Latin

Атайымдың Ос Һәнәге - 4

Total number of words is 735
Total number of unique words is 493
43.3 of words are in the 2000 most common words
54.3 of words are in the 5000 most common words
58.1 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
һикереп сыға аламмы-юҡмы?..
Туҡта,
ниңә был һәнәк ыңғайына артҡа сигенәм
әле? Шул тиклем ҡыйынлыҡ менән күтәргән
нәмәне ҡабат ергә төшөрөргәме? Әсәйем,
әйттем бит, быуының ҡатып етмәгән шул
әле, тиһә...
Көсәнеп,
һапты нығыраҡ ҡыҫам, беләкте ҡатынҡылатып,
һәнәкте саҡ ҡына юғарыраҡ күтәрә төшәм
дә, елләнеп, алға атлайым һәм бесәнде
ялп иттереп кәбән башына ырғытам.
Булды!.. Апаруҡ сәнсеп алынған бесән
Хәшейә апайымдың өҫтөнә үк барып
төштө.
- Ниңә енләнәһең? Ипләберәк ырғытырға
булмаймы ни?! - тип ҡысҡыра ул бесән
аҫтынан борһаланып сығыр-сыҡмаҫтан.
Миңә
рәхәт, көләһе лә, урман яңғыратып ҡысҡырып
ебәрәһе лә килә.
- Бына бит, ҡайһылай матур ырғыттың. Һин
- мин түгел шул. Ир ҡаны һиндә, атайың
ҡаны, - әсәйем шулай һөйләнеп, тағы үҙ
эшенә тотондо. Уның сырайы, күҙ ҡараштары
нисектер яҡтырып киткән һымаҡ ине был
мәлдә.
Мин
һәлмәк атлап тағы күбә эргәһенә
ыңғайланым. Хәҙер үҙ-үҙемә ышаныс артып
киткәйне минең. Шуғалыр инде, был юлы
баяғы кеүек оҙаҡ этләнеп тә тормай,
бесәнде йәлп иттереп күтәреп алдым.
Төш
етеүгә, кәбән ҡойолоп бөткәйне инде.
Мин уны ысын кәбәнселәрсә өйөрөлтөп
йөрөп һуҡҡылап шымарттым, төбөн күбә
һәнәге менән төрткөләп сыҡтым.. Хәшейә
апайымды арҡандан буйлатып башынан
төшөргәс, ситтәнерәк йөрөп кәбәнемде
ҡарайым. Шөйлә арыу килеп сыҡҡайны ул:
төптән нәҙегерәк, урта тирәһендә
күкрәкләнеп китә, осланыуы ла матур
ғына, аҙыраҡ ҡар ятһа ятыр, әммә һыу
үтерлек түгел.
- Ҡарасы, әсәй, бөтөнләй кәбәнгә оҡшатҡан
дабаһа был Кинйәбай! - тип сәрелдәй
апайым. Әсәйем баҫалҡы ғына яуап бирә.
- Оҡшатмай әллә. Бынамын тигәнсе. Егет
кеше лә инде ул.
Ана
бит, әсәйем мине тәү тапҡыр, егет, тип
атаны. Былай булғас, кәбән ҡойоу уның
ҡулынан төштө. Атайымдан ҡалған һәнәк
менән кәбәндең икенсеһен дә өсөнсөһөн
дә... ҡоясаҡмын.
Бына
шундай яҡты кәйеф менән төшкөлөккә
ашарға ултырғайныҡ, ситтәгерәк арба
юлынан үтеп барған һыбайлы беҙгә табан
боролдо.
- Шәһит түгелме һуң? - Әсәйем борсолоп
һораны.
- Булһа ни, килһен әйҙә.
- Ниңә артель бесәнен йыйырға барманығыҙ,
тип бәйләнерме икән инде.
- Уның ни эше бар? Бәйләнеп ҡараһын!
- Улай һөйләшмә, улым, уның һүҙе -
һүҙ...
Уңарсы
һуҡыр Шәһит, эргәбеҙгә етеп, атын
туҡтатты. Өҫтән аҫҡа ҡарап, һыңар күҙен
бәзерәйтте.
- Бармаҡ үҙегеҙгә кәкере!.. Оҫҡонлола
бесәнегеҙ ҡурап кипкән, ә һеҙ -
бында!
Йомшаҡ
күңелле әсәйем ошолай асыулы һөйләшкән
кеше алдында ҡаушабыраҡ ҡала ине. Әле
лә ни тип яуап ҡайтарырға белмәй тик
тора.
- Юҡты һөйләйһең, Шәһит. Ундағы бакуй
ҡалын, әйләндерһәң дә, бөгөн кипмәй ул,
- тип яуапты мин бирҙем.
- Ә һин телеңде тый, ҡустым! Хәҙер үк
Оҫҡонлоға китегеҙ! Юғиһә!..
- Ни эшләтерһең? - Мин тороп баҫтым. Һөмһөҙ
ҡыланған Шәһит алдында һис тә йомшарып
төшкә килмәй ине.
- Уныһын үҙем беләм! - Шәһиттең һыңар күҙе
алан-йолан килә. - Артелдеке тип кәбәнегеҙгә
бирка тыҡтым киттем!
- Ҡабаланма! Уны мин һинән бирка тыҡтырыу
өсөн ҡойманым!
Шәһит
ауыҙын йәйеп, самосад тартыуҙан һарғайып
бөткән тешен ыржайтып мыҫҡыллы
йылмайҙы.
- Шулаймы ни! Ха-ха-ха!.. Берәү кәбән ҡойған,
имеш. Һы!..
Шәһит
атынан төштө лә бер нәҙек ағас ҡырҡып
алды. Уны юнып, көрән ҡәләм менән ниҙер
яҙғас:
- Был кәбәнегеҙҙе тонна ярымға һуғам. Ул
ошо минуттан артелдеке, - тип, әле эшләгән
биркаһын тотоп, кәбәнгә табан
атланы.
Әсәйем
тик ошо саҡта ғына телгә килде.
- Абау, ниңә улай ҡыланаһың ул, Шәһит?
Артелгә тигән сабынды сабып бөткәнбеҙ
бит, йыйып бирербеҙ.
- Уныһын да бирерһегеҙ, быныһын
да...
Шәһиттең
уғата мәйелһеҙ ҡыланыуы бөтә сабырлығымды
юйҙы. Һөйәүле торған ос һәнәген йүгереп
барып алдым да юлына арҡыры төштөм.
- Яҡын юлама кәбәнгә!
Һуҡыр
Шәһит һөмһөҙләнеп инеп килә.
- Кит юлдан!
- Китмәйем!
Әсәйем
ни эшләргә белмәй, албырғап туҡтап
ҡалды.
Шәһит
һәнәкте ситкә этеп ебәргәйне, мин яңынан
уға юлды кәртәләнем.
- Әле һин шулаймы! - тип Шәһит һәнәккә
килеп йәбеште. Китте тартыш. Көслө ине
Шәһит, мине дөрөп алып бара. Әсәйем менән
Хәшейә әллә нимәһенә аңшайып тик тора.
Улар ярҙам итһә, бирешмәҫ инем. Бына
һуҡыр Шәһит ос һәнәген ҡулымдан тартып
алды, яңынан барып йәбешкәйнем, мине
йыҡҡансы этеп ебәрҙе лә һәнәкте юғары
күтәрҙе. Һындыра һуғырға уйлай түгелме
һуң ос һәнәген? Атайымдан ҡомартҡы булып
ҡалған, бөгөн генә үҙем тәү башлап кәбән
ҡойған һәнәктә ни үсе бар икән?..
Оҙаҡ
икеләнеп, ниндәйҙер аҡыл уйлап торорға
ваҡыт юҡ ине. Шәһит һәнәк менән ҡайын
олонона киҙәнгән ыңғайы шунда ырғылдым.
Әсәйемдең асырғанып ҡысҡырғаны, Шәһиттең
салшайған йөҙө генә күҙгә салынып ҡалды.
Артабан бер ни ҙә хәтерләмәйем.
...Шәһиттең
кәбәнгә бирка тығыу ҡайғыһы ла киткән,
атын менгән дә сапҡан. Ә мин, иҫемә
килгәс, ҡасандыр ошо уҡ Шәһит арҡаһында
һынған ҡулымды муйынға аҫып, ҡайтып
киттем. Шәһит ҡайын олонона ҡуша һындыра
һуғырға киҙәнгән һәнәк миңә эләккән.
Беләк һынған, ә ос һәнәге имен ҡалған.
Ҡулым үҙәккә үтеп һыҙлаһа ла, шуға күрә
тешемде ҡыҫып түҙәм. Тән яраһы уңалыр
әле. Ә атайҙан ҡалған ҡомартҡыны юғалтһаң,
уны ҡабат табып буламы ни?
You have read 1 text from Bashkir literature.
  • Parts
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 1
    Total number of words is 4265
    Total number of unique words is 2060
    30.5 of words are in the 2000 most common words
    41.8 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 2
    Total number of words is 4318
    Total number of unique words is 1994
    30.4 of words are in the 2000 most common words
    41.8 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 3
    Total number of words is 4299
    Total number of unique words is 1955
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    41.7 of words are in the 5000 most common words
    47.2 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 4
    Total number of words is 735
    Total number of unique words is 493
    43.3 of words are in the 2000 most common words
    54.3 of words are in the 5000 most common words
    58.1 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.