Latin

Атайымдың Ос Һәнәге - 1

Total number of words is 4265
Total number of unique words is 2060
30.5 of words are in the 2000 most common words
41.8 of words are in the 5000 most common words
49.0 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.

Атайымдың Ос Һәнәге



Их,
уйындарҙың күплеге! Уларҙың һәр ҡайһыһын
берәр тапҡыр ғына уйнаһаң да, көн оҙонона
етерлек. Хатта бер нисәһе ҡараңғы төшөүгә
лә ҡала әле. Беҙ, малайҙар, уларҙың
бөтәһенә лә өлгөрөргә тырышабыҙ. Алдан
һис ниндәй һөйләшеү булмаһа ла, иртәнге
тамаҡты туйҙырыу менән, ғәҙәттә, Ғимран
бабайҙарҙың өйө эргәһенә йыйылабыҙ.
Ниңә шулай өйрәнгәнбеҙҙер. Ғимран
бабайҙың беҙҙең менән уйнарҙай бала-сағаһы
ла юҡ бит инде. Ә иртәнсәк һайын малайҙар
уның нигеҙе бейек итеп таштан буралған
өйө эргәһенә һис ниндәй саҡырыуһыҙ
берәм-һәрәм килә башлай. Йәйге йомарт
ҡояш нурҙары апаруҡ йылытырға өлгөргән
таш нигеҙгә арҡаны терәп, кисәге уйындарҙа
кемдең еңеүе, кемдең еңелеүе, кемдең
сосораҡ булыуы, кемдең харамлашыуы
хаҡында бәхәсләшеүгә байтаҡ ваҡыт китә.
Ҡайһы саҡта ошондай бәхәс яғалашыуға
барып олғаша. Бындай мәлдә инде эргәбеҙҙә
көтмәгәндә Ғимран бабайҙың сауығып
бөткән кәүҙәһе пәйҙа була. Әйтерһең, ул
тәҙрәнән беҙҙең һөйләшкәнгә ҡолаҡ
һалып, һәр хәрәкәтебеҙҙе күҙәтеп
ултырған. Ул, ҡапҡаһынан сыҡҡас, ҡарт
кәзә йүткергәндәге шикеллерәк итеп,
тамағын ҡыра-ҡыра беҙгә табан йүнәлә.
Эргәбеҙгә килеп еткәс, алға кәксәйгән
һаҡалын таяғы башына терәп, аҙ ғына
һүҙһеҙ тора. Шунан ҡапыл сыйылдыҡ тауыш
менән ҡысҡырып ебәрә:
- Атағыҙҙың малы уртаҡмы ни?! Туҡтағыҙ
әле!
Тызрайышып
бер-береһенең яғаһына йәбешкән, күҙҙәре
аларған, аһылдашҡан малайҙарҙың ғәйрәте
ҡапыл ҡайта, икеһе ике яҡҡа атлай. Ғимран
бабай кеткелдәп көлә, төпкә батҡан сағыр
күҙҙәрен алмаш-тилмәш беҙгә йөрөтөп
сыға.
- Ай, сәбәке малайҙар, татыу ғына уйнаһағыҙ,
ни була? Улай тауыш ҡубарһағыҙ, яҡын да
юлатмам.
Беҙҙең;
әлбиттә, өйрәнгән урындан китке килмәй.
- Ғимран бабай, ҡабат улай итмәбеҙ.
- Улар юрый ғына тартҡылашты бит...
- Бер тауышыбыҙ сыҡмаҫ, - тип бабайға
мөлдөрәп ҡарайбыҙ.
Ғимран
бабай аҙ ғына уйланып торғандай итә:
йәнәһе, беҙҙе бында ҡалдырырғамы-юҡмы,
шуны хәл ҡыла. Ахырҙа үҙ хөкөмөн әйтә.
- Ярай, тик мәтри, уландар, берегеҙ бер
талашһа...
Талашһаҡ,
ул ни эшләтмәксе, асығын ғына әйтмәй,
ҡапҡаһы яғына ыңғайлай; ләкин уның беҙгә
яманлыҡ эшләмәҫен беләбеҙ. Уйнағаныбыҙҙы
ҡарарға ярата бит ул. Хатта ҡайһы саҡта
әбейе менән икәүләшеп ҡапҡа төбөнә
сығып ултыралар.
Шулай
ҙа Ғимран бабайҙың киҫәтеүе беҙҙең эште
көйләп ебәрә. Эште сүрәкәй уйнауҙан
башлап алып китәбеҙ. Тәнде яҙыу, сәм
ҡуҙғатып алып китеү өсөн, һәләк йәтеш
уйын ул. Артыҡ күп тә йүгермәйһең, ләкин
ситкә һуғылған сүрәкәй таяғын бәләкәй
генә һыҙыҡҡа төшөрөү өсөн бик ҙур
таһыллыҡ, сама белеү кәрәк. Тән ҡыҙып
алғас, ике төркөмгә бүленеп, бура һуғыуға
тотонабыҙ. Буралар за, һәр кемдең үҙ
исем-фамилияһының баш хәрефтәре яҙылған
таяҡтар ҙа Ғимран бабайҙың ихатаһында
- ҡойма буйында ғына һаҡлана.
Бура
һуғыу - беҙҙең иң яратҡан, иң сәмләнеп
тотона торған уйыныбыҙ. Көс тә, мәргәнлек
тә, таһыл да кәрәк бында. Иң шәп бурасылар
хатта арғы ос малайҙары менән ярышҡа
ла сыға. Бура һуғыу беләктәрҙе талдыра,
тирләүҙән күлдәктәр арҡаға лыпын йәбешә.
Шуға күрә арабыҙҙан кем дә булһа:
- Малайҙар, әйҙәгеҙ, һыҙыҡ туп уйнайбыҙ,
- тип бура һуғыу ялҡыта башлауын
белдерә.
Уға
ҡаршы килмәйҙәр, сөнки бетебеҙгә лә
талғыныраҡ, тәнгә ял бирерҙәйерәк уйын
кәрәк. Һыҙыҡ туп бик сос, йылғыр булыуҙы,
тупты мәргән (бәреүҙе талап итһә лә,
артыҡ ҡабаланмай уйнай торған уйын.
Ләкин беҙҙең тир ҡатмай, төшлөккә етеп
килгән ҡояш хәлебеҙҙе ала, әлһерәтә.
- Әйҙәгеҙ, малайҙар, һыу инергә! Әйтерһең,
һәр кем ошо һүҙҙәрҙе генә көтөп торған.
Шаулашып, берҙәм күтәреп алалар:
- Ҡайҙа барабыҙ?
- Күкьятыуға.
- Юҡ, унда әле һыу һалҡындыр. Мотайға
китәйек.
- Алыҫ бит ул...
Быныһын
малайҙар ҡолаҡтарына ла элмәй. Ярты
саҡрым ер беҙҙең өсөн ҡайҙан алыҫ булһын?
Бер-беребеҙҙе баҫтырышып, шаяра-шаяра
Мотайға йүнәләбеҙ. Мотай - беҙҙең Ҡыҙылташ
йылғаһындағы иң матур ятыу ул белә-белһәгеҙ.
Төбөнә йоморо, шыма беләү таштар
түшәлгәнлектән, ул, күпме кеше һыу инһә
лә һис ҡасан буйрамай, ағымы ла ҡаты
түгел, өҫкә ҡарай ҙа, арҡыры-буйға ла
рәхәтләнеп йөҙөп йөрөйһөң. Ятыуҙың
тирә-яғы иһә муйыл, ерек әрәмәлеге менән
уратып алынған. Уң яҡтағы һөҙәк ярында
ғына кескәй аҡлан бар. Беҙ шунда унан-бынан
сисенәбеҙ ҙә шым ғына күгәреп ятҡан
ятыуға сумабыҙ. Тирләгән, саң ҡунған
тән буйлап ғәләмәт бер рәхәтлек йүгерә,
күҙ алдары яҡтырып киткәндәй була. Минең
кеүек бәләкәйерәк малайҙар ятыу уртаһына
уҡ йөҙәргә батырсылыҡ итмәй, һыу муйынға
етер тирәгәсә белер-белмәҫ көйө атынып,
ауыҙға тулған һыуҙы бөркә-беркә йөҙөп
хитланабыҙ ҙа туҡтап ҡалабыҙ. Һыу төбөнә
баҫыу менән ятыуҙа ҡымйып йөрөгән
сабаҡтар, ҡоморойҙар морондары менән
төрткөләп, аяҡты ҡытыҡлай башлай. Беҙ
тағы ла сумабыҙ, йөҙөп аҙапланабыҙ.
Бөтөнләй йөҙә белмәгән малайҙар иһә яр
буйында ғына сыптырҙаша. Уларҙың
ҡайһылары усы менән һөҙөп ваҡ ҡына балыҡ
селбәрәләре - йотомос тоторға маташа.
Әгәр тоттомо, ҡыуанып, усындағы һыу
менән ҡуша йотоп та ебәрә. Йәнәһе, тере
балыҡ йотҡас, үҙе лә хәҙер үк йылғыр
бәрҙеләй йөҙөп китә. Ләкин файҙаһы
теймәй, күрәһең. Һаман яр буйындағы һай
ергә ятып, ҡулдары менән һыу төбөнә
таянып, аяҡтарын сәпелдәтеүҙән ары китә
алмайҙар.
Ирендәр
күгәреп, тәнгә бәпкә йөндәре ҡалҡҡансы
ҡыялғандан аҙаҡ ҡына һыуҙан сығабыҙ.
Яр башына ятып ҡыҙынабыҙ, һыңар аяҡта
һикерәңдәп йә таш саҡылдатып, ҡолаҡтарға
тулған һыуҙы "түгәбеҙ". Тығын менән
ҡаплап ҡуйылған һымаҡ тойолған ҡолаҡ
эсенән йылымысланған һыу ҡымырйытып
ҡына ағып төштөмө, әй рәхәт булып ҡала,
бөтә башың еңеләйеп киткәндәй була.
Шунан
беҙ, хәҙер инде ҡабаланмай ғына атлап,
ауылға ҡарай йүнәләбеҙ. Ҡайтып, ашап
сыҡҡас, ниндәй уйын башлау тураһында
һүҙ ҡуҙғала. Төшкә тиклем уйнап өлгөрмәгән
уйындар байтаҡ әле: соҡор туп, көтөү
бураһы, элгес, сәскән, һәпәләк, йәшенмәк
һәм тағы ла әллә ниндәй уйындар. Бәхәсләшә
торғас, уйынды сәкәндән дауам итергә
һүҙ ҡуйышабыҙ. Иң ҡыҙыҡ уйын ул, сәкән.
Беҙ уны икенсе төрлө лә - ҡала алғыс, тип
тә атап йөрөтәбеҙ. Былай атауҙың үҙ
мәғәнәһе бар. Беҙ ике командаға бүленәбеҙ.
Ошонан аҙаҡ һәр яҡтың үҙ ҡалаһы билдәләнә.
"Ҡала" тигәнебеҙ - урамдың арғы һәм
бирге остарындағы берәй өй була инде.
Команда башлыҡтары:
- Минең ҡала - Миһран ҡарттар өйө.
- Ә минеке - Заһит бабайҙарҙыҡы,- тип
белдергәс, уйын башланып китә.
Командалар,
егерме-утыҙ метр ара ҡалдырып, ҡара-ҡаршы
баҫа. Ҡулдарҙа - ҡайындан эшләнгән, башы
кәксәйеп торған сәкәндәр, уйынды башлап
ебәрәсәк команданың башлығы алдында -
шулай уҡ ҡайын ороһонан эшләнгән, күп
һуғыуҙан шымарып бөткән ҡуш йоҙроҡ
ҙурлыҡ туп. Сырайҙар, ҡараштар етдиләнә,
бөтәбеҙҙең күҙ - шул тупта ғына. Унан
китә уйын. Һәр яҡ тупты нығыраҡ һуғып,
ҡаршы команданы ҡыҫырыҡларға тырыша.
Әле бер, әле икенсе яҡ сигенә. Малайҙар
туп артынан йүгереп йығылып китәләр,
ҡысҡыралар, һыҙғыралар, меҫкен туп иһә
ике арала өйөрөлсөктәй өйөрөлөп осоп
йөрөй. Шунан көслөрәк, оҫтараҡ уйнаған
яҡ ҡаршы команданы ҡыҫырыҡлай барып,
уның "ҡалаһын" баҫып ала һәм еңеүсе
булып сыға. Ошонан аҙаҡ командалар
урындарын алмашалар ҙа уйын яңы көс
менән дауам итә...
Шундай
ҡыҙыҡ уйын булғанғалыр инде, кисен эштән
ҡайтып, урамға тән яҙырға сыҡҡан өлкән
ағайҙар ҙа йыш ҡына ҡыҙышып китәләр ҙә,
малайҙар кеүек үк зыҡ ҡубып, сәкән
һуғырға тотоналар. Өлкәндәрҙең ярһып,
шаулашып, беҙҙең кеүек үк харамлаша-талаша
уйнағандарын ҡарап тороу үҙе бер
мәрәкә.
Бына
шулай үтә ине беҙҙең көндәр. Тик һеҙ
былар көн буйына туҡтауһыҙ уйнап ҡына
йөрөгән икән тип уйлай күрмәгеҙ тағы.
Беҙҙе уйнап йөрөгән еребеҙҙән әсәйебеҙ
йә атайыбыҙ саҡырып ҡайтара ла теге-был
йомош ҡуша: ваҡыты-ваҡыты менән ҡайһы
берҙәребеҙгә картуф баҡсаһына ингән
кәзәләрҙе ҡыуып сығарырға, тауҙан быҙау
ҡарап алып ҡайтырға, эркет ҡайнатыу
өсөн аласыҡҡа күп итеп утын ташырға йә
сәңгелдәктәге туғанын бәүетеп ултырырға
тура килә, Ләкин беҙ барыбер уйнарға
ла, өй йомоштарын үтәргә лә өлгөрәбеҙ.
Шулай итмәһәк, беҙ ниндәй малайҙар
булабыҙ ти инде?!
Тик
бына берҙән-бер көндө миңә уйындан тәү
тапҡыр бөтөнләйгә айырылып торорға
тура килде. Һәм мин был донъяла уйындан
башҡа ла күңелгә ләззәт, йыуаныс биреүсе
нәмә бар икәнлеген белдем.


Мин,
көндәгесә, сепараттың талғын ғына
геүләгән тауышына уянып киттем.
- Зыйыңңң... зыйыңңңң...
Ошо
тауышты тыңлап, уяулы-йоҡоло иҙерәп
ятырға яратам мин. Әйтерһең, өй эсендә
үк ниндәйҙер кескәй генә самолет
туҡтауһыҙ әйләнеп йөрөй, эргәмдә генә
селтерҙәп йылға аға, быныһы - сепарат
һемәгенән биҙрәгә һөт ағыуы инде, усаҡ
аҫтында сарт-сорт килеп ут яна, тәҙрәнән
төшкән ҡояш нурҙары битемдән йомшаҡ
ҡына итеп һыйпай...
Шулай
ята торғас, мин ҡабат йоҡлап китәм, ҡояш
байтаҡ күтәрелгәс кенә тора инем. Бөгөн
иһә яңынан ойорға өлгөрмәнем, сепараттың
геүләп әйләнеүҙән туҡтауы булды,
әсәйемдең тауышын ишеттем:
- Кинйәбай, тор, улым, тор. Бар, тышҡа сығып,
йоҡоңдо осороп ин.
Ниңә
былай иртә торғоҙа икән әсәйем? Бүтән
саҡта Хәшейә апайым уятырға итһә лә:
- Ниңә бимазалайһың уны? Йоҡоһо бөткәнсе
йоҡлаһын, - тип, уны тыя торғайны.
Шулай
уйланып, икеләнеберәк ята инем, ишек
асылды, кемдер инде.
- Һаумы, Хәтирә килен.
Тауышынан
таныным, - Йәноҙаҡ бабай. Ул, бесән эшләү
өсөн көндәрҙең матурланып китеүенә
ҡыуанып, аҙыраҡ хәбәр һөйләп ултырҙы,
шунан йомошон әйтте.
- Хәтирә килен, бөгөн бакуйҙы төшкә тиклем
йыйып бөтһәк, кәбән ҡойоп ҡайтырмын
тигәйнем. Ос һәнәгеңде биреп тор әле.
Шул бер ос һәнәклек тура килтереп, эшләп
ала алмай ҡартайылды инде.
Бесән
ваҡыты еттеме, йыл да ошо йомошҡа инә,
ошо уҡ һүҙҙәрен һөйләй Йәноҙаҡ бабай.
Ауылыбыҙҙы осһоҙ-сикһеҙ урмандар уратып
алһа ла, ос һәнәклек табыу уйын эш
булмауын мин дә беләм. Һабы ун метрлы,
өс йә дүрт йәпле һәнәк эшләрлек матур
асалы ҡайын табыу өсөн әллә ни ҡәҙәрлем
урман гиҙеп тә буш ҡул менән ҡайталар.
Ә бына атайым шундай ҡайынды тапҡан
булған. Уны йышып, шымартып, йәптәрен
һелкәүесләндереп бөгөп, шундайын матур
итеп эшләгән, бесәнде күбәнән һоҫоп
ҡына алмалы. Шулай бик ҡулайлы булғанға,
ипкенеп торғанғалыр инде, Йәноҙаҡ
бабай:
- Ир маҡтаныр, ҡорамал эшләр, тип белмәй
әйтмәгәндәр шул. Ошо һәнәк менән кәбән
һалғанда һис арымайым, - ти.
Эйе,
атайым үҙе үлгәндән һуң ҡалған ҡомартҡы
ул, ос һәнәге. Уны әсәйем, бесән ваҡыты
үтеү менән, йәптәре тарбағайланмаһын
өсөн, йүкә менән бөрөп бәйләп, һыу
төшмәҫлек ергә - өй ҡыйығы эсенә һалып
ҡуя. Һораған бер ҡешегә биреп тә бармай
уны әсәйем. Атайымдан ҡалған берҙән-бер
ҡомартҡыны һындырып-фәлән ҡуйырҙар,
тиҙер инде. Ә мин шул ос һәнәген күргән
һайын атайымдың тере һынын күҙ алдына
килтерәм. Уны һәр саҡ әлеге ос һәнәге
менән кәбән һалып йөрөүсе, оҙон кәүҙәле,
киң яурынлы, көслө кеше итеп күҙ алдына
баҫтырам.
Шулай
итмәй, атайым ос һәнәген ҡулына тотҡан
көйө яҡты донъя менән хушлашты ла
инде.
Бынан
бер йыл элек булды ул хәл: 1945 йыл беҙҙең
өйгә оло шатлыҡ та, онотолмаҫ ҡайғы ла
алып килде. Дүрт йыл буйы кешеләрҙең
ҡанын да, күҙ йәшен дә, әсе тирен дә
түктергән һуғыш бөттө. Ауылға был хаҡта
хәбәр килгәндә, атайым беҙгә госпиталдән
хаттар яҙа ине. Ул ҡыштан бирле ята ине
инде унда. Әсәйем тәүҙәрәк:
- Ут эсенән тере һөйәге сыҡҡас, шәбәйеп,
ялт итеп ҡайтып төшөр әле, - тип һөйләнә
торғайны.
Һуғыш
бөтөп, ауылға һалдаттар ҡайта башлағас,
әсәйем ниңәлер күңелһеҙләнде. Бығаса
түҙем генә йөрөгән кеше көн дә иртәнсәк
тороу менән:
- Ҡасан ғына ҡайтып инер атайығыҙ. Ҡайһы
ере яраланғанды ла яҙмай бит, исмаһам.
Аяҡ-ҡулы именме икән? Госпиталдә шул
хәтлем оҙаҡ ятҡас, белмәйем инде... - тип
көрһөнә. Кисен эштән ҡайтып инһә: -
Үлә-бата йүгереп ҡайттым. Атайығыҙ үҙем
юҡта ҡайтып төшөр ҙә, ҡаршылай алмай
ҡалырмын кеүек, - ти.
Ятып
киткәнгә тиклем тәҙрәнән күҙен алмай
ул. Кискелеккә бешергән ашантынан бер
өлөш һалып ҡалдыра. Атайым төнөн ҡайтып
төшһә, ашарына әҙер булһын, тиҙер
инде...
Ә
атайым, алдан хәбәр-хәтер ҙә бирмәй,
көтмәгәндә генә ҡайтты ла төштө. Июль
баштары ине инде. Көн кискә ауышҡан мәл.
Әсәйем ашъяулыҡ йәйеп, ашарға ултыртып
йөрөй. Ул бөгөн һоло төйөп, шуның ярмаһынан
өйрә бешергәйне. Әсәйем бөтә нәмәне
ашъяулыҡҡа ҡуйып бөткәс, ғәҙәтенсә,
тәҙрәгә күҙ һалды: атайым ҡайтып килмәйме,
тиҙер инде. Һәм ҡапыл ҡатып ҡалды. Уның
ҡиәфәте апайым менән мине лә тәҙрәгә
ҡаратты. Урамдан үҙебеҙгә табан атлаған
бер кешене күргәс, ул саҡта минең дә
йөрәк ярыла яҙғайны. Кеше - һалдат
кейемендә, башында - пилотка, ҡулында -
таяҡ, һылтыҡлабыраҡ атлай. Беҙ өҫөбөҙ
ҙә, сихырланған шикелле, ҡайһылыр арала
ошо кешегә ҡарап ҡаттыҡ. Шунан бөтәбеҙ
бер юлы ишеккә ташландыҡ.
- Уф, балаҡайҙарым!.. - был өндәрҙе сығарғаны
- әсәйем.
- Атайым бит, әсәй! - быныһын апайым
ҡысҡыра.
- Атайым ҡайтып килә! Ордене бар! - мин
шулай тип ишеккә атлыҡтым. Сөнки урамдан
килгән һалдаттың гимнастерка түшендә
ниҙеңдер йылҡылдап күренгәнен абайлап
ҡалғайным. Апайым менән беҙ атайыма
ҡаршы йүгерҙек, әсәйем, ниңәлер, ары
атларға хәле юҡ кешеләй, ҡапҡа бағанаһына
һөйәлде...
Бына
шулай ҡаршылағайныҡ беҙ атайымды. Ул
ҡайтҡас, беҙҙең өй бермә-бер яҡтырып,
уның эсендә ҡот артҡан һымаҡ булып
китте. Атайымдың яраһы ла әллә ни түгел,
минеңсә: аяғына снаряд ярсығы тейгән,
хәҙер сатанлабыраҡ атлай. Миңә иһә уның
шулай һылтыҡлабыраҡ, кәкре башлы таяҡ
таянып, ҡабаланмай ғына атлап йөрөүе
хатта оҡшай. Ут-һыуҙар кисеп ҡайтҡан
һалдат тап бына шулай булырға тейеш
тә!
Атайымдың
түшендә икенсе яраһы - үлемесле яраһы
ла булғанлығын мин ай самаһы үткәс кенә
белдем.
Бесән
өҫтө ине. Әсәйем хәҙер бесәнгә яңғыҙы
йөрөмәй - атайым менән китәләр. Атайым
бер көндө бесән сабып ҡайтты ла урынға
ятып торҙо. Уның сырайҙары ағарып,
күҙҙәре эскә батҡан һымаҡ булып
киткәйне.
- Ҡабат йөрөмәҫһең бесәнгә. Быға тиклем
эшләгәнде, бер һыйырлыҡ бесән үҙем дә
әҙерләрмен әле, - тине уға әсәйем.
Атайымдың
төнө буйы ыңғырашып, йоҡламай сығыуын
мин дә һиҙеп яттым. Аяғы һыҙлаймы икән,
тип уйлайым йоҡо аралаш, уны йәлләп.
Атайым иһә иртәнсәк торҙо ла, әсәйем,
йөрөмә, тиһә лә, тағы сабынлыҡҡа китте.
- Эш һағындырған, өйҙә ятып нисек түҙмәк
кәрәк. Бөгөн сабырға түгел бит, - бесән
йыйырға, - тип, үҙ һүҙен бирмәне.
Тағы
ике көндән атайым промартель председателенән
ат һорап алып ҡайтты. Арбаға кәбән
һәнәктәрен тейәп, үҙебеҙ ҙә теҙелешеп
ултырып, кәбән ҡойорға киттек. Юлда
әсәйемдең:
- Һин юҡ саҡтарҙа иң оло ҡайғы - кәбән
ҡойоу була торғайны. Бөтә ауылға дүрт-биш
кенә кәбән ҡойорҙай кеше ҡалғайны бит,
Сәлмән, - тип һөйләнеп барғаны, атайымдың
уны:
- Был һуғыш ғүмере онотмаҫ ыҙалар кисертте
инде. Ярар, хәҙер ундай ҡайғың бөттө,
Хәтирә, ҡабат күрергә генә яҙмаһын, -
тип йыуатҡаны хәтерҙә.
Атайым
ул көндө һис тә ҡабаланмай ғына йөрөп,
кәбәнде төш ауыуҙарға ҡойоп бөттө. Шунан
беҙ ләпәш ҡайын төбөнә ултырып сәй
эстек. Ашап туйғас, атайымдың :
- Һай!.. Һуғышҡа тиклемге сәләмәтлектәремде
ҡайҙан алайым! - тип ҡайын күләгәһенә
ятып торғаны бөгөнгөләй күҙ
алдында.
Көнбайыш
яҡта өйкөм болоттар ҡарайып күренгәс,
атайым ятҡан еренән йәһәт кенә торҙо
ла:
- Ямғыр яуырға самалай, ҡайта һалайыҡ, -
тип, ҡабаланып, ат егергә тотондо.
Тик
беҙгә ыңғай ғына ҡайтып етергә тура
килмәне. Ауылға саҡрым ярым самаһы ер
ҡалғас, Ташморон аҫтындағы туғайға
атайым атын туҡтатты.
- Күрәһеңме, Хәтирә? - тип әрәмә яғына
ымланы атайым. - Ғөбәйҙә инәй шикелле
бит?
Атайым
күрһәткән яҡҡа мин дә ҡараным. Унда,
әрәмә буйында, берәү, япа-яңғыҙы, кәбән
ҡойоп маташа. Бесәнен күбәнән өҙә-йолҡа
сәнсеп алған була ла еректән генә таған
һөйәп ҡоя башлаған кәбәне өҫтөнә ырғыта.
Бына ул һәнәгенең төбөн ергә ҡаҙап,
юрмаслап үргә менергә маташа, ләкин
ҡурап кипкән бесән, аяғын терәргә лә
өлгөрмәҫ борон, шауҙырҙап аҫҡа ишелә.
Күрәһең, ул кәбәне башына менеп, уны
тапап төшөргә самалай. Ғөбәйҙә инәйҙе
мин дә танып алғайным инде. Уның ире
граждандар һуғышы мәлендә үк үлгән, ә
ике улы был һуғышта ятып ҡалды: һуғыш
йылдарында. Ғөбәйҙә инәйҙе, кәбәнде бер
үҙе ҡоя икән, тип һөйләгәндәрен ишеткәнем
дә бар ине...
- Былай үтеп китеү ирлек булмаҫ, Хәтирә,
- тине лә атайым атының башын уңға тартты.
- Ҡойошоп китәйек кәбәнен. Ямғыр яуып
ебәрһә, этләнеп-гүрләнеп сапҡан бесәне
әрәм булыр.
Килһәк,
Ғөбәйҙә инәйҙең йән тиргә төшкән бите,
муйыны, беләктәре бесән ҡауағына буялған,
эскә батҡан күҙҙәре генә тоноҡ йылтырай.
- Бар, Хәтирә, кәбән башына мен, - тип атайым
арбанан һәнәген алды ла, Ғөбәйҙә инәйгә
ул-был хәбәр һөйләп тә тормай, кәбән
ҡойорға тотондо.
Ул
арала дөбөр-шатыр күк күкрәне, ҡайҙандыр
ел күтәрелде. Оҙаҡламай ямғыр яуа
башлаясағы көн кеүек асыҡ. Тик атайым
болоттарға ла, күк күкрәгенә лә, Ғөбәйҙә
инәйҙең:
- Һы, йә инде... Бына бит хоҙайҙың рәхмәте.
Ҡайҙан ғына килеп сыҡтығыҙ, - тип
һөйләнеүенә лә иғтибар итмәй, бесәнде
кәбән башына елгәрә генә.
Кәбән
башында торған әсәйем:
- Сәлмән, ипләберәк! Аяғыңды йә түшеңде
ауырттырып ҡуйма! - тип хәүефләнеп
ҡысҡыра.
- Ҡурҡма! Бер ни ҙә булмаҫ, тапа әйҙә. Хәҙер
бөтәбеҙ, - тип, атайым тын алырға ла
уйламай.
Ямғыр
күҙҙәре төшә башлағайны, атайым ос
һәнәген алды. Ул оҙон һәнәк менән бесән
сәнсеп ала ла, төбөн ергә ҡаҙап, һәнәкте
турайтып баҫтыра, шунан уны күтәреп,
яҫмарҙы кәбән башына ырғыта. Бына кәбән
осланып та бара инде. Өс-дүрт һәнәк бесән
булһа, ул ҡар ҙа ятмаҫлыҡ хәлгә
киләсәк.
Шул
саҡ мин ғүмере онотолмаҫ хәлдең шаһите
булдым. Бесән ырғытырға тип күтәрә
башлаған ос һәнәге атайымдың ҡулынан
ысҡынып китте. Атайым, һәнәген тотоп
ҡалырға теләгән төҫлө, уның өҫтөнә ауҙы.
Әсәйем кәбән башынан:
- Ни булды, Сәлмән?! - тип ҡысҡыра.
Уңарсы
атайым эргәһенә Ғөбәйҙә инәй килеп
етте, ҡурҡып ҡысҡырып ебәрҙе:
- Хәтирә, төш әле, төшә һал!..
Ул
саҡта мин әсәйемдең бейек кәбән башынан
нисек төшкәнен дә хәтерләмәйем. Бер
ҡулы менән һәнәге һабын, икенсеһе менән
күкрәген тотоп ятҡан атайымдың ауыҙынан
ҡып-ҡыҙыл ҡан һарҡып сыҡҡанын күргәс,
иҫемде юйғанмын...
Өлкәндәр
аҙаҡтан, ныҡ көсәнеүҙән Сәлмәндең күкрәк
яраһы эстән, асылған икән, тип һөйләнеләр.
Нисек кенә булмаһын, беҙ күҙ менән ҡаш
араһында атайһыҙ ҡалдыҡ. Уны беҙ Ташморон
аҫтындағы туғайҙан ҡойоп яуған ямғыр
аҫтында арбаға һалып алып ҡайттыҡ. Ошо
хәлде хәтерләһәм, хәҙер үҙемдең дә шул
ҡыл тартҡандай төҙ һаплы, дүрт йәпле
һәнәкте ҡулыма алғым, уның менән ҡойоп
ҡуйғандай итеп кәбән һалғым килеп китә.
Тик быныһы әлегә хыял ғына шул. Бесән
сәнсеп түгел, ос һәнәген былай күтәрергә
лә саҡ-саҡ көсөм етә.
Һәр
саҡ атайымды хәтерләткән ос һәнәген
һорай ине Йәноҙаҡ бабай. Белеп ятам,
әсәйем уға һәнәкте бер һүҙһеҙ биреп
торасаҡ. Сөнки үҙебеҙгә лә кәбәнде һуғыш
йылдарында гелән Йәноҙаҡ бабай ҡойоп
бирә ине бит. Быйыл да әсәйем, моғайын,
ошо йомош менән уға барыр.
- Кинйәбай, тор әле, тор, ана бабайыңа өй
башынан ос һәнәген төшөрөп бир, - тип
әсәйем минең еҫтәге юрғанды асып уҡ
ебәрә.
Һикереп
торам да, күҙемде ыуалай-ыуалай, соланға
сығам һәм ҡыйыҡҡа тағылған арҡан буйлап
өй башына үрмәләйем.
- Бесән йыя торған һәнәктәрҙе лә алып
төш! - тип ҡысҡыра әсәйем ишек алдынан.
Бына
ул төрлө оҙонлоҡтағы, төрлөсә йәпле
һәнәктәр. Ос һәнәге улар араһында сабаҡ
көтөүе араһында ятҡан суртан кеүек
күренә.
Һәнәктәрҙе
алып биреп, өйгә ингәс, мин әсәйемдең
бөгөн ниңә иртә уятҡанын да аңланым.
- Улым, йәһәт кенә битеңде йыу ҙа ашарға
ултырайыҡ. Бөгөн миңә иптәш булып
сабынлыҡҡа һин барырһың. Апайың өйҙә
ҡалыр, - тине әсәйем.
Бесән
сабырға барғанда, сәй ҡайната торһаң
да файҙа, тип ул быйыл апайымды үҙенә
эйәртеп йөрөтә ине. Бөгөн мине алып
бармаҡсы икән. Сәй эсергә ултырғас,
әсәйем ниңә мине алып барырға булыуын
асығыраҡ әйтеп бирҙе.
- Бесән кибеп етмәһә, бакуйҙы әйләндереп
киптерербеҙ, тим. Һин, малай кеше, бакуй
әйләндерергә ҡатыңҡыраҡ булырһың.
Әсәйемдең
үҙемде апайымдан өҫтөнөрәк ҡуйыуы мине
бер сиреккә үҫтереп ебәрә. Ҡабалан-ҡарһалан
ашаным да, сығып, үҙемә иплерәк һәнәк
һайларға тотондом.


З

Бына
мин, һәнәк күтәреп, ғүмеремдә тәү тапҡыр
бесән йыйырға китеп барам. Шулай әсәйемә
ҡуш булып, эшкә китеп барғаныма һәр
өйҙөң тәҙрәһенән һоҡланып ҡарайҙарҙыр
кеүек. Әсәйемдең дә аҙымдары ышаныслы,
сырайы бүтән саҡтағынан яҡтыраҡ тойола
миңә.
Беҙҙең
сабын Көнтөшмәҫ тигән ерҙә булыуын, ул
яландың нисегерәк икәнен дә беләм.
Былтыр атайым, һуғыштан ҡайтҡас, үҙебеҙгә
кәбәнде шунда ҡойғайны. Шунан ҡайтып
килгәнендә, Ғөбәйҙә әбейгә ярҙам итәм
тип, үлде лә инде. Ауылдан ике саҡрым
самаһы алыҫлыҡта ул. Өс яҡтан ҡуйы,
шыйлан ҡарағай урманы уратып алған,
түбән яғы Ҡыҙылташ ярындағы әрәмәлеккә
барып тоташҡан. Ҡояш байтаҡ күтәрелмәйенсә
ңур төшмәгәнлектән, ул күп ваҡыт күләгә
булып тора. Шуға Көнтөшмәҫ тип атағандарҙыр
инде уны.
Бер
урында юл ҡуйы ҡайынлыҡ аша үтә ине.
Шунда эргәбеҙҙән генә бер өйөр ҡор
балалары күтәрелеп осто бит. Ҡанаттары
нығынмағанлыҡтан, улар алыҫ оса алмай,
саҡ ҡына баралар ҙа тағы үлән араһына
боҫалар. Сыҙаманым, киттем бит быларҙы
ҡыуып. Әсәйем:
- Ҡыялма юҡҡа, әйҙә йәһәтерәк! - тип
ҡысҡыра.
Мин
һаман йүгерәм. Ләкин инде барып еттем
тигәндә генә ҡор балалары күтәрелеп
оса ла китәләр. Асыуым килеп, һәнәгем
менән бәреп ебәргәйнем, ҡайын олонона
барып бәрелде лә һәнәктең бер сатаһы
шарт итеп һынып та сыҡты.
- Ай, тыңлауһыҙ! Юҡҡа ҡыялма тип әйттем
мин һиңә! - Әсәйем, асыуланып, шулай
һуҡрана, ә мин, һәнәгемдең һынған йәбен
тоташтырырға теләгәндәй, уны урынына
ҡуйып ҡарайым. Йә, сабынға барып етмәҫ
элек һәнәк йәбен һындыр инде, эшкинмәгән.
Берәү бесән йыйырға китеп бара имеш,
тип үҙ-үҙемде әрләйем. Минең танау
төшкәнен әсәйем дә абайланы, күрәһең,
асыуланмай ғына әйтте:
- Ярар, аптырама, бакуй әйләндерергә ике
йәбе лә етер. - Аҙыраҡ һүҙһеҙ барғас,
өҫтәне: - Ҡош тотор саҡтарың алдараҡ шул
әле, улым...
Сабынға
еткәс, ашантыны бер ағас төбөнә ҡуйыу
менән, әсәйем бакуйҙарҙың нисек кипкәнен
ҡарарға тотондо. Яландың урта ерендәгеләре
кипһә лә, уларҙың урман ситендәге
баш-баштарының аҫты шәмәреп, йәшел ята
ине әле.
- Их, этләнеүем барҙыр ошо сабын менән, -
тип йәне көйә әсәйемдең. - Бүтәндәрҙең
бакуйы ҡурап кипкәндә лә, бында
әйләндермәйенсә йыйып булмай. Улым,
бына шулай итеп һәнәгеңдең йәбен ипләп
кенә аҫҡа тыҡ та бакуйҙағы бесәнде
туҙҙырмай ғына ҡояш яғына ҡаратып
әйләндер. Ергә лыпын ятҡырмай, бына шул
рәүешле баҫтырыбыраҡ ҡуйһаң, ел ҡағып
киптереүгә арыу булыр..
Әсәйемдең
тәфсирләп өйрәтеүенә көлөмһөрәй биреп
ҡарап торам. Һәй, эшме ни инде шул бесән
әйләндереү, тип уйлайым күңелемдән.
Аңламаҫлыҡ нимәһе бар?
Тирә-яғыма
күҙ һалам: яланға, әйтерһең, ҡаймалап
һырылған ҙур балаҫ түшәп ҡуйғандар.
Хатта ошо бакуйҙарҙы йыйып алһаң, әле
һырланып-тулҡынланып ятҡан сабынлыҡтың
йәме китер ҙә ҡуйыр төҫлө. Күңелде
ҡытыҡлап, танауға әскелтем бесән еҫе
килеп бәрелә, күңелгә рәхәт булып ҡала.
Мин дәртләнеп эшкә тотонам. Ләкин бакуй
аҫтына тыҡҡан һәнәгемдең осо ергә
ҡаҙала. Ипләберәк яңынан ҡабатлайым,-
һәнәк осо йәнә тупраҡҡа төртөлә.
Асыуланып, һәнәгемде көс менән өҫкә
күтәргәйнем, бер яҡҡа туҙышып бесән
ырғыны, һәнәк осона йәбешкән тупраҡ
күҙемә һирпелде.
- Өтәләнмә, улым, - ти әсәйем, - ашыҡҡан эш
бөтөрмәҫ, таһыллы эш бөтөрөр, тигән
боронғолар.
Тупраҡ
күҙҙе өйкәй, ләкин уны ең осо менән генә
тызып алам да, әсәй алдында һыр бирмәү
өсөн (һәнәк йәбен һындырып көлкөгә
ҡалған да еткән), тағы эшкә тотонам. Әһә,
был юлы ыңғай уҡ әйләндереп һалдым бит
бакуйҙы. Тик икенсе тапҡырында һәнәк
тағы тупраҡҡа ҡаҙалды. Был ни иткән эш
әле?
- Улым, һәнәгеңдең йәбе ҡалтайып торған
яғын өҫкө әйләндереп тот, шунан
төртөлмәҫ.
Эй,
ошо әсәйемде, һаман тикшереп тора, имеш.
Уның туҡтауһыҙ өйрәтеүе сей елкәмә
тейһә лә, һәнәкте әйләндереп тотам. Бәй,
эш көйләнде лә китте бит. Һәнәгемде
бакуй аҫтына тығам да әйләндерәм, тығам
да әйләндерәм, һәнәк осо ҡаҙалып та
ҡарамай. Әсәйем:
- Вәт шулай, - тип эшемде ҡеүәтләне лә
кипкән бакуйҙарҙы йыйырға тотондо.
Яландағы тынлыҡты бесән шаптырҙауы
боҙҙо.
Мин
урман ҡырындағы бакуй баштарын бил
яҙмай әйләндерәм дә әйләндерәм. Бер
аҙҙан артыма әйләнеп ҡарайым - апаруҡ
ыратып алып барам бит. Өҫтәүенә, шул саҡ
әсәйем:
- Өтөп алып бара лабаһа минең улым, - тип
ебәрҙе.
Тағы
ла дәртләнеберәк дауам иттем. Әллә көн
эҫей төштө, битемдән субырлап тир аға,
ул әсеттереп күҙгә төшә, хатта ауыҙға
ла килеп инә. Лысма һыу булып арҡама
йәбешкән күлдәгемде һалып ырғыттым.
Ләкин күгәүендәр тешләй башлағас, уны
яңынан кейергә мәжбүр булдым. Тирләп-бешеп
тағы бер аҙ эшләгәс, һәнәгем баяғы кеүек
йәнә ергә ҡаҙала, эшем ыңғай бармай
башланы. Һәнәгемде тегеләй-былай
әйләндереп ҡарайым, юҡ бит, тупраҡҡа
төртөлә лә бакуйҙы әйләндереп булмай
ҙа ҡуя. Бөтә бәлә һәнәктә һымаҡ күренә
миңә, уны тегеләй-былай әйләндергеләп
ҡарап торам.
- Улым, аҙыраҡ ял ит. Ана, анауындағы
күләгәгә барып ултырып тор.
Гел
минең ни эшләгәнемде ҡарап ҡына йөрөймө
икән ни был әсәйем? Үҙемдән ситтә йөрөһә
лә, бөтәһен дә күрәсе. Уның әйткәнен
тыңламай, сәмләнеп, тағы эшкә тотондом.
Ике-өс бакуй башын әйләндереүем булды,
һәнәк осо йәнә ергә ҡаҙала. Ул арала
эргәмә әсәйем килеп етте.
- Бөтөнләй эшкиндең бит, улым, - тип ул
мине ҡосаҡлап ала ла ярҡамдан һөйә.-
Һай, улым, ҡайһылай тирләгәнһең. Әйҙә,
күләгәгә ултырып, бәләкәс кенә ял итәйек.
Эш ҡасмаҫ ул.
Еңем
менән тиремде һөртә-һөртә әсәйем артынан
атланым. Ялан ситендәге төптән үк ботаҡлы
ҡарағай төбөнә барып ултырҙыҡ. Ултырҙыҡ
тип, әсәйем ултырҙы, мин үлән өҫтөнә
һуҙылып яттым. Бер ниндәй ел-фәлән дә,
шылт иткән тауыш та юҡ. Шар аяҙ күк шул
тиклем бейек, ә икенсе ҡараһаң, ул шыйлан
оҙон ҡарағайҙарға эләгеп торған кеүек.
Шул ҡуйы зәңгәр күккә ҡарап шым ғына
ятыуы ҡалай рәхәт. Тәнде мамыҡ өйөмө
менән баҫтырып ҡуйғандыр төҫлө, бармаҡты
ла ҡыбырҙатаһы килмәй.
- Атайың һуғыштан элек бер үҙе ошо сабынды
ике көндә сабып бөтә торғайны, - әсәйемдең
моңһоу тауышы бик алыҫтан ишетелгән
һымаҡ тойола. - Бесән саба белмәгән
кешеме ни мин, сабышайым, ярҙам итешәйем,
тием. Юҡ бит, үҙем иҫән саҡта һинән ауыр
эш эшләтәһем килмәй, ти ҙә ҡуя. Әйтерһең,
үҙенең иртә донъя ҡуйырын белгән,
мәрхүмең... Эээ-й, атайың иҫән булһа...-
Атайым иҫән булһа, ни эшләр ине, әсәйем
һүҙен әйтеп бөтмәйенсә туҡтап ҡала,
байтаҡ шым ултырғас ҡына шул уҡ моңһоу,
һағышлы тауышы менән дауам итә.- Бер
йылды шулай Йәноҙаҡ бабайыңдар анау
Ҡыҙылташ аръяғындағы яланды саптылар,
беҙ әлеге ошонда инде. Көндөҙгө сәйҙе
йылға буйына төшөп бергә эсә торғайныҡ.
Сәй эсеп ултыра торғас, атайың менән
Йәноҙаҡ бабайың бәхәсләште лә китте
бит. Беҙҙең утыҙ өс күбә бар ине, Йәноҙаҡ
бабайыңдарҙыҡы - егерме бер. Атайың
әйтә, барыбер кәбәнде мин һинән алда
ҡойоп бөтәм, ти. Беләһең бит, Йәноҙаҡ
бабайың да үҙһүҙле. Булмаҫ, минең дә
эштән сығып ҡартайып барған ер юҡ әле,
ул егерме бер күбәне һин ярты кәбәнеңде
ҡойғансы уҡ ырғытып бөтәм мин, тип ал
бирмәҫкә тырыша. Берәр һарыҡ тәкәһенән
бәхәсләште бит былар. Кем элек ҡойоп
бөтә - шул кәбән үҙәгенә ҡуйылған һайғау
башына ҡыҙыл сепрәк бәйләй, тип һүҙ
бирештеләр. Сәмле кеше ине атайың,
әйттеме, сәсәп йығылһа ла, үҙ һүҙендә
торор ине. Әй шул көндө ярһып эшләүе!
Мин кәбән башында торам, уның ырғытҡан
бесәнен тапап өлгөрә алмайым хатта.
Оҫта һала торғайны ул кәбәнде. Бесәнде
күбәнән кәле-кәле менән генә алып,
кәрәкле генә урындарға ырғытып тик
йөрөй. Ул көндө кәбәнен ослағансы саҡ
ҡына ла туҡтап торманы ул. Аҙаҡҡы һәнәк
бесәнде ырғытты ла: "Яулығыңды сис
тә һайғау осона бәйлә!"- тип ҡысҡыра.
Яулығымды һайғауға бәйләгәс, һорай был:
"Тегеләрҙе ҡара әле, бөтәләрме?" -
ти. Миңә ни кәбән башынан Йәноҙаҡ
бабайыңдарҙың сабыны ус төбөндәге кеүек
күренеп тора. Улар кәбәнен саҡ яртылаған.
Атайың: "Кем менән бәхәсләшеп маташа
бит әле ҡарт, бер һарыҡ тәкәһен эләктерҙек,
бисәкәй", - тип рәхәтләнеп көлгән
булды. Үҙе бит әле атты екте лә, Йәноҙаҡ
бабайыңдар яғына сығып, кәбәндәрен
ҡойоп бөтөштө. "Ен икәнһең һин, Сәлмән,
- ти Йәноҙаҡ бабайың. - Тәкә - һинеке",
- ти. Үҙе һаман һыр бирмәҫкә маташа.
"Һинең ос һәнәгең шәп шул, Сәлмән
ҡустым, шуның менән алдыраһың", - ти.
"Һинең был аша атлап сығырлыҡ кәбәнеңә
ос һәнәгенең кәрәге лә юҡ инде", - тип
көлгәйне атайың, Йәноҙаҡ ҡайнаға үсекте
лә китте. Ауылға ҡайтып еткәнсе, бер
ауыҙ һүҙ ҡушманы. Атайың эште оҙаҡҡа
һуҙырға яратмай ине. Тегеләрҙең тәкәһен
шул көндә үк етәкләп алып ҡайтты ла,
һуйып, үҙҙәрен бөтә бала-сағаһы менән
ҡунаҡҡа саҡырҙы. Тәкәңде йәлләп, һуймай
йөрөй инең, бына йәтеш булды лабаһа, тип
көлә, етмәһә. Эээ-ййй, бар ине
заманалар...
Әсәйемдең
һуңғы һүҙҙәре миңә ниңәлер, атайың бына
шулай ине, ә һин төш тә етмәҫ борон
әлһерәп, кәрһеҙләнеп ятаһың, тигән һымаҡ
тойолдо. Сәмләнеп, ырғып торҙом, һәнәгемә
тотондом.
- Улым, - тип, китә башлаған еремдән әсәйем
туҡтатты,- ашантыны ҡалдырған ерҙән
айранды килтер әле, тамағым кибеп
тора.
Айран
эскәс, уғата хәл инеп киткәндәй булды.
Мин үҙ эшемде дауам иттем, әсәйем бесән
йыя. Атайым тураһында әле генә ишеткән
һүҙҙәр ныҡ тәьҫирләндергәйне мине. Уның
сәмләнеп, бесәнде ҡутараһынан сәнсеп,
кәбән ҡойоп йөрөгәнен күҙ алдына килтерәм
дә, үҙем дә кем менәндер уҙышҡандай,
тилберерәк эшләргә тырышам. Башыма,
ҡасан мин дә шулай берәйһе менән ярышып
кәбән ҡойормон икән, тигән уй килә. Шунан
иртәнсәк Йәноҙаҡ бабай алып киткән ос
һәнәге иҫемә төшө. Ул һәнәккә ниңәлер
мин үҫеп етеп, кәбән һалырлыҡ булмайынса
бер кемдең дә ҡулы теймәҫкә тейештер
һымаҡ тойола. Их, ҡасан анау Афзал ағайҙар
һымаҡ ҙурайып кителә инде. Ниңә икәнен
үҙем дә белмәй, әсәйемдән ҡысҡырып
һорайым:
- Әсәй, Йәноҙаҡ бабай ос һәнәген һындырып
ҡуймаҫмы икән?
Әсәйем,
аптырағандай, аҙыраҡ һүҙһеҙ ҡарап
тора.
- Ниңә улай тиһең? Һындырырға ни, бөгөн
башлап кәбән ҡоямы ни ул.
Ҡайтарып

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Атайымдың Ос Һәнәге - 2
  • Parts
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 1
    Total number of words is 4265
    Total number of unique words is 2060
    30.5 of words are in the 2000 most common words
    41.8 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 2
    Total number of words is 4318
    Total number of unique words is 1994
    30.4 of words are in the 2000 most common words
    41.8 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 3
    Total number of words is 4299
    Total number of unique words is 1955
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    41.7 of words are in the 5000 most common words
    47.2 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 4
    Total number of words is 735
    Total number of unique words is 493
    43.3 of words are in the 2000 most common words
    54.3 of words are in the 5000 most common words
    58.1 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.