Latin

Атайымдың Ос Һәнәге - 3

Total number of words is 4299
Total number of unique words is 1955
30.2 of words are in the 2000 most common words
41.7 of words are in the 5000 most common words
47.2 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
менән төйәм.
- На-а-а, турат!..
Атым
бер-ике атланы ла туҡтаны.
- Бер ыңғай тарттыр, туҡтама. Һелкетеп,
күбәне йығаһың бит.
Ниңә
шулай мыжый әле был ҡарт? Атты юрый
туҡтатҡанмы ни мин? Ҡулымдағы сыбыҡ
менән аттың осаһына һуҡҡайным, ул күңелле
генә атлап китте. Ләкин күп тә барманым,
арттан:
- Туҡта-туҡта!.. Дүмҫәгә мендерҙең бит! -
тигән тауыш ишетелде.
Артыма
ҡараһам, күбәм ауып, аттың аяғына уҡ
терәлгән. Мин, бер-бер артлы бирелгән
күрһәтмәләрҙе тырышып-тырышып үтәй
торғас, ян тиргә төшкәйнем. Күҙемде
әсеттергән тирҙе еңем менән һөрттөм.
Был дүмҫәһе ҡайҙан тура килде тағы, тип
йөән көйә. Ниңә бөтәһе лә кире килеп тик
тора әле? Нажар ҡарт, рәтең юҡ һинең, тип
ат башынан алып ҡуйһа, ни эшләрмен?
Әсәйемә ни йөҙ менән ҡайтып күренермен?
Ул бит минең икмәк алып ҡайтыуымды көтөп
тора. Ләкин Нажар бабай асыуланмай.
- Бараһы юлыңды алдан уҡ ҡарап йөрө, - тип
киҫәтә лә йығылған күбәне рәтләргә
тотона.
Артабан
ул күбәне кәбән ҡойоласаҡ ергә еткәнсе
һәнәге менән тотоп килде. Был арала Әхәт
өс күбә тарттырырға өлгөргәйне инде.
Уға көнсөл ҡараш ташлап алдым.
Шул
саҡ Нажар бабай мин баянан бирле
ҡурҡа-ҡурҡа көтөп йөрөгән һорауҙы
бирҙе.
- Бығаса ат башында йөрөгәнең юҡмы ни,
улым?
Ҡапыл
ғына ни тип яуап бирергә лә белмәнем.
Юҡ, тип әйтәһе килмәй. Улай булғас, кеше
ышандырып, ниңә көнлөккә йөрөйһөң, тип
асыуланыр һымаҡ.
- Бар ҙа ул... - тим, башымды баҫып.
- Нишауа, өйрәнерһең, - ти Нажар бабай. -
Бына ҡара әле, арҡанды ҡолаҡ бауынан
шулай итеп ысҡындыр.
Уның
шулай һаман асыуланмай, ипле генә
һөйләшеүе минең күңелде күтәрә төшә
һәм күбә эргәһенән теҙгенде ҡаты ғына
тотоп кире әйләнеп сығам да атымды
икенсе күбә эргәһенә ҡыуалайым. Был юлы
ат тегеләй-былай борғоланмай, тура уҡ
бара...
Кискә
тиклем, Нажар бабайҙың нотоҡтарын
тыңлай-тыңлай, бер нисәһен йыға-түңкәрә
булһа ла, байтаҡ күбә тарттырҙыҡ беҙ.
Мин инде күбә эргәһенә барғанда атымды
елдереп үк йөрөй башланым. Нажар
ҡарттың:
- Эшкә бына шулай өйрәнә инде ата балаһы,
Шөйлә арыу тарттыраһың бит ана хәҙер,
- тип хуплап ҡуйыуы мине ҡапаҡлап,
дәртләндереп ебәрә ине. Битен ҡуйы һаҡал
төктәре баҫҡан, етек сәсле, керләнгән
күлдәге тирләүҙән арҡаһына йәбешкән
бабай ҙа миңә һөймәлеклерәк, яғымлыраҡ
күренгән һымаҡ ине хәҙер.


7

Эштәр
бына шулай көйләнеп китте. Күбәләрҙе
һис тә ҡолатмай тарттыра башланым. Ат
өҫтөндә лә ныҡ ултырам. Әхәт менән
яландың осонан-осона йән-фарманға
туҙҙырып сабышыуҙан да ҡурҡып торған
юҡ. Унан һис тә ҡалышмайым.
Көн
буйына һыбай йөрөү арыта икән шулай ҙа:
кисен эштән туҡтағас, бил, беләктәр
ауырта, иртәнсәк ҡабат атҡа менге килмәй
тора. Ләкин һыр бирмәҫкә тырышам. Тағы
ике көндән ауылға ҡайтып китәсәкбеҙ
бит, аҙына ҡалғас, ниңә түҙмәҫкә? Эшләгәнем
өсөн хаҡ та бирәсәктәр. Тоҡ менән әллә
нисәмә карауай бойҙай икмәген күтәреп
алып ҡайтып, уларҙы урындыҡҡа теҙеп
һалып ҡуйһам, әсәйем ҡайһылай шатланасаҡ!
Ошо уйҙан ғына ла күңелгә рәхәт булып
китә.
Әсәйем
менән апайым хәҙер бесән сабыуҙы
еткерәләрҙер ҙә инде. Мин ҡайтҡас,
йыйырға йөрөй башларбыҙ, моғайын. Күбәне
иһә быйыл үҙем тарттырасаҡмын. Минең
атта елеп йөрөгәнде күреп, әсәйем тағы
бер тапҡыр ҡыуаныр әле.
Кис
эштән туҡтағас, башты-күҙҙе йыуып алыу
өсөн, йылға буйына киттем. Көн буйы
тирләп йөрөгәндән аҙаҡ һалҡын ҡаран
һыуында йыуынһаң, шул тиклем рәхәт булып
ҡала, хатта арығаның бөткәндәй
онотола.
Инде
йыуына башлағайным, үҙемдән өҫтәгерәк
өйкөм тал аръяғында көңгөр-ҡаңғыр
һөйләшкән кешеләрҙең тауышына ҡолаҡ
һалдым. Кәбән ҡойоп ҡайтып килеүселәр
йыуынырға туҡтаған, күрәһең.
- Бөгөн мин йөҙ күбәнән артыҡ ырғыттым,
әй, - ти береһе.
- Эш ырап барҙы бөгөн, - ти икенсеһе. - Иллә
һиндәге ос һәнәге шәп. Иртәгә кәбән
ослағанда миңә биреп торорһоң әле.
- Һәнәкте - әйтәһе лә түгел. Бесәнде көрәп
кенә ала! Күтәргәндә һис тегеләй-былай
әйләнмәй. Бындай һәнәкте ҡайҙан эҙләп
тапҡан эйәһе.
- Табыуын да тапҡан, шартына килтереп
эшләй ҙә белгән...
Бәй,
былар беҙҙең ос һәнәген маҡтай түгелме
һуң? Теге икәүҙең һөйләшеүенә ныҡлабыраҡ
ҡолаҡ һалдым.
- Нажар ағай, һатманылар, бик инәлтеп
бирҙеләр, һындыра-фәлән ҡуймағыҙ, тине
бит. Шәп булған өсөн дә ҡыҙғанғандарҙыр
инде.
- Ҡара әле... - Береһе шулай тине лә һүҙен
осламайынса туҡтап ҡалды. Шунан тауышын
әкренәйтеп өҫтәне: - Әллә, мин
әйтәм...
Аҙаҡҡы
һүҙҙәр бөтөнләй шым әйтелде, бер ни ҙә
аңлашылманы.
- Шәп булыр ине, - тип яуап бирҙе икенсеһе.
- Бындай һәнәкте ҡулға төшөрөү - үҙе бер
бәхет. Ғүмерең буйы рәхәтләнәсәкһең.
- Һынғайны, ырғытып киттек шунда, тиһәк,
һынығын таптырырҙармы икән?
- Һәй, юҡҡа башың ҡатҡан тағы. Берәй ергә
йыйып ҡуяһың да, ҡайтҡан саҡта...
- Тәүәккәлләйек...
Үҙ
ҡолаҡтарыма үҙем ышанмай торҙом. Беҙҙең
ос һәнәген бирмәү, үҙҙәренә һеңдереү
тураһында һөйләшә бит былар!
- ...Урманда һәнәк тапмаҫтар тиһеңме ни?
Ҡулға эләккәнде ысҡындырырға ярамай.
Минең
хәҙер үк ошо һүҙҙәрҙе әйтеүсенең алдына
барып баҫҡым, "ул бит - атайымдан
ҡалған ҡомартҡы! Үлһәм - үләм, һәнәкте
бирмәйем!"-тип ҡысҡырғым килде. Тик
урынымдан ҡыбырҙай алманым, һеңгәҙәгән
кеүек ҡатҡанмын да ҡалғанмын. "Ни
эшләп ҡарарға? Һәнәкте былар ҡулына
нисек итеп бирмәҫкә?" - Ошо уйҙар
мейемде өҙлөкһөҙ сүкей. Ул арала теге
икәү ҡыуыштар яғына китеп барҙы. Ярай
әле, минең йылға буйында ултырғанды
күрмәнеләр. Кискелеккә рәтләп ашағы ла
килмәне. Башымда - ос һәнәге тураһындағы
ғына уй. Әллә Нажар бабайға әйтеп
ҡарайһымы икән был хаҡта? Бәлки, теге
кешеләр менән һөйләшеп, насар уйҙарынан
кире дүндерер. Ул бит һәнәктең атайымдан
ҡомартҡы булып ҡалыуын белә. Йәноҙаҡ
бабай ҙа киҫәтеп ебәрҙе үҙен. Әгәр ул
да теге икәү яҡлы булһа?.. Кешенең
күңелендә нимә ятҡанын ҡайҙан беләһең?
Һатмағайнығыҙ, ҡулға эләккәс, былай ҙа
бирмәйбеҙ уны, тиер ҙә... Әхәт менән кәңәш
итһәм инде... Ул ни эш ҡыра алыр
тиһең?
Ҡараңғы
төштө. Кешеләр берәм-һәрәм йоҡларға
ятып бөттө. Әхәт күптән инде рәхәтләнеп
йоҡлай, ә миндә йоҡо ҡайғыһы юҡ.
Ҡараңғылыҡҡа төбәлгәнмен дә тик ятам.
Шулай уҡ һәнәкте ошо әллә ниндәй кешеләр
әллә ҡайҙарға алып ҡайтып китерме икән
ни? Атайымдан ҡалған һәнәк менән кәбән
дә ҡоя алмаммы?
Ҡайҙалыр,
йылға аръяғындағы урманда, өкө ҡысҡырғаны
ишетелә. Ниндәйҙер ҡош һирәк-мирәк
ҡыйҡылдап ҡуя. Был тауыштар төнгә хәүеф
өҫтәгән кеүек. Мин бишмәтемде башым аша
бөркәнеп ятып ҡарайым, ләкин барыбер
йоҡо алмай. Шулай итеп, һәнәкте күрәләтә
кеше ҡулына биреп ебәрергәме ни? Был
хаҡта ҡайтып һөйләһәм, әсәйем ҡайғырыр
инде. Алдан белмәһәң - бер хәл, ниңә
мәүешләндең, тип әрләр.
Юҡ,
былай ятып түҙеп булмай. Шым ғына торҙом
да, бишмәтемде алып, ҡыуыштан сыҡтым.
Аяҙ күкте йондоҙҙар сыбарлаған. Ҡаршылағы
урман стена һымаҡ ҡарайып күренә. Шул
яҡҡа арҡанлап ҡуйылған аттарҙың гөршләтеп
ашанғаны ишетелә.
Ҡыуыш
артындағы ҡайынға һөйәп ҡуйылған
һәнәктәр эргәһенә килдем. Бына ул беҙҙең
һәнәк. Башҡаларҙан әллә ни тиклем оҙон.
Уҡтай төҙ һаплы, дүрт йәпле. Ҡасандыр
атайым кәбән ҡойоп йөрөгән, Йәноҙаҡ
бабай маҡтап бөтә алмаған һәнәк. Их,
теге көндә Йәноҙаҡ бабайға ниңә, биреп
торайыҡ, тип әйттем икән? Йәнәһе, берәү
кешеләргә изгелек күрһәтә. Бына хәҙер
ни эшләргә белмәй йөрө инде. Был кеше
тигәнең һинең яҡшылығыңа ниңә этлек
менән яуап бирә икән? Ит изгелек - көт
яуызлыҡ, тигәндәре ошолор инде...
Юҡ,
бирмәйем мин атайымдың һәнәген ят
кешеләргә! Бирмәйем! Һәнәкте алырға ла
хәҙер үк ауылға ҡайтып китергә кәрәк.
Ос
һәнәген ҡайынға һөйәлгән еренән ипләп
кенә ҡулыма алдым. Һәлмәк кенә ине ул.
Алып ҡайтып етеп булырмы? Әй, тауыш
сығармау өсөн ҡыуыштан алыҫлашҡансы
күтәрһәм, аръяғына һөйрәтеп алыр ҙа
китермен. Туҡта, ҡыуышта ботинка менән
тоҡ ятып ҡала бит. Әсәйем, икмәгеңде
тоҡҡа һалып алып ҡайтырһың, тигәйне.
Икмәкһеҙ ҡайтып инергәме ни инде?
Икеләнеп туҡтап ҡалдым. Аҙыраҡ шулай
уйланып торғас, бөтәһенә лә ҡул һелтәнем:
иҫке ботинкаһы ла, тоғо ла, икмәге лә
кәрәкмәй! Һәнәкте генә алып ҡайтып
еткерһәм...
Бына
мин, һәнәкте күтәреп, арба юлына төштөм.
Ярты саҡрым самаһы барһам, оло юлға
сығасаҡмын. Унан ауылға биш саҡрым
тирәһе ҡала шикелле. Нисек тә ҡайтып
етермен әле.
Ҡыуыштар
ҙа, уның алдында һүнер-һүнмәҫ янған ут
та күҙҙән юғалды. Һәнәктең бер сатынан
тоттом да артабан һөйрәп алып киттем.
Тирә-яҡ дөм ҡараңғы, юлдан тоҫмал менән
генә атлайым. Ҡыуыштарҙан алыҫлашҡан
һайын, күңелгә әллә ниндәй шик йүгерә.
Аҙыраҡ барам да әйләнә тирәмә ҡолаҡ
һалам. Йәнәшемдә генә ниҙер йөрөгән
һымаҡ ине, туҡтағайным, һис ниндәй
тауыш-тын юҡ. Тағы аҙыраҡ барғас, юлда
ниндәйҙер ҡарасҡы күренде. Төбәлеп
ҡарайым - ҡыбырҙаган һымаҡ. Юл эргәһендәге
йыуан ағас олонона һыйындым. Айыумы
икән әллә? Был уйҙан тәнем эҫеле-һыуыҡлы
булып китте. Уҡлытауҙы айыу ояһы тиҙәр.
Ни эшләргә? Әллә ҡысҡырып ебәрергәме?
Улай итһәң, әле бит йыраҡ китмәнем,
ҡыуыштағылар йүгерешеп килеп етерҙәр.
Әлеге ҡарасҡы яғына ныҡлабыраҡ ҡарайым
- ул баяғы урынында. Айыу булһа, шулай
тик торор ине тиһеңме ни? Батырайып,
алға ҡуҙғалдым, үҙем, тамаҡ ҡырып, тауыш
биреп маташам. Яҡыная төшкәс кенә уның
бейек түңгәк икәнен күрҙем. Күңелгә
йылы инеп, рәхәт булып ҡалды.
Оло
юлға сыҡҡас, ҡараңғылыҡ шыйығая төшкәндәй
тойолдо. Һәнәкте дыңғырҙатып һөйрәп,
таш юлдың уртаһынан атлайым. Тирә-яғыма
ҡарамаҫҡа тырышам : йә күҙгә тағы әллә
нимә күренер.
Ауыл
осона килеп ингәс кенә, еңел тын алып
ҡуйҙым мин. Арыуымды, аяҡ табандарым
ауыртыуын шунда ғына тойҙом. Таш юлда
яланаяҡ көйө атлау шаңҡытҡан, күрәһең.
Йә инде, ете төн уртаһында шул тиклем
ерҙән йәйәү ҡайттым бит. Малайҙарға
һөйләһәм, ышанмаҫтар әле.
Ҡапҡабыҙҙан
инеп, һәнәкте өй мөйөшөнә һөйәнем. Ләкин
төнөн кем дә булһа алып китер һымаҡ
күреп, һарай эсенә үк индереп ҡуйҙым.
Әсәйем, йоҡоһонан уянып, ишек асҡас
бөтөнләй аптырап ҡалды.
- Китсе, ниңә көндөҙ килтермәнеләр? -
ти.
- Мине килтермәнеләр... Үҙем ҡайттым, -
тинем дә әллә ниңә иланым да ебәрҙем.
Әсәйем
тағы ла нығыраҡ ҡаушай төштө.
- Ни булды? Ниңә илайһың? Ниңә ҡайттың?
Тынысланып, ниңә ҡайтыуымдың сәбәбен
һөйләп биргәс, әсәйем байтаҡ ваҡыт
өндәшмәй ултырҙы, шунан мине ҡосаҡланы
ла башымдан һыйпаны.
- Икмәктәре ары торһон. Дөрөҫ эшләгәнһең,
улым.
Миңә
рәхәт булып ҡалды. Тик шул саҡта ғына
бик ныҡ арыуымды, бөтә тәнем ҡойолоп
килеүен, күҙемә йоҡо төйөлөүен тойҙом.
Әсәйем алдыма ҡуйған ҡатыҡты эсеү
ҡайғыһы ла юҡ. Йомшаҡ мендәргә башым
төртөлөү менән үлек кеүек йоҡлап
киткәнмен.
Иртәгеһенә
бесән йыя барайыҡ тип ҡапҡанан сыҡһаҡ,
урамдан Нажар ҡарт һыбай елеп килә.
Алыҫтан уҡ мине күреп:
- Бына ҡайҙа икән ул, ҡасҡалаҡ малай! - тип
ҡулындағы сыбыҡ остоғо менән янай.
Мине
юғалтып, эҙләргә сыҡтымы икән ни? Нажар
ҡарт эргәбеҙгә килеп етте лә дөп итеп
ергә һикерҙе. Яланбаш, күлдәксән көйө
генә бит әле. Уның алдында үҙемде ниңәлер
ғәйепле һиҙеп, башымды түбән эйҙем.
- Ҡотто алдың бит, улым. Ни булды һиңә?
Ниңә әйтмәй-нитмәй төнөн ҡайтып киттең?
- Ул әле миңә, әле әсәйемә ҡарай. - Тәҡәт
ҡороно бит. Уйламаған уй ҡалманы, ахырыһы,
бында тороп саптым.
Ни
эшләйһең инде, бөтәһен дә һөйләп бирергә
тура килде. Әсәйем:
- Ҡайтып ингәс, үҙем дә ҡурҡып киттем, -
тип һүҙ ҡыҫтырҙы. Мине ҡурсаларға әҙер
ҡиәфәттә өҫтәне : - Ҡуй инде, ағай,
изгелеккә яуызлыҡ менән яуап бирәме
шулай кеше...
Нажар
ҡарт:
- Бына әй, йә инде, - тип һөйләнеп торҙо ла
ҡапыл ғына ҡыҙҙы ла китте. - Йәндәрен
алам мин уларҙың! Йөҙөмә оят килтерҙе
бит ишһеҙҙәр. Тәүбәгә килтермәһәмме
шуларҙы!..
Ул
атына менеп китергә йыйынған еренән
туҡтаны, миңә боролоп ҡараны.
- Ә һин, улым, маладис. Эш хаҡыңды Әхәт
алып ҡайтып бирер.
Уға
бер ауыҙ һүҙ ҙә ҡайтарып әйтә алманым.
Тәү ҡарашҡа ҡырыҫ, һөймәлекһеҙ күренгән
ошо кешегә үҙемдең кәңәш-төңәш итмәүем,
уға артыҡ мәшәҡәт тыуҙырғаным өсөн
уңайһыҙланыу тойғоһо күңелемде тырнап
тик тора ине.


8

Ваҡыт
тигәнең ғәләмәт тиҙ үтеп тик тора икән
дә. Кешеләргә тормош ауырмы, еңелме -
унда ла эше юҡ. Уҡлытау һыртына минең
күбә тарттыра барыуыма ла тағы бер йыл
үтеп китте. Хәҙер инде минең кеүек ун
ике йәштәге малайҙарҙың уйын ҡайғыһы
юҡ. Үҙебеҙгә күрә эш табылып ҡына
тора.
Былтыр
етенсе класты бөтөп сыҡҡан һуҡыр Шәһит
беҙҙән бөтөнләй айырылды. Артель
келәтендә эшләй ул, бөтә тауарҙы ҡабул
итә, тейәтеп, ҡалаға оҙата. Үҙенсә ҡып
иттереп кейенеп алған да әллә кем булып
йөрөй. Беҙҙе күҙенә лә элмәй. Әй, ҡыланһын
да, беҙ ҙә үҫеп киләбеҙ ҙә инде...
Бесән
ваҡыты еткәйне, тағы эш күбәйә төштө.
Мин инде быйыл бесәнгә ныҡлап тотонорға
уйлап йөрөйөм: бесән сабырға иҫәп бар.
Хәшейә апайым былтыр уҡ салғы алды,
миндә уның тиклем генә көс юҡмы ни?..
- Сабыуын сабып йыйырбыҙ, кемдән кәбән
ҡойҙорорбоҙ инде, - тип ҡайғыра
әсәйем.
Йәноҙаҡ
бабай сәләмәт булһа, улай хәсрәтләнмәҫ
ине, бәлки. Бабайым ҡыш көнө бүрәнә тарта
йөрөгәндә, билен биртендереп, һаман
төҙәлә алмай ыҙалана. Шулай ҙа бер
бәләкәй генә иҫке салғы һаплап бирергә
хәленән килде уның.
- Мин дә һинең кеүек саҡта - ун ике йәшемдә
саба башланым, өйрән. Егет кешенең биле
йәштән нығынырға тейеш, - тип салғыны
сүкеп, ҡулыма тоттороп ҡайтарҙы.
Шул
салғыны күтәреп, тәүге тапҡыр бесәнгә
китеп барғанымды күрһәгеҙ ине! Әйтерһең,
минең яурында салғы түгел - флаг. Һәм
оло байрамда иң алғы сафта атлайым.
Барам-барам да, түҙмәйенсә, юл эргәһендәге
үләнде сабып ҡарайым.
- Юҡҡа ҡыялма, танһығың ҡаныр әле, - ти
әсәйем.
Сабынлыҡҡа
етеп, ҡырҡым башына барып баҫҡас, әсәйем
салғымды тағы бер тикшереп сыҡты:
ҡыбырламаймы, һапҡа тотҡа минең кәүҙә
өсөн дөрөҫ ултыртылғанмы, салғы һоноҡ
түгелме? Быларҙы әсәйем бик белдекле
ҡиәфәт менән эшләй.
- Быйыл яйлап ҡына өйрәнерһең, икенсе йыл
ныҡлап саба башларһың, улым, - ти
әсәйем.
Кит
инде, шулай бесән бөткәнсе өйрәнсек
кенә булып йөрөмәм дә инде. Ул тиклем
нимәһе бар бесән сабыуҙың? Йәноҙаҡ бабай
ана, донъяла иң яратҡан эшем - бесән
сабыу, ти. Ҡыйын эш булһа, яратыр инеме
ни ул? Әсәйем салғыны миңә тоттора,
уйҙарымды белгән кеүек, һаман үҙ хәбәрен
һөйләй.
- Бесән сапҡанда көс тә, таһыл да кәрәк.
Беләкте һуҙа торған эш ул.
Эй,
ошо әсәйемде, хәбәрҙе ҡыҙыҡ ҡына итеп
һөйләй ҙә ҡуя. Бесән сапҡан һайын беләге
һуҙылһа, кешеләрҙең ҡулы ергә һөйрәлеп
йөрөр ине.
Әсәйем
эргәбеҙҙәге ҡайын урманын яңғыратып,
ялан өҫтөнә ниндәйҙер моң таратып минең,
апайымдың, аҙаҡтан үҙенең салғыһын
янаны ла:
- Хоҙайға тапшырайыҡ, - тип саба башланы.
Оҙон һәм тығыҙ булып үҫкән үлән араһынан
уның салғыһы ғәжәп еңел йөрөй, "ғырш-ғырш"
иткән күңелле тауыш ҡына ишетелеп
ҡала.
- Салғыңды үтә ҡыҫып тотма, усың күберсер...
һелтәгәндә салғыңды ныҡ күтәрмә,
алымыңдың арт яғы тигеҙ киҫелмәҫ...
Өйрәнгәнсе тарыраҡ алдырып сап, хәлеңде
тиҙ бөтөрөрһөң... - Әсәйем үҙе саба, үҙе
туҡтауһыҙ мине өйрәтә.
Апайым
былтыр уҡ сабырға йөрөштөргәйне инде.
Әсәйем артынса салғыһын килешле генә
һелтәп төшөп тә китте. Бакуй башы эшләгәс,
артына әйләнеп ҡарап, көлә бит әле.
- Һин, Кинйәбай, артыҡ ҡыҙып китеп, минең
үксәне ҡыя сабып ҡуйма, - ти.
Өндәшмәнем.
Иргәләшеп тораһы килмәй ине. Бына мин
тәүге тапҡыр ҡырҡым башына сығып баҫтым,
тәүге тапҡыр сабынлыҡта салғы һелтәнем
һәм... бер нисә услам үлән ергә ауыу менән
салғымдың осо тупраҡҡа ҡаҙалды. Уны
һурып алып, яңынан һелтәгәйнем, үләндәр
тигеҙ үк киҫелде. Тик икенсе ҡабатында
салғы тағы киреләнде - үләндәрҙе ялпаштыра
йығып, өҫтән кәйелеп үтте. Асыуланып
сабып алып китмәксе иткәйнем, салғым
ниндәйҙер дүмҫәгә барып бәрелде. Ни
булды һуң әле? Ниңә һелтәгән һайын бер
нәмәһе табылып тора? Хәшейә апайҙың
алымында ана дүмҫә-фөлән дә юҡ, ыңғай
сабып китеп тик бара.
Мин
ҡыяла-ҡыяла бер-ике аҙым да китә алманым,
әсәйем, ҡырҡым осона сығып, бакуйын кире
ҡайтарып, минең янға өйләнеп килде.
Салғыһын яурынына күтәргән көйө аҙыраҡ
ҡарап торғас:
- Туҡта әле, улым, - тип салғымды алды. -
Салғыңдың йөҙө бына шулай үргәрәк ҡарап
йөрөһөн. Һелтәгәндә өйрөлтөп килтереп
бына шулай һелтә... - Әсәйем шулай
һөйләнә-һөйләнә минең салғы менән саба.
Салғы ҡаҙалмай ҙа, дүмҫәгә лә бәрелмәй,
үләндәр төптән генә тигеҙ киҫелеп,
ҡыйылып ятып ҡала.
Көн
буйы әллә нисәмә тапҡыр ана шулай
туҡтап-туҡтап өйрәтте мине әсәйем. Һуңға
табан апаруҡ һелтәй башлағайным да, хәл
бөтөбөрәк китте. Бил дә, беләк менән
ҡулбаштар ҙа ауырта, усым бер нисә
урындан ҡабарып сыҡты. Мин әйләнәм дә
ҡояшҡа ҡарайым, әйләнәм дә ҡояшҡа
ҡарайым. Ә ул төшлөктән ауышып бер аҙ
барған да туҡтаған, шул урынынан һис
ҡуҙғалмай. Салғыны ташлап, бер аҙ ятып
торһам да, әсәйем өндәшмәҫ ине. Ғәр, сәм
тигән нәмә бар бит. Битем буйлап аҡҡан
тиремде еңем менән һөртәм дә тағы сабырға
тотонам.
Шулай
ҙа әсәйем хәлемде һиҙҙе.
- Оҙаҡламай ҡайтыр саҡ та етә. Арығанһыңдыр,
туҡта инде, улым, - тине. - Иртәгә лә көн
бар.
Иртәгә
лә, иртәнән һуң да көндәр шундай уҡ оҙон
булырмы икән? Ҡасан бөтөр ундай көндәр?
Әле бит бесәндең башы ғына...
Иртәгеһенә
йоҡонан торһам, билем шул тиклем ныҡ
ҡатҡан, бөгөлһәм, шарт итеп һыныр ҙа
ҡуйыр төҫлө. Ләкин тормайынса әмәл юҡ
ине. Сабынға ҡалдырып ҡайтҡан салғым
көтә бит мине. Әсәйемә задание итеп
һалынған бесәнде кем сабыр? Үҙебеҙҙең
һыйырҙың ашарына кем әҙерләр?
Был
көндө тәүге һелтәүҙә үк салғымдың осо
ергә ҡаҙалманы, ыңғай уҡ сабып алып
киттем. Әсәйем:
- Һәй, минең улым, ана бит, өйрәнеп тә алды,
- тип ҡеүәтләп тә ебәрә мине.
Тик
бына усымдың ҡабарған урындары ауыртып
йәнемде ҡыя. Төш етә башлағас, әсәйем:
- Бесән сабырға өйрәнгәндә иң ауыры -
икенсе көн. Үҙемдең дә баштан үткән, -
беләм. Бар, ҡаршылағы анау ҡыразға сыҡ
та төшкө сәйгә еләк йый, аҙыраҡ ял да
итерһең, - тип миңә икенсе йомош ҡушты.
Ул мине киске һыуһында ла иртәрәк
туҡтатты. Әллә шуға инде, был көн
кисәгеһенән ҡыҫҡараҡ тойолдо миңә.
Өсөнсө
көнөнә иһә, кискә табан ныҡ ҡына арыһам
да, әсәйем менән апайым ыңғайына эшләнем.
Бил дә, беләктәр ҙә әллә ни ауыртмай.
Йәноҙаҡ бабайҙан тапатыу өсөн, ҡайтҡанда
салғымды күтәреп алдым. Ул яурынымда
йөк булып ятмай, күңелемә ниндәйҙер
рәхәтлек бирә. Күрһендәр әйҙә минең
бесән сабып ҡайтып килгәнемде. Беҙ
кемдән кәм! Әсәйем дә бит ана:
- Өс салғы - өс салғы инде. Кеше ыңғайына
эшләп еткерербеҙ әле бесәнде, - ти.
Ысынлап
та, сабыу менән йыйыуҙы ыратып алып
барҙыҡ беҙ. Ләкин эш кәбән ҡойоуға килеп
терәлгәс, әсәйем аптырабыраҡ ҡалды.
Сөнки бесән ваҡытында һәр аяҙ көн иҫәпле.
Һәр кем үҙ эшен ыратып ҡалырға тырыша.
Әсәйем ике-өс кешегә барып, кәбән ҡойоп
биреүҙәрен һорағайны ла, тыңламағандар.
Их, тип эстән һыҙам мин, атайым ана
Ғөбәйҙә әбейгә ярҙам итәм тип ятып үлде.
Ниңә кеше шулай изгелекһеҙ була
икән?..
Иртәнсәк
әсәйем байтаҡ һүҙһеҙ ултырҙы ла, апайым
менән миңә ҡарап, кәңәш иткән ҡиәфәттә
әйтте:
- Күкрәк һәнәге менән ос һәнәген күтәреп
алып барайыҡмы? Сабын тирәһендә кәбән
ҡойған берәй кешенән ат алып, күбә
тарттырһаҡ, үҙем маташтырып ҡарайыммы
икән әллә, тим.
- Нимәне, әсәй? - тип һорай апайым, уның
тел төбөн аңламайынса.
- Кәбәнде әйтәм инде. Нисек ҡойғандарын
күргән бар. Берәй ун биш-егерме күбәне,
моғайын, өйөп ҡуйырмын әле. Көндәр
боҙолоп китһә, күбәләр яуында ултырып
ҡалыр.
Мин
кәбән һәнәктәрен өй башынан төшөргәс,
әсәйем ос һәнәген, тәүге тапҡыр күргәндәй,
ҡулына алып, уның һәлмәклеген, оҙонлоғон
самалап торҙо, ауыр көрһөндө лә:
- Алып барып ҡарайыҡ әле, - тине.
Ат
табып, күбәләрҙе тарттырыу әллә ни оҙаҡ
булманы. Әсәйем күбәне эйеп ебәреп тора,
мин елдереп йөрөп тарттырам. Аҙаҡтан
урмандан, күбә арҡанына тағып һөйрәтеп,
өс тағанлыҡ алып килдек. Әсәйем, уларҙы
һөйәп, таған ҡорҙо, нығыраҡ торһон,
тайышмаһын өсөн, баштарын нәҙек муйыл
сыбыҡ менән кәбән үҙәгендә ҡалдырыласаҡ
ҡайынға ҡуша уратты. Шунан, артабан ни
эшләргә белмәгәндәй, ситкәрәк барып
ултырып, һүҙһеҙ ҡалды. Мин өйкөм муйыл
ағастарына һөйәп ҡуйылған ос һәнәгенә,
унан уйға сумып ултырған әсәйемә ҡарайым.
Әйтерһең, ошо мәлдә һәнәктәр менән
әсәйем араһында һүҙһеҙ алыш бара һәм
кәбәндең ҡойолоу-ҡойолмауы кемдең еңеп
сығыуына бәйле ине. Бына әсәйем ипләп
кенә урынынан күтәрелде, әле генә үҙе
һөйәгән тағанға күҙ һалды.
- Хәшейә, һин, ҡыҙым, кәбән башында торорһоң.
Кинйәбай туҙышҡан бесәнде йыйыр, - тип
күбә һәнәгенә тотондо әсәйем.
Ошо
көндө әсәйемдең кәбән һалғанын ғүмеремдә
онотмам. Тәүҙә күбә һәнәге менән еңел
үк ырғытты ул бесәнде. Оҙаҡламай таған
тирәһе түңәрәкләнеп, кәбән төбө рәүешенә
инде.
- Һәй, кеше эшләмәгән эшме, шулай әкренләп
ҡойоп бөтөрбөҙ әле, - ти әсәйем, үҙен-үҙе
йыуатҡан кеүек.
Кәбән
бейегәйә башлағас, күбә һәнәген ҡуйып,
күкрәк һәнәген алды ул. Оҙон һәнәк менән
бесән сәнсеп алыуы ҡыйыныраҡтыр, әлбиттә.
Шулай ҙа әсәйем төҫ бирмәй, хәле бөткәндә
аҙ ғына ултырып ял итә лә, айран эсеп
тамаҡ ебеткәс, тағы һәнәгенә тотона.
Бына кәбән яртыһынан уҙып китте. Хәҙер
уны тарайтып, ослай башларға кәрәк.
Әсәйем күкрәк һәнәген ситкә ҡуйып, ос
һәнәге һөйәүле торған ергә барҙы ла,
алырға баҙнат итмәгәндәй, уға ҡарап
туҡтап ҡалды. Ә ос һәнәге, атайымдан
ҡалған, Йәноҙаҡ бабай маҡтаған һәнәк,
шул тиклем матур, - күккә уҡталған уҡ
шикелле тора. Әсәйем уны алды ла кәбән
төбөнә ҡарай атланы. Әллә әсәйем сибегерәк
кәүҙәле булғанға инде, ос һәнәге уның
ҡулында уғата оҙон күренә. Нисек бесән
күтәрер икән ул шуның менән?
"Теге
саҡта атайым Ғөбәйҙә әбейгә ярҙам
иткәндәге кеүек, берәйһе килеп сыҡһа
инде", - тип тирә-яҡҡа ҡарайым мин. Тик
әйләнә тирәлә ир затынан бер әҙәм
юҡ.
Хәүефләнеүем
һис тә юҡтан түгел ине. Әсәйем күбәнән
бесәнде еңелсә генә сәнсһә лә, ос
һәнәгенең һабын ергә ҡаҙап, уны ҡалҡыта
алмай аҙаплана. Миңә һәнәк һабының
төбөнә, таймаһын өсөн, баҫып торорға
ҡуша. Ос һәнәген ҡайһы саҡта икәүләп
"тыңлата" алмайбыҙ. Әсәйем ҡалҡыта
башланымы, һәнәктең төбө, минең өҫтөнә
баҫып тороуыма ла ҡарамай, ер ҡыртышын
йыртып, бер яҡҡа тайып сыға ла китә һәм
әсәйем бесәнде ергә кире төшөрөргә
мәжбүр була. Саҡ ҡына хәл йыйғас, әсәйем
һәнәген яңынан бесәнгә ҡаҙай... Ныҡыша
торғас, һәнәк турайтып баҫтырыла. Уның
йәптәрендә бер ҡосаҡтай бесән ялпылдай.
Хәҙер ана шуны күтәреп кәбән башына
ырғытырға кәрәк. Әсәйем, ысын кәбәнселәр
кеүек, устарын алмаш-тилмәш төкөрөкләп
ала, шунан һаптың осонан тотоп, һәнәкте
күтәрә. Үҙенән әллә нисәмә тапҡырға
оҙон һәнәкте күтәреп кәбәнгә яҡынлаған
саҡта ул сайҡалып-сайҡалып китә. Бына
хәҙер уның биле һығылып төшөр, һөрлөгөп
йығылыр йә күкрәге шартлар төҫлө. Юҡ,
бирешмәй әсәйем, ысырғанып-сытыйып
кәбән төбөнә барып етә лә барлыҡ көсөнә
бесәнде юғары сөйә. Шунан артына сигенә
биреп, бесәндең үҙ урынына ятыу-ятмауын
тикшерә, Хөшейә апайға, үҙеңәрәк тарт
йә ситкәрәк төшөр, шул килеш тапа, тип
күрһәтмәләр бирә.
Нисек
итһәк тә иттек, ҡояш байыуға бер кәбән
ҡойолдо. Әсәйем ситкәрәк китеп, уны
өйөрөлтөп ҡарап сыҡты. Мин уның арыған
йөҙөндә ҡәнәғәтләнеү, ғорурлыҡ билдәләре
сағылыуын күрҙем.
Тик
кәбән һалыу әсәйемдең кәрен ныҡ алған,
күрәһең. Ул, ҡайтҡас, бер сынаяҡ ҡына
сәй эсте лә хәлһеҙләнеп йығылды. Их,
ҡасан ҙурайып, әсәйемде был ыҙаларҙан
ҡотҡарырмын икән?


9

Бынан
аҙаҡ тағы бер йәй әсәйем үҙе ҡойҙо әле
кәбәнде. Быйыл иһә миңә ун дүрт йәш
тулды. Унан хәҙер кәбән ҡойҙормаҫҡа
иҫәп тотоп йөрөйөм. Атайымдың ос һәнәген
үҙ ҡулыма алырға кәрәк.
Быйыл
бесән эшләү тағы ла ҡыйыныраҡ буласаҡ.
Йәшең етте, тип апайыма ла задание
Һалдылар. Әсәйем менән икәүһе алты тонна
бесән әҙерләп тапшырырға тейеш. Уртасараҡ
дүрт кәбән тигән һүҙ бит ул. Өҫтәүенә,
быйыл сабынлыҡтар үҫмәгән.
- Артелгә бесәнде Оҫҡонло туғайында
эшләйһегеҙ, - тип, ҡапҡа төбөнә һыбай
килеп туҡтап, һуҡыр Шәһит сабынлыҡтың
ҡайҙа икәнен дә әйтте. - Ҡайҙа сабыр урын
табырһығыҙ, үҙегеҙгә бесәнде шунда
еткерегеҙ. Оҫҡонлонан бер һәнәк бесән
дә бирмәйбеҙ, - ти бит әле.
Шашты
хәҙер Шәһит. Етенсене бөткәне бирле гел
еңел-елпе эштә. Хәҙер ана завхоз булып
алды. Артелдең бөтә малына хужа, кешенән
бесәнде лә ул ҡабул итә. Урам буйында
ла атынан төшмәй һыбай ғына йөрөй. Ат
етешмәгәнлектән, бүтәндәр утын-бесәнде
һөйрәп ташығанда, шул да булдымы һын?
Олоно - оло, кесене - кесе тип тороу юҡ,
екерә лә бойора. Әсәйем уға:
- Бер сабындан икенсеһенә йүгергәнсе,
үҙебеҙгә лә шул тирәнән сапһаҡ, уңайлыраҡ
булыр ине лә, - тигәйне, һыңар күҙен
асалаҡ-йомалаҡ итеп, екерергә тотондо.
- Башҡортса әйткәнде аңламайһыңмы әллә?!
- тип ебәрә. - Үҙегеҙгә унан бер һәнәк
бесән бирмәйбеҙ, Иң тәүҙә бесәнде артелгә
эшләп тапшырығыҙ, унан - үҙегеҙгә.
Их,
ҡыланыуы. Ул шулай ҡысҡырмаһа ла, беләбеҙ
бит инде: иң тәүге бесән артелгә. Һәм
беҙ өс көн буйы Оҫҡонлоға бесән сабырға
йөрөнөк. Бесән сабыу хәҙер минең өсөн
эш тә түгел: иң алдан йөрөп сабам, минең
артса апайым, унан әсәйем төшә. Әсәйем
ҡайһы саҡта туҡтай ҙа апайым менән миңә
һоҡланып ҡарап тора.
Ләкин
Оҫҡонло яланындағы бесәнде бер ыңғай
ғына киптереп, йыйып алып булманы,
яуынлап ебәрҙе. Шуға күрә икенсе бер
урында, алаңҡырт ағаслыҡта, үҙебеҙ өсөн
бесән саба башланыҡ. Бында үлән йоҡаҡ
булһа ла, бик таҙа - ҡыйғаҡ үлән генә,
мал яратып ашар әле.
Көндәр
аяҙытып ебәрҙе. Бакуй йоҡа булғас ни,
үҙе беҙгә тип сапҡан бесән Оҫҡонлоларынан
алда кипте. Шуны йыйып йөрөгәндә генә
әйттем мин әсәйемә быйыл кәбәнде үҙем
ҡойорға ниәтләүемде. Көндөҙгөлөккә сәй
эсеп ултыра инек. Был һүҙемде ишетеп,
әсәйем эсәр сәйен эсмәй туҡтаны, миңә
аптыраған һымаҡ ҡараны.
- Әлләсе, улым, кәбән һалыу уйын эш
түгел...
- Беләм, әсәй.
- Беләһеңдер ҙә... Быуының ҡатмаҫ борон
ҡыялмаһаң да ярар. Йә имгәнеп-нитеп
ҡуйырһың.
- Ә үҙең имгәнеп ҡуйһаң? - тип апайым да
һүҙгә ҡушылды. - Ике йыл буйы этләндең
бит инде. Әсәйем һаман ыңғайларға
теләмәй.
- Ике йылтүҙгәс, тағы берәй йыл сыҙармын
әле, - ти.
Уның
үҙ һүҙләнеүе йәнемде көйҙөрә.
- Шунан? Минән ҡартайғансы кәбән ҡойҙормаҫ
инеңме әллә?
Әсәйем
көлөп ебәрә, арҡамдан һөймәксе булып
ынтыла, мин ситкә тайшанам.
- Һин ҡартайғансы әле, у-лыым!.. Ярар, ярар,
;улай бик дәрт иткәс, самалап ҡарарһың.
"Баш
күккә тейә яҙҙы минең. Әйтерһең, тел
менән түгел, ҡул менән ҡойоп ҡуйғанмын
кәбәнде. Ошо дәрт, ошо ынтылыш мине
иртәгеһенә сабынға йүгертеп алып килде.
Хәҙер үҙемдең малай-шалай түгел икәнде
күрһәтке килеүҙәнме, әсәйем менән
апайым, ауыр булыр, тиһәләр ҙә, кәбән
һәнәктәрен бер үҙем күтәреп алдым. Күбә
тарттырғас, әсәйем менән икәүләп таған
һөйәнек. Тик хәҙер төп эште мин башҡарам,
әсәйем кәңәш-төйөшө менән ярҙам итеп
йөрөй. "Тағаныңдың төбөн таймаҫлыҡ
итеп ҡуй, кәбәнең ҡыйшаймаҫ", "Анау
оҙонораҡ тағанды аҫ яҡтан һөйәһәң,
арыуыраҡ булмаҫмы?" "Ҡабаланма,
тәүге эште уйлап ҡына эшләү яҡшы",
тип һүҙ-хәбәрен табып тора.
Бына
таған әҙер. Хөшейә апайым төпкә һуҡтырылған
күбә башына менеп баҫты. Мин, һалҡын
ҡанлы күренергә тырышып, күбәгә ипләп
кенә һәнәгемде ҡаҙаным. Ә йөрәк дөп-дөп
тибә, тәнем буйынса ниндәйҙер зымбырҙау
үтә. Уйынмы ни, ғүмеремдә тәүге тапҡыр
кәбән ҡойорға тотонам бит! Кәбән ҡойоу
- егет ҡорона инеү ул, тип юҡҡа әйтә
тиһеңме ни Йәноҙаҡ бабай. Бына әле кәбән
ҡоя башлауымды ҡарап торһон ине әле...
Туҡта инде, башлауы башлау ҙа, нисек
итеп ослап ҡуйылыр бит. Кәбәнем аҙаҡтан
ауып ятмаҫмы? Ул саҡта ер тишегенә ин
дә кит...
- Бесәнде ауыр күтәрмә, самалабыраҡ сәнс,
- ти әсәйем. Минең иһә сәпсеңләп,
еңел-елпеләп тораһы килмәй, көс еткән
тиклем күберәк сәнсеп ырғытырға тырышам.
Атайым ауылда бер кәбәнсе булған бит
минең, уның исеменә тап төшөрөргә
ярамай.
Кәбән
күтәрелгән һайын, миңә дәрт өҫтәлә,
кәбәнде тиҙерәк ҡойоп бөтөп, уны
ситтәнерәк ҡарап торғо килә.
- Улым, кәбәнеңдең уртаһын нығыт, эргәһе
ишелеп төшмәһен, - тип кәңәштәрен һаман
биреп йөрөй әсәйем. - Хәшейә, һин анау
ялпылдап торған бесәнде аяғың аҫтына
тартып һалып тапа әле...
Күкрәк
һәнәгенә тотонғас, эш әкренәйә төштө.
Оҙон һаплы һәнәк менән бесәнде сәнсеп
алып күтәреүе ҡыйыныраҡ икән шул. Биттән,
бөтә тәндән шыбырҙап тир аға. Бесән саңы
менән ҡатнаш тир төшөп, күҙҙе әсеттерә.
Хәл дә мөшкөлләнә бара, ахырыһы, ырғытҡан
бесәнем мин һалырға теләгән урынға
ятмай, йә кире шыуып төшә. Арығанымды
һиҙҙермәҫ өсөн, кәбәндең төҙлөгөн
ҡараған кеше булып, ситкәрәк - күләгәгә
барып баҫам да, аҙ ғына тын алам. Әле бит
ос һәнәге менән кәбәнде ослайһы бар,
ниңә йомшарам әле, тип, сәмләнеп, тағы
эшкә тотонам.
Күкрәк
һәнәге менән буй етмәй башлағас, ҡайында
һөйәүле торған ос һәнәген алырға киттем.
Нисәмә йылғы хыялымды - ошо һәнәк менән
кәбән һалыу уйын бына хәҙер эшкә
ашырасаҡмын. Их, атайым үҙе күрһен ине
һәнәге менән кәбән ҡойғанымды!..
Эсемдә
ҡайнаған уйҙарҙы һиҙҙермәҫ өсөн, аҙ
ғына ла тик тормайынса, һәнәгемде күбәгә
ҡаҙаным. Бына һәнәкте тубыҡ менән беләккә
һалмауырлап һалып, һаптың осон киҫкен
хәрәкәт менән ергә ҡаҙарға самалайым.
Ә ул ысҡына ла тупраҡты юғары сөйә. Бесән
вағы йыйып йөрөгән әсәйем дә, эшенән
туҡтап, миңә ҡарап тора ине. Улы ос һәнәге
менән тәү тапҡыр алған бесәнен күтәреп
ырғыта алырмы-юҡмы - шуны белгеһе киләлер
инде. Ахырҙа ул түҙмәне, мин һәнәк һабын
ҡаҙарға маташҡан ергә йүнәлде. Билдәле
инде, ул кәбән ҡойған саҡта, мин уның
һәнәк төбөнә баҫып тора торғайным бит,
хәҙер ул миңә ярҙам итмәксе. Юҡ инде,
был тәүге һәнәкте мин кеше ярҙамынан
тыш күтәрергә тейешмен. Тағы ла нығыраҡ
сәмләнә төшөп, ос һәнәгенең һабын ҡапыл
ергә сәнсәм һәм, бесәнде күтәрә биргәс,
һапты нығыраҡ ҡаҙайым да, уны турайтып
ҡуям. Бесәнде кәбән башына ырғытыу өсөн,
һаптың төбөнән тотоп һәнәкте күтәргәйнем,
ҡапыл тәнтерәкләп, тигеҙлекте юғалттым,
алға атлау урынына артҡа сигендем. Ос
һәнәге мине үҙ ыңғайына елтерәтеп алып
китеп бара. Ҡайһылыр арала әсәйем күҙемә
салынды: ул туҡтап ҡалған, ҡулын күкрәгенә
ҡуйған, ҡарашы миңә төбәлгән. Әйтерһең,
мин ҡот осҡос упҡын алдында. Шуны аша

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Атайымдың Ос Һәнәге - 4
  • Parts
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 1
    Total number of words is 4265
    Total number of unique words is 2060
    30.5 of words are in the 2000 most common words
    41.8 of words are in the 5000 most common words
    49.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 2
    Total number of words is 4318
    Total number of unique words is 1994
    30.4 of words are in the 2000 most common words
    41.8 of words are in the 5000 most common words
    48.6 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 3
    Total number of words is 4299
    Total number of unique words is 1955
    30.2 of words are in the 2000 most common words
    41.7 of words are in the 5000 most common words
    47.2 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Атайымдың Ос Һәнәге - 4
    Total number of words is 735
    Total number of unique words is 493
    43.3 of words are in the 2000 most common words
    54.3 of words are in the 5000 most common words
    58.1 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.