Latin

Ҡарт Менән Диңгеҙ - 4

Süzlärneñ gomumi sanı 4145
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1834
31.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
44.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
50.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
беҙ шуны ғына көткәйнек, — тине
ул. — Хәҙер
һаҡлан, балыҡ. Мин бының өсөн һинән үс
алмайынса
ҡалмам!»

Ул
ҙур балыҡтың ырғып сыҡҡанын күрмәһә
лә, шапылдап
һыуға төшкәс, тулҡындың кәмәне
һелкетеүен яҡшы
тойҙо. Аҫҡа шыуған ҡармаҡ бауы ҡулдарын
ныҡ ауырттырһа
ла, иғтибар итмәне. Шулай буласағын
ал­дан белгәнгә күрә, ул, ҡулын яраламаҫ
өсөн, бауын күберәк
усының һөйәлле еренән уҙҙырырға тырыша
ине.

«Их,
янымда малай булһа, бауға һыу һибер
ине, — тип
уйланы ҡарт. — Миңә
лә был тиклем ҡыйынға тура
килмәҫ ине. Их, малай булһасы!»

Ә
ҡармаҡ бауы һыуға ағылды ла ағылды.
Дөрөҫ, аҙлап ҡына әкренәйә төштө. Ҙур
балыҡҡа уның һәр дюймын тартып алырға
тура килде. Ҡартҡа хәҙер, макрельитенә
буялған йөҙөн ҡалҡытып, артҡа шыуырға
мөмкинлек тыуҙы. Ул тәүҙә тубыҡланды,
унан аяғына
баҫты. Ҡармаҡ бауын аҙлап-аҙлап ҡына
һаман ебәрә
барҙы. Йомғаҡтарҙы ҡараңғыла аяҡтары
менән ҡапшап, күпме ҡалғанын самаланы:
запас бау етерлек әле.
Ә һыуҙағы өлөшө шул тиклем оҙон, балыҡҡа
уны өҫтөрәп
йөрөү, әлбиттә, еңел булмаясаҡ.

«Бына
булды. Балыҡ хәҙер ун тапҡырҙан
артыҡ һикергәндер.
Уның ҡыуыҡтарына һауа тулды, — тип уйланы
ҡарт. — Тимәк,
тартып сығарып бул мас л ыҡтәрәнгә
төшөп үлмәйәсәк. Тиҙҙән ул әйләнә
башлар. Бына
шунда миңә эш буласаҡ. Ул нишләп
һикерҙе икән?
Белһәң ине. Аслыҡ микән, әллә берәй
нәмәнән ҡурҡҡанмы?
Улай тиһәң, һис бер ҡурҡыуҙы белмәҫ көслө
балыҡ кеүек тойолғайны, сәйер!»

— Нин дә,
ҡартлас, үҙеңдең көсөңә ышанып, ҡурҡыуҙы
оноторға тырыш, — тине
ул. — Һин
ҙур балыҡты ҡулыңда тотоуын тотоп
тораһың, тик бер дюйм
да үҙеңә яҡын килтерә алмайһың. Тиҙҙән
ул кәмәң
тирәһендә йөрөй башлаясаҡ.

Ҡарт
ҡармаҡ бауын, яурыны аша үткәреп,
һул ҡулына
күсерҙе. Унан, диңгеҙгә эйелеп, уң усына
һыу алды,
иҙелеп битенә һылашҡан макрель итен
йыуып төшөрҙө.
Сөнки макрель еҫенә
күңеле болғана ҡалһа, хәле
бөтөр тип ҡурҡты. Йыуынғас, ҡулын
тоҙло һыуға
тығып торҙо. «Балыҡ хәҙер көнсығышҡа
табан йөҙә
башланы, — тине
ул яҡтыра барған күк йөҙөнә ҡарап. — Тимәк,
ул арыған, шуға күрә ағым ыңғайы­на
йөҙә. Тик тиҙҙән уға әйләнеп йөрөргә
тура килер. Бына
шул саҡта ысын эш башланасаҡ».Ҡарт уң
ҡулын һыуҙан сығарып ҡарап алды:

— Зыян
юҡ. Ир кешегә бындай ғына ауыртыу бер нимә
лә түгел.

Ул,
йәрәхәтенә тейҙермәҫкә тырышып, ҡармаҡ
ба­уын
уң ҡулына күсерҙе. Унан, һул ҡулын йыуыр
өсөн, кәүҙәһе
менән кәмәнең икенсе яҡ бортына ауышты.

— Ғәрип
булһаң да бөгөн ярайһы ғына эшләнең, — тип
маҡтаны ҡарт һул ҡулын. —Дөрөҫ,
мине типтек кәмәгә
ултырта яҙған минуттарың да булғыланы.

«Ни
өсөн был ҡулдарҙың икеһе лә бер төрлө
булып яралманы
икән? — тип
уйланы ул. — Ьулын
ваҡы­тында
эшкә күнектермәгәнгә, бәлки, мин үҙем
ғәйеп­лелер.
Теләһә, ул үҙе лә өйрәнә ала ине инде!
Дөрөҫөн әйткәндә, төндә ҡулым мине ул
тиклем хурлыҡҡа төшөрмәне
төшөрөүен, көҙән дә бер тапҡыр ғына
йы­йырҙы. Әгәр ҙә тағы көҙән йыйырһа,
үҙен ҡармаҡ бауы
бөтөнләй өҙөп алып китһә лә, бер һүҙем
юҡ!»

Ошолай
уйлағас, ҡарт үҙенең зиһене сыуала
баш­лауын
тойҙо. Уға тағы бер телеммакрель ите
ашарға кәрәк.
«Юҡ, батмай, — тине
ул. — Ҡоҫоп
көсөмдө бө­төргәнсе,
башым томаланһын. Йөҙтүбән ҡапланғандан һуң,
ул сей балыҡты күңелем болғанмайынса
ашай алмаҫымды
беләм. Боҙолғансы тороп торһон. Яңынан көс
йыйырға һуң инде. Туҡта, һинең запаста
осар ба­лығың бар ҙа инде! Бына тиле
тимә инде!» — тип әрләне
ул үҙен.

Эсе
таҙартылған осар балыҡ алдында ята ине.
Ул уны,
һул ҡулы менән алып, ашыҡмай ғына,
ҡылсыҡтарына тиклем тырышып сәйнәй-сәйнәй
ашап бөттө. «Осар
балыҡтың ите бөтәһенекенә ҡарағанда
ла туҡлыҡлы, — тине
ҡарт. — Хәйер,
нисек кенә булма­һын,
унда миңә кәрәк матдәләр бар. Хәҙер мин
ҡулым­дан килгәндең барыһын да эшләнем.
Әгәр балыҡ кәмәне
уратып йөрөй башлаһа — беҙ
көрәшкә әҙер».

Ул
балыҡ тоторға сыҡҡаны бирле, ҡояштың
өсөн­сө тапҡыр күтәрелеүе ине. Шул
саҡта гына балыҡ әйләнеп
йөрөй башланы.

Ҡармаҡ
бауының йүнәлешенә ҡарап ҡына балыҡ­тың
әйләнә-тулғана башлауын билдәләп булмай.
Әле иртәрәк.
Саҡ ҡына бушау ын һиҙеп, уң ҡулы менән
бауҙы һыуҙан сығарырға кереште ҡарт.
Ләкин бау яңынан тартылып, бына-бына
өҙөләм тигәндә генә, ҡапыл тағы бушай
төштө. Ҡарт, алға табан эйелеп, яурынына
батып килгән бауҙы алды ла ашыҡмайынса
кәмәгә һалмаҡ ҡына тартып сығара башланы.

Ул
ике ҡуллап алмаш-тилмәш тартты.
Ҡулдарына аяғы
менән яурыны ла ярҙамлашты.

— Балыҡ
бик алыҫтан урай, — тине
ҡарт. — Әммә урата
башлауына шик юҡ.

Бау
кинәт кенә һәлмәгәйә төштө. Ләкин ҡарт,
бау­ҙың өҫтөндәге ҡояш нурҙары ялтырап,
тамсылар һикергәләй башлағансы тартып,
сығарыуын дауам итте.
Бау тағы ла нығыраҡ тартылды һәм ҡарт
тубыҡ­ланып ҡармаҡ бауын теләр-теләмәҫ
кенә ҡараңғыһыуға
табан кире ебәрә башланы.

— Балыҡ
хәҙер иң ҙур түңәрәкте әйләнә, — тине
ул.

«Бауҙы
мөмкин тиклем нығыраҡ тоторға кәрәк.
Тартылған бау әйләнеште ҡыҫҡарта
барасаҡ. Бәлки, берәй сәғәттән уны
күрермен дә әле. Тәүҙә мин уғаүҙемдең
көсөмдө танытырға тейешлемен. Шунан
һуң инде
уны еңәсәкмен».

Әммә
ике сәғәт тә үтеп китте, ә балыҡ һаман
кәмә тирәләй
әкрен генә әйләнеүен дауам итте. Ҡарт
ҡара тиргә
батты, хәлдән тайҙы. Дөрөҫ, түңәрәктең
тарая, ә ҡармаҡ
ебенең йүнәлеше үҙгәрә барыуын
самалап, ҡарт
балыҡтың әкренләп кенә өҫкә күтәрелә
барыуын аңланы.

Бына
бер сәғәт инде ҡарттың күҙ алдынан
таптар һикергеләй,
тоҙло тир күҙҙәрен һәм ҡаш өҫтөндәге яраларын
әсеттереп әрнетә. Тик ҡара таптар ҡартты
ҡурҡытманы. Ҡармаҡ бауын ҡайһылай
көсөргәнеп тартҡанды
уйлағанда, бының һис тә ғәжәбе юҡ.
Әммә ике
тапҡыр ул хәлһеҙлек тойҙо, бына шул уны
ысын­лап
хафаландырҙы.

«Ниндәйҙер
бер балыҡ арҡаһында хәлдән тайып үлеп
ҡалырмынмы икән ни? — тип
һораны ул үҙ-үҙенән. — Етмәһә,
хәҙер, бөтәһе лә һәйбәт барғанда. Йә,
Хоҙай, түҙемлек бирсе! Йөҙ тапҡыр
«Тәңребеҙ» доғаһын,
йөҙ тапҡыр «Изге Әсә» доғаһын уҡырмын.Тик
хәҙер түгел. Хәҙер булдыра алмайым».

«Уҡыным
икән тип һана, — тип
уйланы ул. — Ьуңынан
уҡырмын!»

Ошо
мәлдә ул үҙе ике ҡуллап тартҡан бауға
нимә-неңдер
һуғылғанын һиҙҙе. Ҡармаҡ бауы ҡапыл
алға тартылды.
Тартылыу бик киҫкен һәм ифрат көслө булды.

«Балыҡ
ҡылысы менән ҡармаҡ бәйләнгән тимер­сыбыҡҡа
һуға, — тип
уйланы ҡарт. — Аптырарлығы
юҡ, ул шулай эшләргә тейеш тә. Тик хәҙер
өҫкә һикереп
сығыуы ла ихтимал. Ә миңә уның һаман
ура тып
йөрөүе кәрәк. Ҡыуығына һауа тултырыу
өсөн уның
һикереүе кәрәк ине, ә хәҙер һәр һикерен!
ҡармаҡ
ҡаҙалған яраны киңәйтәсәк тә, балыҡтың
ысҡы­нып
китеүе бар».

— Һикермә,
балыҡ! — тип
инәлде ул. — Кикерә күрмә
инде, зинһар!

Балыҡ
тимерсыбыҡҡа тағы, тағы һуҡты. Ҡартҡа
башын сайҡай-сайҡай бауҙы әкрен генә
бушатырға тура
килде.

«Уны
артыҡ һыҙландырырға ярамай, — тип
уйланы
ул. — Минең
әрнеүҙәрем бит үҙемдә. Уларға ғына баш
булырмын. Ә бына балыҡтың ауыртыуҙан
туҙынып
китеүе бар».

Күпмелер
ваҡыттан һуң балыҡ, тимер сымға һуғыуҙан
туҡтап, яй ғына уратып йөрөй башланы.
Ҡарт һәлмәк
кенә тартып бауҙы һыуҙан сығара. Тик
тағы хәле
хөртәйҙе. Ул, һул ҡулы менән һыу услап,
башы­на
ҡойҙо, елкә, муйындарын сылатты.

— Уның
ҡарауы мине көҙән йыйырмай, — тине ул. — Балыҡ
тиҙҙән өҫкә сығасаҡ, ә мин түҙәм
әле. Нин ныҡ
тор, ҡарт. Башҡаны башыңа ла килтермә.

Ҡарт
тубыҡланып ҡармаҡ бауын яңынан арҡаһы аша
ташланы. «Ул уратып йөрөгән арала ял
итеп алайым. Яҡыныраҡ килһә, бауҙы тағы
тарта башлар­мын».

Уның
кәмә морононда оҙағыраҡ ял иткеһе,
ҡармаҡ ебен
тартмайынса балыҡҡа күберәк әйләнеп
йөрөргә мөмкинлек
биргеһе килде. Тик бауҙың бушауынан балыҡтың,
ярым түңәрәк яһап, кире боролоуын, кәмәгә
яҡынайыуын һиҙеп торҙо, кәүҙәһе менән
әлебер, әле икенсе яҡҡа ҡыйшайып, ҡулдарын
болғап, ҡармаҡ
бауын мөмкин тиклем күберәк тартып
сыға­рырға
тырышты.

«Ғүмеремдә
лә был тиклем арығаным булмаған­дыр, — тип
уйланы ҡарт, — ә
бит ел көсәйә бара. Дөрөҫ,
балыҡты алып ҡайтҡанда ел миңә ыңғай
була­саҡ.
Миңә бик кәрәк буласаҡ был ел».

— Балыҡ
яңы әйләнешкә киткәндә ял итермен, — тине
ул. — Хәлем
ҡәҙимге һәйбәт әле. Тағы ике-өс тап­ҡыр
әйләнеп сыҡһа, балыҡ минеке буласаҡ.

Ҡарттың
һалам эшләпәһе елкәһенә шыуып төшкәйне.
Балыҡ кире боролоп, яңынан тарта
башлағас, ҡарт
хәле бөтөп кәмә моронона ауҙы.

«Инде
һин эшлә, балыҡ, — тип
уйланы ул. — Кире
боролletter-spacing: -0.2pt;һаң, мин һиңә шул саҡта
тотонормон».

Диңгеҙ
өҫтөндә эре тулҡындар күтәрелде.
Әммә һыуҙы
аяҙ көндөң юлдашы булған игелекле ел
ҡыуҙы. Ул
ҡартҡа өйгә ҡайтып етер өсөн кәрәк ине.

— Көньяҡҡа
һәм көнбайышҡа ҡарап ишермен, — тине
ул. — Бары
шул ғына. Диңгеҙҙә аҙашып буламы ни?
Етмәһә, беҙҙең утрау оҙон бит.

Балыҡты
ул өсөнсө әйләнеп! ваҡытында күрҙе.

Тәүҙә
ул кәмә алдынан шул тиклем оҙаҡ үткән ҡара
күләгәне абайланы, тик үҙ күҙҙәренә үҙе
ышан­маны.

— Юҡ, — тине
ул. — Уның
шул хәтле ҙур булыуы мөмкин
түгел.

Әммә
балыҡ ысынлап та ғәләмәт ҙур ине.
Өсөнсө әйләнешенең
аҙағында ул кәмәнән утыҙ ғына ярд ерҙә өҫкә
сыҡты һәм ҡарт диңгеҙ өҫтөнә уның
ҡойроғокүтәрелгәнен
күрҙе. Ул иң ҙур ураҡтан да ҙурыраҡ
булып,
ҡарағусҡыл зәңгәр төҫтәге һыу өҫтөндә
аҡһыл-сирень
төҫтә күренә ине.

Балыҡ
тағы сумды, тик был юлы тәрәнгә
китмәне. Ҡарт
уның фиолет таҫмалар менән уратылған
дәү кәүҙәһен
асыҡ күрҙе. Балыҡтың арҡа йөҙгөсө
һәленеп төшкән,
ә киң күкрәк йөҙгөстәре яҡ-яҡҡа йәйелгәйне.

Балыҡ
яңынан әйләнеш яһағанда ҡарт уның ҙур
күҙҙәрен һәм йәнәшәһендә генә йөҙгән
ике көрән йәбешкәк
балыҡты абайлап ҡалды. Йәбешкәктәр
ваҡыт-ваҡыт балыҡтың тәненә йәбешә,
унан күҙ асып йомғансы ситкә китә. Ҡайһы
ваҡыт улар шаярышып ҙур
балыҡтың күләгәһендә йөҙә. Йәбешкәктәрҙең
һәр береһе
өс футтан да оҙонораҡ ине. Улар етеҙ
йөҙгән саҡта
йылан кеүек бөтөн кәүҙәләре менән
борғоланды.

Ҡарттың
битенән бер туҡтауһыҙ тир аға, тик
хәҙер ҡояш
ҡыҙҙырғанға ғына түгел. Балыҡ тыныс
ҡына, хатта
үҙенә бер ниндәй ҙә хәүеф янамағандай
әйләнеп йөрөй, ҡарт ҡармаҡ бауын күберәк
тартып сығарҙы һәм
ике түңәрәктән һуң балыҡҡа гарпун менән
сәнсеренә
шикләнмәне.

«Тик
уны яҡыныраҡ, ныҡ яҡынға тартып килтерергә
кәрәк, — тип
уйланы ул. —Шунан
башына түгел,
йөрәгенә ҡаҙарға кәрәк».

— Ҡарт,
һин тыныс һәм көслө бул, — тине
ул үҙенә.

Икенсе
әйләнеп! ваҡытында һыуҙан балыҡтың арҡаһы
күренде. Тик ул һаман да кәмәнән алыҫ
йөҙә

ине.
Балыҡ тағы бер әйләнде. Был юлы һыу
өҫтөнән ҡалҡа
төштө, әммә барыбер алыҫ ине әле. Ҡарт,
бауҙы
тағы ла тарта бирһә, балыҡты бөтөнләй
яҡынай -таһын
белә ине. Ул гарпунды күптән
әҙерләгәйне: нәҙек
трос бәйләме кәрзин эсендә ята, уның
осон ҡарт морондағы
битенгҡа бәйләп ҡуйҙы.

Балыҡ
дәү ҡойроғо менән һиҙелер-һиҙелмәҫ
кенә ишеп,
тыныс ҡына йәнә бер урап сыҡты ла, кәмәгә
яҡыная төштө. Үҙе шундай тыныс һәм
мәғрүр! Ҡарт уны мөмкин тиклем яҡынайтыр
өсөн бауҙы бөтөн көсөнә
тартты. Балыҡ бер секундҡа ғына
тартылғандай итте, әммә йәнә элекке
хәленә ҡайтты һәм яңы әйләнешен
башланы.

— Әһә,
уны ҡуҙғата алдым, — тине
ҡарт. — Шулай
ҙа мин уны янтайырға мәжбүр итә алдым
бит.

Ҡарттың
йәнә башы әйләнә башланы, әммә ул дәү
балыҡлы бауҙы йән көсөнә тартыуҙан
туҡтаманы.

«Шулай
ҙа мин уны ҡыйшайта алдым. Икенсе юлы
уны, бәлки, салҡан әйләндерә
алырмын, — тип уйланы
балыҡсы. — Тартығыҙ, — тип
бойорҙо улҡулдарына. — Аяҡтарым,
нығыраҡ тотоғоҙ! Башым, миңә
ярҙам ит! Ярҙам ит. Кинең мине һынатҡаның юҡ
бит. Был юлы мин уны салҡан әйләндерәм».

Балыҡ
кәмәгә яҡынлашмаҫ борон уҡ, ҡарт, бар­лыҡ
ҡеүәтен туплап, ҡармаҡ бауын тартырға
кереш­те. Әммә балыҡ саҡ ҡына янтая
бирҙе лә, яңынан турайып,
яй ғына йөҙөп китте.

— Тыңла
әле, балыҡ! — тине
уға ҡарт. — Һиңә
бит барыбер үлергә. Шулай булғас, минең
үлемем һиңә
ниңә кәрәк?

«Былай
бер ни ҙә ҡылып булмай», — тип
уйланы ҡарт. Уның ауыҙы кипте, инде
һөйләшерлек кенә түгел,
хатта һыулы шешәгә үрелерлек тә хәле
ҡалма­ны. «Был юлы мин уны кәмәгә
тартып килтерергә тейешлемен, — тип
уйланы ул. — Юҡһа,
оҙаҡҡа сы­ҙай алмам». Унан: «Юҡ,
сыҙайһың, — тип
үҙ-үҙенә ҡаршы төштө. — Һин,
ҡартлас, мәңге лә сыҙарһың».

Икенсе
әйләнеп! ваҡытында ҡарттың буйы
саҡ-саҡ ҡына
етмәй ҡалды, тик балыҡ, яңынан турайып,
яй ғына
кәмәнән йыраҡлашты.

«Һин
һәләк итәһең мине, балыҡ, — тип
уйланы ҡарт. — Әлбәттә,
быға хаҡың бар. Ниндәй мөһабәт, гүзәл,
тыныс һәм киң күңелле йән эйәһен ғүмерҙә
лә күргәнем юҡ ине. Йә, улайһа мине үлтер.
Кем кемде үлтерә,
миңә барыбер инде».

«Йәнә
башың бутала, ҡарт! Ә бит һинең башың салт
булырға тейеш. Уйҙарыңды рәткә килтер.
Ғазап­тарҙы
әҙәмсә күтәрергә тырыш. Йәки анау балыҡ
ке­үек...» — тип
өҫтәне ул күңеленән генә.

— Йә
әле, баш, эшлә, — тине
ул шым ғына, хатта үҙенең тауышын үҙе
лә саҡ ишетте. — Эшлә,
тиҙәр һиңә!

Балыҡ
тағы ике тапҡыр әйләнеп сыҡты, әммә барыһы
ла элеккесә ҡалды.

«Нишләргә? — тип
уйланы ҡарт. Балыҡ әйлән­гән һайын,
ул үҙенең һушын юғалта барғанын тоя
ине. — Нимә
эшләргә? Тағы бер маташып ҡарайым әле».

Ул
ҡармаҡ бауын тарта башлағайны, иҫен юя
бар­ғанын
һиҙҙе, шулай ҙа балыҡты салҡатан һала
алды. Тик
балыҡ шунда уҡ кире әйләнде һәм, һауала
ҡеүәтле
ҡойроғон болғап, китеп барҙы.

Ҡулдарының
бөтөнләй көсө бөтөп, күҙ алдары томаланһа
ла ҡарт үҙ-үҙен: «Тағы бер тапҡыр тырышып
ҡарайым», — тип
өгөтләне.

Ул
тағы тартты, тик балыҡ йәнә китте.

«Ә-ә-ә,
шулаймы әле? — тип
уйланы ҡарт һәм шунда
уҡ тәнендәге йәйенең һүрелә башлағанын
той­ҙо. — Тағы
бер тартып ҡарайым».

Бөтөн
әрнеүен, аҡтыҡ көсөн, үҙенең күптән
юғалтҡан ғорурлығын бергә туплап ҙур
балыҡ кисергән ғазаптар менән алышырға
ташланы. Шул саҡ балыҡ янтайып китте
һәм бүтән турая алманы, ҡырынайған килеш
йөҙә башланы. Ҡылысы кәмәгә саҡ етмәй
ҡал­ды. Көмөш кеүек ялтырап торған
тәнле, яҡ-яҡтары фиолет
таҫмалар менән уратылған ифрат ҙур
балыҡ кәмә янынан саҡ үтеп китмәне.
Ҡартҡа уның осо-ҡырыйы булмаҫ кеүек
тойолдо. Ул ҡармаҡ бауын ташланы
ла, уға аяғы менән баҫып, гарпунды
булды­ра
алған тиклем күтәрҙе, шунан, ошо минутта
туплай алған барлыҡ көсө менән киҙәнеп,
балыҡҡа сәнсте. Гарпун балыҡтың һыу
өҫтөнән балыҡсының күкрәге тәңгәлендәрәк
күтәрелеп торған йөҙгөсөнән саҡ
ҡына артҡараҡ
ҡаҙалды. Ҡарт тимерҙең нисек итеп
йомшаҡ иткә
батып инеүен тойҙо, тәрәнгәрәк батһын
өсөн гар­пун
һабына кәүҙәһенең бөтөн ауырлығын
һалды.

Шул
саҡ әжәле еткән балыҡҡа ҡапыл йән
ингән кеүек
булды. Ул, үҙенең мөһабәтлеге, матурлығы
һәм ҡеүәте
менән ҡупайғандай, һыу өҫтөнә юғарыраҡ
ҡалҡ­ты. Әйтерһең дә ул ҡарт менән
кәмә өҫтөндә һауала аҫылынып
тора ине. Унан балыҡ ҡартты ла, уның кәмәһен
дә һыуға ҡойондороп, гөрһөлдәп диңгеҙгә
барып
төштө.

Ҡарттың
хәле бөттө, күҙҙәре күрмәҫ булды. Шулай ҙа
ул гарпундың бауын ебәреп өлгөрҙө. Ә
инде күҙ алды
бер аҙ яҡтырғас, ул балыҡтың көмөш
ҡорһағын өҫкә ҡаратып салҡан ятҡанын
күрҙе. Ҡырын ҡаҙалған гарпундың һабы
уның арҡаһында тырпайып тора. Ә
диңгеҙ өҫтө балыҡтың йөрәгенән аҡҡан
ҡанға буялған.
Тәүҙә был тап ҡарайып торҙо, әйтерһең
дә зәңгәр һыуҙа бер миль тәрәнлегендә
балыҡ көтөүе йыйылғайны. Унан ҡанлы тап
йәйелде лә болотҡа оҡшап ҡалды. Ә һыуҙа
көмөшһыу балыҡ тын ғына тирбәлә ине.

Ҡарт
күҙ алды яңынан ҡараңғыланғанға
тиклем балыҡтан
ҡараштарын айырып ала алманы. Унан
гар­пун бауын битенгҡа ике ҡат ураны
ла башын ҡулда­рына
һалды.

«Нимә
булды был башыма? — тине
ул йөҙө менән кәмә
моронона терәлеп. —Ҡарт
инде мин, ныҡ арыл-ды
ла. Шулай ҙа туғанымдан да яҡын балыҡты
үлтер­ҙем.
Хәҙер иһә ҡара әште теүәлләйһе генә
ҡалды.

Хәҙер
мин балыҡты кәмәгә тағыр өсөн бау
әҙерләргә
һәм уны элмәк кеүек итеп бәйләргә
тейешмен. Әгәр ҙә беҙ икәү булып, балыҡты
һалыр өсөн кәмәне батырһаҡ, унан бөтөн
һыуын тотош түккән хәлдә лә кәмә барыбер
уны күтәрә алмаҫ ине. Кәрәк-яраҡты
әҙерләгәс, балыҡты кәмәгә тартып
килтерермен дә, ныҡлап
бәйләрмен, унан елкәнде ҡуйып, ҡайтыу
яғы­на
ыңғайларға кәрәк булыр. Ҡарт
бауҙы балыҡтың айғолағы менән ауыҙы
аша үткәреп,
башын моронға бәйләп ҡуйыр өсөн, уныбортҡа
яҡынайта башланы.

«Туйғансы
бер ҡарап, ҡапшап ҡspan style=ләргә һәм уны
элмәк кеүек итеп бәйләргә тейешмен.
Әгәр ҙә беҙ икәү булып, балыҡты һалыр
өсөн кәмәне батырһаҡ, унан бөтөн һыуын
тотош түккән хәлдә лә кәмә барыбер уны
күтәрә алмаҫ ине. Кәрәк-яраҡты әҙерләгәс,
балыҡты кәмәгә тартып килтерермен дә,
араһаң ине: был ниндәй
балыҡ икән? — тип
уйланы үҙе. — Ул
минең байлығым
бит. Гарпун йөрәгенә ҡаҙалды, шикелле. Ярай,
яҡыныраҡ тартып, кәмәгә бәйлә лә,
ҡойроғонаэлмәк кейҙер. У/spanны кәмәгә
нығытыр өсөн, уртанан алырға
тура килер».

— Йә,
ҡарт, эшкә тотон, — тине
ул үҙ-үҙенә, шешәнән
бер йотом һыу эскәс. —Хәҙер,
көрәш тамамланғас
та, бик күп ҡара эш ҡалды әле.

Ҡарт
тәүҙә күккә, унан балыҡҡа ҡарап ҡуйҙы.
Ҡояшҡа айырыуса ныҡ иғтибар итте. «Әле
саҡ төш ауып
бара. Ә пассат көсәйә. Ҡармаҡ ептәрен
бәйләп тороп
булмаҫ инде. Малай менән бергәләп өйҙә
йүнәтербеҙ
әле».

— Йә,
балыҡ, бында кил әле!

Тик
балыҡ уны тыңламаны, тулҡында яй
ғына тирбәлеүен
белде. Ҡарттың үҙенә кәмәне уға яҡынайтырға
тура килде. Яҡыныраҡ килеп, балыҡтың
башы кәмәнең
мороно менән тигеҙләнгәс, ҡарт уның
мөһабәтлегенә тағы бер хайран ҡалды.
Ул гарпун бауын битенгтан
ысҡындырып алды. Уның бер осон балыҡ­тың
айғолағынан индереп, ауыҙы аша үткәрҙе,
шунан ҡылыс
моронона уратты, йәнә айғолаҡ аша
үткәрҙе, тағы ҡылысҡа ураны, унан битенгҡа
диңгеҙ төйөнө менән
бәйләне. Бауҙың ҡалған өлөшөн ҡырҡып
алып, балыҡтың
ҡойроғонан нығытып бәйләр өсөн,
кәмәнең ҡойроғона
күсте. Күкшел-көмөш төҫтәге балыҡ
саф көмөшкә
әйләнде, ирҙәр усы киңлегендәге фиолет
таҫ­малары иһә аҡһыл сирень төҫөнә
инде. Уның перис­коп көҙгөһө кеүек
күҙҙәре тәре походына юлланған изге
кешеләрҙеке кеүек күндәм һәм сабыр ине.

— Мин
уны башҡа төрлө үлтерә алмаҫ инем, — тине
ҡарт.

Ьыу
эскәс, хәл инеп киткәндәй булды. Хәҙер
ҡарт һушын
юғалтмаҫын белә ине, зиһене лә асылды.
«Был ярты
тоннанан да кәм тартмай, — тип
самаланы ҡарт, — Ә,
бәлки, күберәктер ҙә. Әгәр ҙә өстән ике
өлөшө ит булып, ҡаҙағын утыҙар центтан
ғына һатҡанда ла күпме
табыш килтерер икән?»

— Ҡәләмһеҙ
осона сығып булмаҫ, — тине
ҡарт. — Бының
өсөн баштың саф булыуы кәрәк. Шулай
ҙа бөйөк
Ди Маджио бөгөн минең менән ғорурлана
алыр ине. Дөрөҫ, үксәмдә һөйәк сейәле
юҡ. Әммә арҡам менән ҡулдарым ныҡ ауыртты.
Белергә ине, һөйәк сөйәле нисек була
икән? Бәлки ул беҙҙә лә барҙыр, тик
беҙ белмәйбеҙ генәлер?

Ҡарт
балыҡты кәмә моронона, ҡойроғона һәм
ул­тырғысҡа бәйләне. Балыҡ шул тиклем
мөһабәт ине, хатта ҡартҡа кәмәһен ҙур
караптың бортына бәйләп ҡуйғандай
тойолдо. Балыҡтың асылып торған
ауыҙы кәмәгә
йөҙөргә ҡамасауламаһын өсөн, ҡарт бау
менән уның аҫҡы яңағын морон ҡылысына
тарттырып бәй­ләне. Шунән һуң мачтаны
ҡуйып, гафель урынына
бер таяҡты яйланы ла шкотты тарттырып
бәйләне. Ямаулы
елкәнгә һауа тулыу менән үк кәмә алға
ҡуҙ­ғалды. Ҡарт, ҡойроҡҡа ҡырын ятҡан
килеш, көньяҡ-көнбайышҡа
йөҙҙө.

Көньяҡ-көнбайышты
билдәләр өсөн уға компастың кәрәге
юҡ ине. Пассаттың ҡайһылай иҫкәнен һәм
ел­кәндең нисек ҡабарыуын тойоу ҙа
етә. «Ҡармаҡ һалырға
кәрәктер, моғайын, Ялтыратып берәй
балыҡ ҡаптырмаммы?
Юғиһә, ашарға бер нәмәм дә юҡ бит». Тик
ул ялтырма тапманы, ә сардиналар
еҫләнгәйне. Шул
саҡ ул, һыу үҫемлектәре янынан үтеп
барышлай, багор
менән бер услам һары тәлгәште эләктереп
алды ла
һелкетеп ҡараны. Унан кәмәгә бәләкәй
генә кревет­калар
ҡойолдо. Улар тиҫтәнән артыҡ ине, бөрсә
кеүек кескәй
генә аяҡтарын ҡыймылдатып һикрәндәргә
то­тондолар.
Ҡарт уларҙы ике бармағы менән генә
тотоп баштарын
өҙөп ырғытты ла, ҡабығы-ние менән
тотош­лай сәйнәп йотто. Креветкалар
ваҡ ҡына, әммә ҡарт уларҙың туҡлыҡлы
икәнен белә, етмәһә, үҙҙәре иҫ киткес
тәмле лә. Шептә лә саҡ ҡына һыу ҡалғайны әле.
Креветка ашағас, ҡарт шуның д үрттән
бер өлө­шөн
эсте.

Балыҡтың
ауыр булыуына ҡарамаҫтан, кәмә еңел бара.
Ҡарт румпелде терһәге менән генә тотоп,
кәмәне тейешле
йүнәлешкә бора. Уға балыҡ һәр саҡ
күренеп бара,
ә үҙенең ҡулдарына ҡараһа, йәки арҡаһы
менән кәмәгә
тейһә, бының төш түгеллегенә ышана.

Куңғараҡ
хәле мөшкөлләнә төштө һәм ҡартҡа барыһы
ла төштә булған кеүек тойолоп китте.
Быға тиклем,
балыҡ һыуҙан ырғып сыҡҡас, диңгеҙгә
ҡабат ҡолағансы
һауала аҫылынып торғанда ла ҡартҡа
ныҡ ғәжәп
тойолғайны. Ул хатта күҙҙәренә ышанмай
тор­ҙо.
Хәйер, ул саҡта ҡарт бөтөнләй насар күрә
башла­ғайны,
әле иһә күҙҙәре тағы һәйбәтләнде. Хәҙер
ул балыҡтың ысын икәнен, арҡаһы менән
ҡулдарыныңауыртыуы
ла төш түгеллеген белә. «Ҡулдар тиҙ
уңала ул, — тип
уйланы ҡарт. —Яраларға
бысраҡ инмәһен
өсөн ҡанын етерлек ағыҙҙым, ә тоҙло
һыу дауалар.
Диңгеҙ ҡултығының ҡара һыуы — донъяла иң
һәйбәт табиб. Тик бына зиһенем генә
сыуала күрмәһен
ине! Ҡулдарым үҙҙәренә тейешлене
эшләне, кәмә
һәйбәт бара. Балыҡтың ауыҙы йомоҡ,
ҡойроғон тура
тота, беҙ туғандар кеүек йәнәш йөҙәбеҙ».

Уның
аңы тағы аҙыраҡ томалана төштө: «Ә
беҙҙең ҡайһыбыҙ
тартып бара һуң —мин
унымы, әллә ул ми-неме, — тип
икеләнде. — Әгәр
мин уны һөйрәтеп барһам, аңлашылыр ине.
Йәки ул, үҙенең абруйын төшөрөп
кәмәлә ятһа, бөтәһе лә аңлашылыр ине.
Әммә беҙ,
бер-беребеҙгә ныҡ итеп сырмалған килеш,
йәнәш йөҙәбеҙ.
Әгәр ҙә уға шулай оҡшай икән, мине тартып
барһын әйҙә. Мин бит уны хәйлә менән
генә еңдем, ә уның
миңә ҡарата бер ниндәй ҙә мәкере булманы».

Улар
шулай йөҙә бирҙе. Ҡарт ҡулдарын тоҙло һыуҙа
сайҡаны: уйҙарын сыуалтмаҫҡа тырышты.
Күк йөҙөндә төркөм-төркөм аҡ болоттар
ағыла, уларҙан өҫтәрәк ҡауырый болоттар
йөҙә: ҡарт уларға ҡарап елдең
төнө буйы иҫәсәген тоҫмалланы. Ул
әленән-әле балыҡҡа ҡарап ала, уның
ысынлап та төш кенә булмағанын
тикшерә. Ҡайтыр юлға сығып бер сәғәт
ваҡыт үткәс, уны беренсе акула ҡыуып
етте.

Акуланың
ҡыуып етеүе осраҡлы түгел ине. Балыҡтың
ҡаны тәүҙә ҡара болот кеүек ҡуйырып
торҙо, унан
тотош миль тәрәнлегендә
һыуға таралды. Тәрән­дә
йөҙгән акула, ҡан еҫен һиҙеп, тиҙ генә
өҫкә ҡалҡты
һәм, һис бер ҡурҡыуһыҙ, диңгеҙҙең зәңгәр
киңле­ген ярып ҡояшҡа сыҡты. Унан тағы
һыуға сумды, йәнә
ҡан еҫен тойҙо һәм кәмә менән балыҡ
үҙҙәренең артынан ҡалдырған эҙ буйынса
йөҙҙө. Ҡайһы ваҡыт ул эҙҙе юғалтып торҙо,
әммә яңынан тапты, йә уның һиҙелер-һиҙелмәҫ
еҫен тойоп туҡтауһыҙ эҙәрлекләне. Был
диңгеҙҙә иң етеҙ йөҙгән балыҡтар кеүек
үк йөҙөр өсөн яратылған ҙур мако акулаһы
ине. Ауыҙын иҫкә алмағанда, ул ғәйәт
матур. Арҡаһы ҡылыс балыҡ­тыҡы кеүек
үк зәңгәр, эсе көмөш, тиреһе шыма
һәм күркәм,
ғөмүмән, ныҡ ҡымтылған олоғара
яңаҡтарын күрмәгәндә,
уны ҡылыс-балыҡҡа оҡшатырға була. Ул
һыуҙы үҙенең бейек арҡа йөҙгөсө менән
еңел ярып, диңгеҙ
өҫтөнән тиерлек йөҙә ине. Ныҡ ҡымтылған
ике ҡатлы ирендәре артында һигеҙ рәт
үткер тештәре ҡыйышыраҡ булып теҙелеп
киткән. Улар күпселек акулаларҙыҡы
кеүек ғәҙәти пирамида рәүешендә түгел,
ә януар тырнаҡтары кеүек тырпайған
кеше бармаҡтарына
оҡшаған. Оҙонлоғо менән ул
ҡарттың бармаҡтарынан
һис тә кәм түгел, өҫтәүенә, ике яҡтан
бәке йөҙө кеүек үткер. Акула диңгеҙҙәге,
бер ниндәй дошманға
ла бирешмәгән етеҙ, көслө һәм яҡшы
һаҡ­лана
белгән балыҡтарҙы ла ашарлыҡ итеп
яратылған. Ул табыштың яҡынлығын тойоп
ашыға, күк төҫтәге арҡа
йөҙгөсө һыуҙы ҡылыстай ҡырҡып бара.

Ҡарт,
күреү менән, был акуланың теләһә ниндәй
мәкергә барасағын аңланы. Ул гарпунын
әҙерләне, уның бауын битенгҡа бәйләп
йыртҡыстың яҡынай­ғанын
көттө. Бау ҡыҫҡа ине, сөнки балығын
бәйләгән ваҡытта байтаҡ ҡына өлөшө
киҫеп алынғайны.

Ҡарттың
зиһене яңынан яҡтырҙы, үҙен өмөт
менән артыҡ
йыуатмаһа ла көрәшергә әҙер ине. «Эшем
үтә уңай
киткәйне шул, гел генә улай бармаҫы
билдәле ине», — тип
уйланы ҡарт.

Акуланың
яҡынайыуын көткән саҡта ҡарт балы­ғына
ҡарап алды. «Былар барыһы ла төш кенә
булһа, яҡшыраҡ
булыр ине, моғайын. Мин уға үҙемә
һөжүм итергә
ҡамасаулай алмайым, бәлки, исмаһам,
үлтерә алырмын. Dentuso*, — тип
уйланы ул. —Инәңде
үләт һуҡҡыры!»

Акула
ҡойроҡҡа яҡын уҡ килде, балыҡҡа
ыр­ғылғанында
ҡарт уның ҙур итеп асылған ауыҙын
һәм сәйер
күҙҙәрен абайлап ҡалды, ҙур балыҡтың
ҡойро­ғонан
өҫтәрәк тештәрҙең иткә батып шаҡылдауын
ишетте. Акуланың башы һыу өҫтөнән ҡалҡып
тора. Бына
башы артынан арҡаһы ла күренде. Ҡарт,
аку­ланың яңаҡтары ҙур балыҡтың итен
шытырҙатып ҡайырғанын
ишетеп, осло гарпунын акуланың күҙе менән
морон һыҙығы киҫешкән еренә ҡаҙаны.
Асыл­да
акуланың бантында ундай һыҙыҡтар юҡ.
Ослайып торған
ауыр зәңгәрһыу башы, ҙур күҙҙәре һәм
убыр­ҙыҡы
кеүек туймаҫ имәнес ауыҙы ғына бар. Әммә
ошо урында акуланың мейеһе урынлашҡан.
Ҡарт гарпунын шунда сөйҙө. Ҡанһырап
ҡатҡан яралы ҡулдары
менән гарпунын ҡыҫып тотҡан килеш, бер
нимәгә лә өмөт итмәйенсә, барлыҡ көсөн
йыйып, ярһыу
тәүәккәллек менән нәҡ баш мейеһе
тәңгәленә сәнсте.

* Dentuso (ucn.) — акуланың
төрө.

Йыртҡыс
шунда уҡ арҡаһы менән әйләнеп төштө,ҡарт
уның тонған күҙҙәрен күрҙе. Унан акула
йәнә бертапҡыр
әйләнде һәм гарпундың бауы кәүҙәһенә
ике тапҡыр уралды. Ҡарт уның үле икәнен
аңланы. Тик аку­ла
үҙе генә бының менән килешкеһе килмәне.
Арҡаһында ятҡан килеш ҡойроғо менән
һуға, тештәрен шаҡылдата
һәм уҙыш кәмәһе кеүек һыуҙы күбеклән­дерә
ине. Диңгеҙҙең акула ҡойроғо шапылдатҡан
ере ап-аҡ
булды.

Акула
кәүҙәһенең дүрттән өс өлөшө менән
һыуөҫтөнә
күтәрелде, гарпун бауы тартылды,
ҡалтыранды һәм, ниһайәт, шартлап өҙөлдө.
Акула бер мәлгә һыу өҫтөндә
сайҡалып ятты, ҡарт унан күҙен алманы.
Шунан
һуң ғына йыртҡыстың үле кәүҙәһе диңгеҙгә
батты.

— Ул
үҙе менән балыҡтың бер ҡаҙаҡтай итен
алып китте, — тине
ҡарт.

«Гарпуным
менән ҡалған епте лә диңгеҙ төбөнә алып
китте, — тип
өҫтәне уйынан гына. — Ә
балыҡтан
йәнә ҡан аға башланы. Был акула артынан
башҡалары
ла килеп етәсәк».

Ҡарттың
ғәрипләнгән балыҡҡа ҡарағыһы ла килмәне.
Акула балыҡҡа ырғылғанда, уны үҙенә
ташланғандай
тойғайны.

«Шулай
ҙа мин балығыма ташланған
акуланы үлтерҙем, — тип
уйланы ул. —Был
мин күргән dentusoларҙың
иң ҙуры ине. Ә бит мин үҙ ғүмеремдә акулаларҙы
аҙ күрмәнем.

Эшем
гел уңып торҙо шул. Артабан былай
дауам итә
алмай ине. Быларҙың барыһы ла төш кенә
булһа, ҡайһылай
һәйбәт булыр ине: бер ниндәй ҙә балыҡ
тотмағанмын, ә гәзит түшәлгән карауатымда
яңғыҙым ғына йоҡлап ятам».

— Әммә
әҙәм балаһы еңелер өсөн яратылмаған, — тине
ул. — Кешене
/spanюҡ итеп була, ә еңеп булмай.

«Шулай
ҙа был балыҡты үлтереүем йәл, — тип
уйланы ул. — Миңә
бик ауырға тура киләсәк, етмәһә,
гарпунымдан да яҙҙым. Dentuso — етеҙ
һәм аяуһыҙ, аҡыллы һәм көслө мәхлүк.
Әммә мин унан аҡыллы­раҡ булып сыҡтым.
Ә, бәлки, бары тик яҡшыраҡ ҡоралланған
ғына булғанмындыр».

— Уйланырға
ярамай, ҡартлас, — тип
ҡысҡырып әйтеп
ҡуйҙы ул. — Ел
ыңғайына йөҙ ҙә, бәлә-ҡаза килһә — ҡаршыла.

Үҙен
ағымдың уртаһына ингәс нимә көткәнен
дә яҡшы
белә ине. Тик бер ниндәй ҙә сараһы юҡ.

— Дөрөҫ
түгел, сара бар, — тине
ул. — Бысағыңды
ишкәк һабына бәйләйһең —бына
тигән ҡорал була.

Парус бауына
аяғы менән баҫып румпелде ҡултыҡ аҫтына
ҡыҫтырҙы ла эшкә тотондо.

— Бына
бит, — тине. — Ҡарт
булһам да, исмаһам, ҡоралһыҙ
түгелмен.

Ел
көсәйгәс, кәмә етеҙерәк китте. Ҡарт
балыҡтың башына
ғына ҡарап барҙы. Кәм күңелендә өмөт
сатҡылары
ҡабынды.

«Өмөттө
юғалтыу — алйотлоҡ, — тип
уйланы ул. — Етмәһә,
был гонаһ та булһа кәрәк. Ярай,
гонаһмы, түгелме,
уйлап тороуҙың кәрәге юҡ. Донъяла бынан
башҡа ла уйлар нәмә күп. Дөрөҫөн әйткәндә,
мин гонаһ
тигәндәрен аңлап та етмәйем.

Аңламайым
да, ышанмайым да, буғай. Бәлки, балыҡты
үлтереү гонаһ булғандыр. Тамаҡ аҫырау
һәм башҡа байтаҡ кешене туйҙырыр өсөн
үлтерһәм дәгонаһтыр, моғайын. Ул саҡта,
һин нимә генә эшләһәң дә
гонаһ булып сыға. Шулай булғас, нимә
гонаһ, нимә гонаһ
түгел, тип уйлауҙың кәрәге юҡ. Хәҙер был
хаҡ­та уйлау һуң да инде. Әйҙә гонаһ
менән шуның өсөн аҡса алғандар буталһын.
Гонаһ нимә була, тип улар уйлаһын.
Балыҡ донъяға балыҡ булып яралған кеүек,
һин балыҡсы булып тыуғанһың. Изге Петр
ҙа, бөйөк Д и Маджионың атаһы кеүек үк,
балыҡсы булған».

Әммә
ҡарт үҙен уратып алған бөтә нәмәләр
тураһында ла фекер йөрөтөргә ярата ине.
Уҡырға гәзите лә, радиоһы ла булмағас,
ул күп нәмә, шул иҫәптән гонаһ тураһында
ла уйлай.

«Кин
балыҡты үҙең астан үлмәҫ йәки
кешеләргә һатыр
өсөн генә үлтермәнең.Нин уны
үҙеңдең ғорурлығың арҡаһында һәм балыҡсы
булғаның өсөн үлтерҙең. Тере саҡта һин
уны ярата инең, хәҙер ҙә яратаһың.
Әгәр ҙә берәүҙе яратһаң, уны үлтереү
гонаһ тү­гел.
Ә, бәлки, киреһенсә, тағы ла ҙурыраҡ
гонаһтыр?»

— Ьин
артыҡ күп уйлайһың, ҡарт, — тине
ул үҙ-үҙенә.

«Әммә
һин dentusoHbi
рәхәтләнеп үлтерҙең, — тип уйланы
ҡарт. — Ә
ул, һинең кеүек үк, балыҡты үлте­реп
тамаҡлана. Ул башҡа акулалар кеүек
емтеккә ташланмай, бирән тамаҡ та түгел.
Ул — ҡурҡыуҙың нимә
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡарт Менән Диңгеҙ - 5
  • Büleklär
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 3952
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1903
    29.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    42.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 4135
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1885
    31.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 4148
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1874
    30.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 4145
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1834
    31.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 3415
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1578
    32.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.