай хәлдә...
Ошо ерҙә таныш тауыштар малайҙы һағайырға мәжбүр итте. Әйләнеп ҡараһа... Ун аҙымдар артта ҡасандыр Батыр менән бер класта уҡыған ҡыҙҙар килә. Тик бигерәк бәләкәй генәләр! Хәйер, уларға бит барлығы унар йәш... Батыр юлдан ситкәрәк сыҡты. Һағыраҡ булырға кәрәк. Йә берәйһе танып ҡалыр.
Хәйер, әсәһе танымағанды... Ун йәшлек
Батырға (үҙенә!) күренергә ярамай.
Курткаһын күреп ҡалһа, тауыш күтәрер.
Хәҙер ошо юлда ул да күренер, моғайын.
Батыр ағастар араһына үтте лә улай-былай йөрөргә тотондо. Балалар үтеп тора, тик ун йәшлек Батыр юҡ та юҡ. Инде туғыҙ тулып килә бит инде. Ниңә шулай оҙаҡлай?
Дәрескә һуңлай икән хәҙер!..
Тиҙҙән күренде ун йәшлек Батыр! Тик ун өс йәшлек
Батыр тәүҙә уны таныманы. Ҡараһа, кескәй генә Хәлит менән унан саҡ ҡына оҙонораҡ бер малай ҡабаланмай ғына килә ята. Был Хәлит ниндәй таныш түгел малайҙы эйәрткән?
Киләһе секундта Батыр терт итеп ҡалды. Был бит ул — Батыр! — бынан өс йыл элекке, ун йәшлек Батыр! Ҡара, бигерәк килбәтһеҙ икән дә ул. Оҙон буй, тырпайып торған сәс...
Өҫтөнә әллә ниндәй плащ кейеп алған булған.
Хәйер, курткаһы... Ун өс йәшлек Батырға уңайһыҙ булып китте.
Ошо малайҙың курткаһын урланы бит ул...
Батыр ирекһеҙҙән ағастар араһына нығыраҡ һыйынды.
Бына
Батыр менән Хәлит үтеп китте. Бер аҙҙан ун өс йәшлек
Батыр ҙа улар артынан мәктәпкә табан атланы.
Таныш ҡапҡа, таныш тупһа, таныш ишектәр... Дәрес башланған күрәһең, аҫта дежур уҡыусыларҙан башҡа бер кем дә юҡ...
Батыр үҙҙәренең класы сисенә торған урынға күҙ һалды.
Кеше-ҡара күренмәй. Иҙән йыуыусы килеп сыҡҡайны,
Батыр:
— Плащымда ручкамды онотҡанмын, — тине һәм кейемдәр янына инде. Бына Батырҙың плащы. Асҡысты уң яҡ кеҫәгә һала ул гел. Эйе, шунда!
Батыр тыныс ҡына ҡиәфәт менән кейемдәр янынан сыҡты, барып расписаниены ҡарап торған булды. Бөгөн нисәһе икән?..
Батыр урамға сыҡты...
Бына уларҙың өйҙәре...
Ишекте асыр алдынан ҡапыл икеләнеп ҡалды. Ул туҡһанынсы йылда йөрөмәйме икән?
Әгәр шулай булһа, был фатирҙа кескәй
Батыр менән уның әсәһе түгел, ә бөтөнләй сит кешеләр йәшәй. Хәйер, ул саҡта ҡулындағы асҡыс был ишеккә ярамаҫ...
Ләкин ишек асылды...
Бына
Батырҙың фатиры...
Унда бөтәһе лә таныш. Уның дәрес әҙерләгән өҫтәле.
Дәфтәрҙәре туҙып ята. Өҫтәл ситендә ашалып бөтмәгән печенье, икмәк валсыҡтары күренә. Әсәһе уға күпмә әйтә торғайны, кухняға инеп аша, тип... Урынын йыйған булған, тик одеялы сирышҡан, мендәре бер яҡҡа ауған.
Шифоньерҙың ишеге асыҡ тора. Дәрескә һуңлап барғас, ябырға өлгөрмәгән...
Батырҙың күңелен һағыш солғап алды. Ҡапыл ошо малайға әйләнеп ҡайтҡыһы, ошо фатирҙа әсәһе менән икәүләшеп йәшәгеһе килде.
Тик был мөмкин түгел, түгел!..
Әсәһенең бүлмәһе. Бында бөтәһе лә бөхтә, таҙа. Ана, халаты эленеп тора. Юҡ, был халат түгел, әсәһенең үҙе!.. Батыр халат янына килде, уға тейеп ҡараны. Әйтерһең, шулай итеп әсәһе менән аралашты...
Күпмелер ваҡыт үткәс,
Батыр кухняға инәп бер аҙ ҡапҡыланы ла, дүрт телем икмәк, бер шешә һөт алып, ишеккә йүнәлде...
ХӘЛИТТЕҢ
ТӘҠДИМЕ
Әмилә менән Хәлит Батырҙы инде ун һигеҙ сәғәт тирәһе эҙләй. Улар һикһән етенсе, һикһән һигеҙенсе, һикһән туғыҙынсы йылдарҙы тулыһынса тиерлек ҡарап сыҡтылар. Әммә шул йылдарҙың берәй көнөндә, берәй урынында Батырҙы күрмәйенсә үтеп китмәнек тип әйтә алмайҙар. Сөнки ваҡыт тигән нәмәнең осо ла, ҡырыйы ла юҡ икән.
Кеше хәҙер бында булһа, киләһе минутта уның әллә ҡайҙа сығып китеүе мөмкин.
Бар табып ҡара һин ошонан һуң уны! Шуға күрә лә Батырҙың да Әмилә менән Хәлит тикшергән йылдарҙың берәй минутында тороп ҡалыуы бар. Ә бит малай менән ҡыҙға туҡһан өсөнсө йылға тиклемге йылдарҙың энәһенән ебенә тиклем тикшерергә кәрәк.
Ә уларҙың барлығы алты ғына сәғәт ваҡыты ҡалды. Шунан һуң Батыр ултырған ҡара ҡумтаның көсө бөтә. Ә был инде Батырҙың да икенсе заманда йәшәр биоэнергияһы кәмей башлаясаҡ тигән һүҙ...

Юҡ,
— тине бер мәл Әмилә өмөтө өҙөлгән тауыш менән. — Беҙ былай эҙләһәк, Батырҙы ғүмерҙә лә, таба алмайбыҙ.

Улайһа, нимә эшләйек? — Хәлит ҡара ҡумтаның иҙәненә ултырҙы ла тынып ҡалды.

Белмәйем, уйларға кәрәк. Батыр бит бер кемгә лә күренмәй йөрөмәйҙер...

Күренәлер ҙә... Ул кеше беҙгә әйтәме ни...

Әйтерҙәй кешене эҙләргә кәрәк, — тине ҡыҙ.

Кем ул?.. Әгәр берәүһе Батырҙы танып ҡалһа икән...

Танымаһа ла, ҡара ҡумта менән осоп йөрөгәнен күрһә...

Ул күренәме ни? — тип һораны Хәлит. — Беҙ бит бына йәшенеп кенә килеп гараждар артына ултырҙыҡ та... Бер кем күрмәне.

Көндөҙ күренмәй, тиерлек, — тине ҡыҙ. — Көндөҙ ул күҙгә ташланмай ҙа... Ә бына төнөн!..
Төнөн ул ҙур түңәрәк ут булып күренә.

Түңәрәк ут?! — Хәлит терт итеп ҡалды.

Эйе.
— Ҡыҙ малайға боролоп ҡараны. — Ә ниңә аптырайһың?

Белдем
Батырҙы нисек табырға! — Хәлит урынынан ырғып торҙо.

Нисек?

Бынан ике-өс йыл элек ҡала газетаһында Сибай
өҫтөндә осоп йөрөгән түңәрәк ут хаҡында яҙғандар ине!
Әмилә үҙенең тулҡынлана башлауын тойҙо:

Ысынды әйтәһеңме?

Әлбиттә!
Хатта ул ут ҡала уртаһына төштө, тип яҙҙылар шикелле.
Туҡта әле! Уның эсенән... — Хәлит туҡтап ҡалды.

Нимә?

Әгәр яңылышмаһам... уның эсенән бәләкәй генә кәүҙәле кеше сыҡты, тигән һүҙҙәр бар ине. Эйе, шулай!

Ул бит
Батыр булған! — Әмиләнең йөҙө яҡтырып китте.
Әммә киләһе минутта уны хәүеф солғап алды.
— Ә һин бутамайһыңмы?
Ысынлап шулай тип яҙылғайнымы?

Әгәр бутайым икән... Беҙ хәҙер ҡала газетаһының редакцияһына барабыҙ ҙа ул газетаны табабыҙ!

Дөрөҫ!
Әгәр ул ысынлап та Батыр хаҡында икән, беҙ уның ниндәй көндә, ниндәй сәғәттә йөрөгәнен беләбеҙ!
Хәлит менән
Әмилә шунда уҡ бөгөнгө көнгө, туҡһанынсы йылдың июненә, ҡайттылар ҙа ҡала газетаһының редакцияһына юл тоттолар.
Бына малай менән ҡыҙҙың алдында газетаның һуңғы өс йылғы подшивкалары.
Хәлит — һикһән етенсе йылғы газеталарҙы, ә
Әмилә һикһән һигеҙенсе йылғыларын ҡарай башланы...
Ярты сәғәттән
Хәлит ҡысҡырып ебәрҙе:

Таптым!
Бына!
Газетаның дүртенсе битендә: «Ҡала өҫтөндәосоусы тәрилкә», тигән мәҡәлә баҫылған. Хәлит менән Әмилә уны йотлоғоп уҡырға тотондо.
«25-се сентябрҙә киске сәғәт унда беҙҙең ҡала халҡы ғәжәп бер күренештең шаһиты булды. Сибай өҫтөндә сәғәттән ашыу утлы йомғаҡ осоп йөрөнө. Ҡарап тороуға уның диаметры өс метр самаһы, төҫө — алһыу-зәңгәр.
Ун беренсе ярты тирәһендә ут йомғағы ҡала эсенә төштө.
Уның ергә ултырғанын күреүселәр табылды.
Шофер
Сәлих Хөснуллин һөйләй:
Мин йоҡларға йыйына инем. Ҡыҙым Юлия:
Атай, тиҙ бул, һауала әллә нәмә осоп йөрөй», — тигәс, тышҡа сыҡтым да ҡала өҫтөндә осоп йөрөүсе ут йомғағын күрҙем.
Бер мәл осоусы «тәрилкә» беҙгә яҡынлаша башланы.
Ҡарап тороусы халыҡтың ҡото осто. Ул арала ут йомғағы гараждар артына төшөп юғалды. Беҙ, бер нисә кеше, шунда табан йүгерҙек. Ҡараһаҡ, ут йомғағы гараждар артында ята. Ҡапыл уның ишеге асылып китте лә, эсенән бер кеше килеп сыҡты. Ҡарап тороуға уның буйы ун өс-ун дүрт йәшлек балаларҙыҡы кеүек. Кейемдәре сәйер генә — балаларҙың шорты менән майкаһын хәтерләтә. «Тәрилкә»нән сыҡҡан кеше беҙҙе күрҙе лә, бер аҙ аптырап торҙо, шунан ҡапыл ғына кире машинаһына инде. Шунда уҡ ут йомғағы һауаға күтәрелде һәм күҙҙән юғалды...»
Газетала был ғәжәп ваҡиғаның башҡа шаһиттарының да һөйләгәндәре баҫылған. Әммә Хәлит менән Әмилә мәҡәләне ары уҡып торманы.
Иң мөһиме, улар Батырҙың ҡайһы ваҡытта икәнлеген белделәр.

Хәҙер шул төнгә барабыҙ ҙа... — тип хыялланды
Хәлит. — Батырҙы алып ҡайтабыҙ.

Ә был газеталар менән ни эшләрһең?

Нисек!

Әгәр беҙ Батырҙы ҡала өҫтөндә осорға бирмәһәк, газетала яҙылғандар юҡҡа сығасаҡ!

Сыҡһын!

Их, һин! Күпме әйттем! Йә, ярай! Киттек! Беҙ ул төнгә түгел, шул көндөң иртәгәһенә барабыҙ. Батыр хәҙер шунда!

Ә нисек табырбыҙ?

Эҙләйбеҙ!
Ваҡыт билдәле, урыны әйтелгән.
Әммә
Әмилә анһат ҡына уйлаһа ла, ҙур ҡалала башҡаларҙан йәшенеп йөрөгән Батырҙы табыуы еңелдән түгел ине.
Ҡара ҡумтаны шул уҡ гараждар артына ҡуйҙылар ҙа Батырҙы икеһе ике яҡтан эҙләргә булдылар.
Әмилә тәүҙә Батыр йәшәгән өй янына барҙы. Ҡыҙ һиҙенә: тиҙҙән, бер нисә минуттан, улар
Батырҙы табасаҡ, ҡыҙ бер йыл күрмәй торғандан һуң малайҙы осратасаҡ. Был бер ҡыуаныс булһа, икенсеһе — Батырҙы ҡотҡара бит улар!..
Ҡыҙға малай киләһе секундта анау өй мөйөшөнән ҡаршы килеп сығыр төҫлө. Әгәр шулай көтөлмәгәндә осрашһалар, ни эшләрҙәр икән? Моғайын, икеһе лә юғалып ҡалыр, ни өндәшергә белмәҫ. Тик... Әмилә бик тырышып
Батырҙы эҙләп йөрөй ҙә ул. Ер аҫтындағы станцияның етәксеһе быны белеп ҡалһа, ҡыҙҙы бөгөн үк кире Ур планетаһына ҡайтарып ебәрәсәк һәм ҡыҙға Ергә килеү ғүмергә тыйыласаҡ. Әмилә быны яҡшы аңлай, шуға ҡарамай, бөтә донъяһын онотоп
Батырҙы эҙләй. Ҡыҙ бындай күңелһеҙ нәмәләр хаҡында уйламаҫҡа тырыша. Иң мөһиме—улар Батырҙы таба, ҡотҡара. Алда уларҙы шундай ҡыуаныслы осрашыу көтә...
Тиҙҙән
Әмилә менән Хәлит йәнә ҡара ҡумта янында осрашты. Икеһе лә Батырға юлыҡмаған...
Әйҙә, ҡаланан ситкәрәк сығабыҙ ҙа бинокль аша күҙәтәбеҙ,
— тип тәҡдим яһаны Хәлит. — Ул бит яҡшы күрһәтә.
Батырҙың үҙе булмаһа, машинаһы күҙгә эләгер әле...
Ҡара ҡумта ҡаланан ситкә осто. Ҡыҙ машинаны йөрөтә, малай бинокль аша тирә-яҡты байҡап бара.
Ирәндек тауҙарына ултырғас, Әмилә менән Хәлит алмашлап ҡаланы күҙәтергә тотондо. Бинокль яҡшы күрһәтә.
Әгәр
Батыр килеп сыҡһа, йәки ҡара ҡумта ҡала өҫтөндә күренһә, һис шикһеҙ, улар Хәлит менән Әмиләнең күҙенә эләгәсәк...
Батырҙың ҡара ҡумтаһы һис көтөлмәгән яҡтан,
Хәлиттәрҙең машинаһы ултырған тау артынан килеп сыҡты.
Уны бинокль аша ҡаланы күҙәткән Хәлит түгел, ә тәҙрә аша тауҙарға ҡарап торған Әмилә күреп ҡалды.

Хәлит!
— тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡапыл ҡыҙ. — Ҡара әле!
Малай тәҙрәгә һыйынды. Уларҙан йөҙ илле метр алыҫлыҡта ергә тейә яҙып ҡара ҡумта осоп бара.

Батыр бит был! — Шатлығынан Хәлит ырғып китте.
— Тиҙ бул!
Ҡыуып етәйек!
Әмилә ҙур тиҙлек менән үҙҙәренең машинаһын теге ҡара ҡумта артынан алып китте. Бына улар бер-береһенә яҡынлашты.
Батыр
Әмилә менән Хәлиттең аппаратын күрҙе шикелле, аҫҡа төшә башланы. Былар уға эйәрҙе.

Тиҙерәк!
Тиҙерәк! — тип ашыҡтырҙы Әмиләне тәҙрәнән күҙен ала алмаған Хәлит. — Унда — Батыр!
Таптыҡ бит,
Әмилә, таптыҡ!
Шунан
Хәлит ҡыуанысынан ни эшләргә белмәйенсә ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды, ә инде машина ергә ултырыу менән түҙемһеҙләнеп ишекте тартҡыларға кереште:

Ас, ас тиҙерәк!
Ишек асылыу менән, ул тышҡа ташланды.
Әмилә лә үҙенең ныҡ тулҡынланғанын тойҙо. Ҡапыл аяғының быуындары йомшарып китте. Ысынлап та Батырҙы таптылармы икән ни? Хәҙер осрашырҙармы? Ошо минутты күпме түҙемһеҙләнеп көттө Әмилә, күпме хыялланды!
Ҡайһы саҡтарҙа улар ғүмере осраша алмаҫ кеүек булып китә ине. Уйлап ҡараһаң, икеһе Йыһандың ике осонда йәшәй бит! Шуға ҡарамай ҡыҙ өмөтләнде, ышанды!
Һәм бына
— Батыр унан биш-алты ғына аҙым алыҫлығында.
Ошо ишек артына сығырға ғына кәрәк һәм улар осраша!
Ошо ерҙә ҡыуанысынан йөҙө ҡояш кеүек яҡтырған
Хәлит йүгереп килеп инде:
— Әмилә!
Нимә ҡарап тораһың? Унда — Батыр! Әйҙә!
Хәлит нисек килеп инһә, шулай йүгереп сығып китте. Әмилә кеҫәһенән көҙгөһөн алып сәстәрен рәтләне, үҙенә-үҙе бер йылмайып ҡуйҙы һәм, тәрән итеп бер тын алғандан һуң, еңел аҙымдар менән тышҡа атланы...
ЭҘӘРЛӘҮ
ӘМИЛӘ
МЕНӘН БАТЫРҘЫ ТОТОРҒА!

Булмаҫ!
— тине Ер аҫты станцияһының етәксеһе асыу менән. — Был бит инструкцияны боҙоу! Уның өсөн ни буласағын Әмилә яҡшы белә!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы — дөрөҫ! — Станцияның махсус хеҙмәткәре ҡулын йәйҙе. — Ҡыҙ кисә төн станцияға ҡайтманы. Баҡһаң... ул ҡара ҡумта менән...

Ҡара ҡумта! — Етәксенең асыуы уғата ҡабарҙы. Уның Ергә килеп эшләй башлауына бер ай ҙа үтмәне, һәм бына шундай хәл! Әгәр был ваҡиғаны
Урҙағылар ишетһә, яҡшылыҡ көтмә! Икенсе ҡара ҡумтаға ултырығыҙ ҙа табығыҙ үҙен!

Тәүге машинаны Ер малайы урланы, икенсеһен
— Әмилә!

Табырға!
Тоторға икеһен дә! — Етәксенең тауышы ҡаты ғына сыҡты. — Бөгөн үк Әмиләне Урға оҙатырға! Һәм уға Урҙан ситкә осоуҙы мәңгегә тыйырға!

Тотоуы ауыр. — Махсус хеҙмәткәрҙең тауышы бойоҡ. — Әммә беҙ бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ... Улар ошоғаса үткән ваҡытта ине. Әммә тиҙҙән бөгөнгө көнгә ҡайтырға тейештәр.

Ә теге малай? Ул беҙҙең станция хаҡында беләме?

Әмилә уға барыһын да һөйләгән.

Яҡшы,
— тине етәксе. — Миңә бер Ер кешеһен Урға оҙатырға бойороҡ бирелгән. Унда ерҙә йәшәүсенең тәнен киҫеп-ҡырҡып тикшерергә йыйыналар. Уларҙың организмы беҙҙекенән айырыламы, юҡмы? Ошо малайҙы оҙатабыҙ
Урға.

Беҙгә уны тере көйө тоторғамы? Әллә үлтерергә мөмкинме?

Тере көйө тотоғоҙ. Ә Әмиләһен махсус тулҡын аша үткәрергә!
Ул малайҙы ғына түгел, Ерҙә булғанлығын да онотһон!
— Эшләрбеҙ!
— Махсус хеҙмәткәр станция нең кабинетынан етеҙ аҙымдар менән сығып китте.
Бар таҫыллылығығыҙҙы, көсөгөҙҙө һалығыҙ, әммә бөгөн үк тотоп минең янға килтерегеҙ үҙҙәрен!
Был өс кеше менән беҙгә алда йыш ҡына осрашырға тура киләсәк.
Шуға улар тураһында тулыраҡ әйтеп китәйек.
Быларҙың һәммәһе лә йәш кеше, ә бер-береһенән фәҡәт тышҡы ҡиәфәттәре менән генә айырыла. Берәүһе— нәҙек оҙон буйлы, икенсеһе — тәбәнәк кенә, өсөнсөһө
— уртаса кәүҙәле, әммә уғата йыуан. Шуға ла беҙ уларҙы
«Һонтор»,
«Тәпәш»,
«Йыуан» тип кенә атарбыҙ.
Төркөмдөң етәксеһе итеп Йыуан тәғәйенләнде.
Ярты минут та үтмәне, был өсәү Батыр менән
Әмиләне тотоу өсөн ең һыҙғанып эшкә кереште...
СТАНЦИЯНАН
НИСЕК СЫҒЫРҒА?
Ә был ваҡытта үҙҙәренә ниндәй ҡурҡыныс янағанын белмәгән
Әмилә,
Батыр һәм Хәлит ике ваҡыт машинаһына ултырып үткән замандан бөгөнгө көнгә ҡайтып килә ине.
Хәйер, «бер ни белмәгән», тип әйтеү дөрөҫ тә түгелдер.
Сөнки ҡыҙҙы күптән бер уй борсой: нисек станцияға ҡайтырға?
Унда ҡара ҡумталарҙың юғалыуын белгәндәрме?
Әгәр белһәләр, нисек итеп ваҡыт машиналарын һиҙҙермәй генә урындарына илтеп ҡуйырға? Быныһы бер ҡайғы.
Йәнә... Әгәр Батыр менән үҙенең мөнәсәбәтен уйлаһа, һорауҙар тағы күбәйә. Тиҙҙән Әмиләгә Урға ҡайтырға ваҡыт етә. Шунан нисек йәшәрҙәр? Батырҙың
Урға бара алмаясағы көн кеүек асыҡ. Ә Әмилә үҙе ҡабаттан килеп сыға алырмы Ергә? Ә килә алмаһа? Мәңгегә хушлашырҙармы?
Юҡ, юҡ! Бының булыуы мәмиен түгел!..
Ҡыҙ ҙа, малай ҙа был хаҡта уйламаҫҡа тырыша. Ярай, берәй әмәле килеп сығыр әле. Хәҙергә улар бит бергә...
Бөгөнгө көнгә ҡайтыу ҡыйындан булманы. Машиналарҙың
«Бөгөн» тигән кнопкалары бар икән. Шуға баҫыуҙары булды, ике малай менән ҡыҙҙы тейәгән ике кара ҡумта бөгөнгө көндә Ер аҫты станцияһының коридорында тора ине.
Өсөһө лә ашығып ҡара ҡумталарҙан сыҡты. Коридорҙа һис кем күренмәй.
— Әйҙәгеҙ,
— тине Әмилә тирә-яғына ҡаранып. — Мин һеҙҙе тиҙ генә станциянан сығарып ебрәм.

Ә ҡара ҡумталар? — Хәлит юл уртаһында торған ваҡыт машиналарына ымланы.

Торһондар!
Уларҙы табасаҡтар һәм урынына кертәсәктәр.
Ә беҙҙең ваҡыт юҡ!
Улар ҡабаланып коридор буйлап атланы. Күп тә барманылар, ҡыҙ ҡапыл туҡтап ҡалды:

Туҡтағыҙ!
Мин бит станцияның ишеген астырыусы паролде белмәйем!

Ә бығаса нисек астыра инең? — тип һораны барыһын да онотҡан Хәлит.

Паролде көнөнә ике тапҡыр алмаштырып торалар!
— Ҡыҙ саҡ ҡына уйланды. — Хәҙер былай итәбеҙ, һеҙ минең бүлмәлә ултырып тороғоҙ. Ә мин станция етәксеһенә барып паролде белеп киләм.

Һине тотоп алһалар? — тип шикләнде Хәлит.

Ниңә тотһондар? — Әмилә йылмайып маташты.— Мин бит һеҙҙең кеүек Ер кешеһе түгел.
Ярай, ҡурҡмағыҙ. Мин — тиҙ генә.
Һиҙҙерергә теләмәһә лә, Әмилә лә ныҡ борсола. Уның юғалып йөрөүен һиҙгәндәрме? Ҡара ҡумталарҙың ғәйеп булыуына Әмиләнең ҡыҫылышы барлығын беләләрме? Әгәр тойомлаһалар... Был турала уйлауы ла ҡурҡыныс... Ҡыҙҙы шунда уҡ ҡулға аласаҡтар,
Ер тураһында, Батыр менән Хәлит тураһында бар белгәндәрен онотторасаҡтар һәм
Урға оҙатасаҡтар! Һәм ҡыҙға Урҙан ситкә осоу тыйыласаҡ. Мәңгегә!.. Юҡ, юҡ! Әмиләнең ҡайҙа йөрөгәнлеген белмәйҙәрҙер! Ҡайҙан белһендәр? Бер кем дә күрмәне. Теге робот ҡына...

Шулай ҙа һаҡ бул, — тине Батыр. — Ҡурҡыныс тоя башлаһаң, шунда уҡ ҡас!

Борсолмағыҙ!
— Әмилә йылмайҙы. — Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ.
Улар боролдо ла Әмиләнең бүлмәһенә табан атлай башланы, һаҡ ҡына киләләр. Берәйһе тап була ғына күрмәһен! Нисек тә бер кемгә лә күренмәйенсә сығып китәһе ине...
Бына ҡыҙҙың бүлмәһе... Эскә ингәс, өсөһө лә еңел тын алып ҡуйҙы.

Һин оҙаҡлама, — тине Батыр.

Юҡ, юҡ! Мин тиҙ генә! — Ҡыҙ юғалды.
Малайҙар икеһе ике мөйөштә өндәшмәй генә ултыра.
Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
  • Части
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1615
    38.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.6 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
    Общее количество слов 4079
    Общее количество уникальных слов составляет 1616
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
    Общее количество слов 4118
    Общее количество уникальных слов составляет 1679
    37.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.7 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    59.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
    Общее количество слов 3974
    Общее количество уникальных слов составляет 1629
    37.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.2 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
    Общее количество слов 4017
    Общее количество уникальных слов составляет 1632
    37.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    52.0 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
    Общее количество слов 4147
    Общее количество уникальных слов составляет 1669
    39.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
    Общее количество слов 4137
    Общее количество уникальных слов составляет 1573
    41.6 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    55.3 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    61.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 1606
    37.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    53.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    60.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
    Общее количество слов 4004
    Общее количество уникальных слов составляет 1677
    37.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    58.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
    Общее количество слов 3925
    Общее количество уникальных слов составляет 1714
    35.4 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    51.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    57.5 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
    Общее количество слов 3900
    Общее количество уникальных слов составляет 1705
    35.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    50.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
    Общее количество слов 4069
    Общее количество уникальных слов составляет 1738
    34.5 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    49.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    56.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
    Общее количество слов 4078
    Общее количество уникальных слов составляет 1883
    32.2 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    46.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    53.2 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов