Latin

Ҡарт Менән Диңгеҙ - 2

Süzlärneñ gomumi sanı 4135
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1885
31.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
44.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
тейеш бит инде ул».

Инде
болоттар тау теҙмәләрен хәтерләтеп
юғары­раҡ менде, ә яр иһә оҙон йәшел
таҫма кеүек күренә, ярҙан арыраҡ
һоро-зәңгәр ҡалҡыулыҡтар күтәрелә.
Диңгеҙ һыуы ҡуйы зәңгәр, хатта фиолет
төҫкә инде. Ҡарт һыуға ҡарағас, ҡараңғы
тәрәнлектә планктондың ҡыҙғылт төҫкә
инеп ҡояш нурҙарында сағылыуын күрҙе.
Ул ҡармаҡ ептәренең һыуға туп-тура батып
китеүен күҙәтте, тирә-яҡта планктондың
күплегенә ҡыуанды, сөнки был хәл балыҡ
барлыҡҡа ишаралай ине. Ҡояш юғарыраҡ
күтәрелгәс, нурҙарҙың һыуҙа ғәжәйеп
сағылыуы ла, аҫылынып торған болоттарҙың
торошо ла көндөң яҡшы буласағын күрһәтә
ине. Әммә ҡош ҡайҙалыр алыҫҡа олаҡты.

 

Диңгеҙ
өҫтөндә хәҙер ҡояшҡа уңып һарғайған
көлтә-көлтә саргасс һыу үҫемлектәре
һәм кәмә үткәндә ауып ҡалған португал
физалияһының ҡояш нурында алһыу-зәңгәр
булып йылҡылдаған һерелдек ҡыуыҡтарынан
башҡа бер нәмә лә күренмәй ине. Бына
физа-лия янтайҙы, шунан тағы элекке
хәленә ҡайтты. Ул һабын ҡыуығы кеүек
ҡояшта ялтырап күңелле йөҙә, ә артынан
бер ярд самаһы һуҙылып ағыулы зәңгәр-һыу-ал
ҡармауыстары һөйрәлеп бара.

— Ах
һин, кәнтәй! — тине
ҡарт.

Ишкәктәрен
еңелсә ишкән килеш ул тәрәнгә үре­леп
ҡараны һәм унда һыуҙа һөйрәлгән
ҡармауыстар төҫөнә ингән ваҡ балыҡтарҙы
күрҙе. Улар әлеге ҡар­мауыстар араһынан
ҡыуыҡ күләгәһе ышығында йөҙә. Физалияның
ағыуы уларға зыян итмәй. Әгәр шул лайлалы
ҡармауыстар ҡармаҡ ебенә йәбешеп, балыҡ
тартып сығарғанда ҡулға тейһә, кеше
шунда уҡ ағыулана. Ҡулдар терһәккә
тиклем йәрәхәтләнеп, сыбыртҡы менән
һыҙырылған кеүек һыҙлай башлай.

Йәйғор
кеүек емелдәгән ҡыуыҡтар ифрат матур.
Әммә диңгеҙҙә уларҙан да мәкерле ғәләмәт
юҡтыр. Ҡарт шул физалия ҡыуыҡтарын ҙур
диңгеҙ гөбөргәйелдәре ашағанын күҙәтергә
ярата. Физалияларҙы күреүгә, күҙҙәрен
йомоп, ҡаршыларына киләләр ҙә, тотошлай,
хатта ҡармауыстарын да ҡалдырмай, ашап
бөтәләр. Ҡарт үҙе лә штормдан һуң яр
буйында ҡал­ған физалия ҡыуыҡтарына
һөйәлле үксәһе менән баҫа-баҫа
шартлағандарына ҡолаҡ һалып йөрөргә
ярата. Йәшел гөбөргәйелдәрҙе ҡарт
етеҙлектәре һәм нәфислектәре өсөн яҡын
күрә. Өҫтәүенә, улар ҡиммәт тә. Ә бына
күҙҙәрен йомған килеш португал
физалияларын ашаусы килбәтһеҙ һәм алйот
биссаларҙы эшкә һанамай. Өҫтәре һары
броня менән ҡапланған был гөбөргәйелдәр
мөхәббәт эштәрендә лә сәйер була.

Гөбөргәйел
ауларға оҙаҡ йылдар буйы йөрөһә лә,
ҡартта уларға ҡарата бер ниндәй ҙә
хөрәфәт тойғоһо юҡ. Балыҡсы уларҙы,
хатта луты тип йөрөтөлгән һәм оҙонлоғо
кәмә буйы, ауырлығы тоннаға еткән
ҡалҡанһыҙ гөбөргәйелдәрҙе лә ҡыҙғана.

Кешеләрҙең
күбеһе гөбөргәйелдәргә ҡарата рәхимһеҙ.
Ә бит гөбөргәйелдең йөрәге, йәнлектең
үҙен үлтереп, киҫәктәргә тураҡлағандан
һуң да бик оҙаҡ тибә. «Минең дә бит шундай
уҡ йөрәк, — тип
уйлай ҡарт.— Ҡулдарым
менән аяҡтарым иһә шул тиклем уларҙың
тәпәйҙәренә оҡшаған». Ҡарт ҙур балыҡ
ҡаба торған сентябрь, октябрь айҙарына
көс йыйып ҡалыр өсөн тотош май буйы
гөбөргәйел йомортҡаһы ашай. Шулай уҡ
ул көн һайын берәр сынаяҡ акуланың бауыр
майын эсә. Был май күпселек балыҡсылар
үҙҙәренең ҡаралтыларын ҡуя торған
һарайҙа ҙур мискәлә тора. Уны теләгән
бер балыҡсы эсә ала. Күбеһе майҙың тәмен
ауыҙға алғыһыҙ, уҡшытҡыс тиһә лә, уны
эсеү таңдан тороп балыҡҡа сығыуға
ҡарағанда еңелерәк инде. Өҫтәүенә, бауыр
майы һалҡын тейеүҙән һаҡлай, күҙгә бик
файҙалы.

Ҡарт
күккә ҡараны ла фрегаттың йәнә диңгеҙ
өҫтөндә өйөрөлгәнен күрҙе.

— Балыҡ
тапҡандыр, — тип
ҡуйҙы ҡарт.

Диңгеҙ
өҫтө көҙгө кеүек тигеҙ һәм тын. Унда бер
генә осар балыҡ та, ваҡ балыҡтар ҙа
шәйләнмәй. Әммә ҡарт ҙур булмаған
тунецтың ҡапыл ырғылып сығыуын һәм,
осоп барған ыңғайға баштүбән әйләнеп,
йәнә диңгеҙгә сумыуын абайланы.

Ҡояшта
ялтлап күренгән әлеге тунец артынан
башҡалары ла күренде. Улар төрлөһө төрлө
яҡҡа ырғышып һыу
өҫтөн ап-аҡ күбеккә әйләндерҙе.
Ьикереп-һикереп ваҡ балыҡты аулайҙар,
төрлө яҡтан әйләнешеп, уларҙы алға
ҡыуалайҙар.

«Әгәр
ҙә үтә тиҙ йөҙмәһәләр, мин уларҙың тотош
көтөүен ҡыуып етә алам, — тип
уйлап ҡуйҙы ҡарт аҡ күбектәргә ҡарап.
Ә ҡош иһә, сума һалып, тунецтарҙан ҡурҡып
өҫкә ҡалҡырға мәжбүр булған ваҡ балыҡтарҙы
эләктерә.

— Ҡош — балыҡсыға
тоғро ярҙамсы, — тип
ҡуйҙы ҡарт.

Шул
саҡ кәмәнең ҡойроғонан төшөрөлгән ҡыҫҡа
ҡармаҡ ебе тартылып ҡуйҙы. Уның бер
осона ҡарт аяғы
менән баҫып ултыра ине. Балыҡсы ишкәктәрен
ташлап епкә тотондо, уны үҙенә һауа
башланы. Ептең тартылыуына ҡарап,
ҡармаҡҡа бәләкәс кенә тунец ҡапҡанын
самаланы. Балыҡ ҡармаҡ ебен ҡапыл-ҡапыл
тартып тирбәтте. Ниһайәт, һыуҙан балыҡтың
зәңгәр һырты менән алтынланып йылҡылдаған
кәүҙәһе күренде. Ҡарт уны шунда уҡ кәмәгә
тартып сығарҙы. Бына ул ҡойолған ҡурғаш
кеүек тығыҙ тәнле бәләкәс кенә тунец,
мәғәнәһеҙ күҙҙәрен аҡайтып, ҡойроғо
менән һуғыла-һуғыла йәшәү менән хушлаша.
Ҡарт, йәлләп, балыҡтың башына ҡундыр­ҙы
ла аяғы менән кәмә ҡойроғондағы таҡта
аҫтына этте.

— Альбакоре, — тип
ҡуйҙы ҡарт. — Ун
фунт тирәһе булыр, һис тә кәм түгел.

Ул
ҡасандан бирле үҙ-үҙе менән һөйләшә
башлағанын хәтерләмәй инде. Элегерәк,
яңғыҙ ҡалғанда, ул йырлай торғайны.
Елкәнле карапта төнгө вахтала торғанда
ла, гөбөргәйелгә ауға йөрөгәндә лә
йырланы. Үҙ-үҙе менән, малай китеп,
япа-яңғыҙ тороп ҡалғас, ҡысҡырып һөйләшә
башлағандыр, моғайын. Хәҙер иҫләмәй ҙә.
Дөрөҫ, улар бергә булғанда ла күп
һөйләшмәй торғайнылар, йә төндә, йә көн
боҙолғанда эшһеҙлектән генә гәп һаталар.
Диңгеҙҙә, ғөмүмән, кәрәкһеҙгә һүҙ бутҡаһы
бешереү хупланмай. Ҡарт үҙе лә быны
килештермәй, йоланы ла хөрмәт итә. Ә
бына хәҙер үҙенең фекерҙәрен ҡысҡырып
ҡат-ҡат ҡабатлай —уларҙан
бер кемгә лә зыян юҡ таһа.

— Минең
былай үҙ алдыма һөйләнгәнемде берәйһе
ишетһә, был тилергән икән, тиер ине, — тине
ҡарт. —Тик
мин аҡылымдан яҙмағанмын икән, кемдең
ни эше бар? Байҙарға рәхәт: уларҙың
кәмәһендә һөйләшергә һәм бейсбол
тураһында яңылыҡтар һөйләргә радиолары
бар.

«Хәҙер
бейсбол тураһында уйлар ваҡыт түгел, — тине
ҡарт үҙенә. — Хәҙер
бер нәмә тураһында ғына уйларға кәрәк.
Мин нимә өсөн тыуғанмын, шул турала.
Ҡайҙалыр, ошо тунецтарҙың көтөүе янында,
бәлки, минең ҙур балығым йөҙәлер. Мин
әле ни бары бер альбакоре ҡаптырҙым,
уныһы ла көтөүенән айырылып ҡалғайны.
Ә улар ярҙан ныҡ алыҫта һунар итә, үҙҙәре
бик шәп йөҙә. Бөгөн миңә ни генә осрамаһын,
барыһы ла етеҙ йөҙә, үҙҙәре бөтәһе лә
төньяҡ-көнсығышҡа табан ағыла. Бәлки,
тәүлектең был мәлендә гел шулай булалыр,
ә, бәлки, көн боҙолоуғалыр, мин генә
ундай һынамышты белмәйемдер?»

Ҡартҡа
инде ярҙың йәшел юлағы күренмәй; алыҫта
зәңгәр тауҙарҙың баштары ғына шәйләнә,
улары бындай алыҫлыҡтан аҡ булып күренә.
Улар өҫтөндәге болоттар ҙа бейек ҡарлы
тауҙарға оҡшаған. Диңгеҙ ҡараңғыланып
китте. Ҡояш нурҙары һыуға үтеп инмәй
хәҙер. Тәрәндә емелдәгән планктондың
бихисап осҡондары һүнеп, ҡояш нуры һыу
өҫтөндә йәйғор кеүек емелдәй. Ҡарт бына
шул нурҙарҙы, тәрәнгә киткән ҡармаҡ
бауҙарын ғына күрҙе. Ә тәрәнлек был
тирәлә бер милгә яҡын ине.

Тунецтар
көтөүе (балыҡсылар балыҡтарҙың был
төрөнөң барыһын да тунец тип йөрөтә,
тик баҙарға алып сыҡҡанда, йәки ем өсөн
һатҡанда ғына үҙ исеме менән атай) яңынан
аҫҡа китте. Нәҡ баш өҫтөнә ти ерлек
күтәрелгән ҡояш ҡыҙҙырғандан-ҡыҙҙыра.
Ҡарт яурынының бешкәнен тойҙо. Ишкән
саҡта тир юлаҡ-юлаҡ булып арҡаһынан
ағып төшә.

«Ағым
буйлап китергә лә, ваҡытында уяныр өсөн,
епте бармаҡҡа бәйләп йоҡлап алырға
булыр ине, —тип
уйланы ҡарт. — Тик
бөгөн һикһән бишенсе көн, шуға күрә уяу
булырға кәрәк».

Тап
шул мәлдә ул йәшел ҡармаҡ сыбығының
береһе тертләп киткәнен һәм һыуға
эйелгәнен абайланы.

— Бына, — тине
ул. — Бына! — Кәм,
кәмәне һел­кетмәҫкә тырышып, һыуҙан
ишкәктәрҙе тартып алды.

Ҡарт
ынтылып ҡармаҡ бауын уң ҡулының баш һәм
имән бармағы менән һаҡ ҡына тотоп ҡараны.
Ләкин әле епте һис кем тартмай ҙа, йолҡмай
ҙа. Шул саҡ бау яңынан тартылды. Был юлы
көсһөҙ, йомшаҡ ҡына тартылһа ла, ҡарт
бының серен яҡшы аңлай: йөҙ сажин
тәрәнлектә йөҙгән марлин ҡармаҡ остарына
ҡаҙалған сардиналарҙы ашай ине.

Ҡарт
һул ҡулы менән үрелеп бауҙы һабынан
ысҡындырҙы. Хәҙер бау уның бармаҡтары
араһынан, балыҡҡа һиҙҙермәйенсә, еңел
генә һауыла ала ине.

«Ярҙан
шул тиклем алыҫта, өҫтәүенә, йылдың был
миҙгелендә. Балыҡ, моғайын, ғәләмәт
ҙурҙыр. Аша, балыҡ, аша. Аша инде, зинһар.
Кисә генә тотолған сардиналар. Ә һиңә
һыуҙа, алты йөҙ фут тәрәнлегендә, шул
тиклем һыуыҡ, ҡараңғы. Ҡараңғыла тағы
бер әйлән дә, артҡа боролоп, аша!»

Ул
еңелсә генә тартҡанды тойҙо, унан
көслөрәген — күрәһең,
сардиналарҙың береһен ҡармаҡтан йолҡоп
алыу ҡыйыныраҡ булды. Шунан барыһы ла
тынды.

— Йә
инде, тағы бер урап кил, — тине
ҡарт. — Еҫкә.
Улар шул тиклем тәмле. Сардинанан һуң
тунецты ауыҙ итерһең! Ул шундай тығыҙ,
һалҡын ғына, ҡапһаң — телеңде
йоторлоҡ. Тартынма, балыҡ, рәхәтләнеп
аша.

Ҡармаҡ
бауын бармаҡтары араһына ҡыҫтырған
килеш, ул балыҡтың сирткәнен көттө.
Мәгәр башҡа ҡармаҡтарҙы ла иҫенән
сығарманы. Сөнки елле балыҡтың береһенән
икенсеһенә күсеүе ихтимал ине. Ҡапыл
ул ҡармаҡ бауының һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә
булып яңынан дерелдәүен тойҙо.

— Сиртә
бит, — тип
мығырҙаны ҡарт ауыҙ эсенән генә. — Сиртә,
Хоҙай уға һаулыҡ бирһен!

Тик
балыҡ сиртмәне. Китеп юғалды. Ҡармаҡ
бауы хәрәкәтһеҙ ҡалды.

— Уның
былай ғына китеүе мөмкин түгел, — тине
ҡарт. — Хоҙай
үҙе шаһит: ул алыҫ китмәҫ. Бер әйләнер
ҙә яңынан килер. Бәлки, уның быға тиклем
ҡармаҡҡа ҡапҡаны барҙыр ҙа шуны
хәтерләйҙер.

Шул
саҡ ул тағы бауҙың еңелсә дерелдәүен
тойҙо, күңеленә рәхәт булып китте.

— Әйттем
бит урап ҡына килергә булғандыр
тип, — тине
ҡарт. — Ә
хәҙер ул сиртәсәк!

Балыҡтың
бауҙы әкрен генә тирбәтеүе ҡартҡа
кинәнес бирҙе. Ҡапыл ул бауҙың осонда
ғәжәп ауырлыҡ һиҙҙе. Ул ғәйәт дәү балыҡтың
ауырлығын тойоп, бауҙы иркенә ҡуйҙы.
Бау тәрәнгә ағыла ла ағыла. Запас йомғаҡ
та һүтелә лә һүтелә. Ҡарт, бармаҡ араһынан
шыуған бауҙы бушаҡ ҡына итеп тотһа ла,
ҡармаҡҡа эләккән балыҡтың иҫ киткес
ауыр икәнен һиҙә.

— Үәт
балыҡ! — тип
һөйләнде ул. — Ҡармаҡты
ирене менән эләктерҙе лә хәҙер уны ситкә
алып китергә теләй.

«Юҡ,
ул барыбер боролоп ҡармаҡты йотоп
ебәрәсәк», — тине
ҡарт. Быныһын балыҡҡа күҙ тейҙермәҫ
өсөн күңеленән генә әйтте. Ул балыҡтың
ни тиклем ҙур икәнен тойҙо, хатта уның,
ҡараңғы һыу эсендә ауыҙына тунецты
арҡыры ҡапҡан килеш, йөҙөп ситкә китеүен
күҙ алдына килтерҙе. Бау шыуыуҙан бер
тын­ға туҡталып торҙо. Ләкин ундағы
ауырлыҡ ҡартҡа ба­рыбер һиҙелә ине.
Унан балыҡ йәнә тартыла башланы һәм
ҡарт яңынан бауҙы ысҡындырҙы. Бармағы
менән саҡ ҡына тотоңҡорағайны, бау кинәт
тартылып, батып китте.

— Ҡапты,
буғай, — тине
ҡарт. — Әйҙә
хәҙер туйғансы мөнйөһөн инде.

Ул
бармаҡ араһынан шыуған бауҙы үҙ көйөнә
ҡуйып, һул ҡулы менән ике запас йомғаҡтың
осон икенсе ҡармаҡтың запас йомғаҡтарына
ялғаны. Инде барыһы ла әҙер ине. Балыҡ
эләккән бауҙан тыш, ҡыр-ҡар сажинлы йәнә
өс йомғаҡ бау бар ине.

— Тартынма,
балыҡ, — тине
ул. — Тағы
бер аҙ сәйнә.

«Ҡармаҡтың
ырғағы йөрәгеңә ҡаҙалып үлтерерлек
итеп аша, — тип
уйланы ул. — Үҙең
ҡалҡып сыҡ та, миңә гарпун менән сәнсергә
ирек бир. Һин әҙерме? Туйғансы ашаныңмы?»

— Тәүәккәлләргә
ваҡыт, — тине
ул, тауышын күтәрә биреп. Ҡармаҡ бауын
ҡуш ҡуллап ҡапыл ғына үҙенә табан тартты.
Бер ярд самаһы сығарғас, беләк көсө
менән түгел, бөтөн кәүҙә мускулдарын
егеп, ҡармаҡ бауын әле уң, әле һул ҡулы
менән һөйрәне.

Тырышыуы
бушҡа булды. Балыҡ әкрен генә китеүен
белде. Ҡарт уны бер дюймға ла яҡынайта
алманы. Ул ҙур балыҡтар тотоу өсөн
тәғәйенләнгән йыуан һәм ныҡ бауҙы иңенә
һалып, йән көсөнә һөйрәй башланы, хатта
ныҡ тартылған бау өҫтөндә ваҡ тамсылар
сәсрәп, зыңғылдап ҡуйҙы. Ҡарт, бауҙы
һаман ебәрмәйенсә, тубыҡтарын кәмәнең
ултырғысына терәп, бөтөн кәүҙәһе менән
артҡа тартылды. Кәмә һиҙелер-һиҙелмәҫ
кенә урынынан ҡуҙғалып, төньяҡ-көнбайышҡа
табан китә башланы. Ә балыҡ ҡарттың
кәмәһен тартып барған килеш йөҙҙө лә
йөҙҙө. Башҡа ҡармаҡтар һыуҙа булһа ла,
ҡарт бер ни ҙә ҡыла алмай ине инде.

— Янымда
малай булһасы! — тине
ул. — Был
балыҡ кәмfont-family: әне былай тартып
йөрөтмәҫ, мине буксирға әйләндермәҫ
ине. Ҡармаҡ бауын кәмәгә генә бәйләп
ҡуйып була булыуын. Тик балыҡтың ысҡынып
китеүе бар. Бауҙы ныҡ итеп тоторға ла,
кәрәк саҡта ебәрергә тейешмен. Ярай әле
балыҡ бик аҫҡа китмәйенсә бер тәрәнлектә
генә йөҙөп бара... Әгәр ҙә ул аҫҡа китеп,
шунда йән бирһә, нишләрһең? Ярар, күҙ
күрер әле. Йән биргәнгә йүн биргән!

Ул,
ҡармаҡ бауын яурынына һалған килеш,
бауҙың һыуға аушайып батҡанын, кәмәнең
әкрен генә төньяҡ-көнбайышҡа йүнәлгәнен
күҙәтте.

«Балыҡ
былай оҙаҡ түҙә алмаҫ, йән бирер, — тип
уйланы ҡарт. — Мәңге
шулай йөҙә алмай бит инде ул».

Тик
дүрт сәғәт үтте, ә балыҡ һаман бирешмәне,
бер ниндәй арыу-талыуҙы белмәй кәмәне
диңгеҙ эсенә һөйрәне, ә ҡармаҡ бауын
яурынына һалған ҡарт, аяҡтарын кәмә
ултырғысына терәгән килеш, ултыра бирҙе.

— Ул
ҡапҡанда төш ине, хәҙер кис етеп килә,
ә минең әлегә тиклем уны күргәнем
юҡ, — тине
-карт.

Балыҡ
эләкмәҫ борон уҡ ул һалам эшләпәһен
маң­лайына ныҡ батырып кейгәйне. Хәҙер
эшләпә ауырттырып тиреһен ҡырҡып алып
барған кеүек. Ҡарт сарсап киткәнен
тойҙо. Бауҙы һелкетмәҫ өсөн һаҡ ҡына
тубыҡланып, кәмәнең моронона табан
мүкәйләне. Үрелеп, һыңар ҡулы менән
таҡта аҫтындағы шешәне алды ла, тығынын
асып, бер нисә йотом һыу эсте. Унан
моронға һөйәлеп ял итеп алды. Ул елкән
төрөлгән мачтаға ултырған килеш, көсөн
һаҡлар өсөн бер нимә лә уйламаҫҡа тырышып
хәл йыйҙы.

Бер
аҙҙан ҡарт, артына боролоп ҡараны ла,
ерҙең бөтөнләй күҙҙән юғалғанын абайланы.
«Зарар юҡ, —тип
уйланы ул. — Гавананың
уттарына ҡарап ишһәм, һәр саҡ ҡайта
алам. Ҡояш байырға ике сәғәт ҡалды,
бәлки, уға тиклем балыҡ та өҫкә сығыр.
Юҡ икән, бәлки, ай яmso-no-proof: yes;p class=ҡтыһында
ҡалҡыр. Кем белә, бәлки, таң атҡас ҡына.
Ҡулым тартышмай, көсөм етерлек. Ҡармаҡты
мин түгел, ул йотҡан бит әле. Тик кәмәне
шул тикmso-no-proof: yes;mso-no-proof: yes;лем һөйрәрлек
ниндәй балыҡ һуң был?! Күрәһең, тимерсыбыҡты
ныҡ ҡыҫҡан. Ьыңар кMsoNormalcolor: black;
mso-no-proof: yes; style=үҙ менән генә кү /spanрһәң
ине үҙен, ул саҡта ниндәй ғифрит менән
эш иткәнемде беле/spanр инем».

Ҡарттың
йондоҙҙарға ҡарап самалауынса, балыҡ,
йүнәлешен үҙгәртмәйенсә, төнө буйы
йөҙҙө. Ҡояш байығас, һалҡынайтты.
Арҡаһындағы, яурынындағы һәм ҡарт
аяҡтарындағы тирҙәре кипкәс, балыҡсы
өшөй башланы. Емләү өсөн алынған
балыҡтарҙың йәшниген ҡаплаған тоҡто
көндөҙ ҡояшҡа киптерергә түшәгәйне.
Эңер төшкәс, шуны алып муйынына ураны
ла, иңендәге ҡармаҡ ебе аҫтынан һаҡ ҡына
үткәреп, арҡаһын япты. Хәҙер ҡармаҡ ебе
лә баяғы кеүек киҫеп бармай. Кәмә моронона
һөйәлеберәк ултырғас, хатта яйлы ғына
булып киткән кеүек тойолдо. Дөрөҫөн
әйткәндә, был хәлендә саҡ ҡына уңайлыраҡ
ине, әммә ҡарт үҙ-үҙен, ифрат йәтеш, тип
ышандырырға тырышты.

«Мин
балыҡты бер нимә лә эшләтә алмайым, тик
ул да минең менән бер ни ҡыла алмай, — тине
ҡарт.— Тора-бара
берәй хәйлә генә уйлап тапмаһа».

Бер
тапҡыр ул кәмә сите аша кесе ярау итергә
һәм йондоҙҙарға ҡарап йүнәлеште
билдәләргә аяғүрә баҫ­ты. Ҡармаҡ ебе
уның яурыны аша туп-тура һыуға төшкән
нескә нур кеүек кенә күренә. Хәҙер кәмә
яйы-раҡ бара һәм, күрәһең, ағым уларҙы
көнсығышҡа алып китә ине. «Гавана уттары
юғалғас, тимәк, беҙ башлыса көнсығышҡа
барабыҙ, — тип
уйланы ҡарт. — Әгәр
балыҡ йүнәлешен үҙгәртмәгән булһа,
уттарҙы бер нисә сәғәт күрер инем әле.
Ҡыҙыҡ, бөгөнгө матчтар нисек бөттө икән?
Кәмәлә радиоң булһа ине лә бит!» Ләкин
шунда уҡ уйҙарын бүлде: «Юҡ-бар уйлама.
Эшеңде генә бел. Берәй алйотлоҡ ҡылып
ташламау хаҡында уйла». Әммә үҙенә
ишетерлек итеп:

— Йәл,
малай эргәмдә түгел. Ул миңә ярҙам да
итер, барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрер
ҙә ине, — тип
ҡуйҙы. «Ҡарт көнөндә кеше яңғыҙ ҡалырға
тейеш түгел, — тип
уйланы ул. — Тик
нишләйһең, был —ҡотолғоһоҙ.
Теге тунецты еҫләнгәнсе ашап ҡуйырға
кәрәк. Миңә бит көстө юғалтырға ярамай.
Хатта асыҡтырмаһа ла, уны иртәнсәк ашап
ҡуйырға кәрәк булыр. Тик был хаҡта
онотмаҫҡа ине», — тип
ҡабатланы ул үҙ-үҙенә.

Төндә
кәмә янына ике диңгеҙ сусҡаһы йөҙөп
килде. Ҡарт ата сусҡаның ауыр мышнауын
һәм инәһенең көрһөнгән кеүегерәк ауаз
сығарып ҡуйыуын ишетте.

— Уларға
рәхәт, — тине
ҡарт. — Уйнайҙар,
шаяралар, бер-береһен яраталар. Улар ҙа
бит, осар балыҡтар кеүек, беҙгә туған.

Ҡармағына
ҡапҡан ҙур балыҡ йәл булып китте ҡартҡа.
«Мөғжизә тимә инде был балыҡты! Уның
был донъяла нисәмә йыл йәшәгәнен тик
бер Алла ғына белә. Миңә әле бер ваҡытта
ла бындай ҡеүәтле балыҡ эләккәне юҡ
ине. Уйлап ҡына ҡара: үҙен ҡайһылай сәйер
тота ул! Бәлки, бик аҡыллы булғанға
ырғымайҙыр ҙа. Әгәр ҙә һикерһә, йәки бар
көсөнә алға ын­тылһа, мине һәләк итер
ине. Ә, бәлки, уның ҡармаҡты беренсе
тапҡыр ғына ҡармауы түгелдер. Шуға күрә
йәшәү өсөн ошолай көрәшеүҙең ҡулайыраҡ
икәнен аңлай торғандыр. Үҙенә ҡаршы бер
генә кеше торғанын, уныһының да ҡартайған
әҙәм икәнен ул ҡайҙан белһен? Ә бит үҙе
ниндәй ҙур балыҡ, ите лә тәмле булһа,
күпме табыш килтерәсәк. Ул ем балыҡты
хас та ата балыҡ кеүек эләктерҙе, әле
кәмәне ата балыҡ шикелле тартып бара,
минең менән дә ата балыҡтай ҡурҡыуһыҙ
көрәшә. Ҡыҙыҡ, ул нимә эшләргә кәрәклеген
аңлаймы, әллә минең ише үк банты һуҡҡан
яҡҡа йөҙәме?»

Ҡарт
ҡасандыр ҡармағына инә марлинды
ҡаптырғанын иҫенә төшөрҙө. Ата балыҡ
һәр ваҡыт аҙыҡҡа инә балыҡты алдан
ебәрә. Ҡармаҡҡа эләккәс, инә балыҡ
ҡурҡышынан аяуһыҙ көрәшкә ташланып,
үрле-ҡырлы һикерә башланы һәм бик тиҙ
хәлдән тайҙы. Ә ата балыҡ бер ҡайҙа ла
китмәйенсә, һаман диңгеҙ өҫтөндә, уның
тирәһендә, өйөрөлдө. Ҡарт ата балыҡтың
яҡын килеп үҙенең ураҡҡа оҡшаған һәм
шулай уҡ хәтәр үткер ҡойроғо менән
ҡармаҡ ебен өҙә ҡырҡ­ыуынан ҡурҡты.
Шуға күрә инә марлинды багор менән
эләктерә һалып, ҡылыс кеүек осло, ҡытыршы
ситле ауыҙын шаҡара тотоп, башын, көҙгөнөң
артын буяй торған амальгама төҫөнә
ингәнсе, күҫәк менән төйҙө лә төйҙө. Ата
марлин улар малай менән икәүләшеп инә
балыҡты кәмәгә тартып мендергәндә лә
яҡын-тирәлә уралды. Ҡарт ҡармаҡ ебен
урап алып гарпунын әҙерләй башлағас,
ата балыҡ тормош юлдашы менән ниҙәр
булғанын белер өсөн кәмә эргәһендә
бейеккә ырғыны ла тәрәнгә сумды. Ьыуҙа
уның асыҡ сирень төҫөндәге ҡанаттары,
күкрәк йөҙгөстәре һәм арҡаһындағы
таҫмалары ап-асыҡ күренде. Ҡарт уның
матурлығын һәм тоғролоғон оҙаҡ онота
алманы. Ата марлин бит үҙенең тормош
юлдашын һуңғы минутына тиклем ташламаны.
«Бынан да ҡайғылыраҡ хәлде минең диңгеҙҙә
ошоғаса бер ҙә күргәнем булманы, — тип
уйланды ҡарт. — Малайға
иһә бик болоҡһоу булып китте. Беҙ инә
марлиндан ғәфү үтендек тә тиҙерәк уның
эсен ярып таҙартыу яғын ҡараныҡ».

— Малайҙың
эргәмдә булмауы йәл, — тип
ҡуйҙы ҡарт. Ул кәмә моронондағы йоморо
таҡталарға йәтешләберәк терәлде. Ҡарт
яурынын баҫып килгән бау аша туҡтауһыҙ
узенең ниндәйҙер маҡсатына ынтылған
бәһлеүән балыҡтың бөтмәҫ-төкәнмәҫ
ҡеүәтен тойҙо.

— Бер
уйлаһаң, иҫең китер, минең мәкерем
арҡаһында уға үҙенең ҡарарын үҙгәртергә
тура килде!

«Уның
яҙмышы һәр төрлө тоҙаҡтан, алдатҡыстарҙан
һәм кешеләрҙең мәкеренән алыҫта, океандың
ҡараңғы тәрәнлегендә йәшәү ине. Ә минең
яҙмышым япа-яңғыҙ уның артынан барыу
һәм бер кеше лә үтеп инмәгән тәрәнлектә
уны табыу булды. Бер кеше лә үтеп инмәгән
ерҙән... Хәҙер беҙ төш мәленән алып
бер-беребеҙгә бәйле. Миңә лә, уға ла
ярҙам итеүсе юҡ».

«Бәлки,
миңә балыҡсы булырға кәрәкмәгәндер? — тип
уйланы ул. — Әммә
мин шуның өсөн тыуғанмын бит. Яҡтырғас,
онотмай ғына тунецты ашарға кәрәк».

Ҡояш
сығыр алдынан уның артындағы ҡармаҡтарҙың
береһенә балыҡ ҡапты. Ул ҡармаҡ сыбығының
һынғанын һәм ептең һыуға шыуып төшә
башлағанын ишетте. Ҡараңғыла бысағын
ҡынынан сығарҙы ла, балыҡтың бөтә
ауырлығын һул яурынына күсереп, артҡа
ҡайырылды; төпкә һауыла барған епте
киҫеп ебәрҙе. Унан, эргәһендәге бауын
киҫеп, остарын запас йомғаҡтарға бәйләне.
Ҡарт быларҙың барыһын да йәтеш кенә
итеп һыңар ҡулы менән эшләне, төйөндәрен,
йомғаҡҡа аяғы менән баҫып, төйнәне.
Хәҙер киҫкән ептән ҡалған йомғаҡтар
менән балыҡ ҡалҡан епте лә иҫәпләгәндә,
запаста барлығы алты йомғаҡ булып, улар
барыһы ла бер-береһенә ныҡ итеп
бәйләнгәйне. «Яҡтырғас, ҡырҡ сажинға
төшөргән ҡармаҡ ебен дә алырға тырышырмын,
уны киҫеп, запас йомғаҡтарҙы тоташтырып
бәйләрмен. Дөрөҫ, ҡармаҡ менән
батыр-мыстарҙан, өҫтәүенә, ике йөҙ сажин
каталон ебенән ҡолаҡ ҡағам инде. Ярар,
уларын яңынан да алып булыр. Ә бына
ҡармаҡҡа башҡа берәй балыҡ ҡабып, быныһын
өҙһә, кем миңә яңы балыҡ таба?! Әле нимә
ҡапҡайны икән? Бәлки, марлиндыр, бәлки,
ҡылыс балыҡ йәки акулалыр. Хатта һиҙеп
тә өлгөрмәнем, ти­ҙерәк ҡотола һалырға
кәрәк ине».

— Их,
янымда малай булһасы! — тип
ҡуйҙы ул тағы үҙ-үҙенә.

«Тик
малай юҡ, — тип
уйланы. — Һин
бары үҙеңә генә иҫәп тота алаһың.
Шуға күрә,
әле ҡараңғы булһа ла, теге һыуҙа ҡалған
һуңғы ҡармағыңды ла алырға тырышһаң
ине. Уны киҫеп, запас йомғаҡтарҙы
бер-береһенә бәйләргә кәрәк».

Уйлағанын
эшләне. Ҡараңғыла маташыу ҡыйын ине,
бер тапҡыр балыҡ епте шул тиклем ныҡ
тартты, ҡарт йөҙтүбән йығылып күҙе
аҫтындараҡ сикәһен сыйып ебәрҙе. Яңағы
буйлап ҡан аҡты, тик эйәккә етмәйенсә
уҡмашып туҡтаны. Ә ҡарт яңынан кәмәнең
моронона шыуышты һәм ял итер өсөн
һөйәлеберәк ултырҙы. Ул арҡаһындағы
тоҡто рәтләне, иңендәге бауҙы яңы,
ауыртмағаныраҡ ергә күсерҙе һәм, балыҡтың
ниндәй көс менән тартыуын белер өсөн,
бауҙың бөтә ауырлығын яурынына һалды
ла, кәмәнең тиҙлеген билдәләргә теләп,
ҡулын һыуға тыҡты.

«Ҡыҙыҡ,
ни өсөн ул былай ҡапыл тартты икән? — тип
уйланы ҡарт. — Ҡармаҡ
тағылған тимерсыбыҡ,моғайын, арҡаһындағы
ҙур түңгәктән шыуып төшкәндер. Уның
арҡаһы минеке кеүек ауыртмай шул. Ярар,
ни тиклем ҙур булһа ла кәмәне һөйрәп
йөрөтә алмаҫ әле! Хәҙер мин үҙемә зыян
итерҙәй нәмәләрҙән ҡотолоп бөттөм,
запас бауҙарым күп — балыҡсыға
тағы ни кәрәк?»

— Балыҡ, — тип
шым ғына өндәште ҡарт, — мин
иҫән саҡта барыбер ҡотола алмаҫһың.

«Шулай
уҡ мин дә һинән ҡотола алмам, ахыры», — тип
уйланы ул һәм яҡтырғанды көтөргә булды.

Таңға
табан һалҡынайтты. Ҡарт, саҡ ҡына булһа
ла йылынырға теләп, таҡталарға һыйынды:
«Ул түҙгәнде, мин дә түҙермен».

Таң
яҡтыһы, диңгеҙ тәрәнлегенә үтеп, кереш
кеүек тартылған ҡармаҡ бауын яҡтыртты.
Кәмә туҡтауһыҙ алға йөҙә. Бер аҙҙан
горизонтта ҡояштың бер ҡырыйы күренде
һәм үҙенең тәүге нурын ҡарттың уң
яурынына төшөрҙө.

— Ул
төньяҡҡа йөҙә, — тине
ҡарт. — Ә
ағым беҙҙе, моғайын, көнсығышҡа алып
киткәндер. Ағым ың­ғайына боролһон
ине, был уның арығанын белгертер ине.

Әммә
ҡояш юғарыраҡ күтәрелгәс, ҡарт балыҡтың
әле арырға йыйынмағанын күрҙе. Бер
нәмәгә һөйөндө: ҡармаҡ ебенең ауышлығын
самалап ул балыҡтың өҫтәрәк йөҙәүен
төшөндө. Әлбиттә, был уның мотлаҡ өҫкә
күтәрелеүен аңлатмай, шулай ҙа сығыуы
ла ихтимал.

— Йә
раббым, өҫкә сығырға мәжбүр ит! — тине
ҡарт. — Уны
еңер өсөн бауым етерлек.

«Нығыраҡ
тартһам, бәлки, ауыртыуға сыҙашмай
һикереп тә сығыр, — тип
фекерләне ҡарт. — Инде
яҡтырҙы бит, әйҙә һикерһен. Ул саҡта
һыртындағы ҡыуыҡтарына һауа тулыр ҙа,
үлер өсөн төпкә төшөп китә алмаҫ ине».

Ул
ҡармаҡ ебен нығыраҡ тартырға маташып
ҡараны, тик бау былай ҙа ныҡ тартылғайны.
Уны нығыраҡ тартмаҡ булып артҡа
аушайғайны, еп, ауырттырып, арҡаһын
ҡырҡып ингәс, ҡарт былай ныҡышы-уынан
фәтеүә сыҡмаҫына инанды.

«Тик
һелкетә тартырға ярамай, — тип
уйланы ул. — Сөнки
ҡапыл тартҡан һайын ҡармаҡ һалған яра
киңәйә. Әгәр балыҡ кинәт һикерһә,
ҡармаҡтың бөтөнләй ысҡыныуы бар. Ярай,
һәр хәлдә, ҡояш яҡтыһында үҙемде яҡшыраҡ
тоям. Әлегә күҙгә төшөп тә йонсотмай».

Ҡармаҡ
ебенә һарғылт ылымыҡтар сорналды, быға
ҡарт ҡыуанды ғына, сөнки улар кәмәнең
барышын әкренәйтә. Төндә ялтырап күренгән
һыу үҫемлектәре ине былар.

— Балыҡ, — тине
ҡарт, — мин
һине яратам һәм ихтирам итәм. Шулай ҙа
мин һине кискә тиклем үлтерәсәкмен!

«Булдыра
алырмын тип өмөтләнәйек!» — тип
уйланы ул.

Төньяҡтан
кәмәгә бәләкәй генә ҡошсоҡ яҡынлаш­ты.
Ул һыу өҫтөнән генә оса ине. Ҡарт уның
арыға­нын аңланы.

Ҡошсоҡ
кәмә ҡойроғона ял итергә ултырҙы. Унан
ҡарттың баш осонда өйөрөлдө лә ҡармаҡ
ебенә ҡунды.

— Нисә
йәш һиңә? — тип
һораны унан ҡарт. — Моғайын,
был һинең тәүге сәйәхәтеңдер әле?

Ҡош
яуап урынына ҡартҡа ҡараны. Ептең
ныҡлығын тикшерергә хәле юҡ ине, нәфис
тәпәйҙәре менән йәбешкән килеш сайҡалып
ҡына торҙо.

— Ҡурҡма,
бау ныҡ тартылған, — тип
ышандырҙы уны ҡарт. — Хатта
үтә ныҡ. Елһеҙ төндә һиңә был тиклем
арырға ярамаҫ ине. Их, элекке ҡоштар юҡ
шул хәҙер!

«Ә
бына ҡарсығалар диңгеҙгә һеҙҙең ҡаршыға
сыға, — тип
уйланы ул. Тик ҡошҡа был турала әйтмәне,
хәйер, бисара уны барыбер аңламаҫ
ине. — Ярай,
ҡарсығалар хаҡында тиҙҙән үҙе бөтәһен
дә бе­лер».

— Яҡшылап
ял ит, кескәй ҡошсоҡ, — тине
ул. — Унан
ярға ос та, һәр кеше, һәр ҡош йәки балыҡ
кеүек үк, йәшәү өсөн көрәш.

Ҡош
менән һөйләшеү уның күңелен күтәреп
ебәрҙе, юғиһә, төн сыҡҡансы ағас кеүек
ҡатҡан арҡаһы ныҡлап ауырта башлағайны.

— Әгәр
теләһәң, минең янда әҙерәк бул әле,
ҡошсоҡ, — тине
ул. — Йәл
дә ул, тик еңелсә генә ел сы­ғып торһа
ла, һине, елкән ҡуйып, ҡороға алып сыға
алмайым. Сөнки бындағы дуҫымды ташлап
булмай.

Шул
саҡ балыҡ ҡапыл тартылды ла ҡартты
мо­ронға табан йыҡты. Әгәр ҙә ул, кәмә
ситенә терәлеп, ҡулындағы бауҙы бушатып
өлгөрмәһә, һыуға ла һөйрәп төшөргән
булыр ине.

Бау
тартылыу менән, ҡошсоҡ осоп китте, ҡарт
хатта уның нисек юҡҡа сыҡҡанын да
абайламай ҡалды. Ул уң ҡулы менән епте
ҡапшап ҡарағайны, усынан ҡан аҡҡанын
күрҙе.

— Балыҡтың
да яраһы ауыртҡандыр, күрәһең, — тине
ҡарт һәм, юлын үҙгәртеп булмаҫмы тип,
бауҙы тартып ҡараны. Бауҙы мөмкин тиклем
ныҡ тартып, элеккесә яурынына һалды.

— Ниңә
ҡыйынмы, балыҡ? — тип
һораны ул. — Хоҙай
шаһит, минең үҙемә лә еңел түгел.

Ул
күҙе менән ҡошсоҡто эҙләне, сөнки берәйһе
менән һөйләшкеһе килде. Тик ҡошсоҡ бер
ерҙә лә юҡ ине.

«Минең
янда бигерәк аҙ булдың шул, — тип
уйланы ҡарт. — Тик
һин осҡан тарафта ел күпкә көслө­рәк,
хәҙер ул ҡоро ергә еткәнсе иҫәсәк. Нишләп
мин был балыҡҡа шулай ҡапыл тартылып
ҡулымды яраларға ирек бирҙем һуң әле?
Моғайын, бөтөнләй алйып барамдыр. Бәлки,
ҡошсоҡҡа ҡарап донъямды онотҡанмындыр.
Хәҙер мин тик эш тураһында ғына
уйла­ясаҡмын. Көс өҫтәлһен өсөн тунецты
ашап алайым».

— Их,
малай менән тоҙҙоң булмауы йәл, — тип
ҡуйҙы ҡарт.

Ул
балыҡтың ауырлығын һул иңенә күсерҙе
лә, һаҡ ҡына тубыҡланып, ҡулын һыуға
тыҡты. Ҡаршы ағымдың ҡулды йыуғанын,
бармағынан аҡҡан ҡандың йәйелгәнен
тойҙо.

— Хәҙер
балыҡ күпкә яйыраҡ йөҙә, — тип
ҡуйҙы.

Ҡулын
тоҙло һыуҙа оҙағыраҡ тоторға теләһә
лә, балыҡтың йәнә ҡапыл ырғылыуынан
ҡурҡты; шуның өсөн аяғына баҫты, епте
арҡаһы менән тартып, ҡулын ҡояшҡа тотто.
Ҡармаҡ бауы уң ҡулының һум итенярып
ебәргән икән. Бер урындан ғына, тик эштә
иң кәрәк ере йәрәхәтләнгән. Ҡулдары
бөгөн бер тапҡыр ғына кәрәкмәйәсәк әле,
шуның өсөн әле банттан уҡ йәрәхәтләнеүенә
ҡарттың кәйефе ҡырылды.

— Ә
хәҙер, — тине
ул ҡулы кипкәс, — мин
тунецты ашарға тейешмен. Уны багор менән
тартып алып һәйбәтләп тамаҡ туйҙырырға...

Ҡарт,
йәнә теҙләнеп, багор менән ҡойроҡтағы
ту­нецты эҙләп тапты. Бауҙыcolor: black;ң
йомғаҡтарына ҡағыл­маҫҡа тырышып,
тунецты үҙенә табан тартты. Ҙур балыҡтың
бар ауырлығын һул яурынына/spancolor: black;
mso-no-proof: yes; күсереп, кәмә ситенә һул ҡулы
менән таянып, тунецты ҡармаҡтан ысҡындырҙы
ла багорҙы урынына һалды. Балыҡты ике
тубығы араһына ҡыҫып, һырт буйынан
телем-телем итеп ҡарағусҡыл-ҡыҙғылт ит
киҫеп алды. Алты киҫәк ҡырҡып алғандан
һуң, уларҙы кәмәнең моро-нонmso-no-proof:
yes;дағы таҡтаға теҙҙе, бысаҡты салбарына
һөрттө, ҡойроғонан эләктереп тунецтың
һөл/span/spanдәһен диңгеҙгә ыр­ғытты.

— Мин
быны бер юлы ашап бөтә ал— style=мам,
ахыры, — тип
киҫәктең береһен уртаға ҡырҡты.

Ҡарт
балыҡтың һаман да бирешмәйенсә, ҡеүәтле
тартыуын тойҙо, ә һул ҡулы бөтөнләй
ойоноp class=span style=/pspan style=. Ауыр бау­ҙы
тартышҡан кеүек ныҡ итеп ҡыҫып барған
ҡулына ҡарт йәне көйөп ҡарап ҡуйҙы.

— Шул
да булдымы ҡул, валлаһи! — тине
ул. — Ярай, бик
теләйһең икән, ойо әйҙә, ҡош тәпейе кеүек
күгәреп ҡат. Тик был һиңә барыбер ярҙам
итмәйәсәк.

«Аша, — тип
уйланы ул ҡарайып торған һыуға һәм уға
ҡырын төшкән бауға ҡарап, — ашаһаң
ҡулыңа көс инер. Уның ни ғәйебе бар? Нисә
сәғәт инде балыҡты тотоп бараһың. Тик
һин унан аҙаҡҡа тиклем айырылмаясаҡһың.
Шулай булғас, аша».

Ул
бер киҫәк ит алып ауыҙына һалды ла яй
ғына сәйнәй башланы. Тәме бик үк
ытырғандырғыс түгел икән.

«Нәйбәт
итеп сәйнә, — тип
уйланы ул, — бер
тамсы һуты ла әрәм булмаһын. Лимон менән
ашағанда, йәки, исмаһам, тоҙ һипкәндә
насар булмаҫ ине лә бит».

— Йә,
ҡул, үҙеңде нисек тояһың, ҡул? — тип
һораны ул үлектеке кеүек ҡатып ҡалған
ҡулынан. — Һинең
хаҡыңа тағы бер киҫәк ашайым әле.

Ҡарт
уртаға теленгән киҫәктең икенсе өлөшөн
дә ашаны. Уны тырышып сәйнәне ла тиреһен
төкөрҙө:

— Йә,
нисек, ҡул? Әллә һин әлегә бер нимә лә
тойманыңмы?

Тағы
бер киҫәк алып ашаны.

«Был
таҙа, һутлы балыҡ, — тип
уйланы ул. — Ярай
әле миңә макрель түгел, ә тунец эләккән.
Макрель үтә баллы. Ә бының бөтөнләй
тиерлек таты юҡ, үҙе һәйбәт һаҡланған.
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡарт Менән Диңгеҙ - 3
  • Büleklär
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 3952
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1903
    29.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    42.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 4135
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1885
    31.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 4148
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1874
    30.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 4145
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1834
    31.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 3415
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1578
    32.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.