Latin

Артыҡбикә - 7

Общее количество слов 4019
Общее количество уникальных слов составляет 2203
28.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
39.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
45.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
Рәсим ағаһына бик рәнйей торғайны. Берәүгә килешкән хәрби тормош икенсегә һәләкәтле булыуы мөмкин. Бер нәҫел балалары шулай айырылыр, тип кем уйлаған. Береһе, ана, полковник, икенсеһе иһә, әрменән алып ҡайтҡан күңел яраларына түҙә алмай, үҙенә ҡул һала... Ярар, ғәйебен юйырға теләгән кешегә мөмкинлек бирергә кәрәк. Осрашһындар әйҙә. Өләсәйҙәре бүләк итеп алып килгән кейемдәрҙе шатланып кейеп сығып йүгерҙе ҡолонсаҡтарым. Атай яҡлап туғандарҙың ситләтеүенә үҙҙәрен бик мәхрүм тоялар ине, һәйбәт булды. Әсәйемдең дә йөҙө бермә-бер асылды. Бер ауылда йәшәп, берен-бере ҡунаҡҡа, сәйгә саҡырышып, гәпләшеп йөрөмәү рәхәт тиһеңме ни ҡоҙағый булған кешеләргә...

Бабайҙары менән танышыуға бик ҡәнәғәт булды балалар.

– Әсәй, уҡырға шунда барабыҙ! – тип ҡайттылар.

Киләһе ай документтар юллап үтте. Малайҙарҙың өлгәшеү күрһәткестәре артынан йөрөйһө, комиссия үткәрәһе һ.б. Ҡайнаға ихлас, шәфҡәтле кешегә оҡшаған. Бәғзе берәүҙәрҙе вазифаһынан төшөрһәң, кешегә оҡшап ҡала…

Әсәй башҡаса кейәүгә сығыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатып бәғеремде телмәй. Уҡыу йортон ҡарап, документтар тапшырып ҡайтҡас, хатта:

– Ярай, бәлки, улдарың янына үҙең дә сығып китерһең әле. Ҡалала эш табыла, ите-бәрәңгеһе менән беҙ ҙә, ҡоҙағый ҙа ярҙам итә ала… – тип ысҡындырҙы.

Үҙем дә был турала ныҡлап уйлай башлағайным инде. Тик минең мәркәз тарафына ғына юлланғым килә шул. Яҙмышым мәркәздә селпәрәмә килгәйне, шунда бөтәйһә, ғәҙелерәк булмаҫ инеме ни? Мәшәҡәттәрҙең күплеге менән Рушаннаға ла шылтыратҡан юҡ. Әгәр ул эш белешә торһа, танышлыҡтарын эшкә екһә…

Ҡотто осороп телефон шылтыраны: Рушанна. Тауышы ҡалтырап сыға. Ауыры төштө микән әллә?

– Юҡ, миңә бер ни ҙә булманы… Балалар ҙа имен-аман… Өлкәрем аварияға эләкте… Бер йылһыҙ аяғына ла баҫа алмаҫ, тинеләр. Әллә күпме операция кәрәк. Һөйәге селпәрәмә килгән, ти… Ни генә эшләйем икән, Тамара? Баш ҡатҡан. Ныҡ ҙур кредит алғайныҡ…

– Хужабикәң ярҙам итә алмаймы? Мөнәсәбәтегеҙ яҡшы ине бит.

– Ул бизнесты һатып, Мәскәүгә күсте. Миңә бында эште почти с нуля башлайһы бар. Уныһына түҙер инем… Өлкәрем бәрелгән машина ниндәйҙер крутой шишканыҡы булып сыҡҡан. Армайҙары өҫкә менеп килә, үҙе менән һөйләшеп килешеп булмай… Минең бәйләнештәр ярҙам итерлек түгел. Тамара, ни эшләйем икән? Әллә ауырымды төшөрәйемме икән? Өлкәрҙе лә, балаларҙы ла ҡарарға кәрәк, аҡса табыу минең генә елкәлә була бит хәҙер?..

– Ул турала ауыҙ ҙа асма, Рушанна. Бала үҙ ризығы менән тыуа. Етмәһә, аборт ваҡыты уҙҙы бит һинең. Төшөрәм тип, үҙеңдең зәғифләнеүең бар. Аллам һаҡлаһын. Моғайын, берәй сара табылыр. Туғандарың беләме?

– Уныҡылар белә, ҡәйнә сеңләп-шыңшып нервыны бөтөрҙө инде. Минекеләр белмәй, һин дә әйтмә, йәме. Үҙең беләһең, минекеләр һуңғы һыйырына тиклем һуясаҡ, һуңғы ыштаны ҡалғансы бөтә нәмәне һатып бөтәсәк, әммә миңә ярҙам итмәй ҡалмаясаҡ. Ә минең бурыс ҙур. Уларҙыҡы менән генә йырып сығырлыҡ түгел…

– Уф, Рушанна… Исмаһам, минең дә хәлдәр мөшкөл… Тороп тор… Әле бер нәмә иҫкә төшөп тора, Рушанна, һин, давай, танау төшөрмә. Нисек тә һиңә ярҙам итергә тырышырмын, иҫән булһам.

Үҙем өсөн тигәндә уйҙарҙың осона сыға алмаһам да, Рушанна тигәндә башым компьютер урынына иҫәп-хисапҡа тотондо. Минең дә мал самалы-самалыһын… Килер керем дә күренмәй. Һыйыр менән башмаҡты, берәйһе менән килешеп, һатып ебәргәндә? Әле ит ваҡыты түгел, хаҡы юғары… Туҡта, ә делянка? Өй һала алмаҫым билдәле. Ирҙәр һымаҡ, бура һатып аҡса эшләй алмайым. Әм­мә… Әммә ағас эше менән аҡса һуға белгән кешеләрҙе беләм түгелме ни? Бығаса уйлап та бирмәгән диләнкәне юллап алдым. Милицияларҙың ипләп аңлатыуы ярап ҡалды. Тейешле нәмәне ниңә юлламаҫҡа? Етмәһә – бушлай. Эшҡыуар менән генә оҙаҡ сыйышырға тура килде. Күҙен дә йоммай:

– Илле мең бирәм. – ти.

– Йөҙ илле! – тинем, тыныс һәм ҡаты итеп. Оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, уртаҡ фекергә киленде. Әллә ни күп тә аҡса түгел икән ул. Кескәй сумочкама һыйып тора. Исмаһам, тышы ла ҡабармай…

Ҡапыл ғына туғанлыҡ хистәре уянған ҡайнаға ярҙамы менән малайҙарҙы уҡырға урынлаштырғас, шул ыңғайҙан Рушанна янына барырға автобусҡа ултырҙым. Балалар өсөн йөрәк һыҙлай. Ят ер, ят кешеләр, ят мөхит… Ни эшләрҙәр, өйрәнерҙәрме? Йонсоһалар, ни эшләрмен? Кире алып ҡайтырға үҙемдең дә баш тығыр ерем юҡ. Булған аҡсама бәләкәс йорт ала алыр инем, әлбиттә… Тәҡдим ителгәненә күңелем ятмай, оҡшарҙайына – кеҫә һайыраҡ. Хәйер, иң яҡын әхирәтем ут йотҡанда, минең дә тамағыма аш бармай шул.

– Уф,Тамара, әл дә килдең! – Бәпес йыуатҡандай, Рушаннаның сәсен һыйпап ҡосаҡлап торам. Бөтөнләй төҫө ҡасҡан бисараның. Эсе саҡ ҡына ҡалҡа башлаған. Күҙ төптәре күгелйем. Ни ашай алмай, ни йоҡлай алмай сабауыллап тик йөрөйҙөр инде. Хәлдәрен һорашам.

– Бурысҡа алыр ерҙән алып бөттөм. Ике операция булды. Реабилитация тигәне бик оҙаҡҡа һуҙылыр, тиҙәр. Ҡайнымдар, шыңшый-шыңшый булһа ла, машиналарын һатты. Теге бәндәгә ярты бурысты түләнем. Тик бына кредитты ҡапларға ғына хәлдән килмәй.

– Ниндәй кредит һуң ул? Фатирыңды әйтәһеңме?

– Юҡ, фатирға түләп бөтә яҙғайныҡ инде. Эй, Тамара, һиңә һөйләмәнемме ни? Хужабикә бит бизнесты… миңә һатты! Әҙерәк йыйған аҡса бар ине. Фатирҙы залогҡа һалып, кредитҡа аҡса алдыҡ банктан. Өлкәрҙе, үҙең беләһең, ике ер­ҙә аҡсаны ҡайырып эшләне, шуға икеләнмәнем дә. Хәҙер килеп– шундай фажиғә… Фатирһыҙ ҙа, бизнесһыҙ ҙа ҡалам бит. Тамара! Ней Өлкәрем шундай хәлдә…

Бына һиңә мә! Миңә ярҙам итә алған берҙән-бер кешем ни хәлгә тороп ҡалған!

– Бизнесың таралып төшмәгән, ниңә ҡайғыраһың? Бығаса уңышлы эшләгәнде, дауам итә алмам тиһеңме ни?

– Әйттем бит, теге шишкаға тағы йөҙ мең түләйһе бар. Йәнә Өлкәрҙе дауалауға буйтым аҡса оса. Зәғиф ҡалдыра алмайым да инде мин уны? Авария арҡаһында банкка иғәнә түләүҙе кисектергәйнем, хәҙер улары миңә йыртҡыстай ташланды. Ҡыҫҡаһы, бизнестың доходы бинаны арендалауға, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡына, косметик материалдар алыуға, банкка иғәнә ҡайтарыуға саҡ етә. Теге хайуан көндәнкөн сумманы арттыра бара, әйкәйем. Ә миңә ғаиләне аҫырарға кәрәк, мәктәп тә хәҙер ике балаға аҡса һура башлаясаҡ. Әле мин шундай ситуацияла, Тамара, ҡыл өҫтөндә генә торам. Әгәр аренда хаҡын, йә косметик материалдар хаҡын, йә электр хаҡын арттырһалар – бөттөм, тәгәрәйем аҫҡа. Унда инде эш хаҡын тотҡарлаясаҡмын. Оҫталарым конкуренттарға берәмберәм ҡаса башлаясаҡ. Үҙҙәре артынан клиенттарҙы переманить итәсәктәр. Унда инде банкка процент түләй алмаясаҡмын, улар фатирҙы тартып аласаҡ…

Ҡот осҡос. Рушанна – минең сибәр, аҡыллы, һәйбәт әхирәтем – өс бала, зәғиф ир менән урам буйында тороп ҡаласаҡ! Ҡот осҡос! Дуҫыма түгел, дошманыма ла ундай яҙмыш теләмәҫ инем мин. Был ситуацияла мин килтергән аҡса – батып барған кешегә һалам бөртөгө ырғытҡан һымаҡ ҡына инде. Исмаһам, теге шишкаһына бурыс биреп бөтөрлөк булһасы.

– Беләһеңме, Тамара… Һиңә ярҙам кәрәккәндә, булған аҡсаларымды бирмәгән өсөн Хоҙай язаланы микән әллә мине? Өйөң янғас, уйланып та ултырғайным, Өлкәр менән дә кәңәшләштем. Ул: ”Улай ярҙам иткең килгәс, лутсы бизнесыңа компаньон итеп ал. Мохтажлыҡтан да тартып сығарырһың. Үҙеңә лә, декретҡа киткәс, ышаныслы кеше кәрәк буласаҡ”, – тине. Балыҡ биргәнсе ҡармаҡ бирһәң, арыуыраҡ түгелме ни? Уйлап ҡараным, килештем. Һиңә сюрприз әҙерләй инем, ә ул бына ниндәй сюрприз килеп сыҡты… Мин һине өйлө итә ала инем, ә хәҙер үҙем өйһөҙ ҡалыу ҡурҡынысында. Тамара, йә әйт әле берәй һүҙ, йә тот та әрлә.

– Әрләргә башҡа ла килмәнесе. Ярар, өй алып бирер инең, ти. Һиңә бурысты нисек ҡайтарырға тип, ҡара ҡайғыларға батҡан булыр инем. Ни арыу аҡса килерлек эш юҡ, ни бай ирем юҡ, тигәндәй… Юҡ, Рушанна, Өлкәр шәп кәңәш биргән. Балығы кәрәкмәй, лутсы ҡармаҡ эшләргә өйрәт.

– Тимәк, мин яңылышмағанмын, тип уйлайһың?

– Моғайын. Мин дә хаталанмайымдыр… – Уға пачка-пачка аҡса тотторҙом. – Ғәфү ит, ошонан башҡаһы юҡ.

Хәҙер инде Рушаннаның күҙе шаҡмаҡ.

– Һин нимә, бетеңде һатып байыныңмы әллә, урларға ҡулыңдан килмәй-килеүен…

Ҡыҫҡаса ғына аҡсаның айышын һөйләп бирҙем.

– Тормош килтереп терәһә, һин дә өҙгөс кенә икәнһең, Тамара, маладис. Минең өсөн күҙ терәп торған нәмәңдән дә яҙғас, былай итәбеҙ…

Шулай итеп, уйламағанда-көтмәгәндә, мин матурлыҡ салонының администраторы булып киттем. Башта эш хаҡы хаҡында уйларға ла мөмкин түгел ине, әлбиттә. Нисек тә конкуренция диңгеҙендә батмаҫҡа, “кәмә”не һаҡлап ҡалырға кәрәк. Өлкәрҙе йорт тәрбиәһенә ҡайтарғансы, Рушаннала йәшәп торам, тип хәл иттек. Минең аҡсалар теге “крутой”ҙың кеҫәһенә кереп ятты. Тәгәрмәс эсендәге тейен кеүек йүгергеләп, шау-шыулы ҡала тормошонда әйләнсекләүгә, ауылдан мине таптыра башланылар. Юҡ ваҡытты бар итеп, ауыл яғына ыңғайларға тура килде. Бер ай. Ни бары бер ай, ә минең тормош аҫты өҫкә килде. Өҙөлөп һөйгән тауҙарымдан, урмандарымдан ҡутарылып сыҡтым да киттем. Ҡанатымды йәйеп, ҡурсалап торған улдарымды әллә ҡайҙа ебәрҙем. Дөрөҫ эшләнемме икән? Белмәйем. Ауылда ни, ҡалала ни – барыбер кеше тупһаһында йөрөү, барыбер бурыс ҡапларға аҡса еткерә алмау. Айырма юҡ та һымаҡ, бер яҡтан. Икенсе яҡтан… Икенсе яҡтан, үҙемде бик кәрәкле кеше итеп тойоуым, бер ни тиклем ҡотҡарыусы ролендә йөрөүем күңелгә рәхәтлек бирә. Ял көндәрен күрелмәһә лә, элекке шикелле бойоғоп, тынғы тапмай йөрәкһеүем юҡ. Рәхәтләнеп йоҡлайым, яҡшы ашайым, кәйефем һәр саҡ күтәренке… Рушаннаға ла төшөнкөлөккә бирелергә ирек ҡуймайым. Ҡайһы саҡ көлөп тә ала: “Беҙ ролдәребеҙҙе алмаштыҡ, буғай. Элек мин һине тартҡылай торғайным. Хәҙер һин – мине…”

Өйҙәгеләр менән бер-бер хәл булдымы икән, тип борсолһам, силсәүит эҙләтә булып сыҡты. Райондағы ниндәйҙер контора таптыра, ти. Ғәжәпләндем, шулай ҙа биргән адрес буйынса эҙләп киттем. Нотариус булып сыҡты. Барлы-юҡлы гонаһтарымды барлап сыҡтым. Мираҫ мәсьәләһе буйынса ҡайны-ҡәйнәләр менән хәлдәр асыҡланып бөткәйне, буғай. Инде янған өйҙөң хаҡын түләтмәксе микән әллә берәй әкрәбәләре, тәүбә-тәүбә… Ләкин ишетәһеләрем уйлағандан да шаҡ ҡатырғыс ине. Баҡтиһәң, мин… апаруҡ ҡына милек хужаһы икәнмен! Миллионерша!

Күктән төшкән байлыҡты миңә… Мөнөй әбейем ҡалдырған булып сыҡты. Юғары пенсия алалыр, тип фараз иткәйнем-итеүен… тик ҡиммәтле ҡағыҙҙарға һалынған булыуын?! Нисек итеп ул төпкөлдә ятҡан әбейҙең илдең байтаҡ өлөшөн төп башына ултыртҡан “ваучер” тигән нәмәне ваҡытында дөрөҫ файҙалана белгәненә ышанырға? Ул бит нотариусты ла саҡыртып, кәрәкле документтар эшләтә белгән!!! Миңә инселәнгән конверт эсендә бер генә һөйләм: “Һин үҙең – бәхет!” Башҡа ҡапыл ишелеп төшкән информациянан шаңҡып, ауылға ҡайттым. Әсәй ҡарсыҡ минең бер баҡса бәрәңгемде лә ҡаҙҙырып ҡуйған.

– Сығып китеүең ошомо, әллә ҡайттыңмы? – ти.

– Һин ҡайһыһын теләр инең? – Һорауға һорау менән яуапланым.

– Кеше булған кешелә

мең кешенең эше бар.

Кеше булмаған кешелә

кешенең ни эше бар?

Әсәйемдең фәлсәфәүи шиғырҙар белеүен бөтөнләй ишеткәнем юҡ ине, хатта аҙап ҡалдым. Шуның һөҙөмтәһендәлерме, үҙемдән дә туҙға яҙмаған һорау ысҡынды:

– Әсәй, ә һин теге ваучер тигән нәмәләрҙе нимә эшләттең ул?

– Эй-й, аны… Шул “Восток” тигәндәре алданы лаһа ярты ауылды… Әй, туҡта… Һинекен бит Мөнөй инәй инәлеп-ялбарып һорап алды, буғай. Әллә, ҙурайғас үҙенә бирәм, тинеме… Нимәлер әйтте, онотҡанмын.

Аһ, Мөнөй әбей!.. Эх, Мөнөй әбей. Баш китерлек эштәр ҡылырлыҡ йөрәк тә булған үҙеңдә! Йөрәк тә булған, баш та! Әрәм генә иткәнһең ғүмереңде… Әллә кем булып, ил инәһе булып йөрөргә лайыҡ кеше булғанһың һин! Тик үҙең генә ваҡытында аңламағанһың… Бәлки, мин дә ҙур-ҙур эштәр атҡарыр өсөн тыуғанмындыр, тик үҙем һаман аңламайымдыр? Нимә тине әле Шәрифә апай: “Ҡанатыңды бар мөмкинлегенә йәйеп ҡағырлыҡ иркенлеккә сыҡмағанһың, шуға үҙеңде килбәтһеҙ өйрәк бәпкәһе кеүек тояһың…”

Шулай ҙа нимә эшләргә миңә? Был күктән төшкән байлыҡ бит бөтә проблемаларымды хәл итә. Янған нигеҙемә яңы йорт күтәреп, акцияларҙың процентына ай һайын зарплата алыусыларҙан күберәк аҡса алып, типтереп йәшәй алам… Улдарыма ялдарын өйгә ҡайтып уҙғарырға мөмкин. Әсәй ҡырына, йорт йылыһына һыйынып… Әлеге кеүек кеше мәрхәмәтенә күҙ төртөп йәшәү түгел инде. Бер туған апаһының улы Рәсимгә ярҙам итмәгән әҙәм уның улдарын ҡанат аҫтына оҙаҡҡа һыйындыра алырмы? Ай-һай, шикле. Яндарына күстәнәстәр тейәп барып килергә кәрәк… Әгәр ҙә етемәктәремде ул-был йәберләүҙәре тойолһа, алып ҡайтырға! Хәҙер инде әҙәм бахыры булып йәшәргә түгел, мөмкинлектәр бар…

Кесе ҡолонсағым нескәрәк күңелле, хислерәк шулай ҙа. Күҙҙәре шәмәреп тора һымаҡ. Олоһо ҡатҡыл. Ҡустыһына ла ебеп төшөргә ирек бирмәй. “Барыһы ла яҡшы, әсәй,” – тип кенә тора. “Һағынмайһығыҙмы, ҡайтҡығыҙ килмәйме?” – тиеүемә:

– Түҙәбеҙ, түҙәсәкбеҙ. Беҙҙең ҡайтыуҙан үҙебеҙгә лә, ауылыбыҙға ла бер файҙа юҡ. Беҙ үҫкәс, һөнәр алғас ҡына ҡайтабыҙ. Ауылыбыҙҙы матурларға, байытырға ҡайтырбыҙ. Һин, әсәй, беҙҙең өсөн борсолма. Һиңә ҡыйын булһа, беҙгә лә ҡыйын. Һиңә рәхәт булһа, беҙ ҙә шат, – тип яуапланы.

Әсәйҙең һүҙҙәрен фатиха итеп ҡабулларға була, улымдыҡын да. Улдарым эргәһенән туп-тура тағы мәркәзгә юлландым. Мин булмаған өс көн эсендә бында – мәхшәр. Рушаннаны дауаханаға һалып ҡуйғандар. Артыҡ көсөргәнештән ауыры түбәнәйгән. Башланғыста уҡыған ике ҡыҙ бала фатирҙа япа-яңғыҙ ҡалған. Икеһе ике яҡтан ҡосағыма һырылды. Ҡурҡышып бөткәндәр, бисараҡайҙарым. Улар миңә үҙемдеке һымаҡ. Инде нисәнсе тапҡыр Рушаннаға көнләшеп ҡуям. Минең дә ошондай ҡыҙым булһа, наҙларға өйрәнгән булыр инем, моғайын. Ана бит, әхирәтемдекеләр өсөн генә лә борсолоп йөрәгем сығып бара. Хәлемдән килһә бөтә килер бәләләрҙән дә ҡурсалап торор инем.

Әлдә бер көнгә һуңыраҡ килмәгәнмен. Ике оҫтабыҙ эштән сығырға ғариза биргән. Осто-осҡа саҡ ялғаған мәлдән файҙаланып, конкуренттар юғары хаҡҡа әүрәтә башлаған икән. Белгестәрҙең яҡшылары ғына йыйылғайны шул салонда. Урынлашҡан урыны ла уңайлы – үҙәктә. Бина хужалары аренда хаҡын күтәргән, етмәһә. Бер проблема килһә, ҡапҡаңды киңерәк ас, әтеү сираттағылары емереп ҡуйыр. Минең алдыма тағы еңел булмаған һайлау килеп баҫты. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ниңә миңә ошо предприятиеға көс һалырға? Уның хужаһы түгелмен, уға мохтажлыҡ та юҡ хәҙер. Ҡулда аҡса бар, әйҙә, йорт һатып ал да үҙең теләгәнсә йәшә. Шәхси тормошто яйға һалыуҙы уйлаһаң да гонаһ түгел. Йәш бит әле мин. Ғүмер буйы үҙ хыялдарымдың боғаҙына баҫып йәшәнем дә һуң? Инде хәҙер теләгәнемде кейеп, теләгәнемде ашап, үҙ көйөмә йәшәргә хаҡым юҡмы ни? Әхирәтемә ярҙам ҡулы һуҙҙым, һуҙманым түгел. Әле бизнесы таралып төшмәҫ элек, берәйһенә һатып ебәрһә, ирен дауаларға ла, балаһы тыуғансы йәшәргә лә аҡсаһы була. Тимәк, уның алдында ла йөҙөм яҡты – мохтажлыҡта ташлап китмәйем. Ниңә тызырайырға, борсолорға, нервы бөтөрөргә?

Ә икенсе яҡтан… Рушаннаның ғүмер буйы хыял иткәне ине бит ул – шәхси салон. Уны һатып алыр өсөн ал-ял белмәй эшләне. Ире ике ерҙә тир түкте. Авариянан һуң Өлкәре инвалид булып ҡалһа? Тәүбә-тәүбә! Рушанна тағы сит кеше фирмаһы өсөн бил бөкһөн, ирҙең хәйерсе пенсияһына ике ҡыҙ баланы ҡараһынмы? Ә фатирһыҙ ҡалһалар? Күҙ алдыма Рушаннаның мохтажлыҡтан, хәсрәттән башы сыҡмаған тормошо, арып-талсығыуҙан ҡартайған йөҙө килеп баҫты. Ә ҡанаттары һынған ҡошсоҡтай мәхрүм ҡалған ҡыҙыҡайҙар! Был күренеш шул тиклем ап-асыҡ, ысын һымаҡ һынланды – мин хатта тетрәнеп киттем. Ә бит ике ай элек кенә барыһы ла башҡаса ине. Рушаннаның йөҙөнән бәхет балҡып тора, тыуасаҡ балаһы бер өмөт булып йөрәк аҫтында яралған. Шундай һөйкөмлө, бәхетле…

Теште ҡыҫтым. Нисауа, бирешмәбеҙ! Минең мираҫ был проблеманы хәл итергә генә етә ул. Оҫталарҙы ризалатабыҙ. Бинаны һаҡлап ҡалабыҙ. Эш ҡоралдарын яңыртабыҙ, яңы имидж булдырып, косметик ремонт үткәрәбеҙ. Рекламаға ла йәлләмәҫкә кәрәк. Берәй ярты йылдан әлеге проблемалар онотолоп та бөтөр әле. Клиенттарҙы һаҡларға, “үрсетергә” генә кәрәк… Ә үҙем? Ярай, үҙемә ни… Эшкә рәхәтләнеп барам, оҡшай, ниһайәт, үҙ урынымды таптым һымаҡ. Ә шәхси тормошҡа килгәндә… Мин барыбер Искәндәрҙе генә уйлап, уны ғына һағынып йәшәйәсәкмен. Ниндәйҙер яңы роман эҙләү файҙаһыҙ. Ниңә юҡҡа тыпырсынырға? Быға тиклем нисек хәтирәләргә бәйле рәхәтлеккә риза булып йәшәнем, шулай йәшәрмен әле. Шәрифә апай юҡты һөйләмәй – бүленә алмайым мин. Яраттым берәүҙе, һәм вәссәләм. Булһа – тик ул, булмаһа – бер кем дә. Мин башҡаға риза түгел.

Был ай миңә һынау айы булды, буғай. Ике баланы мәктәпкә әҙерләп ебәрәм, ике дауаханаға ризыҡ-маҙар, дарыу-фәлән ташыйым. Төшкә лә кермәгән ҙур-ҙур суммалар менән эш итәм. Коллектив эсендәге конфликттарҙы ла, клиенттарҙың дәғүәләрен дә юлға һалам. Юриспруденция, психология, мода буйынса даими уҡып барыуым бына ҡасан кәрәкте. Былар миңә нимәгә инде, тип үҙемде битәрләй торғайным заманында. Баҡтиһәң, алған ғилем бер ҡасан да ҡамасауламай икән. Ашарға һорамай, иҫкермәй, күгәрмәй тигәндәй… Тормоштоң был темпынан сәсәп йығылырға тейеш инем һымаҡ. Юҡ бит әй, йоҡларға ғына йығылам. Бер ниндәй төш күрмәй, баҫлыҡмай иҙерәп йоҡлайым да хәл йыйып уянам. Нисектер, Искәндәр тип тә, улдарым тип тә һыҙланмайым һымаҡ. Үҙ әрнеүҙәрем менән йәшәргә ваҡыт юҡ.

… Рушаннаны ай тигәндә сығарҙылар. Өлкәрҙең шәбәйеүе оҙаҡҡа һуҙылды. Эскән-тартҡан кеше түгел, йәш, сәләмәт организм. Нишләп улай ҡатмарлылыр хәлдәре – аптыраҡ. Дилбегәне Рушанна ҡулына тапшырғас, бер-ике көн ял алдым. Улдарыма ла барып әйләнергә кәрәк, ауылды күргәндә лә яҙыҡ булмаҫ. Килеүемә Рушаннаның ике күҙе дүрт булған:

– Тамара, мин ғәйбәткә ышанмай торған әҙәм, үҙең беләһең. Ләкин эштәрҙең торошо шуға мәжбүр итә…

– Ниндәй ғәйбәт, ниндәй торош?

– Коллектив һинең алда ниңә өлтөрәп тора тиһең?

– Өлтөрәйҙәрме ни әле? Бәлки, профессионаллегем өсөндөр?

– Шаярыуға борма. Ирония ла урынһыҙ. Улар бит тәүҙә һине, провинциалка, томана тип, бик мөрхәтһенмәне. Әле ни ишетәм? “Всемогущая” тип ҡушамат биргәндәр. Бик үрҙә ныҡ йөнтәҫ ҡуллы “папигы” бар, тиҙәр. Килгәс тә ишетеп көлгән булдым. Әммә бөтә эштәрҙең яйға һалыныуын, бурыстарҙың бөткәнен күреп, иҫем-аҡылым китте. Тамара, һин минән әллә бер нәмәңде йәшерҙеңме? Әллә Искәндәрең менән аралар яйлымы? Юҡ, насар тип әйтмәйем, Алла һаҡлаһын, юҡ! Киреһенсә, конкуренттарҙың ниңә ҡойроҡ болғай башлауҙары ла аңлашыла. Бығаса ашап баралар ине барыһы ла, бөтә яҡтан да… Әммә… Мин һинең ышанысыңдан сыҡтыммы ни? Ни өсөн сер йәшерә башланың?

Рушаннаны артабан да ҡайғыртмаҫҡа була, мираҫ тарихын ҡыҫҡаса һөйләп бирҙем.

– Ох, Тамараҡай… Һин бит, минең намыҫыма ышанып, үҙеңдең хәсрәтһеҙ киләсәгеңде минең киләсәгем өсөн ҡорбан иткәнһең…

Мин яурын ғына һелктем… Башҡа төрлө була алмайым инде, ни хәл итәһең. Ярым-йорто түгелмен. Яратһам – бар йөрәктән, тамсыһына тиклем һығып бирәм. Яратмаһам – тағы шулай…

Икенсе кереүемә Рушанна тынысланған. Берәй ҡарарға килгәндер. Нимә хәл итһә лә, насарға булмаҫ.

Артабан эштәр һәүетемсә тәгәрәне. ҡуртымға фатир таптым. ҡыйбатын ҡыйбат, уның ҡарауы, эшкә йәйәү йөрөйөм, төшкөлөккә лә ҡайтып ашарға мөмкин. Ул мөмкинлек менән һирәк файҙаланам: аралашырға кеше күп. Йә эштәге коллегалар менән сәй эсәбеҙ, йә берәй үҙ иткән клиентка менән кафеға керәбеҙ. Ниңәлер күптәр мине үҙҙәренең “аһ-зарҙарын һыйҙырыусы” итеп һайлай. ҡайһы саҡ йүнле кәңәш бирә алмаһам да, рәхмәтле булып китәләр. Ниндәй генә тарихтар ишетелмәне! Хет китап яҙ. Ғәләмәт инде ул кеше тигән зат. Үҙҙәренең эстәрен бушаталар, бушаталар… Ә минең ниҙәр кисергәнемде, исмаһам, берәйһе һораһа, ҡыҙыҡһынһа?! Ә бит күптәренең проблемалары, минеке менән сағыштырғанда, уйын ғына… Ярай, Тамара, кешеләргә артыҡ талапсан булма. Әгәр һәр кем фәрештә булһа, улар ерҙә лә йәшәмәҫ ине.

Ямғырҙар менән башланһа ла, ҡыш – ҡыш инде. Яңы йылға яҡынлашҡан һайын донъя ағара башланы.

Яңы йыл. Бөтә кешеләрҙең дә көткән байрамылыр был. Ниңә икән? Миңә ҡалһа, кеше Яңы йылды түгел, үҙенең уға бағлаған өмөттәрен ярата. Кешегә үҙ хистәрен, үҙ кисерештәрен яратыу хас. Байрамға ҡаршы беҙҙең салондың эше икеләтә, өсләтә артты. Оҫталарыбыҙ алһыҙ-ялһыҙ эшләй. һәр береһенең минутына тиклем клиенттары билдәле. ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙың байрамға матурланғыһы, йәшәргеһе килмәһен? Һис һүҙһеҙ, Яңы йылға – яңыса! ҡайҙа ҡарама – байрамса күтәренке кәйеф, матурлыҡ, йәнлелек һәм сағыу ялтыр донъя.

Рушанна, хужа булараҡ, декрет ялында түгел. Тулғаҡ башланғансы эшләргә иҫәбе. Өлкәренең хәлендә алға китеш бар. Яңы йылды тулы ғаилә менән ҡаршыларға кәрәк, тип ныҡлы инанғандар. Ваҡыттың тығыҙлығына ҡарамаҫтан, барыһы ла корпоратив кисәне уҙғарыу яҡлы. Йола – йола инде. Быға тиклем билдәләгәс, власть алмашынды тип кенә, байрамдан баш тартып булмай. Ғүмеремдә икенсе тапҡыр киске күлдәк һатып алдым. Был юлы кемделер әүрәтер, оҡшар өсөн түгел – үҙем өсөн. Ниһайәт, ҡупшы туфлиҙар ҙа үҙемдеке, үтескә алынмаған. Яңы йылды кем менән, ҡайҙа ҡаршылау тураһында уйланмайым. Хоҙай яҙғаны булыр.

Ҡабалан ғына Шәрифә апай шылтыратты.

– Матурлыҡ индустрияһында һин – минең иң хөрмәтле блатым, – тигән була. – Ҡауырһындарҙың ҡалған-боҫҡанын булһа ла рәткә килтерергә ине.

– Һеҙҙең өсөн иң оҫталарҙың оҫтаһын да бушатырбыҙ инде, – тим.

– Какая деловая, ой, маладис. Шулай, сублимация энергии – великая вещь. Элек булһа, ултырыр инең шыңшып. Үҙеңде йәлләп, яҙмышыңды әрләп. Әле, ана, деловая дама. Энергияң шыңшыуға түгел, эшкә китә. Гел шулай бул.

Ғәҙәтемсә, мәсеткә хәйер һалырға киттем. Йыш уҡ булмаһа ла, керергә тырышам. Бында бит Хоҙай ҡаршыһында исемле иттеләр. Миңә насип бәхет өлөшөмдө татый башланым да, буғай. Бәлки, берәй заман ишем дә осрар. Яңғыҙлыҡ Хоҙайҙың үҙенә генә килешә, моғайын, миңә кеше яҙмышы яҙылғандыр. Ултырған һындар яғына ҡарамай ғына иҫәнләштем дә хәйеремде һалырға йәшниккә боролдом.

– Эй-й, бынау баланан нурҙар һирпелеп тора лаһа! – Тауышҡа һиҫкәнеп, нурлы баланы күрергә була, тирә-яғымды байҡайым. Бала-сағалы әҙәм заты күренмәйсе. Ғөмүмән, бындағы кеше араһында иң йәштәре – мин үә хәйергә доға ҡылып ултырыусы шәкерт.

– Ҡана, яҡынданыраҡ күрәйем әле үҙен, – тарамыш ҡына ҡулдар ап-аҡ ҡына (Рушаннаның зауығы!) дубленкам еңенән тотоп ала. Бәй-бәй, “нурлы бала” мин булдыммы ни ул? Әбейгә, ниһайәт, боролоп ҡарайым һәм саҡ һуштан яҙмайым.

– Мөнөй әбейем!

– И-и-и, балаҡайым-бәбекәйем, әллә минең ауылданмы һин? – Ул бөтөнләй мин аяҡ баҫмаған районды атай. – Ҡушаматымды беләһең. Миңә бит бында мулла ҡушҡан исемем менән генә Миңниә инәй тип өндәшәләр…

Шулай итеп, үҙемә өләсәй таптым. Миңниә инәй мәрхүмә Мөнөй әбейҙән апаруҡ йәш. Холҡо ла башҡасараҡ: ихлас, һүҙсән, кеше ярата. Өлкәнәйгәнсе ауылда йәшәгән. Балалары күп. Барыһын да уҡытҡан. Ҡартайған көнөндә балалары мәркәздә фатир алып биреп, күсереп алғандар. Эстән уйлап ултырам: улай фатир алырлыҡ булғас, бик ҙур урындаларҙыр инде. Әбекәй үҙе лә йонсоп йәшәүсегә оҡшамай: өҫтөндә кәттә генә кейем, ҡулдарында алтын да көмөш… “Алтын” һүҙен былай ғына ҡушам инде, балдаҡ-беләҙектәре ҡатлы-ҡатлы, күп булғанға. Былай барыһы ла – буталлы көмөш биҙәүестәр. Яңы танышҡан кешеһен алып ҡайтып сәй эсерергә лә ҡурҡмай икән. Ваҡытым самалы булһа ла, ҡыҙыҡһыныуым көслөрәк – киттем артынан. Ысынлап, яҡын йәшәй. Сүп-сар, төпсөк һибелгән подъезд түгел – таҙа, көҙгө кеүек ялтырап ята, йәм-йәшел ағас, гөлдәр үҫеп ултыра... Мәркәздә лә бындай йорттар бар икән, тип ғәжәп иттем. Консьержка тигән әҙәмде кинола ғына күргән бар ине. Дә-ә, әбейең ысынлап ябай әбей түгел, былай булғас. Ана бит, хатта прихожкаһы Рушаннаның фатиры ҙурлыҡ, ай-бай. Балалары нисек ҡурҡмай, әбейҙе яңғыҙын йәшәтә икән? Улай һәр яңы танышын да сәйгә саҡыра башлаһа…

– Ошо йәшкә етеп, яман уйлы бәндәне изге күңеллеһенән айыра алмаһаң, оҙаҡ йәшәүеңә, күпте күреүеңә ни һан?!

Һорауымды ҡысҡырып әйтмәгән инемсе.

– Балаларҙан айырым йәшәһәм дә, улар тарафынан ташланған түгелмен бит. Теге ишек төбөндә ултырған әҙәм ейәнемә ошаҡлап тора. Әле лә хәбәр иткәндер: оҙаҡламай ейәнем йә үҙе килеп сығыр, йә шылтыратыр. Уныһы мине ныҡ ҡурсып тора. Йәшерәк сағында “һин – минең идеал” ти торғайны, эй-й…

– Идеал эҙләп, өйләнмәне лә ҡуйҙымы?

– Юҡ, өйләнде. Килен бик сибәр, белемле. Яҡшы нәҫелдән. Барыһы ла уҡымышлы, урында ултыралар. Миңә лә мөнәсәбәте әйбәт ине. Һүҙем юҡ. Тик… Тик артыҡ тиң булып сыҡтылар, ахыры…

– Бәй, нисек инде артыҡ тиң? “Тиң түгел“ тигәнде ишеткән бар, тигәндәй…

– Нисек аңлатайым инде… Ейәнем үтә ҡатмарлы кеше. Ҡылыҡтарын да тоҫмаллап булмай. Нимә теләгәнен дә аңламаҫһың. Башҡаларҙан күпте талап итә, ә үҙе тойғоға һаран. Ҡыҫҡаһы, ейәнемде аңламайым, әммә ныҡ яратам. Ә киленгә килгәндә… Уның улыҡайымды яратып, уның тормошо менән генә йәшәргә, уны ғына көйләргә, уны ҡояш һымаҡ күрергә теләге лә, халәте лә юҡ ине. Яратырға, ә бигерәк тә минең ейән кеүекте яратырға, бер нәмәгә ҡарамай унан күңелең ҡайтмаҫҡа бик күп көс кәрәк, бик күп. Ә килен эште һайланы. Эш менән анһатыраҡ.

– Айырылыштылармы?

– Минең ҡарашҡа, улар ысын мәғәнәһендә ҡауышманылар ҙа… Нимә инде ул паспортҡа мисәт баҫтырып, туй эшләү? Ҡыҙҙары бар, шуныһы йәл. Килен эше буйынса сит илгә төпләнде. Бала ейәнемдә ҡалды. Ир кеше – ил кешеһе, эшенән ҡайтып кермәй. Ҡыҙы шул өй ҡараусылар ҡулында. Берәй 15 – 20 йәшкә йәшерәк булһамсы, тип йәнем үртәлә. Үҙем бағыр инем.

– Ә үҙенең өләсәй-олатайҙары?

– Э-эй-й, уларҙы… Улары ла эшкә туймай. Әллә ниндәй исемдәр, дәрәжәләр алып бөттөләр, тағы ни кәрәктер… Фән кешеһенә һүҙ әйтеп булмай. Быуын-быуын уҡыусылар, өйрәнсектәр үҫтерҙеләр, ә бер бәләкәс кенә ейәнсәргә ваҡыттары йәл… Әлләсе, беҙ күмәк бала инек. Береһенән-береһе ыуаҡ. Ата-әсәй эштә, шул өләсәй ҡулында үҫтек инде. Итәктән төштөк тә эшкә йәбештек. Уйланып, буҙлап ултырырға ваҡыт булманы.

Был ниңә ейәнен артыҡ күп сурыта әле? Кәләш эҙләй, тимәк. Мине лә юҡҡа ғына алып ҡайтмағандыр, үҙенсә һынамаҡтыр. Артыҡ ҡабаланмайһыңмы, әбекәй? Мин бит ейәнең кеүек ҡалын кеҫәле нәҫел балаһы түгел, тыштан оҡшаһам да. Затлы кейемде ошо йәшкә етеп саҡ кейгәнмен, унда ла әхирәтем яурынынан һыпырылып төшкәнен генә… Кеше психологияһы минең өсөн билдәһеҙ нәмә түгел ул. Тәүҙә, улың буйҙаҡ булғанда, ниндәй ҙә булһа килен теләйһең. Аҙаҡ, киленең булғас, күҙ асыла: сибәр булһа – уңған түгел, егәрле булһа – төҫө юҡ. Нәҫеле затлы түгел йә туйҙа ҡоҙалар бүләкте һаран һалған, быныһы ҡәйнә йортона ҡорған элмәгән, таҫтамал ҡуймаған. Бик булмаһа, ашҡа һуғанды ваҡлап турамай, һаламлап турай… Баштан үткән инде. Әле, ауыҙымды йомоп йылмайып ҡына сәй эскәндә, минән дә ҡулайлыһы юҡ һымаҡ күренер ҙә ул… Юҡ инде, әбекәй, үҙеңде өләсәй итергә ризамын, әммә ейәнең менән танышыу – юҡ. Кемдеңдер ҡыҙын үҫтерәм тип кенә, үҙ улдарымды үгәй атайҙан ҡаҡтырайыммы? Димләп-фәлән ауыҙ асһа, шунда уҡ кире ҡағасаҡмын, танышмаясаҡмын. Ирһеҙ йәшәп өйрәнелде. Быны бөгөн үк әйтеп ҡуйырға кәрәк, әле үк. Аслан, килен итергә ине ошоно тип ымһынып, өмөтләнеп ҡуймаһын. Кешенең өмөтөн ҡырыуҙан да ҙурыраҡ гонаһ юҡтыр. Минең өмөттәремде күп киҫтеләр, ауырлығын кисереп беләм. Үҙем ундай юлға бармам, тип үҙ-үҙемә биргән һүҙем дә бар.

Ҡабат килергә һүҙ биреп, сығып ысҡындым. Рәхмәтлемен тәҡдиремә, тигән уй һуҡты ҡапыл. Һуңғы айҙарҙа күпме этелергә-төртөлөргә, һүҙ ишетергә, көсһөҙлөгөмдән ғажиз булырға тура килгән мәлдәр булды. Мөнөй әбей рухына һығындым, уйҙарымда кәңәш һорап ялбарҙым… Бирҙе бит! Ҡайтарҙы ла бирҙе әбейемде. Миңлекәй, Миңниә… Моғайын, күп һанлы туғандарының береһелер. Үҙенең быуыны ла нығынмаған, кимерсәк кенә кәүҙәһенә ошо Миңниәне лә йөкмәп йөрөгәндер… Ипләп кенә һорашырмын әле, белермен. Теләге булһа, Мөнөй әбейҙең яҙмышын бәйән итермен…

Берәй ярты сәғәткә генә иртәрәк сығаһым булған – тығын. Һүҙ ишетермен, тип ҡурҡҡан юҡ та… Берәй клиент менән аңлашылмаусанлыҡ тыуһа, унда булғаның яҡшы. Рушаннаға артыҡ борсолоу кәрәкмәй. Ярай, тығындар шуныһы менән яҡшы: уйланырға форсат тәтей. Шулай ҙа шикселлегем артҡан. Бынау инәй ейәнен һөйләй, тип әллә ниндәй уйҙар уйлап бөттөм. Уның, бәлки, димләү уйында ла юҡтыр. Былай ғына, эсен бушатыр өсөн генә әйтәлер. Ә мин әллә нәмәләргә барып еттем. Ә ҡыҙыҡай өсөн үҙәгем өҙөлдө – уныһы хаҡ. Уның нимә кисергәнен күрәм, тоям һымаҡ. Ул хатта минең үҙем һымаҡ. Ата-әсәһенә кәрәкмәгән бер оронсоҡ. Артыҡбикә. Иҫәпкә бар – һанға юҡ. Бала тип һаналаһың, ә ғәмәлдә барыһы өсөн дә һин – бушлыҡ. Ул өй йыйыштырыусыһы өсөн иһә – өҫтөн алыштырырға, тамағын туйҙырырға мәжбүр итеүсе өҫтәлмә эш. Артыҡ мәшәҡәт. Биш йәшлек, тинеме? Ә бит минең ҡыҙым шул хәтлем булыр ине… Йөрәгем һыҙып китте. Ҡуй, тыныслан, Тамара, әйтте бит Мөнөй әбейем, эргәңдә ҡыҙ бала күрәм, тине. Ниндәй әле? Аҡһыл сәсле, ҡап-ҡара күҙле, тигәйнеме? Мин дә уны күрәм һымаҡ. Бигерәк матур, нурлы, һөйкөмлө ҡыҙсыҡ итеп күрәм. Ул миңә оҡшамаған. Кемгә оҡшаған һуң? Бик таныш йөҙ бит! Эйе, ул… Искәндәргә оҡшаған… Ирекһеҙҙән күҙҙәремдән йәш ҡойолдо. Аһ, был күңел! Ниңә һаман булмаҫтайҙы көҫәй? Ниңә бер ҡасан да тормошҡа ашмаҫ хыялдар өйрөлә был йөрәктә?! Нимә-нимә, ә Искәндәр бисә айыра торған кеше түгел. Ул бит айырым бер ҡатын-ҡыҙға ғына түгел, ә уның бөтә нәҫеленә, был никах килтергән престижға, карьераһына өҫтәләсәк таяуҙарына, тағы әллә ниндәй өҫтөнлөктәренә бергә ҡушып өйләнә! Кәм тигәндә ике вуз бөткән, күркәм холоҡло, үҙ баһаһының юғарылығын бик яҡшы белгән ыҫпай ханым итеп күҙ алдыма килтерәм мин уны. Искәндәр яңылыш помадаға буялып ҡайтһа, тыныс ҡына:

Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Артыҡбикә - 8
  • Части
  • Артыҡбикә - 1
    Общее количество слов 4148
    Общее количество уникальных слов составляет 2339
    26.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    39.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    45.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 2
    Общее количество слов 4023
    Общее количество уникальных слов составляет 2251
    27.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    38.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    43.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 3
    Общее количество слов 3970
    Общее количество уникальных слов составляет 2186
    27.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    38.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    45.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 4
    Общее количество слов 4148
    Общее количество уникальных слов составляет 2273
    27.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    38.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    45.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 5
    Общее количество слов 4242
    Общее количество уникальных слов составляет 2298
    27.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    38.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    44.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 6
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 2332
    27.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    38.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    44.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 7
    Общее количество слов 4019
    Общее количество уникальных слов составляет 2203
    28.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    39.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    45.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 8
    Общее количество слов 3502
    Общее количество уникальных слов составляет 1919
    30.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    41.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    47.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов