Latin

Атайымдың Ос Һәнәге - 2

Total number of words is 4318
Total number of unique words is 1994
30.4 of words are in the 2000 most common words
41.8 of words are in the 5000 most common words
48.6 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
һүҙ әйтә алмайым, сөнки һорауҙы ниңә
биргәнемде үҙем дә төшөнөп еткермәй
инем.
Бүтәне
бүтән, иллә-мәгәр төшкө сәй тәмле булды
ла һуң. Ғүмерҙә лә ул хәтлем эсмәгәнде,
әллә нисәмә сынаяҡ сәй һемерҙем. Әсәйем
ашап бөткәнсе тип ятып торғайным, әллә
ни арала йоҡлағанмын да киткәнмен.
...Имеш, ҙур бер ялан. Ул иҫәпһеҙ күп
күбәләр менән сыбарланған. Малайҙар
бер нисә ат менән күбә тарттыра. Мин иһә
шул яландың уртаһында тирләп-бешеп
кәбән ҡоям. Атайымдың ос һәнәге ҡулымда
уйнап ҡына тора. Бесәнде күбәнән
ҡутараһынан сәнсәм дә кәбәнгә ырғытам,
сәнсәм дә ырғытам. Кәбән башында торған
әсәйем мин ырғытҡан бесәнгә күмелеп-күмелеп
китә. Ҡабаланма, барыбер Йәноҙаҡ
бабайыңдан элек һалып бөтә алмаҫһың,
ти. Уның был һүҙҙәре мине тағы ла нығыраҡ
сәмләндерә, оторо ярһып китәм, һарыҡ
тәкәһе барыбер беҙгә була, тип ҡысҡырам
уға. Тир биттән дә, арҡанан да йылға
булып аға. Ләкин туҡтау юҡ. Ҡарағайҙан
да бейегерәк булып киткән кәбәнгә ос
һәнәге менән ырғытып ебәрҙемме, бесән
юғарыға үҙе осоп менеп ята,- әкиәттәге
осар балаҫмы ни! Бына бер ырғытҡанымда
һәнәгемдең һабы ҡулымдан ысҡынып китте
лә һәнәк бесәне-ние менән туп-тура һауаға
күтәрелде. Эй осоп бара был, эй оса,
тора-бара бөтөнләй күҙҙән ғәйеп булды.
Атайың да, ана шулай осоп китте лә кире
әйләнеп ҡайтманы, ти әсәйем моңһоу
ғына...
Атайымдың
һәнәген ҡулымдан ысҡындырырға ҡурҡып,
уянып китһәм, йән тиргә төшкәнмен, ҡояш
хәтәр ҡыҙҙыра. Әсәйем дә эргәлә күренмәй.
Сабынлыҡ яғына ҡараһам, ул төшкә тиклем
йыйған бесәнен өс күбә итеп күбәләп тә
ҡуйған. Шул тиклем оҙаҡ йоҡланыммы икән
ни? Әсәйем ниңә уятмаған?
- Кинйәбай, һәнәгеңде алып бында кил, - ти
әсәйем. - Минең артта ҡалған ваҡ-төйәк
бесәндәрҙе ҡырғыслап йыйып, күбә төбөнә
өй.
Ә
мин иһә йүнләп атлай ҙа алмайым, баҫҡан
һайын һәр һөйәк, һәр быуын ауырта, йөрөккә
үтеп иңрәй. Һылтыҡлап атлап килгәнемде
абайлағандыр инде.
- Берәй ерең ауыртамы әллә, улым? - тип
һорай әсәйем.
- Юҡ... - Кәүҙәмде тура тотоп, баҙыҡ баҫып
атларға тырышам.
Әсәйем
миңә әллә йәлләп, әллә күңелемде күтәрер
өсөн:
- Бирешмә, улым, -- ти, - йәш һөйәк ана шулай
итеп сыныға ул.
Өндәшмәнем,
ваҡ бесәнде йыйырға керештем, һәнәк тә
ауырая төшкән кеүек, ҡулым да ипкенмәй
тора. Бер аҙҙан һуң ғына тәнем яҙыла
төшә, күңелем дә күтәрелә. Ҡояш түбәнәйеп,
көн һүрәүләнгәнсе, ялан буйынса ун күбә
яһап ҡуйылғайны инде. Ҡайтырға йыйынып
йөрөгәндә әсәйем:
- Бөгөн байтаҡ эш эшләп ташланыҡ бит әле,
улым, - тине.- Яңғыҙым ғына булһам, ул
тиклем үк ырата алмаҫ инем.
Минең
баш күккә тейгәндәй булды. Хатта
арығандарым онотолдо. Әсәйем һәнәктәрҙе
бакуй аҫтына йәшерә башлағас:
- Алып ҡайтмайбыҙмы ни? - тип һораным.
Һәнәк
күтәреп ауылға ҡайтып инге килә ине
минең. Буш ҡул булғас, кешеләр бесән
йыйырға барғанымды белмәҫтәр һымаҡ.
- Иртәгә тағы киләбеҙ бит, улым. Ниңә
уларҙы күтәреп йөрөргә? Мә, бынау ашанты
һалып килтергән тоҡсайҙы тот.
Ул
арала беҙҙән арыраҡ бесән эшләүсе
кешеләрҙең ҡайтып килгәне күренде. Беҙ
ҙә уларға ҡушылып ауыл яғына ыңғайланыҡ.
- Бер үҙең булһаң да, байтаҡ йыйып
ташлағанһың әле һин, - ти әсәйемә бер
апай.
Әсәйем
тамағын ҡыра, уға көлөмһөрәп ҡарай.
- Атағатаҡ, ниңә бер үҙем булайым мин.
Улым менән йыйҙымсы.
Тағы
ҡыуаныс тойғоһо солғап ала мине. Ҡулымдағы
тоҡсайҙы нығыраҡ һелкеп, эрерәк аҙымлап
атлайым.
- Сәлмән мәрхүмгә оҡшаһа, эшкә тилбер
булыр, - ти әлеге апайҙың ире, миңә күҙ
ташлап.
Ҡайҙа
инде миңә атайыма оҡшарға. Ул бит ана
ниндәй ҙур, көслө булған. Кәбәнде лә
бөтә кешенән шәп һалған. Ә мин... сабынлыҡҡа
барып етмәҫ элек үк һәнәгемде һындырҙым,
төш ваҡытында йоҡлап ятып ҡалғанмын...
Ҡасан
ҙурайырмын да, ос һәнәген бер кемгә
бирмәй, үҙем кәбән һала башлармын. Ҡапыл
эсем боша, күңелһеҙләнәм. Тирләгән
арҡама киске һалҡын ел килеп бәрелә.
Ытырғанып, яурындарымды бөрөштөрәм.


4

Тағы
ике көн йөрөнөм мин әсәйем менән бесән
йыйырға. Икенсе, өсөнсө көндәренә бесән,
бакуйҙарҙың башын әйләндермәһәң дә,
кипкәйне инде. Мин хәҙер әсәйем артынса
ҡалдыҡ-боҫтоҡ бесәнде йыйып йөрөү менән
генә сикләнмәйем, ҡыҫҡараҡ бакуйҙарҙы
ла тәгәрләтәм. Шулай ҙа өсөнсө көнөнә
ныҡ арыным, ауылға саҡ ҡайтып еттем.
Өйгә инеү менән, йыуынып та тормаҫтан,
башымды мендәргә төрткәйнем, үҙем дә
һиҙмәҫтән, йоҡлап киткәнмен. Әсәйем
уятҡанда, төн үтеп, яңы көн тыуғайны
инде.
- Тор, балам, - ти әсәйем, сәсемдән һыпырып,
- анау ҡалған бакуйҙы йыйып бөтөп
ҡайтайыҡ.
Тороу
түгел, бармаҡты ла ҡыбырҙатҡы килмәй.
Сабынлыҡҡа йәйәүләп барырға, көн буйы
тирләп-бешеп бесән йыйырға, унан арыған
көйө тағы һәлпәңләп ҡайтырға. Унда йыяһы
бакуй күп ҡалманы бит, мин бөгөнгә
бармаһам да, әсәйем яңғыҙы бөтөрөр әле.
Ҡотолоу юлын эҙләп, шулай аҡыл ҡороп
яттым да, ауыр ғына ҡуҙғалып, тороп
ултырҙым.
- Әсәй... баш ауырта...
- Китсе, - әсәйем йүгерә-атлап эргәмә килеп
етте, - әллә кисә ҡояш һуҡтымы икән? Һы...
- Башымды тотоп ҡарап, аҙ ғына һүҙһеҙ
торғас, өҫтәне: - Ярар, бөгөнгә барма, йә
ныҡлап ауырып китерһең. Тик, ҡара уны,
урамға сығып йөрөмә, ятып ҡына тор.
Хәшейә
апайыма ла үҙе ҡайтҡансы ниҙәр эшләргә
кәрәклеген әйткәс, ул яңғыҙы ғына бесәнгә
китте. Мин, юрғанымды ҡабат бөркәнеп,
тағы йоҡлағанмын. Уянһам, ҡояш әллә
ҡайҙа күтәрелгән, тәнемде бая баҫып
торған ауырлыҡ та ғәйеп булған.
- Туғаным, ҡабат ятһаң, урыныңды анау
ситкә күсереп һалып бирәйем. Был урындыҡты
йыйыштырырға кәрәк, - ти апайым, миңә
хәстәрлекле ҡарап.- Әллә ашап
алаһыңмы?
Һуңлап
торғас ни, ашағы ла килә ине. Тышта
йыуынып ингәс, яйлап тамаҡ туйҙырҙым.
Ләкин, апайым урын һалып ҡуйһа ла, ҡабат
ятаһы килмәй ине. Күңел тышҡа, иптәштәр
янына, тартыла. Өс көн уларҙы күрелмәгән
бит. Уйын да һағындырған. Нисек итеп
түҙеп ятмаҡ кәрәк? Өйҙә, унан ихатала
ары-бире һуғылып йөрөнөм дә, апайым өйҙә
эш менән булашып йөрөгән арала, урамға
сығып һыҙҙым. Ғәҙәт буйынса, Ғимран
бабайҙарҙың өй артына ыңғайланым. Унда
минән бер-ике йәшкә бәләкәй өс-дүрт
малай ғына саңға ултырып, тупраҡтан тау
яһап, әллә ниндәй таш, кирбес киҫәктәре
менән уйнап маташа. Былар менән буталыу
ҡыҙыҡ түгел ине миңә. Үҙемдең дуҫ малайҙар
ниңә күренмәй әле?
- Ағайың ҡайҙа?- тип һорайым, әлеге уйнап
йөрөгән малайҙарҙың береһенән.
- Бесәндә. Бөгөн атайым кәбән ҡоя. Шәфҡәт
ағайым күбә тарттырғанда ат башында
йөрөй, - тип теҙеп алып китте малай. - Мин
дә барайым тигәйнем, арбала урын
булманы.
Ҡайҙа
барырға, тип торғанымда, аҫҡы урамдың
һуҡыр Шәһите килеп сыҡты. Ул минән
өс-дүрт йәшкә олораҡ. Ниндәйҙер иҫке
снаряд башынан еҙ ҡулсаһын алырға
маташҡанында әлеге нәмәкәй шартлап
киткән дә бер күҙе әйләнеп сыҡҡан. Һис
тә һүҙ күтәрмәй, һәр саҡ һуғышырға әҙер
торғанғамы, яратмай инек беҙ уны. Әсәйем
дә, үҙенең ҡушҡанын тыңламай ҡаршылашһам:
"Шәһит булдыңмы әллә", - тип
асыулана.
Шуға
күрә әле лә Шәһиттең эргәмә килеүенә
иҫем китмәйерәк тора инем, ул үҙе:
- Әйҙә, Кинйәбай, күпер аҫтына балыҡ
мәскәүләргә, - тип һүҙ башланы.
Беҙҙең
Ҡыҙылташ йылғаһы аша күпер ғәләмәт
ҡыҙыҡ итеп һалынған. Баш-баштары ярҙағы
таш бураларға терәлгән буй урҙалар
дүрткелләп бысылған арҡыры урзалар
менән арҡыс-торҡос тоташтырылған.
Күпергә йәйелгән таҡталар менән ошо
арҡыры урҙалар араһында ике метр самаһы
ара бар. Беҙ, малайҙар, ана шул аралыҡта
урҙанан-урҙаға тейендәй һикереп йөрөүҙе
һөнәр иткәнбеҙ. Һөнәр генәме, бер баштан
икенсеһенә туҡтауһыҙ барып сыҡҡан малай
иң йылғыр, ҡыйыу кеше иҫәпләнә. Минең
улай уҡ йөрөргә батырсылыҡ иткәнем юҡ,
әммә бер нисә араны һикергәндә һикереп,
йә буй урҙаға йәбешеп үткәнем бар. Был
күпер аҫтына тартҡан нәмәләрҙең береһе
йылғырлыҡты һынау булһа, икенсеһе -
балыҡ. Күпер аҫтындағы тәрән генә
сыбайға, көн эҫе саҡта унда күләгә
булғанғалыр инде, бәрҙеләр йыйылыусан.
Беҙ осона мәскәү тағылған оҙон
һуйылдарыбыҙҙы тотоп киләбеҙ ҙә,
арҡыс-торҡос урзаларға ашатланып
ултырабыҙ һәм сәғәттәр буйына бәрҙе
мәскәүләйбеҙ. Әлбиттә, уларҙы эләктереүе
еңел түгел. Күпер аҫтына көн һайын әллә
нисәмә кеше төшөп йөрөгәнлектән, бәрҙеләр
шул тиклем шаянланған, һуйылыңды һыуға
төшөрөү менән улар икенсе яҡҡа ялтана.
Һин уларға яҡынлау өсөн артабанғыраҡ
урҙаға күсәһең, ә балыҡтар, ялт итеп,
тәүге урынына барып ята... Шулай ҡыуыша
торғас, күҙҙәр тоноп бөтә. Ләкин беҙ
уларҙың бер нисеһен тотмайынса күпер
аҫтынан сыҡмайбыҙ.
Әле
Шәһиттең ана шул күпер аҫтына димләүе
ине. Бүтән саҡта булһа, берәй сәбәбен
табып, уның менән йөрөмәҫ тә инем. Башҡа
иптәштәр күренмәгәс, аласыҡ башында
ятҡан оҙон һуйылымды ҡайтып алдым да
киттек күпер аҫтына. Бөгөн, беҙҙән алда
килеп, балыҡтарҙы өркөтөп йөрөүсе
булмаған, ахырыһы. Күпер күләгәһендә
әллә ни тиклем бәрҙе теҙелеп ята, хатта
араларында ҡарыш-аялайҙары ла бар. Шәһит
урҙаларҙың дүртенсе рәтенә үк һикереп
сыҡты, мин өсөнсөһөндә ҡалдым. Һуйылымды
ипләп кенә төшөрөп, мәскәүҙе ҙурыраҡ
бәрҙегә яҡынлата башлайым. Мәскәүҙе
башына инде кейҙерҙем генә тигәндә,
бәрҙе йылҡ итеп борола ла аҫҡараҡ күсеп
ята. Икенсе береһе атылып мәскәү үтә
сығып, юғарыға - шаршыға уҡ елдерә. Мин
урҙа буйлап түбәнгәрәк шыуышам. Һәм
өсөнсө бер балыҡты эләктерергә самалайым.
Бына, мәскәү балыҡтың муйынында. Тартҡан
ыңғайы мәскәүеңдең балыҡты һыҡҡанын
тойоу, уның ялтырап һыу өҫтөнә күтәрелеүен
күреү ниндәй рәхәт! Ләкин был юлы мин
ошо рәхәтлекте кисерһәм дә, балыҡты
ҡулға уҡ тотоу бәхетенә ирешә алманым.
Бәрҙе ҡойроҡ ос яғынараҡ һығылған,
күрәһең, тартып сығарып килтергәндә
шап итеп һыуға төштө лә китте. Ул ҡырылған
тәңкәләрен ҡойоп, ары-бире ялтанғылап
түбәнгәрәк барҙы ла, кире әйләнеп килеп,
Шәһит тәңгәленә ятты. Ахырыһы, бәрҙе
ныҡ һығылған, таш ҡырына һыйынып, һыу
төбөнә үк лыпашты.
Күҙе
рәтләп күрмәгәнгәме, Шәһиттең балыҡ
мәскәүләргә барымы юҡ ине. Ошонда ҡайһы
саҡта көндәр буйы ултырһа ла, бер балыҡ
тота алмай ҡайта. Әле уға:
- Шәһит, һығылған бәрҙе ана һинең тәңгәлгә
барып ятты. Мәскәүлә! - тип ҡысҡырғайным,
эй аланлап эҙләргә тотондо.
- Анау яҫмаҡ таш буйын ҡара!
Бәрҙене
шулай тип әйткәс кенә күрҙе Шәһит һәм
күп тә үтмәй уны ялпылдатып килтереп
тә сығарҙы. Мин һеңгәҙәткәнсе һығып
төшөргән балыҡты алғанын уйламай:
- Уларҙы дәдәң бына шулай итеп эләктерә!
- тип маҡтанған була бит әле.
Әллә
ҡайҙан әйттем шул маҡтансыҡҡа, тип йәнем
көйөп ултыра инем, тәңгәлемә генә бер
ҙур бәрҙе килеп ятты. Быны эләктерһәм,
әсәйем ҡайтыуға һый була инде, мин әйтәм.
Бәрҙе ике сиректәй булыр. Арҡаһы
йәшкелтләнеп, ҡанаттары ҡыҙарып ята.
Ниңәлер йөрәгем дөпөлдәп тибә, ҡулдарым
ҡалтырана башланы. Бәрҙене Шәһит тә
әллә ҡайҙан күрә һалып ҡалған бит әле.
- Һинең өркөтөп кенә ебәреүең булыр, ҡана
үҙем мәскәүләйем, - ти шәп кеше һымаҡ.
Әллә
ул шулай һөйләнеп сәмләндергәнгә инде,
ҡулым дерелдәүе ҡапыл бөттө, донъямды
онотоп, әлеге бәрҙегә төбәлдем. Ух,
ҙурлығы! Ауыҙын бер асып, бер йомғанында
айғолаҡтары ҡыҙарып күренеп ҡала. Алып
булһа инде быны, Шәһиттең күҙен дүрт
итер инем... Ипләп кенә мәскәүемде
яҡынлатам быға, ә ул әкрен генә артына
сигенә. Мин һуйылды шәберәк алып барып,
мәскәүҙе башына керттем дә бөтә көсөмә
тарттым. Елле бәрҙене тыбырсындырып
үргә һөйрәйем, хатта һуйыл бөгөлөп
киткән. Бына ул минең ҡулда, ике усыма
ҡыҫып тотоп алдым. Ә ул тулай, һаман
ысҡынырға маташа. Мәскәүҙән ысҡындырып,
айғолағына бармағымды тыҡтым ғына
тигәндә...
...Балыҡтың
һыуға ялпылдап төшөп барғанынан башҡа
бер нәмә лә хәтеремдә түгел. Иҫемә
килгәндә, өйөбөҙҙөң ишек төбөндәге
урындығында ята инем. Өй эсе ниңәлер
томанһыу төҫтә күренә. Эргәмдә сырайы
ҡасҡан апайым ултыра. Әллә илаған инде,
күҙҙәре ҡыҙарып бөткән. Туҡта, был ни
ғәжәп әле? Мин күпер аҫтында балыҡ
мәскәүләп ултыра инем бит. Ҡыбырҙарға
иткәйнем, тәнем ауырта, ә уң ҡулым таш
бәйләгән кеүек. Ҡараһам, ул, ысынлап та,
буйынан-буйына ураулы, етмәһә, уны ниҙер
ике яҡтан ҡыҫып тора.
- Ни эшләгәнмен мин, апай? - тип һорайым,
аптырағас.
Яуап
биреү урынына, апайым танауын мыш-мыш
тартып илай башланы.
- Күпер аҫтына осоп төшкәнеңде лә
белмәйһеңме әллә? - тине ул йәш
аралаш.
Ошонан
аҙаҡ ҡына ике сирекле, ҡып-ҡыҙыл ҡанатлы
бәрҙенең ҡулымдан ысҡыныуы, үҙемдең
уны тоторға теләп ынтылыуым, өтәләнеүҙән
урҙаға яҙа таяныуым һәм күпер аҫтына
баш түбән ҡолауым берәм-берәм күҙ алдыма
килде.
- Апай, ә теге балыҡ ни эшләне икән? Хәшейә
апайым миңә асыуланып ҡарай.
- Һаман балығыңды һөйләйһеңме ни әле?
Үлемдән ҡотолғаныңа ҡыуанмай...
Ул
миңә хәлде төшөндөрөбөрәк һөйләп бирҙе.
Бәхетемә күрә, мин осоп төшкән саҡта
күперҙән өҫтәрәк бар апай кер сайҡап
тора икән. Теге апай йүгереп килеп
күтәреп алмаһа, шунда иҫемә килмәйенсә
һыуҙа сәсәп тә үлгән булыр инем. Шәһит,
ауыҙын йырып көлөп, минең ҡулдан ысҡынып,
һеңгәҙәп ятҡан балыҡты мәскәүләп тик
ултыра, ти.
- Алдымы икән балыҡты?
- Исмаһам, һөйләмә шул балығыңды!.. - тип
апайым асыуҙан иренен тешләй. - Фельдшер
Настя апай килеп, ҡулыңды ике яҡлап
ҡабыҡ менән ҡыҫтырып бәйләгәс кенә йән
инеп ҡалды. Үләһең тип торам. - Апайымдың
күҙенән тағы йәш тәгәрәй. - Йә, әсәйем
ҡайтҡас, ни тиермен...
Ошонан
аҙаҡ ҡына мин үҙ хәлемдең мөшкөллөгөн
аңлаған һымаҡ булдым. Ауырыйым тип алдап
тороп ҡал да әсәйем ҡайтыуға шулай ҡул
һындырып ят инде. Ҡайҙан тура килде шул
һуҡыр Шәһите? Ниңә шуға эйәреп китеп
барырға миңә? Их, ҡыйын булһа ла, бесәнгә
барһам, был бәләгә лә тарымаған булыр
инем... Аптырағас, апайымды йыуатып
ҡарайым.
- Һин ғәйепле түгел бит. Ниңә илайһың?
- Түгел һиңә... Әсәйем бер ҡайҙа сығарып
йөрөтмәҫкә ҡушып киткәйне, һин сығып
ҡасҡанһың!..
Эйе,
бөтәһе лә минең арҡала. Ялҡаулыҡтың
аҙағы яман, тип әйткәндәре шулдыр инде.
Әсәйем бесәндән ҡайтҡас, уның күҙенә
ҡарарға ла ҡурҡып ятҡандарымды, иртәгеһенә
район больницаһына алып барып һалғастар,
унда ай буйына көн үткәрә алмайынса,
ауылымды, әсәйем менән апайымды,
иптәштәремде һағынып йөҙәгәнемде
белһәгеҙ ине. Шул саҡта мин ҡабат
ғүмеремдә лә алдашмаҫҡа эсемдән генә
ант иттем.


Һуғыш
бөтһә лә, уның ҡара еле һаман йәндәрҙе
ҡыя ине. Ана бит, шунда алып ҡайтҡан
яранан атайым үлде. Ә 1947 йылдың яҙы алып
килгән аслыҡ тағы ауыр һуғыш йылдарын
хәтерләтте. Әсәйем көҙҙән үк ондо
бермә-бер ҡәҙерләп тотона башлағайны.
Барыбер ҡыш уртаһына уҡ бөттө. Ҡайһылай
етте, шулай итеп ҡыш сыҡтыҡ. Был хәл
беҙҙең күңелдәрҙе лә һүрәүләндерҙе.
Уйындар һирәкләнде, Ғимран бабайҙарҙың
өйө эргәһенә йыйылған саҡта ла һүҙ
күберәк тамаҡ тураһында бара. Кем күпме
һарына ҡаҙып алып ҡайтҡан, монар көпшәһе
тәмлерәкме, әллә балтырғанмы? Онға әтлек
ҡушып бешергән икмәк яҡшымы, әллә бәрәңге
ҡушһаң туҡлыҡлыраҡмы?..
Артель
эшенә һаман кеше етешмәгәс, быйыл әсәйемә
өс тонна бесән эшләп бирергә задание
һалдылар. Ул тиклем бесәнде нисек эшләмәк
кәрәк, тип әсәйем тәүҙә бик борсолғайны,
шунан, илгә килгән ауырлыҡты иң менән
күтәрергә тура килә инде, тип Йәноҙаҡ
бабайҙан бер бәләкәйерәк салғы һаплатып,
тапатып алып ҡайтты.
- Ҡыҙым, быйыл һиңә әкренләп бесән сабып
өйрәнергә тура килер инде, - тине апайыма.
- Хәл ҡәҙәрлем ярҙам итерһең. Йыйышырға
быйыл Кинйәбайыбыҙ ҙа ныҡлап йөрөр.
Кеше ыңғайына ҡыштырҙарбыҙ әле шунда.
Тик
миңә бесән сапҡан мәлдә лә өйҙә ятырға
тура килмәне.
Әсәйем
менән апайым тәү башлап бесәнгә китергә
йыйынып йөрөгән көндө беҙгә һуҡыр Шәһит
әллә ниндәй ят ҡешене эйәртеп килеп
инде. Күпер аҫтында булған хәлдән һуң
Шәһиткә бик үк ҡатнашып бармай инем
мин. Атаһын ауыл Советына председатель
итеп ҡуйғандан бирле танауын күтәреп
йөрөгәнгәме, хәҙер бигерәк яратмайым.
Әле лә ана, өй эсенә әллә кемдәй күҙ
йүгертеп сыҡты ла, миңә әйләнеп тә
ҡарамай, әсәйемә һүҙ ҡушты:
- Хәтирә апай, бынау ағайҙар ос һәнәге
эҙләй. Һеҙҙең һәнәгегеҙ барыбер тик
торалыр тип атайым ебәргәйне. Улар ялан
яғынан бесән эшләргә килгән. Бойҙай оно
биреп һатып алабыҙ, тиҙәр.
Сикәһен
һаҡал баҫҡан, етек сәсле кеше, берсә
әсәйемә, берсә Шәһиткә ҡарап:
- Үҙегеҙгә кәрәкмәгәс, һатһағыҙ арыу
булыр ине, - тип һүҙгә ҡушылды. - Хаҡына
тормаҫ инек. Сиңкә кеүек бойҙай оно
бирәбеҙ.
Әсәйем
был көтөлмәгән тәҡдимдән тәүҙә аптырабыраҡ
ҡалғайны шикелле. Шунан, эшенән туҡтап,
урындыҡ ҡаҙнаһына терәлде лә, эйәген
усына терәп, ауыҙын бөрөштөрҙө. Белеп
бөткәнмен, ул уйланған саҡтарында гел
шулай итә.
- Әлләсе, кәрәкмәгәс, тип... Аталары үлде
шул... Хәҙер өй ҡыйығында тора ана... - тип
һүҙҙәрен өҙә-йолҡа һөйләнде. - Кеше алып
торғолай.
- Һат һин уны, ҡәрендәш. Ярты бот бойҙай
оно бирәм, - ят кеше үҙ хаҡын әйтеп, ныҡлап
һатыулаша башланы.
Ошонан
аҙаҡ ҡына мин аңыма килгәндәй булдым.
Хатта тертләп киткәндәй иттем. Әсәйем
ос һәнәген һатып ебәрһә, уның менән ошо
һаҡалтай, йәмһеҙ кеше кәбән ҡойоп йөрөрмө
икән? Ос һәнәге тормағас, өй башы ла
бушап, етемһерәп ҡалыр инде. Ә мин,
ҙурайғас, шул һәнәк менән атайым кеүек
үк матур итеп кәбән ҡойорға хыялланған
булам тағы... Ни әйтер икән тип, әсәйемдең
ауыҙына ҡарап ҡатҡанмын. Ул өҙә генә
һөйләшергә ҡабаланмай. Йә, килешәйек,
тигән һымаҡ миңә ҡарағас, әйтте:
- Ҡомартҡы һымаҡ итеп тота инем дә... Улым
да үҫеп килә.
Эсемә
йылы инеп ҡалды. Үҙем дә һиҙмәҫтән:
- Үҙебеҙгә кәрәгер, әсәй, - тип әйтеп
һалдым. Ошонан аҙаҡ ҡына Шәһит миңә
боролоп ҡараны, һыңар күҙе менән мыҫҡыллы
йылмайғандай итте.
- Һиңәме? Һин кәбән ҡойғанса әле, сыҡмаған
ағас үҫеп, һәнәк алырлыҡ булыр.
Уның
был һүҙҙәре мине оторо ярһытып ебәрҙе,
өйҙә ят кеше барын да онотоп:
- Ә һинең ни ҡыҫылышың бар? Ана, үҙегеҙҙекен
һатығыҙ! - тип ярһыным да киттем.
- Беҙҙеке атайымдың үҙенә кәрәк, - Шәһит
һаман телен бирмәй.
- Ҡуйығыҙ әле, балалар,- ти әсәйем асыуланмай
ғына, - ололар һөйләшкәндә тик кенә
тороғоҙ. - Шунан ят кеше яғына боролдо.
- Он да кәрәк инде ул.
- Знамы кәрәк, - уның һүҙен ят кеше эләктереп
алды.- Хәҙер ана баҙарҙа он хаҡы тағы ла
күтәрелде.
Аҙаҡҡы
ике ауыҙ һүҙ әсәйемдең икеләнеүен
бөтөнләй бөтөрөр, бына хәҙер, ярар,
алығыҙ инде әтеү, тип әйтер һымаҡ тойолдо.
Атайымдың ос һәнәген әллә кемдәр ҡулына
биреп ебәрерме? Миңә шул һәнәк менән,
исмаһам, бер кәбән дә ҡойорға тура
килмәҫме икән ни? Ни әйтергә лә белмәйем.
Тәнемде әллә ниндәй көсөргәнеш ҡалтырата,
күҙемә йәш төйөлә. Башымды күтәреп,
әсәйемә ҡарағайным, күҙҙәребеҙ осрашты.
Әсәйем ниҙер әйтергә йыйынған еренән
тыйылды, эйәген тағы усына терәне. Шул
саҡ ишектә Йәноҙаҡ бабай күренде.
- Әле иҫәнме, Хәтирә килен. - Шунан ят
кешегә өндәште. - Бәй, ҡорҙаш, һин бындамы
ни?
- Бына килгәйнем дә... Ҡәрендәштә ос һәнәге
бар икән, шуны һатмаҫмы тигәйнем.
- Ә-әәә... - Йәноҙаҡ бабай һаҡалын һыпырҙы,
әсәйемә һораулы ҡараны.- Үҙең, килен, ни
тинең һуң?
- Әллә... бер ни тип тә әйтмәнем әле. Он
бирәбеҙ тиҙәр ҙә...
- Он да кәрәк инде, - Йәноҙаҡ бабай әсәйемә,
унан миңә һынаулы ҡараш ташлай.
- Һәнәк кәрәкмәйме ни? Атайымдың һәнәге...
- Шулай тинем дә аҫҡа төбәлдем, күҙгә
тағы йәш төйөлә башланы.
- Күрәһеңме, ҡорҙаш, - быныһы Йәноҙаҡ бабай
тауышы, - егет булаһы кешенең атай
ҡомартҡыһын биргеһе килмәй.- Мин башымды
ҡалҡытып, Йәноҙаҡ бабайға өмөт менән
ҡарайым. Ул иһә: - Хәтирә килен, һатыулашып
торма инде ос һәнәгеңде, улыңа кәрәк
булыр, - тине, бүтәнсә һүҙ оҙайтмаҫлыҡ
итеп, киҫә генә. Үҙ һүҙен нығытырға
теләгәндәй, өҫтәне: - Ҡомартҡыны һатып
алып булмай уны.
- Әб-бә... Беҙ ни эшләрбеҙ икән һуң? - тип
етек сәсле елкәһен тырнаны Шәһит менән
килгән ят кеше.
Йәноҙаҡ
бабайымды ҡосаҡлап алырҙай булдым мин
ошо мәлдә. Атайымдың ос һәнәген сит-ят
ҡулдарҙан тәки ҡотҡарҙы бит.
- Атайым, һатырҙар, тигәйне, - быныһы - ишек
төбөндә торған Шәһит һүҙ ҡыҫтыра. Йәнәһе,
атаһы сельсоветта ултырғас, уның һүҙе
һүҙ булырға тейеш.
Йәноҙаҡ
бабай уға аптыраған һымаҡ ҡараны. Әллә
быға тиклем күрмәгән иңде.
- Туҡта әле, һинең атайыңдың ул һәнәктә
ниндәй ҡыҫылышы бар?
Соландан
Шәһиттең: "Уныһын үҙенән һора",-
тип һөйләнгәне ишетелде. Йәноҙаҡ бабай
башын сайҡаны ла ят ағайға табан шыуыбыраҡ
ултырҙы.
- Һин, Нажар, борсолма. Һәнәкте табырбыҙ
уны, үҙем табышып бирермен, - тип ғәҙәтенсә
һәр һүҙен үлсәп кенә һөйләргә тотондо
ул. - Бына әле лә һеҙгә ярҙам хәстәрләп
ингәйнем бында. Күбә тарттырғанда ат
башында йөрөргә малай кәрәк, ти инең
бит. Берәүһенә ана минең малайҙы алырһың,
икенсеһенә бына Хәтирә килендең улы
бар. Килен, ишетәһеңме, Кинйәбайыңды
ҡоҙалап ултырам даһаң. Берәй аҙнаға ана
беҙҙең Әхәт менән бына быларға күбә
тарттырырға барһын. Буштан-буш түгел,
ашатҡандан тыш, көнөнә бер карауай икмәк
бирәбеҙ, тиҙәр.
- Әлләсе, үҙе нимә тиер икән. Кинйәбай,
бараһыңмы?
Әсәйемдең
һорауы ос һәнәге тураһында булған һүҙҙән
аҙаҡҡы болоҡһоуымды ҡапыл баҫты. Үҙәм
хаҡында һүҙ барғанда ниңә иҫһеҙ кеше
һымаҡ ултырам әле мин? Һис ни уйлап
тормаҫтан:
- Барам, - тип ризалыҡ биреп тә ҡуйҙым.
- Әйҙә, ҡорҙаш, һиңә һәнәк табайыҡ инде,
- тип Йәноҙаҡ бабай урынынан торҙо. Шунан
әсәйемә ҡарап өҫтәне. - Килен, һин
борсолма. Былар - минең таныштар, бик
һәйбәт кешеләр.
- Ярар-ярар, ҡайнаға, әйтеүеңә рәхмәт,
барыр, - тип әсәйем дә урынынан ҡуҙғалды.
Ул миңә ваҡ-төйәк әҙерләргә тотондо.
Йөн башалтай, апайым кейеп иҫкерткән,
бер һыңарының табаны ҡуба биреп торған
ботинка, таҙа күлдәк алып бирҙе.
- Барып төшкәс тә кеше күҙенә ҡарап
ултырмаҫһың, - тип күкәй бешерергә
ултыртты. Үҙе, мине бик оҙон юлға
оҙатҡандай, аҡылын өйрәтеп өйрәтә.- Улар
унда ҡыуышлап яталыр инде. Аҫтығыҙға
бесәнде күберәк түшәгеҙ, йылыраҡ булыр.
Төндә бишмәтеңде кейеп ят, Уҡлытау
һыртында таң һыуығы Һәләк ныҡ төшә
торған. Яланаяҡ йөрөмә, йыланға-фәлән
баҫып ҡуйырһың. Көнлөккә икмәк бирәбеҙ,
тип әйтәләр, ти бит. Кәрәк таштың ауыры
юҡ, бына бынау ыҡсымыраҡ тоҡто ал, икмәкте
шуға һалып апҡайтырһың. Ипләп кенә йөрө
инде, атыңдан ҡолап төшөп, имгәнеп
ҡуйма...
Уның
әйткәндәрен ихлас ҡына тыңлай инем,
аҙаҡҡы һүҙҙәре һарыуыма тейҙе.
- Һәй, ат менгәнем юҡмы ни! - тинем артыҡ
иҫем китмәй генә.
- Улай тимә, улым. Юҡтан ғына була ул, һыбай
йөрөп өйрәнеп бөткән кеше лә осоп ҡала...
Һәр эштең үҙ яйы бар.
Әсәйемдең
был киҫәтеүе мине барыбер өркөтмәне.
Сөнки туйғансы ат менеп йөрөү минең
күптәнге хыялым ине. Икенсенән, Әхәткә
менгәшеп булһа ла, Йәноҙаҡ бабайҙың
атын тышарға, эсерергә йөрөгән бар бит
инде. Ул ҡәҙерлем бер ни күрмәгән кешеме
ни мин?!
Әсәйем
менән апайым, салғыларын күтәреп, бесән
сабырға, ә мин, ваҡ-төйәк һалынған тоғомдо
алып, Йәноҙаҡ бабайҙарға - Әхәт эргәһенә
киттем. Был минең, хәтеремдә ҡалыуынса,
тәү тапҡыр әсәйемдән башҡа юлға сығыуым,
улай ғына ла түгел, кәсеп итергә китеүем
ине.
Барһам,
ҡапҡа төптәрендә Йәноҙаҡ бабай әлеге
Нажар тигән кеше менән һөйләшеп тора,
икеһенең дә йөҙөндә борсолоу күренгән
һымаҡ.
- Кәбәнде ос һәнәкһеҙ ваҡ-ваҡ итеп тә
ҡойор инек. Ҡышын һеҙҙең яҡта ҡар ҙур
була бит, көрт баҫып бөтөр. Унан, алырға
килгәс, бесәнеңде эҙләп тә таба алмаҫһың,
- ти Нажар, һаҡал төгө баҫҡан эйәген
шытырҙатып тызый-тызый.
- Бесән ваҡыты булғас, һәнәк һәр кемдең
үҙенә кәрәк шул. Ә-б-бәэ, ни эшләп ҡарарға
икән? - Йәноҙаҡ бабайҙың да танышына
һәнәк табып бирә алмағаны өсөн эсе боша,
ахырыһы. Ул миңә һораулы ҡарашын төбәй.
Ошо мәлдә уға бик ярҙам иткем, уны был
ауыр хәлдән ҡотҡарғым килеп китте.
Башыма бер уй төшөүе булды, әйтеп һалыуым
булды:
- Йәноҙаҡ бабай, беҙҙең һәнәкте биреп
торайыҡ. Үҙем кире алып ҡайтырмын.
Бабайымдың
сырайы яҡтырҙы, еңел һулап ҡуйҙы.
- Шулайтмай булмаҫ, улым. Кешеләр алыҫтан
килгән бит. Уларға беҙ ярҙам итмәһәк,
ҡайҙа барһындар? - Ул теге кешегә ҡарай
боролдо. - Нажар ҡорҙаш, һиңә ышандырып
ҡына бирәм. Ул бына был балаға атаһынан
ҡомартҡы булып ҡалған. Һындырып фәлән
ҡуйма, ипләп тотон. Һай, ул һәнәк! Һәнәк
түгел ул - атып ебәрер уҡ ҡына.
Нажар
бабай ҙа бик ҡыуанды.
- Малайҙарыңды ла, һәнәгеңде лә, ат егеп,
үҙем кире килтерермен, һис тә хафаланма.
Ҡайҙа, улым, һәнәгеңде килтер ҙә китәйек,
- тип ҡабалана уҡ башланы ул.
Өй
башынан төшөрөп, һәнәкте килтереп
тотторғайным, Нажар бабай уны күтәреп,
кәбән башына бесән ырғытҡан кеүек
хәрәкәттәр яһап ҡараны, ҡәнәғәтләнеү
һәм һоҡланыуын белгертеп, башын сайҡап
ҡуйҙы.
Күп
тә үтмәне, беҙ Уҡлытауға ҡарай юлға
сыҡтыҡ.
Ялан
яғынан килгән бесәнселәр Уҡлытау
һыртындағы иркен сабынлыҡтың бер яҡ
ситтәге ҡултығына урынлашҡандар икән.
Аҫтан туҙ ябып, уның өҫтөн ҡалын итеп
бесән менән ҡаплап, ҙур ғына ике ҡыуыш
эшләгәндәр. Береһендә - ирҙәр, икенсеһендә
- ҡатын-ҡыҙҙар. Биш-алты аҙым ерҙә генә,
өйкөм талдар ҡуйынында, ҡаран ағып ята.
Ҡыуыштар артында ҡуйы урман башлана.
Ундағы ҡайын, уҫаҡ ағастары, ҡышын ҡалын
ҡар баҫып, һынып, имгәнеп бөткән. Һирәкләп
күренгән имәндәр генә, тәбиғәт ҡырыҫлығына
бирешмәйенсә, ирәйешеп, күкрәк киреп
ултыра. Яландың үҙен иһә бесән күбәләре
сыбарлаған. Танауға әскелтем бесән еҫе
килеп бәрелә лә бөтә тәнгә рәхәт итеп
тарала.
Беҙ
барып төшкәндә, ҡыуыштар алдына аҫылған
ҙур ҡаҙан тирәһендә йөрөгән ике ҡатындан
башҡа кеше күренмәй ине.
- Ҡарағыҙ әле, - тип уларға өндәште Нажар
бабай, - ҡапҡыларға берәй нәмәгеҙ бармы?
Булһа, йәһәт кенә тамаҡ туйҙырайыҡ та
күбә тарттырырға тотонабыҙ. - Беҙҙең
яҡҡа эйәк атып йылмайҙы. - Бына ниндәй
егеттәр алып ҡайттым!
Апайҙар
беҙҙең алға бер нисә киҫәк һалҡын ит,
көрөшкәләргә сәй яһап ҡуйҙы. Мин иһә
әсәйем бешереп һалған йомортҡаларҙы
ни эшләтергә белмәй баш ватам. Бынауындай
ит барҙа бер үҙем тамаҡ айырып, уларҙан
башҡа ашап ултырып булмай ҙа инде. Ахырҙа
төргәгемде теге апайҙарҙың береһенә
алып барып бирҙем.
- Бына күстәнәс, - тигән булам бит әле.
Апай миңә мут ҡына ҡараш ташланы ла:
- Был егетең, Нажар ағай, эште күстәнәстән
башланы, хәйерлегә булһын, - тип
йылмайҙы.
Әллә
нимәһенә оялдым уның ошо һүҙҙәренә,
битемде ялҡын ялмап алғандай булды. Шул
йомортҡаларҙы ниңә алып барып биреп
йөрөргә миңә? Ятһын ине тоҡ төбөндә.
Ашап
бөтөү менән Нажар бабай аттарҙы ҡамытланы,
ҡамыттың ҡолаҡ бауына оҙон күбә арҡаны
таҡты, аттарҙы үңлекләп, төшмәһен өсөн,
уларҙы арҡалыҡ ҡайышы менән тарттырып
бәйләне.
- Йә, егеттәр, эште башлайбыҙмы? - тип беҙгә
ҡараны шунан.
Ул
арала Әхәт атын менеп тә алды. Мин иһә
ҡайһылыр мәлгә баҙап ҡалдым. Икенсе ат
эргәһенә барҙым да башты аҫҡа эйеп тик
торам. Атҡа мине йә Йәноҙаҡ бабай күтәреп
мендерә, йә кәртә-фәләнгә баҫып менә
инем. Әле йәнлеккә эшләргә килгәндә
кеше күтәреп мендергәнен көтөп торорғамы
ни? Артымда Нажар бабайҙың тауышы
ишетелә:
- Ғәйшә, бер атҡа күбәне һин эйеп оҙатырһың,
әйҙә йыйын.
- Нажар ағай, бер егетең атҡа менә алмай
тора түгелме? - Быныһы - мин бая күстәнәс
биргән шаян апайҙың тауышы.
Сәмләнеп,
бер ҡулым менән үңдек бәйләнгән ҡайышҡа
йәбештем, һыңар аяғымды ышлыяға баҫтым
да атҡа менергә ынтылдым. Шул саҡ аттың
ҡуҙғалып китеүе булды, мин лап итеп
ҡолап төштөм. Ырғып тороп, ғәрлегемдән
саҡ-саҡ иламай, ҡабат ат эргәһенә
килгәйнем, Нажар ҡарттың тауышы
ишетелде.
- Тороп тор, улым, хәҙер үҙем мендерермен.
Их,
йығылғанымды күргән икән! Атҡа үҙе менеп
ултыра ла алмаған көйө, күбә тарттырырға
килгән бит әле, тип көләлер инде. Мин,
ныҡышмаланып, тағы үңдек ҡайышына
тотондом, һул аяғымды ышлыя ҡайышына
терәнем дә бөтә көсөмә үргә ынтылдым.
Ат йәнә ҡуҙғалып китте, ләкин был юлы
мин уның арҡаһына түшем менән ятып
өлгөргәйнем инде. "Осмайым, барыбер
менәм!" - тигән сәмсел уй үтә баштан
һәм тағы бер ысырғанып тырмашыуым була
- мин аттың өҫтөнә йәтешләнеп менеп
ултырам.
- Тыррр! - тип һаман бер яры китеп барған
атты туҡтаттым.
Йөрәк
дарҫлап тибә, әйтерһең, бик ауыр эш
эшләгәнмен. Башым әсергәнеп киткән.
Ләкин күңел ҡәнәғәтләнеү, еңеү тойғоһо
менән тулы ине. Шулай итмәй һуң, атҡа
тәүге тапҡыр үҙем мендем дә инде. Тимәк,
бынан былай... Менеп ултырмаҫ элек
йүгәндең теҙгенен аттың муйыны аша
һалырға онотҡанмын бит. Хәҙер ҡайһылай
итеп алырға инде уны. Шул арала Нажар
бабай эргәмә килеп етте лә:
- Маладис, улым, тик бигүк ҡабаланма, ат
аяғы аҫтына ҡолап төшөрһөң, - тип
һөйләнә-һөйләнә теҙгенемде алып бирҙе.
- Әйҙә, киске ысыҡ төшкәнсе, бер аҙ
тарттырып ҡалайыҡ, - ул күбәләргә ҡарай
ыңғайланы.
- На-а... - үксәм менән аттың ҡабырғаһын
төйгөсләп алдым.
Атым
иһә Нажар бабай артынан түгел, бөтөнләй
икенсе яры атланы. Теҙгенемде һулға
тартҡайным, ул киҫкен рәүештә шулай
боролдо ла ҡапма-ҡаршы яҡҡа ыңғайланы.
Уң теҙгенде тартам, - ат, әйтерһең, Нажар
ҡарт артынан барырға теләмәй, тағы
бөтөнләй икенсе яҡҡа ҡайыра. Теҙгенде
үҙең тотоу - кеше менән менгәшеп йөрөү
түгел икән шул. Ундай саҡта алда
ултырыусының биленән ҡосаҡлайһың да
бер уйһыҙ китеп тик бараһың.
Ана
шулай кәкерсәкләп, Нажар ҡарт торған
күбә төбөнә саҡ килеп еттем.
- Теҙгенде ҡапыл-ҡапыл тартма, йомшаҡ
ҡына ҡыбырҙат. Ат - үтә һиҙгер хайуан
бит ул, - тип ҡаршыланы ул мине. Әйтерһең,
минең аттың тегеләй-былай борғоланыуын
арҡаһы менән күреп торған.
- Йә әле, улым, урал бынау күбәгә.
Уралғанда
ат күбәне төртөп ауҙармаҫмы? Арҡаным
күбә төбөнә дөрөҫ ятырмы? Ошондай уйҙар
менән теҙгенемде тарттым. Ат күбә төбөнә
яҡынлау менән, ынтылып, бесән ҡымтыны.
- Атыңды ашандырып өйрәтмә, теҙгенеңде
ҡаты тот, - ти Нажар бабай. - Әйҙә,
урал-урал... На-а... Атыңды күбәнән йыраҡ
алып китмә, яҡындан ғына урал... Күбә
төбөн тапатма, юғиһә тарттырғанда
түңкәрелер...
Ишеткән
бар: былар - күбә тарттырыусы һәр малайға
әйтелә торған һүҙҙәр. Тик бына һәр күбә
эйеүсе атты ниңә күбәгә яҡын ғына йөрөтөп
уратырға, шул уҡ ваҡытта уның төбөн
тапатмаҫҡа ҡуша - һис кенә лә башыма
һыйҙыра алмайым.
- Атыңды артҡараҡ сигендер, - ти Нажар
бабай. Аттың башын артҡа тартам.
- Туҡта-туҡта, арҡанға үтә баҫтыраһың
бит.
Был
ҡарт, ахырыһы, үтә мыжыҡ. Ат аяғы аҫтындағы
арҡанды мин ҡайҙан күрәм инде?
Нажар
бабай арҡанды күбә әйләнәһенә рәтләп
ҡуйҙы ла, һәнәгенең һабын бөтә яҙғансы
бесән аҫтына тығып, күбәне ҡалҡытты.
- Әйҙә, ҡыуала!
Иренемде
сипылдатып, аттың ҡабырғаһын үксәм

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Атайымдың Ос Һәнәге - 3
  • Parts
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 1
    Total number of words is 4265
    Total number of unique words is 2060
    30.5 of words are in the 2000 most common words
    41.8 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 2
    Total number of words is 4318
    Total number of unique words is 1994
    30.4 of words are in the 2000 most common words
    41.8 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 3
    Total number of words is 4299
    Total number of unique words is 1955
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    41.7 of words are in the 5000 most common words
    47.2 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 4
    Total number of words is 735
    Total number of unique words is 493
    43.3 of words are in the 2000 most common words
    54.3 of words are in the 5000 most common words
    58.1 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.