Latin

Ҡарт Менән Диңгеҙ - 5

Süzlärneñ gomumi sanı 3415
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1578
32.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
46.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
53.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
икәнен белмәгән матур һәм мөһабәт
йыртҡыс».

— Уны
мин үҙ йәнемде яҡлап үлтерҙем, — тип
ҡысҡырып
әйтте ҡарт. — Һәм
мин уны бик оҫта үлтерҙем.

«Етмәһә, — тип
уйланы ул, — һәр
кем теләһә, теләмәһә
лә кемделер, нимәнелер үлтерә. Балыҡ
тотоу миңә үлергә ирек бирмәй, шул уҡ
ваҡытта үлтерә бара, — тип
уйланы ҡарт. — Малай — бына
кем миңә үлергә
ирек бирмәй. Үҙ-үҙеңде алдаштырма,
ҡартлас».

Ул,
борт аша үрелеп, балыҡтың акула
умырған еренән
ит йолҡоп алды ла сифаты һәм тәмен белер
өсөн сәйнәп ҡараны. Ит, һыйыр ите кеүек
ҡыҙыл булмаһа ла,
ҡаты һәм һутлы. Ҡарт уны баҙарҙа ҡиммәткә
һатып буласағын төшөнә ине. Тик диңгеҙ
балыҡтың еҫен үҙе менән алып китә, ә
ҡарт быға бер нисек тә ҡамасаулай
алмай. Ул үҙенә еңел булмаясағын аңлай.

Ел
һаман баҫылманы, төньяҡ-көнсығышҡа
табан боролдо.
Был уның оҙаҡҡа һуҙыласағын күрһәтә
ине. Ҡарт
алыҫҡа күҙ һалды, әммә елкән дә, берәй
судно­ның төтөнөн йәки корпусын да
күрмәне. Бары тик осар
балыҡтар ғына диңгеҙҙән һикереп сыға
һәм уның кәмәһенең морононан ике яҡҡа
оса. Ара-тирә һыу үҫемлектәренең
һары утрауҙары күренә. Хатта ҡоштар ҙа
юҡ ине.

Ике
акуланың береһен абайлағанда ҡарт кәмә
ҡой­роғона
ярым ятҡан килеш, тиҙерәк көс йыйыр өсөн
ит сәйнәй-сәйнәй
ике сәғәттәй йөҙгәйне.


Ай, — тине
ҡарт, әйтерһең дә осло ҡаҙау ҡулын үтә
тишеп ағасҡа ҡаҙалды.


Galanos*! — тип
ҡысҡырып ҡуйҙы. Ҡарт
беренсе йөҙгөстөң артынан һыуҙа
икенсеһен дә
абайланы. Өс мөйөшлө көрән йөҙгөстәренә
һәм ҡойроҡтарын киң-киң болғап йөҙәүҙәренә
ҡарап, уларҙың йәйенке
моронло акулалар икәнен аңланы. Улар
балыҡтың еҫен тойоп, аслыҡтан аҡылдан
шашҡан кеүек ҡыланалар
һәм был илерткес еҫте бер юғалтып, бер
табып киләләр ине.

* Galanos (ucn.) — акуланың
төрө.

Ҡарт
елкәндең бауын бәйләп рулде нығытты.
Унанбысаҡ беркетелгән ишкәген ҡулына
алды. Ишкәкте еңелсә
генә күтәрҙе, сөнки устары түҙгеһеҙ
һыҙлай ине. Бармаҡтарын бер асып, бер
йомоп яҙырға тырышты.
Шунан һуң, ҡулдары бөтөн әрнеүҙе бер
юлы тойһон да, эштән ҡасып маташмаһын
өсөн, ишкәкте ҡыҫып тотто —акулаларҙың
йөҙөп килеп етеүен көттө.
Ҡарт уларҙың киң моронло йәлпәк
банттарын һәм
аҡтан ҡаймаланған күкрәк йөҙгөстәрен
күрҙе. Бы­лар
иң ҡәбәхәт, йән ҡыйғыс, асыҡҡанда теләһә
нин­дәй үләкһәнән дә ерәнмәгән, хатта
ишкәктәрҙе һәм кәмәнең
рулен тешләргә лә әҙер торған акулалар
ине. Улар диңгеҙ өҫтөндә йоҡоға талған
гөбөргәйелдәрҙең тәпәйҙәрен
тешләп өҙә, ә ныҡ асыҡҡанда, хатта
бер ниндәй
балыҡ ҡаны йәки балыҡ лайлаһы еҫе
сыҡмаһа ла,
һыуҙа кешегә лә ташлана.

— Ай! — тине
ҡарт. — Йәле,
бындараҡ йөҙөгөҙ, galanos.

Улар
яҡынлашты. Тик улар мако кеүек
килмәне. Береһе,
һыу өҫтөндә ялт итеп күренде лә, кәмә
аҫты­на
сумды. Ҡарт акула балыҡты йолҡҡолағанда
кәмәнең
ҡалтыраныуын тойҙо. Икенсеһе, үҙенең
ҡыҫыҡ һары күҙҙәре менән ҡартты күҙәтеп
тора бирҙе лә, ярым
түңәрәк ауыҙын иләмһеҙ ыржайтып, балыҡтың
мако йолҡҡолаған еренә ташланды. Ҡартҡа
уның көрән
башынан арҡаһына табан һуҙылған һыҙығы
асыҡ күренә ине. Ул ишкәктең башына
беркетелгән бысағын
акуланың мейеһе умыртҡаға тоташҡан
ергә генә ҡаҙаны. Унан бысаҡты тартып
сығарып акуланың
бесәйҙеке кеүек һары күҙенә сәнсте.
Акула балыҡ өҫтөнән шыуып төштө лә
ауыҙындағы ит киҫәген йота-йота үлер
өсөн аҫҡа батты.

Икенсе
акуланың балыҡты йолҡҡолауына кәмә һаман
дер һелкенеп тора ине. Ҡарт, елкән бауын
ысҡындырып,
кәмәгә боролорға ирек бирҙе. Аҫтан акула
күренеү менән, борт аша үрелеп, бысаҡты
сәнсте. Ҡорһаҡ
тирәһенә тура килтерҙе, ләкин тире
бысаҡҡа тәрән
ҡаҙалырға бирмәне. Ҡаҙағанда ҡарттың
ҡулдары ғына
түгел, яурындары ла ауыртты. Ә акула
ыржайған ауыҙын
һыуҙан сығарҙы ла йәнә балыҡҡа ташланды.
Шул саҡ ҡарт бысағын уның йәлпәк башының
уртаһына
ғына сәнсте. Тағы тартып сығарҙы, тағы
сәнсте. Акула
урттарын ҡыҫҡан килеш һаман балыҡта
аҫылы­нып тора ине. Ҡарт бысағы менән
уның һул күҙенә ҡаҙаны.
Әммә акула балыҡты һаман ысҡын д ырманы.

— Ах,
һин шулаймы? — тине
ҡарт бысаҡты мейе менән умыртҡа һөйәгенең
уртаһына ҡаҙап. Быны эшләү
ҡыйын булманы һәм ҡарт йыртҡыстың
умыртҡалығын һындыра сәнскәнен тойҙо.
Унан ишкәкте икенсе
яғына әйләндереп акуланың ауыҙына
тыҡты, ҡайырып
тештәрен асырға маташты. Ишкәкте
борғос­ланы
ла, акула балыҡты ысҡындырғас:

— Бар,
бер миль тәрәнлегенә
олаҡ. Унда дуҫыңды осратырһың.
Ә, бәлки, ул һинең әсәйең булғандыр
әле, — тине.

Ул
бысаҡтың йөҙөн һөрткөләп ишкәкте
кәмәгә һалды,
елкәнде ҡуйҙы, уны ел ҡабартҡас, кәмәне
ҡай­тыр
юлға борҙо.

— Улар
балыҡтың, моғайын, дүрттән бер
өлөшөн, өҫтәүенә,
иң һәйбәт итләс ерен алып китте, — тине
ул ауыҙ эсенән генә. — Быларҙың
барыһы ла төштә генәбулһын ине лә мин
балыҡты тотмаһам икән. Былай килеп
сығыуы үҙемә лә бик ҡыҙғаныс, балыҡ.

Ҡарт
тынып ҡалды, хәҙер уның балыҡҡа ҡарағыһы
ла килмәне. Һыуҙа йыуылып, ҡаны ағып
барған балыҡ көҙгө артына буялған
амальгама төҫөнә инә башлағайны
инде, тик төҫлө буйҙары һаман да
күренә ине.

— Миңә
яр буйынан был тиклем үк алыҫҡа китмәҫкә
кәрәк булған, — тине
ул. —Былай
хөрт килеп сығыуы
йәл, балыҡ. Минең өсөн дә, һинең өсөн дә
насар. Ярар, ауыҙ асып ултырма! — тип
ҡырт киҫте ул үҙен. — Бысаҡты
бәйләгән бау ҡырҡылмағанмы икән?
Ҡулыңды рәткә индер, эшең бөтмәгән бит
әле.

— Йәл,
ҡайраҡты алмағанмын, — тине
ҡарт ишкәк
һабына бәйләнгән епте тикшереп. — Бысаҡ үткерләр
өсөн ҡайраҡты алырға кәрәк булған.

«Киңә
бик күп нәмә алырға кәрәк булған,
ҡартлас, — тип
уйланы ул. —Алмағанһың
шул. Хәҙер булмағанды уйларға ваҡыт юҡ.
Булғаны менән ҡотолоу юлынэҙлә».

— Най
туйҙырҙың һин мине үҙеңдең кәңәштәрең
менән, — тине
ҡарт үҙ-үҙенә ҡысҡырып.

Ул,
румпелде ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып,
ике ҡулын
да һыуға тыҡты. Кәмә
һаман алға йөҙҙө.

— Һуңғы
акуланың күпме итте тәләфләгәнен бер
Алла ғына белә, — тине
ҡарт. — Тик
балыҡ байтаҡ еңеләйҙе.

Ҡарттың
балыҡтың йолҡҡоланған ҡорһағы тура­һында
уйлағыһы килмәне. Бая кәмә һелкенгән
һайын балыҡтың
ите умырылғанын һәм хәҙер диңгеҙҙә
шос­се юлы кеүек киң ҡанлы эҙ ҡалғанын,
уның донъяла­ғы барлыҡ акулалар өсөн
дә туп-тура юл икәнлеген ҡарт аңлай ине.

«Бындай
балыҡ бер кешегә ҡыш буйына етер ине...
Был турала уйлама, ҡарт! Ял ит,
балығыңдың ҡалғанын
иҫән-аман алып ҡайтып еткерер өсөн
ҡулдарыңды дауала. Ҡулыңдан килгән ҡан
еҫе, балыҡтың һыуға
аҡҡан ҡаны менән сағыштырғанда, юҡ
дәрәжәһендә.
Хәйер, ҡулымдан ҡан аҡмай тиерлек.
Яралары ла артыҡ тәрән түгел. Бер аҙ
ҡаны аҡҡан икән — һул ҡул
өсөн файҙаға ғына: көҙән йыйырмаҫҡа
йәтеш.

Хәҙер
нимә тураһында уйлайым икән? Бер
нимә тураһында
ла уйламай ғына бүтән акулаларҙы көтө­үем
яҡшыраҡ. Их, быларҙың барыһын да
төшөмдә генә
күргән булһамсы! Хәйер, ҡайҙан беләһең?!
Бәлки, аҙағы
яҡшы бөтөр».

Сираттағы
акула яңғыҙы ғына килде. Быныһы ла киң
моронлолар нәҫеленән ине.

Йыртҡыс
кәмәгә үҙ утлыҡсаһына килгән сусҡа
ке­үек яҡынлашты. Тик сусҡаның бер
ҡапҡанда кеше башын
йоторлоҡ ауыҙы булмай.

Ҡарт
уға балыҡҡа йәбешергә ирек бирҙе,
шунан һуң
ишкәк һабындағы бысағы менән башына
ҡаҙаны.

Әммә
акула ҡапыл салҡан әйләнеп артҡа
ташланғанда
бысаҡ һынып сыҡты.

Ҡарт
рулгә һырыҡты. Хатта акуланың
бәләкәсәйгәндән
бәләкәсәйә барып батып барыуын да ҡарап
торманы. Был күренеш уға оҡшай торғайны,
әммә әле ҡарағыһы килмәне.

— Багорым
ҡалды, — тине
ул. — Тик
унан ни файҙа? Унан башҡа ике
ишкәк,румпель менән
күҫәк бар.

«Бына
хәҙер улар мине енде, — тип
уйланы ҡарт. — Акуланы
күҫәк менән үлтерер өсөн мин бик ҡартмын.
Шулай ҙа ишкәктәр, күҫәк менән румпель барҙа
улар менән
алышасаҡмын әле».

Ул
тағы ҡулдарын тоҙло һыуға тыҡты. Кис
яҡынлаша, тирә-яҡта тик күк йөҙө лә
диңгеҙ генә күренә. Ел
элеккенән көслөрәк иҫә, шуға күрә ҡарт
тиҙҙән ерҙе
күрергә өмөтләнде.

— Һин
арының, ҡарт, — тине
ул. — Йәнең
арыны.

Ҡояш
байыр алдынан уға акулалар тағын һөжүм
итте. Ҡарт балыҡ ҡалдырған киң эҙ буйынса
килгән көрән
төҫтәге йөҙгөстәрҙе күрҙе. Улар эҙ юллап
уңға-һулға
ташланмай, туп-тура кәмәгә ҡарап
бер-береһе менән
йәнәш килә.

Ҡарт
румпелде нығытты, елкән бауын бәйләне
лә ҡойроҡтағы
таҡта аҫтынан күҫәген тартып сығарҙы. Был
һынған ишкәктән ҡырҡып алынған ике фут
ярымлыҡ күҫәкте ҡарт һыңар ҡуллап ҡына
ныҡлап тота ала ине. Уң ҡулына ҡыҫып
акулаларҙың яҡынайғанын
көттө. Улар икәү һәм икеһе лә galanos
ине.

«Миңә
тәүҙә алдағыһының балыҡҡа ныҡлап
йәбешкәнен
көтөргә кәрәк булыр, —тип
уйланы ҡарт, — шул
саҡта уның морон осона йәки маңлай
һөйәгенә ҡундырырмын».

Ике
акула ла бергә йөҙөп килде. Береһе,
ауыҙын ҙур
асып, тештәрен балыҡтың көмөш һымаҡ
янбашы­на
батырғас, ҡарт, күҫәген өҫкә күтәрҙе
лә, йыртҡыс­тың йәлпәк башына ҡундырҙы.
Ҡулы һығылмалы ҡатылыҡты тойҙо, әммә
шул уҡ ваҡытта һөйәктеңҡатылығы
ла һиҙелде. Ҡарт күҫәген яңынан күтәреп,
акуланың морон осона һуҡты. Акула һыуға
шыуып төштө.
Икенсе акула, балыҡтың итен умырып
алып, ситкә
тайпылырға өлгөргәйне. Хәҙер ауыҙын
киң асып яңынан яҡынлашты. Балыҡҡа
ташланғанда, ҡарт уның тештәре араһына
ҡыҫылып ҡалған аҡ ит ки­ҫәктәрен
күрҙе. Ҡарт киҙәнде, тик бантына ғына
эләк­терҙе.

— Йәле, galano,
яҡыныраҡ кил, — тине
ҡарт. — Тағы
бер тапҡыр кил!

Акула
йәнә балыҡҡа ташланды. Шапылдатып ауыҙын
япҡан саҡта ғына ҡарт уға ҡундырҙы.
Күҫә­ген
мөмкин тиклем өҫкәрәк күтәреп, йән
көсөнә һуҡты. Был юлы күҫәк баш һөйәгенең
төбөнә тура килде.
Ҡарт шул урынға ҡабат тондорҙо. Акула
ба­лыҡ
итен һүлпән генә өҙөп алды ла төпкә
китте.

Ҡарт,
өҫкә сыҡмаҫтармы, тип көтөңкөрәп
торҙо, ләкин
улар башҡаса күренмәне. Бер аҙҙан ул
акула­ларҙың
береһенең кәмә тирәһендә уралғанын
абайла­ны. Ә икенсе акуланың йөҙгөсө
юҡҡа сыҡҡайны.

«Уларҙы
үлтерә алырмын тип уйламаған да
инем, — тип
уйланы ҡарт. — Элек
алыр инем. Әммә икеһенә лә ярайһы ғына
тамыҙҙым. Хәлдәре хәҙер бик шәптәнтүгелдер.
Әгәр ҙә күҫәкте ике ҡуллап тота алһам,
тәүгеһен һис шикһеҙ үлтергән булыр
инем. Хатта хәҙер,
ошо йәшемдә лә».

Уның
балыҡҡа ҡарағыһы килмәне, яртыһы
ғына ҡалғанын
белә ине. Ул акулалар менән алышҡан
ара­ла
ҡояш байып өлгөргәйне.

— Тиҙҙән
ҡараңғы төшәсәк, — тине
ул. — Шул саҡ,
моғайын, Гавана уттарының
яҡтыһын күрермен. Әгәр көнсығышҡараҡ
киткән булһам, яңы курорттар­ҙың
береһенең утын шәйләрмен.

«Ярҙан
үтә алыҫ түгелмендер, — тип
уйланы ҡарт. — Халыҡ
унда юҡҡа борсолмай микән? Хәйер,
малай­ҙың ғына борсолоуы ихтимал. Тик
ул минең көсөмә шикләнмәй
бит! Өлкәнерәк балыҡсылар хәүефләнәлер,
моғайын. Йәштәре лә... Мин бит һәйбәт
кешеләрараһында
йәшәйем».

Ҡарт
башҡаса балыҡ менән һөйләшә алманы: ул
бигерәк һәңгәҙәгәйне шул. Әммә башына
ҡапыл яңы фекер
килде.

— Ярты
балыҡ, — тип
өндәште уға. — Элекке
ба­лыҡ!
Диңгеҙҙә шул тиклем алыҫҡа киткәнемә
үҙем дә үкенәм.
Икебеҙҙе лә һәләк иттем. Әммә беҙ
һинең менән
бик күп акулаларҙы дөмөктөрҙөк,
яраланғанда­ры
тураһында әйтеп тә тормайым. Үҙ ғүмереңдә
һиңә лә уларҙы бик күп үлтерергә тура
килгәндер, ә, ҡарт балыҡ?! Башыңдағы
ҡылыс юҡҡа ғына тырпайып тормайҙыр
бит инде.

Ҡартҡа
балыҡ тураһында, әгәр ҙә үҙ иркендә
йөҙөп йөрөһә,
акулаларҙы нимә эшләтә алыуы тураһында
уйлау оҡшай ине.

«Акулалар
менән алышыр өсөн уның ҡылысын ҡырҡып
алырға кәрәк ине», —тип
уйланы ул. Тик уның
балтаһы, ә хәҙер инде бысағы ла юҡ.

«Әгәр
ҙә балыҡтың ҡылысы миндә булһа, уны ишкәк
һабына бәйләгәндә, бына тигән ҡорал
булыр ине! Ул саҡта беҙ ысынлап та
йыртҡыстар менән бергәләп
һуғыптыр инек. Әгәр ҙә улар төндә
килһә, хәҙер
ни эшләйһең инде? Нимә эшләй алаһың?»

— Һуғыша
алам, — тине
ул, — үлгәнсе
һуғыша алам.

Әммә
ҡараңғыла уттар ҙа, күк йөҙөндә уларҙың
сағылышы ла күренмәне. Ел дә, ул ҡабартҡан
елкән генә
бар ине.

Ҡарт
үҙен үлгән кеүек хис итте. Ул устарын
бер-береһенә ҡыҫып ауыртыу тойҙо. Тимәк
улар иҫән, асып-йомоп ҡараны, ауырталар,
тимәк иҫәндәр. Ул кәмә
ҡойроғона һөйәлде лә үҙенең әлегә тере
икәнен тойҙо.

«Ҙур
балыҡты тотһам, уҡырмын, тигән барлыҡ
доғаларҙы
ла уҡырға кәрәк. Тик әлегә мин ныҡ
арығанмын, — тип
уйланы ул. — Тоҡто
алып яурыныма ябайым
әле. Шунан да яҡшыһы булмаҫ».

Ул
ҡойроҡта ятҡан килеш кенә кәмә менән
идара итте
һәм Гавана уттарының
яҡтыһы күренгәнен көттө.
«Әле балыҡтың яртыһы ҡалды, — тип
уйланы ул. —Бәхетем
булһа, бәлки, өйгә, исмаһам, уның алғы
өлөшөн генә булһа ла алып ҡайтып еткерә
алырмын.
Минең дә юлым бер уңырға тейеш тәһә!
Юҡ, — тине
ул үҙ-үҙенә. —Ярҙан
шул тиклем алыҫлашып, һин
үҙеңдең бәхетеңә үҙең балта саптың».

«Юҡты
һөйләмә, ҡартлас! — тип
үҙен-үҙе бүлде ул. — Йоҡлама,
рулде ҡара. Бәхетең йылмайыуы ла бик
ихтимал әле».

— Әгәр
берәй ерҙә һатһалар, ул бәхет тигәнен үҙемә
саҡ ҡына булһа ла алыр инем дә
бит, — тине ҡарт.

«Ә
ниндәй аҡсаға алмаҡсы булаһың
һуң? — тип һораны
үҙенән. — Юғалған
гарпунға, һынған бысаҡҡа йәки
йәрәхәтләнгән ҡулдарыңамы?

Кем
белһен инде! Кин бит бәхетте диңгеҙҙә
үткәр­гән һикһән дүрт көнөңә һатып
алырға теләгәйнең. Ысынлап та һатып ала
яҙҙың бит...

Йыйын
туҙға яҙмағанды уйламаҫҡа кәрәк. Бәхет
кешегә төрлө ҡиәфәттә килә, уны танып
буламы ни? Мин
ул бәхеттең теләһә ниндәйен һатып алыр
инем дә күпме һораһалар, шул тиклем
түләр инем. Гавана ут­тарын
күрергә теләр инем, —тип
уйланы ул. — Ьин, ҡарт,
бер юлы бик күпте теләйһең. Тик миңә
хәҙер Га­ванауттарынан
башҡа һис ни кәрәкмәй».

Руль
эргәһенә йәтешләберәк ултырғанда
тәненең һыҙланыуы артҡанын тойғас,
ысынлап та һаман да иҫән
икәнен аңланы.

Ҡала
уттарының яҡтыһын ҡарт киске ундар
тирә­һендә күрҙе. Тәүҙә ул ай ҡалҡыр
алдынан була тор­ғанса, күк йөҙөндә
бөләңгерт яҡтылыҡ кеүек кенә күренде.
Унан уттар көсәйгәндән-көсәйә барған
ел ҡабартҡан
тулҡындар өҫтөнән ап-асыҡ күренә
башла­ны. Ҡарт кәмәһен ошо уттарға
табан йүнәлтте һәм тиҙҙән
Гольфстримға инергә өмөтләнде. «Бына
шулай, бөтәһе лә бөттө, — тип
уйланы ул. —Әлбиттә,
улар миңә
тағы һөжүм итәсәк. Әммә был ҡараңғыла
ҡоро ҡул
менән кеше нимә эшләй алһын?»

Уның
бөтә тәне ҡыйралып килә, ә төнгө
һыуыҡ йәрәхәттәрен
һәм арыған аяҡ-ҡулдарының һыҙлауын көсәйтте.
«Миңә бүтән һуғышырға тура килмәҫ, тип
уйлайым,— тине
ул. — Башҡаса
һуғышырға тура килмәһә
генә ярар ине!»

Әммә
төн уртаһында ул тағы акулалар менән алышты
һәм был юлы көрәйттең файҙаһыҙ икәнен
белә ине. Улар көтөүҙәре менән ябырылды,
ә ҡарт һыу өҫтөндә
уларҙың йөҙгөстәре һыҙған һыҙыҡтарҙы
һәм балыҡты йолҡҡоларға ташланғанда
ялтырап киткән яҡтылыҡты
ғына күрҙе. Ул күҫәге менән йыртҡыстарҙың
баштарына тондора һәм акулалар тештәрен
ша­ҡылдатып балыҡ итен аҫтан өҙгөләгәндә
кәмәнең һелкенеүен
тоя. Ул күҫәге менән күҙенә күренмәгән,
бары тик ишетелгән һәм тойолған
йыртҡыстарҙы ярһый-ярһый дөмбәҫләне.
Шул саҡ ҡулынан уныһы ла ысҡынып китте.

Ҡарт
румпелде уйынтыһынан йолҡоп алды ла, уны
ике ҡуллап аймап, йәнә акулаларҙы
туҡмарға то­тондо.
Әммә акулалар кәмәнең морононда ине
инде. Улар балыҡҡа бер-бер артлы ла,
барыһы бер юлы ла ташланып, һыуҙа яҡтырып
күренгән ит киҫәктәрен йолҡҡослай.
Китеп торалар ҙа, кире боролоп балыҡҡа тағы,
тағы ырғылалар.

Ниһайәт,
акулаларҙың береһе балыҡтың башына уҡ
йөҙөп килде. Шул саҡ ҡарт ҙур балығынан
бер нәмә
лә ҡалмағанын аңланы. Ул румпель менән
акуланың моронона, балыҡтың баш һөйәгенә
тештәре батҡан
еренә генә ҡундырҙы. Бер, ике, өс
тапҡыр һуҡты.
Румпелдең ярылып сыҡҡанын ишеткәс,
акуланы
уның һыныҡ һабы менән төйҙө. Ҡарт
ағастың иткә
ҡаҙалғанын тойҙо һәм, һаптың осло икәнен
бе­леп, уны яңынан тартып сығарҙы ла
йәнә һуҡты. Акула балыҡты ташлап алысҡараҡ
йөҙөп китте. Был көтөүе менән һөжүм
иткән акулаларҙың һуң­ғыһы ине.
Балыҡтың башҡа ашарлыҡ ере ҡалмағайны.

Ҡарт
саҡ-саҡ тын ала ине, ауыҙында сәйер бер
тәм тойҙо. Ул тәм баллы ла кеүек, баҡыр
тәме лә сыҡҡандай.
Ҡарт бер аҙға ҡурҡып ҡалды. Әммә
тиҙҙән барыһы
ла уҙҙы. Ҡарт һыуға төкөрҙө.

— Ашағыҙ, galanos,
тығынығыҙ! Төнгөгөҙҙә кешене үлтерҙек,
тип күрегеҙ.

Ҡарт
үҙенең хәҙер инде ысынлап та
еңелгәнен төшөндө.
Яңынан ҡойроҡҡа килгәс, румпелдең
һыны­ғы уйынтыһына ингәнен, һәм һис
юғында шуның менән
дә кәмәне алып ҡайтасағын аңланы.

Ҡарт,
яурынын тоҡ менән ябып, кәмәне ҡайтыу яғына
йүнәлтте. Кәмә хәҙер еңел генә бара, ә
ҡарт бер нәмә
лә уйламай ҙа, тоймай ҙа. Хәҙер уға
барыбер. Тик
кәмәне генә тиҙерәк һәм имен-аман тыуған
ярҙа­рына
алып ҡайтып еткерәһе ине.

Таң
алдынан акулалар, өҫтәлдәге ҡалдыҡҡа
таш­ланған
бирәндәр кеүек, балыҡ һөлдәһенә йәнә
ташлан­ды. Әммә ҡарт уларға иғтибар
итмәне. Ул үҙенең кәмәһенән
башҡа бер нәмәгә лә диҡҡәт бирмәне.
Ҙур балыҡтың
ауырлығы тотҡарламағас, кәмәнең еңел
һәм иркен барғанын тойҙо.

«Яҡшы
кәмә, — тип
уйланы ул. — Румпелде иҫәпләмәгәндә,
бөтә ере лә төҙөк. Ә румпелде яңынан ҡуйырға
була».

Ҡарт
йылы ағымға килеп ингәнен тойҙо. Уға
яр буйындағы
ҡасабаларҙың уттары күренә башлағайны
инде. Үҙенең ҡайҙалығын белә, хәҙер өйгә
ҡайтып етеүҙең
бер ҡыйынлығы ла юҡ.

«Ел
генә ысын дуҫ, — тип
уйланы ул. Унан өҫтәне: — Хәйер,
һәр ваҡыт түгел. Мөһабәт диңгеҙ ҙә — унда
ла дуҫтарыбыҙ ҙа, дошмандарыбыҙ ҙа тулы.
Ә түшәк...
Түшәк — минең
дуҫ. Эйе, эйе, ғәҙәти түшәк. Түшәккә
ятыу — бөйөк
эш! Ә еңелһәң, ҡайһылай еңел булып
китә! Былай еңел икәнен белмәгән дә
инем мин...»

— Кем
һине еңде һуң, ҡарт? — тип
һораны ул үҙенән. — Бер
кем дә еңмәне, —тип
яуапланы. — Бары тик
диңгеҙгә генә артыҡ алыҫ киткәнмен.

Кәмә
бәләкәй ҡултыҡҡа ингәндә, Террасалағы
уттар
һүнгәйне инде. Ҡарт бөтәһенең дә
йоҡлағанын аң­ланы. Ел көсәйгәндән
көсәйә барып, хәҙер бик ҡаты иҫә ине.
Әммә гавандә бик тыныс. Ҡарт кәмәһен
ҡая төбөндәге ваҡ таштар янына алып
килеп туҡтатты. Ярҙам
итерлек кеше булмағанлыҡтан, ул ярға
мөмкин тиклем яҡыныраҡ килергә тырышты.
Шунан кәмә­нән төштө лә уны ҡая ташҡа
бәйләп ҡуйҙы.

Мачтаны
алғас, уға елкәнде урап бәйләне. Унан
мачтаны яурынына һалып тауға атланы.
Бына шул саҡта үҙенең ни тиклем ныҡ
арығанын тойҙо. Аҙға ғына туҡтап, артына
боролоп ҡараны. Урам фонаре яҡтыһында
ул балыҡ һөлдәһенең кәмә артындағы мөһабәт
ҡойроғон күрҙе. Уның ҡараштары балыҡтың
умыртҡа һөйәгенең яланғасланып ҡалған
аҡ һыҙы­ғына,
ҙур башына һәм тырпайып торған ҡылыс
моро­ноноң
ҡараңғы шәүләһенә төштө.

Ҡарт
йәнә өҫкә үрмәләй башланы. Ҡалҡыулыҡты үткәс,
ергә ҡоланы һәм иңбашына мачтаны һалған
ки­леш бер аҙ ята бирҙе. Унан аяғына
баҫырға теләне, тик
был еңел түгел ине, шуға юлға ҡарап
ултыра бир­ҙе. Юлдан үҙ мәшәҡәттәре
менән китеп барған бесәй юрғалап үтте.
Ҡарт уны ҡарашы менән оҙатты, унан буш
юлға текләне.

Ниһайәт,
ул мачтаны ергә ташлап тороп баҫты.
Мачтаны алып тағы яурынына һалды ла
өҫкә табан атланы. Аласығына еткәнсе
биш тапҡыр туҡтап ял итергә
тура килде.

Өйөнә
ингәс, мачтаны стенаға һөйәне, ҡараңғыла
һыулы шешәне табып эсте. Унан карауатына
ятты. Одеялын тартып яурынына, арҡаһына
һәм аяҡтарына япты
ла башын гәзиткә терәп, ҡулдарын устарын
өҫкә ҡаратҡан килеш һуҙып йоҡлап китте.

Иртәнсәк
аласыҡҡа малай килгәндә йоҡлай ине
әле ул.
Ел көслө булғанға кәмәләр диңгеҙгә
сыҡманы. Шуға
малай һуң уянды. Унан, көндәгесә, ҡарттың
ала­сығына килде. Ҡарттың тын алғанына
ышанғас, уның ҡулдарын күреп илап ебәрҙе.
Кофе алып килер өсөн шым ғына аласыҡтан
сыҡты ла юл буйы илап барҙы.

Кәмә
эргәһенә бик күп балыҡсылар
йыйылғайны. Бөтәһе
лә кәмәгә бәйләнгән һөлдәне ҡарай,
береһе сал­бар балаҡтарын төрөп һыуға
уҡ ингән, бау менән һөлдәне
үлсәй. Малай
улар янына төшөп торманы, сөнки
унда булғайны
инде. Бер балыҡсы уға кәмәне ҡарап
торор­ға вәғәҙә итте.

— Ҡарттың
хәле нисек? — тип
ҡысҡырҙы балыҡ­сыларҙың
береһе.

— Йоҡлай, — тине
малай. Бөтәһе лә уның илағанын күрһәләр
ҙә, уға барыбер ине.— Уны
борсомаҫҡа кәрәк.

— Морононан
алып ҡойроғона тиклем ун һигеҙ фут! — тип
ҡысҡырҙы уға балыҡты үлсәгән балыҡсы.

— Кәм
булмаҫ, — тине
малай.

Ул
Террасаға инеп бер банка кофе һораны.

— Эҫе
кофе менән күберәк шәкәр һәм һөт бирһәгеҙ
ине.

— Тағы
берәй нәмә ал.

— Кәрәкмәй.
Уға нимә ашарға ярар икән, һуңынан ҡарармын.

— Үәт
балыҡ, исмаһам, — тине
хужа. — Кеше
ышанмаҫлыҡ, ә! Кин дә кисә ике яҡшы ғына
балыҡ тотҡанһың.

— Эй,
ул балыҡтарҙы! — тине
малай һәм тағы ла илап
ебәрҙе.

— Берәй
нәмә эскең килмәйме? — тип
һораны хужа.

— Рәхмәт, — тине
малай. — Балыҡсыларға
әйт әле,
Сантьягоны борсомаһындар. Мин тағы
килермен.

— Ҡартҡа
әйт, миңә бик йәл.

— Рәхмәт, — тине
малай.

Малай
аласыҡҡа эҫе кофе алып барҙы ла ҡарт
уян­ғансы уның янында ултырҙы. Бер
тапҡыр малайға ҡарт
уяна башлаған кеүек тойолғайны, ләкин
ул шун­да уҡ ауыр йоҡоға талғас, кофены
йылытыр өсөн күршенән үтескә утын
һорарға китте.

Ниһайәт,
ҡарт уянды.

— Торма,
ят, — тине
уға малай. — Бына,
эс!

Ул
стаканға кофе ҡойҙо.

Ҡарт
стаканды алып кофе эсте.

— Мин
бирештем, Манолин, — тине
ул. — Улар мине
еңде.

— Ә
ул үҙе һине еңә алмаған бит! Балыҡ бит
еңә алмаған!

— Юҡ.
Уныһы дөрөҫ. Быныһы һуңынан булды.

— Педрико
кәмә менән әйберҙәрҙе ҡарап торорға булды.
Башын нимә эшләтергә уйлайһың?

— Педрико
тураҡлаһын да йәтмәһенә ем итеп алһын.

— Ә
ҡылыс?

— Теләһәң,
үҙеңә иҫтәлек итеп ал.

— Теләйем, — тине
малай. — Ә
хәҙер артабан нимә
эшләү тураһында һөйләшәйек.

— Мине
эҙләнеләрме?

— Әлбиттә.
Яр буйы һаҡсылары ла, самолеттар ҙа.

— Океан
ҙур шул, ә кәмә бөтөнләй бәләкәс кенә,
уны күреп тә булмай, — тине
ҡарт. Диңгеҙ менән үҙеңдән
башҡа ла һөйләшер кешең булыуҙың
ҡайһы­лай рәхәт икәнен тойҙо. — Мин
һине бик һағындым, Манолин, — тине
ул. — Нин берәй
нәмә тоттоңмо?

— Беренсе
көндө бер балыҡ. Икенсе көндө тағы берҙе
һәм өсөнсө көндө —икене.

— Бик
яҡшы!

— Хәҙер
балыҡҡа яңынан бергә йөрөй башларбыҙ.

— Юҡ.
Мин — даланһыҙмын.
Юлым барыбер уңмаҫ.

— Төкөр
һин ул даланға! — тине
малай. — Мин үҙем
һиңә бәхет килтерермен.

— Ә
ата-әсәң ни тиер?

— Тимәгәйҙәре.
Кисә ике балыҡ тоттом бит. Инде бергә
балыҡсылаясаҡбыҙ, сөнки миңә һинән бик
күп өйрәнергә
кәрәк.

— Яҡшы
сәнскес табып, уны һәр ваҡыт үҙебеҙ
менән йөрөтөргә кәрәк булыр. Бысағын
иҫке «Форд» рессоры­нан
яһарға була. Уны Гуанабакоала үткерләрбеҙ.
Ул бикүткер булырға тейеш, тик утта
ҡыҙҙырырға ярамай, юҡһа, тиҙ һыныр. Минең
бысағым һынды бит.

— Мин
һиңә яңы бысаҡ табырмын, рессорҙы үткерләрмен.
Был көслө brisa*
тағы нисә көнгә һуҙы­лыр
икән?

— Моғайын,
бер өс көнгә барыр. Бәлки, оҙаҡҡараҡ та
һуҙылыр.

— Уға
тиклем бөтәһе лә тәртиптә булыр, — тине
малай. — Ә
әлегә ҡулыңды дауала.

— Уларҙы
нишләтергә икәнен беләм. Төндә нин­дәйҙер
сәйер шыйыҡса төкөрҙөм, күкрәгемдә
ниҙер шартлағандай
булды.

— Уныһын
да дауала, — тине
малай. — Ә
хәҙергә ятып тор. Мин һиңә таҙа күлдәк
килтерәм. Ашарыңа ла алып киләм.

— Мин
юҡта килгән берәй гәзит тә ал, — тип үтенде
ҡарт.

— Кин тиҙерәк
дауаланырға тырыш, сөнки миңә һинән бик
күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк. Ә һин мине
донъялағы бөтә нәмәгә лә өйрәтә алаһың.
Яраларың ныҡ һыҙланымы?

Brisa (ucn.) — яр
еле.

— Бик
тә, — тине
ҡарт.

— Тамағыңа
ла, гәзит тә алып килермен. Ял ит,ҡарт.
Аптекаға инеп ҡулдарыңа берәй дарыу
һорар­мын.

— Педрикоға
әйтергә онотма, балыҡтың башынүҙенә
алһын.

— Онотмам.

Аласыҡтан
сығып иҫке таш юл буйлап түбәнтөшкәндә,
малай яңынан илап ебәрҙе.

...
Был көндө Террасаға бер төркөм туристар
кил­гәйне.
Улар бухтаға инә торған урында көнсығыш
еле, күтәргән
бейек-бейек тулҡындарҙың сәсрәүен
ҡарапторғанда,
бер ханым буш һыра һауыттары, үле
меду­залар
араһында ҙур ҡойроҡло ниндәйҙер бик
оҙон аҡ умыртҡа һөйәгенең ярға килеп
бәрелгән тулҡындарҙасайҡалыу
ын күрҙе.

— Был
нимә ул? — тип
һораны ул официанттан ҙур балыҡтың
умыртҡа һөйәгенә — тиҙҙән
тулҡын алып китәсәк ташландыҡҡа — ымлап.

— Tiburon, — тине
официант. — Акулалар, — тип ул
ханымға нимәләр булғанын аңлатырға
теләне.

— Акулаларҙың
шундай зифа бөгөлгән ҡойроғо була
икән тип белмәгәйнем!

— Эйе,
мин дә белмәй инем, — тип
килеште уның юлдашы.

Өҫтә,
үҙенең аласығында, балыҡсы ҡарт тағы
йоҡлай ине. Ул йәнә йөҙтүбән йоҡлай, ә
малай уны һаҡлай.
Ҡарт төшөндә арыҫландарҙы күрә ине.
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
  • Büleklär
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 3952
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1903
    29.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    42.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 4135
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1885
    31.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 4148
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1874
    30.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 4145
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1834
    31.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡарт Менән Диңгеҙ - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 3415
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1578
    32.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.