Latin

Ҡарт Менән Диңгеҙ - 1

Süzlärneñ gomumi sanı 3952
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1903
29.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
42.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
49.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.

Ҡарт
менән диңгеҙ

 

Гөлсирә
Ғиззатуллина тәржемәһе

 

Ҡарт
кәмәһе менән япа-яңғыҙ Гольфстримда
балыҡ ҡармаҡлай ине. Бына һикһән дүрт
көн инде ул диңгеҙгә сыға, тик әлегәсә
бер балыҡ та тота алғаны юҡ. Тәүге ҡырҡ
көндә уның менән бергә бер малай булды.
Әммә көн һайын буш ҡул менән ҡайтҡас,
ата-әсәһе малайға, ҡарт хәҙерsаlао,
йәғни, даланһыҙ, тине һәм диңгеҙгә икенсе
кәмәлә сығырға ҡушты. Ысынлап та, ул
кәмә тәүге аҙнала уҡ өс елле балыҡ алып
ҡайтты.

Ҡарттың
көн дә ҡоро ҡул менән ҡайтыуын күреү
малайға ифрат ҡыйын ине. Шуға күрә ул,
яр буйына төшөп, ҡарттың кәмәһенән
багор, елкән, гарпун кеүек нәмәләрҙе
күтәрешеп алып менә. Ҡырҡмаһа-ҡырҡ
еренән ямау һалынған киндер елкән,
мачтаға уралғас, һуғыш майҙанында
тар-мар ителгән ғәскәрҙең байрағын
хәтерләтә.

Балыҡсы
ҡарт — үтә ябыҡ һәм таушалған кеше.
Муйынын тәрән-тәрән йыйырсыҡ баҫҡан,
яңағын ҡыҙғылт таптар ҡаплаған. Көньяҡ
океаны өҫтөндә сағылған ҡояш нурҙарынан
аҙған был таптар ҡарттың яңағынан алып
муйынына тиклем һуҙылған.

Ҡулында
ҙур балыҡты тартып сығарғанда еп ҡырҡҡан
яраларҙың тәрән йөйҙәре беленеп тора.
Яңылары күренмәй әле. Ә иҫкеләре әллә
ҡасан кипкән сүлдәге ер
ярыҡтары кеүек. Күҙҙәренән башҡа бөтә
ерҙәре лә туҙған ҡарттың. Ә күҙҙәре иһә,
хас та диңгеҙ кеүек, зәп-зәңгәр булып
ҡайғы-хәсрәткә бирешмәйсә ҡалған.

— Сантьяго,
— тине уға малай, причалда торған кәмә
янынан яр буйындағы юл буйлап икәүләшеп
өҫкә күтәрелгәндә. — Мин йәнә һинең
менән диңгеҙгә сыға алам. Беҙ аҙыраҡ
аҡса эшләнек инде.

Ҡарт
малайҙы балыҡсылыҡҡа өйрәткәйне. Малай
уны бик ярата ине.

— Юҡ,
— тине ҡарт. — Һин бәхетле кәмәгә
эләктең. Ҡал шунда.

— Хәтереңдәме,
һин бер йылды һикһән ете көн буйы диңгеҙгә
сығып бер нәмә лә тота алманың, унан һуң
беҙ өс аҙна буйы көн һайын бер ҙур балыҡ
алып ҡайттыҡ.

— Иҫемдә,
— тине ҡарт. — һин бит миңә ышанмаған
өсөн китмәнең, мин быны яҡшы аңлайым.

— Атайым
ҡушты бит. Ә мин малай ғына әле, уның
һүҙен тыңларға тейешмен.

— Беләм,
— тине ҡарт. — Шунһыҙ ярамай.

— Ә
ул һиңә бик ышанып етмәй.

— Эйе,
— тине ҡарт. — Ә бына беҙ ышанабыҙ.
Дөрөҫмө?

— Әлбиттә.
Теләйһеңме, мин Террасала һине һыра
менән һыйлайым. Әйберҙәрҙе шунан алып
барырбыҙ.

— Әйҙә
һуң, — тине ҡарт. — Балыҡсы балыҡсыны
һыйларға теләй икән...

Улар
Террасаға инеп ултырҙы. Балыҡсыларҙың
күбеһе ҡарттан көлһә лә, уның быға хәтере
ҡалмай. Ә өлкәнерәк балыҡсылар, ҡартты
йәлләһәләр ҙә, тойғоларын йөҙҙәренә
сығармайҙар, көндәрҙең нисек булыры,
һыу ағымы, ҡармаҡ ебен ниндәй тәрәнлеккә
төшөрөүҙәре, диңгеҙҙәге хәлдәр хаҡында
һөйләшәләр. Был көндә кәсептәре уңышлы
булғандары, инде ҡайтып, тотҡан
марлиндарының эҫтәрен таҙартҡандар,
икешәр оҙон таҡтаға арҡыры һалып, таҡта
баштарынан икешәр кеше күтәреп, балыҡ
келәтенә ташыйҙар. Унан балыҡты
рефрижераторҙа Гаванаға баҙарға алып
китәсәктәр.

Акула
тотҡан кешеләр иһә үҙ табыштарын диңгеҙ
ҡултығының икенсе яғындағы акула
эшкәртеү заводына тапшыра. Унда акула
түшкәләрен сылбырҙарға аҫып бауырҙарын
алалар, йөҙгөстәрен киҫеп, тиреһен
тунайҙар. Ә итен, тоҙлар өсөн, йоҡа
киҫәктәргә телгеләйҙәр.

Көнсығыштан
иҫкән ел акула фабрикаһынан һаҫыҡ еҫ
алып килә. Тик бөгөн ул еҫ һиҙелмәй,
сөнки ел төньяҡҡа күсте, унан тынды.
Террасала ҡояшлы һәм рәхәт ине.

— Сантьяго,
— тип өндәште малай.

— Әү,
— тине ҡарт. Ул үҙенең һырлы стаканына
ҡарап күптән үткән көндәрҙе иҫенә төшөрә
ине.

— Иртәгәлеккә
һиңә сардина тотам, йәме?

— Борсолма.
Һин бар, бейсбол уйна. Мин үҙем дә ишкәк
ишә алам әле. Йәтмәне ташларға Роджелио
яр­ҙам итер.

— Юҡ,
миңә рөхсәт ит. Һинең менән балыҡҡа
сығырға ярамағас, исмаһам, берәй ярҙамым
тейһен.

— Һыра
менән һыйланың бит, — тине ҡарт. — Һин
хәҙер еткән егетһең бит инде.

— Һин
тәүге тапҡыр диңгеҙгә алып сыҡҡанда,
миңә нисә йәш ине?

— Биш. Һин шунда саҡ иҫән ҡалдың. Мин һөйрәп сығарған балыҡ кәмәне селпәрәмә килтерә яҙҙы,хәтерләйһеңме?

— Хәтерләмәй ни! Ҡойроғо менән бәреп ултырғысты ватҡас, һин уны күҫәгең менән туҡманың. Ә минекәмә моронона — еүеш ауҙар өҫтөнә бырғаның. Кәмә дер һелкенә, һинең күҫәгең ағас ҡырҡҡандары кеүектуҡылдай, тирә-яҡта уҡшытҡыс ҡан еҫе.

— Ысынлап
та
быларҙың
бөтәһен
дә
иҫләйһеңме,
әллә
һуңынан
мин
һөйләнемме?

— Мине
диңгеҙгә
алып
сыҡҡан
тәүге
көндән
алып
барыһы
ла
хәтеремдә.

Ҡарт
уға
ҡояшҡа
ҡыҙарып
шешмәкләнгән
ышаныусан
күҙҙәре
менән
яратып
ҡараны.

— Әгәр
ҙә
минең
улым
булһаң,
һине
әле
үҙем
менән
алырға
тәүәккәлләр
инем.
Тик
һинең
атайың
менән
әсәйең
бар,
табышлы
кәмәгә
лә
эләктең.

— Шулай
ҙа мин һиңә сардина тотайым әле. Дүрт
маймысты ҡайҙан алырға ла беләм.

— Бөгөнгөләре
лә бар әле. Мин уларҙы тоҙло йәшниккә
һалып ҡуйғайным.

— Мин
һиңә тағы д үртте алып киләм.

— Берҙе,
— тип ҡаршы төштө ҡарт.

Ул
былай ҙа киләсәккә өмөтөн дә, ышанысын
да юғалтмай торғайны, әле иһә малайҙың
һүҙҙәре ҡарттың күңелен тағы ла күтәреп
ебәрҙе, әйтерһең дә диңгеҙҙән саф ел
иҫеп ҡуйҙы.

— Икене,
— тине малай.

— Ярар, икене,
— тип ризалашырға мәжбүр булды ҡарт.
— Ә һин уларҙы берәй ерҙән сәлдермәнеңме?

— Кәрәк
булһа сәлдерер ҙә инем. Тик мин уларҙы
һатып алдым.

— Рәхмәт,
— тине ҡарт.

Үҙ
хәленә ҡасан күнгәне тураһында уйлар
өсөн ул артыҡ хәйләһеҙ ине. Әммә кешелек
баһаһын юғалттыр-май ғына ҡартлыҡ
күндәмлеге килгәнен белә ине ул.

— Ағым
үҙгәрмәһә көн һәйбәт буласаҡ, — тине
ҡарт.

— Һин
балыҡты ҡайһы ерҙәрәк тотмаҡсыһың?

— Ярҙан
алыҫтараҡ, ә ел үҙгәргәс ҡайтырмын. Таң
атҡансы уҡ сығам.

— Минең
хужаны ла алыҫҡараҡ китергә өгөтләргә
кәрәк. Һиңә ғәләмәт ҙур балыҡ эләкһә,
беҙ ярҙам итербеҙ.

— Һинеке ярҙан алыҫ китергә яратмай.

— Эйе,
— тине малай.
— Тик мин ул күрә алмаған берәй нәмәне — әйтәйек, аҡсарлаҡтарҙы күргәнбулырмын да, шунда барырға өндәрмен. Шул саҡта уны алтын тәңкәле макрель артынан алыҫҡараҡ китергәәүрәтеп буласаҡ.

— Күҙҙәре
шулай насар күрәме ни?

— Бөтөнләй
тиерлек һуҡырайҙы.

— Ғәжәп.
Ул бит гөбөргәйел артынан йөрөмәне. Күҙ
күбеһенсә шунан насарлана.

— Ә
бына һин нисәмә йыл буйы Москит ярына
гөбөргәйел тоторға йөрөгәнһең, шулай
ҙа күҙең яҡшы күрә.

— Мин
бит ябай ҡарт түг style=ел.

— Ә
бик ҙур балыҡ эләкһә, көсөң етерме һуң?

— Етер,
тип уйлайым. Бындай саҡта хикмәт көстә
түгел, таһылда.

— Әйҙә
әйберҙәреңде алып ҡайтайыҡ. Аҙаҡ мин
йәтмә алып сардина тоторға китермен.

Улар
кәмәләге әйберҙәрҙе йыйып алып сыҡты.
Ҡарт мачтаны яурынына һалды, малай һаплы
гарпун, багор менән ҡармаҡ бауҙары
һалынған әрйәне күтәрҙе. Ҙур балыҡты
тартып сығарғанда һуғып миңрәтә торған
күҫәк менән ем һауыты кәмәлә ҡалды.
Билдәле, ҡарттың әйберҙәренә тейергә
бер кемдең дә ҡулы бармаҫ ине. Шулай ҙа
елкән менән ҡармаҡ бауҙарын таңғы ысыҡта
еүешләнмәһен өсөн алып ҡайтып ҡуйыу
яҡшыраҡ. Ҡарт әйберҙәренә бер кемдең
дә теймә-йәсәгенә ышанһа ла, багор,
гарпун кеүек нәмәләрен алып ҡайтып
ҡуйыуҙы ҡулайыраҡ күрә.

Һуҡмаҡ
буйлап менделәр ҙә шар асыҡ ишектән
ҡарттың аласығына инделәр. Ҡарт елкән
уралған мачтаны стенаға һөйәне. Малай
ҙа алып килгән әйберҙәрен шунда ҡуйҙы.
Король пальмаһы япрағынан (был яҡтарҙа
уны guano тип
атайҙар) һалынған был ала­сыҡтың әсе
мачта һыйырлыҡ ҡына ине. Бер тимер
ка­рауаты, өҫтәле һәм ултырғысы бар,
уртала ер иҙәнгә бәләкәс кенә утъяҡҡыс
ҡаҙылған. Сүсле япраҡтарҙан ҡыҫып
һалынған һорғолт-көрән стеналарға «Алла
йөрәге» һәм «Santa Maria del Cobre»
һүрәттәре эленгән. Был рәсемдәр ҡарттың
ҡатынынан ҡалған. Ҡасандыр стенала
ҡатынының үҙенең төҫлө фотоһы ла эленеп
тора торғайны; тик һуңынан ҡарт уны
йәшереп ҡуйҙы, сөнки гел күҙ алдында
тороуы ныҡ болоҡһота ине. Хәҙер фото
мөйөштәге кәштәлә таҙа күлдәк аҫтында
ята.

— Сантьяго,
киске ашҡа нимәң бар? — тип һораны малай.

— Балыҡ
менән бер һауыт һары дөгө. Ашағың киләме?

— Юҡ,
өйҙә ашармын. Ут тоҡандырайыммы?

— Кәрәкмәй.
Торараҡ үҙем яндырырмын. Бәлки, дөгөнө
былай ғына, һалҡын килеш ашармын.

— Йәтмәне
алайыммы?

— Ал,
ал.

Дөрөҫөн
әйткәндә, бер ниндәй ҙә йәтмә юҡ ине.
Йәтмәнең күптән һатылғанын малай яҡшы
хәтерләй. Әммә икеһе лә уны бар тип
һанай. Ҡарттың ашарына дөгөлө балығы
ла юҡ, малай быны ла белә.

— Никһән
биш — бәхетле һан, — тине ҡарт. — Әгәр
ҙә иртәгә мең фунт тартҡан балыҡ тотһам,
нишләйбеҙ?

— Мин
йәтмәне алып сардина тоторға барып
киләйем. Һин бер аҙ тупһала ултырып тор,
унда ҡояш сыуаҡлай.

— Ярар.
Мин кисәге гәзитте ҡараштыра торам.
Бейсбол тураһында уҡырмын.

Малай
уның гәзите ысынлап та бармы, әллә быныһы
ла уйҙырмамы, тип уйлауға, ҡарт карауат
аҫтынан ниндәйҙер гәзит тартып сығарҙы.

— Миңә
уны шарап кибетендә Перико бирҙе, — тип
аңлатты ул.

— Мин
сардина тотоп киләм. Үҙемдекен дә,
һине-келәрҙе лә бергә боҙға һалып торам.
Иртәнсәк бүлешербеҙ. Ҡайтҡас, миңә
бейсбол тураһында һөйләрһең, йәме.

— «Янкиҙар»
еңелергә тейеш түгел.

— Кливлендтың
«Индеецтар»ы дөмбәҫләмәһә инде!

— Ҡурҡма,
улым. Бөйөк Ди Маджионы иҫеңә төшөр.

— Мин
«Индеецтар»ҙан ғына түгел, Детройттың
«Юлбарыҫтар»ынан да ҡурҡам.

— Былай
барһа, һин тиҙҙән Цинциннатиҙың «Ҡыҙыл
тәнлеләр»енән дә, Чикагоның «Аҡ
ойоҡтар»ынан да шөрләй башламагайың.

— Гәзит
уҡы ла, урап килгәс, миңә һөйләрһең!

— Әллә
һикһән биш һаны булған лотерея билеты
һатып алайыҡмы? Иртәгә бит һикһән бишенсе
көн.

— Ниңә
алмаҫҡа? — тине малай. — Бәлки, һикһән
ете һанлыны алһаҡ яҡшыраҡ булыр? Үткән
юлы һикһән ете көн булғайны бит.

— Бер
нимә лә ике тапҡыр ҡабатланмай. Ә һин
һикһән биш һанлы билет ала алырһыңмы?

— Һорармын.

— Бер
мәртәбә генә уйнай торғанын. Ике доллар
ярым торғанын. Кемдән бурысҡа алып
торайыҡ икән?

— Уныһы
ваҡ мәсьәлә! Ике ярым долларҙы мин теләһә
кемдән һорап тора алам.

— Һорауын
мин дә һорар инем, тик бурысҡа ин­мәҫкә
тырышам. Тәүҙә үтескә һорайһың, унан —
хәйер...

— Ҡара
уны, ҡарт, һалҡын алдыра күрмә. Тышта
сентябрь икәнен онотма.

— Сентябрҙә
эре балыҡ килә. Май айында балыҡты кем
дә тота ул...

— Ярар,
мин сардина тоторға киттем, — тине
малай.

Малай
ҡайтҡанда, ҡояш байығайны инде. Ҡарт
ултырғысында килеш йоҡлап киткән. Малай,
карауат өҫтөндәге иҫке һалдат одеялын
алып, ҡартҡа япты. Инде өлкән булыуына
ҡарамаҫтан, ҡарттың яурындары киң,
ҡеүәтле, муйыны ла көслө ине. Башын эйеп
йоҡлағанға күрә, муйынындағы йыйырсыҡтары
ла яҙылған. Ҡарттың күлдәге лә, нәҡ
елкәне кеүек үк, ямау өҫтөнә ямау һалынып,
төрлөһө төрлө ваҡытта уңғанға, ҡорама
юрған төҫлө. Шулай ҙа уның йыйырсыҡлы
йөҙө үтә ҡарт күренә, күҙе йомоҡ булғанға,
хатта йәнһеҙ кеүек. Ул тубығына төшкән
гәзитен, ел осормаһын өсөн, терһәге
менән ҡыҫҡан. Аяҡтары яланғас.

Малай
уны уятырға ҡыймайынса сығып китте. Бер
аҙҙан кире әйләнеп килде, тик ҡарт һаман
да йоҡлай ине әле.

— Сантьяго,
уян әле! — Малай ҡулы менән ҡарттың
тубығына ҡағылды.

Ҡарт
күҙҙәрен асты, иҫенә килә алмағандай,
бер килке өндәшмәй торҙо. Унан йылмайып
ҡуйҙы.

— Һин
нимә алып килдең?

— Ашарға.
Хәҙер ашайбыҙ.

— Минең
әллә ни ашағым да килмәй.

— Әйҙә
ашайыҡ. Ас көйө балыҡҡа барып булмай.

— Тура
килгеләне, — тине ҡарт урынынан ҡуҙғалып.
Ул гәзитен бөкләп, одеялын төрөп ҡуйҙы.

— Одеялыңды
яурыныңдан алма, — тине малай.

— Үҙем
иҫән саҡта, һиңә ас көйөнсә балыҡҡа
сығырға ирек бирмәм.

— Улайһа,
үҙеңде һаҡла ла мөмкин тиклем оҙағыраҡ
йәшә, — тине ҡарт. — Нимә ашайбыҙ?

— Дөгө
менән ҡара борсаҡ, ҡурылған банан һәм
быҡтырылған һыйыр ите.

Малай
аҙыҡты Террасалағы ресторандан тимер
һауыттарға һалып алып килгәйне. Ә сәнске,
ҡалаҡ, бысаҡтарҙы һәр береһен ҡағыҙ
салфеткаға төрөп, кеҫәһенә һалған.

— Һиңә
быларҙы кем бирҙе?

— Мартин,
ресторан хужаһы.

— Уға
рәхмәт әйтергә кәрәк булыр.

— Борсолма,
мин әйттем инде, — тине малай.

— Ҙур
балыҡ ҡапҡас, иң итләс ерен уға бирермен, —
тине ҡарт.

— Ул
беҙгә беренсе тапҡыр ғына изгелек
эшләмәй.

— Эйе,
беренсе тапҡыр ғына түгел.

— Улайһа,
итле ере генә аҙ булыр. Ул беҙгә күп
ярҙам итте.

— Бөгөн
бына һыра ла бирҙе.

— Мин
консервалағы һыраны нығыраҡ яратам.

— Беләм.
Тик бөгөн ул шешәлеһен бирҙе. Бушағас,
шешәләрен кире алып барырмын.

— Рәхмәт
инде һиңә. Әйҙә ашайыҡ.

— Мин
һиңә күптән инде аша, тип тылҡыйым, —
тип яратып ҡына битәрләне уны малай. —
Һинең өҫтәл артына ултырғаныңды көтәм,
ризыҡ һыуынмаһын өсөн, һауыттарҙың
ҡапҡасын асмайым.

— Әйҙә
һуң. Миңә йыуынырға кәрәк ине бит әле.

«Ҡайҙа
йыуыныр инең икән? — тип уйланы малай.
Һыуалғысҡа тиклем ике квартал барырға
кәрәк ине. — Уға һыу, һабын, яҡшы ғына
таҫтамал әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Нисек
мин был хаҡта элегерәк уйламаным икән?
Уға яңы күлдәк, ҡышҡы куртка, аяҡ кейеме,
бер одеял да кәрәк булыр».

— Ите
тәмле, — тип маҡтаны ҡарт.

— Миңә
бейсбол тураһында һөйлә әле.

— Америка
лигаһында «Янкиҙар» еңә тип әйттем бит
инде мин һиңә.

— Эйе,
тик бөгөн уларҙың көрәктәрен бирҙеләр
бит.

— Быныһы
ваҡ мәсьәлә. Уның ҡарауы, бөйөк Ди Маджио
яңынан бына тигән итеп уйнай башлаған.

— Командала
ул бер үҙе генә түгел бит.

— Дөрөҫ.
Шулай ҙа уйынды ул хәл итә. Бруклин-дар
менән филадельфиялар уйнаған икенсе
лигала тик бруклиндарҙың ғына өмөтө
бар. Хәйер, Дик Сайзлерҙың
нисек уйнағанын иҫләйһеңме? Тегендә,
иҫке паркта уйнағанда ҡайһылайыраҡ
һуға торғайны ул.

— Юғары
класс! Ул бөтәһенән дә алыҫҡараҡ бәрә.

— Уның
Террасаға килгәне хәтереңдәме? Балыҡҡа
саҡырғым килгәйне лә, тик уңайһыҙландым.
Һиңә ҡушҡайным, һин дә тартындың.

— Иҫләйем.
Алйот булғанмын. Бәлки, ул риза булыр
ине. Ғүмерлеккә иҫтә ҡалыр ине.

— Бына
үҙең менән бөйөк Ди Маджионы диңгеҙгә
алып сыҡһаң ине ул, — тине ҡарт. — Уның
атаһы балыҡсы булған, тиҙәр. Кем белә,
бәлки, ул үҙе лә беҙ ҙең
кеүек ярлы булғандыр әле, бергәләшеп
балыҡҡа барыуҙан баш тартмаҫ ине.

— Ә
бөйөк Сайзлерҙың атаһы бер ваҡытта ла
ярлы булмаған. Ул минең йәштә үк ысын
командаларҙа уйнаған.

— Һинең
йәшеңдә мин юнга булып, елкәнле карапта
Африкага бара инем. Кистәрен арыҫландарҙың
яр буйына төшкәнен күрә торғайным.

— Көйләгәйнең
шул.

— Нимә
тураһында һөйләшәйек: Африка хаҡындамы,
бейсболмы?

— Бейсбол
тураһында. Бөйөк Джон Мак-Гроу хаҡында
һөйлә әле.

— Ул
да элек беҙҙең Террасаға ингеләй
торғайны. Эсеп алды ниһә инде, тотоп
тыйып булмай ине. Ул бейсбол менән бер
рәттән сабыш аттарын да яратты. Кеҫәһендә
һәр ваҡыт бәйгеләр программаһы йөрөтә,
ҡайһы атҡа ҡуйғанын телефон аша әйтә.

— Ул
шулай уҡ һәйбәт тренер ҙа булған,
эйеме? — тип
һораны малай. — Атайым
әйтә, ул донъялағы иң бөйөк тренер, ти.

— Сөнки
ул уны башҡаларға ҡарағанда күберәк
күргән. Әгәр Дюроше ла беҙгә йыл һайын
килһә, атайың уны донъялағы иң бөйөк
тренер тип иҫәпләр ине.

— Ә
һинеңсә иң бөйөк тренер кем? Люкмы, әллә
Маик Гонсалесмы?

— Минеңсә,
улар икеһе лә бер-береһенә торошло.

— Ә
донъяла иң шәп балыҡсы — һин.

— Юҡ,
мин үҙемдән оҫтараҡ балыҡсыларҙы белә
инем.

— Que va!* — тине
малай ғәжәпләнеп. — Ер
йөҙөндә яҡшы балыҡсы күп, бына тигәндәре
лә барҙыр. Әммә һинең кеүеге бер ҡайҙа
ла юҡ.

— Рәхмәт.
Мине шулай ҙурлауыңа шатмын. Тик миңә
артыҡ ҙур балыҡ ҡаба күрмәһен, юҡһа, был
уйыңдың үҙгәреүе бар.

— Әгәр
ҙә элекке көсөң ҡалған булһа, донъяла
һин еңә алмаҫлыҡ балыҡ юҡтыр.

— Бәлки
көсөм үҙем уйлағанға ҡарағанда кәмерәктер.
Әммә минең оһолом бар, түҙемлегем дә
етерлек.

— Инде
һин ятып йоҡла, иртәгәгә тиклем көс йый.
Ә мин һауыт-һабаны алып барам.

— span
style=Ярар. Тыныс йоҡо. Иртәгә һине үҙем
уятырмын.

— Һин
минең өсөн уятҡыс сәғәт кеүек, — тине
малай.

— Ә
минең уятыусым — ҡартлыҡ.
Ни өсөн ҡарттар шулай иртә уяна? Ҡалған
көндәре оҙаҡҡараҡ һуҙылһын өсөнмө?

— Белмәйем, — тине
малай. — Тик
шуны ғына әйтә алам: йәштәр оҙаҡ та,
тыныс та йоҡлай.

— Уныһын
мин хәтерләйем, — тине
ҡарт. — Һине
ваҡытында уятырмын.

— Ниңәлер
теге хужамдың уятҡанын яратмайым.
Әйтерһең, минең унан берәй яғым кәм.

— Аңлайым.

— Тыныс
йоҡо, Сантьяго. Малай китте. Улар ут
ҡабыҙмай ғына ашағайны. Ҡараңғыла ҡарт
салбарын сисеп төрҙө, эсенә гәзитен тыҡты
ла мендәр урынына баш аҫтына һалды. Унан
карауаттағы ҡаҡ пружинаға түшәлгән
иҫке гәзит өҫтөнә ятып, одеялын бөркәнде.

________________________________________

* Que va! (ucn.) — һин
нимә!

Ул
шунда уҡ йоҡоға талды. Төшөнә үҫмер
сағында күргән Африканың алтын төҫлө
ҡомло яр буйҙары инде. Күҙ сағылдырырлыҡ
ап-аҡ һайлыҡтар, текә ҡаялар, бейек
ҡоңғорт тауҙар күрҙе. Ул төн һайын шулай
төшөндә Африка ярҙарына барып сыға,
океан тулҡындарының шаулай-шаулай
урындағы халыҡтың кәмәләрен ярға ҡағыуын
күрә, караптағы һумала менән сүс еҫен
тоя, Африканың иртәнге ел килтергән эҫе
тынын һулай.

Ғәҙәттә
бына ошо һулыш килеү менән ул уяна ла
малайҙы уятырға китә. Әммә бөгөн уға
Африка еҫе бик иртә килгәндәй тойолдо.
Ул бының төштә икәнен аңланы һәм диңгеҙ
ситенән аҡ ҡая таштарының һиҙелер-һиҙелмәҫ
кенә күтәрелеүен, унан Канар утрауҙарының
гавань һәм бухталарын күрер өсөн йоҡоһон
дауам итте.

Хәҙер
уның төшөнә дауылдар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар
ҙа, ҙур балыҡтар ҙа, көрәшеү-көс һынашыуҙар
ҙа, ҡаты­ны ла инмәй ине инде. Хәҙер
ул алыҫ илдәрҙе, эңер ҡараңғылығында
яр буйында бесәй балаларылай уйнап
ятҡан арыҫлан көтөйҙәрен генә күрә.
Ҡарт уларҙы малайҙы яратҡан кеүек ярата.
Тик малай үҙе бер ваҡытта ла уның төшөнә
кермәй ине.

Ҡарт
йоҡоһонан ҡапыл ғына уянды ла асыҡ
ҡалған ишектән айға ҡараны. Баш аҫтындағы
салбарын алып кейҙе.

Ишек
алдына сыҡҡас йомошон атҡарҙы ла, малайҙы
уятырға тип, тар юлдан өҫкә менеп китте.
Иртәнгеһалҡында бер аҙ өшөттөрә, тик
ҡарт бының тиҙҙән уҙасағын, ишкәккә
ултырғас бөтөнләй йылынасағын белә.

Малай
торған йорттоң ишеге асыҡ ине. Ҡарт
яланаяҡ йомшаҡ ҡына баҫып өйгә инде.
Малай алғы бүлмәлә карауатта йоҡлай.
Ҡарт айҙың зәғиф яҡтыһында уны тиҙ
шәйләне. Йомшаҡ ҡына итеп аяғынан тотто
ла уянып салҡан әйләнгәнсе ебәрмәне.
Ҡарт уға баш ҡаҡты. Малай ултырғыстағы
салбарын алып, ултырған ерҙән кейә
башланы.

Ҡарт
ишек алдына сыҡты, малай уға эйәрҙе.
Ҡарт һаман ныҡлап уяна алмаған малайҙы
яурынынан ҡосаҡланы:

— Кисер
мине, — тине.

— Que va! — тип
яуапланы малай. — Ир
кешенең яҙмышы шулай инде. Нишләйһең.

Улар
аҫҡа, ҡарттың аласығына юл тотто. Ҡараңғы
булыуға ҡарамаҫтан, юлда кәмәләренең
мачталарын күтәргән кешеләр байтаҡ
ине.

Аласыҡҡа
төшкәс, малай ҡармаҡ ептәре һалынған
кәрзинде, гарпун-багорҙарҙы алды, ҡарт
елкән уралған мачтаны яурынына һалды.

— Кофе
әсәһеңме? — тип
һораны малай.

— Тәүҙә
кәрәк-яраҡты кәмәгә һалайыҡ, шунан

эсербеҙ.

Улар
балыҡсылар өсөн бик иртә асыла торған
бәләкәй кафела кәнсир ҡалайҙан кофе
эсте.

— Һәйбәт
йоҡланыңмы, Сантьяго? — тип
һораны малай. Йоҡоһонан һаман бүленгеһе
килмәһә лә, ул бөтөнләй тиерлек уянғайны
инде.

— Бик
яҡшы, Манолин. Бөгөн юлым уңырына ышанам.

— Мин
дә, — тине
малай. — Хәҙер
мин сардина менән маймыстарыңды алып
киләм. Минең хужа кәрәк-яраҡтарын үҙе
төшөрә. Әйберҙәренә башҡалар тейгәнде
яратмай.

— Ә
беҙ һинең менән улай түгел. Мин һиңә биш
йәшеңдән алып ҡорамалдарҙы йөрөтөргә
рөхсәт иттем.

— Беләм, — тине
малай. — Көтөп
тор, мин хәҙер киләм. Тағы кофе эс. Беҙгә
бында үтескә бирәләр.

Малай
ваҡ таштар өҫтөнән яланаяҡ атлап, емгә
тигән балыҡтарын алырға һыуытҡысҡа
китте.

Ҡарт
ашыҡмай ғына кофе эсә. Уға бөгөн бүтән
ашарға тура килмәйәсәк, шуға күрә кофены
туйғансы эсергә кәрәк. Ҡарт ашау-эсеү
менән маташыуҙан күптән ялҡҡан. Шуға
ла диңгеҙгә ризыҡ алып сыҡмай. Кәмә
моронона һыулы шешә ҡуя — кискә
тиклем уға шул етә.

Малай
сардиналарҙы һәм гәзиткә төрөлгән
емләгес балыҡтарҙы тотоп кире килде.

Балыҡсылар
аяҡ аҫтарындагы ваҡ таштарҙы шап-тырҙатып
ҡоя-ҡоя һуҡмаҡ буйлап яр ситенә төштө.
Яр буйына төшөп еткәс, ҡарт менән малай
кәмәнең бантын күтәрә-күтәрә һыуға
этте.

— Уңыш
теләйем һиңә, Сантьяго.

— Һиңә
лә.

Ҡарт
ишкәктең элмәктәрен ишкәк сөйө
тимерҙә­ренә эләктерҙе лә, алға иңкәйә
төшөп, ҡараңғыла кәмәһен сығара башланы.
Башҡа һай ерҙәрҙән дә кәмәләр
берәм-берәм диңгеҙгә сыҡты. Ай тауҙар
артына байығанлыҡтан, ҡарт уларҙы
күрмәне, ишкәктәрҙең шапылдауын ғына
асыҡ ишетте.

Ваҡыт-ваҡыт
әле бер, әле икенсе кәмәлә һөйләшкән
тауыштар яңғырай. Әммә кәмәләрҙең
күбеһендә тынлыҡ хөкөм һөрә һәм
ишкәктәрҙең сәпелдәүе генә ишетелә.
Оҙаҡ та үтмәне, диңгеҙ ҡултығынан сыҡҡан
кәмәләр төрлөһө төрлө яҡҡа һибелде һәм
һәр балыҡсы, үҙе ҡайҙа балыҡ осратырға
өмөт итһә, шунда йүнәлде.

Ҡарт
бөгөн алдан уҡ алысҡараҡ китергә ҡарар
иткәйне, ер еҫтәрен артта ҡалдырып,
кәмәһен океандың иртәнге саф һулышына
табан тотто. Балыҡсылар «Бөйөк ҡоҙоҡ»
тип атаған ерҙән уҙғанда, тәрәндә диңгеҙ
үҫемлектәренең ялтырауын күрҙе. Был
урында океан ҡапыл тәрәнәйеп, төбө ете
сажинға* етә, һәм һыу ағымы, океан төбөнөң
текә ярҙарына бәрелеп, көслө өйрөлтмәк
барлыҡҡа килтерә. Бында креветкаларҙың
һәм ваҡ балыҡтарҙың ҙур-ҙур көтөүҙәре,
ә иң тәрән ерендә иһә ҡайһы берҙә
каракатицалар йыйыла. Төндә улар һыу
өҫтөнә сыға һәм ашарға эҙләнеп йөрөгән
балыҡтарға ем була.

Ҡараңғы
булһа ла, ҡарт таң яҡынайыуын һиҙҙе,
ишкәк ишкәндә ара-тирә зырылдаған
тауыштар ише­телде — был
осар балыҡтарҙың һыуҙан сығып, үткер
ҡанаттары менән һауа һыҙғыртып кәмә
тирәһенән ҡасыуы ине. Ҡартҡа осар
балыҡтар бик оҡшай — океанда
саҡта улар ҡарттың иң яҡын дуҫтары. Ә
ҡоштарҙы, бигерәк тә бер туҡтауһыҙ аҙыҡ
эҙләп тә, бер ни
ҙә таба алмаған кескәй генә диңгеҙ
ҡарлуғастарын, ул ысын күңелдән ҡыҙғана.
«Ҡош яҙмышы беҙҙекенә ҡарағанда ла
ауырыраҡ; ҡоҙғон менән бөркөт кеүек
көслө ҡоштарҙы иҫәпкә алмағанда. Бик
йыш рәхимһеҙ ҡыланған океан өҫтөндә
осоп йөрөгән ул ҡарлуғастарҙы Аллаһы
тәғәлә ни өсөн былай ярҙамһыҙ һәм көсһөҙ
итеп яратты икән? Дөрөҫ, океан мәрхәмәтле
һәм гүзәл, тик ҡайһы берҙә ул шул тиклем
аяуһыҙ булып китә. Ризыҡ эҙләп сума-сума,
көсһөҙ, ҡайғылы тауыш менән сырҡылдашып
диңгеҙ өҫтөнән осоп йөрөгән бәләкәй
ҡоштарға бигерәк ауырға тура килә».

_________________________________________

* Диңгеҙ
сажины тураһында һүҙ бара.

Уйында
ғына ул диңгеҙҙе һәр ваҡыт яратып
испандар кеүек la marтип
атай. Ә бит ҡайһы берәүҙәр диңгеҙҙе
яратһа ла, уны күберәк ҡатын-ҡыҙ тураһында
һөйләгән кеүек яманлап һөйләй. Ҡалҡыуыс
урынына буй ҡулланған һәм акула бауыры
ҡиммәт саҡта һатып алған моторлы
кәмәләрендә йөрөгән йәшерәк балыҡсылар
диңгеҙҙе ир енесендә кеүек күреп el mar тип
атай. Уны ҙур киңлек, көндәш итеп, хатта
ҡайһы ваҡытта дошман күреп һөйләйҙәр.
Ҡарт иһә һәр ваҡыт диңгеҙҙе ҡатын-ҡыҙ
кеүек хөрмәт итә. Диңгеҙ бит нәҡ ҡатын-ҡыҙ
кеүек, һиңә ҙур байлыҡтар бирә, йә
бөтөнләй кире ҡаға, ә ҡайһы ваҡыт
артығыраҡ шашып, уйламайынса әллә ниҙәр
ҡылып ташлай икән — нишләмәк
кәрәк, уның тәбиғәте шундай инде. «Күктәге
ай диңгеҙҙе ҡатын-ҡыҙ кеүек
тулҡынландыра», — тип
фекер йөрөтә ҡарт.

Ул
һалмаҡ ҡына ишә, сөнки океандың өҫтө,
ағым өйрөлтмәк яһаған урындарынан
башҡаһы, тип-тигеҙ. Ҡарт эшенең өстән
бер өлөшөн ағымға тапшырҙы. Таң һыҙылғанда
ул яр буйынан үҙе фараз иткәнгә ҡарағанда
байтаҡ алыҫҡараҡ киткәнен күрҙе.

«Аҙна
буйы тәрән урындарҙа йөрөнөм, бер нимә
лә тота алманым, — тип
уйланы ҡарт. — Бөгөн
бонито менән альбакоре көтөүҙәре йөрөгән
ерҙә бәхетемде һынап ҡарайым әле. Бәлки
шунда ҙур балыҡ йөрөйҙөр?»

Яҡтырып
та өлгөрмәгәйне, ул иһә емләгән ҡармаҡтарын
ырғытып ағым ыңғайына яй ғына йөҙә ине
инде. Ҡармаҡтарҙың береһе ҡырҡ сажин,
икенсеһе етмеш биш, ә өсөнсөһө менән
дүртенсеһе йөҙ һәм йөҙ ҙә егерме биш
сажин тәрәнлегенә төштө.

Ем
итеп кейҙерелгән балыҡтар баштүбән
тора, ҡармаҡтың үҙәге балыҡтың эсенән
үтеп сыҡҡан һәм өҫтән еп менән бәйләп
ҡуйылған. Ҡорос ҡармаҡтың бөгөлөп киткән
урынынан үткер теленә тиклем, күҙе аша
үткәрелеп, ваҡ сардиналар теҙелгән,
ҡармаҡ гирлян­да кеүек булған. Ҙур
балыҡ ҡармаҡҡа яҡынайыу менән тәмле
емдең еҫен һиҙер ҙә, уны ауыҙ итеп ҡарамай
ҡалмаҫ кеүек ине. Малай уға яңы тотолған
ике тунец балығы биргәйне. Ҡарт улар
менән иң оҙон епле ҡармаҡтарҙы емләне,
ә ҡалған икеһенә ҙур зәңгәр макрель
менән һары умбрица кейҙерҙе. Ҡарт уларҙы
үткән юлы бер тапҡыр файҙаланғайны
инде, ләкин ем балыҡтары һаман тере
кеүек, өҫтәүенә, сардиналар ҙа һаплағас,
теләһә ниндәй балыҡты ҡыҙыҡтыра алырлыҡ
булып тойола. Ҙур ғына ҡәләм йыуанлығындағы
ҡармаҡ бауы беше ҡармаҡ сыбығына
бәйләнгән. Балыҡ емгә ҡағылыу менән,
ҡармаҡ сыбығы һыуға бөгөләсәк. Бауҙың
икенсе осо ҡырҡ сажинлы тағы берйомғаҡҡа
тоташҡан. Ә ул йомғаҡты, кәрәк булһа,
кәмәләге икенсе йомғаҡҡа бәйләргә була.
Әгәр ҡармаҡҡа ҙур балыҡ ҡапһа, уны өс
йөҙ сажиндан да күберәккә ебәреп була
ине.

Хәҙер
ҡарттың күҙе ҡармаҡ сыбығында: кәмә
ситенә табан бөгөлмәйме, ҡармаҡ ептәре
һыуға тура ғына батҡанмы тип ҡарай, ә
үҙе аҡрын ғына ишә. Бөтөнләй яҡтырҙы,
бына-бына ҡояш сығырға тейеш.

Иртәнге
ҡояш диңгеҙ ситенән үҙенең нурҙарын
һибеү менән, ҡарт башҡа кәмәләрҙе лә
шәйләп алды: улар ағымдың бөтә киңлеге
буйынса һыуға бата биреп ултыра, әммә
барыһы ла ярға яҡыныраҡ ине. Офоҡ ситенән
әкрен генә ҡояш күтәрелде. Уның нурҙары
һыу өҫтөндә төрлө төҫкә инеп сағыла
башланы. Ә ҡояш бөтөнләй күтәрелгәс,
был нурҙар һыуҙа сағылып, туп-тура күҙгә
бәрә ине. Ҡарт, һыуға ҡарамаҫҡа тырышып,
ҡармаҡ бауы батҡан урында диңгеҙҙең
ҡараңғы төбөнә текәлде. Уның ҡармаҡ
бауы һәр саҡ һыуға башҡа балыҡсыларҙыҡы
менән сағыштырғанда турараҡ бата һәм
ем балыҡты төрлө тәрәнлектә, тап
тәғәйенләнгән урында көтә. Ә бүтән
балыҡсыларҙың ҡармаҡтары һыу ағымы
менән ауышып, йөҙ сажинға самалап һалынһа
ла, күп ваҡыт алтмыш сажинда ғына була.

«Ә
мин, — тип
уйланы ҡарт, — ҡармаҡтарымды
һәр ваҡыт йәтеш ырғытам. Һуңғы ваҡытта
ырыҫым ғына юҡ. Шулай ҙа, кем белә, бәлки
бөгөн бәхет йылмайыр. Юлың гел генә уңып
торһа, яҡшы, әлбиттә. Әммә мин үҙ эшемдә
теүәллекте яратам. Ә инде бәхет килһә,
мин уға һәр ваҡыт әҙермен».

Ҡояш
сыҡҡанға ике сәғәт уҙҙы. Көнсығышҡа
ҡарауы үтә ҡыйын түгел ине инде. Хәҙер
ҡарт өс кенә кәмә күрә; улары ла һыуға
бөтөнләй иңеп, яр буйында ғына торалар
кеүек.

«Ғүмерем
буйы иртәнге ҡояш күҙемде ҡырҡты, — тип
уйланы ҡарт. — Шулай
ҙа яҡшы күрәм. Хатта киске ҡояшҡа туп-тура
ҡарай алам, күҙ алдымда ҡара таптар
һикерешмәй. Ә бит кис көнө ҡояш көслөрәк
яҡтырта. Тик бына иртәнге ҡояш күҙемде
нығыраҡ ауырттыра».

Шул
саҡ ул үҙенән алдараҡ ҡара оҙон ҡанаттарын
йәйеп күктә өйөрөлгән фрегат ҡошто
абайланы. Ҡош ҡанаттарын артҡа ташлап,
ҡапыл һыу өҫтөнә йомолдо ла, яңынан
һауаға күтәрелеп, әйләнә башланы.

— Тикмәгә
осмай, — тип
һөйләнеп ҡуйҙы ҡарт. — Табышын
аңдый.

Ҡарт
һалмаҡ ҡына ишеп, ҡош өйөрөлгән яҡҡа
йүнәлде. Ул һыуҙағы ҡармаҡ бауҙарының
текә торо­шон мөмкин тиклем үҙгәртмәҫкә
тырышты. Шулай ҙа уның кәмәһе һыу ағымына
ҡарағанда ҡыҙыуыраҡ бара башланы. Ҡарт
барыһын да еренә еткереп эшләһә лә, кәмә
хәҙер ҡошто күргәнгә тиклемгенән аҙ
ғына булһа ла ҡыҙыулағайны.

Фрегат
өҫкә күтәрелде, киң ҡанаттарын йәйеп,
йәнә баш өҫтөндә әйләнә башланы. Унан
ҡапыл һыуға ташланды. Шул мәлде һыуҙан
осар балыҡ атылып сыҡты ла диңгеҙ өҫтөнән
зырылдап кәйелеп китте.

— Макрель, — тип
ҡысҡырып ҡуйҙы ҡарт. — Ҙур
алтын макрель.

Ул
ишкәктәрен һыуҙан сығарҙы ла кәмә
моронон-дағы таҡта аҫтынан ҡармаҡ бауы
алды. Уның бер осона тимер сыбыҡ менән
бәләкәс кенә ҡармаҡ тағылғайны. Ҡарт
шуға сардина кәптереп һыуға ташланы,
икенсе осон ҡойроҡтағы божраға бәйләне.
Икенсе ҡармаҡҡа ла ем һаплап, уны ураулы
килеш күләгәлә, таҡта аҫтында ҡалдырҙы.
Унан яңынан ишкәктәренә тотоноп, һыу
өҫтөндә генә осоп йөрөүсе оҙон ҡанатлы
ҡара ҡошто күҙәтә башланы.

Ҡош,
ҡанаттарын арҡаһына һуҙып, һыуға сумды
һәм шунда уҡ кире сыҡты, ҡанаттарын
ашыға-ашыға ҡағып, осар балыҡты баҫтырырға
кереште. Нәҡ шул ваҡытта ҡарт диңгеҙ
һыуының күбекләнеп урғылы-уын күрҙе — был
осар балыҡты тоторға маташыусы алтын
макрель ине. Макрель, осар балыҡтың
юлына арҡыры төшөр өсөн, ҙур тиҙлек
менән уның һыуға килеп төшәсәк еренә
ашыға ине.

«Был
тирәлә макрель көтөүе менән йөрөй,
ахырыһы, — тип
уйланы ҡарт. — Улар
бер-береһенән алыҫ-тараҡ йөҙә, шуға—
күрә балыҡтың ҡотолор сарmso-no-proof: yes;аһы
юҡ ти­span style=color: black;ерлек. Ҡоштоң иһә
уны тоторға һис кенә лә әмәле юҡ, сөнки
осар балыҡ уның өсөн артыҡ ҙур ҙа, етеҙ
ҙә».

Ҡарт
осар балыҡтың һыуҙа һикергәләгәнен, ә
ҡош­тоң уны ибәтәйһеҙ итеп тоторға
маташҡанын күҙәтте. «Макрель минән
китте, — тип
уйланы ул. — Ул
үтә етеҙ йөҙөп бик алыҫҡа һыпырта шул.
Кем белә, бәлки, минең ҡармаҡҡа көтөүенән
айырылған берәйһе килеп ҡабыр. Бәлки,
был тирәлә миңә тигән ҙур балыҡ та йөҙөп
йөрөйҙөр? Ҡайҙалыр бер ерҙә булырға
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡарт Менән Диңгеҙ - 2
  • Büleklär
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 3952
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1903
    29.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    42.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 4135
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1885
    31.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 4148
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1874
    30.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 4145
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1834
    31.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 3415
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1578
    32.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.