Latin

Ҡарт Менән Диңгеҙ - 3

Süzlärneñ gomumi sanı 4148
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1874
30.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
49.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Әммә юҡ-барға мауығып ҙур балыҡты онотоға
ярамай. Исмаһам бер семтем генә тоҙ
булһа икән. Был телемде ҡалдырһам, ҡояшта
киберме, әллә һаҫырмы, белеп булмай.
Шулай булғас, ас булмаһам да, хәҙер үк
ашайым да ҡуяйым. Ҙур балыҡ үҙен тыныс,
ипле тота. Тунецты ашап бөтһәм, бары­һына
ла әҙер булырмын».

— Түҙ
инде, ҡул, — тип
өндәште ул. — Күрәһең­ме,
һинең хаҡыңа тырышам. «Ҙур
балыҡты ла ашатып алырға кәрәк ине
лә, — тип
уйланы ул. — Ул
да минең туғаным бит. Тик мин уны үлтерергә
тейешмен, ә бының өсөн миңә көс кәрәк».

Ҡарт
ашыҡмай ғына, тырышып-тырышып, тунец
телемдәрен берәм-берәм ашап бөтөрҙө.
Ҡулдарын салбарына һөртә-һөртә турайҙы.

— Үәт, — тине
ул. — Хәҙер
һиңә, ҡулым, һиңә әйтәм, епте ысҡындырһаң
да була. Һинең
йүләрлегең бөткәнгә тиклем, уны мин уң
ҡулым менән дә тота алам.

Ул
әлегә тиклем һул ҡулы тотоп килгән йыуан
бауҙы һул аяғы менән ҡыҫты ла, балыҡтың
ауырлығын арҡаһына күсереп, артҡа
аушайҙы.

— Эй,
Хоҙайым, был көҙән йыйырыу үтә һалһын
ине, — тине
ул. — Балыҡтың
башына нимә килерен кем белә.

«Әлегә
тыныс күренә, — тип
тә уйланы ул. — Уйлап
эш итә. Тик нимә уйлай икән? Ә мин нимә
эшләргә йыйынам? Мин үҙемдең ниәтемде
уның ниә­тенә яраҡлаштырырға тейеш
булам, сөнки ул — ифрат
ҙур. Әгәр ҙә ул өҫкә ҡалҡһа, уны үлтерә
алам. Ә инде һаман тәрәндә ҡалһа? Ул
саҡта мин дә уның менән ҡаласаҡмын».

Ул
көҙән йыйырған ҡулын салбарына ышҡып,
бармаҡтарын яҙмаҡсы булды. Тик ҡулы
хәрәкәтһеҙ ҡалды. «Бәлки, ҡояшҡа
яҙылыр, — тип
уйланы ул. — Бәлки,
ашҡаҙан сей тунецты эшкәрткәс, иҫ белеп
китер. Әгәр ҙә бик кәрәк булһа, мин уны
нисек булһа ла эшләтәм инде. Тик хәҙергә
көс ҡулланғым килмәй. Әйҙә
ул үҙ ихтыяры менән яҙылһын. Төндә бөтә
ҡармаҡ бауҙарын ҡырҡып бер-береһенә
ялғаған саҡта уға минән ныҡ ҡына эләкте
шул».

Ҡарт
алыҫҡа ҡараны ла үҙенең ни тиклем яңғыҙ
икәнен аңланы. Әммә ул ҡараңғы тәрәнлектә
төрлө төҫкә инеп сағылған ҡояш нурҙарын,
ҡырынайып аҫҡа киткән ҡармаҡ ебен һәм
көҙгө кеүек диңгеҙ өҫтөнөң сәйер
тулҡыныуын күрҙе. Тиҙҙән пассат еле
башланасағын белдереп, күк йөҙөндә
болоттар ҡуйырҙы. Ҡарт алға ҡарап, һыу
өҫтөнән осоп барған ҡыр өйрәктәрен
күрҙе. Уларҙың көтөүе бер аҙға ғына
күҙҙән юғалып торҙо ла, тағы ла асығыраҡ
булып, яңынан килеп сыҡты. Шул саҡта
ҡарт әҙәм балаһының диңгеҙҙә бер ваҡытта
ла яңғыҙ булмағанын төшөндө.

Ҡайһы
бер кешеләрҙең асыҡ диңгеҙҙә бәләкәй
кәмәлә яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡҡаны хаҡында
уйланы ла, был ҡурҡыу бары тик ҡапыл көн
боҙолоп китә торған айҙарҙа ғына урынлы,
тигән фекергә килде. Тик әле дауыллы
миҙгел, ә дауыл булмаған саҡта был
мәл — йылдың
иң матур ваҡыты.

Дауыл
яҡынайыуын диңгеҙҙә, уның күктә күрен­гән
билдәләренә ҡарап, әллә нисә көн алдан
белергә була. Ерҙә уны күрмәйҙәр, тип
уйлай ҡарт, сөнки нимәгә ҡарарға
белмәйҙәр. Ҡорола болоттар ҙа үҙенә
башҡа бит. Әлегә дауыл көтәһе юҡ әле.
Ҡарт күккә ҡараны һәм үҙе яратҡан
туңдырмаға оҡшаш һәм ма­мыҡтай ҡабарып
ағылған аҡ болоттарҙы күрҙе. Ә уларҙан
да өҫтәрәк ҡаурый һымаҡ болоттар
киҫәк-ки­ҫәк булып аҫылынып тора ине.

— Оҙаҡламай
еңел бриз күтәреләсәк, — тине
ҡарт. — Ә
ел, балыҡ, һиңә ҡарағанда миңә ҡулайыраҡ.

Һул
ҡулы һаман көҙән йыйырған килеш ҡалды,
әммә ҡарт уны яйлап ҡына ҡыбырҙата ала
ине инде. «Ҡулымды көҙән йыйырғанды
йәнем һөймәй, — тип
уйланы ул. — Үҙ
тәнең үҙеңә этлек яһаһын әле! Балыҡҡа
ағыуланып, кеше алдында ҡоҫа йәки эҫең
китә башлаһа, ныҡ уңайһыҙ була. Әммә
яңғыҙ сағыңда көҙән йыйырһа (ҡарт уны
күңеленән генә calambre тип
атаны) айырыуса хурлыҡ».

«Әгәр
ҙә янымда малай булһа, — тип
уйланы ул, — ойоған
ҡулымды терһәктән суғына тиклем ыуыр
ине. Ярай, былай ҙа иҫ белә башлар әле».

Кәм
ҡапыл, ул үҙе ҡармаҡ ебенең ҡырынайыбы-раҡ
китеүен абайлағанға тиклем үк, уң ҡулы
ептең бушаңҡырауын һиҙҙе. Ҡарт кәүҙәһен
артҡа ташланы ла һул ҡулы менән йән
көсөнә янбашына һуға башла­ны, шул уҡ
ваҡытта ҡармаҡ ебенең яй ғына өҫкә
күтәрелеүен күрҙе.

— Күтәрелә, — тине
ул. — Йәле,
ҡул, яҙыл! Йә инде!

Ҡармаҡ
ебе оҙонайғандан-оҙоная барҙы һәм,
ни­һайәт, кәмә алдында океан өҫтө
ҡабарынды ла балыҡ һыу өҫтөнә ҡалҡты.
Сыҡты ла сыҡты, хатта уның осо-ҡырыйы
юҡтыр кеүек тойола башланы. Ьыу арҡа­һынан
ташҡын кеүек булып шабырлап ағып төшә,
ә ул ҡояшҡа йылҡылдап яна, башы менән
арҡаһы ҡарагусҡыл-фиолет төҫтә, ә
ян-яҡтарындағы буй-буй таҫмалары ҡояш
нурында бик киң булып нәфис си­рень
төҫөндә күренә ине. Танау урынында
бейсбол таяғы кеүек оҙон һәм рапира
кеүек осло ҡылыс тырпайып тора. Балыҡ
һыу өҫтөнә бөтөн кәүҙәһе менән күтәрелде
лә, оҫта йөҙөүсе кеүек, тауышһыҙ ғына
ҡабат һыуға сумды. Ураҡҡа оҡшаған дәү
ҡойроғо тәрәнгә китеү менән, ҡармаҡ
ебе, яңынан тартылып, тиҙ-тиҙ генә һауыла
башланы.

— Ул
минең кәмәмдән ике футҡа оҙонораҡ, — тине
ҡарт.

Ҡармаҡ
ебе тиҙ булһа ла үҙ яйы менән генә һүтелә,
тимәк, балыҡ ҡурҡмаған. Ҡарт бауҙы ике
ҡуллап бар көсөнә тартты, сөнки шулай
ҡаршылыҡ күрһә­теп, тиҙлеген кәметә
алмаһа, балыҡтың бөтә запас йомғаҡтарҙы
һүтеп бөтөп, ысҡынып та китеүе ихтимал.

«Бигерәк
дәү балыҡ икән! Мин уға үҙемдең көсөмдө
танытырға тейешмен, — тип
уйланы ҡарт. —Көсһөҙлөгөмдө
тойоп йән-фарманға китһә, минең менән
ни теләй, шуны ҡыла алғанын аңлап
ҡуймаһын. Уның урынында булһам, нимә
булһа булыр, тип берәй нәмә шартлап
өҙөлөп сыҡҡансы барыр ҙа барыр инем.
Аллаға шөкөр, балыҡтар етеҙерәк һәм хуш
күңеллерәк булһалар ҙа, үҙҙәрен үлтергән
кешеләр кеүек аҡыллы түгелдәр».

Ҡарт
үҙ ғүмерендә ҙур балыҡтарҙы күп күрҙе.
Мең фунттан артығыраҡ тартҡандары ла
осраштырҙы, ваҡытында үҙе лә шундай ике
балыҡ ҡаптырҙы. Тик ул саҡта былай яңғыҙ
түгел ине. Әле иһә ул һис ҡасан да
күрмәгән, хатта ишетмәгән дәү балыҡҡа
ныҡлап бәйләнгән килеш диңгеҙҙә
япа-яңғыҙ, ә һул ҡулы һаман бөркөт тырнағы
кеүек ҡатҡан килеш.

«Ҡулым
яҙылыр, — тип
уйланы ул. — Уң
ҡулыма ярҙам итерлек кенә булһа ла иҫ
белһә, еткән. Йәшәгән, ти, өс туған: балыҡ
һәм ике ҡулым... Яҙылыр, мотлаҡ яҙылыр.
Ойоуы ҡайһылай оят инде!»

Балыҡ
йөҙәүен әкренәйтте лә әүәлге тиҙлеге
менән бара башланы.

«Ҡыҙыҡ,
ни өсөн ҡапыл өҫкә сығырға булды
икән? — тип
уйланы ҡарт. — Әйтерһең
дә миңә үҙенең ҡайһылай ҙур икәнен
күрһәтер өсөн генә сығырға булған. Бына
хәҙер беләм инде. Ҡыҙғаныс, тик мин
үҙемдең ниндәйерәк кеше икәнемде күрһәтә
алмайым. Хәйер, ул саҡта балыҡ минең
көҙән йыйырған ҡулымды күрер ине. Ярай,
әйҙә минең хаҡта һәйбәтерәк уйлаһын,
ул саҡта мин дә яҡшыраҡ булырға тырышырмын.
Әгәр ихтыяр көсөм менән зирәклегем
үҙемдә ҡалып, башҡа сифаттарҙы унан
алырға мөмкин булһа, мин был минутта
үҙем да балыҡ булырға риза булыр инем».

Ул
кәмәнең йомро таҡтаһына һөйәлгән килеш,
үҙен ғазаплаған ауыртыуға күнеп, тыныс
ҡына ултыра бирҙе. Ә балыҡ ныҡышмал
рәүештә алға йөҙҙө, кәмә лә ҡарағусҡыл
диңгеҙ өҫтөнән әкрен генә барыуын дауам
итте. Көнсығыштан иҫкән ел ваҡ тулҡындар
күтәрҙе.

Төшкә
табан ҡарттың һул ҡулы ла иҫ белә башланы.

— Хәҙер
һиңә ҡыйынға тура киләсәк, балыҡ, — тине
ул арҡаһындағы бауҙы яңы урынға күсереп.

Ҡармаҡ
бауы арҡаһын уйып ҡырҡһа ла, ҡарт иғтибар
итмәҫкә тырышты.

— Аллаға
ышанмайым, — тине
ул. — Әммә
был балыҡты тотор өсөн ун тапҡыр
«Тәңребеҙ» һәм шул тиклем үк «Изге Әсә»
доғаһын уҡыйым. Әгәр ҙә уны ысынлап та
тотһам, Кобрендағы Алла әсәһенә ғибәҙәт­кә
барыр инем. Әйтеү итеп әйтәм.

Ҡарт
доға уҡый башланы. Ваҡыт-ваҡыт ул үҙенең
шул тиклем йонсоғанын һиҙә, һүҙҙәрҙе
онота, шуға күрә, үҙҙәренән-үҙҙәре иҫкә
төшһөн өсөн, доғаны тиҙерәк уҡырға
тырышты.

— Изге
Әсәбеҙ, һөйөн! Тәңребеҙ күңелебеҙҙе
ҡотҡарыусыны тыуҙырырға мөмкинлек
биргән. Амин! —Унан
өҫтәне. — Изге
Алла әсәһе, балыҡ үлһен тип доға ҡыл.
Хатта ул бик аҫыл булһа ла.

Ауыртыу
аҙыраҡ баҫылыу ғына түгел, бәлки, көсәйә
төшһә лә, доға уҡығас, еңелерәк булып
китте. Ҡарт кәмә моронондағы таҡтаға
һөйәлеп, һул ҡулы­ның бармаҡтарын бер
асып, бер йомоп күнекмә яһай башланы.

Ел
яйлап ҡына көсәйә барыуға ҡарамаҫтан,
ҡояш ҡурып алып бара.

— Бәләкәй
ҡармаҡты тағы ла емләп һалырға тура
килер, — тине
ҡарт. — Әгәр
балыҡ бөгөн төндә лә ҡалҡмаһа, миңә тағы
ашарға кәрәк буласаҡ. Шешәлә һыу ҙа аҙ
ғына ҡалған. Был тирәлә макрелдән башҡа
нәмә ҡапмаҫтыр, моғайын. Тотҡас та
ашаһам, ул тиклем үк тәмһеҙ булмаҫ. Төндә
осар балыҡ кәмәгә килеп төшһә яҡшы булыр
ине. Тик уны әүрәтер өсөн утым юҡ шул.
Осар балыҡ — бына
тигән ризыҡ. Эсен таҙаларға ла кәрәкмәй.
Ә миңә хәҙер көстө һаҡларға кәрәк.
Хоҙайым, уның шул тиклем ҙур икәнен
минҡайҙан беләйем!.. Тик мин уны барыбер
еңәсәкмен, — тине
ҡарт. — Ни
тиклем генә ғәйрәтле һәм мөһабәт булһа
ла!

«Ғәҙел
түгел түгелен, — тип
өҫтәне ул уйынан ғына, — әммә
мин уға кешенең нимәгә һәләтле икәнен
һәм ҡайһылай түҙемле булғанын иҫбат
итәсәкмен».

— Мин
ғәҙәти ҡарт түгелмен, тип малайға
әйткәйнем бит. Хәҙер шуны иҫбатларға
ваҡыт етте, — тине
ул.

Уның
быны мең ҡабат иҫбат иткәне бар. Булһа
ни! Хәҙер шуны яңынан раҫларға кәрәк. Һәр
ваҡыт иҫәп яңынан башлана: шуға күрә
ҡарт, нимә генә эшләһә лә, элеккене иҫкә
алып тормай.

«Йоҡлаһын
ине ул, мин дә серем итер, төшөмдә
арыҫландарҙы күрер инем, — тип
уйланы ҡарт. — Ни
өсөн арыҫландар күңелемдә иң матур
хәтирә булып һаҡлана икән?»

— Нин
күп уйланма, ҡартлас, — тине
ул үҙенә. — Кәмәгә
һөйәл дә тыныс ҡына ял ит. Бер нимә лә
уйлама. Хәҙергә ҙур балыҡ тырыша, ә һин
көсөңдө һаҡла.

Ҡояш
көнбайышҡа һалыуланы, ә кәмә һаман әкрен
генә алға бара. Көнсығыштан иҫкән ел
уны ҡыуалай, ҡарт бауҙың арҡаһын
ҡырҡҡанына түҙеп, бейек түгел тулҡындарҙа
талғын ғына тирбәлеп бара.

Төштән
һуң бер ваҡыт бау күтәрелә башлаған
ке­үегерәк булды. Әммә балыҡ саҡ ҡына
өҫкәрәк ҡалҡып йөҙәүен дауам итте. Ҡояш
хәҙер ҡарттың арҡаһын, һул яурынын һәм
ҡулын ҡыҙҙырҙы. Шуға ҡарап ҡарт балыҡтың
төньяҡ-көнсығышҡа боролоуын самаланы.

Балыҡты
бер тапҡыр күргәс, ҡарт уның һыу аҫтында
күкрәгендәге фиолет төҫтәге
йөҙгөстәрен ҡанат
кеүек киң йәйеп, ҡеүәтле ҡойроғо менән
ҡараңғылыҡты телеп барғанын күҙ алдына
килтера ала. «Ҡыҙыҡ,
ундай тәрәнлектә һәйбәт күрә
микән? — тип уйланы
ҡарт. — Уның
күҙҙәре ҙур, ә бит ат, күҙҙәре күпкә
бәләкәйерәк булһа ла, ҡараңғыла күрә.
Ҡасандыр мин дә ҡараңғыла һәйбәт күрә
торғайным. Әлбиттә, дөм-ҡараңғыла түгел,
шулай ҙа бесәй кеүек тиерлек».

Ҡояш
йылыһы һәм бер туҡтауһыҙ күнегеүҙәр
яһау үҙенекен итте: көҙән йыйырған ҡулы
бөтөнләй яҙылды. Ҡарт, ептең ауырттырыуын
саҡ ҡына булһа ла еңеләйтергә тырышып,
арҡаһындағы мускулдарын ҡуҙғатып
балыҡтың ауырлығын һулғараҡ күсерҙе.

— Әгәр
ҙә һин һаман да арымаһаң, — тип
ҡуйҙы ул, — ысынлап
та ғәжәйеп балыҡһың.

Ә
ул үҙенең ҡот осҡос арығанын тойҙо, төн
яҡынлығын шәйләне, шуға күрә бантҡа
нәмspanәләр тураһында уйларға тырышты.
Күренекле бейсбол лигалары тураһында
уйлай башланы. Уларҙы ҡарт, GranLimargin-top:
0cm;
margin-right:
.35pt;
margin-bottom:
.0001pt;
margin-left:
.35pt;
text-align:
justify;
text-indent:
24.1pt;
line-height:
16.55pt;
mso-line-height-ruMsoNormal/p
style=le:
exactly;
background:
white;MsoNormalgas тип
йөрөтә ине. «Бөгөн Ньюspan-Йорктың
«Янки»ҙары Детройттың «Юлбарыҫ»тары
менән уйнарға тейеш».

«Бына
икенсе көн инде мин juegos* һөҙөмтәләрен
белмәйем, — тип
уйланы ул. — Әммә
мин үҙемдең көсөмә ышанырға, style=/p бөйөк
Ди Маджиоға лайыҡ булыр­ға тейешлемен.
Ул ниндәй генә эшкә тотонһа ла бына
тигән итеп эшләй,

_________________________________________

* Juegos (ucn.) — спорт
уйындары.

хатта
үксә һөйәгенә тоҙ ултырған булһа ла
уйынын ташламай. Көйәк һөйәле нимә ул?
Un espuelo de hueso. Беҙ балыҡсыларҙа ул булмай,
һуғышсан әтәстең шпоры менән үксәгә
ҡаҙаған кеүек ауырта микән? Мин ундай
ауыртыуға ла, һуғышсан әтәстәр кеүек
бер, йәки хатта ике күҙем сыҡҡансы
һуғышыуға ла сыҙамаҫ инем. Һоҡланғыс
йәнлектәр һәм ҡоштар янында кеше әллә
кем дә түгел инде. Ә мин әле тегендә —
диңгеҙ тәрәнлегендә йөҙгән балыҡ булырға
теләр инем».

— Эйе,
тик акулалар һөжүм итмәһә, — тине ул. —
Әгәр ҙә акулалар ташланһа инде, уны ла,
мине лә Алла һаҡлаһын!

Бөйөк
Ди Маджио да балыҡҡа һинең кеүек үк сат
йәбешер ине, тип уйлайһыңмы? — тип һораны
улүҙенән.

— Эйе,
ул нәҡ минең кеүек үк, хатта яҡшыраҡ та
көрәшер ине, сөнки ул минән йәшерәк тә,
көслөрәк тә. Өҫтәүенә, атаһы ла балыҡсы
булған... Ә уның үксәһе ныҡ ауырта микән?

— Белмәйем,
— тине ул үҙ-үҙенә. — Минең үксәмә тоҙ
ултырғаны юҡ.

Ҡояш
байығас, бер аҙ күңелен күтәрер өсөн,
ҡасан­дыр Касабланка тавернаһында
Сьенфуэгостан килгән ҡеүәтле бер негр
менән (ул портта иң көслө кеше һанала
ине) көс һынашҡанын иҫенә төшөрҙө.

Улар,
терһәктәрен аҡбур менән һыҙылған
һыҙыҡ­ҡа терәп, ҡулдарын бөкмәй,
устарын усҡа ҡыҫып, то­тош бер тәүлек
буйы ултырҙылар. Һәр береһе икен­сеһен
ҡулын өҫтәлгә йығырға тырышты. Тирә-яғта,
кем еңер, тип бәхәсләшәләр, кешеләр
кәрәсин шәме һүрән генә яҡтыртҡан
бүлмәгә инеп-сығып тора, ә ул негрҙың
ҡулынан, терһәгенән һәм йөҙөнән бер
секундҡа ла күҙен алмай. Тәүге һигеҙ
сәғәт үткәс, судьялар йоҡлап алыр өсөн
сәғәт һайын алмашына башланы. Көрәшселәрҙең
икеһенең дә тырнаҡ аҫтарынан ҡан һарҡый,
ә улар һаман бер-береһенең күҙенә, ҡулына
һәм терһәгенә текләгән. Бәхәсләшкән
кешеләр бүлмәгә бер инеп, бер сығып
йөрөй, стена эргәһендәге бейек
ултырғыстарға терәлешеп көрәштең
һөҙөмтәһен көтә. Асыҡ-зәңгәр төҫкә
буялған ағас стеналарға шәмдән күләгәләр
төшә. Негрҙың ифрат ҙур күләгәһе ел
шәмде тирбәткән һайын ҡыбырҙап ҡуя.

Төнө
буйы өҫтөнлөк әле береһенә, әле икенсеһенә
күсте. Негрға ром эсерәләр, сигарет
ҡаптыралар. Ром эсеп алғас, негр йән
көсөнә тырышып ҡарай, хатта бер тапҡыр
ҡарттың ҡулын бөгә башланы, тик өс
дюймдан үткәрә алманы. Тик ҡарт (уны
Сантьяго Еl Campeon* тип йөрөтәләр ине) ҡулын
яңынан турайтты. Ошонан һуң уның был
һәйбәт күңелле көслө негр егетен еңеренә
шиге ҡалманы. Ә таң һыҙылғас, кешеләр
судьянан, бер кем дә еңмәне, тип һөҙөмтә
яһауын талап итә башланы. Сөнки күбеһенә
Гавана күмер компанияһына күмер йәки
шәкәр тоҡтары тейәр өсөн эшкә сығырға
ваҡыт еткәйне. Судья аптырап иңбаштарын
йыйырып торған саҡта, ҡарт ҡапыл бөтә
ҡеүәтен йыйып негрҙың ҡулын аҫҡа табан
йыға башланы һәм ҡул һырты өҫтәлгә
тейгәнсе туҡтаманы.

* El
Campeon (ucn.) —чемпион

 

Көрәш
йәкшәмбе көндө иртәнсәк башланды
ладүшәмбе
иртәнсәк тамамланды. Әммә ҡарт еңеүгә
эшселәр
эшкә киткәнсе үк өлгәште.

Ошонан
һуң бик оҙаҡ уны чемпион тип йөрөттөләр.
Яҙ көнө ул негрға «ҡон ҡайтарырға»
мөмкинлек бирҙе. Әммә был юлы ҙур суммаға
бәхәс тотоусы аҙ
ине һәм ҡарт негрҙы еңде. Сөнки Сьенфуэгос
негр­ының
үҙ көсөнә ышанысы тәүге матчта уҡ
һынғайны инде. Унан һуңСантьяго тағы
бер нисә алышта ҡат­нашты, тик тиҙҙән
был шөғөлөн ташланы. Ул, бик теләһә,
кемде лә еңерен аңланы, әммә бындай
көрәш­тәрҙең
балыҡ тотор өсөн кәрәк булған уң ҡулына
зыян килтергәнен
һиҙҙе. Бер нисә тапҡыр һулаҡайы менән
көрәшеп ҡараны. Тик һул ҡулы уға буйһонорға
телә­мәйенсә
һәр саҡ уңайһыҙ хәлгә ҡалдыра, шуға
күрә ҡарт
уға ышанмай ине.

«Ҡояш
әле уны һәйбәт кенә итеп ҡыҙҙыра, — тип уйланы
ҡарт. — Бынан
һуң ул ойомаҫҡа тейеш. Тик төндә бик үк
һалҡын булмаһа ғына инде. Был төн нимә
юрай икән миңә? Белергә ине».

Баш
осонан ғына Майамиға китеп барған
самолет үтте. Ҡарт самолеттың шәүләһе
осар балыҡтарҙың тотош көтөүен һауаға
өркөтөп күтәреүен күрҙе.

— Был
тирәлә осар балыҡтарҙың күп булыуы
яҡшы, тимәк яҡын-тирәләмакрель дә
булырға тейеп:, — тине
ул. Ҙур балыҡты саҡ ҡына булһа ла яҡыныраҡ
тартып булмаҫмы икән тип, арҡаһы менән
бауҙы этеп ҡараны. Тик бау, скрипка
ҡылыкеүек
зыңғылдап, ваҡ ҡына тамсыларҙы
сәсрәткәс, фәтүә
юҡлығын аңланы. Кәмә яй ғына алға
йөҙҙө. Ҡарт
күктәге самолетты күҙҙән юғалғансы
ҡарап ҡалды.

«Моғайын,
өҫтән бөтәһе лә сәйер күренәлер, — тип уйланы
ул. — Ҡыҙыҡ,
ундай бейеклектән диңгеҙ ни рәүешле
икән? Ул тиклем бейектән осмаһалар,
минең ҙур балығымды һәйбәт күрерҙәр
ине. Балығымды өҫтән
ҡарар өсөн ике йөҙ сажин бейеклегенән
яй ғына осоп
әйләнергә теләр инем. Гөбөргәйел тоторға
йөрөгәндә, мачта башына менеп, унан да
байтаҡ ҡына нәмә
күрә торғайным. Макрель унан
йәшелерәк күренә
һәм фиолет төҫтәге буй-буй таҫмалары
менән таптарын
абайларға, бөтөн көтөүҙең йөрөгәнен
күрергә була.
Ни өсөн диңгеҙҙең ҡараңғы тәрәнлегендә
тиҙйөҙөүсе
балыҡтарҙың буй-буй һыҙыҡтары һәм
таптары фиолет
төҫөндә була икән?Макрель дә
йәшел булып күренә
генә бит, ә ысынында иһә ул алтынһыу
төҫтә. Әммә
ныҡ ас булып балыҡтарға ташланғанда
уның да яҡ-яғында
марлиндыҡы кеүек фиолет һыҙыҡтар
пәйҙә була.
Асыуҙан шулай була микән ни? Ә,
бәлки, ғәҙәттәгенән
етеҙерәк хәрәкәт иткәнгәлер?»

Эңер
төптөр алдынан ҡарттың кәмәһе саргасс
үҫемлектәре утрауы янынан үтте. Ылымыҡтар
һалмаҡ ҡына
тулҡын өҫтөндә күпереп тирбәлеп тора,
гүйә оке­ан һары ебәк юрған аҫтында
кем менәндер ҡосаҡ­лаша. Шул саҡ
бәләкәй ҡармаҡҡа макрель эләкте. Ҡарт
уны ҡояштың һуңғы нурҙарында саф алтын
кеүек
йылҡылдап һауаға һикергән сағында
күрҙе. Ҡурҡышынан икегә бөгөлөп,
йөҙгөстәрен ҡоторған кеүек болғап, оҫта
акробат кеүек һикеренде балыҡ. Ҡарт
ҡойроҡҡа күсеп сүкәйҙе лә, йыуан бауҙы
уң ҡулыһәм
терһәге менән тотҡан килеш, яңы тартып
сығар­ған
ҡармаҡ ебенә яланғас һул аяғы менән
баҫты. Унан һулаҡай
ҡулы менән макрелде тартты. Макрель кәмә эргәһендә
алйып һикерә, уңға-һулға ташлана ине.
Ҡарт ҡойроҡ аша үрелеп, фиолет һыҙыҡлы
алтын кеүек
ҡайнар макрелде кәмәгә тартып алды.
Балыҡ­тың ҡармаҡ ҡапҡан ауыҙы көҙән
йыйырған кеүек ҡыҫылғайны. Ҡарт алтын
кеүек башына һуҡҡансы, ул яҫы оҙон
кәүҙәһе, башы һәм ҡойроғо менән кәмә
төбөнә бәргеләнде. Ьуҡҡас ҡына бер
ҡалтыранды ла тынды.

Ҡарт,
балыҡты ысҡындырып алғас, ҡармаҡты сардина
менән емләп яңынан һыуға ырғытты.
Шунан яй
ғына кәмә моронона күсте. Ьул ҡулын
йыуып, салбарына һөрттө, ауыр бауҙы уң
яурынынан ҡулына күсерҙе
һәм киске ҡояштың океанға байып
барыуын, һыуға
һуҙылған бауҙың ауышлығын күҙәтә-күҙәтә
уң ҡулын
йыуҙы.

— Барыһы
ла элеккесә, — тине
ул. Ләкин ҡулын һыуға
тығып ҡарағас, кәмәнең ярайһы ғына
әкренә-йеүен
тойҙо.

— Ишкәктәрҙе
бер-береһенә бәйләп, ҡойроҡҡа арҡыры
тағайым. Төндә кәмәне аҙ булһа ла
тотҡарлап торор, — тине
ул. — Был
балыҡтың төн оҙоно йөҙөргә лә ғәйрәте
етер. Минеке лә.

«Ҡаны
аҡмаһын өсөн макрелде һуңынаныраҡ
таҙалаһам
яҡшы булыр, моғайын,— тип
уйланы ул. — Унан
кәмәнең тиҙлеген аҡрынайтыр өсөн
иш­кәктәрҙе
бәйләп ҡуйырмын. Әлегә ҡояш байыған
ва­ҡытта
балыҡты борсомай тороу хәйерлерәк.
Ҡояшбайышы
ниңәлер бөтә балыҡтарға ла насар
йоғонто яһай».

Ул,
еүеш ҡулын елдә киптергәс, ҡармаҡ
бауын уға
ураны ла, балыҡҡа үҙен кәмәнең ситенә
үк тартып килтерергә
ирек бирҙе, шулай итеп, балыҡтың ауыр лығы
бортҡа күсте.

«Ҡайһы
бер нәмәгә өйрәндем инде, — тип
уйланы ул. — Әлегә
уға бирешмәйем әле. Шуны ла иҫтән
сығармаҫҡа
кәрәк: ҡармаҡҡа эләккәне бирле уның
бер нәмә
лә ашағаны юҡ. Ә бит шул тиклем дәү
балыҡҡа күп
ашарға кәрәк. Мин иһә бер тунецты
йыпырҙым. Иртәгә макрель ашармын. — Ҡарт
макрелде dorado тип
атай ине. —Хәйер,
таҙартҡанда бер киҫәк ашармын. Ярар,
был донъяла бер нимә лә еңел генә
бирелмәй».

— Кәйефең
нисек, балыҡ? — тип
ҡысҡырып һораны
ҡарт. — Минеке
бик яҡшы. Һул ҡулым яҙылды,
ризығым да төнө буйына һәм көндөҙгөлөккә
етер­лек.
Ярай, кәмәне тарт, балыҡ.

Ҡарттың
хәле бик шәптән түгел ине, сөнки ҡармаҡ
бауының ауырттырыуы, һыҙланыу ғына
булыуҙан
үтеп, бөтөн тәнен ҡыйратып алып барған
кеүек. Ҡартты был хәүефләндерҙе. «Бынан
да насарыраҡ хәлдә ҡалғаным бар, — тип
йыуатты ул үҙен. — Ҡулымдың
йәрәхәте тәрән түгел, икенсеһен көҙән
йыйырмай. Аяҡтарым иҫән-һау. Ашау яғым
да ба-лыҡтыҡына ҡарағанда яҡшыраҡ».

Ҡараңғыланғайны
инде. Сентябрҙә, ғөмүмән, ҡараңғы
ҡапыл, ҡояш байыу менән үк, төшә. Ҡарт
тоҙло
һыу ашаған бортҡа терәлеп ятып, мөмкин
тиклем ял
итергә тырышты. Күктә тәүге йондоҙҙар
ҡабынды. Ҡарт Ригель йондоҙоноң
исемен белеүен белмәй ине, әммә
был йондоҙ ҡалҡҡас, оҙаҡламай башҡалары
ла күренәсәген
аңланы. Ул саҡта был алыҫ дуҫтары тағы
уның менән бергә буласаҡ.

— Балыҡ
та минең дуҫ, — тине
ҡарт. — Бындай балыҡты
күреү түгел, ишеткәнем дә юҡ ине. Тик
мин уны
үлтерергә тейешмен. Ярай әле беҙгә
йондоҙҙарҙыүлтерергә
тура килмәй!

«Әйтәйек,
кеше көн һайын айҙы үлтерергә маташа ти!
Ә ай унан ҡаса. Йәки кешегә ҡояшты ауларға
тура килһә?
Юҡ, ни генә тимә, даланыбыҙ бар
әле», — тип уйланы
ул.

Инде
ҡартҡа бер нимә лә ашамаған балыҡ йәл
булып
китте. Әммә уны хәстәрләү үлтереү
теләгенә һис тә
ҡамасауламаны. Күпме кешенең тамағын
туйҙыра­саҡ ул! Тик кешеләр уны ашарға
лайыҡмы һуң? Әлбиттә,
юҡ. Үҙен ниндәй сабыр ғорурлыҡ менән
то-тоуына ғына ҡарағыҙ, — был
донъяла берәү ҙә уны ашарға
лайыҡ түгел.

«Мин
күп нәмәне аңламайым, — тип
уйланы ҡарт. — Ярай
әле беҙгә ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы
үлтерергә
кәрәкмәй. Беҙгә үҙ туғандарыбыҙҙы
үлтереп диңгеҙҙән
ризыҡ талап итеүебеҙ ҙә еткән.

Хәҙер
миңә ишкәктәрҙән тормоз яһау
тураһында уйларға
кәрәк. Бының яҡшы яғы ла, насары ла бар.
Әгәр балыҡ тартылып ысҡынырға уйлаһа,
мин бик күп
бауҙы, тимәк, балыҡты ла әрәм итәсәкмен.
Сөнки ишкәк-тормоз кәмәнең барышын
ауырайтасаҡ. Кәмәнең еңеллеге балыҡтың
да, минең дә ғазаптарҙы оҙоайта,
әммә минең ҡотолоуыма өмөт тә шунда
бит. Теләһә,
был балыҡ тағы ла шәберәк йөҙә ала.
Нисек кенә
булмаһын, еҫләнгәнсе макрелде таҙартып,
тәнгә көс
ҡунһын өсөн аҙыраҡ ҡапҡылап алырға
кәрәк.

Әлегә
саҡ ҡына булһа ла ял итәйем. Унан,
балыҡ тағы
берәй хикмәт уйлап сығармаһа, ҡойроҡҡа
күсеп, ишкәктәр
тураһында бер фекергә килермен. Уға
тиклем
балыҡтың үҙен нисек тотоуын күҙәтәйем.
Ишкәктәрҙән тормоз, тип яҡшы уйланым,
тик хәҙер яңылышмаҫҡа кәрәк. Балыҡ көслө
әле, ҡармаҡ уның ауыҙ
ситенә генә эләккән, быны мин асыҡ
күрҙем, ә ауыҙын ныҡ ҡымтыған. Ҡармаҡ
уны бик үк йонсотмай.
Ул күберәк аслыҡтан һәм үҙе аңламаған
хәүеф тойғоһонан ғазаплана. Ҡарт, һин
ял ит. Һиңә сират еткәнсе,
әйҙә, балыҡ эшләһен.

Уға
үҙе ике сәғәт тирәһе ял иткән кеүек
тойолдо. Ай
хәҙер һуң ҡалҡа, шуға күрә ваҡытты белә
алманы. Дөрөҫ,
ял тигәне лә ҡоро һүҙ генә инде. Ул һаман
арҡаһы менән балыҡтың ауырлығын тоя,
тик һул ҡулы
менән морондоң планширына таянып,
ауырлыҡтың
күберәген кәмәгә күсерергә тырыша.

«Бауҙы
кәмәгә бәйләһәм, йәтеш булыр ине лә
бит! — тип
уйланы ул. — Ләкин
балыҡ саҡ ҡына алға ырғылһа ла ул
өҙөләсәк. Мин тартыу көсөн үҙемдең кәүҙәм
менән кәметергә һәм кәрәк ваҡытта бауҙы
ике ҡуллап
ысҡындырырға әҙер торорға тейешмен.

— Тик
һин һаман йоҡламаның бит әле, ҡартлас, — тине
ул үҙ-үҙенә. — Ярты
көн, бер төн, тағын бер көн үтте,
ә һин йоҡламайһың да йоҡламайһың.
Балыҡшаярмайынса
тыныс ҡына йөҙгән арала аҙ ғына булһа ла
йоҡлап алырға әмәлен тап. Йоҡламаһаң,
зиһенең сыуалыр.

«Әлегә
зиһенем саф, — тип
уйланы ул. — Хатта артыҡ
саф. Кеңлеләрем-йондоҙҙар кеүек. Шулай
ҙа йоҡлап
алырға кәрәк. Йондоҙҙар ҙа йоҡлай, ай
ҙа йоҡлай,
ҡояш та йоҡлай, хатта ағым булмай һил
торған­да
океан да йоҡлап ала».

— Йоҡларға
онотма, — тип
ҡабатланы ул. — Үҙеңде
йоҡларға мәжбүр ит; бауҙы ҡарауһыҙ
ҡалдырыу
өсөн берәй ябай ғына, ышаныслы ғына
хәйләһен тап.
Хәҙер ҡойроҡҡа барып макрелде таҙарт.
Ә иш-кәк-тормоз,
йоҡлап китһәң, ҡурҡыныс нәмә.

Мин
йоҡламай ҙа түҙә алам, — ине
ул үҙенә. — Эйе,
алаһың, тик был да ҡурҡыныс.

Ул,
балыҡты борсомаҫҡа тырышып, мүкәйләп кенә
ҡойроҡҡа күсә башланы. «Бәлки, ул да
йоҡомһорай
торғандыр, — тип
уйланы ул. — Тик
мин уның ял
итеүен теләмәйем. Ул кәмәне үлгәнсе
һөйрәргә тейеш».

Ҡойроҡҡа
барып еткәс, боролдо ла балыҡтың ауырлығын
һул ҡулына күсерҙе, ә уңы менән ҡынынан
бысағын тартып сығарҙы. Морондағы таҡта
аҫтында ятҡанмакрель йондоҙ
яҡтыһында яҡшы күренә.
Ҡарт уны башына бысаҡ ҡаҙап тартып
сығарҙы
ла, аяғы менән ҡыҫып, ҡойроғонан алып
аҫҡы яңағына
тиклем ҡорһағын ярып ебәрҙе. Унан,
бысағын һалып,
уң ҡулы менән эсен таҙартты. Макрелдең
аш­ҡаҙаны
ауыр һәм шылғаҡ ине; уны ярғас, эсенән
ике осар
балыҡ сыҡты. Икеһе лә боҙолмаған, ҡаты
килеш кенә.
Ҡарт уларҙы кәмә төбөнә һалды,
эсәк-бауырын һыуға
ташланы. Улар, үҙ арттарынан ялтыр эҙ
ҡалдырып,
төпкә китте. Йондоҙҙарҙың бөләңгерт
яҡтыһындамакрель ҡаралы-аҡлы
булып күренде. Ҡарт, балыҡтың
башына баҫып, бер яҡтан тиреһен тунаны.
Шунан һуң
әйләндереп, икенсе яҡ тиреһен дә һыҙырҙы.
Аҙаҡтан баштан алып ҡойроғона саҡлы
иттәрен юнып алды.

Макрелдең
һөлдәһен кәмәнән ташлағас, ҡарт, һыуҙа
дүңгәләктәр күренмәйме, тип үрелеп
ҡарап тор­ҙо. Тик һыуҙа яй ғына төшөп
киткән һөйәктәрҙең яҡты эҙе генә ҡалды.
Ҡарт боролоп, ике осар балыҡты макрель телемдәре
араһына һалды, бысағын ҡынына йәшереп,
йәнә һаҡ ҡына моронға күсте. Арҡаһын
бауҙың ауырлығы баҫып килә, ә балыҡты
ул уң ҡулында
алып бара ине.

Моронға
килгәс, балыҡ телемдәрен таҡтаға
теҙҙе лә,
улар янына осар балыҡтарҙы һалды. Шунан
һуң ҡармаҡ бауын арҡаһының ауыртмағаныраҡ
еренәшыуҙырып
ауырлыҡты планширға таянған һул ҡулына
күсерҙе. Борт аша үрелеп осар балыҡты
йыуҙы. Бер
ыңғайҙан кәмәнең тиҙлеген дә тикшерҙе.
Макрел­дең
тиреһен һыҙырғанда фосфорланған ҡулы
һыуҙа ялтырап
күренде. Ҡулы буйлап аҡҡан һыуға
ҡараған­да,
кәмәнең тиҙлеге, көндөҙгө менән
сағыштырғанда, ярайһы
ғына әкренәйгәйне. Ҡул һыртын кәмәнең
си­тенә
ышҡып, ул фосфор киҫәктәренең ашыҡмай
ғына ҡойроҡҡа
йөҙгәнен күрҙе.

— Ҙур
балыҡ йә бик арыған, йә ял итә, — тип
һығымта яһаны ҡарт. — Тиҙ
генә ашарға ла, аҙыраҡ йоҡлап
алырға кәрәк. Ул
йондоҙҙар яҡтыһында осар балыҡтың эсен
таҙартҡан
саҡта, төндөң еләҫләнә барғанын
тойҙо. Ашыҡмай
ғына макрель итенең
бер телеменең яртыһын һәм бер осар
балыҡты ашап бөттө.

— Бешереп
ашағанда макрель итенән
дә тәмлеһе юҡ, — тине
ҡарт. — Ә
бына сей көйө ауыҙға ҡапҡыһыҙ. Инде бер
ваҡытта ла диңгеҙгә тоҙ менән лимонһыҙ
сыҡмаясаҡмын.

«Әгәр
башым булһа, көнө буйы кәмәнең моронон-дағы
таҡтаға һыу ҡойоп киптерер инем
дә — кискелеккә
тоҙом булыр ине. Шулай, тик мин бит
макрел-де ҡояш байыр алдынан тоттом.
Шулай ҙа бик күп нәмәне
хәстәрләмәгәнмен. Ярар, бына бер
телемде ашап
бөттөм, ә күңелем болғанманы бит».

Көнсығышта
күк йөҙөн ҡалын-ҡалын болоттар ҡаплай
барып, ҡартҡа таныш йондоҙҙар бер-бер
артлы күҙҙән
юғала башланы. Кәмә тау-тау болоттар
араһынан
тәрән тарлауыҡҡа инеп барғандай тойолдо.
Ел тынды.

— Өс-дүрт
көндән көн боҙолорға тейеш. Тик был ике
көндә үҙгәрмәҫ әле, — тип
самаланы балыҡсы. — Балыҡ
үҙен тыныс тотҡанда бер аҙ серем итеп
алырға ине,
ҡартлас.

Ул
ҡармаҡ бауын уң ҡулына тотто ла,
бөтөн кәүҙәһе
менән бортҡа һыйынып, ҡул өҫтөнә
ҡырын ятты.
Яурынын д ағы бауҙы түбәнерәк төшөрөп,
һул ҡулына
тотто.

«Уң
ҡулым бушанмаһа, ҡармаҡ бауын ебәрмәҫ. Әгәр
йоҡлағанда һул ҡулым бушап, бау һыуға
тағаты­ла башлаһа, уң ҡулым быны һиҙеп
мине уятырға тейеш.
Билдәле, уң ҡулыма ауырлыҡ төшәсәк.
Ләкин ул ундай ғына ауырлыҡҡа күнеккән
инде. Бер егерме-утыҙ минут серем итһәм
дә, яҡшы ял булыр».

Ҡарт
ҡармаҡ бауының бөтөн ауырлығын уң ҡулына
күсереп, янтаҡтаға һөйәлгән килеш, шунда
уҡ йо­ҡоға
талды.

Уның
төшөнә тәүҙә арыҫландар инмәне. Ул бик
ҙур диңгеҙ сусҡаларының һигеҙ-ун милгә
һуҙылған көтөүен
күрҙе. Туй осоро булғанға, улар сөңгөлдәрҙән
бер-бер артлы атылып килеп сығалар ҙа,
һауала һикергеләп, яңынан сөңгөлгә
сумалар, имеш. Артабан ул ауылда үҙ
карауатында ята, имеш. Аласығына төньяҡ
еле үтеп инә, имеш. Ул туңа, ә уң ҡулы,
аҫтына һалғанға
ойоған, имеш.

Шунан
һуң ғына уның төшөнә оҙон, ҡомло
һайлыҡ инде.
Ул эңерҙә һайлыҡҡа сыҡҡан беренсе
арыҫланды күрҙе,
уның артынан башҡалары ла сығып
килә, имеш.
Ул якорҙә торған кораблдең палуба ситенә
эйәген
ҡуйған да тағын бүтән арыҫландар
күренмәҫме тип
көтөп тора. Ҡоро ерҙән киске ел иҫә. Ул
үҙен бик бәхетле
һиҙә, имеш.

Ай
күптән ҡалҡты, ҡарт һаман йоҡлай ине.
Ҙур балыҡ иһә, кәмәне тыныс ҡына болоттар
араһына алып
инде.

Ҡарт
ҡармаҡ бауының ҡапыл тартылыуына
һиҫкәнеп уянды. Уң йоҙроғо шап итеп
битенә килеп бәрелде.
Бау, уның ус төбөн яндырып, һыуға һауыла
башланы. Кул ҡулы бер нәмә лә тоймай
ине. Шуға күрә ул бауҙы уң ҡулы менән
тотмаҡсы булды, тик бау,
уға буйһонмайынса, һыуға ағылыуын дауам
итте. Ниһайәт,
һул ҡулы ла бауҙы тоя башланы. Хәҙер
ҡыҙыу шыуған ҡармаҡ бауы яурыны менән
һул ҡулын яндырҙы. Ҡарт запас йомғаҡтарына
ҡарап ҡуйҙы.
Уларҙың бер-бер артлы бик тиҙ тағатыла
бары­уын
күрҙе. Шул саҡ ҙур балыҡ океан өҫтөн
ярып аты­лып сыҡты ла, тау кеүек кәүҙәһе
менән дуға яһап, тағы һыуға сумды, ләкин
шунда уҡ ҡабат һикерҙе. Тағы
ырғылды. Ҡармаҡ бауы тотҡарлыҡһыҙ
ағылыу­ға
ҡарамаҫтан, кәмә ҙур тиҙлек менән бара
башланы. Ҡарт, бауҙы тотҡарларға теләп,
бөтөн көсө менән үҙенә
табан тартты, йәнә ебәрҙе, йәнә тартты.
Шулай бер
нисә тапҡыр ҡабатланғас, бауҙың өҙөлөүенән
ҡурҡ­майынса,
йән көсөнә тартҡайны, бау уның үҙен
кәмә моронона
табан өҫтөрәне. Ҡарт еүеш макрель өҫтөнә йөҙтүбән
барып төштө.

«Ярай,
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡарт Менән Диңгеҙ - 4
  • Büleklär
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 3952
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1903
    29.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    42.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 4135
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1885
    31.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 4148
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1874
    30.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 4145
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1834
    31.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 3415
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1578
    32.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.